Таңһылыу Вәлиева
Көт мине, апай!
Телевизор алдындағы уңайлы, йомшаҡ ҡәнәфиҙә Гөлйәүһәр әбей бер нәмә белмәй йоҡлап ултыра. Телевизор ҡарайым тип килеп ултыра ла, биш-ун минут үтәме-юҡмы, әүен баҙарына юллана торған ғәҙәте бар. Береһе ипләп кенә килеп телевизорҙы һүндерһә, шундуҡ уяна.
—Нишләп тейәләр икән? Кеше бында тыңлап ултыра. Күҙем йомоҡ булһа ла ҡолағым асыҡ минең!—тип бурылдап кире тоҡандыра.
Әле лә шулайтып ейәнсәренә һуҡранып ҡабыҙғайны ғына, уныһы һөрәнләп тә ебәрҙе:
—Өләс! Һине күрһәтеп торалар!..
Гөлйәүһәр әбей экранға текәлде.
—Ништәп мине күрһәтһендәр тей?.. Кит артабан... Әстәғәфирулла! Мине... Кем?.. Аһ-аһ...
Был тауышҡа аш бүлмәһендәге ҡыҙы менән кейәүе лә йүгерешеп килде. Гөлйәүһәр әбей телевизор эргәһенә барып баҫҡан. Шәленең бер осо иҙәндә, икенсе осон пульт менән ҡуша тотоп, күкрәгенә ҡыҫҡан. Ә унда бындағыға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған оло ҡатын, экран ҙур булғас, Гөлйәүһәр менән, әйтерһең, йәнәш баҫып тора. Аптырауҙың сигенә сыҡҡан әбей бер балаларына, бер экранға ҡарап баяғы һүҙҙәрен ҡабатлай:
—Аһ-аһ.. Бына һиңә кәрәк булһа... Минме?.. Ҡасан?..
Телевизорҙа митингыға йыйылғандар күрәһең, бер төркөм кеше шаулаша. Экрандың аҫҡы һул яҡ мөйөшөндә «Латвия. Рига» тигән яҙыу бар. Ҡаласа кейенгән тулыраҡ кәүҙәле «Гөлйәүһәргә» репортер мөрәжәғәт итә:
—Үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ әле? Депортацияға ҡарашығыҙ нисек?
—Мин ошонда, Ригала тыуып үҫтем, уҡыным, йәшәнем, эшләнем. Fаиләм бар, ейәндәрем үҫә. Милләтем латыш булмаһа ла, тыуған еремдән, үлтерһәләр ҙә, айырылып китәсәк түгелмен! Бына минең башҡа милләт кешеләрен Латвиянан депортациялау тураһында фекерем.
—Милләтегеҙ кем? Русмы?
—Мин ҡатнаш ҡан балаһы... Әсәйем рус ҡыҙы, атайым—башҡорт.
Экрандың был яғында әңгәмәне тыңлап тороусылар һүҙһеҙ ҡалды, дауамын ишетергә әҙерләнеп, ҡолаҡтарын ҡарпайттылар.
—Атайым һуғыштан һуң Ригала биш йыл хеҙмәт иткән, ә әсәйем бында вербовка менән эшкә килгән булған. Шунда улар танышып бер-береһен яратҡандар. Атайым үҙ иленә ҡайтып киткәндә миңә ике йәш ярым булған. Атайым Риганың азатлығы өсөн...
—Әсәй, тауышы ла һинекенә оҡшаған түгелме?—тип сыҙамай өндәште лә ҡыҙы, әсәһенең ағарған йөҙөн аңғарып, аптечка артынан йүгерҙе. Әбейҙе күмәкләп яйлап ултырттылар.
—Әсәй, тыныслан, әсәй... Мә, дарыуыңды ҡаба һал...
* * *
Тел аҫтына валидол һалып шаңҡығандай ултырһа ла, уйҙары бик теремек, хатта ҡабалан йүгереп китеп бара ине Гөлйәүһәрҙең. Теге экрандағы ҡатын һөйләгәндәрҙе ул да ишетеп үҫте бит, күп тыңланы бала саҡта. Атаһынан. Уны-быны аҙыраҡ аңлап, бала аҡылы аша үткәреп, күҙ алдына килтереп тыңлай торғайны атаһының төнгө хикәйәләрен. Эйе, төнгө. Әсәһе мәрхүмә әйтмешләй, «саҡ ҡына ауыҙына тейһә» төндәрен йоҡламай торғайны атаһы. Уны тыңлайҙармы-юҡмы—барыбер. Гөлйәүһәрҙең бәхетенә әлеге «ауыҙына тейһә» хәтирәләр моҡсайын сисә.
Күҙ алдына бала сағындағы өй эсе тереләй генә килеп баҫты.
Төн. Шәмдең кәрәге лә юҡ—ай яҡты. Бөтәһе лә йоҡлай. Мейес алдында атаһы. Йөгәнәкләп ултырып алған да мөңгөр-мөңгөр килеп үҙе алдына һөйләй. Ара-тирә мейескә утын ташлай, болғауыс менән ҡағыштырып, көргөп ала. Бындай төндәрҙә мейес башын япмай ул. Ялҡын ялпылдап китһә, уның һылыу йөҙө яҡтыра, сәстәренән, оҙон керпектәренән төшкән күләгәләр битендә шәүләләр уйната. Ҡараңғыны йырып, ҡайҙалар ашҡынған, юғалтҡанын эҙләгән әкиәт егетенә оҡшата Гөлйәүһәр атаһын ошондай сихри төндәрҙә.
* * *
—Әсәй, ял итеп ал,—тип өндәште ҡыҙы,—оҙаҡ ултырып арып киткәнһеңдер.
Кисерештәрҙән дә арығанғалыр, укол да ярҙам иткәндер, Гөлйәүһәр әбей оҙаҡ ҡына йоҡлап алды. Тәне еңеләйеп, зиһене аяҙып уянды унан. Өҫтөнә ябылған дебет шәлен һирпеп ебәреп тороп ултырҙы. Дебет шәлдән айырылмай ул, шәлһеҙ йоҡламай.
—Кәзәмде еҫкәп ятмаһам, баҫлығып бөтәм,—тип шаяртҡан була үҙе.
* * *
Көндөҙ ятҡанғамы, төндә йүнләп йоҡлай алманы. Саҡ ҡына күҙе эленһә, һиҫкәнеп кире уяна, ниндәйҙер бик мөһим ваҡиғанан тороп ҡалып, бик кәрәкле хәбәрҙе ишетмәй ҡуймайым, тигәндәй һағайып төн сыҡты.
Һуғыш бөтөп, һигеҙ йыл үткәс тыуған Гәлйәүһәр атаһының һуғыш тураһындағы тарихтарында үҫте. Былайтып һөйләгәне иҫендә ныҡ ҡалған:
—Ятам, ятам, берәү ҙә күренмәй тегеләр яғында. Өшөп кителенде. Мына бер заман бер нимес күренде. Ҡулына биҙрә тотоп алған, йылғаға һыуға төшөп килә. Йылғаның арғы яғында тегеләр, был яҡта—беҙ. Ике ярҙа ла нейтральный полоса бар.
Атаһы яртылаш тартып, көлдөксәгә һүндереп һалған «кәзә тояғы» итеп төрөп алған махоркаһын яңынан тоҡандыра. Әҙләп-әҙләп кенә тарта, бер-икене һура ла хәбәргә әүрәй. Үҙе һүнгән тәмәкеһен кире көлдөксәгә һала. Шулайтмаһа, төнө буйы тәмәке тартып, «ни житийә» еткермәк кәрәк?
—Абайлабыраҡ ҡараһам, йәш кенә егет. Малай сырайлы ғына. Миңә ун туғыҙ ине, был, күрәһең минән дә йәш. Тоҫҡаған винтовкамдың көбәген...
Атаһы сипсы эҙләп эргә тирәһен ҡапшай башлағас, Гөлйәүһәр урындыҡтан тора һалып килеп, сипсыны табып тоттора. Унан хәбәрҙе яҡшыраҡ ишетер өсөн урындыҡ ҡаҙнаһына боролоп ятып ала. Юғиһә, теге йоҡо мискәләре мышнашып тыңларға ирек бирмәй. Өс-дүрт айға бер килеп ураған хәтирәләр төнөндә Гөлйәүһәр шулай ҡалғандар менән аяҡташ ята.
Атаһы сипсы менән торомбаштарҙы өйә.
—Уяттыммы, ҡыҙым?
—Мин үҙем дә йоҡтамай инем ул. Шунан, атай?—Шыбырлап ҡына һөйләшәләр атайлы-ҡыҙлы.
—... Көбәкте аҫҡараҡ төшөрҙөм дә биҙрәһен тишә атып ебәрҙем. Таштаны ла ҡасты...
—Эй, атай, ништәп үҙен үлтермәнең? Үҙенә атыр кәрәк ине!
—Йәлләнем. Ул да әсә балаһы бит.
—Булһасы. Беҙгә һуғыш баштамаһын үҙҙәре! Мин һинең урыныңда булһам, ул нимесеңдең ҡаҡ маңдайына еббәрер инем әле.
—Минең урында булырға яҙмаһын, ҡыҙым...
* * *
Кисә, ял булғас, бөтәһе лә өйҙәләр ине, бөгөн аулаҡ. Тегеләрҙең ҡайһыныһы эштә, ҡайһыһы уҡыуҙа. Гәлйәүһәр әбей креслоға уңайлап ултырып алды ла, ғәҙәтенсә телевизор тоҡандырҙы, әммә үҙе уға күтәрелеп тә ҡараманы. Йылы томан эсенән йөҙгән һымаҡ ҡына итеп яйлап ойоно, күҙҙәре үҙенән үҙе йомолдо.
* * *
—... Вальс «Березка». Дамы приглашают кавалеров!
—Атай, кавалер нимә була ул?
—Әпәт йоҡтамай ятаңмы? Тансавайт иткәндәге егет. Иптәш егет менән увольнениеға сыҡҡайным как рас шул көндө.
—Атай, ә увольнение...
Атаһы иң матур, ҡәҙерле хәтирәһен бүлгеһе килмәйҙер—яуап биреп тормай был юлы.
—Көнө буйы Риганы ҡыҙырҙыҡ. Кискә ҡарай ҡаланың бер ял паркына барып сыҡтыҡ. Оркестр уйнай, кешеләр тансавайт итә. (Тансавайттың нимә икәнен Гөлйәүһәр белә—киноларҙа күргәне бар).
—Дамы, приглашайте!
Ҡараһам, беҙгә ҡарай туп-тура бер ҡыҙ килә. Мине саҡырһа ярар ине, тип кенә торам инде. «Можно вас пригласить» тип, мине саҡырҙы бит был! Тансавайт итеп алып киттек. Исемен һораным. «Катя. Катерина. А вас как звать?»—тигәненә: «Ахмет»,— тиһәм, «Из басмачей, наверное? Ой, как страшно»,—тип көлә. «Юҡ,—мин әйтәм,—басмач түгел мин, башҡорт». Башҡорттоң бар икәнен дә белмәй икән—аптырай. Ярай, тип уйҙайым эстән генә, танытырмын әле мин һиңә башҡортто. Fөмөрө онотмаҫһың... Һылыу ғына. Культурны ғына кейенгән. Тауышы ла яғымлы. Сәсе оҙон. Берҙән үреп төшөргән. Ҡырын ғына күҙ менән миңә ҡарап-ҡарап ҡуя. Унан: «А у вас все такие красивые?»—тигән була. «Эйе,—мин әйтәм,—ә иң һылыуы—мин»—тием. Оркестр вальс артынан вальс уйнай. Кис йылы, парк матур. «Вальс «Тоска»! Кавалеры! Ваша очередь!» тип иғлан итәләр. Ә миңә башҡа дама кәрәкмәй, үҙе һайлап алған икән, бүтән ысҡындырыш юҡ инде...
* * *
Шул саҡтарҙан алып күңеленә һеңгән бөтә вальстарҙы атаһы исемләп әйтә: «Дунайские волны», «Амурские волны», «Березка»... Моңло итеп шуларҙы көйләй, нисек итеп Катеринаһын өйөрөлтөп йөрөтә—ҡулдарын шулай хәрәкәтләндерә, яртылаш йомоҡ күҙҙәренән бәхет һирпелә...
Шул вальстарҙың ҡайһылыр береһе атаһын тыңлап бөтмәй йоҡлап киткән Гәлйәүһәрҙең ҡолағында оҙаҡ сыңлай. Тик атаһы көйләгән вальста ниндәйҙер ят өн ауаздар ишетелеп-ишетелеп ҡуя. Ниндәйҙер иңрәү һымаҡ өндәр. Ул саҡта был һыҙланып ыңғырашҡан, ҡайҙандыр һығылып ҡына сыҡҡан тауышты Гөлйәүһәр аңлай алмай ине. Бына әле, нисәмә йылдар үткәс, таныны бит Гөлйәүһәр был иңрәүҙе. Таныны, серен асты! Эй Хоҙайғынам!.. Илау, үкһеү булған бит был! Атаһы Катеринаһын һағынып, мөхәббәтенең татлы хәтирәләре тулҡынында вальс тансауайт иткәндә, әсәһе Зәмһәр илаған! Һығылып ҡына үкһегән, устары менән битен ҡаплап ыңғырашҡан...
Гөлйәүһәр креслонан тороп уҡ китте, тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөнө.
—Эй, Аллам... Әсәкәйгенәм... Әйтәм, ҡайһы иртәләрҙә күҙҙәрең ҡыҙарған була торғайны. Әсәкәйем... Fәфү ит мине.
Әсәһен йәлләүҙән күңеле тулды. Илар-һың да шул. Нисәмә йыл йәшәйҙәр, ана, урындыҡ тулып теҙелешеп нисәмә бала ята, ә ирең һаман:
—Катя ла Катя,—тип ауыҙ һыуын ҡорота. Әле шәп булған икән әсәһе. Башҡа берәй ярһыу бисәгә тап булһа—тегеләй... Шулай ҙа дыулап киткән була торғайны ҡайһы саҡ:
—Алайтып онота алмағас, кит Кәтәңә! Ана бара юлың! Һине мин бисәңдән айыртып бармаған. Минең дә булды алам тип артымдан ҡалмай йөрөгән егеттәрем. Мин һөйҙәмәйем бит! Маҡтанмайым да. Ятһаң, ятып йоҡта, йоҡтамаһаң—ана, тышҡа сығып этеңә мумылда. Һинең хәбәрең танһыҡ булһа, уға танһыҡтыр!
Донъя ла, эш тә баҫҡандыр, мейес алдындағы төнгө «мумылдауҙар» яйлап-әҙләп кәмей барҙы.
—Эҙҙәп табам әле мин уларҙы,—тиһә атаһы, әсәһе:
—Бар тап! Әллә кемдәр тапҡайны,—тип ҡырт киҫә.
—Ҡыҙым ҡалды бит, ҡыҙыма хат яҙам әле, әсәһе черт с ним,—тиһә:
—Яҙ! Утыҙ йыл яҙаң инде... Әллә бар ҡыҙың, әллә юҡ. Кем белә аны. Һине-е-ең хәбәрең...—тип ауыҙын яптыра.
Мәрйә ҡатыны ла, ҡыҙы ла булған икәнде әсәһе Зәмһәр үҙе лә яҡшы белә. Ҡәйнәһе башта уҡ һөйләгән:
—Күҙемдең тереүендә ҡайт, үлһәм, кире китерһең, тип хат яҙҙырып тик яттым ҡустымдың ҡыҙынан. Һаман ҡайтмағас, камандирына яҙҙырҙым. Шулай-шулай, ун йыл улымды күргәнем юҡ, атпускаға булһа ла ҡайтарып алығыҙ пажалыста ғына,—тип яҙҙырҙым. Ҡайтып ҡына ҡулға юлыҡһын, белербеҙ ҡалғанын үҙебеҙ, тип уйҙаным да... Яңғыҙ улымды әллә ҡайҙағы мәрйә ҡулына биреп ҡуйыш юҡ инде, тип көлгән булған ҡәйнәһе.
* * *
—Атай, әсәй менән нисек таныштың? Әсәй һин һөйҙәһен тине,—тип хәйләләне Гөлйәүһәр бер төн атаһының теле сиселгән мәлде көтөп алып.
—Күрше ауылға киске уйынға барғайныҡ, шунда күрҙем әсәңде. Беҙ һуғышта, унан һуң действительный хеҙмәттә йөрөгән саҡта матур ҡыҙҙар үҫеп торған. Матур булды әсәң ҡыҙ саҡта. Ҡупшы кәүҙәле. Эй оҫта бейей үҙе. Тегендә—вальс...
—Тегендәгеңде ҡыҫтырмайынса булмаймы?—Бәпәй имеҙеп ятҡан Зәмһәр башын ҡалҡыта.
—Мин гармун уйнайым, былар саң борҡотоп бейей. Исемең нисек, тиһәм, Зәмһәр, ти. Зәңгәр, тинем дә ҡуйҙым мин әсәңде. Күҙе мәрйәләрҙеке кеүек йәшкелт-күк.
—Һинең мәрйәңдеке һымаҡмы?—Әсе тел әсәһе тағы һүҙ ташлай...
—Тәү күргәндән күҙем төштө. Яраттым да ҡуйҙым Зәңгәрҙе.
—Яратҡанға ғөмөр буйы Катерина, тип илайһың икән.
—Теле низнай инде әсәңдең. Шуға беҙ өндәшмәй ҙә ҡуябыҙ, ҡыҙым, шулай бит?
Атаһы шыбырҙауға күсә.
—Һин эҙҙәп табырһың инде, Гөлйәүһәр ҡыҙым ундағы апайыңды. Ул тас һин. Һин тыуғас, шаҡ ҡатҡайным. Икегеҙ ҙә тас минең әсәй. Исеме—Галя. Галина Алексеевна. Фамилияһы ла минеке түгел ине, хәҙер былай ҙа икенселер фамилияһы.
—Ништәп Алексеевна, атай?
—Катя инәйең мине Алеша, тине лә ҡуйҙы бит. Бер нәмә булып тормаһын, тип ҡурҡҡандыр йә. Репрессированныйҙың ҡыҙы ине.
Уларҙың хәбәрен әсәһенең еңелсә екереүе бүлә:
—Һәй, ике ышпион, етәр, ятығыҙ! Таң атып килә.
* * *
Атаһын тыңлап ята торғас, йоҡлап киткән Гөлйәүһәр, уның, һүрелгән мейестең көлдөксәһенә башын терәп, һыңҡылдап тороп илап ултырғанында уянып китте. Ырғып тороп атаһы янына төшмәксе булғайны ғына, әсәһе ынтылып ҡулынан эләктереп алды
—Шеш... Барма. Ултырһын. Кил, эргәмә ят...
Әсәйҙең эргәһе буш. Атай әллә бөтөнләй ятмаған, әллә тәмәке тартып алыу һылтауы менән төшөп киткән.
—Әсәй... Атай нимәгә илай?
Бәй, әсәһе лә илай бит! Талашһалар, тауыштары ишетелер ине. Нимә булған икән?
—Әсәй?...
Зәмһәр ниңәлер ҡыҙының устары менән еүеш сикәләрен, йәшле күҙҙәрен һөртә.
—Атаңды йәлләйем... Үҙе мине ҡосаҡтап ята, үҙе... Мин уға эскәндә генә... Эй Аллам... Эсеп алһа ғына... Иҫенә... Ҡалайтайым икән... Ә ул айыҡта ла...
Ҡыҙын һыға ҡосаҡлап, эй, иланы шул таңда Зәмһәр. Түгелеп иланы...
Fәзиз кешеләренең һыңҡылдап-түгелеп илауҙарына ана шул таңда осраҡлы шаһит булған Гөлйәүһәрҙең бала ғына күңеленә мәңге юйылмаҫ ауыр төйөн булып ятты был ваҡиға. Ҡайҙалыр тәрәнгә төшөп ятты ла бер ҡасан да иремәне лә ҡуйҙы.
Әхмәт ҡыҙым булдырыр ул, шәп бит ул минең ҡыҙым тип маҡтап-хуплап йөрөһә лә, шәп ҡыҙы ер аяғы-ер башында ятып та әсәһенә шойҡаны тейеп, әсәһен илатҡан ҡатындың белмәгән-күрмәгән ҡыҙын эҙләп тапмаҫҡа һүҙ бирҙе үҙенә шул таңғы ваҡиғанан һуң.
—Табырмын мына! Көтөп тор! Кәрәге бар ине, ивет, әсәй?
Зәмһәр ҡыҙын тупылдатып арҡаһынан һөйҙө. Үҙен йыуатырға, хәленә керергә тырышҡан ошо балаға ҡайҙан бирелгәндер сер йәшерә белеү?
—Улай тимә, ҡыҙым. Ҡайҙан беләһең, ул да илайҙыр. Ярар... Аллам тигеҙләр әле.
Әсәһенең ошо аҡылына Гөлйәүһәр һаман аптырай. Ҡалай ғына сабыр булған Зәмһәр-Зәңгәр. Әхмәтен әрләп алһа ла, уның Кәтәһен ҡарғаманы...
—Йәнгенәң йәннәтә булһын ине, әсәкәйем.
Гөлйәүһәр әбей йыйырсыҡлы яңаҡтарына аҡҡан йәштәрен һөртөп, тәҙрә аръяғындағы донъяны байҡап тора бирҙе лә, ҡырҡа бер ҡарарға килеп уйҙарын йомғаҡлағандай, шыбырлап ҡуйҙы:
—Үтәрмен атайымдың васыятын, Алла бирһә! Табырмын һине! Көт мине, апай!