Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Сентябрь 2021, 15:54

БЕҘҘӘН ҺЕҘГӘ НИ КӘРӘК?

(хикәйә)

БЕҘҘӘН ҺЕҘГӘ НИ КӘРӘК?
БЕҘҘӘН ҺЕҘГӘ НИ КӘРӘК?

Фәрит, өйгә инеү менән, кесе ҡыҙын күтәреп, яратып алды.
– Йә, әсәһе, бөгөн беҙҙең ниндәй уңыштар бар? – тине ул кухняла шым ғына бешеренгән ҡатыны Зәлифәгә ҡарап.
– Бөтәһе лә элеккесә, – тине хужабикә, әллә ҡыуанып, әллә борсолоп.
Киске ашҡа ултырҙылар. Аш араһында Фәрит кеҫә телефонынан эшенә шылтыратырға ла, уға шылтыратҡан ярҙамсыһына күрһәтмә бирергә лә өлгөрҙө. Ҡатынының аптыранған ҡарашын күреп, уңайһыҙланды һәм телефонын смиткәрәк алып ҡуйҙы.
– Тимәк, бөтәһе лә элеккесә, – тине ул һуҙып ҡына. – Ә Гөлсәсәктең ниндәй хәлдә
икәнлеген теге малайҙың ата-әсәһе беләме икән?
– Мин уны ҡайҙан беләйем, – тип аптыранды ҡатыны. – Атаһына әйтеүенә,
мәҫәлән, мин шикләнәм.
– Гөлсәсәкте саҡыр, – тине атай кеше. – Үҙе өйҙәме әле?
– Өйҙә булмай, ҡайҙа барһын? Мин уға сығырға рөхсәт итмәйем хәҙер.

Ҡыҙҙары урындағы педагогия институтының беренсе курсына быйыл ғына уҡырға
инде. Фәрит уның эргәһендә былтырҙан бирле күренгән егетте иҫенә төшөрҙө.
Хәйер, егет тиһәң, хәтере ҡалыр, шунда бер күҙгә күренмәҫлек кенә бер малай инде.
Үҙе Гөлсәсәктән тәпәшерәк түгелме икән әле? Уф, шул малай хәҙер ошонда аяҡ
аҫтында буталып йөрөрмө инде? Фәрит үҙе ҙур ғына төҙөлөш ойошмаһының
етәксеһе, былтыр ғына өй төҙөп керҙе, бында дүртәү йәшәйҙәр. Теге малай ғына
һыйыр ҙа ул, атаһы иркәләп, ҡыҙына ҡараны.
– Йә, ҡыҙым, һин беҙҙе шатландырырға булдың инде?
Ҡыҙыҡай ҡыҙарынды, әсәһе:
– Күршеләге Мәрйәм апай, анау малай йышланы, һеҙ эшкә китеү менән, кереп
бата, тип әйткәйне инде, мин иғтибар итмәгән булғайным. Үҙе лә өндәшмәй йөрөгән,
ике ай үтеп тә киткән, – тине.
– Ә теге малайҙың ғаилә хәле нисегерәк һуң? – тип һораны Фәрит.
– Промзонала ике бүлмәле ятаҡта йәшәйҙәр. Дүрт малайҙары бар, Фаил – икенсеһе.
– Өйләнмәгән ағаһы, мәктәптә уҡыған ҡустылары бар, – тине Зәлифә.
– Үҙе ҡайҙа уҡый? – тип ҡыҙыҡһынды Фәрит.
– Лицейҙа сварщик һөнәре ала, – тине Гөлсәсәк.
– Атаһы ҡайҙа эшләй? – тип һораны Фәрит ипле генә.
– Автобазала шофер булып эшләгән, Фаил әйтә, хәҙер төнгө директор итеп күсерҙеләр, ти.
Аңлашылды, тимәк, ҡарауылсы булып эшләй. Әсәһе лә шунда эшләйҙер, моғайын, күп булһа, иҙән йыуалыр.
– Фаил ата-әсәһенә әйткәнме? – тип төпсөндө Фәрит.
– Бөгөн әйтәсәк һәм өйләнергә рөхсәт һораясаҡ, – тине ҡыҙы башын аҫҡа эйеп.
Быныһы ла шәп, тимәк, әйтмәгән һәм әйтмәйәсәк.
– Ярай, ҡыҙым, – тине атаһы, ҡыҙын арҡаһынан һөйөп алды. – Фаил бөгөн киләме?
– Ул бында, ҡапҡа алдында ултыра, – тине ҡыҙ.
– Шулаймы? Бигерәк шәп! Саҡыр әле бында үҙен, керһен, күрәйек, танышайыҡ, һөйләшәйек, – тине Фәрит.
Йорт хужаһы өҫтәл артына тағы бер ултырғыс килтереп ултырты. Ул арала булмай, Гөлсәсәк менән Фаил керҙе. Ябай ғына кейенгән ҡала малайы. Өҫтәндә арзанлы кейем, аяғында – ике төрлө ойоҡ, йыуылыуға мохтаж джинсы.
– Йә, Фаил улым, ултыр әле, һөйләшәйек, – тине Фәрит, мөмкин тиклем
мөләйемерәк булырға тырышып.
– Аш һыуына, тәүҙә ашап алайыҡ, – тип ҡыҫылды Зәлифә. Ашап бөттөләр. Фәрит, һиңә нимә тип әйтергә икән, тигән ҡиәфәт менән малайға байтаҡ ҡына ҡарап торҙо.
– Атайың менән әсәйең иртәгә беҙгә кис килә аламы, – тине ҡапыл. – Үҙең дә кил, – тине Фәрит тыныс ҡына.
Малай башын күтәрҙе:
– Мин иртәгә килә алмайым. Мин эшкә барам.
– Эшкә? – Фәрит ғәжәпләнде. – Ә ҡайҙа эшләйһең?
– Атайым эшләгән автобазала мойка бар, шунда төнгөлөккә эшкә саҡырҙылар.
Иртәгә беренсе көн сығам, – тине малай, тауышына олпатлыҡ, хатта ғорурлыҡ төҫө биреп.
Фәриткә яуап оҡшаны. Ә, теге, атайың төнгө директор булып эшләгән базалағы мойкамы? – тип һорарға уйлағайны, кәрәкмәй, быныһы артыҡ, оҡшатмай ҡуйыр, тип өндәшмәне.
Йома киске етелә ошонда осрашырға һөйләштеләр.
***
Йома көн килеп етте, киске етеләргә Фәрит ҡайтып өлгөрмәне, саҡ ҡына һуңланы. Ул ҡайтҡанда Фаил әсәһе, атаһы менән залдағы киң, ҙур күн диванда бер-береһенә һыйынышып ултыралар ине. Күрешеп-танышып сыҡтылар, атаһы шаҡтай өлкән кеше, әсәһе – йәшерәк. Үҙҙәренең улдары менән бында ни өсөн саҡырылыуҙарын әле булһа белмәүҙәре асыҡланды. Хәбәрҙе ишеткәс, әсәһе аһ итте, улына бер төртөп
алды. Атаһы:
– Ә мин һиңә әйттем бит, әйттем бит, был малай юҡтан йөрөмәй, бер нәмә сығара, тип әйттем бит, – тине, тороп китергә самалағайны, әсәһе туҡтатты.
– Бына шуға саҡырғайныҡ беҙ һеҙҙе, – тине Фәрит, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй. – Һеҙҙе белмәйҙер, тип уйлағайным, хаталанмағанмын. Гөлсәсәк институтта уҡый, Фаил – лицейҙа. Беҙгә бер сараһын күрмәйенсә, булмаҫ.
– Нимәһен күрәһең, – Фаилдың атаһы урынынан тороп, тәҙрә эргәһенә үк барып баҫты, – беҙҙең ике бүлмә, 22 квадрат метр. – Шул ыңғай Фәриттең йортоноң 40 квадрат метрлыҡ залына күҙ ташланы. – Һеҙ беҙҙән нимә талап итәһегеҙ?
Ауыр кеше, тип эстән генә уйлап ҡуйҙы Фәрит. Үҙенән нимә талап ителеүен һаман да аңламай.
– Нимә талап ителә, тип... Һеҙгә нимә әйтергә инде... Ярай, үҙем яуап бирәм. Һеҙгә улығыҙҙы өйләндерергә тура килә.
– Өйләндерергә? – Ирҙең эйәге һалынып төштө. Уны ғаиләһе менән кем ҡарай? Һеҙгә яҡшы, һеҙҙең йортоғоҙ ҙур, ҡалала фатирығыҙ ҙа барҙыр әле. Әле дүртәүһен саҡ ҡарайым, мин һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы балаһы менән ҡарай алмайым. Айына 14 мең алам, ул миңә аҙыҡ-түлек алырға ла етмәй.
– Ә һеҙҙән кем минең ҡыҙымды ҡарауығыҙҙы һорай? – тине Фәрит.
Фаилдың атаһы тәмәкеһен сығарҙы:
– Юҡ, тартып алмайынса, булмай.
– Ярай улайһы, әйҙә, балконға сығайыҡ, тартырбыҙ.
Фәрит үҙе тәмәке тартмай, балконға сыҡтылар. Яҡынданыраҡ таныштылар. Фаилдың атаһы Фәриттән өс йәшкә өлкәнерәк икән.
– Һеҙ бит, ағай, минән өлкәнерәк, аҡыллы кеше, – тип, һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙы Фәрит, ҡарауылсының күҙҙәренә туп-тура ҡарап. – Һеҙҙең өлкән малайығыҙ өйләнмәгән. Мәктәптә ике малайығыҙ уҡый. Ә был улығыҙ һеҙҙе һәм беҙҙе минең ҡыҙым менән бергә ете айҙан олатай һәм өләсәй итәсәк.
– Ниә, бальнисҡа барһын, – тине ир, бер нәмә лә булмағандай, – ул яҡтан әйтеп ҡуйғанмын: бер-бер хәл булһа, өйҙә һеҙгә урын юҡ. Бальнисҡа ебәр ҡыҙыңды.
– Минең ҡыҙым бальнисҡа ла, бер ҡайҙа ла бармаясаҡ, – тине Фәрит мөмкин тиклем ышаныслы һәм ҡатыраҡ итеп, – беҙ олатай һәм өләсәй булыуҙан баш тартмайбыҙ.
– Мин ни эшләйем икән һуң?
– Хәҙер керәбеҙ ҙә, ултырабыҙ, –тине Фәрит, – һин улыңа минең ҡыҙымды һорайһың. Беҙҙең алда ике-өс аҙна ваҡыт бар, мин балаларҙы кейендерәм, туй мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөмә алам һәм гөрләтеп туй үткәрәбеҙ. Ир бөршәйҙе.
– Их, Фәрит, аҡсаң булһа, йәлме ни?
– Ә һинән кем аҡса һорай? Мин күрәләтә ҡыҙымды дауаханаға ебәрмәйем. Улар ошонда йәшәйәсәк, малайыңды үҙемә эшкә алам, так что, хәҙер улар һеҙҙеке түгел – беҙҙеке.
– Ярай һуң... – тине ҡоҙа булаһы кеше.
***
Туй шәп үтте. Фаилдың атаһы туйҙың аҙағында бер аҙ ҡыҙмаса булып алғайны,
Фәритте ҡосаҡланы һәм ҡолағына ғына: “Рәхмәт, ҡоҙа!” – тине.

 

Авторы: Филүзә Ишбирҙина

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: