Автобус килеүгә хәтһеҙ генә ваҡыт бар. Туҡталышта кеше күп түгел. Берәүҙәр таныш-тоношо менән гәп һата, йәшерәктәре телефон экранына төбәлеп виртуаль донъя киңлегенә сәйәхәт итә.
-Әйҙә, бынау ашханаға инеп торайыҡ, аяҡ талды, - тине ҡарсығына оло ғына ағай. – Берәй сынаяҡ сәй ҙә эсеп алырбыҙ.
Үҙе шунда уҡ ауыр ғына күренгән ике сумкаһын ике ҡулына тотоп бинаға табан ыңғайланы. Ҡарсығына уға эйәреүҙән башҡа сара ҡалмағайны.
Мин дә уларға тағылдым. Ашхана эсендә халыҡ күп түгел. Юлдаштарыма ҡушылып сәй алып күрше өҫтәлгә урынлаштым. Эҫе сәйҙе өрә-өрә яңы таныштарымдың сәйер әңгәмәһе шаһитына әйләндем .
-Ай-һай, шәп квартир алған бит улыбыҙ,- тине ағай кеше. – Бөтә йыһазын да шып тултырған бүлмәләренә!
-Эйе, беҙ булһаҡ, яйлап, әле берен, әле икенсеһен алыр инек. Йәштәргә бөтәһе бер юлы кәрәк шул!- тине ҡарсығы уны йөпләп.
-Һе, аҡса бар, әйбер өҫкә ауып килә хәҙер магазинда, ниңә алмаҫҡа? Беҙҙең заманмы ни...
-Бынауы килендең генә ҡалтыраныуы эсте бошора,- тине ир йөҙөнә бер аҙ хәүеф билдәләре сығарып.
-Мин дә уға иғтибар иттем- эшләгән ерҙән дерелдәп китә,- тип ҡатын да борсолоуын белдерҙе.
-Былай булһа-оҙаҡҡа бармаҫ...
Ололарҙың хәбәре мине лә һағайтты. Бына бит донъя! Кешенең тормошо бөтә яҡлап та теүәл булмай шул. Байлыҡ, муллыҡ ҡына күңел бөтөнлөгөн тултыра алмай. Бахыыр, килен! Меҫкенкәйҙең хәлен күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
-Ҡайтҡас та улыма шылтыратырға кәрәк, берәй әмәлен тапһын,- тине апай ҡартына һораулы ҡарашын төбәп.
-Эйе, үҙенең генә ҡулынан килмәҫ- белгес саҡыртһын.
Ай, ҡалала тороп һаман табипҡа барманылармы икән ни? Әмәл генә ғәмәл түгел был осраҡта! Юғары белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк, йә булмаһа сит илгә лә барырға мөмкин хәҙерге заманда. Аҡсалары ла мул булғас. Әллә... кәңәш итәйемме икән, тип уҡталып ҡуйҙым. Шунан тағы туҡталдым, хәбәр тыңлап ултырған, һинең ни эшең бар, ҡыҫылма, тиәрҙәр...
-Бәй, бәй, ниңә ҡайтҡанды көтөргә, хәҙер үк шылтыратайым , - тип ҡабаланды атай кеше.
-Эйе шул, әйтә һал,- тине хәсрәтләнгән әсәй.
Ҡарт тәүҙә түш кеҫәһенән күҙлеген алды, шунан телефонын сығарып кәрәкле номерҙы тапты.
-Улым, улым! Анау, килен күңелде өйкәп тик тора, ултырған урынын ҡара әле, нығытып ҡуй. Йә, йығылыр... Үҙеңдең генә ҡулыңдан килмәһә ярҙамға берәйһен саҡыр.
Ҡарт хәбәрен әйткәс еңел тын алып ҡуйҙы. Ә миңә уның һүҙҙәре тағы ла ауырыраҡ тәьҫир итте. Эй, бисара киленкәй, ултырып ҡына тора ти бит. Йөрөй ҙә алмай икән. Уны хәстәрләп, минут һайын борсолған ҡәйнәһе менән ҡайныһына хәҙер инде ҙур хөрмәт менән ҡарай башланым. Килен-сит кеше балаһы тип тормайҙар, минут һайын телдәренән дә төшөрмәйҙәр бит әле. Бына исмаһам кешеләр! Ана, бәғзе бер ҡайны-ҡәйнәләр йүгереп йөрөгән килендәренең дә етешһеҙлеген табырға ғына торалар. Ҡайһы берҙәре, хатта ейән-ейәнсәрҙәренә лә, « килен балаһы”, тип айырып ҡарай.
-Әйҙә, сыға һалайыҡ, автобус килеп етер,- ҡарттың тауышы борсоулы уйҙарымдан айырҙы. Үҙе ҡарсығынан алда сығып та китте.
Мин апайға күҙ һирптем. Уның йөҙөндә борсолоу әҫәренең бөртөгө лә ҡалмағанын күреп тағы аптыраным. Килендәренең хәленә тамам күнегеп бөткәндәр икән, тип уйлап тетрәндем. Яҙмыш һынауын тыныс ҡабул итеп йәшәүҙәренә һоҡландым. Уларға шул тиклем ярҙам иткем килде. Баш ҡалала йәшәгән, ярайһы уҡ таныш-тоношло кеше ләһә мин. Бәлки, яҡшы табиптарға күрһәтеп ҡарағанда... Ошо уй менән ишеккә ыңғайлаған апайҙың юлына баҫтым да, уның күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып:
-Киленегеҙ ауыр хәлдәме ни, апай? Мин һеҙгә ярҙам итергә әҙер,- тинем.
-Ниндәй килен ул?- ҡатын күҙҙәрен шар асып миңә төбәлде.
-Һуң, әле генә ағай менән уның хаҡында һөйләштегеҙ бит!
-Әәә, - апай кеткелдәп ебәрҙе,- кер йыуыу машинаһын килен тип йөрөтәбеҙ ҙәһә ул...
Мин телһеҙ ҡалдым. Ваҡиғаның көтөлмәгән боролош алыуына, башыма килгән хәсрәтле уйҙарҙан шулай ҡапыл ғына арыныу ҡыуанысынан ни ҡылырға белмәй урынымда тора бирҙем.
- Киленемә килгәндә, баҫҡан ерендә ут сығара ул, эшләмәгән эше, бешермәгән аш-һыуы юҡ. Бына, беренсегә бәпәй көтәләр, өй ҙә туйланылар, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр...
Апайҙың хәбәренең осо-ҡырыйы күренмәй ине.