Родился ребенок,
окруженный безбрежным пейзажем,
Полвека спустя
он был убит на войне.
Кто помнит теперь,
как однажды
поставил он у порога
тяжелый мешок,
из которого выпали яблоки
и по земле покатились,
и шорох катящихся яблок
смешался со звуком мира,
где пели беззаботные птицы.
Жан ФОЛЛЕН
Йәшәү дәүеремдә беҙҙең ауылда өс хыялый булды. Мин уларҙың берәүһе хаҡында, тормошом китабының ҡайһы бер биттәренә ҡағылып үткән, бәлки шул китапҡа әҙерәк мәғәнә һалырға булышлыҡ та иткән хыялый Әкрәм тураһында һөйләрмен. Һөйләмәйенсә лә булдыра алмайым. Әле бына уны алып ҡайтып барыуым, дөрөҫөрәге, уның мәйетен. Һуңғы ике йылын беҙҙән йөҙҙән ашыу саҡырымда ятҡан бәләкәй ҡалалағы психодиспансерҙа үткәргәйне ул. Ауыр тойғолар, аңлата алмаҫлыҡ күңел болғатҡыс кисерештәр менән бәүелә-бәүелә колхоздың иҫке автобусында китеп барыуым. Бәлки, барыуыбыҙҙыр. Янда танау аҫты саҡ ҡарая башлаған шофер Мөхтәр нимәлер һөйләй, нимәгәлер ҡысҡырып көлөп ебәрә. Минең уны ишетмәгәнде, тыңларға теләмәгәнде әҙерәк аңлаһа икән. «Һин нимә, Зәйни ағай, бер хыялый үлгән тип һары һағышҡа батып киләһең. Күҙеңде ас, ул үлгән тип, ана, донъя берәй үҙгәреш кисергәнме? Юҡ, шишәмбе көн ҡалҡҡан йөн дә һелкенмәгән. Ҡояш та һүнергә уйламай,»– тип теңкәгә тейә тағы. Әрменән саҡ ҡайтҡан малайға, бер ни белмәйенсә, шундай аяуһыҙ һығымтаға килергә кем хоҡуҡ бирҙе икән, тип уйлайым эстән генә.
...Аҡылға зәғиферәктәрҙе, һинеңсә, минеңсә ҡыландыра, уйлай, һөйләшә белмәгәндәрҙе беҙҙә шулай, хыялый, тип йөрөтәләр. Башҡа яҡтарҙа тиле, һәтәү, ауһар, иҫәр, урыҫсаны башҡортлаштырып дүрәк, иван тип тә атайҙар ундайҙарҙы. Беҙҙең яҡтағыһы барыбер ҙә ҡолаҡҡа ятышлы, аңлар күңелгә һыйышлы, нисектер әҙәмде, беҙҙеңсә әйткәнсә, бөтөнләй кешелектән сығарып ташламай. Хыялый... тимәк, хыялға бай кеше. Хыялый... шул хыялына артыҡ ышаныусан, шул хыялына ныҡ әүрәүсән бәндә лә ул. Ә хыялдың төрлөһө була, татлыһы ла, ҡатлыһы ла, кеше ышанмаҫлыҡ ҡатыһы ла...
...Әкрәм хыялый менән бер мәл бергә көтөү көтәбеҙ. Малдарҙы һыулауға төшөрәбеҙ ҙә, уларҙы Ҡабаҡтауы башынан өҫтән генә күҙәтәбеҙ. Ҡояш ҡыҙҙыра, мин күлдәгемде сисәм дә, арҡамды күктәге ҡыҙыу тәрилкәнең нурҙарына «терәйем». Ҡояш ул ваҡытта бигерәк йәш ине, торғаны ялҡын тубы, ут шары бына! Ә Әкрәм эҫелә лә, ямғырҙа ла септәгә әйләнеп барған киндер күлдәген һалмай. Кешенән ояламы инде. Һыу төшкәндә лә сисмәй ул, һыуланһа септәһе өҫтөндә йөрөп кибә. Ҡояш йылыһында ирәйеп китеп ятабыҙ. Иҫәр дуҫым күҙҙәрен янып барған күккә төбәй ҙә оҙа-аҡ шулай шым ғына ята. Нисек күҙе ауыртмайҙыр. Мин әҙ генә ҡояшҡа ҡараһам да, күҙем үҙемдеке түгел кеүек, башым әйләнеп, күҙ алдым ҡараңғылана.
Шулай ята торғас аптыратҡыс хәбәр һалды Әкрәм:
– Әгәр ҙә донъяны, ана күрәһеңме йондоҙҙарҙы, Зәйнулла, шунда менеп ҡараһаң өс ҡатламда күреп була.
Миңә донъяның өс ҡатламда күренеүе нимәгә кәрәк ул, әлеге донъям шағараҡ ҡорорлоҡ, шуға уны тиҙерәк бүлдерәм, уның һүҙҙәренән тиҙерәк көлкө яһағым килә:
– Ә һин ҡайҙа күрәһең йондоҙҙарҙы, унда ҡояш та, башҡа бер ни ҙә юҡ. Һинең күҙҙәрең әллә үтә күрәме ул? – үҙем эсемде тотоп тәгәрәп ятып көлгән булам. Күктә, ысынлап та, ҡояштан башҡа хатта семтем болот әҫәре лә юҡ. Әкрәм өндәшмәй. Ул, бысраҡҡа батҡан эсен күрһәтеп, күлдәгенең итәген өҫкә күтәрә лә, кер күтәргеһеҙ сепрәкте епшетеп имеүен белә. Үҙенең күҙҙәре күктә. Мин уның тағы ла әҙәм ышанмаҫлыҡ ҡыҙыҡ һүҙ әйтеүен көтәм.
– Шунан, шунан, – тигән булам, ҡыҙыҡһыныуымды белдереп. Ул тағы сабыйҙарса гонаһһыҙ күҙҙәрен күккә төбәй ҙә, бер мөғжизәгә ышанғандай һүҙен дауам итә:
– Ана шул йондоҙҙарға менеп ҡараһаң, донъя, ана һинең кеҫәңдәге ҡара икмәк кеүек өс ҡатламдан тора.
– Нисек инде? – Үҙем дә һиҙмәҫтән кеҫәмдән икмәгемде килтереп сығарам. Ә ул ысынлап та өс ҡатламдан икән шул – нәҙек кенә итеп теленгән һыныҡ икмәк өҫтөнә һары май һыланған һәм уның өҫтөндә тағы ла ҡара икмәк. Өләсәйем майы иреп таралып төшмәһен өсөн өҫтән дә ҡаплап ҡуя. Май күптән ике һыныҡ икмәккә лә һеңгән инде.
– Аҫҡы ҡатламы – ер аҫты, унда ҡурҡыныс, унда ауыр уйҙар урала. Уртала ер үҙе, бына беҙ ултырған ер. Ә өҫтә күк, зәңгәр, матур күк. Бына беҙ, хыялыйҙар, һинең әсәйең әйткәнсә, бер төрлөләр, йә ер аҫтында йәшәйбеҙ, йә күктә-ә йөҙәбе-еҙ, – һуңғы һүҙҙәрен ул рәхәтләнеп, кинәнеп әйтә. – Ә һеҙ ергә ныҡ баҫаһығыҙ, ана шул икмәк өҫтөндәге кеүек майҙа йөҙәһегеҙ, Зәйнулла. Тик донъяны ҡояш янғанда, йондоҙҙарға менеп ҡарарға кәрәк...
– Ә төнөн ярамаймы ни? – Уның һүҙенә ышанмаһам да, үҙем һорауын таба һалам.
– Юҡ, төнөн ярамай, ҡараңғыла кешеләрҙең күңеле ябыҡ була.
Әкрәм шулай «күктә йөҙә», ә мин бер ни аңламайым. Дөрөҫөрәге, мин бында аңламаҫлыҡ бер сер ҙә тапмайым, эйе, ер, уның аҫты була, өҫтә, бында әмрик асаһы түгел, күк инде. Уны шулай ҙа бүлдермәйем, иҫәр менән иҫәр булғансы, әйҙә хыялланһын, әйҙә яҡтыла йондоҙ күрһен – кем уға ҡамасаулай. Мин бит беләм, йондоҙҙар төнөн генә шаярып, көлөп уйнайҙар ҙа, ә көндөҙөн улар айға һыйынып йоҡлайҙар. Әсәйем дә шулай ти...
Йылдар үтер, өлкән синыфтарҙа йондоҙҙарҙың Ҡояш яғында ла булыуын белермен, тик иҫәр, хыялый Әкрәмдең шуны уҡымай-нитмәй, тойомлауын, йондоҙҙарҙы күрә алыуын ғына мәңге аңламам... Керле күлдәген имеп ултырған бысраҡ тәнле Әкрәмдән йондоҙҙар нисек ытырғанманы икән? Үҙҙәре яндарына саҡырғандар бит әле. Аңламаҫһың йондоҙҙарҙы ла. Ә миңә төнөн дә бик иғтибар итмәйҙәр ине. Бында Хоҙайҙың шауҡымы бар икәнен кем аңлаған да, кем белгән. Көпә-көндөҙ йондоҙ күреүселәр, шулай ҙа бик көнләшәм мин һеҙҙән.
Әкрәмдең керһеҙ, серһеҙ килеш кенә, Зәйнулла, тип өндәшкәне бына әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғыраған кеүек. Уйлап ҡараһаң, мулла ҡушҡан тулы исемем менән унан башҡа миңә бер кем дә өндәшмәгән. Бөтәһенә лә Зәйни булдым, әсәй-өләсәйҙәремә ғүмер буйы Зәйнүк бит инде. Тулы килеш өндәшеүенә асыуым да килә, Зәйнулла тиһә мине ҡарт бабай тип үсектергән кеүек була ине.
Ә ул:
– Исемде үҙгәртергә ярамай, уны мулла түгел, Алла ҡуша, – тип яуаплай, ҡурҡып ҡына.
Был һүҙҙәренә минең көлкөм генә килә:
– Һәр кемгә исем ҡушып йөрөһә, Алла хәлдән тайып йығылыр ҙаһа. Ул бит берәү генә – мин быны беләм.
– Шул берәү булған өсөн генә, ул ҡуша ла инде, – шулай нөктә ҡуя бәхәскә Әкрәм.
Әкрәмде уйлаған һайын әле уның һәр һүҙенән, ҡыланышынан, сәйерлек менән бергә, аңлата алмаҫлыҡ мәғәнә лә таба башланым ирекһеҙҙән...
Күҙемде йомоп шулай сикһеҙ уйҙарыма бирелеп килә инем, Мөхтәрҙең тауышына һиҫкәнеп киттем.
– Әллә ойоп киләһең инде, Зәйни ағай? – Күҙемде асып, башымды бормай ғына ҡарарға мәжбүр булдым. – Әкрәм хыялыйҙың ата-әсәһе кем һуң ул, әллә һеҙгә туғанмы? Бигерәк өҙгөләнеп йөрөүеңә ҡарап әйтәм.
– Миңә туғанлығы юҡ та юҡлыҡҡа, бына һеҙҙең нәҫелгә ҡағылышы бар, – теләр-теләмәҫ кенә яуаплайым.
– Кит әле, юҡты һөйләмә, беҙҙең нәҫелдә хыялыйҙар юҡ ул.
– Шаярттым.
– Һин кешенән улай мыҫҡыл итмәсе, ағай.
– Кем кемдән бит әле, – тип мығырҙаным.
– Нимә тиң?
Ишетмәгәне хәйерле.
– Әкрәмдең нәҫел-нәсәбе беҙҙең яҡтан түгел ул. Елмерҙәк артынан, ҡатайҙар яғынан килеп сыҡҡандар шикелле. Шуға, Биләрит айыуына оҡшап, бигерәк бәһлеүән кәүҙәле ләһә.
– Ине тиң.
– Нимә ине? – ҡапыл аңламайыраҡ ҡалдым.
– Концы отдал бит инде,– шөкәтһеҙ итеп көлөп ебәргән булды Мөхтәр. Йәнһеҙ әҙәм икән, кеше үлгән, ә ул ат кеүек кешнәп көлә. Эй, уйлаһаң ул ғынамы, хәҙер бөтәбеҙ ҙә шул, донъя көтөр, тамаҡ ҡайғыртыр, байлыҡ туплар өсөн генә бирелгән был йән тип йәшәйбеҙ бит инде. Кешенең йәненә, хәленә инер көйөн дә, көнөн дә тапмайбыҙ. Үҙем һуң? Әле фәрештә кеүек килгән булам, Әкрәм кеше аша хат яҙҙырманы ла, сәләм ебәрмәнеме? Һин ярҙам итеү түгел, яуап та бирмәнең. Бәлки, илле алты йәшлек һин дә мин йөрөгән тиле дуҫыңдың мәйете артынан йөрөмәгән дә булыр инең әле. Иртәрәк ҡуҙғалһаң, ул да, бәлки, иҫән булыр ине. Һин дә, шул бер иҫәрҙе, тип уйламаныңмы икән? Ярай, ваҡытында намыҫың уянды...
Тағы ла Мөхтәрҙең гөрөлдәп сыҡҡан тауышы айнытып ебәрҙе.
– Ата-әсәһен мин белмәйем инде, шулай ҙа кемдәргә туған һуң ул? – ҡалай ныҡ ҡыҙыҡһынып китте был малай.
– Белмәгәнең тәбиғи, етем үҫте Әкрәм. Атаһы үҙе киткәс тыуған улын бөтөнләй күрмәйенсә һуғышта ятып ҡалған. Әсәһе һуғыштан һуң үлде. Яҙғыһын, Төкөндән ашлыҡ алып ҡайтып килгәнендә, аты менән бергә Иҙелгә ишелеп төшөп, мәрхүмә булды. Урамда үҫте Әкрәм, өйҙән-өйгә йөрөп буй еткерҙе. Беҙ бит бер урам балалары. Шулай бик ауы-ыр яҙмышлы булды инде ғүмере-е, – һуңғы һүҙҙәр йәнде йыртып сыҡты.
– Ә-ә... шулай икән, – тигән булды юлдашым. Кеше яҙмышы ауырлығын уртаҡлашыуҙан түгел, Әкрәм хыялыйҙың үҙ нәҫеле булмауын аңлап шундай өн сығарыуы булыр.
Беҙ бит бер урам балалары... Әкрәм, Искәндәр, мин... Әкрәм беҙҙән өс йәшкә өлкән ине. Ул ҡырҡ берҙә, ә беҙ Еңеү йылын алып килер ҡышта, өләсәйем әйтмешләй, һыйыр тиҙәге туңған мәлдә, тыуғанбыҙ. Сабый сағымда беҙгә Әкрәмде бик индерә һалып бармауҙарын, инһә лә, минең тирәлә бик уйнатмауҙарын семтем генә хәтерләп ҡалам. Әсәһе үлгәндә уға ете йәштәр тирәһе булғандыр әле. Өйҙәгеләрҙең эңерҙә (һөйләгән һүҙҙәрҙән бигерәк, ҡыҙарып ҡояш батып барғанын ныҡ хәтерләйем) хәҙер нишләр инде был тилекәй, ней ҡарар туғаны юҡ, тип һөйләгәндәре ҡолағыма ишетелгәндәй. Беҙгә йәшәргә килһен, тип һикереп торғайным, әсәйем арҡамдан һыйпап, был хәбәреңде күрше-фәләнгә әйтеп ҡуйма, Әкрәмде йыраҡҡа, ҡалаға, алып китәләр, тип тынысландырып ятҡырыуын иҫләйем. Шул ваҡыт мин ҡыҙарып байып барған ҡояшҡа оҙаҡ ҡарап ятҡайным. Бөгөндән алып Әкрәмдең дә ҡояшы байыны, тигән уй ул саҡта башыма ла инеп сыҡмағандыр. Әле күҙ алдына килтерәм дә, шул көндәге ҡояш ылыҡтырғыс ҡыҙыл түгел, ә нисектер ҡуйы ҡыҙылғара булып, хәсрәтләнеп, киткеһе, байығыһы килмәй, офоҡта аҫылынып торған төҫлө. Ләкин ҡояш йәш, барыбер ҙә дәртле кеүек ине. Бөгөн дә, ана, алдымда шул ҡояш. Тик ул арыған, ҡартайған, күпте күргән, кисергән.
Әсәйем әйткән хәбәр дөрөҫкә сыҡманы. Әкрәмгә, бәхеткә ҡаршымы, бәхетһеҙлеккәме, ҡалала йәшәү яҙманы, беҙҙән дә бик йыраҡҡа китмәне, бары урам осондағы яңғыҙ йәшәгән Ғәшүрә ҡарсыҡҡа барып һыйынды. Ә уның берҙән-бер ҡыҙы һуғыш башланмаҫ элек Үзбәкстанға сығып киткән дә шунда төпләнгән. Әкрәм уға һыйынмағандыр ҙа бәлки, «үҙемдең гонаһым, үҙем ҡарайым « тип ҡарарға алған уны Ғәшүрә. Быны мин һуңынан ғына беләсәкмен. Гонаһы ла ни саҡлы бит әле – Хоҙай бизмәне ни әйтер? Кендек әбейе булған ул Ғәшүрә әбей. Әкрәм – уның был фани донъяға ҡабул иткән һуңғы изге заты. Беҙҙең яҡҡа хас булмағанса, артыҡ бәһлеүән булып тыуа беҙҙең дуҫыбыҙ. Әсәһе шуға бик ауыр таба уны. Ағзалары иҫән, һау-сәләмәт булып йәшен тултырып килгәндә сабыйҙа сәйер үҙгәрештәр һиҙелә башлай. Күҙ алмалары, кесерәйеп, бер-береһенә яҡыная, хәрәкәттәре быуынһыҙ уйынсыҡтарҙы хәтерләтә...
Ике йәшен тултырғас малайҙың, ысынлап та, аҡылға зәғиферәк икәне ныҡлап асыҡлана. Ана шул саҡта Ғәшүрә ҡарсыҡ телгә килә лә инде: «Ҡабул иткәндә лепкәһенә ныҡ теймәнемме икән тигән быуынға төшөр ауыр тойғо булғайны шул, раҫҡа сыҡҡан, ай, Иблистең дөмөккөрө. Ошо Әкрәмдән һуң, әйтәм бит, башҡаса кендек киҫергә ҡулым барманы. Бигерәк әзмәүерҙәй сабый ине шул, ней Сабира килендең хәле юҡ, артыҡ көслөк күрһәтелде микән ни, ай, Аллам, шәфҡәтеңдән генә ташлама балаңды.» Тәгәрәп ятып илаһаң да кире ҡайтарып та, яңыртып та булмай шул ҡылған-киҫкәнде. Кем белә, бәлки кендек әбейенең бөтөнләй ғәйебе юҡтыр, нәҫел-нәсәптән дә күсеп килә ундай сир. Елмерҙәк аръяғына сығып Әкрәмдең атаһының туғандарын барлап йөрөүсе булмаған даһа...
Мин белгәне һәйбәт әбей булды ул Ғәшүрә ҡарсыҡ. Әкрәмдең тамағын һәр саҡ туйҙыра, өҫтөн ныҡлы бөтәйтә алмаһа ла, сит-яттарҙан ҡурсып торҙо, тиле тип көлөүселәрҙең ауыҙын да яба белде, сараһыҙ саҡта ҡулын да эшкә екте. Тик үҙе бер ҡасан да Әкрәмде ҡыйырһытманы һәм уны ла кешеләргә ҡарата миһырбанлы булырға өйрәтте. Әле янымда килгән Әкрәмгә нәҫел булыуҙан баш тартҡан Мөхтәр – изге Ғәшүрәнең бүләре инде. Тик уға был турала өндәшмәүең хәйерле, буғай. Киләсәктә аҡылы етһә, үҙе һораштырып белер.
Һуғыштан һуң ауыр йылдарҙа үҙеңдең йәнде аҫырауы ҡалай ауыр булһа, һигеҙ-туғыҙ йәшендә үк өрлөк буйы үҫкән малайға ла аҙыҡ табаһы бар. Бер мәл Әкрәм өйҙән-өйгә ашарға һоранып йөрөй башланы. Кешеләр быны ғәйепкә һанаманы ла, ауыҙға ҡапҡаны менән бүлеште, артып ҡалғанын ҡарсыҡҡа ла өлөш итеп бирҙе. Кендек әбейе биргән өлөштө алды, тимәк, улының хәйерселәнеп, теләнселәнеп йөрөүенә ҡаршы булмағандыр ҙа. Был хәл тәүҙә һирәгерәк булһа, Ғәшүрә әбей ауырый башлағас йышыраҡ ҡабатланды. Ун ике йәшендә ҡараусыһыҙ ҙа ҡалғас Әкрәм ҡышҡыһын бөтөнләй өйөнә ҡайтмай ине. Өйҙән-өйгә сиратлап ҡунып сыға. Эй, ул саҡта кешеләрҙең миһырбанлы булыуы! Әкрәмде бер кем ҡыуып сығармай, киреһенсә, ул килһә, Алланың тағы бер ҡолон ашатып, күңелен күреп, күпме сауап алына, тип хужа һөйөнә. Күңел төшөргөс бер яғы ғына бар: Хоҙайҙың кәмһетелгән был затына ниндәй генә хөрмәт күрһәтмә, ләкин уның урыны барыбер тупһа төбөндә. Бетле башлы, бысраҡ хәйерсене берәү ҙә бик түргә үткәрмәҫ ине. Һәм шуныһы һәйбәт: Әкрәм быны үҙе лә бик яҡшы аңлай, булғанына шөкөр итә, көнө буйы бүреләр олоған ашҡаҙанына әҙерәк йылы төйөр төшһә, ике яҫы усы менән битен ҡаплап һыпырып «әппәр» итә лә, өйрәнеш буйынса тупһа төбөнә иҫке бишмәтен йәйеп татлы йоҡоға тала. Иртән, ел алып киткәнме ни, юҡ та була. Кешене артыҡ бимазалаһаң, аҙағы насар бөтә ул – быны һиҙгер күңеле аңлағандыр, күрәһең. Әкрәм, ниндәй генә хәлдә булмаһын, һис кенә лә кеше әйберенә ҡул һуҙманы, әле уйлайым да, шуға ла уны ауыл кешеләре сит-ят күрмәгәндер, шикләнеп ҡарамағандыр.
Әкрәмдең был килер сиратын беҙ көтөп алдыҡ. Үткән аҙнала һин дә мин һөт биргән кәзәбеҙ, өс бәрәсен йәтим итеп, ҡазаланып ҡуйғайны, һуйырға мәжбүр булдыҡ. Өләсәйем был көндө ҡаҙан тултырып ит бешерттерҙе, эҫе итеп мунса яҡтыртты. «Гонаһтарыбыҙ күбәйгәндер, Хоҙай юҡҡа ҡаза ебәрмәҫ. Шау етем изге Әкрәмде булһа ла ризалатайыҡ...» – тип һөйләнде ул. Күңелебеҙгә тыныслыҡ, йәнебеҙгә сауап алыр өсөн шуға түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ урам хәйерсеһен.
Искәндәрҙең һуғыштан аяҡһыҙ ҡайтҡан атаһы (минең атайым да һуғыштан бик ҡаты сирле булып ҡайтҡайны, ул бик тороп йөрөй алманы) тәүҙә тиленең оҙонса ҡабаҡҡа оҡшаған башын үткер бәкеһе менән ялтыратып ҡырҙы. Бер аҙҙан беҙ уның менән мунсаға киттек. Бишмәт кейгән өләсәйем үҙе инеп, оялмағыҙ, балалар, тип, йәндәр сыҡҡансы миндек менән сапты. Мин түҙмәй илап ебәрҙем, ә Әкрәм тын ғына тик ята. «Керле тәне иҙрәп рәхәтлек сигә бахырҙың. Рәхәт сикһен, рәхәтләнһен, йәне керһеҙ уның,»– тип өләсәйем тағы ла эҫе һала. Аҙаҡ өләсәйем сыҡҡас эй тырнанырға тотондо был, ҡайһы бер ерҙәре ҡанап сыҡты. Һуңынан тонған көл һыуында рәхәтләнеп йыуындыҡ. Әсәйем, бишмәтенән башҡа, уның бар кейемен йыуып эҫе таш өҫтөнә һалды, шулай бетенән ҡотолоп булалыр. Атайымдың күлдәк-салбарын кейеп алғас үҫкән, күркәм егет булды ла ҡуйҙы. Тик күҙҙәре генә, һарыҡтың йоморо тиҙәген хәтерләтеп, йәнһеҙ, сөм ҡара һәм баҫһаң һытылып китер төҫлө ине. Үҙҙәре ғәйепле төҫ менән бәзерәйеп ҡарай. Ул күҙҙәр эсендә меҫкенлек батша булып алғайны. Атайымдың кейемдәре шул ваҡытта уҡ ун ике-ун өс йәшлек дуҫыма тап-таман ине. Ҡалай һонтор булған ул. Ҡайтҡас кәзә итенән һурпа һемерҙек. Әкрәм, ярты туҫтағын һемергәс, «әппәр» итте лә ишек төбөнә юлланды. Өләсәйем уны һөйрәп тигәндәй килтереп, яңынан һикегә ултыртты:
– Йүнле ризыҡ күрмәй ашҡаҙаның ҡырҡылып бөткәндер, аша, бисараҡайым, аша, – тип ҡыҫтап, тәрилкәләге ашын ашатып бөтөрттө. Әсәйем ятырға урын һала башлағас, дуҫым тағы ишек төбөнә килеп, бишмәтен йәйҙе. Өләсәйем был юлы түҙмәне, битәрләп ташланы:
– Бүрене бүреккә һалһаң да урманға ҡарай ти, ни ғиллә һуң ул, ә? Ана бар һикегә, Зәйнүккә арҡа терәп ят. Мунсанан һуң кеше ишек төбөндә ятамы, үәт йүләр, ә.
– Әкрәм ней, былай ҙа йүләр инде ул, ятһын шунда, – тинем. Шунан, атайымдың ҡырыҫ ҡарашын тойоп, тиҙ генә юрған аҫтына сумдым. Вай, йүнһеҙ булғанмын. Етеш тормошта йәшәгәс ни, майҙа йөҙгән кешенең урамдағы хәйерсенең күңелен аңлар аҡылы буламы ни? Әкрәм тыңланы, бөгәрләнеп кенә һике ситенә килеп ятты. Йоҡо аралаш, Әкрәмдең ҡоҫҡаны, әсәйемдең, эт ҡарынына майлы аш килешәме ни ул, тип һөйләнгәне төш менән бергә буталды. Мунсанан һуң онотолоп йоҡланылған, иртән торғанда «йүләр»ҙән елдәр иҫкәйне.
Аҙаҡ Әкрәм беҙгә оҙаҡ килмәне. Сираты етһә лә, беҙгә теймәй, аша үтер булды. Өләсәйем түҙмәне:
– Бар, Әкрәмде күреп һора әле, нишләп беҙгә килмәй ул, – тип, мине эҙләргә сығарып ебәрҙе. Йүләрҙе тиҙ таптым, нишләп беҙгә килмәйһең тим. Өҫтән миңә оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла:
– Һеҙ мине тупһа төбөнә һалмайһығыҙ, мин һеҙгә бармайым, ишеү... ашығыҙ майлы, – тине. Өләсәйемә ҡайтып әйткәйнем, уныһы илап ебәрҙе.
– Ысынлап та иҫәрҙең дә иҫәре икән, – тип ҡуйҙы әсәйем. Өләсәйем бер аҙ тынысланғас:
– Улай тип әйтмә, килен, иҫәр түгел ул, беҙ аңламаҫлыҡ артыҡ аҡыллы. Хоҙай уны артыҡ иманлы итеп әшкәрткән. Үҙ урынының ҡайҙа икәнен белә. Мин әле, ошо йәшемә етеп, фани донъяла урынымды белмәйем, ишек төбөндәме, мендәр өҫтөндәме. Күптәр, бик күптәр белмәй, – шунан миңә төбәп өндәште. – Әйт Әкрәмгә, килһен, ишек төбөндә урын табырбыҙ...
Булған бит заман. Эй, ул саҡта кешеләрҙең миһырбанлы булыуы! Һуңғы ҡабым ризығын кеше менән бүлешер ине. Ә хәҙер нимә, кеше етеш йәшәй, тамағы туҡ. Донъялары бөтөн, күңеле тишек. Иҫләһәң, һоҡланғыс бит, элек кемдер өй күтәрә икән, бөтә ауыл шунда ағыла. Өмә! Һәр кем килә, ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. Мискәләп бал әсетәләр ҙә – өй ҙә ҡалҡа, байрам да. Ә бөгөн... арҡыры ятҡан кәртәне буй һалған өсөн хаҡ һорайҙар. Ярҙам иткән өсөн әсәһенән улы аҡса ала. Туғанлыҡ, ҡунаҡҡа саҡырыу, өмәләр, бер-береңдең хәленә инеү... – юҡҡа сыға бара. Ә өҫтәл тулы ризыҡ, өй тулы – йыһаз. Ишектәр ун ҡатлы йоҙаҡ менән бикле, ә элек? Йыраҡҡа йә оҙаҡҡа китер булһа ғына хужа ишеге күгәненә сыбыҡ, йә ҡаҙ ҡанаты тығып китә ине. Күгебеҙ бейек тә, һурпабыҙ шыйыҡ хәҙер. Шуға ҡояшыбыҙ ҙа ҡартайғандан-ҡартая бара... Кешеләр, үҙ донъяһына сумып, ҡояшҡа бағып алырға ла ваҡыт тапмай. Ә беҙҙең заманда көндөҙ йондоҙ күреүселәр бар ине.
Хәҙерге заманда йәшәһә, үҫмер Әкрәм үлгән булыр ине пажалуй. Бөгөн бер ҡатлы, ярҙамсыл, саф иҫәр-хыялыйҙар, бәлки, күберәк кәрәктер. Ул саҡта күптәр үҙ урынын белер ине.
Аҡылға зәғифтәрҙең дә төрлөһө була, әлбиттә. Ана беҙҙең күрше Ҡушҡайын ауылының хыялыйы – сулаҡ Сибәғәт, иҫәренә етеп, ярты ауылды яндырып, юҡҡа сығарҙы. Көҙгө әсе елдә берәүҙең кәбәне төбөндә ут яғып йылынырға уйлаған. Бына ул иҫәрҙең дә иҫәре. Юҡ, беҙҙең Әкрәм – ул дүрәк эргәһендә бөтөнләй фәрештә. Уның ауылға ла, ауылдаштарға ла һис кенә лә зыяны теймәне, киреһенсә, буй еткергәс, һәр өй уның изгелеген күргәндер әле. Иҫәрҙәр эшкә әрһеҙ була бит ул. Кеше ҡулы етмәгән саҡтарҙа, тамаҡ хаҡына, тип эш эшләтеүсе уны ауыл урамынан үҙе эҙләп таба торғайны. «Әйҙәле, Әкрәм, бесән сабыш әле,» – тип кешесә һораһаң да, йә: «Ҡулың бигерәк оҫта, иртәгә өмәгә кил, йәме,» – тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырһаң да, «Һин тыуғанда мин һөйөнгәйнем, утын ярырға бараң, иначе туҡмайым,» – тип ҡурҡытһаң да, ҡайҙан ишеткән дә, кем өйрәткән тиң, бер үк һүҙен ҡабатлай торғайны: «Ишеткәнһеңдер, буштың атаһы үлгән тиҙәр бит, ике баш ҡорот биреп, фатихалап ҡына бисәңдең эргәһенә ятҡырһаң, барырға була-а.» Йомош менән барған әбейҙәргә лә, апай-ҡыҙҙарға ла шул һүҙен нәҙек кенә тауышы менән һуҙыр ине. Кешеләр быға өйрәнеп бөткән инде, көлөмһөрәйҙәр ҙә, риза, риза, тип ҡулын бирәләр, тегеһе шунан, оҙон кәүҙәһен көйәнтәләй бөгөп, хужа артынан эйәрә. Эш тамамланғас, хужаның вәғәҙәһен дә онота, әллә үҙенең ҡалыплашҡан һүҙенең мәғәнәһен бөтөнләй аңламай, өс-дүрт тәрилкә ашты күтәреп эсә лә, балтаһы булһа, уны биленә ҡыҫтырып, һәнәк йә салғы икән, иңенә һалып, баяғыса бөкөрәйеп, әкрен генә ҡайтып китә. (Ошо рәүешле киң аҙымдар менән атлап барыуы һаман да күҙ алдымда). Хәленә инеп кешеләр аҡса һонһа, миңә ҡағыҙ кәрәкмәй, мин бисер түгел, тип ебәрә. Ул ҡағыҙҙың һиммәтен дә, иҫәбен дә белмәне, ахыры. Ике баш ҡорот бирһәләр иһә – алды, салбар кеҫәләренә ике яҡтан тупайтып һалып ҡуйыр ҙа, атлаған ыңғай тегеләрҙе, төшөп ҡалмағандармы, тигәндәй, тотҡолап ҡарар ине. Эш туҡтап ирҙәр тәмәке тарта башлаһа, Әкрәм шул ҡаты ҡоротон балалар һымаҡ имеп ултыра торғайны.
Әлеге һүҙе арҡаһында мәҙәк тә, ҡыҙғаныс та хәлдәр булып алды. Ауылға икенсегә генә ҡайтҡан өр-яңы кейәүенән Әсмәтәй (Әсмә түтәйҙе беҙ шулай йөрөтәбеҙ) һарайынан тиреҫ сығартмаҡсы була. Тегенең бармаҡтай ғына кәүҙәһенә ҡарап тора ла, йәлләпмелер инде: «Үҙеңдең генә ҡулыңдан килмәҫ, Әнүәр кейәү, магазин алдында оҙон буйлы тиле Әкрәм булыр, шуға өндәш, Әсмәтәй тиреҫ сығарышырға үтенде, тип әйтерһең,» – тип ныҡлы ғына аңлатып, тилене саҡырырға ебәрә. Бармаҡтай кейәү яңылышмай ғына таба ярҙамлашасаҡ кешене. Үтенесен дә ҡәйнәһе өйрәткәнсә еткерә. Беҙҙең Әкрәм хәлде аңлай: тимәк, ярҙам кәрәк. Ултырған урынынан яйлап ҡына ҡалҡына ла, ғәҙәттәгесә:
– Ишеткәнһеңдер, буштың атаһы үлгән, тиҙәр бит, ике баш ҡорот биреп, фатихалап ҡына бисәңдең эргәһенә ятҡырһаң, барырға була-а, – тигән һүҙҙәрен ҡабатлай. Кейәү егете, был һүҙҙе ишеткәс, тегенең муйынына йәбешә:
– Бына һиңә тағы, минең кәләште захотел, – тип һөйләнә тей. Бәһлеүән алдында ҡурҡыуын юғалтырлыҡ булғас, көнләшеүе бик көслө булғандыр яңы өйләнгән ирҙең. Ғүмерҙә кешенең үҙенә түгел, әйберенә лә теймәгән Әкрәм иһә ҡурҡып ҡалған. Кейәү егете үҙһүҙләнеп, бараһыңмы, тип тағы ла һорай икән. Теге бахыр бер ни булмағандай, шулай ҙа бер аҙ тотлоға-тотлоға, тағы ла буштың атаһын да, ике ҡорот менән тегенең бисәһен иҫкә төшөрә лә, ризалығын һорап ҡулын һуҙа. Йәтсә кейәүҙең асыуы бөтөнләй ҡабара, бәһлеүәндең ҡаушауын һиҙеп, үрелеп-үрелеп тегенең битенә сәпелдәтә. Шулай ҙа был фани донъяла гонаһһыҙлыҡтың да сиге булалыр инде, Әкрәм, тегене сабый бала кеүек биленән генә күтәреп ала ла, магазин соланының башына сөйә лә ырғыта. Һәм бер ни өндәшмәй киң баҫып, был юлы әҙерәк тиҙлеген арттыра биреп, ҡайта ла китә. Кейәү егет сәғәттән ашыу, төшөрөгөҙ, тип иламһырап солан башында ултырырға мәжбүр була.
Тик ошо көндө генә Әкрәм беренсе һәм һуңғы тапҡыр кеше үтенесен кире ҡаҡты. Был мәл күңелендә ниндәй бурандар, башында ниндәй уйҙар ҡоторғандыр, Хоҙай ғына белә инде. Аҙнанан ашыу өйөнән сыҡманы, хәл белергә ингән кешеләргә, мендәренә ҡапланып, йөҙөн күрһәтергә оялды.
Икенсе хәл ҡыҙғанысыраҡ төҫ алды. Үрге урам клуб мөдире Мөхәррәм быны ла өй күтәрергә өмәгә саҡыра. Ғәҙәттәгесә ике баш ҡорот менән бисә эргәһенә ятҡырыуға ҡул биреп килешелә. Эш тамамланды, өй күтәрелде хәҙер. Ауыл ирҙәре менән кинәнеп ятып урамда бал һемерәбеҙ. Ундай-бындай әсе нәмәне ауыҙына ла алмаған Әкрәм, һәр ваҡыттағыса ныҡлы ғына итеп ашап алғас, ҡайтырға йыйынды. Шул саҡ мәрәкәсел Мөхәррәмдең башына бал шауҡымы менән бергә хәтәр уй ҙа килеп һуғылған бит, әй. «Нишләп ул, ир була тороп, бар ғәм алдында Әкрәмгә биргән вәғәҙәһен үтәмәҫкә тейеш әле». Был, биленән балтаһын һалдырып, көсләп-тартҡылап, Әкрәмде иҫке йортона алып инеп китте. Ҡатыны ла уның йор һүҙле, кем әйтмешләй, йоталмаһаң – һоғондорор, ҡоҫалмаһаң ҡоҫторор боевой бисә ине. Эстә ни һөйләшкәндәрҙер, Мөхәррәм, ишеген тыштан бикләп, эре генә, һыҙғырып килеп сыҡты. Бөтә ауыл ирҙәре тын да алмай ни булырын көтөп ултырабыҙ. Ике минут та үтмәне күгәне-элгесе менән бергә аҡтарып, «сороковка» таҡталарҙан эшләнгән ауыр имән ишекте күтәреп, Әкрәм күренде. Быны күреп ирҙәрҙең күҙҙәре шар булғайны. Күҙҙәре аларған тиле, ишекте баш өҫтөнә күтәргән килеш, Мөхәррәмдең алдына килеп баҫты ла, ярһыуын саҡ тотҡан үгеҙ ише, быш-быш килә башланы. Бөттө баш, Мөхәррәмде үлтерҙе был, тип уйлап та өлгөрмәнек, клуб мөдире тегенең тубығын барып ҡосаҡланы:
– Үлтерә генә күрмә, Әкрәм ағаҡайым, уйламайыраҡ шаярҙыҡ, үлтерә генә күрмә, киләсәктә табаныңды ғына үбеп йәшәрмен...
Иламһырап һөйләнгән хужаның һүҙҙәрен былай ҙа аңламаған бәһлеүән үҙе лә ҡалтырана башланы, ишеге менән бергә артына сайҡалып, ҡолап китте. Барыһы ла «шыр» ебәрҙе, янына барыусы булманы. Ҡапланған килеш бер тына ятты әле Әкрәм. Шунан әкрен генә ҡалҡынды ла, яңы күтәрелгән бураға сабып ҡуйылған балтаһын да алмай, ғәйепле бала кеүек башын аҫҡа эйеп, урам буйлап атлап китте. Ихата эсендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Ҡалған ирҙәр ҙә эстәкәнгә һалынған балға үрелмәне, барыһы ла тиерлек ҡайтыу яғына ыңғайланы. Мөхәррәм дә уларҙы ҡыҫтап маташманы, бары, уйындан уймаҡ сығарҙыҡ шикелле, тип ҡуйҙы. Ошо ваҡиғаның шаһиты булған мин, ҡапҡа бауына үрелгәс, дуҫым Искәндәрҙең кире боролоп:
– Ҡарарбыҙ әле, Мөхәррәм тиңдәш, табанын ғына үбеп йәшәрһең микән, – тип өндәшеүен нисектер бер әҙәпһеҙлек, мыҫҡыллау кеүек ҡабул итеп, дуҫыма асыуым ҡабарғайны шул саҡ.
Был хәлдән һуң Әкрәм теге лаҡапҡа әйләнгән һүҙен онотто. Мөхәррәмдең бисәһе генә, үҙен хур ҡыҙындай хис итеп, бер төймәмде ысҡындырыуым була бәрәстәй ирҙәр үгеҙгә әйләнә лә ҡуя, тип маһайып йөрөнө.
Йылдар үтте, заманалар үҙгәрҙе. Әкрәм йәшәгән ыҙбаның күрке китте, тәүҙә ҡыйығы тишелеп бөтөп юҡҡа сыҡты, аҙаҡ өрлөгө лә килеп төшкәс, бөтөнләй йәшәрлек әмәле ҡалманы. Хыялыйыбыҙ яңынан үҫмер саҡтағы ғәҙәтенә күсте, тәүҙә кемдә эш бар, шунда йүнен күрҙе, ҡышҡыһын клубтың котельный саңында буталанды, өс-дүрт ҡыш күрше ауылдағы ғәрип кенә бер ҡатында ла көн күрҙе – шулай Хоҙай биргән ғүмерен үткәрҙе. Шуныһы аяныс, тере йән эйәһенең ошо хәлдә йөрөүен күрә-белә тороп, берәү ҙә уға ныҡлы үҙ мөйөшөн табырға ярҙам да итмәне, итергә уйламаны ла. Урындағы түрәләр ҙә, минең кеүек бергә үҫкән балалыҡ дуҫтары ла, башҡаһы ла... Башҡаһы тигәндәй, Әкрәм магазин соланы башына ултыртып киткән бармаҡтай егет, Әсмәтәйҙең кейәүе Әнүәрҙән, нисек кенә сәйер булмаһын, күп изгелек күрҙе Әкрәм. Кейәү балаҡай институтта уҡыуын бөтөп, ауылыбыҙға, халыҡ теленсә әйткәнсә, уҡыған ҙур бырач булып килгәс тә, үҙ кеше булып китте. Һағыҙаҡ һымаҡ йәбешкәк кенә, үпкәсел генә булһа ла, күңеле изге булып сыҡты. Һөнәрен дә үҙе бик үҙ итте, халыҡҡа ла биргән дарыуҙарының, һалған уколдарының шифаһы килеште, йәһәннәмдә ятҡан район үҙәгенә барып дауаланып яфаланған ауыл халҡы рәхәткә сыҡты. Бер мәл ул ҡан төкөрөп ауырыған Әкрәмде лә аяҡҡа баҫтырҙы, ул ғына етмәгән, яңы ғына төҙөлгән ике ҡатлы дауаханала берәҙәк тилегә айырым бүлмә биреп ҡуйҙы, ашханаға ла иркен инеп ашай алды Әкрәм. Пенсияһы ла үҙендә ҡала ине. Яуапҡа ул балнистың ике бейәһен ҡараны: ашатты, һыу ташып эсерҙе, йәйгеһен бесән әҙерләште. Ул осорҙа был бейәләр, күҙҙәре янып, ялтырап торалар ине. Әкрәм дауахана күтәрмәһенән төшөп, ергә аяҡ баҫыуы була, ярайһы уҡ ситтә ятҡан һарайҙа бейәләр кешнәп тә ебәрә. Аяҡ тауышынан уҡ таныйҙар ине улар ҡараусыларын. Был донъяла Әкрәмде белгән йән эйәләренән иң ныҡ аңлағандары ошо дүрт аяҡлы тоғро дуҫтары булғандыр әле. Шуға үҙ туғандары кеүек күреп ҡарағандыр инде уларҙы меҫкенең. Кем белә, баш врач Әнүәрҙең кешеләрсә мөнәсәбәте, уға ышанып эш тапшырыуҙары уның күңелендә беренсе тапҡыр яуаплылыҡ тойғоһо уятҡандыр, бәлки. Бик шәп нәмә бит ул яуаплылыҡ! Ул мәлдә үҙеңдә ышаныс тояһың, башҡалар яҙмышында ла һинең әһәмиәтең, ҡыҫылышың бар икәнен аңлайһың. Аҡыллылыҡ менән тилелекте айырыусы төп сифат ошо түгел микән?
Тыумыштан бәхетең булмаһа, бәхет менән бәхетһеҙлекте айырмаҫ тилеме һин, алтындай аҡылың бармы, миңә тимәгәй күктә йөҙөп йөрөмәйһеңме, бәхеткә йәлсемәһәң йәлсемәйһең дә ҡуяһың инде. Әкрәм дә шулай, дауаханала ике йыл кешесә генә йәшәгәйне, яҙмышы бөтөнләй икенсе тарафтарға бороп алды ла китте.
Йылдар үтеп, заманалар үҙгәргәйне шул. Гармунынан башҡа артыҡ йөк күтәрмәгән «завклуб» Мөхәррәмде ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеләр. «Үҙ кеше үҙ булыр әле» тип һөйөнһәк тә, ситтән килеп эшләгәндәр барыбер арыу булған икән, тип уфтаныштыҡ аҙаҡ. Бесәнлектәрҙе тарайтты, көтөүлектәрҙе ҡыҫҡартты. Хатта бер мәл, дәүләткә артыҡ һөт һалып бармағас, ауыл уртаһынан ағып ятҡан йылғаға, ҡоротаһығыҙ тип, ҡош-ҡорт, быҙауҙарҙы төшөрмәй бер булды. Уның урынына һин-мин эшләгән колонкалар боҙолоп, яңы «шишмәләр» хасил булып бөттө. Сабатаһын түргә элгән тиңдәшебеҙ халыҡ һүҙенә онотҡанда бер генә ҡолаҡ һала башланы. Өҫтәге түрәләргә ошаҡ ташыуҙа би-ик алдынғы булды, уныһын әйтәһе түгел. Шул бит инде Әкрәмде психодиспансерға алып барып тыҡты. Ни ғәйебе булғандыр инде ул хыялыйҙың. Тәүҙә, Әнүәр үҙендә ҡол тота, өйөндәге бар эшен зәғиф кешенән эшләтә, тип баш табибҡа ағыуын сәсте, милицияға ла хәбәр итеп маташты. Кейәүҙең өҫтә үҙенең кешеләре булдымы, был юлы бик ел-буран уйнаманы. Ҡуштандарынан, дауаханала аҡылға зәғиф кеше йәшәүе санитар ҡағиҙәләренә лә, әхлаҡ нормаларына ла тап килмәй, дауаланыусылар Әкрәмдән ныҡ ҡурҡа, тигәнерәк йөкмәткеле хат яҙҙырып, министрлыҡтан тикшереү килтереүгә өлгәште. Һәм маҡсатына иреште. Әкрәмде, изге күңелле ауылдашын, йәшәр урын йүнләр урынға, иҫәрҙәр йортона ебәрҙе. Ебәрҙе тип әйтеүе генә анһат. Йыраҡҡа китерен аңлаған Әкрәм ныҡ итеп ишектәрен бикләп ат һарайына йәшенде. Ишекте ҡайырып астылар асыуын. Шунан өлкән бейә – Бурылдың муйынын урап тотҡан ҡулдарын ысҡындыра алмай бер булдылар. Бер йүнһеҙе шырпы һыҙып бармаҡтарын да бешереп ҡараны. Алдау-юхалауға ла барманы. Күҙе быяла булып ҡатҡайны хыялыйыбыҙҙың. Тартҡылашыуҙа ҡатнашмаһам да, шунда үҙем дә йөрөнөм бит инде, балалыҡ дуҫымды яҡлап бер һүҙ әйтһәмсе. Алдағы яҙмышындағы билдәһеҙлек мине лә өркөткәндер, барыр ерендә уға һәйбәт булыр, тип тә уйлағанмындыр инде. Аптырағас Әнүәрҙе саҡырҙылар. Ул бөтәбеҙҙең дә һарайҙан сығыуҙы һораны. Эстә ни һөйләшкәндәрҙер, бер мәл яңғыҙы ғына килеп сыҡты ла: «Хәҙер сығыр, атҡа бесән һалһын да», – тине лә дауаханаһына инеп китте. Ысынлап та, бесән ҡыштырҙаған, бейәләрҙең еңелсә кешнәгән тауыштары ишетелде. Бер аҙҙан Әкрәм күренде. Йөҙҙәре ағарып, кәүҙәһе бәләкәсәйеп ҡалғандай ине уның. Иламаны, тирә-яҡҡа боролоп хушлашып ҡаранманы ла, ишеге асыҡ машинаға инеп ултырҙы ла яҫы устары менән битен ҡапланы. Яҙмышына күнде булыр. Ошо киткәненән башҡа ҡайтманы Әкрәм.
Әкрәмдең үлеп ҡалыуын бисәм ҡайтып әйтте. Почта тирәһендә уралғанда ишеткән. Үлем хәбәренән бигерәк Мөхәррәмдең диспансерға, үҙегеҙҙә күмегеҙ, ауылда туғандары юҡ, тип яуап биреүе шаңҡытты. Күрәһең, тегеләр әҙәп һаҡлап, тәрбиәләнеүселәре үлгәс, хакимиәткә һорап шылтыратҡандарҙыр. Әлдә хакимиәт эргәһендә һаҡ ҡолаҡтар бар, кемеһелер ишетеп ҡалған, шул килеш шыма ғына үтер ҙә китер ине. Белмәй ҙә ҡалыр инек. Ауылда Әкрәм онотола ла башлағайны инде. Тик миндә түгел. Тимерғәле тигән иптәше быйыл ике тапҡыр миңә төбәп хат яҙғайны. Мине яҡын күргәндер, миңә ышанған булғандыр инде мәрхүмең. Һуңғы хаттың килеүенә күп тә үтмәне, ай самаһылыр, сәсеүгә төшмәгәйнек әле. Баҫыу эшен бөтөргәс барып хәлен белеп килермен тип ниәтләгәйнем дә бит, шайтан алғыры, донъя мәшәҡәте тигән булып... Һуңланылды. Хатта яҙылған хәл кисектергеһеҙ ине бит. «Мөмкинлегегеҙ булһа алып ҡайтығыҙ, туғанығыҙҙы (и-их, туғаным тип әйткәндер инде мине, йөрәкһеҙҙе) туҡмап харап ҡына итәсәктәр,» – тиелгәйне унда. Үлем хәбәрен ишеткәс, кәңәш-төңәш итәйем тип, тәүҙә Өфөлә йәшәүсе Искәндәр дуҫыма шылтыраттым. Ни тиһәң дә, бергә үҫтек бит.
– Һеҙ нимә, мотлаҡ алып ҡайтып ерләргә кәрәк, – тине ул. Шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Иҫләйһеңме, өйөн күтәрткәндә Мөхәррәм Әкрәмгә табаныңды үбеп йәшәрмен, тип тубыҡланғайны. Башлығығыҙға шуны иҫенә төшөр, иртәгә мин дә ҡайтып етермен.
Барып инеү менән башлыҡтың яғаһына барып йәбештем. Теге ҡаушап ҡалды.
– Кем һиңә хоҡуҡ бирҙе? Тереләй ҡыуып ебәреүең етмәгән, хәҙер үле килеш ҡайтырға рөхсәт юҡмы,– ярһыуымды тыйып алырлыҡ түгел ине. – Килеп сыҡмаҫ! Давай машина, үҙем барып алам.
Ни тураһында һүҙ барғанын аңламайыраҡ торҙо Мөхәррәм:
– Нимә кәрәк һиңә? Нимә власть кешеһенә йәбешәһең? Төрмәгә ултырғың киләме ни?
– Һине ултыртырға кәрәк бына, Әкрәмдең башын ашағаның өсөн.
– Ә-ә... Хыялый артынан килдеңме ни? – Хәбәрҙең ауылға таралып өлгөргәнен аңлап алды был.
– Эйе, ошо ауылда тыуған ошо ерҙә ерләнергә тейеш, тип килдем. Әсәһе янында уның урыны. Машина бир, барып алам, – тегегә тын алырға ла ирек бирмәйем.
– Бензин юҡ, машина бензинһыҙ йөрөмәй, ә бензинға, – кошелегын килтереп сығарҙы , – мәни-мәни кәрәк.
– Ебәргән саҡта бер ҙә аҡса һанап торманың бит.
Тынлыҡ урынлашты.
– Тәүҙә тынысланып ултырайыҡ әле, Зәйни тиңдәш, уйлашайыҡ.
– Машина бирәһеңме, тәүҙә шуны әйт.
– Ҡалай бер һағыҙаҡ кеүек, уйлашайыҡ тим, – бер сама йомшарҙы был. – Алып ҡайтыр булһаҡ, тәүҙә диспансерға хәбәр итәйек.
– Машина бирәһеңме, тәүҙә шуны әйт, – мин бер үк һүҙемде ҡабатланым.
– Әйттем бит, бензин юҡ тип, ана күрше райондан ауыл көтөүенә племенной үгеҙ алып ҡайтырға кәрәк, шуны барып алырлыҡ та бензин юҡ, – был юҡ-бар мәшәҡәтен таба башланы.
– Причум бында үгеҙ, кәрәк булһа, ҡыуалап ал да ҡайт. Миңә Әкрәмде алып ҡайтырға транспорт кәрәк, аңлайһыңмы, юҡмы, – тағы ла ярһый башланым.
– Ярай, алып ҡайттыҡ та ти Әкрәмде, – йомшаҡ ҡына һөйләп аңлатмаҡсы булды был. – Быға ауыл халҡы нисек ҡарар һуң, район етәкселеге ни әйтер? Бер иҫәрҙе ҡалай ҙурлайҙар тимәҫтәрме? Үлгән-үлгән инде, ҡайҙа ятһа ла барыбер түгелме ни?
Ярһыуымды тыйып тыныс ҡына әйтеп ҡуйҙым:
– Иҫләйһеңме, бер заман, Әкрәмдең тубығын ҡосаҡлап, үлтермә, табаныңды ялап ҡына йәшәрмен, тип үтенгәйнең. Шунда үлтерергә кәрәк булған һине, – был маңҡорттан эш сыҡмаҫ тип ҡуҙғалырға булғайным, Мөхәррәм һикереп торҙо:
– Ҡалай сығынсыҡ ат кеүек тулап алаһың да китәһең, уйлашайыҡ әле, бер әмәле сыҡмаҫ тиңме ни...
– Ауыл бөтмәгән, үҙебеҙ бер әмәлен табырбыҙ әле, – тинем дә сығып киттем.
Ун минуттан иҫке автобусы менән Мөхтәр килеп тә етте. «Һә тигәнсе бензинын да таптылар, срочно эш бармы әллә, Зәйни ағай?» – тип йылмая уныһы, яраға тоҙ һалып.
Диспансерға Мөхәррәм шылтыратҡан. Барыуыбыҙға мәйетте йыуып, кәрәкле ҡағыҙҙарын әҙерләп ҡуйғайнылар. Мәйетте күреп йөрәгем өшөп китте. Кәүҙәһе шул тиклем бәләкәйләнгәйне. Сирыш баҫҡан йөҙө, ап-аҡ сәсе ҡарт бер бабайҙы хәтерләтте. Ике йыл эсендә кеше шул тиклем үҙгәрә икән.
Әкрәмдең нисек үлеүен беләйем, һуңғы үтенес һүҙҙәре булманымы, тип хужаларына индем. Ҙур ҡорһаҡлы әҙәм, мине тыныс ҡына тыңланы ла:
– Үгеҙ һөҙөп үлтерҙе. Бигерәк йыуаш ине бит, – тип битараф ҡына яуап бирҙе. Әйтерһең, тыуғас та маңлайына шулай яҙылған да, ҡәтғи рәүештә ғүмере шулай бөтөргә тейеш булған.
Ауыр тойғолар менән автобус янына килһәм, күҙлекле йолҡош ҡына бер әҙәм көтөп тора. Һөйләшкәндә йырлап һөйләшкән кеүек, шуға көләме ул, илаймы – аңлап булмай. Миңә хат яҙыусы Тимерғәле булып сыҡты. Сәйер кешеләргә хас хәрәкәт менән ышыҡ урынға саҡырҙы. Артынан эйәреп барҙым. Ҡуйынынан был һаҡ ҡына, бөгәрләнеп бөткән ниндәйҙер журнал битен килтереп сығарҙы ла миңә һондо:
– Ошо ҡағыҙ битен бирмәгән өсөн, старший воспит менән ҡылый күҙ Шериф туҡмап үлтерҙе. Ҡуйынына йәшерҙе лә тәки бирмәне. Бирһә лә булыр ине, мужит, үлтермәҫтәр ине...
Тимерғәленең башҡа һүҙҙәрен ишетмәнем. Журнал битенә күҙ һалғас, быуындарым йомшарып, күҙ алдарым ҡараңғыланды. Унда, ғүмер өҙөрлөк ҡағыҙ битендә... бала ҡулы менән эшләнгән ат һүрәте ине...
Уйланып килеп ауылға ҡайтып ингәнде лә һиҙмәгәнмен. Мөхтәрҙең гөрөлдәп сыҡҡан тауышы хәтирәләр, уйҙар солғанышынан тартып алды:
– Ҡайтып еткәнсе йоҡланың да ҡуйҙың, ә, Зәйни ағай. Грузды ҡайҙа, кемгә алып барып бушатайым?– тип йылмая, аңһыҙ.
– Йоҡлағанмын, ғүмерем буйы йоҡлағанмын, – тинем дә, ҡырыҫ ҡына өҫтәп ҡуйҙым. – Беҙгә!
Әкрәмде ҡәҙерләп күмдек. Беҙҙең йортта өсөн дә, етеһен дә бергә уҡыттыҡ. Йыназаға тилекәйҙе белгән ярайһы уҡ ауылдаштар йыйылғайны. Өфөнән Искәндәр ҙә ҡайтып өлгөрҙө.
Зыяраттан ҡайтырға сыҡҡас, артымдан ҡалмай сип-сип килеп осҡан бер сәпсек иғтибарымды үҙенә йәлеп итте. Әкрәмдең йәне шулай осоп һөйөнәлер, тип тегене, күҙ яҙлыҡтырмай ғына ҡарап ҡайттым. Бер мәл был ҡапыл өҫкә – күккә атылды. Быны күҙләп күккә ҡарап баҡтым һәм... үҙемдең күҙемә үҙем ышанмайым: арыған ҡояш янында күпме сатҡылар емелдәшә. Эйе, йондоҙҙар бит былар! Ҡарт ҡояш яҡтылығы йондоҙҙар балҡышын ҡаплай алмайҙыр инде күрәһең. Минең күҙгә лә салынға-а-ас...
Бер аҙнанан һуң зыяратта тағы бер ҡәбер ҡалҡып сыҡты. Башлыҡ Мөхәррәмдеке ине ул. Уны ысынлап та үҙе алып ҡайтҡан нәҫел үгеҙе үҙ һыйыры артынан эйәреп килгәнендә һөҙөп үлтергәйне. Осло мөгөҙ, ташҡа үлсәйем, күҙенән инеп мейегә үткәйне. Йыназала бар ауыл булған, оло-оло түрәләр ҙә килгән. Тик мин барманым, аяғым тартманы.
...Йәшәү дәүеремдә беҙҙең ауылда өс хыялый булды. Шуларҙың береһе Әкрәм ине. Юҡҡа ғына был фани донъяла ул үҙ урынын яҡшы белде шул... Бөтә хыялыйлығы ла шунда ине.
Мөнир ҠУНАФИН 17.01.– 23.01.07.