Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Июль 2021, 10:29

КҮБӘЛӘКТӘР МЕНӘН КИТӘМ

- Мин ҡайҙа әле ул? - Уффф, ҡыҫыҡ... Һауа етмәй!!! Юҡ, былай булмай, бынан нисек тә сығырға кәрәк. Ыһһһ! Шыуып ҡарайым әле. Ҡалай рәхәт булып китте. Мин сыҡтыммы әллә? Мин иректә, ахыры. Уффф, ниһәйәт, иркенлек!

КҮБӘЛӘКТӘР МЕНӘН КИТӘМ
КҮБӘЛӘКТӘР МЕНӘН КИТӘМ

- Туҡта! Ә бында кем ята? Бәй, ул миңә оҡшап тора! Текләберәк ҡарайым әле: мин дә инде! Хәҙер икәү булдыммы ни?! Мөғжизә! Был нисек була инде?
- Ә ниңә ярты битем ҡаплаулы, ауыҙымда, танауымда әллә ниндәй шлангылар? Был аҡ халатлылар ни эшләп тора? Врачтармы әллә? Ана, бер йәш ҡыҙ беләгемә ниҙер ҡаҙаны. Йүгерешә башланылар.
- Эййй, мин бит бында! Алло! Ишетәһегеҙме? Миңә ҡарағыҙ әле! Мин өҫтән һеҙгә ҡарап торам бит.
Аппараттарҙы һүндерҙеләр, ситкәрәк алдылар. Врачтар сығып китте.
- Нишләп мине ташланығыҙ??? - Туҡтаманылар. Һы! Ҡолаҡ та һалманылар.
- Бөтәһе лә мине ҡалдырҙысы. Яңғыҙыма ҡурҡыныс. Өшөтөп китте. Ҡылтырата. Әле мин нишләп торам, йөрөп киләйемме икән? Ә ҡайҙа барам?
- Эййй, ишекте асығыҙ, мин дә сығам! Ҡысҡырам, ҡысҡырам, бер кем дә килмәйсе! Ҡана, әле нисек торам һуң? Бәй-бәй, оса беләм икән дәһә!
Әллә ҡайҙан алыҫтан яҡты нур килә. Йылы. Шунда барғым килә. Стена аша үтәнән-үтә осоп сыҡтым да киттем. Ҡыҙыыыҡ! Элек төштә генә оса инем, ҡалай йәтеш икән. Фантастика! Ә үҙе рәхәәт!
- Ирем, балаларым юғалтҡандыр инде, осоп ҡына эргәләренә барайым әле.
- А-а-а-на бит, хәләл ефетем машинала баҡсаға китеп бара. Эргәһенә килеп ултырҙым, иғтибар итмәй. Бигерәк ҡыҙыҡ кеше лә инде, миңә ҡарамай ҙа, елдерә генә. Телефоны шылтыраны. Алды. Төҫө боҙолодо. Машинаһын шап итеп ҡапыл туҡтатты.
- Ипләп, саҡ башымды бәрмәнең дәһә! Ауыр итеп тын алды. Башын рулгә һалды. Күҙҙәре йомоҡ. Көрһөнөп ҡуйҙы.
Машинаһын урынында килеш зыр әйләндереп, кирегә борҙо. Ҡалаға ашыға.
- Нишләйһең?! Шумахер булдыңмы әллә? Өндәшмәй Ҡара янып сыҡты.
- Ярар, һөйләшмәһәң һөйләшмәйһең инде, ҡыҙҙарым янына осайым.
- Әсәйем янына больницаға барайым, - тип ҡыҙым тауыҡ һурпаһы бешереп йөрөй. Маладис та инде, асыҡҡайным шул.
Йөрәкте өшөтөп, ҡапыл телефон шылтыраны, половнигы ҡулынан төшөп китте.
- Юҡ!!! Булмаҫ!!! - Илай башланы.
Сәстәренән һыйпайым, тик, нишләптер, миңә хатта боролоп та ҡарамайсы.
- Мин өйҙә бит, ҡыҙым. Еҫенә лә туйҙым инде, ашағандай булдым. Рәхмәт, балам!
- Ниңә улай ярһып илайһың?! Ни булды? Ҡысҡырма улай! Баланың ҡотон осораһың бит!
- Эй, ейәнсәремде, бәләкәс кенәмде, иҙерәп йоҡлап ята бит әле ул! Ҡана, одеялыңды рәтләп ябайым әле.
- Ниңә береһенең дә кәйефе юҡ? Килеп тороп - илашалар. Күңелһеҙ булып китте.
- Туғандарҙы ла күптәнән күргән юҡ ине, барып етәйем әле. Ҡыҙыҡ! Былай осоуы еңел икән, тиҙ арала әллә күпме ер үтәһең. Рәхәәәт!
Һеңлемдең күҙҙәре ҡыҙарып бөткәнсе.
- Ай, туғаным, йөрәгең уҫаҡ япрағындай дерелдәп тора. Сеү, тыныслан, йоҡла, йоҡла! - Ҡулдарыңдан тотоп бер аҙ яныңда ултырып торайымсы.
Тағын осам. Төнгө тын һауа. Иркенлек. Күктә йондоҙҙар ниндәй. Ҡала, ауылдарҙа уттар балҡып яна.
- Ә ниңә иң бәләкәй һеңлем балконында йөрәк ярғыс һыҡтау сығарып тора?! Кил миңә, тубырсығым, йомшаҡ йылы ел булып ҡосаҡлайым, арҡаңдан бер наҙлап ҡына яратайым! Илама, туғаным, илама, иртәгә бит яңы көн тыуа.
Һыҙылып ҡына таң ата. Ҡояш ҡалҡа. Иртәнге сафлыҡ. Ә мин осаааам!!!
- Йә, Раббым, беҙҙең донъя шулай киң, матур икән! Ниндәй хозурлыҡ!
- Ай, үҙемдең һеңлекәштәр, егәрлеләр ҙә инде! Бына бит, быныһы таң һарыһынан бәрәңге күмеп йөрөй. Ҡулына ҡул эйәрмәй. Ҡояш ҡыҙҙырғансы эшен тамамлайым, тип тырышыуылыр инде.
- Туғаным, исмаһам, күккә бер ҡараш ташла әле. Әсәйем, мәрхүм, кеше үлгәс тә өс көнлөк эше ҡала, ти ине. Бер аҙ ғына тын алсы... Ҡара инде! Бынау төйлөгән менән ҡушарлап һинең баҡса өҫтөнән инде өсөнсөгә яйлап ҡына әйләнәм. Аҫҡараҡ төшәйем әле.
- Апай!!! Һинме? Ыһ-һ-һ! - Тәпкеһенә таянып, ҡатып ҡалды. Шаңҡыны.
- Ай, Алла, әллә ҡурҡҡыттым инде! Мин һине шундайын һағынғайным шул. Бар, һыу эсеп ал! Йөрәгең урынынан ҡупмаһын.
- Йыһандарға ос, апай! - Ҡул булғаны. Ә мин ары осам.
- Урман-тауҙар, йылға-күлдәр аша осам. Икһеҙ-сикһеҙ иркенлек. Ҡайҙа ҡарама йәшеллек, аллы-гөллө сәскәләр. Иҫ киткес гүзәллек!
- Йә сиин.. Үәл-Ҡурьәәнил- хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин.Ғәләә сыйраатыим-мүстәҡиим. Тәңзиләл ғәзиизи-рраахиим...
- Ҡайҙан килә был шундай яҡын моңло тауыш? Тирә-яҡты байҡайым. Тыуған өйҙән, атай нигеҙенән сыға икән был ғәзиз көй.
Бына тыуған урамымда баҫып торам.Тышта бөгөн иҫ киткес ғәжәп күренеш: урамыбыҙ беҙ яратҡан сыбар күбәләктәр менән тулған. Торғаны бер мөғжизә!
- Эй, туғаным, һөрт күҙ йәштәреңде! Мин шул тиклем сәхрәлә йөрөп ятам бит. Әйҙә, сыҡ һин дә, ятма өйҙә. Ҡара әле, күбәләктәр тигәнем - ете быуын мәрхүм булған ҡартатай-өләсәйҙәр, әбей-бабайҙар икән, әсәйем менән атайым да йылмайышып тәҙрә янында баҫып торалар. Мине күреүгә барыһы ла инде шатланалар, инде шатланалар! Әле береһе, әле икенсеһе килеп ҡосаҡлап яратып китә. Йылмаялар.
- Ҡыҙыбыҙ ҡайтҡан, оло ҡыҙыбыҙ ҡайтҡан! Ҡаршы алығыҙ! Апайығыҙ беҙҙең янға килде бит!
Йүгереп йөрөп урамға табын ҡора башланылар. Ә ҡустымдар шарҡылдашып көлөп, тотош уйнай.
- Апай, әйҙә, ҡушыл! Үҙебеҙҙең ғәзиз урамыбыҙ кинәнгәнсе уйнап ҡалайыҡ. Тоталмайһың, тоталмайһың! Ҡыуып ет, апай!
- Ай, шилмалар, өйәңкене уратып тик йөрөйһөгөҙ бит! Йә, етеп торор инде, арыныҡ. Әйҙәгеҙ, бынау яратҡан күтәрмәбеҙгә килеп ултырып, күләгәлә ял итеп алайыҡ әле.
- Дөп-дөп-дөп! Сабыр бул, туғаным, йөрәгең атылырҙай булып тибә. Түшеңә ҡулымды ҡуйып, еңеллек бирәйем, аяҡтарың һыҙламаһын, ыуыштырып алайым.
- Көнө буйы бар туғандарҙы күреп, осрашып, бергә булыу шулай рәхәт! Мин уларҙан ҡалмайым инде, бергә осам... Күбәләктәр менән китәм...
Туғандарым, ғәзиз балаларым,
Һеҙҙе тағын бер күрһәң ине.
Тыуған ауылым, атай нигеҙе
Һеҙгә тағын бер ҡайтһаң ине...
- Йә сиин.. Үәл-Ҡурьәәнил- хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин.Ғәләә сыйраатыим-мүстәҡиим. Тәңзиләл ғәзиизи-рраахиим...
- Ҡанға һеңгән доғаны көн дә яратып тыңлайым. Күңелгә рәхәт булып китә. Өйөм нурлана, яҡтыра, киңәйә...


Авторы: Нафиҡова-Ғәбитова Гөлназ.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: