Эштән ҡайтып, газға аш ҡуйҙы ла Хәтимә бер аҙ ятып, ял итеп алырға уйланы. Ултырып, арҡа ауыртып киткән. Йыллыҡ отчет ваҡыты. Һуңғы ваҡытта ҡағыҙ эштәре менән цифр сүпләп башы ҡата, арып ҡайта эшенән. Инде нисә көн һулаҡай күҙенең аҫты тартҡанға ла эсе боша. Хәйерлегә булһын.
Иренең эштән ҡайтыуына байтаҡ ваҡыт бар әле. Икенселә уҡыған Уралы сана шыуып, тауҙан ҡайтып инде. Асыҡҡандыр, сисенә һалып, өҫтәлдәге бер тәрилкә ҡалған картуфты ялп иттерҙе лә, компьютерға йәбеште.
Инде генә арҡаһына шәлен ябып диванға ҡунаҡлағайны, өҫтәлдәге телефоны шылтыраны. Һүндереп һалмағанына үҙен әрләй-әрләй телефонына ҡулын һуҙҙы. Телефондың теге осонда ят тауыш:
— Һаумыһығыҙ, һеҙ Хәтимә булаһығыҙмы? -тип тауыш бирҙе.
Эйе, мин Хәтимә, һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ һуң?
— Мин Зәйтүнә исемле апай булырмын. Мөмкинме һеҙҙең менән һөйләшергә? Ваҡытығыҙ бармы?
— Мөмкин. Ваҡыт табырға тырышабыҙ инде. Йомошоғоҙ бар инеме?
— Һеҙ үҙегеҙ генәме, әллә янығыҙҙа кеше бармы? - тип ҡыҙыҡһынды ят тауыш.
— Ирем эштә, улым менән икәүбеҙ. Ниңә улай тип һорайһығыҙ? Бик мөһим нәмә булһа, алдан уҡ иремдән башҡа булдыра алмаҫымды әйтәм. Өйҙә мөһим нәмәләргә ул хужа.
— Юҡ, бәлки, ирегеҙҙең өйҙә булмауы һәйбәттер ҙә. Шулай ҙа, әллә ирегеҙ өйҙә булғанда һөйләшәйек микән? - ят тауыш икеләнеберәк маташты.
— Һуҙмағыҙ инде, әйҙә нимә әйтергә теләгәйнегеҙ, әгәр минең үҙемә ҡағылһа, хәҙер үк һөйләшәйек һуң. Берәй һорауығыҙ бар инеме? Һорағыҙ.
— Хәтимә, 1 март, 2005 йылды иҫләйһегеҙме?
Һорауҙы ишетеү менән Хәтимәнең башы әйләнеп китте. Тиҙ генә, ҡолап китмәҫ өсөн, ишегенең яңағына һөйәлде. Уф, һиҙә ине бит. Эйе, күңеле менән, йөрәге менән тоя ине бит ул, ҡасан да ошо һорауҙы ишетерен. Бына ишетте. Иҫләмәй буламы һуң ул көндө? Инде нисә йылдар йәшерен сер йөрәген ашай, тәҡәт кенәһен ҡорота.
Телефондың теге осонан яуап тиҙ генә килмәне. Зәйтүнә бер килке өнһөҙ телефон тотоп торҙо. Бер нисә тапҡыр өндәшеп ҡараны. Инде аптырағас, ярай, өндәшмәгәс, һалайым да ҡуяйым тип ынтылғайны, телефон һүнеп тә ҡуйҙы. Ҡурҡыуға ҡалды Зәйтүнә. Бер-бер хәл булып ҡуйманы микән? Үҙенең йөрәге йыш-йыш тибеп алып китте. Йә Диләһе янында юҡ. Тағы шылтыратырға уйлап, телефонын алғайны ғына Хәтимәнең звоногы килде. Йәһәтләп ала һалды. Илап, һыңҡылдаған тауыш:
— Мин ул көндө онотҡаным да юҡ. Көндөҙ эш менән онотолоп торһа ла, төндәрен интеккәнемде берәү ҙә белмәй. Ысынын да һеҙ кем булаһығыҙ һуң. Әллә... - әйтеп бөтөргә ирек булманы.Телефондың теге осонан:
— Әйе, һинең роддомда ташлап киткән ҡыҙың беҙҙә. Диләне ун көнлөк сағынан атаһы менән беҙ алып үҫтерҙек. Хәҙер ҡыҙыңа ун алты йәш. Күргең, осрашҡың килмәйме ҡыҙың менән? Килеп, күреп китһәң, ҡаршы түгелбеҙ. Әгәр алып килегеҙ тейһең икән, Диләне алып, үҙебеҙ барабыҙ. Ул белә үҙенең приемный бала икәнлеген. Беҙ уға урамдан, кешенән ишетмәһен тип, ун йәшендә үк аңлатып ҡуйҙыҡ. Ул осрашыуға ҡаршы түгел, ә һин?
Буҫығып-буҫығып, йән әсетеп илаған телефондың теге осондағы тауыш, йәш аралаш:
— Килә, апай, килә. Тик нисек? Ҡайһылайтып аңлатырмын һуң ташлап киткәнемде. Ул бит мине ғәфү итмәйәсәк, - тип һыңҡылданы.
— Ярай, уныһын үҙем яйлармын, тик һин әйт, ҡайҙа осрашабыҙ, беҙҙәме, әллә һиндәме?
— Апай, мин тынысланайым, әҙерәк уйларға ваҡыт бирегеҙ, бер-ике көндән үҙем шылтыратырмын, ҡайҙа, кемдә икәнен әйтермен.
— Ярай, улайһа, мин звонок көтәм, һау булып тор, - тип Зәйтүнә трубкаһын һалды.
Хәтимә тиҙ генә тыныслана алманы. Бер торҙо, бер ултырҙы. Бер талай һауа етмәй йонсоно. Башы әйләнде, уйҙары сыуалды. Иң ахырҙа, кухняға сығып, аптечканан ауыҙына валидол алып ҡапты. Диванға барып ултырҙы.
Әлдә ире өйҙә юҡ. Ул өйҙә булһа, нисек булыр ине икән? Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә ти, халыҡ мәҡәле. Шул ерҙә, бәлки, сер ҙә сиселер ине.
Үҙенә урын таба алманы Хәтимә. Һала көн диванда бер нөктәгә текләп ултырҙы ла телефондан әсәһенең номерын йыйҙы:
— Әсәй, һаумы. Хәлдәрегеҙ нисек? Атайым нимә эшләй? Әле өйҙәме? Атайым өйҙә булһа, берәй аулаҡ ерҙә һөйләшәйек әле, яңылыҡ бар ине.
— Һаубыҙ әле, шөкөр. Бына атаң менән сәй эсеп телевизор ҡарап ултырабыз. Атаҡ-атаҡ бынан кискә, ул ниткән яңылыҡ булыр? Изге булһын хәбәрең. Йә, ярай, төпкө өйгә индем, атаңдың ике күҙе телевизорҙа. Ишетмәй ул, һөйлә.
— Әсәй, - тине лә Хәтимә һулҡылдап иларға керешеп китте. Башлай ҙа һүҙен ташлай, башлай ҙа ташлай. Иң ахыры, әсәһе түҙмәне:
— Атаҡ-атаҡ ни булды? Әллә кейәү менән Уралға бер нәмә булдымы? Кейәүҙән туҡмалдыңмы? Кеше ҡурҡытып, әйтереңде әйт тә ҡуй, етәр, олома, былай ҙа саҡ торған йөрәкте өлпөлдәтеп ней, - тип асыулана башланы.
— Әсәй, Йәмилә табылды, - телефондың теге осонда шыңшып илаған тауыш Мәҙинәнең зыйтына тейҙеме, әллә яңылыҡ иҫәңгерәттеме телефонын ҡулға тотоп арыуыҡ иҫәңгерәп торҙо. Шулай ҙа телефондан бер туҡтауһыҙ:
— Әсәй, әсәй! Әсәй, ни эшләп яуап бирмәйең? Әсәй, һин ҡайҙа? Әсәй, өндәш инде, әсәкәйем, берәй нәмә булдымы әллә, әсәй, - тигән тауыш үҙен ҡулға алырға мәжбүр итте. Бер аҙҙан иламһыраған тауыш:
— Ҡайҙан табылды, әллә үҙе эҙләп килдеме?
— Юҡ, әсәй, көтөп үҫтергән әсәһе шылтыратты.
— Ҡасан, бөгөнмө?
— Эйе, әле бына бер сәғәт элек, ҡыҙыңды күргең киләме, осрашайыҡ тине.
— Һин нимә тинең? Осрашайыҡ тип әйттеңме һуң?
— Мин уйлайым, шунан шылтыратырмын тинем.
— Нимәһен уйлап тораһың тей? Нисә йыл минең, үҙеңдең зар илап, интегеүең етмәнеме? Улай хуты сығып торғас, ике лә уйлап тормайһың, осрашаһың. Саҡыр, килһендәр, күреш балаң менән.
— Ғәфү итмәҫ инде мине Йәмилә, ташлап киткәнең тип.
— Ғәфү итерме, юҡмы, уныһын үҙе белә. Аҡыллы бала булһа аңлар. Кем белә, бушҡа осрашыу һорамайҙыр әле. Килһен, күрәйек.
— Әсәй, кейәүеңә нимә тип әйтәбеҙ. Ул бит уның тураһында бер нәмә лә белмәй ҙә инде. Былай саҡ, аңҡы-тиңке булып, йәшәлә. Йәмилә тураһында белһә, бөтөнләй сығырынан сығасаҡ.
— Беләм иреңдең ни тиерен дә, нимә эшләрен дә. Унда минең эшем юҡ. Нисә иргә барҙың, бер йүнлеһен таба алманың инде. Саҡыр беҙгә. Кейәүгә әлегә бер нәмә лә белгертмәй тор.
— Атай нимә тейер? Ул риза булмаһа? Үҙем генә барып күрәйемме әллә?
— Атаң нимә тип әйтһен, балаһының балаһын күрергә ҡаршы булып ултырмаҫ ҡартайған көнөндә. Ошо көнгә тиклем әҙ янып көйҙөкмө, шул Йәмиләң өсөн. Һаман һөйләнеп илайбыҙ, Әминәне үҫтергәнде, быныһын да үҫтерер инек, тип. Ни эшләп кенә шул баланы, беҙгә лә әйтмәй, ҡалдырып китте икән, һаман булһа йәнем әсей. Яҙмыштыр инде. Атаңды уйлап, икеләнеп-микеләнеп торма. Үҙебеҙгә саҡыр. Барып күрергә, ирең ебәрәлер шул, беҙгә килеп ҡайтҡансы итеңде ашап бер була.
— Ярай, әсәй, шылтыратып әйтермен.
— Ҡайһы яҡ кешеләре икән? Ниндәйерәк кешеләр үҫтергән икән балаҡайымды? Күреп ҡулыма алмаһам да иҫемә төшкән һайын үҙәгем өҙөлә шул бала өсөн. Саҡыр, саҡыр үҙебеҙгә. Ярай, ана атаң да был яҡҡа сығып килә, - тип телефонын һүндерҙе әсәһе.
Хәтимәне уйҙар ҡоллоҡҡа алды. Ҡотолғоһоҙ, осо-ҡырыйһыҙ уйҙар башын сүкене. Ул уйҙар уны йә бала сағына, йә үҫмер, йәшлек йылдарына етәкләне, хаталарын иҫенә төшөрөп йөрәген өттө, үкенеүҙәр менән эсендәге яраларҙы яңыртты. Ике-өс көн төшөндә ҡыҙы менән осрашып һаташты. Терһәкте тешләп булмай, уйҙарынан уйылғанда, күп нәмәлә үҙе ғәйепле икәнен таныны. Нихәл итәһең, хаталарҙы ваҡыт ғәфү итмәй шул. Үкенһәң дә, әрнеһәң дә ағартып булмай икән яҙмышты һуңынан.
Хәтимә үҙе ғаиләлә Иршат ағаһы, Рәйлә апаһы менән үҫте. Атаһы Хисам ағай йәш сағында ҡырыҫ, ҡаты ҡуллы атай булды. Бигерәк тә Иршатты ныҡ тотто. Әсәһе Рауза апай сабыр, түҙемле, ипле ҡатын. Йәштән иренә ытырғанып һүҙ өндәшкәне булманы. Ни тиһә, шул булды. Ғүмере буйына иренең тапҡанын аш итеп, барына шөкөр ҡылып, юғына сабыр итеп йәшәй. Ауыҙы тулы ҡан булғанда ла тирә - яҡҡа сәсмәй, эскә йота белә. Хәтимәнең атаһы йәш сағынан күберәк етәксе эштәрҙә йөрөнө. Зампред, бригадир, прораб ҡалманы инде. Завгараж булып эшләп, пенсияға сыҡты. Атаһы менән әсәһе икеһе лә, пенсияға сыҡҡас, райүҙәктән йорт һатып алып, ҡалаға күсеп килделәр. Ҡурғашты былай ҙа райүҙәккә биш-алты ғына саҡырым. Әле булһа баҡса эшенә Ҡурғаштыға йөрөйҙәр.
Ҡайғыны етәрлек татыны улар. Ағаһы менән еңгәһе аварияла үлеп, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыға батырҙы ата-әсәне. Әле яңы атлай башлаған ҡыҙы менән өс йәшен тултырған малайҙары ҡартатай менән өләсәй тәрбиәһенә ҡалды.
Һөйөклө бала - көйөклө тигәндәй, Хәтимә өсөн дә әҙ ут йотманы ата менән әсә. Кәнйә бала булғанғамы, башҡаларына бик йомшаҡлыҡ күрһәтмәһә лә, Хәтимәне атаһы ҙурайғансы, тубығына ултыртып һөйҙө. Әсәһе лә ике ҡыҙының аралары йәш ярым булғанға, игеҙәк кеүек кейендереп, матур ҡараны ҡыҙҙарын. Рәйләһе кешегә ылымыҡ, асыҡ-ярыҡ булһа, Хәтимә уның киреһе. Шул хәтле иркәләнеп үҫһә лә йомоҡ. Ни уйлап, ни эшләгәнен дә белмәҫһең. Хатта әсәһе менән дә асылып китеп һирәк һөйләшә. Ҡырыҫ, ауыр холҡло. Күркәм холоҡ ярты бәхет тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер инде.
Әллә ошо холҡоноң ауырлығы менәнме беренсе ире менән дә тора алманы. Йәштән улай егет-елән менән сыуалып та йөрөмәне. Ана, Рәйлә апаһы, Рәмилгә сыҡҡансы бер нисә егеттең башын әйләндергәндер. Рәмил ныҡыш булды. Яңы ғына армиянан ҡайттым тип торманы, килеп әйттерҙе лә ҡуйҙы. Шөкөр, егерме йылдан ашыу йәшәйҙәр. Беренән-бере матур өс ҡыҙ үҫтерәләр. Берәүһен былтыр кейәүгә биреп, ҡайны ҡәйнә булырға ла өлгөрҙөләр.
Егерме ике йәшендә Хәтимә осраҡлы ғына танышып, Риза исемле егеткә кейәүгә сыҡты. Бухгалтерға уҡып сығып, райүҙәктә эшләп йөрөй ине. Ауыл яҡын булғас, көн аралаш ҡайтып йөрөй. Бер көн шулай эштән һуңыраҡ сығып, ауылға автобусҡа һуңланы. Ара йыраҡ түгел, йәйәү булһа ла ҡайтырмын әле тип, юлға сығыуы булды, арттан йөк машинаһы ҡыуып етте. Ҡурғаштыға тиклем юл ремонтлайҙар. Бына шунда ҡом тейәп китеп барған машина янына килеп туҡтағас, ултырмаҫҡа уйлап туҡтамай ҙа китеп барған ҡыҙҙы, шофер әйҙүкләп янына ултыртып алды. Таныш кешеһен ултыртҡан кешеләй, һүҙ ҡушып, шаярып маташты егет. Ауылға еткәнсе ныҡышып тигәндәй Хәтимәнең исемен дә белде. Шулай танышып киттеләр.
Ҡурғаштыла ремонт бөткәнсе, Хәтимә күбеһенсә, таныш йөк машинаһында ҡайтты. Күп йөрөмәнеләр улар. Ҡурғаштыла эш бөтөүгә, егет ҡыҙға тәҡдим яһаны. Риза күрше район егете ине. Ике яҡлап та ата-әсә, үҙ бурысын атҡарып, йәштәргә ҙурлап, туй үткәрҙеләр. Риза Хәтимәне үҙ яғына оҙатып алды. Риза ғаиләлә бер бөртөк кенә бала. Ата-әсәһе үлеп тора малайҙары өсөн. Үҙҙәренең ишек алдына Ризаға тип һалған арандай ҙур өйгә килен булып төштө Хәтимә. Башта матур ғына башланды йәштәрҙең тормошо. Йыл тирәһе торғас, Хәтимә беренсе тапҡыр үҙе генә ҡайтып килде. Әсә кеше һиҙмәй буламы ней, балаһының күҙенән аңланы. Тик Хәтимә генә асылып бер ни ҙә һөйләмәне. Аптырағас, Рауза ҡыҙы менән бергә мунсаға барҙы. Бәлки, шунда асылып һөйләр тип. Юҡ, бер нәмә лә сыҡманы ауыҙынан. Тәнендәге бер нисә урында күгәргән урындарҙы күргәс, әсә һүҙһеҙ ҙә аңланы. Кейәү ун көн үткәс, артынан килде. Рыяһыҙ ғына эйәреп ҡайтып киткән ҡыҙына ҡарап тора алмаҫ, тип кенә һығымта яһаны. Әле яңы йәшәй башлауҙарына ҡарамаҫтан араларындағы һалҡынлыҡты һиҙҙе әсә йөрәге.
Раузаның һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Ғаилә нисек тиҙ барлыҡҡа килһә, шулай тиҙ тарҡалды. Ике йылдан Хәтимә имсәк балаһы Әминәне алып, Ризанан айырылып ҡайтты. Ни ғилләлер, ата кеше лә кәләшен, балаһын алып ҡайтам тип, килеп йонсоманы. Шулай ҙа, йәш тулғас, ата-әсәһен алып, ҡыҙына бүләктәр алып килде. Бер бүленгән икмәк, кире берекмәй. Артабан икеһе лә бала хаҡына тип тә ғаиләне һаҡларға тырышманы. Хәтимә:
— Туҡмай, ҡул күтәрә, - тигәс, Рауза үҙе лә ныҡышманы. Балаһының йәшенә килгәндә эсеп алып, Риза кейәүе:
— Ҡәйнәм, үпкәләмә, дөрөҫөн әйтәм, Хәтимә ҡыйын кеше. Яғылмаған мейес кеүек, һыуыҡ. Йәшәгән һайын, аңлай алмайым мин уны, -тигәйне. Шулай булғас, атта ла, тәртәлә лә барҙыр. Риза үҙе шаталаҡ, шаян бит. Ата-әсәһе балағыҙ бар тип, өгөтләп ҡараһа ла, Риза өҙә һуҡты. Бер төкөргән төкөрөгөн кире яламаны. Хәтимә алиментҡа бирҙе.
Яңғыҙ оҙаҡ йөрөмәне Риза, икенсегә, ире үлеп, бер балаһы менән ҡалған ҡатынға, өйләнде.
Хәтимә йылға яҡын ата-әсәһе менән йәшәне лә, Өфөгә эшкә сығып китте. Ҡыҙы, Әминәне, йәшәргә урын тапҡансы тип, ата-әсәһенә ҡалдырҙы. Ни эшләһен Рауза, улының ике балаһы янына, Хәтимәнең балаһын да һыйҙырҙы. Шул китеүенән Хәтимә байрам, ялдарҙа ғына ҡайтты. Йылына бер отпускыла булды. Әминә Раузаны әсәй, Хәтимәне апай тип үҫте. Ала алманы янына, үҙе кеше өҫтөндә йәшәне.
Өс-дүрт йылдан Хәтимә татар егете менән ҡайтып төштө. Кейәүегеҙ Марат тип таныштырҙы өйҙәгеләрҙе. Атаһы менән әсәһе әҙерләнә һалып никах уҡытып ебәрҙе. Бик һауалы күренгән, теләр-теләмәҫ кенә ауыҙын асып һөйләшкән егеткә Раузаның да, Хисамдың да күңеле ятманы.
— Белмәйем, атаһы, Риза кейәү алсаҡ ине әле, был ней ауыҙына һыу уртлаған һымаҡ. Шыпа яҙылып һөйләшмәй. Күҙгә тура ҡарамай ҙа инде. Ас яңаҡлы, етмәһә. Белмәйем, уңып китһәләр, ярай ҙа ул.
— Шулай шул, әсәһе. Янына барып торған Әминәне, арҡаһынан әллә һөйөр микән тип, өмөтләнгәйнем, күрмәне лә. Бала йәнле түгел икән. Әсәйһеҙ, атай менән генә үҫтем тей бит.
— Эйе, шулай тей шул. Әсәйем миңә ун йәш булғанда, атайымдан айырылды тей. Әсәһе икенсегә кейәүгә сығып, ике балаһы бар икән. Аралашағыҙмы тиһәм, редко тейсе, шуныһына аптыраным. Атаһы әсәһенән һуң өс ҡатын алған, уңмаған. Әллә нисек уларын һөйләп ташланы.
— Ярай, үҙе тапҡан бит йәшәп ҡараһын. Үҙҙәренә бит йәшәргә, беҙгә түгел.
— Шулай тейһең дә ул, икенсегә бара, уңһын инде, тағы бала менән ҡайтып ултырһа?
— Ҡайтһа ҡайта ла ҡуя инде, хәл юҡ, үҙ балаңды ҡыуып сығара алмайһың.
Иртә уңмаған кис уңмай, кис уңмай тигәндәй был иренән дә уңманы, Хәтимә. Марат үҙ һүҙле, ҡаты икәнлеген ай йәшәгәс тә һиҙҙертә башланы. Етмәһә, ҡыҙғана торған алама холҡо ла бар. Йәшәй башлағас, Хәтимәнең бер минутҡа ла һуңламай ҡайтыуын талап итте. Саҡ ҡына тамаҡ әҙер булмаһа, атаһына сығып китә. Ҡайһы ваҡыт йоҡларға ла ҡала атаһына. Хәтимәгә балаһы янына, ауылға ҡайтыу тыйылды. Ярай, өндәшмәй, түҙә белә Хәтимә. Бөтәһен дә эсендә бөтөрә. Йөҙөнә лә сығармай. Боланың хәтәре Хәтимә ауырға ҡалғас башланды. Бала теләмәне Марат. Көн-төн Хәтимәне абортҡа ҡыуҙы. Аптырағас, Хәтимә абортҡа барҙы.
— Срогың ҙур, - тип аборт эшләүҙән баш тартты врачтар.
Марат быны ишетергә лә теләмәне. Хатта ҡул күтәреүгә тиклем барып етте.
— Йәки мин, йәки балаң менән сығып китәһең, - тип янаны. Ҡалайтаһың, атаһының алып биргән квартираһы шул. Хәтимәнең бында бер хоҡуғы ла юҡ, хатта пропискала ла түгел. Ҡыуһа, ҡыуып та сығарыр.
— Был баланы ла табып, айырылып ҡайтһам, әсәйемдәр ни тейер, йә аборт эшләтә алманым, - тип эсенән көйҙө Хәтимә. Эс-серен һөйләр бер кешеһе юҡ. Кешегә ылыҡмағас, ылыҡмай инде. Бик асылып барырға яратмай. Бына шулай аңҡы–тиңке йәшәп ятҡанда декретҡа ла сығып өлгөрмәне, схватка менән эшенән больницага алып киттеләр. Ете айы тулыр-тулмаҫ ҡыҙ бала тыуҙы.
Марат шул көндө үк килеп етте. Баланы күрергә лә теләмәне. Ауыҙынан бер генә һүҙ:
— Ҡалдыраһың! Өйгә бала менән ҡайтмайһың!
Ҡырҡ төрлө уй менән, һаташа-һаташа таң аттырҙы балаһынан бушанған әсә. Башҡа әсәйҙәр балаларын имеҙергә әҙерләнде. Шул арала врач палатаға инеп:
— Һеҙгә ҡыҙығыҙҙы әле бирмәйбеҙ, бер аҙ көтөргә тура килә, тип сығып китте. Көн оҙоно койкаһында ҡуҙғалмай ятты Хәтимә. Мараты килгәйне, уның менән дә һөйләшмәне. Яҙып ҡалдырған оҙон хатын уҡығас, тыйыла алмай юрған аҫтында быуылып иланы. Икенсе көндө медсестраны саҡырып алып ҡағыҙ менән ручка алды. Туалетҡа инеп бикләнде лә отказной яҙып, врачтың бүлмәһен эҙләп китте. Рая Карамовна бындай хәлдәр башынан үткәнгәме, отказды уҡыу менән, күҙлеген бер систе, бер кейҙе лә сәбәбе нимәлә тип һораны. Хәтимә күҙ йәштәренә мансылып иланы. Врач уны йыуатманы ла, тыйманы ла. Күрәһең, күнеп бөткәндер инде. Бер аҙ тымғас:
— Кире киләһең бит.
— Юҡ, килмәйем.
— Ата-әсәйең беләме?
— Юҡ, белмәй.
— Хәбәр итәйекме?
— Юҡ, хәбәр итмәгеҙ, үтенеп һорайым.
— Йөрәгең түҙерме? Выжданың ғазапламаҫмы? Төндәрен тыныс йоҡлармын тип уйлайһыңмы?
Яуап бирәһе урынға бисара ҡатын шыңшып иларға тотондо. Ни тиклем генә Рая Карамовна өгөтләп ҡараһа ла, Хәтимәне балаһын алырға күндерә алманы.
— Ала алмайым. Йәшәргә урыным юҡ. Үтенеп һорайым, мине бөгөн үк сығарығыҙ, мин бында башҡаса ҡала алмайым, - тип күҙ йәштәренә быуылып илай башланы. Врачҡа отказнойға ҡул ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Ай тирәһе иҫәңгерәп йөрөнө Хәтимә. Төнө буйы балаһы төшөнә инеп ыҙалатты. Һөт төшөп, түше шешеп китте. Тамағына аш барманы, ятһа, торһа ҡыҙы уйынан сыҡманы. Үҙе ҡайтмай оҙаҡлағас, әсәһе килде хәл белергә. Килеп ингәс, башта үҙ балаһын үҙе таный алмай торҙо. Былай ҙа арыҡ Хәтимә ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны. Түҙмәй Рауза ҡыҙынан:
— Ауырыйһыңмы әллә, ҡалай ябығып киткәнең, - тип һораны. Быға тиклем илауын да йәшереп илаған Хәтимә шарылдап илап, диванға ҡоланы. Раузаның йөрәге ҡупты:
— Атаҡ, балаҡайым, ни булды. Төҫө-башың да үҙеңдеке кеүек түгел, йөҙөң ҡасҡан, кеше ҡурҡытма әле, былай ҙа йөрәк өлпөлдәп тора. Һуңғы арала үҙеңде иҫерек икән тип, әйләнгән һайын төшөмдә күрҙем. Атаңа һөйләгәйнем, ул ней, бар, барып хәлдәрен белеп ҡайт тип ебәрҙе. Берәй нәмә булғандыр тип, һиҙендем шул. Йә, ярай әйт, әллә яман ауырыуға юлыҡтыңмы:
— Әсәй, мин Йәмиләне ташлап киттем.
— Атаҡ-атаҡ, ниндәй Йәмиләне, ҡайҙа ташлап киттең?
— Баламды, ҡыҙымды, Йәмиләмде ҡалдырҙым роддомда. Исемен Әминәгә оҡшаш булһын тип, Йәмилә тип үҙем ҡуштым.
— Ни эшләп? Ҡасан? - Рауза ултыра төштө. - Нимәгә ҡалдырҙың? Зәғиф инеме әллә? Беҙгә ни эшләп хат яҙманың? Ауырлы икәнеңде лә белмәнек бит.
— Марат әйтергә ҡушманы. Ул бала тапмайһың, Йә бала, йә мин, - тине.
— Һин ир һайланың инде. Теләмәгәс, ни эшләп уны тапҡансы йөрөнөң? Сразы абортҡа барып булмай инеме?
— Барҙым. Срогың ҙур, - тип алманылар.
— Хәҙер ул бала ҡайҙа? Ни эшләп беҙгә хәбәр итмәнең? Ҡуй инде, был хәтле лә булырың икән? Кәңәшләшмәйенсә кеше бала ташлап китәме? Үҙебеҙгә алып ҡайтыр кәрәк ине. Берәүен көтәбеҙ бит, моғайын, шуның янына быныһын да һыйҙырыр инек. Әйтерһең, ҡара йәтим. Ҡайҙа ул бала? Әйт. Үҙем барып алам. Һин көтмәһәң, үҙебеҙ көтөрбөҙ.
— Роддомда, мин уға отказной яҙҙым, алмайым тинем.
— Һинең йөрәгең булмаһа, минеке бар, әйт адресын, такси саҡыртам, барып алам баланы, - тип ҡаңғырҙы Рауза.
Сыҙамаһа ла Рауза, бөгөнгә һуңланым тип, туҡтап ҡалды. Иртән иртүк такси саҡыртып, Рауза роддомға барҙы Хәтимәне эйәртеп.
Иң үкенесе, кисәге көн генә Йәмиләне бер ғаилә үҙҙәренә ҡыҙлыҡҡа алып ҡайтып киткән булып сыҡты. Башҡаса бер ниндәй информация бирелмәне уларға. Хәтимәләргә ҡайтҡансы, әсәле-ҡыҙлы ер-һыу илап ҡайттылар. Рауза йәш аралаш:
— Шунан кешегә нимә тип әйттегеҙ? Күҙ йәшенә быуылған Хәтимә:
— Марат, етлекмәй тыуып үлде, - тине
— Ни эшләп әйтмәнең? Ниңә генә хәбәр итмәнең? Хат яҙһаң ни була аңлатып, биллаһи шул баланы шунда ҡалдырмаҫ инем. Ирең көтмәһә, үҙебеҙгә алып ҡайтһаң да көтәр инек. Үҙеңә лә, беҙгә лә ғүмерлек хәсрәт. Бала көтмәгән ир менән, ней тип йәшәмәк булаң? Күптән Әминәне балаға һанамай. Үҙ балаһын ҡалдыртҡан ирҙән ни өмөт көтмәк кәрәк? Ояты, ғәрлеге ни тора?
Йөрәге юҡтыр ул иреңдең? Ҡуйсы, ҡуйсы ул һеҙгә бер бесәй балаһы инеме, ташлап китергә? Исмаһам, үҙебеҙгә хәбәр итмәгәнең бит. Был хәтле гонаһҡа батып, ҡаҡ һөйәккә ҡалып тормаҫ инең. Мир бөтмәһә, ир бөтөр тинеңме? Аниһә иреңде ташлап, балаңды үҙебеҙгә алып ҡайтып китһәңсе. Ни хәтле ҡаты булһа ла атаңдың йөрәге таш түгел, аңлар инек, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итер инек. Әллә ниндәй бала булдың, ҡуйсы ла инде Хәтимә. Булыр, булыр һинең һымаҡ кеше булмаҫ. Ғүмерлеккә балам үҙеңә лә беҙҙең йөҙгә лә серкәү һалғаның, әйтәгүр. Хоҙайым, сабырлыҡтар ғына бир. Етмәһә, ете айлыҡ ҡына булып тыуған балаҡай. Яҡшы ғына ҡулдарға эләгеп ҡәҙерле бала ғына булып үҫһен инде йөрәккәйем, - тип һамаҡлап иланы Рауза. Ябығыуҙан кейгән кейемдәре һәленеп төшөп, шөрлөк ҡошап торған, Хәтимәһенә лә эсе янды, ни тип йыуатырға ла белмәне.
Тәҡдиреңә ни ҡушҡаның бер Хоҙай үҙе генә белә. Үҙ-үҙеңде ғазапҡа һалыуҙан да ҡыйыны юҡтыр. Хәтимәнең дә үкенеүҙәр өттө йөрәген. Көндөҙ эшенә әүрәй, төндәрен һаташып йоҡлай алмай бер булды. Тик Маратҡа ғына бер нисек тә тәьҫир итмәне был ғазап менән күҙ йәштәре.
— Шыңшыма, башҡа бала таба алмаҫмын тейһеңме әллә? Табырһың, теләһәң унды ла таба алаһың, тик әле беҙгә бала кәрәкмәй. Мин әле һинең үҙеңде саҡ аҫырайым, ике башығыҙҙы нисек ҡарарға тейеш? Һин үҙеңдең копейка аҡсаңа иҫәп тотаһыңмы? Минең атай ҙа әндрәй ҡаҙнаһы түгел. Әле бит квартираһын да алып бирҙе. Машинаны ла шуның ярҙамы менән алдым.
Аҡсаһын да үҙе тота Марат. Хәтимә бик кәрәк булғанда ғына һорап ала. Әлдә үҙенең эше бар. Ул хәтлем аҡсаһы күп булмаһа ла үҙен ҡарарға етә.
Балаһын ҡалдырып, ай үткәс кенә эшенә сыҡты. Эштән ваҡытына ҡайтам тип ынтылманы хәҙер. Бында әҙ булһа ла кеше араһында ҡайнайым тип, кеше аҙағына ҡалып ҡайта башланы. Арыу ғына ара өйгә тиклем. Элек автобус көтә лә тора торғайны. Хәҙер йәйәү ҡайта. Егерме-утыҙ минутлыҡ ара. Үҙ-үҙең менән серләшеп бөтөүгә, ҡайтып етәһең. Быға тиклем ваҡытында ҡайтырға ҡушҡан ире һуңғы арала, үҙе лә эштән һуңлап ҡайта башланы. Тәртибен, үҙ-үҙен тотошон аңлай алманы Хәтимә. Йә бик һуң ҡайта, йә Хәтимә ҡайтҡанда ҡайтып йоҡлап ятҡан була. Азат дуҫы ла Хәтимәләргә йышланы. Йә подъезда торалар көнө буйы, йә ҡайҙалыр барып киләләр. Йәмиләне тапҡансы ла килә торғайны Азат. Үҙенең хәстәре менән бәлки, Хәтимә иғтибар ҙа биреп бөтмәгәндер. Тағы етмәһә, үҙҙәренә ҡара кепкалы Мараттан күпкә олораҡ ирҙең килеүенә лә шикләнеңкерәй ул. Кисә аптырап кем ул тип һорағайны:
— Не твое дело! Не лезь,куда не надо, - тип кенә ебәрҙе. Артығын төпсөнөргә лә иҫәбе юҡ ине бисәһенең. Үҙ хәсрәте баштан ашҡан. Торһа, ятһа башында бер генә уй ҡаҙала.
Шикләнеүе бушҡа булмаған шул Хәтимәнең. Иртәгәһенә эштән ҡайтыуына өй янында уны полиция машинаһы ҡаршы алды. Подъезға инеп барғанда, машинанан ике полиция формаһындағы кеше туҡтатты.
— Иптәш гражданка, һеҙ Мансурова Хәтимә булаһығыҙмы?
— Эйе. Мин булам.
— Был кеше һеҙгә кем була? - тип Мараттың фотоһын күрһәтте.
— Был минең ирем. Берәй нәмә булғанмы әллә? Ҡайҙа ул?
— Һеҙҙең ирегеҙ ҙур тиҙлектә килеп алтмыш йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Ҡатын алған яраларынан шунда уҡ йән биргән. Ә һеҙҙең ирегеҙ фажиғә урынынан ҡасып маташҡан. Тик беҙ уның эҙенә тиҙ төштөк. Әле ул полцияла. Һорау алалар. Тағы ла, һеҙ ирегеҙҙең наркотик ҡулланғанын белә инегеҙме?
— Нимә? Кем? Юҡсы. Әллә наркотик ҡулланғанмы?
— Эйе. Ҡулланып ҡына ҡалмаған. Һатырға ла булышҡан тигән версия бар.
Шуға хәҙер өйөгөҙҙә тентеү эшләргә тейебеҙ. Өйөгөҙҙә наркотик булыуы ихтимал. Әйҙәгеҙ, өйөгөҙҙө асығыҙ.
Хәтимә ни эшләргә лә белмәне. Ысын хәлме был? Һуңғы арала үҙ-үҙен тотошо, ҡапыл ғына ҡыҙып китеп, ҡапыл һүнеүенә иғтибар иткәйне ул. Әллә ул да бала өсөн ҡайғырамы икән тип тә аптырап ҡуйғайны. Бына нисек икән? Әллә шул Азат менән икәүһенең эшеме? Ҡара кепкалы кешегә лә шикләнгәйне бит ул.
Өйҙөң ишеген асыуҙан башҡа сара юҡ ине Хәтимәгә.
Наркотик табылыуға табылманы өйҙән, әммә ваннаның аҫтынан бик күп шприцтар, ваталар табылды. Пүнәтәйҙәр индереп, протокол төҙөп, имза ҡуйҙыртҡандан һуң, Хәтимәнең ҡолауҙан башҡа хәле ҡалмағайны. Улар сығып китеү менән диванға ҡапланды. Әммә, ни эшләптер, илағыһы килмәне.
Атаһының Маратҡа йүгереп йөрөп, адвокат яллауы ярҙам итмәне. Суд булды. Маратҡа ун йыл бирҙеләр. Маратты зонаға алып китәһе көндө, Хәтимә күреп ҡалырға тип, янына барҙы. Әммә, этеп-төртөп алып сығып килгән Маратҡа, Хәтимәгә күтәрелеп ҡарарға ла форсат бирмәнеләр. Атаһы күҙ йәштәрен һөртөп ҡарап ҡалһа, Хәтимә үҙ-үҙен көсләп тә илай алманы. Әллә илай-илай күҙ йәштәре ҡороған. Иң арттан сыҡҡан полицейский:
— Бына был записканы һеҙгә бирергә ҡушты тотҡон тип, бер ҡағыҙ киҫәге тотторҙо. Ул да булһа тәмәке ҡағыҙы ине. Машина ҡуҙғалғас, Мараттың атаһы:
— Ҡайтаһыңмы, әйҙә машинаға ултыр, - тигәйне лә риза булманы. Әллә Хәтимәнең үҙенең һалҡынлығы, әллә атай кешенең үҙ балаһын ғына айырып ҡарауы булдымы, улар бер-береһенә яҡын кешеләр булманы. Мараттың ошо юлға баҫыуында ла атаһының ғәйебе бар. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтмәгән. Әсәһенә ҡаршы тәрбиәләгән. Марат гел генә әсәһен яратмай һөйләне. Бик эшкә лә ашҡынып барманы. Таксист булып эшләп ҡараған булды. Эш ярата торған бәндә түгел ине. Рәхәт, нисә һораһа ла атай аҡса таба. Машина, квартира ла атай аҡсаһына.
Хәтимә Мараттың атаһы машинаға ултырып ҡуҙғалып киткәс тә ҡағыҙ киҫәгендәге яҙыуҙы уҡыны. Унда ни бары ике һөйләм:
— Мине көтмә! Йәшәрәгә урын тапмаһаң, пока квартирала йәшә. Мин батяға әйткәнмен. Ул риза.
Әсәһе Рауза апай Хәтимәнең ирен төрмәгә ултыртылыуы тураһында хәбәр алғас та түҙмәне, килеп етте.
— Ике лә уйламайһың, ҡайтаһың. Ана, элеккке эшләгән ереңә барырһың. Эш боҙоп, ҡыуылып китмәнең әле, моғайын, алырҙар. Йә, икенсе эш табырһың. Атайың алып ҡайт, тип ебәрҙе. Әллә ниндәй связдары барҙыр әле Маратыңдың. Килерҙәр, йә үҙеңде бер нәмә итерҙәр. Уңмаған юлды ҡыума тип, белмәй әйтмәгәндәрҙер, балаңа ла яҡын булырһың. Йәмилә лә, Йәмилә тигәнеңсә, аниһә Әминәңде ҡара. Күптән ташлап киткәнең бит инде. Яҡшы ҡулдарға эләгеп, яҡшы ғына үҫһен, бәхетле булһын. Башта уйлайҙар аны, ә һин беҙгә лә хәбәр итмәй, иреңде тыңлағаның. Билдәле инде, ундай юлда йөрөгән кешегә бала кәрәкмәгәне. Күпме тора алырмын тейең кеше өйөндә, пропискаң да юҡ, хәҙер ҡыуа башлар атаһы. Яҡшы саҡта, үҙең асҡысын ҡулына биреп, сығып кит. Ҡайтаһың районға, баш һау булһа табылыр эше лә, - тип ҡаты ҡуйҙы Рауза ҡыҙына. Бисара Хәтимәгә әсәһен тыңлауҙан башҡа сара ҡалмағайны. Эшенән сығып, квартираның асҡысын тапшырҙы ла ауылға ҡайтып китте.
Тәүге ире Ризаға кейәүгә сыҡҡансы мәғәриф бүлегендә бухгалтер булып эшләп киткәйне. Коллектив та һәйбәт ине, тик унда общежитиенан йәшәргә урын алыуы ҡыйын. Шуға унда барғыһы килмәне, ауыл хужалығы идараһына бирҙе ғаризаһын, унда торлаҡ мәсьәләһе еңелерәк. Бәхетенә, декретҡа киткән ҡатындың урынына кеше эҙләйҙәр икән. Иртәгәһенә үк эшкә сыҡты. Квартира тапҡансы, аҙналай ваҡыт йөрөп эшләне. Ваҡыт үҙе дауа. Ата-әсәһе, ҡыҙы янында Хәтимә әкренләп үҙ асылына ҡайтты. Баш баҫып эшкә кереште. Эшләүенә ике ай тигәндә общежитиенан бүлмә алды. Инде утыҙҙы үткән йәш ҡатын үҙенә тәғәйен мөйөшөн алғас, был юлы шатлығынан балауыҙ һыҡты. Атаһы менән әсәһе ауылдан кәрәк-ярағын тейәп килде. Тәҙрәләргә матур шаршау ҡуйып, өҫтәленә биҙәкле клеенканы ла йәйгәс, йәтеш кенә бүлмәгә ҡот инде. Әминәгә тип койка алып ултыртһа ла ҡыҙ бында килеп йәшәүҙән ҡырҡа баш тартты. Әле ҡартатаһын, әле Рауза әсәһен ҡосаҡлаған бала күҙ йәштәре менән:
— Мин һеҙҙең менән йәшәйем. Мине бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ, әсәй, мин һинең менән йәшәйем, Хәтимә апайға бармайым, - тип аҙарынып илаған баланы Рауза ҡосағына алып үҙе лә ,Хәтимә лә ҡушылып иланы. Барманы Әминә әсәһенең янына. Хәтимә үҙе мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтты ауылға. Балаһының өҫтөнә кейем-һалым алып бирҙе. Каникулға ағаһының балалары менән Әминәне ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Тора-бара ҡыҙ Әминәгә ылығып яҡынайҙы, әммә әсәй тип әйтмәне, апайҙан һалдырҙы. Ун йәшенә ҡолағын тиштереп, алтын алҡа һатып алып бирҙе. Әкренләп Хәтимәнең үҙенең дә төҫө башы арыуланды. Ит ҡунды. Йәш кеше ней, саҡ ҡына үҙен баҡһа, балҡый ҙа китә бит инде. Үҙенең дә өҫтөн бөтәне. Әсәһенең илле йәшенә матурҙан пальто алып бирҙе. Рәхмәтле ул ата-әсәһенә. Ниндәй хәлдә лә уны яҙмыш еленә ташламайҙар, әле булһа бала итеп ҡарайҙар. Ҡалған ғүмерҙәренә ҡайғы-хәсрәт яҙмаһын. Улар булмаһа ни эшләр инем, тип уфтана ла Хәтимә ирекһеҙҙән, ташлап киткән Йәмиләһен уйлап, йөрәге һыҡрай.
— Уны ла шулай наҙлап, яҙмыштың әсе елдәре бәргеләгәндә ҡосағына алып йыуатыр, ҡурсалар кешеһе булырмы? Эй бала. Уны бит үҙ әсәһе беренсе көндән үк яҙмыш ҡосағына ташлап ҡасты.
Яттар уны ҡурсалармы, яҡлармы, һаҡлармы? Эй аллам, бер үк бәхетле итә күр баламды. Минең хатам менән ғүмере буйы ташландыҡ бала булып йәшәмәһен берүк. Ҡәҙерле, һөйөклө бала ғына булып үҫһен, - тип иңрәй шул әсә йөрәге.
Ипкә-һапҡа килеп килеп йәшәп ятҡанда Хәтимәнең тормошонда өсөнсө кеше пәйҙә булды. Класташ ҡыҙының утыҙ бишлек юбилейына барғанда, класташының иренең дуҫы Фәрит менән танышты. Дөрөҫөрәге таныштырҙылыр. Башта телгә бөткән Фәритте башта бик өнәп тә етмәгәйне Хәтимә.
Фәрит күрше райондыҡы. Тәүге ҡатыны мәрхүм булған. Бер малайы ҡалған. Икенсегә өйләнгән, әммә тора алмаған, айрылышҡандар. Әле малайын үҙе көтә. Фермерлыҡ эше менән шөғөлләнә. Яңы ҡырҡты уҙған ҡарағайҙай ир.
Рауза апайҙың йәш кенә көйө ҡыҙының уңмай, яңғыҙ йәшәүенә эскенәһе ҡайыша ине.
— Әле бит парлап, теттереп донъя көтөрҙәй сағы. Аҙып-туҙып, исемен сығарып та йөрөгәне юҡ. Юҡ шул, уңмағас, уңманы инде, әллә бер аҡыллы ғына бәндә осрамаҫ микән, - тип өмөтләнде.
Фәрит ай тирәһе менән осрашып, күрешеп йөрөгәндән һуң, яңы һатып алған өр-яңы машинаһында Хәтимәне һорарға Ҡурғаштыға килде. Ата-әсә ошоға тиклем ҡыҙҙары һайлаған кешегә ҡаршы килмәне. Был юлы ла шулай булды. Ауыҙын йыраһынан ҡутара күстәнәс тә тейәп килгән Фәрит. Тел тиһәң, шартлап тора. Төҫө-башы бар. Риза булды ата менән әсә.
Унға бар, уңғансы бар тигәндәй, Хәтимәне яҙмыш тағы ир ҡулына тотторҙо. Фәрит Хәтимәнең беренсе ире Риза икәнен, унан тыуған ҡыҙы Әминә барлығын белһә лә, икенсе ире Марат, ташлап киткән ҡыҙы Йәмилә тураһында ла бер ни ҙә белмәне. Рауза апай аңғарт, әйт, кешенән ишетмәһен, үҙеңдән ишетһен тиһә лә, һөйләргә яйын тапманы. Икәү арала асылмаған сер булып һаҡлана килде. Шулай ҙа Хәтимәнең күңелен гел хәүеф һағаланы. Бына–бына Фәрит ҡайтып инер ҙә ошо сер тураһында һүҙ башлар кеүек тойолдо. Әллә күпме уҡталғаны булды ла һуң Хәтимәнең Марат тураһында Фәриткә һөйләргә, юҡ, булманы. Нимәлер тота килде. Юғиһә, ауыҙ асып нисә ынтылды. Әллә Фәриттең яндырайлығы өркөттө. Эйе, ҡапыл ғына ҡыҙып китә торған холҡо бар иренең. Ярай, Хәтимә өнһөҙ. Ҡул күтәреүгә тиклем барып етмәһә лә үҙәккә үтерлек ҡаты һүҙҙәре елеккә үтә. Хәҙер инде, тота килеп, ҡайтып китер йәштән үткән бит. Балаһы бар. Малайы өсөн Фәрит йәнен бирергә әҙер. Икәү араны бәйләп торған - уртаҡ бала Урал. Исмаһам, был балам атайлы, әсәйле булһын тип, йәнтәслим тырышып донъя көтөргә маташа. Инде ҡалайтаһың, ирҙән-иргә йөрөү ҙә һөнәр түгел. Ауырлығын бирһә, Хоҙай тәғәлә сабырлығын да ҡушып бирә икән. Әлдә Хәтимәнең холҡо сарға түгел. Яр һалып, эсендәген тышҡа сәсеп йөрөмәй. Эсендә ут янһа ла, һерелеге менән, өндәшмәй йота белә. Шулай, йәшәйем тиһәң, тормош үҙенән-үҙе күҙленән-күҙһеҙ, ҡолаҡлынан-һаңғырау, телле көйө-телһеҙ итә икән. Хәтимәнең дә, ни булһа ла һыйып, йәшәйем тиеүе. Икенсегә алған ҡатыны ай тормай, мин һиңә ялсы түгел тип, ҡайтып киткән. Кире килмәгән, Фәрит тә артынан барып йонсомаған. Бик ялынып, баш эйә торған ғәҙәте юҡ шул.
Етмәһә, иренең үҙ һүҙле, тотҡан ерҙән һындыра торған ғәҙәте лә бар. Хәтимә лә шунан ҡурҡты. Йә ҡыуыр ҙа, ҡайтарыр. Барып алмаҫ, килһә, индермәй ҡуйыр. Бала менән тағы ҡайҙа бараһың?
Килеп йәшәй башлағас, өлкән улы Ришат менән уртаҡ тел таба алмай ыҙаланы. Хәтимә үҙе лә бит һалҡын. Ришат та яңғыҙ, атаһына ғына өйрәнгән. Кем белә, бәлки, атаһын да ҡыҙғанғандыр. Әсәһенән дә бәләкәй, биш йәшендә генә ҡалған. Хәтимә килгәндә алтынсыла уҡый ине.
Ярай әле, Уралын тапты. Шул бала тыуғас ҡына, Хәтимәгә һүҙ ҡушып, ылығып китте. Атаһы кеүек Ришат һүҙсән түгел. Кәүҙәһе, төҫ–ҡиәфәте хас Фәриттең үҙе инде. Тәүге бисәһе бөтәһен дә эстән бөтөрә торған, аҡыллы бисә ине, тип ишеткеләне Хәтимә. Холҡо әсәһенекелер, артыҡ-боҫтоҡто һөйләп бармай, онотҡанда бер генә һүҙ ҡуша.
Фәрит ҡул аҫтында эшләгән кешеләренә лә ҡаты. Аңлашып, кисереп тормай, уныңса булмай икән, шартлата һуғып ҡыуа ла ҡайтара. Шуға эшселәре йыш алмашына. Хәҙер, ауылдыҡылар бик килмәй. Күрше тирә-яҡтан эҙләп алып ҡуша эшкә. Үҙенең дә әрһеҙлеге бар инде, урынды буш тотмай. Кешеләрен табып ҡына тора.
Хәтимәне килгәс тә ауыл советына бухгалтер итеп эшкә саҡырғайнылар, Фәрит ебәрмәне. Үҙе көн-төн эштә. Ҙур донъяны ҡарау, килеп киткәнде ашатыу, эшселәренә күҙ-ҡолаҡ булыу-Хәтимәнең иңенә төштө. Башта ныҡ ҡыйын булды өйрәнеп китеүе.
Инде хәҙер Турат ауылында Фәрит менән йәшәүенә лә ун йылдан ашты. Шулай булмай, Уралға һигеҙ тулып туғыҙынсы йәш менән китте. Фәрит ауылда берҙән-бер аяғында ныҡлы баҫҡан фермер. Хужалығында биш тиҫтәләп һыйыр малы, өс тиҫтәләп йылҡы малы аҫырай. Бер нисә гектар ерендә иген дә сәсә. Ҡул аҫтындағы эшселәре сезоны менән, йә күбәйә, әҙәйеп киткән сағы ла булғылай.
Ныҡ аҡса ярата Фәрит. Бер тине сыҡһа, йәне сыға. Хәтимәгә лә артығын тоттормай. Алай ҙа ғына быйыл ауыл советында эшләгән ҡатын ҡырға күсеп китте. Кеше тапмай, әйҙә килделәр Хәтимәгә. Бер булдылар эшкә саҡырып. Әсәһе Раузаның хәл белергә тип килгән сағы ине:
— Балаң ҙурайған, инде уҡырға барҙы. Һаман ялсы булып, өйҙә ултырмаҡ булаңмы? Һорап алған һәр тинеңә отчет биреп, аниһә, үҙең эшләгән, үҙеңдеке була. Беҙгә килер булһаң, килергә генә етәрлек бирә аҡсаһын, ҡайтыуыңа һаман мин түләп ҡайтарам. Ҡырҡһаң ҡаны сыҡҡыһыҙ, улай тормош буламы? Ана ,атаң нисә һум пенсия алғанын да белмәй, подписын ҡуя ла, ҡалғаны һиңә, әбей, тей ҙә ҡуя.
Саҡыралар икән, сыҡ эшкә. Өйгә кеше кәрәк икән, алһын хеҙмәтсе, етәр, һаман баш баҫып, һиңә ялсы булып йөрөргә тимәгәндер әле. Белеп алды, һинең һапһыҙ ҡара балта икәнеңде. Ысын, бер яҡҡа йөрөй алмайһың, бәйле эт ҡошап. Беҙҙең райүҙәккә күсеп килгәнгә ни заман? Сәғәт ярымлыҡ юл һиңә. Килеп хәл белеп китергә лә ваҡытың да, аҡсаң да юҡ. Ярай, Әминәң ҙурайҙы. Күберәк ике арала ул йөрөгән була. Ныҡ һөйләш ирең менән, өшәләнеп, күҙең шәмәреп тормаһын.
Тормош бәргеләгән һайын кеше нығынамы икән, артығын һөйләп, инәлеп–ялбарып торманы иренә Хәтимә.
— Эшкә саҡырҙылар, мин эшкә сығам, - тип әйтеүе генә булды, Фәрит яндырайланып ҡыҙып китте:
— Өйҙәге эш етмәйме һиңә? Тамағың асмы? Әллә туйып һикерәһеңме?
— Һинең һәр тинеңә отчет биреп ултырыу туйҙырҙы мине. Үҙем эшләп тапҡым килә аҡса. Һинекенә бит һәр тинеңә отчет бирергә кәрәк. Шулай түгелме ни?
— Әйҙә эшлә улай булғас, көрәп алырһың инде аҡсаны, һанап бөтә алмай йонсорһоң микән?
— Миңә күп кәрәкмәй. Нәфселе, ҡомһоҙ кеше түгел мин. Ваҡ-төйәк тотонорлоҡ биргәндәренә лә ризамын. Үҙемдеке үҙемдеке булыр әле, - тине лә Хәтимә, артыҡ сурытмай, биҙрәһен тотоп, һыйыр һауырға сығып китте.
Иртәгеһенә үк эшкә барҙы. Бына инде йылдан ашыу ауыл советында бухгалтер. Еңел түгел эше. Шулай ҙа зарланмай Хәтимә. Үҙең эшләп тапҡанға ни етә?
Бисәһе эшкә сыҡҡас та бер түгел ике ҡатынды эшкә алды Фәрит. Береһе-һыйыр һауа, икенсеһе-эшселәргә икмәк бешерә. Бик яман, өндәшмәй генә вәғәҙә иткән эш хаҡын түләп тора ҡатындарға.
Һуңғы йылдарҙа үҙе күбеһенсә юлда тейерлек. Уныһын-мыныһын хәстәрләп йыш ҡына оҙон юлға ла сыға. Армиянан ҡайтҡан Ришат хужалыҡта атаһы өйҙә юҡта тулы хоҡуҡлы хужа. Бала сағынан атаһы менән йөрөп эштең асылына төшөп бөткән. Атаһы уны армиянан күҙ ҙә ҡаш тигәндәй көтөп алды. Хужалыҡты алып барғанда ышаныслы терәгең булыу кәрәк. Шунһыҙ булмай. Фәрит хатта Хәтимәгә сисмәгән серен Ришаты менән уртаға һалып һөйләшә. Әле малайы өйләнә ҡалһа тип, бура йүнләп йөрөй. Малайына заманса матур итеп, өй төҙөп бирергә хыяллана. Был арала ғына өйләнергә иҫәбе юҡ та һымаҡ малайҙың, кем белә инде хәҙерге йәштәрҙе. Үткән йыл иномарка алып биреп ҡыуандырҙы. Фәрит малайҙарынан аҡса йәлләмәй. Уралына ла әле быныһын, әле тегенһен алып ҡайта. Бала сағында ниндәй ят уйынсыҡ күрә, шуны тотоп ҡайта торғайны. Таба белә Фәрит. Таба ла белә, ҡаба ла белә. Әммә иҫәпте лә ярата.
Хәтимәне ата-әсәһенә һирәк алып ҡайта машина менән. Һаман уларға барам тип, аҡса ла һорап ултырып булмай бит инде, һөйләндереп.
Шөкөр, эшкә сығып, ҡулына аҡса тотҡаны бирле ата-әсәһенә йышыраҡ йөрөй Хәтимә. Әминә лә медицина колледжын уҡып бөтөп килә. Бик йыш булмаһа ла әсә ҡыҙының янына барып, ҡулына аҡса тоттороп китә. Әсәһе менән атаһы ҡалаға күсеп килгәс, бөтә нәмәне һатып алалар, гел генә уларға ҡарап тороп булмай. Рәйлә апаһының үҙенең өс балаһы. Үлгән ағаһы менән еңгәһенең балаларын да көтөп, ир еткерҙеләр. Малайҙары өйләнеп, Себер тарафтарында йәшәй. Ҡыҙы былтыр Өфө ҡалаһына кейәүгә сыҡты.
Әле Рауза апай менән Хисам ағай икеһе лә пенсияла. Балаларына иҫәнлек-һаулыҡ, ғүмер, тәүфиҡ теләп йәшәп ятҡан көндәре. Хисам ағай күҙгә күренеп олоғайҙы. Рауза апай ҙа йәш саҡтағы етеҙлеген ташламаһа ла, ололар төҫө ингән йөҙөнә. Һуңғы йылдары һыҙлана. Күргәне лә етерлек инде.
Рәйләнең ҡыҙҙары ла, үҙе лә атаһы менән әсәһенең ураған һайын килеп, хәлен белеп торалар. Рәйлә кейәүҙән уңды. Ҡайны-ҡәйнәм тип өҙөлөп тора ире. Рәйләһен дә өрмәгән ергә ултыртмай. Ҡыҙҙары атай тип йығылалар. Рауза әбей ҡыуанып:
— Хоҙайыма, рәхмәт, бер кейәүем бар, мең кейәүгә торошло, һеҙҙән айырмаһын, - тип килгән һайын, арҡаһынан һөйөп яратып ала.
Быйыл көҙ Хәтимәнең ҡыҙы Әминәгә никах уҡыттылар. Әле туйҙары булмаған. Йәй үткәрербеҙ, тип торалар, алла бирһә. Ары-бире, туй була ҡалһа тип, әле Хәтимәнең аҡсаһын ҡыҫып йыйынтаҡлаған сағы. Туйға аҡса һалам тип, битенең һыуын биш түгеп, һоранып ултырмаҫ иренә. Үҙе теләһә ни эшләһен. Отпуск аҡсаһын да Әминәнең туйына булыр тип һалып ҡуйған.
Әле бына йәһәтләп, отчетын биреп бөтөп кәңәшкә әсәһенә барып килергә уйлап йөрөй ине. Бер туҡтауһыҙ тартҡан һул күҙе бушҡа булмаған икән. Тиҙерәк Фәрит ҡайтҡансы әсәләренә саҡырып, адрестарын әйтеп ҡалыр кәрәк. Әлегә белмәгәс ире, белмәй торһон. Кем белә, бәлки был күрешеү, һуңғы күрешеү булыр. Әллә ғәфү итә, әллә юҡ. Ғәфү итмәҫкә лә хаҡы бар, үпкәләй ҙә алмаҫ, үҙе ташлап киткәс. Төрлөһөн уйлап, Йәмиләһен ҡунаҡҡа саҡырырға, Хәтимә ашығып телефон трубкаһын ҡулына алды.
Осрашыу көнө етә барған һайын Хәтимә тулҡынланды. Тағы бер ҡат үткәндәрен байҡаны. Һуңғы осоро ятһа ла, торһа ла шул уйында. Фәрит һиҙмәһен тип тә шикләнде, юҡһа уйға батып, уның әйткәнен дә ишетмәй ҡала. Кисә генә:
— Ҡолаҡҡа ҡаттыңмы әллә, ҡырҡ тапҡыр ҡабатламайынса ишетмәйһең, - тине. Бер-ике тапҡыр төшөндә күреп, һаташып уянды. Әлдә ярай, береһендә Фәрит өйҙә булманы, икенсеһендә, арығандыр, уянмай йоҡлай ине. Әсәһе менән дә эшендә күберәк һөйләште. Өнөндә осрашыуҙы төрлөсә күҙ алдына килтереп ҡаҡшаны. Ҡосаҡларға ынтылыр, Йәмилә кире ҡағыр, тип тә ҡурҡты.
Рауза әбей Хәтимәнең оло ҡыҙы Әминәһен, Рәйләһен, Рәйләнең ҡыҙҙарын да саҡырҙы осрашыуға. Бабайы күрмәгәндә аулаҡлап илаулап та ала. Бигерәк бала йәнле шул. Шул Йәмилә өсөн Хәтимәнән әҙ ҡайғырманы бит. Күңелдә бер төйөр булып ҡалды. Баланың балаһы балдан татлы тигәндәй, кемеһен һөйһә лә иҫенә килә лә төшә шул.
— Берәүе һыйған ергә икенсеһе лә һыйыр ине, әллә ни эшләп кенә ташлап китте бит шул баланы. Белмәнем бит. Хәҙер ҡайҙа, кем ҡулындалыр? Исмаһам, яратып һөйөп кенә үҫтерһендәр балаҡайғынамды, - тип йәшенеп илаған саҡтары ла әҙ булманы. Бабайы алдында бик илап бармай. Хисам ҡарт көйә лә китә илағанын күреп ҡалһа:
— Нимә һаман ҡаңғыраһың, ташлағас, ташлаған инде. Тәҡдире шулай булған. Насар кешегә бала бирмәйҙәр, көткән кешеләре арыуҙыр әле. Шуға алғандар инде. Һин илау менән нимә үҙгәртә алаһың? - тип әбейен борҡота.
Хәтимә, илле алла, ете мулла менән, тигәндәй көскә отчетының осона сыҡты. Осрашыуҙан алдараҡ биреп, бер-ике көн ял алырға уйлаһа ла килеп сыҡманы. Нисә отчет биреп былай булғаны юҡ ине. Уйламаған ерҙә йә цифры яңылыш китә, йә хәрефе. Ҡырылмаһа ҡырҡ төҙәтә барып, осрашыу көнөндә саҡ биреп ҡуйҙы. Ҡайтмаҫтан тура әсәләренә билет алды. Үҙе менән Уралды ла алды. Фәритенә алдан, отчет биргәс, әсәйҙәргә барып хәлдәрен беләм тип, әйтә йөрөгәйне. Бөгөн иртәнсәк эшкә китергә йөрөгән Фәрит ҡабатлап һораны:
— Бөгөн барағыҙмы Ҡурғаштыға? Урал менән барғас, шоферҙы ебәрәйемме әллә?
— Юҡ-юҡ, миңә әле отчет менән инеп сығырға кәрәк. Ураған һайын автобустар үтә улар яғына, берәйһенә һағырбыҙ. Барғас, йоҡламайынса ҡайтмайбыҙ инде. Мин отчеттан һуң ике көн отгул һораным.
— Ярай, сәләм әйтерһегеҙ, иртәнән һуңға мин Магнитҡа сығам, мин китеүгә ҡайтып етегеҙ, - тине лә бойорған тауыш менән, сығып китте.
Әсәләренең өйөнә яҡынайған һайын Хәтимәнең йөрәге күкрәгенә һыйманы. Туланы, ярһыны йөрәк. Бына-бына атылып килеп сығыр һымаҡ. Янында барған Уралы нимә һөйләгәнен дә ишетмәне. Бер нисә ҡабатлағас ҡына яуап биреп йонсотто балаһын. Башта мең төрлө уй. Йә, Хоҙай, ун алты йыл Йәмиләһен бер күрергә, ситтән генә булһа ла ҡарап торорға хыялланған Хәтимә, бөгөн ҡыҙын күрәсәк. Өнөмө, төшөмө? Вокзалға яҡын йәшәгән әсәләренең өйө ифрат алыҫ тойолдо уға. Яҙа баҫып ҡаҡшаны. Килеп етеп подъезд ишеген асырҙан алда тыны ҡыҫылды, көскә икенсе ҡатҡа күтәрелде. Ярай, Уралы етәкләп алған әсәһен. Эй бала, бахыр, бер нәмә аңламай, сутылдығы сығып үҙ хәбәрен һөйләй. Йә атаһына әйтеп ҡуйыр тип, Уралға Йәмилә тураһында бер нәмәлә әйтмәгәйне.
Ишекте асып ингәс тә, өй эсе тулы кешеләр араһынан әсәнең күҙҙәре балаһын эҙләне. Үҙ ҡанын шунда уҡ тапты. Таныш һын, таныш күҙҙәр, таныш йөҙ тиерһең. Маратҡа бер ере менән дә оҡшамаған. Хәтимәнең үҙенең йәш сағы. Өйҙәгеләрҙең мыш-мыш илаған тауыштары ишетелә. Башҡа бер тауыш та юҡ. Ни эшләргә? Яҡын барып ҡосаҡлап алырғамы? Әгәр ул ситкә янтайып ҡосаҡлатмаһа? Һис юғы барып күрешеп, әсәйең мин булам тип әйтергәлер? Тағы, ул минең әсәйем бар, тип әйтһә? Шул ваҡыт тынлыҡты Йәмиләне көтөп үҫтергән ҡунаҡ ҡатын Зәйтүнә боҙҙо:
— Дилә, балам, әсәйең менән күреш. Был һине тапҡан үҙ әсәйең була. Шул саҡ Дилә уңайһыҙланып ҡына, ихлас йылмайҙы ла Хәтимәнең алдына килеп баҫты:
— Һаумыһығыҙ!
— Һаумы, балаҡайым, мине ғәфү ит, балаҡайым, шулай килеп сыҡты. Ғәфү ит, кисер мине, балаҡайым, әгәр кисерә алһаң. Балаҡайым, ғүмерлек хатам, ғазабым бит һин! Берүк ғәфү ит. Мин ғәйепле, мин. Балаҡайым, - тип ҡат-ҡат ҡабатлап, Диләне күкрәгенә ҡыҫты. Юҡ, ҡасманы ла, янтайманы ла ҡыҙ, әсә ҡосағының йылыһын тойорға теләне шикелле. Шымып ҡына тик торҙо әсәһенең ҡосағында. Өйҙәгеләр Хәтимәгә ҡушылып иланы. Хатта Зәйтүнә лә тыйыла алмай күҙ йәшен һөрттө. Эйе, барыһын да иларға мәжбүр итте әсә менән ҡыҙ.
Табын артында Диләнең туғандары менән танышыу дауам итте. Ҡыҙ ныҡ оҡшаған ине әсәһенә лә, Рәйлә инәһенең ҡыҙҙарына ла. Диләне көтөп үҫтергән ата-әсәгә ҙур рәхмәт әйттеләр. Зәйтүнә ҡыҙҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәткән. Күстәнәскә тип, Дилә туғандарына тәмле-тәмле пирогтар бешереп алып килгән. Кис буйына Рауза әбей менән Хисам ҡарттың өйө шатлыҡтан гөрләп торҙо. Ҡыҙҙар үҙ-ара таныштылар, телефон номерҙары алышты. Бигерәк тә өләсәһе Рауза яратты Диләне. Ҡосағына алып һөйҙө лә һөйҙө. Хәтимәнең борсолоуы йөрәген ауырттырҙы. Ураған һайын валидол ҡапты.
Иртән тороуға Дилә буйтым туғандарына өйрәнеп, үҙ кеше булып алған ине инде. Ҡыҙ ике исемлегә әйләнде. Тапҡан әсә яғы уға Йәмилә тип өндәште. Зәйтүнә бер аҙ ҡыҙғанып ҡуйҙы Диләһен. Ни эшләр инде артабан?Кемде һайлар? Моғайын да Зәйтүнәне ситкә типмәҫ. Баҡҡан әсәнең күңеле шулай һиҙә.
Хуш табынына ултырғас, өләсәһе лә, әсәһе лә Диләгә конверт тотторҙо. Көтөп үҫтергән атаһы менән әсәһенә рәхмәт йөҙөнән өләсәһе күлдәк кейҙерҙе.
— Ҡыҙыбыҙҙы матур көткәнегеҙ. Күренеп тора: матур тәрбиә биргәнегеҙ. Аллаһы тәғәләнән ҡайтһын сауаптары. Инде изгелеген күрегеҙ. Беҙҙе таныштырып, ҡыуандырғанығыҙ өсөн бөтәбеҙ ҙә рәхмәтлебеҙ. Һау булайыҡ барыбыҙ ҙа. Артабан аралашып, осрашып торайыҡ.
Хәтимә һөйләй алманы табында. Күҙ йәше ирек бирмәне.
Подъезд алдына Диләне оҙатырға бөтәһе лә сыҡты. Бигерәк тә Хәтимәнең оло ҡыҙы Әминә һеңлеһе янынан китмәне. Дилә барыһын да ҡосаҡлап сыҡты. Тик Хәтимәне ҡосаҡлағанда йәлләнеме, нимә булды, үҙе лә күҙ йәштәрен һөрттө. Өләсәһе, Рауза әбей, машинаға инеп ултырғансы тупылдатып арҡаһынан һөйҙө. Машина ҡуҙғалып, юғалғансы ҡул болғап ҡалдылар.
— Ҡыҙым, туғандарың оҡшанымы? - тип һүҙ башланы юлда Зәйтүнә.
— Эйе. Оҡшанылар.
— Артабан аралашҡың киләме?
— Эйе, апайҙарым, туғандарым менән аралашасаҡмын.
— Дилә ҡыҙым, хәҙер әсәйең икәү булды инде, - тип һүҙ ҡушты атаһы.
— Юҡ, атай, яңылашаһың, минең әсәйем берәү генә. Донъялағы иң матур, иң ҡәҙерле кешем - әсәйем минең янымда ултыра. Мин уны бер кемгә лә алыштырмайым. Әсәйемдең исеме - Зәйтүнә, - тип янында ултырған әсәһен һыға ҡосаҡлап, үпәс итеп алды. Кисәнән бирле ни уйларға белмәгән Зәйтүнә шатлығынан илап ебәрҙе. Диләһен ҡосаҡлап алды.
Белмәй әйтмәгәндәрҙер инде, тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй.