Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Сентябрь 2021, 14:04

ҒӘФҮ ИТ, АҒАЙ!

Бала сағымдағылай ҡапҡамды асып, бәпкә үләндәре үҫкән ишегем алдынан үттем. Әсәйемдең калуштарын күргәс, оҙаҡ эҙләгән йән дауаһын тапҡандай ҡыуандым. Ниндәй рәхәтлек, ниндәй кинәнес! Ә бит күп тапҡырҙар сит яҡтарҙың зиннәтле, бай йорттарында булғыланым, кемдәре менән генә осрашманым… Әммә бөгөнгөләй илаһи хистәр яҡтылығы тойманым унда.

ҒӘФҮ ИТ, АҒАЙ!
ҒӘФҮ ИТ, АҒАЙ!
Ҡот һаҡлаусыларым тип, һөйөп кенә үҫтерҙе беҙҙе әсәй. Имеш, беҙ уға йәшәү көсө биргәнбеҙ. Әлбиттә, элегерәк был һүҙҙәрҙең айышына тулыһынса төшөнмәгәнмен. Хәҙер үҙем атай… Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ни генә эшләһәм дә, күңелем тыныс булманы ошоғаса. Ҡулың һынһа, еңеңә йәшер, тигән кеүек, бикләнем үҙемде үҙ эсемә. Йәшем бейеклегенән фекер йөрөтөр мәлгә еткәс, ағайым тураһында уйлауҙан бер ваҡытта ла туҡтағаным булманы, тик һуңғараҡ ҡалдым шикелле…
Беҙ – игеҙәктәр. Ағай тигәс тә, минән бер нисә минут ҡына алдан тыуған ул яҡты донъяға. Нисәмә йылдар үткәс, тыуған тупһама аяҡ баҫтым… Нисек осрашырбыҙ?.. Нисек аңлашырбыҙ?..
…Күп тә үтмәй, миңә ҡаршы сыҡҡан әсәйемдең тауышы ишетелде. “Өнөм дә, төшөм дә буталып бөттө, балаҡайым... Ниндәй елдәр ташланы? Ҡайҙа килен, балалар? Көтә, көтә, ни уйларға ла белмәйем… Хәҙер инде, бер аяғым бында, икенсеһе тегендә, тигәндәй”, – тине лә, күҙен яулыҡ осо менән һөртөп, ҡулдарымдан һөйөп алды.
Әсәйемде эйелеп ҡосаҡлап, оҙаҡ торҙом. Ул шул хәтлем кесерәйгән – шау һөйәк… Ирекһеҙҙән, күңелем йомшарҙы, күҙгә йәштәр эркелде. Күпме борсолоуҙар, хәсрәт-ҡайғылар алып килдем мин һиңә, әсәкәйем! Эй, ул ғынамы һуң?!.
Күпме торғанмындыр үҙ уйҙарыма бирелгән килеш… Әсәйем һаңғырау, кесе тауыш менән: “Һыуға төшкән балыҡ һымаҡ юҡ булғайның, Хызыр Ильяс булып ҡына килеп индең… Әйҙүк, түрҙән уҙ, үҙ нигеҙеңә ҡайттың бит. Фатихам икегеҙгә лә берҙәй киң. Күрмәй китермен инде, тип уйлағайным, Хоҙай Тәғәләм ишеткәндер”, – тип бышылданы.
Түҙемһеҙләнеп:
– Ағайым ҡайҙа? – тинем.
– Өйҙә.
Тупһаны ашатлап ингәс тә, ҡыйыр-ҡыймаҫ, еңелсә ҡосаҡлап алдым ағайымды. Ул миңә һалҡынса, һораулы, киҫкен ҡараш ташланы, әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ни уйлағанын тойҙом мин. Күпме йылдар үтһә лә, бер-беребеҙҙе һаман да элеккесә, йән-тән берлеге аша һүҙһеҙ ҙә аңлайбыҙ кеүек. Күстәнәстәремде өҫтәлгә өйөп һалғас: “Аҡыл ғүмер буйына мыҫҡаллап инә икән ул кешегә”, – тигән булдым, тәү сирҡаныс алғандай. Үҙе менән һәр саҡ килешеү төҙөп йәшәгән ағайымдың эскерһеҙ булмышы, әллә ҡайҙан үҙенә тартып торған туғанлыҡ ептәре миңә бер семтем дә йылылыҡ өҫтәмәне. Ни әйтергә белмәй:
– Ағайымдың йорт-ҡураһы шәп… Донъяны яңыртҡан, – тинем.
 
Ул, иҫе китмәгәндәй, һынамсыл ҡарашын йәнә төбәне иҙәнгә. Әллә минең урынға ул уңайһыҙлана – билдәһеҙ… Һүҙҙәр ялғанмағанын һиҙеп, әсәйем: “Миндә сыҡмаған йән, үлеп-нитеп китһәм, теге донъяла тыныс ята алмам, ахырыһы. Уйындан уймаҡ сығарҙығыҙ ҙа… Ике туған ыҙғышһа, атҡа менһә яраша, ти торғайны боронғолар. Саҡ менән Суҡ булһындар өсөн үҫтермәнем мин һеҙҙе”, – тине.
Күренеп тора: йыуанысты эштән тапҡан ағайым. Ғүмер буйы йыйылған ҙур донъя… Ә күңелендә – боҙ һалҡыны. Ай-һай, хәҙер уны иретеп булырмы икән? Беләм, мин ғәйепле. Үкенес, үкенес!.. Ағайым да, уйҙарымды уҡыған һымаҡ, бер миңә, бер сәйгә күҙ һирпеп, ҡарашын тәҙрә аша бушлыҡҡа төбәне.
Әсәйем:
– Берегеҙҙе икенсегеҙ алыштырып йөрөй алмаҫһығыҙ. Ике тамсы һыуҙай оҡшашлығығыҙ юҡҡа сыҡҡан инде хәҙер: берегеҙ – миңә, икенсегеҙ атайыңғыҙға тартҡан, – тип ҡуйҙы.
Мин ҡапыл:
– Тормошомдағы иң ҙур хатамды танып, тубыҡланып ғәфү һорарға ҡайттым, ағай!.. – тинем. Оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡтан, әйтерһең, беҙҙең арала таш диуар ҡалҡты. Насарлыҡ тураһында уйлай белмәгән ағайым, үҙ эсенән: “Хәҙер инде уның кәрәге юҡ”, – тигән һымаҡ, күңеленән һүҙһеҙ генә хәбәр ебәрҙе миңә. Йәнем-тәнем менән тойҙом уның яуабын.
– Иң ярһыу, иң ҡайнар тойғолар ҙа һүрелә икән… Тегенең ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәйем хәҙер, – тинем шунан.
Әсәйем ҡулынан сәйнүген төшөрөп ебәрҙе лә:
– Бына шулай, кем әйтмешләй, хәйерһеҙ тамамланыр, тип уйлағайным аҙағын. Һәр эшкә кешелек сифаты һәм әсә фатихаһы кәрәк! Әҙәм рәнйеше, әҙәм ҡәһәре йәбешмәһен инде… Бигерәк тә туғандар араһына. Ул зәһәр юшҡындан таҙарыныуы ай-һай ауыр… – тип көрһөндө.
Шул саҡ ағайым урынынан кинәт ашҡынып-сабырһыҙланып торҙо, бер һүҙһеҙ ишекле-түрле йөрөй башланы. Уйламаҫтан, ҡапыл, яҙмыштың хәл иткес ниндәйҙер бер серле тулҡыны ҡағылды булһа кәрәк үҙенә, бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде лә ҡуйҙы. Әйтерһең дә, уның шәп, йәш сағы: киң яурынын турайтып, тауышын үҙ урынына ҡуйып, нисәмә йылдан һуң тәү тапҡыр күҙҙәремә туп-тура ҡарап:
– Ҡайҙа йөрөнөң һанһыҙ ғүмерҙәр буйына? – тип өндәште.
– Әллә нисек килеп сыҡты… Шулай…
– Бурҙар урлашҡан ерен онотмай, әйләнеп килеүсән...
– Улай уҡ ярамаҫ...
– Яңы өйрәнгән икәнһең, айырырға… ярамайҙы…
Был һүҙ ҡәһәрле ҡылыстай киҫте мине. Аңы-аҡылы тарҡаулана башлаған кешеләй, ни тип яуап бирергә белмәй, аптыранып, әсәйемә ҡараным.
– Йә! Ҡайҙа йөрөнөң? – тине ул да түҙемһеҙләнеп, һыҡтап-илаулап…
– Ах, был ниндәй осрашыу булды әле? Һағынып ҡайтҡайным да баһа мин һеҙгә...
Ағайым мыҫҡыллаған кеүек һорап ҡуйҙы:
– Һин ҡатын-ҡыҙҙарға бер ваҡытта ла мохтаж булманың, мөхәббәте мул кешенең балалары ла ишлелер…
– Бары-юғы бер ул үҫтерҙем. Әсәһе, бер ҡулы – майҙа, икенсеһе балда булһа ла, түҙмәне рәхәт тормошҡа. Бер ҙур бизнесмендың шоферы менән ҡайҙалыр юғалды. Былай... Мин дә…
– Аб-ба… Ана бит… Ана… Фатихаһыҙ булғас… – тип, ни әйтергә белмәй, бер миңә, бер ағайыма ҡараны әсәйем. Өйҙә йәнә уңайһыҙ һиллек урынлашты. Аҙаҡ, йәш сағындағылай сос һәм етеҙ итеп, ағайым:
– Минең малай әсәһе менәнме? – тип һораны.
– Нисек… малайың?
– Әйтмәнеме ни?
– Аңламайым…
– Ул балаға уҙған ине...
Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, быға тиклем ишетелмәгән ысынбарлыҡтың көслө тулҡыны таш ярырлыҡ булһа ла, артыҡ сарғаҡланып һүҙ ҡуйыртманыҡ, шымдыҡ… Кем нимә уйлағандыр…
Ә мин, бер-беребеҙгә бик кәрәк булып йәшәп ятҡан бөртөк кенә улымды уйлап, йөрәгемде ҡуҙғыттым, зиһенем буталды. Бөтөнләй телһеҙ ҡалдым. Ҡолағым шауланы, күҙем бәйләнде.
Әле ишеткән ауыр һүҙҙәр ҡойононда аҙашып, айный алмай күпме өнһөҙ ултырғанмындыр, әйтеүе ҡыйын. Артабан, аяҙлы-болотло уйҙар дауылынан ҡотолоп, һәр ваҡыттағыса, үҙемдән үҙем һораным: был тормош ниңә буйы менән былай булып сыҡты һуң әле? Яуап эҙләгәндәй, артта ҡалған йылдар һуҡмағына осто күңелем…
…Июнь урталарында беҙҙең урамға ҡыҙыл күлдәкле, һап-һары сәсле, йәшел күҙле Розалина исемле ҡыҙ килгәйне. Барыбыҙҙың да күҙе – ҡунаҡ ҡыҙында. Кемдең ҡармағына эләгер? Уйламаҫтан, һары баш артынан иң шәп йүгергәне ағайым булып сыҡты. Уның бер ҡыҙға ла күҙ һалмауына барыһы ла өйрәнеп бөткән ине инде ул саҡта. Ә был юлы урамдың иң шәп егетенә әйләнде лә ҡуйҙы ағайым. Ә мин, телгә оҫта, сосораҡ булһам да, уның янында йөрөгән бер бахыр, шәүлә… Күп тә үтмәй, уларҙы “Таһир менән Зөһрә” тип йөрөтә башланы бөтөн урам. Ғашиҡтарҙың етәкләшеп килеүен күрһәм, күҙем ҡыҙа ҡыҙыуын. Их, оҙатырға ине бер тапҡыр булһа ла шул ҡыҙҙы!..
Бер көн тоттом да уйымды ярҙым да һалдым: ”Һинең урынға киноға барайым әле, ирмәк булһын… Оҙатайым теге сибәркәйҙе. Бер кем дә һиҙмәҫ…” Ғәҙелһеҙлектән – изгелек, йәмһеҙлектән матурлыҡ эҙләй торған ғәҙәте бар ағайымдың: өндәшмәне, йәтешле итеп, шым ғына йылмайҙы. Миңә етә ҡалды: шул көндән башлап, ирмәктән ҡыҙыҡ эҙләп, уны-быны уйламайынса, һары баштың артынан бер тотам да ҡалмайынса йүгерә башланым…
Мауығыуым шундай көслө: кинонан һуң, Розалинаны оҙатып ҡуйғас, өй эргәһендәге эскәмйәлә оҙаҡ ултырам, китә алмайым. Ҡаҙаҡлап ҡуялармы ни мине. Ул йоҡлаған өй нигеҙе эргәһендә ултырыуҙан күңелемә рәхәт. Урам һилгә ҡалып, аяҡ тауышы тынғас, йәнем тынысланып ҡайтып китәм. Янына ағайым килеп ҡуймағайы, йәнәһе. Бер көн шулай, егеттәрҙе йыйҙым да, ныҡ итеп иҫкәрттем:
– Ҡырмыҫҡа булмайыҡ, Һары баш – минеке. Ишетһен ҡолағығыҙ!
– Әйтмәһәң дә, кем белмәгән, һин, – тип, бер-береһенә күҙ ҡыҫышып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты урам егеттәре. Уйынлы-ысынлы, шәләй-бәләй йөрөргә яратмаған йомшаҡ тәбиғәтле, ғорур холоҡло ағайым йөрәк әрнеткес хис-тойғоларын, күңелен тетрәткән ярһыуҙарын нисек баҫҡандыр… Уны уйларға башым етмәй, хатта бөгөн дә… Был шаталаҡлы мауығыу булмағайны һымаҡ, ә утлы, ялҡынлы мөхәббәт ҡамытын кейеп, өр-яңы ылыҡтырғыс донъяла гиҙеүем ине үҙемсә…
Һәр нәмәнең башы булған һымаҡ, аҙағы ла яҡын йөрөй. Шулай, һөйөүем “температура”һы өтөп йығыр мәлгә еткәс, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, борғаланып-һырпаланып ҡайтып индем дә: “Мин кәләш алам” – тинем өйҙәгеләргә. Әсәйем: “Аб-ба, вәт эштәр… икегеҙ бер юлымы?” – тип бот сапты. Бығаса тып-тыныс йөрөгән ағайым:
– Башта – мин, – тимәһенме…
– Ашыҡ-бошоҡ өсәү-ара хәл итә торған нәмә түгел, уйлашырбыҙ, һөйләшербеҙ, – тип, оҙаҡ уйланып ултырҙы ла, ҡырт киҫте әсәйем:
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: башта – ағайың…
 
Башыма боҙло һыу һиптеләрме ни! Сәбәләндем:
– Уның күҙ терәп торған ҡыҙы юҡ таһа, Розалина мине ярата...
 
Ағайым ашыҡмай-бошмай, ярһымай, тигеҙ тауыш менән:
– Бар! Аҙна-ун көндән уҡыуын тамамлап ҡайта һәм – туй, – тип өҙҙө.
– Аҡса биреп тә ышандыра алмаҫһың!
– Тырышмайым да.
Әллә ысын, әллә буш… Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуым көндән-көн артты. Ихлас, ең һыҙғанып әҙерләнәләр килен төшөрөүгә ағайым менән әсәйем. Бер уйлаһаң, ышанмаҫлыҡ та түгел. Килен тигәнең Розалина булып ҡуйһа? О-о-о, юҡ, юҡ! Нимә уйлайым мин иҫәр…
Ошолай ике уйҙа, бер юлда йөрөй торғас, ниһайәт, түҙемһеҙлек менән көткән көн килеп етте. Фәрештә түгел, әммә буй-һыны, бер тамсы ла буяу теймәгән, бер аҙ алһыуланып торған ап-аҡ йөҙө, һөймәлекле бит остары, эҫкәк теймәгән ҡарлуғас ҡанатындай ҡаштар, сәскәләй һылыуҡайға нәфислек өҫтәгән ҡурсаҡтыҡы кеүек аяҡ-ҡулдар – быларҙың бөтәһе лә мине айран-вайран итте. Ҡаушауҙан, албырғауҙан торған урынымда һүҙһеҙ ҡалдым: көрәнһыу йәшкелт, ҙур күҙҙәренә күпме ҡарап торһаң да туйырлыҡ түгел. Бына күр!.. Етмеш тапҡыр үлсәп, бер киҫергә баҙнат итмәгән, тауыш-тынһыҙ йөрөгән ағайым. Шулай табыныулы ҡиәфәттә торғанымда, ағайымдың зиһенгә һуғырлыҡ, тантаналы һәм ышаныслы тауышы уятып ебәрҙе мине:
– Тиҙҙән оҙайлы эшкә юлланам, туйығыҙҙы ашыҡтырайыҡ. Сират – һиңә…
Миңә ҡарата әйтелгән был һүҙҙәр ағайымдың баһаһын күтәреп ебәрҙе кәләше алдында. Матур, татлы тауышлы еңгәйҙең ағайымды йөпләп нимәлер һөйләгәне ҡолағымды иркәләне. Ул икебеҙгә лә мәғәнәле ҡарап алды ла, ҡара, оҙон, йылҡылдап, ялтырап торған сәс толомон үҙенең яурыны аша ташлап, ап-аҡ, аҡҡош ҡанатындай ҡулдарының нәфис бармаҡтары менән ағайымдың беләген эләктереп, ҡайҙалыр әйҙүкләне. Уларҙың баллы-ләззәтле мәлдәре ине был…
Төнө буйы керпек ҡаҡмай сыҡтым. Әсәй ҙә туйҙы ашыҡтыра: “Һөйгән йәр – һөйәгең елеге бит ул. Көттөрҙөк… Ағайың эшкә китмәҫ элек…” Тегеләй ҙә былай… Теге кәрәк, был кәрәк… Фәлән дә фәсмәтән… Хәбәрҙәрен бер-бер артлы теҙә генә. Минең мейене икенсе бер уй быраулай: ә ниңә ул сибәркәй ағайҙыҡы, минеке түгел. Эсемдә – ҡойон, буран… Йәнемде ҡорттар кимерә…
Мәңге һүнмәҫ мөхәббәт ялҡыны ялмап алғайны ла бит икебеҙҙе лә. Осрашҡан һайын: “Яратам мин һине”, – тигәйне Розалина. Аһ, нимә булды миңә? Ҡайҙан хасил булды был тетрәндергес хәл-ваҡиғалар? Күҙгә-башҡа күренмәй йәшәгән ағайым сәбәпсе булды түгелме? Эйе, эйе, ағайым шул!.. Ағайым!.. Ә минең күңелемдә – тик һары баш, йәшел күҙ…
Һәр ваҡыттағыса, ағайым оҙон аҡса артынан китте Себер яҡтарына. Дин юлында йөрөгән әсәйемде көн дә тип әйтерлек аят аштарына саҡыралар. Ә мин эштән һуң, бер кемгә лә әйләнеп тә, боролоп та ҡарамайынса, туп-тура йүгерәм өйгә. Бер генә минутҡа ла еңгәм уйымдан сыҡмай, уның йондоҙ булып балҡыған күҙҙәре роботҡа әүерелдерә мине. Элек икмәк киҫеп, сәй яһап эсмәгән мин – бөтөн өй эштәрендә еңгәмдең ярҙамсыһы. Юҡ, юҡ, уның наҙлы ҡарашына ла, миңә яңылыш ҡына йылмайыуына ла өмөт итмәйем, хатта өнәмәйем дә, кәрәкмәй ҙә… Беләм үҙ урынымды. Секунд һайын: “Ул – ағайҙыҡы, ярамай”, – тигән талап мейемде сүкей. Үҙем дә һиҙмәҫтән, уға һәр саҡ йомшаҡ һәм яғымлы мөғәмәләләмен. Һоҡланып та бер һүҙ ысҡындырмайым, яңылыш та ҡағылмайым, хатта оҙағыраҡ ҡарап торһам, гүзәл нәфислеге ыуалып төшөр һымаҡ.
Онотолоп еңгәмде күҙәтһәм, күңел кинәнесенә сумам. Әммә шул саҡ “ағайымдыҡы” тигән уй мейемде үртәй башлаһа, мең ярсыҡтай төрлө яҡҡа һибеләм – ярһыулы, әсе үкенес солғап ала. Шулай булһа ла, ауырһынмайым, миңә бер ни ҙә кәрәк түгел: иртән дә, кисен дә йоҡо бүлмәһенең ҡыҫыҡ ишеге аша уны күҙәтеүемде дауам итәм. Аһ! Ниндәй илерткес тамаша! Ҙур көҙгө алдына барып баҫыуын, сәсен тағатыуын, сисенеүен, утты һүндереүен стена аша тоям, хатта уның менән бергә йоҡлап китәм кеүек…
Әйтәһе түгел, төрлө хистәр ҡайнаша. Уның матурлығы сәмемә тейә. Күңелемә ят, уҫал, хәсрәтле бер уй оялай башлағанын да һиҙәм, ләкин уға ҡаршы көрәшә алмайым – көсһөҙмен. Еңгәмдең бығаса бер кем дә белмәгән тылсымы йәки берәй сихыры бармы икән әллә, тип уйлап ҡуям ваҡыты-ваҡыты менән. Ут өҫтөндә бейегән һымаҡ булып йөрөһәм дә, шуға артығы менән ризамын. Шулай көн артынан көн уҙа…
Себерҙән ағайҙың ҡайтыуын көтәбеҙ… Тик өсөбөҙҙә – өс төрлө хәсрәт. Еңгәм ағайҙы көтһә, минең уйым – еңгәмдә. Ә әсәйем әйләнгән һайын бер үк хәбәрҙе тылҡый: “И-и-и, ғәзиз туғанҡайым түшәк тартып ауырып ята, ҡарар кешеһе юҡ, мин тәрбиәләргә тейеш бит… Ағайың тупһаға аяҡ баҫыу менән юлланыр инем ауылға… Оҙаҡланы”.
Ағайым ҡайта… Еңгәм – бәхет күгенең етенсе ҡатында. Ашын, бәлешен бешергән, затлы кейемдәрен кейгән, аяғы ергә теймәй, күбәләктәй осоп йөрөй, әле ишектә күҙе, әле тәҙрәлә… Күп тә үтмәй телефоны зыңлай. Теге остан: ”Тағы бер айға ҡалдырҙылар, төҙөгән комплексты тапшырып өлгөрмәнек”, – тигән тауыш ишетелә. Был яҡтан еңгәм: ”Һағындым, артыҡ түҙеп, былай йәшәү мөмкин түгел, һине көтөп, арыным!” – тип шым ғына илап ебәрҙе. Нурлы йөҙөн ағыуланылармы ни… Бөтөнләй икенсе кешегә әүерелле лә ҡуйҙы. Бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме: ул мең ҡат ғазапҡа батып, илап ултырһа ла, мин уны ләззәтләнеп күҙәтеүҙән һис тә биҙмәйем.
…Ҡайтмаһа ни, ҡайтмаһын. Оҙағыраҡ йөрөһөн, эштә уны һәр саҡ шулай тотҡарлайҙар, бер бөгөн түгел. Бала сағынан уҡ эшкә бөткән йөк аты бит ул. Их, уның урынында мин булһам!..
– Ҡайтып килә! – тине, минең татлы уйҙарымды бүлеп, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, ихлас, күтәренке кәйеф менән еңгәм.
Күп тә үтмәне, йәнә телефонының төймәләрен баҫҡыслап:
– Самолеты күпмелер ваҡытҡа тотҡарлана – һауа юлы ябыла… – тип, ни әйтергә белмәй ҡараны миңә.
“Кирегә бөткән нәмә”, – тип ысҡындырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым… Теләмәгәйнем ағайымды түбәнһетергә. Килеп сыҡты, нисектер, уйламағанда. Ә еңгәм, эске ныҡлығын, түҙемлеген юғалтып, өмөтөнән төңөлгән кешеләй, шарт-шорт баҫып, инде лә бикләнде үҙ бүлмәһенә. Тик торғанда эҫе һыу һиптеләрме ни башыма. Балта телем менән кәрәкмәгән, уңайһыҙ һүҙҙе урынһыҙ әйттем: еңгәм, һағындым, тигәндә, һинең ҡайғың юҡ бында, тигән һымаҡ яңғыраны был.
Ул мәлдең һәр сәғәте, минуты онотолмаҫ уй-кисерештәр булып аңыма һеңгән, юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырып, йөрәгемә яҙылған… Тәүгеһе: әсәйемдең бер туғаны, инәйебеҙ мәрхүм булып ҡалды. Йыназаға тип ауылға юлланғайны ул кисте әсәйем.
…Ете төн уртаһында ҡапыл ел-дауыл сыҡты. Эйе, эйе, бөтә нәмәне дер һелкетте, хатта күршеләге бейек йорттоң ҡыйығын алып быраҡтырҙы ул ғәрәсәт. Ҡайҙалыр нәмәлер ауҙы, бикле торған тәҙрәләр шартылдап асылды… Был ни хәл?! Еңгәмдең бүлмәһен йәшен һуҡтымы ни! Һиҙмәй ҙә ҡалдым урынымдан һикереп тороп баҫҡанымды. Ишеген ҡағам – асмай. Оҙаҡ уйлап торманым, ишеген бер тибеп астым да индем: тәҙрәләр шар асыҡ, еңгәмдең иҙәндән түшәмгә тиклем һуҙылған ҙур көҙгөһө төрлө яҡҡа селпәрәмә һибелгән, үҙе, төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа ҡарап, мышнап илай. Йәлләнем. Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡосаҡлап алдым. Еңгәм ҡурҡып китте:
– Ниңә индең бында?
– Һуңғы ваҡыттарҙа гелән илағаныңды ишетәм… Әле көслө ел-дауыл ҡупҡанға ғына…
– Дауыл булмаһа ла, йоҡламаҫ инем, түҙер хәлем ҡалманы.
– Күпте түҙгәнеңде, әҙгә түҙеп булмаймы ни?
– Миндә һинең ни эшең бар? Тиҙ бул, сыҡ!
Бер кискә кер мейескә, тиҙәрме әле? Әллә шайтан ҡотортто: һә тигәнсе гөрп итеп тоҡандым да әйләндем Иблискә. Эйе, эйе, тап шул минутта тотанаҡһыҙ дәртемдең ялҡыны ялманы икебеҙҙе лә. Ул минең ҡосаҡта башы-тояғы менән әүәләнергә әҙер баллы-татлы шәрбәт ине. Мин унан айырыла алмай ғазапландым… Ах, ул татлы минуттарҙың аҙағы ғына әсе, бик әсе!
Таң һарыһы менән ағай ҡайтҡанда беҙ һаман да бергә инек әле…
Ул саҡтағы йәп-йәш ағайымдың аптыраған, меҫкен йөҙө күҙ алдыма баҫты: беҙҙе күргәс, ике ҡулы менән күҙҙәрен ҡаплап, иҙәнгә сүгеүе, бер-нисә минут үткәс, йәшен тиҙлегендә урамға атлығыуы… Уйҙарымдан арынып, үҙ хәлемә ҡайтҡас, үҙәк өҙгөс әрнеүле тауыш менән өйҙө яңғыратып, ҡысҡырып ебәрҙем: “Мин иҫәр!.. Ни ҡылғанмын?!”
Ул аҡылһыҙ миҙгелдәрҙе бөгөн кисерһәм, һис шикһеҙ, йөрәгем шартлап үлгән булыр инем. Йылдар үткән һайын ҡәҙерлерәк күренәһең, ағай! Үткәндең әселәре өсөн ғәфү үтенәм!
…Ике битем ут булып яна, маңлайымдан атылған бөртөк-бөртөк тирҙәр яңаҡтарымды йыуа. Шул саҡ ағайым яҡын килде лә мине ҡосаҡлап алды:
– Булыры – булған, уҙыры – уҙған… Әсәйҙе рәнйетмәйек, бергәләп ҡәҙерләйек... Ул һине бик, бик оҙаҡ көттө!..
Был һүҙҙәрҙе ишеткән әсәйемдең кәүҙәһе турайып китте. Күпте күргән булмышының ихласлығы тирә-яҡҡа яҡтылыҡ, йылылыҡ һипте һәм ул үҙ алдына һөйләнде: “Донъя бит ул… Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ… Әйҙәгеҙ, сәйгә яҡынлағыҙ!..”
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: