Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Апрель 2021, 16:32

"Ҡоҙа" Ғәлиә ХӨСӘЙЕНОВА

– Оһо, әллә хат инде, – тип тартып сығарғайны, аптырауҙан Рәйсә бер аҙға шаңҡып ҡалды.– Кит, булмаҫ. Нимә тип яҙылған?– Хәҙер уҡыйым: “Был донъяла инде бер үкенесем дә ҡалманы. Һине лә күрҙем, бына уны ла. Башҡаса күрешә алмабыҙ инде. Хушығыҙ.”– Кем яҙған?– Белмәйем, исемен ҡуймаған.– Әхмәтша... Үҙе булған икән. Бына ниңә ашҡынған икән. Күңелем нимәлер һиҙенгәйне шул. Эй, Хоҙайым.– Кем тинең, әсәй?– Юҡ, бер кем дә түгел. Әйҙә ҡайтайыҡ, балам. Ауылға инеп тормайыҡ, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ, йәме. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#ҒәлиәХӨСӘЙЕНОВА

Барыһы ла клубҡа концерт ҡарарға киткәс, өйҙә бер үҙем генә тороп ҡалдым. Шулай яңғыҙым ғына бул­ғанда, яйлап тороп өй йыйыштырырға яратам мин. Бәләкәйҙән эшләп үҫ­кәнгәлер инде, иҙән йыуып, саңды һөртөп алыу бер ни түгел. Уның ҡарауы, йыйыштырып сыҡҡас, бүл­мәләр яҡтырып, кәйеф күтәрелеп китә бит ул.
Был юлы ла әсәйемдәрҙең сығып ки­теүе булды, шунда уҡ эшкә лә тотондом. Талғын ғына итеп музыка ҡуйҙым. Ара-тирә үҙем дә йырлап алам. Йырларға яратам. Бәләкәй саҡ­та концерттарҙа ла ҡатнаша тор­ғайным әле. Атайым менән әсәйем дә бик матур йырлай. Моғайын, уларҙан киләлер был һәләт. Атайым гармунда ла уйнай. Баянда уның һымаҡ оҫта уй­наған кешене белмәйем дә. Икәү­ләшеп ғүмер буйы сәхнәнән төш­мәнеләр. Бөгөнгө концертта ла ҡатна­шалар. Шулай күңелле итеп, парлашып йәшәһендәр генә инде, тип теләйем.
Башта мейесте аҡлап алырға булдым. Эй ҡыҙыҡ та инде, нимәгә генә тотонһам да, бала саҡты хәтерләткән берәй нәмәгә тап булам да торам. Ҡасышлы уйнағанда ошо мейес башына менеп, йәшенеп ултырабыҙ. Ана, ишек яңағында һәр беребеҙҙең буй оҙонлоғон күрһәтеп торған уйымдар ҙа шул көйө. Ә беҙ өс ҡыҙ үҫтек. Бер-беребеҙҙе шулай үлсәй инек.
Иҙән йыуа башлағас, ҙур ғына ботаҡ урынын күреп, көлкөм килде. Элек һеңлеләрем шул урынға етһә, сепрәгегеҙҙе эсенә тығып, матурлап һөртөгөҙ, тип яндарынан китмәй, ҡарап эшләттем. Шулай итмәһәң, эсендә бысрағы тора ла ҡала. Тыңлайҙар ине. Бахырҡайҙарымдың асыуы ла килгәндер инде. Эй, бала саҡ йылдары. Әллә ҡайҙарҙа тороп ҡалды. Һағынып иҫләргә генә инде хәҙер.
Эштәрҙе бөтөрөп, бер аҙ хәл алайым әле, тип ултырғайным ғына ҡолағыма һаҡ ҡына ишек шаҡыған тауыш ишетелгәндәй тойолдо. Аптырап киттем. Ауылда улай туҡылдатып тормайҙар. Кем булыр икән? Инде ҡараңғы ла төшә башлаған. Эй, Хоҙайым, ниңә генә әсәйемдәр менән бергә концерт ҡарарға китмәнем икән? Исмаһам, ишекте лә эстән бикләп ҡуй­мағанмын, тип баштан төрлө уй үтте. Уғаса шаҡыу йәнә ҡабатланды.
– Кем бар унда?– тип саҡ һорай алдым.
– Балам, ҡурҡма, мин алама кеше түгел улай. – Күрәһең, тауыштың бер аҙ ҡалтырабыраҡ сыҡҡанын һиҙгән был. – Әлфиә менән Ғәлинур ошонда йәшәйме? Шуны ғына белешергә тигәйнем.
– Ә һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ һуң?
– Туған тейешле кеше. Алыҫтан килдем.
Тауышы мөшкөл генә сыҡҡан һымаҡ. Йәл булып китте. Ары-бире була ҡалһа тип, ҡулыма уҡлау алдым да ишекте барып астым. Ә унда оло ғына йәштәге бабай баҫып тора.
– Әйҙәгеҙ, уҙығыҙ, – тинем. – Һеҙ дөрөҫ килгәнһегеҙ, тик әлегә атайым менән әсәйем өйҙә юҡ. Оҙаҡламай ҡайтып етерҙәр инде.
– Эй, рәхмәт төшкөрө. Балаҡайым, бигерәк йонсоғайным. Әллә күпме тапмай, аҙашып йөрөнөм. Хәҙер ни был яҡтар танырлыҡ та түгел, үҙгәреп бөткән. Попутканан төшөп ҡалдым да ҡайҙа барырға белмәй аптырандым. Элек ни ауыл осонан уҡ сабынлыҡтар башлана ине бит, хәҙер бер ни ҙә ҡалмаған. Әллә нимәләр төҙөп бөткәндәр. Тороп ҡалған бесәнлектәр ҙә сабылмай ята. Халыҡ бик мал-тыуар аҫрап бармай, ахырыһы. Беҙ йәш саҡта ҡуна ятып, алтышар-һигеҙешәр саҡрым йөрөп, эшләй инек. Үҙгәрҙе шул замандар...
Аяғын сискән арала бабай шулай әллә күпме хәбәрен һөйләп өлгөрҙө.
– Ауыл үҙгәргән, мин әйтәм. Матурланған, ҙурайған, тик шуныһы, һеҙгә килеп еткәнсе бер бәләкәй малайҙан башҡа әҙәм заты осраманы. Ҡайҙа булып бөткәндәрҙер? Шул те­левизорҙан, интернет тигән нә­мәләренән айырыла алмайҙарҙыр инде. Телефондарын ҡулдарына бер алһалар, донъяларын оноталар. Ҡасандыр гөрләп торған урамдар эс бошорорлоҡ буп-буш. Яңылышып, күршеләрегеҙгә инеп йөрөгәнмен. Улар өйрәтеп ебәрҙе, – тип, бабай яйлап ҡына баҫып, түргә уҙҙы. Урындыҡҡа ултырып, бер аҙ хәл алды ла, тороп, стеналағы фотоларҙы ҡарай башланы. Күптәрен таный ҙа әле ул, исемдәре менән әйтә хатта. Күҙҙәре лә һәйбәт күрә икән. Таны­мағандарын, кемгәлер оҡшатып, минән һорашты. Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте, бабай менән йәнәш баҫып, фоторәсемдәрҙе бергәләп ҡарарға тотондоҡ.
Бер заман бабайымдың йөҙө кинәт яҡтырып киткәндәй булды. Шунан миңә боролдо ла, хәйләкәр генә йылмайып:
– Ҡыҙым, бынауы матрос формаһындағы кешенең кем икәнен беләһеңме? – тип һорап ҡуйҙы.
– Әлбиттә, ул беҙҙең Әхмәтша бабайыбыҙ.
– Ә хәҙер әйтеп ҡара әле, һинең алдыңда кем баҫып тора тип уйлайһың?
Мин бер фотоға, бер бабайға ҡа­райым. Был икәү араһында нин­дәйҙер оҡшашлыҡ бар кеүек. Ысын­лап та, шул уҡ ҡыйылып торған ҡаш, ғорур ҡараш, бөҙрә сәс, тик улар ағарған һәм һирәкләнгән генә.
– Әллә һеҙме ул?
– Эйе, ҡыҙым, тап үҙе, Әхмәтша бабайың.
– Атайым менән әсәйем үҙегеҙ тураһында бик күп һөйләгәне булды. Ә ниңә ҡайтҡанығыҙ юҡ һуң? Һағынмайһығыҙмы ни?
– Һағынмаған ҡайҙа инде ул. Мин бит һеҙҙән алыҫ түгел, биш-алты саҡрымда ғына ятҡан Балыҡлы ауылында тыуып үҫтем. Хәҙер генә унда бер кемем дә ҡалмаған. Туған булғас, атайыңдар менән йөрөшөп, аралашып йәшәнек. Егерме йыл самаһы элек ҡайтып киткәйнем дә... – Шунан бабай ҡапыл тынып ҡалды. Күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп, уйға батты. Ә мин сәй әҙерләргә аш бүлмәһенә йүнәлдем.
Бына ниндәй икән Әхмәтша бабай. Һикһән алты йәштәмен, ти. Ҡурҡмайынса оҙон юлға сыҡҡан бит әле. Пермдә йәшәйбеҙ, тине, ахырыһы. Кейгән кейеме ҡала кешеһенекенә оҡшаған. Ул тиклем оло йәште биреп тә булмай үҙенә. Йәш ваҡытында бик сибәр булған­лығы күренә. Кәүҙәһе лә төп-төҙ. Арыған булыуына ҡарамаҫтан, аяғында ҡайһылай ныҡ баҫып тора.
– Әллә ҡунаҡ бар инде, – тип һөйләнә-һөйләнә оҙаҡламай атайым менән әсәйем ҡайтып инде.
– Эйе, Әхмәтша бабай килде. Ашарға бешеп кенә сыҡты, әйҙәгеҙ барығыҙ ҙа өҫтәл янына. Бабай ныҡ арыған, асыҡҡандыр ҙа, тиҙерәк табынға саҡырығыҙ инде, – тип әсәйемдең ҡолағына шыбырлап өлгөрҙөм.
Көтөлмәгән ҡунаҡ­ты күреп, улар ҙа аптырап ҡалды. Үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанманылар.
– Ниңә, исмаһам, хәбәр итмәнең, район үҙәгенән ҡаршы алған булыр инек. Үҙебеҙ барып күрмәгәс, шулай инде, – тип бер аҙ аҡланғандай итеп, атайым бабайҙы ҡосаҡлап алды.
– Уй, ағай, нисек килеп еттең? Йонсоп бөттөң инде, – тип әсәйем дә ҡунаҡ менән ике ҡуллап барып күреште.
Табын артында Әхмәтша бабай ниндәй йомош менән йөрөгәнен әйткәс, аптырауҙан барыбыҙ ҙа шаңҡып ҡалдыҡ. Бына һиңә, мә... Туҡһанға етеп килгән бабай йәшлек мөхәббәтен эҙләп килгән.
– Һеҙ аптырамағыҙ, әллә нимә уйлай күрмәгеҙ тағы. Ситтән генә булһа ла күреп китергә тигән уй менән килгәйнем дә, насип булманы. Үткәндәр иҫкә төшөп, тынғы бирмәй, ныҡ һағындыра. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә. Ҡатыным да насар кеше булманы. Йәне йәннәттә булһын. Дүрт бала үҫтерҙек. Тик бына уны барыбер онота алманым. Шул ғына, – бабай кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, дымланған күҙҙәрен һөртөп алды.
– Әллә үлгәнме? – Әсәйем күҙҙәрен ҙур асып, бабайға текәлде.
– Әстәғәфирулла, ауыҙыңдан ел алһын, тәүбә, тиң. Иҫән, Аллаға шөкөр. Ҡыҙы район үҙәгендә йәшәй. Адресын табып, өйҙәренә барҙым. Хәлде аңлатып биргәс, тыңлағыһы ла килмәне. Нимә ҡалған һиңә ҡартайған көнөңдә, тип әрләп сығарҙы. Күпме генә ғүмерем ҡалғандыр. Башҡаса әллә ҡайта алам, әллә юҡ. Исмаһам, кәртешкәһен дә күрһәтмәне. Үҙем дә ғәйепле. Һүҙемде матур ғына итеп, уратыбыраҡ башлар урынға, туп-туралай бәреп әйттем дә ҡуйҙым шул. Йәнәһе лә, миңә Рәйсәне күрергә кәрәк. Фәлән дә фәсмәтән...
Рәйсә... Һин дә ҡартайғанһыңдыр инде. Шулай ҙа сибәрлегеңде юғалтмағанһыңдыр. Матур ғына, ыҡсым ғына бер әбей булып йөрөйһөңдөр. Битеңдәге сирыш­тарың да үҙеңә килешеп кенә торалыр. Бигерәк һылыу инең шул.
* * *
...Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ауылдағы һалдатка ҡатындар менән бергә мәктәптә уҡып йөрөгән Рәйсә лә лесхозға эшкә йөрөй. Атаһы репрессияға эләккәнлектән, уларҙың ғаиләһенә ҡарата мөнәсәбәт икен­серәк булды. Иптәштәренән айырмалы рәүештә, ун биш йәшлек ҡыҙ, ололар менән бергә егелеп, бесәнен дә, утынын да әҙерләне, ҡарағай үҫен­теләре ултыртып, аҙаҡтан уларҙың араһын утарға йөрөнө. Бигерәк тә йыуан-йыуан ағастарҙы ҡул бысҡыһы менән йығып ауҙарыу ауыр ине, бысҡы ҡыҫыла ла ҡуя, уны тартып алғансы арманһыҙ булаһың... Аҙаҡ ул ағастарҙы ботарға һәм берәр метр оҙонлоҡта бысып, әрҙәнә итеп өйөргә лә кәрәк бит әле.
Ярай әле апайҙары һәйбәт, ҡыҙҙы йәлләп, еңелерәк эш табалар. Быны Рәйсә үҙе лә аңлай. Шуға йүгереп йөрөп ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Тал сыбығындай нескә генә булһа ла, ағас ботаҡтарын бер урынға ташып яндыра, әрҙәнә өйөшә. Һыу килтереп, сәй ҡайнатырға ла өлгөрә. Үҙҙәре яҙыша белмәгәс, апайҙары армиялағы ирҙәренә хат яҙҙыра, килгәнен уҡыта. Зирәклеген әйт әле һин уның, күңел кителерлек, ауырыраҡ һүҙҙәр яҙылған урынын уҡымайынса үтеп китергә лә башы етә. Анау Шәкирә апайҙың ире бигерәк ҡаты күңелле. Теләһә нимә яҙып, гел ҡатынының күңелен төшөрә. Имеш, мин ҡайтыуға үҙеңдең дә, балаңдың да эҙе булмаһын. Әйтерһең дә, бала уныҡы түгел, бер Шәкирә апайҙыҡы ғына. Ҡайҙа барһын инде улар?
Ҡайһы ваҡытта Рәйсәгә сигеү сигергә, селтәр бәйләргә лә ҡушалар. Был эштәрҙе лә ҡыҙ рәхәтләнеп үтәй. Төрлө төҫтәге мулинелар менән күҙҙең яуын алырлыҡ итеп сигеп ҡуя. Шуға заказдар яуып ҡына тора.
Үҙенең яратҡан урыны ла бар. Шунда барып ултыра ла, донъяһын онотоп, эшкә тотона. Ана, үрҙәрәк, бәләкәй генә аҡланда, ботаҡтарын тарбаҡландырып, һомғол буйлы йәш ҡарағай үҫә. Иҫ китмәле матур урын, ә йәш тиркенән сыҡҡан хуш еҫтән баштарың әйләнерлек. Рәйсә уның төбөнә яҫы ғына түмәр килтереп ҡуйған да бөтә эшен шунда башҡара. Ғәҙәттә, ҡыҙ кеше ҡайын ағасына һоҡланыусан була, ә бына ул шул ҡарағайға мөкиббән китте. Бер үҙе бер яланда яңғыҙ ғына ултырғанғамы икән, башта ул йәл һымаҡ тойолғайны, аҙаҡ, киреһенсә, ҡарап, һоҡланып туя алманы – ағас бер ниндәй ҙә ел-дауылға бирешмәй үҫеүен дауам итә бит. Ә хәҙер ярата. Ярата, сөнки тап ошо урында ул башҡаларҙыҡын ғына түгел, ә тәүге тапҡыр үҙенә төбәп яҙылған мөхәббәт хатын уҡыны. Хәҙер был ҡупшыҡай ҡыҙҙың иң яҡын серҙәше лә. Бөтә нәмәһен уның менән уртаҡлаша.
Ул көндө лә, ғәҙәттәгесә, эшкә килеп еткәс, ҡыҙ тиҙерәк яратҡан урынына ашыҡты. Иҫәнләшеп, ҡупшыҡайҙы бер аҙ ҡосаҡлап, һөйләшеп торҙо. Инде китәйем генә тигәндә, күҙҙәренә ҡарағайҙың иң аҫҡы ботағы эргәһендә барлыҡҡа килгән бәләкәйерәк ағас ҡыуышлығына ҡыҫтырылған ҡағыҙ киҫәге салынды. Нисек элегерәк күрмәне икән? Ҡасандан бирле тора һуң ул? Оҙаҡ уйлап тормай үрелеп алды ла уҡый башланы. Бәй, уға исемләп яҙылған да баһа. “Рәйсә, һине күптән оҡшатып йөрөйөм...” Уй, берәйһе күреп ҡалмаһа ғына ярар ине. Ҡыҙ хатты тиҙ генә ҡуйынына тыҡты. Йәшерә-йәшерә саҡ уҡып бөттө, йөрәге эсенә һыймай типте. Әхмәтша яҙған бит. Уф, апайҙары һиҙеп ҡалмаһын инде, ояты ни тора. Ә үҙенә шул тиклем рәхәт. Баҫҡан урынында ут сығарған, йор һүҙле, бригадир егеткә күптәр ғашиҡ, ә ул Рәйсәне һайлаған.
Яуап хаты менән бер аҙ көттөрҙө ҡыҙ. Башта нимә яҙырға белмәй аптыраны. Унан ҡыҙ кешегә тыйнаҡлыҡ та хас бит әле, тип егеттең сабырлығын һынаны. Эштә күрешәләр ҙә бит, әммә ауыҙ күтәреп һөйләшеп тороу ҡайҙа инде. Әйтер һүҙеңде хат аша ғына еткереп була. Оҙаҡ яуап булмағас, Әхмәтша әллә нимәләр уйлап бөткәйне. Ағас ҡыуышлығын көн дә килеп ҡарап китә, ә унда бер нәмә лә булмай. Һуңынан инде матур йөкмәткеле, саф күңелдән яҙылған хаттар алышынып ҡына торҙо. Ағас ҡыуышлығы почта йәшниге ролен үтәне.
Хат менән бергә бер көндө һөйгәне иҫ китмәле матур бүләк тә һалғайны. Ҡып-ҡыҙыл ҡашлы көмөш алҡалар. Их, тағып йөрө ине лә, ярамай. Шунда уҡ һиҙеп ҡаласаҡтар. Шуға иң яҡшыһы – уларҙы йәшереп ҡуйыу. Рәйсә шулай итте лә. Ныҡ итеп күргеһе килгәндә ҡарап ала ла, аҙаҡ кире урынына һалып ҡуя.
Һөйгәненең ауыр эштә йөрөгәнен күреү генә Әхмәтшаның йөрәген әрнетте, яйын тура килтереп, беше ботаҡтарҙы ташып өйгән ваҡытта, ярҙам итешергә тырышты. Рәйсәнең бит остарын соҡорайтып, матур итеп йылмайыуын күреү өсөн дә әллә ниҙәр ҡыйратырға риза ул. Их, тиҙерәк өйләнешһәләр, бер көн йөрөтмәҫ ине ошонда.
Рәйсә лә ныҡ өйрәнде егеткә. Эше буйынса ҡайҙалыр оҙағыраҡ тотҡарланһа, йөрәге леп-леп тибергә тотона, ян-яғына ҡаранып көтә, ҡараштары менән уны эҙләй башлай. Алыҫтан күреп ҡалыу менән йөҙөндә йылмайыу сатҡылары барлыҡҡа килә. Сабира, Зәйнәп, Шәкирә апайҙары ла, Әхмәтшаның үҙен күрмәһә лә, Рәйсәгә ҡарап, бригадирҙарының яҡынлашыуын белеп тора. Йәштәрҙең бер-береһен оҡшатыуын күптән һиҙеп йөрөй улар, тик ҡыҙ баланы оялтмаҫ өсөн үҙенә генә был турала әйткәндәре юҡ.
Тамағын туйҙырып, бер аҙ хәл ингәс, бабай теремекләнеп китте. Арҡаһын терәп, яйлабыраҡ ултырҙы.
– Матур йөрөнөк беҙ Рәйсә менән. Өйләнешергә генә өлгөрмәй ҡалдыҡ. Миңә әрме хеҙмәтенә повестка килеп төштө, – тип башланы һүҙен. – Диңгеҙ флотына эләктем. Айырылышыуы бик ҡыйын булды. Үҙемдең эстә ут янһа ла, өс йыл ни, үтә лә китә, тик һин көт кенә, тип һөйгәнемде йыуатҡан булам. Үтмәй торһон, һин көткәндә бик оҙаҡ уҙа икән ул өс йыл ваҡыт.
Севастополгә эләктем. Хәл-әхүәлде белдереп, Рәйсә менән хәбәрләшеп торабыҙ. Тик ни сәбәптәндер бер заман кинәт хаттар килеүҙән туҡтаны ла ҡуйҙы. Ҡайтырға ярты йыл самаһы ғына ҡалғайны. Нимәләр генә булды икән? Көн аралаш яҙып һалам, яуап юҡ. Аҙаҡ, фото менән ебәргән хатым кире килгәс, башҡа яҙырға кәрәкмәгәнлеген аңланым. Һуңынан туғандарым аша һөйгәнемде кейәүгә биреүҙәре тураһында белдем. Атаһы төрмәлә саҡта бергә ултырған дуҫы менән иҫән-имен ҡайтһалар, туғанлашырға вәғәҙә бирешкән була. Элек ни ҡыҙ кешенән ризалығын һорап торманылар. Һөйгәнемдең яҙмышы ла шулай хәл ителә лә ҡуя.
Рәйсә лә шулай ҡайғырҙымы икән? Моғайын, уға ла ҡыйын булғандыр, эйеме? Бер ҙә күрмәгән ете-ят кешегә биреп ебәрһендәр әле. Мине барыбер иҫенә төшөрөп-төшөрөп алғандыр ул.
Бабайым, үҙенең әйткән һүҙҙәрен ҡеүәтләгәнде көткән һымағыраҡ, беҙгә текләп ҡараны. Әсәйем зирәк кеше бит инде, шунда уҡ:
– Бәй, ҡыйын булмаған ҡайҙа. Йән атып торған егетен юғалтһын, яратмаған кешеһенә биреп ебәрһендәр. Ишеү етмәһә, ауылыңдан, туғандарыңдан айырылып сығып кит, – тигәс, ҡарт башын бер яҡҡа ҡыйыш һалып, уйланыбыраҡ торҙо ла, риза булған төҫ менән һүҙен артабан дауам итте.
– Хеҙмәтемде тултырып ҡайтҡас, ауылда йәм тапманым. Әсәйемдәр күпме генә өгөтләмәһен, яндарында тороп ҡала алманым. Шулай ауылдан сығып киттем. Хәтерегеҙҙә булһа, бынан байтаҡ йылдар элек бер ҡайтҡайным, унда ла Рәйсәне күреп булманы. Башҡа районда йәшәгәс, эҙләргә ваҡыт етмәйерәк ҡалды.
– Ә ул Рәйсә апайҙы мин беләмме икән? Бәлки, ҡыҙы менән танышмындыр, – тип бабай һөйләүҙән туҡтаған арала әсәйем һүҙгә ҡушылды. Район үҙәге алыҫ түгел дә инде. Концерттар менән йөрөгәс, беҙҙе лә белмәгән кеше юҡ ул.
– Ҡыҙы дауаханала аш бешереүсе булып эшләй. Флүзә исемле, буғай.
– Бәй, мин бер Флүзәне беләмсе. Аралашып йөрөйбөҙ. Әгәр шул булһа инде. Ашханала ундай исемле башҡа кеше юҡ шикелле.
– Шулаймы? – Бабайҙың йөҙө май ҡояшылай балҡып китте. – Шулдыр, шулдыр, – тип әсәйемдең ҡулдарынан тотоп алды. Әйтерһең бөтә өмөт ошо ҡулдарҙа ғына.
– Ярай, иртәгә барып килермен. Телефоны булһа, бөгөн үк һөйләшер инек тә бит...
Анау тиклем юл үтеп килгән ағаһын әсәйем ныҡ йәлләгәндер инде. Иртәгәһенә иртә менән район үҙәгенә сығып та китте. Ул тотонһа, булдыра торған кеше инде былай.
Төш ауыуға әсәйем ҡайтып та инде. Бер үҙе түгел. Флүзә апай менән. Уны күргәс, Әхмәтша бабайҙың төҫө үҙгәреп китеп, йөҙөн ситкә борҙо. Кисәге һөйләшеүҙәре иҫенә төшкәндер, күрәһең. Үпкәһе ҙур булһа ла, белгертмәҫкә тырышты. Ни тиһәң дә ризалашып килгән бит әле.
Ҡунаҡ ҡатынды кейәүе түргә алып ингәс, Әлфиәнең ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөп ултырған Әхмәтша бабай яҡшы һүҙҙәр ишетергә генә өмөтләнеп, мөлдөрәп һеңлеһенә ҡараны.
– Уратып-суратып торма, тураһын әйт, – тине бабай, сабырһыҙланып.
– Әйтәм, әйтәм, тыныслан. Сәй эсеп кенә алабыҙ ҙа юлға сығабыҙ.
– Нисек?
– Шулай, ҡыҙы менән һөйләштек. Ризалашты. Тик һин бер ниндәй ҙә Әхмәтша түгел, ә Флүзәнең ире яғынан туған тейешле кешеһе. Рәйсә әбейгә ҡоҙа булаһың инде. Ҡоҙағый, тип барып күрешерһең. Бабайы бик көнсөл, уҫал кеше, ти. Тома һуҡыр булһа ла әбейҙең ҡотон алып бөткән.
Ҡапыл ғына әйтелгән яңылыҡтан бабай бер аҙ албырғап ҡалды. Әллә ниндәй туҙға яҙмаған һорауҙарын бирҙе. Нимә һөйләгәнен үҙе лә аңламаны шикелле. Ҡыҙ янына тәүге тапҡыр осрашыуға барырға йыйынған егетме ни?
Машинаға инеп ултырғас та Әхмәтша тыныслана алмай борғаланып бер булды. Тиктомалға уфылдап, тыны ҡыҫылды.
– Барыһы ла шулай тиҙ генә хәл ителеүенә ҡыуанырға кәрәк, ә һин, – тип Әлфиә ағаһын әҙерәк орошоп та алды.
Ғәлинурға ҡыҙыҡ ине. Өлкән йәштә лә кеше шулай үҙен бала-саға һымаҡ тоторға мөмкин икән, тип ауыҙ сите менән генә йылмайып, ҡайнағаһын күҙәтте.
Флүзә иһә тәҙрәнән күҙен алмай, бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә барҙы. Эсенән әллә нимәләр уйлайҙыр ҙа инде. Күңеле был эште бөтөнләй өнәмәй ҙә бит, Әлфиәнең генә һүҙен йыға алманы. Был сәйер бабайҙы һис аңлай алмай ул. Йәш саҡтарында булған – бөткән. Хәҙер нимә тип йөрөмәк кәрәк. Ҡыҙыҡ, әсәһе йәшлек мөхәббәтен иҫләйме икән? Был турала уға бер ваҡытта ла һөйләгәне булманы.
... Бына машина ыҡсым ғына бер йорт янына килеп тә туҡтаны. Ҡапҡанан йәш кенә ир кеше күренде.
– Һәйбәт кенә килеп еттегеҙме, апай? – тип башта Флүзә менән күреште. – Һин шылтыратҡас та әсәйем әҙерләнә башлағайны, күптән көтә инде, – тип әйҙүкләп йортҡа саҡырҙы. Ихласлап башҡалар менән күрешеп сыҡты.
– Килеп тә еттегеҙме ни? – тип шул саҡ ишектән ҡаҡса ғына буйлы әбей килеп сыҡты.
– Йә Хоҙай, Рәйсә ләһә. Әхмәтша үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Үҙгәргән... Ләкин ул танымай буламы һуң?!. Шул һөйкөмлөлөгө. Элеккесә, еңел генә баҫып атлап йөрөүен күр әле һин уның. Ҡарт иҫе китеп ҡарап ҡатты ла ҡалды. Ярай әле, хәл-әхүәл һорашып, танышып, сөкөрлөгө сыҡҡан башҡалар быны абайламаны.
– Күреп китәйем, тип беҙгә лә һуғылған бит әле ҡоҙа. Рәхмәт инде, оло кешегә күп кәрәкме ни, – тип килеп күрешкәс, Әхмәтша бер аҙ ҡаушабыраҡ төштө. Шулай ҙа ҡәҙерле кешеһенең яурынынан ҡосаҡлап, һаҡ ҡына үҙенә тартҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Тегеһе генә бер нәмә аңламай сутырлауын белде.
Уғаса булмай төпкө бүлмәнән:
– Кемдәр маҙаһыҙлап йөрөй унда?– тигән ҡарлыҡҡан тауыш ишетелде.
Рәйсә әбей, шунда уҡ еңел генә баҫып, эскә инеп тә китте. Ашығып бабайына кемдәр килгәнен аңлатты. Өҫтәл артына ултырғас та йорт хужаһы тынғылыҡ бирмәне.
Туҡтауһыҙ “әбей”, тип ҡысҡырып Рәйсәне саҡырған һайын Әхмәтшаның бармаҡтары йоҙроҡҡа төйнәлде. Мөртәт, ҡайһылай әллә кем булып ятҡан була. Йәшерәк ваҡытым түгел, күрмәгәнеңде күрһәтер инем мин һиңә, тип эсенән ярһыны. Ысын мәғәнәһендә төпкө бүлмәләгегә көнләшеп ҡараны. Әҙ генә ваҡытҡа уның урынында булғыһы килде. Һуҡыр булып торорға ла ризалашыр ине...
– Барыһына ла етешеп ултыр әле, ҡоҙа, бөтөнләй ыратмайһың даһа, – тип һый-ниғмәттәрҙе уның яғынараҡ шылдырып ултырҡан ваҡытта әбей ҡапыл туҡтап ҡалды ла һынаулы ҡарашын Әхмәтшаға төбәне. Таныны, ахырыһы, тип Әхмәтшаның тәне буйлап борсолоу ҡатыш ниндәйҙер йылылыҡ үтте.
– Йөҙөгөҙ шул тиклем таныш, әллә ҡайҙа ғына күргән һымаҡмын. Флүзәләрҙең туйында булғанһығыҙҙыр инде, моғайын, тип кеткелдәп көлөп ҡуйҙы.
– Шулайҙыр, – тип кенә ҡуйҙы Әхмәтша, артыҡ тулҡынланыуын белдермәҫ өсөн.
Ҡайтырға йыйынғас, Әхмәтшаның күңеле үҙенән-үҙе тынысланды. Мораҙына иреште бит. Хыялы тормошҡа ашты. Инде үлһә лә үкенесле түгел. Күрҙе Рәйсәһен.
Урамға сыҡҡас, ҡарт ҡаршылағы бейек тау итәгендәге төп-төҙ булып үҫеп ултырған ҡарағайҙарға иғтибар итте. Ағастан таралған тәмле еҫ бында тиклем килеп еткән хатта. Күкрәген тултырып, тәрән итеп тын алды. Ҡасандыр үҙҙәре тәрбиәләп үҫтергән ҡарағайҙар ҙа барҙыр, бәлки, улар араһында...
– Әле генә йәш үҫентеләр ине, ана хәҙер ҡайһылай булып үҫеп киткәндәр, – тип һөйләнеп ҡуйҙы Рәйсә лә, уның уйҙарын ҡеүәтләгәндәй. – Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа эй шул ҡарағай араһын утарға йөрөтә торғайнылар. Оҙон итеп ике-өс рәт алаһың да китеп тик бараһың. Сүп араһынан күренмәй ултырған үҫентеләр артыңдан матур булып, рәт-рәт теҙелеп ҡала. Үҙеңдең эш һөҙөмтәһен күреп ҡыуанған булаһың. Апаруҡ ҡына эш хаҡы ла яҙалар ине әле.
– Эйе, йәш саҡта күп ултырттыҡ инде беҙ уларҙы. Хәҙер ул ағасты ҡырҡырға ғына беләләр. Яңыларын ултыртыу тураһында уйлап та ҡарамайҙар.
– Шулай. Һеҙгә лә эләккән икән...
– Эләкмәгән ҡайҙа тиһең. Барыһын да эшләнек, – тип Әхмәтша «ҡоҙағыйы» менән һаубуллашып, һуңғы тапҡыр һөҙөп кенә бер ҡараны ла машина яғына ыңғайланы.
Рәйсәнең күҙ алдынан шул ваҡыт ниндәйҙер таныш картиналар йүгереп үткәндәй булды. Кемдәрҙер ағас йыға, арыраҡ йәш ҡыҙҙар бесән әйләндерә. Һомғол кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле бәһлеүән егет тә улар араһында. Рәйсәгә ҡарап, матур итеп йылмайып та ала.
Нимә булды һуң әле был? Иҫенә килгәндә, янында бер кем дә юҡ ине. Ә Әхмәтша ултырған машина был ваҡытта күҙҙән юғалып, әллә ҡайҙарҙа елдерә ине.
Балыҡлы ауылы янына етәрәк, бабай машинаны туҡтатырға ҡушты.
– Кесе йомошоңдо ошонда ғына йомошла, бик алыҫ йөрөмә, – тип кейәүе артынан ҡысҡырып ҡалһа ла, айырыуса бер еңеллек менән ул ашығып урман яғына ҡарай юлланды. Машиналағылар абайламай ҙа ҡалды. Ағаслыҡ араһына барып ингәс, артабан ҡайҙа барырға кәрәклеге тураһында әҙерәк уйланып торҙо ла ҡулына ерҙә ятҡан бер ағасты таяҡ итеп таянып, юлын дауам итте. “Хәҙер табам мин һине. Яңлышырға тейеш түгелмен. Бер үҙең генә әллә ҡайҙан күренеп, айырылып тора инең бит, ҡырҡып ауҙармаған булһалар, барыбер табам. Тик хәҙер, минең һымаҡ, һин дә олпатланғанһыңдыр инде, дуҫҡай!”
Урман эсе ҡараңғы, күҙ өйрәнгәнсе ҡыйыныраҡ шул. Бер аҙ торғас, бабай ҡарашын алға ташланы. Бәй, ана лаһа, ҡаршыһында ғына торған бит. Шул, шул үҙе. Уй, ҡайһылай ҙур булып үҫкән.
– Йә, иҫәнме-һаумы, хәлдәрең нисек? Танырлыҡ та түгел бит хәҙер һине. Инде бер нәмәгә лә бирешерлек түгелһең, – тип ҡарағайға барып һыйынды. Бер аҙ хәлһеҙләнгәнен тойоп, ағас төбөндәге бүрәнәгә ултырҙы. Һай, рәхәт шул һинең яныңда, тип ҡуйын кеҫәһенән ручка, ҡағыҙ сығарып, нимәлер яҙырға тотондо.
– Бына ҡайҙа ултыраһың икән, эҙләп, хәл бөттө лә баһа. Ниңә өндәшмәй-нитмәй юҡҡа сыҡтың да ҡуйҙың ул. Нимә эшләп ултыраһың бында? – тип уғаса булмай, бабай янына туғандары килеп етте.
– Хәҙер, балалар ҡуҙғалырбыҙ, атлай тороғоҙ, – тип ағас янына барып нимәлер эшләне лә, уның менән хушлашып, тегеләр артынан эйәрҙе. Башҡаса күрә алмам инде тип, ҡарағай күҙҙән юғалғансы әллә нисә тапҡыр артына боролоп ҡараны Әхмәтша.
... Ҡунаҡтар киткәс, Рәйсә әбейгә әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Бер һүҙ өндәшмәйенсә, әле бер нәмәгә барып тотондо, әле – икенсеһенә. Кейем шкафын барып асып, иң төптә эленеп торған камзулын килтереп сығарҙы. Эске кеҫәһен ҡапшап ҡараны ла риза төҫ менән ултырғыс башына элеп ҡуйҙы.
Иртәгәһен, йоҡоһонан елләнеп килеп торҙо. Тамаҡ ялғап алғас, ипләп кенә һүҙ башлап, төпсөк улы Ильястан үҙен тыуған ауылына алып барып килтереүен үтенде. Уның, ваҡытым юҡ, һуңғараҡ иркенләп барырбыҙ, тигәненә лә ҡараманы. Нимәгәлер һуңлап ҡуйыуҙан ҡурҡҡан һымаҡ, ашыҡтырыуын белде.
Улының ризалашмай сараһы ҡалманы. Балыҡлыға элегерәк күп йөрөттө ул әсәһен. Йыш ҡына, ауылға етәрәк урман янында, туҡталып китерҙәр ине. Әсәһе шундағы бер ағас төбөнә баҫып уйланырға ярата торғайны. Уның ниндәйҙер бер оло серҙе һаҡлағанын һиҙгән дә һымаҡ Ильяс, ләкин бер ваҡытта ла был турала һорарға ҡыйманы. Кәрәк булһа, үҙе һөйләр ине. Ә бына атаһы менән барғанда унда һуғылмайҙар. Хәҙер байтаҡ йылдар был яҡтарға килгәндәре юҡ. Был юлы нисектер әсәһе ҡапыл ғына йыйынды.
Теге урынға еткәс, Ильяс машинаһын туҡтатты. Әсәһе лә әҙер генә ултырған икән. Ергә аяғы тейеү менән, улын ҡултыҡлап, алға йүрмәләне.
Бына улар таныш ҡарағай төбөндә. Әбей ҡытыршы ҡулдары менән ағасты элеккесә һыйпап, яратып алды. Ауыҙ эсенән генә әллә нимәләр шыбырланы. Шунан камзул кеҫәһенә тығылды. Унан бәләкәй генә төйөнсөк сығарып, улына тотторҙо.
– Нимә ул, әсәй?
– Алҡалар, бүләк алҡалар. Көмөштән яһалған. Ғүмерем буйы йәшереп һаҡланым. Хәҙер уның урыны ошонда. Минең әхирәтем уны бер ҡасан да юғалтмаясаҡ. Беҙҙең төҫөбөҙ итеп мәңге һаҡлаясаҡ. Ана, өҫтә ағастың ҡыуышлығын күрәһеңме, шунда һал. Элек аҫта ғына була торғайны. Ағас менән бергә ул да юғары менеп киткән. Минең буй етәрлек түгел хәҙер.
Ильяс бер нәмә аңламаһа ла артыҡ һорау биреүҙе урынһыҙ һанап, әсәһенең ҡушҡанын үтәне. Тик, ҡулы ниндәйҙер ҡағыҙ киҫәгенә тейеп, туҡтап ҡалды.
– Оһо, әллә хат инде, – тип тартып сығарғайны, аптырауҙан Рәйсә бер аҙға шаңҡып ҡалды.
– Кит, булмаҫ. Нимә тип яҙылған?
– Хәҙер уҡыйым: “Был донъяла инде бер үкенесем дә ҡалманы. Һине лә күрҙем, бына уны ла. Башҡаса күрешә алмабыҙ инде. Хушығыҙ.”
– Кем яҙған?
– Белмәйем, исемен ҡуймаған.
– Әхмәтша... Үҙе булған икән. Бына ниңә ашҡынған икән. Күңелем нимәлер һиҙенгәйне шул. Эй, Хоҙайым.
– Кем тинең, әсәй?
– Юҡ, бер кем дә түгел. Әйҙә ҡайтайыҡ, балам. Ауылға инеп тормайыҡ, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ, йәме.
Читайте нас: