Көслө ямғыр шауынанмы, әллә үҙе шундаймы, яҡынлашып килгән машинаның тауышы бөтөнләй ишетелмәне. Дыһырлап йәшнәгән күк аҫтындағы ямғыр даръяһында ул тауыш-тынһыҙ ғына йөҙгән карап ише ине. Күҙ күреме арала ҡыҙ ҙа машинаның ялтырап торған ҡиммәтле иномарка икәнлеген аңғарып өлгөрҙө һәм ҡапылда күңеленән үткән: “Эй, аллам, бындай машина туҡтамаҫ инде ул...” – тигән әсендергес уйына ҡолаҡ һалмаҫтан, бөтә кәүҙәһе менән алға ынтылып ҡул болғаны.
Баҙырап килгән ике ут күҙҙәренең берәүһе тәңгәлендә тағы ла бер бәләкәсерәге яна-һүнә баҙланы ла, машина юл ситенә янтайҙы. Ҡыйыуһыҙ ғына артҡы ишекте асҡан ҡыҙға салондан йылы, ҡоро һауа бөркөлдө.
– Һаумыһығыҙ, һеҙ ҡала яғына түгелме?
– Эйе, – руль артындағы ир башын да бормаҫтан теләкһеҙ генә яуап ҡайтарҙы.
– Мине алығыҙ әле, зинһар өсөн...
– Тик мин лыс һыумын, машинағыҙҙы бысратһам, ғәфү итегеҙ инде...
Тегеһе яуап биреүҙе бөтөнләй кәрәк тапманы, күрәһең. Үтенесен кире ҡағып ҡуймаҫ борон тигәндәй, яуапты ишетер-ишетмәҫтән ҡыҙ эскә йомолдо. Уның йомшаҡ урынға уңайлап урынлашып алыуын көтмәй, машина килеп туҡтағандағылай тауышһыҙ ғына ҡуҙғалып та китте.
Сумкаһында соҡсоноп ҡулъяулыҡ табып бит-ҡулын, кис буйына туҡталышта өшөп, илап тороуҙан мыршылдап киткән танауын һөрткәс, ҡыҙ үҙен һыуыҡтан, ямғырҙан һәм кәмһенеүҙән ҡотҡарып алып киткән йылы, таҙа машинаның хужаһына иғтибар итте. Бығаса артында ултырыусыһын онотҡандай булып килгән ир ҙә, рулен уйынсыҡ шайы ла күрмәй бер ҡулы менән борғолаған ыңғайы, арттан иғтибар булыуын тойғандай, өҫтә торған көҙгөгә баҡты. Ярым ҡараңғы салонда күҙе өйрәнә төшкән ҡыҙ ҙа ҡараштарын машина хужаһының кресло ситенән сыға биреп барған киң яурыны, мускуллы йыуан беләктәре аша үткәреп көҙгөгә күҙ һирпте лә “терт” итте. Уны уртаға һынған ҡуйы ҡаштар аҫтынан төбәлгән һалҡынса ҡараш, берсә юлға, берсә көҙгөгә күсә-күсә, күҙәтә ине. Ҡурҡыуын һиҙҙермәҫкә тырышып ҡыҙ ашығып һүҙ ҡушты:
– Һеҙ ҡайҙа тиклем бараһығыҙ?
– Ҡалай яҡшы булды... Ә ҡалаға тиклем күпме алаһығыҙ?
– Ә-ә... Ә шулай ҙа күпме?
– Такси түгел, – ир кешенең тауышы ярайһы уҡ ҡаты сыҡты. Унан һыуға төшкән себештәй күшеккән, илауҙан күҙәре ҡыҙарып, тауышы ҡалтыранған ҡыҙҙы йәлләптер, күрәһең, йомшағыраҡ итеп:
– Мин – Ринат. Ҡурҡма, Әмилә, мин кеше ашамайым. Ял ит.
Был һүҙҙәр йыуатыуҙан бигерәк “Башымды ҡаңғыртма” тигән кеүегерәк яңғыраны. Шулай ҙа Әмилә тыныслана төштө, арҡаһын йомшаҡ һөйәнгескә терәп, еүеш туфлиҙарын сискәс, аяҡтарын яйлап урынлаштырҙы ла, йылылыҡтан, еңелсә тирбәтеүҙән һәм тын ғына ағылған моңдан иҙрәп ойоп китте.
Уянғанда салонда дөм ҡараңғы ине, машина туҡтап ҡалғайны.
Әммә уға яуап биреүсе табылманы. Күҙҙәрен ыуалай һалып тышҡа баҡҡайны, аптырап ҡалды, эргә-тирәлә машиналарҙың һәр төрлөһө йыйылып киткән, кешеләр тышҡа сығып ҡысҡырышып нимәлер һораша, ҡулдарын болғап һөйләшә. Ниҙер булған, күрәһең. Ул арала машина хужаһы үҙ урынына инеп ултырҙы. “Үҙен Ринат тигәйне, буғай”, шулай ҙа исемләп өндәшергә ҡыйманы.
– Күперҙән үткәрмәйҙәр, нимәһелер һынған, өс-дүрт сәғәт көтөргә кәрәк.
Егет бер нигә бошмаған ҡиәфәт менән машиналар араһынан ҡыҫыла-ҡыҫыла артҡа бирә башланы. “Бәтәс, кире боролмаҡсымы ни был?!”
Ҡыҙҙың ҡапыл ҡысҡырып ебәреүенә егеттең һыңар ҡашы өҫкә һикереп китте әммә яуап ҡайтарырға ашыҡманы. “Вәт һөмбаш, бүкән!” тип уйланы ҡыҙ.
– Кире китер булһағыҙ, мине төшөрөп ҡалдырығыҙ.
– Ошо тирәлә бер кафены үткәйнек, тамаҡ ялғап алайыҡ.
Ә ашҡаҙаны “дөрөҫ түгел” тигәндәй һулҡып тороп ғыуылдап китте. Ҡасан ашаны әле ул һуңғы тапҡыр? Иртәнсәк яҙа-йоҙа сәй эскәйне, Зифаның ҡырын ҡарашынан ҡасып төшкө ашҡа ултырманы ла. Асыҡтырған шул.
– Асыҡмаһаң – көтөрһөң, – юлдашының артыҡ иҫе китмәне.
Әмилә эстән генә аҡсаһын барланы, һәр тине һанаулы ғына, шулай ҙа берәй осһоҙло пирожки менән сәй алырға була, тип уйлап егет артынан тышҡа сыҡты ла, кафе янындағы яҡтылыҡта өҫ-башына күҙ һалып, аптырап ҡалды. Асыҡ алһыу спорт костюмы, беренсенән, гармун күрегендәй булып таушалған, икенсенән, салбарына әҙәм ҡарағыһыҙ бысраҡ сәсрәгән икән. Яҙа-йоҙа ҡыҫтырған сәсе лә туҙған, шикелле...
– Ой, мин кеше араһына инерлек түгел икән...
Эйелеп машинаһының көҙгөһөн төҙәйтеп маташҡан егет башын күтәрмәй генә мөңгөрләне:
“Ҡалай тупаҫ...” Бер уйлаһаң, бөгөн әллә ниндәй хәлдәргә тарып бөттө, осраҡлы юлдашының дорфалығы ғына нимә хәҙер Әмиләгә? Ҡыҙ өндәшмәй генә кафеға юлланды.
Уныһы юлаусыларҙың ҡапҡылап сығыу урыны булған ҡыҫыҡ, тынсыу бер бүлмә икән. Халыҡтың күбеһе оҙон юл шоферҙары, күрәһең, ҡауылдап һөйләшәләр, ризыҡты ашыға-ашыға һоғоналар. Әмилә сиратҡа баҫты һәм бер аҙҙан артына килеп тороусының күңелгә ятышлы әскелтем-йомшаҡ ылыҫ еҫенә тартым парфюмынан үҙенең юлдашы икәнлеген аңланы.
– Миңә бер кәбеҫтә пирожкиһы, сәй...
Ҡыҙҙың ишетелер-ишетелмәҫ ауаздары юлдашының ҡалын күкрәк тауышы аҫтында күмелеп ҡалды:
– Беҙгә бергә һанағыҙ: ике салат, ике билмән...
Унан Әмиләгә ҡарамай ғына: “Бар, ана мөйөштә бер өҫтәл бушаны”, – тип бойороҡ бирҙе лә: “Тағы ла нимәләрегеҙ бар? Һут, шоколад...” – тип дауам итте. Инде холҡона төшөнә барған юлдашы менән бәхәсләшеп тороуҙың фәтүәһеҙлеген аңлаған ҡыҙ, тағы ла өндәшмәй генә уға буйһондо. Мөйөштәге өҫтәл артына ҡунаҡлап, егеттең батмус-батмус аҙыҡ ташыуын күҙәтеп тик ултырҙы. Өҫтәл тулып киткәс, көлөмһөрәмәй ҙә булдыра алманы:
– Был вис беҙгәме, әллә ҡунаҡ саҡырҙығыҙмы?
Тегеһе яурындарын ғына йыйырҙы. Ун биш-егерме минуттан өс-дүрт тәрилкә ялтыратылып бер яҡ ситкә өйөп ҡуйылғас, ҡыҙ ҙа үҙенең урынһыҙ шаяртыуын аңланы. Уның аптыраңҡырап ҡарауын егет тә аңғарҙы, күрәһең:
– Минең аппетит шәп, – тип ҡуйҙы.
– Ә үҙең нимә соҡоноп ултыраһың? Ашап бөт тә сыҡ, мин тышта көтәм.
Әмиләгә лә инәлеп тороу кәрәк түгел. Билмәнгә ынтылмаһа ла, аш менән салатты һыпыртты. Компотын бер-ике генә уртланы ла, тышҡа сыға һалырға ашыҡты. Бошмаҫ юлдашы автомобиль ултырғысының һөйәнгесен ҡолата биреп үк ятып алған. Ҡыҙ машина янына килеп баҫты. “Аштан һуң йоҡлап алырға булдымы икән? Шатырлап инеп ултырһа, уяныр ҙа, тағы ла ҡашын емерер инде, бигерәк көйһөҙ әҙәм бит...” Шул ваҡыт Әмилә өҙөлөп күңелсәк әхирәте Рәмиләне һағынып китте. Бөгөн ул бер ваҡытта ла булмағанса был алсаҡ, бытый бүлмәләш татар ҡыҙы менән аралашыуға, һығылмалы холоҡло, баллы телле әхирәтенең йыуатыуына, йәлләүенә мохтаж ине. Күңеле тулышты, күҙ алмаларын әсеттереп йәштәр эркелде...
– Швейцар кәрәкме? – теге уяу икән, тәҙрәһен аса биреп екереүенә ҡыҙ хатта һикереп китте.
– Асыҡ бит, – башы менән ишеккә ишараланы.
Пассажир “йылп” итеп инеп ултырыуға, тегеһе, юлдаш булғандарынан алып тәүге тапҡыр, ултырғыс һөйәнгесенә таяна биреп, ярты кәүҙәһе менән боролоп, Әмиләгә тура ҡараны. Әллә ни оло түгел ине ул. Һәр хәлдә утыҙ юҡтыр. Ҡарға ҡанатындай ҡап-ҡара сәсен ҡыҫҡа ғына итеп алдырған, бер-береһенә тоташа яҙған ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан ҡаты ҡарашлы һоро күҙҙәре һөҙә биреп ҡарағандай. Ҡояшта янған ҡарағусҡыл йөҙөнә ҡырлас танауы менән нәҙегерәк ирендәре килешеп тора. Мыйығы таҙа итеп ҡырылған. Ә инде кәүҙәһе, тышҡы ҡиәфәте уның спорт менән етди шөғөлләнеүен һиҙҙерә. Ҡыҫҡаһы, ҡылыҡтары, һөйләшеүе, ҡарашы уның ҡырҡыу, ҡаты холоҡло, көслө рухлы, үҙ-үҙенә ышанып эш иткән кеше икәнлеген әйтеп тора ине. Фаразлауҙарҙы дөрөҫләгәндәй был юлы ла егет урап-нитеп тормай тура һораны:
– Төнгә ҡаршы, ямғыр аҫтында ҡайҙа ашығаһың улайһа?
Бәхеткә ҡаршы, эргә-тирәләге машиналар сигнал бирә-бирә ҡуҙғалып китә башланы. Күпер асылған, күрәһең. Был Әмиләне егеттең һорау алыуынан, бигерәк тә уның һынсыл ҡарашы ҡоллоғонан ҡотҡарҙы. Ян-яғына күҙ һалғас, ул да алдына боролоп, асҡысын борҙо.
Мең төҫлө уттар менән балҡыған ҡалаға улар төн ауышыуға ғына килеп инде. Юлдағы өҙөлөп ҡалған һөйләшеүҙән һуң икеһе лә ләм-мим өндәшмәне, көй артынан көй тыңлап, һәр береһе үҙ уйҙары солғанышында булды. Тәҙрә быялаһында йорттар, светофорҙар яҡтыһы ялпылдай башлағас, Әмилә тауышына бер ни булмағандай дуҫтарса тон бирергә тырышып:
– Юлығыҙ, осраҡлы рәүештә, Ленин урамы аша үтмәйме, – тип ҡыҙыҡһынды.
– Кәрәк ине, әммә һеҙгә юл ыңғайы булмаһа ошо тирәлә берәй туҡталышта ҡалайым.
– Ленин урамының ҡайһы еренә кәрәк?
– Пединститут ятаҡтары янына.
Күп тә үтмәй машина дөм-ҡараңғы студенттар ҡаласығына барып та инде.
– Бына ошо һулдағыһына...
Шунда барып туҡтанылар. Бер усына сумка һабын, икенсеһенә түләй торған аҡсаһын йомарлап тотоп әҙер ултырған ҡыҙ йәһәт кенә
– Ҙур рәхмәт һеҙгә, алығыҙ.
– Алығыҙ, алығыҙ, мин барыбер автобусҡа ла түләп килер инем.
– Ә мин ҡалаға һинһеҙ ҙә ҡайта инем.
– Улайһа бигерәк ҙур рәхмәт һеҙгә... Ринат.
– Рәхмәте рәхмәт тә, ятаҡҡа индерәләрме һуң һине был ваҡытта?
Әмилә ут әҫәре күренмәгән һигеҙ ҡатлы йортҡа күҙ һалды. Ҡайһы бер ҡаттарҙа тәҙрәләр алынғанлығы, ишек алдында иҙелмә әҙерләү өсөн тотонолған ҙур-ҙур ҡорос күнәктәр, төрлө ҡоролмалар тороуы ятаҡта ремонт барғанын асыҡ күрһәтә. Ҡыҙ, шулай ҙа, аптыраныуын һиҙҙерергә теләмәне.
– Тетя Аня йә Тәскирә апай булырға тейеш вахтала... Хәҙер туҡылдатып астырам да...
Әмилә, һүҙҙәрен иҫбатларға теләгәндәй, сыға һалып ишеккә ыңғайланы. Башта ипле итеп, унан ҡатыраҡ шаҡыны. Эстә шылт иткән тауыш та юҡ. Эргә-тирә тәңгәлендәге бер-ике тәҙрәне лә ҡағып ҡараны, унан тағы ишеккә килде, тағы туҡылдатты. Үҙ-үҙен ҡулға алырға, паникаға бирелмәҫкә тырышып тештәрен ҡыҫты. “Туҡта, башта был кешене ебәрергә кәрәк”. Ҡыҙыу ғына атлап машина янына килеп, артҡы ишекте асып йәһәт кенә сумкаһын эләктерҙе лә, “Һау булығыҙ” тип, “шап” иттереп ябып та ҡуйҙы. Әммә боролоп китергә өлгөрмәне, уны бәрә яҙып алғы ишек киң асылып китте. Егет, үҙенә хас булғанса, ҡабаланмай ғына сығып баҫты ла ҡулдарын бөйөрҙәренә таянып “Йә!” тигән ҡиәфәттә ҡыҙға баҡты. Бигерәк бейек икән үҙе. Оялыуын, ғәрләнеүен асыу менән баҫып, егеттең күҙенә тура ҡарау өсөн ҡыҙға башын күпкә өҫкә күтәрергә тура килде.
– Килтереп еткерҙегеҙ, тәҡдим ителгән аҡсаны алманығыҙ, һеҙгә тағы нимә кәрәк?
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй ҙә ул, бына һиңә ярҙам кәрәк, буғай.
– Беренсенән, һеҙҙең ярҙамға мохтаж түгелмен, икенсенән, аңғармай ҡалдым, беҙ ҡасан “һин”гә күстек әле?! – ҡыҙ ярһып уҡ китте.
Ете төн уртаһындағы кешеһеҙ, дөм ҡараңғы ятаҡтар араһында ҡаршыһына баҫып, ҡыйыу булырға тырышып тауыш күтәреп маташҡан йәш кенә ҡыҙ баланың истерика сигендә икәнлеген аңлау өсөн күп аҡыл кәрәкмәй ине. Ринат быны аңғарҙы һәм машина уты яҡтыһында Әмиләнең йәш эркелә башлаған күҙҙәренә, ҡалтыранған ирендәренә, шытырлатып бармаҡтарын һындырыуына ҡарай биреп торҙо ла, ерҙә ултырған сумкаға ынтылды.
– Теймәгеҙ минең сумкаға! – ҡыҙ ике ҡуллап сумка һабына йәбеште.
– Тыныслан. – Әмиләне егеттең әйткән һүҙенән бигерәк һалҡын ҡаты ҡарашы тыйылырға мәжбүр итте, ҡыҙ ипләп кенә ҡулдарын бушатты. – Инеп ултыр машинаға.
Бара биргәс, инде апаруҡ тынысланған ҡыҙ тағы телгә килде:
– Һеҙгә? Ә һеҙҙә кемдәр бар?
– Мин һеҙгә бармайым. Иртәнсәккә тиклем вокзалда ла ултырырға була, ҡалайым ошонда.
– Иртәнсәккә ятаҡта ремонт бөтөр тиһеңме?
– Ятаҡҡа түгел, миңә вокзалға иртәнсәк.
– Ҡайҙалыр китергә йыйынаһыңмы?
– Вокзалға иртәнсәк тә барырға мөмкин.
Унан күңелле генә итеп өҫтәп ҡуйҙы:
– Әйттем бит ашамам, тип.
– Әйтмәһәң дә уйланың, тауышыңдан һиҙелеп тора.
Ҡыҙ башҡаса өндәшмәне. Бына улар яңы райондың бейек ҡатлы бер йорто янына килеп туҡтаны. Егет ашыҡмай ғына башта үҙе сыҡты, унан Әмиләнең ишеген асып әлеге сумкаһын алды, ҡыҙҙы ла сығарып, брелок төймәһе аша “тыңҡ” иттереп машинаһын бикләткәс, баш ҡағып ҡына “әйҙә” тигәнде аңлатып подъезға юлланды. Нишләптер лифт саҡырманылар, етенсе ҡатҡа йәйәү менгәс, баҫҡыс ҡаршыһындағы тимер ишек салтыр-солтор асылып китте.
Яңы проект буйынса эшләнгән иркен бер бүлмәле фатирҙа яңғыҙаҡ ир кеше йәшәгәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора: тәҙрәләрҙә ҡорғандар, диванда ябыуҙар юҡ. Ҙур залда махсус ҡоролма өҫтөнә беркетелгән киң экранлы телевизор ҙа йомшаҡ мебель. Яртыһын ике төрлө тренажер, түбәгә эленгән бокс грушаһы, иҙәнде төрлө ҙурлыҡтағы гирҙәр, гантелдәр биләй.
Егет аяҡ кейемен һалмай ғына иҙәндә туҙышҡан кәрәк-ярағын ашатлап үтеп бүлмә уртаһына сумканы ултыртты ла, артынан эйәреп инеп, ишек төбөндә баҙнатһыҙланып ҡалған ҡыҙға күптән өйрәнгән кешеһенә өндәшкәндәй:
– Хәҙер нимә табабыҙ шуны ҡапҡылайбыҙ ҙа – отбой. Бөтә пландар ҙа иртәгәгә ҡалдырыла, – тине һәм кухняға инеп китеп, һыуытҡыстан шатыр-шотор нимәләрҙер сығарып өҫтәлгә теҙә лә башланы. Әмилә лә, туфлиҙарын сисеп ситкә ултыртҡас, шунда үтте. Аш бүлмәһе лә иркен икән. Яңы кухня гарнитурының ике бүлеге генә теҙеп ҡуйылған да, ҡалғандары ҡағыҙҙа көйө, нисек килтерелгән булһа, шулай ята. Ҡап уртала овал формаһындағы өҫтәл ултыра.
Егет унда сыр, колбаса, ҡаҡланған тауыҡ ите һәм ике банка һыра теҙҙе лә, һыйына ҡарай биреп торғас:
– Өйҙә һирәк ашайым... – тип ҡуйҙы. Һүҙҙәрендә бер тамсы ла аҡланыу, уңайһыҙланыу ишараты һиҙелмәне.
Әмилә баш тартыуҙы яйһыҙ һынап, бер-ике киҫәк сыр ҡапты ла, крандан һыу ағыҙып эсмәксе булғайны, Ринат һыуытҡысынан сығарып минералка бирҙе. Шуны бер аҙ уртлағас, һораулы ҡарашын хужаға төбәне. Тегеһе лә ашарҙан түгел күрәһең, бер банка һыраһын асып, яҙа-йоҙа эскеләп усында өйөрөлтә ине, ҡыҙҙың иғтибарын ғына көтөп ултырған икән, шундуҡ урынынан торҙо.
– Әйҙә, диванды ҙурайтып бирәм, шунда ятырһың. Теләһәң душҡа ин.
– Раскладушкала. Башҡа төрлө тәҡдим бармы әллә?
Егет залдың мөйөшө менән ярты стена буйын биләп ултырған йомшаҡ мебелдең бер өлөшөн асып, өс-дүрт кеше һыйып ятырлыҡ урын йәйеп ташланы. Шул уҡ дивандың аҫҡы йәшнигенән простыня менән йомшаҡ юрған сығарып һалды. Яҫтыҡ тигән нәмә күренмәне, юҡтыр, күрәһең. Үҙенә балкондан раскладушка алып, ултырғыс башында элеүле торған простыня төҫөндәге юрған тышын эләктереп, залдың ишектәрен ябып уҡ сығып китте. Унан ҡайҙалыр шарт-шорт итеп раскладушкаһын урынлаштырғаны, бер аҙҙан һыу шаптырлағаны ишетелә биреп торҙо ла, тауыш тынып ҡалды. Әмилә, бысраҡ кейеме менән мебелгә ултыра ла, егет ятмайынса йыуынырға сыға ла алмайса иҙән уртаһында баҫып ҡалғайны. Теге яҡта һил булғас, аяҡ остарына ғына баҫып ваннаға үтте, спорт костюмын һалып, йылы һыу менән тиҙ генә сайынып алды ла, урынына барып ятты. Нисек кенә арыған, йонсоған булмаһын, ят урында йоҡлап китә алманы. Ишек аръяғындағы һәр ҡыштырлауҙы тыңлап, тын алыуын да баҫып ҡымшанмайынса ятыуы, тора-бара, үҙенә бик тә таныш, йән әсеттергес булып китте. Ҡайҙа тағы ошолай аптыранып ятҡайны әле ул? Ә-ә... эйе... интернатта... Мөнирә инәһе интернатҡа алып килеп ҡалдырып киткәс. Ул ваҡытта Әмиләгә бары ун бер йәш ине.
... Бала сағын яҡты, ҡояшлы көндә шау сәскәле болонда йөрөгәндәй генә итеп хәтерләй Әмилә. Уға йылы, рәхәт, эргәһендә әсәһе менән атаһы. Улар өсәүләшеп ҡырҙа сәй эсә. Бесәндә булдылармы, әллә тәбиғәткә сыҡтылармы, уныһын асыҡ ҡына иҫләй алмай. Әммә әсәһенең ҡоромло ҡара баҡырсанан сәй яһауы, көлә-көлә нимәлер һөйләүе, атаһының ҡырын төшөп ятыуы, үҙенең уның өҫтөндә аунап йөрөп уйнауы, табын тирәләй эт менән баҫтырышыуы әллә төштән, әллә томан эсендәгеләй үткәндәрҙән күҙ алдына килә…
…Атаһы совхозда баш зоотехник булып эшләгән, унан бер һауынсыға әүрәп киткән, әсәһе имеш-мимештәрҙе юллап ете төн уртаһында йәйләүгә барған да, атаһының УАЗигын теге ҡатындың өйө янында күргәс, яҡындағы урманға барған да аҫылынған. Үҙенең ғаилә трагедияһы хаҡында ошоларҙы ғына белә Әмилә. Мөнирә инәһе шулай ғына һөйләне.
Өләсәһе, әсәһенең әсәһе, яңы иллене генә үткәйне әле. Бер бөртөк ҡыҙының башына еткән кейәүен күрергә лә, ишетергә лә теләмәне, әлбиттә, баланы ла күрһәтмәне. Йәшлек яуапһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан оло бәләнән шаңҡыған йәш ирҙе тупһаһына баҫтырыу ғына түгел, урамдан үтеп йөрөрлөк тәҡәт тә ҡалдырманы уға. Әрләп-ҡарғап, хатта эшенә барып туҙынды. Атаһы сит өлкә кешеһе, был ауылға институттан һуң эшкә килеп, әсәһенә өйләнеп ҡалғайны. Шунлыҡтан, әллә ҡайғыһынан алйып, әллә үҙе сәбәпсе булған бәләләрҙән ҡурҡып, башын ситкә олаҡтырыуҙы хуп күрҙе. Мөнирә инәһе башта атаһынан хаттар ҙа, посылкалар ҙа килгеләгән, ти, тик Әмилә ул хаҡта белмәй, уға уларҙы уҡытырға, күрһәтергә теләмәгәндер. Бер юлы онотһон да төңөлһөн тигәндер инде өләсәһе. Шулай булды ла…
Тик бына өләсәһе лә үҙ мөмкинлектәрен самаламаған икән шул. Әмиләгә туғыҙ йәш тигәндә һыйыр һауып ултырған еренән ҡан баҫымы күтәрелеп тәгәрәне лә йән бирҙе. Шулай итеп Әмилә өләсәһенең алыҫ ҡына һеңле тейеш Мөнирәнең ҡулына күсте. “Үҙем ҡыҙ тапмағас, һине ҡыҙымдай күреп үҫтерергә теләп алып ҡайттым” тип аңлата инәһе был ҡылығын.
Әсәһен юҡһыныуын иҫләмәһә лә, өләсәһен һағынды Әмилә. Уның буш өйөнә барып илап йөрөгән еренән әллә нисә табып алып ҡайтты үҙен инәһе. Мөнирә лә яҡшы ҡараны уны, арҡаһынан тупылдатып һөйөп кенә торҙо, магазинға килгән һәр матур күлдәкте, ҡурсаҡты алып биреп барҙы. Ҡалала интернат-мәктәптә ятып уҡыған малайҙары ла үҙ итте бәләкәй ҡыҙыҡайҙы, ялға ҡайтҡандарында уны уртаға ҡуйып ҡыҙыҡ күреп ҡаранылар, төрлө һорауҙар биреп һөйләштерҙеләр, яуаптарынан мәрәкә табып көлөштөләр. Һәр береһе юл аҡсаһын ҡыҫып һеңлеләренә берәй шоколад, тәм-том, уҡырға төшкәс төҫлө ҡәләм, значок, сәс ҡыҫтырғыс кеүек ваҡ-төйәк ташыны. Ә Әмилә тора бара уларҙың ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтә башланы, хатта иркәләнеп, наҙланып ебәрергә лә өйрәнде. Шулай итеп йәшләй генә тол ҡалып, үҙ елкәһендә дүрт ир баланы күтәреп килгән Мөнирә инәһенең даһыр-доһор малайҙар донъяһына йәм, наҙ алып килде ул.
Дүртенсе класты тамамлағас, ауылда мәктәп булмау сәбәпле, уға ла ҡалаға китергә тура килде. Мөнирә инәһе шулай уны интернатҡа алып килеп, һалдат казармаһындай оҙон бүлмәгә тиҫтерҙәре янына урынлаштырып, яйлап-көйләп ҡайтып киткәйне. Ят урындағы тәүге төнөн иларға ла ҡыймай ошолай ҡатып ятып үткәргәйне ҡыҙсыҡ…
Башта ҡыйын, ауыр, һәр нәмә сит кеүек күренһә лә, бында ла өйрәнде Әмилә. Унда үҙенең ике ағаһы ла уҡый ине, улар көн дә инеп хәлен белеп, асыҡҡанында үҙәк ялғатып, ҡурсалап-ҡарап торҙо. Бала кешегә ни дуҫ-иш тә, әхирәттәр ҙә табылды, уҡыу һәм төрлө саралар онотолдороп үҙ эсенә йомдо.
Мәктәпте тамамлағас, иң яҡшы үҙләштергән предметтары буйынса белемен дауам итергә ниәтләп, филология факультетының сит телдәрҙе өйрәнеү бүлегенә имтихандар тотто. Мөнирә инәһе лә: “Ҡыҙ кешегә иң ҡулайлыһы уҡытыусы һөнәре инде ул”, – тип хупланы. Шулай итеп, Әмилә студентка булып китте.
Мөнирә инәһенең малайҙары үҫеп ир етешеп, әрме сафтарында хеҙмәт итеп, бер-бер артлы өйләнешеп ситкә китеп бөттө. Һуңғы йылдарҙа һаулығы ныҡ ҡына ҡаҡшап, йыш зарлана башлағас, кинйә улы Азамат йәш кәләше Зифа менән күсеп ҡайтты. Әмилә еңгәһе һәм ағаһы янында тәүге курсты бөткән йәйҙә бер айҙай ғына йәшәп ҡалды. Аҙна-ун көнлөк каникулдарҙа, байрамдарҙа һабаҡташтарынан, ятаҡташтарынан тәржемәләргә, курс эштәренә заказдар алып, ҡайтмаҫҡа тырышты. Уларҙан килгән аҡса уның етемлек пенсияһына аҙ булһа ла ҡушымта ине. Ун туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың башҡалар кеүек үк матур итеп кейенгеһе, биҙәнеп-төҙәнгеһе лә килә шул. Был бер сәбәп, ә икенсеһен Әмилә берәүгә лә, хатта үҙенә лә аңлата алмаҫ кеүек. Эш шунда: еңгәһе уны нимәгәләр оҡшатманы, яратманы, шикелле. Икәү-ара аш бүлмәһендә ҡайнашҡанда алсаҡ кеүек тә, бына ағаһы яндарына килһә әллә нишләй ҙә китә, тырт-мырт һөйләшә, юҡ-барға үпкәләй, екеренә башлай. Ә инде Азамат ағаһы Әмиләгә төбәп өндәшһә, арҡаһынан һөйһә йәки уға көҙгә ниндәй кәрәк-яраҡтар йүнләргә кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатһа, бөтөнләй ҡылтайып сығып китә. Ағаһы аптыранып кәләше артынан эйәрә. Бына ошолар күңеленә шик һалды, тыуған йортондай күреп үҫкән, ғәзиз булған төйәгенән өркөттө, биҙрәтте уны. Етмәһә, һуңғы ваҡытта Мөнирә инәһе лә дауаханала ғына йәшәй тигәндәй.
Икенсе курсты тамамлағас, практикаһын, унан башҡа төр эштәрен бөтөрөп, ярты йәйҙе үткәреп, ҡайҙа барһын, тағы ла шул инәһе йортона ҡайтты ул. Йәш ғаилә уға шатланғандай ҙа булды. Һәр хәлдә ағаһы ихлас ине. Уның бүлмәһен тегеләр алған, ҡыҙ Мөнирә инәһенең түшәген биләне. “Ярай, әсәй ҡайтһа берәй яйын уйларбыҙ, унда тағы ла бер карауат һыя…” – тип ҡуйған булды ағаһы.
Көйәҙ килендең көйөн көйләй-көйләй ай ярымдай бергә йәшәп ташланылар. Әмилә еңгәһенә һыйыр һауыу, иҙән-кер йыуыуҙы, йәшелсә, картуф утау эштәрен тейҙермәҫкә тырышты. Өйҙә лә ир менән ҡатындың һүҙҙәренә ҡыҫылмаҫҡа, уларға ҡамасауламаҫҡа булып, хатта залға телевизор ҡарарға ла сығып ултырмайынса, күләгә кеүек кенә йөрөнө. Тик нимәһелер барыбер килешмәне, ахыры. Һуңғы көндәрҙә Зифа бигерәк көйһөҙләнде. Ашағанда Әмиләне күрмәне лә белмәне, иренә лә этеп-төртөп яуап бирҙе, күбеһенсә тумһайып ултырҙы. Әмилә ғаиләләге был аңлашылмаусанлыҡтың ни ғиллә менәндер үҙенә ҡағылышлы икәнлеген һиҙҙе, тик сәбәптең тап нимәлә икәнлеген генә төшөнә алманы. Ағаһынан асыҡтан-асыҡ һорар ине, уныһы ла ҡыҙҙан тартынғандай ҡылана, аулаҡта бергә ҡалмаҫҡа тырышҡандай күренә уға.
Йөрөй-йөрөй һыҙлаған шеш һытылғандай, уйламаҫтан был йомаҡтың да осо сыҡты. Ул көндө Әмилә, көнө буйы картуф утап саңланғас, йылғаға төшөп һыу инеп, көтөү ҡайтҡансы тегеләргә текәлеп ултырғансы иртәгә Мөнирә инәйгә алып барырмын тип бер аҙ еләк, мәтрүшкә йыйып, күңеле күтәрелеп, кәртә артынан ғына ҡайтып инде. Азамат менән Зифа, урам яғынан инмәгәс, уны аңғармай ҡалды, ахыры. Сәй эсәләр, күрәһең, аласыҡтан ҡашығаяҡ сылтыраған, шаптырлатып һыу ҡойған тауыштар айырым-асыҡ ишетелеп ҡала. Бына ағаһы йыуаш ҡына итеп мөңгөрләне:
– Ҡуйсәле, Зифа, юҡты башыңа индереп алдың да…
– Нишләп юҡ булһын, – ҡатыны уны ҡырҡа ғына бүлдерҙе. – Һинең өсөн минең һүҙем юҡ һүҙме?! Бәлки үҙем дә юҡтыр, ә?!
– Аптыратаһың бит, кем икәнлеген белмәйһеңме инде…
– Ә кем ул һиңә, кем?! Ул бит һиңә туған түгел, улайһа кем? Ярай, бәләкәй сағында үҫкән тей, ярай әсәйеңә яҡын, ә һиңә ул һеңле лә, шуртым да түгел. Нимәгә килә бында һаман, һине күреү өсөнмө?
– Теләһә ҡайҙа – тик бында түгел, һин мине алып ҡайтҡанда өйөмдә тағы бер ҡыҙым ултыра тимәнең.
– Ниндәй ҡыҙым?.. Һеңлем итеп ҡарай алмайһыңмы ни һуң, Зифа…
– Юҡ. Һораштым инде, уның һиңә бер туғанлығы ла юҡ. Мин һиңә инәлеп тормам, үҙең һайла, һуңынан үкенерҙәй булмаһын.
– Алйот хәбәреңде! Ниндәй һайлау, нимә һөйләйһең һин, Зифа?!
– Мин уға бала табам тип йөрөгән булам, ә һин мине мыҫҡыл итеп… ике бисә менән йәшәрһең, бәлки!
– Вот дура! – Азамат енләнеп аласыҡтан килеп сыҡты ла, ишек тотҡаһына ҡулын һуҙған килеш ҡатып торған Әмиләгә бәрелде. Асырғанған, ярһыған ир ҡасып янтайып ҡолап барған ҡыҙҙы ҡырҡыу ғына итеп яурындарынан тотоп алды, тегеһе лә уның беләгенә йәбеште. Ҡараштары осрашты. Ир кеше ғазапланып, йәлләп, оялып ҡараны, ҡыҙ уйламаҫтан хафаға юлыҡҡандай күҙҙәрен шарҙай асып текәлде…
Былай ғына бирешеп ҡалырға теләмәй, Зифа ла ире артынан эйәргән икән. Азамат менән Әмиләнең бер-береһенә тотоноп текәлешеп торғанын күреп: “Ҡосаҡлашыуын ҡосаҡлашҡас, үбешегеҙ инде”, – тигән һүҙҙәрен теш араһынан ҡыҫып һелтәне лә, боролоп өйгә инеп китте. Азамат, ҡулдарын утҡа бешкәндәй кинәт алып, тышҡа ташланды. Әмиләнең иһә быуындары йомшарып һулып төштө. “Бына нимәгә асыуланышҡан икән улар… Еңгәһе уны ағаһына көнләгән… Ағаһына!.. Нишләп һеңле булмаһын… атыу кем һуң тағы?! Ай, Хоҙайым, ҡалай оят… Алйот бисә… ҡалайтырға инде хәҙер...”
Ҡыҙ тороп ултырҙы, ҡапыл асыуы ҡабарҙы, ғәрлеге, ғорурлығы бәреп сыҡты. “Нишләп тора әле ул, китергә кәрәк бынан! Хеҙмәтсеме ни ул, бәйләп ҡуйылғанмы! Хәҙер үк сығып китергә кәрәк!” Ошо дауыллы уй менән йүгереп йөрөп йыйынды, күҙенә күренгән әйберҙәрен йомарлап сумкаһына тыҡты, ашыҡ-бошоҡ юл кейемен кейҙе, яҙа-йоҙа сәсен рәтләне лә, ҡыҙыу атлап ауылдан бер-ике километр ситтә ятҡан оло юл туҡталышына юлланды.
Оҙаҡ торҙо Әмилә унда. Ул арала күк йөҙөн яйлап ҡына баҫып алған болоттар көйләп ямғыр башлап ебәрҙе. Ярһыуы баҫылған ҡыҙ ҙа, хәлдең бөтөн тәрәнлеген, асылын төшөнөп, ямғырға ҡушылып буҫлығып-буҫлығып иланы. Шунан башҡа сараһы ла юҡ ине уның. Ҡамасаулаусы ла, йыуатыусы ла, йәлләүсе лә, хатта ҡайғыһының шаһиты ла булманы. Тәүге тапҡыр үҙен ысын етем итеп тойҙо шул мәлдә Әмилә…
Ҡорғанһыҙ тәҙрәнән тура төшкән сағыу ҡояш нурҙары күҙҙәрен асырға мәжбүр итте ҡыҙҙы. Үҙе уянһа ла, зиһене уянып етмәй, ят бүлмә түбәһендәге нәзәкәтле шәмдәлгә мәғәнәһеҙ төбәлеп бер аҙ ятты ла, һикереп килеп торҙо. “Аһ-аһ, кеше өйөндә төшкәсә йоҡлап ятҡанмы әллә?! Таңдан тороп сығып китермен тигәйне бит”. Ҡыҙ ипләп кенә баҫып ишеккә килеп, ҡолағын ҡуйып тыңланы. Теге яҡта тауыш-тын юҡ. “Йоҡлаймы икән?..” Ишекте һаҡ ҡына ҡыҫа биреп аш бүлмәһенә күҙ атты. Ҡараһа – хужанан елдәр иҫкән. Раскладушкаһы йыйып ситкә ҡуйылған. Ванна бүлмәһендә лә юҡ. Ҡыҙ ҡото осоп ишеккә йүгерҙе. Уф-ф, уныһы эстән асыла икән…
Әмилә мыштырламаҫҡа булды, төшкә тиклем йоҡлап ятҡаны ла еткән. Тиҙ генә ваннаға инеп йыуынды, сәсен-башын рәтләне, сумкаһынан бөтәрләнеп ятҡан йәйге күлдәген алып үтек табып үтекләп кейҙе, еңел аяҡ кейемдәрен һөрткөләне. Ул арала йоҙаҡ-асҡыстар шылтыраны ла, ишек шар асылып китте. Бер ҡулына ҙур ҡарбуз, икенсеһенә аҙыҡ-түлек тултырылған оло пакет тотҡан хужа килеп инде. Ишекте тибеп кенә ябып, кисәгесә аяҡ кейемен һалмайынса, аш бүлмәһенә ыңғайланы. Унда шатыр-шотор килтереп нимәләрҙелер йыртып-ҡайырып асты, шаптырлатып йыуҙы, шаҡ-шоҡ телде, туҡылдатып өҫтәлгә теҙҙе лә, аяҡ тауышына ҡарағанда, залға юлланды. Диван мөйөшөндә башын баҫып тыңлап ултырған ҡыҙ күҙҙәрен күтәргәндә, тегеһе ҡаш аҫтынан һөҙә биреп һынсыл ҡарап тора ине.
– Прошу к столу, – егет көлөмһөрәгәндәй итте.
Әмилә ҡулдарын сәбәләндереп һикереп үк торҙо:
– Юҡ-юҡ, рәхмәт, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Мин һеҙҙең килгәнде генә көтөп ултырам, хәҙер сығайым тигәйнем… Рәхмәт барыһы өсөн дә…
Тегеһе ҡыҙҙы тыңлап та тормай кухняға юлланды. Минең эшем тәҡдим итеү тинеме, әллә әйткәнем һис шикһеҙ үтәлергә тейеш тигәнде аңлаттымы уның ҡылығы – Әмиләгә хужаның артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Егет үтеп барышлай бер ултырғысты тарта биреп сығарҙы ла, үҙе түргәрәк үтеп иркенләп урынлашты һәм ҡыйыуһыҙ ғына кухняға инеүсе ҡыҙға баштан аяҡ күҙ һалды. Кисәге сәсе-башы туҙған, күҙ-танауы ҡыҙарған, өҫ-башы таушалған Әмилә түгел ине бөгөн уның алдында. Ҡыҙғылт ағас төҫөнә буялған сәстәрен шыма итеп тарап, соңҡаһына нимә менәндер ҡупшы итеп йыйып ҡыҫтырып ҡуйған, һирәк-һаяҡ айырым сәс бөртөктәре оҙонса тулҡындар яһап зифа муйынына төшөп, асыҡ тәҙрәнән иҫкән елгә талғын ғына тирбәлеп тора. Матур кәүҙәһенә күк болот төҫөндәге килешле еңел күлдәк кейеп ебәргән. Фил һөйәгенән оҫта ҡулдар һырлап эшләгән шикелле аҡ нәфис битенә кескәй тура танауы менән бүлтек ирендәре бигерәк ҡупшы төҫ бирә, ә инде ҙур ҡуңыр күҙҙәренең балаларса асыҡ ҡарашы донъяға бөгөн тыуғандай аптырап, хайран ҡалып ҡарағандай. Дөйөм алғанда, был ҡыҙ Ринатҡа ҡиммәтле ҡытай статуэткаһы кеүек булып күренде. Бала сағында әсәһенең йоҡо бүлмәһендәге затлы мебель өҫтәренә теҙелгән шундай әйберҙәрҙе тотоп ҡарап йыш әрләнә торғайны. Үтә күренмәле аҡ фарфорҙан иҫ киткес нәзәкәтле итеп эшләнгән, бармаҡ менән төртһәң дә ыуалып төшөрҙәй булған был һындар, Ринатҡа терелеп китерҙәй тойола ине.
Әле килеп, шул һындарҙың береһе алдында торалыр, тигән уй үҙенә лә мәрәкә тойолоп, күңелле булып китте. Ҡыҙҙың һағайып ҡараған ҡарашын тотоп киң йылмайып ебәрҙе:
– Әйҙә, әҙәмсә тамаҡ ялғап алайыҡ та… китерһең.
Әмилә теге шылдырылған ултырғысҡа ҡунаҡлап, алдындағы ризыҡтарға күҙ һалды. Барыһы ла магазиндыҡы, ярымфабрикат, шулай ҙа тәмле еҫтәр сығарып, ауыҙға алғанды ғына көтөп ятҡандай. “Ҡарбуз да өлгөргән икән…” Әмилә егеттең ҡул хәрәкәттәренә эйәреп аҙыҡҡа үрелде.
– Ятағыңда ремонт бөгөн-иртән генә бөтмәй әле…
Ҡыҙ ашауынан туҡтап егеттең ауыҙына төбәлде.
– Шулай ҙа сентябрь башына өлгөртәбеҙ тиҙәр, – тип тамамлап ҡуйҙы теге.
– Ну, һеҙҙең ятаҡтың коменданты.
Ҡыҙ бөтөнләй аптырауға ҡалды:
– Һин… һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ?.. Әй, танышығыҙмы әллә?..
– Иртәнсәк инеп танышҡайным.
– Нишләп… танышҡайнығыҙ?..
– “Нишләп тә нишләп”, һиңә кәрәк түгелме ни ятаҡ?
– Кәрәк булһа һуң, һеҙгә ниңә борсолорға.
– Борсолған юҡ, шулай ҙа һораштым инде, ғәфү итегеҙ, әгәр һеҙҙән рөхсәт алмаған булһам, – егеттең ирен ситендә мыҫҡыллы йылмайыу ишараты сағылып ҡалды.
– Имгәк булдым инде һеҙгә, ғәфү итегеҙ, – Әмилә ысынлап уңайһыҙланды.
Ҡарбуз киҫәге тышын тырнаҡ осо менән сыйғылап ултырған ҡыҙға бер аҙ текәлеп ултырғас, егеткә ул йәл булып киттеме, тауышына йомшағыраҡ тон бирергә тырышып, былай тип теҙҙе:
– Әмилә, әйҙә асығыраҡ һөйләшәйек әле. Аңлауымса, һин ҡатмарлы хәлдә, шулай бит…
Ҡыҙ “эйе” лә, “юҡ” та тимәне, әммә уның башын тәҙрә яғына бороп тынып ҡалыуы Ринаттың һүҙәҙрен раҫлай һымаҡ ине. Егет быны үҙенсә аңлап дауам итте:
– Әмилә, минән ҡурҡырға ла, оялырға ла кәрәкмәй, һәр хәлдә әле түгел… Дөрөҫөн генә әйт әле: һиңә ниндәй ярҙам кәрәк?
Йомшаҡ ҡараш, йылы һүҙҙән былай ҙа саҡ торған ҡыҙ алдына бөтөнләй бәлйерәп китеү ҡурҡынысы баҫты. “Илап ебәрмәҫкә, тик иламаҫҡа! Бының алдында түгел!” Бер нисә секунд эсендә көсөргәнеш менән нисек тә үҙен ҡулға алды һәм бер нигә иҫе китмәгән ҡиәфәттә көлөмһөрәп егеткә тура ҡарарға көс тапты:
– Һеҙ хәйриә ойошмаһынанмы, әллә Робин Гудмы? Күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн дә ҙур рәхмәт, миңә төшкө автобусҡа өлгөрөргә кәрәк.
Ҡыҙҙың был ҡылығы егеттең дә зитына тейҙе, күрәһең, ул да әллә ни инәлеп тормаҫҡа булды: “Кәрәкмәй икән кәрәкмәй, әйҙә юлында булһын!”
– Ну, үҙең ҡара… Әйҙә, улайһа вокзалда төшөрөп китәм.
Вокзалға тиклем бер һүҙһеҙ барҙылар. Машинанан сыҡҡанда Әмиләнең ихлас итеп: “Рәхмәт! Һау булығыҙ!” тигәненә лә егет “Ярай” тигәнде белдереп баш ҡына ҡаҡты ла, ҡуҙғалып та китте. Күҙ асып йомған арала боролошҡа инеп юғалған машина артынан “Үпкәләне, ахыры…” тип уйлап ҡарап ҡалды ҡыҙ.