Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ноябрь , 18:29

СӘСКӘМ

(Хикәйә)

СӘСКӘМ

Сәскәм
- Эйе, әсәй, Мәскәүҙәмен. Хәҙер осабыҙ. Юҡ, юҡ, ҡаршылап йөрөмә. Рәсми осрашыуҙан һуң үҙем ҡайтырмын, һалмаңды ғына бешереп ҡуйһаң. Ярай, шылтыратырмын.
Бер нисә сәғәттән ул өйҙә буласаҡ. Өйҙә. Һм. Был һүҙҙе әйтеүе түгел, уйлауы ла икенсе хатта. Күптән булғаны юҡ тыуған яҡтарҙа. Затлы костюмдағы урта йәштәрҙәге әфәнде самолет иллюминаторына ҡарап уйға ҡалды. Сит ерҙәрҙә солтан булып йөрөү еткәндер инде. Үҫтергән тыуған тупрағына рәхмәт йөҙөнән ҙур проект менән ҡайтып бара ул хәҙер. Әсәһе лә көтә. Өйләнергә ваҡыт, яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә, улым, ҡайт бында, тип йыш әйтә башланы һуңғы арала. Берҙән-бер улына башҡорт ҡыҙҙарын ҡоҙалап бер була. Эше буйынса Алыҫ Көнсығышта теркәлеп, Ҡытайҙа йәшәгән улы янына барыбер күсенмәне. Өфөлә ҡалды.
Өфө... Нисек ҡаршы алыр уны тыуған ҡалаһы? Ҡасандыр ҡасып тигәндәй сығып киткәнен ғәфү итерме? Ҡабул итерме? Ҡапыл хәтер төпкөлөндәге бер яҡты нур гөлп итеп ҡалды. Сәскә? Онотолмай, шул...
... Ул уны Сәскә тип йөрөттө. Филолог ҡыҙҙар, Эльмираның курсташ әхирәттәре, төҙәтеп бер була ине, Сәскә түгел, Сәскәм була, тип. Ә ул һаман да "Сәскә" тип кенә өндәште. Эйәлек ялғауын, был филологик терминды ул, техникум студенты, белә ине. Тик баштан-аяҡ балҡып торған ҡыҙҙы үҙенеке генә итеп өндәшергә ҡыйыулығы етмәне. Сәскә кеүек ине ул. Шаян, алсаҡ. Уның янында һәр ваҡыт кеше күп. Уны бөтәһе лә ярата, ул һәр береһенә матур һүҙ таба белә. Ҙур йәшкелт-һоро күҙҙәре кешеләргә яратып ҡарай. Көлөп ебәрһә инде, бар тирә-яҡ балҡый кеүек. Уға ҡарап йылмаймағандар һирәк. Егетте лә ул үҙенең яҡтылығы менән үҙгәртте, байытты.
Иң тәүҙә Ғәлимдең әсәһе аптыраны. Сығырылыш кисәһенән бирле шкафта элеүле торған костюмын алып кейгән улына һоҡланып торҙо ла: "Эй, костюм кейеп кенә йөрөй торған эштә эшләһәң ине ул, улым!"- тип ҡуйҙы. "Ҡайҙа инде, төҙөлөштә эшләйәсәкмен бит, әсәй!" - тип ҡул һелтәне техник-архитектор һөнәренә уҡып йөрөгән студент. Костюм кейеп ул Сәскә янына театрға ашыға ине. Юҡһа, үткәнендә джинсы менән кеды кейеп килгән егетте кире бороп алып ҡайтып киткәйне. "Театрға бындай ҡиәфәттә йөрөмәйҙәр!" - тине Сәскә.
Ул хыялланырға өйрәтте. "Нисек инде бер хыялың да юҡ?" тип аптыраны бер көндө. "Нууу..." тип һуҙҙы егет һәм ҡыҙҙың ҡапыл етдиләнеп китеүен абайлап: "Әсәйемде матур итеп ҡарағым килә. Ул мине яңғыҙы үҫтерҙе", - тип күңеленең иң төпкөлөндә ятҡан, әле хатта үҙенә үҙе әйтмәгән уйҙарын ярып һалды. Һуңынан уңайһыҙланып ҡына әйтелгән ошо ябай һүҙҙәр уның тормош маҡсатына әйләнде. "Исемең Ғәлим бит, тимәк, уҡырға тейешһең!" тине бит Сәскә лә.
Улар ҡапыл ғына айырылышты. Йәштәрсә, йүләрҙәрсә. Егет көнләште лә һаҡһыҙ һүҙҙәр әйтелде. Ҡыҙ үпкәләне лә ғәфү итмәне. Егет Сәскә янына ҡабат барманы, ҡыҙ башҡаса юлына сыҡманы. Береһе артыҡ тәкәббер, икенсеһе артыҡ ғорур ине. Һуңынан, Сәскә янында уралған башҡаларҙы күрмәҫ өсөн генә ситкә сығып китте. Бөтөн ярһыуын эшкә екте, егәрле, отҡор егетте күрҙеләр, үҫтерҙеләр. Уҡыны, Алыҫ Көнсығышта ҡытай телен дә өйрәнергә тура килде һәм бына ул хәҙер ниндәй: халыҡ-ара кимәлдәге сит ил компанияһы хеҙмәткәре, билдәле архитектор. Әсәһенә матур тормош, ҙур донъя күрһәтте. Йыл да сәйәхәт ойоштора, янына саҡырып ала. Ә Сәскә онотолманы. Ун биш йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә йөрәктәге уның урынын берәү ҙә яулай алманы.
...- Һеҙгә берәй нимә кәрәкмәйме?
Стюардесса башҡортса өндәшкәнгә Ғәлим тертләп китте тәүҙә.
- Осош алдынан телефондан әсәйегеҙ менән һөйләшкәнегеҙҙе ишеттем, - тип йылмайҙы ҡыҙ.
- Рәхмәт! Сәй, мөмкин булһа, һөтләп.
Туған телеңдә өндәшһәләр, ҡалай күңел күтәрелә икән дә! Хаҡлы әсәһе, башҡорт ҡыҙына өйләнер кәрәк.
***
Ғәлимде һәм уның делегацияһын аэропортта уҡ ҡаршы алдылар. Водитель менән инглиз телендә һөйләшкән йәш кенә тәржемәсе ҡыҙ килешеүҙәр алып барыласаҡ ҡунаҡханаға оҙатты. Алыҫ юлдан һуң бер аҙ ял итеп алғас, Ҡытай вәкилдәре кәңәшмә залына үтте. Бында уларҙы, ғәҙәттәгесә, олпат-олпат ағайҙар һәм журналистар ҡаршы алды. Ғәлим иң тәүҙә төп башҡорт архитекторы менән ҡуш ҡуллап күреште лә:
- Переводчик не нужен. Могу сам перевести моим китайским коллегам. Әгәр кәрәкһә, башҡортсанан да.
Ғәлимдең ошо һуңғы һүҙҙәре залдағыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Ах та ух килделәр, танышырға, белешергә ашыҡтылар. Белмәгәндәре лә вата-емерә башҡортса һүҙ ҡушырға тырышты. Уңарсы баяғы тәржемәсе ҡыҙ ҡыҫылды:
- Беҙ шулай ҙа ҡытай теленә тәржемәсе әҙерләгәйнек. Таныш булығыҙ - Йосопова Эльмира Риф ҡыҙы.
Был ваҡытта ниндәйҙер күренекле бер хужаның ҡулын ҡыҫып торған Ғәлим ҡатты ла ҡалды. Үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. Булыуы мөмкинме был хәлдең? Бер үк исем-фамилиялы, хатта атаһының исеме тап килгән тулы аҙаштар бармы Өфөлә? Үҙ хыялын үҙе өркөтөргә ҡурҡып, һаҡ ҡына әйләнеп баҫты. Был ул ине. Үҙгәргән, тағы ла матурайған, әммә һаман шулай уҡ балҡып торған филология факультеты студенткаһы Йосопова Эльмира. Сәскә.
"Йосопова? Тимәк, кейәүгә сыҡмаған? Ҡытай телен өйрәнгән? Ҡайҙан белгән?" Уйҙар йәшен тиҙлегендә береһен-береһе алмаштырҙы. Килешеүҙә ҡатнашыр өсөн Ғәлимгә барлыҡ ихтыяр көсөн тупларға тура килде. Башҡортостанға сәйәхәт ҡытайҙар өсөн формаль ғына булһа ла, инвесторҙар һәр ваҡ-төйәккә иғтибар итте. Ғәлим һынай йөрөй - Эльмира ярайһы шыма ғына һөйләшә. Эш башланыу менән күҙҙәре балҡып торған студент ҡыҙ юҡҡа сыҡты, тәржемәләүгә етди эшлекле ханым ҡушылды. Һөйләшеүҙәр артабан төҙөлөш барасаҡ майҙанда, һуңынан тағы бер нисә объектта дауам итте. Ғәлим тыуған ҡалаһын таныны ла, таныманы ла. Өфө үҙгәргән - халыҡ-ара саммитҡа ентекле әҙерләнгән. Ҡасандыр Эльмира менән етәкләшеп үткән һуҡмаҡтар юҡ, сөнки үҙәк өлөштә яңы биналар ҡалҡып сыҡҡан. Ҡытай делегацияһы ултырған миниавтобус бер объекттан икенсеһенә йүнәлгәндә Эльмира гид ролен дә үтәне. Ул әүәлгесә тиҙ арала һәр кемдең иғтибарын яулап алды ла: бер төркөм ҡыйбатлы костюмлы бизнесмендар уның бойороғо буйынса баштарын йә уңға, йә һулға борғолап, Өфө менән танышты.
***
- Һаумы.
- Һаумы.
Кис һуң ғына тәтене уларға был икәүҙән-икәү һөйләшеү. Ҡунаҡхана вестибюлендә башҡаларҙан айырылып тороп ҡалдылар.
- Бер ҙә үҙгәрмәгәнһең.
Шым ғына көлдө был һүҙҙәргә Эльмира һәм һорап ҡуйҙы:
- Ә минең ҡытай теле нисек?
- Яҡшы. Ҡайҙан өйрәндең?
- Университетта ҡытай телен өйрәтә башлағайнылар. Ҡытайға уҡырға барырға тәҡдим иттеләр, шулай итеп студенттарҙы алмашыу программаһына эләктем дә уҡып ҡайттым. Ә һин?
- Алыҫ Көнсығышта өйрәндем. Армия хеҙмәтен дә шунда үттем, уҡып сыҡтым. Кейәүгә сыҡманыңмы?
Эльмира был юлы ла шым ғына баш сайҡаны. Йәй төнөнөң йомшаҡ еле һаҡ ҡына ҡатындың сәстәренә ҡағылды, нәҙек биленә һарылды. Әммә елберләтеп уйнар бер тотам да сәс тапманы - толомдар шыма итеп таралып өҫкә өйөлгән; хатта төп-төҙ булып ҡатып ҡалған кәүҙәгә лә башҡаса ҡағылып иркәләнмәне ел.
- Эльмира. Ҡасандыр әйтмәгән һүҙҙе әйткем килә. Ғәфү ит... - тынлыҡты боҙҙо Ғәлим.
- Кәрәкмәй, ҡуй, һөйләмә артығын, Ғәлим. Үткән бөтәһе лә, елгә осҡан.
- Мин онотманым.
- Һуңдыр инде, Ғәлим. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.
- Бөгөнгө осрашыу бушҡа түгел бит. Был яҙмыш. Башҡортостанға ҡайтыу менән иң беренсе һине күрҙем.
- Осраҡлыҡ был. Беҙ бит инде икмәктең ҡырҡылған ике телеме, йәбештерер әмәл юҡ. Үҙең дә төҙөүсеһең бит, беләһең, иҫке өйҙөң бүрәнәһенән яңы йорт һалмайҙар.
Ул арала такси килеп туҡтаны һәм Эльмира машина салонына инеп сумды.
***
Артабан Эльмира менән Ғәлимдең араһы һалҡын ҡышҡы сыуаҡ көндө хәтерләтте. Ҡояш яҡтырта, ә үҙе һыуыҡ. Эльмира бер нисек тә үҙенә яҡын ебәрмәй, әйтерһең, шаршау менән ҡоролоп, бикләнеп алған. Башҡортостан тәржемәсеһе менән яңғыҙ ҡалып, бер-ике һүҙ менән булһа ла аралашып булмай. Әйткәндәй, штатта тәржемәсе ҡалдырыу ихтыяжын Ғәлим үҙе раҫланы. Ҡытайҙан килгән документтарҙы тәржемәләүҙе тулыһынса Эльмира Рифовнаға йөкмәне. Шулай рәсми өндәшергә тейеш ине ул хәҙер үҙенең тәүге мөхәббәтенә.

Ә бер көндө тәржемәсе Йосопова эшлекле ҡағыҙҙар араһынан ят бер яҙма тапты: "Иҫке өйҙөң нигеҙенә яңы йорт төҙөп ултыртып була. Иң мөһиме - нигеҙ ныҡлы булһын. Ә беҙҙең нигеҙгә һүҙ тейҙергеһеҙ. Ун биш йыл ваҡыт менән һыналған ул. Эльмира! Сыҡ миңә кейәүгә!"
Икенсе юлы иртәнсәк эшкә килгән тәржемәсе үҙенең өҫтәлендә ҡыҙыл епте ҡағыҙға йәбештереп эшләнгән сәскә һүрәте тапты. Ябай ғына ептән түгел ине ул. Ҡасандыр студент Эльмира сағыу ҡыҙыл төҫтә матур кофта алып кейгәйне. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда ниндәйҙер бер йәштәр концерты бара ине ул көндө. Бер заман Эльмира арттан кемдер кейеменән тартҡанға әйләнеп ҡараһа, ҡытай баҙарынан алынған кофта нимәгәлер эләгеп һүрелә башлаған. Һүрелгән ептең осо ҡайҙалыр кешеләр араһына инеп юғалған. Был тиклем уҫал шаяртыу кемдең эше икәнен асыҡлау өсөн дә, кофтаһы артабан һүрелмәһен өсөн дә Эльмира еп артынан китте. Бер аҙҙан ул ҡулына ҡыҙыл ептән йомғаҡ йомарлаған ҡаҡса ғына егет менән ҡапма-ҡаршы осрашты. Еп уның куртка еңендәге замокҡа эләгеп һүрелеп киткән икән дә, егет, епте хужаһына тапшырмаҡ булып, йомарлап кире киткән. Шулай танышҡайны Эльмира менән Ғәлим. Һүрәттәге сәскә тап шул йомғаҡтан эшләнгәйне. Оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы Эльмира һоҡланғыс ҡул эшенә. Ул саҡта ҡыҙыл йомғаҡты бер ниндәй артыҡ уй уйламай шаяра-көлә Ғәлимгә тотторғайны. Хәҙер иһә, ҡытай телен, мәҙәниәтен өйрәнгәс, белә - ҡыҙыл еп көнсығыш фәләсәфәһендә яҙмыш символы һәм күп кенә йәш парҙар туйҙа ҡыҙыл еп менән бер-береһен бәйләй. "Һин беләһең, - тиелгән ине һүрәттең аҫтындағы яҙыуҙа, - легенда буйынса, ике ғашиҡтың никах сәғәте һуҡһа, Юэлао ҡарт епте тарта башлай. Егет менән ҡыҙҙы бер-береһенә бәйләп торған ҡыҙыл еп ҡыҫҡара бара һәм улар осраша. Ғашиҡтарға ваҡыт та, аралар алыҫлығы ла кәртә була алмай. Беҙҙең ептәр ҙә ҡыҫҡарҙы, Эльмира, беҙ яңынан осраштыҡ. Бергә булайыҡ, өйләнешәйек!"
Был бәләкәй генә романтик бүләктәрҙең эффекты тап киреһенсә килеп сыҡты. Эльмира үҙенең ҡабырсағына тағы ла нығыраҡ бикләнде. Ул Ғәлимде ҡыйыуһыҙыраҡ, бер ҡатлыраҡ ихлас йәш егет итеп иҫләй ине. Ҡытай менән Башҡортостан берлектә төҙөгән ҙур проекттың етәксеһе булған Ғәлим Халиҡов иһә бөтөнләй икенсе кеше кеүек. Ул билдәле архитектор, оҫта етәксе һәм ойоштороусы, һәр ваҡыт етди, хеҙмәткәрҙәре менән тыйнаҡ, эш урынында йыйнаҡ. Һыуыҡ ҡатыҡҡа ла өрөп өйрәнгән Эльмираны бындай Ғәлим бер аҙ өркөттө лә, шул уҡ ваҡытта ылыҡтырҙы, магнит кеүек үҙенә тартты. Икеле хистәр ҡамауында ҡалған Эльмира офис коридорҙарына сыҡманы, күренмәне. Иртән килә, кис ҡайта, уныһында ла ҡабалан-ҡарһалан йүгерә-атлай ресепшн янынан үтеп китә лә бүлмәһенә барып еткәнсе туфли үксәләре йөрәге менән бергә туҡ-туҡ килеп секундтар һанай.
Бер мәл Эльмира ҡапыл ғына Ғәлимдән бәләкәй генә иғтибар билдәләре алыуҙан туҡтаны. Тәүҙә, онотҡандыр, тине, ваҡыт юҡтыр, тип аҡланы. Әммә ике, өс көн үтте, аҙна булды. Етенсе ҡатта кабинет биләгән Ғәлим менән өсөнсө ҡатта эшләгән Эльмира бөтөнләй осрашмай башланы. Көндәрҙең йәме китте. Билдәһеҙлектә икенсе йома етте. Эш сәғәте тамамланыуға Эльмира кәйефһеҙ генә йыйынып, ҡайтыуға ыңғайланы. Һуңынан, ҡапыл ниҙер онотоп ҡалған кешеләй, кинәт боролоп кире лифтҡа ташланды, ингәс тә проект етәкселәре биләгән 7-се ҡат төймәһенә баҫты. Башын эйеп уйланып торған ҡыҙ үҙенең кабинеты урынлашҡан 3-сө ҡатта ҡапыл ғына лифт туҡтағас, ҡанға һеңгән ғәҙәт буйынса сығырға ынтылды. Шул саҡ кабинаға килеп ингән затлы костюмлы берәү уны эләктереп алды, кире әйҙәне. Башын күтәреп ҡарамаһа ла, кем икән Эльмира белә ине. Улар тағы осрашты. Осраҡлыҡмы, яҙмышмы? Был минутта лифт кабинаһында ғына түгел, тотош донъяла башҡа берәү ҙә юҡ һымаҡ ине ғашиҡтар өсөн.
- Мин һине эҙләгәйнем, - тине Ғәлим.
- Мин дә түҙмәнем, һине эҙләп кире боролдом, - тине Эльмира.

Бер нисә йылдан Өфө үҙәгендә ҡалҡып сыҡҡан бизнес-үҙәк асыу тантанаһына килгән Ҡытай вәкилдәре башҡорт туйында ҡатнашты. Кейәү егете яғынан килгән ҡоҙалар, тип, уларға ла бүләк яптылар, туй ҡотон тараттылар. Аралашыу, аңлашыу ҡыйынлыҡ тыуҙырманы - кейәү менән кәләш тәржемә итеп торҙо. Хәйер, бәхеткә тәржемә кәрәкме инде. Көнсығыш ҡояшылай балҡыған Ғәлимгә ҡараһаң, бөтәһе лә аңлашылып тора ине. Оҙаҡ, бик оҙаҡ көтөп алды ул туй көнөн. Уға Эльмираны өр-яңынан яуларға, үҙен 18-19 йәшлек ярһыу егет түгел, хистәрен йүгәнләп, аҡылға буйһондора белгән ир итеп иҫбатларға, ышандырырға тура килде. Бына шундай ҡәҙерле ул уның сәскәһе.
Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә, ҡытайҙар башҡорт көйөнә бейегән саҡта, кейәү кәләштең ҡолағына эйелде:
- Сәскәм!..

 

Автор: Гөлсимә Иштанова-Алламоратова

Автор:Ильяс Ҡасҡынов