Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Апрель 2021, 14:10

"Нигеҙ" Марат ӘМИНЕВ

– Атай ишараты хәҙер аҡылға ултырған, ғәйебен юйыр өсөн йүгереп йөрөй, әсәйҙең дә, минең дә күҙгә генә ҡарап тора. Тик һуң инде, күңел ҡатҡан, күргем дә килмәй, бынау өйҙө генә һалышып бөтһә, әйләнеп тә ҡарамаясаҡмын, – Рәфил асырғанып тағы нимәлер һөйләргә иткәйне, кеҫә телефоны шылтыраны. – Эштә юғалтҡандар, барып әйләнәм, – тип ашығып китеп барҙы. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#МаратӘМИНЕВ

* * *
(Дауамы)
Кәрим дуҫы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды. Әле ҡасан ғына бәләкәй малайҙар инеләр бит, уйнауҙан башҡа бер ҡайғылары юҡ ине. Күп булһа биш йәштәрҙә Рәфилдең атаһының эштән ҡайтыуын икәүләп көтөп алалар ине. Урам осонда Бәкер ағайҙың күренеүе була, дуҫы “Атай, атай!” тип ҡаршыһына йүгерә. Кәрим дә “Атай, атай!” ти ҙә унан ҡалышмаҫҡа тырыша. Баһадир кәүҙәле Бәкер ағай алыҫтан уҡ ҡосаҡтарын йәйеп көтөп тора ла икеһен ике ҡулына күтәреп ала. Кәрим, бына мин ниндәй бейектә, тип маһайып, ҡараштары менән әсәһен эҙләй. Тик әсәһе урамда йәки баҡсала эш менән булашып йөрөһә, был тамашаны күреп, күҙ тирәләрен һөрткөләй башлай. Эй ҡыҙыҡ та инде өлкәндәр, ҡыуаныр саҡта ла илап торалар. Фермала эшләгәс, Бәкер ағайҙан тир, тиреҫ еҫтәре сыға. Әммә был еҫ Кәримгә һурғыс кәнфит кеүек татлы тойола. Йыш ҡына Бәкер ағаһының түш кеҫәһендә ирис кәнфите ята. Атаһы күтәреп алыу менән Рәфил унан ике ирис килтереп сығара ла береһен Кәримгә һона. Башта кеҫәлә бер генә кәнфит була торғайны. Кәрим илар сиккә етеп дуҫының тәмләп һурғанын күҙәтә ине, тора-бара улар икәүгә әйләнде. Бәкер ағайҙың
тупаҫ, көрәктәй ҙур ҡулы башына ҡағылғанда, уның кескәй йөрәге шундай ҙур ҡыуаныс менән тула. Ҡайһылай рәхәт атайлы булыуы!
Ә Рәфил, эт, гел шуны хәтергә төшөрә. Атаһы яһап биргән машина, мылтыҡ менән уйнатмай, ярышта еңелһә йәки бәхәс уның файҙаһына тамамланмаһа, “Ә һинең атайың юҡ, белдеңме!” тип ҡысҡыра ла ҡаса. Был йән өшөткөс хәбәр Кәримде сығырынан сығарыуын, үҙ-үҙен белештермәҫ хәлгә еткереүен яҡшы белә, тик туҡмалғыһы килмәй. Бәкер ағай ҡаланан тәмлекәс алып ҡайтһынмы, шашка уйнарға өйрәтһенме, урманға барғанда юлдарын ҡуян ҡыйып үтһенме – ниңә бөтә ҡыҙыҡлы хәлдәр шул атайлы кешегә генә тәтей икән? Улар былай ҙа бәхетле бит. Бына шуныһына төшөнә алмай ыҙаланы Кәрим.
Әллә икенселә, әллә өсөнсөлә уҡығанда Рәфилгә лә ҡара көндәр килде.
Атаһы бер мәрйәгә әүрәп сығып киткән, тинеләр. Бытылдаҡ, шаян дуҫы өндәшмәҫ, ҡырағай малайға әүерелде лә ҡуйҙы. Уҡытыусылар менән әрләшә, уйнарға ла сығарып булмай. Атайһыҙ йәшәп ҡара әле, күп көлдөң минән, тип башта ҡыуанған Кәрим дә дуҫын йәлләп бошона башланы.
– Ҡайтыр әле атайың, үлмәгән дә һуң, – тип йыуатҡандай итеүенә Рәфил ҡотороноп китте:
– Ҡайтһа, үҙем үлтерәм уны. Мин кәрәкмәгәс, ул да миңә кәрәкмәй! – тип күҙ йәштәренә төйөлөп ҡысҡырҙы.
Тик атаһы ҡайтманы. Күп тә үтмәй, әсәһе Рәфилде алып район үҙәгенә күсенде, бер аҙҙан Кәримдәр ҙә ауылын ҡалдырып, ошонда
төпләнде. Бына бит нисек тиҙ үтә ғүмер, хәҙер үҙҙәре ғаилә ҡороп, донъя көтә. Атайһыҙ йәшәргә лә өйрәнделәр. Хәйер, Кәримдең һаман атаһын хәтергә алмаған көнө юҡ, буғай. Ошо йортто күтәреп башын япҡансы, их, атайым иҫән булһа икән, бүрәнә күтәрешмәһә лә, бер мөйөштә өйрәтеп ултырһа ла, ниндәй бәхет булыр ине, тигән уй башынан китмәне. Ялланған оҫталарға аҡса еткерә алмағанда ла, төҙөлөш материалдары артынан сабып хәлдән тайғанда ла, гел уны уйланы. Тик атай кире ҡайтырлыҡ ерҙә түгел ине шул, Кәрим бер йәшлек саҡта уҡ һыуға батып үлгәйне...
Ә Рәфил, иҫәр, тере атаһын һанға һуҡмаған була. Бәкер ағайҙы күреп сығырға кәрәк, ҡыҙыҡ, танырмы икән?
Кәрим Рәфилдең яңы йортона йүнәлде. Өйө әллә ҡайҙан балҡып тора шул, тәҙрә ҡапҡастарын да семәрләп эшләргә өлгөргәндәр, нигеҙен дә нығытып цементҡа ултырҡандар. Ҡайҙа баҡһаң да, оҫта ҡулы һиҙелә.
– Хужалар өйҙәме?
– Әйҙә, әйҙә, үт!
Ишектә сал сәсле, төпөш ҡарт күренде. Быныһы кем тағы?
Бәкер ағай мөһабәт кәүҙәле, көсө ташып торған бәһлеүән ине бит! Хәйер, сөм-ҡара күҙҙәре уныҡы, тик ҡараштары үтә һағышлы.
– Бәкер ағай, тиһәм? – Кәрим ике ҡуллап күреште. Ҡарттың ҡулдары ҡатҡыл, тимәк, кәре бар әле.
– Үҙе! Ә һине танып етмәйем бит әле, ҡустым.
– Кәрим мин. Самат менән Фирүзәнең улы.
– Бәй, шулаймы ни? Баһадирҙай ир булғанһың. Шулай инде, йәштәр үҫә, ҡарттар сүгә. – Бәкер ҡарттың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡайны. Ул ихласлап донъя, ғаилә хәлдәрен һорашырға тотондо, үҙе ваҡыт-ваҡыт йүтәлләп ала. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар.
– Йортоңдо яңыраҡ ҡына ҡарап киткәйнек Рәфил менән, – ҡарттың йөҙө уйсанланды. – Нигеҙеңдең рәте китә башлаған, тиҙ арала нығытырға кәрәк. Беҙҙе лә саҡыр, ярҙам итербеҙ, ҡулдан эш килә былай.
– Йортоғоҙ ни күсерлек булған даһа, иҙәне лә, түбә таҡтаһы ла түшәлгән. – Кәрим һоҡланыуын йәшермәне.
– Эше етерлек әле, – ҡарт бармаҡтарын бөкләп һанай башланы, – газын, һыуын үткәрәһе, бүлмәләр бүләһе бар…
– Ҡайтыуығыҙ һәйбәт булған, – тине Кәрим хушлашыр алдынан. – Рәфилгә яңғыҙына өй һалыуы бик ауырға төшөр ине.
– Тыуған яҡты, улымды бер күрәйем дә үлермен тип уйлағайным, бында эш күп булғас, ашыҡмаҫҡа булдым, – тип мәрәкәләне Бәкер ҡарт. Уның Кәримде эргәһенән бер ҙә ебәргеһе килмәй, буғай, ихласлап хәбәр һөйләүен дауам итте. – Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтә ул, ҡустым, ҡартайғас ҡыйын. Барыһына ла түҙеп була, тик балаңдың нәфрәтенә, әсе һүҙҙәренә түҙеп йәшәүе иң аяныслыһы икән. Ғәйептең башы үҙеңдә булғас, ҡалайтаһың? Мөхәббәттең ғүмере өс йылдан артмайҙыр ул, ҡустым, тик ата-әсәңә, балаңа булған мөхәббәт мәңгелек. Ә балаһын ташлап киткән кеше уның һөйөүенән мәхрүм ҡала. Әле һин йәш, ҡустым, быны васыят итеп әйтәм…
(дауамы бар)
Хикәйәләрҙе тәүгеләрҙән булып уҡыр өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: