Ағиҙел
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Март 2021, 09:16

"Уйын" Әлиә Саматова

Иртәгәһенә яр буйында йөрөгән Рәмилә менән Нәбирә икеһенә ике ярты ут кеүек янып торған ҡыҙыл төҫкә ап-аҡ борсаҡтар төшкән каса ярсыҡтары табып ҡыуандылар. Уйынсыҡ өйҙәренә йыуып теҙеп тә ҡуйҙылар. Әгәр ҙә ошо ҡыҙҙарҙың уйынсыҡ йорттарында теҙелгән ярсыҡтарҙың яҙмыштарын барлай китһәң, ни булыр ине икән? Бала күңеле шуны уйламай ҙа бит. Ә ниңә уйларға? Матур, ялтыр икән, әйҙә алып йыу ҙа, теҙеп уйна. Оҡшамай, ялҡытып китте икән, алып ташла, алмаштыр, бүләк ит. Һәр ярсыҡ-үҙе бер ҡабатланмаҫ яҙмыш. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#ӘлиәСаматова

Уйын.
Әлиә Саматова
-Хазина! Хазина таптым!- һыңар ҡулы менән тотҡан итәген гөптәйтеп әллә нәмә тултырған, уныһы йүгереүгә ҡамасаулағандан , аяҡтарын тарбайта баҫып йән-фарман сабырға маташҡан Нәбирә үҙ алдына бер генә һүҙҙе ҡабатланы -Хазина...хазина. Себешләнеп бөткән аяҡтарын ташҡа бәрә-бәрә, артына ла ҡарамай әхирәте Рәмилә йәшәгән өйгә тиҙерәк килеп етеү ине уның теләге. Әйтерһең кемдер баҫтыра, әленән-әле артына ҡарап ала, ауыҙы йырыҡ.
-Рәмиләүүүүү, тиҙерәк тышҡа сыҡ әле... уфффф, хәл бөттө. -Бөрөп тотҡан итәген бер ҙә бушатырға теләмәне, сәскәле эске кейеменең да һатлыҡ йән кеүек күренеп ҡалыуына иғтибар итмәне мәктәп йәшенә етеп өлгөрмәгән ҡыҙыҡай. Хазина ҡәҙерлерәк ине шул.
Нәбирә былай сәрелдәк тауыҡ кеүек бер туҡтауһыҙ ҡысҡырһа,бер ғилләһе бар-тимәк, ысынлап та, эш йә бик хөрт, йә үтә шәп. Ихатаға йүгереп сығыу менән күҙ алдына баҫҡан күренештән шарҡылдап көлөргә тотондо Рәмилә. Бите бысрап бөткән, күҙе таҫырайған, итәгенең аҫҡы өлөшө эсенә тиклем күтәрелгәнсе нәмәлер тултырған,ике-өс көн элек үрелгән сәсе һүтелеп туҙып бөткән был ҡыҙ йораты цирктағы клоунға оҡшап тора ине шул.
-Йә, көлөп торма, хазина таптым! Әйҙә мыныһын бушатайыҡ та, йүгерҙек ҡалғанына. Сәриәләр күрмәҫ элек,-тип итәген асып ебәргәйне, Рәмилә был тиклем дә байлыҡты тәү күргәнгәме тәүҙә ҡурҡып китте, шунан һөйөнөп ҡуйҙы, тотоп ҡарарға уйлағайны ла, йә, аҙаҡ ҡарарың, унда ишеү ҙә матурыраҡтары күп,-тип Нәбирә итәгендәгеһен нигеҙ буйына бушатып та ҡуйҙы. Ҡыҙҙарҙың итәгенә ут тоҡанғанмы ни, урам буйына сығыу менән таллыҡҡа остолар. Нәбирә үҙе бышлыҡҡан, үҙе бер туҡтауһыҙ тәтелдәй:
-Уууу, һин унта күрһәәәәң... нинтәй генә төҫлөһө юҡ: сәскәлеһе, ҡошлоһо, биҙәклеһе... Сәриәләр генә алдараҡ өлгөрмәһеннәр...вәт әй, кеше шулай матур нәмәләрҙе ырғыта микән. Ялан табандарын итәк остарына тейҙереп ялтырата-ялтырата килеп тә етте етеҙбикәләр.Аһаллаға төшөп тубыҡтарына устарын ҡуйып тын алдылар ҙа тал араһында күҙҙе ҡыҙҙырып ятҡан өйөмгә яҡынлаштылар. “Ысынлап та хазина тапҡан шул Нәбирә. Мынта нинтәй генә сынаяҡ, ҡоштабаҡ, ваза ярсыҡтары юҡ! Иҫ киткес бит ә!!! Бына байлыҡ исмаһам!” Юғиһә, сүп-сар араһынан иҫкереп бөткән берәй ярсыҡ тапһаң, әллә нәмәләй күрәһең, йыуып алып, танауҙы үрә сөйөп маҡтанып йөрөйһөң әле ул. Ә мынта!!! Йыуаһы ла юҡ, тап-таҙа. Ә матурлығы...
-Рәмилә, әйҙә иң матурҙарын ғына йыяйыҡ,сәскәлекәйен, мына мин күбәләклеһен таптым, хәҙер һиңә лә шунтайын табышам. Ҡалғантары Сәриәләргә ҡалһын.
-Шайтатайыҡ. Йыйып апҡайтайыҡ та шан ҡылъяранан бүлешербеҙ ивет, ә. Миңә апайым ҡылъяранан нисек бүлешергә өйрәтте у.
Тәтелдәй-тәтелдәй ҡыҙҙар итәктәрен тыңҡыслап тултырып та ҡуйҙы. “Эх, ошонтағы бөтә ватыҡ сынаяҡтарҙы ла алып ҡайтып булһын ине. Тәтәй йыйыйштырып уйнағанда, иң матуры уларҙыҡы буласаҡ”. Бөгөнгө табыштарына ҡәнәғәт балалар яйлап ҡына ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Уйынсыҡ өйҙәрен нисек биҙәйәсәктәрен күҙ алдына килтереп, хыялланып, маһая биреп баяғы өй нигеҙендәге өйкөмгә килтереп ауҙарғас, ысынлап та донъялағы иң бай һәм бәхетле кеше итеп тойоп ярсыҡтарҙан тишкесләнеп бөткән итәктәрен ҡаҡҡылап нигеҙ буйына аяҡтарын һалындырҙылар. Хәҙер көн дә була торған кәсептәрен башлаясаҡтар, бөгөн был кәсеп үтә лә ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс буласаҡ.
-Рәмилә, мин үҙемтең иҫке ярсыҡтарымты теге илаҡ Нәжиәгә бирәм, үҙе бер нәмә тапмай, арттан ҡалмай мыжый ҙа йөрөй бит, йәнте көйҙөрөп.
-Мин тә уға бирәм тә ҡуям, әйҙә шатланһын ивет. Әтеү , береһе лә уны уйнатмай, ҡунаҡҡа ла саҡырмай. Өләсәйем әйтә: “Бер етемде һөйөндөрһәң, сауап була”-ти.
Ҡыҙҙар уйынсыҡ өйҙәрендәге бөтә иҫке-моҫҡоно һыпырып бер ҡумтаға тултырып, бөгөнгө табылған хазинаның бөртөктәрен теҙә башлауға, Сәриәләр ҙә килеп етте, уларға мыжыҡ Нәжиә лә эйәргәйне. Төрлө сағыу сәскәле сынаяҡ ярсыҡтарынан ҡыҙҙарҙың күҙҙәре ҡамашты, ә Нәжиә ҡулына ҡумта тотторғастар, ни тип әйтергә лә белмәй, йәй буйына күлдәксән һыу инеүҙән төҫө уңалып таушалып бөткән күлдәген ялпылдатып йорто яғына йүгерҙе. Сәриәләр бындай хазинаның тал араһындалығын белеү менән, табандарын ялтыраттылар.
Рәмилә менән Нәбирә уйынсыҡ өйҙәрендә сөкөрләшеп сәй эскәндә башҡа ҡыҙҙарҙың да тулы итәктәре урам аша күренеп ҡалды.
-Иртә торорға кәрәк ине ивет, Рәмилә, мына беҙ иртә торғас, сынаяҡ ярсыҡларының иң матурҙарына үҙебеҙ өлгөрҙөк,-тип тел сыртлатып ҡуйҙы тәтелдәк Нәбирә.
-Өләсәйем гел әйтә: Алла бауай бәхетте иртәнсаҡ өләшә ти.
-Эйе, минең өләсәйем тә шунтай ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп ҡуя ул. Аҡ менән ҡара, шатлыҡ менән ҡайғы, мөхәббәт менән нәфрәт гел бергә йөрөйҙәр ти. Әле беҙҙең эргәлә тик бәхет тә шатлыҡ ҡына ивет.
-Эйеее.
-Ҡарале, Рәмилә, кем шундай матур сынаяҡтарҙы селпәрәмә килтерҙе икән ул әй? Беҙ өйөбөҙҙәге төҫө һарғайып бөткән эстәкәнде лә хатта ташламайбыҙ. Әсәйем кәрәк булыр ти.
-Була инде шундай кешеләр, олатайым ундайҙарҙы туйып ҡоторалар ти. Ана бит, беҙ ҙә бөгөн туйып ҡотороп алдыҡ. Яңы ярсыҡтар тапғайныҡ, иҫкеләренән һә тигәнсе ҡотолдоҡ-мыжыҡҡа тоттороп ҡайтарҙыҡ. Ҡыҙҙар үләндә тәгәрәп-тәгәрәп көлөштөләр.
Шулай балалар шатлығы менән тыуҙы бөгөнгө таң ауылдың Таллы урамында. Таң-яңы көн, яңы ваҡиғалар теҙмәһе булғанғамы, күңелгә өмөт үрә бит ул. Ә төн? Төнөн бик күп ҡоштар хатта тынып ҡала. Төн үҙенең шомлолоғо менән йөрәктәрҙе болоҡһотһа, серлелеге менән ылыҡтыра ла. Таллы урамында бөгөнгө төн дә башҡаларына оҡшаманы ...
Ирзат Гөлнурҙы күрше ауылдан һоратты. Район үҙәгенә барғанда автобуста осратып оҡшатҡайны, ғүмерлеккә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Аҙ һүҙле, оялсан Гөлнурҙың сихри ҡарашы Ирзатты һәр кис ауылына әйҙәп тороусы көскә әүерелде.Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға өйрәнгән зат булғанғамы, ағаһы менән еңгәһе балаҡтарын ҡыҫтырып яусылап алып та ҡайттылар. Гөлнурҙың әрмегә киткән класташы барлығы ла туҡтатманы Ирзатты, киреһенсә, этәргес булды ла, шикелле. Оҙатып, вәғәҙә биреп ҡалмаһа ла, Рәфис әллә ҡасан Гөлнурға күҙ ташлап ҡуйғайны инде. Ҡыҙлы йортҡа ҡырҡ ат бәйләнер, тип хаҡ бесеп ҡараған атаһы ла әллә ни ҡаршылашманы, Гөлнур үҙе лә риза ғына булғас, тәүәкәлләнеләр. Теге юлы Ирзаттың сая ҡараштары уның да йөрәгенең сәбенә тейгәйне. Әрменән ҡайтып, өй күтәреп, донъя көтөргә маһир, буйға-һынға ҡарағайҙай Ирзатҡа ауылдаш ҡыҙҙарҙан да күҙ ташлаусылар аҙ булманы. Ә ул бына шулай ҡап-ҡара күҙле, асыҡ һор төҫлө оҙон сәсле, һығылып торған билле Гөлнурын ғүмерлек юлдаш итте. Шулай тиҙ арала никахлашыуҙарында Ирзаттың тәүәкәллеге, тотҡан ерҙән һындыра торған саялығы, ниндәйҙер кимәлдә ҡыҙыу ҡанлылығы ла булышлыҡ иткәндер. Исеменә күрә есеме, ата-әсәһе лә ана ниндәй исем менән бүләкләгәндәр бит тыумыштан. Мөхәббәт утында бергә дөрләп, бик күптәрҙе һөйөндөрөп йәшәп китте ике йөрәк. Туй үткәс, һап-һары бүрәнәләре менән әллә ҡайҙан саҡырып торған йорттарына йыһаз алып та ултыртҡас, мөхәббәт оялары йәм биреп, йылмайып, бәхет бөркөп торҙо. “Берегеҙ ут булғанда, икенсегеҙ һыу булығыҙ!”-тигән теләктәр тап Ирзат менән Гөлнур өсөн әйтелде. Һөйгәненең эштән ҡайтыуына өйөн ялт итеп йыйыштырып, тәмле аштар, яҡты йөҙ менән ҡаршылаған Гөлнурына көндән-көн нығыраҡ ғашиҡ булды Ирзат. Йөрәге һис кенә лә яңылышмаған икән, бер күреүҙән үк бына һинең бәхетең тип, күкрәген йыртырҙай булып типкәйне бит. Көндәлек тормош, ваҡ мәшәҡәт ундай хистәрҙе һүрелдерәлер ул тигәндәргә, был ике йөрәктең һөйөүе яуап булып һайраны. Ир менән ҡатын бер-береһеҙ донъяны күҙ алдына ла килтермәйҙәр ине инде. Йәшәүҙәренә йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, ҡура тулы мал-тыуар, ихата тулы ҡош-ҡорт, баҡса тулы йәшелсә-емеш.
-Гөлнурым, һин Рәфисте әрмегә киткәнендә оҙатып, көтөргә вәғәҙәләп ҡалғайныңмы?- инде йылдан ашыу йөрәген өйкәгән һорауын ярып һалды тура һүҙле Ирзат.
-Юҡсы, Беҙ уның менән класташтар булдыҡ бит, бер партала ултырҙыҡ. Әрмегә киткәндә ул мине оҙатырға өгөтләгәйне, мин риза булманым. Ул минең өсөн бары тик дуҫ ҡына бит ул,- тип хихылдап эсендәгеһен тышҡа сығарып түкте һөйгәне лә.
-Мин һине бер кемгә лә бирмәйем, Гөлнурым!-тип ҡосағына ҡыҫты бәһлеүән.
-Миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй,-тип наҙланып һыйынды нескәбил.
“Ул минең өсөн бары тик дуҫ ҡына... дуҫ ҡына...”
Оло һыйырҙары февралдә үк быҙауланы йәштәрҙең, ә бына тусалары ниңәлер һуңланы. Әллә йәш мал булғанғамы, майҙа саҡ быҙауларға йыйына. Инде йәшел үлән төртөп, башҡа малдар йәш үләндән ауыҙ иткәндә, Сыбарҡай аҙбарҙа тора. Йәлләп ҡуя малҡайын Гөлнур, иғтибарһыҙ ҡалдырмай бер ҙә. Көн тип тормай, төн тип тормай, һә тигәнсе эргәһенә сығып әйләнә. Харап булып ҡуймаһын һәүкәшкәйе. Бөгәсә лә күҙенә йоҡо инмәне. Етмәһә, йөрәккә шом һалып, эргәләге урманда бүреләр олой, төн еткәнен көтөп кенә торалар. Быйылғы ҡыш ныҡ һыуыҡ булып оҙаҡҡа һуҙылғанға, улары ла аслыҡтан тилмерә. Ҡасан ғына туйырҙар ҙа, ҡасан ғына өндәре тығылыр инде шул йәшәмәгерҙәрҙең. Ана тағы башланылар. Эштән арып ҡайтып бер нәмә белмәй йоҡлаған иренең эргәһенән шым ғына тороп китте Гөлнур. Сыбарҡайын ҡарап инһен. Кистән ауырып торғандай ине. Бүре тауыштарын ишетеп тә ҡурҡып тормаһын, йәш мал бит. Ҡулына фонарен тотҡан ҡатын тышҡа сығыу менән яҙғы һалҡын һауа килеп бәрелде, тын алыуҙары киңәйеп, кәйефе күтәрелеп китте.
Рәхәтләнеп кирелеп алғас, тәндең һәр күҙәнәге тын алып киткәндәй булды, бүре олоуҙары түгел, тартай тауышы һәм яңы уяна башлаған һандуғас һайрауы ишетелде уға. Көйләй-көйләй һарайға яҡынлашҡас, оя эсендә өзләгән тауыш ишетте. Йөрәге һиҙеп сыҡҡан икән шул – Сыбарҡайының күҙҙәре атылып сығырҙай булған, быҙау тыуымға килгән. Малҡай әллә кеше килеп ингәнгәме, әллә фонарь яҡтыһынамы ризаһыҙлыҡ белдереп оя буйлап шәп-шәп атлап йөрөй башланы. Был күренешкә аптырап ҡалған тәжрибәһеҙ Гөлнур тиҙ генә ике өй аша йәшәгән Фәрхинур әбейгә йүгерҙе. Оло кешенең йоҡоһо һаҡ булһа ла, кейенеп тышҡа сыҡҡансы бер быуат үткәндәй тойолдо Гөлнурға. Көтһәң, ваҡыт оҙаҡ үтә бит. Фәрхинур әбей ояға һаҡ ҡына инергә бойорҙо, үҙе доғаларын уҡый-уҡый һәүкәште тынысландырырға тырышты. Ҡоро бесән килтереп һалғас, еңен беләгенә тиклем төрөп ипләп кенә быҙауҡайға ярҙам ҡулын һуҙҙы.
-Тыуымға дөрөҫ килмәгән быҙауҡайыбыҙ, килен. Өркөткәнһең һәүкәште. Йәш мал шулай үрәпсей ҙә китә ул, алай ҙа бергәләп сыҡмағанһығыҙ. Ир кешене күрһә, бигерәк яратмай улар. Йә, ярай, хәҙер бер әмәлен табырбыҙ,- тип бисмиллалап белгән эшен башҡарҙы оло кеше.
-Гөлнур, Гөлнур!!!- тертләп уянған Ирзат эргәһендә ҡатыны булмағас, аптырап китһә лә тиҙ тынысланды. Сыбарҡайын ҡарайҙыр. Ошо арала гел шулайта. Бигерәк мал йәнле инде һөйгәне. Уф, әллә ниндәй төш күрҙесе... Бына ғәжәп. Ҡайһы бер төштәрҙе ғүмер буйы онотмайһың, ә быныһы хатта уянғас та иҫләп булмай. Йә, ярай әллә ни мөһим түгелдер әле төшө. Бынау бүреләре ялҡытты. Әллә ниңә ауыл эргәһенән китмәйҙәр. Тамаҡ тамуҡҡа алып килә тигәндәй инде. Бәй, ҡайҙа оҙаҡлай Гөлнуры? Урыны ла һыуынып бөткән, тимәк сығыуына ла апаруҡ ваҡыт үткән. Башына ҡылт итеп төрлө уйҙар төштө Ирзаттың. “Беҙ уның менән дуҫтар...дуҫтар...” Һы, ул тиклем оҙаҡлап нимә эшләмәк кәрәк? Әллә?
-Гөлнур! Гөлнур!- ишекте асып ҡысҡырып та яуап алмағас, Ирзат кейенеп ихатаға сыҡты. Туҡта, ниндәй тауыштар сыға һарай яғынан? Ҡан баҫымы күтәрелеп күҙе күсәренән осорҙай булып ҡыҙып китте йәш ир. Ни ғәләмәт!? Төн уртаһында ояла ниндәй сөкөрләшеүҙәр ти ул? Әллә? Үҙ уйҙарынан үҙе уйылып китерҙәй булып аҙбар ҡапҡаһы яғына яҡынлашты ул. Шик-шөбһәләр ағымы йөрәген ярһытып, ысынбарлыҡты ҡабул итмәҫлек хәлгә еткерҙе. Сөкөрләшәләр... Икәү...Моғайын, класташы...дуҫы...һы...
-Хәҙер мин һеҙҙе...
Ярһыған, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Ирзат ҡорал һаҡлағысының асҡысын серванттағы һауыт-һаба эсенән эҙләй башланы. Бер ҡайҙа ла тапмағас, асыу-ярһыу, бөтә сынаяҡтарҙы һыпырып төшөрҙө. Әрнеү -сыңлауҙар сығарып иҙәнгә төшөп берәм-берәм ярылған сынаяҡ-ҡоштабаҡтар араһынан, ауыр тимер тауышы ишеттереп килеп сыҡҡан асҡысты ала һалып сығып та китте. Ҡушкөбәген яһаулы ғына тота ошо арала. Бүре-фәлән ауыл малына баҫышһа, әҙер торһон. Оҙон-оҙон баҫып һарай эргәһенә килеп туҡтаған, ҡыҙыулыҡтан сикә тамырҙары ярылырҙай булып типкән Ирзат, оя эсендәге наҙлы сөкөрләшеүҙе ишетеү менән : “Әле эшегеҙ шулаймы!!!” тигән тауыш менән ишекте асып та ебәрҙе, һарай эсендәге күренеште лә аңланы, әммә... Әммә тәтеләге бармаҡ аң менән ҡараш , йөрәк менән мейе арауығын һанап тормағайны инде. Мылтыҡтағы патрон Ирзаттың ҡан һауған күҙҙәре менән томаланған аңына ҡарағанда етеҙерәк булып сыҡты. Мылтыҡ атылды...
Бер мәлгә бөтә донъя йәһәннәмгә осҡандай булды. Күҙҙәр инде ҡан менән түгел төтөн менән томаланғайны. Ҡолаҡтар сыңлай, бер нәмә лә ишетелмәй. Күпме ваҡыт үткәндер, һарай бүрәнәләре буйлап бөгөлөп төшкән Ирзаттың күҙ алдында төтөн таралғас шундай ҡот осҡос күренеш асылды: Гөлнур фонарын ҡосаҡлаған да ҡатып ҡалған, Фәрхинур әбей өйөлгән бесән өҫтөнә тәгәрләгән, ә Сыбарҡай... аҡ елендәренән һөт урынына ҡан ағыҙып, һарай мөйөшөндә ята. Ике алғы тояғы менән мороно ғына күренеп өлгөргән быҙау йәнһеҙ ҡатып ҡалған.
Ауылға тараламаны был хәбәр. Фәрхинур әбей ҙә бик аҡыллы, донъяны күргән оло кеше булғанғамы, ауыртҡан аяғында аҡһап, өнһөҙ генә ҡайтып ятты. Ирзат үҙ ҡылығына үҙе ышанмай таң атҡансы бер туҡтауһыҙ йөрөнө. Гөлнур һәүкәшенең йәнһеҙ кәүҙәһенә илауҙан шешенгән күҙҙәрен йыуып өйгә ингәндә иҙән тулып ятҡан сынаяҡ ярсыҡтары биҙрәгә тултырған һайын уға ҡушылып илағандай сеңләштеләр.
Ә Ирзат үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, лапаҫҡа, унан мунсаға инеп һыуыҡ һыу менән битен йыуҙы, таң атмаҫ элек был эштең эҙҙәрен йыуырға кәрәк тигән фекергә килде. Бер тамсы ҡаны ла ҡалмаһын. Гөлнуры һарайға сыҡҡанда күреп йөрәгенә ауыр алмаһын. Вәт диуана!!! Дуҫы менән имеш... Уның Гөлнуры- күҙ нуры шулай хыянат итә аламы һуң! Вәт диуана! Атын егеп, Сыбарҡайҙы арбаға тейәп, урманға йәһәтләне. Юл ыңғайы ике биҙрә ватыҡ сынаяҡтарҙы ла талдар араһына бушатып ҡайтты. Уларына ғына ҡалһа, алыр, һатып алыр. Унан да матурыраҡтарын, сағыуыраҡтарын һатып алыр. Баш һау булһа, мал табылыр. Тик бына Гөлнуры ғына ғәфү итә күрһен.
Тып-тын ҡалған өйөнә ҡайтҡанда таң һыҙылып, ҡояштың тәүге нурҙары буш серванттың быялалары менән уйнай ине. Бөтә донъя тынып ҡалған, хатта нисә көн маҙаны китәргән бүре олоуы ла бөткән-Сыбарҡай бик мул ғына һый булды инде асҡарғаларға. Башлап һүҙ ҡушыусы булманы бөгөнгө иртәлә, тын ғына ултырып сәй эстеләр. Һәр ҡайһыһы ни турала уйланғандыр...Сәрелдәп ирешеп, тәмһеҙләшкәнсе, был осраҡта шымып ҡалыуҙы өҫтөнөрәк күрҙе Гөлнур. Их, исмаһам, туҙҙырып ирешеп, һыпыртып әрләп ташлаһа, күңелгә рәхәтерәк булыр ине лә бит, тип фекерләне Ирзат. Ошондай мәлдәр теге баяғы төш кеүек күҙ асып йомғансы онотолһон да ҡуйһын ине лә ул...Күрәһең, кеше шундай ғазаплы саҡтарҙы тәрәнерәк кисерһен өсөн, кисерһен дә башҡаса ҡабатламаһын өсөн ошондай тынлыҡтар кәрәктер ҙә инде.
*********
-Нәбирә, беләһеңме, өләсәйем әйтә, кешенең энәһенә лә тейергә ярамай ти. Шуға ла мин бер ҡасан да кеше әйберенә тейгәнем юҡ.
-Мин дә теймәйем ул,- бит остары алһыуланған Нәбирә әхирәтенә тура ҡарамай ғына һөйләне,-ысын.
Сикәләренең һатлыҡйәнләнеп ҡыҙарыуын бер нисек тә баҫа алманы ҡыҙсыҡ. Кисә тәтәй йыйыштырып уйнағанда Рәмиләнең иҫ киткес матур бер сынаяҡ ярсығын сәлдергәйне шул. Бына хыт ят та үл инде-ундай матур ярсыҡ бер ҡайҙа ла юҡ! Үҙе килеп тороп йоҡа ғына, төҫө зәңгәр һауа төҫөндәй һәм, ышанаһығыҙмы-юҡмы, сәскәләре сынаяҡтың үҙенә төшөрөлмәгән, ә сығып үҫәләр. Йолҡоп алырлыҡ кеүек. Шуға нисек күҙең ҡыҙмаһын! Етенсе класта уҡыған ағаһы бер хикәйәт уҡығайны “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”тип атала. Шундағы сихри көршәк кеүек. Алды шул Нәбирә. Ниңә ундай матурлыҡ бер Рәмиләлә генә булырға тейешме?
-Нәбирә, өләсәйемдең ҡәҙерләп кенә тотҡан сынаяғы ватылған да шуның бер ярсығын миңә биргәйне. Бына икенсеһен мин һиңә тип әҙерләнем. Үҙемә тигәне әллә ҡайҙа булған, таба алмайым. Мә,быныһы-һиңә! -Сәлдерелгән тәтәйҙең икенсе өлөшөн әхирәтенең ҡулында күргәс, Нәбирә оялышынан ултырған бүрәнәһенән саҡ ҡолап төшмәне.
- Ней, Рәмилә, ярай, улай бик ҡәҙерле тәтәй булғас, үҙеңдә ҡалһын. Минең ни башҡалары бик күп бит, теге юлы тал араһында йыйғандары. Бәлки юғалтҡаның табылыр. Ул ваҡытта бирерһең,-тип Нәбирә ҡайтыу яғына ыңғайланы. Кеҫәләге урландыҡ төшөп китмәһен тип бөрөп тотоп, аҙымдарын йышайтты тәтелдәк. –Мин аҙағыраҡ килерем йәме. Әхирәтенең тиҙ генә шылғанына аптырап, Рәмилә өйгә инде.
Ә ҡәҙерләп һаҡланған сынаяҡтар, ысынлап та, күҙҙең яуын алып ултыра. Килгән бер кеше һоҡланмай сыҡмай. Бары тик Хәбирә инәй генә был матурлыҡтың ни тиклем ғазаплы булыуын белә. Таһир, урта кластарҙа уҡығанда, аталары ҡаты ауырыуҙан вафат булып, ике улы менән тол ҡалғайны Хәбирә. Барлыҡ ир-егет эшен өйрәтеп, сыныҡтырып үҫтерҙе улдарын. Ҡаты ла бәрелмәне, йомшаҡлыҡ та күрһәтмәне, улдары ла әсәләре тип өҙөлөп торҙолар. Белемгә маһир, ҡул эшенә оҫта Таһир мәктәп тамамлағас, яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, әрмегә ҡыҙыу нөктәгә эләкте. Тәүҙәрәк эстәлекле оҙон, йылы хаттары күңелде йыуатһа, һуңыраҡ һирәк яҙылды улары. Әсә күңеленә шом орлоғо төшһә лә, үҙ улының ныҡ булырына ышана ине ул. Ысынлап та, йыл ярым ваҡыт көткәндәргә күп тойолһа ла, әллә ни оҙаҡ түгел икән. Кәүҙәгә мыҡтыланып, ир йоратына инеп, матур хәрби кейемдә ҡайтып төштө Хәбирә апайҙың Таһиры.
-Әсәй, бына һиңә бүләк,-тип баяғы зәңгәр һауа төҫлө, ынйы сәскәле алты сынаяҡ менән көршәкте килтереп тотторҙо.
-Иииий, улғынам, миңә һин үҙең ҙур бүләк,-улының күҙҙәрендә ниндәйҙер һағыш ҡатыш арығанлыҡ тойҙо әсә. Элекке сая бөркөт ҡараш ынйы бөртөктәре булып, әйтерһең дә, ошо сынаяҡтағы сәскәләргә ҡойолған. Әсә йөрәге һыҙылып ҡына үҙ хәстәрен уйлаһа ла, улына һиҙҙермәне. Ауылдаштарын күрергә килгәндәр таралышҡас, әҙерәк һөйләшеп ултырырҙар тип уйлағайны ла, Таһир:
-Әсәй, мин арыным, ятайым инде,-тип йоҡо бүлмәһенә бикләнде.
Улының бүләгенә һоҡланып бер аҙ ултырғас, Хәбирә лә тынысланып ятырға булды, әммә йоҡлап китә алманы. Уйҙарҙың осона сығып етеп буламы һуң? Бәбәктәре ауырайып йомола ғына башлағайны ла
-Аталар! Әсәй, аталар! Ҡасығыҙ, аталар!-тигән тауыш тиҙ һиҫкәндерҙе уны. Йоҡо бүлмәһенә барып ингәндә күҙе аларған, шыбыр тиргә батҡан улы карауатында уяу ултыра ине инде.
-Ни булды, улым, һаташаһың, ахырыһы. Тыныслан.
-Һаташҡанмын, әсәй, ярай, йоҡоңдан уятҡанға ғәфү ит,-тип Таһир тышҡа сыҡты һәм, әсәһе быға тиклем күрмәгән кәсебенә тотондо-тәмәке тоҡандырҙы.
Тыныс холоҡло, итәғәтле, иғтибарлы Таһирҙың тиҙ ҡыҙып китеүсән, уйланылмай әйтелгән ауыр һүҙле, үҙ донъяһына бикләнеп оҙаҡ ваҡыт шымып ултырыусан булып китеүен береһе лә һиҙмәй ҡалманы. Бигерәк тә ҡустыһына ҡаты бәрелер булып китте ул. Әмер биреп эшкә ҡуша, уныһы үҙ холҡон өҫтөн ҡуйып, тыңлашмаһа йәки үҙенсә эшләһә, йоҙроҡтан да өлөш төшөрә. Хәбирәгә ике ут араһында өҙгөләнеп, был ҡаршылыҡтарҙы нисек еңеү юлын эҙләргә кәрәк ине. Таһир менән һөйләшеп ҡарарға уйлай ҙа-һөҙөмтәһеҙ. Башы ауыртыуына, ваҡыты юҡлығына һылтана йәки тағы берәй сәбәп таба тегенеһе.
Бесән әҙерләнеп бөткәс, Таһир эшкә лә урынлашты. Тынғыһыҙ төндәр, йоҡоһоҙ таңдар кәмемәне. Ярай, мәле еткәс, күңеле тулып ташҡас, үҙе асылыр әле тип түҙҙе ғәзиз әсә. Килде ул көн. Дөрөҫөрәге, төн.
-Ятығыҙ, йәшенегеҙ, аталар! Аталар!!!-тигән таныш ауаз саҡырып алды Хәбирәне улының бүлмәһенә. Тыныс ҡына инеп, улының башына ҡулын һалды ла яйлап ҡына һыйпай башланы.
-Әсәй,йәшен, ана, аталар бит!,-тип тынысһыҙланған улына
-Тыныслан, шым, балам, бөттө, үтте, атмайҙар! Һин өйҙә, һин беҙҙең менән...
Бер аҙ тын торғандан һуң әсәһенең тубыҡтарына башын һалып һулҡылдап илаған улыҡайын илай-илай тынысландыра ине Хәбирә.
-Ила, улым, ила. Туйғансы ила. Һинең күҙ йәштәреңде минән башҡа бер кем дә күрмәй. Күңел яраларың йыуылып төшөрлөк , йөрәгеңдәге ярсыҡтар уңалырлыҡ, мейеңдәге мең төрлө ғазаптар таралырлыҡ ила ла ила.
-Әсәй, мин бит кеше үлтереүсе түгел. Ә улар аталар, беҙ үлтермәһәк, беҙҙе үлтерәләр. Күрше райондан Азамат исемле егет минаға эләгеп, ике аяғын ҡырҡтылар. Кем ул хәҙер? Ә ниндәй хыялдар менән йәшәй ине! Командир төрөп биргән тәмәкене тартабыҙ ҙа ҡурҡыу бөтә, алға атлығабыҙ. Уны тартҡандан һуң, әйтерһең, һин әкиәт батыры, бер нәмә лә һиңә ҡаршы тора алмай. Донъя әйләнеп китә, кәүҙә еңеләйә, әйтерһең дә ауыр кирзала түгел, ә еңел кедаларҙа болоттарҙан атлайһың. Иртәгәһенә тағы шул уҡ ҡабатлана.
- Улым, быны насар төш икән тип ҡабул итергә тырыш. Үтте, барыһы ла артта ҡалды. Һин хәҙер тыуған ереңдә, туғандарың менән. Изге еребеҙ дауалар, әсә күңеле яраларыңды уңалдырыр, балам.
-Башҡорт егеттәре ҡыйыу, яуаплы була ул, тип командирҙар разведкаға гел беҙҙе ебәрәләр. Бер кисте шулай Илгиз исемле һалдат менән разведкаға киттек. Бер сәғәттәй йөрөп килеүебеҙгә казармала бөтә иптәштәребеҙ үле ята! Ышанаһыңмы, әсәй! Үле! Ун һигеҙ йәшлек малайҙарҙың бөтәһен дә ҡырып сыҡҡандар.
Таһир күкрәгенең иң төбөндәге һағышын һығып сығарырға теләпме, әллә ниндәй ҡырағай тауыштар сығарып иланы. Буҫлығып йоҡлап киткән йәнкиҫәге эргәһенән Хәбирә таңға тиклем ҡуҙғалманы. Балаҡайының ҡанһыраған яраларын ялап уңалдырғандай, бер нөктәгә ҡараған килеш, сәстәренән һыйпаны ла һыйпаны.
Зәңгәр күк төҫөндәге гүзәл сынаяҡтарҙың да кем өсөн тәғәйенләнгәнен аңлағас, уларҙы бигерәк тә күҙ ҡараһылай һаҡлар булды. Казармала үлтерелгән егеттәр араһында урыҫ егете Дима ла булған. Демобилизацияға ваҡыты яҡынлашҡас, әсәһенә бүләк итеп алған уны. Таһир, дуҫының һуңғы теләген үтәйем тип, Мәскәүҙәге улар йәшәгән адрес буйынса барып та, әсәһен тере килеш тап итмәгән-берҙән-бер улының ҡайғыһын күтәрә алмаған меҫкен әсә.
Яйлап тынысланды Таһир. Әсә менән үткәргән төнгө әңгәмә файҙаға китте. Һаташыуҙары кәмеп, уйланыуҙары әҙәйеп ҡалды. Эшенә мөккибән китте, бер нисә йылдан һуң өйләнеп үҙ ояһын ҡорҙо. Әсә йортондағы ынйы күҙле сәскәле зәңгәрһыу сынаяҡтар ғына үткәндәрҙе тулыһынса оноторға бирмәй күҙҙәргә мөлдөрәп ҡараны.
**************
-Әбекәйем, йәһәт кенә самауырыңды шыжлата һал. Бик шәп нәмә алып ҡайттым. Күрһәң, иҫең китә. Йә инде, йә.,- ихатаға айыу һымаҡ алпан-толпан килеп ингән Ғарифулла, әйтерһең дә Мәскәүҙе алған. Түбәһе күккә тейгән ҡартының балаларса ҡыланышын күҙәтеп торған Сәлимә был ҡыуаныстың бер ғилләһе бар икәнен белә. Ярты быуаттан ашыу бергә көн күргән яҡыныңдың ни әйтерен йәки ни ҡылырын ғына белеп бөтмәйһең, тын алышының йышлығына тиклем ни сәбәптәнлеген, сыҡҡан өнөнөң тулҡынының ни һөйләрен, керпек аша һирпелгән ярым ҡараштың да ни тураһында бәйән итерен беләһең.
-Иң кесе ейәнсәрең кеүек үрле-ҡырлы һикереп килерлек ниндәй шатлыҡ йомортҡаһы эстең, ҡартыҡайым? Табаның ергә теймәйҙәһә!
- Әйҙә, өйгә ингәс күрһәтәм, сәйеңде ҡуя һал.
Солан баҫҡысынан түпәнләп менеп киткән ике өлкән кеше ситтән ҡарағанда яңы атлай башлаған сабыйҙарҙы хәтерләтә ине.
-Йә, ултыр, Сәлимәкәйем, ултыр! Бына лавкаға барғайным, һатыуға ошо матур касалар килгән. Күреү менән күҙем төштө. Мин әйтәм, әбекәйем менән ошо гүзәл касаларҙан сөкөрләшеп кенә сәй эсербеҙ, бир икене, тим.
Өҫтәлгә янып торған ут ҡыҙылға ап-аҡ эре борсаҡтар төшөрөлгән ике каса йөҙөп килеп ултырҙы.
-Ҡарале, ҡарсыҡ, эс яғынан алтын ялатылған хатта. Һы, беҙ кемдән кәм! Шул тиклем йәшәп тә батшалар касаһынан сәй эсмәгәс уны!- Ғарифулланың шатлығы бөтә өйгә таралып, тәҙрәләрҙән инеп иҙәндә шаярған ҡояш нурҙарына ҡушылып китте. Нурҙар касаларҙың алтын һыҙыҡтарына ла төшөп сағылғас, Сәлимәнең дә дәрте ташып, һикереп тороп сәй шыжлатып та ебәрҙе. Өҫтәлгә бер-бер артлы иртән генә ыуыҙ һөтөнә ҡойолған ҡоймаҡ, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ, айырым осраҡтарҙа ғына өҫтәлгә ҡунаҡлаған кәрәҙле бал да теҙелешкәс, касаларға һөтләп кенә сәй яһалды. Ҡапма-ҡаршы ултырып тәмләп сәй эсеүгә ни етә?!
Ун һигеҙ йәшлек Ғарифулла Сәлимәһен дә шулай уйламағанда, ҡыҙыу бесән мәлендә кәләш итеп алды ла ҡуйҙы. Ҡырыҫ, ҡаты һүҙле генә әсәһен дә күндереү юлын тиҙ тапты. Уныһы өйләнеүенә ҡаршы килеп маташты шул. Һәр ҡаршылыҡҡа үҙенсә сара тапҡан Ғарифулла ла хәйлә уйланы. Бер көндө иң ҙур яландарына бесән сабырға барҙылар. Көн ҡыҙҙыра, шулай ҙа сабыуҙы туҡтатыу юҡ. Оҙон итеп алып бакуйҙарҙы йығып һалалар былар. Эшкә бөтмөр, ҡаҡса ғына кәүҙәле булһа ла, ирҙәрҙән ҡалышмайса сапҡан әсәһенең артынан саба төштө Ғарифулла. Бер тотам ҡалмай был. Нисек кенә ныҡышмал булма, йәш ир көсө менән көрәшеп булмағанын тоя башланы Хәлиҙә. Үксәне ҡыйып ҡына килә бит ә! Саҡ ҡына тын алырға ла бирмәй!
-Сәлимәне алып бирәһеңме? Сәлимәне алып бирәһеңме?-тип һелтәгән һайын һамаҡлай башламаһынмы?
Тәүҙә бирешмәне Хәлиҙә лә, шым барҙы, уның ҡарауы, тағы ла көсәнеберәк сабыуға күсте. Нисек тә бакуй башына тиклем түҙемлеге етер.
-Сәлимәне алып бирәһеңме?- Ғарифулланың салғыһы сабатаһының үксәһенә тейеп-тейеп алғандай була башлағас ҡына, түҙмәне.
-Ярай, ярай, алып бирәм, алып бирәм!
Бына шулайтып Ғарифулла күрше райондан ҡунаҡҡа тип килгән йәм-йәшел күҙле, ап-аҡ йөҙлө һылыу Сәлимәһен иртәгәһенә үк һоратып барҙы. Бер сумаҙанға һыйған мөлкәте менән ҡәйнә йортона килен булып төштө Сәлимә. Ауыл ҡыҙы һәр эштең мәғәнәһен белеп эшләп, тырышлығы, кешелеклелеге менән туғандарының да, күрше-күләндең дә һөйөүен тиҙ яуланы.
-Үкенерлек йәшәмәнек һинең менән, ивет, ҡарсыҡ. Имән кеүек шап-шаҡтай дүрт ул табып бирҙең, гөл-сәскәләй һылыу дүрт ҡыҙ бүләк иттең.
-Ысын ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәгәнемә, бер ҡасан да бер нәмәгә мохтаж булмағаныма мин дә һиңә рәхмәтлемен, ҡартыҡайым.
Аҡ борсаҡлы ут ҡыҙыл кәсәләрҙәге сәйҙәр ҡарттарҙың эс-бауырҙарына үтеп, йөрәк ҡылдарын сиртеп, күңел ноталарында уйнағанғамы, тирләп-бешеп бер самауырҙы түңкәрҙе улар. Моңға ғашиҡ Ғарифулланың ҡулына гармуны ла килеп ҡунаҡланы. Сәлимәһе шуны ғына көткәндәй яратҡан йырын һуҙып та ебәрҙе:
Һандуғастар килер әле,
Килер ҙә китер әле.
Һандуғастан үткән ғүмер
Беҙҙән дә үтер әле.
Был ғаиләлә гармун, баян өй түренән китмәне. Дүрт улы ла өҙҙөрөп уйнарға өйрәнделәр. Атанан күргән уҡ юнған. Гармунда уйнарға ғына түгел, үҙе белгән барлыҡ һөнәрҙәргә лә өйрәтте улдарын Ғарифулла. Йылға буйында йәшәгәс-балыҡсы ла, һалсы ла, урман-тауҙар ҡуйынына һыйынғас-һунарсы ла, өҫтөңә тауҙар ауырға торғанда-урмансы ла, балта оҫтаһы ла улар. Хәҙер әбейе менән икәүҙән-икәү балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтҡанын дүрт күҙ менән көтөп йәшәйҙәр. Бәхеттең дә бәхете ошо түгелме?
Ғаиләлә балалар күп булғас, кейем-һалымы ла, ашау-эсеүе лә етерлек булһын тип, Ғарифулла төрткө тоторға ла өлгөрҙө. Бесән башланыр алдынан улдары менән көн һайын бишәр-алтышар йөҙ төрткөнө ташып ҡына торҙолар. Көндәлек эшкә әйләнгән кәсеп кисен ихата тултырып олоһон да кесеһен дә теҙеп ултырта ине. Таҡтаға сөйләнгән төрткө тиреләре лапаҫтарҙы, соландарҙы солғап ала. Иртәгәһенә таҡталар бушатылырға тейеш булғанлыҡтан, өйҙә ҡалған бәләкәс малай-шалай, ҡыҙ-ҡырҡын тиреләр кипкәс тә сөйөнән һурып алырға тейеш була. Ә иң ҡыҙығы шул: тиреләрҙе таҙартып сорттарға бүлеү. Был эште Ғарифулла үҙе башҡара, барыһы ла ғәҙел булырға тейеш. Яңылыш һәйбәт тиреләр араһына насары китеп бармаһын. Заготконторала оятҡа ҡалып ултырыу юҡ. Бер ай арауыҡта тоҡлап он, шәкәр, һоло, бойҙай һәм башҡа кәрәк-яраҡ алырлыҡ аҡса эшләп тә ала ине тырыш ғаилә.
Ниңә әле Сәлимәгә шул көн иҫенә төштө? Ҡартының ҡыҙыл касалар алып ҡайтҡанына ла ун йыл тулып бара икәндәһә. Ун йыл! Сәй эскән һайын ҡәҙерләп тотондо уларҙы, кеше килһә лә, башҡа сынаяҡҡа сәй яһар ине, ә былары бабайы менән икеһенеке генә. Шулай дүртенсе йыл барғанда Ғарифуллаһы атын егеп бесәнгә китте. Ҡышҡы көн шундай саф һауалы, ҡояшлы, бер ел әҫәре юҡ.
-Сәләм һиңә, әсәйем,
Йыраҡ-йыраҡ ерҙән.
Сәләм һиңә күңелем түренән.
Бала саҡтарымда ҡыҫып ҡосағыңа
Һөйгән улдарыңдың беренән.
Әсәйем, күҙ нурым,
Көт мине, ҡайтырмын.
Күңеле болоҡһоһа, эсе бошоп китһә, Ғарифуллаһы гел ошо йырын йырлай. Бына әле лә эстән генә мөңгөрләп шуны көйләй.
-Оҙаҡ йөрөмәм, әбей, әҙерәк һарыҡтарға ваҡ бесән алып ҡайтайым әле. Һин самауырыңды шыжлата тор, һә тигәнсе әйләнеп ҡайтырмын,-тип санаһына һикереп кенә менеп ултырып сығып киткән ҡартын тәҙрә аша күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды Сәлимә. Әллә ниңә йөрәге һеркелдәп кенә тора ошо арала.
-Ҡартайһаң, шулайҙыр инде. Йә, ярай. Биш-алты баш бәрәңге тәгәрләтәйем, һары майға ғына манып ашарбыҙ,-тип аш бүлмәһенә тәнтерәкләне. Ҡан баҫымың күтәрелеп тора ти ине фельдшер ҡыҙыҡай, әллә шуға баш әйләненкерәп тора,- тип өҫтәл ҡырына һөйәлгән ыңғайға иҙәнгә бер нәмә төшөп тә китте.
-Эй, Хоҙайым, касам. Ҡап уртаға ғына ярылғандаһа. Ғарифуллам ҡайтҡас ни менән сәй эсерермен? Ҡана, йәбештереп ҡарайым,-тип иҙәндәге ут ҡыҙыл аҡ борсаҡлы касаны ҡулына алды. Тегеләй итте, былай итте-шартына килтерә алмағас, йә, ярай ҡартым ҡайтҡас, йәбештереп ҡуйыр, тип, эшенә тотондо.
Өҫтәл уртаһына боҫрап ултырған бер сеүәтә бәрәңге ултыртылды, самауыр ҡайнауға, ҡапҡа алдына Йондоҙ ҙа ҡайтып етте. Әммә ҡапҡаны асыусы булманы. Тейәлгән бесәненең башында ятҡан Ғарифулланың йөрәге туҡтағайны инде, ысын ир-егет ат өҫтөндә йән биргән.
Ут ҡыҙыл аҡ борсаҡлы кәсәләрҙән башҡаса сәй эсеүсе булманы. Сәлимә үҙенекен дә Ғарифулланың ҡәҙерләп йәбештерелгән касаһы эргәһенә ултыртып ҡуйҙы. Үҙ касаһынан сәй эсеп ҡарағайны ла, әллә ниңә тәмен тапманы. Сервантта ултырған касаларға көн дә күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап ала ла, илаһа ла, күҙ йәше сыҡмаҫ күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртә. Бер көндө инде ҡороғандыр инде күҙ йәштәре тигән күҙҙәренән сөбөрләп йәш ағырлыҡ хәл булды. Ҡаланан балалары ҡайтып өй йыйыштырғанда серванттағы ярыҡ касаны суп-сар менән бергә сығарып ырғытҡандар. Сервантта һыңар касаны күргән Сәлимәнең йөрәге ярылырҙай булды, башы әйләнеп мейескә һөйәлде лә сеңләп кенә илап ебәрҙе.
-Ғарифуллам...ташланыңмы мине? Ҡалдырҙыңмы яңғыҙымды?-бер нәмә лә аңламаған балалары атайымдың фотоһына ҡарап һамаҡлайҙыр тип уны тынысландырҙылар.
Иртәгәһенә яр буйында йөрөгән Рәмилә менән Нәбирә икеһенә ике ярты ут кеүек янып торған ҡыҙыл төҫкә ап-аҡ борсаҡтар төшкән каса ярсыҡтары табып ҡыуандылар. Уйынсыҡ өйҙәренә йыуып теҙеп тә ҡуйҙылар. Әгәр ҙә ошо ҡыҙҙарҙың уйынсыҡ йорттарында теҙелгән ярсыҡтарҙың яҙмыштарын барлай китһәң, ни булыр ине икән? Бала күңеле шуны уйламай ҙа бит. Ә ниңә уйларға? Матур, ялтыр икән, әйҙә алып йыу ҙа, теҙеп уйна. Оҡшамай, ялҡытып китте икән, алып ташла, алмаштыр, бүләк ит. Һәр ярсыҡ-үҙе бер ҡабатланмаҫ яҙмыш.
Уйлап ҡуям...Ниндәйҙер юғарылағы көс беҙҙең менән дә тәтәй йыйыштырып уйнайҙыр, минеңсә. Яңылыш ярып ташлай, төшөрөп ебәрә, асыуы килеп атып бәрә, бүләк итә, биҙәп ултыртып ҡуя... Уйнай... Тормош, әйтерһең дә, ҙур бер уйын майҙаны.
Читайте нас в