Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Апрель 2021, 16:51

"Атайымдың ҡыҙы" Рәмилә Торомтаева

-Әҙерәк кенә көт, йәнем, баламдан ҡотолормон да, тулыһынса һинеке булырмын, - тип Федяһына шашынып ҡабатлар булды төндәрен...Линиза тап Ғариф теләгәнсә ҡыҙ бала тапты. Ҡыҙына боролоп та ҡараманы. Ҡотолоуына сикһеҙ шат ине. Өр-яңы тормош башлана, тип, уйланы.Бала табыу йортонан сығыр алдынан уны баш табип бүлмәһенә индерҙеләр.-Ултырығыҙ, һеңлем. - Үҙенән күпкә өлкән дә түгел ине ул врач. – Мин һеҙҙең ҡарар менән танышмын. – Ҡулындағы ручкаһын өҫтәлдә бейетеп алды. Линизаға күтәрелеп ҡараманы. – Әйтергә кәрәк, ҡыҙығыҙ сибегерәк булып тыуҙы. – Шунда ғына күҙҙәр осрашты, тик быныһында Линиза ҡарашын йәшерҙе, шәл суҡтарын бармағына бер урап, бер ысҡындырып ғәмһеҙ ултырған булды. – Үҙегеҙ тураһында тулыһынса мәғлүмәт ҡалдырығыҙ, һеңлем. Бәлки, кире уйларһығыҙ. Юллағанда еңелерәк булһын өсөн, «әлегә йәшәү шарттарым тап килмәй, ваҡытлыса ҡалдырып торам» тип, ғариза яҙығыҙ. Аңлайһығыҙмы, һеҙҙең кеүек ҡалдырып китеп тә, һуңынан кире уйлап, балаһын ҡайтарып алам тигән ҡатындар байтаҡ ыҙа сигә... «Баш тартам» тип һуңынан да яҙып өлгөрөрһөгөҙ, тием... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#РәмиләТоромтаева

Рәмилә Торомтаева.
Атайымдың ҡыҙы.
Ғариф өшөп уянды. Ниндәй һыуыҡ иртә! Йәнде өтөп алып бара. Ҡалтырата. Юрғанын рәтләңкерәп тартып, башы аша бөркәнеп ятып ҡараны.
Барыбер булманы, өшөүе көсәйҙе генә. Яйһыҙыраҡ ятты микән? Әллә балкон ишеген ябырға онотҡанмы? Ғариф шуны тикшермәк булып урынынан торғайны, башҡа ятманы. Иртәрәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Бөгөн уның ҡыҙы тыуасаҡ! Өлгөрөргә ине, ул донъяға килгәнсе өлгөрөргә ине...
Ир кварталдар араһынан ҡабалан үтте лә, таныш бинаға боролдо. Аҙымдарын йышайтты. Шунда етәрәк ашығып йүгереүгә күсте. Бейек күтәрмә баҫҡыстары буйлап менгәндә бөтөнләй осто, буғай, аяҡтары тупһаларға тейеп тә өлгөрмәне, ауыр семәрле ҡуш ишектәрҙең береһен асып, йылп итеп инеп тә китте.
Поста тотҡарланды. Үткәрмәнеләр.
-Гражданин Ҡасимов, туҡтағыҙ! Үтергә ярамай!
-Мин һорап ҡына сығам, тапманылар микән?
Ғариф пост дежурныйына инәлеп ҡараны. Тегеһе вайымһыҙ күренергә тырышты:
-Тапманылар. Унан һуң, әле береһе лә килмәгән, ете лә юҡ бит әле. – тине.
Ғариф өҙәләнде. Нисек? Үҙе шунда дежур егеттең еңдәренә барып йәбеште.
- Бөгөн минең ҡыҙым тыуырға тейеш, аңлайһыңмы? Бөгөн минең ҡыҙым тыуырға тейеш!
-Ни эшләп аңламай, ти инде, аңлайым, Ғариф Сәлимйәнович.
Ошо һүҙҙәр Ғарифты тынысландырҙымы, ярһыуы әҙерәк баҫылды, тик борсолоуы кәмемәне.
-Эй, ҡустым, аңлаусылар бер һин генәме, ҡыҙымдың ҡайҙа икәнен әйтеүсе юҡ. Ҡыҙым юҡ...
-Ни эшләп юҡ, ти, барҙыр ул.
Поста тороусы Ғарифты йыуатмаҡ өсөн генә әйткәйне, тегеһе күҙҙәрен тултырып уға ҡараны ла ҡалды. Һүҙҙәрҙең дауам ителерен көттө. Бына-бына ҡыҙының ҡайҙа икәнен дә әйтер был, тип, өмөт итте. Дежур егет кенә был ҡарашты күтәрә алманы, тиҙерәк Ғарифтан йөҙөн борҙо. Үкенде. Тәрән ҡайғыла йөрөгән кешене яҙа өмөтләндергәне өсөн үкенде.
Ике ай буйы барған эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Линиза һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Ҡатын заты менән ни булмаҫ, тәбиғи еңмешләнеүе генәлер, үҙе ҡайтып килер әле, тип, башта ентекләп эҙләмәгәйнеләр, аҙаҡ һуңланылар шикелле, эҙҙән яҙҙылар.
Линизаһы юғалған көндә лә, Ғариф ошолай таң атыр-атмаҫ килгәйне. Килгәйне лә оло ғауға ҡуптарғайны. «Табығыҙ минең ҡатынды! Табығыҙ минең баланы!» - тип ҙур етәкселәренә тиклем барып еткәйне. Тик уға ярҙам итә торған урынға, үҙен шик аҫтына алдылар. Күп һорауҙар бирҙеләр. «Ни өсөн йөклө ҡатының сығып китә ул?» - тип ҡат-ҡат төпсөндөләр. “Линиза баланы тапҡыһы килмәй, ул унан ҡотолмаҡ була” тигән хәбәренә бөтөнләй ышанманылар. “Нисек инде ҡатын кеше балаһынан баш тартһын?! Ундай хәлдәр киноларҙа ғына, ә был бит тормош, тормош...” – тинеләр. Ғариф һөйләп тә, аңлатып та тамам йонсоғанда ла ошо һүҙҙәрен һаман ҡабатлағас, ышана башланылар. Линизаны розыскаға бирҙеләр.
Бына ике ай инде, көн һайын эшкә киткәнендә ошонда һуғыла Ғариф. Иртәһе шулай башлана. Милиция хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла тиерлек уны танып бөттө. Тик унан ни фәтеүә.
***
Тапманылар!
Мөғжизәләр булып, балам тыуғанға тиклем тапһам, тигән өмөт бағаналары ишелеп төштө. Бөгөн ҡыҙы тыуасаҡ! Линизаның туң йөрәген ул, ир башы менән, иретә алмағанды, кескәй генә ҡыҙсыҡ иретә алырмы? Алмаҫ. Ташлап китер баланы Линиза, барыбер ташлап китер... Эшкә барманы Ғариф, бара алманы. Фатирына кире ҡайтты. Бөгәрләнеп кенә карауатҡа ятты ла түбәгә текәлде.
-Ниҙәр генә ҡылып ҡалырға?..
***
Шул көндәрҙә Өфөнөң барлыҡ бала табыу йорттары аяҡҡа баҫтырылды. Линизаның ентекле координаталары барыһына ла таратылды. Бөтәһе лә көттөләр уны. Көттөләр.
Ҡатындың баланан баш тартасағын, бер ниндәй ҙә һөйләшеүҙәргә бармаясағын белделәр...
Тыуасаҡ баланы әсәһенән ҡотҡарырға тигән фарман быға тиклем бирелгәне юҡ ине. Шуға ниндәйҙер шом биләне һуңғы ике айҙа бала табыу йорттарын...
Көттөргән ҡатын билдәләнгән ваҡытҡа уларҙың береһендә лә пәйҙә булманы.
Шулай итеп ауыр йөкләмә үтәлмәне, тыуасаҡ баланың яҙмышы билдәһеҙ ҡалды.
***
-Ғариф ағай, сәй эсеп алығыҙ әле...
Күршеһе Ғәлиәнең хәстәрлекле тауышы Ғарифты бөгөнгөгә алып ҡайтты.
Эйе, Линиза юғалғаны бирле күрше-күләне, алмашлап, ингеләй уның янына. Кемеһе бушыраҡ, шул уның эргәһендә булырға тырыша, нисек кенә итһәләр ҙә, яңғыҙын ҡалдырмайҙар. Башта һүҙ күберәк Линиза, тыуасаҡ бәпәй тирәһендә әйләнһә, яйлап хәбәрҙәр көнүҙәк хәлдәр тирәһенә лә ҡайта башланы. Ни тиһәң дә, тормош дауам итә. Ғариф менән йәнәш уның эргәһендә кешеләрҙең дә тормошонда ҙурмы-бәләкәйме хәлдәр булып тора... Линиза юғалғандан һуң күп тә тормай, бына ошо Ғәлиә лә ауыр ҡайғы кисерҙе. Ирен ерләне.
Шунан бына ни әйтерһең был ҡатынға ҡарап? Сибек кенә кәүҙәлә күпме көс. Ғариф шулай уйланып ултырып, үҙенә күҙ ташланы ла оялып ҡуйғандай итте. Ә ул үҙ ҡайғыһынан һаман сыға алмай йонсой...
-Сәсегеҙ бик етеп китте, парикмахерскийға барып килер инегеҙ...
Ғәлиә «Линиза апай ҡайтып-фәлән инһә», тип өҫтәргә уйланы ла, әйтмәне. Ҡайғыны яңыртҡыһы килмәне. Быныһы тороп көҙгөгә баҡты. Һуңғы ваҡытта ҡайсы түгел, тараҡты ла һирәк күргән сәстәре тетелгән бумала һымағыраҡ ине. Шуға ла Ғәлиә менән килеште Ғариф.
-Һүҙҙәрең тоғро, һеңлем.
Ғарифтар менән Ғәлиәләр ҡатнашып йәшәнеләр. Дөрөҫ, Линиза бик үк өнәмәне уларҙы. Әммә Ғариф ҡатынының фекеренә бик иҫе китмәне. Байрамдан байрамға, ресторандан ресторанға ғына йөрөргә яратҡан Линиза өсөн Ғәлиә менән Ильяс түбән ҡатлам кешеләр һаналды. Улар менән бергә йөрөргә түгел, йәнәш торорға оялды. Ғөмүмән, ул кешеләрҙе үҙенсә кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә генә бүлә белде. Хатта үҙенең балаһын да кәрәкмәгәнгә сығарҙы... Уйҙарының гел шулай балаһына алып барып сығарыуы Ғарифты аҡылдан яҙҙырыр сиктәргә еткергән инде. Әле бына тағы шул юҫыҡҡа төшә башлағанын тойған Ғариф үҙен ҡулға алып өлгөрҙө.
-Ильясты, әйтәм, оҙаҡ та ауырыманы.
-Шулай шул, врачтарға күренеп тә бөтә алманы,бахыр. - Ғәлиә тәрән көрһөндө лә Ғарифтың күҙҙәренә ҡараны. – Һин, Ғариф ағай, мине дөрөҫ аңларға тырыш инде, был килә лә етә, тип, мине әрләмә. Өйҙә яңғыҙым ултырырға ҡурҡам, төрлө насар уйҙар килә башҡа...
Ғәлиәнең тауышы ҡалтыраны, күҙҙәренән эре йәштәр тәгәрәп төштө. Ғариф уны нисек йыуатырға ла белмәне. Ильяс дуҫының ҡатынын ихлас йәлләне. Йә инде, йәшәргә лә, йәшәргә ине бынауындай ҡатыны менән уға, юҡ, яҙмағас, яҙмаған инде...
-Улай булғас, йышыраҡ инеп йөрө, һеңлем...
Ғәлиәне һеңлеһе һымағыраҡ күрә ул, бәлки унан да яҡыныраҡтыр. Ғәлиә лә шундайыраҡ ҡарашта. Ҡатнашҡан саҡтарынан «Линиза апай», «Ғариф ағай» тип өйрәнгәс, мөнәсәбәттәре лә туғандарсараҡ шул.
***
Тормошондағы иң ауыр теге ике айҙы үткәргәндән һуң тағы ике йыл ыҙа сикте Ғариф. Линизаны эҙләмәне хәҙер, ҡыҙын эҙләне. Бала табыу йорттары, сабыйҙар йорто, приюттар – береһе лә ҡалманы. Тәүҙә яңы тыуған балалар араһынан эҙләне, шунан бер айлыҡтар, артабан бер йәшлектәр менән ҡыҙыҡһынды, күптән түгел ике йәшлектәргә күсте...
Хатта урамда осраған балаһының йәшенә тап килерҙәй һәр балаға текләп ҡарар булып китте...
Ошоларҙы белгән яҡындары уны бар хәлдәренсә ҡурсаланылар. Һаман яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырыштылар. Әсәһе уның эргәһенә ауылдан бөтөнләйгә күсенеп килеп тә ҡараны. Ғәлиә лә ташламаны.
Бер көн иртәнсәк, эшкә йыйынғанында, әсәһе ипләп кенә һүҙ башлап ҡараны:
-Улым, әллә өйләнеп ҡарайһыңмы?
Ғариф өндәшмәне. Үҙе лә ошондай тормошонан арый башлағайны. Әсәһе эргәһендә өҙәләнеп тора ла бит, барыбер ниҙер етмәй уға, күңелендә барлыҡҡа килгән бушлыҡ ҙурайғандан-ҙурая... Һаман да бер нәмә лә эшләмәһәң, шул бушлыҡҡа үҙеңә осорға ла күп ҡалмай шикелле.
-Кемде алырмын икән, әсәй?
-Ғәлиә ҡыҙымды күҙләп ҡараманыңмы?
-?! - Ғарифҡа ҡапыл әллә нисек булып китте. Нисек инде дуҫтың ҡатынын алмаҡ кәрәк? Һеңлеһе һымаҡ та күрә, етмәһә, - Килешмәҫ ул, әсәй. Ғәлиәне мин һеңлем һымаҡ күрәм.
-Атаҡ, һеңлең һымаҡ күргәс, яҡшыраҡ та була түгелме? Тимәк, тормошҡа ҡараштарығыҙ тап килә.
«Линиза килендеке менән тап килмәне лә инде» , тип, әйтергә уйланы ла, тыйылды.
Шул һөйләшеүҙән һуң күп тә тормай Ғариф менән Ғәлиә бергә йәшәй башланылар. Бәхетле генә барҙы тормоштары. Тик Ғариф теге ғәҙәтен ташлай алманы. Күңеле менән һаман эҙләй ине әле ул ҡыҙын...
***

-Ғәлиә менән беҙҙең бала булһа, мин ҡыҙымды эҙләүҙән, бәлки, туҡтар инем, - тине Ғариф врачҡа, - ярҙам итмәҫһегеҙме?
Бында килгәнендә ул Ғәлиәһенең бер ҡасан да балаһы булмаясағын белә ине инде. Күп тикшеренеүҙәрҙән һуң шул асыҡланғас, Ғәлиә үҙе ебәргәйне Ғарифты ошо оло ағай менән кәңәшкә.
-Ә һеҙ нисек теләйһегеҙ, баланы уллыҡҡа алғанығыҙҙы кем дә булһа белмәҫкә тейешме? Әллә уныһы мөһим түгелме?
-Миңә мөһим түгел дә ул, бына ҡатынға...
-Аңлайым, ҡатын кеше өсөн иң ауырылыр ул...
Шул һөйләшеүҙән һуң Ғарифтар Силәбегә күсеп килделәр. Оҙаҡҡа түгел, бер-ике йылға. Алдан күҙаллауҙары буйынса, бында кеше менән бик аралашмай йәшәгәндән һуң, берәй баланы уллыҡҡа алып, киренән ҡайтырға ине иҫәптәре.
Килгәндең икенсе көнөндә үк Ғәлиә менән балалар йорттары буйлап йөрөп сығырға булдылар.
Улар килгән тәүге йортҡа нисектер тиҙ индерҙеләр. Мөдире үҙе үк ҡаршы сығып:
-Мин Хөсниямал Таңғатаровна булам, - таныштырҙы ла үҙенең бүлмәһенә эйәртеп алып китте.
Шунда, бер төркөм балаларҙы йырып үтеп барғанда, Ғариф бер ҡыҙ баланы шәйләне. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уның ҡыҙы! Ҡапыл туҡтаған Ғариф, элекке ғәҙәтем һаман мине ҡыуалыр, тип, ҡарашын ҡыҙ баланан икенселәргә күсерергә тырышты. Тик булдыра алманы. Баланың нимәһелер ныҡ тарта ине Ғарифты, ул туҡтап ҡалды. Бала ла уның ҡарашын аңғарып күтәрелеп ҡараны. Мөлдөрәп кенә торған күҙҙәрен төбәп ҡараған һарыҡай ғына ҡыҙсыҡ Ғарифҡа нисектер ныҡ яҡын күренде. Тап уның хыялындағыса. Үҙе шунда:
-Бына бит минең ҡыҙым! – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Шул тауышҡа ялт боролоп ҡараған Ғәлиә менән Хөсниямал Таңғатаровна ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, Ғариф теге баланы күтәреп тә алғайны. Ғәлиә күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә бер иренә, бер мөдиргә ҡарап ни эшләргә белмәй тик торҙо.
Хөсниямал, хәлде яйларға ашыҡты:
-Бик сибек бала ул, Ғариф Сәлимйәновч, бер йүнһеҙ ҡатындыҡы...
-Мин тап уны эҙләй инем. Мин яңылыша алмайым. Ниндәй документтар алып килергә икәнен әйтегеҙ ҙә, - тип өҙә һуҡты.
-Ихтыярығыҙҙа, - тине ҡәнәғәтһеҙ генә хушбуй борҡоп торған ҡупшы мөдир, үҙе шунда Ғәлиәгә һораулы текәлде.Тегеһе яурындарын ғына һикертә алды.
***
Ҡыҙының документтарын йүнләгән ваҡытта Ғариф бер генә шарт ҡуйҙы: “Баланың ата-әсәһе тураһында беҙгә бер нәмә лә һөйләмәгеҙ. Беҙ уны, ысынлап та, үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙ, тип, ҡабул итергә тейешбеҙ...” Ғариф менән Ғәлиә шулай килешкәйнеләр. Уларҙың юлына сығарған был баланы Хоҙайҙың үҙенән, тип, ҡабул итергә булдылар.
Үтенес тәбиғи булғас, ҡаршы килмәнеләр. Рәсмилектең башҡа талаптары ике яҡлап та еңел башҡарылды. Хатта баланың әсәһенең «баламдан баш тартам» тигән яҙма ризалығы ла булдырылды.
Шулай итеп Ғариф менән Ғәлиә ҡыҙлы булдылар. Донъяларына ҡот ҡунды, бәхет килде, нур яуҙы.
***
Үкереп илап ҡайтты Зарифа урамдан. Ғарифтың тәүҙә ҡото осто. «бер-бер хәл булмағайы» тигән уй башынан йүгергәндә, ҡыҙын баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп өлгөрҙө. Башы – тәне имен күренә былай...
-Нимә булды, ҡыҙыма?
Атаһын күргәс, нығыраҡ ярһыны ла китте тегенеһе. Туҡтай ҙа алмай. Ғариф уны ҡосағына алды. Танау тирәләрен һөртөштөрҙө. Әҙерәк тынысланғас, «ҡайғыһы» менән бүлеште ҡыҙы.
-Ҡомда һүрәтем килеп сыҡмай...
-?!
Яңыраҡ ҡына уларҙың балалар майҙансығына килтерелгән таҙа ҡомда ошо тирәләге балаларҙың төрлө уйындар уйлап сығарып уйнауҙары менән таныш булған Ғариф аңланы уны.
-Эй, балаҡай ғынам, минеке лә килеп сыҡмай ул. Зато беҙҙең йыр килеп сыға. Бына тыңла әле.
Әсәй менән гөл ултырттыҡ,
Гөлдәр хуш еҫ тарата.
Гөлдәр хуш еҫ тарата,
Әсәй мине ярата.
Тымды ҡыҙы. Хатта ҡушылып йырланы ла. Һулҡылдай-һулҡылдай:
-Әсәй ҙә ярата мине, атай ҙа , - тип һөйләнде.
Зарифа шулай буй еткергәнсе үҙен Ғариф менән Ғәлиәнең ҡыҙы тип үҫте. Хәл асыҡланғанда, ул егерме бишкә ҡарағайны. Өҙлөкһөҙ ауырый башлағас, Ғәлиә үҙе Зарифаға асыла ҡуйҙы:
-Кешенән ишеткәнсе, үҙемдән ишет, балам. Үлеп-маҙар китһәм, Ғарифты ташлама... Һин, бәлки, унһыҙ ҙа йәшәй алырһың, тик ул һинһеҙ йәшәй алмаҫ шул... Һине тапҡансы аҡылдан яҙыр сиктәргә еткән яҡын кешеңде йәллә, балам, тигәйне...
Шул һөйләшеүҙән һуң Зарифа менән әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Быға тиклем бер ҡайғыһы ла ла булмаған бәхетле ҡыҙҙың күңелендә: «Ә бит юлдарында мин осрамаһам, атайым, эҙләп-эҙләп, бәлки үҙенең ҡыҙын табыр ине», тигән уй бөрөләнде. Шулай уйлаһа, үҙен нисектер бур һымаҡ хис итә башланы. Кеше бәхетен урлаған бур һымаҡ...
Шуға ла, бәлки, үҙенең ҡыҙын табып бирһәм, шул тойғонан ҡотолмаҫмынмы, тип, атаһының ҡыҙын эҙләй башлағайны. Хәҙергә хатта Йәғәфәренә әйткәне юҡ...
***
-Фамилияғыҙ?
-Ҡасимова.
-Исемегеҙ нисек?
-Зарифа.
-Атайығыҙҙың исеме?
-Ғариф.
-Тыуған йылығыҙ?
-1963.
-Кемде эҙләйһегеҙ?
-Саттарова Линиза Әбүбәкер ҡыҙын.
-Ул һеҙгә кем?
-Бер кем дә түгел, атайымдың ҡатыны.
-Ниңә эҙләйһегеҙ?
- Бынан ҡырҡ йылдар самаһы элек тыуырға тейеш булған балаһы тураһында һорашырға.
Зарифаның алдында анкета тултырып ултырған ҡатын, күҙлектәре өҫтөнән уға текәлде лә, ғәжәпләнеүен белдермәй ҡалманы:
-Сәйер бит хәлдәрегеҙ, атайығыҙҙың ҡатыны һеҙгә әсәй түгел, ә унан тыуырға тейешле бала һеҙҙең менән йәштәш булырға тейеш... Аңлап етмәйем.
Зарифа уның һүҙҙәренә иғтибар итмәгән булды.
-Эҙләрһегеҙме? – тип кенә һораны.
Тегенеһе баш ҡаҡты. Артабанғы яуаптарға анкета тултырыусы шәхси фекерен белдермәне. Үҙен ҡорораҡ тотҡан Зарифанан әҙерәк шөрләңкерәне буғай.
Бында эшен тамамлағас, Зарифа ҡабаланмай ғына сығып китте. Оҙон коридор буйлап атлаған ыңғайы кеҫә телефонынан бер-нисә шылтыратыу яһаны. Бөтәһенә лә бер үк һорауҙы бирҙе:
-Тапманығыҙмы?
Теге яҡтан, үҙ-ара килешкәндәй, бер һүҙҙе ҡабатланылар:
-Юҡ, тапманыҡ, Зарифа Ғарифовна!
Туҡталышта уға оҙаҡ торорға тура килмәне. Трамвай йыбанып ҡына ишектәрен асты ла тиҫтәләрсә кешеләр менән бергә уны ла йотто. Һәм бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә бәүелә-һығыла, даһырлай-доһорлай үҙ юлын дауам итте.
Йәштәр тороп Зарифаға урын бирҙеләр. Арыған ине, ултырҙы. Ул да кешеләр урын бирерлек йәшкә етеп бара микән ни? Шулайҙыр, быйыл ҡырҡ икеһен тултыра бит инде... Йылмайҙы..Телефон таң менән зыңғырланы. Зарифа күҙҙәрен асмайынса алды трубканы.
-Да!
-Таптыҡ, Зарифа Ғарифовна! - Күҙҙәр ҙур асылды. Тынлыҡ урынлашты. Теге яҡтан хәбәрҙең нисек ҡабул ителерен көттөләр, ваҡыт бирҙеләр, бер-нисә секундҡалыр. Шунан ҡабаланып һөйләп алып киттеләр.
– Башҡортостандан теге ваҡытта уҡ сығып киткән булған, шуға ла тапмаған атайығыҙ. Силәбе өлкәһенең С. ауылында һин дә мин йәшәп ятырға тейеш. Һәр хәлдә һуңғы мәғлүмәттәр буйынса шулай.
-Рәхмәт, ҡыҙҙар, егеттәр! Ришатҡа әйтегеҙ, маршрутты яҡшылап өйрәнһен дә миңә килһен. Бер сәғәттән ҡуҙғалырбыҙ.
-Зарифа Ғарифовна, бөгөн үкме?
- Бөгөн үк.
- Атайығыҙҙы ла алаһығыҙмы?
-Юҡ.
Тәүҙә үҙенә барып күрергә кәрәк әле. Унда нимә көткәнен бер Хоҙай белә. Ҡарт кешенең йөрәге күтәрә алмаҫтай хәлдәр булмағайы...
***

-Һеҙ Линиза апай булаһығыҙмы?
Ҡартайған, әммә ҡасандыр матур булғанын күрһәтеп тороусы йөҙ һыҙаттарын ташламаған ҡатын, танырға теләгәндәй, текләп ҡараны. Зарифа һорауын ҡабатлағас та, яуап бирергә ашыҡманы, энә күҙәүенән үткәргәндәй, уны баштан-аяҡ байҡай бирҙе. Зарифаға хатта әллә нисек булып китте. Күрәйем, тип, килгәйне, үҙен күрһәтергә килгән һымаҡ булып килеп сыҡты түгелме? Тәненме, йәненме ниҙер аңлайышһыҙ һыҙлатып һыҙып үтте. Эсенән ошо ҡатынды йәлләнеме, әллә күралманымы? Аңламаны.
-Мин, - сәйерһенеп, һаман уға текләгән был ҡатын Зарифаның йөҙөнән, күҙҙәренән ниҙер эҙләгәндәй ҡатып тора бирҙе лә тағы, - мин, - тине.
-Бынан ҡырҡ йылдар элек һеҙҙең ҡыҙығыҙ тыуырға тейеш ине...- Зарифа «балағыҙ» тип һорарға кәрәк, мотлаҡ ҡыҙ булырға тейеш, тигән ышаныста булған атаһы хаталаныуы ла ихтимал , тип, уйлап килгәйне. Тик һорау тап атаһы теләгәнсә килеп сыҡты. Хәйер, был һорауҙы атаһы үҙе бирһә, Линизанан тап шулай, ә бәлки ҡатыраҡ та һорар ине... – Шул мине ҡыҙыҡһындыра...
-Ҡыҙым... – Линиза нисектер ҡаушап ҡалды. Был һүҙ үҙенең ҡыҙына төбәп әйтелдеме, әллә уның үҙенәме, Зарифа аңламаны.
-Әйҙә, өйгә инәйек, ни эшләп торабыҙ? Сәй ҡуйырмын. Йыраҡтан киләһеңдер бит...
-Өфөнән.
-Өфөнән?- Линиза тертләне.
Улар өйгә ыңғайланылар. Өй тигәненең дә өй тиерлеге ҡалмаған. Иҫке генә. Мал һарайынан саҡ ҡына яҡшыраҡтыр... Ергә һеңеп барғандай, ныҡ сүккән. Ҡыйығы бер-нисә урындан яңыртып ямалған. Мөрйәһен, ҡолап китмәһен өсөндөр, тимерсыбыҡ менән ике яҡҡа тарттырып бәйләп ҡуйғандар. Ишектән эйелеп үтергә кәрәк. Өйгә ингәс тә баш түбәгә тейә яҙа, тәпәш. Тәҙрәләрҙән тоноҡ ҡына нур төшә, бәләкәй. Өйҙө уртаға бүлеп, шаршау ҡоролған. Әллә ҡасандан ағартылмаған йонсоу мейес өҫтөндә быйма ята. Йәй уртаһына тиклем ятҡас, бик кәрәктер. Өй арлы-бирле генә йыйыштырылған.
Линиза өтәләнеп сәй йүнәтте. Ултыртҡан табынының йәме лә, тәме лә булманы.
-Ҡыҙым булғайны шул, - тине Линиза бер аҙҙан. – Үҙең күрәһең бит, нисек йәшәйем, тыуғас, ҡалдырып китергә тура килде... Йәшәү шарттарым тап килмәгәс...
Үҙен йәлләһен тинеме, меҫкен генә ҡараш ташланы. Зарифа был ҡарашты күтәрә алмай, башын ситкә борҙо. Шул саҡ мейес артында теҙелешеп киткән эреле-ваҡлы тиҫтәләгән буш шешәлдәрҙе аңғарҙы. Бына нисегерәк икән! Күрмәмешкә һалышты. Тиҙерәк һорашырға ла, тиҙерәк китергә бынан, тип уйланы.
-Ҡасан таптығыҙ? Ниндәй бала табыу йортонда?
-Өлкәнең 3-сө һанлы бала табыу йортонда.
Зарифа сыға башланы. Линиза ҡунағын былай ғына ебәргеһе килмәй ине булһа кәрәк, инәлгәндәй артынан эйәрҙе.
-Ҡыҙым, исемеңде белмәйем. Һин кем булдың ул? Нимәгә минең ҡыҙым тураһында һорашаһың? Мин, ни, йәшәү шарттарымды яҡшыртырмын да, алып ҡайтырмын, тигәйнем. Күрәһең бит, нисек йәшәйем...
Алдан барған Зарифа уға ҡапыл боролдо, күҙҙәрендә уттар уйнатты.
-Ә һеҙ ҡыҙығыҙ һаман һеҙҙе көтөп ултыра, тип, уйлайһығыҙмы? Уға хәҙер ҡырҡ ике йәш! Аңлайһығыҙмы һеҙ шуны? Ҡырҡ ике йәш!.. Алдайһығыҙ, һеҙгә бала бер ваҡытта ла кәрәкмәгән!
Был һүҙҙәр Линизаны артҡа сигенергә мәжбүр итте. Шаңҡытты.
Зарифа машинаға ултырғанда ла, машина ҡуҙғалып киткәндә лә шулай торҙо ул. Оҙаҡ торҙо.
***
-Һеҙ законһыҙ рәүештә аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнәһегеҙ!
Линиза был һүҙҙәргә тәүҙә ныҡ аптыраны. Ни ҙә булһа төшөнөргә өлгөргәнсе, уны ҡулға алдылар. Туҡтауһыҙ һорау алыуҙар, камералағы йүнһеҙ ҡатындарҙың алмашлап мыҫҡыллауы уны аҡылдан яҙыр сиктәргә еткерҙе... Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сәс-башын йыйып ала алмаған, йөҙө таушалған йәмһеҙ ҡатынға әүерелде Линиза.
Ә бит бөтәһе лә ул теләгәнсә генә бара ине. Ҙур йорт, өй тулы хеҙмәтселәр, таңға тиклем дауам иткән кәйеф-сафалар һәм шуларҙың бөтәһен дә булдыра алған Федяһы...
-Линиза, бәғерем, беҙҙең үҙебеҙҙең бала буласаҡ! Нимәгә ул һиңә бер инженер балаһы? Һин миллионер балаһының әсәһе булырға тейешһең! Үҙең миллионерша булырға тейешһең!..
Ошо һүҙҙәрҙе ҡолағына эҫе тындары менән өтөп әйткән Федя уны хыялдың әллә нисәнсе ҡатттарына алып менеп киткәйне. Ул ваҡытта ҡарынында әле яңыраҡ ҡына яралған балаға Линиза үҙе лә эҫенеп өлгөрмәгәйне. Шуға ла ҡайтып Ғарифын күндереп, баланан ҡотолорға ниәтләп ҡуйғайны. Уның ошолай донъяның бар ләззәтен татығыһы килә, ә тыуасаҡ бала уның аяҡтарын тышаясаҡ, ҙур донъяға ишектәрҙе ябасаҡ.
Ғарифты күндерә алырына ышанғайны Линиза, тик яңылышты. Уның балаға уҙғанының тәүге көнөнән үк «ҡыҙым буласаҡ» тип хыялланған Ғариф Линизаның теләген башта ысынға алманы. Ҡатыны шаярталыр тип уйланы. Уныһы һаман да үҙенекен тыҡығас, үҙенә иғтибар талап итәлер, тип, һығымта яһаны. Матур тормош яратҡан ҡатынын бер-бер артлы ике санаторийҙа ял иттерҙе Ул арала Линиза үҙе лә әйләнә-тирәләгеләр аңғарырлыҡ хәлгә етеште. Шулай итеп, уның бәпәй көткәнен барыһы ла белде, тик Федя менән осрашып йөрөгәнен генә берәү ҙә һиҙмәне...
Ә Ғариф башҡаһында Линизанан отолһа ла, ваҡыт яғынан ул, киреһенсә, ҡатынын ота алды. Аборт яһатыу ваҡыт үткәреп ебәрҙеләр...
Сираттағы осрашҡандарында Федяның тәҡдиме Линизаны теге саҡтағы хәтәр аҙымға этәрҙе...
-Һин Ғарифыңа әйтмәй генә Силәбегә кил, мин һине шунда көтөрмөн.
Йәне теләгәс, килде ҡатын. Һуңғы айҙарҙа шаҡтай ауырайып, саҡ –саҡ йөрөһә лә килде.
-Әҙерәк кенә көт, йәнем, баламдан ҡотолормон да, тулыһынса һинеке булырмын, - тип Федяһына шашынып ҡабатлар булды төндәрен...
Линиза тап Ғариф теләгәнсә ҡыҙ бала тапты. Ҡыҙына боролоп та ҡараманы. Ҡотолоуына сикһеҙ шат ине. Өр-яңы тормош башлана, тип, уйланы.
Бала табыу йортонан сығыр алдынан уны баш табип бүлмәһенә индерҙеләр.
-Ултырығыҙ, һеңлем. - Үҙенән күпкә өлкән дә түгел ине ул врач. – Мин һеҙҙең ҡарар менән танышмын. – Ҡулындағы ручкаһын өҫтәлдә бейетеп алды. Линизаға күтәрелеп ҡараманы. – Әйтергә кәрәк, ҡыҙығыҙ сибегерәк булып тыуҙы. – Шунда ғына күҙҙәр осрашты, тик быныһында Линиза ҡарашын йәшерҙе, шәл суҡтарын бармағына бер урап, бер ысҡындырып ғәмһеҙ ултырған булды. – Үҙегеҙ тураһында тулыһынса мәғлүмәт ҡалдырығыҙ, һеңлем. Бәлки, кире уйларһығыҙ. Юллағанда еңелерәк булһын өсөн, «әлегә йәшәү шарттарым тап килмәй, ваҡытлыса ҡалдырып торам» тип, ғариза яҙығыҙ. Аңлайһығыҙмы, һеҙҙең кеүек ҡалдырып китеп тә, һуңынан кире уйлап, балаһын ҡайтарып алам тигән ҡатындар байтаҡ ыҙа сигә... «Баш тартам» тип һуңынан да яҙып өлгөрөрһөгөҙ, тием...
Тиҙерәк сығып китеүҙе генә уйлап ултырған Линиза, врач ни тиһә лә, тиҙерәк эшләп, тиҙерәк бынан тайыуҙы хуп күрҙе. Врач әйткәнсә, ғариза яҙҙы. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙың барыһына ла ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Уны ҡаршы алырға Федя үҙе килгән ине.
-Теләһәң ҡайҙа алып кит мине. Мин һинеке генә! – тип шыбырланы уға Линиза. Шул тиклем бәхетле тойҙо үҙен ирҙең ҡосағында.
Тормошоноң үҙе күҙаллағанса бармауын һиҙеп ҡалғанда, бик һуң ине инде...
Башта Федяның «ошонда ғына ҡултамғаңды ҡуйһаң», «бында ғына ҡуйһаң», «тотош донъяға батшабикә итәм үҙеңде», тип үҙенән имзалар алыуына әллә ни иғтибар итмәне. Әммә Федяның үҙен нисектер сәйерерәк тотоуын аңғара килде. Тик әллә ниндәй түрәләр кеүек ҡул ҡуйыуҙар Линизаның үҙен әллә ниндәй мөһим кешеләй тойҙорта ине, батшабикәме ни...
Бер көндө Федяһы зым-зыя юҡҡа сыҡҡас, уны ҡулға алдылар. Шунда белде ул. Ниндәй ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып ултырғанын төшөндө... Силәбенән генә түгел, Мәскәүҙән, Петербургтан, тағы әллә күпме банктарҙан ҙур сумма аҡсалар алған. Ҡайтарып бирмәгән. Ғүмере буйы бер йоҡламайынса эшләһә лә, түләп бөтә алмаҫлыҡ бурысҡа батҡан «миллионерша» икән ул...
-Эйе, булған беҙҙә ундай бала...- Зарифа ҡалҡыныңҡырап ултырҙы. Бына ептең табылған осонан ғына тарт, уны ҡыҙыҡһындырған хәл асыҡланасаҡ. Хатта документтарға үҙе үк ынтыла биреп ҡуйҙы. Ниндәйҙер таныш түгел тойғо ҡатындың күңелен елкендереп үтте. – Уллыҡҡа, әй, ҡыҙлыҡҡа алғандар .
Ни өсөндөр һөйләүҙән туҡтанылар. Урыҡ-һурыҡ мәғлүмәттәрҙең тулылана барып, ошолай кинәт өҙөлөүөн Зарифа башта аңғарманы. Башында мең уй ҡайнай ине. Ниндәйерәк икән уның атаһының ҡыҙы? Нисегерәк йәшәй? Нимәләр ярата? Ә нимәне йәне һөймәй? Үҙенең кемдең ҡыҙы икәнен белә микән?.. Нисек кенә булһа ла, атаһының ҡыҙы табылды шикелле...
-Тик ғәфү итегеҙ, артабан был бала тураһында бер ни ҙә әйтә алмайбыҙ.
-Нисек?
Зарифа тертләне, хатта тороп баҫты.
-Аңлайһығыҙмы, уны үҙ балаһылай ҡарап үҫтергән кешеләр алдындағы изге бурысыбыҙ. Ул бала, бәлки, атаһы менән әсәһенең үҙ балаһы түгел икәнен белмәйҙер ҙә. Бәлки унда барыһы ла бәхетлелер... Бала ла, ата менән әсә лә, ә һеҙ барып...
Һүҙҙәр тағы өҙөлдө.
Зарифа аңланы. Бәхетте, ниндәй булыуына ҡарамай, емерергә ярамай. Бәхетлелер ул бала, мотлаҡ бәхетлелер. Үҙе лә бит бәхетле. Ул да бит атайлы...
Кире ултырҙы. Атаһын уйланы. Кеҫәһенә тығылды. Ни өсөндөр шундағы тәңкәләрҙе берәм-берәм сығарып өҫтәл ситенә теҙеп һала башланы. Береһе иҙәнгә тәгәрәп төшөп киткәс, иҫенә килгәндәй булды. Тәңкәләрҙе тиҙ-тиҙ генә кире кеҫәһенә йәшерҙе. Бер аҙ ҡапшанып эҙләгәс, ҡулъяулығын сығарҙы.Яҙып һелкте лә, килешле итеп устарына ҡыҫты. Тамам тынысланғандай булһа ла, тағы бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Ҡаршыһында ултырған ҡатын хәлде ашыҡтырманы. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.
-Аңлайһығыҙмы, минең атайым өсөн бик мөһим был. Ул белергә тейеш...
-Аңлайым. Тик законға ҡаршы бара алмайым.
Тағы тын ҡалдылар. Бүлмәләгеләр икеһе лә ҡағыҙға яҙылған законды боҙорға ярамай икәнде төшөнә. Һәм был осраҡта шул яҙылғандарҙан саҡ ҡына ситкә тайпылып булыу мөмкинселеге барлығын да яҡшы аңлай. Әҙ генә ситкә тайпылыу. Бер кемгә лә зыян килтермәҫлек бер аҙ ғына тайпылыу. Бар ул, бар. Был юҫыҡта тәүге аҙымды яһарға Зарифа баҙнат итте:
-Улай булғас, әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ. Мин һеҙгә атайым тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт ҡалдырам. Һеҙ документтарҙы ике яҡлап өйрәнгәндән һуң, тағы берҙе һөйләшербеҙ. Бәлки уның ҡыҙына үҙ атаһы бөгөн нығыраҡ кәрәктер. Йәшәгән урынына запрос ебәрепме, берәй нисек әлеге тормошо тураһында белешмәләр алығыҙ. Яҙмышы нисегерәк килеп сыҡҡанын асыҡлағыҙ. Әгәр ҙә шуларҙан һуң да «Эйе ул, ысынлап та, бәхетле» тип мине ышандыра алһағыҙ, мин һеҙҙе башҡа борсомам. Зарифа папкаһынан аҡ ҡағыҙ бите сығарып, шунда атаһының исем-шәрифен, тыуған йылын теркәп, аҫтына үҙенең үтенесен асыҡлап ҡыҫҡа ғына яҙыу яҙҙы лы өҫтәл аша уны ҡабул иткән мөләйем ҡатынға һуҙҙы. –Яҡшы хәбәрҙәргә өмөт итәм, һеңлем.
Тегеһе ризалашҡанын белдереп баш ҡаҡты.
Оҙон коридор буйлап атлағанда Зарифаның телефоны шылтыраны, алманы. Телефонын ҡысҡырта-ҡысҡырта бара бирҙе. Хәйер, шул минуттарҙа уның үҙенең йәне лә шул телефондай өҙгөләнеп-өҙгөләнеп ҡысҡыра ине, буғай...
Атаһының ҡыҙы табылды...
***

Ҡайтты Зарифа. Атаһы өтәләнеп ҡаршы сыҡты. Уның борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Гел шулай, Зарифа саҡ ҡына тотҡарланһа, йәне сыға яҙа.
-Ҡыҙым! Ҡайттыңмы?
-Ҡайттым, атай! – тине Зарифа. Ә үҙе эсәтән генә «атай» тип өндәшә алырлыҡ кешең булыуы ҡайһылай ҙур бәхет тип уйлап ҡуйҙы. Үҙен шунда йәнә ғәйепле тойҙо. Уның атаһына «ҡаттым, атай» тип үҙ ҡыҙы әйтергә тейештер бит...
-Балалар менән беҙ тамаҡ ялғап алдыҡ инде. Кейәү һине көтөп ултыра. Бар, көттөрмә.
Зарифа төпкә үтте. Диванда теҙелешеп ултырған,инде яйлап буй еткерә башлаған малайҙары, урындарынан тороп берәм-берәм килеп әсәләре менән иҫәнләште, шунда һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һыйына биреберәк ҡағылып уҙҙылар. Рәхәт. Креслола ултырған иренә, Йәғәфәргә, һирпелеп ҡараны. Ғәйепле йылмайҙы. Тегеһе ҡәнәғәт ине, шелтәнең тамсыһы ла юҡ. Ирле-ҡатынлы кухняға сыҡтылар.
-Оҙаҡланың бөгөн.
-Эй, Йәғәфәр, белһәң икән, йәнем сығып бара...
-?!
Зарифа бышылдап һөйләүгә күсте.
-Атайымдың ҡыҙын таптым бит.
-?!
-Тик таптым тип әйтә алам микән?
-?!
-Ысынлап та ҡыҙы тыуған. Линизаһы менән үҙем һөйләштем. Уныһы, бөтәбеҙ ҙә фараз иткәнсә, балаһынан шунда уҡ баш тартҡан булған. Ҡайҙа, ҡасан тыуҙырыуын әйткәс, шунда барҙым. Шулар буйынса бала тураһында мәғлүмәттәрҙе асыҡлау еңел генә барған кеүек ине, илебеҙҙең ҡаты закондары аяғымды тиҙ тышаны. Ҡыҙлыҡҡа алғандар уны. Тәрбиәгә алған ата-әсәнең кемдәр икәнен әйтмәйҙәр. Баланың хәҙер ҡайҙа икәнен дә әйтмәйҙәр. Әйтә алмайҙар. Их, был закондарҙы!..
Зарифа менән Йәғәфәр таң атҡансы тиерлек һөйләштеләр.
Нисек кенә итһәләр ҙә, бер ҡарарҙан ары китә алманылар: көтөргә, көтөргә генә. Башҡа бер нәмә лә эшләп булмай.
Шул йоҡоһоҙ төндән һуң теүәл ике аҙна үткәс, уларға шылтыраттылар.
«Ошо арала килеп сығығыҙ, һорауығыҙға рәсми яуап бирербеҙ», тинеләр.
Зарифа өтәләнеп «Яҡшы хәбәргә өмөт итеп буламы һуң?» тиһә лә, өҙөп кенә яуап бирергә ашыҡманылар. «Килегеҙ, көтәбеҙ», тиеү менән сикләнделәр.Әле яңыраҡ ҡына ҡына үҙе көткән кеше башҡаларҙы көттөрә буламы, Зарифа менән Йәғәфәр ашығып йыйындылар ҙа юлға сыҡтылар. Йәғәфәр ике аҙна буйы ныҡ борсолоп хафаланған ҡатынын яңғыҙын сығарып ебәрә алманы.
-Саҡ ҡына көтөп ултырығыҙ.
Уларҙы ҡаршы алған секретарь ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, ҡабаланып сығып китте. Бүлмәлә улар Йәғәфәр менән икеһе генә ҡалды. Нисектер шомло ине бында.Күрәһең, тап ошонда күптәрҙең яҙмышы хәл ителгәнгәлер... Зарифаның атаһының ҡыҙын да ошо бүлмәлә кемдәрҙеңдер ҡулына тапшырғандар, ышанып тапшырғандар. Ниндәйерәк кешеләргә эләкте икән? Кемгә «атай» тип өндәшеп үҫте икән? Был донъяла күптәрҙән күпкә яҡшыраҡ үҙ атаһы бар икәнен әҙгә генә булһа ла һиҙендеме икән ул бала?..
Ишек асылды.
Унан атаһы йәшендәрәк бер ҡатынды эйәртеп теге ваҡыт һөйләшеп ултырған мөләйем ханым инде. Зарифа менән Йәғәфәр тороп баҫҡайнылар, тегеләре ым менән “ултырығыҙ, ултырығыҙ” тинеләр.
Ултырышҡас та, һүҙ ҡапыл ялғанып китә алманы. Йәш ханым бындағыларҙың әле береһенә, әле икенсеһенә хужаларса хәстәрлекле йылы ҡараш ташланы. Бер аҙҙан, барыһы ла тынысланғандай булғас, ҡатындарҙың олоһо йәшенә «башлайыҡ» тигәндәй эйәк ҡаҡты.
-Зарифа Ғарифовна! Бик сетерекле булып сыҡты һеҙҙең үтенес. Теге аҙнала уҡ һеҙҙең мәсьәләне асыҡлаһаҡ та, үҙегеҙ менән нисегерәк һөйләшергә белмәй аптырандыҡ.
Зарифа ҡалҡынып ултырҙы. Хәбәрҙең бер ни тиклем яҡшы булырына өмөтләнгәне юҡҡа сығып ҡуйыуынан ҡурҡты. Ысынлап ҡурҡты. Күҙҙәрен ҙур асып алдында ултырған ҡатындарға алмаш-тилмәш ҡараны.
-Һеҙ бик борсолмағыҙ. Беҙҙең ҡарашҡа, хәбәрҙәр яҡшы ғына, тик нисек ҡабул итерһегеҙ...
Артабан оло ҡатын һөйләне, тауышы талғын, һүҙҙәре тигеҙ сыҡты:
-Бына ошо бүлмә аша нисә етем бала үтте икән, фаразлай алаһығыҙмы? – Ул яуап көткәндәй, күҙлектәренең өҫтөнән Зарифаға текләне. Зарифа, иһә, ҡайырылып Йәғәфәренә күҙ ташланы, тегеһе яурындарын ғына һикертә алды. – Ә мин уларҙың күпме икәнен әйтеү генә түгел, һәр береһенең исемен беләм, йөҙөн таныйым, - оло ҡатын шунда ниңәлер, - хатта ҡырҡ йылдан һуң да, - тип өҫтәп ҡуйҙы. Һуңғы һүҙҙәр нисектер тупаҫыраҡ яңғыраһа ла, бер ни тиклем серлелек сағылып ҡалды. Йәғәфәр менән Зарифа һағайҙы, бер-береһенә аптыраулы ҡарашты. Оло ҡатын уларға фекер тупларға ваҡыт бирмәне, һүҙен дауам итте. - Миңә бында мөдир булып оҙаҡ эшләргә тура килде. Һәм һүҙҙәремә ышан, ҡыҙым, эшемде ни тиклем яратһам, шул тиклем күралманым. Әллә нисә тапҡыр китергә лә йыйынғайным, китә алманым. Бик күп балаларҙы ҡабул итеп алдым мин. Нисә тапҡыр булды икән ошо ҡулдарым менән документтарға «етем» тигән һүҙҙе яҙыу?– Оло ҡатын ҡан тамырҙары беленеп торған ҡулдарын өҫтәлгә һалды, үҙе шуларға ҡарап бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы ла: -Һәм шул уҡ етемдәрҙе яңы ғаиләгә тапшырыу нисә тапҡыр булды икән? - тип өҫтәп ҡуйҙы. – Бында эшләү дәүеремдә бер нәмәгә ныҡ инандым, ҡыҙым, ул да булһа, балаларҙы етем итеүҙән дә ҙурыраҡ фажиғә, һәм етемдәрҙе атайлы-әсәйле итеүҙән ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ икәнен таныу... Бала алырға теләүселәр килһә, бына ошолай ҡаршыма ултыртып ала инем дә төрлө һорауҙар бирә инем. Улар яуап бирә, ә мин күңелемдән генә уларға тап килерҙәй балаларымды барлай торғайным. Өлкәндәр оҡшатырҙайын эҙләйһең. Сөнки улар һайлай, һайлап ала. Шунан уларға тап килгәндәй баланы ситтән генә күрһәтәһең, оҡшатһалар, балаға ла ипләп аңлатырға мөмкин... Бына шунда иҫемде китәргән бер нәмә һәр ваҡыт сәйер теүәллектә ҡабатлана ине. Ул да булһа, балаларҙың «Минең дә үҙ өйөм, үҙ атай-әсәйем буласаҡмы? Мин башҡа етем түгелме?» тип һорауҙары. Бәғерҙәрҙе телерлек ошо һорауҙарға бер тапҡыр ҙа күҙ йәштәрһеҙ яуап бирә алманым, гел күҙҙәремә йәш тығылып, тауышым юғала яҙа ине. Шул саҡтарҙа өндәшмәй генә балаҡайҙарымды ҡосағыма ала инем. Улар күҙ йәштәремде күрмәһен өсөн, илағанымды белмәһен өсөн... Эйе, етемдәр һайламай, улар бары тик кемдең дә булһа, ғәзиз балаһы булырға ғына теләй...
Зарифа килеште һүҙҙәр менән. Бик үк аныҡ иҫләмәһә лә, шул теләктең ҡасандыр уның үҙендә лә булғанын хәҙер ҙә иҫләй ул. Зарифаға таныш теләк, таныш тойғо тураһында һөйләй ине был апай...
-Мин эшләгән йылдарҙа уллыҡҡа алыу эштәре бик үк ҡатмарлы түгел ине, баланы ғаиләгә тапшырыу буйынса документтар хәҙергеләргә ҡарағанда күпкә ябайыраҡ ине. Рәсми ҡағыҙҙарҙы беҙ тиҙ һәм еңел тултыра торғайныҡ. Тик бер документты эшләгәндә генә күңелем һыҡрап-һыҡрай торғайны. Бала үкһеҙ етем булһа, ул документ кәрәкмәне, ә бына атаһы йәки әсәһе булғандарҙың шул атаһынан йәки әсәһенән «мин баламдан баш тартам» тигән ҡағыҙҙы яҙҙырып алыу. Беләһеңме, нисек күралмай торғайным мин уларҙы, закон тарафынан ни эшләп шуларға берәй яза ҡаралмаған икән тип гел уйлай торғайным...
Ҡатындарҙың олоһо тағы һүҙһеҙ ҡалды. Зарифа Линиза тураһында уйланы. Уны нисек хөкүм итергә тейештәр икәнлеген күҙалларға тырышты. Төрмәгә ултыртырғамы? Атырғамы? Аҫырғамы?.. Быларҙың береһе лә балаһынан баш тартҡан кешене язалау формаһына тап килмәй кеүек... Яза йә үтә ҡаты, йә үтә йомшаҡ һымаҡ... Ә ниндәй булырға тейеш уның үҙенең хөкүме? Зарифа белмәне... Бер аҙҙан тигеҙ, талғын тауыш артабан дауам итте.
- Ә беләһеңме, йылдар үткәс, мин бына нимәне төшөндөм, үҙ балаһынан баш тартҡан кәкүк әсәләр үҙҙәрен күп нәмәнән мәхрүм итәләр һәм шуның менән үҙҙәрен үҙҙәре язаға тарттырғандар ҙа да инде... Улар үҙ балаһын һөйөүҙөн мәхрүм, бала һөйөүенән мәхрүм... Һин дә аңларға тырыш, әсс..
Һөйләп ултырған апай нимәнәндер өрккәндәй, ҡапыл туҡтаны. Оҙаҡҡа түгел. Янында ултырған йәш ханымға күҙ һирпеп алғандан һуң, Зарифаға боролдо ла һүҙенең аҙағын тағы ҡабатланы.
-Һин дә аңларға тырыш, балам.
Шунан «артабан һин һөйлә» тигәндәй, йәш ҡатынға ҡараны. Тегеһе бер уға, бер Зарифаларға алмаш-тилмәш ҡарап алғандан һуң былай тине:
-Һеҙ ҡыҙыҡһынған баланы ла уллыҡҡа бына ошо апай аша алғандар. Таныш булығыҙ, Хөсниямал Таңғатаровна, шул йылдарҙа ошонда мөдирлек эшен алып барған.
Артабан нимә әйтергә белмәгәндәй, бер аҙ ыуаланды. Алдында ятҡан иҫке папкаға тотондо. Уның төйнәп бәйләнгән ептәрен ысҡындыра алмай бер булды. Остары тетелә башлаған бауҙар тиҙ генә сиселмәне, күрәһең бирешергә теләмәйҙәр, бәлки, эсендә һаҡланған серҙе берәүгә лә асырға ярамағанғалыр... Кемдеңдер яҙмышы һаҡлана бит был папкала, бәхетлеме, бәхетһеҙме яҙмышы йәшерелгән...
Зарифа йәнә ҡалҡыныңҡырап ултырҙы. Йәнгенәһе тәҡәт тапмай ҡайҙалыр үрһәләнә, йөрәге леберләп өҙөлөп төшөп бара. Йәғәфәре, ни аралалыр тороп, янына баҫҡан. Зарифаның яурындарын ҡағылыр-ҡағылмаҫ һыйпағандай итте.
Бына, ниһәйәт, папка бауҙары бер-береһен ысҡындырҙы. Йәш ханым һаҡлыҡ менән генә асты папканы. Унда ныҡ һарғайған ҡағыҙҙар күп түгел ине...
Мөләйем ҡатын, ҡалтыранғанын бер кемгә лә белгертмәҫкә тырышып, бар көсөн тупланы ла, рәсми тауыш менән уҡырға тотондо:
-Саттарова Линиза Әбүбәкер ҡыҙының 1963 йылдың 25 апрелендә тыуған Илүзә исемле ҡыҙы 1967 йылдың 3 майында (ҡыҙлыҡҡа) тапшырылды. Уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусы Ҡасимов Ғариф Сәлимйән улы. Уллыҡҡа алыныусыны уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусының үтенесе менән Ҡасимова Зарифа Ғариф ҡыҙы, тип, теркәргә. Яҙыу 1967 йылдың 3 майында …
Артабан бер нәмә лә ишетмәне Зарифа. Бүлмәләге төҫтәр ҡапыл юҡҡа сыҡты, дөрөҫөрәге, тәүҙә дөм-ҡараға әйләнде, шунан ап-аҡҡа ҡалды. Ҡолаҡтарын түҙеп торғоһоҙ геү баҫты. Кәүҙәһе ниндәйҙер өйрөлтмәккә эләккәндәй зыр әйләнергә тотондо. Ниндәйҙер көслө ҡулдар шуны туҡтата алды... Йәғәфәренеке икән...
***
-Ҡайттығыҙмы, ҡыҙым! – атаһы һәр ваҡыттағыса өтәләнеп ҡаршы сыҡты.
-Ҡайттыҡ, атай! – Зарифа сәй йүнәтергә, тип, кухняға ашыҡҡан атаһына яратып ҡараны. Тегеһе хәбәрен шул яҡтан дауам итте.
-Әсәйең шылтыратты. Бөгөн-иртәгә килеп алығыҙ, бәлнисе ялҡытты, тине...
-Ярай, атай... Әсәйемде алырға үҙең дә барырһың...
Бер аҙҙан Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан дауаханаларҙың береһенең ишегенән күмәк кешеләр сыҡты. Өймәкләшеп бергә атлағандарында ла, бер-береһен бүлә-бүлә һөйләшеп көлөшкәндәрендә лә, уларҙың бер ғаилә, бер бәхетле ғаилә икәне аңлашыла ине..
Хикәйәләрҙе тәүгеләрҙән булып уҡыр өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: