Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Август 2021, 12:22

ҮКЕНЕСТӘР...

– Кил әле, кил! – пеләш башлы бабайҙың ҡул болғағанын күргәс, бәлки, икенсе кешене саҡыра­лыр, тип тирә-яғыма ҡаран­дым. Яҡын-тирәлә минән башҡа бер әҙәм дә юҡ ине. Шулай ҙа түшемә төртөп, асыҡланым:– Һеҙ миңә өндәшәһегеҙме ул?!– Һиңә, һиңә! – бабай сабырһыҙланды. – Груша менән һыйлайым, үҙеңде. – Бында груша донъя, – тип көлдөм. – Үҙем һеҙҙе һыйлай алам.Әхирәтемдең баҡсаһында хужа булып йөрөүем. Ул үҙе ошо мәлдә эштә, ҡойолоп ултырған ҡурай еләген йыйырға мине саҡырҙы. Бабай: – Беҙҙең груша йомшағыраҡ, татлыраҡ, – тип һаман мине уртаҡ кәртәгә саҡырып ымланы. – Барыбер ергә төшөп серей, әрәм була.

ҮКЕНЕСТӘР...
ҮКЕНЕСТӘР...
Алтынбай* бабай менән шулай та­ныштыҡ. Оло йәштәмен, тип тормай, тырышып йәшелсә, еләк-емеш үҫтергән, күңел һалып түтәлдәрен, ағас-ҡыуаҡтарын тәрбиәләп ҡараған бабайҙың йөҙө лә аҡ ҡына, күңеле лә таҙа – хәленән киләме-юҡмы, гел ярҙам итергә генә тора. Иң тәүҙә минең тормошом, эшем, ғаилә хәлем, балалар хаҡында һорашып алғас, яйлап үҙенең яҙмыш китабы биттәрен асты:
– Бына һин, тормошомдан ризамын, тиһең. Мин дә артҡа әйләнеп ҡарайым да, шөкөр, тим: кеше өлөшөнә инмәнем, ризығына, малына ҡул һуҙманым, хәләл көс менән, тир түгеп, донъя көттөм, бол тупланым. Әллә ни артығын йыйып булмаһа ла, булғанына шөкөр, барыбер үҙең менән тегендә алып китеп булмаясаҡ. Тик бер хәл күңелде өйкәп, үкенескә батыра ла батыра. Унда минең әллә ни ғәйеп тә юҡ кеүек тәү ҡарашҡа, ә барыбер үҙемде ғәйепле тоям. Валя исемле ҡыҙ һәм улым алдында... Һис ҡасан күрмәгән, белмәгән улым алдында бигерәк тә ғәйеплемен...
 
Мин – әсәйемдең төпсөк улы. Атайым менән өлкән ағайым Бөйөк Ватан һу­ғышында һәләк булды. Дөрөҫөрәге, атайым зым-зыя юҡ булһа («хәбәрһеҙ юғал­ды» тигән ҡағыҙы килде), ағай Белоруссия ерендә башын һалды. Ике апайымдың береһе сабый сағында үлһә, икенсеһе урман ҡырҡып, һал ағыҙғанда боҙло йыл­ғала үпкәһенә, быуындарына һыуыҡ үт­кәреп, ауырып йән бирҙе. Әсәй минең өсөн өлтөрәп торҙо, бар тапҡан-таянғанды ауы­ҙынан өҙөп ҡаптырҙы. Армияға ла ебәр­мәҫкә уйы бар ине лә, кем унан, ябай ауыл ҡатынынан, рөхсәт һорап торһон?! Мин төҙөлөш батальонына эләктем. Йәшерен стратегик объект төҙөүҙә ҡатнаштыҡ. Гарнизонда ҡыҙ-ҡырҡын иҫәпле генә ине, шуларҙың береһе – старшинаның Валя исемле ҡыҙы. Әллә ни һылыу ҙа түгел, ерән сәсле, шыр һипкелле, тулы ғына кәүҙәле, балтырҙары йомро ғына. Керпектәренә ҡәҙәр ерән. Минең өсөн ирмәк. Ауылдағы ҡыҙҙарға бөтөнләй оҡшамаған бит. Уны күргән һайын йәшерен генә ҡыҙығып ҡарайым, ул шуны һиҙеп, бер заман миңә иғтибар итте. Йөҙҙәрсә ир заты араһынан мине айырып ҡарауы батырлыҡ өҫтәне, уңайы сыҡҡанда, уға һүҙ ҡуштым. Һүҙгә-һүҙ эйәреп, аралаша башланыҡ. Хеҙмәтем тулғас, ауылға ҡайтыр урынға, ҡаласыҡта эшкә ҡалдым. Шул Валя менән бергә булыр өсөн. Ҡаласыҡта төҙөлөштә эшләйем, ятаҡтан урын бирҙеләр, мәрйә ҡыҙ менән ғишыҡ-мышыҡ ҡайнарлан­ғандан-ҡайнарлана. Уның ҡалын толом итеп үрелгән ерән сәсен һүтеп, туҙҙырып, пәрҙә кеүек ҡояшҡа ҡуйып ҡараһаң – ут булып янамы ни?! Ҡарап туйғыһыҙ күренеш! Ундай ялҡынлы сәсте башҡаса бер ваҡытта ла күрмәнем.
 
Шулай мөхәббәттән ҡанатла­нып йөрөгән мәлдә әсәйҙән зарлы хаттар килә лә килә. Ҡасан ҡайтаһың, ҡайт, һағындым, һине бер күрергә зар-интизармын, тип яҙа. Иғтибар итмәҫкә тырышһам да, әсәй бит, үҙәкте өҙә барыбер хаттары. Отпускымда Валя менән бергә ҡайтырға һөйләшеп килештек. Йәнәһе лә, йөрөгән ҡыҙымды алып ҡайтып, зат-зәүер менән таныштырам да өйлә­нешәбеҙ. Тик поезға сығырға әҙерләнеп бөткәс, уны эштән ебәрмәнеләр ҙә ҡуйҙылар. Ерәнкәйем илай-илай мине оҙатып, перронда тороп ҡалды... Үҙенә харап килешкән ҡупшы ғына плащта, ыҡсым туфлиҙарҙа ине. Яулығы менән болғап, ҡуҙғалған поезд артынан байтаҡ йүгерә-атланы:
 
– Тиҙерәк кире ҡайт! Көтәм һине!
 
Тыуған яҡҡа айырылышыу ғазаптарын да кисереп, яратып-яратылыуыма һөйөнөп тә ҡайттым. Әсәйемдең мине ҡо­саҡ­лап илап ебәреүе әлегәсә күҙ алдында... Атай йортонда бар нәмә яҡын, ғәзиз, рәхәтләнеп кәртә-ҡураны рәтләргә тотондом. Әсәйҙең мине бәләкәй балалай күреүе рәхәт ине. Әммә телемдән Валяның исеме төшмәй. Әсәйҙең һағайғанын аңғарҙым аңғарыуға, тик быға йүнләп иғтибар бирмәнем. Ерәнкәйемә көн дә табаҡ-табаҡ хаттар яҙам. Унан яуап хаттарын көтәм. Ләкин Валюшамдан бер остоҡ ҡына ла, ҡош телендәй генә булһа ла, сәләме юҡ. Борсолоп, һине көтәм, кил, тип уға телеграмма һуҡтым. Станцияға көн һайын барҙым. Яҡын ара ла түгел бит. Көн дә, бәлки, бөгөн килер, тип өмөтләндем, тулҡынландым... Отпускым бөтөр саҡта ғына әсәйем ауырып, аяҡтан йығылды. Ах та ух килгән әсәйҙе дауаханаға алып барайым, тиһәм, аяҡ терәп ҡаршылаша: үлһәм – өйөмдә генә үләйем дә ҡуяйым, ти. Әсәйҙе ташлап, ҡаласыҡҡа кире китә алманым... Валяның да яныма килеренә өмөтөм кәмегәндән-кәмене. Бер бөртөк хаты килһәсе! Үпкәләнем. Минең менән уйнаны ла, мин күҙҙән юғалыу менән онотто, тип уртты сәйнәнем. Эйе шул, мин уның өсөн кем – ни бары төпкөл ауылдағы бер башҡорт балаһы, тип ҡара яндым. Фермаға эшкә төшөргә тура килде. Ул арала әсәйем мине йыуатып, күрше Хәнифәнең Зилдә исемле ҡыҙы һиңә күҙ ата, исмаһам, шуны тансыға саҡырыр инең, тип өгөтләне. Ун алты йәшлек ҡарасман Зилдә минең өсөн бала ғына кеүек. Уны ҡайһы ваҡыт “бөрсә” тип асыуландырам, юрый, миңә кейәүгә сыға­һыңмы, тип шаяртып та алам. Сығам, тип һикереп төшһә, кем һине алһын, тип танауына сиртәм. Күҙенән йәштәре лә атыла, йәшене лә ялт-йолт итеп ҡала. Миңә шуны күреү ҡыҙыҡ. Үҙе бер ҙә үсекмәй. Шартлата баҫып китеп бара ла, күп тә үтмәй ҡабаттан ҡояштай балҡып күренә. Шул баланы тан­сыға йөрөтә-йөрөтә, өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Әсәйем менән Хәнифә апайҙың ҡыуаныуы!
Зилдә менән сәсте-сәскә бәйләгәндән һуң бер нисә көн үткәс, Валяны төшөмдә күрҙем: үпкә тулы ҡарашы менән өтөп ҡарап, ялҡын сәсен төбөнәсә тиерлек ҡырҡып, утҡа бәрҙе. Нишләнең һин, тип ҡысҡырып, тирләп-бешеп уяндым да, оҙаҡ тыныслана алмай, ярһыным...
 
Аҙаҡ ни тормош үҙ яйы менән тәгәрәне. Баш баҫып эшләп тик йөрөлдө. Бөрсәм миңә өс ҡыҙ табып бирҙе. Ҡыҙҙарыбыҙ шәп, һүҙ ҙә юҡ, ләкин ир бала һөйгө килде. Әммә булманы инде, тип күнелде. Зилдә менән тиң-тигеҙ ҡартайҙыҡ, ҡыҙҙарҙы уҡытып, башлы-күҙле итеп, ейән-ейән­сәрҙәр һөйөү бәхетенә ирештек. Валяны ла бик һирәк кенә иҫкә төшөрҙөм. Сөнки хәтергә төшһә, йөрәк майым һыҙылып-һыҙылып китте. Үҙе бер татлы ла, ғазаплы ла яза һымаҡ. Ә бер көндө ауылдаш Рауза апай мине үҙенә саҡырҙы. Ғүмер буйы почтала эшләгән ҡатындың байтаҡтан ауы­рығаны билдәле ине. Нимәгә кәрәк булдым икән, тип аптырап барҙым. Һуңынан, ниңә генә барҙым инде, тип үкенеүем... Хәйер, бармай ҙа сарам юҡ ине, сөнки бер аяғы менән гүргә ингән кешенең һүҙен нисек йығаһың?
“Алтынбай, кисерә алһаң – кисер, һинең һөйгән ҡыҙың, балаң алдыңда енәйәт ҡылдыҡ”, – тигәс, шаҡ ҡаттым. Ниндәй ба­лам, ниндәй енәйәт, кемдәр менән ҡыл­дығыҙ, тим. Рауза апай һөйләй, ә мин үҙ ҡолағыма ышанмай, упҡынға ауҙарылып төшәм дә төшәм, төшәм дә төшәм... Ә йөрәк ярыла, ярыла, ярыла...
 
Баҡтиһәң, әсәйем менән Хәнифә апай мине ауылға ҡайтарып, Зилдә менән ҡауыштырып, Валя менән арабыҙҙы һы­уындырыу өсөн тотош план ҡорғандар, почтальон Рауза апайҙы ике күлдәклек тауар киҫәгенә “һатып” алғандар! Минең бер бөртөк хатым да, телеграммам да ауылдан ситкә китмәгән! Рауза апай уларҙы шул килеш кенә әсәйемә тап­шырған, ә әсәйем утҡа яҡҡан! Ерән­кә­йемдән килгән хаттарҙы ла почтальон миңә бирмәй, әсәйемә тотторған. “Гонаһым оло, һөйгәнеңдән килгән хаттарҙы тәүҙә үҙем асып уҡый торғайным, уның һиңә булған хис-тойғоларын белеүҙән ниндәй кинәнес тапҡанымдыр”, – тип Рауза апай үтә күренмәле ябыҡ ҡулы менән күҙен ҡаплап йәшерә, мин ни үле, ни тере түгелмен, ләм-мим өндәшмәй, ҡатып ултыра бирәм. “ Ул мәрйә ҡыҙҙың хаттарынан һинән ауырлы булып, аҙаҡ улың тыуыуы, Алексей тип исем ҡушыуҙары тураһында белдем, – тип һүҙен дауам итте Рауза апай. – Шул турала әсәйеңә өндәшкәйнем, гонаһ ҡылабыҙ, туҡтарға кәрәк, тауарығыҙҙы кире ҡайтарам, Алтынбайға әйтәйек, тип. Ҡайҙан, тыңлаймы һуң... Әйтеп кенә ҡара, ауыҙыңдан бер һүҙ сыҡһын, өйөгөҙгә ут төртәм, тип ҡурҡытты. Әсәйең дыуамал, уҫал булды бит. Ә мин йәш, һинән һигеҙ генә йәшкә өлкәнерәкмен, быуындар шыйығыраҡ. Аҙаҡ, ниңә генә ризалаштым, тип үкенеп тә бөтә алманым”. Ҡылғанһығыҙ икән ҡылыҡты, тип кенә әйтә алдым да, һаубуллашмай ҙа сығып киттем. Өс-дүрт көндән Рауза апай гүргә инде. Ҡәбер ҡаҙышырға барманым. Үҙемде кинәт ҡартайған, мөсһөҙләнгән кеүек, сырхау итеп тойҙом. Үҙемдең тормошом менән түгел, башҡа берәүҙең тормошо менән йәшәгәндәй инем. Әйтерһең дә, әсәйемдәр һыҙған һыҙыҡтан атлап үткәнмен, ә үҙемдең барыр юлым ситтә ятып ҡалған. Минән башҡа тыуған, минһеҙ үҫкән улым, һөйгән Ерәнкәйем менән бергә ятып ҡалған. Бына ҡайҙа ул үкенестең үкенесе! Әлегәсә Валюшаның, Алтынбай мине ташланы, ауылына ҡайтты ла онотто, тип әрнегәнен, ирһеҙ бала табыу оятын кисереүен уйлаһам, йәшәгеләрем килмәй китә хатта. Зилдәнең был ваҡиғаға бер ҡыҫылышы ла юҡ, әсәйҙәребеҙ – ике әхирәт – донъя бутаған, ләкин ул да ғәйепле һымаҡ. Ошо арҡала тормошом менән ризаһыҙлығым тыуа. Йәшәүемдең мәғәнәһе юғалғандай. Тик ҡалайтаһың, терһәкте тешләп, үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай.
 
Алтынбай бабайҙың һөйләгәндәренән һуң уның Ерәнкәйен, Алексей исемле улын интернет селтәренән эҙләп маташтым. Әммә бөтәһе лә бушҡа. Алтынбай бабайҙы юҡҡа өмөт­ләндерҙем. Уны ғына түгел, хәҙер мине лә үкенестәр солғап алды. Ете ят кеше өсөн үкенескә бат әле...
 
Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
 
* - Бөтә исем дә үҙгәртелде.
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: