Шул үгеҙ ажғырып, ер тырнап беҙгә етеп килгәнен күргәндә һуң ине, ҡасып ҡотолор юл юҡ һымаҡ ине. Ҡайһы арала колясканан баланы йолоп алғаныбыҙҙы, ҡыҙымды етәкләп ар яҡҡа осопмы, йөҙөпме, йүгерепме сыҡҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Һуҡмаҡ буйлап урманға сумдыҡ, аҡты - ҡараны күрмәй елдерәбеҙ генә.
Беребеҙҙең ҡулы талһа, икенсебеҙ баланы алып, ҡыҙымды етәкләп йүгерәбеҙ. Үгеҙҙең ҡалырҙан уйы юҡ! Табышын тойған йыртҡыстың эҫе тыны, өтөп - өтөп ала.
Мин ҡыҙым менән һеңлемде алдан төшөрөп, уларҙы үгеҙҙән ҡапларға тырышып ҡаҡшайым. ”Үгеҙ мине йыға ҡалһа туҡтамағыҙ, һис туҡтамағыҙ, йүгерегеҙ, ҡотолорға тырышығыҙ...”- тип ҡысҡырам уларға.
Юл яҙлыҡтырырға тырышып, йә ҙур юлдан, йә һуҡмаҡҡа төшөп ҡаса торғас, шоссегә килеп сыҡтыҡ. Елдереп килгән беренсе осраған машинаға ҡаршы тороп туҡтатам да, эсендәге кешеләр нимә булһа ла аңлап өлгөргәнсе, һеңлем менән ике баланы, өсәүһен бер ыңғай күтәреп, машина эсенә тығам.
“Что это такое? Вы кто такие? А ну-ка выходите из машины!” - тигән, сәрелдәк, сарға тауышҡа иҫемә киләм.
“Пожалуйста возьмите только детей! Ради БОГА! За нами гонится разьяренный бык! Спаcите детей! Я не сяду, троих возьмите, пожалуйста довезите до деревни!”- тип машина ишеген япҡанда, өҫтөмә ябырылып килгән үгеҙҙе күрҙем! Ҡалғанын иҫләмәйем!
Нимә булһа ла аңларлыҡ хәлгә килгәндә, үҙемде ауыл эргәһендәге
күпер янында, һеңлем менән, балаларҙы ултыртып ебәргән машинаны көтөп торған хәлдә күрҙем! Һуңынан һеңлем һөйләне:*Машина ҡуҙғалып киткәс: эй апайымды үгеҙ имгәтмәһә ярар ине, ой, ой имен генә булһын инде*- тип, башымды борғолап һине эҙләйем. Артта һин күренмәйһең, үкереп илай-илай алға әйләнәм һәм күрәм:
20 метр тирәһе алда һин йүгерәһең апай, юҡ йүгермәйһең, ялп - йолп килеп осаһың ғына! Һине үгеҙ түгел машина ла ҡыуып етерлек түгел ине тип һөйләне һеңлем.
Машинанан балаларҙы сығарып алып, рәхмәт әйткәндә, ирле - ҡатынлы машина хужаларының ҡурҡыуҙанмы, аптырауҙанмы ҙур асылған күҙҙәрен абайланым. Беҙ ауылға инеп киткәндә машина һамман урынынан ҡуҙғалмаған ине...
Ниндәй көс? Ҡайҙан хасил булған? 112 кг. ауырлыҡтағы ҡатынға, машинаны ла ҡыуып үтеп китерлек көс, етеҙлек ҡайҙан килгән? Нимә булды был? “Второе дыхание” асылдымы? - урыҫтар әйтмешләй. Үҙ үҙеңде һаҡлау көсөмө? Шул тиклем йәшәү, ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу теләгеме? Әллә балалар имен ҡотолдо, уларға ҡурҡыныс янамай тигән уй, хис, шул балалар хаҡына, әсәгә үҙен ҡотҡарырға көс, ғәйрәт бирҙеме?! Аллаһы Тәғәлә ниндәй мөғжизәле, серле көс биргән яратҡан бәндәһенә, ҡатын ҡыҙға, бигерәк тә ӘСӘгә! Тағы ниндәй һәләттәр йәшеренеп ята икән кеше тигәнеңдә? Иҫең китерлек!..
Ауыл осондағы иң беренсе өйҙөң ишек алдына тупырҙашып килеп тулдыҡ. Минең хәләлем менән бергә совхозда шофер булып эшләгән Ильгиз ҡәйнеш ауыр, мөһәбәт “Урал” машинаһын йүнәтә ине. Мин йүгереп килгән ыңғайға, сытырман һымаҡ уға йәбештем. “Ильгиз ҡәйнеш, беҙҙе ҡоторған үгеҙ баҫтыра, зинһар ҡотҡар, машинаң менән өйгә тиклем алып барып ташла. Тиҙерәк бул, ана бит үгеҙ үкерә, етеп килә, тиҙерәк,тиҙерәк”...
Көтөлмәгән был хәлдән тәүҙә Ильгиз ҡәйнеш ҡаушап ҡалды.
Ҡобараһы осҡан, һерелдәп, ҡалтырап торған беҙгә, тотлоға, тотлоға хәбәремде һипкән миңә аптырап ҡарап ул ҡыйын ғына итеп көлөмһөрәп тә, йәлләп тә ҡуйҙы шикелле бөтәбеҙҙе лә. Ә шулайҙа ҡәйнеш беҙҙе тынысландырырға тырышып ҡараны. “Еңгәй ул үгеҙ әллә ҡайҙа ҡалған бит инде, һеҙгә ҡурҡыныс янамай ауыл эсендәһегеҙ. Үҙегеҙ ҙә ҡайта алаһығыҙ бит”- ти ул. Анауынсама ҙур машинаһын тоҡандырғыһы ла килмәгәндер инде. Ҡуярҙан ҡуймаған, алып бармаһаң ағайыңа ошаҡлайым тип янаған минең һүҙемде йыға алмай иң ахыры Ильгиз ҡәйнеш беҙҙе тейәп өйөбөҙгә алып барып ҡалдырҙы.
Ҡайтып инеп, үҙебеҙҙе тамам хәүфһеҙлектә тойғас ҡына, беҙ бер килке сыр сыу килеп өй эсебеҙ менән үкереп илап, шунан һуң һыныбыҙ ҡатҡансы, хәлебеҙ бөткәнсе көлөп, унан тағы илап, тамам арып, хәлдән тайып йоҡлап ҡалдыҡ.
Иртәнсәк таң менән көтөү киткәндә теге үгеҙҙең көтөү менән бергә киткәнен ҡарап тороп, шунан ғына Ҡаҫмарт буйына төшөп тырым - тыраҡай сәсрәп ятҡан керҙәребеҙҙе, тастарыбыҙҙы йыйнап баланың коляскаһын алып ҡайттыҡ.
Ни тиклем ныҡ ҡурҡһаҡ та, йәнебеҙ сыға яҙып ҡотобоҙ осһа ла, йәмле Ҡаҫмарт буйында керҙәребеҙҙе йыуырға, рәхәтләнеп ҡара яҙҙан ҡара көҙгә тиклем яратҡан йылғабыҙға һыу инергә йөрөүҙән туҡтаманыҡ беҙ.
Әммә башҡа бер ваҡытта ла ныҡ һуңға ҡалып, мал көтөүҙән ҡайтып һыу буйына төшә башлағансы йөрөмәнек. Был тетрәнеү ғүмерлек һабаҡ булды беҙгә...