Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Октябрь 2021, 11:52

ТАТЛЫ ҒАЗАП

(ХИКӘЙӘ)

ТАТЛЫ ҒАЗАП
ТАТЛЫ ҒАЗАП

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
ТАТЛЫ ҒАЗАП
Хикәйә


Кәмәлә йөҙөргә өйрәндем быйыл. Хәтәр генә ул, ысын. Төбө күренмәгән тәрән йылға ҡосағына инеп китәһең дә, онотолаһың. Юҡ, юҡ, ҡурҡыныс түгел. Киреһенсә, бер ваҡытта ла кисермәгән рәхәтлек тойҙом. Һыу тынысландыра икән. Ер менән күк тоташҡан урын ҡайҙа тиһәләр, уйламайса яуап бирә алам: кәмәлә. Эйе, ҡыҙыҡ яуап. Әммә дөрөҫ. Тып-тын йылға уртаһына уңға-һулға ҡайырылған кәмә эсендә ағып килгәндә, йөрәгемде телгеләгән уйҙарымдан ҡотолдом. Тәүге тапҡыр йөрәк тибешемде ишеттем. Тек-тек-тек… тормош ауырлыҡтарын ғорур үттек, бәхетле көндәргә килеп еттек, тигәнде генә ишеттем дә, бөгәрләнгән кәүҙәмде кәмәгә һуҙып һалып, зәңгәр күккә ҡарап, үткәндәремде, кисергәндәремде болоттар ағымына өрҙөм…

***
…– Әйҙә, был ялға беҙгә ҡайтабыҙ! Тыуған көнөмдө үткәрербеҙ. Клубҡа сығырбыҙ! Беләһеңме, беҙҙең ауыл йәштәре нисек күңеллеләр!
– Мин риза. Тик алдан әйтәм, мине егеттәр менән таныштырма, йәме!
– Ярар һуң… Нишләп ундай бошоҡ ҡыҙ алып ҡайттың, тиерҙәр инде. Хәл юҡ, һинән башҡа яҡын әхирәтем булмағас, ҡалайтайым? Түҙәм инде.
Һылыу менән Һандуғас дүрт йыл инде Сибайҙа медицина училищеһында уҡыйҙар. Сығыштары менән бер райондан булһалар ҙа, ауылдары икеһенеке ике яҡта. Һылыу – Үҙәндән, Һандуғас – Бәхтиәрҙән. Ҡыҙҙарҙың исемдәре генә бер яңғыраш түгел, үҙҙәре лә оҡшаш. Моңло тауыштары менән бар училищены хайран иткән һылыуҙар. Ҡала, республика конкурстарында ла бергәләшеп йырлап, алдынғы урынды алып йөрөйҙәр. Уҡыуҙа ла, практикала ла, тырыштар. Бүтән курсташтарын көнләштереп, араларынан сер сығарғандары ла юҡ.
Тәбиғәттең алтынға төрөнгән мәле. Ҡайҙа тотонһаң да, ошо алтын һиңә йоғолоп ҡалыр төҫлө. Тик бик һирәктәргә генә килешә шул һары буяу… Һағыш төҫө булғанғалырмы?
Һандуғас – төҫкә ҡарасорнай сибәр. Күҙҙәре лә тулышып бешкән муйылдай. Биленән аҫҡа төшөп торған ҡара сәсе лә йөҙөн тағы ҡарайтмайыраҡ, нурландыра ғына һымаҡ. Килешле генә итеп кейенеүенә һоҡланып туйғыһыҙ. Был юлы алтын көҙ көнләшер ялтыр һары плащын һайлап кейҙе Һандуғас. Һары шәлдәренең суҡтарын ергә һәлендереп ябынған ҡайындар, был һомғол сибәркәйҙе шәйләп, ауыҙҙарын асып, һуштан яҙғанмы ни, урман тыныс. Йәшел йәйҙә һайрашып туймаған ҡоштар сутылдауы ла ишетелмәй. Кем белә, бәлки улар ҙа йәшлектәре бөркөгән ҡыҙҙарҙы өркөтөп ҡуймайыҡ, тип ҡатып ҡалғандыр?!
Һылыуҙарҙың өйөнә урман һуҡмағы аша ҡайтты ҡыҙҙар, шулай турараҡ. Автобус ауыл эсенә инеп тормай, үрге оста ғына халыҡты төшөрә лә, ҡайырылып кире әйләнә. Кеткелдәшеп, сөкөрҙәшеп йүгерә атлай килгән ҡыҙҙарҙы Һылыуҙың әсәһе Фәриҙә апай ҡапҡа тышынан ҡаршыланы.
– Эй, балаҡайҙар! Ауылға йәм биреп ҡайтып килә бит улар!
– Һаумы, әсәкәйем!
– Һауғынаһығыҙмы, Фәриҙә апай!
– Һаубыҙ, балаҡайҙар! Дүрт йыл буйы, ана алып ҡайтам, бына алып ҡайтам, тигән Һандуғасты ла күрергә насип булды, – тип Фәриҙә апай Һандуғастың ҡулын тағы бер ҡыҫып, уға ентекләберәк ҡараны.
– Әйҙә, тура өйгә инәбеҙ. Һылыуҙың атайы ла хәҙер ҡайтып етер. Уға тиклем сәй эсеп, мунса инеп алырһығыҙ иркенләп.
Ҡыҙҙар тағы бер-береһенә йылмайышып ҡарашты ла, тап-таҙа итеп йыуылған, әле кибеп өлгөрмәгән тупһаның һап-һары иҙәненә баҫырға ҡыймай, аяҡ кейемдәрен систе.
– Әсәй, мин ялға ял итергә түгел, һине ял иттерергә ҡайтам. Иҙән йыуыуҙы исмаһам, миңә ҡалдырһаңсы, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Һылыу.
Фәриҙә апай өндәшмәне, ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө генә. Һылыу ғаиләлә кесе бала. Раушан ағаһы бар. Ағай кеше әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтты ла, бына икенсе йыл инде ауылда бригадир ярҙамсыһы булып эшләй. Ата-әсәһе ҡалаға, уҡырға китергә өгөтләй, тик Раушан ҡыбырламай. Ошондай тормошо менән риза булып йәшәп тик ята. Хәбәрҙәрен ярышып һөйләп, Фәриҙә апайҙың әҙерләгән тәм-томдары менән оҙаҡ итеп сәй эстеләр. Һөйләшкән арала, Һылыу әсәһенән ағаһын да һораштырғыланы. Ләкин әсәһе, уның шул инде, һәр ваҡыттағыса, тигән яуаптан ары китмәне. Мунса кергәндә, Һандуғас әхирәтенән тағы һораша ҡуйҙы:
– Бер ҙә, ағайым, тип һөйләгәнең юҡ ине. Кем ул, ҡайҙа эшләй, ғаиләлеме?
Һылыу бер аҙ өнһөҙ ҡалды. Шунан әхирәтенең һораулы ҡарашына:
– Алдан уҡ әйтеп ҡуям, Раушанға ғашиҡ була күрмә! Бына хәҙер беҙ мунсанан сығыуға, өйҙә буласаҡ, ә һин уға әйләнеп тә ҡарама, йәме. Ярамай.
– Ҡыҙыҡ. Ә ниңә?
– Ағайым ныҡ сибәр, һәйбәт, аҡыллы егет. Артынан илап, яратып йөрөүсе ҡыҙҙар ҙа бар. Тик ул берәүгә лә ҡарамай.
– Ништәп?
– Хәҙер әйтәсәк һүҙемде ысынға алмай, көлһәң, үпкәләйем.
– Көлмәм инде, улай янағас.
– Күрше ауылдан Милә исемле ҡатын арбаған уны. Миләнең ғаиләһе, балалары бар. Ире менән йәшәй. Раушан унан башҡа бер кемде күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә. Бына шулай харап булған әҙәм ул…
“Ҡыҙыҡ икән. Әкиәттәрҙә генә арбайҙар, сихырлайҙар, тормошта улай буламы икән ни? Ыста. Буш хәбәр икән, ти”, – Һандуғас был буталсыҡ уйҙарын әхирәтенә өндәшмәне.
– Хыянат менән Мөхәббәт һүҙгә килешкән бер заман. Хыянат Мөхәббәтте үтә ышаныусан, үтә лә ғазаплыһың, тип ғәйепләй икән. Ә Мөхәббәт, тегеһен алдаҡсынан һалдыра, ти. Һуғышыр сиккә еткән былар. Улар янынан үтеп барған Ир Кеше, быларҙы айырам тип, оҙаҡ уйлап тормай, икәүһен дә бер юлы йылғаға ырғытҡан да киткән. Ағын һыуҙан Мөхәббәт менән Хыянат бергә ҡушылып, бер-береһенә сырмалып килеп сыҡҡан да, Сихырға әйләнгән, ти. Тап шул мәлдә былар янынан Ҡатын Кеше үтеп барған. Һыуҙан өшөп сыҡҡан Сихыр, йылыныр өсөн һиҙҙермәй генә Ҡатын йөрәгенә ингән дә ятҡан, тип һөйләй торғайны өләсәйем. Шунан башлап, ҡатын-ҡыҙ мөхәббәтте еңә алмаһа, Сихырҙы эшкә егә икән, – тип, Һылыу ауыр көрһөндө лә, сикәһенән әллә эҫелә бүленеп сыҡҡан тирен, әллә күҙ йәшен һөртөп ҡуйҙы. Һандуғас, әкиәт тыңлап кинәнгән балалай, йылмайып ҡына алды. Эштең ниҙә икәнлеген төшөнөп етмәй шул әле бахырҡай.
Ҡыҙҙар мунсанан сығыуға, Һылыуҙың атаһы, ағаһы өйҙә ине. Улар менән күрешкәнмәлдә, Һандуғас тертләп ҡуйҙы. Раушан иҫ китмәле сибәр икән! Ә күҙәһе! Олпат ҡына түгел, баһадир! Һылыу күҙҙәре ялтырап киткән әхирәтен етәкләй һалып, бүлмәгә тартып индерҙе:
– Ағайыма ғашиҡ булмайһың, ишетһен ҡолағың!
– Абау, һин көнләшәһең дә!
– Юҡ, көнләшмәйем. Я-ра-май!
Һандуғастың баштарынан әллә ниндәй уйҙар йүгереп үтте. Ҡыҙ уларҙың береһен генә тотоп, ҡысҡырып әйтеп өлгөрҙө:
– Эх, ошо егеттән бер генә малай тапһам, ғүмер буйы яңғыҙ йәшәһәм дә риза булыр инем!
Һылыу ҡурҡып китте:
– Йүләр!
Үҙен тиҙ генә тәртипкә килтерҙе лә, Һандуғас аш бүлмәһенә ярҙамлашырға сыҡты. Һылыуҙың тыуған көнөнә тип табын әҙерләйҙәр. Раушан менән танышыу шатлығы ҡунаҡ ҡыҙҙың эсенә һыймай, эмоцияларын тотор өсөн ул йылмайып тик йөрөй. Һылыу бер нисә тапҡыр уға ныҡ текәлеп ҡараны. Ләкин ундай ҡараш, йәки “ярамай” һүҙе генә уны туҡтата алмаҫы көн кеүек асыҡ. Һандуғас тәү күреүҙән ғашиҡ булды! Тыуған көн табыны ҡәҙимге генә күңелле үтте. Һылыуҙың атаһы менән әсәһе йәштәрҙең үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырып, туғандарына китте. Раушан да әллә ҡайҙа сығып юғалды. Һылыуҙың класташтары Һандуғасты үҙҙәренекеләй яҡын күреп, ауылса ябай аралаштылар. Тик Һандуғас ҡына уларға шатланманы. Ул уйҙары менән Раушан янында ине. Ә Раушандың кем янында булыуы Һандуғасты борсомай ҙа… …Хәтирәләремдең ошо урынына етһәм, бөгөн дә әллә ниндәй ҡурҡыуға һиҫкәнеп ҡуям. Үтә лә сибәр егет янында йәненә үтеп инергә әҙер торған ҡыҙҙы һиҙмәй буламы икән инде? Әллә баяғы сихыр, арбау тигәндәре ысынлап та көс микән?..

***
Ел, ил гиҙгән мәлендә, матур бер Сәскә күреп, ғашиҡ була. “Үҙемдең бар көсөм менән уны яратһам, моғайын ул да миңә шундай уҡ һөйөү менән яуап бирер”, тип уйлаған да, Сәскәгә барлыҡ көсөн өргән. Әммә Сәскә бындай ялҡынлы дәртте тейешенсә ҡабул итә алмай, һына ла ҡуя. Ел уны күтәреп тә ҡарай, тик Сәскә терелмәй, күҙ алдында ғына һулый. Бындай ахыр көтмәгән Ел бик ҡайғыра, ажғыра, тик барыбер үҙенең ғәйебен аңламай, ти…
– Мин бит һиңә һөйөүемде генә иҫбат итәйем тигәйнем, ә һин һындың да ҡуйҙың. Тимәк, яратмағанһың инде, – тип илай икән...
Был бүлектәге һүҙ ошо юҫыҡта булыр. Һөйөү… Мөхәббәт… Хоҙай был тойғоно биргәс, әҙәм кисерергә тейештер. Нисек кисереүе һәр кемдең үҙенән тора.
Ни ғәләмәттән, Һандуғастың теленән сыҡҡан һәр һүҙ ысынбарлыҡҡа әүерелергә генә тора. Әле лә, күҙе алдына Раушанды баҫтырғайны, уныһы тып итеп килде лә инде.
– Һылыу, минең башым ауыртып тора. Клубҡа сығып тормам, йәме…
Һылыу әхирәтенең хәйләһен тиҙ аңланы. Шуға ҡаршылашып торманы. Ә Һандуғас, “ауыртҡан” башын онота һалып, Раушан янына, төпкө бүлмәгә үтте.
– Һеҙҙә ҡунаҡты шулай һыйлайҙармы ни? Тамағым кипте, сәй ҙә яһап биреүсе юҡсы, – тип хәйләкәр йылмайып, ҡыҙ егет янына килеп ултырҙы.
Раушан, аптырап, Һандуғасты тәү күргәндәй ҡараны ла:
– Баяғыла һеңлемә әйткән һүҙҙәреңде ысынлап әйттеңме? – тип һораны.
– Биллаһи, ысын!
– Улайһа, әйҙә, мин һиңә Улаҡ буйын күрһәтәм. Ыңғайында үҙем тураһында ла һөйләрмен. Тиҙ үк кире уйларһың, – тип ул һалҡын ҡараш ташланы ла, Һандуғасты етәкләп, сығып китте.
Улаҡ буйҙары… Ҡайындарының һомғоллоғона ҡыҙҙар көнләшер. Толомдарын ҡашмау аҫтына йәшереп, бейергә төшкән һылыуҙар! Талғын ел ыңғайына улай-былай бөгөлөп, күңелде иҙрәтә. Төн булыуына ҡарамаҫтан, был сихрилыҡ үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Һине үҙ ҡосағына алып, иркәләргә тартынмай. Раушан үҙенең икенсе ҡатынға булған мөхәббәтен һөйләй, ә Һандуғас уның һәр һүҙе һайын уға тағы, тағы ғашиҡ була. Был шулай аталамы икән?! Әллә Раушанда булған сихыр Һандуғасҡа күсә барамы?..
Теүәл бер йылдан Раушан менән Һандуғас өйләнеште. Ҙурҙан өй һалып сыҡтылар. Дәрте ташып торған Һандуғас тормошоноң һауаһын күкрәген тултырып һуланы. Раушандың бер алдына, бер артына сыҡты. Уның сибәрлегенә һоҡланып туйманы. Бары уның янына ҡайтыуына бәхетле була алды. Эштән бик һуңлап ҡайтһа ла түҙҙе, артыҡ һүҙ ысҡындырманы. Сөнки һуңлауының исеме Милә икәнен асыҡ белә.
Өйләнешеп йәшәй башлағанда уҡ ир ҡатынына бер нәмә лә вәғәҙә итмәне. Хатта “яратам” тигәне лә булманы. Ғәҙәтенсә һүлпән ҡарашы менән йәшәүен дауам итте.
Шулай йәшәп ятҡанда, Һандуғас балаға уҙҙы. Бына хәҙер улы тыуһа, донъялар түңәрәкләнер төҫлө була башланы ҡатынға. Ысынлап та, әгәр Раушанына оҡшаған бала тыуһа, бәлки ул быларға ғына әүрәп ултырыр? Милә онотолор?! Үкенескә күрә, үрҙәге хәҡиҡәттәге кеүек, Елдең генә һөйөүе Мөхәббәт тыуҙырмай икән шул…
Был кистә Раушандың кәйефе ҡәҙимгенән былайыраҡ ҡырылып ҡайтҡайны. Үҙе илай, үҙе ҡысҡырып һөйләнә:
– Һандуғас, һин нишләп үҙеңде шул тиклем яратмайһың? Нишләп мине түҙәһең? Яратмағанды күрәһең, беләһең дә инде!
Һандуғас яғымлы, хәстәрле тауыш менән уны тынысландырырға итә:
– Бөтәһе лә яҡшы булыр, борсолма. Бына улыбыҙ ғына тыуыр, онотолорһоң. Әйҙә, урыныңа кереп ят, арығанһың…
– Арыным шул, арыным! Тик эштән түгел, ике арала янып! Уны яратам, ә һине йәлләйем! Нишләп кенә минең муйынға һырылдың? Оноттора алманың бит Миләмде! Бар, сығып кит бынан, күргем дә килмәй һине! – тип ишек яғына ҡатынын этте Раушан…
…Иҫенә килгәнендә, Һандуғас больница карауатында ине. Ауыры төшкән, үҙе саҡ иҫән ҡалған. Атаһы менән әсәһе, уны ҡарауыллап ултырып, һауыҡҡас та үҙҙәренә алып ҡайтып киттеләр. Бер ни тиклем ваҡыт үтеп, Һандуғас тыныслана ғына башлағас, уның алдына Раушан килеп теҙләнде. Ғәфү үтенде. Әммә ғәфү үтенеүҙән генә яралар бөтәшһә ине ул! Бөтөрөндө Һандуғас. Раушандың үҙгәреп китеүенә ышанды.
– Миңә оҡшаған ғына ул табып бир миңә, – ти бит, күҙҙәре йәшкәҙәп.
Атаһы менән әсәһе өйҙә юҡ саҡта, әйберҙәрен төйнәп, кире өйөнә ҡайтты ҡатын. Бер йылдан Раушан менән Һандуғастың көтөп алған улдары тыуҙы. Ришат тип исем ҡуштылар. Сабый ысынлап та атаһына ныҡ оҡшағайны. Йылғыр ҙур күҙҙәре, бит төҙөлөшө бары менән Раушан инде! Һандуғас балаһын һөйөп туйманы. Йырлап йоҡлатыр, йырлап әүрәтер булды. Ирен тағы ла нығыраҡ ярата башлағандай ине. Ниһайәт, бәхет ҡошо беҙҙең ғаилә ҡапҡаһына ҡунды, тип һөйөндө уйҙарында. Әммә…
Һалҡын ҡышта Раушан өс көнгә ләм-мим юғалды. Ҡайҙа икәнен белгәс, Һандуғасы өнһөҙ генә уны көттө. Дүртенсе кистә Раушан һуңлап ҡына ҡайтып инде. Һаман да шул бер балыҡ башын сәйнәп ҡысҡырынды ла, ишекте тибеп асып, кире сығып китте. Ишек алдында ла тынмай, һаман һөрәнләүен белде:
– Һин – шайтан! Балаң да шайтан һинең! Ҡотолам мин һеҙҙән хәҙер!
Ришатын йоҡларға һалып йөрөгәндә, Һандуғас ҡапыл ут ялпылдап янғанын һиҙеп ҡалды. Абау, балаһы менән ҡатынын аямай, өйгә ут тоҡандырған бит Раушан.
Эскүлдәктә генә, ҡулына сабыйын ҡосоп, сәсенең һәр бөртөгөнөң ағарғанын да күрә алмай, йорттарының сарт-сорт янып бөткәнен ҡоро һын булып күҙәтте Һандуғас. Был ялҡында уларҙың ғаилә ояһы ғына түгел, ә уның йөрәгендәге һөйөүе лә янып, көлгә әйләнгәйне шикелле. Ул мәлдә Раушандың да ажғырып аҡырынған тауышы туҡталды. Бисараҡай, ҡапҡа терәүенә һырынып ҡына сүккән. Күҙҙәре лә һүнеп ҡалған… Уның йөрәге ярылып, йән биргәнен һуңынан ғына белделәр…

***
Тып-тын йылға уртаһына уңға-һулға ҡайырылған кәмә эсендә һуҙылып ятып, яңғыҙлығымдың, тыныслығымдың ниндәй ҡиммәткә төшкәненә тағы бер төшөндөм. Тотоноп эшләр эшем, ҡайтып ятыр урындығым иркен. Юҡ-юҡ, үтә яңғыҙ түгелмен: улым, киленем, ейәнсәрем бар, шөкөр. Үткәндәрем, кисергәндәрем арҡылы йыйыған аҡылым бар минең: теләктәрҙе – теләп, уйҙарҙы – уйлап, хыялдарҙы – хыялланып ҡына ҡысҡырып әйтергә икән. Уларҙың барыһы ла тормошҡа ашыусан. Ваҡыт ҡына кәрәк.

 

Хикәйә авторы: Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: