Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Июнь 2021, 11:00

"Һағыныу бәхете" ТАҢҺЫЛЫУ ВӘЛИЕВА-ҠАРАСУРИНА

Малайҙарҙың һыуҙа аҡ балыҡтай уйнағандарын ҡарап тороу үҙе бер тамаша. Уларҙы ҡарап торһаң да оят түгел һымаҡ, уңайһыҙланмайһың да. Уларҙың ни шул бер кейем. Башҡа оялырлыҡ бер нәмәләре лә юҡ. (Ә өлкәнерәк ағайҙар килә башлаһа, ярҙа ҡыҙҙар ҡалмай.)Малайҙар рәхәтләнә. Йөҙөп - сумып арығас, йәшел сирәмгә йөҙтүбән ятып, теш араһынан серт итеп кенә төкөрөп ебәреп, гәп һатҡан булалар өйөрлө хәстрүштәр. Ырғып тороп, тағы кемуҙарҙан йүгерешеп баралар ҙа һыуға ташланалар.

Ҡыҙҙар улайта алмай. Уларҙың һыу инә торған ерҙәре ышыҡта, ике яҡ ярҙа үҫкән ҡуйы тал, муйыл, ерек араһында. "Ҡыҙҙар сөмбәйе" тиҙәр ауылда.
Малайҙар быуаһы, Ҡыҙҙар сөмбәйе тип һөйләйҙәр әле лә, үҙҙәре күптән булмаһа ла.
Ҡыҙҙар сөмбәйендә көндөҙ бәләкәстәр, үҫмерҙәр һыу төшә. Кискә ҡалмай улар. Ҡояш Аҡбалсыҡ яғынараҡ ауа башлаһа, сөмбәйҙә бәләкәстәргә һыу инергә ярамай - тал араһында уларҙы бапаҡтар ҡарап ултыра икән. Ә кискәрәк, һыйырҙан алда, сөмбәйгә килгән йәш килендәр, еткән ҡыҙҙар ул бапаҡтарҙан ҡурҡмай һыу төшәләр. Ә малайҙар быуаһында кискеһен тағы шау - шыу: йәш егеттәр, йәш ирҙәр һыу төшөргә киләләр быуаға. Улар һыуға сумһа, быуа гөрҫ итеп ҡала.

Ҡыҙҙар сөмбәйе - таҙа итеп йыйыштырылған үҙе бер матур донъя. Ботаҡтан ботаҡҡа тартылған кер бауҙары бер ҡасан да буш булмай - алмаш эс кейемдәре, яулыҡ - таҫтамалдар эленә. Бер ниндәй шар - шор юҡ - сөмбәйҙә һыу инеү тәртибе шыпа икенсе. Һыу инеүселәр тәүҙә сикәнес алалар ҙа һыу эсендә сүкәйеп шул көйө ултыралар. Сәстәрен, яурындарын, биттәрен һыулайҙар. Шунан ғына йөҙә башлайҙар. Ҡыҙҙарса йөҙәләр, ҡыҙҙарса сумалар. Ярға һуғылған тулҡын тауышы ла , тыйнаҡ ҡына көлөшөүҙәр генә ишетелә ҡыҙҙар сөмбәйендә кистәрен. Кискеһен һыу улар өсөн генә йылынып, әҙерләнеп торған, тиерһең. Шунан улар һабынлап, йүкә йыуғыслап йыуыналар. Сәстәрен йыуып, маңлайҙары тәңгәленә мөгөҙ итеп урап, кәкере тараҡ менән ҡыҫтырып ҡуялар. Иң һуңынан саҡ ҡына өҫтәрәк сайынып алалар ҙа ярға сығып теҙеләләр.
Бер - береһен ышыҡлап тороп, кейем алыштырып кейәләр ҙә, тастарына күҙ һабындарын, йүкә йыуғыстарын, башҡа нәмәләрен һалып ҡайтып китәләр. Кипһен, тип тағатып төшөрөлгән сәстәре ебәк һымаҡ, сикәләре бәрхәт кеүек йомшаҡ, үҙҙәре мамыҡтай еңел - осоп ҡына баралар.

Ҡыҙҙар сөмбәйендә еткән ҡыҙ сағында һыу ингән бер генә кискә барып ҡайтыр ине Мәйсәрә. Бер генә сәғәткә. Шул мәлен генә һағына. Унан ҡалғаны һағынырлыҡ түгел.

Һыу аҫтынан йөҙөп килеп, ниңәлер гел үҙенең генә ҡаршыһында "Бо -о -х!" - тип һыуҙан ҡалҡып килеп сыҡҡан Ишморатты һағына. Унан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән, һыу эсенән Ишмораттың артынса сығып, сыйылдаҡ тауышы менән "Ба-ах!" - тип ҡысҡырып торған Әхиәрҙе күҙенә лә элмәгән сағын һағына.

Еләккә барғанда тағы ла бох - бах итеп урман араһынан килеп сыҡҡан малайҙар араһында Ишморатты ла күреп, ниңәлер ҡыуанған сағын һағына. Ҡулындағы өймәләм тулы күнәсеген төшөрөп ебәрһә лә, Әхиәр уны тибеп осорһа ла, ҡыуанып, йылмайып Ишморатҡа ғына ҡарап торған сағын ғүмер буйы һағынып йәшәй Мәйсәрә.

- Мәйсәрә, туҡта әле, һөйләмә миңә шул киноны! Әкиәт бит ул! Мәйсәрә! Мин һине малай саҡтан алып яратып йөрөйөм бит! Һин нисек шуны бер күрмәйһең? Һин тип йән атыуымды?
Ишмораттың был һүҙҙәренә Мәйсәрәнең аптырауы... Кинонан ҡайтып киләләр ине йәштәр. Ҡапыл Ишморат Мәйсәрәне ҡулынан тартып туҡтатты шунда. Ситкәрәк тартты. Ике ҡулын түшенә ҡуша ҡыҫты.
- Күҙең бармы һинең, Мәйсәрә! В канса кансов!
Нисек Ишморат үҙе күрмәгән быға тиклем Мәйсәрәнең ул тип, ут йотоуын? Шул яҙғы кистә аңлашты ике ғашиҡ бер береһе менән. Ике күрәғарау, ике һуҡыр. Сәғәте һуҡҡанды ун йыл көткәндер уларҙың мөхәббәте. Беренсе синыфҡа бергә уҡырға барғандан алып көткәндер ошо яҙғы кисте.

Ишмораттың:
- Күҙең ҡайҙа һинең, Мәйсәрә! - тигән саҡтағы ҡайнар тынын һағына һаман.

Өс йыл армиянан ҡайтҡанын көтөп алды, хаттарын яратып, һағынып уҡый ине. "Ни өсөн хат яҙмайһың, әллә нисә хатыма яуабың килмәне," - тигәнгә лә аптыраманы, әллә ҡайҙа ятҡан Венгрияға теүәл барып етмәһә лә ғәжәп түгел. Үҙенән дә хат килмәгән саҡтар булды.

Матур йәшәп алып киттеләр. Һоҡланмаған кеше булмағандыр уларға. Бер аҙым да артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән Әхиәр генә килмәҫ булды. Ярай, мәйеле.
Мәйсәрә берәй йомош менән берәйһенә сыҡһа, әсәһенә китһә, Ишморат:
- Кәләш, оҙаҡ йөрөмә, мине һағындырмай ғына ҡайтып ет, - тип ҡала ине.
- Кит инде, шулай түгелдер ҙә. Һағынам, тип килештереп ебәрәһең.
Мәйсәрә көлә, ә Ишморат ысынлай:
- Күҙемдән осоп сығып барған һымаҡһың бит, кәләш! Ҡалайтайым һуң?
Уныһы нимә тигән һүҙ булғандыр, әле аңламай ине Мәйсәрә.

Бына хәҙер Ишморатының шул һүҙҙәрен һағына.
- Күҙемдән осоп сығып бараһың...
Күреп туя алмаҫтай ғына булып йөрөгәндер Ишмораты. Ниҙер булырын алдан тойғандыр, күрәһең. Күрәҙәсе кеүек ине ул, ни әйтһә, шул раҫҡа сыға торғайны.

Өйлөк ағас ҡырҡырға, тип урманға барғанда, бысып йығылған ҡарағайҙың уҡ шикелле осло ботағы һынып осоп, башының бәпәйҙәр лепкәһенә сәнселә төшкән Ишморат, ыһ тип әйтергә лә өлгөрмәй йән биргән. Ул ҡәһәрле өйлөк ағасты алдырманы Мәйсәрә. Уны әлеге Әхиәр һатып алып буратты, өй итеп ултыртты. Ул да өйләнгән ине инде. Ҡатынына көн күрһәтмәй, бик ҡаты ҡылана, тигән хәбәрҙәрҙе сала - сарпы ишеткеләне.
Икенсе ҡыҙы Ишморат үлгәндә буйында ҡалғайны Мәйсәрәнең. Улары ла үҫте, бер - бер артлы уҡый башланылар. Ишмораттың вафатына һигеҙ йыл тигәндә Әхиәр ҡатынһыҙ ҡалды. Йөрәге бөткән булған бисараның. Унан һуң Әхиәр ҡатын ала торҙо, ҡатындары кире ҡайта торҙо. Бер ҡышҡы кистә ике улын эйәртеп, Әхиәр Мәйсәрәләргә килеп инде.
- Малайҙарҙы алып ҡалып тормаҫһың микән, ҡорҙашбикә? Мин йөрөп киләйем, тигәйнем. Ҡатынһыҙ ҙа булмай бит...
Күҙҙәрендә нур юҡ ине малайҙарҙың. Әсәйһеҙ етемлектең ни икәнен Мәйсәрә балаларҙың ҡарашынан аңланы.
- Ярай, йөрөмә. Икәүләп үҫтерәйек балаларҙы.
Әхиәрҙең ҡырынғыс күрмәгән, шырт баҫҡан ауыҙы йырылды, күҙҙәрендә ниндәйҙер кинәнес сағылды.
Бала хаҡына шундай ҡарарға килеүенә үкенһә лә түҙҙе Мәйсәрә Әхиәрҙең холҡона. Кинәнесле йылмайыуы үсле йылмайыуы булған икән Әхиәрҙең . Эсеп алһа, бөтә ҡара серен сисә башлар ине.
- Барыбер миңә ҡалдың, Ишморатың әллә кем булып йөрөһә лә.
- Ауылда иң шәп өй минеке буласаҡ! - тиһә лә ҡырҡҡан ағасы миңә булды бит, әй..
- Һине яратыу тураһында иң тәүҙә, тәүҙә үк миңә әйтте. Һиңә түгел, ә миңә!
- Мин дә һине яраттым, ә ул миңә һине һөйләй.
- Хаттарын ҡалай килештереп яҙға булалар бит әле. Тфү! Осрашыр минуттарҙы зарығып көтәм, имеш. Ә миңә һаумы ла тимәй. Барыбер миңә ҡалдың...
- Һинең күҙҙәрең.... Һинең сәстәрең... Зифа буйың.... Нескә билең....
- Миңә һөйләй... Мин ултырам тыштан йылмайып, эстән үртәлеп. Тфү!
- Барыбер миңә ҡалдың. Ишмораттың ҡалдығы...

Нисәмә йыл үсле күңелен көнсөллөк ҡорто кимергән икән Әхиәрҙең. Үҙ ихтыяры менән ир итеп индереп, зәһәрен тыңлап йәшәне. Бер көн йәшәмәҫ ине, үҙ ҡыҙҙары ыңғайына әсәй ҙә әсәй, тип күҙенә генә ҡарап торған Даян менән Раян булмаһа. Үҙе Мәйсәрә менән Ишмортаттың донъяһында йәшәне, үҙе иләмһеҙ ҡорт булып, Мәйсәрәнең йәнен кимерҙе.

Эске етте башына. Эсеү алдына сығармай бит кешене, эйәртеп алып йөрөп һәләк итә. Көнсөллөк ҡорто ла араҡыға сәсәп үлгәндер, моғайын. Әхиәр менән йәшәгән йылдары баҫлыға - баҫлыға йоҡлағандағы яман төш һымаҡ Мәйсәрәгә.

Ә Малайҙар быуаһын, Ҡыҙҙар сөмбәйен, сәселеп киткән еләктәрен, тәүге төн ләззәттәрен, Ишморатының ҡайнар тынын, аҡыллы ҡарашын - ошо бәхетен Мәйсәрә һағынып йәшәй. Ҡыҙҙар сөмбәйендә, ҡуйы тал ышығында икәүләп һыу ингән йылы йәйге төндө мәңге онотасағы юҡ уның. Ошо һағыныу бәхете Мәйсәрәне мөхәббәтле итеп йәшәтә.
ТАҢҺЫЛЫУ ВӘЛИЕВА- ҠАРАСУРИНА
Читайте нас: