- Атаһын түгел, баланы йәлләнем. Ул мине көтәлер кеүек булғайны. Сабыйҙы тиҙерәк күргем, ҡосаҡлағым килгәйне, – тип һөйләгән инәйем аҙаҡ. - Зәбирҙе һеҙҙә ҡалдырам. Һауынсы булып эш башлайым. Улымды ҡарар кешем юҡ.
- Кейәүҙең туғандары ни ти һуң? Бала уларҙыҡы бит.
- Юҡ, Зәбир минең – улым, мин – уның әсәһе. Үҫкәс, атаһы нигеҙендә үҙе йәшәр, ивет, улым?
Шулай Зәбир бында тороп ҡалған. Был сос малай тиҙҙән олатай менән өләсәйҙең яратҡан ейәненә әйләнгән. Бер көн иртә менән олатай эшкә китергә ат егә, ә өләсәй тупһала уны оҙата сыҡҡан. Асыҡ ишектә Зәбир күренә. Ул тупһаны бейек ҡойма аша төшкәндәй ах та ух килеп имгәкләп төшкәндә, өләсәйҙең итәгенә йәбешеп тәпәй баҫҡан. Олатай атты тыр ҙа тыр, тип тынысландырып, арҡаһынан һөйөп ҡуйған. Зәбир өләсәйҙең итәгенән ҡулын ысҡындырып, кескәй генә бармағы менән атҡа төртөп күрһәтеп: “ Тур-р, тур-р”, - тип ирендәрен ҡалтыратҡан. Был уның кеше аңлаған тәүге һүҙе һәм тәүге үҙ аллы тәпәй баҫыуы булған. Өләсәй уны күтәреп алып:
- Собханалла, мәшалла, тел асҡысы, алтын тояҡ, камил аҡыл, һаулыҡ бир балама, Хоҙайым, - тип теләктәрен теләп ебәргән. Олатай ҙа:
- Һай, ир-рең, бәрәкалла, берәкалла, тфү-тфү, – тип ҡыуанысын белдәргән. Ул Зәбирҙе күтәреп ат янына алып бара, тәртәгә баҫтыра. Ә малай дуғаға йәбешә, аяғын күтәреп һыбай атланырға маташа. Олатай кеткелдәп көлөп: “Һай, ир-рең! Ыштан кеймәгәнһең бит. Аттың тире әсе була, осаң сейләнер”, – ти. Бына шулай Зәбиргә ат ене ҡағылған. Хәҙер һәр көн иртән, олатай эшкә киткәндә беҙҙе: Зәбирҙе, мине, өләсәйҙе күпергә тиклем ултыртып алып бара ла төшөрөп китә. Шунһыҙ малайҙан тынғы юҡ. Ул ултырғысты ла, ишек тупһаһын да, сыбыҡ-сабыҡты ла ат итеп менеп сапты.
Зәбирҙең әсәһе лә, минең әсәйем дә – һауынсылар. Икеһе лә эш өсөн янып торған уңған ҡатындар. Ярышып эшләнеләр, алдынғылыҡты бирмәнеләр, исемдәре почет таҡтаһында. Премия, ҡиммәтле бүләк - һәр саҡ уларға. Урындары ла йыйылыш, семинар, ярыштарҙа гел алда, президиумда. Ошондай йыйындарҙан һуң әсәйем: “Апайымдың шул күк бишмәте булды инде. Ҡайҙа барһа ла, шуны һөйрәп бара. Бөгөндә яңы күлдәге өҫтөнән бишмәтен кейеп барған. Әллә шуға кендеге йәбешкән инде. Аңламаҫһың”, – тип һөйләнеп ҡуя.
- Зәбир тәпәй баҫып атлап алғайны, өй эсендәге нәмәләргә тынғы бөттө. Йә ултырғысты ҡолата, йә олатайыңдың күҙлеген, түбәтәйен, кәлүшен һөйрәп йөрөтә лә, ҡайҙа етте шунда бәреп китә, - тип Зәбирҙең бәләкәй сағын хәтерләй өләсәйем. Минең энәләремде тартып алыусы ла, йомғағымды сеймәлтеүсе лә ул. Бер көн усаҡты асып көлдө туҙҙырған, үҙе лә ҡойонған, иҙәнде тултырған, сәйгә генә тотонған шишмә һыуына ла һалған, саҡ таҙалап алдым. Олатайың ғына: “Бирҙе Хоҙай беҙгә лә көлтартҡысты”, - тип ҡыуанды. Боронғолар баланы тиккә көлтартҡыс тимәгәндәр шул. Олатай яҙ етә башлаһа, тал көсөкләмәҫ элек йылға буйынан шыйыҡ тал алып ҡайта ла кәрзин, ситәүкә, мурҙа үрә башлай. Зәбир ҙә шунда. Кәрзиндең төбөн яһау менән эсенә төшөп ултыра ла, олатайың кәрзинде өйөрөлтөп үргән һайын көлә-көлә өйөрөлә. Ҡай саҡ шунда йоҡлап китә. Тауыҡтар өсөн үрелгән көмбәҙле ситәүкә эсендә уйнарға ярата. Барыһын да белергә теләгән тиктормаҫ малай, ҙурая килә, олатайҙан күреп, балта-сүкеште ҡулынан төшөрмәне. Зәбир моңло булды. Эш эшләгәндә ауыҙ эсенә ниҙер көйләп, йә матур итеп һыҙғырып йөрөй. Йырлаған йырҙары гел әсәһе тураһында. Биш-алты йәшлек бала шулай моңло йырлар икән. “Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт...” Кисә ошо йырҙы йырлап, ҡойма башында оҙаҡ ҡына ултырҙы. Өләсәй сәйгә лә саҡырып ҡараны. Олатай тайҙы һуғарырға ла ҡушты, тик малай ишетмәне.
- Әсәһен көтә, һағынды бала. Ул моңая башлаһа, әсәһе килеп төшә торған, – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы өләсәй. Әсәһе бер килгәндә Зәбир айырыла алмай ыҙаланы:
- Әсәй, мине лә үҙең менән алып ҡайт. Һинең менән йәшәгем килә. Тыңлап ҡына йөрөрмөн, бөтә эштәреңде лә эшләрмен. Әсәһенең күҙҙәренә йәш эркелде:
- Эй, улым, бәләкәйһең шул әле. Үҙең икмәк телеп ашарлыҡ булһаң, алып ҡайтырмын, йәме. Әлегә мин эштә. Һауынсының эше һары таңдан ҡара кискә тиклем. Өйҙә бер үҙеңде ҡалдыра алмайым.
- Эй, Аллам, ир балаға ла әсәй кәрәк шул, - тип өләсәй уфтанып ҡуйҙы. Күкбишмәт инәй күпме генә тырышып эшләмәһен, эшләгәне үҙенә лә, йортона ла йоҡманы. Уларға килгән һайын өй эсенең ярлылығына иҫ китә. Бер генә яңы нәмә юҡ. Хатта йүнле тәҙрә ҡорғандары ла булманы. Ә беҙҙә һуң: әсәй менән атай эш хаҡы алған һайын йә матур йыһаз, түшәк-ҡаралты. Йә кейем-һалым алып ҡайта.
- Апайғынам, яңғыҙ ҡатын, аҡсаһын нимәгә еткерһен, – тип әсәйем уны йәлләп ала. - Бишмәтенең эслеге туҙған, ҡырҡ ямау һалған. Яңыға алмаштыр тиһәм, әллә ниңә тыңламай. Буш ваҡыты ла юҡтыр.
Эйе, инәйҙең өйөндә яңы нәмә артмаһа ла, бишмәттең эсендәге ямауҙар арта ине. Олатай көрән бейәне егеп, арбаға түшәлгән хуш еҫле йәшел бесән өҫтөнә Зәбир менән мине ултыртып, тай менән ҡолондо эйәртеп, йомшаҡ урман юлынан келтер-келтер алыҫ ауылға Зәбирҙең әсәһенә ҡунаҡҡа алып китте. Беҙ йәшел бесәнгә ятып, юл ситендә үҫкән үләндәрҙе, сәскәләрҙе өҙөп алырға тырышабыҙ. Арба һелкенгән ыңғайға ауыҙҙы асып, «а-а-а» тигән ҡалтырауыҡ ауаздар сығарабыҙ. Тай менән ҡолон артта уйнаҡлап килә. Зәбир ҡапыл уларға: - Тур-р-р, - тип тауыш бирҙе. Икеһе лә ҡолаҡтарын ҡайсылап шып туҡтап тороп ҡалдылар. Олатай уларҙы күпме саҡырһа ла килмәнеләр. Зәбир теш араһынан сыйылдатып ҡына һыҙғырғайны, ярыш аттары кеүек кемуҙарҙан алға ынтылдылар. Олатайҙың ҡашы һикереп күҙе маңлайына менде: “Һай, ир-рең! Ҡай арала өйрәтеп өлгөргән, ә? Тиҙҙән бейетә лә башларһың әле, ә?” Ул Зәбирҙең башынан һыйпап, арҡаһынан туп-туп һөйҙө. Беҙ эңер төшөрөп барып еттек. Ҡапҡа төбөндә ағарып баҫып торған әсәһен күргәс, Зәбир арбанан төшөп: “Әсә-әй, әсә-әй”! – тип урам яңғыратып йүгерҙе. Беҙ барып еткәндә ул әсәһенең ҡосағына сумған. Ҡулдары менән муйынынан, аяҡтары менән биленән ҡосаҡлаған ине. Олатайым «эй, бала» тип уфтанып ҡуйҙы. Әсәһенең тәмле аштарын ашап, сәйен эсеп туйғас, Зәбир түрҙә ятҡан яҫтыҡҡа ҡырын ятты. Ололарҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәне.
- Дә-ә-ә, оҙон юл арытҡан, ял итеп алайыҡ, - тине олатай.
- Зәбир, төш түрҙән, олатайың ял итһен, йә, тиҙ бул, ятма.
- Ятһам, үҙ өйөмдә ятам. Ололар бындай яуап көтмәгәйне. Олатайҙың бөгөн икенсегә ҡашы һикереп, күҙе маңлайына менде: “ Һай, ир-рең, берәү үҙ донъяһына ҡайтҡан икән”. Бергә яңғыраған күмәк көлөүгә тәҙрә быялалары ҡушылды. Өсөнсө көндә ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Зәбир әсәһенән айырыла алмай интекте: “Әсәй, һин иламай ҡал. Мин тағы килермен, йәме”, – тип арбаға менде. Юлда тауыш-тын сығарманы. Тик етер саҡта ғына:
-Олатай, һигеҙ йыл күп буламы? - тип һораны.
- Һеҙҙең кеүек үҫмер балаға, улым, һигеҙ йыл бик күптер, ә беҙҙең кеүек оло кешегә бик әҙ ваҡыт ул, – тине олатай уйланып.
- Әсәйем әйтә: һигеҙ йылдан, ун дүрт йәшең тулғас, ауылға минең янға, үҙ өйөңә йәшәргә ҡайтырһың, - ти. Быйыл һабантуйҙа әсәйем менән инәйемә Талҡаҫ ял йортона путевка бүләк иттеләр. Әсәйем:
- Апайым, исмаһам, ял йортона бишмәтен кейеп бармаһын ине, - тине уфтанып.
- Ҡайынбикәм бишмәтен абышҡаһы кеүек итеп ярата. Шуны еҫкәп ятмаһа күңеле булмай. Бына һин ял йортонда нимә эшләрһең икән, яныңда мин булмам, – тине атайым шаяртып.
- Кит, һармаҡ, – тине әсәйем бышылдап, – балалар алдында...
Ял йортонан ҡайтҡас, ул тәьҫораттарын ҡайта-ҡайта һөйләне.
- Апайымдың бишмәтенең дә хикмәтен белеп ҡайттым бит, - тип һүҙ башлаған әсәйем минең яҡҡа ҡарап. - Бар, ҡыҙым, быҙауҙы кәртәгә бикләп ин әле, – тине. Күк бишмәттең хикмәтле сере минең өсөн сиселмәй ҡалды. Ун ике йәшендә Зәбир тиҫтерҙәренән күреп олатайҙан велосипед йә мотоцикл һорай башланы. Олатай арбаға бәйләп ҡуйған тайға күрһәтте лә:
- Бына һинең мотоциклы, өйрәтелгән, әйҙә, мен дә сап. Беҙҙең заманда менге аты булған малай иң бәхетле кеше ине, – тине.
Быйыл Зәбиргә ун биш йәш тулды. Һигеҙенсе синыфтың һуңғы айын уҡып йөрөйбөҙ. Тиҙҙән һынауҙар башлана. Зәбир әсәһе янына күсеп ҡайтыр көнөн түҙемһеҙлек менән көтә. Һәр һүҙе: “Их, ҡайтһам”, – тип башлана. Ә бына уның менән беренсе синыфтан бер парта артында ултырып уҡыған Зәбирәнең генә уны әллә ҡайҙа ебәргеһе килмәй: “Зәбир, туғыҙ-унды ла бында уҡы, йәме”, – ти.
Зәбир ауылға әсәһе янына ҡайтып китте. Йорт, кәртә-ҡура, урам тынып ҡалды. Ҡайҙа барһам да, бөтә нәмә лә Зәбирҙе хәтерләтә. Ҡулымда Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” тигән китабы. Ҡат-ҡат уҡыйым, уҡыйым да илайым. Зәбир - беҙҙең ғаиләбеҙҙең ҡото, өйөбеҙҙең йәме ине. Беҙ уның менән имгәкләгәндән бергә. Тиңдәшем, яҡлап - һаҡлаусым да ул. Зәбирҙең теле асылыуға өләсәйем: “Гүзәл һиңә апай була, ул һинән өс айға ҙур. Уға апай тип әйт. Апайыңды тыңлап йөрө, йәме”, – тип өйрәтте. “Эйе бит, Гүзәл апай, … эйе бит, Гүзәл апай”, - тип, ҡат-ҡат ҡабатлап һәр эшен, һүҙен, уй-фекерен дөрөҫләтеп йөрөүенән ялҡып китһәм дә, Зәбирҙең барлығын, апай тип өҙөлөп әйтеүен яратам.
Бик өҙҙөрөп шылтыраған телефон тауышына уянып киттем. Төн уртаһында кемгә кәрәк булдым әле.
- Алло... Алло, Гүзәл апай, был мин. Әсәйемдең хәле ауыр, тиҙ килеп етегеҙ.
Беҙ барып еткәндә Күк бишмәт инәй донъялыҡтан үткән ине.
- Әсәйем … китте… - Зәбирҙең ирендәре ҡалтыраны.
- Ҡәйнәм үлде лә ҡуйҙы–ы-ы, - Зәбирә килен һығылып төштө.
Инәйемде ерләгәндә әсәйем булманы. Ул Өфөлә дауаханала ята ине. Тик ҡырҡына ғына ҡайта алды. Әсәйем иртәгеһен: “Зәбир, әсәйеңдең аҡсаларын таптыңмы?” - тип һораны. “Эй, апай, әсәйемдең ниндәй аҡсаһы булһын инде…” - “Ә уның бишмәтен ҡайҙа ҡуйҙығыҙ, әллә хәйер итеп берәйһенә бирҙегеҙме?” – “Бишмәттең эсендәге ямауҙарынан башҡа бишмәт тип әйтерлеге ҡалмағайны инде. Әсәйем үлерҙән бер көн алда барлыҡ иҫке-моҫҡо кейем-һалымын өйөп үртәргә ҡушты, ерҙә минән алама нәмә ҡалмаһын, тине. Бишмәтте лә үртәнек”. – “Эй, Аллам, Зәбир, - әсәйем ниҙер уйлап һүҙһеҙ ҡалды, оҙаҡ тынып ултырғандан һуң, - Әсәйеңдең ғүмер буйы һиңә тип йыйған аҡсалары бар ине. Аҡса бишмәттең эсенә ямалған ямауҙар аҫтында ине. Әсәйең бер кемгә лә, хатта һиңә лә әйтергә ҡушманы шул. Бишмәт менән бергә янды инде улар. Хәйер, совет аҡсалары бишмәттән алда, 91-ҙә үк “янғандар” ине.
Әсәйем тағы тынып ҡалды. Байтаҡ ултырғас, үҙ алдына һөйләгән кеүек һүҙ башланы:
- Хәтерегеҙҙәме икән, беҙ әсәйең менән Талҡаҫта ял иткәйнек. Күңелдәр көр, матур ял иттек. Ғаиләбеҙҙе, эшебеҙҙе һағындыҡ. Ҡайтыр ваҡыт етеп килә. Бөтә кейем-һалымды йыйып-үтекләп сумаҙанға һалдыҡ. Тик апайым ғына көндә кейгән бишмәтен йыуырға ашыҡманы. Күпме әйтһәм дә, инәлһәм дә ҡыбырламаны. Бер аҙ әрләп, оялтып алғас, бишмәтте йыумаҡ булды. Беҙ ҡатындар күлгә һыу инергә киттек. Апайымдың сәйер ҡылығына аптырап таҫтамалымды онотҡанмын. Тиҙ генә кире йүгерҙем. Мин бүлмәгә ингәндә апайым бишмәтен карауатҡа һалып эсендәге ямауҙарын һүтә ине. Ә унда… Ямау һайын аҡса… Уның ғүмер буйы ҡара тирен түгеп тапҡан аҡсаһы… Үҙен хәйерселеккә дусар итеп йыйған аҡсаһы… Мине күргәс, уның күҙе шарҙай булды. “Был… был Зәбирҙең аҡсаһы… Зәбир өсөн йыям. Зинһар бер кемгә лә, хатта Зәбиргә лә әйтмә, йәме”, - тип үтенде. Әсәйемде өнһөҙ тыңлап ултырған Зәбир һикереп торҙо:
- Миңә уның аҡсаһы түгел, үҙе кәрәк ине, апай. Мин үҙемде белгәндән бирле әсәйемде һағынып, зар булып үҫтем. Уны юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәнем. Әсәйем китте… Юҡ… Юғалды…. Аҡса ҡоло…. Зәбир ҡулын һелтәне лә, шәп-шәп атлап тышҡа сығып китте.