Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Август 2021, 14:30

САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ

Әсәһенең мыштырлауы Нурияны сығырынан сығарҙы. Етәгендәге ҡустыһын да урынында тыйып тотоу мөмкин булмай башлағас, ҡыҙыҡай сабырһыҙлығын да, асыуын да тауышына сығарҙы: – Әсә-ә-әй! – Йә-йә... Мына, әпәкәйҙе генә алам да... – Үҙе мейестән һөйрәп алған эҫе икмәктәрҙе урындыҡтағы киндер япмаға ауҙарып төрөп, ҡапҡа төбөнә өйөп ултыртҡан аҙыҡ-түлеге, кәрәк-ярағы өҫтөнә алып сығып һалды һәм: – Булды... – тине. Шуны ғына көтөп торған Нурия, ҡустыһын ҡыҫып тотоп торған усын яҙып ебәрҙе, тегеһе эләгә-тәгәрәй әсәһенә йүгерҙе лә барып итәгенә ҡапланды. Әсәһе бәләкәсенең арҡаһынан ҡаға-ҡаға, ынтылып ҡарап, ылау көттө. Асия апаһы ат егеп, өләсәләрен ултыртып килеп етергә лә Нурияларҙың да ғаиләһен алып китергә тейеш ине. Оҙаҡлайҙар! Унда ла ошолай һуҙылаларҙыр, өләсәһенең яйлап йөрөп йыйынырын белә ҡыҙыҡай, шуға ла сабырһыҙлана. Хәленән килһә, барып елтерәтеп алып килер ине әбей менән ҡыҙын, йә һабантуй яланына йүгереп тә китер ине. Тик былай ярамай шул. Ололарҙың ҡыланышына түҙергә генә ҡала.

САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ

Повесть

Әсәһенең мыштырлауы Нурияны сығырынан сығарҙы. Етәгендәге ҡустыһын да урынында тыйып тотоу мөмкин булмай башлағас, ҡыҙыҡай сабырһыҙлығын да, асыуын да тауышына сығарҙы:

– Әсә-ә-әй!

– Йә-йә... Мына, әпәкәйҙе генә алам да... – Үҙе мейестән һөйрәп алған эҫе икмәктәрҙе урындыҡтағы киндер япмаға ауҙарып төрөп, ҡапҡа төбөнә өйөп ултыртҡан аҙыҡ-түлеге, кәрәк-ярағы өҫтөнә алып сығып һалды һәм:

– Булды... – тине.

Шуны ғына көтөп торған Нурия, ҡустыһын ҡыҫып тотоп торған усын яҙып ебәрҙе, тегеһе эләгә-тәгәрәй әсәһенә йүгерҙе лә барып итәгенә ҡапланды. Әсәһе бәләкәсенең арҡаһынан ҡаға-ҡаға, ынтылып ҡарап, ылау көттө. Асия апаһы ат егеп, өләсәләрен ултыртып килеп етергә лә Нурияларҙың да ғаиләһен алып китергә тейеш ине. Оҙаҡлайҙар! Унда ла ошолай һуҙылаларҙыр, өләсәһенең яйлап йөрөп йыйынырын белә ҡыҙыҡай, шуға ла сабырһыҙлана. Хәленән килһә, барып елтерәтеп алып килер ине әбей менән ҡыҙын, йә һабантуй яланына йүгереп тә китер ине. Тик былай ярамай шул. Ололарҙың ҡыланышына түҙергә генә ҡала.

Ниһайәт, үрге урамдан келтерҙәп килгән арбалы ат күренде.

– Апайҙар! – Нурия ҡулына беренсе эләккән төйөнсөктө тотоп алға ынтылды.

– Тороп тор! Түгеп-сәсеп бөтәһең бит тамаҡты, – әсәһе ҡулынан йыуаса төйнәлгән яулыҡты тартып тигәндәй алып, тағы балаһын етәкләтте, – Мә, ҡустыңды тотоп тор, аниһә.

– Шәпме, килен? Һаумыһың, балдар... – арба түрендә аяҡ һуҙып ултырған Сәйҙә ҡарсыҡ алға ынтылды, – Ҡана, улымды алдыма бирегеҙ.

Йөктө тейәгәс, ҡоромло ҡаҙан-баҡырсаларҙы арба артына бәйләгәс, Нуриялар ҙа урынлашып, ҡарт бейәне ҡыуалап киттеләр. Ауылдан уларҙан алда ла, арттараҡ ҡалып та сыҡҡан арбалылар, һыбайлылар бар.

– Йә-ә... быйылғы һабантуйҙы ла күрмәксебеҙ, Аллаға тапшырып. Анан бесән башталыр ҙа ураҡ етер... Анан, ана тора көҙөң. Ҡышыңда кем бар ҙа кем юҡ... Йә инде, шулай үтә лә китә ғөмөр...

Өләсәһенең әллә уларға, әллә үҙ алдына һөйләнеп барыуын тыңламай ҙа Нурия, уның атты шәберәк атлатҡыһы килә. Шуға сыҙамай, Асия апаһының ҡулындағы дилбегәнең бер яғын алып ҡағып ебәрә:

– Но-о! Тиҙерәк бул!

Тик бейә ыжламай, нисек һәлмәк килгән булһа, шулай барыуын белә. Нурия, ярҙам һорап, апаһына ҡарай:

– Һуңлайбы-ы-ыҙ...

– Ай, әттәһе... ҡабаланды бит, – ти әсәһе асыуһыҙ ғына.

– Ҡайғырма, балам, бис өлгөрөң, – тип йыуата өләсәһе, – бәйгеһен дә, көрәшен дә, уйынын да ҡарарбыҙ...

– Көрәш кәрәкмәй миңә! Мин дикламация һөйләйем.

– Өлгөрөрһөң аныһына ла.

– Өлгөрөрһөң һиңә... мынау атығыҙ менән, – ҡыҙыҡай арба алдында ятҡан сыбыҡты алып уҡ һауала жыйлата. – На-а тинем бит!

– Ошонан шәберәк бара алмай, ҡарт бейә, ана, өләсәңде йүгертеп булмай бит, шуның кеүек быны ла ҡыуаларға ярамай, – тип аңлата дилбегә тотҡан апаһы. – Ашыҡма, ҡара, барыһы ла яңы китеп бара.

– Атай иртә менән китте инде!

– Атаңдың эше шул – һабантуй үткәреү, – һәр һүҙенә лә ололарҙың яуабы бар. Ул арала әсәһе:

– Тик кенә ултыр, күлдәгеңде тәпәрләп бөттөң, сәхнәгә ойпаланып сыҡмаҡсыһыңмы? – тип тыйып та ҡуйҙы.

Нурияға күнергә генә ҡалды.

 

Оҙон һабантуй яланының бер яҡ ҡырын йылға киҫеп, йылғаның аръяғы тау үренә менеп китә. Шул йылға ярына буйҙан-буйға теҙелеп-һибелеп киткән халыҡ. Килеп урынлашып, кемдәрелер ҡаҙан аҫып ут яғып, иртәлерәктәре танауҙарҙы ҡытыҡлар ит еҫе лә сығарып өлгөргән. Нурияларҙың ылауы ла үҙ сираты менән килеп, йәш ерек төбөндә туҡталды. Апаһы менән әсәһе етеҙ йөрөп арбалағыларҙы бушатты ла, атты сауҡа араһына алып барып арҡалағас, яр ситенән эрерәк таштар йыйып уратып теҙеп, шуның уртаһына ут тоҡандырып ебәрҙеләр. Ҡаҙан аҫылып, уның эсенә иртәнсәк кенә салып йолҡолған ике тауыҡ сумды, ҡуҙ төшә башлауға усаҡ ситенә картуфлы көршәк

ҡуйылды. Һурпа тандыр ҡайнауға күскәс, ҡатын-ҡыҙ бер һыуһын уйын ҡарап килергә булып ҡуҙғалды.

Сәхнә эргәһенә йыйылған халыҡ янына етеүгә, йыйыла барғандарҙың, нисектер, байрам ғәҙәтенә хас булмағанса шымып, һағайып ҡалғандарын аңғарып, арттағыларҙан һораштылар:

– Нимә һөйләй шул?

Тыңлап торғандарын аңламай ҡалған ҡатындар ҙа үҙ-ара шыбырлашты:

– Һуғыш тинеме?

– Шулай тей бит...

– Аһ-аһ... Ниндәй һуғыш икән һуң?

– Сеү әле! Ишеттермәйһегеҙ...

Сәхнәләге оратор улар яғына боролоп дауам итте:

– Бына шундай хәбәр бар, иптәштәр! Һабантуй булмай! Илгә бәлә килгәндә, байрам ҡайғыһы юҡ! Егерменән ҡырҡ бишкә тиклемге ир-егеттәр, канторға йыйылабыҙ!

Нурия кире туҡталҡаларына ҡарай юлланған әсәләре артынан йүгереп ҡыуып етте:

– Кәнсирт булмаймы? Әсәй!

Әсәһе уны ишетмәгән шикелле алдына тура ҡарап барыуын белде. Ҡыҙыҡай апаһының еңенән эләктереп алды:

– Нишәп китәбеҙ?

– Шаулама... Булмай байрам, – апаһының да ҡобараһы осҡан.

Еңмешләнеп иларға ла тартынмаҫ ине инде, тик ололарҙың сәйерлегендә ниндәйҙер үтә етди һәм шомло нәмә барлығын һиҙенгән ҡыҙыҡай улар ҡатарынан ыңғай атлап китте.

Ҡатын-ҡыҙ йәһәт кенә усаҡтарын таратып һүндереп, аттарын егә һалып ҡуҙғалды. Бешеп сыҡҡан тауыҡтарҙың татлы еҫе танауҙы ҡытыҡлаһа ла, уларҙы һалып ҡаплаған ҡоштабаҡҡа үрелеүсе булманы. Халыҡ дәррәү ҡубып, кемеһе арбала, кемеһе йәйәү ҡайтыуға юлланды. Йәнәш барғандар ҙа һөйләшмәне, һәр береһе үҙ уйына сумып ҡалғайны. Нурия сираттағы тапҡыр, был юлы инде шым ғына итеп, әсәһенә өндәште:

– Нишәп һабантуй булмай, әсәй? Дикламация һөйләмәйемме атыу?

Ниһайәт, әсәһе уға иғтибар бүлде:

– Һуғыш башланған ти бит...

– Һуғыш? Кемдәр һуғышҡан, ти? Ғәйфулла ағаймы әллә? – күршеләрендәге яндырай Ғәйфулланың ғына һуғышҡанын күргәне булған ҡыҙыҡай аптырай. – Барыһы ла шунан ҡурҡалармы әллә? Атайым дамы?

– Юҡ... Икенсе һуғыш. Ҙур һуғыш.

– Ә кемдәр һуғыша? – Нурия һаман ныҡышһа ла, уға аңлатып биреүсе табылманы. Әсәһе ҡабаттан үҙ эсенә бикләнде. Өләсәһе эстән нимәлер көйләгәндәй, шул көйөнә тирбәлгәндәй булып килә. Уның алдындағы ҡустыһы хыр-пыш йоҡлай. Һыуынып етмәгән итле табаҡты ҡосаҡлап тотоп килгән Асия апаһы бөтөнләй артҡа ҡарап ултырған. Ә Нурияның белгеһе килә. Улай бар ауыл ҡурҡып ҡасып

китерлек булып кемдәр һуғыша икән? Күрше Ғәйфулла ағай болара башлаһа, атаһы уны шаҡарып тотоп тынысландыра, бик булмаһа, бәйләп тә һала ала. Шунан башҡа һуғыштың барлығын һәм булыу мөмкинлеген аңламаған бала аҡылы ҡайҙалыр уның кеүек үк бәләкәстәр өҫтөндә бомбалар ярылыуын, уның өләсәһе һәм әсәһе кеүек ҡатындарҙың сабыйҙарын тотоп сабышыуын, атаһы һымаҡ ағайҙарҙың һәм апаһы кеүек ҡыҙҙарҙың яуға юлланыуын белмәй. Ҡайҙан белһен инде?..

 

Һәр береһенең телендә “һуғыш” тигән дәһшәтле, әммә күҙгә башҡа бер нисек тә салынмаған һәм тойолмаған һүҙ булһа ла, Нурияларҙың өйөндә артыҡ үҙгәрештәр һиҙелмәй әле. Шулай уҡ ултырып ашайҙар, шулай уҡ йоҡларға яталар, тороп ғәҙәти эштәр менән булалар. Атаһы, көндәгесә, балаларына күренмәй: таңдан китә лә ҡара төндә ҡайта. Әсәһе лә колхоз эшендә. Шулай ҙа ул иртәнге сәйҙе һәм кискеһен үҙе яратып өлгөрә. Бише яңы үткән Нурия менән саҡ имсәк ташлап йөрөгән ҡустыһы өләсәй ҡарамағында ҡала ла, ҡыҙыҡайға шул мыжыҡ баланың ыңғайына йөрөп ятыу бурысы һалына. Өләсәһенең ҡулында бар хужалыҡ та мал-тыуар.

Башта һиҙелмәһә лә, тора-бара һуғыштың һөрөмлө һулышы ауылда ла тойолдо. Кешеләрҙең йөҙө борсоулы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙыҡы уйсанға әйләнде. Быны иң тәүҙә әсәһендә һиҙҙе ҡыҙсыҡ. Уның өндәшмәҫ булып ҡалыуы, һағышлы, ҡайһы саҡ нимәнәндер ҡурҡҡандай ҡобараһы осоуы баланы ла өйрәнелгән тыныслығынан сығара, камил донъяһын сайҡалта ине.

Кистәрен ауыл ирҙәре урамдар буйлап “Раз-два!”ға баҫып йөрөй, унан ҡалһа, ситкәрәк китеп һуғыш уйыны уйнай. Һәм юҡҡа ла түгел, ураған һайын кемдәрҙелер оҙатып торалар. Китеүселәрҙе күтәренке кәйефтә оҙаталар. Сөнки һуғыштың тиҙ арала тамамланырына, дошманды бара һалып дөмөктөрөп ҡайтырҙарына ышана һәр кем. Китеүселәр ҙә, ҡалыусылар ҙа шул өмөттә. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ нимәлер тойопмо, әллә асылдары шул булыпмы, йәшереп кенә балауыҙ һығып ала. Ирҙәрен йә башҡа туғандарын оҙатыусыларҙың, әсәһенә инеп ултырғанда, тауыш-тынһыҙ ғына ауыҙ баҫып буҙлағандарын үҙе күреп йөрөй Нурия.

Көҙгә ҡарай атаһын да саҡырҙылар. Бығаса колхоз уңышын йыйып бөтөрөүҙе ойоштороп ҡуйғандарын көткәндәрҙер, бер юлы әллә нисә ир-егетте оҙатты ауыл. Атаһы, бығаса һис ҡасан булмағанса, ярты көндәй өйҙә булды, һарыҡ һуйҙы, ишек алдын һепереп ҡуйҙы, аҙбарҙа әллә нимәләрен йыйыштырып, рәтләп аҙапланды. Унан ғаилә мунса инеп сыҡты. Унан күрше-тирә, туған-тыумасалар йыйылып, урам алдындағы сиҙәмдә ашъяулыҡ йәйеп, ҡунаҡ булды. Ирҙәр бал эсте. Хатта йырлашҡансы ла ултырҙылар. Әммә береһендә лә күңел күтәренкелеге, мәжлес шауҡымы тойолманы. Күпмелер күңел бушатып, ниндәйҙер хәлгә еткәс, ҡапыл барыһы бер төптән ҡуҙғалып ҡайтышып та бөттө. Нурия аҙаҡ атаһының көслө беләктәрендә бәүелеп китеп барғанын, унан йөн юрған менән баҫырып һалып ҡуйылғанын ғына хәтерләй, ҡалғаны йондоҙло күк тә, ҡыйырсыҡ ай ҡарамағына ғына ҡала. Атаһы менән әсәһенең хушлашыу төнөндә керпек тә ҡаҡмағанын, атаһының һуҡыр шәм яҡтыһында үҙенең

йөҙөнә оҙаҡ текәлеп ултырыуын, йомшаҡ сәстәрен еҫкәүен, әсәһенең уның ҡосағына сумып һыҡтап илауҙарын белмәй. Ҡайҙан белһен инде?..

 

Ошолай бөтөн донъя яҙмышы хәл ителгән мәлдә быуаттар дауамында ил яуҙарында сапҡан башҡорт халҡы ябай һалдат ҡына булып ҡала аламы ни инде? Юҡ, әлбиттә! 1941 йылдың 13 ноябрендә, дошман Мәскәү эргәһенә килеп еткәндә, халыҡтың теләге, уның ихтыяры Өфөгә килеп төшкән телеграммала сағылды:

“Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы хеҙмәтсәндәренең теләген хуплап, Дәүләт Оборона Комитеты Башҡортостан ерендә ашығыс рәүештә ике – 112-се һәм 113-сө – Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөргә рөхсәт итә”.

Кавалерия дивизияһы төҙөү Башҡортостан Автономиялы Республикаһының сағыу бер һыҙаты ғына ине. Бында бер кавдивизия ғына булдырылманы. Һуғыш алдынан Башҡортостандан ебәрелгән 186-сы уҡсылар дивизияһы яугирҙәре был мәлдә фашистар менән сая алыша ине инде. Ноябрь айында 361-се уҡсылар дивизияһының да һуңғы эшелоны Өфөнән китте. Тиҙ арала 214-се Невель уҡсылар дивизияһы, кавалерия, миномет, артиллерия частары төҙөлдө. Уларҙың һәр береһенә яугир генә түгел, кейем-һалым, транспорт, аҙыҡ-түлек, мал аҙығы һәм башҡа ваҡ-төйәге кәрәк булды. Тик 1941 йылда ғына ла Башҡортостан Ҡыҙыл Армияға 50 мең ат, ун мең арба, ун мең автомашина бирҙе.

Атлы дивизия төҙөү ҡарар ителгән көндән алып республикала тормош һәм хеҙмәт тиҙлеге ике-өс тапҡырға артты, ҡала-район хеҙмәтсәндәре ал-ял белмәйенсә милли кавдивизия төҙөү мәшәҡәттәренә сумды.

 

Атаһы көҙ башында һуғышҡа алынған булһа, ҡышҡа инеп, тышҡа сығып йөрөүҙәр һирәгәйеп, оҙон кистәрҙе ярымһуҡыр шәм яҡтыһында үткәргәндә, Нурия әсәһендә ниндәйҙер үҙгәрештәр аңғара башланы. Ҡуҙғалыуы ла яй, туҡтауһыҙ ынтылып, алдына алыуҙы һорап торған ҡустыһын да йыш ҡына ситкә этә, “ҙурһың бит инде” тип тыя. Хәҙер уларға көн дә тигәндәй Асия апаһы килә, кәбәндән малға бесән ҡутарыу, кәртә көрәп түгеү һымаҡ ауыр эштәрҙе башҡарып китә. Йыш ҡына йоҡларға ла ҡала. Бында ниндәйҙер ғиллә барлығын төшөнһә лә, асығын ғына белә алмай йөрөй ине, һуңғы тапҡырҙа, йоҡлап китә алмай ятып, ололарҙың һөйләшеүен ишетте.

– Тегеләрендә бер ҙә улай булмағайнысы, йүгереп йөрөлгәйне... – ти әсәһе, һыңар ҡулы менән билен ыуып.

– Һәр бер бала үҙ фиғеле менән ярала тине бит һиңә ҡәйнәң, – тигән була Асия апаһы.

– Эсем дә килеп шәп үҫә. Килеп билдән тотоп ҡатыра...

– Ағайым нимә яҙа? Исем атап ҡуйманымы әле?

– Ҡуймаҫ. Ҡуйҙы-ы... Ҡыҙ булһа, Нураниә, малай булһа, Нурислам тип ҡуш, тип яҙған ине үткәндәге хатында уҡ. Быныһына исемде үҙем бирермен тиһәм, хут бирәме ул һиңә ир.

– Ярай, матур исемдәр бит. Өйөң тулы нур була инде был тиклем нурлы халыҡтан, – апаһы шым ғына көлә.

– Эй Алла!.. Аталары ғына имен-һау ҡайтһын инде, “ыһ” та итмәй өстө түгел, унды табыр инем мин уға, – әсәһе ауыр көрһөнә. – Рәйсә апай улына “пахарунка” алған тигәс, ферманан өйгәсә туҡтамай йүгергәйнем... Ҡайта һалып етәйем, мине лә шундай ҡағыҙ көтөп ятмаймы икән тип ҡот осоп... Шуға ҡуҙғыны шикелле эсем дә.

Ҡатындарҙың шыпырт ҡына һөйләшеүенән Нурия тиҙҙән тағы ла бер бәпес булаһын төшөндө. Әммә уны бер нисек итеп тә күҙ алдына килтерә алманы. Ҡайҙан килер икән ул, тип уйланы. Уны һәм ҡустыһы Нурлығаянды йылғанан тотоп алғандар. Ә был баланы тотоу өсөн йылға туңған. Үткәндә генә апаһы менән мал эсерә барғанда үҙ күҙҙәре менән күреп, боҙ шыуып ҡайтты. Һәм был хаҡта белмәйсә йоҡлап та китә алмай, шуға шундуҡ асыҡлап ҡуйырға булды:

– Ә бәпәйҙе ҡайҙан алаһығыҙ?

Әңгәмәселәр ҡапыл тынып ҡалды ла пырхылдап көлөшөп алды. Асия апаһы килеп, юрған аша тыпылдатып һөйҙө:

– Ҡыйығығыҙ һалам икән дә тырансаһы һирәк икән, һыу үткәрә.

Нурия һаман ныҡышты:

– Ҡайҙан? Йылға туңған.

– Уға тиклем ирей ул. Йәй еткәс, көндәр йылынғас, сәскәләр асылғас ҡына ағып килә бит бәпестәр. Аңланыңмы? – үҙе әсәһенә ҡарап күҙ ҡыҫып алырға ла онотмай.

– Аңланым, – нимәһен аңламаҫҡа инде, был тарихты белә бит инде ул: әсәһе кер сайҡарға бара ла бәпесте тотоп ала. Шулхәҡиҡәттән һуң Нурияның буласаҡ бәпескә ҡыҙыҡһыныуы һүнә лә боролоп ятып күҙҙәрен йома.

 

Бер көн уларға ауыл уртаһындағы ҡоҙоҡ янында йәшәгән Хәҙисә инәйҙең улы Ибраһим килеп инде. Инер алдынан ҡаты итеп ишек ҡаҡты.

– Һаумыһығыҙ, Һауа еңгәй! Ни хәлдәрҙә йәшәп ятаһығыҙ?

– А-аһ, Ибраһим... – әсәһе бер тапҡыр ҙа килгәне булмаған был егеттең ҡапыл юлы төшөүенә лә, үҙҙәренең бала-саға менән болара биреп ултырыуҙарына ла уңайһыҙланғандай итте. – Арыу әле... Үҙегеҙ? Хәҙисә инәй нисек?

– Йөрөп ята.

Егет шунда ғына усаҡ яғында ҡыймылдағанды аңғарып, башын борҙо ла киң йылмайып ебәрҙе:

– Асия ла бында икән... Һаумы?

Асия мейес артына китә биреп, ишетелер-ишетелмәҫ кенә өндәште:

– Һау...

Ҙур кәүҙәле ир кешене хәтерләп ҡалған бәләкәс ҡустыһы алпан-толпан баҫып инеүсегә ҡаршы китте һәм бер ниндәй ятһыныуһыҙ аҫтан өҫкә тексәйеп ҡалды. Егет хужабикәгә ҡараш һирпте, йәнәһе, рөхсәтме, унан малайҙы күтәреп алды. Бала хәҙер инде өҫтә, ирҙең битенә нығыраҡ текәлде, танырға итте.

– О-о! Был малайҙың ҡарашы ҡыйыу, Нурислам ағайҙың үҙе һымаҡ холоҡло булмаҡсы, – тип ихлас көлдө егет. Унан, бала менән аҙыраҡ булышҡас, йомошона күсте:

– Еңгә, Нурислам ағайҙың шәп эйәре була торғайны, кәрәк икән, урындыҡ аҫтына һалып китәм, тигәйне. Әлеге мәл эйәрҙәр һәм сбруйҙар йыябыҙ, ишеткәнһегеҙҙер бит, кавдивизия төҙөлә.

– Ә-ә... Эйе, ошонда тигәйне шул, – әсәһе бара һалып урындыҡтың ябыуын һыҙырып алып, урталағы ике таҡтаһын шылдырып асты. – Кил, үт, әйҙә, үт. Һалма быймаңды. Үҙең ҡарап ал кәрәктәрен.

Ибраһим, ҡулындағы сабыйҙы урындыҡ өҫтөнә баҫтырып, аҫтан иҫке сепрәккә уралған төйөрөм генә әйберҙе тартып алды. Унан ялтырап торған эйәр килеп сыҡты. Өйгә күн һәм дегет еҫе таралды.

– Дә-ә, шәп бит, ә! Нурислам ағай бөтә нәмәне лә тәртиптә тоторға яратты шул, бына бит, эйәре лә уйынсыҡ һымаҡ, – тип һоҡланыуын һәм хужаға хөрмәтен белдерҙе егет.

– Яратты шул, – тип ихлас ҡына ризалашты әсәһе лә, – ҡырҡ һөртөп, ҡырҡ майлап торҙо инде нәмәләрен.

– Ағайҙың атын да мин алам... – Был яңылығын әйткәндә, әсәһенә тағы ҡарап алды Ибраһим. – Шуға эйәрен дә үҙенекен һалайым тинем.

– Шулаймы? – Әсәһенең саҡ ҡына ирен сите дерелдәп китте лә, ашығып тағы урындыҡ аҫтын соҡой башланы. Унан, бер аҙ ҡапшанғас, ҡамсы һөйрәп сығарып, егеткә һуҙҙы. – Бына, ҡамсыһын да ал, улайғас.

– Быныһы... Үҙегеҙгә ҡомартҡы булып ҡалмаһынмы? – Егет ҡамсыға ҡул һуҙырға ашыҡманы.

– Китсе! Үҙе ҡайта ла инде ул... Ҡайтыр ҙа яһар яңыһын.

– Эйе, – Ибраһим да ҡатын-ҡыҙҙарҙа икеләнеү ҡалдырмаҫлыҡ итеп әйтте. – Әллә нисәү яһар әле!

Егет ат монаяттарын баяғы сепрәккә урап, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алды ла урындыҡ ситендә һаман уға ымһынып торған малайҙың башынан һыйпағас, усаҡ ышығынан сыҡмай ҡалған ҡыҙ яғына шаян ҡараш ташлап хушлашты:

– Һау булығыҙ! Мейес артындағылар ҙа... – Унан көлә-көлә сығып китте. – Рәхмәт, еңгә!

 

Ибраһим киткәс, әсәһе урындыҡ таҡталарын һалып, япмаһын урынына йәйҙе лә ике сикәһе ут булып торған Асияға өндәште:

– Шул хәтлем ҡасып торорлоҡ булып ни эшләгән был Ибраһим һиңә?

Апаһы мейескә һөйәлеп иләҫләнеп тора бирҙе. Еңгәһе уға һаман бәйләнде:

– Оялырлыҡ шул. Ир булған да ҡуйған, әйвит? Армиянан алда шыйтыҡ ҡына ине, әле бына минең Нурислам хәтле бар. Һылыу икән килеп... Ҡыйыу һөйләшә лә.

Асия шунда тора торғас илап ебәрмәһенме!

– Аһ-аһ... Бикә-әс! – Әсәһенең тауышынан Нурия ла апаһына төбәлде. Асия ике усы менән битен ҡаплап тороп һыңҡылдай ине.

Уны етәкләп алып килеп урындыҡҡа ултыртып, тынысланғанын көтөргә тура килде. Ниһайәт, ҡыҙ үҙәге сиҡылдағансы илап, ҡыҙарған танауын ҡулындағы яулыҡҡа һеңгереп, иҙәнгә төбәлеп тынып ҡалды. Әсәһе уның арҡаһынан, беләгенән һыйпаны, йәшкә мансылып сикәһенә һыланған сәс бөртөктәрен ҡолағы артына һыпырҙы. Тағы ла бер аҙ көткәс, йомшаҡ ҡына итеп һораны:

– Күптәнме инде?

Апаһы тыңлаулы рәүештә баш ҡаҡты. Нурия ғына нимә барғанын аңлап етә алмай, был икәүгә алмаш-тилмәш ҡарап, һүҙҙәрен йотоп торҙо.

– Үҙе беләме?

– Юҡ...

– Улай икән... Минеңсә, ул да һиңә битараф түгел. Әле һуң ике күҙе шул яҡта булды бит.

Асия йәштәре кибеп тә етмәгән күҙҙәрен күтәреп, еңгәһенә ныҡ өмөтләнеп ҡарай:

– Ысынмы? Мине йыуатыу өсөн генә әйтмәйһеңме?

Әсәһе үпкәләп киткән була:

– Юҡсы! Нишләп улайтайым, ти? Мин әле үҙем дә, был әллә эйәрҙе сәбәп итеп һине күрергә юрамал килдеме икән, тип уйлағанымды әйтмәй торһам.

– Ысынмы, еңгә?.. – Асия апаһы һиңмай һымаҡ бер һүҙҙе ҡабатланы ла ҡабатланы. – Ысынмы?

– Ысын тине бит! – Ошо тәңгәлдә Нурия ҡыҫылып киткәнен һиҙмәй ҡалды. Тик уға иғтибар итеүсе булманы.

– Беҙ уны былай итәбеҙ, бикәс, ошо арала ул бит фронтҡа китә, ваҡытты юғалтмайыҡ – хат яҙайыҡ.

– Хат? Нимә тип? – Был апаһы әллә бөтөнләй сабый булған, хатты нимә тип яҙғандарын хатта Нурия ла белә. Атаһының хаттарын йыш ҡысҡырып уҡый әсәһе. Унда күп сәләм ебәрәләр һәм бик һағындым, яратам, үбәм, тип яҙалар.

– Хистәреңде белдереп. Ҡыҙҙар хат яҙа ла инде егеттәргә.

– Уй, мин оялам бит...

Әсәһе ҡуймай:

– Бик булмаһа, берәй йырҙың һүҙҙәрен яҙып бир. Аңлай ул үҙе. Мин ағайыңа шулай иттем.

Асия һаман икеләнә:

– Шунан, ағайым нимә тип яҙҙы?

– Ул да бер шиғыр ебәргән ине. Башта шулай йыр-шиғырҙар ғына ебәрештек тә күрешеп һөйләшеп ҡуйҙыҡ.

– Һы...

 

Ауылдың ат һарайында РККА аттары өсөн айырым урын бүленгән. Ундағы аттарҙың барыһының ҡушаматы уртаҡ – РККА. Былар – иң яҡшы колхоз аттары, уларҙы эшкә екмәйҙәр, йәйҙәрен өйөргә айғыр итеп ебәләр, һабантуйҙарға сабышҡа алып сығалар һәм шуның кеүек күргәҙмә ерҙәргә генә йөрөтәләр. Уларҙың хатта үҙҙәренең айырым “куних”. Ауыл малайҙары ла китә алмай РККА аттары янынан, ат ҡараусыларға эш тейҙермәйҙәр, бер һыбай менеп

елеүгә алданып, малдарҙың аҫтын да таҙалайҙар, һыулауға ла алып төшәләр, йыуып-таҙарталар.

Ибраһим һәм тағы ла дүрт егет эйәр һалынған РККА аттарын һарайҙан етәкләп алып сығып, һикерешеп менде. Был ҡарағайҙай һомғол йәш егеттәрҙең мөһабәт аттарға атланып, ауылдаштары алдына теҙелешеп баҫыуы үҙе бер әкиәти күренеш булды.

– Эх, ҡалай шәптәр!

– Аттары йылҡылдап тора!

– Һыбайлылары ла нисауа!

– Берлинға барып етеп, аттарығыҙҙы ҡалдырмай ҡуша алып ҡайтығыҙ инде!

– Эйе шул, колхоздың иң шәп малдарын!

– Үҙегеҙ иҫән булығыҙ инде, мал табылыр ҙа ул...

Колхоз рәйесе һүҙ алып нимәлер һөйләне, унан китәһе егеттәрҙең береһе һүҙ алды, унан ҡатындарҙың теләк-вәғәзе булды. Унан һыбайлылар аттарынан төшөп, туғандары менән бәхилләшә башланы. Шул ваҡыт Нурияның артында торған Асия апаһы уның усына янсыҡ тотторҙо һәм:

– Бар ошоно Ибраһим ағайға алып барып бир, тик кем биргәнен әйтмә, – тине.

– Нимешләп? – тип башлағайны ла, апаһы өҙә һуҡты:

– Бар, тинем. Тик өндәшмә.

Нурия халыҡты йырып Ибраһимдың әсәһе һәм ҡусты-һеңлеләре торған тәңгәлгә китте. Барып төртөлгәс, егеттең еңенән тартты ла теге боролоп ҡарауға янсыҡты һуҙҙы.

– Кем бирҙе?

– .... – ҡыҙыҡай янсығын алғараҡ һуҙҙы. Үҙе иренен нығыраҡ ҡымтыны. Ауыҙын асһа, сер сығып осор һымаҡ ине.

– Кемдән был бүләк? – Егет янсыҡты алып усына ҡыҫҡанда эсендәге ҡағыҙ киҫәген тойҙо һәм ирен ситтәренә шуҡ йылмайыу яғылды. – Ярай, рәхмәт әйт.

Хушлашыу оҙаҡҡа барманы, ҡырҡыу команда буйынса егеттәр ҡабаттан аттарына осоп менде лә елдереп китеп тә барҙы. Улар күҙҙән юғалғансы бер кем дә урынынан ҡуҙғалманы. Ҡулдарын болғай-болғай ҡарап торҙолар. Нурияның көпө яғаһына сат йәбешкән Асия апаһы, әйтерһең, ҡулынан шунан ысҡындырһа, аттар артынан йүгерәсәк. Ҡыҙ уға баш аша ҡараны: апаһының сикәләренән бөрсөк-бөрсөк йәштәр тәгәрәй ине.

Ауыл үҙенең тәүге кавалерист-доброволецтарын шулай оҙатып ҡалды.

* * *

1941 йылдың йәйе фронттың иң ҡатмарлы мәле. Һуғыштың тәүге көндәренән үк Совет армияһы сигенергә лә сигенергә мәжбүр. Алышҡа әҙерләнмәгән ил ғәскәре ҡайһы урындарҙа хатта ут асып та өлгөрә алмай. Бихисап хәрби техника ҡыйрала һәм һалдаттар һәләк була...

Был мәлдәрҙә Миңлеғәле Шайморатов үҙ полкы менән дошман тылдары буйлап Смоленск аҫтына, генерал Доватов атлы корпусына юл ярҙы. Бәрелештәрһеҙ генә барып етеп, һыбайлылары менән Волоколамск районы үҙәгендә оборона тотто.

Сентябрь аҙағына дошман Мәскәүгә яҡынлашты. Уның баш ҡалаға өс йөҙ саҡрым ғына ҡалып туҡталыуы тураһындағы хәбәр илде йәшен тиҙлегендә ураны. Немецтар Ленинград эргәһенә килеп етеп, Ҡырымға бәреп инде. Ямғырҙар һәм һалҡындар башланғанға тиклем “Барбаросса” планы маҡсаттарына өлгәшеү өсөн немец-фашист командованиеһына ашығырға тура килде.

Мәскәү янында оло яу ҡупты. Ул мең километрҙан ашыуға һуҙылып, ярты йылдай дауам итте. Үтә лә көсөргәнешле, аяуһыҙ булды был алыш. Башта дошман ҡеүәтле һөжүме менән совет ғәскәрҙәренең оборонаһын өҙҙө, ҙур танктар хәрәкәте менән уларҙың тылына сығып, Брянск һәм Вязьма эргәһендә дүрт фронт ғәскәрен ҡамауға алды. Ауыр, бик ауыр көндәр кисерҙе был осор Мәскәү. Бына-бына дошман баш ҡалаға бәреп инер ҙә, тотош илдең ҡөҙрәте китер һымаҡ булып ҡалды. Был хәлдең тыуырын һәм ил йөрәген баҫҡынсыларға биреүҙе күҙ алдына килтерә алманы бер кем дә. Сталин да ҡәтғи бойорҙо: бер аҙым сигенмәҫкә! Һәм сигенмәне лә ғәскәр. Йән өсөн түгел, үлем өсөн тип ҡаршы баҫты дошманға. Ҡыйыу булмағандар – ҡыйыуға, ә ҡыйыуҙар батырға әүерелде. Өмөтһөҙлөк, ҡурҡыу кеүек тойғоларға урын ҡалманы, улар урынына рух, саялыҡ, айбарлыҡ ҡалҡып сыҡты. Һалдаттар араһындағы был күтәрелеш үҙен һиҙҙерҙе. Октябрь урталарында Волокаламск, Можайск, Малоярославец йүнәлештәрендә совет ғәскәрҙәренең ҡаршылығы артҡандан-арта барҙы, һәм октябрь аҙағына инде немецтар Мәскәүҙе ала алмаҫын аңланы.

Мәскәү аҫтындағы алыштарҙа Шайморатов полкы операцияларҙы аныҡ һәм теүәл үтәүе, рейдтарҙан аҙ юғалтыуҙар менән сығыуы, хәрби алымдарҙы оҫта башҡара алыуы менән айырылды. Был, һис шикһеҙ, полк командирының тәжрибәһе ине һәм быны баһаламау мөмкин булманы. Командирҙың хәрби оҫталығы хаҡындағы рапорт өҫкә тапшырылды. Бик һирәк бирелгән наградалар араһында Шайморатовтың да фамилияһы эләгеп, икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены эйәһен тыуған Башҡортостанына юлланыр алдынан килеп тапты.

Өфө ҡалаһына ҡырҡ берҙең 25 декабре ябалаҡлап талғын ҡар яуған, ҡыштың ныҡлап үҙ көсөнә инеп, урам араларын ҡалын көрт япҡан мәлдә аяҡ баҫты. Ун алты йыл элек сығып киткән был яҡтар үҙгәргән дә, үҙгәрмәгән дә кеүек уға. Тау армыттарында арҡыс-торҡос һуҙылған урамдарҙағы ике ҡатлы ағас йорттар мөрйәһенән сыҡҡан ҡуйы төтөн бағаналары хас шул замандарҙағы кеүек үк һауаны әскелтем итә. Ҡайын утыны еҫе. Был еҫ үҙәккә үткәреп түштең бер генә төшөн әсеттерә, аслы-туҡлы бала саҡты, ауыр эш бөккән үҫмерлекте һәм тағы ла әллә ниндәй күңелде баҫҡан, әммә аныҡ ҡына төшөнөп етеп булмаған хәтирәләрҙе терелтә биреп ҡуя.

Хәрби самолетты аэродромдан ҡаршы алған “ГАЗ” еңел машинаһы аҙашып йөрөгәндәй тар урамдарҙы ураны ла ураны. Водитель янындағы йәш офицер ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайса әленән-әле әйләнеп ҡараны ла был ҡылығынан аҡланғандай йылмайҙы. Ахырҙа Миңлеғәле уға һүҙ ҡушты:

– Ҡайһы яҡтан?

– Һаҡмар буйынан мин... урман яғынан, – офицер тулҡынланыуҙан тотлоғоп китте.

– Ошонда... Ағиҙел портында пароходтарға йөк тейәй торғайным... Ун алты-ун ете йәштәрҙә.

Офицер бөтә кәүҙәһе менән боролоп ҡарап алды, күҙҙәрендә аптырағаны сағылды, әммә һиҙҙермәне. Теле икенсене әйтте:

– Беҙ һеҙҙең Башҡортостандан икәнегеҙҙе беләбеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

– Рәхмәт. Тик әлегә ғорурланырлыҡ сәбәп юҡ. Ә эшләнәһе бар.

Офицер тағы ла борола бирҙе, нимәнелер һорарға ҡыйыулығы етмәй ыуаланды. Полковник уға ярҙамға килергә булды:

– Һора, һин бит офицер. Әйтергә ниәт иткәнеңде өҙөп әйтә бел.

– Иптәш полковник, ә дөрөҫмө ул... һеҙҙе иптәш Сталин “Салауат тоҡомо” тип эҙләтеп алған, тиҙәр? Бында, башҡорттар араһында, шундай хәбәр йөрөй.

Шайморатовтың ҡалын ҡаштары өҫкә һикерҙе, күҙҙәрендә шаян осҡондар сағылды, әммә көлмәне, һорауға ҡаршы һорау бирҙе:

– Ә һин нисек уйлайһың?

– Мин? – Егеттең күҙҙәре түңәрәкләнде, балаларса ихлас ҡарашы балҡып китте. – Тап шулай булғандыр, тип уйлайым. Беҙ барыбыҙ ҙа шулай булғанына ышанабыҙ.

– Һеҙ ышанғас, шулай булырға тейеш.

Автомобиль баш хәрби штаб тупһаһына етеп туҡтаны. Офицер етеҙ сығып артҡы ишекте асты:

– Рәхим итегеҙ, иптәш полковник!

Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, Юғары Совет Президиумы кабинетына еткәнсе юлда осраған хәрбиҙәр текә ҡатып честь бирҙе. Ә инде эскә ингәс, Шайморатов үҙе итек үксәләрен шыҡылдатты:

– Здравия желаю! Полковник Шайморатов хәрби задание үтәү өсөн килеп етте!

Ибраһимов уны һынап ҡарап торҙо ла, ҡолас йәйеп башҡортса өндәште:

– Шайморатов! Миңлеғәле... туғанҡай!..

* * *

Һыбайлылар һәр ауылдан төркөмләп тә, берәмләп тә район үҙәктәрендә, унан дивизия төҙөлгән урында – Дим станцияһында тупланды. Дивизия ай үҫәһен көн үҫте. Тәүге көндәрҙән үк хәрби уйындар индерелде. Һәр кавалерист карабиндан оҫта атырға, ҡылыс менән йылдам эш итергә, пулеметсы – пулеметтан, минометсы минометтан мәргән атып өйрәнергә тейеш. Тейеш... Ләкин атлыларҙың бер генә ҡоралы ла юҡ.

Әммә бөтә эскадрондар ҙа бер нисә көн эсендә тулыһынса баштан-аяҡ ҡоралланып өлгөрҙө. Бөтә ҡоралдар ҙа... ағастан яһалды. Кавалерист ағас ҡылыс тағып алды. Урамға сыҡҡас, атын Граждандар һуғышында даны таралған “максимка” урынына фанера таҡта ҡуйылған кашауай санаға екте. Пушкалар ғәҙәти санаға беркетелгән, көбәген йыуан бүрәнә алмаштыра... Ошондай ҡоралдар менән буласаҡ яугирҙәр “полк оборонала”, “полк разведкала”, “полк һуғышта” тигән темаларға хәрби фәндәрҙең бөтә талаптарын үтәп, оператив-тактик күнекмәләр уҙғарҙы.

Тик хәрби состав бөтөнләй ҡоралһыҙ ҙа ҡалманы. Полк һайын бер станоклы, эскадрон һайын берәр ҡул пулеметы, взвод һайын берәр карабин беркетелде. Ул ҡоралдарҙың һәр береһен личный состав сиратлап, бик ентекләп өйрәнде.

Уҡыуҙар иртәнән кискә тиклем бара, егеттәр арманһыҙ булып арып ҡайтып йығыла. Әммә бер кем дә зарланмай. Ялға туҡтаған арала үҙ-ара көрәш башлайҙар. Икенсе урында берәү таҡмаҡ әйтә, башҡалары ҡул саба, араларынан береһен этә-төртә бейергә төшөрәләр. Ә кистәрен атлылар туҡтаған һәр өйҙә тигәндәй ҡурай моңо, талъян тауышы, йыр ишетелә. Шундай тулы һәм тыныс тормош менән йәшәгәндәй булһалар ҙа, һәр береһенең эсендә үҫә һәм көсәйә барған ут тоҡанғайны. Һәр береһе фронтҡа ашыҡты, ҡасан китәбеҙ, тип командирҙарҙы өҙгөләне.

 

* * *

Еңгәләрҙең бикәстәре йә ҡәйнештәре алдындағы яҙылмаған бурысы үтә лә әһәмиәтле бит ул беҙҙең башҡортта. Етеп килгән ҡыҙҙар өсөн инде еңгәй – иң яҡын һәм иң тоғро серҙәш, тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған өлкән әхирәт, бер кем, хатта үҙ әсәһе лә алмаштыра алмаҫлыҡ кәңәшсе-тәрбиәсе. Шул кәңәштәр менән ҡыҙ бала ир менән була торған мөнәсәбәттәргә, йәшәүгә әҙерләнгән. Һәм Нурияның әсәһе Һауа ла бикәсе Асияға шундай еңгә, терәк, иң йәшерен хистәрен бүлешер кеше ине.

Ибраһим менән Асия араһындағы хатлашыу көндән-көн ҡайнарлана һәм егетте инде ҡоро хәбәрләшеү генә ҡәнәғәтләндермәй,

ул һөйгәнен Дим буйындағы яугирҙәр лагерына саҡыра ла саҡыра ине. Быларҙы ла Нурия әсәһе менән апаһының сәй янындағы һөйләшеүенән белде.

– Бөгөн тағы хаты килде. Саҡыра бит өҙөлөп, инде тәҡәтемде ҡалдырманы, – тип бәхетле шыбырлай Асия.

– Саҡырғас, бар һуң, – ти әсәһе ҡыйыу ғына.

– Уй, ҡурҡам бит әле...

– Ҡурҡһаң, йөрөмә.

– Ҡыҙыҡ инде һин, еңгә! Саҡыра бит һуң.

– Бәй, “бар” тигәндә “юҡ” тиһең, үҙең тағы әллә ни теләйһең.

Улар шулай шым ғына бәхәсләшә. Унан Асия ҡайтып китә. Ҡорһағы буҙалы көбө ише булып көндән-көн нығыраҡ күбеп барған Һауа әле һаман фермаға быҙау ҡарарға йөрөй. Асия һыйыр аҙбарында һауында. Бер тирәлә йөрөһәләр ҙә, уларҙың унда күрешеп, һөйләшеп торор ваҡыттары булмай. Һауаның эше лә тиҙерәк тамамлана, ул йәһәтләп балалары янына ашыға. Өйҙә ҡәйнәһе килененең ҡайтҡанын көтөп тора ла үҙ донъяһын бағырға ҡайта. Ҡышҡы мәлгә уның кеүек оло ҡатындарға ла фронтҡа ойоҡ-бейәләй бәйләү планы һалынған. Быйма ла баҫа, сергетыштар һуға улар. Һәр кемдең ҡулында бер генә түгел, ҡырҡ эш.

– Барырға булдың инде? – тип һорай әсәһе, апаһы йоҡларға ҡалған бер кистә.

– Эйе, – ти апаһы һуҙып ҡына. – Нисек барып етергә, ниндәй станцияла төшөргә икәнде өйрәтеп яҙған.

– Ҡәйнәмә әйтәһеңме?

– Белә инде... Саҡ ыңғайлатып алып барам. Әле барырға йыйынғанымды әйткәс, зыу ҡуптарып иланы.

– Шулайта инде. Һин бит унда ҡунаҡҡа ғына бармайһың, кәләш булып бараһың.

– Эйе һиңә! Барам да ҡайтам!

– Барып ет әле башта. Өҫтөңә нимә кейәһең? – тип әсәһе хәстәрләргә керешә.

– Әллә...

– Көпө кейеп бармаҫһың бит, ҡанале, минең бәлтәне кейеп ҡара.

Шулай ти ҙә, түрҙә, ҡорған аҫтында торған яңы пальтоһын килтереп тә сығара һәм елтерәтеп тигәндәй кейҙереп тә ҡуя. Пальто ҡыҙҙың өҫтөнә “һып” итеп кенә ултыра ла ҡуя. Уныһы шунда уҡ нисәлер йәшкә олоғайып, олпатланып киткәндәй була.

– Бына бит, әҙәм күрке сепрәк! – тип ситкә китеп үк һоҡлана хужабикә лә.

Унан ниндәй күлдәк, итек кейеп барырын да хәл итеп, яңынан бышылдауға күсәләр:

– Ниндәй хәл булмаҫ... Барыһына ла әҙер булып бар... – Артабанғыһын Һауа бикәсенең ҡолағына терәлә биреп әйтә. Асия “ҡуйсы” тип ауыҙын ябып ситкә шылһа ла, күҙҙәрен түшәмгә терәп тыңлай.

– Эй, бәхетһеҙ башҡайҙарым, – тип илаулап та ҡуя аҙаҡтан йәше.

Әсәһе уны йыуата:

– Улай тимә! Бисә яҙмышы шулай инде. Унан ҡурҡырға ла, оялырға ла ярамай. Яҙмышыңа ҡаршы бараһың, күн, буйһон.

Шул саҡ Нурия йоҡламай ятыуын һата – мыршылдатып танауын тартып ҡуя.

– Ишетте микән? – тип хафалана Асия.

– Бәләкәй бит әле ул. Нимә аңлаһын? – ти әсәһе.

Тик Нурия, бәләкәй булһа ла, яҡшы аңлағайны: апаһы теге мәл янсыҡ тапшырған Ибраһим ағай янына ҡунаҡҡа барырға йыйына. Был уның алты йәшлек тормошонда беренсе тапҡыр мөхәббәт серен асыуы булды.

 

Асия юлға еңгәһе өйөнән йыйынып сыҡты. Әсәһенең шелтәле ҡарашынан, ризалыҡ бирһә лә, яҙылып китә алмаған үпкәле күҙҙәренән ҡасып, Нурияларҙа кейенеп-яһанып алды ул. Башына һарауыс ябынды, балитәкле күлдәк кейҙе, түшенә һаҡал таҡты. Быларҙың барыһын дебет шәл менән көрән пальто йәшерҙе. Юлға тотоп сығыр моҡса тегелеп, арҡаға аҫырлыҡ итеп баулап ҡуйылған ине. Шуны йөкмәп, ҡулына бәләкәй төйөнсөк тотоп, ҡалаға китә торған юлға сыҡты. Оҙата барған Нурияны урам осонда кире борҙо:

– Бар, ҡайт инде. Аръяғына үҙем китәм.

Апаһына күтәрелеп ҡараған ҡыҙыҡай уның муйыл күҙҙәрендә ҡурҡыу күрҙе. Ашҡынып барған күрәсәгенәнме, әллә ҡышҡы юлдан һағаямы ул? Тик һорашып өлгөрмәне, юлсы ашығып атлап та китте.

“Ошолай йәйәүләп ҡалаға барып етерме? – тип аптырап ҡарап ҡалды уның артынан бәләкәйе. – Атайым ҡалаға ат менән китә торғайны. Апайға ултырып ял итергә урын да юҡ, бөтә ерҙә ҡар...”

 

* * *

Ә кавалеристарҙың уйындары дауам итте. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында беренсе тапҡыр бөйөк ваҡиға бар донъяны яңғыратты: Мәскәү янында немец фашистары ҡыйратылды. Шул уҡ көндәрҙә кавалерия корпусының легендар командиры генерал Доватор һәләк булды.

Был хәбәр әҙерлек өҫтөндәге кавалеристарҙы тағы ла нығыраҡ ҡуҙғатып ебәрҙе:

– Ҡасан китәбеҙ, иптәш командир?

– Һаман нимә көтәбеҙ?

– Уйнап йөрөгәнсе, һуғышҡа барыр инек!

– Ныҡлап өйрәнергә кәрәк әле, – тип аңлатып ҡараған командирҙарҙы ла бүлдереп ярһыйҙар:

– Нимәһен өйрәнергә һаман? Беҙ борондан һуғыша беләбеҙ инде!

Һәм уларҙың ошо ашҡыныуына яуап итеп, йыл башында Ҡыҙыл Армия кавалерияһының генерал-инспекторы генерал-полковник О.И. Городовиков бойороғо буйынса Өфө Кавалерия инспекцияһының бүлек начальнигы подполковник Сибирцев килеп төштө. Биш көн арауығында ул частарҙа булды. Һәм тикшереү ошондай һөҙөмтәләрҙе асыҡланы: дивизияны рядовой состав менән комплектлау тамамланған. Шуларҙан ни бары 306 кеше генә кавалерист, 935-е бөтөнләй хәрби хеҙмәттә булмаған, 997-һе аҙ өйрәтелгән, ҡалғандары – төрлө һөнәр, нигеҙҙә, пехота кешеләре... Кесе командирҙар составы менән дивизия 48 процентҡа тәьмин ителгән, урта һәм ғәскәри

башлыҡ составын тулыландырыу бөтөнләй ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Уларҙың да ни бары 11-е генә кавалерист, ҡалғандары фронттан йәки запастан алынған, улары ла – пехота кешеләре. Һәм мотлаҡ алыштырылырға тейештәр!

Дивизия аҙыҡ-түлек менән нормаль тәьмин ителгән. БАССР хөкүмәте, дивизия табель буйынса күрһәтелгән бөтә матди мөлкәт менән тулыһынса тәьмин ителәсәк, тип ышандыра.

Личный составтың сәйәси һәм әхлаҡи йөҙө саф һәм таҙа. Әммә 42 проценты тома йәки ярым наҙан.

Бөтөн был күрһәткестәр хәрби әҙерлек ваҡытын тағы бер-ике айға оҙайтырға кәрәк икәнде хәл итте. Тап ошо хәлдәрҙән һуң дивизияны фронтҡа әҙерләү өсөн Башҡортостанға Шайморатов ҡайтарылды.

 

Лагерҙа аралашыуҙың тулыһынса башҡортса булыуы туған лөғәтен онота яҙған Миңлеғәленең дә телен ярайһы шымартты. Аҙна тигәндә ул инде башҡортса яуаплай башланы. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙә ирмәк хаталар ебәреүен штабтағылар мыйыҡ аҫтынан йылмайыу менән генә үткәрә торҙо. Уны бигерәк тә кавалеристар менән барған хәрби уйындар, уйындарҙан һуң һығымта яһаған әңгәмәләр ҡанатландырҙы. Күптән булмағанса дәртләнеп йөрөнө, күп һөйләште, күҙәтте, хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалды. Хатта кистәрен фатирында саҡта ла, тәҙрәһен асып ҡуйып, тыштан килгән тауыштарҙы тыңлап ултырҙы. Талғын ғына ағылған ҡурай моңо, әкрен һуҙылған йыр, мәрәкәләр,

көлөшөүҙәр уның күңеленең иң төбөнә инеп йәшеренгән һәм инде онотолғандай ҙа булған хәтирәләрен яңыртты ла торҙо...

 

...Ер иҙәнле тәпәш өй урындығында әсәһе ауырып ята. Уның арыҡ күкрәге менән ғыжылдап ауыр тын алыуы күңелгә шом һала. Усаҡ алдында септә йүнәтеп ултырған атаһы, ҡатынына бер нисек тә ярҙам итә алмауынан йөрәге әсенептер, моғайын, һыҙып ҡына йырлай:

Турысай ҙа атым, ай, ашамай,

Таңға яҡын ятып, юшамай.

Йырламайса ғына булмай икән,

Бер йырламай күңел бушамай.

 

Әсәһе ҡапыл сәсәп киткәндә ул туҡтап тора ла артабан дауам итә.

Турысай ҙа атым, ай, еләлер

Йылғырлатып килгән ҡош кеүек.

Үткән генә ғүмерем, ай, буш кеүек,

Ҡалған ғына ғүмер төш кеүек.

Ауырыу шул ҡышты сыға алманы. Тилмереп ҡарап торған дүрт балаһы һәм ҡайғыһынан башын да күтәрә алмаған ире менән өнһөҙ генә бәхилләшеп йән бирҙе. Яңылышмаһа, Миңлеғәлегә ун йәш ине. Илағанын хәтерләмәй, әммә төндәрен уянып әсәһенең тын алғанын ишетергә теләп тыңлағанын, ҡараңғылыҡҡа төбәлеп ҡолаҡтарын һағайтып ятыуын онотмаған.

Әсәйһеҙ баланы ауыл мәктәбенә әҙерләп ебәрер, дөрөҫөрәге, уҡырға кәрәк икәнде иҫкәртер әҙәм булманы. Ул шулай ала башлаған һабаҡтарын да онотто. Тамаҡ хаҡына старшинала йә уның писарендә ялсылыҡта йөрөнө. Аҙыраҡ быуыны ҡата төшкәс, атаһына эйәреп Ағиҙел, Кама йылғалары буйлап һалда аҡты. Ололар һал менән тауар ташыны, уны ваҡ-төйәккә йомшанылар. Атаһы уны үҙ янында туғыраҡ булыр тип тә бәләкәйҙән хәүефле эшкә алып сыҡҡандыр инде.

Ауылы Биштәкәне лә һәр йорто, һәр ағасы менән теүәл итеп күҙ алдына баҫтыра ала. Әүәлге замандарҙа ер һорап килгән мишәрҙәрҙе мең ырыуы башҡорттары ошо ерҙәренә ултыртҡан да, тегеләре рәхмәт йөҙөнән биш тәкә һуйып хөрмәт иткән. Шул һыйланған түш Биштәкә тигән атама менән ҡалған һәм мишәрҙәргә күскән дә.

Һалда йөрөгәндә, йондоҙло күк аҫтында оҙаҡ йоҡлап китә алмай ятҡанда, атаһы ауылына, ауылдаштарына бәйле ҡыҙыҡлы тарихтар һөйләй торғайны. Миңлеғәле был ишеткәндәрен аҙаҡ үҙенсә борғолап уйлап, хатта күҙ алдына килтереп, оҙаҡ иҫләп йөрөй.

Ер-һыу атамаларының килеп сығышын, уларға бәйле булған хәл-ваҡиғалар, яуҙар, сапҡындар, батырҙар. Һәр убаның, һәр шишмәнең үҙ яҙмышы бар ине ауылда. Быуа ситендәге яңғыҙ ҡәбер тураһында ла һорашты, һәм атаһы унда ауыл байҙарының яңғыҙ ғына ярлы ҡатынды үҫмер ҡыҙы менән тереләй күмгәнен һөйләп тетрәндергәйне. Ҡатынды бурлыҡта ғәйепләп, балаһы менән ҡуша туҡмап, йырынға алып килеп ташлағандар һәм, тубыҡланып тороп ялбарыуына

ҡарамаҫтан, өҫтөнә тупраҡ ташлап тигеҙләп ҡуйғандар. Ә һарыҡты ысынлап ул урлағанмы-юҡмы икәнлеге иҫбатланмаған да...

Октябрь революцияһынан һуң да Биштәкәгә яңы власть килмәй әле, старшина хужалыҡ итеүен белә. Шул саҡ Петроградтан Абдулхаҡ исемле йәш һалдат ҡайтып төшә, ул Беренсе донъя һуғышында булып, ихтилалда ҡатнашып өлгөргән була. Һалдат тап старшинаның йыйынына килеп инә һәм старшинаға ҡаршы һүҙ әйткән беренсе кеше була. Старшина сығырынан сығып уға ташлана, әммә Абдулхаҡ уның һөжүмен кире ҡаға. Быны күргән халыҡ һалдаттың яғын ала, һәм старшина йыйынды ташлап ҡасырға мәжбүр була. Шулай итеп, байҙар власы ҡолатыла Биштәкәлә.

Ун алты йәштәрҙә атаһының таныштары аша “Урал” пароходына йөк ташыусы матрос булып урынлашҡайны. Өс йыл буйына пароходта сәйәхәт итеүсе сауҙагәрҙәрҙең төк-төк тауарҙарын тейәп-бушатып, иртәле-кисле палубаларҙы ышҡып ялтыратып хеҙмәт итте. Ҡояшта, ел-ямғырҙа ҡарайып янды, бешекте, тартылып үҫеп китте, ауыр эштән яурындары киңәйеп, беләктәренә көс ултырҙы. Теле руссаға йышылды. Үҙе үткенләнде. Граждандар һуғышының иң ҡыҙған мәлендә, Өфө Колчак ғәскәренән азат ителгәс, яугирлек ҡомары менән янған Миңлеғәле лә үҙе кеүек егеттәр менән бер рәттән барып Ҡыҙыл Армия сафына яҙылды. Ат, ҡорал алғас, менгеһенә ҡушылып үҫкән кеүек бер бөтөнгә әйләнде. Осҡорлоғон, етеҙлеген һәм атта оҫта йөрөүен самалап, разведкаға күсерҙеләр. Блюхер отрядында Юденичҡа ҡаршы, Петроград аҫтында Деникин менән алышты. Польша фронтында булды, Ростовты һәм Ҡырымды аҡтарҙан азат итте.

Һуңғараҡ командование уның хәрби һәләтен дөрөҫ баһаланы – кавалерия мәктәбенә уҡырға ебәрҙе. Ауылында башланғыс мәктәпкә йөрөй алмаған булһа ла, һалда, пароходта эшләгәндәрендә эләккән береһенән өйрәнеп, уҡыу-яҙыуҙы һеңдереп өлгөргәйне. Мәктәпте уңышлы тамамлап, сығарылыш имтихандарында граната ташлау, трамплиндан һыуға һикереү һәм ҡылыс алышыуҙа алдынғы урындарҙы бирмәне. Был уңыштары өсөн ҡыҙыл шаровар, йәшел гимнастерка һәм буденевка менән бүләкләгәйнеләр хатта. Уҡыуҙан һуң кавалерия полкына ебәрелде. Кавалерия сафында төрлө бандаларға ҡаршы алып барылған операцияларҙа ҡатнашты. Бер ҡатмарлы махсус заданиены үҙ стратегияһы менән оҫта алып барып сығарғандан һуң Буденный исемләнгән көмөш ҡылыс бүләк иткәйне. Ул ҡылысты бөгөн дә билендә йөрөтә Шайморатов.

 

Полковниктың осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарын өҙөп ишек шаҡынылар ҙа, берәү башын тыҡты:

– Рөхсәт итегеҙ, иптәш полковник?

– Рөхсәт!

Урта буйлы ир-егет инеп баҫты, исем-фамилияһын әйтеп честь бирҙе:

– Һеҙҙең ҡарамаҡҡа ашнаҡсы итеп ебәрелдем.

Шайморатов уға баштан-аяҡ һынап ҡараны. Ҡиәфәте бик ипле, ҡараштары уйсан-моңло ине егеттең.

– Кем булдың тылда?

– Уҡытыусы.

– Бик яҡшы. Ә-ә... аш яраштыра беләһеңме?

Һалдат бер аҙ ҡаушап ҡалды:

– Б-беләм... аҙыраҡ.

Полковник күҙ ҡарашы менән генә көлгәндәй итте:

– Ит бешерә беләһеңдер инде, шулаймы?

– Шулай, иптәш полковник.

– Ауыл малайы бит әле һин, өйрәнерһең. Былайтып кәтлит-маҙар әҙерләмәҫһең, – полковник алдындағы макарон өҫтөнә һалынған ике ҙур кәтлитле тәрилкәһенә эйәге менән иҙәне. – Иткә тәм-том да ҡушма, һөйәкле ит һурпаһы һәм көн аша мундир картуф бешерһәң, етте.

Буласаҡ ашнаҡсы ризалығын белдереп баш һелкте лә рөхсәт һораны:

– Китергә рөхсәт итегеҙ!

– Әлбиттә. Ял ит.

 

19 мартта Өфөгә генераль штаб вәкиле, Урал хәрби округы командующийы генерал-лейтенант Ремизов килеп төштө. Ике көн буйы ентекләп тикшергәндән һуң, сафҡа теҙелгән частар алдында Шайморатовтың ҡулын ҡыҫты:

– Рәхмәт, полковник! Ҡыҫҡа ваҡытта яугирҙәрҙе әҙерләп өлгөргәнһегеҙ!

Ғәскәри башлыҡ Өфөнөң хәрби продукция етештереүсе предприятиеларында булды, унда ла кавдивизияны онотманы. Өфө моторҙар эшләү заводына барғанда эшселәрҙең башҡорт атлыларына ярҙам итеүҙәрен, даға, ауыҙлыҡ, өҙәңге һәм башҡа тимер-томор монаяттарын эшләп биреүҙәрен үтенде. Был турала ул талап итә йәки йөкләмә һала алмай ине. Сөнки эшселәрҙең тәүлек әйләнәһенә станок артында тороуын яҡшы белә. Әммә мотор эшләүселәр был үтенесте күтәреп алды һәм сменаларҙан ҡалып, смена араларында кавалеристар өсөн бөтөн кәрәк-яраҡты эшләп бирҙе.

 

1942 йылдың 23 мартында иртәнге унда бөтә личный состав дивизия штабы алдындағы майҙанға теҙелде.

– Смирно! – Команда яңғыраны.

Сафтар алдына ҡуйылған трибунаға партия Өлкә комитеты, Башҡортостан Юғары Советы Президиумы һәм Совнаркомы етәкселәре күтәрелде. Дивизия командиры Шайморатов БАССР Юғары Советы Президиумына рапорт бирҙе. Председатель республика Юғары Советы Президиумы ҡарарын уҡыны һәм Шайморатовҡа Ҡыҙыл байраҡты тапшырҙы. Дивизия командиры байраҡты алыу менән ергә тубыҡланды һәм байраҡты үпте. Был бөтә дивизияның халыҡ алдында биргән анты ине. Атлылар, командирҙары теҙләнгән минутта, һәр береһе эсенән ошо байраҡ өсөн йәнен бирәсәген уйлап, теш ҡыҫып һүҙ бирҙе.

Тантананан һуң Таһир Кусимов етәкселегендә әҙерләнгән спорт уйындары башланды. Был егеттәрҙең фронтҡа китеү теләгенән саҡ

ҡына ҡайтыш булып көтөп алынған байрамы ине. Һабантуй алдынан булған елкенеү, дәрт менән йүгереште һәр береһе. Аттары ла хужаларының йөрәкһеүен ҡабул итеп, торған ерҙә тыпырсынып, үрәпсеп ҡаңғырҙы. Ике командаға бүленгән ике полк ситтән хәрби отрядҡа түгел, ә байрамға юлланған хан ылауына оҡшап ҡалды. Ҡайҙан тапҡан тиерһең, егеттәр аттарын сергетыштар менән дә, төҫлө суҡтар менән дә, таҫмалар менән дә биҙәп ташлаған ине. Командирҙар өҫтәгеләрҙән тыйыу-фәлән булһа тип һағая бирҙе лә, был сағыулыҡҡа ҡаршылыҡ тойолмағас, ҡул һелтәнеләр – әйҙә, бер ирәйеп ҡалһындар.

Ә уйын ҡаты барҙы! Күптәнге ике көндәш – Маҡаев һәм Кусимов полктары менән бер-береһенә ҡаршы сыҡты. Аттар менән фигуралы йөрөү, ат өҫтөндә ҡылыс менән эш итеү, аттан тороп сәпкә атыу, сабып барған килеш ерҙәге әйберҙәрҙе алыу, ҡылыс менән өҙә сабып үтеү, ат ҡорһағы аша атыуҙа һәр кем алдынғылыҡты бирмәҫкә, хурға ҡалмаҫҡа тырышты. Ахырҙа, ат уйындарына ғына туя алмай, ҡандары ҡыҙып алған егеттәр аттарынан һикереп төшөп, баш кейемдәрен ергә һуғып, көрмәкләшеп тә китте. Уларҙы полкташтары уратып алды, китте көрәш!

– Әйҙә-әйҙә, Сәйфулла!

– Ҡасим! Аҫтаныраҡ ал! Аҫтаныраҡ!

– Китегеҙ! Ҡырғараҡ таралығыҙ!

– Түш менән күтәр! Әйҙә-әйҙә-ә! А-ан-на шулай!

– Һо-һо-һооой!

Дим ярыштарында Кусимовҡа беренсе приз – кавалерист буркаһы бирелде. Ауыр кәүҙәле булғанлыҡтан, джигитовкала шөғөлләнмәһә лә, рубкала уның алдына сығыусы табылманы. Ат өҫтөндә, ике ҡулына ике ҡылыс, өсөнсөһөн тешенә ҡыҫтырып, сабып килгән килеш юлына аҫтан һәм өҫтән ҡуйылған бөтөн ағас киҫәктәрен дә урталай киҫеп барып, өсөнсөһөн алда торған сәптең ҡап уртаһына инеп ултырырлыҡ итеп сөйҙө ул.

– Был әҙәм мотлаҡ батыр булыр, – тип ысынлап һоҡланды уға яугирҙәр һәм сараһыҙҙан баштарына килгәнде лә өҫтәп ҡуйҙы. – Йә, шәһит китер...

Байрам – кавдивизия тормошонда беренсе тапҡыр үткәрелгән байрам – көн буйына дауам итте. Унан һуң йөҙ иллеләп яугир партияға инергә ғариза яҙҙы. Был яуға инергә торған ир-егеттең рухи күтәрелеше, илһөйәрлек билгеһе ине.

 

* * *

1942 йылдың апрель башында, яҙға йөҙ борған, әммә әле яҙҙың еҫенән башҡаһы һиҙелмәгән көндәрҙең береһендә Белорет ҡалаһынан киткән поезға ултырҙы Асия. Күңеле тыныс түгел. Шул тынысһыҙлыҡ сәбәбенән аҫҡы иренен күгәрткәнсе тешләгән дә, башын эйеп, төйөнсөгөн ҡосаҡлап, өҫтөн дә һалмай килә. Нисек ирәйеп ултырһын инде? Ул бит әсәһен дә тыңламай сығып китте. Егет янына йыйыныуын белгән әсәһе теше-тырнағы менән ҡаршы булып, төрлөсә оялтып әрләп, хатта бер ныҡ көйгәнендә йоҙроғо менән башын төйөп-төйөп тә алды. Әрләнгәндән һуң баҫылып ҡала ла йөрәге,

Ибраһимдың сираттағы хатынан тағы ҡабына ла китә. Өйҙә саҡта бик ҡыйыу булһа ла, әле шиңде ҡыҙ. Күрәләтә ете-ят яҡҡа, хатта зат-ырыуы булмаған кешегә “яратам” тип кенә юлланған бит ул. Башы бармы инде шул әҙәмдең? Һәм ысынлап башһыҙлыҡ ҡылып йөрөгәнен аңлаған ҡыҙ, хәҙер инде поездан һикереп ҡалырға ла риза ла – булмай. “Исмаһам, поездың тәгәрмәсе боҙолһон ине лә, кире Белоретҡа төшөп, баҙарға инеп сәй-шәкәр алыр ҙа ҡайтыр ҙа китер инем”. Тик, үс иткәндәй, паровоз тиҙлеген шәбәйтте генә, тәгәрмәстәре лә тигеҙ шаҡылдап тар тимер юлдар буйлап елдертеүен белде. Әллә ниндәй станцияларҙа туҡтап, тағы халыҡ тейәп алды ла йәнә ҡуҙғалды. Төн уртаһында Ибраһим хатта өйрәтеп яҙған станцияла ҡыҙ ҙа төшөп, икенсе ҙурыраҡ поезға күсеп ултырҙы. Быныһының вагоны ла иркенерәк, эсе лә йылыраҡ ине. Шәлен һалып, аҙыраҡ башын ял иттереп алды, ҡырлы стаканда сәй биргәстәре, төйөнсөк ситенән генә ҡулын тығып ике бауырһаҡ һөйрәп сығарҙы ла, шуларға ҡушып, ҡайнар сәй менән тәнен йылытты. Нисә саҡрым ҡар йырып килгәндән һыуланып ҡатҡан аяҡ кейемдәре эсендәге инде иҫ белмәй башлаған аяҡтарына ҡан йүгерҙе, арҡаһына, ҡулдарына сымбырлап йән инде. Шулай аҙыраҡ рәткә килгәс, тағы ла ярты көн ойоп ултырыу артыҡ ауыр булманы. Унан тағы бер станцияла төштө лә, бәләкәй генә вокзалға инеп, Өфө поезына билетҡа сират баҫты. Тирә-яғына баш күтәреп тә ҡарарға ҡыйыулығы етмәй. Бындағы барсаһы ла уның шулай әҙәпһеҙләнеп егет янына китеп барыуын беләлер ҙә бармаҡ янар һымаҡ булды. Шулай бөршәйеп торғанында кемдер һаҡһыҙ итеп яурынына төрттө. Ҡыҙ тертләп ҡолап китә яҙҙы.

– Ҡайҙа бараһың? Өфөгәме? – тип туп-тура ҡарап тора ине уға бер башҡорт ҡатыны.

– Э-эй-йе... – Асия туған телендә һөйләшергә онотҡан тиерһең, саҡ телен әйләндереп яуапланы.

– Үҙебеҙҙең кешегә оҡшаттым шул ингәс тә. Һәйбәт булды әле, исмаһам, һөйләшеп барырға бер иптәш.

Үҙенән биш-алты йәшкә өлкәнерәктер был ҡатын, әммә бик үткен һәм сая икәнлеге ҡарашынан уҡ сағылып тора. Сиратһыҙ тығылғандарға белер-белмәҫ руссаһы менән екереп ебәрергә лә күп һорамай:

– Куда-куда? Бизуширяд үткәрмәйем! Беҙгә тужы итти нады!

Унан Асияға боролоп яуап алыуын дауам итә:

– Әллә һин дә Димгә бараһыңмы? Димгәме?

Ҡыҙҙың күҙҙәрендәге икеләнеүҙең яуап икәнлеген аңлай һалып, тағы дауам итә:

– Кемеңә бараһың? Иреңме, ағайыңмы, әллә атайыңмы?

– Эйе...

– Кемең булды шул?

Асия бындай һорау булырына әҙер түгел ине. Оятсылыҡтың сигенә етеп ҡыҙарҙы-бүртенде, нимә тип әйтһә лә, аңлата алмаҫ һымаҡ ине, теге ҡатын шундуҡ төшөндө лә ҡуйҙы:

– Ә-ә-ә... Ярай, барыр-көтөр кешең булғанда, барырға кәрәк. Бына мин иремә икенсе тапҡыр китеп барам инде. Ошо арала әпкитәләр ти бит. Тартынма, унда ҡатын-ҡыҙ шулай килеп-китеп тора ул.

 

Поезға ултырғас та әлеге ҡатын уның янынан китмәне. Икеһе бер һәндерәгә ҡунаҡлап, өҫ кейемдәрен сисеп, иркенләп урынлашҡас, күстәнәскә тейәгән аҙыҡ-түлектәренән бүлгеләп-семеткеләп алып уртаға өйҙөләр ҙә сәйгә ултырҙылар.

– Зәкиә, минең исемем Зәкиә, – тине телсән танышы хәбәр араһында. – Шунан, егетең матурмы?

Асия сәсәп китте. Ярты вагон ишетерлек итеп бирелгән һорау уны битен шәлъяулығы менән ҡапларҙай итте.

– Кит! Шул хәтлем телһеҙ булма, унда барып егетеңде аулаҡта ҡосаҡлап үбергә лә эшкинмәй ҡайтма инде. Минең ирем бер әбейҙә йортта тора, биш ир яталар. Үҙҙәренә урын юҡ. Мин барғас та ҡарсыҡтың мунсаһын йыуып-таҙалап алдым да, шуны елпетеп яғып йоҡлап йөрөнөк. Нимәгә көләһең? Мунсала йәшәгәнгәме? И-и-и, Аллаҡайым, унда мунса булһа ла эләкһен әле!

Сәй эсеп бөткәс тә Зәкиәнең ауыҙы ябылманы. Ул хатта Асияның иғтибары ситкә китһә, ҡулынан тартып ҡаратып алып, бытылдай бирҙе:

– Алып барған аҙығыңды сразы таратып биреп бөтмә, үҙегеҙгә ашап торорға алып ҡал. Кистәрен ошолайтып бергәләп ултырырға ризыҡ булһын. Тағы көлә! Нимәһе көлкө аның? Унда һиңә ауыл түгел, уларҙа барядык ҡаты. Ҡунаҡ итеп тормай берәү ҙә. Көл-көл әйҙә! Көлкөң яңырыр әле. Ҡыҙ сағымда мин дә шулай юҡҡа ҡытҡылдар инем. Ә хәҙер һуғыш... Көлкө бөттө хәҙер. Һинең дә көлгән

саҡтарыңды һағынып иҫләрең бар, һылыу. Ҡыҙҙарға көлкө һирәк эләгер инде бынан ары...

Зәкиә Асияны төндә лә эргәһенән ебәрмәне. Йәнәшә ултырып ҡына сиратлап серем итеп алырға килештеләр. Әйберҙәрен урлатып ҡуйыуҙан ҡурҡтылар. Тик күҙгә йоҡо килмәне.

– Мин нимәгә китеп барам, беләңме? – аяҡташ ятҡан Зәкиә башын ҡалҡыта биреп һорай.

– Ю-уҡ, – тип ысынлап аптырай ҡыҙ. – Ҡайҙан беләйем инде?

– Ауырға ҡалмаммы тип өмөтләнеп барыуым һаман.

– Ыстағыйым...

– Дүрт йыл йәшәйбеҙ инде, бала юҡ. Хәҙер китеп барһа, мин балаһыҙ ҙа тороп ҡалам. Теге мәлге өмөтөм ҡыһыр булды, ә быныһында күңелем һиҙә бына. Ысын!

Асия ауыҙын ҡаплап тағы көлә.

– Нимәгә көләһең инде, ә? – Зәкиә асыуланырға ла, ҡуша көлөргә лә белмәй. Тауышында ике хистең дә сатҡылары һиҙелеп ҡала.

– Көлдөрәһең бит һуң, – тип аҡлана ҡыҙ.

– Әйт, йә, нимәһе ҡыҙыҡ? – Ҡатын уға хатта ҡалҡынып төртөп ала.

– Беҙҙә һыйырҙы быуаҙлатыу өсөн фермаға үгеҙгә алып баралар. Быҙауға үтмәһә, ҡабаттан йөрөтәләр. Һин дә шуның һымаҡ... – Асия һүҙен тамамлай алмай быуылып көлә.

– Э-эй, көлгәнеңде... – Зәкиәнең иҫе китмәй. – Бала кәрәкһә, һыйыр ише генә лә булмаҫһың, һылыуым. Минең ҡыҫыр ҡатын булып

йәшәгем килмәй. Ирем ҡайтыуға берәй ул йәки ҡыҙҙы күтәреп сығып шаҡ ҡатырғым килә.

Иртәгәһен төшкә улар Димдә айырылышты. Зәкиәгә ирен эҙләп арыраҡ, тағы ла ун саҡрымдай ҡырҙараҡ урынлашҡан ауылға барырға ине. Юлдаш булып танышып, бер төндә яҡын әхирәткә әйләнеп өлгөргән ҡатындар ҡосаҡлашып-илашып, бер-береһенә иң изге теләктәр әйтешеп айырылышты.

 

Ибраһим йәшәгән йортто табып, ҡапҡа ҡаҡҡайны, ҡара алъяпҡыс бәйләгән йыуан мәрйә асты.

– Что нужно? – тине ҡыҙҙы баштан-аяҡ байҡағас.

– Ибраһим... – тип кенә әйтә алды Асия.

Мәрйә һаман тикшереп ҡарап тора бирҙе лә, “ин” тигәнде аңлатып, ҡапҡаһын киңерәк асты:

– Ирҙәр кискә генә ҡайта.

Ике яҡлы иркен өйгә үттеләр. Хужабикә аяғындағы быймаларын һалманы, күрәһең, йорттоң иҙәне һыуыҡтыр. Мейес башынан оло быймалар алып ҡыҙҙың аяҡ аҫтына ла ташланы:

– Үҙеңдекен киптерә ҡуй ҙа... – тип боролғанда пальтоһын һалып элгән ҡыҙҙың түшендәге һаҡалды күреп тел сартлатты. – О, Боже! Какие наряды!

Ҡунаҡ уңайһыҙланып ҡына һаҡалын һыпырған булды:

– Минеке... Өләсәйҙән – әсәйгә, унан миңә күскән ҡомартҡы.

Мәрйә уның хәбәрен аңлағандырмы-юҡтырмы, һәр хәлдә, килеп һыйпап, тәңкәләрен әйләндереп-әйләндереп ҡарап тел сартлатты:

– Әт-тә-тә... Ҡасанғы аҡсалар былар? О-о-о, 1812... 1750... бик боронғолар икән.

Бының менән генә сикләнмәй, ҡыҙҙың алҡаһын да, толом остарындағы сәсмәүерҙәрен дә ентекләп ҡараны һәм, ҡапыл ниҙер башына барып еткәндәй булып, йөҙөнә төбәлде:

– Невеста что ли?

– Мин-н... – Асия тотлоҡто, йүгереп сығып ҡасыр хәлгә етте.

– Поня-ятно, – тип ҡуйҙы уның был албырғауынан тейешле һығымта яһаған мәрйә. – Мөхәббәт ҡыҙҙарҙан утҡа ынтылған күбәләк яһай шул... Ярай, мәйелең, үт, анауында ята һинең жених. Тик белегеҙ, миндә аулаҡ мөйөш юҡ.

Ғәрлегенән ер тишегенә инерҙәй булған ҡыҙ ҡатын күрһәткән карауатҡа еткәнсе саҡ ҡоламаны, нисек шунда терәлгән булһа, мәрйәнең сәйгә саҡырыуына ла ыжламай тик ултырҙы.

Кискә өйгә бер-бер артлы өйөр ирҙәр килеп тулды. Уларҙың гөрөлдәшеп һөйләшкән тауышынан, аяҡтарын ҡағып иҙәнгә ныҡ баҫыуҙарынан ҡото осто Асияның. Инде меңенсе тапҡыр үҙен ошо уйһыҙ аҙымға барғаны өсөн әрләне. Инеүселәрҙән кемдер уны күреп ҡалды һәм ҡысҡырып та ебәрҙе:

– Һөйөнсө, Ибраһим!

Эйелеп сылғауҙарын тағатҡан егет “ялт” итеп башын күтәрҙе лә киң йылмайып ебәрҙе. Унан сиселеп бөтмәгән сылғауҙарын тибеп-ырғытып, ҡоластарын йәйеп ҡаршы атланы:

– Асия! Хуш килдең!

Барыһы ла уларҙы күҙәткәс, йәштәр артыҡ һөйләшә лә алманы. Асия ашарға яҡын да юламаны, хатта шул карауатынан ҡуҙғалманы ла. Яҙа-йоҙа ҡапҡылаған Ибраһим, иптәштәре менән шыбырлап һөйләшкәс, ҡыҙы янына сыҡты:

– Командирға барып килергә кәрәк, иртәгәгә көн һорарға. Әйҙә, минең менән йөрөп кил.

Соланға сыҡҡас, ҡараңғы аулаҡта егет үтә бер ярһыулыҡ менән уны ҡосаҡлап ике битенән алмаш-тилмәш үпте лә, ҡыҙ аңына килгәнсе ирендәренән дә һурып, бер килке онотолоп торҙо. Ахырҙа саҡ айнып киткән ҡыҙ уны этеп шыбырланы:

– Кит... битһеҙ!

 

Командир ҡаршы булманы. Ул киске аштан һуң мейес алдында тәмәке көйрәтеп ултыра ине. Егеттең һаман ишек төбөндә тапанып тороуынан мөһимерәк йомошо барлығын аңлап ҡалҡынды:

– Тағы нимә?

– Иптәш эскадрон командиры... Минең... һөйгән ҡыҙым... беҙгә йәрәшергә ине... Һеҙ... беҙҙең никахты теркәй алмаҫһығыҙмы икән?

Бындай көтөлмәгән үтенестән командирҙың ҡаштары йыйырылды, әммә йөҙөндә бер сырайы ла ҡымшанманы. Ибраһим уның асыуланып ҡыуып сығарып ебәреүенән дә ҡурҡҡан ине, тегеһе ҡаршы һорау бирҙе:

– Ҡыҙың ҡайҙа? Ризамы һуң үҙе?

– Бында... тышта тора.

– Индер әле, күрһәт!

Асияны етәкләп тигәндәй алып инде Ибраһим.

– Тә-әк, – тине командир, егет артына һырынып барған тал сыбығындай йәш ҡыҙ баланы күреп. – Кейәүгә сығырға ризаһыңмы һуң үҙең, ә, ҡыҙым?

Ҡыҙҙың башы тағы ла түбәнерәк эйелде.

– Өндәшмәү – ризалыҡ билгеһе, – тип шаярып маташҡан Ибраһимды ҡарашы менән генә тыйҙы командир:

– Үҙе әйтһен.

– Йә... әйт. Асия, ризамын тиген. Асия... – кейәү булырға теләгән өҙгөләнде.

– Мин... – тик артабан һүҙ менән дауам итә алманы ҡыҙ һәм башын ғына һелкте.

– Ана, күрҙегеҙме, риза бит? Риза! – тип балаларса тантана итте егет.

– Ул саҡта – мөмкин. Былай булғанда, үҙем башҡоҙа булып барырға ла риза.

– Рәхмәт, иптәш командир! Рәхмәт һеҙгә!

Тышҡа сыҡҡас, Ибраһимға бындай рисауай өсөн үпкәләмәксе лә ине Асия, ауыҙын асып өлгөрмәне, уларҙы урамда дүрт-биш ир-егет көтөп тора ине. Улар сығыусыларға ябырылды:

– Йә? Нимә тине?

– Рөхсәт иттеме?

– Итте!

– Улайһа, Ибраһим, кем... ҡарындаш, беҙ бында һөйләштек тә ҡыҙыл туй яһарға булдыҡ!

– Эйе! Ятып ҡалғансы – атып ҡал! Оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ, ошо көндәргә фронтҡа.

– Давай, егеттәр!

Ибраһим иптәштәренә нимәлер тип әйткәндерме-юҡтырмы, уларҙың икеһен дә елтерәтеп алып та киттеләр. Юлда был шаулы төркөмгә башҡалары килеп ҡушылды, шау-шыу ҡышҡы сатлама һауаны телгеләне:

– Миндә ярты ҡаҡ бар. Ҡаҡланған!

– Беҙҙең хужа ит һата!

– Миндә ике шешә һаҡлана!

– Ҡурай онотмағыҙ!

– Остараҡ скрипка ла бар ине, барып шул егетте алып килегеҙ.

 

Йортҡа ҡайтып ингәс, мәрйә уларға көлөмһөрәп ҡараны. Ул да эштең айышын күптән белә булып сыҡты. Баҡтиһәң, Асияның килерен былар көткән һәм әҙерләнгән дә икән. Ахырҙа, был ағымға ҡаршы барып та булмаҫын һәм инде ҡарышыу мәғәнәһеҙлек икәнлеген аңлаған ҡыҙ уларға ҡушылды:

– Тышта ҡаҙ ҙа, май ҙа бар. Әсәйең күп итеп бауырһаҡ һалғайны, ҡаҡ, ҡорот.

– Үәт, яҡшы исмаһам! Табын байый ғына!

– Һеҙ, йәштәр, аҙыраҡ ял итеп алмайһығыҙмы, көнө буйы юлда, хәҙер төнө буйы ултырыр кәрәк, – тип һүҙгә ҡушылды хужабикә.

Ҡайҙа инде ул ял ҡайғыһы!.. Төпкө яҡҡа үтеп, урамға ҡараған тәҙрә төбөндә һыйынышып баҫып тик торҙолар. Ә алғы яҡта мәрйә

егеттәрҙе йүгертте генә. Тегеләре оло байрамдағы кеүек гөр килә: бер көлөшәләр, бер бәхәсләшеп китәләр, йүгереп тышҡа сығалар, ҡапҡа шығырлатып ҡайҙалыр бара һалып киләләр. Бөтә өй хәрәкәттә, тик был икәү генә өн-тынһыҙ тик тора...

Оҙаҡламай шаршау ситенән өндәштеләр:

– Беҙ – әҙер! Командир килеп етә хәҙер! Һеҙ сығып ултырығыҙ.

Тыштан берәү йүгереп инеп һөрән һалды:

– Шайморатов үҙе килә, ти! Командир хәбәр ебәрҙе, мировой туй күрһәтегеҙ, егеттәр, тине!

Урынлашыуҙары булды, командир, уның эргәһендәге бер нисә урынбаҫары һәм полковник үҙе килеп инде. Уларҙы дәррәү ҡул сабып ҡаршы алдылар. Шайморатов ҡыҙыҡһыныулы ҡарашы менән туй әҙерләнгән өйҙө байҡаны. Ул бында ошондай мәжлес көткәненә ышанып етмәгән булған, ахыры. Бер аҙ аптыраулы ҡарашында шаянлыҡ осҡондары ҡабынды, көлә-көлә баш сайҡаны:

– Үәт, ә! Туй тиген...

– Ошо йортта ҡыҙыл тауар һатыламы? – тип көр тауыш менән ишек төбөнән үк уйынды күтәреп алды командир.

Унан бындай шуҡлыҡты көтмәгән егеттәр бот сабып көлөштө:

– Ошонда-ошонда!

– Түрҙән уҙығыҙ, ҡунаҡтар!

– Ҡоҙалар тиген! Ҡоҙалар!

Кәләше янына һикереп торған Ибраһим командирҙарҙы ҡаршы алды, түргә ултыртты. Ул арала муйындарына ҡыҙыл еп тағылған төрлө ҙурлыҡтағы бер нисә шешә килеп ҡунаҡланы.

– Көрәгә килә! Көрәгә-ә!

– Көрәгәне кем аса?

– Мин асам!

– Нимә менән асаһың?

– Бер һарыҡ һәм аҡса! Һарығы һуғыш бөткәс булыр, ә быныһы – бына!

Күмәк шау-шыу аҫтында шешәләр асылды, ҡойолдо һәм барыһы ла тороп баҫҡан полковниктың ауыҙына төбәлде.

– Йәштәр! Ҡәҙерле йәштәр! – Шайморатов тулҡынлана ине. – Һеҙ бөгөн бик тә дөрөҫ эшләнегеҙ, тип уйлайым мин. Һуғышҡа үс итеп! Фашистарға үс итеп һеҙ ҡауышаһығыҙ. Дөрөҫ! Һуғыш менән генә йәшәү бөтмәй ул. Беҙ әле нисә яу үттек, ә беҙҙең ҡатындар өйҙә көттө, балалар үҫеп торҙо. Ул шулай булырға тейеш тә! Бынан ары һин, Ибраһим туғаным, тыуған ил өсөн дә, кәләшең өсөн дә һуғышырһың! Тоғро әйттемме, иптәштәр?

– Тоғро! Бик тә тоғро, иптәш полковник!

– Шәп әйттегеҙ!

– Әйҙәгеҙ, яңы ғаилә, Совет иленең бер йәш ячейкаһы өсөн күтәрәйек!

Асия алюмин көрөшкәләрҙең дәртле дыңҡылдауын күҙәтеп ултырҙы... Ә һуңынан, әҙерләнгән программа буйынса, береһе ҡурайҙа, икенсеһе скрипкала һыҙҙырҙы, өсөнсөһө талъянка моңландырҙы, дүртенсеһе йыр һуҙҙы. Унан ҡыҙып алғас, китте бейеү... Бында берәү ҙә ауыл мәжлестәрендәге һымаҡ инәлтеп, уңайһыҙланып тормай ине, сыға ла баҫа, сыға ла баҫа. Асияға ла бер

терәлергә бирмәнеләр. Һәр егеттең уның менән бейегеһе килде. Иң аҙаҡтан командир Шайморатовты ҡыҫтай башланы:

– Иптәш полковник, килен менән бейемәйһегеҙме ни?

Шайморатов ике ҡулын өҫкә күтәрҙе:

– Мин? Юҡ-юҡ... иптәштәр. Мин бейей белгән кеше түгел...

Командир һүҙенән кире ҡайтырға уйламай:

– Кем бейеүсе бында? Беҙ булдырмаған нимә бар? Әйҙәгеҙ!

Күмәк ҡул сабыуға ҡаршы тора алмай, полковник тороп баҫты, ҡайышын һыйпап, гимнастеркаһының итәген аҫҡа тартты, уңайһыҙланып сәсен һыпырҙы ла уртаға атланы. Дәртле ҡурай йөрәктәрҙе елкендерер көй алды. Шайморатов башта яйһыҙыраҡ хәрәкәттәр менән, унан ышаныслыраҡ баҫып, һалмаҡ тыпырлап килеп Асияның алдына баҫты:

– Әйҙә, һылыу!

Улар түңәрәк буйлап бейеп китте.

– Әллә кемдең килене!

– Ана шулай, үәт шулай!

– Беҙҙең килен ут бит ул!

– Һай, Салауат тоҡомо!

Оялыуы, тартыныуы әллә ҡайҙа булды шул саҡ кәләштең. Былай иркен итеп уның бит хатта аулаҡта ла бейегәне юҡ. Былай дәртле, илһамлы, ихлас итеп. Йөҙҙәре алһыуланды, ҡупшы ирендәре асыла биреп, йылтыр тештәрен күрһәтте, түшендәге һаҡалы, сулпылары, алҡалары яурындары һикергән ыңғайға сылтырап дәрт бирҙе, нескә биле һығылып-һығылып китте, ҡапыл әйләнгәндә толомдары һомғол

һынын быуар йылан булып ҡосоп өйөрөлдө. Бөгөн-иртәгә һуғышҡа инергә ашҡынған ир-егет арыҫландай командирҙары менән йәш кәләштең бейеүенән әсир булып, был илаһы күренештән арбалып, оҙаҡ ҡул сапты:

– Һай-һай-һай!

– Килене лә килене!

– Үҙебеҙҙең командир!

 

Бейеүҙән һуң урынына ултырып та өлгөрмәне, егеттәрҙең береһе уны ҡултыҡлап ситкә алып китте лә, икенсеһе арҡаһына пальтоһын алып килеп ябып, ике яҡтан ҡултыҡлап, аяҡтарын ергә тигеҙмәҫтән йүгертеп алып сыҡты ла китте.

– Ҡурҡма, һылыу, кәләш йәшерәбеҙ, – тип көлә, етмәһә, үҙҙәре. Ике өй аша шулай елдертеп үтеп, өсөнсөһөнә алып барып та индерҙеләр. Бында йылы итеп яғылған, тәҙрәләр томалап ҡоролған һәм аулаҡ ине. Егеттәр ҡыҙҙы эскә этте:

– Килен, бар һин төпкә үт. Әйберҙәрең шунда, бая алып килеп ҡуйғайныҡ. Беҙ атака ҡабул итәбеҙ.

Оҙаҡ тормай дөбөрләтеп ишек ҡаҡтылар. Эстәгеләр йәнләнде:

– Кем йөрөй төн йөҙөндә? Нимә кәрәк?

– Беҙгә кәләш кәрәк! – тип ҡысҡырышты тыштағылар.

– Бында ниндәй кәләш булһын, ахмаҡтар! – Эстәгеләр күҙ ҡыҫышып көлөштө.

– Точно беләбеҙ ошонда икәнен! Давай, хаҡын әйтегеҙ!

– Хаҡы бер ярты ла ун тәңкә!

– Беҙ риза! Асығыҙ!

Келәне ысҡындырғас та ишеккә тартҡылаштылар ҙа, тегеләре баҫып ингәс, ике яҡтан ҡыҙыл сепрәк тоттолар:

– Йә, кейәү, ир микәнһең, күрәйек!

Ибраһим йыртышты өҙә баҫып үтеп китте. Ҡыҙ йәшереүселәр сепрәктәрен баштарына яулыҡ итеп ябынып, тауыштарын нәҙегәйтеп ҡыланды:

– Еңгәләрен ризала инде, кейәү.

– Юғиһә, үпкәләрбеҙ.

Уларҙың был ҡотороуынан башҡалары быуылып көлдө. Асия ла пырхылдап ауыҙын ҡапланы. “Еңгәләр” ай-вайына ҡуймай кейәүҙән аҡса талап итте һәм алды. Туй йолаһын үтәүҙән берәү ҙә баш тарта алмай ине, хатта ялған еңгәләр теләгенән дә. Ишек төбөндә шулай күпмелер шаярғас, тағы бер таҡмаҡ әйтеп бейешкәс, ир-егеттәр йәштәрҙе ҡалдырып сығып китте. Уларҙың киң урамды бер итеп йырлашып, һыҙғырышып алыҫлашыуы ауылдарҙағы оло туйҙы хәтерләтте. Ибраһим менән Асия икәүҙән-икәү ҡарашып ҡалды...

 

...Иртәнсәк Асия һуңлабыраҡ уянды. Түрбаштағы ҡорғандары асылған тәҙрәнән яҙғы көн яҡтыһы төшә. Ибраһим тороп, йыуынып уҡ өлгөргән, кәләшенең ҡыбырлауын шәйләп килеп етте һәм йәнәшенә ултырып юрғаны аша бала шикелле итеп тупылдатып һөйҙө:

– Минең ҡатынҡайым-алтыным уянды.

Асия оялышынан юрғанын баш аша ҡапланы. Ибраһим юрғанын көс менән тигәндәй тартып асты.

– Оялма, Асия, беҙ бит хәҙер – ир менән ҡатын. Әйҙә, матурым, теге өйгә ҡайтайыҡ, ашап алайыҡ.

Хужабикә мәрйә тағы ла һыйлы өҫтәл менән ҡаршыланы. Ул һаман кисәгенән айнып етмәгән ине. Йәштәрҙе яратып ҡарап төбәлеп ултырҙы, әленән-әле оло тауыш менән оҙон көйөн һуҙып ебәрҙе:

– Ой, мороз-моро-ооз! Не морозь меня-а-а! Моего коня-ааа...

Йырын өҙҙө лә алъяпҡысына йәштәрен һөртөп үк буҙларға булып китте.

Ибраһим уның арҡаһынан ҡағып көлдө:

– Тетя Надя, тыныслан. Арының инде һин, хәҙер беҙ китәбеҙ, ятып йоҡлап ал, йәме.

Унан Ибраһим кәләшен Өфөгә алып китте. Улар етәкләшеп ҡала ҡарап йөрөнө, киноға инде. Унан асығышып ресторанға юлландылар.

– Аҡсабыҙ бармы һуң, Ибраһим? – тип хафаланды Асия, бында күп түләү кәрәк икәнлеген самалап.

– Иптәштәр бирҙе, кәләшеңә онотмаҫлыҡ көн бүләк ит, тинеләр.

Ысынлап, онотмаҫлыҡ булды шул көндәре. Иркен залда, ҡупшы өҫтәл артында, нәзәкәтле һауыт-һабанан ашап-эсеп, наҙлы ҡараштары менән һөйөшөп кенә ултырҙылар. Сыҡҡас, тағы урам ҡыҙырҙылар. Шул ваҡыт Ибраһим кәләшен үпкәләтеп тә ебәрә яҙҙы.

– Әйҙә, парикмахерскийға инеп, һинең сәсеңде ҡырҡтырып, бөҙрәләтеп сығайыҡ, – тимәһенме.

– Ниңә?

– Ҡала ҡыҙҙары һымаҡ булырһың. Һуғыштан һуң беҙ һинең менән ошонда – Өфөлә йәшәйәсәкбеҙ барыбер. Ҡала кешеһе буласаҡһың.

– Ҡала ҡатындары оҡшаймы әллә һиңә?

– Юҡсы, унан әйтмәйем. Мин бит һине һөйәм. Әйҙә, инәйекме?

– Юҡ, әсәйем әрләр...

– Һин – ирле ҡатын, әсәйең хужа түгел һиңә хәҙер.

– Бар, һин уға шулай тип әйтеп ҡара. Икебеҙҙе ҡуша тетәсәк.

– Ярай, улайһа, ҡәйнәмде көйҙөрмәйек.

Йылмайышып ары атлаһалар ҙа, Асияның күңелендә бер нәмә сыйылып китте, ул өндәшмәҫ булып ҡалды.

– Нимәгә һөйләшмәйһең? – тип ныҡышты Ибраһим. – Ни булды һиңә?

Асия уны баяғы “ҡала ҡатындары”нан көнләшеүен белдермәү өсөн ауыҙына беренсе килгәнде әйтте:

– Минең дә һинең менән һуғышҡа киткем килә.

– Нисек инде?

– Шулай. Ҡыҙҙар һуғышҡа китә, мин беләм. Командирың менән һөйләш, мине лә алһын. Атта йөрөй беләм...

– Иртәгә өйгә ҡайтаһың. Мине ауылда көтәһең, – тине өҙә генә ир.

– Юҡ, – тип ҡарышты ла китте ҡатыны. – Һинән айырылғым килмәй.

– Мин әйттем – бөттө!

Икеһенә лә шундуҡ күңелһеҙ булып ҡалды. Был уларҙың иң тәүге ғаилә бәхәсе ине. Шым ғына атланылар. Шулай аралашмай ғына ҡайтып еттеләр, инеп карауатҡа йәнәш ултырҙылар, һәм Асия сеңләп илап ебәрҙе...

– Илама, Асияттай-йәнем, илама, – тип ҡабатланы Ибраһим, мөмкин тиклем иркә булырға тырышып. – Һуғыш бөтөр, мин ҡайтырмын, беҙ икәүләшеп ҡалаға уҡырға китербеҙ, бәхетле йәшәрбеҙ...

– Әллә төшөм, әллә өнөм булды был көн... төн... – тине ҡатыны йәш аралаш.

Байтаҡ ваҡыт шулай ултырғас, Асия, нимәлер иҫенә төшөп, төйөнсөгөн соҡой башланы һәм кисәге һаҡалынан бер тәңкә өҙөп алып һуҙҙы:

– Онота яҙғанмын, йә, Алла! Бына ошо аманатты кеҫәңә һалып ал. Ул һине иҫән-һау йөрөтөп алып ҡайтыр.

Ибраһим артҡа шылды:

– Юҡ, Асия, был ниндәй ырым-шурт-мурт? Мин – комсомолец! Әбейҙәр әкиәтенә ышанып йөрөмә улайтып.

– Ибраһим, был тәңкә ата-бабам менән француз яуында йөрөп ҡайтҡан, батырлыҡ өсөн бирелгән миҙал. Унан һуңғы бөтә һуғыштарҙа ла өләсәйем олатайға, унан улына биреп ебәргән. Һәр береһе йөрөтөп алып ҡайтыр булған. Был шундай йән тәңкәһе –ышан!

– Өгөтләмә лә! Һинең шуға ышаныуыңа миңә оят.

Асия ирен еңә алмаҫын аңлап, икенсе алымға күсте:

– Әйҙә, улайһа, барып атыңды күрәйем. Ауылдың иң шәп атын алып киткәйнең бит, уға ла хәйерле юл теләйем.

– Бына был эш, исмаһам.

Башҡорт тоҡомло ерән айғыр, хужаһының килеүен алыҫтан уҡ тойоп, әкрен генә кешнәне. Ибраһим яҡын барып уның маңлайынан һыпырҙы.

– Тешләмәҫме? – тип Асия ла яҡынланы һәм, иркәләп ялын һыпырған арала, егет күрмәҫлек итеп көмөш миҙалды ял араһына бәйләп ҡуйҙы.

– Һине лә, эйәңде лә үлемдән һаҡлаһын. Икегеҙҙе лә иҫән-һау көтәм. Ыштобы хужаңды ташлама, ҡарап йөрөт. Минең нәҫел аманаты һеҙҙе лә яуҙан алып ҡайтһын. Амин. – тип үҙ алдына һөйләнеп, ат муйыны артына йәшенеп кенә битен дә һыпырып өлгөрҙө.

 

Яҙҙың көндән-көн үҙ көсөнә инеп барған, тау түбәләре һәм тәрән үҙәндәрҙә генә ала-сола ҡар ағарған, гөрләүектәрҙән ҡалған күләүектәрҙә турғайҙар сырҡылдап ҡойонған бер мәлендә – 12 апрель көнө – кавалеристар фронтҡа оҙатылды.

– Бәхилләшмәйбеҙ... Һау булығыҙ, иптәштәр! – тине Шайморатов оҙата килгәндәргә. Халыҡ араһынан бер ҡыҙ йүгереп сығып уға умырзаялар һуҙҙы.

– Рәхмәт, – дивизия командиры бөтә йөҙө менән балҡып китте, әйтерһең, ул яугирҙәрен эйәртеп һуғышҡа китеп бармай, ә бәйгелә еңгән дә, ауылдың иң сибәр ҡыҙы уға сәскәләр тапшыра. Көнбайышта,

алыҫта бар донъяны көл-күмергә әйләндергән һуғыш бара, ә Уралда тәбиғәт үҙенең мәңгелек мөсәлен үтәй бирә: ер йәшелләнә, умырзаялар ҡалҡа...

Паровоз оҙон һәм һағышлы итеп ҡысҡыртты ла әкрен генә ҡуҙғалып китте...

– Һау булығыҙ!

– Хушығыҙ, туғандар!

– Һау булығы-ы-ыҙ!

 

Эшелондар, эшелондар, эшелондар... Рельстарҙа тәгәрмәстәр туҡылдауы бер ваҡыт та тынмай. Поездар, бер-береһенә юл биреп, көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла саба. Һәр береһендә йә яуға китеүселәр, йә яраланып килеүселәр, артиллерия, минометтар, пулеметтар, аттар, аҙыҡ-түлек, кейем...

Кавдивизияны тулыһынса вагондарға тейәп ебәреү өсөн егерме ике эшелон кәрәк ине. Бының һис кенә лә мөмкин булмаҫын аңлап, тығыҙыраҡ тейәлеү планы ҡабат-ҡабат төҙөлдө. Тырыша торғас, ун өс эшелонға һыйышырҙай булынды. Тейәлеүҙең хәрби үҙенсәлеге лә шулай: һәр эшелон туҡтаған урында, теләһә ҡайһы мәлдә һуғыш алып бара, ҡапыл килеп сыҡҡан дошманға ҡаршы тора алырлыҡ булырға тейеш. Шуға ла һәр составта атлылар, артиллерия, миномет, пулемет частары, саперҙар, элемтәселәр, туҡланыу, санитар һәм командалыҡ итеү пункттары булдырылды. Аттарҙы тейәүҙең дә үҙ тәртибе. Бығаса тейәп-күсереп йөрөүгә өйрәнмәгән, улай ғына ла түгел, ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр пуфылдап-үкереп килгән был

дәһшәттәрҙе күргән малҡайҙар вагондарға яҡынларға ла теләмәй. Күҙҙәре аларып, йүгәндәре шаҡарып тотолғанлыҡтан, арт һындарын уйнатып-тулап, үҙ-ара төкөшөп, бәрелешеп бер булдылар. Шунда ла ҡәтғи тәртип менән тейәргә тура килә. Вагон һайын дүртәр атты аллы-артлы теҙеп, уң ҡул менән йүгәндең ауыҙлығынан, һул ҡулға теҙген осон тотоп, аттың башын алға этеп, һул яҡтан атлай башларға. Вагондың эсенә ингәс, һулға боролаһың да һул ҡулдағы теҙгенде уң ҡулға алаһың, һул ҡул менән аттың бөйөрөнә төртөп, уңға бораһың да артҡа сигендерергә тырышаһың. Аяғы ерҙән айырылғанды аңлаған аттар, был ситлектән ысҡынырға теләп, ҡоттары осоуҙан аҡылдан шашҡан күҙҙәр менән ҡарай. Шунлыҡтан индерелгәндәрен үҙаллы ҡалдырыу мөмкин түгел. Һәр атты бер кеше тотоп ҡала ла, шул тәртип менән тағы өс ат индерелеп теҙелгәс, арҡыры таҡта ҡуйып кәртәләнә. Ошондай бүлектәр һәр вагонда өсәр, йәғни бер ояла туғыҙ ат юлға сыға.

Дивизия штабының оператив бүлексәһе иң тәүге эшелонда урынлашып, частарҙы вагондарҙан бушатыу, урынлаштырыу, хәрби һаҡ ҡуйыу менән мәшғүл ине.

 

Һуғыш бөтә асылы, тәбиғәте, мәғәнәһе, йөкмәткеһе менән кешеләрҙең бер-береһен юҡ итеүенә нигеҙләнгән: иҙеү, үлтереү, кәмһетеү, талау, үртәү, емереү, көсләү... Уның башҡа төрлө асылы ла, аҡланырлығы ла юҡ. Ниндәй генә сәбәп һәм маҡсат менән башланғаны ла, изгеһе лә, бөйөгө лә йәшәүгә ҡаршы, ерҙәге йәшәүҙе быуырға ынтылыусы көс ул. Һуғышта кешеләр ҡырыҫлана,

ҡанһыҙлана, хатта һәр саҡ игелекле генә булып көн иткәндәре лә ҡырағай януар хәленә инә. Улар аяй һәм йәлләй белмәй. Сөнки һуғыш уларҙағы яуызлыҡ яғын уята. Изгелек яғы нескәреп, бәләкәсәйеп ҡала. Ғәрәсәт ҡупҡан ерҙәрҙе ҡара япмаһы менән ҡаплап алған Ғазраил уларҙың шул яуызлыҡ яғына көс бирә. Һәм кешеләр, үҙҙәре лә аңламаҫтан, үлтереүсегә, йән алыусыға әүерелә. Һуғыш ул шундай... Һуғыш ул башҡаса түгел...

 

Орудиелар менән ҡоралланған көн. Бойороҡтар яуа ғына:

– Беренсе ут взводы командиры лейтенант Мөхәмәтшин, орудие командиры өлкән сержант Назаров! Һеҙҙең боевой расчетҡа тапшырыла!

– Наводчик Яруллин, бына һиңә – панкра, бөтә механизмдары теүәл.

– Әхмәтшин – һин замковый, Хөснуллин – установщик!

– Бына, ҡарағыҙ, ал яҡтың япҡысын асабыҙ, пломбаны өҙҙөк!

– Лотошник Аҫылбаев, лотокты снаряды менән ал.

– Шрапнель снаряд был, Әсәҙуллин, дистанционный трубкаға ҡуй. Уның өсөн дистанционный асҡыс кәрәк. Ҡайҙа ул?

Асҡыс ҡайҙалығын әйтеүсе табылмай. Өйрәтеү дауам итә:

– Бына, ҡарағыҙ! Иң түрге уң яҡ лотокты алып, ҡулыңды һоноп бармаҡ менән эстәге бәләкәс кенә кеҫәгә оҡшаш нәмәне һәрмәп табаһың, уның эсендә янсыҡ булыр, шуның эсенә дистанционный асҡыс һалына... Бына ул!

Орудиены шулай тәфсирләп тикшереп ҡабул иткәс, уларҙы һөйрәтеү өсөн ат сбруйҙарын да шундай уҡ тәртип менән ҡабул иттеләр.

– Ездовойҙар һәм уларҙың ярҙамсылары! Взвод командирҙары! – тигән бойороҡ булды. – Пломбаларҙы өҙҙөк! Тоҡтарҙың ауыҙын астыҡ! Уң ҡулығыҙҙы эскә тығаһығыҙ һәм эләккәнде тартып сығараһығыҙ! Сығарҙыҡ! Нимә сыҡты?.. Нуҡта! Дөрөҫ. Ул русса недоуздок була. Хәҙер йүкә нуҡталарығыҙҙы һалдырып, ошоларҙы кейҙерәһегеҙ...

Ана шундай тәртип менән ҡамыт өлөштәрен дә бергә йыйып, постромкаларҙы ҡолаҡбауҙарға нығытыу тәртибен дә белделәр. Махсус яһалған эйәр өлөштәрен дә ҡоршап, сергене, уның өҫтөнә сергетышын ябып, төймәләрен ҡаптырып, эйәрҙе ат өҫтөнә һалып, айылдарын тарттырып ҡуйғас, эйәр өҫтөндә ултырыу, теҙгендәрҙе тотоу, ике ат өҫтөндә һыбай йөрөү алымдарын өйрәткәс, ҡабаттан туғарып, кире егеп ҡарап, тағы туғарып, унан һәр нәмәне үҙ урындарына ҡуйырға икәнде лә хәтергә һеңдерҙеләр.

Иртәгәһен таңдан батареяның личный составын сафҡа теҙҙеләр. Командирҙар һәр бер яугирҙең атҡа ултырыуын, артмаҡтарын тағы бер ҡат тикшереп ҡарап сыҡты, команда менән аттарына мендерҙеләр, сафҡа теҙелергә ҡуштылар. Йәшел урман буйында, йәшел үлән өҫтөндә йәшелгә буялған орудиелар, арбалар теҙелгән, улар тирәһендә өр-яңы ҡамыт һәм эйәр-йүгәне таманлап кейҙерелгән, бөтә ҡағиҙәләрен дә еренә еткереп артмаҡланған аттар өҫтөндә күкрәк киреп ултырған яугирҙәр... Был күренештән тындар ҡыҫыла ине.

Полковник һыбай килеп туҡтаны ла, сәләм биргәс, былай тине:

– Бөгөн 30 апрель – ҡулға ҡорал алған көн. Бөтәгеҙҙе лә ҡоралланыу менән ҡайнар ҡотлайым!

Яуап урынына өс мәртәбә ҡысҡырған ҡеүәтле “ура” тауышы, урман яңғыратып, йыраҡҡа китеп юғалды.

Ошо сәғәттән Башҡорт атлы ғәскәре Ҡыҙыл Армияның тулы хоҡуҡлы хәрби часына әүерелде.

 

Һуғышҡа барып кергәнсе үк һыбайлылар Совет ғәскәрҙәренең сигенеүенә шаһит булды. Ул көндәрҙә егеттәрҙе йә уңға, йә һулға алып барып аттан төшөрәләр ҙә оборона тоторға ҡушалар. Оборона эшен бөтөрөү менән тағы атҡа атланалар, тағы китәләр. Бына шулай шөғөлләнгәндә тәртипһеҙ рәүештә сигенеүселәр килеп сыға... Күренеп тора, бахырҙар, ҡаты бәрелешкә эләккәндәр, арығандар, кейемдәре бысраҡ, йыртыҡ, үҙҙәре күптән йыуынмаған-ҡырынмаған, ябыҡҡандар, йонсоғандар. Бәғзе берҙәре бөтөнләй ҡоралһыҙ. Кеменең башы, кеменең ҡулы уралған, аяҡтары яралылар иптәштәренә аҫылынған. Ҡайһылары носилкала. Сигенеүселәр араһында иҫән-һауҙар аҙ, иң ҙур командирҙары – старшина йәки сержант. Был күренештәрҙән йөрәккә ҡан һауа!

Һыбайлы полк иртәнсәк, уйһыу ерҙән урмандар, һаҙлы туғайҙар аша үтеп, шул сигенеүселәр ташлап киткән ауылға яҡынлаша. Эскадрондар һәр береһе үҙ алдына бойороҡ алып – һәр береһе үҙ йүнәлеше менән бара. Ауылға инер алдынан аттарҙы коневодҡа ҡалдырып, йәйәүле сафҡа теҙелеп китәләр. Ингәндә бер кем, бер нәмә

юҡ һымаҡ булған ауылда, ғәскәр килеп кереү менән, немецтар артиллериянан ут асты.

– Йә Хоҙай! Ошо икән һуғыш... – тигән уй күптәр башынан үткәндер шул саҡ. Бындай мәшхәрҙе күрмәгән һалдаттар, снаряд баш осонан осоп үтһә лә, икенсе яҡта ярылһа ла – ергә йығыла. Комэскалар ғәскәрҙе тиҙерәк бынан алып сығыу сараһын күреп, ауыл ситендәге арыш баҫыуына әйҙәләй. Был болғанышта берәү команда тыңлап йәки аңлап торор хәлдә түгел. Бары командирҙың ҡулын иҙәп, нимәлер ҡысҡырып ишаралауына ғына эйәрә ала халыҡ. Арыш араһына барып инеүгә баш осонда самолеттар пәйҙә булды. Улар яңы ғына беҙҙең ғәскәр сығып өлгөргән ауылды бомбаға тота башланы. Оҙон арыш араһында ярай әле самолеттары күрмәй, тип һөйөнөп тә өлгөрмәнеләр, көтмәгәндә арыш араһында атыш, моторҙар гөрөлдәгән тауыш ҡуҙғалды. Танктар! Бына былар миноменттан тетә башланы, баҫыу шытырлап яна. Ут сәсеп, танктар яҡынлаша.

Немецтар шул тиклем яҡын килде, уларҙың да, үҙебеҙҙең дә командирҙарҙың ҡысҡырғаны ишетелә. Кем үлгән, кем яраланған – белгән кеше юҡ. Танк моторҙары бөтөн шау-шыуҙы япты. Шул саҡ “Гранаталар әҙерләргә!” тигән команда ишетелә. Ҡайҙалыр бер, унан икенсе танк “гөлт” итеп ҡабынды. Был хәл ҡыйыу килгән танктар сафын да яйлатты, уларҙың ҡайһыһы ситкә, ҡайһыһы кире боролорға мәжбүр булды. Арыш араһы “гөж” килә. Атыш, ҡысҡырыш, яңы командалар. Арыш яна...

Эх, һалдат тормошо! Беренсе бәрелеш... Һарыҡ көтөүе хәленә ҡалғайны йәйәүле кавалеристар ҙа. Байтаҡ ҡына юғалтыуҙар кисереп,

баҫыуҙағы янғын да ҡыҫырыҡлай башлағас, “Сигенергә!” тигән бойороҡ булды. Немецтар ҙа ике яҡтан ҡамай башлаған икән.

Аттарҙы килтерһендәр өсөн ракета ебәрҙеләр. Тик аттар килмәне. Эскадрон йәйәүләп сигенә башланы. Танктар ни сәбәп менәндер ҡыуа төшмәне. Шулай иткәндә, улар иҙеп-тапап та үтер ине. Пландары икенсе төрлөрәк булды, ахыры.

Һөжүм итеү оҙаҡ булһа ла, сигенеү оҙаҡ түгел ине. Аттарын табып өлгөргән эскадрондар аттарҙа елдерә, атһыҙҙар йәйәү һәлпәнләргә мәжбүр. Юлда осраған ауылдар тураһында бер мәғлүмәт:

– Был ауылда өсөнсө көн немецтар...

– Был ауылды кисә алдылар...

– Был ауылды иртәнсәк...

– Был ауыл... немец...

1942 йылдың йәйендәге сигенеү мәшхәрҙәренең ҡап уртаһына эләккәйне Башҡорт кавалерия дивизияһы. Немецтарҙың ажғырып килгән, ә беҙҙекеләрҙең бөтә фронттарҙа ла сигенгән сағы...

 

Унан инде... 112-се кавалерия дивизияһы СССР Оборона Халыҡ Комиссариатының бойороғо буйынса һуғыш һыҙығына килде һәм 8-се кавалерия корпусы составына индерелде. Артабан Курск өлкәһенең төрлө райондарында оборона тотто, матди бүлек алып, уны өйрәнде. Олым йылғаһына килеп еткәс, Алешки – Малые Борки оборона һыҙығын билдәләне. Уға был һыҙыҡты ҡулда тотоу һәм дошмандың Лиски станцияһы менән Воронеж ҡалаһына табан хәрәкәт итеүен туҡтатыу бурысы йөкмәтелде. Шулай итеп, башҡорт яугирҙәре фронттың алғы һыҙығында фашист баҫҡынсылары менән күҙгә-күҙ осрашты.

Совет ғәскәрҙәре 1942 йылдың июнь аҙаҡтарында һәм июль баштарында Воронеж янында уңышһыҙлыҡҡа осраны. Немецтар Брянск һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттары араһында Воронежға табан хәрәкәт итерлек уңайлы урын табып алды. Был инде гитлерсыларға Дондың уң яҡ ярын яулап алырға, Волгаға ҡарай һөжүм итергә һәм бик мөһим һыу артерияһының урта өлөшөн ҡулға төшөрөргә мөмкинлек бирер ине. Гитлерсыларҙың Донды аша сығыуына ирек бирмәҫ өсөн, Ставка өс дөйөм ғәскәри армияны резервтан сығарып, йылғаның һул яҡ ярына ҡуйҙы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тап ошо һуғыш хәрәкәттәре барған ерҙә оборона тотто. Өс тәүлек буйына танкыһы һәм авиацияһы булмаған атлы дивизия дошмандың һигеҙҙән ашыу һөжүмен кире ҡаҡты, бик күп һалдатын юғалтты һәм техникаһын ҡыйратты. Шунда ла дошманды бер аҙым алға ебәрмәне, киреһенсә, уның хәлен бөтөрөп һөжүм итеүҙән туҡтатты. Фриц окоп ҡаҙырға тотондо, резервтарын килтереүгә ваҡыт һуҙырға тырышты. Ете көн барған тәүге һуғышта 562 башҡорт кавалерисы сафтан сыҡҡан...

Борки – Алешки һыҙығында бер аҙна һуғышҡандан һуң, атлылар үҙ позицияларын уҡсы дивизияға тапшырҙы ла һыбай марш менән Тербуны ауылына йүнәлде һәм ауылға етер-етмәҫтән дошман һөжүмен кире ҡаҡты.

Һуғыш төштән һуң да туҡтаманы. Майор Маҡаев етәкселегендә эскадрондар колоннаһы бер һыҙыҡҡа теҙелеп Лобановкаға юлланды. Ярты юлды үтеүгә ҡараңғы төштө. Шул тиклем ҡуйы ҡараңғылыҡ, күҙгә төртһәң күренмәҫ. Ҡапыл ҡараңғылыҡтан саф башҡортса:

– Ә-әй! Ярҙам итегеҙ! Аҙаштыҡ! – тип ҡысҡырған тауыш ишетелде.

Был 294-се полк атлылары булып сыҡты. Был яҡ, ағас башына фонарь мендереп бәйләп, уларҙы үҙҙәренә ҡарай юллап алды. Аҙашыусылар Нафиҡовтың егеттәре ине. Ҡараңғылыҡтан килеп сыҡҡан береһенән Нафиҡовты һоранылар, әммә яуап биреүсе булманы. Унан бер нисә квалерист Ишморатовҡа килеп хәбәр итте:

– Иптәш өлкән лейтенант! Майор Нафиҡов беҙҙең ҡулда үлде...

Ишморатов бер килке һүҙһеҙ торҙо, унан, тамаҡ ҡырып, тауышын баҫа биреп бойорҙо:

– Һөйләгеҙ...

– Ҡараңғы төшә генә башлағайны, күп яҡлы немец ғәскәрҙәре өс яҡтан һөжүмгә ташланды. Беҙ туҡтата алманыҡ уларҙы, сигенергә мәжбүр булдыҡ... Шул ваҡыт Нафиҡов яраланды. Яраһы бик ҡаты ине, һөйләшә лә алманы. Өсәүләшеп һуғыш эсенән алып сыҡтыҡ. Ике тәртә табып, өҫтөнә ҡабыҡ түшәп, дилбегә менән носилка рәүешенә килтереп, майорҙы шунда һалып алып китә башланыҡ. Ә һуғыш дауам итте. Ҡапыл яҡында ғына автомат ут асты. Беҙ ергә яттыҡ. Унан тороп ҡараһаҡ, майорҙы тағы ла йәрәхәтләгәндәр. Шунан һуң командир ғырылданы-ғырылданы ла йән бирҙе. Нисек булһа ла кәүҙәһен алып сығайыҡ, тип бөтә көскә ашығып атлай инек, әллә нисә

немец килеп сығып, беҙҙе ҡамап алды. Беҙ носилканы ергә ҡуйып та өлгөрҙөк, ҡараңғынан немецтарға ут астылар. Улар ергә ҡолаған арала беҙ ситкә ялтайҙыҡ. Тик алыҫ китмәнек, ятып тыңлайбыҙ. Немецтар майорҙың кәүҙәһенә яҡын килде. Боҙоҡ телдәре менән: “Аһа... Майолл”, – тип һөйләнделәр ҙә киттеләр. Уларҙың артынса беҙ ҙә мәйет артынан килһәк, майорҙың кәүҙәһе юҡ ине, алып киткәндәр. Беҙ, ни эшләргә белмәй, эргә-тирәне ҡапшап-һәрмәп ҡыҙырып сыҡтыҡ. Носилканы бер ерҙә лә тапманыҡ. Унан ағастағы утҡа ҡарап был яҡҡа юлландыҡ...

– Аңлашылды... Арығанһығыҙ...

– Арыуы мөһим түгел, йән әрней, иптәш өлкән лейтенант! Майорҙы тереләй алып сығырға ине лә бит, беҙ теләгәнсә булманы...

Иртәнсәк был хәбәрҙе Шайморатовҡа еткерҙеләр. Полковник алдындағы картаға бармағы менән шул тиклем ныҡ баҫты, йоҡа күн карта “мырт” итеп йыртылып китте. Аҙыраҡ тынлыҡтан һуң ул тағы бер ҡат дәлилләне:

– Значит, үлде?

– Эйе, үлде...

Комдив үтә асыулы төҫ менән теше араһынан ғына һығып сығарҙы:

– Так не пойдет... Так не пойдет!

Унан ҡапыл яурындарын турайтып башын күтәрҙе, күҙҙәре зәһәр ялтыраны. Уның ҡаты ҡарашы аҫтында ҡалғандар “смирно” баҫты.

– Оборонала ятыу кавалерия эше түгел, уның бурысы – позицияһын нығытмаған дошманды көтмәгәндә ҡеүәтле көс менән тар-мар итеү!

 

Милли дивизияла һөйләшеү-аралашыу ҙа башҡортса. Башҡа нисек булһын инде. Ауыл балалары булған ир-егеттең күбеһе русса белмәй, хатта яҡшылап аңламағандар ҙа бар. Шунлыҡтан приказдар ҙа башҡортса бирелә. Хатта Шаймортовтың үҙенә лә хәрби бойороҡтар “телен” өр-яңынан өйрәнергә тура килде. Баштараҡ трубкаһын алып, “Шайморатов тыңлай!” тиәһе урынға “Шайморатов ишетә” тип яуаплап егеттәрҙе көлдөрә ине.

Ул ғына түгел, дивизия һынлы дивизияның айырым теле фронтта ҡаршы алған Совет ғәскәрҙәрен дә, фрицтарҙы ла аптыратып ҡуя. Күңелһеҙ хәлдәр ҙә осрай. 1942 йылдың йәйендә, бер ауыл янында, сигенеп килгән үҙебеҙҙең ғәскәрҙәр дивизияға ҡаршы ут аса. Ә хәл былай була: кистән ауылға сигенеүсе бер уҡсы подразделение килеп ингән. Сигенеү хәлен Хоҙай Тәғәлә дошманыңа ла күрһәтмәһен. Һалдаттар бик арыған. Күпер алдына һәм тағы бер нисә урынға пост ҡуйып, үҙҙәре колхоздың ат һарайы эсенә инеп йоҡларға ятҡан. Часовойҙар бит инде шулай уҡ арып-йонсоп сигенеүселәр араһынан ҡуйылған, улар ҙа ойоған. Тауышҡа уянып китһәләр – күпер аша атлылар сыға. Тыңлайҙар – ят тел. “Кем килә?” тип һорап та тормаҫтан, йоҡо аралаш ҡурҡышып пулеметҡа тотоналар. Алдан килгән алты егет һәм алты ат шундуҡ ҡолап йән бирә. Бер нисә тачанканың аттары сығынлап күперҙән ҡолап төшә. Әлбиттә,

ғәйеплеләр табыла һәм язаһын ала. Әммә бер кем дә алты кеше ғүмерен кире ҡайтара алмай.

Фрицтар иһә башта кемдәр менән һуғышыуҙарын аңлай алмай йөҙәй. Телдәрен тыңлай-тыңлай, француз йәки инглиз дивизияһы ярҙамға килгән икән, тип уйлайҙар. Шул июнь башында ҡулға алынған унтер-офицер: “Атылыр алдынан мин дошмандарымдың кем булыуын белергә теләйем”, – ти, ҡыҙыҡһыныуын йәшерә алмай. “Башҡорттар” тигәс, уларҙы белмәүен аңлатып яурындарын йыйыра. “Урал! Урал!” – тиҙәр уға. Шунда ғына унтер-офицер был атама таныш булыуын белдереп баш ҡаға: “Гу-уд... Орал... Орал”.

 

* * *

Асияның Димдән әйләнеп ҡайтҡанын ишеткән көндә үк әсәһе Нурияны өләсәләренә ебәрҙе. Ҡыҙыҡай барып инһә, өләсәһе менән апаһы ҡосаҡлашып буҙлап илап ултыра. Нурияға уларҙың тымғанын көтөп, урындыҡ ситендә ултырып торорға ла тура килде әле.

– Бәхетһеҙлегеңде эҙләп кенә барҙың инде... Уй, тыңламаның бит... Уй, әйткәнде алманың... – тип һамаҡлап сеңләй өләсәһе.

– Әсәкәйем, ғәфү ит... Әсәкәйем, яҙмышым был минең... – тип ыңғыраша апаһы.

Шул саҡ Ибраһимдың әсәһе Сафура килеп инмәһенме! Өйҙәгеләр буҙлауҙарынан шып туҡтап, баш-күҙҙәрен рәтләне, туҙышып ятҡан әйберҙәрен йыйҙы.

– Һауғынамы, ҡоҙағый! – тип күрешергә ҡулын һуҙып атланы инеүсе.

Нурияның өләсәһе турһайып ауыҙын бүлтәйтһә лә, үпкәле тауыш менән сәләмгә яуап бирҙе:

– Һау бумай ҡайҙа бараһың?

– Ибраһим, Димдән әйләнеп ҡайтҡанда Асия киленең булыр, барып күсереп апҡайт, тигәйне.

– Ҡыйратҡан инде малайың! Ҡоҙалап килеп алмаҫ баламы миндә? Шулайтып ҡасып йәрәшеп ятмаһалар? – Өләсәһе һаман асыуын сығарып бөтмәгән, илап ебәрә лә ҡабаттан башлай, илап ебәрә лә ярһый.

– Сеү, ҡоҙағый, сеү... Балалар яуҙа йөрөй бит... һуғыш заманы... Нисек йәрәшәһәләр ҙә, йәшәргә йәрәшһендәр инде, шуны ғына теләйек – һау булһындар.

Унан Асияға иғтибар итә ҡәйнәһе.

– Шәпме, киленкәйем? Нисек йөрөп ҡайттың, балам?

– Һәйбәт, инәй... ҡәйнәм.

Сафура әбей апаһының арҡаһынан ҡағып һөйөп ала. Төйөнсөктә алып килгән күстәнәстәрен асып ебәрә. Асия йәһәт ҡуҙғалып самауырға һыу ҡоя. Яйлап тыныслана барған өләсәһе лә ыҡҡа килә бара, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйә, ҡоҙағыйын түргә әйҙәй:

– Өҫкә үт, Сафура... ҡорҙашбикә тимәйем инде хәҙер, ҡоҙағый булышабыҙ.

– Булыштыҡ инде, ҡоҙағый, булыштыҡ. Әйҙә инде, орошмай-бәрешмәй генә ҡатнашып йәшәйек.

Берәр кәсә сәй эскәс кенә өләсәһе ейәнсәренә иғтибар итте:

– Аһ-аһ... Нурия килгән дә һаң! Йомош-фәлән ҡушты мәллә әсәң?

– Кискә мунсаға килһендәр тине, – тип иҫенә төшөрҙө ҡыҙыҡай. Юл күстәнәстәре, ҡоҙағый бүләктәренә әүрәп, донъяһын онотҡан икән.

– Ярай, балам, тамағыңды туйҙыр ҙа, бар, тура ғына ҡайт. Анда әсәң малына ла сығалмай ултыралыр.

 

Йәй башында Нурияның атаһы ҡайтып төштө... һыңар аяҡта. Әсәһе ялан кәртәлә һыйыр һауа, Нурия ҡустыһын әүрәтеп һикәлтәлә ултыра ине, ҡапҡа тәңгәлдәрендә йөк машинаһы туҡтап тора бирҙе лә китте һәм, күп тә үтмәй, ҡапҡаға ағас терәүҙәре менән шаҡылдап бәрелә-бәрелә һалдат кейемендәге берәү килеп инде. Ҡырынмаған, ябыҡҡан һәм ҡултыҡ таяҡтарында булған атаһын ҡыҙыҡай таныманы. Ул яҡын килеп етеп, таяҡтарын һөйәп ҡуйып, апаһы кеүек үк ауыҙ асып ҡарап ултырған улын күтәреп күкрәгенә ҡыҫҡас ҡына ҡото осоп һөйрәнләп ебәрҙе Нурия:

– Атай, аяғың ҡайҙа?

Уның был тауышына оло ҡорһағы аша саҡ иңкәйеп һыйыр һауып торған әсәһе башын күтәрҙе. Биҙрәһен ситкә алып, ҡулын ҡаш аҫтына ҡуйып төбәлде. Унан һыңар ҡулы менән билен баҫып, яй ғына атлап килде. Ҡобараһы алынған йөҙөндәге ҙур асылған күҙҙәре менән ирен баштан-аяҡ ҡарап сыҡты ла килеп күкрәгенә башын терәне:

– Нурис-лам!.. Ай, Хоҙайым!.. Нурислам!..

Фронтовик ҡайтыуға ҙур булмаған табын йыйҙылар. Атаһы өҫтәл артында оҙаҡ ултыра алманы. Тубыҡтан ҡырҡылған аяғы һыҙлай ине. Төндә лә тешен шығырлатып ыңғырашты, һаташты, аңлашылмаған һүҙҙәр ҡысҡырҙы. Был һүҙҙәрҙең русса һүгенеү икәнлеген белмәй ине әле Нурия. Әсәһе уны ипләп кенә уятты. Тышҡа сығып тәмәке тартып, һыуынып инеп ятты ла, ойоп китһә, тағы төшө боларҙы атаһының. Уның шулай ыҙалы көн-төндәре дауам итте. Ул арала ауыл халҡы колхоз бесәненә төштө.

Колхоздыҡын тамамламайса, үҙҙәренекенә тотоноу тыйылды. Әсәһе менән Асия апаһы бесән йыйыуға йөрөнө. Яйлап һауыға барған атаһы һыңар ҡултыҡ таяғына ҡалып, шуға салғы һабын терәп сабырға өйрәнде. Башта салғыһы төшөп, үҙе таяғына ишелеп ҡолап көйәләнде. Уның был ыҙаһын күҙәткән әсәһе:

– Ҡуйсы, сапмаһаң да, салғы янып ултырһаң да, эш етәрлек бит һиңә, – тип өгөтләгәнгә лә ҡолаҡ һалманы. Бер нисә көн ныҡышты ла һалмаҡ ҡына һелтәп ҡуҙғалды ла китте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан, үҫмерҙәрҙән ҡалышмай сабып йөрөй.

Шундай томра кистәрҙең береһендә, әсәләре ҡырҙан ҡайтыуға самалап, ҡустыһын йөкмәп өләсәләренән ҡайтып инһә, өйҙән бәпәй тауышы ишетелде. Тос малайҙы арҡаһынан шыуҙырып төшөрөп, йүгереп барып керһә, урындыҡта бер түгел ике төйөнсөк ята. Үҙҙәре кемуҙарҙан аҡырышалар ғына. Был күренештән шаҡ ҡатты ҡыҙыҡай. Уның шул хәтлем хайран ҡалғанын күргән ата менән әсә рәхәтләнеп көлөштө.

– Әйҙә, үтегеҙ. Ҡайҙа ҡустың? Ана, бәпестәрҙе күрегеҙ, – тине сәңгелдәк юнып ултырған атаһы.

Әсәһе иҫке сәңгелдәктең төбөн әтмәләп маташа.

– Былар нишәп икәү? – булды тәүге һорауы Нурияның.

– Йылғанан икәү ағып килә ине, икеһен дә алдым, – булды әсәһенең яуабы.

– Нишәп улайттың инде? Береһен икенсе апайға бирер кәрәк ине, – тип ныҡыша кәйефе ҡырыла барған ҡыҙыҡай.

– Улар тап миңә ағып килделәр шул. Икеһе бергә уйнап үҫерҙәр. – тигән була әсәһе.

– Эйе һиңә! Мин уларҙы көтмәйем! – тип үсегеп илап тышҡа йүгерә лә, урамда ла туҡтамай, ҡапҡа тышына сығып китә һәм үкһеп өләсәләренә тиклем саба ҡыҙ.

– Ней булды? – Яңыраҡ ҡына ейәндәрен оҙатып, саҡ аяғын һуҙып ултыра алған ҡарсыҡ, буҙлап килгән ейәнсәренә ҡаршы талпынып, ҡапыл ҡуҙғалып тора алмай сәбәләнде. – Ай, Алла... ни ғиллә был?

– Унда... унда... әсәй... – тип үҙәге сиҡылдаған ҡыҙсыҡ хәбәрен аңлата алманы.

– Әсәң нимәшләгән? Асия! Ни тей шул бала? Ай әттәгенәһе, иламай һөйләсе...

Асия апаһы йылғаға төшөп йыуынған, һөртөнөп инеп килә. Һеңлеһен алдына ҡуйып танауын һөрттө лә ҡатыраҡ өндәште:

– Ыштобы иламай ғына әйт. Нимә булды?

– Әсәйем бәпәй апҡайтҡан... Икәү!

Башҡа урында икенсе звено менән йөрөгән Асия ла был яңылыҡты белмәй ине. Әсәле-ҡыҙлы улар ҡуҙғып китте:

– А-ай! Мына һиңә!

– Һөйөнсө тиген лутсы, алйот, илап тора!

– Игеҙ булған икән, әйтәм оло ҡорһаҡ ине шул... Ярай, имен ҡотолған.

– Шунда яланда тапты ла ҡуйҙы микән?

– Тапҡандыр! Һау бисәгә ней...

– Ә һин уға нигә илайһың? Ҡыуанырға кәрәк, ике туғаның бар тағы!

Нурия һарыҡ бәрәселәй аяғын тыпылдатып ебәрә:

– Кәрәкмәй икәү! Көтмәйем!

Өләсәһе ирәбе көлөп уны йомшаҡ түшенә ҡыҫа:

– Көтәң инде, балам, ҡайҙа бараң? Баш бала булғасың – өлөшөң шул.

– Кемдәр тыуған? Малаймы-ҡыҙмы – кем?

Ҡыҙсыҡ яурындарын ғына һикертә. Уға бәпестәрҙең кем булыуы ла, ниндәй булыуы ла барыбер, икәү булыуҙарын ғына күтәрә алмай. Мал-тыуар тәрбиәләгәс, өләсәһе менән апаһы баҙҙан май, ҡорот һәм башҡа ризыҡтар сығарып алып, бүләккә сепрәк-сапраҡ төйнәп, инде арыу уҡ яҙылған Нурияны етәкләп бәпәй ҡотларға юлланды. Улар килгәндә урындыҡ өҫтөндәге йәнәш ике сәңгелдәктә сабыйҙар тауыш-тынһыҙ йоҡлай, әсәһе менән атаһы бәхетле сөкөрләшеп шым ғына сәй эсә ине. Ҡунаҡтар килгәс ашъяулыҡ киңәйтелде, тауыштар күмәгәйә, көсәйә төштө. 

Август аҙаҡтарында саҡ үҙ сабынлыҡтарына төшә алдылар. Нурия хәҙер бәйле эт хәлендә, ҡыуыш эргәһендәге тарбаҡ ҡарт ҡайындың ике яҡҡа ҡараған ботаҡтарына эленгән сәңгелдәктәрҙән аҙым китер хәле юҡ. Баштарын да тота алмай былҡылдаған бәпестәрҙе оҫта итеп шытырлатып биләүләп ҡуя, туҡтауһыҙ бәүетә, аҫтарын алмаштыра, йүргәктәрен йылғала сайып элә, илағанын күтәреп алып барып бесән сапҡан йә йыйған әсәһенән имеҙҙертә. Унда ла шелтәләп кенә торалар:

– Башын тот!

– Ипләп атла, бала менән ҡолап ятма!

– Һелкетмә улай, ҡоҫторорһоң.

Быларына өҫтәп, йүгереп йөрөгән ҡустыһы бар. Уныһы бер бәйнәт. Сәңгелдәк бәүетеп торорға эшкинһә лә, тыңламай. Малайҙарға эт рәхәте икән, уларҙы нишләптер бер ошондай бала-сағаға бәйле эшкә ҡушмайҙар. Эсе бүрткәнсе ойотҡан һемерә лә, уйнап туйһа, мыжый башлай:

– Апа-ай... ҡайтайы-ыҡҡ...

– Апа-ай! Мине ҫебен аҫа-ай...

– Һыуға төҫәм! Һыуға-а!

– Шаулама! Бар, ана, ятып тор ҡыуышта. Хәҙер атай килә лә, ҡайтабыҙ, – тип алдаштыра уныһын апай кеше һәм әүрәтеп йоҡлатып ебәрә. Ул арала игеҙәк ҡустылары уяна ла, баяғы эштәр яңынан башлана.

Нурияның быйылғы бесәндә йылғаға төшөп бер селтей һөҙгәне, бер бөрлөгән өҙөп ҡапҡаны, бер сәскә йыйғаны юҡ. Һәм ундай бәхетле көндәргә өмөтө лә юҡ. Шулар хаҡында уйлап, эсе бошоп, бала бәүетеп ултыра ине, яҡында ғына ат бышҡырғанына һиҫкәнде.

– Һаумы, ҡыҙым. Атайың ҡайһы тәңгәлдәрәк? – тип өндәште һыбайлы бабай, балаларҙы ҡурҡытмаҫ өсөн ярһып килгән менгеһен яҡынлатмай ғына ҡырҙараҡ тороп.

Нурия ҡартты таныһа ла, кем икәнлеген дә, исемен дә белмәй, шулай ҙа ағастар яғына ҡулын һелтәне:

– Те яҡта.

Бер аҙ ваҡыттан теге бабайҙың атын етәкләп, һыңар ҡултыҡ таяғында аҡһаған атаһы менән яй ғына һөйләшеп килгәне күренде. Ҡыуышҡа түгел, ә йылға ярына ыңғайланылар. Шунда башта баҫып тороп, унан сабылған үлән ҡыртышына ултырып оҙаҡ ҡына әңгәмәләштеләр. Атаһының әленән-әле тирләгән маңлай-елкәһен ыуыуына һәм икеһенең дә әленән-әле һүҙҙән бүленеп, йылға ағышына ҡарап ултырыуҙарына ҡарағанда, араларында ни ғилләлер бар ине. Һиҙгер бала Нурия, сабыйҙарҙы “тыз-быз” иттереп биләүләп йөрөгәндә лә, атаһының киң арҡаһына ҡарап та, уның борсоулы икәнлеген аңғарҙы. Күпмелер ваҡыттан һуң серле хәбәр менән килеүсе, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, эйәренә егеттәрсә һикереп менеп, юрғаһын итек үксәһе менән генә ҡыуып, юрттырып китеп барҙы. Атаһы ҡыуыш эргәһенә килеп торҙо. Йөҙө ағарған, һәр ваҡыт уяу, баҙыҡ булған ҡарашы юғалып, нисектер албырғап ҡалғандай ине. Ул, был тирәгә тәүгә килеп сыҡҡандай, өсмөйөш ҡыуышына бер

килке төбәлеп торҙо, унан бөтөнләй һуҙылып ергә ятып алды. Бер болотһоҙ асыҡ зәңгәр күккә керпек тә елпетмәй төбәлеп ҡалды. Уның ҡылығындағы сәйерлеккә ҡаршы ниндәйерәк һорау бирергә белмәне Нурия. Шуға атаһына ҡарап-ҡарап алһа ла, өндәшмәне.

Бер һыуһындан ялан осонда әсәһе менән апаһы күренде. Улар тырмаларын йөкмәп, юл ыңғайы ҡоро-һары ла йыйып алған. Әсәһе салҡан ятҡан атаһын шелтәләне:

– Бында килерен килгәс, ут яға торһаң ни була? Мин һине әллә Саҙрый ағай алып китеп барҙымы тиһәм...

Атаһы ишетмәгәндәй тик ята.

Асия апаһы йылғаға төшөп картуф йыуып алып менгәнсе әсәһе усаҡ тоҡандырҙы, баҡырса аҫты. Картуфты бешерергә ҡуйғас, ҡатындар балалар янына килде. Әсәһе берәүһен имеҙергә ултырҙы, Асия икенсеһен ҡулында бәүетте.

– Бындай ике баланы мин ҡарай алмаҫ инем ул, еңгә, – тип шым ғына көлә апаһы.

Әсәһе эйәге менән генә бикәсенең ҡалынайып барған бил тәңгәленә ымлай:

– Булһа, ҡарайһың инде, ҡайҙа бараң? Бына тиҙҙән үҙең ултырырһың әле ошолайтып.

Әсәһенең ымына эйәреп, Нурия ла апаһының эсенә ҡарап ала. Ул уның ауырлы икәнлеген күптән аңлаған инде. Димдән ҡайтҡандан алып Асияны Ибраһим ағай йәшәгән ос балалары “еңгәй” тип атай. Анау Нурия яратмаған Рәхимйән “еңгәй ҙә еңгәй” тип килеп сыға әле. Өләсәләренең өйөндә әллә нисә тап итте. Урамда эләкләшеп йөрөһә

лә, апаһы янында “ҡоҙаса” тигән була. Фу-у... Танауында маңҡаһы ҡатып тора үҙенең...

Асия ҡәйнәһе йортона күсмәне әле, әсәһен яңғыҙ ҡалдырырға теләмәне. Сафура әбейҙең янында өлкән килене бар ейәндәре менән, уға ярҙам кәрәк түгел, ә бына өләсәһенең аяҡтары шешеп атлатмай аптырата.

– Ибраһим менән балаға исем эҙләп бер булабыҙ. Мин һайлағанды ул оҡшатмай, үҙе әллә ниндәй ят исемдәр яҙа.

– Ниндәй ят исем ул?

– Ҡыҙ булһа, Октябрина тип ҡушабыҙ, командирҙың ҡыҙының исеме шулай, тисе.

– Ыста... Ҡалай ҡыҙыҡ.

– Малай булһа, ҡарт олатаһының исемен ҡушайыҡ, ти. Арғынбай, ти... Кит, бабайҙар исеме бит тиһәм, бабай була инде берәй ваҡыт, ти, алйот, – тип көлә рәхәтләнеп апаһы.

– Ярай, әйҙә, кем тип ҡушһағыҙ ҙа... атаһы имен-һау ҡайтһын ғына, – ти Һауа, үҙенең ике күҙе һаман шул килеп ятҡан ирендә.

– Амин, – ти апаһы ишетелер-ишетелмәҫ кенә. Унан тороп китә, бағырлап ултырған картуфлы ҡаҙанды шылдырып һыуын һарҡыта, йылғанан май-ҡорот алып килә. Баҡырса һыуында үлән бешерә лә еңгәһе менән ағаһына өндәшә:

– Әйҙәгеҙ.

Ҡатындар ашъяулыҡ сите менән тубыҡтарын ҡаплап ултырып сәй шөрпөлдәткәндә лә тормай әле Нурислам. Ҡатыны уны ҡат-ҡат саҡыра:

– Әй, асыҡманыңмы ни?

– Торһаңсы...

– Саҙрый ағай нимәгә килгән ине шул? Әллә бер-бер ҡаты хәбәр әйттеме?

Шунда ғына атаһы ҡалҡынып, аш янына шылып ултыра. Эҫе картуф алып, ҡабығын әрсемәй генә тешләй ҙә, ҡалған яртыһының уртаһына май киҫәге һалып, тағы ҡаба. Әсәһе ипләп кенә һаман ныҡыша:

– Саҙрый ағайҙы әйтәм... нишәп йөрөй?

– Колхоз бесәнен ташып алайыҡ, ти.

– Әй, әттәһе. Үҙебеҙҙекен өлгөртмәй ҡалырбыҙ микән?

– Как нибут итәрбеҙ әле... – иренең һөйләшкеһе килмәгәне көн кеүек асыҡ. Быға төшөнгән ҡатындар уны ҡабаттан ирекһеҙләмәй, иғтибарҙарын балаларға күсерә.

 

Требуны ауылы ҙур. Уртаһында һаҙ – йылға аға, тал, өйәңке үҙе бер сауҡа яһаған. Бында дивизияның тыл хужалығы, штабтар тора. Колхоз, мөлкәте һәм идаралығы менән күсенгән, ә ауыл халҡы ҡалған. Улар шул көйө дивизия ғәскәрҙәре араһында йәшәй бирә. Һәр бер йортта, һәр һарайҙа башҡорт ир-егеттәре һәм аттары тора. Ауылда совет ғәскәре икәнде немецтар белә. Шуға күрә көн дә бомбаға тоталар. Һәм нимәһе: ҡайҙа ғына күсһә лә, штабты бик мәргән рәүештә “табалар”. Кухняны ла тыныслыҡта ҡалдырмай, туп-туралап алты көбәкле минометтан аталар. Икенсе, өсөнсө урынға күсерәләр, ә

улар һаман ҡайҙа кухня – шунда мина яуҙыра. Әйтерһең, эргәлә генә ҡарап йөрөйҙәр.

Бер көн ашнаҡсы постағыларға йүгереп килде:

– Егеттәр! Әйҙәгеҙ әле! Минең усаҡ эргәһендә ҙур бүре ултыра!

Тегеләре аңламай:

– Ни эшләй ул бүре ауыл эсендә? Етмәһә, усаҡ төбөндә?

– Белмәйем! Минең ҡорал ҡаҙан янында ҡалған, яҡынлай алмайым.

Барһалар, ысын бүре ултыра! Егеттәр автоматтарын әҙер тотоп яҡынлай, ә бүре ыжламай ҙа. Тора торғас, яугирҙәрҙең олоһо аңлап ҡалды:

– Был бахыр контужен булған бит... Бомбаға эләккән инде.

– Атығыҙ, – ти ашнаҡсы.

– Атмағыҙ! – тип ҡаршы төшә баяғы һаҡаллы ҡарт һалдат. – Мәхлүктең ней ғәйебе бар? Ҡыуығыҙ – китһен.

Егеттәр бүрегә ағас, таш киҫәктәре ташлай башлағайны, теге аҙыраҡ айныған һымаҡ башын сайҡағылап, яйлап ҡына тантый-тантый атлап китте. Януар урманға инеп юғалғансы уны ҡыуалап барҙылар. Был хәлде күп тә үтмәй бар дивизия белде тигәндәй. Ашарға килгәндә ашнаҡсыны төрттөрөп бер булдылар:

– Ул бүре һинең бутҡаға проба снимать итә килгән бит ул!

– Һин унан бер сеүәтә аш йәлләп тороп ҡалғанһың!

– Ха-ха-ха!..

– Һа-һа-һа!..

 

Ауылда шымсы барлығы билдәле була шулай ҙа. Тик был сама халыҡ араһында уны нисек табаһың да нисек тотаһың? Шунлыҡтан ауылда йәшәгәндәрҙең барыһын да эвакуацияларға тигән бойороҡ булды. Һис кисектермәй, өс көн эсендә барыһын да егерме биш саҡрымдай алыҫлыҡтағы икенсе торлаҡҡа алып барып ҡуйырға ине.

Беренсе көн өй беренсә йөрөп әйтеп сығыуға ҡарамаҫтан, повозкалар янына бисә-сәсә йыйылманы. Арбалар менән ихаталар төбөнә барып туҡтай башлағас, ҡатын-ҡыҙ яр һалды:

– Не поедем!

– Умирать будем – не уедем!

– Атығыҙ! Үлтерегеҙ – бармайбыҙ!

Тик хәрби бойороҡ ҡатын-ҡыҙ теләгенә генә ҡарап торамы? Халыҡты көсләп сығарып тейәү башланды. Өй эсендәге әйберҙәрен сығарып тейәп, малдарын арба артына таҡтылар. Китте ығы-зығы, илаш-аҡырыш, һуғыш. Ишектән, ҡапҡанан ингән һалдаттарға йорт хужабикәләре таяҡ, көрәк, балта менән ҡаршы торҙо. Ҡайһылары һалдаттарҙы яраланы ла. Яу-дау менән тейәлеү дауам итте...

Көтмәгәндә бер ҡатын урам уртаһына сығып ҡысҡыра-ҡысҡыра башҡаларын эргәһенә йыя башланы. Тиҙ арала иллеләгән бисә-сәсә тупланып, ашығып бер йорттоң ихатаһына инеп бикләнде. Былар ни ҡылана икәнде аңламай торған кавалеристар янына бер үҫмер малай йүгереп килеп һөрәнләне:

– Улар оборона линияһы аша сығып немецтарға китә!

Ысынлап та, сәс-баштары туҙған, таяҡ-һәнәк менән ҡоралланған ҡатындар ауыл ситенә етеп бара. Ә ситтәге урман аръяғында дошман тылы!

Полк штабынан посыльный йүгереп килде һәм: “Приказ: взвод на коней! Китеүселәрҙе ни эшләткәндә лә кире борорға”, – тине.

Башҡорт һыбайлылары сабышып барып ҡатындарға ҡаршы теҙелеп баҫты. Тик бисәләр төркөмө ысынлап аҡылдан яҙғандай хәлгә ингән ине. Теге башлап йөрөүсе алға сығып ҡысҡырмаһынмы:

– Бабоньки! Бейте их – французов!

Шул арала алдағы бер-ике һыбайлыны ат өҫтөнән һөйрәп төшөрөп дөмбәҫләй ҙә башланылар. Лейтенант бер нисә тапҡыр һауаға атып ҡараны – ҡайҙа ул – ҡоторғандар ҡурҡырға ла уйламаны. Оҫта сәпәлгән таш уның башын тишеп тә ебәрҙе.

Һыбайлы ирҙәр юғалып ҡалды. Был ҡатындар менән нисек итергә? Атып та, аттан тапатып та булмай. Шул саҡ берәүҙең аҡылы етте, ул ҡамсыһын алып өҫкә күтәрҙе:

– Егеттәр! Ҡамсылап! Ҡамсылап был албаҫтыларҙы! – һәм ҡамсыһы менән аяғына йәбешкән йыуан мәрйәнең һырт буйына киҙәнеп тороп шыйлатты. Ҡатын “сар-р-р-р” итеп ҡалды ла ергә бөгөлөп төштө. Әлеге һыбайлы бының менән генә туҡтамай, баяғы башлап йөрөүсе ҡатынды барып ҡайыҙлай башланы. Атаманша ҡамсы тәмен ике-өс татыу менән кирегә боролоп ҡасты. Быны күргән ирҙәр ҡамсыларын һауала болғап ҡатындарҙы ҡыуа төштө. Икәү-өсәүенә эләккәндән һуң баш күтәреүселәр йәһәт ыҡҡа килде, ҡаҙ көтөүе һымаҡ бер урынға өйкөлөшөп ҡалдылар. Ҡурҡышып

һырынышҡан был төркөмгә ҡарап егеттәрҙең дә ярһыуы баҫыла төштө. Бәрелеш ҡапыл башланған кеүек ҡапыл тынды. Баштан аяҡ ҡораллы, ҡылыс таҡҡан, һыбай атланған ҡарасман ҡырыҫ ирҙәрҙең ғәйрәте бөтөн ҡөҙрәтендә асылды хәҙер мәрйәләргә. Автоматҡа ҡаршы барған ҡатындар ҡамсынан шөрләне. Маңлайынан аҡҡан ҡанын усы менән һыпырып, йыш-йыш тын алған лейтенант ҡамсыһы һабын ауыл яғына төртөп бер генә һүҙ әйтте:

– Алға.

Ҡатындар кире ауылға ҡайтарылды һәм тейәп оҙатылды. Әммә башҡорт егеттәре өсөн был хәл эҙһеҙ үтмәне. Хәрби трибунал дивизия яугирҙәрен тыныс граждандарға ҡул күтәргән өсөн судҡа бирҙе. Яугирҙәрҙе бер-бер артлы допросҡа саҡырып йөҙәттеләр ҙә, лейтенантты штабтан алып, разведдивизионға оҙаттылар.

Ә Требуны һуғыштарында дивизияның көсө алыштырғыһыҙ булды.

 

Ул төндә бер кем дә йоҡламаны. Иртәнге алты тулыуға яугирҙәр туйғансы ашаны, аттарын эйәрләне, теләһә ниндәй минутта ҡуҙғалып китергә әҙер булып, сигнал көтөп торҙо.

Хәл иткес һөжүм теп-теүәл алтыла башланырға тейеш ине, ләкин ҡуйы томан арҡаһында кисектерелде. Сәғәт ете тулғас ҡына “катюша”ларҙың тәүге залптары яңғыраны. Дошман өҫтөнә ике сәғәт буйына утлы ямғыр яуҙы, шунан һуң самолеттар күтәрелде. Быларҙы күҙәтеп торған атлылар беҙҙекеләрҙең ерҙә лә, күктә лә көс өҫтөнлөгөн

тойҙо. Етмәһә, дивизияның аяҡ аҫтынан тиерлек танктар һәм бронетранспортерҙар ҡалҡып сыҡты ла дошманға ябырылды.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы танк армияһы составында дошманды йырынға индерергә, Старо-Пронино районындағыһын урында юҡ итергә, артабан Обливская станцияһына һөжүм итергә лә фрицҡа көнбайыш йүнәлешкә сигенеү юлын һәм Обливская – Сталинград, Обливская – Ростов тимер юлдарын киҫергә тигән задание алды.

Тәүҙә операция уңышлы барҙы. Кусимов полкы авангардта ине. Танктарға ышыҡланған кавалерия дошман позицияһына ҡыйыу бәреп инде. Һыбайлыларҙы көтмәгән немецтар башта окоптары аша һикереп үтеүселәрҙең кем-нимә икәнлеген дә аңламай торҙо. Унан, окоптар эсендә юрғалар сабышып-тулай, улар өҫтөндәге яугирҙәр ҡылыстарын да эшкә ҡушҡас, аҡырышып сығып ҡаса башланылар. Нимәләр генә юҡ ине ул окоптарҙа: халыҡтан талап алынған толоптар, юрғандар, бойҙай, борсаҡ. Хатта ҡул тирмәндәре... Күрәһең, фашистар ҡыш буйы бында ҡалыу ниәте менән йыһазлап алған окоптарын.

Киске ете тулыуға Блиновский утарына килеп еттеләр. Был мәлдә дивизия танк частарынан айырылып, үҙе генә хәрәкәт итә ине. Разведка утарҙа дошмандың бик көслө нығытмаһы барлығын, хатта көстәр нисбәтен дә билдәләне. Нисбәт, күренеүенсә, атлылар файҙаһына түгел! Кавалерияға ҡаршы фашист танктары һәм авиацияһы, унан ҡала – көслө пехота. 

Приказды үтәү өсөн Шайморатов төп иғтибарҙы көтөлмәгән төнгө һуғышҡа йүнәлтте. Тик шуның менән генә уңышҡа өлгәшергә була ине.

Бына аттарынан төшкән яугирҙәр дошман траншеяларына үтеп инә, штык менән фашистарға ябырыла. Фрицтарҙың иҫән ҡалғандары позицияларын, ҡоралдарын ташлап ҡаса...

Тик был еңеү түгел әле. Саҡ ҡына яҡтырғайны – фашист танктары контрһөжүмгә күсте.

Егеттәрҙең ярһыулығы ла, аттарҙың йылғырлығы ла бында артыҡ ярҙам итә алмай. Бөтә өмөт – артиллерияла! 257-се полктың артбатарея командиры тәүге атыуҙа уҡ бер танкты төтәтте, әммә шул уҡ секундта батарея утҡа тотолдо. Тотош батареянан иҫән ҡалған йәш егет ике танкты яндырып өлгөрҙө, тик үҙе лә ауҙы. Эскадрон командиры эргәһенән үтеп барған дошман танкына һикереп менеп, водителдең күҙәтеү тишегенә пистолеттан атты. Танк туҡтаны. Фашистар өҫтәге люкты асыуы булды, командир унда граната ташланы, әммә үҙе лә һәләк булды...

Эскадрон танк һәм автоматсылар ҡамауында ҡалды, командир үҙе яраланды, ләкин өлкән лейтенант яу менән идара итеүен туҡтатманы. Өс сәғәт буйына эскадрон танктарҙы ла, пехотаны ла ебәрмәй торҙо.

Таһир Кусимовтың ҡаты яраланыуы хаҡында хәбәр булды. Тиңдәшһеҙ алышта күп рядовойҙар, сержанттар, командирҙар, политработниктар һәләк булды. Тик атлыларҙың хәрәкәте туҡталманы. Ниндәй генә көслө техника менән ҡоралланһа ла,

дошман уларға ҡаршы тора алманы. Дивизия алға барҙы. Ат тояҡтары аҫтынан туңған тупраҡ аҡтарылып сәселеп осто. Ат муйынына һуҙылып һылашҡан һәм тотоп тыйғыһыҙ ярһыу ғәйрәт менән ер ябып килгән ҡырағай урҙа дошман ҡанын һыуытты, улар был ҡурҡыныс ағымдан ҡайҙа ҡасырға белмәне. Атлы ғәскәр унлаған утар һәм ҡасабаны, йөҙҙән ашыу квадрат километрҙар совет илен азат итте, Оливская станцияһына бәреп инде. Сталинград янында шулай алышты башҡорттар!

 

1942 йылдың ноябренән 1943 йылдың ғинуарына тиклем дивизия яу менән дүрт йөҙ саҡрымдан ашыу юл үтте. Тиҫтәләгән ҡала һәм ауылдарҙы азат итте.

43-төң башынан уҡ көндән-көн ҡыуаныслы яңы хәбәрҙәр менән һөйөндө совет кешеләре. Сталинград һуғышы Совет Армияһының еңеүе менән тамамланды. Тик дошмандың көсө ҡаҡшаманы әле. Һуғыштар, бөтә тирә-яҡты көл-күмергә әйләндергән ҡаты һуғыштар дауам итте. Һөҙөмтәлә Башҡорт кавалерия дивизияһының личный составы күп юғалтыуҙар кисерҙе һәм атлыларҙы тулыландырыу өсөн сафтарға илдең утыҙ ике милләт вәкиле килеп ҡушылды. Төркмән егете лейтенант Атаев взводы яһаған батырлыҡ дивизия кавалеристарының яу хәрәкәттәрендә юғары нөктә булды.

 

Улар утыҙ ике ине. Һәм ике көн алыш...

Тәүге көндә немецтарҙың автоматсылар ротаһы бронетранспортер ярҙамында һөжүм итте. Утыҙ егеттең ун өсө һәләк

булды. Ләкин дошман ҡалҡыулыҡты ала алманы. Йөҙләгән кешеһен юғалтып, кире сигенде.

Икенсе һөжүмдә фашистарҙың ике автомат ротаһы ике яҡтан килде. Иҫән ҡалған ун ете ҡаһарман уларҙы үткәрмәне.

Иртәгәһен дүрт танк менән автоматсылар һөжүм итте. Улар ҙа кире ҡағылды. Ахырҙа фашистар бер батальон һалдат һәм дүрт танк менән килде. Һөжүм барыбер кире ҡағылды. Алты егет иҫән ҡалды.

Төштән һуң фриц тағы башланы. Ике танкыһы яндырылып туҡтаны.

Унан өсөнсө, дүртенсе тапҡыр!

Бөтә взвод һәләк булды, әммә тере килеш береһе лә позицияһын ташламаны!

Башҡорт, татар, үзбәк, тажик, төркмән, ҡарағалпаҡ, украин егеттәре ҡоралдарына сат йәбешкән килеш йәнһеҙ ята. Ҡайһыларының хатта күҙҙәре лә ябылмаған, улар һаман дошманды күҙәтә, һаман ата, һаман сафта...

Был берҙәм батырлыҡ өлгөһө булды. Взвод командиры лейтенант Атаевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Төркмән егете Башҡорт кавалерия дивизияһында беренсе Герой булды!

 

1943 йылдың йылы йәй иртәләрендә Нуриялар тәңгәленән йүгереп үтеп барған Рәхимйән “ҡоҙа”һы асмалы тәҙрә төбөндә торған ҡыҙыҡайға һөрәнләп үтте:

– Ибраһим ағайымдың аты ҡайтҡан!

Нурияға был хәбәр артыҡ бер ни мәғлүмәт бирмәгәс, тора бирә ине, артына атаһы килеп баҫты:

– Нимә тине шул?

– Ибраһим ағайҙың аты килгән, тине.

– Ибраһимдың? Аты?.. – атаһы урындыҡҡа ултырып һыңар аяғына кирза итеген кейә башланы. Сылғауын да урап тормаҫтан, ялан аяғына тартып һуҙып кейҙе лә ашығып һикерәнләп сыҡты. Әсәһе уның артынан һөйләнеп ҡалды:

– Нишләп Ибраһимдың аты ғына ҡайтҡан икән? Нурислам! Һин ҡайҙа?

Ҡустылары әле тормағас, улар тотҡононан азат булған Нурия ла атаһы артынан эйәрҙе.

Ат һарайы янына бөтөн ауыл тигәндәй йыйылған ине. Барыһы ла ялан кәртә уртаһындағы Ерән айғырға һүҙһеҙ булып ҡарап ҡалған. Ә малҡай утлыҡтағы бесәнде мороно менән улай-былай әйләндергеләп кертелдәтә. Ара-тирә халыҡҡа ҡарап ала, йәнәһе, йә, тағы кемегеҙ күрешергә теләй минең менән. Атаһы, уның янына барырға ҡыймағандай, башҡалар рәтендә тора бирҙе. Нурия уны арттан килеп етәкләп алды.

Шул ваҡыт йыйылыусыларҙы йырып ҡаршы яҡтан Асия апаһы сыҡты. Уның ҡулында – яңы имгәкләп йөрөгән улы Арғынбай. Асия аяҡтарын көскә шылдырып атлап ат янына килде. Ерән ат уға башын борҙо. Айғыр менән ҡатын бер мәл күҙгә-күҙ ҡарашып ҡалды. Ат ҡарашы нимә һөйләгәндер инде, ҡатын үкһеп илап, уның муйынына башын терәне:

– Ҡайҙа иттең?.. Ҡайҙа иттең хужаңды?.. Нишләп ташлап ҡайттың?..

Унан ҡапыл нимәлер иҫләп, балаһын ергә ултыртты ла ике ҡуллап айғырҙың ял араһын һәрмәй башланы. Эҙләнә торғас, ҡылдарҙы йырып асып, Димдә бәйләгән еҙ тәңкәһен өҙөп алды. Был табышынан тағы ла нығыраҡ ярһып буҙланы ул:

– Ҡайҙа? Ҡайҙа иттең Ибраһимды?..

Халыҡ араһында ла шым ғына иңрәү китте:

– Ҡарале, аты ла илай...

– Хайуандың һөйләргә генә теле юҡ, эй Алла...

– Ҡайҙа ғына икән һуң ул егет? Күптән инде хәбәре юҡ ти бит...

– Аты ҡайтыуын әйт әле һин аның...

– Тере булыуы бик икеле инде... әллә...

 

Ҡатындың ерҙә ултырған балаһы ла илай башлағас, Нурислам килеп бәләкәсте күтәреп алды ла һеңлеһенең яурынынан ҡосаҡлап тартты:

– Ҡайтайыҡ, Асия... Ибраһимдың ҡағыҙы миндә...

Апаһы ҙур асылған йәшле күҙҙәрен күтәрҙе:

– Нисек... ҡағыҙы?..

Нурияның атаһы тағы бер тәрән итеп тын алды ла әйтте:

– Былтыр... йәй үк килгәйне... Ҡара ҡағыҙы.

Ҡырҡылған тал сыбығындай булып ҡолаған апаһын ҡатын-ҡыҙҙар саҡ иҫенә килтерҙе. Унан күмәкләшеп, ҡултыҡлап-һөйрәп

тигәндәй Нурияларҙың өйөнә алып барып һалдылар. Ул шулай бер килке ятҡас, тороп ултырҙы ла ағаһына ҡулын һуҙҙы:

– Бир!

Атаһы һандыҡтағы үҙ документтары араһынан өсмөйөшлө хатты соҡоп алып һеңлеһенә тотторҙо. Һауа хәлде яңы аңлап, ауыҙын баҫып сүгәләп төштө. Асия бер илеләй генә ҡара ҡағыҙҙы әйләндергеләп уҡыны ла уҡыны...

Бик ауыр кисерҙе иренең үлемен Нурияның апаһы. Иланы-иланы ла ҡатып ятты, иҫенә килһә, тағы үкһене. Балаһында ла, башҡаларҙа ла эше булманы. Уның өсөн, әйтерһең, донъя юҡҡа сыҡҡан ине. Ҡара ҡағыҙҙы күрҙе лә, усындағы миҙал тәңкәһен күрҙе. Шулар менән генә һөйләште:

– Алманы бит Ибраһим... Ҡулдарын һелтәй-һелтәй ҡаршы торҙо... Атына таҡҡас, уныһы тере ҡайтҡан да, үҙе ҡалған... бына ошо ҡағыҙ ғына килгән...

Әсәһе менән атаһы уны аҡылдан яҙып ҡуймаһын тип борсолғайны, ярай әле өс-дүрт көндән яйлап аңына килде, һөйләнеүен, тора-бара илауын да туҡтатты. Бары үтә лә бошонҡо, хәлһеҙ, битараф кеүек кенә булып ҡалды. Унан балаһын күтәреп атты алып ҡайтҡан Саҙрый олатайға китте. Айғырҙың ҡайҙан һәм ниндәй юлдар менән алып ҡайтылыуын белергә теләй ине ул.

Саҙрый олатай ике ай тирәһе элек Белоретҡа дивизияға ебәрелә торған өҫтәмә аттарҙы алып барған икән, урынға уҡ оҙатып ҡуйырға ҡушҡандар.

1942 йылдың көҙөндә Саҙрый олатай Башҡорт кавалерия дивизияһына килеп төшкән. Ғәскәрҙәр позиция алыштырған ваҡытта арттан артиллеристар килеп еткән. Ҡапыл бер ат орудиены юлдан тартып, кешнәй-кешнәй Саҙрый ҡартҡа ынтылған. Ат тотоусы асыуланып уны сыбыртҡылай икән, ә теге баш бирмәй. Ҡарт эләгә-тәгәрәй уларға ҡарай йүгергән:

– Һуҡма! Һуҡма, был беҙҙең ат! Ул мине таный!

“Стой!” командаһы яңғыраһа ла, айғыр бабайға килеп етеп кенә туҡтаған.

– Һин кем булаһың? – тип һораған ғәжәпкә ҡалған орудие командиры.

– Был ат беҙҙең колхоздыҡы, мин – конюх. Уны бәләкәйҙән ҡарап үҫтергән кеше.

– Ярай-й, эйәһе менән осрашҡан атты ла хөрмәт итәйек. Ял итәйек, күрешһендәр, – тигән командир.

Ә ерән айғыр, һағыныуын һөйләргә теләгәндәй, яңағы менән ҡартты төкөп йығып алып бара, нисек иркәләнергә белмәй икән. Бабай уның ялын һыйпай, дағаларын тикшерә, муйынын ҡарай – ҡамыт һуҡмаған микән?

– Менеп киткән егет тураһында белмәйһегеҙме? Ибраһим Арғынбаев ине һыбайлыһы.

Командир баш һелкә:

– Белмәйем. Тик артиллерияға эйәһеҙ аттар килә. Хужаһы тере булғанда, бындай менгене берәүгә лә бирмәҫ ине...

Шулай икәнлеген күңеле менән һиҙгән оло кеше, эстән генә һыҡрап, атты һөйә-һыйпай бирә. Унан, хәҙер инде айғырҙың үҙаллы ыңғайламаҫын белеп, бер арыуыҡ уны йүгәненән тотоп әйҙәп алып бара. Унан ебәрә. Ат ҡыуыусылар юлын дауам итергә теләмәгән малҡайҙы сыбыртҡылай. Ул дүрт аяғы менән терәлеп ҡарыша, әммә мисәүендәге аттар һөйрәтеп алып китә. Айғыр алға, снарядтар шартлаған тауыш гөрһөлдәп килгән яҡҡа ҡолаҡтарын ҡайсыландырып ҡарай ҙа башын ҡарт ҡалған яҡҡа бора, муйынын сайҡай, теҙгендәрҙе, дилбегәне, мисәү бауҙарын берсә өҙә тартырға ғәйрәтләнеп һикерә, ауыҙлығын йәнтисләмгә сәйнәй, ысҡынырға маташа, үҙе өҙлөкһөҙ үҙәк өҙөп кешнәй. Теле булһа:

– Ауылыма алып ҡайт! Зинһар, был афәттә ҡалдырма! – тип ҡысҡырыр ине. Ҡысҡырмаһа ла, уның был ауазын ишетә Саҙрый ҡарт. Бала һымаҡ битен ҡаплап юл сатында тороп ҡала.

...Саҙрый олатай ҡайтып китеп өлгөрмәй, шул көндә үк кискә артиллерия киткән яҡтан хеҙмәттән бушатылған аттарҙы алып киләләр. Ни күҙҙәре менән күрһен, араларында бото яраланған ерән айғыр ҙа бар! Ветеринарҙар ни эшләтергә лә белмәй, менгегә, йөк тартыуға эшкинерлек түгел, әммә тоҡомло икәнлеге күренеп тора. Ундайҙы урындағы халыҡҡа ла, һуйыуға ла биреү йәл. Был хәлде белеп ҡалған Саҙрый ҡарт ветеринарҙарҙан инәлеп-ялбарып атты кире колхозға ҡайтарыуҙарын һорай. Тегеләре риза була. Шулайтып, ерән айғыр һуғышта ике йылдай яу яландарын гиҙеп, эйәрен һәм эйәһен юғалтып, яраланып әйләнеп ҡайта. Ялы араһына тағылған йән тәңкәһе менән...

 

Был хәлде телдән-телгә күсереп һөйләп, бот сапты ауыл халҡы:

– Ул ерәндең Саҙрый ҡартҡа тап булып тороуын әйт әле!

– Малдың да тәҡдире инде, ҡайтып етергә яҙған бахырға.

– Ауылдың тотош өйөрө йөрөп ята бит яуҙа, кеме бар, кеме юҡтыр инде... Ерән айғырға барыбер уңай тура килгән.

– Ҡуйсы ла... Уйлаһаң, уйылып китерлек бит, бисәләр. Ул Ибраһимдың был ҡыҙҙы саҡырып, никахлап ҡалыуын әйт тә, быныһының малай табып алыуын әйт инде. Шәһит китеп барыуын белгән, тиерһең...

– Был тормоштоң ҡай бер нәмәләре беҙгә аңлашылмай шул. Беҙ белмәһәк тә, өҫтәге барыһын да үҙ тәртибенә теҙеп һалып тора ул. Бер нәмә лә бушҡа башҡарылмай был ерҙә...

– Йәл инде, йәл. Аты ла, егете лә, ҡыҙы ла, тыуған бала ғынаһы ла йәл...

– Һуғыш... ҡалайтаһың... Һуғыш тип кенә йәшәү ҙә туҡтамай...

 

* * *

Башҡорт атлыларының ҡаһарманлыҡ һәм фажиғәнән торған тарихындағы иң дәһшәтле мәл булды ул рейд.

Был мәлдә фронттарҙағы хәл Ҡыҙыл Армия файҙаһына үҙгәргән ине. Сталинград һуғышынан һуң көньяҡтан төньяҡҡаса бөтә фронт буйлап совет ғәскәрҙәренең һөжүме башланды. Башҡорт кавалеристары беренселәр иҫәбендә украин ерҙәрен фашист ҡоллоғонан азат итеүгә кереште.

Февраль башында 3-сө гвардия армияһы командующийы генерал Лелюшенконан хәрби задание килде: дошмандың Белосколеватый – Орловка участкаһындағы оборонаһында яһалған йырын аша тылына инергә һәм, Коммунарск йүнәлешендә хәрәкәт итеп, Дебальцево тимер юл төйөнөн алырға, гитлерсыларҙың тимер юл коммуникацияларын өҙөргә. Ләкин корпус был участкала рейдҡа инә алманы, сөнки дошман оборонаһында йырын булмай сыҡты, һәм атлылар танктар менән пехотаның көслө контрһөжүменә осраны. Беренсе эшелонда барған 21-се һәм 55-се кавдивизиялар көн буйына был утлы яуҙы кире ҡағырға мәжбүр булды. Һөҙөмтәлә ҡаты алыштарҙан, туҡтауһыҙ бомбалар яуыуҙан Белосколеватый һәм Лысый утарҙары араһында ике километрлыҡ йырын хасил булды. Бына ошо үҙ көстәре, хатта ғүмерҙәре менән яһалған йырынға корпус берләшмәләре ынтылды ла инде.

Дивизия етәкселеге дошман оборонаһындағы йомшағыраҡ урынды үҙе табырға, шул юл аша тылға үтеп инергә һәм, көнбайыштан һөжүм итеп, Ворошиловград ҡалаһын алырға рөхсәт һораны. Үтенес ҡәнәғәтләндерелгәс, 8-се кавалерия корпусы Дебальцево тимер юл станцияһын алыу ниәте менән рейдҡа инеп китте. Айырыуса ауыр шарттарҙа асыҡ урындарҙы үтте. Был ҡыш ҡар бик күп яуып, ҡаты һыуыҡтар оҙаҡ торҙо. Ҡайһы бер урындарҙа һәр бер пушканы, автомашинаны, ылауҙы тиерлек ҡул менән тартып сығарырға тура килде. Мало-Ивановка – Чернухино араһындағы 12 саҡрымлыҡ участка туғыҙ сәғәттә үтелде. 

Был ваҡытта 112-се кавалерия дивизияһында, ат ҡараусыларҙы, махсус подразделениеларҙы ла иҫәпкә алғанда, 800 кеше генә ҡалғайны, әммә личный состав алдағы һуғыштарҙа сыныҡҡан һәм берҙәм ине.

Чернухино – мөһим станцияларҙың береһе. Атлылар Дебальцевоға барып етмәһә лә, Чернухино – Дебальцево, Чернухино – Ростов юлдары тулыһынса өҙөлдө. Шул арҡала 8-се корпустың рейды 3-сө гвардия армияһының частарына Ворошиловградты һәм Донбассты азат итеүгә уңай шарттар тыуҙырҙы.

Юғалтыуҙар ҙа, яралылар ҙа күп. Үҙаллы бара алмағандарҙы тейәп алып китеү форсаты юҡ, ҡарҙан хәрәкәт итеү былай ҙа еңелдән түгел. Атлыларға Чернухино халҡы ярҙамға килде. Кешеләр, расписка биреп, яралыларҙы алып ҡалды. Әгәр фашистар кире килһә, был мәрхәмәтле әҙәмдәргә бөтә ғаиләләре менән яуап бирергә тура килере көн кеүек асыҡ. Әммә украин халҡы бынан ҡурҡманы. Улар хәҙер ҡурҡыуҙан ашатлағайны. Оҙайлы һуғыштар эсендә әжәл менән йәнәшә йәшәү һәм һәр көн иң һуңғы аҙымға әҙер булыу торошо кешелә ҡурҡыу тойғоһон юйып ташлай ала икән. Әҙәм балаһында кейек инстинктары ҡалҡып, ул ҡатмарлы хәлдәрҙә бары тәбиғи көрәшкә генә тәғәйен булып, йәғни үлеүсегә йә үлтереүсегә генә бүленеп ҡала.

Ворошиловградты ҡулдан ысҡындырғас, дошман ғәскәрҙәре, ажарланып, Чернухинола торған атлыларҙы өс пехота дивизияһы менән уратып алды. Уларға илле танк, артиллерия һәм авиация ярҙамға килде. Дивизия ғына түгел, бөтә корпус ҡамау эсендә ҡалды.

Дошмандың көсө артҡандан-арта барҙы. Корпустың көсө кәмегәндән-кәмене. Ҡамау тарайғандан-тарайып, муйынды быуа барған элмәк бауындай тартылды. Атлылар алдында бер генә юл: йә һәләк булырға, йә йырып сығырға!..

Ҡараңғылыҡтан файҙаланып, Башҡорт кавалерия дивизияһы подразделениелары, дошман танктарын оҫта урап үтеп, ҡамауҙан сығыуға ынтылды. Төн йөҙөндә кешнәмәһен өсөн морондары бәйләнгән аттар ер ярып шыуышҡан танктар араһында ҡара шәүләләр булып сабышты. Һәм ҙур булмаған юғалтыуҙар менән йырып сыҡтылар ҙа. Атлылар еңде! Уларҙың ҡыуанырға бөтә хоҡуҡтары ла бар. Юғары командование заданиеһы үтәлде, дошман тылы тар-мар ителде. Ворошиловградтан күп һанлы ғәскәр көнбайышҡа ылыҡтырылды, шул арҡала фронт оборонаһы йомшартылды. Корпус командованиеһы, дивизия башлыҡтары фашистарҙың штаб офицерҙарын тактик яңылышыуға индерҙе. Был ҙур хәрби оҫталыҡ ине! Корпустың сигенеү юлын тоҫмаллап торған фашист танктар менән икешәр батальонды ике яҡтан ебәрҙе һәм һыбайлыларҙың төндә үҙҙәренең араһынан үтеп киткәнен аңламай, көн буйына бер-береһе менән атышты.

Ҡамауҙан ҡотолғас, үҙебеҙҙең яҡҡа сығып та китә ала ине һыбайлылар, ләкин әсиргә алынған немец офицерҙарынан һәм партизандарҙан дошмандың Миус йылғаһы буйында ашығыс рәүештә оборона позицияларын төҙөүен белеп, шунда йүнәлделәр. Хәрби стратегия йәһәтенән был артыҡ дөрөҫ тә түгел ине, әммә кешелек позицияһынан сығып хәл итте комкор. Туғыҙ көн буйы барған ауыр

рейд мәлендә хәлһеҙләнгән, арыған, ҡаҡшаған корпус яңы, тағы ла хәүефлерәк участкаға ебәрелде.

Был ваҡытта Шайморатов дивизияһының бөтә частары 400 кешелек атлы һәм 150 йәйәүленән торған бер йыйылма отряд ҡына ине. Ошондай хәлдә лә аяуһыҙ һуғышҡан яугирҙәр Стрюково ауылын алды.

22 февралдә 15-се һәм 16-сы гвардия дивизиялары юлһыҙ тәрән ҡар ярып, Владимировка, Фромандиновка, Юлино беренсе һәм икенсе ауылдарына етте. Бында дошмандың артиллерия позициялары бик яҡын ғына торғанлығы беленде. Артабан уңыш дошмандың артиллерияларын алыуға бәйле ине. Дивизияларға 23 февраль таңында дошман артиллерияларын алыу, Фромандиновкалағы гитлерсыларҙы юҡ итеү һәм Широкий, Мало-Николаевка утарҙара йүнәлешендә дошман оборонаһын өҙөү бурысы ҡуйылды. Ошо мәлдә 3-сө гвардия армияһының частары ҡаршы яҡтан ярҙамға килергә тейеш ине... Атлылар бата-сума саҡ хәрәкәт итә, тәрән көрт йылдамлыҡты юҡҡа сығара. Менгеләр аҡ күбеккә төшкән, һыбайлылары уларҙы ҡамсылай. Ҡайһылары эйәрҙән төшөп, аттарын йүгәндәренән һөйрәй.

Корпус командиры Борисов үҙе туҡталған Юлиноға Шайморатовты саҡырҙы. Килеп инеү менән һорау бирҙе:

– Ниңә тиҙерәк алға бармайһың?

Уның янында штаб начальнигы, тағы ла ике офицер бар ине. Шайморатов уларға алдағы һәм флангылағы хәлде аңлатырға теләне.

Ләкин корпус командиры кисекмәҫтән дошман фронтын йырып сығырға тәҡдим итте.

– Ашыҡмайыҡ, иптәш командир, – тине һәр ваҡыттағыса тыныс һәм ышаныслы тауыш менән Шайморатов. – Тәүҙә көслө разведка ебәреп, хәлде билдәләйек, артта ҡалған тылды, артиллерияны арттырырға кәрәк. Шунан һуң ғына хәрәкәт иткәндә...

– Мин алға барыу яҡлы, – тип бүлдерҙе уны Борисов.

– Иптәш командир... Бер тәүлек бирегеҙ. Бөтәгеҙҙе лә иҫән-һау алып сығам!

Был малайҙарса ҡыйыу һәм хатта кәмһеткән һымағыраҡ әйтелгән һүҙҙәрҙән Борисовтың сикә тамырҙары тартышып китте. Ул буҙарып-күгәреп ыҫылданы:

– Үтәргә! Приказды! Хәҙер үк!

Комкорҙан ул бик борсолоп ҡайтты: ашай, йоҡлай алмай тәүлек буйына йөрөп сыҡты. Подразделение командирҙарына күрһәтмәләр биреп ебәргәс, “Урал”ды һыҙғырып ишекле-түрле йөрөнө...

Ике ғәскәр башлығының ҡыҫҡа ғына бәрелеше эште хәл итте: Шайморатов дивизияһына ҡуҙғалырға бойороҡ бирҙе. Ғәскәрен 67 дошман тубы һерәйеп торған урынға алып килеп, арыған, йонсоған яугирҙәрҙән һәм аттарҙан, тәрән ҡар һәм юлһыҙлыҡ шарттарында, һөжүм талап итте...

Тиҙҙән гитлерсылар бер пехота дивизияһы һәм танктар көсө менән контрһөжүмгә күсте. Һан яғынан да, көс яғынан да өҫтөн торған дошман менән ҡан ҡойғос алыш башланды. Бер нисә батареяһын һәм

фашист подразделениеларын, автоматсыларын юҡ итеп, дивизиялар әкрен генә алға барҙы.

Сираттағы һөжүм алдынан генерал ҙур булмаған ҡалҡыулыҡҡа күтәрелеп тирә-яҡты күҙәтеп алды. Яугирҙәр командирҙарының тыныслығына, батырлығына һоҡланды. Оҙон ботло, киң түшле ҡара юрғала, ҡара папахала һәм буркала ул, әйтерһең, яңы ғына утлы алыштан сыҡмағандай, сабыр ғына тирә-яҡты байҡай. Бөтөн ошо мөһабәт төҫө, тура арҡаһы, юғары күтәрелгән эйәге ниндәйҙер өмөт, көс эҙләп төбәлгән яугирҙәренә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡөҙрәт һәм дәрт, илһам һәм ҡаһарманлыҡ бирә ине.

Бер ни тиклем өндәшмәй торған немецтар тағы телгә килде: бер юлы миноменттарҙан, пулеметтарҙан, пушкаларҙан, автоматтарҙан ут асты. Шайморатов ҡылысын сығарып баш осона сөйҙө лә көр тауыш менән команда бирҙе:

– Алға-а! Ватан өсөн!..

Уның оранын күтәреп алдылар:

– Ватан өсөн!!

– Тыуған ил өсөн!!

– Ура-а-а!!

Секундтың ниндәйҙер өлөшөндә көллө ғаләм буталды...

Дәһшәтле бер мәлдә генералды нисә көн күҙәткән һәм тереләй ҡулға алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған фашист уны уратып алыу планына кереште. Утыҙлап һалдат, түңәрәк яһап, шул тәңгәлгә юл ярҙы. Ҡамауҙы йырып сығып өлгөрмәһен тип, башта атына аттылар. Яралы малҡай текә үрәпсеп артына ҡоланы ла, шул ҡыҙыулығында ҡапыл

ҡалҡынып, ситкә сабып китте. Генералдың эргәһендәге ун ике һаҡсы бер-бер артлы ауҙы. Бары берәүһе генә тере ҡалып, Шайморатовтың һуңғы һулышына тиклем һөжүм итеүсе ҡуласаға ҡаршы тороуын, улар рәтен һирәгәйтә-һирәгәйтә барып, һуңғы мәлдә генә башына тейгән пулянан салҡан ҡолауын күрҙе...

Алыш көсәйгәндән-көсәйҙе генә...

 

Дошмандың тәрән тылында башҡорт атлылары алып барған оҙайлы һуғыштар 23 февралдә дошман оборонаһын тылдан өҙөп, үҙебеҙҙекеләр яғына сығыу менән тамамланды. Тик рейдтан иҫән-һау сыға алған яугирҙәрҙә тере ҡалыу шатлығының әҫәре лә юҡ. Уларҙың юлбашсыһы, батырлыҡ һәм рух көсө биреп торор инештәре, генерал Шайморатов һәләк булды. Меңәрләгән егеттең ғүмере өҙөлдө. Ялан тулып һибелеп аттар ҡалды... Әммә дивизия йәшәне! Ул яралы, тик барыбер бөркөт ине. Ошо хәлендә лә дошман күҙенә көс, үҙебеҙҙекеләргә ҡыйғыр ҡош булып күренде. Сөнки уның осоп сыҡҡан ояһы, тыуҙырған һәм үҫтергән иле – Башҡортостаны йәшәй ине.

Рейдтан сығыусыларҙы республиканан делегация көтөп торған. Шағирҙар, артистар килгән, ылау-ылау күстәнәстәр тейәгәндәр. Ит, бал, кейем-һалым, ойоҡбаштар, бирсәткәләр, сигелгән ҡулъяулыҡтар... Унан концерт булды. Тамаша ҡылырға йыйылған Украина халҡы көпшә һыбыҙғы аҫтында һуҙылған оҙон йырҙарҙа был утты-һыуҙы үткән ҡырыҫ, сая ирҙәрҙең баштарын да күтәрә алмай һығылып илағандарын йомшаҡлыҡҡа һанаманы. Уларҙың оло

ҡайғыһын белә һәм уртаҡлаша инеләр. Бөйөк кешеһен юғалтҡан ине был милләт. Бөйөк батырын юғалтҡан ине ил.

 

* * *

Еңеү...

Был көндө һуңғы йылы көн һайын көттөләр ауылда. Көн һайын яңы хәбәрҙәр килде: “Берлинға 150 саҡрым ҡалған”, “Утыҙ...”, “Ун...” Яҙ тыуыуға инде әллә ҡайҙа, тау-урмандар төпкөлөндә ятҡан башҡорт ауылдарында ла Берлин өсөн барған операцияларҙың һәр аҙымын шулай ентекле күҙәтеп торола.

Беренсе класҡа уҡырға барған Нурия ла белә хәҙер Еңеү көткәндәрен. Үҙе былтыр ғына туғыҙ класс тамамлаған уҡытыусы апайҙары гәзиттәрҙән, листовкаларҙан яңылыҡтарҙы уҡып ишеттерә, радионан әйтелгәнде һөйләй.

Йылы, сыуаҡ көндәрҙең береһендә апайҙары дәрескә һуңланы ла, уның юҡлығынан файҙаланып, парталар өҫтөндә осошоп йөрөп шаярғанда ашығып килеп инде. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй баҫтырышҡан балалар этешә-төртөшә урындарына йүгереште. Тик апайҙарының уларҙың был тәртипһеҙлегендә эше лә юҡ. Уның үҙенең бәләкәстәрҙеке кеүек үк сәсе туҙған, сикәләре янып, күҙҙәре киң асылған. Инде лә класс яңғыратып ҡысҡырҙы:

– Еңеү!.. Балалар, беҙ еңдек!..

Бындай осраҡта нимә тип әйтергә икәнде бәләкәстәр белмәй ине әле. Улар ауыҙҙарын асҡан килеш тексәйеп тик ултырҙы. Уҡытыусы был шатлыҡты уларҙың аңына еткерергә тырышты:

– Хәҙер атайҙарығыҙ, ағайҙарығыҙ һуғыштан ҡайтасаҡ! Һуғыш бөттө!

– Минең атай ҡайтмай. Ул үлгән, – тине шул саҡ бер малай артыҡ иҫе китмәй генә.

– Минеке лә...

– Ә минеке ҡайта!

– Ағайым ҡайтып килә микән?..

Уҡытыусы һөйләшеү юҫығын бороп ебәрҙе:

– Ә хәҙер, балалар, ҡайтып әсәйҙәрегеҙҙе, өләсйҙәрегеҙҙе эйәртеп киләһегеҙ. Өйҙә кемдәр бар, бөтәһе лә мәктәп алдына йыйыла. Флагтар тотабыҙ!

Нурия ҡайтып был хәбәрҙе өйҙәгеләренә еткерҙе. Атаһы канторҙа, әсәһе усаҡ тирәһендә шым ғына йөрөп нимәлер эшләй ине.

– Әсәй! Һуғыш бөткән!

Һауа был хәбәрҙе ишетеп өлгөргән булдымы, артыҡ осоноп китмәне, хатта йылмайманы ла. Нурия тағы бер ҡабатлағайны, асыуланғандай ҙа итте:

– Шым! Ҡысҡырма улай, баланы уятаһың.

Әйткәндәй, уларҙың өй түренә тағы сәңгелдәк менеп ҡунаҡлаған. Нурияның дүртенсе ҡустыһы тыуған. Асия апаһының Арғынбайын ҡушҡанда, биш малайға тәрбиәсе ул хәҙер.

Ҡыҙыҡай әсәһенең етди йөҙөнә текәлә биреп торҙо, барыһы ла ҡыуанырға тейешле яңылыҡҡа ни эшләп ул һикереп төшмәй әле, тип уйланы. Асылда, был Еңеүҙең ниндәй хаҡ, ниндәй ҡорбандар һәм юғалтыуҙар аша бирелеүен ут эсенә инә лә үлемен таба торған ирҙәр

түгел, ә тап уларҙы оҙатып көтә, юғалтып илай һәм аҙаҡ хәтер-хәтирәләр менән көн итә торған ҡатын-ҡыҙ нығыраҡ төшөнгәнлеген белмәй ине әле Нурия. Һуғышта ир-егет ҡаны күберәк ҡойоламы, әллә ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәшеме... Әсәһенең донъя буйлап һибелеп ҡалған яугирҙәрҙең яңы быуынын үҫтереп ятыуын, уларҙы бәүелткәндә ниндәй уйҙар уйлауын, уландарына ниндәй яҙмыш теләүен белмәй ине. Ҡайҙан белһен инде?..

– Апай флаг алып килергә ҡушты.

– Ҡайҙан алайым икән ул флагты? – Әсәһе күҙ ҡарашы менән өй эсен байҡап, уйлана биреп торҙо ла, нимәлер иҫенә төшөп, урындыҡ өҫтөндәге һандыҡты асып ҡутара башланы. Иң төптән бирнәһенең һирәк күренә торған ҡәҙерле бер әйберен – түр юрғанын килтереп сығарҙы. Уның уртаһынан эре-эре ҡыҙыл дүрткелдәр үтә икән. Шуларҙың бер нисәһен ипләп кенә һүтеп алып, ҡуша тегеп, ҙур булмаған флаг яһап сығарҙы ҡатын. Ағас сыраһын юнғылап шымартып, флагты шуға беркеткәс, ҡыҙына тотторҙо:

– Ташлап китмә ыштобы. Ҡулыңда ғына тотоп йөрө лә алып ҡайт, анан кире урынына тегеп ҡуйырбыҙ.

– Ә һин бармайһыңмы?

– Атайың барыр ул былай ҙа. Мин Асия апайыңа инәм әле, уға Ибраһим ағайыңдың иптәштәре хат яҙған тей ине.

Митингта нимәләр һөйләнгәнен Нурия яҡшылап аңламаны. Уҡытыусы апайҙары уларға һәр сығыштан һуң күкрәк тултырып “ура!” тип ҡысҡырырға ҡушҡайны, шул йомошто шәп үтәнеләр, һәр

хәлдә. Улар ҡысҡырған “ура!” ҡаршы тауға бәрелеп, шаңдау булып ауыл өҫтөнә кире ҡайтып торҙо: “Уррра-а-а! Рра-а-а! А-а-а!”

 

Барыһы ла таралыша башлағас, халыҡ араһында әсәһе менән апаһын күрмәгән Нурия флагын елберҙәтеп өләсәләренә йүгерҙе. Тик соландан уҡ өйҙән сәйер тауыштар ишетеп һағайҙы. Эстә ниндәйҙер хәүефле нәмә барлығын һиҙенеп, тауыш-тынһыҙ ғына ишекте асты ла, тупһаны аша атлай алмай, ҡатып ҡалды. Эстә ҡатындар йыйылған ине. Һәр береһе түгелеп илай. Асия апаһы урындыҡҡа менеп аяҡ бөкләп үк ултырған да сайҡалып-сайҡалып һамаҡлай:

– Һыҙылған юлдарың шулай ҡыҫҡа булдымы ней?!. Һөйәктәрең сит ерҙәрҙә ҡалдымы ней?!. Мине шулай янып ҡына бөтһөн тинеңме?!.

Ибраһим ағайҙың әсәһе, өләсәһе, әсәһе, тағы ла шулай ирҙәрен, улдарын юғалтҡан бер нисә ҡатын ер-һыу илаша. Береһе сал сәстәрен күрһәтеп, яулығын һыпырып йөҙөн ҡаплаған... Икенсеһе урындыҡ ситенә ҡырын ҡолап бөтә кәүҙәһен һулҡылдата... Өсөнсөһө, бите буйлап аҡҡан йәштәрен йотоп, таш һын булып ултыра...

Нурияны аңғарыусы булманы. Бында ҡайғы-хәсрәт донъяһы һәм флаг тотоп шатланып килгән кескәй ҡыҙға урын юҡ ине. Шуны аңлаған ҡыҙсыҡ ипләп кенә ишекте кире япты ла урамға йүгерҙе.

...Кискә флагты һүтеп, түр юрған ҡорамаһына ҡабаттан ҡоршап ҡуйҙылар.

* * *

Вокзал шау-шыуын, гармун уйнап бейешкән, гитара доңғорлатҡан, магнитофон аҡыртҡан йәштәр, оҙатыусылар ҡаңғырығын күрмәгән-ишетмәгән шикелле, улының уң беләген ҡыҫып ҡосаҡлап тора бирә Нурия. Егет башта тиңдәштәренән, бигерәк тә иптәш ҡыҙҙарынан уңайһыҙланып, әсәһе ҡосағынан ысҡынырға тырышҡан булһа, хәҙер инде күнгән, ҡулын тартҡыламай. Бары тик әсәһе өсөн генә борсола, бигерәк бөтөп киткән һымаҡ. Улына повестка килгәнен һәм хеҙмәткә Афғанстанға ебәреләсәген белгәндән алып хафаға төштө. Әле вокзалға килгәндән алып, бына, сат йәбешкән.

Буласаҡ һалдаттарға теҙелергә бойороҡ булды. Улы Нурияны иҫкәртте:

– Әсәй... Ваҡыт.

– Ә? – Ҡатын уянып киткәндәй булһа ла, аңлап етмәне.

– Ҡуҙғалабыҙ.

– Улым! – Нурия ҡулын улының түш кеҫәһе тәңгәленә ҡуйып һыйпаны, усы кеҫәләге тәңкәне шәйләне. – Юғалта күрмә. Ташлама. Кейем алмаштырғанда шундуҡ күсереп һалып ал. Ишетәһеңме?

– Ишетәм, әсәй, ишеттем бит инде, әйттең.

– Ыштобы ныҡ ишет. Асия инәйеңдең улы ла, минең ҡустылар ҙа хеҙмәттә йөрөтөп алып ҡайтты был тәңкәне. Барыһы ла иҫән-һау әйләнделәр. Һин дә шулайт, йәме, балам...

– Ярай, ярай... Әсәй, ебәр...

– Балам... барғас та яҙ...

– Әлбиттә! Әсәй, илама... Хуш!

Поезд ҡуҙғалып китеп, егеттәр асыҡ тәҙрәләрҙән баштарын тығып ҡысҡырышҡанда ла Нурия бер хәбәрҙе тылҡыны:

– Улым! Тәңкәңде!.. Тәңкәңде!..

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: