Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ноябрь , 13:52

БӘХЕТЛЕ БУЛ ТИМӘГӘН

(Хикәйә)

БӘХЕТЛЕ БУЛ ТИМӘГӘН

Мирзанур йыуған керҙәрен элеп инеүгә ҡыҙы уйнап ултырған ерендә йөҙтүбән ятып йоҡлаған да киткән. Сыҡҡанына ике минут та булманы.
— Илама, йәме, хәәҙер инәм, — тип йүгереп сыҡты, йүгереп килеп тә инде.
Арығандыр, бигерәк шуҡ ҡыҙыҡай.
Бер аяғын һонған, икенсеһе аҫтында ҡалған. Һул ҡулы менән ҡурсағын ҡосаҡлаған. Ҡыҙының да, ҡурсаҡтың да сәс араларында кукуруз таяҡсаларының валсыҡтары күренә. Шуны ярата Гөлкәйе, шуға әүрәй. Килештереп, уңайлы ғына итеп өс бармағы менән тотоп ала. Берәмләп кенә ашай. Тәмләп кенә. Кәнфит ашамай алай ҙа. Уйната ғына. Ҡурсағын һыйлайым, тип маз булып бысранып бөтә тик. Бит - ҡул, күлдәгенең түше ҡалмай. Әле бына кәнфиткә буялып, ҡаштары ҡушылып киткән хатта. Мирзанур саҡ көлөп ебәрмәне. Ярай, уянғас йыуыр әле ҡыҙының бит - ҡулын. Йоҡоһо бүленһә, мыжый ул.
Ҡурсаҡтың ҡатаһы ҡыры менән Гөлкәйҙең тубығына уйылып юлаҡ һалып өлгөргән.
Ҡыҙын һаҡ ҡына күтәреп алып, кәртәле карауатына һалды ла өҫтән япты. Карауат аша селтәр һалды - бер - ике себен бар, шикелле, безелдәшәләр ҡайҙалыр.

Йәше тулыр - тулмаҫ элек атлап китте Гөлкәйе. Ҡулға алып һикерткәндә, ике аяғын шештәй төҙ итеп, ныҡ ҡына баҫа ла, тағы һикерт, тигәндәй, атаһының тубыҡтарынан этенә, осорға теләгәндәй талпына. Ултырмай ине атаһының алдына — ҡалҡына ла талпына.
— Тиҙ атлар был, ҡалай тып баҫып тора. Һикергән баланың аяғы ныҡ була, ҡатынҡы була, — ти еңгәләре, күрше инәйҙәре.
Атлап алғайны - нәмә ҡуймай ана хәҙер. Карауатына төшөрөп торайым, тиһә, аяҡтары менән терәлә лә ҡуя. Уйынсыҡтарға, ялтыр-йолторға ғына алданып риза була.
Ҡыҙы яғына күҙ һала-һала, һаҡ ҡына атлап, Мирзанур өйөнән сыҡты. Магазинға бара торған йомошо күбәйеп киткән.
Бәхеткә ҡаршы, Рәзилә күршеһе инеп килә.
— Күрше, манныйы бөткәйне...
— Бар, әйҙә, бар, яйлап йөрө, күҙ-ҡолаҡ булып торормон.
Күршеләренән дә уңды Мирзанур. Хәленә керҙеләр, ярҙам итеп торҙолар.
Шуныһы ғәжәп - Мирзанурҙы ир кеше, тип түгел, ә бала тапҡан йәш ҡатын һымаҡ күрҙеләр. Бының менән әллә уның ҡайғыһын таратырға тырышалар, әллә шулай булырға тейеш булған яҙмыш ҡушыуын үтергә ярҙам итәләр ине.
Бына әле лә ҡаршыһына тап булған ҡатындар Мирзанурҙы туҡтатып, Гөлкәйҙең хәлен һораштылар, атлай башланы, тигәс, ихлас ҡыуаныштылар.
— Ҡолап - молап, ҡурҡып ҡуймаһын, ана минеке шулайтып йәш ярымына тиклем кире тик ултырҙы ла ҡуйҙы.
— Әсәһенә оҡшағандыр... Ул ни, туғыҙ айында ғына тороп атлап китте лә барҙы.
— Йәш көйө үлгәнгә ҡыйын, тере кеше тереклеген итә, ҡалайтһа ла.
Тағы шуныһы күңеленә хуш йәш ирҙең - ҡатындар уны, бисара, меҫкен, ҡалайтырһың инде, тип йәлләмәнеләр, эсендәгеләрен йөҙҙәренә сығарманылар.
Кәңәш биреүселәр күп Мирзанурға.
— Ҡыҫылмағыҙ, үҙем беләм! — тимәне, һәр аҡылға ҡолаҡ һалды ул.
— Бәпәйең йоҡлағанда үҙең дә серем итеп ал. Беҙ шулайта торғайныҡ.
— Эйе шул. Йәш бала йонсота ул, ҡатыу ҡалҡып китә торғайны хатта.
— Ҡулды ла күтәрә алмай китәһең ҡайсаҡ.
— Онотола ууул, зату бала бағыу — үҙе бер бәхет!
— Ауыҙына имсәк ҡаптыраһың да, улансығым, һылтаусығым, тип үҙең дә йоҡлап алаһың бергә ятып.
Балаһын етәкләп үтеп барған Сәкинә лә туҡтап хәбәргә ҡушылды.
Шуны ғына көткәндәй. Мәғрифә Сәкинәне мәрәкәләне.
— Һинең бишенсе һылтаусығың унда сәләм биреп ята мәллә, һуңғы арала ауыҙыңдан туҙ һағыҙы өҙөлмәй?
Күмәкләп көлөшөп тороп ҡалдылар.
— Мирзанур ҡәйнеш нимәһен ҡаптырһын, тораһың аҡыл һатып!
— Һии, һеҙ нимә беләһегеҙ!
Сәкинә лә бирешмәй, яуабын табырға ғына тора.

Ике айлыҡ ҡына сағында әсәйһеҙ ҡалған ҡыҙы имергә имсәк эҙләп, ирендәрен йә ослайтып, йә ҡыйшайтып, башҡынаһын улай бороп, былай бороп, эҙләгәнен ҡапмағас үҙәк өҙгө тауыш менән илап ебрһә. Мирзанур, өҙгөләнеп, үрһәләнеп, нимә эшләргә белмәй ине.
Ауыҙына имеҙлек ҡаптыра алмай, ҡыҙсыҡ башын ситкә бора. Ныҡ асыҡһа ғына сәсәй - сәсәй имеп, арып йоҡлап китә.
Илап, һыны ҡатҡан Гөлкәйе менән ҡуша илап ултырған бер төндә ошо Сәкинә еңгәһе килеп инде.
— Утың һүнмәй нисәмә төн, ҡәйнеш... Илайҙыр, тием шул. Әсәһен таптыралыр... Ҡырҡы үткәнсе, килә, тип өмөт итеп, көтә, ти ул бала... Ҡырҡы үтһә, төңөлә алмай илай, ти.
— Имеҙлекте саҡ ҡаптырам ауыҙына. Имеп өйрәнә алмай ҙа ҡуя. Балғалаҡ менән эсерәйем, тиһәм. сәсәп ала ла китә. Әүрәтә лә белмәйем, илаһа, тымыҙып та булмай, еңгә...Әлиә үлгәнсе, мин үлһәм...
— Ауыҙыңдан ел алһын! Ҡайҙа килендең берәй халатынмы, күлдәгенме бир әле. Бармы?
— Бына, еңгә, больницала Гөлкәй менән ятҡанда кейгән халаты. Нимәгә кәрәк һуң ул һиңә?
— Һиңә кәрәк, миңә түгел. Йә, кей әле.
— Һыймай ҙа инде ул миңә.
— Һыймаһа ла кей. Ал бәпәйҙе ҡулыңа. Мына ошолайтып. Эйе, ошолай. Үҙеңә һыйындырып ҡына тот. Башын халатҡа терә. Бала әсәһенең еҫен кейеменән тоя ул..
Йә Хоҙа! Нисәмә көн күҙҙәрен асырға теләмәгән бала бәбәктәрен һирпеп ебәрҙе лә күҙҙәрен ҙур итеп асты! Тирә - яҡты оҙаҡ ҡараны ҡарашын йөрөтөп. Түшәмдәге тоноҡ утлы төнгө лампаға текләп ятты бер килке. Мирзанур, тын алырға ла ҡурҡып, ҡыҙын күҙәтте. Бына Гөлкәйҙең ҡарашы атаһында туҡталды. Бик оҙаҡ өйрәнде ҡыҙсыҡ атаһының йөҙөн. Ирененә тамған әскелтем тамсыны сирылмай ҙа ялап алды ла тамшанып ҡуйҙы. Төймәләй генә танауын әсәһенең кейеменә терәне лә күҙҙәрен йомдо.
— Еңгә... Рәхмәт, еңгә... Ә минең шуға ла баш етмәне.
— Ярай, ярай. Аны һин ҡайҙан белмәк кәрәк, ир кеше. Беҙ генә ул, бисәләр, имен- әмәлен табабыҙ инде кәрәккәндә. Ошо халатты кей ҙә шешәһен имсәк ҡаптырған һымаҡ итеп сығар иҙеүенән. Үҙе эҙләп ҡапһын. Һөтөн йылымыс ҡына тот.
— Һии, һеҙ нимә беләһегеҙ, — тип хәйләкәр генә йылмайып, сыртылдата һағыҙ сәйнәп торған Сәкинә еңгәһенә мең рәхмәтле Мирзанур.

Мирзанурҙың үҙен дә бөтә ауыл үҫтереште инде заманында. Ғүмер буйы балалары булмаған, инде ҡырҡтары тулып уҙған ирле - ҡатынлы Ғәрифә менән Ирғәле алған Мирзанурҙы уллыҡҡа. Ҡайҙан килеп юлыҡҡандыр Сәйетовтарға был йөҙө яҡтырып, нурланып торған, һул ҡолағы янында ҙур ғына миңе булған 5 -6 йәшлек матур малай - уныһын үҙенә тейеш кешеләр генә белә. Ауылдыҡыларға был сер нимәгә - былай ҙа ғәмдәре етерлек.
— Йәшерәк саҡта нишләп тәүәккәлләмәгенбеҙ икән? - ти торғайны Ғәрифә.
Тик хәҙер атаһы ла, әсәһе лә юҡ. Иртәрәк киттеләр шул. Их, булһалар икән ошо мәлдә, Мирзанурға терәк кәрәк саҡтарҙа. Әсәһе Мирзанурына кәләш алып биреп өлгөрҙө, туй үткәрҙе матур, бай итеп.
— Күҙемдең тереүендә эйәле — башлы итеп ҡалайым. Мынау сама байлыҡты үҙ ҡулым менән тапшырайым киленемә. Ҡәҙерен белеп йәшәһәң, бер мохтажың да булмаҫ, — тип өйрәтте улына.
Мирзанурҙан изем генә көтөп йөрөнө Ғәрифә. Медучилище тамамлап, фельдшер булып эш башлаған ошо ауыл ҡыҙы Әлиәне Мирзанур бер күреүҙән оҡшатты. Ҡыҙ ҙа уны яҡын итте. Армиянан алда күҙе ҡайҙа булғандыр инде егеттең. Улай тиһәң, кистәрен әллә ни сығып, урам ҡыҙырып йөрөмәне шул Мирзанур, дуҫ егеттәре лә күп булманы. Атайһыҙ ҡалған Әлиә лә әсәһенең бер бөртөк кенә ҡыҙы ине. Уны әсәһе ҡаты тотто, тиҙәр. Хәҙер ҡәйнәһе лә юҡ - ҡыҙының ҡайғыһын күтәрә алманы Фәйрүзә.

Бына шулай япа - яңғыҙ ҡалды ла ҡуйҙы Мирзанур.
Ҡапыл иҫенә иртәнсәк "Юлдаш"та яңғыраған йырҙың һүҙҙәре килеп төштө.
— Аҡ биләүҙәргә биләгән,
Бәхетле бул, тимәгән...
Шул йырҙы көйләп ҡайтты юл буйы.

Рәзилә күршеһе Гөлкәйҙе йыуындырған, кейемен алыштырған, сәсен тараған.
— Ен балаһы ятамы әллә, тиһәм, — тип көлә үҙе. — Йыуып, таҙартып алғайным, үппә ҡәҙәрем Мирзануровна килде лә сыҡты.
— Йоҡоһон осормайым, тигәйнем.
— Минең тамаҡ туйҙы, атай, тиген, Рәзилә инәйем бутҡа ашатты, тиген.
— Рәхмәт, класташ.
— Ҡайтайым...
— Рәзилә, аят уҡытырға ярҙам...
Сығырға ыңғайлаған Рәзилә кире боролдо.
— Ул турала борсолма ла, бергәләшербеҙ Алла бирһә. Эй ғүмерҙең үтеүе... Йыл булып та килә. Әле генә һымаҡ ине...
— Нишләп кенә шунда төн уртаһы булһа ла, һеҙҙе уятып, бәпәйҙе һиңә ҡалдырып, үҙем ҡуша бармағанмын икән больницаға, тип һаман үкенәм, Рәзилә. Мин янында булһам, әллә...
— Эй, Мирзанур. Ҡайҙан ғына беләһең инде алдан ни булырын. Тиҙ ярҙамдыҡылар ҙа ҡотҡара алмағас, нимә тиерһең?.. Юлда уҡ шартлаған тромбыһы ысҡынып, тинеләр тиһең бит.
— Ғүмер буйы үкендерер инде.
— Шулай инде. Алай ҙа ҡыҙың шәбәйеп китте. Үлеп кенә ҡуйыр инде быныһы ла, тип ҡайғырғайныҡ хатта, һиңә өндәшмәһәк тә. Ҡалай сос әле үҙе, күҙ теймәһен. Күлдәк кейҙерәйем, тиһәм, ике ҡулын еңгә үҙе тоҫҡап тора бит әле. Өйрәтеп бөткәнһең икән.

Ә Гөлкәйе әсәһенә игеҙ һыңар кеүек оҡшаған! Ҙурая барған һайын оҡшашлыҡ арта бара — Мирзанур эй ҡыуана быға. Атаһына ҡош балаһы кеүек ҡанат елпеп ынтыла, сәпәкәй итеп ебәрә, ынйылай ғына һигеҙ бөртөк тешкенәһе бар бәпескенәһенең. Теше һуңыраҡ сыҡты инде.
— Әсәһенең йылы һөтөн имгән һымаҡ түгел шул. Шешә һөтө ни.
— Ярар, үҫер әле. Һуң сыҡҡан теш ишшеү ныҡ була ул.
Ҡатындарҙың һәр нәмәгә яуабы әҙер.
Ҡатындар, тиһең. Ирҙәр араһында ла ла өйрәтеүселәре, кәңәш биреүселәре, иптәштәре күп хәҙер Мирзанурҙың.
Кәләшенең генә йәш кенә көйө әрәм булыуы ҡыйын. Ҡыҙын, Мирзанурҙың үҙен ташлап китеүе былай ҙа яңғыҙ йәш ирҙең, йәш атаның иңдәренә көс еткеһеҙ ҡайғы, күңел ғазабы булып ятты. Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәндер уйҙарының осона сыға алмайса - үҙе генә белә. Иҙәндә тәгәрәп йөрөп, ҡыҙын уятып ҡуймайым, ҡурҡытып ҡуймайым, тип беләгенә тештәрен батырып, күпме төндәрҙә һығылып, тауышһыҙ илағандыр - үҙе генә белә. Беләгендә ҡарағусылланып уңалған эҙҙәр генә белә.
— Аҡ биләүҙәргә биләмәгендер үҙ әсәйем, теләктәр теләмәгәндер, бәхетле бул, тип.
Ҡапыл килеп кергән был йәмһеҙ уйҙы ҡыуып ебәрергә теләгәндәй, башын киҫкен генә һелкеп, сәстәрен бармаҡтары менән аралап, туҙғытып ҡуйҙы.
— Гөлкәйебеҙҙе бәхетле ҡыҙ бала итеп үҫтерермен, кеше итермен, Әлиәм.
Ҡыҙы йоҡлағас, ихатаһына сыҡты. Бында ла эш күп. Малы, ҡошо, баҡсаһы бар
— Ялҡауҙың ике ҡулын да тотормон, егәрленең бер ҡулын ғына тотормон, тип әйтер, ти бала. Һин, ҡәйнеш, давай, ялҡау исеме алып ҡуйма!
Мәғрифә еңгәһенең ошо һүҙе етте, Мирзанурға — донъяһына ла өлгөрә башланы шунан һуң. Башҡа ирҙәр кеүек эшкә генә сыға алмай әлегә.
— Декретың бөтмәгән бит әле, — тип мәрәкәләй дуҫтары. — Ҡала һиңә лә эш, ашыҡма.
Аҡ биләүҙәргә биләгән,
Бәхетле бул, тимәгән.
Аҡ биләүҙәргә...
— Һаумы, Мирзанур!
Түтәл утап ултырған Мирзанур башын ҡалҡытты. Ҡаршыһында медиктар сумкаһы тотоп, бер ҡатын тора. Фельдшер килгән, тиҙәр ине, ошо булалыр.
— Ҡалай бер юҡ йырҙы йырлап ултыраһың. Улай тигән һүҙ буламы? Йәшәүең үҙе бәхет түгелме ни?
Мирзануртороп баҫты ла аптыраулы ҡарашын йәшермәй ҡатынға төбәлде.
— Мине танымайһыңдыр һин. Мин шундуҡ таныным. Шул Мирзанур түгел микән, тип уйлағайным, шулһың икән. Миңең дә шул урынында.
Мирзанур һаман һүҙ ҡуша алмай был ҡатынға. Бирсәткәлер сисеп, түтәлгә ташланы ла салбарын ҡаҡҡыланы.
— Әйҙә, ҡыҙыңды күрһәт әле, патронажға сыҡтым бөгөн ауылға. Мине һеҙҙең ауылға ебәрҙеләр эшкә. Һуңғы йылда фельдшер тормай ул ауылда, тинеләр.
Ә ул йырыңды онот, Мирзанур. Беҙ, балалар йортоноҡолар, шулай йырлай башлаһа-а-ҡ....
— Балаларр йорто?.. Кем һин? Миң?.. Һи-и-ин!
— Эйе, Миңдинур мин. Беҙҙе Ике миң, ти торғайнылар тегендә, иҫеңдәме икән?
— Юҡ, онотҡанмын...
— Ә мин онота алманым, Мирзанур. Һине алып киткәс, илауым... Әрләп тә ҡаранылар, әүрәтеп тә... Бында килгәс, ҡағыҙҙарҙы ҡарап, өйрәнеп, тикшереп сыҡҡайным. Мирзанур тигән исем осраны. Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Тик ят фамилия. Барыбер һин булып сыҡтың. Һаумы, Мирзанур.
Миңдинур уң ҡулын һрндо. Ә ҡулдың һыртында бармаҡ баҫымындай ҡап - ҡара миң.
— Һаумы, Миңдинур.
Мирзанур ирекһеҙҙән миңде һаҡ ҡына һыйпап ҡуйҙы.
— Иҫемә төштөң, Миңдинур.
— Әйҙә, ҡыҙыңды күрһәт. Ҡарайым, консультация үткәрелде, тип яҙайым. Ә ул йырҙы йырлай күрмә, Мирзанур, ҡыҙыңдың бәхетен өркөтөрһөң.

 

Авторы: Таңһылыу Вәлиева

Автор:Ильяс Ҡасҡынов