МАҢЛАЙ — кешенең аңлай, фекерләй торған мейеһе уның артына йәшеренгән.
МАСШТАБ — массаларҙың штабы.
МАТАЙ — малайҙар йөрөй торған мотоцикл.
МАТ ҠУРЫУ — һүгенеү һүҙҙәрен әйтмәй генә ауыҙ эсендә бешереү.
МАУГЛИ — баш бүренең (юлбашсының) вазифаһын ҡабул иткән башҡорт малайы.
МЕНТ — һүҙҙең мәғәнәһен тулыһынса аңлатҡан Салауат Әбүзәрҙең шундай шиғыры бар, уҡығыҙ.
МЕНТАЛИТЕТ — осоп йөрөүсе милиционер.
МИЛЛИГРАММ - милләттең йөҙ грамы (Буранбай Исҡужин һүҙлегенән).
МИНДЕК — үҙемде (мине) үҙем сабындыра торған япраҡ бәйләме.
МИҢ — Хоҙай һалған иң.
МИӘКӘ — бәләкәй генә тау, ҡалҡыулыҡ (фин-уғыр).
МОНГОЛ — бурджигин (бөрйән) ырыуынан сыҡҡан Темуджин тарҡау ырыуҙарҙы бер ҡулға, мең ҡулға (меңғул) туплап империя төҙөй.
МОРОН — онланған ауыҙ.
МОТОЦИКЛ — ауылыбыҙ инәйҙәре лөғәтендә — дөрпөлдәк.
МУРТ — тиҙ һыныусы әйберҙең (предметтың) илау тауышы.
МЫЛТЫҠ — төкөргөс, оҙон сыбыртҡы, ҡөнәфиә — Белорет районының Абҙаҡ ауылы лөғәтендә.
МЫРТЫЙ — ҡусты, кесе туған (иран).
МӘҠӘЛ — иң ҡыҫҡа мәҡәлә.
МӘҠӘЛӘ — иң оҙон мәҡәл.
МӘМӘЙ — әмәй биреүсе (мама).
МӘРӘКӘ — Марокко юморы.
МӘСКӘЙ — Мәскәү менән тамырҙаш һүҙ.
МӘШҺҮР — мәшаллаһ, һур кеше.