Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Август 2021, 11:30

Генерал Шайморатов

Хөрмәтле дуҫтар!Һеҙҙең иғтибарығыҙға "Ағиҙел" журналының 8-се һанында сыҡҡан Флүр Ғәлимовтың "Генерал Шайморатов" романынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ!

Генерал Шайморатов
Генерал Шайморатов

Үлемесле рейд.

Өсөнсө бүлек.

Ҡыуан аңлап, әй, Ватан,

Беҙ аңланыҡ хәлеңде;

Һине һалып ҡулбашҡа,

Беҙ йөкләнек ғәмеңде.

Ғәреш әғлә өҫтөнә

Мендерербеҙ даныңды;

Беҙ фидаи һинең (ө)сөн –

Йәшәтербеҙ даныңды!

Шәйехзада БАБИЧ.

 

Гитлер ставкаһында 1943 йылдың 4 февралендә бик мөһим кәңәшмә үткәрелә. Унда рейхтың яғыулыҡ һәм сеймал мәсьәләләре үҙәккә ҡуйылып, төрлө яҡтан ныҡлы ҡарала. Кәңәшмәлә ҡоралланыу һәм боеприпастар министры Альберт Шпеер, шулай уҡ ташкүмер буйынса Империя вәкиле Пауль Плейгер ҡәтғи рәүештә белдерә: “Донбасты юғалтһаҡ, Германияның хәрби сәнәғәте көрсөктә ҡалып, беҙҙе һәләкәт көтәсәк!”

Адольф Гитлер ашығыс рәүештә йыйылған артабанғы кәңәшмәләрҙә ҡәтғи талап ҡуя: “Донбасты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа!” Был маҡсатҡа ярашлы, фюрер Ворошиловград ҡалаһындағы ғәскәрҙәрҙе 6-сы, 7-се “СС Райх”, 335-се пехота һәм танк дивизияларын ебәреп көсәйтә.

 

* * *

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре Бөйөк Ватан һуғышы тарихында һынылышлы булған Сталинград яуында ла массалы ҡаһарманлыҡ

өлгөләре күрһәтеп, фельдмаршал Паулюстың 6-сы армияһын ҡамауҙа һәм тар-мар итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандан һуң, 3-сө гвардия армияһы ҡарамағына индерелгән 8-се кавалерия корпусы составында Донбасты азат итеү операцияларында ла батырҙарса алыша.

Сталинград яуында бик күп һалдат һәм командирҙар, ә Ворошиловград (Луганск) эргәһендә генерал Шайморатовтың ғәҙел, ҡаһарман урынбаҫары полковник Андрей Васильевич Березко һәм башҡа офицерҙар, кавалеристар һәләк була. 275-се полк командиры Хөсәйен Иҙрисов, майор Сәғит Әлибаев һәм башҡа политработниктар яралана. Башҡорт атлыларына Сталинград һуғышынан һуң ял да бирелмәй, ә шайморатовсылар үткәргән ауыр яуҙарҙы һәм ҡаты бәрелештәрҙе, уларҙың ҡылған батырлыҡтарын иҫәпләп-һанап та бөтөрлөк түгел...

Ворошиловград тирәһендәге ауыр һуғыштарҙан һуң корпус командиры генерал Борисов 3-сө армия командующийы генерал Д.Д. Лелюшенконан бойороҡ ала: дошман тылына тәрән рейдҡа инеп, Ворошиловград – Дебальцево тимер юлын өҙөргә һәм Чернухино, Дебальцево станцияларын биләргә!

Ә комкор Борисов генерал Шайморатовҡа шылтыратты:

– Иптәш комдив, кисектермәҫтән прорывҡа барып, дошман тылына үтеп инегеҙ ҙә Ворошиловск һәм Дебальцевоны алығыҙ! Станцияларҙы биләгәс, Ворошиловск – Дебальцево, Чистяково – Дебальцево тимер юлдарын өҙөгөҙ! Корпустың ҡалған ике дивизияһы һәм тыл хеҙмәттәре һеҙҙең арттан барыр...

– Яҡшы, иптәш генерал, – тине комдив Шайморатов һәм күңелһеҙ йылмайып ҡуйҙы. Ни өсөн тигәндә, был ваҡытта, өҫтәмә тере көстәр килһә лә, улар дивизияны яртылаш та тултыра алмағайны, ә аттарҙың, орудие-минометтарҙың өстән бер өлөшө генә имен ине.

Бойороҡто үтәмәй ҡайҙа бараһың, һуғыш ҡанундары ҡаты...

Армия командующийы Лелюшенко кавалеристарҙы был үлемесле рейдҡа ебәрер алдынан уларға ярҙамға 1-се, 2-се механизацияланған һәм танктар корпустарының частарын да бирергә вәғәҙәләгәйне, ләкин һүҙендә торманы.

Шулай итеп, 8-се корпус прорывҡа яңғыҙы китте. Етмәһә, генерал Борисовтың әпкәләйе, йылғыр полковник Белов “ниндәйҙер сәбәптән” һуҙылып-мыҙылып, яу кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, фураж тейәлгән ылауҙары-нийе менән йәнә тылда торҙо ла ҡалды...

19 ноябрҙә, “Уран” операцияһы башланған көндә лә полковник Григорий Белов үҙенең бөтә хужалыҡтары менән тылда тороп ҡалып, корпусты ауыр хәлгә ҡуйғайны. Бындай хәлдең бер түгел, икенсе тапҡыр ҡабатланыуы бер ҙә осраҡлы булмағандыр бит?..

Һәм кавалеристар 11 февралдә тәрән рейдҡа аҙ ғына боеприпастар запасы вә наҡыҫ ризыҡ менән китергә мәжбүр булды. Етмәһә, 3-сө армия частары фронт һыҙығын өҙөргә тейеш булһа ла, урындарынан да ҡымшанмайҙар, ә 55-се һәм 21-се дивизиялар гитлерсыларҙың ҡаты ҡаршылығына осрап, туҡтап ҡала. Нишләһендәр, һәр саҡтағыса, Башҡорт кавалерия дивизияһына иң алдан ут эсенә инеп, Лисовский һәм Орловский

хуторҙары араһында фашистарҙың позицияларын бәреп үтеп, корпусҡа “ҡапҡа” асырға тура килде.

Ә Белов ылау колонналарын үҙебеҙҙең тылда ҡалдырғастын, 3-сө армия штабына сапты.

Ахаллаға төшөп, штабҡа йүгерә-атлай барып инде лә, тура ҡатып 3-сө армия командующийы тирәһендә йөрөгән полковникка докладланы:

– Иптәш полковник, мин 8-се корпус командиры генерал Борисовтың тыл буйынса урынбаҫары полковник Белов булам! Хәбәр итергә рөхсәт итегеҙ!

Полковник илтифатһыҙ ғына ҡулын һелтәне:

– Рөхсәт итәм...

– Тыл ылауҙары менән 8-се корпус артынан прорывҡа инеп өлгөрә алмай тороп ҡалдыҡ. Гитлерсылар 112-се кавдивизия бәреп асҡан “ҡапҡа”ны тиҙ арала яба һалғас, ылауҙар колоннаһын туҡтатып кире борорға һәм яҡын-тирәләге ауылдарға урынлаштырырға тура килде...

– Беҙҙең тылдағы ауылдарға?.. – тине, Беловты бүлдереп, штаб полковнигы һәм уға мыҫҡыллы ыржайып төбәлде.

– Так точно, иптәш полковник! – тип яуапланы тағы ла тырышыбыраҡ тура ҡатып, полковник Белов һәм буҙарынып башын аҫҡа эйҙе. – Фашистар “ҡапҡа”ны бик тиҙ япты шул, өлгөрә алмай ҡалдыҡ...

– Аңлашылды, полковник Белов, насар бейеүсегә нимә ҡамасаулай әле? Ә һеҙгә фрицтар ҡамасаулаған икән... Ҡыҙыҡ, ул бәдбәхетттәр ниңә ҡамасаулаған икән һеҙгә?.. – Ҡолғалай нәҙек оҙон, үҙен әллә кемгә ҡуйыуы йөҙөнә сыҡҡан штаб полковнигы Беловты мыҫҡыллап, күрәләтә битенән көлә ине. Ә Белов, нишләһен, түбәнһетелеүенән ер тишегенә инеп китерҙәй булып ғәрләнһә лә, ҡыҙарынып-буҙарынып штаб ҡомағы алдында башын түбән эйеп тик торҙо.

Ниһайәт, йыуаш ҡына ҡиәфәттә һорау бирергә баҙнат итте:

– Артабан беҙгә нишләргә, иптәш полковник, күрһәтмә биреүегеҙҙе үтенәм...

Полковник Беловты түбәнһетеүе менән үҙ-үҙенә “ҙур шәхес”леген иҫбатлағас, штабник күркә һымаҡ ҡабарынып китте лә, ризалыҡ вә ләззәт тойғоһо кисерә-кисерә бүкәненә йәйелеберәк ултырып, күҙҙәрен йомдо. Бер аҙ көттөргәс, Беловҡа баярҙарса бойорҙо:

– Әлегә ҡайҙа урынлаштығыҙ, шунда тороғоҙ. 3-сө армия барыбер һеҙҙең корпус артынан һөжүмгә барып, уңышты үҫтереү планын туҡтатып торҙо...

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, полковник Беловтың йөрәге өшөп китте – ул бөтәһен дә аңланы...

– Есть, иптәш полковник! Һеҙҙең бойороҡто үтәргә рөхсәт итегеҙ! – тип һөрәнләне ул яһалма ҡиәфәттә.

Штабник вайымһыҙ төҫтә ҡул һелтәне.

Полковник Белов сығыу яғына уҡталды. Ә штабник бер ниндәй ярҙамһыҙ һәм наҡыҫ ризыҡтар, боеприпастар менән дошман тылына прорывҡа киткән корпустың яҙмышына бөтөнләй битараф ине. Ул бүкәнендә йәйелеп, йоҡомһорап ултырыуын дауам итте. Ләкин ошо мәл ишек асылып

китте лә, бүлмәнән бер генерал килеп сыҡты. Штаб полковнигы урынынан үрә һикереп торҙо ла, хужаһы алдында ярамһаҡланған эт ҡиәфәтенә инеп, доклад бирҙе:

– Иптәш генерал...

 

* * *

11 февралдә Башҡорт кавалерия дивизияһы Павловка, Иллирия, Маломартыновка, Анисимовка ауылдарындағы немец гарнизондарын ҡырып үтеп, икенсе көндөң таңында Селезневкала урынлашты. Башҡорт атлыларының арттарынан хәрәкәт иткән кавкорпустың ике дивизияһы Шимошиновка, Иллирия, Успенка ауылдарына яҡынлашты. 12 февраль төнгә ауышҡанда кавалерия корпусы дошман оборонаһын тапап үтеп, Малоивановка, Артемовск һәм Ящиковоны биләп алды.

3-сө армия командующийы генерал-лейтенант Лелюшенко вәғәҙәләгән 1-се механизацияланған һәм 2-се танк корпустары рейдта ҡатнашмауға ҡарамаҫтан, кавалеристарҙың ҡыйыу хәрәкәт итеүе дошман тылында ҙур паника тыуҙырҙы. Гитлер ғәскәрҙәренең тыл частары ҡоттары алынып Сталино (Донецк) ҡалаһы яғына ҡаса башланы. Ворошиловград, Ворошиловск, Дебальцево, Красный Лучтан тимер юл эшелондары, йөк машиналары, һалдат һәм офицерҙарҙың эре төркөмдәре ашығыс рәүештә көнбайышҡа вә көньяҡ-көнбайышҡа табандарын ялтыратырға кереште.

Кавкорпустың немец ғәскәрҙәренең оборона һыҙығын өҙөп үтеүе Гитлер ставкаһында Ҡыҙыл Армияның ҙур уңышы сифатында ҡабул ителде.

14 февралдең иртәһендә 112-се һәм 55-се дивизиялар ике йәйәүле батальон, һигеҙ танк һәм дүрт үҙйөрөшлө пушканан торған Чернухино гарнизонына ябырылғас, гитлерсылар командованиеһы Дебальцево яғына ашығыс рәүештә өс йәйәүле, бер танк дивизияһы һәм башҡа частарҙы ебәрә. Шулай уҡ дошман беҙҙекеләрҙе тиҫтәләгән самолетынан бер туҡтауһыҙ бомбаға тотоп, ҙур юғалтыуҙарға дусар итә. Ҡаты яу ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Фашистар Чернухиноны һәм тимер юлды йәнтәслим һаҡлап ҡалырға тырышһа ла, башҡорт атлылары уларҙың ҡаршылығын һындырып, поселоктың ҙур өлөшөн яулап алды. Ниһайәт, тимер юлды ла ҡулдарына төшөрөп, магистралдә эшелондар хәрәкәтен туҡтаттылар.

 

* * *

Генерал Шайморатов Дебальцево үҙәк тимер юлы станцияһына һөжүм итер алдынан командирҙарҙы кәңәшмәгә йыйҙы.

Тәүҙә ул ҡәтғи рәүештә телефондан бойорҙо:

– 2-се, 3-сө ориентирҙарға көслө ут асырға! Артподготовкаға ун биш минут бирәм! Огонь!

Пушкалар, минометтар атыуы ишетелде, снарядтар һыҙғырышып осоп, Дебальцево яғына барып төшөп, гөрһөлдәп шартлай башланы.

Шайморатов штабҡа йыйылған офицерҙарға бойороҡтар бирҙе:

– Майор Захаровтың полкы Ворошиловград эргәһендәге Ворошилов исемендәге совхозды ала! Аҙаҡ немец аэродромын шартлата ла Петровка ауылын биләй! Ҡалған полктар дивизияны тыл яғынан ҡаплай. Штаб

подполковник Фондеранцев полкы артынан бара. Һөжүмде ике ҡыҙыл ракета ебәргәндән һуң башлайбыҙ! Ворошиловград – Дебальцево тимер юлын сафтан сығарырға, эшелондарҙы яндырырға, күперҙәрҙе шартлатырға! Һорауҙар бармы?

– Иптәш генерал, был хәрби операцияла беҙҙең менән тағы өс подразделение – танктар, уҡсылар һәм механизацияланған корпустар ҡатнашырға тейеш ине. Улар ҡасан килеп етә? – тип һораны борсоулы төҫтә дивизияның политотдел начальнигы вазифаһын башҡарыусы майор Сабир Ҡадиров.

Комдив Шайморатов аҙ ғына уйланып ултырғас, яуап бирҙе:

– Бәлки, килеп етерҙәр... Беҙгә “ҡапҡа” асырға тейеш булған 3-сө армия, нишләптер, ҡыбырҙаманы. – Сәғәтенә ҡарап алғас, һүҙен түңәрәкләне. – Рейдты әлегә үҙебеҙҙең корпус менән генә дауам итәбеҙ – 3-сө армия командующийынан ошондай приказ килде. Алға, иптәштәр!

Кәңәшмәгә йыйылған командирҙар сығып китте.

Элекке телефонистка һәләк булғандан һуң, уның вазифаһын башҡарған Зөһрә Ҡазыханова комдив Шайморатовты телефонға саҡырҙы:

– Иптәш генерал! Һеҙҙе корпус командиры генерал Борисов телефонға саҡырта.

Шайморатов трубканы алды:

– Тыңлайым, иптәш корпус командиры.

Борисовтың тауышы трубканан асыҡ ишетелде:

– Әҙерһегеҙме, иптәш комдив?

– Әҙербеҙ, иптәш генерал. 3-сө армияның танк, механизацияланған һәм стрелковый корпустары частары килеп етәме әле?

Борисов асыулы тауыш менән яуапланы:

– Армия штабынан шылтыраттылар: улар юлда, тиҙәр. Ярай, алға, комдив Шайморатов!

– Есть, иптәш комкор, – тине лә Шайморатов Таһирға бойорҙо. – Адъютант, ике ҡыҙыл ракета ебәрегеҙ!

– Есть, иптәш генерал! – Лейтенант Ҡазыханов штабтан йүгереп сығып китте.

Шайморатов уйсан төҫтә үҙ алдына мыңғырҙаны:

– 3-сө армия вәғәҙәләгән корпустар беҙҙең арттан ҡуҙғалмағанға оҡшай...

Зөһрә генералдың уйҙарын бүлдерҙе:

– Иптәш генерал, разведчиктар шылтырата!

Шайморатов телефон трубкаһын алды:

– Тыңлайым.

– Иптәш генерал, Дебальцевоға бер танк дивизияһы һәм өс пехота дивизиялары килеп етте! Беҙҙекеләр Харьков йүнәлешендәге тимер юлды шартлатҡас, Дебальцево, Чернухино станциялары эшелондар менән тулды!

– Афарин, егеттәр, бик ваҡытлы хәбәр иттегеҙ! Ҡазыханова, артдивизион командиры капитан Хәбиров менән тоташтырығыҙ!

Генерал Шайморатов, үҙенең ғәҙәте буйынса, ҡул аҫтындағы офицерҙар һәм һалдаттарға һәр саҡ “һеҙ” тип өндәшә.

– Есть, иптәш генерал! – Зөһрә коммутатор ручкаһын тиҙ генә әйләндерҙе. – Алло, алло, капитан Хәбиров, комдив менән һөйләшегеҙ!

Шайморатов телефон аша бойорҙо:

– Капитан Хәбиров, Дебальцево һәм Чернухино дошмандар менән тулған, бөтә орудиеларҙан ныҡ итеп ут асығыҙ!

– Есть, иптәш генерал! – тип яуапланы капитан Хәбиров.

– Майор Арытҡолов эргәгеҙҙәме?

– Так точно, иптәш комдив!

– Трубканы уға бирегеҙ.

– Тыңлайым, иптәш генерал! – тине дивизия штабы һәм “Катюша”лар дивизионы комиссары Дәүләт Арытҡолов.

– Майор Арытҡолов, Дебальцево һәм Чернухино дошман эшелондары менән тулған, “Катюша”ларҙан атып яндырығыҙ!

– Есть, иптәш генерал!

Майор Дәүләт Арытҡолов “Катюша”лар дивизионына снарядтары бөткәс тә реактив установкаларҙы шартлатырға бурыслы офицер сифатында беркетелгәйне. Ни өсөн тигәндә, был ҡеүәтле ҡоралды бер нисек тә фашистар ҡулына ҡалдырырға ярамай.

Шайморатов трубканы Зөһрәгә һондо:

– Майор Захаров менән тоташтырығыҙ!

– Есть, иптәш генерал! – Бер аҙҙан трубканы генералға бирҙе. – Полк командиры Захаров проводта!

– Эштәр нисек, иптәш майор?

– Дебальцевоның төньяҡ ситендәбеҙ, ныҡ һуғышабыҙ, иптәш комдив! Фашистар тура баҫып психик атакаға килә ине, беҙгә “Катюша”лар ныҡ ярҙам итте – залп биреп, 900 тирәһе немецты тереләй яндырҙы.

Шайморатов ҡәнәғәт йылмайҙы:

– Афарин, майор Захаров! Һеҙгә лә, “Катюша”лар дивизионы егеттәренә лә рәхмәт иғлан итәм!

– Советтар Союзына хеҙмәт итәм!

– Шулай дауам итегеҙ!

– Есть, иптәш генерал!

Шайморатов трубканы Зөһрәгә тотторҙо:

– Подполковник Фондеранцев менән тоташтырығыҙ.

– Есть, иптәш генерал! – Бер аҙҙан трубканы генералға бирҙе. – Подполковник Фондеранцев проводта!

Шайморатов подполковник Фондеранцевҡа ла шул уҡ һорауын ҡабатланы:

– Иптәш полк командиры, эштәр нисек?

– Һәйбәт, иптәш комдив! Дебальцево – Сталино тимер юлын өс урындан емерҙек, дүрт эшелонды шартлаттыҡ. Разведчиктар немецтарҙың Чернухиноға танк атакаһы әҙерләгәнен еткерҙе.

– Афарин, подполковник Фондеранцев! Һеҙгә рәхмәт белдерәм!

– Советтар Союзына хеҙмәт итәм!

Штабҡа кавдивизия политбүлеге начальнигы урынбаҫары майор Сабир Ҡадиров килеп инеп, шатлыҡлы төҫтә хәбәр итте:

– Капитан Хәбировтың артиллеристары һәм “Катюша”лар дивизионы гитлеровсыларҙың ун эшелонын, шул иҫәптән бер бронепоездын шартлатты, байтаҡ танктарын яндырҙы! Бик күп немец һалдаттарын һәм офицерҙарын ҡырып һалды!

– Афарин! Капитан Хәбировты тағы Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итербеҙ, – тине генерал Шайморатов.

Майор Ҡадировтың йөҙө асыулы төҫ алды:

– Корпус командиры Борисов барыбер бирҙертмәйәсәк, тағы орденға, тип төҙәттерәсәк награднойҙы. Үҙегеҙгә бит, иптәш генерал, хатта һынылышлы Сталинград һуғышынан һуң да бер награда ла бирҙертмәне! Ә Борисов үҙе Суворов ордены алды...

– Бирҙертмәһен әйҙә, мин орден өсөн түгел, тыуған илем өсөн һуғышам! – тине Миңлеғәле Шайморатов.

– Шулайын шулай ҙа ул, тик ғәҙелһеҙлек асыуға тейә бит, иптәш генерал. Урыҫ, украин, башҡорт бергәләп батырлыҡ ҡылһа, Борисов урыҫҡа – герой, украинға – орден, ә иң алдан йөрөгән башҡортҡа миҙал яҙҙырта! Шулай буламы ни?! – тип һуҡранды Ҡадиров.

– Ҡуй, майор, юҡ менән башты бутамайыҡ. Беҙҙең ғәскәрҙәрҙә юғалтыуҙар күпме?

– Беҙ ҙә күп юғалттыҡ, иптәш генерал. Танктарына ҡаршы һуғышырға өйрәндек, улары беҙҙең өсөн әллә ни түгел, һәйбәт яналар. Ә бына самолеттарын бер ни эшләтә алмайбыҙ. Шул ҡоҙғондар ныҡ ҡыра беҙҙең яугирҙәрҙе...

Ҡадировтың һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, орудиелар гөрһөлдәүенә, атыш тауыштарына бомбалар шартлауы, самолеттар геүләүе килеп ҡушылды.

Шайморатовтың да һауала тулыһынса өҫтөнлөк алған дошман самолеттарына йәне көйҙө:

– Борисовҡа күпме әйтәм, 3-сө армия командующийынан үҙебеҙҙең самолеттарҙы ебәреүҙәрен һорағыҙ тип, зениткалар ҙа бирмәнеләр...

Ошо мәл бер һалдат штабҡа бәләкәс кенә буйлы үҫмер ҡыҙыҡайҙы алып инде:

– Мөрәжәғәт итергә рөхсәт итегеҙ, иптәш генерал!

– Рөхсәт итәм.

– Бынау ҡыҙсыҡ: “Мине иң ҙур начальникка алып барығыҙ, бик мөһим мәғлүмәттәр еткерәһем бар”, – ти.

Шайморатов ҡыҙға һорау бирҙе:

– Тыңлайым һине, ҡыҙым, ни йомош?

Ҡыҙ уға иғтибар менән ҡарап:

– Ә һеҙ ысынлап та иң ҙур начальникмы бында? – тип һораны.

– Эйе, шулай тиһәң дә була, – тине йылмайып Шайморатов.

– Ә һеҙҙең исем-фамилияғыҙ нисек?

– Генерал-майор Шайморатов.

– Ә исемегеҙ? – тип төпсөндө ҡыҙ шомланып.

– Миңлеғәле Минһажевич. – Ҡадировҡа боролоп көлөмһөрәп һорау бирҙе. – Күрәһегеҙме, майор, мәрйә ҡыҙҙары ниндәй үткер!

– Эйе, ныҡ төпсөнә... – тине Ҡадиров.

Ҡыҙ уларҙың үҙенә аңлашылмаған телдә һөйләшкәнен ишетеп, нишләптер ҡурҡып китте:

– Һеҙ... теге... башҡорттармы әллә?..

– Эйе, башҡорттар, – тине Шайморатов.

Ҡыҙ ҡото алынып, сығыу яғына уҡталды:

– Уф... Зинһар өсөн, ебәрегеҙ! Мине әсәйем көтә!..

Генерал Миңлеғәле Шайморатов аптырап ҡалды:

– Нимә булды, ҡыҙым, нимәнән ҡурҡаһың?

Майор Ҡадиров ҡыҙҙы еңенән эләктерҙе:

– Ниңә ҡотоң осто?

– Һеҙ мине ашарһығыҙ тип ҡурҡам! Зинһар, мине ашамағыҙ! Мине өйҙә әсәйем көтә!

Шайморатов менән Ҡадиров ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды.

– Нисек инде? Беҙ һине нишләп ашарға тейешбеҙ?.. – тине, ниһайәт, генерал.

– Нисек булһын, утта ҡыҙҙырып! Немецтар был хаҡта беҙгә листовкалар таратты!

Майор Ҡадиров йылмайып ҡуйҙы:

– Листовкалар? Әләйһә, аңлашыла башланы...

Ә Миңлеғәле Шайморатов ҡыҙыҡһынды:

– Листовкаларҙа нимә яҙған фашистар?

– Беҙҙең тылға бик яуыз һәм ҡырағай атлы башҡорттар баҫып инде. Бик һаҡ булығыҙ, улар – людоедтар, тип яҙған немецтар... – тине ҡыҙсыҡ, уларға ҡурҡып ҡарап.

– Кешеләр ышандымы шул ялғанға?.. – тип ҡыҙыҡһынды майор Ҡадиров.

– Байтаҡ әбей-һәбей, өлкән ҡатындар өйҙәренән сығырға ҡурҡып ултыра...

– Геббельс пропагандаһы яҡшы эшләй... – тине майор Ҡадиров.

– Ҡурҡма, ҡыҙым, беҙ людоедтар түгел, беҙ – башҡорттар, – тине генерал.

– Ысынмы, ағаҡай?..

– Ысын, ҡыҙым, минең дә һинең йәшеңдәге ҡыҙым бар...

Ҡыҙ тыныслана төштө:

– Ә уның исеме кем?

– Октябрина...

– Һеңлемдең исеме лә Октябрина бит! Башҡорттарҙа ла шундай исем бармы ни?! – Ҡыҙсыҡтың йөҙөн шатлыҡлы йылмайыу яҡтыртты.

Шайморатов та киң йылмайҙы:

– Бар әлбиттә! Ә үҙеңдең исемең кем?

– Мин – Маша. Маша Комарик.

– Комарик – фамилияңмы? – тип ҡыҙыҡһынды майор Ҡадиров.

– Эйе.

– Ә ни өсөн иң ҙур начальникты күрергә теләгәйнең, Маша Комарик?

– Беҙҙең өйҙә фатирҙа немец генералы тора. Улар һуңғы арала ниндәйҙер план ҡора: бик йыш кәңәшләшәләр, ошо картаға нимәлер

һыҙғылайҙар. – Маша ҡуйынынан карта килтереп сығарҙы. – Мин уларҙан урлап, һеҙгә алып килдем. Бәлки, был бик мөһим карталыр, беҙҙекеләргә файҙалы булыр, тип уйланым, – тине ҡыҙсыҡ етди төҫтә.

Генерал Шайморатов картаны ҡулына алды:

– Бик шәп иткәнһең, Маша Комарик. Был карта, ысынлап та, бик мөһим документҡа оҡшаған. Беҙ уны аҙаҡ яҡшылап тикшерербеҙ. Совет командованиеһы исеменән һиңә рәхмәт белдерәм, иптәш Маша Комарик!

Ҡыҙ тура ҡатып, ғорур ҡиәфәттә яуап бирҙе:

– Советтар Союзына хеҙмәт итәм!

– Һин әлегә өйөгөҙгә ҡайтма, Машенька, әтеү теге немец генералы картаһын алыуыңды белеп ҡалыр, – тип кәңәш бирҙе генерал Шайморатов.

– Минең Штеровкала өләсәйем йәшәй, әлегә уларҙа торормон, – тип ризалашты Маша.

– Дөрөҫ уйлайһың, Маша, молодчина! Һиңә нисә йәш?

– Ун дүрт.

Шайморатов баяғы һалдатҡа бойорҙо:

– Иптәш һалдат, Машаны кухняға алып барығыҙ, ашатһындар ҙа Штеровка юлына сығарһындар! – Унан ҡыҙға ҡарап йылмайҙы. – Ярай, Маша, хуш булып тор.

Ҡыҙсыҡ сығып киткәс, Шайморатов уйсан сырайҙа Ҡадировҡа әйтте:

– Ун дүрт йәшлек үҫмерҙәр ҙә фашистарға ҡаршы көрәшергә тырышҡас, һис шикһеҙ, еңербеҙ гитлеровсыларҙы...

– Әлбиттә, иптәш генерал, һис шикһеҙ, еңербеҙ! – тип ризалашты Ҡадиров.

Аҙыҡ-түлек, фураж етешмәй башлағас, дивизия, полктар, штабтар командирҙары һәм политработниктары урындағы халыҡ, партизан отрядтары, подпольщиктар менән бәйләнешкә инеп, ярҙам һораны. Был мөһим эштә комдив Миңлеғәле Шайморатов үҙе лә, дивизия штабы начальнигы, полковник Иван Голенев та, штаб һәм “Катюша”лар дивизионы комиссары, майор Дәүләт Арытҡолов та, махсус бүлек начальнигы, майор Михаил Кузнецов та, политотдел начальнигы, майор Сабир Ҡадиров та, дивизияның артиллерия командиры, подполковник Мөнир Вәлиев тә, дивизия прокуроры, майор Афзал Ғималетдинов та, 101-се айырым артиллерия-миномет дивизионы командиры, капитан Сәйфулла Хәбиров та, штаб офицерҙары, майор Герасим Черников та, капитандар Х. Биксурин, И. Камалетдинов, Д. Ғәлимов, М. Мостафиндар ҙа әүҙем ҡатнашты.

Фашист оккупацияһынан азат ителгән ауылдар халҡы ла кавалеристарҙы шатланып ҡаршы алып, бик ихлас ярҙам итте.

 

* * *

Йыраҡтан орудиелар гөрһөлдәүе, снарядтар, бомбалар төшөп шартлауы, самолеттар геүләүе, ә яҡынданыраҡ – пулемет, автоматтар тыҡылдауы, винтовкаларҙан атыу тауыштары ишетелә.

Ныҡлы асыуланған Адольф Гитлер телефон аша генерал-фельдмаршал Эрих фон Манштейнды екеренә-екеренә һүгә:

– Фельдмаршал Манштейн! Һеҙ нимә эшләп ятаһығыҙ унда?!. Әллә мине белмәй тип уйлайһығыҙмы?!. Миңә фронттағы хәлдәрҙе энәһенән ебенә тиклем еткереп торалар! Ни өсөн бөтә Европаны тапап үткән ҡурҡыу белмәҫ герман һалдаттары, паникаға бирелеп, Донецк яғына ҡаса башланы?! Улар артынан көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайышҡа моторизацияланған частар, эшелондар ҡуҙғалды! Был ғәскәрҙәр бит Ворошиловград, Краснодон ҡалаларын, Донбасты, Уң яҡ яр Украинаны ҡулда тотор өсөн ебәрелгәйне! Күпме тылҡыйым һеҙгә: Германияға һулар һауа һымаҡ кәрәк булған Донбасс ҡулдан ысҡындырылмаҫҡа тейеш! Бөттө, Ворошиловград менән Краснодонды юғалттыҡ...

Фельдмаршал Манштейн фюрерға ғәйепле тауыш менән яуап бирҙе:

– Майн фюрер, уларға көтмәгәндә беҙҙең тылдарға прорыв яһаған советтарҙың 8-се кавалерия корпусы һөжүм итте бит! Сафтан сығарып бөтмәҫ борон, эшелондарҙы һәм ғәскәрҙәрҙе көнбайыш яғына ебәреп торорға хәл иттек...

– Ә 17-се танк армияһы ҡайҙа булды?!

– Танк армияһының бер өлөшө Советтарҙың кавалерия корпусы менән алыша, майн фюрер.

– Һеҙ нимә, Манштейн, аттарға атланған ниндәйҙер ҡырағайҙар нисек итеп ун бишләп эшелонды, аэродромды, күперҙәрҙе шартлатып, күпме һалдатты ҡырып һалды?! Был ғына етмәгән, тимер юлдары селтәрен өҙөп, беҙҙең тылдарҙа паника тыуҙырып, бихисап ғәскәрҙәрҙе, мотомеханизацияланған частарҙы фронттарға ебәрмәйсә тотҡарлап тора?! Хатта уларға ҡаршы ҡеүәтле 17-се танк армияһы һуғышырға мәжбүр икән... Был танк армияһы Ворошиловград, Краснодон ҡалаларын һаҡлауҙа ҡатнашырға тейеш ине бит! Нихәл бындай хәлгә барып еттегеҙ, данлыҡлы генерал-фельдмаршал Эрих фон Манштейн?!

– Был ҡырағайҙар, майн фюрер, ныҡлы ҡоралланған: уларҙың “Катюша”лары һәм башҡа орудиелары ла бар...

Гитлер әңгәмәсеһен асыуланып бүлдерҙе:

– Бөтә Европала уңышлы һынау үткән ысул – психик атаканы ҡулланығыҙ!

– Ҡулландыҡ, майн фюрер, әммә был ҡырағайҙар ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәй...

Гитлер сығырынан сығып екеренергә кереште:

– Уларҙы кисектермәҫтән юҡ итегеҙ! Унда булған бөтә көс менән ябырылығыҙ! Танктар менән иҙегеҙ, туҡтауһыҙ бомбаға тотоғоҙ! Кисектермәйсә юҡ итегеҙ!

Эйе, Адольф Гитлер бер ҙә юҡҡа сығырынан сығып екеренмәй ине генерал-фельдмаршал Манштейнға. Дошман тылдарына бәреп инеп ҙур паника тыуҙырған 8-се кавалерия корпусы 14 февралдә немецтарҙың бик мөһим коммуникацияларын – Ворошиловградты Дебальцево, Зверево, Никитовка станциялары менән бәйләгән тимер юлдарҙы үҙ ҡулында тота ине. Немец-фашист ғәскәрҙәренең тыл эштәре туҡтатылып, сигенеү юлдары өҙөлгәйне. Был иһә 3-сө армияның хәрәкәтенә ныҡ булышлыҡ итте.

14 февралдә 3-сө армия частары, 18-се уҡсы һәм ике танк корпустары артиллерия, авиация көстәре ярҙамында дошманды Ворошиловград вә Краснодон ҡалаларынан дөрөп сығарҙы. 8-се кавалерия корпусының һәм шул иҫәптән Башҡорт кавалерия дивизияһының әүҙем хәрби хәрәкәттәре уларҙың уңыштарына ҙур өлөш индерҙе...

 

* * *

Башҡорт кавалерия дивизияһы лагеры. Бәрелештәр тынып торған ҡыҫҡа ғына мәл. Бына көсәйгәндән-көсәйә барған геүләү тауышы ишетелде, лагерь өҫтөнән самолет өйөрөлөп осоп йөрөй башланы.

Таһир Ҡазыханов штабҡа килеп инде:

– Тфү, мәлғүндәр! Тағы беҙҙе бомбаға тоторға килгән, ахыры. – Еңе менән йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөрттө. – Фашист летчигы Орликты пулеметтан атып үлтерҙе... Бер ғәйепһеҙ малҡайҙың уға ни зыяны тейҙе икән? Үәт, хайуан!..

Зөһрә, аппарат эргәһенән тороп, уның янына килде:

– Ярай, ул тиклем бөтөрөнмә, ҡәҙерлем... – Таһирҙың ҡосағына һыйынды.

– Орлик йәл, уның менән күпме һуғыш юлдары үттек...

– Нишләтәһең инде, үҙебеҙҙең баштар һау булһын...

– Фашистарҙы еңеп, иҫән-һау ҡайтһаҡ, беҙҙең менән күпме яу юлдарын үткән башҡорт аттарына һәйкәл ҡуйыуҙы юллайым! – Был һүҙҙәре лейтенант Ҡазыхановтың ҡайғыһын бер аҙ еңеләйткәндәй булды.

– Бергәләп юлларбыҙ. Был һәйкәл баш ҡалабыҙҙың иң бейек һәм күркәм урынында торор! – Таһирҙың фекере Зөһрәнең күңеленә лә хуш килде.

– Быныһы, нишләптер, бомбаларын ташламай...– Таһир иғтибар менән самолет тауышын тыңланы. – Геүелдәүе лә икенсерәк... Кречет-Ҡорос ат та, нишләптер, һаҡланыр өсөн соҡорға төшөп ятманы...

– Тимәк, быныһы фашист самолеты түгел, – тигән һығымта яһаны Зөһрә.

– Үҙебеҙҙекеме икән әллә? – Таһир йәш ҡатынына өмөтләнеп баҡты.

Ошо мәл штабҡа хәрби табип Ләйлә Шәрипова килеп инде.

– Миңлеғәле Минһажевич ҡайҙа?

– Ул хәҙер килә, – тине адъютант Ҡазыханов.

– Яралылар шул ҡәҙәр күбәйҙе, өлгөрә алмайбыҙ! – Шәрипова маңлай тирен һөрттө.

Зөһрә уға борсолоп ҡараны:

– Ни мине штабҡа күсерҙеләр...

– Ярай, һиңә бында ла эш күп...

– Эйе шул, Ләйлә Мансуровна.

Генерал Шайморатов борсоулы төҫтә штабҡа үтте. Военврач Шәрипова шунда уҡ уның эргәһенә уҡталды:

– Иптәш генерал, яралылар күбәйҙе, өлгөрә алмайбыҙ, медсанбатҡа өҫтәмә кешеләр кәрәк!

– Их, Ләйлә Мансуровна, һалдаттар хәҙер бөтә подразделениеларҙа ла етешмәй шул...

– Аңлайым, иптәш генерал, юғалтыуҙар бик күп... – тине хәрби табип, комдивҡа хәүефләнеп ҡарап.

– Ләйлә Мансуровна, һеҙгә нисек ауыр икәнен беләм, түҙегеҙ, зинһар. Ошо көндәрҙә рейдтан сығырбыҙ, өҫтәмә көс килер, хәлдәр еңеләйер...

Ләйлә Шәрипова уға күҙҙәрен тултырып ҡараны:

– Түҙермен, иптәш генерал. Һеҙ бойорғас, нисек тә түҙермен... – Уның эргәһенә килә. – Миңлеғәле Минһажевич, һеҙ бик йонсоп киткәнһегеҙ, ауырымайһығыҙмы?..

– Юҡ, Ләйлә Мансуровна, үҙемде һәйбәт тоям.

Военврач генералдың маңлайына наҙлап ҡына усын ҡуйып, мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға тырышты:

– Һеҙҙең температурағыҙ юғары шикелле...

Шайморатов ипләп кенә йомшаҡ ҡулды маңлайынан алды ла уның нәфис бармаҡтарын һаҡ ҡына ҡыҫты:

– Хәстәрегеҙ өсөн рәхмәт, иптәш капитан, температурам нормаль хәлдә.

Ләйлә Шәрипова тәрән итеп тын алды:

– Ә минең бөтә тәнем янған кеүек, иптәш генерал... – Уның йөҙө алһыуланып китте.

Штабҡа артдивизион командиры капитан Хәбиров килеп инде:

– Приказығыҙ үтәлде, иптәш генерал, немецтарға көтмәгәндә һөжүм итеп, аттарын ҡыуып алып ҡайттыҡ!

– Афарин, капитан Хәбиров! Былай булғас, орудиеларығыҙҙы һөйрәтеп йөрөтөргә аттар булды!

– Так точно, иптәш генерал, шул ҡәҙәр ҙур кәүҙәле, көр немец аттары! Илле ике! Нәҡ пушкалар һөйрәй торған аттар, тик һаламға әйләнеп тә ҡарамайҙар, яҡшы аҙыҡҡа өйрәнгәндәр...

– Асыҡһалар, ашарҙар... – тине генерал Шайморатов йылмайып.

Шатлыҡтан йөҙө балҡыған майор Ҡадиров штабҡа атылып килеп инде лә ҡыуаныслы ҡиәфәттә ҡысҡырҙы:

– Һөйөнсө, иптәштәр, һөйөнсө!

Уның артынан бер нисә кавалерист ауыр төргәктәр күтәреп керҙе.

– Ниндәй шатлыҡ, майор Ҡадиров? – тип ҡыҙыҡһынды генерал.

– Баяғы самолет Башҡортостандан булған! Беҙгә күп итеп күстәнәстәр ташлап китте! Бына, был пакет һеҙгәлер. – Генералға конверт бирҙе.

Шайморатов ҙур ғына конвертты асып, күҙ йүгертеп сыҡты ла, шатлыҡтан йөҙө яҡтырып китеп, ҡысҡырып уҡый башланы:

– “Немец фашистарына ҡаршы һуғыштарҙа ҙур ҡаһарманлыҡ, юғары хәрби оҫталыҡ өлгөләре күрһәткән өсөн һәм Ворошиловград, Краснодон ҡалаларын, Уң яҡ яр Украинаны азат итеүгә килтергән Ворошиловград операцияһында ҡатнашҡан хәрби частарҙы, шул иҫәптән 8-се кавалерия корпусына, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына, 21-се, 55-се кавдивизияларға “гвардия” исеме бирергә. Бынан ары 8-се кавкорпусты – 7-се гвардия кавалерия корпусы, 21-се кавдивизияны – 14-се гвардия кавалерия

дивизияһы, 55-се кавдивизияны – 15-се гвардия кавалерия дивизияһы, ә 112-се Башҡорт кавдивизияһын 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип атап йөрөтөргә бойорам.

СССР-ҙың Юғары баш командующийы И. Сталин”.

Майор Ҡадиров шатлығынан һөрәнләп ебәрҙе:

– Ура, иптәштәр, ура-а-а!!!

Ҡалғандар ҙа “Ура!” ҡысҡырышып, шатланышып ҡул сабырға кереште.

Генерал Шайморатов һүҙен дауам итте:

– Иптәштәр, “гвардия” исемен алыуыбыҙ менән ҡотлап, беҙгә Башҡортостаныбыҙ Хөкүмәте, республиканың партия Өлкә комитеты һәм Юғары баш командующий вәкиле генерал-полковник Ока Иванович Городовиков та телеграммалар ебәргән! Башҡортостандан килгән ҡотлауҙы һеҙгә уҡып ишеттерәм: “Халҡыбыҙҙың Салауат батырҙай ҡаһарман улдары, Барсынһылыуҙай ғәййәр ҡыҙҙары! Һеҙҙе “гвардия” исемен алыуығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм башҡорт халҡының хәрби данын юғары күтәреүегеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Тыуған илебеҙ өсөн барған изге һуғышта немец фашистарын артабан да аяуһыҙ ҡырығыҙ һәм еңеү яулап иҫән-һау илебеҙгә әйләнеп ҡайтығыҙ! Башҡортостан халҡы һеҙҙең менән!”

Майор Ҡадиров йәнә оран ҡысҡырҙы:

– Ура, иптәштәр, ура-а-а!

Барыһы ла йәнә ныҡ итеп “Ура!” кысҡырҙы, ҡыуанышып ҡул сапты.

Ошо мәл ниҙер аңлай башлаған майор Ҡадиров шымыраҡ тауыш менән комдив Шайморатовтан һораны:

– Иптәш генерал, нишләп беҙҙең дивизиябыҙ исеменән “Башҡорт” һүҙен алып ташлағандар икән?..

– Ярай, майор, рейдтан сыҡҡас уйлашырбыҙ был турала. Ул мәсьәләне әлегә күтәрмәй торайыҡ, – тип яуапланы Шайморатов уйсан сырайҙа.

Штабҡа бер кавалерист инеп, комдив Шайморатов эргәһенә килде:

– Мөрәжәғәт итергә рөхсәт итегеҙ, иптәш генерал!

– Рөхсәт итәм.

– Немец самолетынан листовкалар һибеп киттеләр. – Генерал Шайморатовҡа ҡағыҙ киҫәге бирҙе.

Шайморатов листовкаға күҙ йүгертеп сыҡҡас, мыҫҡыллы йылмайҙы:

– Иптәштәр, немец генерал-фельдмаршалы Манштейн да беҙҙе “гвардия” исеме алыуыбыҙ менән үҙенсә ҡотлаған бит! Бына тыңлағыҙ әле: «Хотите скрыть свой разгром путем переименования в гвардейцев? Не выйдет. Мы вас истребим. Предлагаем сложить оружие и прекратить сопротивление. Штыки в землю!». Командующий группы армий генерал-фельдмаршал Эрих фон Манштейн.

Майор Ҡадиров көлөп ебәрҙе:

– Һа-һа-һа! Беҙгә бик ныҡ асыуланған икән был Манштейн!

Капитан Хәбиров та уның һүҙҙәрен ҡеүәтләне:

– Эйе, иптәш комиссар, уларҙы ныҡ ҡыйраттыҡ бит, шуға үпкәләгән!

Барыһы ла рәхәтләнеп көлөшөп алды.

– Беҙгә “гвардия” исемен биргәндәрен ҡайҙан белгәндәр икән? – тип ғәжәпләнде телефонистка Зөһрә Ҡазыханова.

– Был хәбәрҙе беҙҙән дә алданыраҡ белгәндәр шул... – Ләйлә Мансуровна ла аптырауын йәшермәне.

– Разведкалары яҡшы эшләй, – тип һығымта яһаны адъютант Ҡазыханов.

Комдив Миңлеғәле Шайморатов хәлдең асылын аңлатып бирҙе:

– Кисә элемтәсе-радиоперехватчиктар Гитлерҙың уны беҙҙең өсөн бик ҡаты итеп һүккәнен тыңлап торған. Шуға Манштейн сығырынан-сыға...

– Бик таман булған ул фон Манштейнға! – тип үсәне майор Ҡадиров.

– Етмәһә, беҙгә янап маташа, фон-барон! – тине капитан Хәбиров.

Таһир Ҡазыханов “фон-барон” һүҙен ҡыҙыҡ күреп, шарҡылдап көлөп ебәрҙе:

– Фон-барон! Һа-һа-һа!

Ҡалғандар ҙа уға ҡушылып, рәхәтләнеп көлөштө. Генерал Шайморатов уларға атай кеше үҙ балаларына һуңғы тапҡыр ҡараған кеүек яратып баҡты...

 

* * *

Самолеттар геүләй, бомбалар һыҙғырышып төшөп ярыла, орудиелар гөрһөлдәп әжәл уты сәсә, бер туҡтамай атыш тауыштары ишетелә. Кавалерия корпусының ваҡытлы штабында генерал Борисов телефондан 3-сө армия командующийы Лелюшенко менән һөйләшә.

– Иптәш командующий, хәлдәребеҙ бик мөшкөл, немецтар сылбырҙан ысҡынған ҡоторған эттәр һымаҡ ҡылана: беҙҙе көн һайын 25-30 самолет туҡтауһыҙ бомбаға тота, танктар менән көсләндерелгән бик күп фрицтар бер-бер артлы һөжүм итә, ҡамау ҡулсаһы ҡыҫылғандан-ҡыҫыла. Ә беҙҙең боеприпастар бөтөп бара, личный составтың яртыһы һәләк булды, яралылар бик күп, аттарыбыҙ аҙ ҡалды. Дошман авиацияһы ныҡ ҡыра. Беҙҙе уларҙан һаҡлар өсөн самолеттар ебәреүегеҙҙе һорайым. Кисектермәҫтән ярҙам килеп етмәһә – беҙҙе һәләкәт көтә...

Командующий Лелюшенко комкор Борисовты ҡырҡа бүлдерҙе:

– Ярай, артыҡ паникаға бирелмә, генерал!

– Иптәш командующий, был паникаға бирелеү түгел, мин һеҙгә реаль хәлебеҙҙе бәйән итәм. Әйткәндәй, беҙгә вәғәҙәләнгән теге танктар, моторизацияланған һәм строевой корпустар ҡайҙа һуң һаман?

Командующий Лелюшенко асыулы тауыш менән яуапланы:

– Көтөгөҙ, килеп етерҙәр!

– Рейдтан сығырға рөхсәт итегеҙ, иптәш командующий, бында ҡалһаҡ, беҙҙе бөтөнләй ҡырып бөтөрәсәктәр!

– Рөхсәт итмәйем! Әлегә яулаған позицияларығыҙҙы, тимер юлдарҙы тотоп тороғоҙ! Бик тә булмаһа, партизандар һуғышы ысулдарына күсегеҙ!

– Партизандар ысулына күсеү мөмкин түгел, был ерҙәрҙә урмандар бөтөнләй юҡ! – тип ҡысҡырҙы трубкаға генерал Борисов.

Командующий Лелюшенко әңгәмәне түңәрәкләргә ашыҡты:

– Пока помощи нет, но вы держитесь! Все, конец связи!

Ошо мәл генерал Борисов бөтәһен да аңланы... Был аңлауҙан ныҡлы юғалып ҡалып, бер нисә минут шок хәлендә ултырҙы. Аҙаҡ ҡалтыранған ҡулдарына фляжкаһын эләктереп, күп кенә һемергәс, урынынан ырғып торҙо ла ҡысҡырынырға кереште:

– Үәт сволочь! Хайуандар! Беҙҙе күрәләтә үлемгә ебәргәндәр! Теге корпустарҙы ярҙамға ебәрмәҫтәрен алдан уҡ хәл иткәндәр! Эре балыҡ эләктереү маҡсатында, йәғни Ворошиловград, Краснодон, Уң яҡ яр Украинаны алыр өсөн беҙҙе ем урынына ҡулланғандар! – Сабуровҡа ҡан һауған күҙҙәрен аҡырайтып ҡараны. – Аңланыңмы быны, полковник Сабуров?! Командующий Лелюшенко беҙҙең ғүмерҙәребеҙ байына Герой йондоҙо аласаҡ! Аҙаҡ маршал да булыр әле, сволочь! Ишетәһеңме, Ваня?!.

– Ишетәм, – тине Сабуров әллә ни иҫе китмәгән сүрәттә.

– Ишеткәс, ниңә өндәшмәйһең һуң?!

– Бында ни тип әйтәһең инде?..

– Был бит ғәҙел түгел!

– Ә ҡайҙа ғәҙеллек бар һуң? Ҡатын-ҡыҙ тәмен татып та ҡарамаған, мөхәббәттең ни икәнлеген дә белеп өлгөрмәгән мыйыҡһыҙ егеттәрҙең, сәскә кеүек ҡыҙҙарҙың һуғыш мясорубкаһында юҡҡа сығыуы ғәҙелме ни? Быға үҙебеҙ генә ғәйепле. Был – кешелек цивилизацияһының бөгөнгө йөҙө, кимәле, әҙәм балаларының һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыуы. Ысын ғәҙеллек был донъяла булмаҫ ул...

Корпус командиры Борисов штаб начальнигы Сабуровҡа бер ни аңламайса, сәйерһенеп баҡты:

– Һин нимә, Ваня?..

– Иптәш генерал, комдив Шайморатов бәйләнештә! – Телефонистканың тауышы Борисовты тетрәнеү хәленән бер килке арындырғандай итте.

– Нимә әйтерһең, комдив Шайморатов?

– Иптәш корпус командиры...

Генерал Борисов Шайморатовты тупаҫ рәүештә бүлдерҙе:

– Һүҙеңде ҡыҫҡараҡ тот, Шайморатов!

– Иптәш генерал, бөтөнләй ҡырылып бөтмәҫ борон, прорывҡа барып, ҡулсанан сығайыҡ!

Генерал Борисов асыулы яуапланы:

– Армия командующийы Лелюшенко рөхсәт итмәй, әлегә яулаған позицияларығыҙҙы тотоғоҙ, ти!

– Был – төптән уйланылмаған приказ! Командующий аҙаҡ барыбер аңлар үҙ хатаһын. Беҙ заданиены үтәнек бит инде, бында артабан ҡалыуҙың бер ниндәй мәғәнәһе лә юҡ. Корпусты ғына һәләк итербеҙ! Фашистар сығыу юлыбыҙға ныҡлы заслондар ҡуйып өлгөрмәҫ борон, прорывҡа барайыҡ!

– Әйтеп торам бит, армия командующийы рөхсәт бирмәй!

– Рөхсәтте һуңынан бирер! Улар бит кәрәкле приказдарҙы һәр ваҡыт һуңлап бирә. Еңеүсегә хөкөм юҡ – корпусты тар-мар ителеүҙән һаҡлап ҡалһаҡ, кисерерҙәр беҙҙе...

Комкор Борисов ныҡлы асыуланып ҡысҡырынды:

– Йәнә корпусты ҡотҡарыу тураһында сафсата һатаһың! Һин корпус командирымы, әллә минме?! Инәңдең... – Иҫерә башлаған Борисов әшәке итеп һүгенде.

Генерал Миңлеғәле Шайморатов та ҡыҙып китте:

– Командир икәнһегеҙ – ҡул аҫтыңдағы личный состав тураһында ҡайғыртырға бурыслыһығыҙ!

– Комадирға аҡыл өйрәтмәйҙәр! – Генерал Борисов сығырынан-сығып екерҙе лә йән асыуы менән трубканы ташланы һәм полковник Сабуровҡа боролдо. – Ҡара һин уны, командирына аҡыл биреп маташа... – Фляжкаһынан мул ғына һемергәс, полковник Сабуровтың көрөшкәһенә ҡойҙо. – Ваня, эсеп ебәр ҙә фекереңде әйт: һин нисек уйлайһың?

Сабуров эскәндән һуң ап-аҡ ҡулъяулығын кеҫәһенән алып, ауыҙын дворяндарса һөрттө лә яуап бирҙе:

– Шайморатов хаҡлы, иптәш генерал.

Генерал Борисов тәүҙә асыуланып ауыҙын ҡыйшайтты, аҙаҡ ниндәйҙер уй башына килеп, йөҙө яҡтырып китте:

– Яҡшы, полковник Сабуров, бына нимә эшләйбеҙ: корпусты ем итеп ҡулланғандар икән, үҙебеҙ ҙә шулайтабыҙ!

– Нимә эшләйбеҙ һуң?

– Корпусты ҡотҡарыу өсөн Башҡорт кавдивизияһын иң алдан, уттың уртаһына ебәреп, фашистарҙың иғтибарын уларға йүнәлтәбеҙ ҙә үҙебеҙ арыраҡ яҡтан сығып китәбеҙ! Нисек, Ваня, шәп план уйлап таптыммы?!.

Полковник Сабуровтың ҡуңырыраҡ йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡарайып киткәндәй булды. Ул ғорур ҡиәфәттә урынынан тороп баҫты:

– Кемгә нисек, иптәш генерал... Ә мине... башҡорттар менән ут эсенә ебәреүегеҙҙе һорайым. Честь имею! – Үксәләрен бер-береһенә шыҡылдатты ла полковник Иван Сабуров штабтан сығып китте.

Генерал Борисов үҙен сикәһенә һуғылған кеше кеүек тойоп, асыуынан ҡыҙарынып-буҙарынып ултырып ҡалды.

– Үәт, аристократ ҡалдығы! Инәңдең... – тип тағы әшәке итеп һүгенгәс, йәнә фляжкаһына йәбеште.

 

* * *

1943 йылдың 18 февралендә, кесаҙна көн, 7-се гвардия кавалерия корпусының юғары комсоставы Башҡорт дивизияһы штабына хәрби Советҡа саҡырылды. Был кәңәшмә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тәҡдиме менән йыйылды.

Штабҡа иң беренселәрҙән булып корпустың 14-се (элекке 21-се) һәм 15-се (әүәлге 55-се) дивизиялары командирҙары генерал-майор Николай Якунин, полковник Иван Чаленко ашығып килеп инде лә комдив Шайморатов менән иҫәнләште:

– Һаулыҡ теләйем, иптәш генерал! Ҡалғандар килеп етмәҫ борон, һеҙгә полковник Чаленко менән икебеҙҙең фекеребеҙҙе еткерәбеҙ: комкор Борисов мораль яҡтан һынды, эсеүҙән бушамай, артабан корпусҡа етәкселек итергә яраҡһыҙ. Уның хәл-торошо хәҙер бер кемгә лә сер түгел. Хәстәрен күрмәһәк

– ул бөтә корпусты һәләкәткә дусар итәсәк... – тине генерал Якунин хәүефле сырайҙа.

Комдив Шайморатовҡа иғтибар менән текәлеп бер аҙ торғас, генерал-майор Якунин һүҙен дауам итеп, уға туранан-тура тәҡдим итте:

– Полковник Чаленко менән кәңәшләштек тә ошондай һығымта яһаныҡ: әлеге хәл иткес мәлдә корпусты һеҙ генә ҡотҡара алаһығыҙ – инициативаны үҙ ҡулығыҙға алығыҙ, Миңлеғәле Минһажевич!

Шайморатов аптырап ҡалғанын күрһәтмәҫкә тырышты:

– Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт, иптәштәр. Ләкин мин асыҡтан-асыҡ генерал Борисовҡа ҡаршы сығып, уны корпус командиры вазифаһынан алып ташламаясаҡмын, сөнки хәрби уставты яҡшы беләм һәм хөрмәт итәм. Бындай хәтәр эшкә барырға хаҡым юҡ.

– Иптәш генерал, һеҙгә устав мөһимерәкме, әллә меңдәрсә һалдаттарҙың ғүмереме? – Комдив Чаленко Шайморатовтың күҙҙәренә тура ҡарап бирҙе был ауыр һорауҙы.

Генерал да уға тура ҡарап яуап ҡайтарҙы:

– Яңғыҙ идаралыҡҡа нигеҙләнгән армия ҡанундарын иҫегеҙгә төшөрөп тороу артыҡтыр, иптәш дивизия командирҙары...

– Тағы шул ҡанундар тураһында тылҡыйһығыҙ, Миңлеғәле Минһажевич. Һеҙ тупаҫ солдафон түгел дә инде, яҡшы аңлайһығыҙ: бында һүҙ бөтә корпусты ҡотҡарыу, меңдәрсә һалдат һәм офицерҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу хаҡында бара... – тине генерал-майор Якунин, асыҡ зәңгәр күҙҙәрендә ҡәнәғәтһеҙлек сатҡылары уйнатып.

– Әйтәм бит – хаҡым юҡ, командирыма ҡаршы бола күтәрергә офицер намыҫым да ҡушмай! Ниңә үҙегеҙ алмайһығыҙ власты?! – тип уларҙың үҙҙәренә сетерекле һорау бирҙе Шайморатов.

– Сөнки һеҙҙең хәрби оҫталығығыҙ ҙа, абруйығыҙ ҙа беҙҙекенән ҙурыраҡ, – тине дивизия командиры Чаленко.

– Хаҡығыҙ ҙа бар, Миңлеғәле Минһажевич – һеҙ СССР Оборона наркоматының 1942 йылдың 16 ноябрендәге приказы менән беҙҙең корпус командирының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгәнһегеҙ. Ә Башҡорт кавдивизияһы командиры итеп генерал Дудко ҡуйылған, – тип таң ҡалдырҙы Шайморатовты дивизия командиры генерал-майор Якунин.

Был юлы генерал-майор Шайморатов ғәжәпләнеүен йәшерә алманы:

– Тимәк, өс ай элек?!.

– Эйе, корпус командиры генерал Борисов был приказды өс ай буйы һеҙҙән йәшереп тотто... – тип генерал Якуниндың һүҙҙәрен раҫлап баш ҡаҡты комдив Чаленко.

– Сәбәбе ниҙә?!.

– Ул бит һеҙҙе күрә алмай...

– Быны беләм дә ул... Ә ни өсөн? – тип төпсөндө Шайморатов.

– Һеҙҙең һәр яҡтан белемлерәк, әҙерлеклерәк булыуығыҙҙы, сит телдәр белеүегеҙҙе, үҙенән аҡыллыраҡ икәнлегегеҙҙе ҡабул итә алмай Борисов... Грибоедовса әйтһәк, “Горе от ума”... Рәсәйҙә бит был борондан килгән күренеш: начальник кеше ҡул аҫтындағыларҙың үҙенән аҡыллыраҡ булыуын бер ҡасан да кисерә алмай... – тип уфтанып ҡуйҙы генерал-майор Якунин.

Полковник Чаленко ла уның фекерен раҫланы:

– Үҙенән аҡыллыраҡ икәнеңде начальнигың һиҙеп ҡалһа – эштәрең харап, ул һине бөтөрәсәк! Шуға күрә лә юғарыраҡ начальниктар алдында үҙебеҙҙе бер ҡатлыраҡ, уларҙан иҫәрерәк итеп күрһәтергә тырышабыҙ.

– Был бит бөтә илебеҙ үҫешен тотҡарлай, беҙҙе артҡа һөйрәй! – тине генерал-майор Шайморатов. Ә үҙе әңгәмәселәренә ҡарап уйлап ҡуйҙы: “Их, иптәш комдивтар, Борисовтың мине күрә алмауының төп сәбәбен белеп еткермәйһегеҙ шул...”

– Был ғәҙәттәр ҡаныбыҙға һеңгән, уларҙы үҙгәртә алмаясаҡбыҙ... – тип йәнә уфтанды генерал Якунин.

– Һеҙ беҙҙе дөрөҫ аңлағыҙ, иптәш генерал: Борисовты вазифаһынан төшөрөргә өндәмәйбеҙ, инициативаны үҙ ҡулығыҙға алығыҙ! Командир корпусҡа артабан етәкселек итергә яраҡһыҙ хәлгә килгән икән, уның беренсе урынбаҫары булараҡ, командованиены үҙ ҡулығыҙға алырға тейешһегеҙ. – Полковник Чаленко һаман үҙҙәренең дөйөм фекерен алға һөрҙө.

Ә генерал-майор Якунин сираттағы тәҡдимен ишеттерҙе:

– Бөгөнгө хәрби Советты һеҙ алып барығыҙ, Борисовтың барыбер хәле юҡ, похмелдән башы ла эшләмәй... Корпусты ҡамауҙан сығарыу планын да төҙөгәнһегеҙҙер, тип уйлайым.

– Һеҙ хаҡлы, корпусты Чернухино ҡаҙанынан, ә аҙаҡ рейдтан сығарыу тураһында фекерҙәр тупланым. Ҡалғанын Борисовтың хәл торошон күргәс хәл итербеҙ, – тип ризалашҡандай булды генерал Шайморатов.

Бер аҙҙан ишек төбөндә торған постовойҙың “Смирно!” тигән командаһы яңғырағас, хәрби уставҡа ярашлы, барыһы ла үрә ҡатып торҙо. Штабҡа корпус командиры генерал-майор Борисов килеп инеп, “вольно!” тигәнде аңлатып һүлпән генә итеп ҡулын һелтәне. Уның артынан полковник Сабуров, майор Ҡадиров һәм башҡалар килеп керҙе. Борисов береһе менән дә иҫәнләшмәйсә, хатта күтәрелеп тә ҡарамайса, оҙон өҫтәл артына үтеп ултырҙы.

Миңлеғәле Шайморатов штабҡа йыйылған генералдарҙы һәм өлкән офицерҙарҙы – үҙе менән бергә барыһы ун өс кешене – ҡарашынан үткәргәс, кәңәшмәне асты:

– Барыһы ла килеп етте, хәрби Советты башлайыҡ. – Борисовҡа боролдо. – Иптәш генерал, һеҙгә һүҙ бирелә.

Комкор Борисов бик хәлһеҙ күренһә лә, уға бүре кеүек ҡараны ла, тамағын ҡырып алғас:

– Тамаҡ кипте, сылатырға берәй нәмәң юҡмы ни? – тине ҡарлыҡҡан тауыш менән.

Генерал Шайморатов адъютанты Ҡазыхановҡа өндәште:

– Теге трофей итеп алынған шарапты килтерегеҙ Совет ағзаларына, ҡапҡыларға ла алығыҙ.

– Есть, иптәш генерал!

Адъютанттың ҡатыны Зөһрә алдан асып ҡуйылған шарап шешәләрен йүгерә-атлай йөрөп өҫтәлгә теҙҙе, туҫтаҡҡа телеп һалынған ҡара икмәк килтерҙе.

– Ҡара икмәктән башҡа ҡабымлыҡ юҡ инде, иптәш командирҙар, – тине лейтенант Ҡазыханов.

Генерал Шайморатов шарап ҡойоп, көрөшкәләрҙе офицерҙарға шылдырҙы: “Әйҙәгеҙ, иптәштәр, тамаҡтарҙы сылатып алайыҡ!”

Корпустың ауыр хәлдә ҡалыуынан һәм бигерәк тә командирҙары генерал Борисовтың күңел торошонан көсөргәнеш кисергән генерал һәм офицерҙарға Шайморатовтың тәҡдиме бик оҡшаны. Барыһы ла көрөшкәләрен күтәреп, бөтөргәнсе эсте лә ҡара икмәк ҡабып ҡуйҙы.

– Ярай әтеү, иптәштәр, Советты башлап ебәрәйек, – тине Миңлеғәле Шайморатов. – Иптәш корпус командиры, һеҙҙе тыңлайбыҙ.

Барыһы ла генерал Борисовҡа төбәлде.

– Советты йыйғанһың икән, үҙең алып бар, үҙең һөйлә... – тине Борисов үпкәле төҫтә һәм көрөшкәһенә йәнә тултырғансы шарап ҡойоп эсеп, ҡара икмәк киҫәген ауыҙына тыҡты.

– Яҡшы, иптәш командирҙар, һүҙҙе бик ҡыҫҡа тотасаҡмын, – тип башланы һүҙен генерал Шайморатов. – Бөтәгеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ: хәлебеҙ бик мөшкөл, ҡамау ҡулсаһы ҡыҫылғандан-ҡыҫыла, самолеттарға ҡаршы торорға зенитсыларыбыҙ юҡ, тере көстәрҙе, шул иҫәптән аттарҙы ла күп юғалттыҡ, боеприпастар бөтөп бара, ә 3-сө армия вәғәҙә иткән корпустар һаман килеп етмәй...

Генерал Борисов уны уҫал тауыш менән бүлдерҙе:

– Ярҙам килмәйәсәк, улар беҙҙе, әжәлгә ем итеп, күрәләтә үлемгә ебәргән...

Генералдар һәм өлкән офицерҙар асыулы ҡиәфәттә геүләшеп алды.

Шайморатов ҡыҙыл ҡәләме менән өҫтәл туҡылдатты:

– Тауыш, иптәш командирҙар! Барығыҙ ҙа яҡшы аңлайһығыҙ, был хәлдә артабан ҡалыу корпусты һәләкәткә килтерәсәк. Шуға күрә мөмкин тиклем тиҙерәк прорывҡа барырға тәҡдим итәм.

– Рөхсәт итегеҙ, иптәш корпус командиры урынбаҫары, генерал-майор Шайморатов! – Генерал Якунин урынынан ҡалҡынды.

Ул Шайморатовҡа “корпус командиры урынбаҫары” тигән һүҙҙәргә баҫым яһап мөрәжәғәт иткәс, барыһы ла бер-береһенә аптырашып ҡарашып, шым ғына геүләшеп алды. Быны күреп, Якунин асыҡлыҡ индерҙе:

– Эйе, иптәштәр, һеҙ яңылыш ишетмәнегеҙ: генерал-майор Шайморатов СССР Наркоматының 1942 йылдың 16 ноябрендәге приказы менән 8-се кавалерия корпусы командирының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Тик, нишләптер, бөйөк Сталин имза һалған был бойороҡто корпус командиры генерал-майор Борисов өс ай буйы йәшереп тота...

Был һүҙҙәр кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға аяҙ көндә йәшен атҡан ише тәьҫир итте. Генералдар һәм өлкән офицерҙар үҙҙәренең хәрби кешеләр икәнлеген онотоп ебәреп, таш бәреп ҡуҙғытылған умарта күсе кеүек геүләште:

– Был ниндәй башбаштаҡлыҡ!

– Бөйөк Сталин имза һалған приказды нихәл йәшермәк кәрәк?!

– Генерал Борисовтың башы икәүме әллә?!

– Бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел!

– Эйе, буш хәбәрҙер!

Ошо мәл полковник Чаленко урынынан торҙо:

– Иптәштәр, был буш хәбәр түгел! Комкор Борисовтың СССР Наркоматы приказын йомоп ҡалыуы – ысын хәл!

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, хәрби Советҡа йыйылыусылар тағы ла нығыраҡ геүләште:

– Корпустың хәрби прокуратура бүлеге ни ҡарай?!

– Ә особый отдел нишләй?!

– Хәрби трибуналға бирергә кәрәк!

– Корпус ҡырылып бөтөп бара, ә ул эсеүҙән бушамай!

– Былай барһа – бөтөн корпусты харап итә бит был генерал Борисов!

Ҡыҙарынып-буҙарынып, нишләргә белмәй ултырған комкор Борисовҡа ҡарап алғас, генерал Шайморатов ҡыҙыл ҡәләме менән ныҡ итеп өҫтәл туҡылдатты:

– Иптәш генералдар һәм өлкән офицерҙар! Әлеге аяныслы хәлебеҙҙә низағ ҡуптарыуҙан бер ниндәй файҙа ла юҡ. Әйҙәгеҙ, корпусты ҡотҡарыу тураһында кәңәшләшеп алайыҡ. Уны ҡамауҙан сығарыу планын төҙөгәйнем, һеҙгә шуны ҡыҫҡаса ишеттерәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ, иптәштәр. Тимәк, ошолайтабыҙ: немецтарҙың ике дивизияһы флангылары араһында оҙон һәм тәрән йырын бар. Төндә юлһыҙ-ниһеҙ шул йырын буйлап шым ғына 12-се шахта яғына хәрәкәт итәбеҙ. Аҙаҡ Иллирия – Штеровка рубежында хәрәкәт иткән 3-сө армия частарына барып ҡушылабыҙ. Авангардта капитан Абдулла Әхмәҙиев һәм лейтенант Кәшфи Шәрипов етәкселегендә разведка дивизионы бара, уларҙың артынан Башҡорт кавдивизияһының 60-сы һәм 62-се полктары, корпустың штаб подразделениелары юллана. Колонна артынан 15-се кавдивизия бара. Ә 14-се кавдивизия ҡамауҙан айырым маршрут менән сыға. Прорывты бөгөн төндә, йәғни 18 февралдә 22.00 сәғәттә башлайбыҙ. Колонна башында үҙем барам. Өҫтәмә фекерҙәрегеҙ булһа, әйтегеҙ, иптәштәр.

Ҡыҫҡа тынлыҡтан һуң полковник Чаленко урынынан торҙо:

– Рәхмәт, иптәш генерал-майор, план һәйбәт!

– Эйе, план бик грамоталы төҙөлгән. – тип генерал Якунин да уны хупланы.

Барыһы ла Шайморатовтың планын хуплап, үҙ-ара геүләшеп алды:

– Эйе, генерал Шайморатов хаҡ әйтә!

– Бында үлем көтөп ятып булмай!

– Дөрөҫ, кисектермәй прорывҡа барырға кәрәк!

– Нисек тә ҡамауҙан сығырға!

– Планы ла бик шәп!

– Эйе, шәп, әйҙәгеҙ, йыуайыҡ был планды! – тип ауыҙын ҡыйшайтып ыржайҙы генерал Борисов.

Офицерҙар комкорға сәйерһенеп ҡараны. Ә генерал Шайморатов көрөшкәләргә тағы шарап ҡойҙо:

– Әйҙәгеҙ, әтеү, икәү итәйек!

Барыһы ла, ҡыҫтатып тормайса, эсеп ебәрҙе лә ҡара икмәкте тәмләп ашаны.

Ҡыҙмаса булып алған генерал Борисов Миңлеғәле Шайморатов эргәһенә килде лә, ауыҙын ҡыйшайтыбыраҡ йылмайып:

– Ярай, иптәш генерал-майор, икмәк-тоҙоң өсөн рәхмәт... – тип көтмәгәндә дошманының һул битенән үпте лә, ҡырҡа боролоп, штабтан сығып китте.

Совет ағзалары йәнә аптырашып, генерал Борисовтың артынан ҡарап ҡалды. Ә тышта ҡапыл ел көсәйеп китеп, шомло итеп тәҙрә ҡапҡастарын шаҡылдатырға кереште...

 

* * *

Дүрт ай тирәһе дауам иткән ыжғыр буранлы һыуыҡ ҡыш ауыл-ҡалаларҙы, урман-ҡырҙарҙы ҡар юрғаны менән ҡаплаған – әйтерһең, бөтә донъяға күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ кәфенен йәйгән.

Ауыл-ара юлдар буйлап тәрән ҡарҙы йырып, ауыр һуғыштарҙа бик миктәгән, дүрт тәүлек тирәһе бөтөнләй йоҡламаған яугирҙәр колоннаһы хәрәкәт итә. Ҡыш аҙағы яҡынлашһа ла, көндәр һаман һыуыҡ әле, февраль бураны маҙаһыҙлап, ҡар бөртөктәрен бер туҡтауһыҙ кавалеристарҙың биттәренә бәрә. Иң алдан корпус командирының беренсе урынбаҫары генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов үҙе һыбай бара.

Генералдың планы буйынса, уның хәрби таланты һәм ҙур яу тәжрибәһе ярҙамында, кавалерия корпусы гитлерсыларға һиҙҙермәйсә генә Чернухиноны ҡалдырып китеүгә өлгәште. Прорывҡа барыу көнөндә кавалеристар фашистарҙы бик ҡаты дөмбәҫләне: артиллерия уты ярҙамында һигеҙ танк, 11 орудие, 900 тирәһе немец һалдаты һәм офицерҙарын юҡ иттеләр. Был бәрелештә немец генералы Шернер һәләк булды. Гитлер уға көн һайын шылтыратып: “Атлы ҡырағайҙарҙы кисектермәҫтән юҡ итегеҙ!” – тип екеренгәстен, иртән генә фюрерға: “Атлы гвардияны тар-мар итеп, тимер юл хәрәкәтен тергеҙҙем” тип алдашып доклад яһарға мәжбүр булған генерал Шернер үҙе теге донъяға китте.

Немецтар уларҙы Чернухиноны ҡулдарынан ысҡындырмаҫҡа тырышырҙар тип фаразлағайны. Үҙҙәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын үтәгәс, кавалеристарға бында тороуҙың мәғәнәһе ҡалмағайны. Шуға күрә, Шайморатовтың тәҡдимен тыңлап, төндә шым ғына Чернухиноны ташлап киттеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, генерал Шайморатов корпусты ҡамауҙан сығармаһа, станцияға төрлө яҡтан яҡынлашҡан немецтарҙың моторизацияланған дивизиялары уларҙы бөтөнләй юҡ итер ине.

Төн уртаһында беҙҙекеләрҙең юҡлығын һиҙеп ҡалып, фашистар уларҙы Дебальцевоны алырға ҡуҙғалғандарҙыр тип уйлап, танктар менән ҡеүәтләндерелгән ике батальонын Редкодуб разъезына ебәрҙе. Ярҙам маҡсатында ҡаршы яҡта урынлашҡан Городище ауылынан тағы ике пехота батальонын йүнәлттеләр. Гитлерсыларҙың ошо ике ҙур төркөмө төндә Круглый поселогы тирәһендә осрашты ла, алдарында совет ғәскәрҙәре тип уйлап, ике яҡтан да артиллерия уты асты. Бер нисә сәғәт буйына бер-береһен дөмбәҫләп, үҙҙәренең 400 һалдатын, байтаҡ орудиеһын юҡ иттеләр. Фрицтар таң атып көн тыуғас ҡына үҙҙәренең бер-береһен ҡырғанын күреп, тәрән тетрәнеш кисерҙе...

 

* * *

Кавалерия корпусы етәкселеге 3-сө гвардия армияһынан радиограмма аша бойороҡ алды: “Иллирия ауылы яғына хәрәкәт итегеҙ!”

Грабово поселогын үткәс, 16-сы Башҡорт гвардия кавдивизияһы Фащевка – Артемовск маршруты менән барып, 21 февралдең таңында Уткино ауылына етте. Бөтә юл буйына һуғышып барҙылар. Артемовск эргәһендә капитан Сәйфулла Хәбировтың артиллеристары “СС” частарының танк ротаһын ҡыйратты.

Шул көндә армия штабынан сираттағы радиограмма килде: “Красный Луч, Городище поселоктарына барығыҙ! Һеҙгә ярҙамға ебәрелгән 1-се мехкорпус һәм 12-се уҡсылар корпусы частары бына-бына шул ауылдарға барып етәсәк”.

Кавалеристар Красный Луч поселогына көтмәгәндә бәреп инеп, дошмандың бер меңдән ашыу танк училищеһы курсанттарын ҡырып һалды, немецтарҙың 62-се пехота дивизияһы штабын тар-мар итте. Капитан Хәбировтың артиллеристары фашист бронепоезын шартлатты. Ә армия штабы вәғәҙәләгән теге частар һаман күренмәне...

Ә бит фронт һыҙығы бынан алыҫ түгел, ярҙам ебәрергә теләһәләр – танктар был араны бер сәғәт эсендә үтер ине...

Ярҙам урынына 3-сө армиянан сираттағы радиограмма алдылар: “Широкий поселогына барып етегеҙ!”.

 

* * *

23 февраль төнөндә корпус колоннаһы башында барған 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы Юлино хуторына етте. Фронт һыҙығына бынан бер нисә саҡрым ғына ара ҡалғайны. Генерал Шайморатов бында артта ҡалғандарҙы көтөп алырға, разведка яһарға һәм һуңғы, хәл иткес атакаға әҙерләнергә ниәтләне. 3-сө армия штабынан: “Һеҙ беҙҙең яҡҡа сыҡҡан ваҡытта фронт һыҙығынан немецтарға һөжүм итербеҙ”, – тип сираттағы тапҡыр вәғәҙә бирҙеләр. Ике аҙнанан ашыу туҡтауһыҙ һуғышып, рәтле йоҡо күрмәгән яугирҙәр аяҡтан йығылыр хәлгә еткәйне...

Генерал Миңлеғәле Шайморатов түбәһе ҡамыш менән ябылған бер хата эргәһендә туҡталды:

– Ошо өйгә ваҡытлыса урынлашайыҡ, иптәш офицерҙар. Кавалеристар ҙа инеп йылынып алһын.

Ошо мәл атлы разведка взводы командиры, лейтенант Баҡый Вәлиев Шайморатов эргәһенә килде:

– Иптәш генерал, һеҙҙең бойороҡ буйынса килеп еттем!

– Иптәш лейтенант, һеҙгә бик мөһим задание бирелә: дивизияның Ҡыҙыл Байрағын рейдтан алып сығырға тейешһегеҙ. Уны күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлағыҙ! – Шайморатов офицерға Ҡыҙыл Байраҡты тотторҙо.

– Есть, иптәш генерал! – Лейтенант Вәлиев Байраҡты ипләп кенә һабынан ысҡындырып алды ла, икегә бөкләп, тәненә ураны. – Заданиены үтәргә рөхсәт итегеҙ, иптәш генерал?!

– Барығыҙ, уңыш теләйем.

– Есть, иптәш генерал! – Вәлиев ҡырҡа боролоп китеп тә барҙы.

Хата эсенә үткәс, сисенеп тә өлгөрмәнеләр, иҫереп күҙе аҡайған генерал Борисов корпустың хәрби прокуратура һәм махсус бүлеге офицерҙарын эйәртеп килеп керҙе. Ингән ыңғайы аҡырып та ебәрҙе:

– Ҡайҙа комдив Шайморатов?! – Уны күргәс, йәнә екерҙе. – Нишләп тораһығыҙ бында?! Ни өсөн атакаға бармайһығыҙ?!

Генерал Шайморатов мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып яуапланы:

– Беҙҙең арттан килгән частарҙы, артиллерияны ошонда көтөп алып, бер йоҙроҡҡа тупларға кәрәк. Шунан һуң разведчиктарҙы ебәреп, дошман оборонаһының бушағыраҡ урынын ҡапшарға тейешбеҙ. Ошоларҙан һуң ғына атакаға барырға мөмкин.

Комкор Борисов түҙемһеҙләнеп һөрәнләне:

– Алға! Мин разведка эшләттерҙем инде! Алдыбыҙҙа – фрицтарҙың йүнләп нығытылмаған позициялары! Алға!

– Һеҙ әле генә килдегеҙ бит, ҡайһы арала разведка эшләттегеҙ?

– Нимә, Шайморатов, һин миңә ышанмайһыңмы?!

– Ышанмайым!

– Башбаштаҡланып, корпусың хәрби Советын үткәргән булдың! Бында һин түгел, мин корпус командиры!

Ныҡлы йонсоған Миңлеғәле Шайморатов та ҡыҙа башланы:

– Командир икәнһегеҙ – һалдаттарығыҙҙың ғүмере өсөн яуаплыһығыҙ, корпус ҡалдыҡтарын һаҡлап ҡалырға тейешһегеҙ!

– Тағы аҡыл өйрәтәһеңме, аҡыллы баш?! – Генерал Борисов ҡоторған эттекеләй ҡыҙарған күҙҙәрен тағы ла нығыраҡ аҡайтты.

– Һүҙегеҙҙе үлсәп һөйләгеҙ, комкор Борисов!

– Командирыңдың приказын тыңла! Алға!

– Патрондар бөтөп бара, танктар һәм пушка-пулеметтарға ҡаршы ҡылыс болғап барайыҡмы ни?!

– Һеҙ бит башҡорттар – һәр ваҡыт ҡылыс болғап алдан йөрөгәнһегеҙ! – Борисов мыҫҡыллы ҡиәфәттә ауыҙын салшайтты.

– Кавалеристар һәм аттар һуңғы дүрт тәүлек эсендә бөтөнләй йоҡламаны, улар аяҡтан йығылып бара! Бер көн ял бирәйек кешеләргә – улар аяҡ өҫтө, йәки ҡарға йығылып йоҡлап китә! Йүнләп разведка эшләтәйек! Бер тәүлек ваҡыт бирегеҙ! Бирһәгеҙ – бөтә корпусты ҡамауҙан сығарырмын!

– Бер тәүлек түгел, бер сәғәт тә ваҡыт бирмәйем! Приказды тыңламаһаң – трибуналға бирәм! Алға!

Ҡоторонған комкор эргәһендә торған корпустың хәрби прокуратура һәм махсус бүлеге офицерҙары үҙҙәренең Борисов яҡлы икәнлеген бөтә ҡиәфәттәре менән күрһәтергә тырышты. Улар ҙа апаруҡ ҡыҙмаса булып алғайны. Тимәк, генерал Борисов уларҙы һыйлап, үҙ яғына ауҙарып өлгөргән...

– Бындай приказды үтәүҙән баш тартам! – тип ҡысҡырҙы уға сығырынан сыға башлаған генерал Шайморатов.

Борисов ҡалтыранған ҡулдары менән кобуранан пистолетын сығарып, Шайморатовҡа төбәп екеренде:

– Атып йығам хәҙер! Алға, тим мин һиңә!

– Мә ат! Әммә мин һалдаттарҙы күрәләтә үлемгә ебәрмәйем! – Миңлеғәле Шайморатов күкрәген киреп Борисовҡа ҡаршы атланы.

– Бер ниндәй трибуналһыҙ атып үлтерәм хәҙер! – Иҫерек Борисов генерал Шайморатовҡа пистолетын тоҫҡаны.

Ошо хәл иткес мәлдә военврач Ләйлә Шәрипова, ҡулдарын йәйеп, генерал Шайморатовты күкрәге менән ҡапланы:

– Уны түгел, мине ат, улай шәп булһаң!

Бығаса ни ҡылырға белмәй торған адъютант Таһир Ҡазыханов, элемтәсе Зөһрә, капитан Сәйфулла Хәбиров, дивизияның политбүлек начальнигы урынбаҫары Сабир Ҡадиров, майор Герасим Черников, полковник Иван Голенев һәм хатта корпустың штаб начальнигы Иван Сабуров та генерал Борисовтың йәмһеҙ ҡылығына ҡаршы икәнлеген күрһәтеп, уның алдына сығып баҫтылар.

Йөҙө ағарынып киткән генерал Борисов сығырынан сығып аҡырҙы:

– Мин һине аңланым, ҡурҡаһың! 1924 йылда, Тамбов ресторанында бик ҡыйыу инең бит!..

– Комкор Борисов, егерме йыл элек йәшлек дыуамаллығы сәбәпле килеп сыҡҡан мәғәнәһеҙ низағты онотайыҡ! Беҙ бит әле эскадрон командирҙары түгел, генералдар! Меңәрләгән һалдат ғүмере өсөн яуаплыбыҙ! Корпусты рейдтан сығарыу тураһында уйлашайыҡ! – тип асырғанып ҡысҡырҙы Миңлеғәле Шайморатов.

– Һаман үҙенекен тылҡый! Шөрләйһең икән, үҙем алдан барам фашистарға ҡаршы, ә һин бында, йылы хатала ҡал! – Борисов полковник Сабуровҡа ҡысҡырҙы. – Иван Дмитриевич, киттек минең менән!

– Юҡ, генерал Борисов, артабан һеҙгә юлдаш була алмайым, башҡорттар менән ҡалам! – тип яуапланы уға полковник Сабуров.

– Эх, Иван, һин дә шулар яҡлымы?! Ярай, үҙем алдан китәм гитлерсыларға ҡаршы! Ҡурҡаҡ икәнһең, генерал Шайморатов... – Борисов ишек яғына йүнәлде.

Намыҫына тейеүҙән Миңлеғәле Шайморатовтың йөҙө ағарынып китте:

– Нимә, кем ҡурҡаҡ?!. Генерал Борисов, туҡтағыҙ, үҙем алдан барам!

– Генерал Шайморатов, ҡармаҡҡа эләкмәгеҙ! – тине уға Иван Сабуров.

– Мине бер ҡасан да ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләгәндәре юҡ әле!..

Генерал Шайморатов ҡоралдаштарына боролдо:

– Иптәштәр, былай итәбеҙ: һаҡ бүлексәһе менән үҙем разведка яһайым. Ә һеҙ, капитан Хәбиров, немецтарҙың ут нөктәләрен блокнотығыҙға теркәгеҙ ҙә, аҙаҡ орудиеларҙан ҡайҙа төбәп атырға белерһегеҙ. Майор Ҡадиров, һеҙ Башҡорт кавалерия гвардия дивизияһын, капитан Хәбиров артподготовка үткәргәс, ҡамауҙан алып сығырһығыҙ! Военврач Шәрипова, лейтенант Ҡазыханов, Зөһрә – һеҙ әлегә бында ҡалаһығыҙ! Һау булығыҙ, туғандар!..

Военврач Ләйлә Шәрипова уның күкрәгенә ҡапланды:

– Генералым! Мин һеҙҙең менән китәм! Һинһеҙ ғүмеремдең бер мәғәнәһе лә юҡ!

– Ләйлә Мансуровна! Ләйлә... Һин йәшһең, матурһың, үҙ ишеңде, мөхәббәтеңде табырһың...

– Миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй! – Ләйлә Шәрипова апаруҡ беленә башлаған эсенә уң ҡулын һалды.

– Мин һеҙҙең менән, иптәш генерал! Адъютанттар командирҙары эргәһендә булырға тейеш! – тине йөрәкһенеп лейтенант Ҡазыханов.

– Таһир, туҡта! Тыуасаҡ балабыҙ хаҡына! – тип ялбарҙы Зөһрә.

– Бәхил булығыҙ, туғандар! – Миңлеғәле Шайморатов ишек яғына атланы.

– Иптәш генерал, Борисовтың хәйләһенә ышанмағыҙ, бер ҡайҙа ла китмәгеҙ! – тип ҡысҡырҙы уға полковник Иван Сабуров.

– Иптәш полковник, мин разведка үткәргәс, һеҙ корпусты ҡотҡарырға тырышығыҙ.

– Иптәш генерал, Борисов бит юрамал намыҫығыҙға тейеп, һеҙҙе ҡапҡанына эләктерергә тырыша! – тип ҡабатланы уға Иван Сабуров.

– Һеҙ аңларға тейешһегеҙ, полковник, минең өсөн яугир намыҫы – ғүмерҙән дә ҡәҙерлерәк...

Генерал Шайморатов ҡабаланып сығып китте. Башҡорттар һәм полковник Сабуров уның артынан уҡталды. Офицерҙар Сафа Мөтиғуллин, Абдулла Әхмәҙиев, Мөғин Нагаев, Әнүәр Насиров, военврач Тәлғәт Байбурин, сержанттар Ғәбит Әхмәров, Василий Бояркин, Андрей Воронин, Һиҙиәт Ғәйфуллиндар ҙа улар артынан ашыҡты.

 

* * *

Әйтерһең, бөтә донъяны ҡаплап алырға тырышып, күпереп ятҡан ап-аҡ һәм тәрән ҡарҙарҙы йырып, башҡорт яугирҙәре алға уҡталды. Ә уларҙы һағалап торған гитлерсылар алтмыш алты орудиеһынан ут асты. Позициялары был ерҙән бер-ике саҡрым ғына арыраҡ булған совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күтәрелеп, дошмандарҙың иғтибарын үҙҙәренә йәлеп итәсәк тигәйнеләр ҙә ул һуңғы радиограммала. Тик улар ҡымшанманы ла. Тимәк, командующий Лелюшенко бойороҡ бирмәгән...

Иң алдан елеп барған генерал Шайморатов бер мәл яраланып, атынан ҡолап төшөп ҡалды. Әммә шунда уҡ һикереп тороп, ҡынынан ҡылысын һурып алды ла фашистарға ташланды. Патрондары бөткәс, булат ҡылыстары һәм штыктары менән фашистарҙы уңлы-һуңлы сабып-сәнсеп бара торғас, башҡорт кавалеристары төпһөҙ кеүек тәрән упҡын аша һалынған тар һәм оҙон күпер янына барып етте. Йылғаның арғы яғында беҙҙекеләрҙең позициялары күренә, тимәк, был ут мәхшәренән ҡотолоу яҡын ғына ине...

Ләкин күпер берҙән-бер ҡотолоу юлы булғас, төрлө яҡтан яуҙырылған көслө ут аҫтына алынғайны. Бирге яғы ла, арғыһы ла төрлө сүрәттә аунап ятҡан мәйеттәр менән тулғайны.

Генерал Шайморатов яугирҙәренә “Алға!” тип ҡысҡырҙы ла, апаруҡ ҡан юғалтыуынан хәлһеҙләнһә лә, кавалеристары үтеп бөткәс, күпер буйлап аръяҡҡа үҙе йүгерҙе. Ҡотолоу юлының бик ҡыҫҡа ғына арала ҡалыуы барыһына ла көс өҫтәне. Яугирҙәр өҙлөкһөҙ гөрһөлдәгән орудиелар канонадаһына ла, снарядтар ярылыуына ла, автомат-пулеметтар тыҡылдауына ла иғтибар итмәйсә, һуңғы көстәрен йыйып алға ынтылды. Аяҡ тауыштарына ҡушылып, йөрәктәре дарҫлап типте. Күперҙе үтергә аҙ ғына ҡалды, ҡәҙер сығып етерҙәр теге яҡ ярға...

Шайморатов оҙон һәм тар күпер аша сығып, ҡотолоу ярына уң аяғын ғына баҫҡайны, күкрәгенә бер-бер артлы алты пуля ҡаҙалып, генерал арҡаһы менән гонаһлы ергә таш салҡан ауҙы һәм һүнеп барған күҙ ҡарашын бейек вә мөһабәт күктәргә төбәне.

Миңлеғәле Минһажетдин улының бар булмышы тәүҙә күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ аҡлыҡҡа сумды, шунан ғәжәйеп яҡты нурҙарға күмелеп зәңгәр һәм осһоҙ-ҡырыйһыҙ күктәргә аша башланы. Абайлабыраҡ ҡараһа, уны һоҡланғыс гүзәл ҡыҙҙар уратып алған да, шатлыҡлы йылмая-йылмая, бөткөһөҙ бәхет йырын йырлап оҙатып осоп баралар. Һылыулыҡтарын күреп аҡылдан яҙырлыҡ ҡыҙҙар байтаҡ – ярты эскадрондан ашыуыраҡтыр...

Миңлеғәле Минһажетдин улының булмышынан “ярты эскадрондан ашыуыраҡтыр” тигән уй үткәс, кавалеристары келт итеп иҫенә төштө лә, аҫта, бик йыраҡтарҙа ҡалған гонаһлы ергә ҡараны. Бына ғәжәп! Уның артынан шундай уҡ гүзәл ҡыҙҙар оҙатыуында бихисап яугирҙәре лә күктәргә күтәрелеп бара!..

Миңлеғәле Минһажетдин улының йәнен икһеҙ-сикһеҙ һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ вә бәхет тойғоһо биләп алды.

 

* * *

Иҫерек генерал Борисов йыраҡ китә алманы, тиҙ арала пленға эләкте.

Ике фашист һалдаты генерал Михаил Борисовты эткеләп-төрткөләп штабҡа индереп, өҫтәл артында ултырған өлкән генә йәштәге офицер ҡаршыһына баҫтырҙы. Немец офицеры алтын тирәсле күҙлегенең ҡалын быялалары аша әсиргә төбәлде:

– Исем-фамилияғыҙ кем, ниндәй хәрби чиндаһығыҙ?!

– 7-се гвардия кавалерия корпусы командиры генерал-майор Борисов Михаил Дмитриевич.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, немец офицерының күҙҙәре йылтырап китте:

– О-о, эре балыҡ эләктергәнбеҙ икән! Ҡайҙа һәм ҡасан тыуҙығыҙ, белемегеҙ нисек?!

– 1900 йылдың 4 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ районында Голубовка ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуғанмын. 1910 йылда сиркәү – приход мәктәбендә уҡығас, 1915 йылда реаль училище тамамланым. Һуғыш алдынан М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия бөтөрҙөм...

Немец офицеры үтә ризалыҡлы төҫтә һорау алыу ҡағыҙын тултырҙы:

– Корошо-корошо! Һеҙҙең корпусҡа ниндәй частар инә?

– Танктарға ҡаршы батареялар полкы, шулай уҡ ун ике реактив “Катюша”нан торған дивизион менән көсләндерелгән 7-се гвардия кавалерия корпусы 14-се, 15-се һәм 16-сы Башҡорт кавдивизияларынан тора ине. Ләкин әле корпус юҡтыр инде...

– Оччень корошо! Короший руссиш генерал! Дивизия командирҙарының исем-фамилиялары нисек?

– 14-се кавдивизия командиры – генерал-майор Якунин Николай Петрович, 15-се кавдивизия командиры – полковник Чаленко Иван

Терентьевич, 16-сы Башҡорт кавдивизияһы командиры – генерал-майор Шайморатов Миңлеғәле Минһажевич.

Немец офицеры йәнләнеп китте:

– О-о, теге башкурт?! Беҙгә төндәрҙә һөжүм итергә яратҡан яуыз һәм ҡырағай башҡорттар?!.

– Эйе, нәҡ шулар.

– Ул башкиҫәр башҡорттар күп ҡалдымы әле?

– Ҡалһалар, бик һирәктәре генә иҫән ҡалғандыр. Мин уларҙы ут эсенә иң алдан ебәрҙем...

– О, гут! О, корошо! Корпустың был рейдта төп маҡсаты, хәрби бурысы нимәлә ине? Ни өсөн һеҙҙе күрәләтә үлемгә ебәрҙеләр?

– Беҙҙең хәрби бурыс – Дебальцево станция үҙәген контролдә тотоп, тимер юлдарҙы, күперҙәрҙе сафтан сығарыу, бындағы немец ғәскәрҙәрен Ворошиловград, Краснодон, Уң яҡ яр Украина өсөн барған яуҙарға ебәрмәү, һеҙҙең тылда паника тыуҙырыу ине.

Немец офицерын совет генералының “һүҙсәнлеге” ныҡлы аптыратты. Ул Борисовҡа текләп ҡарап торғас, допрос ҡағыҙына нимәлер өҫтәп яҙып, әсирҙе армия штабына ебәрҙе.

 

* * *

Полковник Григорий Белов Мало-Николаевка ауылында утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ түҙемһеҙләнеп йөрөп, корпустың рейдтан сығыуын көттө. Уның күңеле тыныс түгел ине, нисек тә үҙен аҡлап, һыуҙан ҡоро сығыу юлдарын эҙләне. Бер туҡтауһыҙ ошо хаҡта баш ватты. Ә дошман тылында һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Нишләптер, рейдтан сығырға йәнтәслим тырышып айҡашып, ваҡыт үткән һайын яңынан-яңы бик ауыр юғалтыуҙар кисергән корпус ҡалдыҡтарына ярҙамға барырға ла бойороҡ булманы 3-сө армия штабынан...

Ошо мәл ниндәйҙер мөғжизә ярҙамында фронт һыҙығын үтеп сыға алған бер нисә һалдат күренде.

– Атмағыҙ, беҙ үҙебеҙҙекеләр! – тип ҡысҡырҙы алдағыһы. Был лейтенант Баҡый Вәлиев ине. Уның артынан разведвзвод яугирҙәре Арыҫланов менән Әбүталипов та күренде. Полковник Белов уларға ҡаршы уҡталды:

– Лейтенант Вәлиев, һинме был?!.

– Так точно, иптәш полковник, беҙ дивизияның Ҡыҙыл Байрағын рейдтан алып сыҡтыҡ! Генерал Шайморатов бойорҙо!

– Һеҙгә рәхмәт белдерәм, иптәштәр! Ә һин, лейтенант Вәлиев, был батырлығың өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены аласаҡһың, бир тиҙерәк байраҡты!

Баҡый Вәлиев тиҙ генә сисенеп, тәненә уралған Ҡыҙыл Байраҡты алды ла, йәһәт кенә һабына беркеткәс, Беловҡа бирҙе.

Полковник Белов, әйтерһең дә, тәрән рейдтан дошмандарҙы ҡыйратып ҡайтҡан, кавдивизияның Ҡыҙыл Байрағын елберҙәтеп юғары күтәреп, 3-сө армия штабына йүгерҙе...

Был хәлгә шаһит булған офицерҙар Әлибаев, Хәбиров һәм Чурмантаев асыулы сырайҙа баштарын сайҡаны.

– Үәт, тыл ҡомағы,Ҡыҙыл Байраҡты үҙе ҡотҡарған һымаҡ ҡылана, – тине Сәйфулла Хәбиров, йөҙөн йәмрәйтеп.

– Армия штабында үҙен шулайыраҡ итеп күрһәтәсәк инде... – тип ризалашты уның менән майор Сәғит Әлибаев.

 

* * *

Германиялағы Шпандау төрмәһе тоткондары менән бергә хәрби әсир Михаил Борисов 1945 йылдың 4 майында Америка ғәскәрҙәре тарафынан азат ителде. Оҙаҡламай уны Мәскәүгә, НКВД органдарына махсус тикшереүгә ебәрҙеләр.

Борисовты хәрби тәфтишсегә һорау алырға алып килделәр.

Йәше утыҙға ла етмәгән НКВД капитаны уға һөҙөп ҡарап торғас, илтифатһыҙ ғына бойорҙо:

– Исем-фамилияң?!

– Генерал-майор Борисов Михаил Дмитриевич.

НКВД офицеры ҡапыл аҡырып ебәрҙе:

– Ниндәй генерал тағы?! Һин фашистарға пленға бирелгәнһең, тимәк, һатлыҡйән! Исем-фамилияң?!

– Борисов Михаил Дмитриевич. Ғәфү итегеҙ, иптәш капитан...

Капитан йәнә екеренде:

– Тамбов бүреһе һиңә иптәш! Ә һин – һатлыҡйән! Ниңә әсирлеккә бирелдең, фашист ҡойроғо?! Әйт әле, ниңә бирелдең, сука?!

– Яраланғайным, гражданин начальник. Ғәфү итегеҙ, зинһар!..

НКВД офицеры йәшелле-күкле тауыш менән үкереп ебәрҙе:

– Ниңә алдашаһың, симулянт?! Ҡайһы ерең яраланғайны, контра?! Ну-ка, күрһәт әле!

– Бына, гражданин начальник... – Борисов ыштан балағын күтәреп яра эҙен күрһәтте.

НКВД капитаны Борисовтың аяғына тибеп ебәрҙе:

– Ошолай яра буламы ни?! Һыҙырылған ғына бит!

– Делола был яра тураһында справка бар, гражданин начальник, – тине Борисов, ауыр ыңғырашып.

Капитан уғата талағы ташып аҡырҙы:

– Генерал, имеш, берәү! Ноль һин, генерал түгел! Ошо ҡағыҙға нимә тип яҙам – шулай буласаҡ! Теләйем икән, һине стенаға терәп атасаҡтар!

– Ғәфү итегеҙ мине, гражданин начальник! Харап итмәгеҙ, зинһар! Үтенеп һорайым...

– Әйт әле дөрөҫөн: ни өсөн корпусыңдағы ун меңдән ашыу һалдат һәм офицерҙарҙың һигеҙ йөҙө генә ҡамауҙан иҫән сыға алды?! Ни өсөн корпусыңды үлемгә дусар иттең, ҡәбәхәт?!

– Корпустың харап булыуына мин ғәйепле түгел, гражданин начальник!

– Ниңә алдашаһың, ялғансы?! Һин ғәйепле булмай, кем булһын?! Һин комкор булғанһың бит!

– Бөтәһенә лә генерал Шайморатов ғәйепле, гражданин начальник! Ул хәрби Совет йыйып, корпуста власты үҙ ҡулына алды. Кисектермәйенсә прорывҡа барырға бойороп, корпусты күрәләтә засадаға, утҡа алып китте!

– Ә һин нимә ҡарап торҙоң?! Һин корпус командиры булғанһың бит!

– Мин яралы инем, етмәһә, сирләп киткәйнем. Дивизия командирҙары генералдар Якунин, Дудко, полковник Чаленко ла Шайморатовҡа ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Барыһына ла генерал Шайморатов ҡына ғәйепле! Ул корпусты ҡырылыуға дусар итте! Минең бер ғәйебем дә юҡ! Зинһар, харап итмәгеҙ, гражданин начальник!..

НКВД капитаны өҫтәлгә ҡағыҙ биттәре менән ҡәләм ырғытты:

– Мә, ентекләп ошонда яҙ, бер ни ҡалдырма!

 

* * *

Сал сәсле ҡарт Луганск өлкәһенең Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов һәм башҡа генералдар, йөҙәрләгән офицер һәм һалдат ерләнгән Туғандар ҡәберлеге алдында уйсан һәм ғәйепле ҡиәфәттә баҫып тора. Ул – генерал Борисов. Бына ҡарт кеше үҙ алдына һөйләнә башланы:

– Мине танынығыҙмы?.. Элекке командирығыҙ генерал Борисов мин. Ике йылдан ашыу Шпандау төрмәһендә яфа сиктем. Аҙаҡ НКВД төрмәһендә ете ай буйына эт күрмәгәнде күргәндән һуң аҡланылар, генерал званиеһын, наградаларымды ҡайтарып бирҙеләр... – Михаил Борисов ыңғырашып, күкрәгенең һул яғын ыуып алғас, дауам итте. – Бына әле фажиғәле рейд юлдарынан йөрөйөм. Яуҙаштарым ятҡан бөтә ҡәберҙәргә лә, һеҙгә лә сәскәләр һалдым... Кисерегеҙ мине, яуҙаштарым! Һеҙҙе күрәләтә утҡа ташланым... Алдығыҙҙа бик ныҡ ғәйеплемен... – Борисов мәрмәр ташҡа соҡоп яҙылған исем-фамилияларға оҙаҡ итеп төбәлеп торғас, ҡарашын һауаға йүнәлтте лә тетрәнеп ҡатып ҡалды. Күк йөҙөнән уға һуғышта һәләк булған яуҙаштары ҡарап тора ине... Мәрхүмдәрҙең иң алдында генерал Шайморатов уйсан ғына йылмайған... Борисов, яуҙаштарына төбәлеп, өҙөлөп ҡалған һүҙен дауам итте. – Бына күп йылдар инде күҙ алдымдан китмәйһең, генерал Шайморатов. Һиңә бик күп яуызлыҡ ҡылһам да, мине бер ҙә ғәйепләмәйһең, йылмайып ҡарап тик тораһың. Мин барыһын да аңланым, Миңлеғәле Минһажевич, мөмкин булһа, кисер, зинһар!.. – Борисов кеҫәһенән ҡағыҙ биттәре сығарып, күктәрҙән үҙенә ҡарап торған яуҙаштарына күрһәтте. – Бына, үҙ ғәйептәремде танып, корпус ҡыйралыуын Шайморатовҡа япһармаһам, НКВД-нан иҫән ҡотола алмаҫ инем тип, Башҡорт Өлкә комитетына хат яҙҙым. Батырҙарҙың батыры генерал Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙәрен һорап, уның ҡаһарманлыҡтарын һүрәтләп, Кремлгә лә егерме битлек хат яҙҙым. Был юғары исемде һин бит минең үҙ ғәйебемде һиңә япһарыуым сәбәпле ала алманың, кисер, генерал Шайморатов! Һеҙ ҙә ғәфү итегеҙ мине, зинһар, яуҙаштарым... Оҙаҡламай үҙем дә һеҙҙең янығыҙға китәсәкмен. Миңә күп ҡалманы. Ләкин бик ныҡ ҡайғырам – нисек ҡаршыларһығыҙ икән мине?.. – Борисов кеҫәһенән дарыу алып ҡапты һәм бер аҙҙан дауам итте. – Күпме гонаһтар күтәреп йөрөйөм, һеҙ үлдегеҙ ҙә ҡотолдоғоҙ. Бәлки, яҙмышығыҙ минекенән еңелерәктер? Әжәлгә лә лайыҡлы булырға кәрәк бит әле... Бәлки, был Аллаһ мәрхәмәтелер?.. Бәлки,

яуҙарҙа ятып ҡалғандар иҫән ҡайтҡандарға ҡарағанда бәхетлерәктер?.. Үлемгә лә лайыҡлы булырға кәрәк бит әле... Йә, Хоҙай, әгәр немец һәм совет лагерҙарында эт күрмәгәнде күреп ғазапланмаһам, һаман күркә һымаҡ ҡабарынып йөрөгән бер ахмаҡ булып ҡалып, ошо донъяла бер ни ҙә аңламай үлеп китер инем... Йә, Хоҙай!..

 

* * *

Икенсе донъя һуғышы тураһында уйланғанда ошо фекер башҡа килә: иҫ китмәле көслө, ҡеүәте бөтә Европа һәм башҡа илдәрҙең иҡтисады ярҙамында тағы ла нығыраҡ күтәрелгән Гитлер ғәскәрҙәренең еңелеүе, әлбиттә, Аллаһ Тәғәлә ихтыяры. Ни өсөн тигәндә, әле бер кем дә бөтә донъяны яулап ала алмаған: Александр Македонский – ҡуш мөгөҙлө Искәндәр ҙә, Сыңғыҙхан да, Аҡһаҡ Тимер ҙә, Наполеон да. Әлеге көндәрҙәге бар донъяны буйһондорорға хыялланыусылар ҙа маҡсатына өлгәшә алмаҫ. Сөнки донъяның һәм бөтә ғаләмдең хужаһы – Аллаһ бар һәм Ул бер ваҡытта ла быға юл ҡуймаҫ.

Яңы “Наполеон”дар бөтә донъяны яулап алырға ҡырсынып, ниндәй генә пландар ҡороп маташһа ла, яуыз уйҙары барып сыҡмаҫ. Донъя бит шулайыраҡ ҡоролған – һәр саҡ беҙ уйламаған-көтмәгән яҡтарға борола ла китә донъя тәгәрмәсе...

Икенсе донъя һуғышы барышы ла, Гитлер сценарийынан тайпылып, бөтөнләй көтөлмәгән яҡҡа борола, һәм немец армияһы генерал-фельдмаршалы Вальтер фон Браухич аҙаҡ дөрөҫ баһа бирә: “Советтар быға тиклем тарихта тиңе булмаған иң дәһшәтле хәрби машинаны ҡыйратып, донъяны фашизмдан ҡотҡарҙы”.

Ҡайһы бер аҡыл эйәләре Икенсе донъя һуғышы сығыу сәбәптәрен капитализм-социализм, империализм-коммунизм конфликттарында эҙләй. Эйе, капитализм ниндәйҙер дәүерҙәрҙә уға тиклемге ҡоролоштан алдынғыраҡ булып, дөйөм прогресты алға этәрһә лә, һуңынан империализмға әүерелеп, глобаль кризистарға дусар ителә һәм, егерменсе быуаттағы һымаҡ, донъя һуғыштары ярҙамында ғына иҡтисади көрсөктән сыға ала. Етмәһә, ҙур яуҙар империалистарға һәр саҡ ҙур табыштар килтерә.

Әлеге заманда ла империализм көрсөк кисерә: уға киңәйергә аралыҡ ҡалмаған тиерлек. Йәнә тағы, Ер шарындағы бөтә донъяның банк системаһы бәләкәй төркөмдәр ҡулында һәм улар күпме теләй – шул ҡәҙәр алтын менән тәьмин ителмәгән аҡсалар баҫтырып сығара. Алдынғы, ҙур иҡтисадлы дәүләттәрҙең ике йөҙ триллион доллар тирәһе бурысҡа батыуы ла был системаның көрсөккә төртөлгәнен күрһәтә. Мәҫәлән, бер АҠШ-тың ғына бурысы – йөҙ триллион долларҙан ашып киткән. Өйрәнелгән ғәҙәттәрен ҡыуып, донъя һуғышы ярҙамында көрсөктән сығыр инеләр ҙә бит, тик ундай мөмкинлектәре юҡ – яңы империалистарҙы атом бомбалары күҫәктәре ҡурҡыу теҙгенендә тота.

Шуға күрә икенсе төрлө донъя һуғышы уйлап тапҡандар – мәғлүмәти-гибрид алыщтар. Был замана яуҙарының маҡсаты – ҡаршаҡ дәүләттәр халыҡтарының үҙаңын юйыу, йәмғиәттәренең менталь һәм цивилизация нигеҙҙәрен емереү. Ә бит аң эволюцияһы барышын кире бороу мөмкин түгел

һәм емерткес мәғлүмәти-гибрид, менталь һуғыштарҙың һөҙөмтәләре кәмендә бер быуын аша ғына күренәсәк һәм улар менән бер ни ҙә эшләп булмаясаҡ.

Әммә мәғлүмәти-гибрид һуғыштар ҙа яҡшыға алып бармай, уларһыҙ ҙа кешелек цивилизацияһы глобаль иҡтисади һәм рухи көрсөк хәленә тәгәрәп төшкән.

Империализм иҫкерҙе, уның урынына ниндәйҙер башҡа төрлө ҡоролош килергә тейеш. Тик ниндәй? Социализм, коммунизм, һандар хөкүмәте? Бәлки социализмды кире тергеҙергәлер? Әллә алға, коммунизмға юл тоторғамы? Швед коммунизмына булһа ла... Ә һандар хөкүмәте кешелекте һандалға һалмаҫмы?..

Эйе, донъя һуғыштарының иҡтисади сәбәптәре бәхәсһеҙ. Әммә был донъя масштабындағы ҡырғындың төп сәбәбе – изгелек һәм яуызлыҡ көрәше һәм был ҡаршы тороу Ғазазилдың, Аллаһ ҡушыуын тыңламайса, Әҙәмгә сәждә ҡылыуҙан баш тартыуынан башланған. Тәүге кеше үлтереүсе – Каин, ул үҙенең бер туған ҡустыһы Авелде үлтерә. Был ҙур гонаһҡа уны бер туғанының уңыштарынан көнләшеү тойғоһо, хөсөтлөк этәрә... Бына ошонда инде ҡырылыштарҙың башы...

Беренсе донъя һуғышында егерме бер миллиондан ашыу кеше үлтерелгән. Икенсе донъя һуғышында – етмеш миллиондан ашыу ҡорбан... Күктәргә күтәреп маҡталған Европа цивилизацияһы – кеше ашаусылар цивилизацияһы түгелме?

Донъя глобаль яуызлыҡ менән тулған, йәл, әммә өмөткә бик аҙ урын ҡалған кеүек. Һуңғы өс мең йылдан ашыу дәүер араһында кешелек тарихын күҙаллау шуны күрһәтә: әҙәм балалары туҡтауһыҙ бер-береһен ҡырған һәм ҡыра. Кем уларҙы ҡоторта? Ҡайһы яуыз бер туҡтамай, меңәр йылдар алдалай?..

Ә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, һуңғы өс мең йыллыҡҡа тиклем әҙәм балалары 100-150 мең йылдар тирәһе бөтөнләй ҡырағай хәлдә көн күргән бит: тамаҡтарын туйҙырыр өсөн йыртҡыс хайуандар хәлендә аҙыҡ эҙләгәндәр, мәмерйәләрҙә өшөп-туңып көн күргәндәр, бер-береһен аямайса юҡ иткәндәр. Үҫеш, алға китеш үтә яй барып, бер нисә йөҙ меңйыллыҡтарға һуҙылған. Әҙәм балалары интуитив рәүештә Аллаһтың барлығын һиҙенеп, Хоҙайҙы таш һындарҙан, төрлө ағастан, һыуҙан, ҡояштан һәм донъяның башҡа стихияларынан эҙләгән, әммә таба алмаған. Мәжүсилек ҡарурмандары төпкөлөнә ингәндән-инеп, тағы ла нығыраҡ аҙашҡандар.

Ни өсөн?.. Ә теге ожмах баҡсаһындағы тыйылған емеш тәмен татыған өсөн...

Аллаһтың яҡынса өс мең ике йөҙ йыл элек кешелеккә тәүге Китап (дин тәғлимәте) төшөрөүен, Уның тарафынан Әҙәмдең тәүге олуғ гонаһы кисерелеү тип өмөт итергә ҡала. Ә бит нәҡ шул Китап төшөрөлөүҙән һуң кешелек иҫ китмәле тиҙлектәр менән үҫешә башлап, егерменсе быуатта космосҡа күтәрелә.

Ләкин... ни өсөн әҙәм балалары Китап ҡушҡанса йәшәмәй һуң? Киреһенсә, унда яҙылғандарҙы төрлөсә үҙгәртергә тырышып, Китап һүҙен үҙ файҙаларына яраҡлаштырырға ҡырсыналар? Һәм таш, бронза, тимер

быуаттарҙағы замандарҙан күпкә яманыраҡ рәүештә бер-береһен генә үлтереп ҡалмай, хатта ки планетаны сүплеккә әйләндерәләр.

Беҙҙе кем ҡоторта? Ҡайһы яуыз бер туҡтамай, меңәр йылдар алдай?..

Ни өсөн шул ҡәҙәрле сереп байып алға киткән, “Кеше хоҡутары – иң беренсел, бөтә нәмә – кеше өсөн!” тип лаф орған Европа илдәрендә Китап һүҙен инҡар иткән ҡәбәхәт ҡанундар ҡабул ителә? Ни өсөн был дәүләттәрҙең иҡтисадтары үҫешә, ә рухиәт нигеҙҙәре серей һәм унда халыҡтар дөйөм рухи деградация юлына баҫҡан? Беҙҙе кем ҡоторта? Ҡайһы яуыз бер туҡтамай, меңәр йылдар алдай?..

Эйе, донъя глобаль яуызлыҡ менән шыпа тулы һәм өмөткә бик аҙ урын ҡалған кеүек.

Әммә әҙәм балаларының һуңғы өмөтө бар – ул да булһа – Аллаһ мәрхәмәтенә өмөтләнеү…

Эй Аллаһ Тәғәләм, тауҙай гонаһтарыбыҙҙы кисер, зинһар! Бөйөк Ватан һуғышында, сал тарихта тиңе булмаған ошо ҡәҙәр ҡырылышта һәләк булған ата-бабаларыбыҙҙы шаһит итеп үткәр, зинһар! Барыһын да. Ә һуғыш сәбәпле вафат булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың йәндәренә йәннәтеңдән урын бирсе...

 

* * *

Башҡортостандың һәм уның күп милләтле халҡының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн баһалап, ә хеҙмәттәрен һанап бөтөрлөк түгел! Шул ҡәҙәр эштәрҙе нихәл башҡара алғандар икән беҙҙең ата-бабалар, ул заман кешеләре әллә ҡоростан ҡойолған баһадирҙар булғанмы, тип аптырарға һәм һоҡланырға ғына ҡала...

Башҡорт кавалерия дивизияһынан тыш, республикала тағы туғыҙ дивизия һәм ете полк төҙөлөп, фронтҡа оҙатыла.

Башҡортостанға сирек миллион тирәһе эвакуацияланған граждан һыйындырылып, барыһы ла эш, торлаҡ, уҡыу йорттары менән тәьмин ителә.

Республикаға илдең көнбайышынан 200 тирәһе завод-предприятие күсерелеп, урындағы сеймал менән тәьмин ителеп, тиҙ арала фронтҡа продукция бирә башлай. Был тәңгәлдә таң ҡалырлыҡ хеҙмәт ҡаһарманлыҡтары күрһәтелә: ҡар менән ҡапланған ҡола яландарҙа бер нисә ай эсендә эвакуацияланған заводтар яңынан ҡоролоп ултыртылып, уларҙа тәүлек әйләнәһенә фронт өсөн әҙер продукция етештерелә башлай. Оло йәштәге хеҙмәт ветерандары, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмер балалар 16-шар сәғәт буйына станоктар артында аяғөҫтө баҫып тороп, егермешәр градуслы һыуыҡ көндәрҙә һәм төндәрҙә лә асыҡ һауала эшләй. Сөнки станоктар ултыртылған булһа ла, цех биналары күтәрелмәгән әле. Үҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар, станок рычагтарына буйҙары етмәгәс, йәшниктәргә баҫып эшләй.

Өфө моторҙар эшләү заводында өс йыл эсендә 97 мең хәрби самолет двигателе етештерелә. Ә паровоздар ремонтлау заводында бронепоездар, боеприпастар һәм “Катюша”лар өсөн снарядтар һәм башҡа һуғыш кәрәк-яраҡтары яһала.

Белорет, Тирлән металлургия заводтарында юғары сифатлы ҡорос сымдар, тростар, пружиналар, тимер табаҡтар сығарыла башлай.

Һуғыш йылдарында республика нефть ятҡылыҡтарынан табылған туғыҙ миллионға яҡын ҡара алтындан авиация бензины, танктар өсөн солярка, автол, кәрәсин, машина майҙары етештерелә.

Республикала төҫлө тимер, һирәк осрай торған металл рудалары, торф, тәбиғи газ, көрән күмер сығаралар, алтын йыуалар, каучук заводын сафҡа индерәләр, химия сәнәғәте булдыралар, ағас эшкәртеү тармағын киңәйтеп, самолеттар төҙөү өсөн фанера эшләйҙәр.

Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында һәр өсөнсө танк һәм самолетҡа Башҡортостанда етештерелгән яғыулыҡ ҡойола.

Республика хеҙмәтсәндәре һәм колхозсылары Оборона фондына 250 миллион һум аҡса, көмөш һәм алтын биҙәүестәр йыйып биреп, шул аҡсаға “Башҡорт истребителе”, “Башҡортостан комсомолы”, “Башҡортостан металлургы”, “Башҡортостан”, “Салауат Юлаев”, “Башҡорт АССР-ына 25 йыл” авиаэскадрильялары, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Башҡортостан Осоавиахимы”, “Башҡортостан пионеры”, “Башҡортостан МОПР ойошмаһы” танктар колонналары, “Салауат Юлаев”, “Александр Невский”, Полководец Суворов”, “Өфө” бронепоездары төҙөлөп, фронтҡа ебәрелә.

Башҡортостан Советтар Союзының ҡеүәтле тыл төбәгенә әүерелеп, республикала фронт өсөн обмундированиенан, боеприпастарҙан башлап илдә ҡорал етештереү өсөн ҡоролмалар, резина изделиелары, караптарға, танктарға, бронемашиналарға ҡатмарлы приборҙар, элемтә аппаратуралары һәм башҡа күп нәмә етештерелә.

Бөйөк Еңеүгә яҙыусылар ҙа тос өлөш индерә: Мөхәмәтша Буранғолов, Рәшит Ниғмәти һәм башҡа ҡәләм оҫталары әҫәрҙәрендә фашизмдың асылын күрһәтеп, Ҡыҙыл Армия яугирҙәрен дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкә рухландыра, совет халҡының ҡаһарманлығын, илһөйәрлеген сағылдыра.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир һәм яҙыусылар Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Нәжиб Асанбай, Яҡуп Ҡолмой, Әнүәр Бикчәнтәев, Ибраһим Ғиззәтуллин, Хәким Ғиләжев, Ғәли Ибраһимов, Иван Сотников, Тимер Арслан, Шәриф Биҡҡол, Әкрәм Вәли, Батыр Вәлид, Ҡадир Даян, Әхтәм Ихсан, Хәниф Кәрим, Жан Лоҡман, Шакир Насиров, Ғилемдар Рамазанов, Әмир Чаныш, Ғайнан Әмири, Яныбай Хамматовтар республикаға яу ҡырҙарынан әҫәрҙәрен ебәреп тора. Әҙиптәр Али Карнай, Мазһар Абдуллин, Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Низам Ҡәрип, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Дим Баязит, Сыңғыҙ Ханов, Бәҙрүш Моҡамай, Мәлих Харис, Ғайса Йосопов, Әхмәт Шакири, Солтан Байков, Зиннәт Ҡотип, Зөфәр Мансуров, Мәсғүт Ғәлиуллин, Шиһабетдин Шәһәр, Төхфәт Морат Тыуған илебеҙ өсөн барған аяуһыҙ һуғышта һәләк була.

Тағы 27 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны яуҙан ҡайтҡас әҙәби әҫәрҙәр ижад итеп, яҙыусы бейеклегенә күтәрелә.

Һуңғы сиккә еткерелеп бөлдөрөлгән ауыл хужалыҡтарында ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә егелеп, ал–ял белмәйсә фронтҡа аҙыҡ–түлек етештерә. Иртә яҙҙан үгеҙ, һыйырҙар егеп, бик йыш үҙҙәре лә егелеп ер һөрәләр, тырматалар, иген сәсәләр. Йәй етһә, сәсеүлектәрҙе сүп үләндәренән таҙартып утайҙар, бесән сабалар, утын әҙерләйҙәр. Көҙөн иртә таңдан ҡара төнгә тиклем уңыш йыялар. Ҡыш етһә –

мал ҡарайҙар. Аслыҡтан яфаланған ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыл әйләнәһенә ат урынына егелеп эшләп, фронтты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә еңеү өсөн, тип тырышҡан байтаҡ колхозсыларҙың балалары һуғыш йылдарында астан үлә.

Эйе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, һуғыш балаларының тылдағы фиҙакәр хеҙмәтен баһалап бөткөһөҙ. “Һуғышта алышҡан ҡайһы яҡтың ҡатын–ҡыҙҙары фиҙакәрерәк, көслө һәм сыҙамлыраҡ, шулар еңә” тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Совет һалдаттарының тылдары ныҡ һәм ышаныслы булмаһа, шул ҡәҙәр ҡеүәтле, бөтә Европа илдәрен тиерлек пыран-заран килтереп буйһондорған гитлерсылар сиреүҙәрен еңә алырҙар инеме икән?..

 

* * *

Ә боронғо башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан Силәбе ҡалаһында легендар “Катюша”лар, Т-34, КВ-1 танктары, бронемашиналар етештерәләр.

Һуғыш йылдарында Силәбе трактор заводында 18 мең танк, 48,5 мең танк дизель-моторҙары, боеприпастарға 17,7 миллион эшләнмә етештерелә.

Ә һәр икенсе танк, һәр өсөнсө снаряд шул уҡ башҡорт ерендә төҙөлгән Магнитогорск ҡалаһындағы металлургия комбинаты ҡоросонан ҡойолған...

Үҙ файҙаһына бөтә Европа производстволарын эшләткән Гитлер Германияһын сәнәғәт фронтында еңеүгә нәҡ Магнтогорск иң ҙур өлөш индерә. Дандары бөтә фронттарға таралған башҡорт батырҙары Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренә фашистарға ҡаршы нисек һуғышыу өлгөһөн күрһәтһә, башҡорт ерҙәрендә сығарылған ҡаҙылма байлыҡтар яуыз дошманды еңеп сығырға матди нигеҙ була.

 

* * *

Тетрәнеүҙән аҡылынан яҙып барған Адольф Гитлер рейхсканцеляриянан ярты саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан фюрербункер буйлап яраланған йыртҡыс һымаҡ үрһәләнеп йөрөнө. Был мәлдә Германияның баш ҡалаһына төрлө яҡтан бәреп ингән совет ғәскәрҙәре Рейхстагтың беренсе ҡатын биләп алғайны инде. Өҙлөкһөҙ һыҙғырып бомбалар төшөп ярылыуы, снарядтар гөрһөлдәп шартлауы Берлинды дер һелкетеп торҙо, туҡтауһыҙ атыу тауыштары ишетелде.

Үҙе табынған ҡара көстәр ярҙамында Германияның донъя һуғышында еңеп сығырына һуңғы көндәргә тиклем инанған Гитлер бөгөн генә бик ҙурҙан алданғанын аңланы. Еңелеүҙәрен һәм үҙҙәре өсөн барыһы ла бөткәнен төшөнгәс, фюрер ҡатыны Ева Браунға ағыу һондо һәм уның цианлы калийҙан бер нисә секунд эсендә үлгәнен күргәс, бүлмәһенең төньяҡ диуары яғына һылтаңланы.

Ошо мәл ҡулдарына хәлһеҙ генә ҡытҡылдаған ҡара тауыҡ тотҡан камердинеры Хайнц Линге йүгерә-атлай уның эргәһенә килде:

– Ҡушҡанығыҙҙы үтәнем, майн фюрер! – Хеҙмәтсе тауыҡты хужаһына һондо.

Гитлер, нишләптер шымып ҡалған ҡара тауыҡты күкрәгенә ҡыҫып, табыныу урынына барып еткәс, ғәҙәте буйынса тубыҡланманы, ә

тетрәнештәрҙән быяла һымаҡ булған күҙҙәрен аҡырайтып, сикһеҙ нәфрәт менән диуарға төбәлде лә ауыҙынан төкөрөктәрен сәсеп екеренергә кереште:

– Һин мине алданың!!! Тиҫтәләгән миллион ҡорбан килтерттерҙең, ә бөтә донъяны яулап алырға, маҡсатыма ирешергә, моратыма етергә ярҙам итмәнең! Һин мине алданың, ҡәбәхәт!.. Ниңә алданың мине, әйт?! – Гитлер күҙҙәрен тағы ла нығыраҡ бәзрәйтте. – Мин бит һинең хөрмәтеңә ниндәйҙер меҫкендәр һымаҡ ҡара тауыҡ түгел, ә тиҫтәләгән миллион әҙәм балаларын ҡорбан иттем! Нимә, етмәнеме ни һиңә шулар?!. Әллә ҡара тауыҡ һуяйыммы?!. – Ҡулындағы ҡара тауығын һондо. Ошо мәл тауыҡ фюрерҙың ҡулына ярау итте. Гитлер тауыҡты артына ырғытты ла ҡош тиҙәген алға һондо. – Мә һиңә, тот ҡара тауыҡ тиҙәген! – Фюрер йән асыуынан тауыҡ тиҙәген диуарға бәрҙе. – Ә тауыҡ ҡытҡылдай-ҡытҡылдай ҡасып китте. – Аңланым инде, миңә ярҙам итергә ҡулыңдан килмәгән! Был донъяны һин дә, мин дә яулап ала алмайбыҙ. Сөнки уның хужаһы бар! Бәлки, Ул һине лә, мине лә ҡулланғандыр? Ҡорбандарыбыҙҙы был ауыр тормоштоң асы һынауҙарынан ҡотҡарыр өсөн... Ә Ул һине лә, мине лә кисермәйәсәк... Ниңә өндәшмәйһең?! Әйт берәй һүҙ! – Яуапҡа йәндәрҙе өшөтөрлөк ҡурҡыныс итеп һаһылдаған тауыш ишетте Гитлер һәм тиҙ генә цианлы калий ҡапты. Ампуланы ҡалтыраныуҙан шыҡылдап торған тештәре менән ярғанда бер юлы пистолеттан сикәһенә лә атты...

Атыу тауышын ишеткәс, кабинетҡа Хайнц Линге менән фюрерҙың адъютанты Отто Гюнше килеп инде. Бер аҙ ҡарап торғас, Гитлерҙың һәм Ева Браундың мәйеттәрен одеялдарға төрөп, бункерҙан рейхсканцелярия баҡсаһына күтәреп алып сыҡтылар. Камердинер тулы канистрҙар килтергәс, фюрерҙың алдан ҡушыуын үтәп, мәйеттәрҙең өҫтөнә мул итеп бензин ҡойҙо, ә Отто Гюнше ут төрттө...

 

* * *

Адольф Гитлер һәм уның арҡаҙаштарының “яттар” менән азартлы кәрт уйыны өҫтәле артына ултырыуы фашистарға ҙурҙан отолоу килтерҙе, ә бөтә донъяны бығаса тарихта күрелмәгән ҡыйралыш-ҡырылыштарға дусар итеп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ фажиғәләргә килтерҙе.

 

* * *

Танылған ғалим, фюрерҙың остазы Карл Хаусхофер үҙенең шәкерте Адольф Гитлерҙың бығаса донъяла күрелмәгән яуызға әүерелеп, бөтә Ер шарын ҡанға батырғанына тетрәнеп, үҙен-үҙе үлтерә...

 

Романдың тулы вариантын "Ағиҙел" журналының 8-се һанында уҡығыҙ.

 

Авторы: Флүр Ғәлимов

 

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: