Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Сентябрь 2021, 17:39

ДЕКАБРИСТКА

1990 йылдың ҡояшлы матур йәйе ине. Өйҙә гәзит-журналдар ҡараштырып ултырһам, бер сәйер генә иғлан күҙгә салынды: “Миңә 28 йәш. Геолог-разведка экспедицияһында эшләйем. 25-35 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙ менән танышып, ауыл ерендә матур итеп донъя көткөм килә. Иренән айырылған, балалы ҡатындар яҙһа ла була. Иркутск ҡалаһы, Писарев урамы, 13, Каширов Радик”.

ДЕКАБРИСТКА
ДЕКАБРИСТКА
Ниңә был егет үҙенә тиң ҡыҙҙар таба алмай икән, тип уйлап ҡуйҙым. Үҙем шул уҡ көндө фоторәсемем менән ҡыҫҡа ғына йөкмәткеле хат яҙып һалдым.

“Һаумыһығыҙ, Радик! Миңә 31 йәш. Кейәүҙә булманым. Екатеринбург ҡалаһында атай-әсәйем менән бергә йәшәйем. Аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһында эшләйем. Буйым – 151 см. Музыка тыңларға, һүрәт төшөрөргә яратам. Әгәр теләгегеҙ булһа, яуап яҙығыҙ. Роза”.

Яуап килеренә өмөтләнмәһәм дә, бер аҙна үтеүгә Иркутскиҙан фоторәсем менән хат килеп төштө. Фотола – сик буйы ғәскәрҙәре кейемендә төшкән мыҡты кәүҙәле, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле бынамын тигән шәп егет!

Шатлығымдың иге-сиге юҡ, күңелем ҡанатланып китте. Эй, Аллаҡайым, ҡөҙрәтең киң шул! Ҡыуаныстан шаян күбәләктәй осоп-ҡунып ҡына йөрөйөм. Өйҙә – әсәйем, эштә әхирәттәрем аптырай.

- Һиңә, Роза, нимә булған? – тиҙәр. Күҙҙәремдән сихри нур урғыла, йөҙөмдә ҡояш балҡый. Ә Радиктың хаты һуң, яҙған хаты ниндәй йылы, ниндәй мауыҡтырғыс!

“Һаумы, Роза! Исемең есемеңә тура килеп тора икән! Рауза гөлөндәй, матурһың. Буйыңдың бәләкәй булыуына һис тә ҡайғырма, мин һине ҡулдарымда ғына күтәреп йөрөтөрмөн! Әгәр мөмкин булһа, бөгөндән үк эргәңә осоп барыр, хуш еҫле ҡара сәстәреңдән, нурлы күҙҙәреңдән үбер инем. Тик әлегә юлым төшмәй тора. Ләкин һинең менән танышыуым – минең өсөн ҙур ҡыуаныс, бөтмәҫ шатлыҡ! Һине бик ныҡ оҡшаттым, ҡояшым минең! Зинһар, хаттар яҙып тор йәме, хат эсенә буш конверт та һал, сөнки беҙҙең тайгала конверт табыуы ҡыйын. Һинең биттәреңдән үбеп, ихлас күңелдән, Радик”.

Тайга ҡыҙырып алтын-көмөш эҙләгән танышыма аҙна һайын хаттар яҙам. Фоторәсеме ҡулдарымдан төшмәй. Үҙемдең хыялым – тиҙерәк уның менән осрашыу. Мин, һантый, донъя матурлығын тик сәскә-гөлдәрҙә күргән күбәләктәй, тормоштоң мәғәнәһен уның яҙған тылсымлы, иҫерткес хаттарында күрәм. Их, тиҙерәк осрашһаҡ ине… Ошо матур уй-хыялдарҙан ғына бөтә тәнем буйлап ниндәйҙер рәхәтлек тулҡындары йүгерә. Бит алмаларым ҡыҙарып, алһыуланып китә, тын алышым йышая. Үҙ-үҙемдән оялып та ҡуям…

Сентябрь башында отпуск алдым да: “Әллә эргәңә киләйемме?” тип хат яҙҙым. Яуап хатын илай-илай, ҡалтырай-ҡалтырай уҡыйым: “Роза! Йөрәккәйем минең! Әгәр хәлеңдән килһә, тәүге көндәрҙә үк яныңа барып еткән булыр инем. Бына, бөгөн һиңә ҡәҙерлем, ҡыйын булһа ла, дөрөҫөн яҙам. Зинһар, үҙеңде ҡулға ал, тыныслан. Мин геолог булып эшләмәйем, ә холоҡ төҙәтеү колонияһында яфа сигәм. Егерме дүрт йәшемдә йәшлек хатаһы менән енәйәт ҡылып ошонда килеп эләктем. Тәүҙә үк дөрөҫөн яҙмағаным өсөн, зинһар, кисерә күр мине, ғәфү ит. Сөнки һине мәңгелеккә юғалтырмын тип ҡурҡтым. Роза, ә һинһеҙ мин бары тере мәйет кенә. Сөнки ошо кескәй генә арауыҡта һине шундай ныҡ яратырға өлгөрҙөм. Һин минең күңел түремдә мәңгелеккә урын алдың. Һинһеҙ бер көн дә, бер сәғәт тә йәшәй алмаясаҡмын. Роза, әгәр аҙ ғына сабыр, түҙемле була алһаң, был ҡурҡыныс ваҡиға беҙҙең һөйөүебеҙгә кәртә була алмаҫ ине. Миңә иреккә сығырға күп ҡалманы – бары дүрт йыл ғына. Әгәр, һылыу, теләгең булһа, беҙ бында ЗАГС-та яҙылышып, никахҡа инеп, ярты йылға бер тапҡыр өс тәүлек “свиданка”ла осраша, бергә була алабыҙ. Бәлки, бөтәһе лә һәйбәт барһа, мине алданыраҡ иреккә сығарып та ҡуйырҙар… Башҡортостандың Аҡкүл районындағы бер төпкөл ауылда әсәйем йәшәй. Унда барып әсәйем менән танышып, бер-ике көн ҡунаҡ булып, беҙҙең бергә-бергә һөйөнөшөп-һөйөлөшөп йәшәр ауылыбыҙҙы, йортобоҙҙо күреп йөрөп ҡайта алаһың. Ә әлегә иҫән-һау бул, һиңә түҙемлек теләп, һине яратып ҡалыусы Радик”.

Их, Радик, ниндәй йәш, аҡыллы егетһең, ә үҙең төрмәгә ултырырға ла өлгөргәнһең… Күҙҙәремдән сөбөрләп әсе йәштәр тама. Йөрәгемә ялҡын һалғас, ниңә уға боҙло һыу һибәһең инде?! Ниңә төрмәлә булыуыңды баштан уҡ яҙманың, ниңә?! Илай торғас, күҙ ҡабаҡтарым шешенеп бөттө. Үҙемде тағы ла нығыраҡ бәләкәсәйеп ҡалғандай тоям. Ярай әле әсәйем сабыр, ул тынысландырҙы.

- Ҡыҙым, улай үҙ-үҙеңде бөтөрөп, өҙгөләнмә. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр. Бәлки, өлөшөңә төшкән көмөшөң шулдыр, балам. Теләйһең икән, эргәһенә барып йөрө. Кеше булһа, ҡәҙереңде белер. Ҡай саҡтарҙа дүрт аяҡлы мал да һөрөнә бит. Уның да бар өмөтө, бәлки, һиндәлер. Улай төшөнкөлөккә бирелмә, ҡыҙым, – ти.

… Тыуған сағымда уҡ Хоҙай Тәғәлә миңә күп нәмәне йәлләп биргән, шикелле. Яҡты донъяға килгәнемдә ни бары 1800 гр тартҡанмын. Шуғалыр ҙа буйға бәләкәс, сибек кенә ҡыҙ булып үҫтем. Балалар баҡсаһына, аҙаҡ мәктәпкә йөрөй башлағас, үҙебеҙҙең Шарташ биҫтәһендә йәшәүсе тиҫтерҙәрем ошо сәбәп арҡаһында мине “Орсоҡ- борсаҡ, бәләкәй ҡурсаҡ!” тип үсекләй торғайны. Мине тик әсәйем генә аңлай, йәлләй ине.

- Ҡайғырма, ҡыҙым, алтын ҙур булмай ул. Иң мөһиме күңелең киң, саф килеш ҡалһын! – тип йәшәйешемә дәрт-сәм өҫтәй ине.

Шулай ҙа бәләкәстән үҙ-үҙемә йомолоп үҫтем. Күберәк ваҡытымды өйҙә, үҙемдән дүрт йәшкә бәләкәйерәк Рита исемле туғаным менән уйнап үткәрҙем. Аҙаҡ, ҙурая төшкәс, һүрәт төшөрөргә әүәҫләндем.

Инде буй еткергән ҡыҙ булһам да, миңә иғтибар итеүсе, күҙ һалыусы егеттәр осраманы. Апайымдар йәшәгән Һандуғаслы районына ҡунаҡҡа барған саҡтарымда ул мине ауылда йәшәгән буйҙаҡ егеттәр менән таныштырырға маташты. Берәйһе менән дуҫлашып өлгөрәмме-юҡмы, ауылда был хаҡта хәбәр сығып, егеттең яҡындары беҙҙең дуҫлыҡҡа ҡаршы сығалар ҙа ҡуялар ине. Сәбәбе – минең артыҡ бәләкәс буйлы, төҫ-башҡа сибәр булмауым…

Әле лә үҙемә йомолоп йәшәйем. Ир-аттың миңә күҙ һалмауына, иғтибар итмәүенә өйрәнеп бөткәнмен. Көҙгө алдына баҫһам, үҙемде мәктәптә уҡыған бала төҫлө тоям. Сөнки ошо бәләкәс буйым арҡаһында күптәр мине ҡыҙ балаға тиңләй. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө көндә кейәүгә лә сығырға ҡурҡам мин, сөнки ошо үҫешеп етмәгән буй-һыным менән ауырға ҡалып та, тыуасаҡ сабыйымды йөрәгем аҫтында йөрөтөп, имен-аман ғына табыуым бик икеле.

…Уйланым, уйланым да, ни булһа ла булыр тип, Радиктың әсәһе йәшәгән Аҡкүл районына сығып киттем. Үҙемсә тәүәккәлләнем инде. Шундай гүзәл ер икән Ҡарағаслы ауылы! Ауыл ҡаршыһында ҙур зәңгәр күл. Күл ситендә матур ғына утрау. Кәмәһеҙ утрауға инермен тимә, күл тәрән. Ә шундай серле, ылыҡтырғыс: бейек таш-ҡаялары йыраҡтан күренеп, тартып тора. Ошо ҡаяларҙа тамырҙары менән ташҡа берегеп дәү ҡарағастар үҫә – хас та күлдең тыныслығын һаҡлаусы яугирҙар.

Күл өҫтөндә аҡсарлаҡтар оса. Ҡарағаслы күленең аҡбаш, ярһыу тулҡындары утрау ярында ятҡан көрән-йәшкелт таштарҙы йыуып, йоморайтып бөтөргән. Таштар туп ҡорһаҡлы, әйтерһең, ауырға ҡалған ҡатындар. Шул таштарға ҡарап, уйланып, уфтанып ҡуям.

Их, Ҡарағаслы ауылы, ниндәй матур һин, йәмдәреңә иҫең китерлек! Ауыл артында ҡарағас, ҡарағай урманы менән ҡапланған бейек тау һырттары, йыраҡта Ирәмәл тауының күккә ашҡан, болоттарға уралған ҡарлы күк түбәһе күренә.

Ауылда ике көн йәшәп, Радиктың әсәһе менән танышып, аҙ-маҙ күңелемде тынысландырып ҡайттым. Мәрйәм апай оло йәштәрҙәге, аҙ һүҙле, йомоҡ кеше, улы тураһында артыҡ һүҙ ысҡындырып бармай. Үҙе барын да һөйләр әле, тиеүҙән уҙмай.

…Өс тәүлек юл үтеп, ауыр-ауыр сумкалар күтәреп Радик саҡырған көнгә Иркутск ҡалаһындағы тимер юл вокзалына килеп еттем. Радик хатҡа яҙып аңлатҡанса, колония ҡаршыһында йәшәгән бер яңғыҙ әбейгә фатирға туҡтаным. Унда төн ҡунып, иртән ғариза тотоп, лагерь начальнигына индем.

- Ҡыҙым, һиңә нисә йәш һуң? – тип аптырап ҡаршы алды мине сәстәренә сал төшкән оло ғына йәштәге офицер.

- Утыҙ ике, – тим. Теге ышаныр-ышанмаҫ ҡына паспортымды асып ҡарай, үҙе башын сайҡай.

Беҙҙе, тотҡондар менән никахҡа инергә килгән бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы, уҫал ғына бер контролер ҡатын эске кейемдәргә тиклем ҡапшап, тикшерә. Сумкаларҙағы аҙыҡ-түлекте, ит-колбасаларҙы, икмәк-бәлештәрҙе бысаҡ менән турап-киҫкеләп бөтөрҙө.

- Нимә эҙләйһегеҙ? – тиһәм:

- Ҡай берәүҙәр тотҡондарға наркотик, аҡса индерергә самалай, шуға бөтәһен дә ентекләп тикшерергә тура килә, – ти.

- Эй, Аллам, ундайҙар ҙа була икән, – тим. Үҙем эстән генә контролер ҡатындың Радик йәшереп индерергә ҡушҡан аҡсаларҙы таба алмауына ҡыуанам.

Ниһайәт, беҙҙе, төрлө юлдар менән берен-бере табышҡан ете парҙы, район ЗАГС-ынан бер ҡатын килеп, рәсми рәүештә никахҡа теркәгәс, айырым бүлмәләргә урынлаштырҙылар. Бында аш бешереү бүлмәһе, бәҙрәф, душ ҡына уртаҡ икән. Оҙон коридорҙың осона телевизор ултыртҡандар.

Бына ул, минең яҙмышыма яҙған ирем! Таҙа, мөһабәт кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө, инде ут-һыу аша үтеп, өрөп ҡабырға өйрәнгән ир-егет.

- Килдеңме? – тип ҡосаҡлап алды. Күҙҙәремдән, биттәремдән иркәләп үбә. Мин ләззәтлек тулҡындарына сумып, уға тағы ла нығыраҡ һыйынам. Минең өсөн мәңге онота алмаҫлыҡ тәүге ләззәтле төнөбөҙ. Ошо йәшемә етеп, һаман ҡыҙ булып йөрөүемә иҫе китә Радиктың. Өс тәүлек буйына һөйөп-һөйөшөүҙән туҡтаманыҡ. Мөхәббәт хистәренән бушай алманыҡ. Төн менән көн, ер менән күк буталды.

Минең менән осрашыу өсөн ниндәй генә алдашыу алдына бармаған ул! Етмәһә, иреккә сығырға дүрт йыл ғына ҡалды, тип алдашҡан. Дөрөҫөндә уны ун биш йылға хөкөм иткәндәр, әле срогының алты йылын ғына тултырған! Башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Кемдәндер көнләшеп, аҡылын юйып, үҙенең йәш, һылыу кәләшенең ғүмерен ҡыйған. Ниндәй ҡырағайлыҡ, ниндәй вәхшилек! Әллә геологтарҙа быраусы булып эшләгән осорҙа, урман-тауҙар араһында йөрөп, ҡырағайланып-иҫәрләнеп бөткәнме икән был, тип уйлап ҡуям.

Бына мин кеше үлтереүсенең наҙлы ҡосағында ятам, уның менән бер өҫтәл артына ултырып ашайым, уның менән ихлас күңелдән аралашам. Миндә ике кеше көрәшә. Береһе уның ҡанға буялған ҡулдарынан, уның зәғиф, зәхмәтле күңеленән ерәнә, уны күрә алмай. Икенсеһе уны үлеп ярата. Үҙен төрмәлә тәртипле генә тотһон инде, уның менән колония-поселениеға ғына түгел, хатта ер сигенә барырға ла ризамын! Тик яҙмыш ҡына айырмаһын беҙҙе. Мин уның шундай ихлас ярата-һөйә белеүенән үҙемдең күпме йылдар буйына мөхәббәт ғишығын, һөйөү-һөйөлөү тәмен татымаған күңелемә ниндәйҙер бөтмәҫ серле ҡөҙрәт алам. Тәнемдәге һәр бер күҙәнәк ниндәйҙер сихри рәхәтлек кисерә. Аҙналар буйына уның татлы ирендәренең тәме ирендәремдән юғалмай.

Эшкә барһам, бергә эшләгән әхирәтем:

- Роза, һинән ниндәйҙер нурлы энергия урғыла, – ти.

- Йылдар буйына тотҡон иреңде нисек түҙеп көтөргә уйлайһың һуң? – тип ғәжәпләнгәндәр ҙә бар. Етмәһә, миңә “декабристка” тип исем тағып та ҡуйҙылар. Йәнәһе, декабрист ҡатындары кеүек ирем артынан Себергә тиклем барып йөрөйөм.

Осрашыу минуттарын көтөп көндәр, айҙар үтә. Етмәһә, мин эшләгән фабриканы ябып ҡуйҙылар. Ә Радиктан аҙна һайын бер үк йөкмәткеле хаттар килә.

“Роза, тәртип боҙған өсөн мине ун биш тәүлеккә изоляторға яптылар. Бында ашау яғы хөрт, тәмәке, сәй бирмәйҙәр, һин, зинһар, миңә ашығыс рәүештә ошо адрес буйынса шунса-шунса аҡса ебәр. Был беҙҙә эшләгән контролерҙың адресы, ул аҡсаны миңә тапшырыр”.

Ярай әле, бәхетемә күрә, күңелемә ятҡан, минең йәшәйешемә еңеллек биргән бер шөғөлөм бар: таныш-белештәрҙең портреттарын төшөрөп, аҙ-маҙ аҡса эшләйем. Шул аҡсаға донъя көтәм, Радик эргәһенә йөрөйөм, уға посылкалар ебәрәм.

Оҫталығымды тиҙ һиҙҙеләр. Төрлө абруйлы, дәүләт органдарында эшләгән кешеләрҙән заказдар ала башланым. Ҙур вазифа биләгәндәрҙең гонорары ла ҙурыраҡ. Төн йоҡламаһам йоҡламайым, ләкин портреттарын килештереп, ҡойоп тигәндәй эшләп, ваҡытында тапшырам.

Дүрт йыл тигәнең “һә” тигәнсе үтеп тә китте. Радик:

- Минең начальствоның портретын эшләп ҡара, бәлки, берәй ярҙамы тейер, – тигәс, бер айҙан ашыу ваҡытымды лагерҙа үткәрҙем. Көндөҙ портреттар төшөрәм, ә кисен Радик эргәһенә индерәләр. Шулай тырыша торғас, үҙенең мин-минлеге арҡаһында төрмә администрацияһына буйһонорға теләмәгән, лагерҙа тәртип боҙоп, башы изоляторҙан сыҡмаған, тыңлауһыҙ үҙһүҙле иремде – барыбер поселениеға – яртылаш иреккә сығарырға өлгәштем бит! Рәхмәт инде сал сәсле майорға, һүҙендә торҙо, ярҙам итте.

- Рәхмәт һиңә, ҡыҙым, иреңде ныҡ ҡаты тот. Әгәр уның яҙмышында һин осрамаһаң, ул ғүмеренең күп өлөшөн төрмәлә ултырыр ине... – тип ҡалды хушлашҡанда.

Йәй башында Радикты һаҡ аҫтында Иркутск өлкәһенең Усть-Кут районына алып киттеләр. Эште оҙаҡҡа һуҙмай ғына булған аҡсамды йыйнап, атай-әсәйемдең ризалығын алып, алыҫ юлға сыҡтым. Бер нисә көндән Усть-Кут ҡалаһынан 25 км алыҫлыҡта тайга эсендә ятҡан Минган исемле поселенецтар ҡасабаһына килеп төштөм.

Тәүге көндә үк начальниктарына инеп, ирем менән бергә йәшәргә рөхсәт алдым. Үҙем менән алып килгән барлы-юҡлы һуңғы аҡсама кескәй генә йорт һатып алдыҡ. Белһәгеҙ икән Радиктың нисек ҡыуаныуын! Ул бит ирек тәмен шундай һағынғайны. Хатта ағастарҙы, үләндәрҙе ҡосаҡлап, ергә ятып тәгәрәп илап алды. Ошондай бәхетле көндәрҙе бүләк иткәнем өсөн миңә рәхмәттәр уҡыны, мәңге ҡулдарында күтәреп йөрөтөргә вәғәҙәләр бирҙе.

Ул саҡта беҙҙән дә бәхетле кеше булмағандыр. Тайганың әкиәттәгеләй матур тәбиғәте мине лә ғашиҡ итте. Өй артына ғына сыҡ: мүк өҫтө туп-тулы ҡыҙыл, күк көртмәле, урыны менән ҡурай еләге. Ул бәшмәктәрҙең иҫәбе-һаны юҡ! Радик пиларамда таҡта быса. Уның да кире төрмәгә ҡайтҡыһы килмәгәндер инде, тәртип боҙмай ғына тырышып эшләп йөрөнө.

Иш янына ҡуш булһын тип, үҙем дә ашханаға һауыт-һаба йыуыусы булып эшкә урынлаштым. Аҡса йыйнап, иҫкерәк булһа ла телевизор, һыуытҡыс алып ебәрҙек. Бик тыныс, бәхетле йәшәнек беҙ ошо осорҙа. Бары тик сабыйыбыҙҙың һаман донъяға яралмауы ғына ҡамасауланы. Шуны күңеле менән һиҙенгәндер инде Рита туғаным. Көтмәгәндә унан:

“Әллә балнистан берәй бәпәй алаһығыҙмы, беҙҙә бер йәш ҡыҙыҡай яңы ғына тыуған балаһынан баш тартты”, тигән йөкмәткеле хат килеп төштө.

Радикка ошо турала әйткәс:

- Миңә кеше балаһы кәрәкмәй, күберәк Хоҙайға ялбар, теләгең бойомға ашыр! – тиеүҙән уҙманы. Ысынлап әйткәндерме, әллә юрамал, мине тынысландырыр өсөнмө, нисек кенә булмаһын, мин үҙемдең ауырға ҡалыуымды һорап, Хоҙайға ялбарыуҙан туҡтаманым. Көндәр, айҙар үтә торҙо.

Ниһайәт, ноябрь айында беҙгә бер юлы ике бәхет йылмайҙы. Мин утыҙ алты йәшемдә балаға уҙҙым. Мәскәүҙән Радикты өс йыл алдан шартлы рәүештә иреккә сығарыу – ярлыҡау ҡағыҙы килде. Ярты йыл алда ғына йүгерекләп йөрөп, колония/поселение администрацияһы аша уға ярлыҡау һорап яҙҙырғайным, тәртип боҙмай ғына тырышып эшләп йөрөгәс, улар ҙа ҡаршы булманы: һәйбәт кенә ҡылыҡһырлама һәм үтенесте ҡәнәғәтләндереү ҡығыҙы ебәрҙеләр.

Эстән генә, был донъяла беҙҙән дә бәхетлерәк кешеләр юҡтыр, тип уйлайым. Ләкин күңелем ниҙер һиҙенә: иремдең хәүефле, борсоулы йөҙөн тойомлайым.

- Ниндәй ҡайғың бар һуң? – тип иремә һыйынам.

- Юҡ, былай ғына… – тиеүҙән уҙмай Радик.

Мин ауырыйым, күңелем болғана. Был ауырға ҡалыуымдың тәүге билдәләре. Йә, Хоҙайым, мең рәхмәттәр яуһын үҙеңә! Ҡөҙрәтең киң һинең: ялбарыуҙарымды ишетеп, ризалығыңды бирҙең, шөкөр! Сабыйымды ғына иҫән-һау табырға яҙһын инде, – тип төндәр буйы Хоҙайыма ялбарам.

Радикка нимә? Үҙенең ирлек теләктәрен ҡәнәғәтләндерә лә, миңә арҡаһын терәп, рәхәтләнеп йоҡлай. Ә мин үҙемсә белгән доғаларымды уҡып, шатлыҡ-ҡыуаныстарымдан бөтмәҫ рәхәтлек тойғолары кисерәм.

Тик илар, һағышланыр көндәрем алда булған икән.

Бер аҙнанан ҡулыбыҙға кәрәкле документтарҙы тотоп, йомарт Себер ере менән хушлашып, поезда Екатеринбург ҡалаһына юлландыҡ. Радик уйлағанса, тәүҙә мин уны атай-әсәйемдәр менән таныштырам, шунан ул үҙҙәренең Аҡкүл районына ҡайтып, милицияға учетҡа тороп, эшкә урынлашҡас, Яңы йыл алдынан мине килеп ала, йәнәһе.

Атай-әсәйемдең пенсияһына Радигымды энәһенән ебенә тиклем өр-яңынан кейендереп, автобусҡа ултыртып: “Тиҙерәк кил!” – тип оҙатып ҡалдым.

… Эй, Хоҙайым, ҡатын-ҡыҙҙың бер ҡатлылығы! Радикты һуңғы тапҡыр күреүем булды был. Яҡындары, дуҫтары эргәһенә минең кеүек бәләкәй генә буйлы, сибек ҡатынды эйәртеп ҡайтҡыһы килмәгәндер инде! Ул бит үҙен шундай ныҡ яратҡан кеше! Ундайҙарҙың эргәһендә мотлаҡ һөйкөмлө, башҡаларҙы үҙенең зифа буйы, гүзәллеге менән көнләштерерлек йәш, сибәр ҡатын-ҡыҙ булырға тейештер бит!
Их, аңғыра һарыҡ бәрәсе, тип үҙ-үҙемде әрләйем, һулҡылдап илайым. Ҡайғы-һағыштан һарғайып, бәләкәсәйеп ҡалдым хатта.

Көтөп алған Яңы йыл да үтеп китте. Радиктан исмаһам берәй генә хат-хәбәр булһасы. Төндәрем көндәр менән, шатлыҡтарым һағыш менән буталды. Яҙған хаттарыма яуап килмәгәс, түҙмәнем, ауырға ҡалыуыма дүртенсе ай тигәндә Аҡкүл районына сығып киттем. Килһәм, күреп торам, ҡәйнәм килеремде көтмәгән, ҡырыҫ ҡаршы алды.

- Мин Радиктан йөклөмөн, – тигәс:

- Ул инде күптән Нуриман районында, Раушания исемле ҡатын менән йәшәй, – тине. Көтөлмәгән хәбәрҙән ер аҫтына инеп китерҙәй булдым. Күҙ алдарым ҡараңғыланды, саҡ-саҡ ҡолап китмәнем. Ярай әле, карауат тотҡаһына йәбешеп ҡалдым.

… Бер нисә йылдан һуң Ҡара диңгеҙ буйында улым менән ял иткәндә, Нефтекамск ҡалаһынан килгән бер ҡатын менән танышырға тура килгәйне. Унан мин Радик тураһында күп яңылыҡтар ишеттем.

Төрмәлә сағында уҡ Радик үҙенең ваҡытын бушҡа үткәрмәгән, минән башҡа әллә күпме ҡатын-ҡыҙ менән хат алышҡан. Матур, наҙлы һүҙҙәр яҙып, ул бахырҙарҙың да баштарын әйләндергән. Һәр береһенә тик һине генә һөйәм, оҙаҡламай эргәңә ҡайтам, тип тегеләрҙән йә аҡса, йә посылка таптырған. Хатта берҡатлыраҡтары уның эргәһенә ике сәғәтлек ҡыҫҡа “свиданка”ға килеп, сумкалап аҙыҡ-түлек ташып йөрөгән. Үҙе уларҙың фоторәсемдәрен, адрестарын бер дөйөм дәфтәргә туплап барған. Иреккә сыҡҡас, бер ҡатындан икенсеһенә күсеп, ҡунаҡлап йөрөгән. Ленинградтан – Лена, Ҡарағалпаҡстандан – Руфия, Архангелдән – Зәйтүнә… Ҡыҫҡаһы, ике тиҫтәнән ашыу алданған ҡатын-ҡыҙ…



Улыма йәш ярым булғас, уны Рита туғаныма ҡалдырып, буяу, ҡылҡәләмдәр алып, Аҡкүл районына һүрәт төшөрөргә барҙым. Их, гүзәл яҡтар ҙа инде. Ошондай хозур тәбиғәттә тыуған кешеләрҙең дә күңелдәре шундай матур, һоҡландырғыстыр ул! Ә Радиктың миңә булған хыянаты берәй яңылышлыҡ ҡыналыр. Мин уны инде күптән ғәфү иткәнмен. Ул булмаһа – мин ошондай гүзәл, мөғжизәле тәбиғәт күренештәрен ҡайҙан табыр инем?! Йә булмаһа, һөйөү-һөйөлөү тәмен, әсә булыу, бала табыу тойғоларын ғүмерҙә лә кисермәҫ инем…

Өс йыл эсендә Аҡкүл районында ун бишләгән һүрәт төшөрҙөм. Уларҙың ун бере – Мәскәү ҡалаһында галереяла ойошторолған “Тирә-яҡтағы донъям!” күргәҙмәһендә урын алды, ике номинация буйынса еңеүсе булдым. Ә “Ҡарағаслы күле”, “Ирәмәл түбәһендә”, “Әүәләктәге ҡояш”, “Ҡурайсы ҡарт” исемле һүрәттәрем Лондонда үткән Бөтә донъя рәссамдар конкурсында Гран-при яуланы.

Тимәк, беҙҙең яҡтың тәбиғәтенең гүзәллеге төрлө милләт кешеләрен хайран иткән, тип ҡыйыу әйтергә була! Бына ҡайҙа ул мөғжизә!

…Шарташтағы дуҫтарым үҙемде һаман да “декабристка” тип йөрөтә. Мин ысынлап та “декабристка” кеүек. Тормош минең юлыма ауырлыҡтар ташлай, ә мин шикләнмәйенсә шул ауырлыҡтарҙың иң уртаһына сумам. Уларҙы еңеп сығам һәм тағы ла алға – тормош киңлегенә атлайым.

Тормош ауырлығынан ҡурҡмайым мин, йәшенмәйем, ә уға ҡаршы барам. Үҙемде йәлләмәйем, ярҙам һорап ялбармайым. Киреһенсә, хәлемдән килгәнсә башҡаларға ярҙам итергә тырышам. Үҙем бәләкәй генә булһам да, күңелем киң минең. Әсәйем әйтмешләй: “Алтын ҙур булмай”.
 
 
Авторы: Рамай Ҡаһир
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: