– Уй, Әмилә, су керербез, танцыга, костерга йөрербез!
Рания апай ҙа икенсе яҡтан килеп баҫты:
– Бер нигә борчылма, акыллым, күпме кирәк шунча тор, син ни монда күптән үз, – унан асмалы тәҙрәнән ынтылып иренә өндәште, – Морат, мунчаны кабындырчы, бала юлдан ич.
“Бер... бер… бер-ике-өс! Бер… бер… бер-ике-өс!” Ринат үҙенең бөтөн көсөн һалып эшләмәүен белә. Ниңәлер зиһенен йыйып ала алмай. Кисә лә шулай булғайны, элекке көн дә… Быны тренер ҙа һиҙеп-күреп йөрөй. Әленән-әле үҙәк рингтағы боксеры яғына һынсыл ҡарашын ташлап-ташлап ала, йә бөйөрҙәренә таянып текәлеп тора бирә лә, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп башын һелкеп, ауыҙ эсенән мығырлап китеп бара. Ринат үҙе лә эстән һүгенеп йән көсөнә тоҡто төйгөсләй. Тик, түгел, түгел… тейешенсә түгел… көндәгесә түгел… был хәрәкәттәр, был йылдамлыҡ профессионал һуғышсыныҡы түгел!
– Так! Байрамов! Что за чепуха?! – Павел Петровичтың талапсан тауышы дәү залды гөрһөлдәтте. – В чем проблема?!
– Да черт ти знай… – Ринат тыңлауһыҙ “суҡмарҙарын” аҫҡа төшөрөп, мығырлауҙан башҡа яуап тапманы. Үҙен рентген ише үтә күреп торған тренерын нимә тип алдаһын инде ул?
Павел Петрович, бармағын иҙәп егетте үҙе артынан әйҙәне лә, кабинеты ишегенә юлланды.
– Ауырыйһыңмы? – тренер тура һорап тура яуап көттө. Улар шулай өйрәнгән, тәртип шуны талап итә.
– Улайһа, мин һине аңламайым, Байрамов, ринг алдынан ул ниндәй илке-һалҡылыҡ? Беҙ һиңә күҙ терәп торабыҙ. Улайға китһә, башҡаларҙан ни көтөргә? Өсөнсө көн тотош ни ҡыланыуың?! Минең йөрәк ауырта башланы… Өйҙә берәй хәл тыуҙымы?
– Юҡ… өйҙә барыһы ла һәйбәт.
– Тимәк, мин борсолорҙай сәбәп юҡ?
– Сәбәп юҡ икән, борсолтма бабайыңды, улым. Беләһең: мейеңде тренировканан башҡа уй биләргә, тренировканан башҡа эшең булырға тейеш түгел. Эсеү-тартыу, ҡайҙалыр төн уҙғарыу, ҡатын-ҡыҙҙар һинең өсөн түгел… әлегә. Ҡыҫҡаһы, һиңәме һуң был хаҡта аңғартып тоторға, үҙең йәштәрҙе өйрәтәһең. Беҙ аңлаштыҡ, шулай бит?
– Улайһа, улым, бөгөнгә ҡайтып ял ит, – тренер боксерҙың ҡаршылашырға теләгәнен аңғарып тауышын күтәрә төштө. – Күреп тораһың, һин бөгөн барыбер һуғышсы түгел. Ҡайт, йоҡоңдо туйҙыр һәм иртәгә сәғәт һигеҙҙә һау-сәләмәт булып алдыма килеп баҫ. Хуш!
– Хушығыҙ, Петрович! – Ринатҡа теләр-теләмәҫ булһа ла урынынан ҡуҙғалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Яңы күнекмәгә йөрөй башлаған малайҙай үҙ-үҙен ҡулға ала, аҡылы менән көсөн бер ыҙанға төшөрә алмай аҙапланыуынан, һис юҡтан тренерын борсоуҙан оялды, асыуынан уртын сәйнәне. “Нимәгә мәмәйләнә әле ул? Ул – клубтың “тимер йоҙроғо”, ике тапҡыр Донъя чемпионы булыуға өлгәшкән һуғышсы әллә көсһөҙләнәме? Спортсыларҙы көс-кәр ташлай тигәндәре әллә ошолай башланамы икән? Ауырый тиһәң үҙен һау тоя… Ниңә зиһене тарҡау әле… Ниңә?.. Ниңә?..”
Күнекмә кейемдәрен сисеп ташлап, үҙенән үс алырға теләгәндәй, тешен ҡыҫып, елкәһе иҫ белмәй башлағансы һыуыҡ душ аҫтында торҙо ла, тәне янып киткәнсе ҡаты таҫтамал менән ышҡынып, кейенеп алды. Атаҡлы чемпиондың танау осондағы чемпионат алдынан тренировканан эңерҙә үк ҡайтырға сығыуына күптәр ауыҙ асып ҡарап ҡалды, Ринат быны яҡшы тойҙо, был уның асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартты. “Улар хаҡлы… хаҡлы, әлбиттә… Ә ул – дурак!”
Тренерҙың һүҙенән сыҡмаҫҡа булып, ҡайтҡас та йоҡларға ятты. Ул бит шулай өйрәнгән, Петровичтың инструкцияһы, тәртибе, планы менән йәшәргә, хәрәкәт итергә. Һәр ваҡыт уныңса эшләне һәм бер ҡасан да отолманы. Тренер ҡушҡан ваҡытта торҙо, ул яҙған рецепт буйынса туҡланды, уның көн тәртибе менән йәшәне, тейешенсә ауыр һәм еңел атлетика менән шөғөлләнде, йүгерҙе, йөҙҙө, сыныҡты, кәрәкле ваҡытта аҙыҡтан, күңел асыу һәм башҡа ҡәнәғәтлек сараларынан сикләнде, тәнен генә түгел, аҡылын да махсус тәртипкә буйһонодорорға өйрәнде һәм, хатта, уйламаҫҡа кәрәк саҡта уйламай ҙа булдыра ала ине бит… һуңғы көндәргә тиклем.
Егет күҙҙәре талғансы түбәгә ҡарап ятты, унан салҡан әйләнде, бер аҙҙан тағы түбәгә текәлде. Йоҡо юҡ. Нимә булды уға? Чемпионат алдынан шулай йөрәкһейме? Улай тиһәң, беренсе тапҡыр донъя кимәленә сығыуы түгел, тәүгеһендә лә былай ҡыланмағайны. Тағы ла бәйгегә тиклем әле өс ай бар. Нимә һиҙенеп болоҡһой күңеле? Ни булды әле һуңғы ваҡыт? Һәм ул инде нисәнсе ҡат үҙ-үҙенә шул һорауҙы бирә лә, бынан биш көн элек булған хәлдәрҙе ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәрә. Унан инде нисәнсе тапҡыр: “Фу-у, идиот, шул бер ауыл ҡыҙы кәлийәнән сығарҙымы һине?.. – тип көлөп ҡуйған була. “Юҡ-юҡ, уныһы инде – абсурд!” Унан тағы, ирекһеҙҙән, аш бүлмәһенең ишеге төбөндә уңайһыҙланып ҡына баҫып торған зәңгәр күлдәкле ҡыҙҙы, уның аҡ мәрмәр йөҙөн, дымһыу ҡуңыр күҙҙәрен, ел ыңғайына талғын ғына бәүелгән сәс бөҙрәләрен, ҡарбуз тышын сыйған нәфис тырнаҡтарын, “Һеҙ Робин Гудмы әллә” тип ғәмһеҙ көлөүен күҙ алдына килтерә лә: “Да-ну! Чепуха!” тип, кәрәкмәгән уйҙарын ҡыуырға теләгәндәй башын һелкә: “Че-пу-ха!”
Ринаттың бит шул бешмәгән ауыл ҡыҙынан биш тапҡырға сибәрерәк, һомғолораҡ, ҡупшыраҡтарҙы күргәне бар. Һәм күргәне генә лә түгел… Үҫмер сағынан ҡыҙ-ҡырҡын уның муйынына үҙе аҫылына. Хатта ир-ат иғтибарын йәлеп итә аласағына саманан тыш ышанған ханымдар ҙа осрашыу тәҡдим итә, эҙәрлекләй. Ул ҡатын-ҡыҙҙан кәрәген алып һәм уларға ла үҙҙәре теләгәнде биреп, үпкәләмәҫлек итеп бүләк йә аҡса менән ризалап өйрәнгән. Ике яҡ та ҡәнәғәт, ике яҡ та теләгенә ирешкән, уныңса. Етдирәк мөнәсәбәт эҙләгәндәрен тиҙерәк һыуындырырға тырышты, ҡасты, шылтыратҡан мәлдәрендә трубканы алманы. Әлбиттә, оҙайлы осрашҡан кешеһе лә юҡ түгел, тик ул да егеттең үҙе кеүек, уны ла билдәле спортсының иғтибары менән ҡиммәтле бүләктәре ҡәнәғәтләндерә әлегә. Етмәһә, ҡыҙ үҙе әйтмешләй, етди мөнәсәбәт, ниндәйҙер яуаплылыҡ, хоҙайым һаҡлаһын – ғаилә уның өсөн түгел. Ул, йәнәһе, ир-ат һоҡланһын, яратһын өсөн яратылған.
Һүҙ юҡ, сибәр шул Лариса, ҡиммәтле тышлыҡ талап иткән зиннәтле аҫылташ кеүек затлы, нәзәкәтле, һушты алырлыҡ һауалы ҡыҙ. Әле ул Мәскәүҙә уҡый, бында ла йыш ҡайта. Ларисаны етәкләп ҡунаҡтарға, кисәләргә, төнгө клубтарға барғанда дуҫ-иштәренең, таныштарының, хатта ете-ят ир-егеттәрҙең дә ҡыҙығып, көнләшеп ҡарағанын тоя Ринат. Хас та спортсылар ҡиммәтле кубокка ымһынған кеүек. Башҡаларҙың ошо ҡарашы уның күңелендә ғорурлыҡ, өҫтөнлөк тойғоһо уята. Әллә ул спортсы булараҡ гел алдынғылыҡҡа, еңеүсе булыуға ынтылғанғамы икән? Һәр хәлдә Лариса менән Ринат бер-береһенән ҡәнәғәт, бер-береһенә артыҡ дәғүәләре лә, талаптары ла, физик ылығыуҙан башҡа араларында наҙ ҙа, йылылыҡ та юҡ. Әммә Лариса кәрәген һорай белә… Бер уйлаһаң, Ринат ҡатын-ҡыҙҙы тағы ниндәй яҡтан белә һуң? Бары һораусы, алыусы, талап итеүсе, ҡулланыусы булараҡ ҡына.
Бала саҡтан әсәһе атаһынан туҡтауһыҙ нимәләрҙер таптырҙы, уға һәр ваҡыт нимәләрҙер кәрәк булды ла, нимәлер етмәне. Әле ҡайҙандыр килтерелгән люстра, әле модалы стенка, әле балаҫ, әле затлы гарнитур йәки тағы ла әллә нимәләр тип көйөндө, янды, аҡса тупланы, үҙенә лә, башҡаларға ла тынғы бирмәне ул. Атаһы ҡалала билдәле хирург, ҡатынының байлыҡҡа нәфсеһен ҡәнәғәтләндерә алғандырмы-юҡтырмы, һәр хәлдә әсәһенең үҙенең дә килеме насар түгел – ул мода салонында косметолог.
Әсәһен бер ваҡытта ла, хатта йоҡо бүлмәһендә лә, бөтәрләнгән өҫ-башта күргәнен иҫләмәй Ринат, уның сәсенән алып аяҡ тырнаҡтарына тиклем һәр ваҡыт ниндәйҙер сағыу төҫтә, бөхтә, ҡараулы. Һуңғы мода менән килешле итеп кейенә, үҙен һәр ерҙә лә эффектлы, кешелә тәьҫир ҡалдырырлыҡ итеп тота белә. Ҡыҫҡаһы, атаһы төрттөрөргә яратҡанса “светская львица” инде.
Һеңлеһе Регина хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Атаһының бер нигә лә кире яуап алып өйрәнмәгән наҙлыҡай. Ринат үҙе лә иркәләтергә, шатландырырға ярата шул уны. Ә тегеһенең тәтәй йөҙө үпкәләп сирылырға ла, уймаҡ ауыҙы “алып бир”, “бүләк ит”, “кәрәк” тигән һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн генә яратылған кеүек. Ярата ул һеңлеһен, тик тегеһенең артыҡ шашып барыуын да һиҙмәй түгел. Ярай, ҙурая бара аҡылға ултырыр әле, тигән була ла, улай тиһәң тиҙҙән ун һигеҙе лә тула инде. Эйе, ун һигеҙе… Иҫтә саҡта бүләккә нимә теләүен һорап ҡуйырға кәрәк. Юғиһә, үлгәнсе онотмаҫ…
…Ринат төшөндә Әмиләне бөгөлә-һығыла көлә тип күрҙе… Төнө буйына күренде микән ул төш, әллә таң алдынан ғына индеме?.. Нимә тип көлгән булды икән? “Һин Робин Гудмы әллә?” тинеме, әллә “Ахмаҡ һин, дурачок!” тинеме? Ошо уйҙан егеттең тик-томалға асыуы ҡупты. Үҙен көлкөлө, мыҫҡыллы хәлдә итеп тойҙо һәм, быларҙың киреһен иҫбатларға теләгәндәй, һикереп тороп һауаны төйгөсләп ташланы. Шул ҡыҙыулыҡ менән ванна бүлмәһенә юлланды ла, Әмиләнең кер йыуыу машинаһы өҫтөндә онотолоп ятып ҡалған ағас һаплы сәс щеткаһына күҙе төштө. Тәүге көн, ошо әйберҙе аңғарып ҡалғас, ҡулына алып, бындайҙы беренсегә күргәндәй, әйләндереп-тулғандырып ҡарағайны, хатта ҡырағай кеше шикелле еҫкәп тә торғайны бит. Әле килеп шартларҙай булды. Теге ҡыҙ быларҙың барыһын да беләлер ҙә, шуға ла төшөндә көләлер кеүек тойолдо. “Көлкөңдө яңыртырмын әле, соплячка!” Ринат щетканы коридорға ҡарай атты, тегеһе “шаҡ” итеп фатирҙың тимер ишегенә бәрелде лә, бер нисә киҫәккә бүленеп сәселеп китте. “Бына шулай, абзың менән шаярмайҙар!”
Тренировкаға ҡашы емерелгән килеш, эсендә бөтөн донъяға асыу һаҡлаған кешеләй килде ул. Бөгөн расписание буйынса һуғышсылар махсус ауырлыҡтарҙа көс һынаша. Петрович Ринатҡа бер генә һынсыл ҡараш ташланы ла, барыһына ла “Әҙерләнергә!” тигән команда бирҙе.
Тәжрибәле тренерҙы Байрамовтың “дошман”ына яҙылып, “уйнап” алырға ваҡыт бирмәүе, туранан-тура һөжүмгә күсеүе, үҙ таҫыллығының, көсөнөң өҫтөн икәнлеген белә тороп, аяуһыҙ ҡыланыуы һағайтты. “Нимә булды әле был малайға? Ул бит уны ун ике йәшенән үҙе “әүәләп” үҫтергән. Күп йыллыҡ ауыр хеҙмәт талап иткән, яҡты өмөттәрен аҡлап килгән иң оҫта һуғышсыларының береһе Ринат…” Тренер ауыр ҡарашын, парын дөрөп алып барған, ураған һайын хаталар ебәргән, ярамаған хәрәкәттәр, алымдар ҡулланып, ҡағиҙәһеҙ, тәртипһеҙ дөмбәҫләшеү асып ебәргән һуғышсыһына ҡаҙап, баш ватты. Ул арала “еңеүсе”, судьяның әсе һыҙғырыуына ла ҡолаҡ һалмайынса, “дошман”ына һуңғы “суҡмарын” ултыртты ла, ҡапыл һикереп әйләнеп китеп, ялан аяғы менән тегенең каскалы башына типте. Уныһы күҙ асып йомғансы салҡан әйләнеп төштө һәм… иҫен юйҙы.
Ринг тирәләп сүгәләп ултырған һуғышсылар аптырашып әле асыуынан сәсәп киткән тренерға, әле шыбыр тир булып, үҙ кисерештәренән арына аламай аһылдап торған бокссыға ҡараны. Уларҙы, барыһынан да бигерәк, һәр ваҡыт һалҡын аҡыл, һәр секунды уйланған, үлсәнгән хәрәкәттәр менән генә эш итеү оҫтаһы булып танылған, йәштәрҙе лә шулай өйрәткән, тәрбиәләгән спортсының күҙ менән ҡаш араһында ҡарашы аңһыҙланып, тештәре ыржайып, алдындағыларҙы өҙгөләп ташларҙай йыртҡысҡа әүерелеү күренеше тетрәтте, шикелле.
– Байрамов! Һин нимә, төрмәгә ингең киләме?!
Тренерҙың гөрһөлдәк тауышы барыһын да айнытып ебәрҙе. Егеттәр матала ятыусыға ярҙамға ташланды. Ярай әле тегеһе тиҙ генә иҫенә килде һәм башына, битенә бөркөлгән һыуҙы һыпыра-һыпыра тороп ултырҙы. Ул арала Ринат та айнып киткәндәй булды, өйкөлөшкән иптәштәрен йырып инеп, ҡыйырһытылған һуғышсының эргәһенә сүгәләне, яурынына ҡағылды:
– Ғәфү ит, брат, ғәфү ит… ысҡындым…
Тегеһе иһә Байрамовтың кәйефен тәүге “суҡмарҙан” уҡ һиҙгәйне, шуға ла тынысландырырға ашыҡты:
– Ярай, ярай, үтте инде… ялтанып өлгөрмәнем бит… ярай…
– Ярамай! Вот, бына былай ярамай! – түңәрәккә килеп ингән Петрович сүместәй йоҙроғонан һуҡ бармағын көмөрәйтеп өҫкә сығарып һауала һелкте. – Был – тупаҫ рәүештә ҡағиҙә боҙоу, аңлы рәүештә кеше һаулығына зыян килтереү тип атала. Был – енәйәт!
Тренерҙың әйткәндәре ярһыуын баҫырға теләп тырмашҡан Ринаттың асыҡ яраһына сыбыҡ менән төрткәндәй тәьҫир итте, бокссы ултырған еренән ҡаш аҫтынан һөҙөп өҫкә ҡараны. Был ҡараш та таныш ине Петровичҡа. Ул бит бындай ир-егеттәр менән тәүге йыл эшләмәй. Бер генә һуғышсыны ҙур рингтарға сығармаған да, уларҙың төрлө ҡатмарлы хәлдәрен аҙ кисермәгән. Үҙе лә оҙайлы спорт юлы үткән ҡарт бүре бит әле ул. Шунлыҡтан, теле һәм ҡулы ҡысытып торһа ла, хәлде “бушатып” ебәреүҙе яйлыраҡ күрҙе һәм, ғәҙәттән тыш бер ни ҙә булмағандай, уңлы-һуллы бойороҡтарын һирпте:
– Тор, Савельев, ҡояшта ҡыҙынырға килмәгәнһең! Барығыҙ ҙа урындарығыҙға! Райкин, Горбатко – матаға! Маратыч, һин тренер урынына! – унан Ринаттың арҡаһынан ҡаҡты: – Һин, әйҙә – миңә!
Үҙ ғәйебен белеп килгән бала шикелле башын эйеп, ҡаршыһындағы ултырғысҡа “гөрҫ” итеп ултырған уҡыусыһына, өндәшмәҫтән оҙаҡ ҡына текәлеп ултырҙы ла тренер, тыныс итеп:
– Башыңды күтәр, улым, күҙемә тура ҡара, – тине.
Тегеһе шуны ғына көткәйндәй “ялп” итеп башын күтәрҙе һәм һаман ярһыуы баҫылмаған ҡарашын туп-тура уҡытыусыһының күҙҙәренә ҡаҙаны. Унда асыу, юғалып ҡалыу, асырғаныу, ҡурҡыу, тағы ла әллә ниндәй тойғолар сағыла ине.
– Байрамов, һин берәй нәмә ҡабул итәһеңме әллә, йәшермә, әйт, мин белергә тейеш… – Петрович үҙен әллә нисә көн борсоған был һорауҙы бирмәй булдыра алмай ине.
– Психиатрҙа күптән булдыңмы?
– Псих тимәксеһегеҙме мине, Петрович, – егет көсәнеп көлмәксе булды, әммә көлөүе теш ыржайтыу кеүек килеп сыҡты.
– Бөгөнгө ҡылығыңа ҡарағанда, үҙеңде кем тип атарға бойорорһоң? Һине бит бер мин генә күҙәтмәйем. Башҡа ваҡыт булһа, елкәңә һуғыр ҙа ялға ебәрер инем, әле бит һәр минут ҡәҙерле, ә һин беҙҙең өсөн алтындан ҡиммәт, Байрамов, аңлайһыңмы шуны?..
– Аңлайым… аңлайым, Петрович… Ғәфү итегеҙ мине… Белмәйем, нисектер аңғармаҫтан килеп сыҡты…
– Аңғармаҫтан килеп сыҡманы, Байрамов, һин инде дүрт-биш көн аңлайышһыҙ хәлдә, ошо торошоң агрессияға алып килде лә. Һине ун өс-ун дүрт йыл буйына эмоцияларыңды арҡанларға ла өйрәтә алманыммы ни? Улай булһа, мин – һуҡыр бер тингә лә тормаған эшкинмәгән уҡытыусы.
Белә шул Петрович, белә егеттәренең нескә ерҙәрен дә, өҙөлмәҫтәй урындарын да, юҡҡа ғына тәжрибәле тренер, яҡшы психологмы ул? Әле лә, һуғышсыһының “һаҡланмаған” урынын тапты, тапты ла оҫта “удар” яһаны. Егет үҙенән яман бөтөп киткәндәй булған тренерға ынтыла биреп уҡ ҡуйҙы:
– Һеҙ нимә, Петрович? Мин бит былай ғына… Ваҡытлыса был хәл… Петрович… Ант итәм: мин үҙемде ҡулға алам!
Ҡарт төлкөгә ошо һүҙҙәр кәрәк тә инде. Йәһәт кенә ҡайғылы сүрәтенән элекке хәленә ҡайтты:
– Вот, шулай. Шулай кәрәк тә. Ә хәҙер – врачҡа, тикшереләһең, анализдар бирәһең, – унан сығыр алдынан ҡайырылып ҡараған егеткә йылы итеп: – Мин һиңә ышанам, улым, – тип өҫтәне.
Ҡыҙҙарҙы Рәмиләнең атаһы үҙ машинаһында алып килде. Коменданттың артынан сабып йөрөп бүлмә алғансы, тимер карауаттарҙы, тумбочкаларҙы, өҫтәлдәрҙе ташып урынлаштырып, матрац-юрғандарҙы йүнләгәнсе, төш ауҙы. Морат ағай арып әлһерәшкән, шулай ҙа күңелдәре көр, йөҙҙәре шат булған ҡыҙҙар менән ҡатыны ебәргән аҙыҡ-түлекте уртаға һалып тамаҡ ялғаны ла, балаларҙы урынлаштырып өлгөрөүенә ҡәнәғәт булып, ҡайтырға сыҡты. Ҡыҙҙарға уны оҙатҡас та эш күп ине әле.
Киске сәйҙе иһә, ике ҡыҙ, көлөшә-көлөшә, тәҙрәләре ялтыратылған, аллы-гөллө ҡорғандар эленгән, йыйнаҡ карауаттарға сағыу түшәмдәр түшәлгән, тап-таҙа итеп йыуылған иҙән уртаһына кескәй келәм йәйелгән, стеналарына китап кәштәләре, картиналар беркетелгән, тумбаларға сәскәләр ҡуйылған йәмле бүлмәлә ултырып эсте. Әленән-әле курсташтары, дуҫтары инде. Үҙҙәре лә эйәртенешеп йөрөп башҡаларҙың “өй”ҙәрен ҡарап сыҡты. Ятаҡ төнгә саҡлы шау-гөр, сыр-сыу, даһыр-доһор тауыштар менән гөрләп торҙо.
Тәүге уҡыу айы тамамланып барғанда, көс-хәлгә көтөп алды уны Әмилә. Осрашыуҙарын йөҙ төрлө итеп күҙ алдына ла килтереп бөттө. Әйтер һүҙҙәрен дә мең төрлөгә үҙгәртеп ҡабатланы. Аҡылы: “Килмәҫ… Килеү түгел һине хәтерләмәйҙер ҙә әле, юҡҡа алйыма, ҡыҙыҡай, уның ише һауалы егеткә һинең ни кәрәгең?..” тип өмөтөн өҙөргә маташһа ла, йөрәге урынынан ҡупҡайны инде. Ә уны элекке халәтенә ҡайтарыу өсөн күп, бик күп кәрәк…
Физкультура дәресендә студенттар төркөмөн паркка сығарып йүгерттеләр. Шунан өйкөлөшөп, шау-гөр килеп ҡайтып барғанда зиһененең ни ере менәндер үҙенә иғтибар тойҙо Әмилә һәм, ҡапыл башын бороп, юл ситенән йәштәр ыңғайына яй ғына шылып барған машинаның асыҡ тәҙрәһенә ҡараны. Ул!.. Ҡыҙҙың уны шәйләп ҡалыуын аңлағас, егет албырғағандай ҡаштарын өҫкә сөйҙө, шулай ҙа таныуын белдереп баш ҡаҡты ла, юл ситенәрәк килеп машинаһын һүндерҙе. Үҙе ҡаршы сыҡманы, эстә ҡалды. Әмиләнең йәне ысҡынып осҡандай булды. “Туҡтарғамы, юҡмы? Барырғамы янына, әллә танымамышҡа һалышырға ла…”
– Йә, нигә торасың, бә-әй?! – арыу уҡ китеп өлгөргән әхирәте әйләнеп сәрелдәп ебәрҙе. Аһ-аһ, төркөмдәштәре, ҡағыла-һуғыла үтеп, арыуыҡ китеп тә өлгөргән икән. Инде айырылып ҡалғас, күренгәс, йүгереп китә алмай бит инде. Был бөтөнләй ҡырағай икән, тиер…
– Бара тороғоҙ, мин хәҙер… – тип тегеләргә ҡул һелтәне лә, йомшарып киткән аяҡтарын көскә тыңлатып, машинаға ыңғайланы. Тәҙрә менән тиңләшкәс, ҡара күҙлектәрен кейеп өлгөргән егеттең күҙ өлгөләрендәге үҙенең сағылышына ҡарап, вайымһыҙ йылмайған булды:
– Һаумыһығыҙ! Танығас, һаулашмаһам яйһыҙ булыр, тинем. Һеҙҙең кеүек ярҙамсыл кешегә…
“Бәй, шул ғынамы? Башҡа һүҙе юҡмы икән һөмбаштың? Кит, ҡайҙан килде эргәһенә, кәмһенеп…”
“Алдыңмы кәрәгеңде?! Шул кәрәк һиңә! “Хәлдәрегеҙ нисек?” имеш… Һин кем уға хәлен һөйләп ултырырға… Инде кит, нимә тораһың?! Ҡыуып ебәргәнен көтәһеңме?!”
– Ултыр… – егет ынтылып йәнәшә кресло яғындағы ишекте асты.
– Юҡ… рәхмәт… мин ашығам, дәрестәрем ба…
– Әмилә, ултыр әле, һүҙ бар, – ҡырҡа ғына әйтелгәнгә ҡыҙ нисек итергә лә белмәне. Тауыш йомшара төштө:
– Күп ваҡытыңды ла алмам… Әмилә…
Ҡыҙ ултырып өлгөрөр-өлгөрмәҫтән машина ҡуҙғалып китте.
– Ошонда, парк мөйөшөндәге кафеға инеп ултырһаҡ… нисек ҡарайһың?
– Бәй, кафела ултырырлыҡ кейемдәме һуң мин?! Физкультуранан киләм бит. – Әмилә йәне көйөүен бөтөн торошона сығарып, водителгә боролоп уҡ ултырҙы.
Тегеһе бер ҡулы менән күҙлеген һалып, ҡыҙға тура ҡараны:
– Был кейемдә кафеға ингәнең бар бит инде…
Ҡыҙ йөрәгенә “гөлт” итеп ут ҡапты. “Ҡарашында һағыш бар, әллә… тойола ғынамы…” Ә теле бөтөнләй икенсене теҙҙе:
– Тәк, абзый, Ринат бит әле исемегеҙ яңылышмаһам, шулай бит?
– Былай һөйләшәбеҙ, Ринат, кафемы, ресторанмы – мәйелегеҙ, тик – минһеҙ. Ҡайтып өҫтөмдө алмаштырып өлгөрөп, киләһе параға йүгерәһем бар. Һүҙегеҙ булһа әйтегеҙ ҙә, булмаһа – пока.
Еңел генә әйтелгән кеүек булған был телмәрҙән һуң Ринат машинаһын юл ситенә бороп уҡ һүндерҙе лә, рулға ике беләге менән таяна биреп бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы, унан ҡапыл:
– Әмилә, һинең телефоның бармы? – тип һораны.
– Ну, кискә… һинең эштәрең бөткәс, осрашып һөйләшер инек… берәй ерҙә… ҡайҙа теләйһең?
– “Ниңә лә ниңә!” – Егет ҡыҙып уҡ китте. – Ну, оҡшайһың һин миңә! Ну, эҙләп килдем! Осрашыуҙың осраҡлы түгеллеген аңлайһыңдыр бит инде!
Һөйләшеү темаһының, тонының ҡапыл бындай үҙгәреш алырын көтмәгән ҡыҙ, нисек ултырған булһа, шул килеш ҡатты.
– Шайтан… дөрөҫ килеп сыҡманы… ғәфү ит… – маңлайын ыуалап, башлағанын нисек тә яйлыраҡ итеп ослап ҡуйырға тырышты егет. – Әмилә, мин һиңә нимә кисергәнемде аңлата алмам, үҙем дә төшөнөргә теләр инем… Миңә үҙ-үҙемде аңламауы ауыр, беләһеңме?.. Бөгөн етегә кил әле һин ошонда, йәме, эргәңдә генә бит… Ҡурҡма, зыян итмәм… Аңлашһаҡ – башҡа борсомам… Әмилә?..
Ҡыҙ аптыранған ҡарашын бер генә тултырып һирпте лә, ашығып машинаның ишегенә йәбеште. Тотҡаны тартҡыланы, һелкетте, ә уныһы тиҙ генә асылырға теләмәне. Егет ҡыҙ аша ынтылып ишекте асты. Хуш та юҡ, пока ла юҡ. Ләм-мим айырылыштылар. Береһе артына боролоп ҡарамай ғына тура атлап, икенсеһе тауыш-тынһыҙ ҡуҙғалып китте.
Әмилә кискә тиклем бер янды, бер һүнде. “Ни эшләргә? Барырғамы-юҡмы? Барһа – нимә тиер? Бармаһа – үҙен кисерә алмаҫ…” Дәрестәрҙә кемдең ни һөйләгәнен дә тыңламаны, тыңлаһа ла аңламаҫ ине, ҡайтҡас та әхирәтенең әйткәндәрен төшөнөп етмәй, ҡырҡ өндәштереп үпкәләтеп бөттө.
– Әмилә, йокың туймадымы ни? Инде дә ишетмәсәң – сөйләшмим – чукын! – тип үк ебәрҙе тегеһе.
– Йә, ярай, мин һинең өсөн ҙур бер ҡолаҡ. Тыңлайым.
– Күршеләр вич карап беткән, барабызмы бүген?
– Кая булсын, ничә кабатлыйм, “Голубая лагуна”га, “Искра”да бара, ди. Данилларга билет алырга әйтим, син дигәндә йөгереп китер, хи-хи-хи.
– Әл-лә-әсе… Эшем бар ине бит әле…
– Нинди эш? Бала төргәге юсың бар как бутты?! Барабыз кәнишнә!
Әмилә нимә тип яуап бирергә белмәне. Тегендә бармаһа ла, киноға ла күңеле ятмай ине.
– Рәмилә, ҡарале, кино ҡарағым килмәй бит әле. Бар, һин тегеләр менән барып кил.
Унан тегеһе сәрелдәргә булып ауыҙын асҡансы әйтеп ҡалырға ашыҡты:
– Мин һеҙ ҡайтыуға берәй тәмлекәс бешереп ҡуям, телеңде йоторлоҡ итеп.
– Ы-ы-ы… ярый. Вареники бешерәсен, күп итеп суған кушып.
Һылап-һыйпап әхирәтен сығарып ебәргәс, күңеле тулауын баҫырға теләп карауатында аунап ятып алды, былай ҙа бер ни ҙә үҙгәрмәгәс, тороп, сәсен йыйып, эшкә тотондо. Бер-нисә йомортҡа һытып, ҡабаланмай ғына, һағыҙландырғансы ҡамыр баҫты. Ит үткәргес табып алып килеп, картуф менән мул итеп һуған үткәрҙе. Унан шул массаны төрлө тәмләткестәр һибеп болғатты ла, ҡамырынан йәймәләр йәйеп, түңәрәкәтәр ҡырҡып алды, кескәй генә “бәлеш”тәр бөрҙө. Бешерә һалырға иртә әле, етенсе ярты ғына… Рәмилә туғыҙһыҙ, унынсы яртыһыҙ ҡайтып та етмәҫ. Ярымфабрикаттарын шоколад ҡабына теҙеп, һыуытҡыстың өҫкө бүлегенә тыҡты – тороп торһон. Инде нишләргә? Иҙәнде йыуып алырғамы икән?..
Иҙән биҙрәһенә тип ишек яғына атланы ла, шунда торған кейем шкафына инеп китте – зәңгәр күлдәген тартып сығарҙы. “Ошоно кейһә… Бынан матур әйбере юҡ та инде. Был күлдәкте теге ваҡыт та кейгәйне…” Күлдәген бер алды, бер һалды, унан: “Булһа һуң, моделме ул ураған һайын төрлө кейемдә күренергә” тип ҡаты “һөйләшеп”, әлегеһен кейеп алды. Килешә үҙенә күлдәге, муйын тәңгәле лә ҡупшы ғына асыҡ, биле лә урынында, һылашып тора, итәге ҡыҫҡа ла, оҙон да түгел, йомро тубыҡтарын саҡ ҡына яба биреп ята. Йәйге аяҡ кейемен кейеүҙе килештермәне, йылы булһа ла йәй түгел бит инде, уҡыуға кейгән осло башлы, нәҙек үксәле аҡ туфлийында барыр. Сәсен дә бер йыйҙы, бер төшөрҙө, унан “Матурланырға тырышҡандыр” тип уйламаһын тип, бушаҡ ҡына итеп соңҡаһына йыйҙы.
…Таныш машинаны ҡырҙан уҡ аңғарҙы Әмилә. Ҡаушаны, баҙаны, күңеле генә түгел, бармаҡтары ла дерелдәне. “Тыныслан, нимә ҡырағай кешеләй ҡыланаһың! Кейәүгә саҡырмай бит, “һөйләшәбеҙ” генә тине. Һөйләшербеҙ… һөйләшер һүҙ булһа”.
Егет тә ҡыҙҙы күҙәтеп ултырған, күрәһең, шунда уҡ ҡаршы сыҡты. Ишеген тота биреп торҙо ла, ҡыҙ етәрәк кенә машинанан гүзәл букет тартып сығарҙы.
– Ой. – Алырға ла, алмаҫҡа ла белмәне Әмилә. “Биргәс, алырға кәрәктер инде, сәскәне үҙе тотоп йөрөмәҫ бит”. – Рәхмәт!
Ары һүҙ ялғанманы, урында тапандылар. Һөйләшергә кәрәктер бит, тик нимә хаҡында? Егет ҡыҙға, ҡыҙ сәскәләргә текәлгән килеш тора торғас, хәл уңайһыҙлыҡтан үтеп, мәрәкәгә әүерелде. Ирекһеҙҙән, икеһе лә көлөп ебәрҙе. Егет телгә килде:
– Осрашыуҙың инеш өлөшө тамамдыр, моғайын. Һайлау – дамаға: ҡайҙа барабыҙ?
– Әллә… Әйҙә ошонда ултырайыҡ.
– Ошонда?.. – егет аптыранып тирә-яғына ҡаранды, уның бығаса ҡыҙҙар менән паркта ултырғаны юҡ ине. – Ә ресторанға барырға теләгегеҙ юҡмы?
– Мин – туҡ, үҙегеҙ ас түгел икән – ниңә аҡса туҙҙырырға?
Ринат көлмәй булдыра алманы:
– Аҡса туҙҙырыуға ҡаршы булған ҡыҙҙы тәүгә күрәм.
Мөһабәт күк шыршылар төбөнә йәшенгән эскәмйәгә ҡунаҡланылар. Егет өҙөлгән һүҙҙе ялғамаҡсы булды:
“Икенсе курс студенткаһына нисә йәш була һуң әле?.. Һәр хәлдә ун һигеҙ барҙыр”.
– Ә-ә, англичанка, тимәк.
– Ринат, – егет һорауҙы шаяртыуға бормаҡсы булды.
– Уныһын беләм дә, уҡыйһығыҙмы, эшләйһегеҙме?
– Ну-у, шунда, ике уртала: уҡып та, эшләп тә китәм…
– Һеҙ спортсмен шулаймы? – ҡыҙ тәүге көн үк башында яралған һорауҙы бирҙе.
– Ниндәй спорт буйынса инде?
– Кикбоксинг. Ишеткәнең бармы?
– Телевизорҙан ҡарағаным бар, аяуһыҙ һуғыш инде.
– Һинең фекерең шундай, тимәк, – егет йылмайған булды.
– Күмәкләп ҡарап тороп кеше һуғыштыралар, туҡматалар кеүек.
– Боронғо гладиаторҙар һуғышы, Әмилә, был спорт көс һәм таҫыллыҡ талап итә.
– Бәлки, бәлки… Спортта йомшаҡ булып булмай.
“Туҡта, һөйләшеүҙәре бөтөнләй икенсе ыҙанға төшөп китте түгелме? Бәхәсләшеп йәки фекерләшеп ултырыу планға инмәгән. Йә, Ринат, нимә бер икенсе курс студенткаһы алдында тәтелдәйһең әле?!”
Егет етди, мөһим нәмә әйтергә теләгәнен белдереп тамаҡ ҡырҙы, унан нисек тә яйлыраҡ һүҙҙәр эҙләп табырға тырышып, һаҡ ҡына башланы:
– Әмилә, мин һинең менән һөйләшергә килгәйнем, ну-у… беҙ килешһәк, тигәйнем…
– Һөйләшеп ултырабыҙ түгелме, – ҡыҙға егеттең нимәлер әйтә алмай аҙапланыуы ирмәк ине.
– Тыңла әле, хәҙер мин һиңә бер тәҡдим яһайым, ҡабатлап әйтәм – был тәҡдим генә, ҡабул итергәме-итмәҫкәме – һинең эш.
– Беләһеңме, һинең менән танышҡандан алып… ну-у, ҡыҫҡаһы, һин минең башымдан сыҡмайһың… Ғүмерҙә булмағанса хистәремде аҡылыма буйһондора алмайым һәм был миңә ҡамасаулай.
– Эйе, ҡамасаулай. Мин чемпионатҡа әҙерләнәм һәм мөхәббәт уйнап йөрөү йәки хисләнеп ултырыу… Ну-у, аңларға тырыш, ҡыҙҙар артынан йүгереп йөрөргә ваҡытым да юҡ, өйрәнмәгәнмен дә…
– Һәм нимә тәҡдим итәһең инде миңә: ҡаланан сығып китергәме?
– Юҡ, нишләп китергә. Киреһенсә, миңә ҡунаҡҡа инеп йөрөргә. Ҡыйырһытмам… һаран түгелмен…
– Аңламаҫлыҡ бер ниҙә юҡ бында, Әмилә, һин сибәр йәш ҡатын, мин ир кеше һәм беҙҙең шәхси тормошобоҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Килешәйек тә, икебеҙгә лә яйлы ваҡытта килеп алырмын.
Ул, һүҙен тамамланы ла, яуап көтөп ҡыҙға төбәлде. Һәм көтөп алды. Әмиләнең нәфис ҡулдарында ятҡан күркәм сәскә гөлләмәһе күҙ асып йомған арала “шап!” иттереп егеттең битенә килеп бәрелде лә, асфальтҡа тәгәрәне. Оҫта ҡулдар йыйып беркетеп, ялтыр төҫлө ҡағыҙға ураған ҡиммәтле гөлләмә, аҡ туфлиҙарҙың асыулы тыҡылдауы алыҫайғанда ла, егеттең шартларҙай булып, үҙен саҡ ҡулда тотоп ултырып ҡалыуында ла эше булмағандай, хуш еҫтәрен аңҡытып, дымлы таштар өҫтөндә аунап ята бирҙе.
Ҡыңғырауға баҫып, хужаларҙы бимазалап тормаҫҡа булып, ишекте Ринат үҙ асҡысы менән асып инде. Әсәһе лә, һеңлеһе лә бушамайҙыр. Һәм, ысынлап та, фатир ҡунаҡтарҙан ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләй ине. Төрлө затлы кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың хушбуй еҫтәренә тәмле аш-һыу быуы ҡушылып, һауала күңелде лә, йөрәкте лә елкендерер тәм-тат яһай. Был ҡәҙәре халыҡ кемдең дуҫ-ишелер? Һәр ваҡыттағыса, һеңлеһе лә, әсәһе лә үҙен күрһәтеп ҡалырға тырышалыр.
Ринат белгән-белмәгәненә баш иҙәп иҫәнләшә-иҫәнләшә төпкә үтте. Нәҙек билле бокалдар тотоп йомшаҡ дивандарға теҙелешкән әхирәттәренең күңелен асҡан һеңлеһе, уны аңғарып ҡалды һәм фатир яңғыратып сәрелдәп тә ебәрҙе:
– Ой! Ринатик килде! Әсә-әй, Ринатик бында! – Ул арала килеп муйынына ла аҫылынды. – Нишләп һуңлап йөрөйһөң?!
Егет һеңлеһен һөйҙө, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар менән уратып алған ҡыҙ-ҡырҡын менән иҫәнләште. Регина һаман ҡуймай:
– Нишләп һуңланың тием? – тип ныҡышты.
– Эш булды… Бына килдем бит.
– Беҙҙең өйҙәге ир-аттың эше бөтәме?! – әсәһенең ғәҙәттәге һауалыраҡ тон менән өндәшкән тауышына боролдо Ринат. Әсәһе… һәр ваҡыттағыса ҡараулы, нәзәкәтле, яҡын бара алмаҫтай һалҡынлыҡ бөркә үҙенән. Ул… хатта берҙән-бер улына ла ихлас, йылы була белмәй бит…
Ринат атаһынан өйрәнгәнсә, джентельмендарса баш эйеп йылмайҙы:
– Кеселекле рәүештә ғәфү үтенәм, һеҙҙең өсөн, ғаилә өсөн тир түккән көн.
Әсәһе менән бәхәсләшергә, талашырға йәки һүҙ көрәштерергә ярамай. Был – файҙаһыҙ. Ошо хәҡиҡәтте ни тиклем иртәрәк аңлайһың – шул тиклем яҡшыраҡ. Өй эсендәге әлеге яҙылмаған ҡанунды ла Ринатҡа атаһы төшөндөрҙө. “Әсәйеңә ҡаршы сығыу һиңә баш ауыртыуынан башҡа нәмә бирмәйәсәк, шунлыҡтан уның менән әҙәпле генә итеп ризалаш та, үҙеңсә эшлә”, – тигәйне ул. Үҙе лә шулай йәшәй, күрәһең.
– Роджи һаман юҡ. Ул ниндәй эш булырға мөмкин төнгәсә? Хөкүмәт больницаһының ауырыуҙары бөтмәҫ. Әйттем бит, шәхси кабинет ас, тип. Йөрөй шунда бушҡа эшләп.
“Роджи” тигәне атаһы. Рәжәп уның исеме. Әсәһе үҙенсә ҡулайлаштыра инде барыһын да, исемен дә, атамаһын да.
– Бушамайҙыр, үҙең әйтмешләй, хөкүмәт больницаһында бит, – Ринат атаһын яҡлап һүҙ әйтмәй булдыра алманы. Был әсәһен оторо ярһытты ғына:
– Пенсионер әбей-бабайҙарҙың зарын тыңлап ултыралыр инде шунда. Кит, нервым етмәй, – әсәһе осло үксәләрендә паркет буйлап тыҡылдап үтте лә, зал уртаһына барып баҫты һәм гәүһәр-мәрйен таштар менән биҙәлгән балдаҡ-беләҙекле ап-аҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп устарын усҡа һуҡты. – Ҡәҙерле ҡунаҡтар, өҫтәл артына рәхим итегеҙ!
Шау-шыулы табындарҙы өнәп етмәй Ринат. Бәләкәйҙән әсәһенең ҡунаҡтарын яратманы. Әле лә бүләген тапшырып сығып тайырғамы икән тип уйлағайны ла, атаһының ҡайтып етмәүен иҫәпкә алып, ҡалырға ниәтләне. Юғиһә әсәһенә янъял ҡуптарырға оло бер сәбәп буласаҡ. Әйткәндәй, атаһын күптән өйҙә тап итә алғаны юҡ Ринаттың. Шулай эше күпме, әллә… әллә былар янында булмауың хәйерле тип йөрөймө? Дөрөҫөн генә әйткәндә, атаһының түҙемлегенә һоҡлана ла, уны йәлләй ҙә. Ғүмер буйы әсәһенең эргәһендә көн итеүҙе батырлыҡҡа тиң сабырлыҡ тип һанай. Һәр ваҡыт ирҙәрсә тотанаҡлы, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн, ҡайһы саҡ хатта вайымһыҙ һәм иғтибарһыҙ ҙа булғандай бит ул. “Ысынлап та, атаһы ҡайҙа һуң әле?”
Ринат уның урынына, йәғни өй хужаһы сүрәтендә һүҙ әйтеп, табынды асып ебәрҙе. Унан шулай уҡ тәүгеләрҙән булып Регинаны ҡотланы һәм дәррәү ҡул сабыуҙар аҫтында, бәләкәс балалай тыпырсынып сәпәкәйләгән һеңлеһенең муйынына чемпионатҡа барғанында Американан ҡарап алып ҡайтҡан мунсаҡты таҡты. Нескә муйынды уратып ятҡан биҙәүес аҫылташтары гәлсәр шәмдәл уттар сағылышында йөҙ төрлө төҫтәрҙә уйнап балҡып китте. Ҡунаҡтар “Ах!!!” итте, һеңлеһе ағаһының ҡулындағы бокалын сайпылдырып ҡосағына ташланды:
– Ринатик! Ҡәҙерлем! Рәхмәт! Рәхмәт!
Әсәһе лә, ҡәнәғәтлеге төҫөнә сығып, кәүҙәһен төҙ, башын юғары тотоп һауалы йылмайып тора. Уның бар ҡиәфәте асыҡтан-асыҡ: “Бына күрәһегеҙме минең балаларымды!” – тип ҡысҡыра ине.
Шау-шыу бер аҙ баҫылғас, артабанғы теҙгенде әсәһе ҡулына тапшырып, Ринат, әҙәп өсөн уның-бының менән гәпләшкән булып, яйлап ҡына сығыу яғына шылышты. Инде китһә лә була. Был байрамдағы миссияһы атҡарылды. Үҙенән нимә көтөлә, нимә талап ителә – үтәне, артабан кәрәге юҡ. Иркә ҡыҙҙың ағаһы, билдәле спортсы булараҡ, үҙенән ҡунаҡтарҙың һушын алырлыҡ бүләк көтөләһен аңлай ине бит инде. Һәм бына – булды. Регина ла, әсәһе лә ҡәнәғәт. Ринат атаһы өсөн борсолдо, сөнки уға ла шундай уҡ талаптыр, бәлки, юғарыраҡтыр ҙа әле. Ә ул һаман ҡайтмаған. Ниндәй ғауға буласаҡ был өйҙә!
Егет атаһы эшләгән дауаханаға һуғылып, хәлде асыҡлап ҡайтмаҡсы булды. Ҡарауылсы ҡарт уны быяла ишектәр аша танып, ашығып йоҙаҡтарын асып ебәрҙе.
– О-о, Рәжәпеч килгән бит. Әйҙүк-әйҙүк, улым.
– Һаумыһығыҙ. Рәжәп Рамазанович эштәме икән?
– Бында-бында, өсөнсө ҡатта дежурҙа булырға тейеш, хәбәр итәйемме?
Ринат өсөнсө ҡатҡа күтәрелеп, постағы медсестра күрһәткән палатаға ыңғайланы һәм ишекте ҡыҫа биреп кенә атаһын саҡырырға тигән иҫәп менән эскә күҙ һалды ла, күргәндәренән аптырап ауыҙын асты. Атаһы, хирургия бүлеге мөдире, санитар сүрәтендә ниндәйҙер ауырыуға ҡалаҡ менән аш ҡаптырып маташа ине. Үҙе хайран ҡалдырыр иркә тауыш менән һөйләнә:
– Во-от, шулай… Йот-йот әйҙә, йот… Маладис, аҡыллым. Ана шулай, беҙгә бирешергә ярамай әле, ярамай… Беҙ әле…
Ринат тамаҡ ҡырҙы. Атаһы “ялп” итеп әйләнеп ҡараны ла, ҡаушауынан ҡалағын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Үҙе һаман да күңелендә кисергән хистәренән арына алмайынса сабыйҙарса бер ҡатлы итеп йылмайған булды. Ауырыу яй ғына ишек яғына башын борҙо һәм егеткә ап-аҡ йонсоу йөҙлө ҡатындың арыған ҡарашлы ҙур йәшкелт күҙҙәре төбәлде. Уныһы ла ҡурҡып ҡына йылмайҙы:
Атаһы ҡапыл уянып киткән кешеләй һикереп торҙо һәм саманан тыш алсаҡланып:
– Был минең улым, Фәрзәнә. Әйҙә, әйҙә, Ринат, үт, Фәрзәнә апайың менән таныш, – тип ҡайнап китте.
Ринатҡа палатаға үтеүҙән башҡа сара ҡалманы. Хәлдең атаһы күрһәтергә тырышҡанса ябай ғына түгеллеген тәүге ҡараштан уҡ аңғарһа ла, был мәсьәләгә төшөнөргә, кәрәгенән артығын белергә теләмәй ине ул.
– Улым, был – Фәрзәнә… Операциянан һуң яңы терелеп килә… ашай башланы… – Атаһы, бер яҡтан, ысынлап та, был ҡатындың ашай башлауына ҡыуана, икенсе яҡтан, үҙ хистәренең үтә лә ярылып ятыуына, йөрәгендәген йәшерә алмауға уңайһыҙлана. Ринат атаһының ҡояштай балҡыған йөҙөнә, арыған, әммә бәхетле күҙҙәренә ҡарап, уны бындай хәлдә тәүгә күргәндән, аптырап албырғауынан сыға алмай тора ине.
– Бөгөн иртәнсәк үҙем операция эшләгәйнем… уңышлы үтте… Һауығып китер… ауыры артта ҡалды инде, шулай бит, Фәрзәнә, – атаһы һаман һөйләнде.
– Аяҡҡа ла баҫтырырһың, йүгертеп тә ебәрерһең һин мине, Рәжәп Рамазанович, алтын ҡуллы, алтын йөрәкле бит һин, – ҡатыны ла саҡ һөйләшеп ятыуына ҡарамаҫтан, матур һүҙҙәрен таба бит әле.
Ниһайәт, Рианат та телгә килде:
– Ҡотлайым һеҙҙе… уңышлы операция менән… тиҙерәк һауығырға… Мин ниңә килгәйнем?.. Ә, атай һөйләшергә һүҙ бар ине, мөмкин булһа бер минутҡа…
– Эйе-эйе, хәҙер. Фәрзәнә, мин бер минутҡа ғына, йәме.
Аталы-уллы коридорға сығып ҡара ҡаршы баҫҡас, күҙмә-күҙ текәлешеп һүҙһеҙ торҙолар. Һәр ике яҡ ҡаршы яҡтан аңлатма көттө. Ахыр сиктә хирургтың түҙеме бөттө:
– Ҡайта алмауыңдың сәбәбен белеп китергә генә һуғылғайным.
– Мин бөгөн оҙайлы ҡатмарлы операция яһаным, ауырыуҙы ташлап китә алмайым.
– Ауырыуҙы ғынамы? – Ринат мыҫҡыллы йылмаймайынса ла булдыра алманы.
– Эйе, ул минең өсөн ябай ауырыу ғына түгел, әммә бында мыҫҡыл итерлек бер нәмә лә юҡ, – атай кешенең тауышы ҡалтыранды. – Ринат, һин бит ир кеше, аңларға тырыш, миңә Фәрзәнә оҡшай, бик оҡшай…
– Күренеп тора. Күптәнме инде?
– Ну, күптән “оҡшаймы” ул ҡатын һиңә?
– Һин яңылыш аңланың, улым. Беҙҙең арала бер ни ҙә юҡ. Фәрзәнә бында ауырыу хәлдә килде, мин уны дүрт ай операцияға әҙерләнем һәм бына, уңышлы…
– Уныһын ишеттем. Ары нимә буласаҡ?
– Ары?.. Ары нимә булырын бер Хоҙай ғына беләлер инде… Әлеге ваҡытта миңә Фәрзәнәнең һауығыуы ғына мөһим.
Ринат сараһыҙҙан атаһына йәлләп ҡараны:
– Ну, атай, эләккәнһең… Проблемаларың аҙ инеме?
– Фәрзәнә минең өсөн проблема түгел, улым, ул минең өсөн – бәхет.
– Ну-ну… Ярай, атай, миңә һине өйрәтергә түгел, үҙең башлы кешеһең. – Ринат был хаҡта хәбәр оҙайтыуҙы яйһыҙ һанап, теманы үҙгәртергә ашыҡты, – Регинаның тыуған көнө бөгөн, оноттоңмо ни?
– Онотманым. Иртәгә ҡотлармын. Мин бөгөн бында кәрәгерәк.
– Уныһына борсолма – өйрәнгәнмен. Бер янъялға күберәк, бер янъялға аҙыраҡ – айырма юҡ.
– Ярай улайһа… Мин ҡайтайым.
– Ярай… Һин ҡайҙа хәҙер: беҙгәме, үҙеңәме?
– Үҙемә. Һеҙҙән киләм… ҡотланым… кәрәгем булмаҫ тием.
– Ярай, атай, бывай, – Ринат атаһының ҡулбашынан ҡағып буш коридор буйлап атланы. Иҙән уртаһында баҫып ҡалған йомшаҡ күңелле, аҡыллы ҡарашлы атаһы йәл ине уға, бик йәл ине.