...Заманында сәйнәтте инде чечен кейәү үҙ икмәген. Ашамаһа, Хәнифәнән ҡолаҡ ҡаҡҡан бахыр егеттәр генә ашамағандыр ул икмәкте. Ғүмәр әле уйлап ҡуя — шәп ир, Хәнифәгә, ысынлап та, лайыҡ булғандыр Мөхәммәт, сөнки икмәк һалған кеше насар булмай.
Икмәк ҡамыры иҙгәндә (Кәркә яғында шулай тинеләр, һеҙҙә, бәлки, “икмәк баҫыу” тип әйтәләрҙер), уны булдырып мейескә тыҡҡанда, Мөхәммәт ишетелер-ишетелмәҫ йырлап, шаярып-көлөп кенә йөрөр ине, ә лап-лоп баҫып, һуҡранып, һауыт-һаба шылтыратып түгел. Мөхәммәттең әйтеүе дөрөҫтөр, кешенең халәте ул әҙерләгән ризыҡҡа ла күсәлер, күрәһең.
Кавказ яғына, Мөхәммәттең тыуған иленә, күсенеп йәшәй башлағас та улар, инде дүрт малай эйәртеп, бер ҡайтып киттеләр. Урамдарға йәм керҙе шул саҡ.
...Ә икенсе йәйҙә Кәркәне туҙҙырып ташланылар.
...Инде уға нисәмә йылдар үтте. Ҡасандыр Кәркә юлына туҙан ҡундырмаған кәттә егет Ғүмәр ҙә, ярым пеләш башын ялтыратып, һалынмалы-кейелмәле бик тә яйлы тештәрен ҡулъяулығына төрөп, тәғәйен урынға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Заманында баш кейемен ҡулына йомарлап Ғүмәр хозурына килеүселәр бөгөн инде теләр-теләмәҫ кенә сәләм бирә. Эй, сит кеше һинең ҡәҙереңде ҡайҙан белһен, йәмәғәтең, ғүмер баҡый икеңә бер юрған ябынған үҙ ҡатының белмәгәнде. Шулай. Егәре бер китһә, ҡулыңдан дилбегә ысҡынһа, ир-аттың ҡәҙере аяҡ аҫтына сепрәк итеп һалына икән. Бысраҡ аяҡтарын һөртәләр ҙә үтәләр, һөртәләр ҙә үтәләр.
Яратышып өйләнешһәң, ҡушылһаң, ҡартаймыш көн, бәлки, икенсерәктер, йүнлерәктер. Ғүмәр уныһын белмәй, татып ҡараманы, үҙ ғүмерен дыуамалланып яһап ташлаған йәшлек хатаһының әсе емешен ашап үткәрҙе. Теге саҡта, чечен егет беренсе тапҡыр кейәү ҡоймағын бөкләгән көндә, хыянатсы Хәнифәгә үс итеп, инде йәше үтеп барған күрше ҡыҙын клубтан ҡайтышлай өйҙәренә алды ла керҙе. Ҡарышманы ла бит, исмаһам, Мәҙинә.
— Әсәй, килен кәрәк ти инең, бына һиңә, ҡанһа-канис, бер килен!
Ә үҙе, инде ҡартайған, бөкрәйгән әсәһе ҡайҙа баҫырға белмәй ҡаушап килен көйләгәндә, мейес башында бейеп ултырған бал балын сүмес менән генә һемерҙе лә сығып китте. Туп-тура Кәркәгә! Ни ҡалған унда? Ул саҡта Ғүмәр үҙенең ни эшләгәнен, ни ҡылғанын белер дәрәжәлә түгел ине шул: алдаҡсы Хәнифәнән нисек тә үс алғыһы, уны аҡыртып илатҡыһы: “Эй-й, Ғүмәркәйем, мин яңылышҡанмын, һинекеләр генә булайымсы”, — тип тилмерткеһе, шунан: “Һа, беҙгә ҡыҙ бөткәнме ни”, — тип эре генә “серт” итеп ситкә төкөрөп кенә киткеһе килгәйне. Шулай итмәһә, Ғүмәр кешелек исемлегенән төшөп ҡалыр, күктәге йондоҙҙар һүнер, Ер шары күсәренән ысҡынып йәһәннәмгә осор һымаҡ ине. Бөттө донъя!
Ә килһә — асыуына, ғәрлегенә иларҙай булып, быуылып Кәркәгә килеп етһә — бында хәлдә-әр: Хәнифәгә күҙ атып йөрөп тә ҡыҙҙан мәхрүм ҡалған егеттәр, баштарына ҡайғы төшкәс, дуҫлашып, ҡосаҡлашып, кейәү ҡуйынында ятҡан Хәнифәгә нисек тә ҡаҙалырға, уны үкендерергә, мендәрҙәрен йәшкә мандырырға теләгәндәй, инде уттары һүнгән кейәүле йорт янынан әле тегеләй, әле былай йырлай ҙа үтә, йырлай ҙа үтә.
— Алмағасы ҡырҙарҙа,
Парлап яҡшы йырҙарға.
Ете ятты йәр итергә
Сурт та ҡушмай ҡыҙҙарға.
Эй, алма бит, алма бит,
Алма биттәр ҡала бит.
Алма биттәр ҡалмаҫ ине —
Чечен егет ала бит.
Урам уртаһында бер аҙ тәнәфес — егеттәр түңәрәк яһап бер-береһенә ҡаршы сүгәләп ултыра ла пыф-поф тәмәке быҫҡыта. (Элек хатта төндә лә тәмәкене шулай боҫоп ҡына тарталар ине. Хәҙер генә ул...) Төпсөктәр ус төбөндәге төкөрөккә баҫып бороп-бороп һүндерелгәс, “Һарытау” гармунының күректәре йәнә бейей, көмөш ҡыңғырауҙары йәнә зыңлай — ул зың, тәҙрә быялаларына сиртеп-сиртеп, бер генә өйҙө лә йоҡлатманы, ахыры, урамға йәнә бахыр егеттәрҙең һағышы, моңо, селпәрәмә килгән хыялдарының ҡыйпылсыҡтары һибелә. Һөйгәндәре менән саҡ ҡына үсләшеп, сүтек кенә дошман да күреп, әммә барыбер өҙөлөп һөйөптәр хушлаша улар.
— Ашайым алма, ашайым хөрмә,
Ашайым сейәләрен дә,
Үҙен түгел, һөймәм уның
Фамилияларын да.
Әнә килә автомобиль,
Тейәгәндәр көнбағыш.
Йәр өҫтөнә йәр һөйҙөң —
Был ниндәй привычка?
Бәхетһеҙ “бажалары” сафына, ҡасандыр күҙ төбөнә “йондоҙ ҡундырып” ебәргән егетте ҡулбашынан “эһ” тип ҡосаҡлап, Ғүмәр ҙә баҫты, күлмәк иҙеүен, төймәләрен төбө-тамыры менән шытырҙатып асып ебәрҙе. Тауышы шәп Ғүмәрҙең, уны ғүмер баҡый “Йырсы Ғүмәр” тинеләр.
— Беҙҙең илдәр туғай-туғай,
Бер туғайҙа беҙ буғай.
Беҙҙең хәлдәр һеҙҙә булһа,
Һеҙ ҙә булырһығыҙ шулай.
Һандуғасым, ҡаралғанһың,
Һыуҙарға кереп ҡойон.
Сәсәгенән айырылған
Гөл кеүек булдым бөгөн.
Зәңгәр силәк матур була
Һыу менән тулһа ғына,
Йәрҙе йәр тип һөйөп була,
Һүҙендә торһа ғына...
...Оҙаҡ моңланды “бажайҙар” ул төндә. Инде ҡарлыға башлаған тауыштары менән, бәлки, таңды ла аттырырҙар ине — эске ак күлдәк-ыштандан ғына Хәнифәнең атаһы Сәрүәретдин ағайҙары ҡапҡа төбөнә сығып баҫты.
— Йә, егеттәр, етер, ахыры. Ни хәл итәһең — алманы ғына бүлгеләп була. Тәҡдирҙер. Таралышайыҡ, булмаһа.
Сабыр ғына, көрһөнөп, шулай тине.
“Һарытау”ҙың күреге “дыҡ” итеп йыйылды, егеттәр Хәнифәнең атаһы менән, әйтерһең дә, ҡыҙҙың үҙе менән инде, ҡул биреп: “Ғәйепләштән булмаһын”, — тип һаубуллашты ла һәр кем үҙ яғына китте.
Ҡапҡа төбөндә бер Ғүмәр генә ҡалды:
— Йә, балам, бар ҡайт! Һин дә бер асыҡ ауыҙ булдың инде...
Ошо бер һүҙгә ни ҡәҙәр мәғәнә һалынды...
Шыҡһыҙ, күңелһеҙ, күңел өшөткөс Кәркә ауылында, дөм-ҡараңғылыҡта чечен кейәү йылыла ғына, йомшаҡта ғына, наҙҙа ғына йоҡлап ҡалды. Бәлки, йоҡламағандыр ҙа...
Әсәһе менән күрше ҡыҙы Мәҙинә, иңгә-иң терәшеп, ни уйларға, ни ҡылырға белмәй аптырап, күтәрмәлә Ғүмәрҙең ҡайтыуын көтөп ултыра ине.
...Кәркәлә үткәргән һуңғы, һағышлы төнө өсөн Ғүмәр ғүмер баҡый битәр ишетте. Ысынлап та, төптән уйлаһаң, Ғүмәрҙең ул саҡтағы ҡыланышы бер ипкә лә һыйырлыҡ булмаған. Хәнифәнең кейәү эйәртеп ҡайтҡанын ишеткән көндә ул үҙ-үҙен белештереп, ҡулда тоторлоҡ хәлдә түгел ине шул.
Үткән-бөткән булырға тейеш. Юҡ, Мәҙинә һаман онотмай, яйы сыҡҡан һайын төрттөрә, ауыҙын йыра, ҡанатҡансы йөрәккә ҡаҙай.
Хәнифәнең ҡайтып төшөү хәбәрен дә ул әйтте.
— Һи-и, Кәркә ҡыҙы ҡайтҡан, ти бит! Япа-яңғыҙ... Зерә бөткән ти, — тине, тимер тештәрен ялтыратып.
Бөттө, үлде, тағы әллә ниҙәр эшләне Ғүмәр – Хәнифә ҡайтҡан! Ләкин эске һәләтен йөҙөнә, һүҙенә сығарманы – ир булып йәшәү дәүерендә ул быға бик яҡшы өйрәнгәйне.
– Ҡайтһа һуң. Элек тә ҡунаҡ булып китә ине.
– Китмәй, ти, шул бына. Гүпсим ҡайтҡан, ти. Әллә инде һарыҡ көтөүен көтә башлаған, ти. Күрше бригадтан өй биргәндәр. Шул берәҙәккә, чечен...
Ғүмәр ҡатынына шундай итеп ҡараны, ул ҡараш башҡа килеп төшкән таш кеүек ауыр, шаңҡытҡыс, ут кеүек көйҙөргөс, үкһеп илаған баланың күҙ йәше кеүек ҡыҙғаныс ине. Мәҙинә: “Ярай, бөттө, бөттө”, – тип мығырҙана-мығырҙана тиҙерәк өйгә кереп китеү яғын ҡараны.
Ғүмәр ихата уртаһында ҡатып ҡалды – Хәнифә ҡайтҡан! Ниңә ҡайтҡан инде ул, йәрәхәтле йәшлекте иҫкә төшөрөп?! Инде онотолған кеүек ине. Күңеленә бер йыр килде:
Яңғыҙ ҡайын булмай, тиҙәр,
Була торғандыр инде лә:
Һәр кемдең дә бер хәсрәте
Була торғандыр инде...
“Ниңә япа-яңғыҙ? Хәйер, балалары үҫеп буйға еткәс, төрлө яҡҡа таралғандыр ҙа ти – янында Мөхәммәт булырға тейеш бит?! Гел генә парлашып ҡайталар ине, чечен кейәү кәләшен тыуған тупрағына яңғыҙ ғына аяҡ баҫтырманы. Әллә көнләште, әллә инде яратыуы шулай көслө ине. Яратҡандыр, инде дүрт бала атаһы булғас та, Кәркә урамында Хәнифәһен етәкләп, уның күҙҙәренә бағып юҡҡа ғына йөрөмәгәндер.
Хәнифәнең ҡайтыу хәбәре Ғүмәрҙең йоҡоһон тамам ҡасырҙы. Ул борғоланып, көрһөнөп ята-ята ла, түҙеме бөткәс, ихатаға сығып китә. Өй стенаһына арҡаһын терәп сүгәләп ултыра. Тәмәке ҡабыҙа... Ана Етегән йондоҙ. Йәш сағында, шаярып, Хәнифә уны Ғүмәргә бүләк иткән ине. Көлөп, шулай булаһын белгәндәй: “Мине һағынғанда шуға ҡарарһың!” – тигән ине.
Ғүмәргә ғүмер баҡый шунда уларҙың ҡараштары осрашалыр кеүек тойолдо. Үҙ йондоҙона ҡарап торһа, күңелендәге һағыш-хәсрәте еңеләйә ине. Шулай йәшәлде. Инде Ғүмәр йәшендә йәшлектең хыялый яландарын гиҙеү, үткәнен, инде кире ҡайтмаҫ саҡтарҙы һағыныу, уфтаныу, бәлки, килешмәйҙер, ләкин ни хәл итмәк кәрәк – онота алманы ул Хәнифәне. Оят булһа ла әйтәйек, йәшерәк сағында ҡатынын иркәләгәндә лә: “Хәнифә бит был!” – тип үҙ-үҙен алдарға, ышандырырға тырыша ине...
Шундай хәлдәр. Тимәк, ҡайтҡан. Бер күрәһе ине. Ғүмәр Хәнифә йәшәгән ауылға бармаҡсы булды, мотоциклын әллә нисә ҡабыҙып, әллә нисә һүндерҙе. Йәш-елкенсәк кеүек һантыйланып йөрөү уның йәшендәге кешегә һис кенә лә килешеп бөтмәй кеүек, тик ниндәйҙер көс уны ихатаға бәйләп тота ине.
...Һуңғы арала ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөгән Ғүмәргә Мәҙинә иртән сәй эсеп ултырғанда өҙҙөрөп былай тине:
– Һин, ҡарт, эт-ние һымаҡ һәлпәнләп йөрөмә әле – бар, бер ураштырып ҡайт! Кәтмәнгә һаплыҡ апҡайт! Бәрәңге күмергә ваҡыт. Кәркә пасадкаһындағы сәтләүек ағасы һапҡа бик ипле, еңел була торғайны. Шунан апҡайт! Мунса яғып торам – билеңде сабырға кесерткән апҡайт! Бар, бар, күҙ көйөгө булып торма! Ашарыңа ал, ишек төбөндә сумка менән. Көн оҙон.
Ғүмәр ҡуйы, һөтлө сәйен эсеп тә бөтөрмәне – юлға йыйынды.
– Эйе, дөрөҫ, һаплыҡ кәрәк инде ул. Һапһыҙ булмай. Һепертке лә һындырырмын...
Эй, донъя! Был донъяларҙа ирҙәрҙән дә ахмағыраҡ, ирҙәрҙән дә бер ҡатлыраҡ, ирҙәрҙән дә йәмһеҙерәк һәм уларҙан да күндәмерәк тағы ниндәй йән эйәһе бар икән?! Китте. Нисәмә көн ихатанан сыға алмай ыҙаланған Ғүмәр, ҡатыны ҡушҡас, имеш, һаплыҡҡа китте – ашыҡмай ғына, бик газ бирмәй генә, үҙ ҡәҙерен үҙе белеп кенә: “Һай, бөтмәҫ инде был ҡатын-ҡыҙ эше”, – тип мығырҙана-мығырҙана ихатанан сығып китте.
Һәм һулға боролдо. Ете өй үткәс, уңға, тыҡрыҡҡа боролаһы. Унан һуң баҫыуҙы ҡыл урталай бүлеп һуҙылған юл – ул Кәркәгә алып бара. Ҡасандыр туҡ, хөр тормошло, Хәнифәле, хәҙер инде үлән баҫҡан ауыл урынына барып төртөлә ул юл.
Һөйгәненең ҡул йылыһынан да иҫереп, хыялдарға сумып, елкенә-елкенә атлаған йәшлек юлы! Ҡыштарын, бурандарҙа аҙашмаҫ өсөн, һәр береһенең башына һалам көлтәһе бәйләнеп, оҙон-оҙон таяҡтар ҡаҙала ине. Маяҡ. Ғәҙәттә, уны Сәрүәретдин ағай теҙеп сыға. Йыл һайын теп-теүәл алтмыш өс таяҡ – саҡрым һайын егерме иҫәбенән. Ул саҡта ниндәй генә зәһәр бурандар ҡупһа ла, был юлдан ситкә тайпылған, аҙашҡан кеше булманы. Хәҙер маяҡ ҡаҙалыу түгел, ҡыштарын Кәркә юлына сысҡан эҙе лә төшмәй.
Ә йәйҙәрен! Ә йәйҙәрен бар кеше Кәркә юлында, сөнки шул яҡта ғына иң тәмле, иң эре еләк өлгөрә, шул яҡта ғына хуш еҫле мәтрүшкәләр сабып алмалы булып үҫә, шул яҡтан сабып киптерелгән бесәнде мал ҡыш бигерәк яратып ашай. Кәркәнең Түңәрәк күл һаҙлығында ғына бил һыҙлауын баҫа торған сихәтле ләм бар. Уның инеше төбөндәге һуйырташ кеүек таш яҡын-тирәлә юҡ инде. Ул ташты мунса мейесенә һалһаңмы! Ҡоро, шифалы парын шул таштарға эҫе һипкән кеше генә белә.
Ғүмәр күп ташыны инде ул һуйырташтарҙы, йыл һайын алмаштырып торҙо. Кәркә ҡыҙының йылы ҡосағында йәшәү бәхете тәтемәһә лә, таштарының ҡыҙыуын мунса һайын сығарыпмы-сығарҙы – шартлатып эҫе һалғас, таш өҫтөндә чечен кейәү һикергеләй, бәргеләнә, бейей кеүек тойолдо уға.
Тауҙы үткәс, юл һулға, соҡорға борола һәм бер аҙҙан алтмышынсы йылдарҙа ултыртылған, инде хайран ҡалырлыҡ булып үҫкән ҡатнаш ағаслыҡҡа барып керә. Юл тигеҙ, таҡыр булһа ла, Ғүмәр мотоциклын артыҡ сыбыртҡыламаны, тирә-яғына ҡарана-ҡарана яй ғына барҙы. Бында уға һәр ағас, аяҡ аҫтында сереп ятҡан ботаҡтарға ҡәҙәр таныш, күңеленә яҡын ине. “Донъяның иң хозур, иң тыныс, иң моңһоу мөйөшө ҡайҙа?” тип һораһалар, Ғүмәр: “Кәркә ерендә!” – тип әйтер ине. Йөрәгенә яҡын ошо урындың именлегенә, бөтөнлөгөнә, гүзәллегенә ҡурҡыныс янаһа, ул, уйлап та тормай, яуға күтәрелер, кәрәк икән – йәнен фиҙа ҡылыр ине.
Һәм күк йөҙөндә йәнә бер йондоҙ ҡабыныр...
Ғүмәрҙең илаһи уйҙарын һарыҡ тәкәһе бүлде, ул ҡыуаҡлыҡтан килеп сыҡты ла, артына ҡарап мәьэлдәп алғас, ебе өҙөлгән йәйә кеүек, юлға ташланды. Мәхшәр ҡупты – артында көтөү икән – һарыҡтар башлыҡтарынан ҡалышырға теләмәйсә, юлға тулды. Ғүмәр туҡталды. Мотоциклын һүндерҙе – һарыҡ көтөүенә ярып кереүҙән файҙа юҡ, улар барыбер юл бирмәйәсәк.
Һуңғы һарыҡ артынан: “Һи-и, мәхлүктәр, матайҙан шулай ҡурҡалармы ни”, – тип һөйләнә-һөйләнә бер ябыҡ ҡатын килеп сыҡты. Оҙон, тар ҡайыш менән билен өҙә яҙып быуып ҡуйған. Ҡара күлдәгенең оҙон итәге ситектәренең йөҙөнә ҡәҙәр төшөп тора. Башында – яулыҡ, уныһы ла ҡаранан. Ғүмәр сәйерһенеп ҡалды – кем булыр был?
Ҡатын, йөҙөн бороп, мотоцикл яғына ҡул һелтәне:
– Үтһәгеҙ ҙә була! Сығып бөттөләр, ахыры.
Хәнифә! Хәнифә бит был! Ана, бит остары, хас та элеккесә, уймаҡланып тора, ләкин ул хәҙер яраға оҡшаған йыйырсыҡҡа тартым.
Көтөлмәгән осрашыуҙан Ғүмәрҙең зиһене таралды, ҡойолдо ла төштө, ә Хәнифә һис ҡаушаманы, әйтерһең, улар кисә генә айырылышҡан.
– Ә-ә, һин икәнһең, Ғүмәр. Иҫәнме? Ҡайҙа барыш?
Уның тауышы һүлпән, хәлһеҙ, был донъяға битараф, ә ҡарашы – бындай ҡарашты Ғүмәрҙең быға ҡәҙәр күргәне булманы – үткер, ғорур, ләкин моңһоу ине. Ундай ауыр моң ҡайғы-хәсрәтте күп күргән күҙҙәрҙә генә булыусан.
– Ҡатынға һап кәрәк, һаплыҡҡа тип килгәйнем. Ә һин, Хәнифә, ҡайттыңмы ни? Ниңә ҡайттың?
Хәнифә:
– Икмәк һалырҙай мейестәр емерелеп бөттө унда. Бар ҙа бөттө... – тине, көрһөнөп.
– Балаларың, ирең ҡайҙа? Гел бергә-бергә ҡайтыр инегеҙ.
Хәнифәнең кәүҙәһе күҙгә күренеп дерелдәп ҡуйҙы, һығылды – ләкин ул үҙен бик тиҙ ҡулға алды.
– Улдарым да, Мөхәммәтем дә ҡайтты. Ҡайтмай ни, улар Кәркә яғын бик тә ярата ине бит. Минең менән ҡайттылар. Мин улар менән төндәрен, һуңғы йондоҙ һүнгәнсе, һөйләшеп сығам. Яңғыҙ түгел мин. Күңел бушатыр йондоҙҙарым бар минең! Ярай, китәйем әле, йә һарыҡтарым таралып бөтөр. Бер таралһа – илде генә түгел, көтөүҙе лә йыйыуы ҡыйын...
Авторы: Ғәли ҒАТАУЛЛИН