Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Апрель 2021, 16:20

"Нигеҙ" Марат ӘМИНЕВ

Мөхәббәттең ғүмере өс йылдан артмайҙыр ул, ҡустым, тик ата-әсәңә, балаңа булған мөхәббәт мәңгелек. Ә балаһын ташлап киткән кеше уның һөйөүенән мәхрүм ҡала. Әле һин йәш, ҡустым, быны васыят итеп әйтәм… #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналХикәйә#Хикәйәләр#МаратӘМИНЕВ

Кәрим үҙҙәренең урамына боролоу менән улын күреп ҡалды. Һай, шилма малай, өйгә ҡасан ҡайтһа ла, уны ҡаршыларға тырыша. Ана бит, ауыҙын йырып, әллә ҡайҙан ҡаршы йүгереп килә. Һуң бит инде, йәйге оҙон көн дә тамамланып килә.
– Атай, атай!
– Һай, минең үҫкәнемде! – Кәрим алты йәшлек улын күтәреп ҡосағына ҡыҫты ла ары атланы. Малай шунда уҡ уның кеҫәһенән һурғыс кәнфит сығарып, ҡыуанысынан ҡосаҡта килеш һикергеләне. Ҡағыҙын йәһәт кенә әрсеп, тәмлекәсте ауыҙына ҡапты.
– Атай, әсәй билмән бешерҙе, ныҡ тәмле, беҙ ашаныҡ, һиңә лә ҡалдырҙыҡ. Атай, нейә оҙаҡланың ул? Һине көтәм дә көтәм, ә һин ҡайтмайһың да ҡайтмайһың...
– Бына ҡайттым бит, улым!
Өйҙә, ысынлап та, тәмле билмән еҫе таралған. Ҡатыны кухняла булаша.
– Атай, әйҙә, шәшке уйнайыҡ.
Тиктормаҫ улының шәплегенә иҫең китер. Атаһының ҡосағынан һыпырылып та төштө, шашка фигуралары һалынған ағас ҡумтаны йүгертеп тә килтерҙе. Отҡор булмаҡсы, әле яңыраҡ ҡына өйрәткәйне, апаруҡ уйнай хәҙер.
Кәримдең ихласлап уйнарға теләге юҡ ине, шуға күрә тиҙ генә фигураларын отттороп бөтөрөргә тырышты.
– Атай, мин еңдем, атай!
Һай был хәйләһеҙ, бер гонаһһыҙ ҡараш! Бөгөнгө көсөргәнешле ауыр уй-тойғолар, хәл-ваҡиғалар һә тигәнсе күҙ алдынан үтте. Ошо саф ҡарашты күрмәйенсә артабан нисек йәшәр һуң? Аралар боҙолһа, ошо бала һатыулашыу ҡорбаны буласаҡ, араларға кәртәләр ятыр бит. Уның хаҡына барыһын да яңынан башлап ҡарарғамы? Кәримдең хәле бөттө, ике күҙенән субырлап йәштәре тамды.
– Атай, атай, илама, – ни эшләргә белмәгән сабый үрһәләнде. – Атай, тағы уйнайыҡ та, мин еңелермен, йәме!
Кәрим һулҡылдап илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, улын ҡосағына ҡыҫты:
– Һин бер ваҡытта ла еңелмәйәсәкһең, улым!
Тамағындағы төйөрҙө көс-хәлгә йотто ла инде тынысыраҡ тауыш менән ҡабатланы:
– Бер ваҡытта ла еңелмәйәсәкһең, улым! Әйҙә, сәй эсергә сығайыҡ та иртәрәк ятырбыҙ. Иртәгә мәшәҡәт күп, яңы өйҙә эш көтә беҙҙе!
Улы кухняға йүгерҙе:
– Әсәй, атайымды еңдем, әсәй, иртәгә яңы өйгә барабыҙ!
Ҡатыны баланы күтәреп залға килеп сыҡты. Кәрим күҙҙәренән шатлыҡ бөркөлөп торған улына ҡарап йылмайҙы, унан ҡатыны менән ҡараштары осрашҡас, һиҫкәнеп китте.
– Әйҙә, ашап ал, асыҡҡанһыңдыр!
Ҡатынының тауышында һалҡынлыҡ һиҙелмәй, ҡарашында ла ятһыныу тойолмай. Кәримдең өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй булды.
“Ғәфү ит мине, һинең алда, юҡ, һеҙҙең алда ғәйебем ҙур, кисерә алырһыңмы икән?”
“Бала хаҡы бар, Кәрим, уны етем иткем килмәй, үҙем дә гонаһһыҙ түгелмен”.
Кәрим сәй тулы сынаяғын өҫтәлгә кире ҡуйҙы ла ҡатынына төбәлде. Бәй, яңынан һүҙһеҙ генә аңлаша башланылар түгелме һуң?
“Өйҙөң нигеҙен нығыта башлайым иртәгәнән, таштары төшөп, емерелә башлаған әтеү”.
“Ярар”.
Кәрим берсә иркәләнеп ниҙер һөйләнгән улына, берсә уны йылмайып тыңлаған ҡатынына ҡараны. Тамағына килеп тығылған төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе лә тәҙрә аша тышҡа төбәлде. Ҡояш ҡыҙарып офоҡ артына инеп бара. Тимәк, көндәр аяҙға тарта, тимәк, йорт нигеҙен нығытыу өсөн ҡулай мәл етә.
Читайте нас: