Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Июль 2021, 10:09

ЯҢЫ ЙЫЛ БҮЛӘГЕ

Гөлсибәр, ниһайәт, йорт эштәрен бөтөрөп, үҙ бүлмәһенә инеп, көҙгө ҡаршыһына ултырҙы. Болоттай ҡабарып торған ҡара сәстәрен ысҡындырып, битенең макияжын лосьон менән һөртөп алды. Бер тын көҙгөләге үҙенә иғтибар менән ҡарап ултырғандан һуң, аҡҡош мамығылай күпереп торған түшәгенә барып ятты.

ЯҢЫ ЙЫЛ БҮЛӘГЕ
ЯҢЫ ЙЫЛ БҮЛӘГЕ

– Аллаға шөкөр, бөгөнгө көнөм дә имен-аман ғына үтеп китте, – тип һөйләнде ыңғайында, – эй Хоҙайым, доға ла уҡый белмәйем, исмаһам, – тип үҙ-үҙен шелтәләп тә алды. – Хоҙайҡайым, инде һорана-һорана теңкәңә тейеп бөткәнмендер... Кемем бар?! Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан, тигәндәй, күҙ төбәп кемгә барайым да кемгә һөйләйем хәлдәремде... Асыуланһаң да, нитһәң дә – һинең ихтыярың, ҡаршы өндәшергә хаҡым юҡ...

Гөлсибәр, тәҙрәгә йылмайып ҡарап торған тулған ай менән күҙгә-күҙ ҡарашып, уйҙар диңгеҙенә сумды. Ошо уйҙарҙан ҡотолоп, ятыу менән йоҡлап китһәң икән дә ул... Ҡотолоп буламы һуң уларҙан?! Унан кире, минең уйҙарымды бүтән кем уйлаһын, ти. Ана, өлкән улы, бөгөн көтмәгәндә өйләнергә ниәте барлығын әйтеп һалды. Үәт һин аны, шилманы, тормошланыуы анһат тип уйлай микән?.. Ә бәләкәсе, шул шаянлығы арҡаһында инде, бөгөн йәнә көндәлегенә шелтә яҙҙырып алып ҡайтҡан.

– Әсәй, бушҡа башыңды ауырттырма, – ти ул. – Подумаешь, Айгөлдөң сәсенән тартҡанмын, Илгизде ҡыҙҙар бәҙрәфенә индереп бикләгәнмен...
Йә, ярай, иртәгә йәнә эшкә... Гөлсибәр икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты. Тик күҙендә йоҡо тигән нәмәнең әҫәре лә юҡ.

– Эй Хоҙайым, бөтә һынауҙарға ла бирешмәм, тик донъялар ғына имен торһон, балаларым һау-сәләмәт, бәхетле, оҙон ғүмерле, тәүфиҡлы булһындар. Үҙҙәренә яҡшы тормош иптәштәре табып, ғаиләләнеп, тигеҙлектә, байлыҡта йәшәһендәр. Үҙемә ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхете тейһен... – тип үҙ алдына һөйләнеүен дауам итте ул. – Ә үҙемә Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән сәләмәт булып, ошо бәхеттән ҡалмаһам, үлем түшәгендә оҙаҡ ятмаһам, миңә ни ул башҡа бер нимә лә кәрәкмәй. Бәрәкалла, бәрәкалла! Мин, ҡырҡты саҡ аша атлап үткән алмалай ҡатын, һикһән йәштәге ҡарсыҡ кеүек нәмә һөйләп ятам? Мин үҙемде бер ҙә ҡарт тоймайым. Йәшерен-батырын түгел, яратҡым, яратылғым да килә лә бит, тик әлегә мәле етеңкерәмәгән, ахыры... Балалар ни улар бөгөн бында, иртәгә тегендә, тигәндәй, ҡанаттары нығындымы, ояһын ташлап, осоп сығып киткәнен күрмәй ҙә ҡалырһың... Шунан, бер ауыҙың бешкәс, һыуыҡ сәйҙе лә өрөп ҡабаһың, тигәндәй, кем белә, Хоҙай Тәғәлә тағы ла ниндәй көтөлмәгәнлектәр әҙерләгәнен. Ана, йыраҡ йөрөргә түгел, күршеһе Сөмбөл, шулай яңғыҙ ҡалмайым тип, бер ир индергән ине, ике ай ҙа тора алманылар.

 

Йәшерен-батырын түгел, йүнле ир яңғыҙ була тиме ни? Бәләләренән баш-аяҡ...
Гөлсибәр хуш еҫ аңҡып торған түшәктәренең береһен баш аҫтына һалып, икенсеһен ҡосаҡлап, рәхәтләнеп йоҡлап китте.
Шулай һәр көн бер үк нәмә ҡабатланып, ваҡыт, кешегә һанап ҡына биргән алтындан да ҡәҙерле көндәрен май шәмендәй өрөп һүндереп, бәндәнең ғүмерен ҡыҫҡарта.

* * *
Гөлсибәр эштән һуң магазинға һуғылды ла, йәшел утҡа сығып өлгөрәйем тип, ашығып юл аша сығып барғанда, ҡаршыға килгән бер ир уның яурынына ҡағылып:
– Зинһар, 28-се йорттоң ҡайһы тирәләрәк икәнен әйтмәҫһегеҙме икән? – тип һораны. Көтөлмәгән был хәлгә Гөлсибәр тертләп китте. Бер аҙға ир менән ҡатындың ҡараштары осрашты. Ул арала ҡыҙыл ут янды, һәм улар ҡап юл уртаһында тороп ҡалдылар. Машиналар ике яҡтан геүләп хәрәкәт итә башланы.
– Ғәфү итегеҙ, машина хәрәкәтенә минең башым әйләнә, – тип таныш түгел ирҙең ҡулына тотоноп, күҙҙәрен йомдо Гөлсибәр.
Таныш түгел юлсының хуш еҫле одеколоны ҡатындың танауын ҡытыҡлаттырып, башын нығыраҡ әйләндерҙе. Ниһайәт, йәшел ут янды, ир кеше уны юл аша алып сыҡты ла:
– Берүк ғәфү итә күрегеҙ инде. Әллә нисек килеп сыҡты. Оло юл уртаһында, кеше ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, юҡ-бар хәбәр һорашып торам, – тине өҙгөләнеп.
– Йә, ярай, зарар юҡ. Инде башымдың әйләнеүе лә үтте. Борсолмағыҙ!.. Мин дә инде... ҡапыл... көтмәгәндә...
– Берүк ғәфү итегеҙ...
– Ярай, етер инде ғәфү үтенергә, икебеҙ ҙә ғәйепле. Юл ҡағиҙәһен белмәгән бала-саға кеүек, – тине, ниһайәт, ҡаршыһында торған иргә иғтибар менән ҡарап, Гөлсибәр.
– Әгәр ҙә рөхсәт итһәгеҙ, мин һеҙҙе өйөгөҙгә тиклем оҙатып ҡуйыр инем.
– Рәхмәт, ул тиклеме кәрәкмәҫ. Ҡайтып еттем, бына, ошо кафе өҫтөндә йәшәйем мин, – тип йылмайҙы ҡатын, туғыҙ ҡатлы йортҡа күрһәтеп, бит алмаларына нәзәкәтлек өҫтәп матур ғына соҡорҙар хасил булды.
– Улай булғас, үҙ ғәйебемде аҡлау йөҙөнән, һеҙҙе ошо кафеға ҡәһүә эсергә саҡырам.
– Рәхмәт, кинәнеп риза буласаҡмын, сөнки ышанһағыҙ – ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ, ошонда ун биш йыл йәшәйбеҙ, ә шунда бер тапҡыр ҙа инеп сыҡҡаным булманы.
– Ысынлапмы?
– Ысынлап!..
– Тик бына... беҙ һеҙҙең менән бөтөнләй таныш түгелбеҙ, икенсенән, һеҙҙең баяғы һорауығыҙға яуап бирә алманым.
– Мин нимәлер һораным?
– Әлбиттә, әллә оноттоғоҙ?!. – Ҡатын йөҙөн етдиләтте.
– Юҡ, юҡ, шаярттым, әлбиттә, онотманым. Ә танышыуға килгәндә, минең исемем Таһир, – тип ҡулын һуҙҙы ир.
– Гөлсибәр.
– Гөлсибәр! Мөғжизә, беренсе тапҡыр шундай исеменә есеме тап килгән кешене осратам.
– Ярамһаҡланмағыҙ, арттырмағыҙ ҙа...
– Ихлас күңелдән, ысынлап...
Кафеға ингәс, Гөлсибәр Таһирҙы башынан аяғына тиклем иғтибар менән ҡарап сыҡты: бөхтә итеп кейенгән. Бындай ҡупшы ир, моғайын, яңғыҙ түгелдер, тик ниңә... Бәлки?.. Ул арала Таһир тәм-том менән ике сынаяҡ ҡәһүә алып килде.
– Рәхим итегеҙ!
Гөлсибәр, бит алмаларын соҡорландырып, йәнә йылмайҙы:
– Рәхмәт!
Таһир тәм-томдо Гөлсибәрҙең алдынараҡ күсерҙе:
– Етешеп ултырығыҙ, – тине, – бәлки, “һин”гә күсербеҙ, әтеү...
– Мин ҡаршы түгел, һин икән, һин булһын. Әтеү, ысынлап та, сит кешеләр кеүек.
– Ҡалай йәтеш әйттең, “сит кешеләр кеүек” тип. Ни өсөндөр мин һине бик күптәнән беләм кеүек. Юл аша сыҡҡанда ла ҡаршыма килгән әллә нисә кеше араһынан мотлаҡ һиңә генә мөрәжәғәт итеүем дә юҡҡа түгелдер бит, һин нисек уйлайһың? – Таһирҙың йөҙө нурланып китте.
Гөлсибәр, сынаяғын алдынан күсереп:
– Ярай, хәҙер таралышһаҡ та була, рәхмәт, – тип, хушлашырға ҡулын һуҙҙы. Таһир яңы ғына танышҡан һылыу ҡатындың нәфис ҡулдарын усына ҡыҫып:
– Әрһеҙ тимә, тик минең һис киткем килмәй, Гөлсибәр! – тине.
– Һин мине дөрөҫ аңламаның шикелле, ҡәһүә генә эсәбеҙ тигәйнек... Һине лә, мине лә өйҙә юғалтҡандарҙыр.
– Минең бында өйөм дә, һағынып көтөп ултырған кешем дә юҡ. Әсәйемде иҫәпләмәгәндә, – тине Таһир.
– Кит әле, шаяртма... Был ваҡытта мин күптән өйҙә булырға тейеш кеше... – Гөлсибәр нимә эшләргә лә белмәне.
– Һине көтәләр, ә һин бында башы әйләнеп, аҙашҡан бер юлсы менән...
– Эйе, эйе, беренсенән, аҙашҡан, икенсенән, бер кемгә лә кәрәкмәгән, өсөнсөнән, әйткән һүҙендә тормаған. – Гөлсибәр ихлас көлдө.
– Нисек инде һүҙендә тормаған? – Таһир сәмләнеп китте.
– Ҡәһүә генә эсәбеҙ ҙә һаубуллашабыҙ, тинең.
– Һаубуллашабыҙ, тимәнем, ә ҡәһүә эсәбеҙ, тинем...
– Йә, ярай, ярай... Таһир, ысынлап та, мине өйҙә көтәләр.
– Һинең өсөн борсолоп, һағынып көтөп тороусыларың булһа, һәйбәттер ул, – Таһирҙың күҙҙәрендә һағыш билдәләре сағылды.
– Әлбиттә. Һин әллә ысынлап та?
Таһир өндәшмәне.
– Ҡарап торғанда бер ҙә яңғыҙға оҡшамағанһың. Кит, шаяртаһыңдыр, һеҙ, ирҙәр, бөтәгеҙ ҙә өйҙән сығып китһәгеҙ, егеткә әйләнәһегеҙ.
– Был ғәйепләүең минең адресҡа түгел.
– Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр күргән кеше тураһында бер нимә лә әйтә алмайым, хаҡым да юҡ, яңылышыуым да ихтимал ... Әгәр ҙә... Ғәфү ит!
– Әгәр ҙә тыңлағың килһә, һиңә бер ғибрәт һөйләйем. Ирҙәрҙе яҡлап, ҡатындарҙы яманлағым килгәндән түгел, – Таһир ҡарашын бер нөктәгә төбәп һөйләй башланы.
– Мин өйләнгәндә, иң яҡын дуҫым Харистың үҙ эшен асып, яҡшы ғына күтәрелеп киткән мәле ине. Өс ҡатлы коттедж төҙөтөп, ғаиләһе менән шунда, ҡала ситенә күсте. Унда юҡ нәмә үҙе юҡ: сауна, джакузи, бассейн, бильярд, спорт залдары. Йорт эсе музейҙы хәтерләтә ине. Һәр байрамды үҙенә саҡырып алып, шунда “полный катушка”ға байрам итә инек. Һуңыраҡ уңайһыҙланыу ҙа үтте. Уға нимә – аҡсаһы иҫәпһеҙ, бирелгән бер бөртөк ғүмерҙе кешесә йәшәргә кәрәк, ти ине ул. Бергә башлаған һәр байрамдың башын хәтерләйем, ә һуңы... иртән ярылырҙай булып баштың ауыртыуына уянып китәм. Шулай әллә нисә йыл дауам итте. Һуңғы тапҡыр Яңы йыл ҡаршы алғанда булды был хәл. Таң алдынан ҡурҡыныс төш күреп, лысма тиргә батып уянып киттем. Тороп китәйем тиһәм, эргәлә бисәм юҡ. Быларҙы эҙләп банкет залына төштөм. Тик унда ла бер кем дә булмай сыҡты. Харистарҙың йоҡо бүлмәһенә лә күҙ һалдым – унда Харистың бисәһе Гөлкәй өҫтөн дә сисмәй, йоҡлап ята, бәлки, индереп һалғандарҙыр. Башым кинәт асылып киткәндәй булды. Ә ҡайҙа минең бисә менән Харис дуҫ?.. Шулай йөрөй торғас, уларҙы бильярд өҫтәле өҫтөндә бер-береһен һөйгән мәлдәрендә тап иттем. Гөлкәйгә был турала өндәшмәнем, ғаиләләрен боҙғом килмәне, ә бисәм менән айырылыштыҡ. “Бушлай сыр сысҡан ҡапҡанында ғына була”, – тигәндәре бына шулай була икән. Аҙаҡ белеүемсә, улар был эш менән күптән шөғөлләнгән. – Таһирҙың күҙҙәренә йәш тығылды. – Һәм бына был фажиғәнең ҡорбаны мин – ҡатынһыҙ, яңғыҙ, улым – әсәйһеҙ, йәтим... Шул йәй үк улымды алдым да икенсе ҡалаға сығып киттем.
– Ниндәй ҡыҙғаныс ваҡиға!..
– Был хәлдән һуң ете йыл ғүмер үтеп китте. Кешеләргә ышанысым, ҡатын-ҡыҙға күңелем ҡатты.
Таһир алдындағы һыуынған ҡәһүәһен эсеп бөтөрөп:
– Әгәр кәйефеңде ҡырһам, ғәфү ит, – тип, бер аҙға тынып ҡалды.
– Күпме кеше, шунса яҙмыш, – Гөлсибәр нимәлер һөйләргә ынтылып ҡуйҙы ла, кире уйланы. – Нимә генә булмаһын, тормош дауам итә, йәшәргә кәрәк, – тине, ахыры.
– Шулай булғас, ҡалдырып китмә мине, йәме.
– Ә ашығып ҡайҙа китеп бара инең?
– Бында бергә уҡыған курсташ егеттең яңы фатирын күрергә китеп бара инем. Ғөмүмән, Өфөлә командировкаламын. Теге ваҡыт сығып киткәндән алып Тольяттиҙа йәшәйем, эшләйем. Ә улым диплом алғандан һуң сит илдә.
– Ә мин, көркөлдөк тауыҡ, үҙемде ошо Өфөмдән, көндәлек ығы-зығыларымдан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым, сит яҡтарҙа йәшәү тураһында башыма инеп сыҡҡаны ла юҡ хатта.
– Әллә тағы, өйрәнелде инде хәҙер. Әлбиттә, башта моңһоуыраҡ булды. Эшкә төшөп, яңы таныштар, дуҫтар барлыҡҡа килгәс, күндерҙе.
– Тыуған яҡ, туған йыр-моңдар һағындыралыр барыбер?
– Йәшерен-батырын түгел, әлбиттә, һағындыра. Ә бөгөн һинең менән танышҡандан һуң, белмәйем, китергә ҡайҙан көс табырмын?..
– Нисек тиҙ генә таныштыҡ, шулай уҡ тиҙ генә...
– Белмәйем, Гөлсибәр, әйтеүе еңел. Әгәр ҙә Хоҙай Тәғәлә бөгөн беҙҙе ошо ҙур юл уртаһында осраштырған икән, юҡҡа түгелдер ул, нисек уйлайһың?..
– Әйтеүе ҡыйын, кем белә...
– Әгәр ҙә бөгөн, киске етегә, ошо кафеға тағы саҡырһам, килерһеңме?!
Гөлсибәр ҡапыл ғына ни әйтергә лә белмәне. Йәш-елкенсәк кеүек ҡыланып тороу ҙа килешеп етмәҫ тип, ахыры:
– Ярай, килермен, – тине.
– Рәхмәт, Гөлсибәр, тик берүк һуңлай күрмә, йәме.
– Был йәһәттән борсолма. Мин бик теүәл кеше ул. Шуның арҡаһында йәш саҡта “свидание”ға егетемдән иртәрәк килгән мәлдәрем дә булды. Үҙең һуңлама, тим.
Шулай хушлаштылар.

Йәмил әсәһен ишек төбөнән үк ҡаршы алды.
– Бөгөн беҙҙең синыфтың ата-әсәләр йыйылышы була. Гөлназ Ғәзизовна һине мотлаҡ килһен, тине.
– Нимә, әллә тағы берәй эш боҙҙоңмо?
– Юҡ, әсәй, ниндәй эш боҙоу, ти, йыл аҙағы бит, һеҙҙең менән һөйләшеп алырға уйлайҙыр... Күберәк аҡса алып килһендәр, тине.
– Уныһы нимәгә тағы?! Ә-ә-ә, хәйер...
– Ана шул, “хәйер”гәлер: ашханаға, мәктәп, синыф фондына. Минең әлегә бөтә фәндәрҙән дә тик “бишле” билдәләре генә.
– Молодец, улым!
– Бик үк молодец та түгел шул, әсәй. Анау биолог “дүртле”нән артыҡ ҡуймай.
– Бәй, ни эшләп?
– Биологиянан “бишле” алыу өсөн был фәнде минән дә яҡшыраҡ белергә тейешһегеҙ, ти, үәт.
– Сәйер?!.
– Ҡыҙыҡ кеше ул шулай. Юғары уҡыу йортон тамамлаған уҡытыусынан да артыҡ белһәм, миңә мәктәпкә йөрөргә лә кәрәкмәй.
– Сәғәт нисәгә, шул, әүәлгесә, етегәлер?
– Эйе. Әсәй, сәй эсеп ал. Бына, йомортҡа ла ҡыҙҙырғайным, ашайһыңмы?
Йәмил, әсәһенең бойоҡ йөҙөнә иғтибарлыраҡ ҡарап:
– Әллә берәй нәмә булдымы, кәйефең юҡ? – тип һораны.
– Юҡ та... бер аҙ ял итеп алайым, – тип, Гөлсибәр үҙ бүлмәһенә инеп китте. – Былай булғас, Таһир менән осрашыуға барып булмай икән. Һәр ваҡыттағыса, берәй нәмә арҡыры килеп сығып тора.

Йәмил урамға туп тибергә сығып йүгерҙе. Өлкән улы ла, һөйгәне Айгөл менән филармонияға концертҡа барып, һуңыраҡ ҡайтасағы тураһында шылтыратып әйтте. Бына шулай балалары ла яйлап үҙалланып килә. Гөлсибәр, урамға күҙ ташлап, үҙ уйҙарына сумды.

Бына һиңә Таһир!.. Хоҙай Тәғәлә ялбарыуҙарымды ишеттеме?!. Уйламаған-көтмәгәндә килеп керҙе тормошома. Әсәйем һәр ваҡыт: “Өмөтөңдө өҙмә, ҡыҙым, Алланан һора, уның ҡөҙрәте киң”, – ти ине. Кеше ғүмере буйы үҙ яртыһын эҙләй. Табышҡандары, аймылыш булғандары ла күп була... Кем баштан уҡ уңа, күптәре мең һынауҙар аша үтеп, үҙ бәхетен таба, ә ҡайһы бер бәхетһеҙҙәре, аңҡы-тиңке йөрөп, үҙ яртыларын таба алмай, ғүмерҙәрен заяға үткәреп, теге донъяға китеп бара, ти ине. Ә миңә бөгөн бәхет йылмайҙы шикелле, әсәй!..

Гөлсибәрҙең күҙҙәренә шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты. Әле еткән ҡыҙ булып, егеттәргә күҙ һала башлағанда уҡ, Гөлсибәр үҙ яртыһының ниндәй булырға тейешлеген белә ине инде. Баһадир кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, иғтибарлы, аҙ һүҙле, уңған... һәм башҡа бик күп ыңғай сифаттар... Йәш ҡыҙ хатта буласаҡ тормош иптәшенең ниндәй маркалы машинаһы, ниндәй еҫле хушбуй ҡулланырға тейешлегенә тиклем яҡынса күҙаллай ине. Тик бер нисек тә тап итә алманы ул уны. Кейәүгә лә, йәшем үтеп бара, тип, артынан дегәнәк кеүек йәбешеп, эйәреп йөрөгән Саматҡа сыҡты. Сыҡты ла, ун йыл да бергә йәшәй алмай, айырылыштылар.

Ә Таһир менән осрашҡандан һуң Гөлсибәрҙең ойоған йөрәге урынынан ҡуҙғалды, нығыраҡ дөпөлдәп, үҙенең барлығын нығыраҡ һиҙҙерҙе. Таһирҙың һағыш тулы күҙҙәре ҡатындың күҙ алдынан китмәне. Ундай күҙҙәрҙә ялғанлыҡ була алмай. Унан кире, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп күргән Гөлсибәр ялғанлыҡтан ихласлыҡты ғына айырырға күптән өйрәнгән инде.

Сәғәтенә күҙ һалып алды ла мәктәпкә ашыҡты. Подъезд төбөндә торған машинаһына ултырып, мәктәпкә китте.
Вахтер әбей:
– 9 “б”ла йыйылыш буласағын Гөлназ Ғәзизовна иҫкәртмәнесе, – тип, аптырабыраҡ ҡаршы алды. – Ҡайтып киткәнен күрҙем, килгәне тойолманы, – тине, өҫтәп.
– Әле һеҙҙән башҡа килеүселәр, һораусылар ҙа юҡ, яңылышманығыҙмы икән? – тине ул.

Килгәс, бер аҙ көтөп торайым инде, тип, Гөлсибәр сығып машинаһы тирәһендә йөрөштөрҙө. Сәғәт һигеҙенсе киткәс, кеҫә телефонынан Йәмилгә шылтыратты.
– Әсәй, йыйылыш бөгөн түгел, иртәгә икән. Әле көндәлегемде асһам, үҙем дә аптырап киттем, – тине улы, аҡланып.

Таһир кафе эргәһенә килеп туҡтағанда, сәғәт теүәл ете ине. Инеп, тәҙрә эргәһендәге өҫтәл артына ултырҙы. Сәғәт һигеҙенсе ярты булып китте, тик Гөлсибәр күренмәне. Телефонын һорарға башы етмәгәнгә үҙен әрләп тә алды, тик хәҙер әрләүҙән ни файҙа инде. Ҡаршыла торған көҙгөгә күҙ һалды: алдаҡсы, йүнһеҙ кешегә лә оҡшамағанмын кеүек... Әллә, был бәйләнсектән тиҙерәк ҡотолайым, тип кенә ризалашты микән?.. Мин ни аҙғын бисәмдән башҡа ҡатын-ҡыҙ күрмәгәс, бәлки, ысынлап та, самамды юғалтып ебәргәнмендер... Беренсе күреүемдән үк оҡшаттым бит. Әлегәсә минең менән ундай хәл булғаны юҡ ине... Таһир, урынынан тороп, урамға сыҡты. Ҙур йорттоң тәҙрәләрен күҙҙән үткәреп, уның тәҙрәһен табырға, танырға тырышты. Тик ғүмерендә бер тапҡыр ҙа күрмәгән тәҙрәне ҡайҙан тапһын инде? Кәйефе бөтөнләй ҡырылып, машинаһына инеп ултырҙы. Тик китергә ашыҡманы, бәлки... Радиоһын йыр-моңдар тулҡынына көйләне.

Үҙенең малайҙарса бер ҡатлылығына ҡысҡырып көлгөһө, тәжрибәһеҙ йәш егеттәр кеүек бер күреүҙән ғашиҡ булып, иғтибарһыҙ ҡалған кисерештәре өсөн ерҙә тәгәрәп ятып илағыһы килде уның. Ни өсөн?!. Ни эшләп, ни сәбәптән?.. Әйтерһең дә, сабыйға магазиндан әле генә матур уйынсыҡ алып күрһәттеләр ҙә, ҡулына тоттороп та ҡарамай, кәштәгә кире ҡуйҙылар... Гөлсибәр, Гөлсибәр!..

Нисә йыл яңғыҙлыҡтан һуң беренсе тапҡыр ғүмер көмбәҙен яҡтыртып ебәргән тәүге өмөт нуры нисек тиҙ ҡабынды, шулай тиҙ генә һүнде лә ҡуйҙы. Яңғыҙлығын йәмләргә теләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булманы түгел, булды, тик Таһирҙың береһенә лә күңеле ятманы. Әрһеҙлектәре, үтә саялыҡтары ҡурҡытты уны.

Ә Гөлсибәр... Ул шоморт ҡара күҙҙәре, ихласлығы, мөләйемлеге менән Таһирҙың әсәһенә лә оҡшағандай. Утлы күҙҙәрҙән ҡурҡа Таһир. Ни өсөндөр ундай күҙле кеше эргәһендә тыныслыҡ юҡ кеүек. Ә Гөлсибәрҙең ябай һәм шул уҡ ваҡытта ҡупшы ғына йыйылып, тулҡынланып муйынына төшкән ҡара сәстәре, еңелсә биҙәнеүе, нәфис ҡулдары, килешле кейеме – һәр нәмә үҙ урынында. Ә һөйләшеүе! Ундай тауышты ғүмер буйы тыңлаһаң да биҙҙермәйҙер. Ихлас һөйләй, күҙҙәреңә тура ҡарап, рәхәтләнеп тыңлай ҙа белә ул. Юҡ, юҡ, ундай ханымдар көн дә осрамай!.. Был – яҙмыш. Тик ниңә килмәне?.. Таһир былай көтөп ултырыуҙан бер мәғәнә лә тапмай, ҡуҙғалып китте.

* * *
Таһирҙың һаман да көтөп ултырыуы икеле булһа ла, Гөлсибәр, машинаһынан төшөп бер тын тирә-йүнде күҙҙән үткәреп торҙо ла кафеға инде. Энә төшөр урын да юҡ. Уларҙың көндөҙ ҡәһүә эскән өҫтәлдәре артында икенсе йәштәр күңел аса. Гөлсибәр һут һатып алды ла кафенан сығып китте.
– Яҙған булһа, яҙмыш барыбер осраштырыр. Бөгөн булмаһа, иртәгә, иртәгә булмаһа, иртәнән һуңға... Тик төшөнкөлөккә генә бирелергә ярамай...
Йәй айҙары ауыл, баҡса, Өфө араһын тапап үтте тиерлек. Аҙналап ваҡыт Арҡайым, Шүлгәнташ мәмерйәһе яҡтарын күреп ҡайтыуға китһә, Янғантау баҫҡыстарына менеп төшөү, Йүрүҙәндә һыу ҡойоноу үҙе генә өс-дүрт көн ваҡытты алды. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙең тәбиғәттәге ялды бер ниндәй диңгеҙ буйындағы ялға ла алыштырырлыҡ түгел. Кем әйтмешләй, “адаптироваться” итергә лә кәрәкмәй. Нисек бар, шул көйө, үҙебеҙсә, өйрәнгәнсә...
Өлкән улы өйләнеп, туй үткәреп ебәрҙеләр. Фатир алыштырыу мәшәҡәте бик күп ваҡытты алһа ла, Йәмилдең уҡыуы башланғансы, ул мәсьәлә лә йәтеш кенә хәл итеп ҡуйылды.
Урынлашып бөткәс, өй тирәһенән берәй гараж да табып булмаҫмы тип, Гөлсибәр подъезд төбөндәге иғлан таҡтаһына белдереү яҙып элде. Шул көндө үк ишек ҡыңғырауы шылтыраны.
– Иғлан буйынса, асығыҙ әле, – тине оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ тауышы.
Гөлсибәр ишекте асты.
– Ҡыҙым, бына белдереүеңде күреп, инә һалдым әле, – тине ул.
– Күпмегә һатаһығыҙ, инәй?
– Күпмегә тип ни, ҡапыл ғына әйтә алмайым, балам, беҙҙең ике гараж. Ейәнем машинаһын һатып сит илгә киткәндән алып, берәүһе буш тора. Улымдың уның менән булырға ваҡыты юҡ...
– Һеҙ нисәнсе фатирҙан, инәй?
– Нисәнсе тип, һеҙҙең аҫтағы, өс бүлмәле фатирҙан мин. Улым ял көнө ҡайта, бер үк башҡа кешенән алмай тороғоҙ инде.
– Ярай, инәй, ярай. Тик ҡайһы тирәлә һуң гаражығыҙ?
– Алыҫ түгел. Беҙҙең подъездан бер илле метрлап ҡына. Яҡын, эргәлә генә...
– Иҫкеме, яңымы тигәндәй? Ниндәй материалдан эшләнгән?
– Кирбестән. Нисә йыл торғанын әйтә алмайым, балам, сөнки үҙебеҙ ҙә әҙерҙе һатып алдыҡ.
– Инәй, әйҙә, үтеп кит әле, бала-саға һымаҡ ишек төбөндә тотамсы, сәйем дә ҡайнап ултыра, – тине Гөлсибәр, әбейҙе түргә саҡырып.
– Ҡайһы яҡтарҙан күсенеп килдегеҙ, ҡыҙым? Бында бит элек мәрйәләр йәшәне. Ҡалай йәтеш, үҙ мосолман кешеләребеҙ булғас.
– Проспекттан беҙ, инәй. Өлкән улым өйләнгәс, бер бүлмәбеҙҙе йәштәргә бүлеп бирергә тура килде.
– Ярай, изге сәғәттә булһын. Йәштәр, бер-береһе менән килешеп, матур итеп йәшәп китһендәр.
– Тормош иптәшең дә барҙыр, ҡыҙым. Был тиклем мәшәҡәтте яңғыҙ атҡарып сығыу, ай-һай, ауыр эш.
– Башыңа төшһә, эшләйһең икән, инәй. Унан кире, ғаилә ҡороп, донъя йөгөн бергә тартырҙай көслө заттар миңә әлегәсә осрағаны булманы.
– Улым да шулай ти. Килен менән күптән айырылышҡайнылар, әле һаман яңғыҙ. Ахыры, берәй әтнәкәһе барҙыр инде. Беҙ өйләнешкән заманда айырылышыу ҙа, суртым да юҡ ине. Йыл да бер бала, Хоҙай күпме бирә... Әллә шуға ғауғаға ваҡыт булманы.
– Улығыҙ ял көнө ҡайтҡас, иртәнән һуңға булып сыға инде... Әгәр ҙә ҡайтмаҫҡа булһа?
– Һатырға кәрәк, ти ине. Тик әлеге лә баяғы шул ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанды. Һиңә яҙған гараж булһа, ҡайтыр, ҡыҙым, борсолма.
– Шулай ғына булһын инде, инәй. Яҡынлығы уңайлы ине бит әле ул.
– Йә, ярай, ҡыҙым, ҡайтайым. Бик итәғәтле кешегә оҡшағанһың. Сәйеңә, алсаҡ йөҙөңә ҙур рәхмәт! Татыу күршеләр булып йәшәрбеҙ, тип уйлайым.
– Эйе, инәй, эйе, шулай ғына булһын. Быға тиклем күршеләремдән уңдым, бында ла, Алла бирһә...
Инәй, оло эш эшләгән кеше кеүек, хушлашып сығып китте.

* * *
Ял көндө Гөлсибәр машинаһы менән подъезд алдына килеп туҡтағанда, күрше инәй ишек төбөндәге эскәмйәлә ултыра ине.
– Һаумыһығыҙ, инәй, улығыҙ ҡайттымы? – тип сәләм бирҙе уға.
– Ҡайтты, ҡыҙым, ҡайтты. Әйттем бит, рәхәтләнеп риза булды.
– Күпмегә, ти?
– Егерме биш мең. Бына асҡысы, әйҙә, хәҙер үк барып ҡарайбыҙ.
– Әйҙәгеҙ һуң. Миңә тиҙерәк булыуы мөһим, – Гөлсибәр, әбейгә эйәреп, гараж ҡарарға китте.
– Бындағы артыҡ-бортоҡ тимер-томорҙары торһон, ҡамасауламаһа, ташлаһалар ҙа була, – тине.
Гөлсибәр гаражды күҙҙән үткәргәс:
– Алам, инәй, уйлап та тормай алам. Аҡсаһын индереп бирермен, йәме.
– Әтеү, мә асҡысың, ҡыҙым, тимер атыңды хәҙер үк ояһына индереп биклә, – тип, әбей асҡысты яңы хужаның ҡулына тотторҙо.

* * *
Ваҡыт үтә торҙо. Бөтә ер ап-аҡ юрғанға төрөндө. Гөлсибәр Таһирҙы ҡасан да булһа бер осратыуына өмөтөн өҙмәй, ҡәҙимге тормош ығы-зығыларына күмелеп йәшәүен дауам итте. Бер аҙнанан Яңы йыл. Йәмил шыршыны баҙарҙан үҙе һайлап алып ҡайтып, биҙәп ҡуйҙы. Гөлсибәр:
– Улым, гараж алдын көрәп, машинаны сығарһаң, “Метро”ға барып, аҙыҡ-түлек алып ҡайтыр инек, – тине.
– Әтеү мин ҡар көрәргә йүгерҙем, ә һин әҙер тор, бер ярты сәғәттән машина гараж алдында торасаҡ.
– Ярай, бар, йүгер, – тип оҙатып ҡалды әсә, ҡанатланып йөрөгән улына ҡыуанып.
Ярты сәғәт үттеме-юҡмы, Йәмил кеҫә телефонынан шылтырата. Гөлсибәр тәҙрәнән урамға ҡараһа, машина гараж алдында, ә Йәмилдең эргәһендә бер ир кеше тора. Арлы-бирле берәй хәл булмағайы, тип уйлап өлгөрмәне, улы:
– Әсәй, был ағай беҙҙең гараждың элекке хужаһы икән. Гараждан шыршыны иҙәнгә нығытып ҡуя торған нәмәһен алырға килгән. Инеп алһынмы? – тип аңлата һалды.
– Әлбиттә, алһын, – тине Гөлсибәр. Өҫкө ҡаттан әбейҙең улын асыҡ ҡына күрә алманы Гөлсибәр. Торошо, буй-һыны, өҫтөндәге туны, башындағы затлы кәпәсе, алыҫтан ҡояш нурына йылтлап торған кейеҙ итеге был ирҙең тегендәй-бындай ғына кеше түгеллеге тураһында әйтеп тора ине.
Ҡыҙыҡ, Таһир ҡыш көнө ниндәй икән? Әгәр ҙә мин уны әле урамда осратһам, танырмынмы икән?!
Гөлсибәр урамға йыйынды. Подъезд ишеген асып сыҡҡанда, теге әбейҙең улы ҡар өҫтөндә иҙән балаҫтарын ҡағыу менән мәшғүл ине. Гөлсибәрҙе күргәс, ҡаҡҡысын балаҫ өҫтөнә ташлап:
– Әсәйем һөйләп бөтә алмаған яңы күршеләр менән танышайым әле, – тип уға ҡаршы килде. – Һаумыһығыҙ, Йәмил менән таныштым, ә хәҙер әсәһе менән... – тине лә, әйтә башлаған һүҙен әйтеп бөтөрмәй, килгән еренән туҡтап ҡалды.
– Гөлсибәр?!. – тине ул ишетелер-ишетелмәҫ кенә. Көтмәгән хәлдән йөҙөндә аптырау ҡатыш икеләнеү билдәләре сағылды.
– Таһир! – тине Гөлсибәр, ни эшләргә лә белмәй, унан да нығыраҡ тулҡынланып.
– Бына һиңә кәрәк булһа, мөғжизә!.. Һаумы, Гөлсибәр? – тине Таһир, ниһайәт, үҙен бер аҙ ҡулға алып.
– Һаумы? Хәл-әхүәлдәрең нисек?
– Ашауға ҡарап, – тигән булды Таһир уйынлы-ысынлы.
– Бына ниндәй икән ул әсәйемдең күптән минең менән бик таныштырырға теләгән һөйкөмлө ханымы! – Таһир күҙ ҡараштарын Гөлсибәрҙән ала алманы.
– Әллә Әҡлимә әбей беҙҙе таныштырырға уйланымы?
– Уйланы ғына тиһең, ҡолаҡ итемде ашап бөттө.
– Ә һинең танышҡың килмәне, аңлауымса... әтеү...
– Танышҡым килмәне, тип әйтһәм, бик үк дөрөҫ булып бөтмәҫ, шулай ҙа әсәйемә оҡшаған ханымды күреү теләге тыуҙы. – Таһирҙың күҙҙәре нурланып китте.
– Байрам менән, Таһир, Яңы йыл менән!
– Рәхмәт. Мин дә һеҙҙе – үҙеңде лә, улыңды ла ҡотлайым! Йәмил – шәп егет!
– Минең әле өйләнгән улым да бар. Шуларға бүлмә бүлеп биреп, һеҙҙең яҡҡа килеп сыҡтыҡ инде.
– Гөлсибәр, һеҙҙе үҙебеҙгә бөгөн байрам табынына саҡырам.
– Әсәйең менән кәңәшләшмәй ҙә, ҡапыл шулай...
– Әсәйем күктең етенсе ҡатында буласаҡ.
– Ярай, күҙ күрер... Ә хәҙер беҙ “Метро”ға юлландыҡ, һеҙгә берәй нимә алырға кәрәкмәйме?
– Әйтеүеңә рәхмәт, юҡтыр ул. Кәрәк булһа, әсәйем күптән магазинға йүгертер ине.
– Әтеү, беҙ киттек, кискәсә!..

* * *
Яңы йыл төнө бик һалҡын, аяҙ. Сәғәт ун икене һуғып, Яңы йылға аяҡ баҫҡас, олоһо-кесеһе Үҙәк майҙанға байрам шыршыһы эргәһенә ашыҡты.
– Әсәй, һинең кәйефеңде ҡырмаҫ өсөн алдан әйтмәгәйнем. Беҙ бөтә синыф менән ҡала шыршыһы янында осрашырға һөйләштек, шунда йүгерәм, йәме?
– Ярай, бар, тик матур ғына йөрөгөҙ, йәме, – тине Гөлсибәр һәм, яңғыҙы ҡалғас, нишләргә белмәй аптырай ҡуйҙы. Ишектә шул саҡ ҡыңғырау зыңғырланы.
Көҙгөнән өҫ-башына күҙ йүгертте лә ишек асырға йүгерҙе. Ишек алдында Таһир әсәһе менән тора ине.
– Әйҙә, түрҙән үтегеҙ!
– Бына, ҡыҙым, үтеп барышлай ғына һуғылдым, – тип татылданы Әҡлимә әбей. – Икенсе ҡатта йәшәгән Зөлхизә әхирәтем саҡырғайны. Яңы күршеләремде байрам менән ҡотлайым, тип кенә туҡталдым. Ҡайҙа балалар?
– Өлкән улым килен менән турбазала ял итәләр. Йәмил әле, һеҙҙең алдан ғына, дуҫтары менән шыршыға китте.
– Ярай, шулай икән, иҫән йөрөһөндәр. Бына, һеҙҙең өсөн тип кенә бешергән байрам бәлешем. Рәхим итеп ал! Ни эшләптер табынға инмәнегеҙ?
– Рәхмәт, инәй, кәрәкмәҫ ине борсолорға. Өйҙә булғыбыҙ килде, йола ла... Әйҙә, түргә үтегеҙ әле, хәҙер сәйемде яңыртып ебәрәм.
Гөлсибәр китап кәштәһенән инәй өсөн алдан әҙерләп ҡуйған бүләген алып:
– Байрам менән, инәй, ауырымағыҙ, оҙон ғүмерле булығыҙ, – тип, әбейҙең муйынына гәрәбәнән муйынсаҡ таҡты.
– Эй, Хоҙайҡайым, рәхмәт төшкөрө, ҡара әле, улым, һин бүләк иткән һырғама парҙан муйынсағым да булды.
Әбей ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне, көҙгө алдында өйөрөлдө.
– Әллә алдан һөйләшеп алдығыҙмы?
– Һөйләшеүен-һөйләшмәнек, әсәй, ә нисек күңелле килеп сыҡты, белгән кеүек, – тип ҡеүәтләне Таһир.
– Рәхмәт, балалар, рәхмәт. Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙҙе лә ҙурлаһын... Ә хәҙер, ҡыҙым, бер үк асыуланып ҡалма, тиҙерәк бүләктәремде Зөлхизә әхирәтемә барып күрһәтә һалайым.
Таһир, ниһайәт:
– Гөлсибәр, һинең менән танышҡандан һуң эш буйынса Францияла командировкала булырға тура килгәйне. Шунда үҙемә һайлағанда бына ошо хушбуйҙың еҫен бик оҡшатып һатып алдым. Уйымда һин инең... Ошо көнгәсә ул эштә сейфта торҙо. Хуш еҫе шунда торған ҡағыҙҙарыма һеңеп бөтһә лә, торған урынын алыштырманым. Бөгөн ул үҙенең ысын хужаһын, һине саҡ көтөп алды. Ҡабул ит! – тине, Гөлсибәрҙең битенән үбеп.
– Рәхмәт, еҫе, ысынлап та, илаһи, миңә лә оҡшай, – тине ул.
– Ә мин һиңә бүләк алып өлгөрмәнем, Таһир, ғәфү ит!
– Һин миңә үҙең ҙур бүләк! Тик, күҙ алдыңдан башҡа бер ваҡытта ла юғалмаҫмын, тип һүҙ бир.
– Юғалырға, мин һиңә мәрйен бөртөгөлөр шул, – тип йылмайҙы Гөлсибәр. – Әйҙә, табын артына ултыр. Байрам дауам итә бит әле.


***

Әлегәсә Таһирҙың бындай күңелле ял көндәре булғаны юҡ ине. Улар тәүге аҙнала ҡала ситендә саңғыла, аҙаҡ спорт һарайы майҙанында тимераяҡтарҙа йөрөнөләр. Сихри әкиәт донъяһы - төнгө Өфө буйлап сәйәхәт иттеләр, фотоға төштөләр. Хозур тәбиғәт ҡосағында ятҡан Ассы ял йорто ла уларҙың күңеленә хуш килде. Шулай итеп оҙон Яңы йыл байрамы тиҙ генә үтеп китте.
Хушлашыр көн етте. Таһир күпме генә ҡаршылашһа ла, самолетҡа Гөлсибәр уны үҙ машинаһында оҙатырға булды. Аэропортҡа килеп еткәс тә, айырылышыу минуттарын яҡынайтмаҫ өсөнмө, машинан оҙаҡ ҡына төшмәй, һөйләшеп ултырҙылар. Таһир:
- Тәү тапҡыр рәхәтләнеп көлдөм, балалар кеүек ҡолас йәйеп ҡарҙа аунаным, тәбиғәт ҡосағында бөтә донъямды онотоп ял иттем! Һай, матур ҙа үҙебеҙҙең Башҡортостан тәбиғәте! Кеше нимә эҙләп сит илдәргә ашҡына икән?..
- Улар әлегә үҙебеҙҙең Ирәмәлде, Шүлгән ташты, ..... күргәндәре юҡтыр, булһа шул тиклем аҡса түгеп сит яҡҡа йөрөмәҫтәр ине. Диңгеҙ!.. Ә диңгеҙҙә мотлаҡ йылына бер ҡойонорға кәрәк! Ни тиһәң дә беҙҙә ул юҡ...
-Рәхмәт, матурым! Яҙмышыма рәхмәт, юлдарыбыҙ беҙҙе яңынан осраштырҙы! Һинһеҙ донъям буш, төҫһөҙ, йәмһеҙ, йәнһеҙ ине...
-Ә мин, ғөмүмән ял, байрам көндәрен яратмайым. Үҙ яйына һәүетемсә генә аҡҡан көндәр күңелемә яҡын. Үҙемде “көркөлдөк тауыҡ” кеүек тип шаяртһам да, улай уҡ та түгел мин... (Гөлсибәр бер аҙға тынып ҡалды) Яңғыҙлыҡ шулай иткәндер...
-Бынан кире беҙ гел бергә булырбыҙ тип ышыныһы килә... Һағыштың көнө бөттө!..
-Эйе, әлегә әкиәт тә бөттө... Иртәгә эшкә... Ә хәҙер һин, бер аҙға ғына, китәһең... Мин, бер аҙға ғына яңғыҙ, һинһеҙ ҡаласаҡмын... Үлеп һағынасаҡмын... Һинең дә мине һағынғаныңды белеп йылмаясаҡмын, осрашыу көндәрен көтөп тағы ла матурланып сәскә атасаҡмын... Шулай ваҡыт тиҙерәк үтәсәк...
Таһир:
-... Тормошта иң яратмағаным хушлашыу... Хушлашып китеү, һаубуллашып оҙатып ҡалыу... Ни өсөн кешеләр бергә китеп, бергә ҡайта алмай икән?
-Ахры алмайҙыр... Алһа бындай күңелһеҙ хушлашыуҙар, күңелле осрашыуҙар ҙа булмаҫ ине. Гөлсибәр күҙен юлдан алмай ғына, һөйөп Таһирҙың ҡулына ҡағылып алды.
-Һин бойоҡма, йәме, иң мөһиме хәҙер беҙ бергә. Хоҙай Тәғәләһе ризалығын бирҙе...
- Хәҙер минең һин, һинең мин бар – моңһоуланырға һис сәбәп юҡ. Тәү тапҡыр, шундай тыныс. Үҙемде таш диуар артындағылай тоям, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым... Һин дә бер нәмәгәлә борсолма! Ә беҙ бында Әҡлимә инәй, хәйер – ҡәйнәм менән һинең ҡайтҡаныңды көтөп торорбыҙ. Әсәйең шәп кеше һинең, Таһир! Ә минең әсәйем дә, атайым да юҡ инде, йәндәре ожмахта булһын!..
Бер аҙға тынлыҡ урынлашты.
Байрамдан һуң аэропортта машиналар бик күп. Парковкала энә төртөр ҙә урын юҡ. Таһирҙың ҡулында бер бәләкәй генә сумка булғас, багаж биреп йөрөгә кәрәкмәне. Посадка иғлан иткәнсе тип эскә инеп, эскәмйәгә ултырҙылар.
- Әлегә ҡасан ҡайтырымды әйтә алмайым, - тине Таһир, һөйгәненә йылмайып ҡарап. Беләһеңмәе, эшкә сығыу менән хужама, эштән китәм, тигән ғариза яҙып индерәсәкмен. Мин кәләш алдым, артыҡ бер көнгә лә ҡалалмайым, ғәфү итегеҙ тиәсәкмен...
- Һин үҙеңә үҙең хужа түгелме һуң! - Гөлсибәр ихлас көлдө.
- Эйеее!.. Ул ваҡытта үҙемә үҙем яҙам инде, хәйер, хужаның да хужаһы була, - улар тағы ла нығыраҡ көлдө.
- Көнө билдәле булғас,шылтыратып әйтермен.
- Ярай, телефон бар ҙа, хәбәрләшеп торорбыҙ.
- Минең һинең яндан бөтөнләй китәһем килмәй. Таһир, Гөлсибәрҙең ҡулдарын ысҡындырмай. - Аңлайһыңмы, яңғыҙ арыным мин! Мин һине ғүмерем буйы эҙләнем... Әле һаман ышанмайым, ысынбарлыҡмы был, төшмө?!. Йоҡлайым кеүек. Уянһам, һине юғалтыуҙан ҡурҡам...
- Эй инде, йүләремде минең!.. Ҡатын ҡәҙерле кешеһенә һыйыныбыраҡ ултырҙы.
- Миңә лә һинең менән шундай тыныс, рәхәт!.. Таһир Гөлсибәрҙең маңлайына тулҡынланып төшкән сәстәрен ҡуйы керпектәре менән тарап, ирендәре менән ирененә ҡағылды:
- Самолет күтәрелгәндә мин иллюминаторҙан һиңә ҡул болғармын, ә Һин миңә йылмайырһың, йәме... Һөйләштекме?.. – тип шыбырҙаны. Ҡатын килешеп, баш ҡаҡты.

***
Гөлсибәр аэропорт ишегенән сыҡҡас, уң яҡҡа боролоп, самолеттар күтәрелеп киткән осоу полосаһы күренгән, уңайлы урынға барып баҫты. Мөһәбәт машиналар береһе осоп китә, икенселәре килеп төшә. Эх, килеп төшкәнендә, Таһиры ҡайтһын ине... Ә алда ҡаршы алынмаған Яңы йыл, ҡәҙерле кешеһе менән көтөлмәгән осрашыу булһын ине... тип хыял диңгеҙендә йөҙҙө ҡатын... Ана, пассажирҙар тейәгән самолет осоу полосаһы башына килеп ултырҙы. Бер аҙҙан яй ғына ҡуҙғалып китте. Тиҙлеген арттыра барып, башта алғы тәгәрмәстәре, шунан артҡылары ерҙән айырылып, күккә күтәрелде. Тейешле бейеклеккә менгәс, ярым түңәрәк яһап, үҙ маршруты буйынса осоп китте. Борсаҡтай ғына күренгән иллюминаторҙарҙың береһенән, моғайын да, Гөлсибәргә һөйгәне ҡул болғайҙыр... Ул вәғәҙә иткәненсә – йылмайҙы.
-Хәйерле осоу, имен-аман ғына барып етегеҙ! - тип, үҙе руль артына ултырғанда әйткән доғаларын ҡабатланы.
 
* * *
Гөлсибәр машинаһы эргәһенә килеп еткәс, оҙаҡ ҡына зәңгәр күккә ҡарап торҙо. Иге-сиге булмаған киң йыһан! Әле ғалимдар ҙа аңлата алмаған серле донъя! Ҡайҙан башлана ул һәм ҡайҙа бөтә?.. Ә Ҡояш!?. Ул булған өсөн генә беҙҙең матур иртәләребеҙ, кистәребеҙ, яҡты көндәребеҙ, тылсымлы төндәребеҙ бар. Күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс, әгәр ул һүнһә ни булыр?.. Ерҙә һәр ваҡыт төн, һалҡын буласаҡ... Ә йондоҙҙар яҡтыһы, уларҙың тоноҡ ҡына йылмайыуы, йылыһы беҙгә етмәйәсәк...
-Һин - минең Ҡояшым икәнеңде бер ваҡытта ла онотмаһаң ине!

Гөлсибәр машинаһына инеп ултырып, ҡуҙғалып китергә лә өлгөрмәне, урта йәштәрҙәге бер ҡатын, тәҙрәһен шаҡыны.
-Һеҙ ҡалағамы? Мине лә алығыҙ әле, зинһар! Автобуска ла ултырыр инем, тик сумкамдан көшөлөгөмдө тапмайым, әллә төшөрөп ҡалдырҙым, әллә... Зинһар!.. – тиеп ялбарып һорағас, Гөлсибәр:
-Ярай, әйҙәгеҙ, тик ҡалаға тиклем генә, йәме! – тип, эргәләге креслоһынан урын күрһәтте.
-Һай, рәхмәт төшкөрө, изге кешеләр бөтмәгән донъяла! – тип, таныш түгел ҡатын йәтешләп ултырып, хәүефһеҙлек ҡайышын элде. Миңә үҙәк баҙарға тиклем...
-Мин Монументтан һуң, уң яҡҡа боролам, апай. Һеҙҙе баҙарға уҡ илтеп ҡуйыр инем, тик ваҡытым бик ҡыҫыҡ, ғәфү итегеҙ!
-Зарар юҡ. Ҡалаға еткәс, нисек тә баҙарына барып етермен... Ҡыҙыма эшкә сығырға ваҡыт етте, ә ейәнемә садик тик бер айҙан һуң ғына була икән. Сыҡмаһа эш урыны юғала ти. Ҡыҫҡаһы, хәлдәр шулай, туғаным. Был апай эше булмағанлыҡтан, артына урын тапмай, шашып йөрөй икән тип уйламаһын өсөн генә әйтәм.
-Борсолмағыҙ, мин бер нәмә тип уйламайым, – тине Гөлсибәр.
-Бөгөн бик бәхетле тулҡындарҙаһың, туғаным, шатмын!
-Рәхмәт!..
Гөлсибәр сәйер ҡатынға аптырабыраҡ ҡараш ташлап алды. Тәү күргән кешегә шулай тип әйтәләр микән?..
-Ниңә улай тиһегеҙ? Һеҙ әллә күрәҙәсеме?
-Күҙҙәрең яна, йөҙөң нурлы... Күңелеңә ауыр алма, туғаным, мине ултыртып алғаныңа, ярамһыҡланып та әйтмәйем... Бәхетле кеше күренеп тора бит ул. Ә күрәҙәселеккә килгәндә, бар бер аҙ... Тик мин ул эш менән булашмайым.
- Шулаймы ни?.. Кемдәрҙер уны кәсип итеп, аҡса эшләй.
- Эйе, тик миңә ундай аҡса кәрәкмәй.
- Кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа, үҙе төҙөй... Кемдең генә бәхетле булаһы килмәй икән?
Гөлсибәр юлдашына бик әүрәмәй, юлдан күҙен алмай барҙы.
- Һин бик бәхетле булырһың, туғаным!.. Сөнки тормошоңдың ауыр сағын үтеп, яҡтыға сыҡҡанһың. Танышайыҡ, Фәүзә! Фәүзиә апайың булырмын.
- Мин Гөлсибәр.
- Ә һиңә Гөлсибәр туғаным, күрәҙәселәргә йөрөргә кәңәш итмәйем. Бөтәһе лә Хоҙай Тәғәләһе ҡулында һәм кешенең үҙенән тора.
- Әгәр ҡаршы булмаһаң, ҡыҙыҡ өсөн генә, шуны әйтә алам: иреңдән уңмағанһың, яңғыҙың ике бала үҫтергәнһең, күптән түгел урау-урау юлдар үтеп, үҙеңә яҙған хәләлеңде осратҡанһың, әле уны оҙатып, ҡайтып бараһың, дөрөҫ әйтемме?
-Эйе, тиһәм дә була... Гөлсибәр хайран ҡалды. – Әллә һеҙ мине беләһегеҙме?
- Юҡ, әйттем дә бер аҙ һәләтем бар тип... Шул ғына. Фәүзиә ихлас көлдө.
-Бәхетле булығыҙ! Табышҡанһығыҙ, ҡауышҡанһығыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!.. Ә мин хәләлемде тап итә алманым, юлдарыбыҙ аймылыш булырға тейеш булғандыр күрәһең... Кем белә, бәлки миңә Хоҙай Тәғәләһе тормош юлдашы кәрәкмәй, ул үҙе лә көслө, үҙ көнөн үҙе күрә ала тип әйткәндер...
Ҡатын кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, күҙен һөрттө. Әле генә яу һалып килеп ингән апай, кинәт бәләкәйләнеп, йәл булып китте Гөлсибәргә. Торошо, ҡиәфәте, буй-һыны, көр тауышына ҡарағанда бер ҙә күҙен йәшләй торған кешегә оҡшамаған.
- Гел көслө булып та, көс бөтә, туғаным. Йәш барған һайын ғына аңлайһың. Әүәл, һә тигәнсе күтәреп өйгә индергән тулы һыу фләгенә хәҙер көс етмәй. Ауылда эш күп, илап ултырырға ваҡыт юҡ. Бесәнен дә саптым, утынын да ярҙым, кәртә-ҡурам ирле өйҙәрҙән ҡалышманы... Әсәйем әйтмешләй, мин ир бала булып тыуаһы кеше булғанмындыр, Хоҙай Тәғәләһе миңә сират килеп еткәс, яңлышҡан да, бисә итеп яратҡан. Һааай, ир булһаммы, бер ҡатынды бәхетле итер инем мин!.. Донъябыҙ иң матур, өлгөлө ғаилә булыр ине ауылда!..
- Эй, Фәүзиә апай, һеҙ маладис!
Ҡатындар рәхәтләнеп көлөштөләр.
- Ә ниңә күрәҙәселәргә йөрөмәҫкә?..
- Мин бер барҙым. Ниңә барғаныма әле булһа үкенәм. Яҙмышымды ғүмерлеккә кодировать иткән дә ҡуйған... Үҙем дә, еүеш танау, шуларға ышаналар тиме?.. Хәҙер аңланым да, тик һуң инде. Йөрәктән ҡурҡыу һаман китмәй.
Фәүзиә апайға һорау биреп торорға ла кәрәкмәне. Бәлки, бына шулай тартынмай һөйләшеп ултырыр кешеһе лә юҡтыр... Унан кире, таныш түгел кеше менән аралашыу күпкә еңел. Әле ҡалаға алыҫ... Эсенән сайпылып түгелергә торған хис-кисерештәренә ирек биреп, ул һөйләне лә һөйләне.
- Иптәшемә кейәүгә сыҡҡас бик матур итеп йәшәп киттек. Беренсе балабыҙ донъяға килде. Күрһәң уның нисек ҡыуағанын! Ҡулынан төшөрмәне. Ә үҙемде, өрмөгөн урынға ултыртманы! Сәғәт һайын шылтыратып хәлебеҙҙе белешеп торҙо. Беҙҙән саҡ ҡына ла айырылып тора алмай ине... Шунан сихырланыламы ни, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Бик еңел холоҡло кеше булып сыҡты... Аҙаҡ ныҡлап эсә, тарта, ғауғалаша ла башланы. Эшкә йөрөмәҫ булды. Шулай итеп тегене эшенән осорҙолар... Балалар уҡырға төштө, тамаҡтарын туйҙырып, өҫтәренә кейем алып өлгөрөп булмай... Атай кеше аҙналап-айлапҡа юҡҡа сыға ине. Шунан хәлдән тайып ҡайтып инә... Шул ут эсендә янған көндәрҙең береһендә, тегееее ваҡыт күрәҙәсе әйткән юрауҙар иҫемә килеп төштө... Тап килә бит ә, - тигән фекергә килдем. Ул:
-Оло мөхәббәт менән өйләнешәһегеҙ, төҫ-ҡиәфәттәре... Бик матур итеп йәшәй башлаясаҡһығыҙ, тик был илаһи мәлдәр оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ, айырылышасаҡһығыҙ, икенсегә кейәүгә сығасаҡһың, тик был ниҡахығыҙ ҙа ғүмерле булмаҫ, һин үҙ-үҙеңә ҡул һаласаҡһың...”тине.
- Ҡалай ҡаты бәғерлә күрәҙәсе булған! Ундай ҡурҡыныс мәлдәрен әйтмәһә лә булыр ине, ниңә әйтте икән?..
Гөлсибәр тулҡынланып китте. Ҡатын башлағанын дауам итте:
-Шунда мин күрәҙәсенең юрағандарын кире ҡағып, үҙ фәжиғәмде аша атлап үтергә ҡарар ҡабул иттем. Ирем менән айырылыштыҡ, тик башҡа бер ваҡытта ла кейәүгә сыҡманым. Шул көндән алып яңғыҙмын. Балаларым башлы күҙле. Үҙем... Үҙем ҡая башындағы яңғыҙ ҡайын кеүек. Ҡарап һоҡланырға мөмкин, тик тейергә буйҙарын еткермәнем. Йәшерәк саҡта һоратып килеүселәр ҙә булды, белә тороп башымды ырғаҡҡа тығырға мин йүләр түгел дә... - Ээээй, туғаным, юҡ бар хәбәрем менән башыңды ҡаңғыртым шикелле. Ғәфү ит!
Бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине, ә һин бәхетле булырһың - тип Фәүзиә апай боролошта рәхмәттәрен уҡый-уҡый төшөп ҡалды.
- Юҡ, юҡ, кит кәрәкмәҫ, - тиһә лә, Гөлсибәр уға юллыҡ аҡса бирҙе.
- Матур кәңәшегеҙ өсөн,рәхмәт, апай!
Гөлсибәрҙең борсолоуынан ҡан баҫымы күтәрелде. Светофорҙа туҡтап дарыуын эсеп, бер аҙ тынысланғас, юлын дауам итте.
* * *
Өй ишеген асып ингәндә, Йәмил өйҙә юҡ ине. Тиҙ генә шылтыратып:
-Алло, улым, һин ҡайҙа? Мин ҡайтып еттем... Ә-ә-ә, ярааай!.. Еңгәң тамағыңа ашаттымы һуң... Эйе, осто, инде ҡайтып етеп баралыр... Сәғәт нисәлә ҡайтаһың? Ағайыңдарға сәләм әйт!.. Ул китап шкафын иртәгә йыйып бөтөрһәгеҙ булмаймы? Һин дә арығанһыңдыр... Көнө буйы шунда... Ярай, ярай, аңланым, көтәм... Пока!
Гөлсибәр душҡа инеп сайынып, өҫтөнә халатын кейеп алды ла, Әҡлимә инәйгә төшөп китте. Төшмәй, телефондан ғына шылтыратһа ла булыр ине лә, тик оло кеше өҫтәл артына ултырып, сәй эсеп һөйләшергә ярата. Гөлсибәр килеп ингәс тә, өҫтәл ултыртыу эшенән айырылмай ғына:
-Шунан, ҡыҙым, оҙатып ебәрҙеңме улымды?
Тап шул мәл телефон шылтыраны.
-Бына как раз Таһир шылтырата! Алло, әллә ҡайтып та еттең?
-Юҡ әле. Бына самолеттан килеп төштәм дә, машинам янына китеп барам. Берәй сәғәттән өйҙә буласаҡмын.
-Ә беҙ, әсәйең менән сәй эсеп ултырабыҙ. Ана, минән дә сәләм әйт! – ти... Инәй, һиңә лә күүүп сәләм!.. Ярай, Таһир, әлегә! Үҙемә менгәс, һуңғараҡ шылтыратырмын, йәме!
- Ярай, иҫән-һау булып тороғоҙ!

***
Таһир инеп өлгөрмәне өй телефоны шылтыраны.
-Алло!..
Шылтыратыу Нью Йорктан ине. Тик номеры таныш түгел. Йөрәге ниҙер һиҙгәндәй йыш-йыш тибә башланы.
-Алло, алло!..
Таһир креслоға ултырҙы. Шылтыратыусы улының әсәһе Наилә ине.
-Һаумы, Наилә! Ниңә шылтыратаһың, арлы бирле берәй хәл булдымы әллә?
-Нисек әйтергә лә белмәйем... Байрам ваҡытында улыбыҙ тау саңғыһында шыуып, уңайһыҙ йығылып, ауыр тән йәрәхәте алды.
-Хәле нисек?
-Хәле бик ауыр, реонимацияла ята. Комала...
-Мин нисек ярҙам итә алам?
-Әйтеүемсә хәле бик ауыр, беренсе операция уңышлы үтте... Аҡса, бик күп аҡса кәрәк... Ҡатын илауынан баҫыла алмай, трубкаһын һалды...
Таһир шул номерҙы ҡабатлап йыйҙы.
-Наилә, күпме аҡса кәрәк?
-Күүүп, белмәйем, әлегә шулай тип кенә әйттеләр...
-Борсолма, иртәгә, иртәнән һуңға килеп етермен.

Таһир тиҙ генә Гөлсибәргә шылтыратып, көтөлмәгән хәл килеп сығыуын, иртәгә улы янына осасағын хәбәр итте. Әлегә был турала әсәһенә өндәшмәй торорға ҡушты. Ундағы хаҡтар менән таныш Таһир. Шуға күрә фатирын һатыуға ҡуйып, башҡа мөһим эштәрен бөтөрөп, киске рейс менән улы янына осто. Ун бер сәғәт киң йыһанда! Бөтә үткән ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе. Ашыҡҡанда ваҡыт үтмәй, күҙгә йоҡо килмәй, гәзит-журналдар ҙа уҡып булмай...
-Бына ни өсөн улы байрам менән дә ҡотламаған атаһын. Ә ул эстән генә үпкәләп тә йөрөгән ине. Эх улым, улым! Күңелем дә бер нимә лә һиҙмәне. Ир-аттар шулайыраҡ була инде ул. Әсәһе һиҙгән, ана инде күптән улы янында ултыра... Һин дә ир затынан, улым, атайыңды аңларһың, кисерерһең...
Аэропорттан такси алып Таһир больницаға елдерҙе. Наилә уны ишек төбөндә ҡаршы алды. Улы ятҡан палатаға үттеләр. Больница ҡайҙала шул инде, системаға тоташтырылған ауырыуҙар менән тулы. Ауыр һауа, борсоулы, илауҙан ҡыҙарып шешенгән йөҙҙәр, аҡ халатлы врачтар...
Таһир улын инеп күргәс, дауалаусы табип менән һөйләшергә ординаторскийға инеп китте.
-Әлегә, ҡаты ауыртыуҙарын бик тоймаһын өсөн, үҙебеҙ комаға индереп торҙоҡ. Һөйәктәре ныҡ ҡына зарар күргән. Тағы ла ике операция планлаштырабыҙ, хәйер дауалау осоронда күҙ күрер... Организм йәш, көслө... Бөтәһе лә яҡшы булыр! Бик тиҙ булмаһа ла, егет аяҡҡа баҫасаҡ... Түләү мәсьәләһе тураһында килешеүҙе әсәһенә тапшырҙыҡ. Күрһәтелгән сумманы мөмкин тиклем тиҙерәк индерегеҙ. Улығыҙҙың хәленә ҡарап операцияларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үткәрергә кәрәк.
-Ә Өфөгә ҡасан күсереп алырға мөмкин булыр икән? Беҙҙә лә көслө белгестәр эшләй...
-Әлегә ҡуҙғатып, күсереп йөрөргә ярамай, бик оҙон юл... Кризис үтһен, аҙаҡ күҙ күрер.

Таһир аҙна-ун көнләп улы янында булды. Шул арала ике операция уңышлы үтте. Илдарҙы команан сығарҙылар. Врачтың һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты, ни тиһәң дә йәш организм үҙ эшен эшләне. Егет әкиәт батыры кеүек, ай һауығаһын бер көндә һауыҡты...
Атаһы менән әсәһен бергә күргәс егет бик шатланды.
-Атай, мөмкинме бер һорау?- тине ул.
-Һора...
Хәйер ул улының нимә тураһында һорарын алдан һиҙеп, көтөп йөрөнө. Тик мәле генә булманы. Бына бөгөн, тап ошонда мәле еткәндер... Тик ул әле һаман нисек яуап бирергә генә белмәй... Улы алдында, балам тип ут янған әсәһенең йөҙөн йыртаһы ла килмәй... – Һора!
-Һеҙ әсәйем менән бергә шундай матурһығыҙ! Ә ниңә бергә түгелһегеҙ? Мин һеҙҙең икегеҙҙе лә бик яратам. Һәр Яңы йыл, иптәштәрем бүләккә компьютер һорағанда, мин һеҙҙең бергә булыуығыҙҙы һорап Ҡыш бабайға хат яҙҙым. Тик минең был берҙән-бер иң изге теләгем тормошҡа ашманы...
-Ғәфү ит, улым!.. Тормош бик ҡатмарлы нәмә. Яңлышлыҡтар, хаталар ҙа күп була, ҡайҙа эләгеп йығылырыңды белмәйһең... Оло үкенескә ҡаршы, айырыуса беҙ – ирҙәрҙә ғәфү итеү сифаты юҡ тиерлек кимәлдә. Инде үҙем дә теүәл генә әйтә алмайым, дөрөҫ эшләнемме, юҡмы?.. Әсәйең яңлышты һәм мин уны ғәфү итә алманым... Һин мине ғәфү ит, улым!..
-Ә мин, балам өсөн генә булһа ла кисерер инем моғайын...
-Һиндә лә минең холоҡ, улым, алма ағасынан алыҫ төшмәй, - тиме әле халыҡ мәҡәле? Бөгөн мин әлбиттә һинең менән килешәм. – Ә ниңә һин был турала миңә бер ҡасан да өндәшмәнең?..
-Өндәштем, атай, тик һин мине ишетмәнең.
Илдар атаһы алдында тәү тапҡыр күҙ йәштәренә ирек бирҙе...
-Кисер мине, улым! Хәҙер һин дә кәләш алыу йәшендә, беҙҙең хаталарҙы ҡабатламаҫһығыҙ тип ышанғы килә.
-Әсәйем кейәүгә сыҡты, минең өс йәшлек һеңлем бар.
-Мин белмәй инем. Ҡалай яҡшы булған. Ни тиһәң дә тормош дауам итә.
-Ә һинең хәлдәр нисек, атай?
-Мин өйләндем, әлегә ниҡахлаштыҡ ҡына. Исеме Гөлсибәр. Аллаһы бирһә һауығып ҡайтҡас мотлаҡ танышырһығыҙ.
-Ҡотлайым! Тик яһаған хаталарығыҙҙы ҡабат ҡабатламаҫһығыҙ тип ышыныһы килә...
-Рәхмәт! Хәҙер хаталар яһарға ваҡыт ҡалмағандыр. Ғүмер аҡҡан һыу менән бер, ағышын күреп тә өлгөрөп булмай.
-44 йәш күп була тиһеңме? – Илдар йылмайҙы. Миңә бәлки ҡусты алып ҡайтырһығыҙ?
-Юҡ, беҙгә лә ҡыҙ кәрәк! Минең инде өс улым булды. Гөлсибәрҙең ике улы бар - береһе өйләнгән, һине лә үҙебеҙҙең берәй башҡорт һылыуына өйләндерһәк, өсөнсөһө мәктәптә уҡып йөрөй.
-Эйеее!.. – тип һуҙҙы егет, үҙ уйҙарына сумып. – Атай, булмаһа мин бер аҙ серем итеп алайым, арып киттем шикелле, башым да ауырта башланы...

Таһир ҡунаҡханаға ҡайтҡас, ресторанға төшөп тамаҡ ялғап алды ла, номерена инеп ятты. Ятты, тик йоҡлап китә алманы. Улының: - Өндәштем, атай, тик һин мине ишетмәнең, - тигәне күңеленә тыныслыҡ бирмәне. Ишетмәгәнмендер шул, улым, сөнки әсәйеңде шундай ныҡ ярата инем бит. Ә ул миңә иң яҡын дуҫым менән хыянат итте. Әле бында килгәс тә иҫәнлек һорашыуҙан ары үтмәнеләр. Кейәүгә сыҡҡан, ҡыҙы бар, ти. Бәхетле булһындар!..

Бында кис, Өфөлә таң ата! Гөлсибәре эшкә китергә ашығып йөрөйҙөр. Телефонын алып номерын йыйҙы:
-Алло, һөйөклөм, хәйерле иртә!
-Хәйерле кис, йәнем!
-Хәлдәрегеҙ нисек?..
-Яҡшы, ҡәйнәм дә һәйбәт кенә. Ә Илдар батыр һауығамы?..
-Әлегә тағы ай тирәһе бында дауаланыуын дауам итәсәк, һуңынан Өфөгә күсерергә була тинеләр. Мин бөгөн ҡайтырға юлға сығам, әсәйемә сәләмдәр еткерә тор. Һиңә бүләккә нимә алып ҡайтайым?
-Бер нәмәлә кәрәкмәй, йәнем, һинән дә оло бүләк юҡ минең өсөн.
-Ярай, әтеү үҙем-бүләгемә, тағын Америка күстәнәсе лә тейәп ҡайтып етермен. Шылтыртырмын.
-Покаааа!..

Бер йылдан һуң
Гөлсибәр, ниһайәт, йорт эштәрен бөтөрөп, йоҡо бүлмәһенә инеп, көҙгө ҡаршыһына ултырҙы. Болоттай ҡабарып торған ҡара сәстәрен ысҡындырып, битенең макияжын лосьон менән һөртөп алды. Бер тын көҙгөләге үҙенә иғтибар менән ҡарап ултырғандан һуң, йоҡлап киткән хәләле янына барып ятты.
– Аллаға шөкөр, бөгөнгө көнөбөҙ ҙә имен-аман ғына үтеп китте, – тип һөйләнде ул, белгән доғаларын ҡабатлап.
Тәҙрәгә йылмайып ҡарап торған тулған ай менән күҙгә-күҙ ҡарашып, уйҙар диңгеҙенә сумды. Иртәгә Яңы йыл! Иртә таңдан, Аллаһы бирһә, Американан Илдар ҡайтып етәсәк. Үткән йыл, тау саңғыһында уңайһыҙ йығылып, яратҡан кешеләрен бик борсолдорһа ла ул һауыҡты. Инде хәҙер үҙ аяҡтарында йүгереп йөрөй. Өлкән улы, кәләше Айгөл һәм ейәнсәрҙәре Гәлсәр менән табынға ғына килеп етербеҙ тип шылтыраттылар. Йәмил , ниһәйәт, биология фәненән Рәсәй олимпиядаһында юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, беренсе ярты йыллыҡҡа “5”- ле билдәһе алды. Ә Әҡлимә инәй балаларының бәхете менән бәхетле... Иртәгә кис татыу ғаилә бер табын артына йыйыласаҡ. Был табындың хужалары Таһир һәм Гөлсибәр быйылғы оҙайлы ҡышҡы ялдарын Янғантауҙа үткәрергә булдылар. Был йәш ғаиләнең бер-береһенә Яңы йыл бүләге ине.
 
 
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: