Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Апрель 2021, 13:22

"Даға" Рәлис Ураҙғолов

— Күрәһеңме, ағай, был дағаны? Минең дағам, атайҙан ҡалған. Һин уны тотоп ҡына ҡара ла кире бир, йәме. Ә мин һине атҡа ултыртып йөрөрмөн. Ана тора ул, ҡапҡағыҙ ҡаршыһында һине көтә".Абдулла, был бәндә дөрөҫ һөйләйме икән тигән шикелле, тәҙрәгә табан атланы. Улы тоторға иткәйне лә, Ишдәүләт туҡтатты, атлаһын, ҡамасаулама, йәнәһе. Ҡарт дағаны бер үпте, бер күкрәгенә ҡыҫты. Егеүле атты күргәйне, бөтөнләй үҙгәрҙе. Етмәһә, Ишдәүләт туйға тип махсус эшләткән ҡыңғыраулы дуға, ялтыр тәңкәләр менән биҙәлгән башҡа сбруйҙар менән еккәйне. “Ат! Ат! – тип сәпәкәйләне ҡарт. – Ысынлап та, ултыртаһыңмы? Ыс-сынмы?” #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#РәлисУраҙғолов

Рәлис УРАҘҒОЛОВ
ДАҒА
Хикәйә
Ишбулды ҡарт ҡапыл вафат булды. Ниңәлер, шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул ителде был хәл. Кемдер, ошо тиклем һуғышты үтеп ҡайтҡас, әлдә йәшәне әле, тип үҙен йыуатты. Икенселәре уның ҡасандыр оҫта тимерсе булғанлығын иҫенә төшөрөп, уфтанғандай итте. Өсөнсөләр тик тора белмәүенә, гел өтәләнеп йөрөүенә һуҡтырҙы. Ҡайһыһы, ай-һай, уҫал булды, тип бот сапты. Дүртенселәре, бишенселәре... Үлеүсеһе булһа – сәбәбе табыла инде уның, ерләп ҡайтҡандан һуң да һүҙҙәре аҙна-ун көн йөрөй.
Ләкин иң аптыратҡаны шул булды: үҙе фанилыҡтан киткәнсе үк ишеге башына ҡағып ҡуйған дағаһын, үлгәс, күкрәгенә һалып ҡуйырға ҡушҡан. Быға күрше-тирә, таныш-тоношо, хатта ата-әсәһен ҡәҙерләп ерләргә тейешле улы Ишдәүләт менән килене Миләш тә аптыраны. Ҡарт инде түшәккә ауғас, әле ясин да сығылмағанда, килене аптырап һораны:
– Ҡайным, бар мосолманға бысаҡ һалалар инде, ҡайсы булһа ла ярай, тиҙәр...
Ишбулдының тоноҡ, инде пәрҙә ярыһы менән ҡапланған күҙҙәре асылды:
– Да-ға-а, – тип ярылып кипкән ирендәре аша ҡурғаштай теле ҡыбырланы. – Да-а...
"Был тартышып һаташмаймы икән, доға тигәндер ул", – тиеүселәр ҙә булды. Тиҫбеһен бер туҡтауһыҙ тартҡан мулла ла: "Әлбиттә, доға!" – тип үҙ һүҙен әйтергә ашыҡты. Һис ҡасан атаһы һүҙенән сыҡмаған Ишдәүләт, соланға сығып, ҡыпһырыуын алды: "Атай һүҙе нисек әйтелгән, шул васыят булырға, шулай үтәлергә тейеш!" – тине.
Етеһен уҡытыуға... даға ҡабат урынына ҡағылды. Был сағында һис иренә ҡаршы төшөп өйрәнмәгән ҡатыны риза булманы:
– Үлгән кеше күкрәгенән алынған даға бит у-ул, – тип әллә нәмәләр һөйләргә тотонғайны ла, иренең ҡаты ҡарашы әйтеләсәк һүҙҙәрен таштай итеп боғаҙында ҡалдырҙы. Тик "мин ни, мин ни"ҙәре генә бозорлап сыҡты.
– Уның урыны шунда булырға тейеш. Мин дә алтмышҡа инеп барам. Һиңә васыятым шул – быйыл тамамлаясаҡ яңы өйҙөң ишек башында нәҡ ошо даға торорға тейеш.
– Ыста-ыста... Үҙенекендә торһа ла... Ярай-ярай, әллә кем беренсе үлә әле, теләһә нәмә эшлә. – Миләш ҡул ғына һелтәне лә, тауыҡтары менән булашҡан булып, китеп барҙы. – Кет-кет-кет... Килегеҙ бында, асыҡҡанһығыҙҙыр...
Ишдәүләт дағаны һыйпаны:
– Атайым уны һуғыштан алып ҡайтҡан икән, тимәк, юҡҡа түгел – өйҙө шайтандарҙан һаҡлай, ҡот килтерә!
Ишдәүләт был даға тураһында электән дә һис төпсөнөп һораманы. Тик бәләкәйҙән үк шуны белде: ул – изге ҡомартҡы. Сөнки уны атаһы йылына бер тапҡыр – 9 Майҙа ғына алып тора. Бала сағында тәү тапҡыр сәйер ҙә, сабый өсөн ҡыҙыҡ та күренешкә тап булғайны. Арғы ос кәкре Фәснәүи менән сулаҡ Исламдың, атаһының йылға буйына төшөп киткәндәрен күрҙе. Бала саҡ бит, ҡыҙыҡһыныуы улар артынан эйәртте. Иң аптыратҡаны шул булды: бер сүмескә араҡы ҡойоп, шуға "боевой" тип аталған наградаларын, уларға ҡушып, тутығып бөткән шул дағаны төшөрҙөләр. Сүмес ҡулдан-ҡулға йөрөнө...
Шулай бер нисә йыл ҡабатланды. Ишдәүләт өсөн ғәҙәтигә әйләнде. Тик... Тәүҙә кәкре Фәснәүи ағаһы үлеп китте, һуңынан – сулаҡ Ислам ағаһы. Тағы бер нәмәгә иғтибар итте Ишдәүләт: киләһе йылдарҙа ла Еңеү байрамы килде, әммә даға урынынан алынманы. Тик кискә генә, көтөү төшөп, малдарын йыйғас ҡына, дағаның тутыҡ ҡаҙағы шығырланы. Әсәһе өҫтәлгә боҫон сығарырға түҙемһеҙләнгән сүлмәген килтереп ултырта, белендәренә ҡаҙ майы һөртә, мейестәге яңы ғына бешкән икмәген сығара. Уны ҡәҙерләп кенә күкрәгенә терәп телә. Үҙе былай тип һөйләнә: "Ҡартым, хәтерләйһеңме, ҡасан ғына күкрәккә икмәк ҡуйып киҫербеҙ икән, ти торғайныҡ. Бына, хәҙер, Аллаға шөкөр..." Атаһы өндәшмәй генә соландан, әйтерһең, ошо ваҡиға өсөн генә һаҡлаған тиерһең, таныш еҙ сүместе алып инеп өҫтәлгә ҡуя. Эсенә дағаны һала, шифоньерҙа эленеп торған пинжәгенән Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, "Батырлыҡ өсөн" миҙалын, "Гвардия" значогын ысҡындырып ала ла ошо уҡ сүмес эсенә һала. Һуңынан бер шешә араҡыны тулыһынса
ҡойоп бөтә. Атаһы берҙе уртлай. Өҫтәлдән семтем генә икмәк алып ҡаба. Өндәшмәй. Тик әсәһе генә: "Ай, Аллам, ашап ултыр, исмаһам, – тип бөтөрөлә. – Иҫерәһең дә инде..." Шунда атаһы тәүге тапҡыр былай тип һорай: "Ә Фәснәүи менән Исламдың стакандары ҡайҙа?" Өс ҡырлы стаканға яртылаш тағы араҡы ҡойола. "Бәхил булығыҙ, дуҫтарым, яуҙа баштарын һалған башҡалар. Сүместе йөрөтөп кенә эсер инек тә бит..."
Атаһы шулай төнө буйы ултыра. Өйҙә ғүмерендә тартмаһа ла, "махорка" төрә. Өндәшмәй. Ә үҙенең күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш аға... "Осҡоном, ғәфү ит, Осҡоном..." Был һүҙҙәрҙе Ишдәүләт тәүҙә атаһының иҫереклеге етеүе тип уйлай торғайны. Әсәһе ошо һүҙҙәрҙән һуң уны йыуата-йыуата карауатҡа һала, иҙеүҙәрен ысҡындыра, һуғыштан һуң һис ташламаған, тик яңыртып ҡына торған "кирза" итектәрен, "гәлифе" салбарын систерә. Тик сүмескә теймәй – уны иртәнсәк үҙе алып, дағаһын ҡағып ҡуйырға тейеш...
Тик һуңынан ғына белде Ишдәүләт "Осҡоном" һүҙенең иҫереклек сәбәпле әйтелмәгәнен. Әсәһе атаһына ҡарағанда элегерәк вафат булғайны, түшәккә йығылғас, серен систе. Баҡһаң, Ишдәүләттең ҡартаталары бик хәлле булған икән. Улдары Ишбулды көнө-төнө тимерлектән сыҡмаған. Колхоз сыҡҡас, ҡартаталарын арбаға ултыртып, ауылдан ҡыуалар. Ҡайҙалыр Себер тарафтарына ебәрәләр. Ләкин аттары артынан әле генә тыуған ҡолондары эйәрә алмай. Конвой ҙа ҡыуа ғына бит инде. Шул саҡ ауыл халҡы Ишбулдыны ҡалдырыуҙарын һорай – тимерсе бик кәрәк ул заманда: кемдең самауыры тишелә, кемдең тасы, башҡа әйбере... Шулай итеп, ун өс кенә йәшлек Ишбулды ауылда тороп
ҡала. Егет ҡорона инә. Бибиәсмәгә өйләнгәс, күп тә тормай, һуғыш сыға. Теге ҡолонсаҡ Осҡон үҫә, матур тайға әйләнә, йәне-тәне менән Ишбулдыға бәйләнә. Хатта повестка ла икеһенә берәү килә. Юл – Башҡорт кавалерия дивизияһына. Атаһы бер хатында былай тип яҙа: "Бибиәсмә, һиңә Осҡон менән минән ҡайнар сәләм! Бибиәсмәм, күрһәң ине, Осҡон шул тиклем ҡыйыуланды: бер ниндәй шартлауҙан да, боҙҙан да, тәрән ҡарҙан да ҡурҡмай. Ике ҡолаҡ араһына ҡуйып винтовканан атам – уйламай ҙа дошман өҫтөнә ташлана. Күкрәген ҡуйып, мине һаҡлап бара. Яңыраҡ ҡына үҙем сүкеп дағалар эшләп дағаланым. Быларына бер боҙ ҙа ҡурҡыныс түгел. Тиҙҙән рейдтан – дошман тылынан сығасаҡбыҙ. Ҡайғырма".
* * *
Дағаның башҡа тарихын береһе лә белмәне. Ишбулды уны үҙе менән алып китте...
– Туңып барам даһа, – был һүҙҙәрҙе Ишбулды әйтә алмай ине.
Башын күтәреп ҡараны – ойошҡан ҡаны сәсе менән бергә боҙ булып йәбешкән. Һепертмә буран битен һырый. Өшөтә. Дер ҡалтырата. Һаташтыра. Бик ныҡ һыуһата. Йөҙөнә бәргән ҡарҙы ялап ҡарай – уныһы иреп тә өлгөрмәй, икенсеһе туңдырып тора. Ҡар бөртөгө иретерлек тә йылы тыны ҡалманымы икән ни тән-йәнендә? Юҡ, был һүҙҙәрҙе ул әйтмәй, әйтә лә алмай. Әсәһенеке булып ишетелә. "Эх, әсәй, ҡулдар туңған – иретә алмайым шул, хатта анау ҡарҙы ла ҡабалмайым". "Түҙ, балам, түҙ, сабырлыҡ бир, Хоҙайым". Өшөтә. Дер ҡалтырата. Ыңғырашып ҡысҡырғы килә. Тик...
Ҡапыл Ишбулдының күҙ алдары яп-яҡты булып китте. Йә, Хоҙай, әллә йәне сығып осто инде. Ҡайҙа ята ул, Осҡоно ҡайҙа? Бәй, ана артынан юрта бит. Тик ниңә ҡолон ғына? Кемдер ҡарлы бейәләйе менән битен, башын һыпыра түгелме?
– Әсәй, был һалдат тере бит! – тип ҡысҡыра хахолса бер малай. Сәйер, үҙе ҡысҡыра, ә тауышы тоноҡ, һаңғырау ишетелә. – Дедуля, матушка, килегеҙ әле, кил. Аты ла алыҫ түгел!
Шәүләләрен шәйләне Ишбулды. Тик бер ни аңламаны: тирә-яҡта ҡараңғылыҡ, уның эргәһендә генә өс һөлдә ҡыуыҡлы лампа яҡтыһында һелкенә.
– Миленький ты мой, как живым остался? – Олораҡ ҡатындыр, көслө, дер һелкетә.
– Мин ҡайҙа? – Ишбулды бер ни аңламаны. – Кто вы? Моя кобыла где? – тип ыңғырашты.
Теге ҡатын битен ышҡый, ҡулдарының тиреләрен өҙөп аламы ни, ҡар менән күкрәгенә тиклем ыуа...
– Моя кобыла, атым ҡайҙа?
– Мамуля, атын һорай бит был. – Баяғы үҫмер тауышы. Уныһы Ишбулды өсөн ҡот осҡос һүҙ әйтте. – О себе думай, дурак, а кобыла тебе помогла да на тот свет отправилась!
– Ни-ни...
Һүҙгә оло йәштәрҙәге ир ҡушылды:
– Берәй яралыны ҡотҡарып булмаҫмы, тип сыҡҡайныҡ кис ауышҡас ҡына. Алыш ҡаты, бик ҡаты булды бит. Һеҙ – атта, фашист
артиллериянан бәрә. Тик булған яралылар ҙа, аттар ҙа туңып, ҡанһырап үлеп бөткән. Ә бына һинеке үҙе саҡырҙымы ни, меҫкенкәйем. Хужам үлеп бара, килегеҙ, тигәндер инде. Беҙҙе саҡырғандай бер нисә тапҡыр кешнәне лә тынды. Бына шуға был яҡҡа килдек. – Ҡарт, әйтеп ҡалайым тигән һымаҡ, туҡтауһыҙ һөйләне лә һөйләне. Хайуанҡайҙың аҡыллылығы, хужаһына тоғролоғо аптыратҡайны уны. Дөрөҫөрәге, шаҡ ҡатырғайны. – Һин урман эргәһендәһең бит, төнөн бүреләр тамаҡлап та китер ине. Ә атың телгеләнеп тигәндәй бөткән, бахырың. Нисек кешнәргә, ярҙамға саҡырырға көс тапҡандыр? Бәлки, һуңғы көсөн йыйып, йән асыуынан шулай итә алғандыр, Хоҙай көс биргәндер...
– Һин, һалдат, тик ойома ғына, йәме, нисек тә түҙ. – Быныһы теге үҫмер ине. – Полицайҙар ауылда юҡ. Һеҙҙең ҡылыс болғауығыҙҙан уҡ ҡурҡып ҡастылар инде, ха-ха-ха... Эй, егет, ойома...
Уны Ишбулды ишетмәне лә, аңламаны ла.
– Сынок, – тине баяғы ҡарт. – Әйтеүе лә әллә нисек инде, атыңды төнөн барыбер эттәр, бүреләр ашап бөтөр... Һинең рөхсәттән тип әйтәйемме, күпмеһендер алып ҡайтайыҡ... Үҙеңә хәҙер һауығырға һурпаһы ла, яраларыңды йүнәтергә эс майы ла кәрәк. Рәнйемә шулай тигәнгә. Атыңдың һуңғы ярҙамы ошо булһын.
Ишбулдының күҙҙәре йомола барҙы. Яраһы ла һыҙлап аҙаплатмай башланы, ул аңын юғалта. Тик күҙ алдында йәм-йәшел үләнле болон да сабыулап йөрөгән ҡолонҡай... Ниндәй рә-хә-әт!
Ах, ҡайтыуҙары ауыр икән шул. Аяҡтары ергә баҫҡан һайын ауырая, әйтерһең дә, тубыҡҡа тиклем ергә батҡан. Хәлһеҙ ҡулдарына гер
аҫҡандармы ни. Бар тәне һыҙлай, күҙ алмаларына ҡуҙ баҫҡандар тиерһең – асып булмай.
– Был нимә? – Ҡаршыһында ике шәүлә һелкенә: йә томан эсендә юғалалар, йә килеп сығалар. Ахыр сиктә бер һынға – ҡарт рәүешенә киләләр.
– Уяндыңмы, вәт, маладис, – тине ул, алдағы төшкән теш араһына тел осон ҡыҫтырып. Үҙе һөйләнде лә һөйләнде. – Бик ауыр үткәрҙең бит был аҙнаны, ай-һай, ауыр. Ярай әле атыңдың эс-майына үләндәр ҡушып, шифалы май эшләп алдыҡ. Уның менән ҡарсыҡ шөғөлләнә минең... Хәҙер тағы бар тәнеңде ыуырбыҙ...
– Бар тән... – Шунда ғына Ишбулды үҙенең шыр яланғас килеш бер иҫке тун эсендә ятҡанын аңланы. – Ә атым ҡайҙа һуң, атым? Ҡылысым?
– Атыңды снаряд ботарлап тиерлек ташлағайны инде, меҫкенемде. Һиңә тигән ярсыҡты вис үҙенә йыйған. Ҡараңғы төшкәс барғайныҡ яланға, һеҙҙең ат үләкһәләре тулы, һалдат мәйеттәре – вис туңғандар. Ә атың, беҙҙе саҡырырға булған һымаҡ, әсе итеп кешнәп ебәрҙе. Барып табыуға инде.... – Ҡарт һиҫкәнеп китте, бәй, был бисара бит үҙе лә аңында ине. Онотҡандыр, аҙна буйы һаташып ятты. Етмәһә, ҡулбашы йәрәхәтләнгән, тубығы умырылып сыҡҡан... – Һин ҡурҡма, ауылдан ситтә йәшәйбеҙ беҙ. Этем дә юҡ. Терелерһең дә, үҙебеҙҙекеләргә сығарырбыҙ.
Оҙаҡ һүҙһеҙ ятты Ишбулды, бик оҙаҡ.
– Һиңә повезло әле, – тигән тауышҡа егет тертләп китте, күҙҙәрен асты. Хужабикә тора. Ҡарсыҡ тип өндәшһә лә хужа кеше, ҡатынды уның
ҡыҙылыр тиерһең. – Ана, төптә бер егет ята, уның яраһы ла ныҡ, аяҡ-ҡулдары бөтөнләй йөрөмәй тиерлек – туңған. Аңында түгел, ыңғыраша, һаташа. Ҡайһы саҡ аңлашылмаған һүҙҙәр әйтә. Ә атыңа рәхмәт, икегеҙҙе лә ҡотҡарҙы ул. Йәлләһәң дә, һурпаһын эсергә кәрәк, майын да һөртөргә. Шунһыҙ булмай. Ошо мәхшәрҙәге йөҙләгән кешенән Хоҙай һине алып ҡалған икән, юҡҡа түгел. Һин – Алла бәндәһе...
Йорт хужалары, әй, бөтөрөндө, әй, бөтөрөндө... Хатта ат киҫәктәрен алып ҡайтҡандары өсөн үҙҙәрен ғәйепле төҫлө тоялар. Ишбулды иһә тыныслана төштө: хәҙер Осҡондо кире ҡайтарып булмай бит инде. Яланда ятҡан егеттәрҙе лә...
– Үҙегеҙ ҡайһы яҡтан һуң, улан?
– Беҙ – башҡорттар, отец. Башҡорттар – Уралдан, – Ишбулды бер аҙ тын торҙо. Һуңынан, эҙләгән әйберен таптымы ни, һорай һалды. – Аттың тояҡтарын да алдығыҙмы?
Бабай өндәшмәне. Бер аҙ шым ғына ултырғас, былай тип әйтеп ҡуйҙы:
– Ҡайһы ере эләгә – шуны инде... Ә мин уның урынын беләм, бер ҡайын төбөндә генә – урман сите бит. Барырмын, һөйәктәрен булһа ла йыйырмын...
– Бик үтенеп һорайым, отец, бөгөн үк барып, атымдың бер генә дағаһын алып кил әле. Үтенеп һорайым...
Ошоно ғына көткәндәй, хужа кеше еңелсә толобон эләктерә һалды.
– Хәҙер, хәҙер, күршелә генә йәшәгән ейәнемде алам да... – Сығып киткәндә былай тип тә ҡуйҙы. – Ул һине тапты бит!
* * *
Бына ошо даға Ишбулды ҡарт үҙе фанилыҡтан киткәнсе өйө ишеге башында торҙо. Ошо дағаны улы Ишдәүләт яңы һалынған йортоноң ишеге башына ҡаҡты. Биш йәшлек кенә Ишбулды исемле ейәне сөйҙәр биреп торҙо.
* * *
"Ишдәүләт ат алып ҡайтҡан!" Берәй ҡиммәтле яңы "иномарка" тиһәләр, билләһи, береһе лә аптырамаҫ ине. Ә бында – Ат! Был ауылда уны өс тиҫтә йыл күргәндәре юҡ. Булмаҫ, тине берәүҙәр, алтмышҡа еткәндә иҫәрләнгәндер, тине икенселәре, өсөнсөләре мыҫҡыллы йылмайҙы, дүртенселәре бөтөнләй олаталарының кулак нәҫеле булыуын иҫенә төшөрҙө, бишенселәре, алтынсылары... Хәйер, малҡай хужаһы үҙе лә оҙаҡ көттөрмәне – яҡшы кашауай санаһын егеп, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ауыл урамдарын зыр әйләнде. Ауылдаштарына был "иҫәүән"дең уҙған быуат мөғжизәһен күреү өсөн өйҙәренә барырға ла кәрәкмәне. Ҡыҙыҡһыныусылар тәүҙәрәк тәҙрәләргә ҡапланды, ҡапҡа төбөнә сығып баҫты. Ә ике-өс аҙна үттеме-юҡмы, өйрәнделәр. Барыһы ла шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул ителде.
Әлбиттә, Ишдәүләттең үҙенә лә былайыраҡ тип әйтеүселәр табылды:
– Ниңә кәрәк һуң ул артыҡ мәшәҡәт? Тракторың бар ҙаһа...
– О-о-о, уны күпме ҡарап йөрөтөргә кәрәк? Ҡайҙа ваҡыты?
– Күп ашай бит ул, көнө-төнө тик тормай...
Һоҡланып, күңелдәре эстән көтөрләгәндәр ҙә табылды:
– Мин дә алыр инем дә ул, тик бына...
Һәр хәлдә, аттан да бигерәк, "ат башындай" хәбәр таратыусылар тәүҙә өҙөлмәне. Һуңынан барыһы урынына ултырҙы.
– Туҡ-туҡ-туҡ... – Тауыш тағы ҡабатланды. – Туҡ-туҡ-туҡ...
Иренең ҡуйынында ирегән Миләш ҡапыл тертләп китте:
– Ишдәүләт, Ишдәүләт, тим, тәҙрә шаҡыйҙар түгелме?
– Ы-ы-ы, бынау буранда кем йөрөһөн – елдер... – Хужа кеше ҡото алынып тороп ултырған ҡатынын ҡосағына һөйрәне. Туҡ-туҡ-туҡ... Шул саҡта ғына тауыш ысынбарлыҡта икәненә ышанды.
– Хәҙер, хәҙер. Күлдәк-ыштанды ғына эләктерәм. – Туҡ-туҡ-туҡ! – Һай, Аллам, бынау буранда кемдең артына ут ҡапҡандыр...
Хужа солан ишегенең келәһен күтәрҙе. Асылған ишек ыңғайына буран еле менән бергә арғы ос Хәнәфи килеп инде.
– Ағай, ағай...
– Йә, нимә булды?! – Ишдәүләт берәй хәтәр хәбәр көттө. Хәнәфи, пәлтә иҙеүен дә эләктермәйенсә, юҡҡа ғына теге остан бында саҡлы буран һырынтыларын йырып килмәҫ ине.
– Ағай, Нәсихам үлә, һыуҙары китте...
– Ай Аллам, иртәнгә саҡлы көтә алмаған икән. Мин хәҙер, атты ғына егәм дә...
Хәле, ысынлап та, хөрт булған: йәш ҡатын тәүге сабыйын табырға тырыша, йәш фельдшер ни эшләргә белмәй. Толопҡа төрөп, участка
дауаханаһына саҡ барып еттеләр. Төнгө буранда, юл өҙөлгәндә – ун ике саҡрым араны. Малайҙары тыуҙы – Ишдәүләт тип исем ҡуштылар!
Знамо, ағайыңдың абруйы күтәрелеп китте: кемдер аты менән туй машиналары алдынан барыу өсөн саҡырҙы, кемдер башҡа йомошҡа һораны. Яҡшы яҡтары күп булды. Был, әлбиттә, бөтәһенә лә оҡшап етмәне. Кемгә оҡшаһын инде, элек ябай ғына күренгән Ишдәүләт йәйен һиртмәле, ҡышын саналы "корыто" эшләп алһынсы әле, тарантас, кашауай саналар тураһында әйтеп тә тормайыҡ.
Бер көн Ишдәүләттәрҙең ҡапҡаһы алдына "иномарка" килеп туҡтаны. Сыҡҡан таныш бәндә түгел ине, ләкин, хәҙергесә әйтһәк, "крутой!"
Инде, һаулыҡ һорашты – үҙебеҙҙең башҡорт егете икән.
– Ағай, мин уратып-суратып торған кеше түгелмен. Күрше ауылданмын. – Егет туҡтап, тирә-яғына ҡаранып алды. – Понимаешь, ағай, "йәшеллек"тәрҙе йәлләмәм...
– Аңламаным, ҡустым, ал ул һүҙеңде кире, ә кәрәген әйт!
Егет ғәфү үтенде лә һүҙен дауам итте:
– Ағай, выручай, атайым етмешендә иҫәрләнде – ат таптыра. Үҙе түшәктә ята, ә ат тип һаташа. Бәлки, бер йөрөтөп килһәгеҙ, тигәйнем дә... Белгестәргә лә күрһәтеп ҡараныҡ, әбей-һәбейгә лә алып барҙыҡ – файҙаһыҙ. Аңлайһығыҙҙыр, туғандар ваз кисте, ә миңә атай йәл...
– Барам, – тине Ишдәүләт, – хәҙер ваҡ-төйәк эштәрҙе генә башҡарам да – барам!
Теге ир ни эшләргә белмәне: уның йөҙөнән шатлыҡ та күреп була ине, хәсрәттең ҡара һөрөмөн дә. Ҡапҡаны япҡас та теге яҡтан “пажалыста, килегеҙ инде...” тигән ялбыраулы тауышы оҙаҡ ишетелеп торҙо.
– Алла ярҙам бирһен инде: ауырыу кешегә лә ҡыйын, ҡарағанға ла, – тине лә Ишдәүләт өйөнә табан атланы.
Атланы ла... атаһы үлгәндән һуң ҡағылған дағаға ҡулын һуҙҙы – сөйҙәренән һурып алып, кеҫәһенә һалды. Күршеһенең тәҙрә шаршауҙары һелкенеп ҡуйҙы...
Ҡарттың хәле, ысынлап та, шәптән түгел ине. Йөҙө ағарған, ябығып, бит һөйәктәре һыйыр осаһылай тырпайған, ҡул суҡтарының һәр быуыны беленеп тора.
– Бер ни ашамай, – тине үҙен Әмир тип таныштырған улы. – Әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Ҡасандыр раскулачивать ителгән ҡартаталарының атын таптыра. Алып ҡына бирер инем шунда берәй алаша, уны кем ҡараһын инде...
"Раскулачивать ителгән ҡартатаһы" – хас та минеке шикелле, тип уйлап ҡуйҙы Ишдәүләт. Теге ҡарт таныш булмаған кешегә ауырыуҙан тағы ла ҙурайып киткән күҙҙәре менән сәйерһенеп ҡараны. Ишдәүләт кеҫәһенән даға сығарҙы. Уны күреүе булды, ҡартты, Абдулла тип нарыҡлайыҡ, үҙгәртеп ҡуйҙылармы ни: ҡулын дерелдәтеп һоноп, тороп уҡ баҫты. Улының иҫе китте: "Атай, ят-ят, һиңә торорға ярамай, үҙем күтәреп алып сығам". Ишдәүләт уға тынысланырға ҡушты: "Баҫһын. Күрәһеңме, ағай, был дағаны? Минең дағам, атайҙан ҡалған. Һин уны тотоп ҡына ҡара ла кире бир, йәме. Ә мин һине атҡа ултыртып йөрөрмөн. Ана тора ул, ҡапҡағыҙ ҡаршыһында һине көтә".
Абдулла, был бәндә дөрөҫ һөйләйме икән тигән шикелле, тәҙрәгә табан атланы. Улы тоторға иткәйне лә, Ишдәүләт туҡтатты, атлаһын, ҡамасаулама, йәнәһе. Ҡарт дағаны бер үпте, бер күкрәгенә ҡыҫты. Егеүле атты күргәйне, бөтөнләй үҙгәрҙе. Етмәһә, Ишдәүләт туйға тип махсус эшләткән ҡыңғыраулы дуға, ялтыр тәңкәләр менән биҙәлгән башҡа сбруйҙар менән еккәйне. “Ат! Ат! – тип сәпәкәйләне ҡарт. – Ысынлап та, ултыртаһыңмы? Ыс-сынмы?”
– Һин хәҙер миңә дағаңды бирәһең. Әмир улың ошондай уҡты үҙеңә лә алып бирә, йәме. Шунан кейенеп сығабыҙ ҙа "и-хо-хо, и-хо-хо"... Дилбегә һинең ҡулда була!
Ҡалғанын яҙмайым, был күренеште үҙеңә күрергә, тойорға кәрәк. Ат киң баҫыу буйлап юл һала, ҡыңғырауҙар сыңлай, биттәргә ҡар бәрә... Абдулланың тауышы! Һау ирҙәрҙә булмаған эске шатлыҡ, балаларса ауаз!
Ишдәүләт дағаны урынына ҡағып ҡуйыуы булды, артынан мыҫҡыллы тауыш ишетте.
– Был һеҙҙең теркәлмәгән "шабашкино контора"ның эмблемаһымы?
Ишдәүләт эшкә мауығып, ҡапҡа асылғанын да һиҙмәгән. Әйләнеп ҡараһа, ҡаршыһында егерменән саҡ үткән егет менән ҡыҙ тора. Кейемдәре хәрбиҙәрҙекенә оҡшаған, һөйләшеүҙәре-е...
– Был бер ниндәй ҙә эмблема түгел, ә атайҙан ҡалған даға. Яман заттар, кеше һүҙе йортҡа инмәһен өсөн шулай ҡағыла башҡортта...
Мыҫҡыллы йылмайыуҙар, яһалма, һалҡын йөҙҙәр.
– Ярай, беҙҙең һеҙҙең демагогияғыҙҙы тыңлап торорға ваҡыт юҡ, өйгә инеп ҡағыҙҙар тултырайыҡ та... – Фырт егет теҙгенде ҡыҫҡа тоторға тырышты.
Инделәр. Хужа өтәләнеп өҫтәлен таҙартты. Уныһы ҡағыҙҙар менән тулды.
– Ишдәүләт, кем, Ишбулдович, һеҙ һалым органдарына теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙ! – тип башланы һүҙен погонлы фәрештә.
Ишдәүләт, ундай-бындай нәмәне ишетмәгән Ишдәүләт, өнһөҙ ҡалды.
– Молчание – знак согласия...
Ҡалғанын бөтөнләй ишетмәне хужа. Нимә әйтәләр – аңламаны, ҡыҙҙың телмәре әллә нисә ҡат "статья"нан тора ине, ҡул ҡуйҙырһалар, ҡуйҙы.
– Хәҙер инвентарҙы ҡарап, акт төҙөйбөҙ, – тине егет.
– Уныһы ни була тағы? – Ишдәүләт тамам ҡойолоп төштө. Етмәһә, янында Миләше, һүҙ әйтә белмәгән "мәжнүн" ҡатыны, теңкәһенә тейә: тегеләргә кемдән нисә ҡапсыҡ һоло, бесән алғанлығына тиклем һөйләй. Ә былары һоло менән бесәнде аҡсаға һалып, калькулятор төймәләренә баҫа ла: "О-о-о, хорошую сумму зарабатываете", – тип баш сайҡай.
Сыҡтылар. Һарайға инделәр. Шуны ғына көткәндәй, саптар бейә әллә ниндәй еҫтәр сығарып саптырып та ебәрҙе. Һис туҡтатырлыҡ түгел – бөгөн һыуҙы күп эскәйне шул, ҡоро бесән һыу һорай.
Ярай әле... Ярай әле теге тәтәй ҡыҙҙың күҙе "кәритә"гә төштө. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
– О, ҡалай мату-ур! – тип һалмаһынмы. Әйтерһең, уны алыштырып ҡуйҙылар, былай тип һорай һалды. – Ә кем эшләне?
– Үҙем, – тине Ишдәүләт, асыуы килеп, – Беҙ – тимерселәр нәҫеле! – Быныһын ҡупырайып та, ғорурланып та әйтте. – Әллә был да, һеҙ әйткәнсә, законға ҡаршы киләме?
– Ағай, асыуланмағыҙ инде, эшебеҙ шул бит: килергә, күрергә тейешбеҙ. Ой, мату-ур... – Ҡыҙ тамам ирене.
Бындай саҡта, кем әйтмешләй, Ишдәүләт егет сағынан ҡыҙҙар күңелен күреп өйрәнгән:
– Нимә, йөрөтөп килтерәйемме әллә? Хәйер, – тип ҡулын һелтәне лә, үҙендә көс табып, былай тине. – Һеҙҙең өсөн матурлыҡ та, төймәгә баҫып ҡына кеше тураһында уйлап, күңелегеҙ ҙә буш инде...
"Корыто" тәүҙә һаҡ ҡына таныш баҫыуҙар буйлап елде, ағастарҙы бәҫ ҡаплаған урмандар эргәһенән үтте, юлға сыҡты...
Бер-береһенә һыйынышҡан йәштәр, урман-тауҙарҙы яңғыратҡан шат ауаздар тураһында яҙмайым әле. Ишетелер, килерҙәр, реклама яһауҙа ғәйепләп, акт төҙөрҙәр.
Саптар бейә асыҡ ҡапҡанан килеп инде лә һарайға терәлеп үк туҡтаны. Бышҡырҙы. Йә, төшөгөҙ, йәнәһе, хужамдың былай ҙа эше күп, етмәһә, һеҙ йөрөйһөгөҙ башын бутап...
Ҡыҙ һаман иҫен йыя алмайынса, "корыто" эсендә кирелә ине:
– Ой, какой кайф, какой адреналин!
Егет папкаһын асты ла бынан алда яҙылған барлыҡ ҡағыҙҙарҙы Ишдәүләткә тотторҙо:
– Рәхмәт, ағай, шулай кешеләргә шатлыҡ өләшеп, ярҙам итеп йәшә! – тине.
Ишдәүләт шаҡ ҡатты. Тик ҡапҡанан сығып барыусыларҙан былай тип кенә һорай алды:
– Ә мин быларҙы нимә эшләтәйем?
– Мунса яғып ебәрерһең. Еңгәйҙе матур итеп ҡайын миндеге менән сабырһың... – тигәнде генә ишетә алды хужа.
Күберәк хикәйәләрҙе беҙҙең төркөмдә таба алаһығыҙ: "Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: