Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Май 2021, 17:00

"Күңелем йылы теләй" Миләүшә Ҡаһарманова

Башы: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/K-elem-yili-tel-y-Mil-sh--a-armanova-808155/Дауамы: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/K-elem-yili-tel-y-Mil-sh--a-armanova-812180/ Әмилә Чемпионатты телевизорҙан ҡараны. Ике аҙна буйына төн йоҡоларын йоҡламайынса төркөмдәш егеттәре бүлмәһенә спорт каналының төнгө тапшырыуын күҙәтергә йөрөнө. Егеттәр башта ҡыҙҙың кикбоксинг чемпионаты менән ҡыҙыҡһыныуына аптыраны, аҙаҡ өйрәнеп, үҙҙәре үк саҡыра башланылар. Әмилә лә буш ҡул менән бармай. Йә картуф ҡыҙҙырып, йә ҡыҫыр һалма ашы булһа ла бешереп алып инә, бик булмаһа егеттәрҙең нимәһе бар шунан берәй ашарлыҡ аҙыҡ әтмәләй. Һәр хәлдә тегеләре ҡәнәғәт.Тәүге дүрт төндә күпме генә көтһә лә таныш йөҙҙө күрә алманы Әмилә зәңгәр экрандарҙа. Шикләнеп тә ҡуйҙы. Ә бәлки?! Әллә чемпионлығы ҡоро һүҙ генәлер? Бәлки, уны чемпионатҡа алмағандарҙыр? Әмилә бит уны бөтөнләй белмәй!Егеттәрҙән һорашып үҙен һатҡыһы ла килмәне.

Шулай ҙа бишенсе көн көтөп алды ҡыҙ һуғышсыһын. Уртаса ауырлыҡтағыларҙың һуңғы баҫҡысындағылар менән көс һынаша икән. Сит ил комментаторы үҙҙәренсә көйләп “Баярамаф! Россия!” тип иғлан иткәс тә, Байрамовтың сыға һалып үҙен танып ҡалырынан ҡурҡҡандай, эргәһендә ултырған төркөмдәшенең арҡаһына йәшенде. Унан ипләп кенә шыуып, егеттәрҙең яурындары аша һыңар күҙе менән генә ҡыҙылға күк яҙыулы шорты кейгән һуғышсының ринг мөйөшөндә мускулдарын уйнатыуын, тренерының һуңғы әҙерлектәр үткәреүен күҙәтте. Ҡаршыһындағы һуғышсы оҙонораҡ та, ҡалыныраҡ та күренде. Еңелеп ҡуйһа? Туҡмалһа?! Әллә ҡарамай сығырға ла китергәме?
Бына һуғыш башланды. Уйындың тәртиптәрен йүнләп аңламаһа ла, көйҙө, янды, борсолдо Әмилә. Төркөмдәштәре ниндәйҙер хаталары өсөн Байрамовты әрләгәндә яҡлашып тегеләрҙең ауыҙҙарын япҡыһы килгәндә лә түҙҙе. Тын алмай, күҙ йоммай экрандағы һәр хәрәкәтте, һәр һүҙҙе йотоп ултырҙы. Судья әленән-әле күк шортылы һуғышсының ҡулын күтәрткәндә эстән әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Өс көн рәттән һуғышты Байрамов, өс көн рәттән еңеп килде һәм һуңғы алыштан һуң үҙ ауырлығында чемпион булып танылды. Әмиләнең яурындарынан тауҙай йөк төшкәндәй ине. Төркөмдәш егеттәр менән һыға ҡосаҡлашып, “Ура” ҡысҡырып шатлыҡ уртаҡлашты.
Төн уртаһында ҡайтып, асҡыс шылтырауына уянған әхирәтенең: “Кит, юньсез, төн йокламый тапкан карар әйбер. Иртән ни диярсең икән”, – тип асыулы мығырлауына шым ғына көлә-көлә юрған аҫтына сума ла, күҙҙәрен йомоп бер килке йоҡлай алмай ята әле. “Хәтерләйме икән уны? Хәтерләй ти! Америкала әллә ниндәй һылыуҡайҙар менән типтерәлер әле. Үҙеңә нимә тәҡдим иткәнен оноттоң дамы ни?!”
“Хәҙер ниҙәр кисерә икән? Чемпион булғас тағы ла һауаланыбыраҡ китте инде. Былай ҙа эре кеше. Ә шулай ҙа килешә үҙенә һауалы булыуы ла, һалҡынлығы ла… Килешә шул…”
“Үҙем инде алйот, ҡырағай. Теге ваҡыт әллә аңлап та етмәгәнмендер әле, тот та һуҡ битенә. Иҫәр! Ҡырағай!”
“Ғашиҡ булдым, ахыры… Ошо мөхәббәтме икән? Ҡайһылай ҙа татлы хис…”
“Ары ни эшләргә? Юғалтты бит инде мөхәббәтен дә… Шулай уҡ та юғалттымы икән ни?..”
Башы аша бөркәнгән одеялын асып ташлап “Ринат, китмә! Юғалма!” тип ҡысҡырғыһы килде ҡыҙҙың. Ҡара-ҡаршы хистәренә баш була алмайынса, тауышһыҙ һыңҡылдап, яҫтығына ҡайнар йәштәрен ҡойҙо.
* * *
Рәжәп Рамазанович осрашыуға саҡырып шылтыратты. Тауышы бик борсоулы ине. Ринат хафаға төштө. Атаһы бит белдекле кеше, юҡҡа ғына уның эшен бүлеп килеүен һорамаҫ. Спорт мәктәбендәге дәрестәрен икенсе тренерға тапшырып, осрашыу урынына ашыҡты.
Ысынлап та, атаһы борсоулы ине. “Төшкө ашҡа” тигән булып саҡырһа ла, күренеп тора, үҙе ашарҙан түгел.
Ринат атаһының ҡаршыһындағы ултырғысҡа ултырҙы. Дауаханалағы осрашыуҙан һуң уны күргәне лә юҡ ине, ул ваҡиғаға ла айҙан ашыу ваҡыт үткән.
Ирҙәр ҡул биреште:
– Һаумы, улым.
– Ни хәл, атай. Ни булды?
Улынан айырмалы рәүештә, атай кеше, киреһенсә, тура бәреп һөйләшеп өйрәнмәгән, ул һәр хәбәрҙе, һәр яңылыҡты үлсәп, уйлап ҡына әйтә. Әле лә тура һорауға ҡапыл да ҡаушаны:
– Ни булды тип, әллә ни булманы инде…
– Ярай, атай, ҡалдыр… Мин бит һине үтә күреп торам. Йә, сығарып һал: ни булды?
– Ҡыҫҡаһы, мин өйҙән китәм, улым.
– Алыҫҡамы, оҙаҡҡамы тигәндәй?
– Көлкөгә һабыштырма әле, улым, мин бит һине кәңәшкә саҡырып ултырам. Бөтөнләйгә.
– М-м… да. Теге ауырыуыңамы?
– Ауырыу түгел ул хәҙер, һауыҡты…
– Әсәйҙе нимә тип уйлайһың, Регинаны?..
– Әсәйең… Әсәйеңә мин кәрәк булдыммы икән берәй саҡ… белмәйем… Китһәм дә юҡлығымды берәр айҙан ғына аңғарыр тип уйлайым. Уның бит үҙ донъяһы, беләһең инде, ә ул донъяла миңә урын юҡ, булманы ла, булмаҫ та…
– Әсәй менән аңлашылды ла ти, ә Регина? Ул бит бала әле, әйткәндәй, һинең иркә ҡыҙың.
– Ҡыҙымды ташларға йыйынмайым. Бөгөн булмаһа, үҫә төшкәс аңларына ышанам.
– Минән ниндәй кәңәш көтәһең һуң, атай? Мин ниндәй аҡыл бирә алам һиңә? Инде хәл дә иткән кеүекһең…
– Аңлауыңа өмөт итәм һинең, улым. Атайыңды ҡартая бара алйып ҡатын алмаштыра тип уйлауыңды теләмәйем. Фәрзәнә апайыңды… Фәрзәнәне осратҡас ҡына үҙемдең ниндәйен буш, һалҡын, ҡотһоҙ тормошта йәшәгәнемде аңланым. Мин бит... мин быға тиклем эш хаҡын да әсәйеңдең йөҙө һытылмаһын өсөн генә алдым кеүек.
– Ә хәҙер, хәҙер нимә үҙгәрҙе?
– Хәҙер мин үҙемдең дә, эшләп тапҡан аҡсамдың да кәрәк икәнлеген беләм, тоям. Мәҫәлән, әле Фәрзәнәне артабан дауалайһы бар, йәшәр урын ҡайғыртаһы, балаларҙы аяҡҡа баҫтыраһы…
– Балаларҙы?!
– Эйе. Фәрзәнәнең ике бәләкәс ҡыҙы бар, яңы мәктәпкә барҙылар.
– Ире лә бар тиң тағы…
– Ә, юҡ-юҡ, ире ете йыл элек аварияла һәләк булған. Балалар миңә тартыла… Һағынып көтөп торалар, сыр-сыу килеп ҡаршы алалар, аңлайһыңмы, барыһы ла ябай, ихлас унда… хас үҙемдең бала сағымдағы кеүек.
Ринат йоҙроғон яңағына терәп атаһына төбәлеп ултыра бирҙе. Нимә әйтә ала ул? Ниндәй кәңәш бирә ала? Бер яҡтан, атаһын аңлай ҙа кеүек. Ул әсәһе янындағы һалҡынлыҡтан, битарафлыҡтан, бушлыҡтан ҡасып бара. Ринат үҙе лә шулай итмәнеме ни? Атаһы бит уның кеүек башҡа фатирға күсеп кенә ҡотола алмай. Уның да бәхетле булғыһы киләлер. Икенсе яҡтан, күбенә түҙгәнде, ниңә аҙына түҙмәҫкә? Ошо йәштә “яратам” тип ғаилә тарҡатыу ахмаҡлыҡ түгелме ни?
Атаһы улының уйҙарын һиҙгәндәй үҙенекен һөйләне:
– Һәр ир кешенең үҙ ғүмерендә йөрәге менән асыҡтан-асыҡ һөйләшер сағы була. Иртәме-һуңмы ул көн етә. Миңә ул мәл бер аҙ һуңлап килде. Быға тиклем бар нәмәгә күҙ йомоп, эш аты булып ҡына йәшәнем. Үҙемә күҙ һалған икән, сибәр ҡыҙға иғтибар итергәлер, түшәк бүлешкәнбеҙ икән – өйләнергәлер, өйләнгәс балаларға, ҡатынға, ғаиләгә бурыслымындыр, тип ҡараным. Һәм әсәйең дә бурыслы икәнемде көн һайын, сәғәт һайын иҫләтеп кенә торҙо. Йәшерәк саҡта һеҙгә әүрәнем, яраттым. Ә хәҙер үҙегеҙҙе аҙнаһына бер күреп ҡалынамы-юҡмы…
– Ә ул ҡатын… Фәрзәнә тиһеңме, ысынлап яратамы икән?.. Алдағандай булмаһын…
– Нимә һөйләйһең һин, улым?! Ул шундай ихлас, эскерһеҙ… Күҙ ҡараштары көҙгөләге кеүек күңеленең һәр торошон сағылдырып тора. Бына бер килерһең әле, ул һиңә оҡшаясаҡ.
– Аптырағандан әйтәм инде, атай, йәлһең миңә… әсәй ҙә йәл…
– Йәлләмә һин мине, улым, аңлаһаң – ҡыуан. Атайыңдың, ниһайәт, йәшәү асылын табыуына, бәхетле була алыуына ҡыуан. Әсәйең… үҙенсә бәхетле бит ул да. Аҡсалы, абруйлы булыуы, һинең кеүек данлы улы барлығы, хатта әлегәсә ҡыҙҙар кеүек йәш, матур ҡала алыуы менән дә бәхетле ул. Тимәк, тормошта һәр кемдең үҙ бәхете.
– Һе… ҡыҙыҡ…
– Ә һин, улым, инде хәҙер бала түгел, күңелең ни теләй? Дан-шөһрәт ҡәнәғәтләндерәме, әллә йылылыҡ эҙләйһеңме?
Һөйләшеүҙең аңғармаҫтан үҙенә ялғанып китеүенә егет аптырап ҡалды:
– Мин ни – нимә?.. Йөрөйөм әле…
– Күңел һалған кешең юҡмы ни һаман?
Ринат атаһына асылырға ла, асылмаҫҡа ла белмәне. Шулай ҙа йөрәгенең иң төбөнә инеп урынлашҡан тойғоларын йәшерә алманы:
– Бар ул берәү… Тик, нисек әйтергә…
Рәжәп Рамазанович улының күңелен бушаттырырға тырышты:
– Нимәһе оҡшамай?
– Киреһенсә, бөтәһе лә оҡшай шул, бына бәлә нимәлә.
Уның был хаҡта бик ауырыҡһынып һөйләүе атаһына мәрәкә булды, ахыры, тауыш-тынһыҙ ғына һелкенеп көлөп алды:
– Шуға төҫөң болотломо? Ҡыуанырға кәрәк һиңә, ә йәмерәйеп ултырырға түгел.
– Ҡырағай бигерәк… Етмәһә, үтә саф, таҙа, бала ғына әле… Минең донъямды ҡабул итмәҫ кеүек.
– Ә һинең донъяң ниндәй һуң ул, йүнле ҡыҙҙар ҡабул итмәҫлек?
– Билдәле инде… мәғәнәһеҙ.
– Мәғәнәһеҙ?! Нисә йыл ғүмереңде бағышлаған шөғөлөң, һалған көсөң, ваҡытың, уңыштарыңды бөгөн килеп мәғәнәһеҙ тимәксеһеңме?
Ринат күңеленең бик тәрәндәге бер мөйөшөндә ете йоҙаҡҡа бикләнеп мүкләнгән һәм үҙ-үҙенә лә асырға ҡыймаған ишекте атаһының яғымлы, аңлаусан ҡарашы аҫтында салтыр-солтор асты ла ебәрҙе һәм унда тотҡонлоҡта ятҡан тәбиғилек, ябайлыҡ иреккә атылды. Ул һуңғы айҙарҙа йәнен иҙгән уйҙарын ҡысҡырып әйтте:
– Эйе, атай, бөтөн тормошом миңә бөгөн килеп мәғәнәһеҙлек һымаҡ. Кәрәкмәй ул миңә, аңлайһыңмы, кәрәкмәй. Нимәгә миңә был бокс? Нимә өсөн кеше туҡмайым? Нимә өсөн, кем өсөн был дан, еңеүҙәр? Бөткөһөҙ сикләүҙәр, бөткөһөҙ күнекмәләр, йөҙҙәре лә иҫтә ҡалмаған ҡыҙҙар, ҡалалар, илдәр… мәғәнәһеҙ…
– Белгең килһә, улым, Фәрзәнәне осратҡанға тиклем мин дә йәшәйешем, тормошом хаҡында уйлана торғас, шундай фекергә килгәйнем. Әгәр һөйөүең ысын булһа, ул үҙ юлын табыр, һис шикһеҙ табыр ул…
***
Шәмбе көн атаһы эшенә инеп, ай-вайына ҡуймай, Ринатты киске ашҡа алып ҡайтып китте. Ҡала ситендәге ергә һеңешеп китеп ултырған иҫке йорттар араһында башҡаларға ҡарағанда ла меҫкенерәк, бәләкәсерәк булып күренгән кескәй генә өйҙә йәшәй икән хәҙер атаҡлы хирург Рәжәп Рамазанович. Быға Ринат бөтөнләй хайран ҡалды. Улының уйҙарын үтә уҡып барған атаһы арҡаһынан ҡағып күңелле итеп көлдө генә:
– Аптырама, улым, бында ла кешеләр йәшәй һәм ниндәй кешеләр бит әле: таҙа күңелле, матур йөрәкле! Алла бирһә, тиҙҙән миңә эш урынынан ваҡытлыса йәшәп торорға урын бирәләр.
Уларҙы дауаханала күргән таныш ҡатын йыуаш йылмайып ҡаршыланы, Ринаттан уңайһыҙланып ҡына атаһының сикәһенә ирендәрен терәп алды ла, сисенергә ярҙамлашты. Ул арала төпкө бүлмәнән бер үк кәүҙәле һәм бер үк төҫтәге ике ҡыҙсыҡ осоп сығып, атаһына ташланды:
– Ур-ра! Ур-ра! Атай ҡайтты!
– Катокка барабыҙмы атай? Ҡайҙа барабыҙ?!
Атаһы был икәүҙе күтәреп, диванға алып барып ултыртты ла:
– Катокка ла барабыҙ, циркка ла, ҡайҙа теләйһегеҙ шунда! – тип тыңлауһыҙ туҙғышҡан бөҙрә сәсле баштарҙы ыуаланы, алмалай тупайып торған алһыу сикәләрҙән сәпелдәтеп үпте.
Күргәндәрен нисек ҡабул итергә лә белмәй торған Ринатҡа ла сират етте, буғай.
– Йә, улым, үт. Фәрзәнә апайың менән һин танышһың, ә былары Динә менән Дилә.
Ул арала атаһы һикереп тороп ҡатынға ярҙам итә башланы, гүйә Ринатты оноттолар, үҙ-ара күңелле гәпләшеп, әленән-әле нимәләргәлер көлөшөп, йылы, яғымлы ҡараштар менән алмашып, табын әҙерләп алды ла киттеләр. Тар ғына түр яҡта ҡыҫылышып йөрөп эш менән булған арала атаһы ҡағылған һайын ҡатынды йә яурынынан, йә биленән һөйөп үтә, тегеһе лә яҙғы ҡояштай балҡып, бар булмышынан наҙ, иркәлек, йылылыҡ бөркөлөп йөрөй.
Бик тәҫирләнеп, күңелендә нисә йылдар арауығында төҙөлгән боҙ ҡәлғәһе емерелеп, нисектер хатта эсендә аңлайышһыҙ бушлыҡ тойоп сыҡты ул был бәләкәй генә алама йорттан. Йәмшәйгән өй ҙә, ҡыйыш-мыйыш ҡоймалар ҙа, эстәге зәғиф кенә йыһаз да түгел, ә атаһы әйтмешләй, ошо йәмһеҙлектә көн иткән яҡты йәнле кешеләр әсир итте уны. Үҙен сикләмәне, тыйманы, ҡыланманы, теләгәнсә шаярып-көлдө, ябай, алсаҡ тотто ул үҙен өйҙәгеләргә ҡарата. Сөнки улар менән башҡаса мөмкин түгел ине һәм егет аңғармаҫтан үҙенең дә шулай була алыуына аптыраны. Хәҙер иһә яһалмалыҡтан башкөллө ҡотолған күңеленә нимәлер кәрәк, нимәлер көҫәй ул. Ә бит белә күңеленең нимә теләгәнен Ринат, хәҙер, юҡ, тап бөгөндән, ошо мәлдән ап-асыҡ белә. Ул хәҙер туп-тура теге Ленин урамындағы һигеҙ ҡатлы ятаҡҡа юлланасаҡ. Барасаҡ! Барасаҡ та “Күңелем йылы теләй, Әмилә!” тип әйтәсәк.
Читайте нас: