Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Март 2021, 15:16

"Ғүмер буйы көтәсәкмен һине!" Лилиә Ғәниева

Айһылыу кисә үҙе килен булып төшкән ҡайны-ҡәйнә йортоноң бейек тупһаһына сығып баҫты. Йәйге матур иртә. Зәп-зәңгәр күк йөҙө. Битте йомарт йәй ҡояшы иркәләй. Кәртә яғынан бер яҡҡа янтая биреп, ҡулына һөт тулы ҙур биҙрә тотҡан бейеме күренде.- Хәбир ҡайҙа икән, белмәйһегеҙме? - Йәш килендең һораулы ҡарашы әсә кешегә төбәлде.- Уныһын инде, киленкәй, һинән һорарға кәрәк. Мин ҡайҙан беләйем? – Яуап ҡаты ғына яңғыраны, “киленкәй” һүҙенә айырыуса баҫым яһалды. Айһылыу юғалып ҡалды. Мейеһендә тиҙ-тиҙ генә әсәһе өйрәткәндәрҙе барланы. “Яндырай, уҫал тоҡом бит улар, ай-һааай... Тәүге көндән үк сәсең менән иҙән һеперһәң һепер, бейемеңә ярарға тырыш. Күп һөйләмә, эш менән бул. Иң тәүҙә шул - тупһаң таҙа ятһын!”, - тигәйне бит әсәһе.Айһылыу тиҙ генә тупһаны һепереп алды, тегеләй-былай туҙраған аяҡ кейемдәрен теҙеп ултыртты. Ҡоймаға эленгән көйәнтәне күреп ҡыуанып ҡуйҙы. Эйе, хәҙер үк ҡоҙоҡҡа һыуға барып килер, шул арала күңеле лә тынысланыр. Күнәктәрҙе көйәнтәгә элеп күңелле бәүелтә-бәүелтә һыуға йөрөүҙе бәләкәйҙән ярата ул. Тыуған ауылындағы һыу юлы шундай яҡын, ҡәҙерле уның йөрәгенә. Ә ошо яңы һуҡмаҡтан ул, йәп-йәш кәләш булып, кисә тәүләп үткәйне. Ынйы кеүек ялтырап торған ап-аҡ туй күлдәге үҙенә ҡалай матур, килешле ине! Эргәһендә йән һөйгәне - Хәбире. Донъялағы иң сибәр, көслө, яҡшы кеше ул Айһылыу өсөн. Бөтә шатлыҡ-бәхет өҙлөкһөҙ бары тик уға һәм Хәбиргә генә яуып торор һымаҡ. Шуға ла кәләштең йөҙө ҡояштай балҡыны, ирендәренән ихлас йылмайыу китмәне. Был хәл кисә булды, эйе, кисә генә булды... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#ЛилиәҒәниева

Тормош юлдары ҡатмарлы...
Айһылыу иртәнге татлы йоҡонан кинәт тертләп уянды. Күңелен әлегә үҙе лә аңлап етмәгән хәүеф биләп алды. Ниңә икән? Бөгөн ул донъялағы иң бәхетле һәм һөйөклө кәләш булып, йән һөйгәненең ҡайнар ҡосағында күҙҙәрен асырға тейеш ине. Тик ҡайҙа һуң әле уның Хәбире, йылдар буйы көтөп алған бәхете? Ишек алдына сыҡҡандыр, берәй эш менән булалыр, хәҙер күрермен, яратып ҡуйынына һыйынырмын, тип йыуатты ул үҙен һәм йәһәт кенә тороп кейенә башланы.
Айһылыу кисә үҙе килен булып төшкән ҡайны-ҡәйнә йортоноң бейек тупһаһына сығып баҫты. Йәйге матур иртә. Зәп-зәңгәр күк йөҙө. Битте йомарт йәй ҡояшы иркәләй. Кәртә яғынан бер яҡҡа янтая биреп, ҡулына һөт тулы ҙур биҙрә тотҡан бейеме күренде.
- Хәбир ҡайҙа икән, белмәйһегеҙме? - Йәш килендең һораулы ҡарашы әсә кешегә төбәлде.
- Уныһын инде, киленкәй, һинән һорарға кәрәк. Мин ҡайҙан беләйем? – Яуап ҡаты ғына яңғыраны, “киленкәй” һүҙенә айырыуса баҫым яһалды. Айһылыу юғалып ҡалды. Мейеһендә тиҙ-тиҙ генә әсәһе өйрәткәндәрҙе барланы. “Яндырай, уҫал тоҡом бит улар, ай-һааай... Тәүге көндән үк сәсең менән иҙән һеперһәң һепер, бейемеңә ярарға тырыш. Күп һөйләмә, эш менән бул. Иң тәүҙә шул - тупһаң таҙа ятһын!”, - тигәйне бит әсәһе.
Айһылыу тиҙ генә тупһаны һепереп алды, тегеләй-былай туҙраған аяҡ кейемдәрен теҙеп ултыртты. Ҡоймаға эленгән көйәнтәне күреп ҡыуанып ҡуйҙы. Эйе, хәҙер үк ҡоҙоҡҡа һыуға барып килер, шул арала күңеле лә тынысланыр. Күнәктәрҙе көйәнтәгә элеп күңелле бәүелтә-бәүелтә һыуға йөрөүҙе бәләкәйҙән ярата ул. Тыуған ауылындағы һыу юлы шундай яҡын, ҡәҙерле уның йөрәгенә. Ә ошо яңы һуҡмаҡтан ул, йәп-йәш кәләш булып, кисә тәүләп үткәйне. Ынйы кеүек ялтырап торған ап-аҡ туй күлдәге үҙенә ҡалай матур, килешле ине! Эргәһендә йән һөйгәне - Хәбире. Донъялағы иң сибәр, көслө, яҡшы кеше ул Айһылыу өсөн. Бөтә шатлыҡ-бәхет өҙлөкһөҙ бары тик уға һәм Хәбиргә генә яуып торор һымаҡ. Шуға ла кәләштең йөҙө ҡояштай балҡыны, ирендәренән ихлас йылмайыу китмәне. Был хәл кисә булды, эйе, кисә генә булды...
Хәбир менән Айһылыу бер класта белем алдылар. Егет ошо ауылдан, ҡыҙ - күрше ауылдыҡы, иптәштәре менән бергә йөрөп уҡый торғайнылар. Айһылыуҙың бер кәмселеге бар, һул аяғы тыумыштан ҡыҫҡараҡ булып, атлағанда саҡ-саҡ ҡына күҙгә ташланып тора. Иҫ белә башлағас, оялды, ҡайғырҙы ҡыҙыҡай, тик ни эшләһен инде? Тәртипле, тырыш уҡыусы булды. Етенселә уҡыған сағында көтмәгәндә ошо Хәбир исемле малайға ғашиҡ булғайны. Әле лә күҙ алдында: алдағы партала ултырған буйсан һылыу малай ҡапыл артҡа әйләнде һәм бер мәлгә уларҙың ҡараштары осрашты. Ул ҡарашты ғүмерҙә лә онотмаясаҡ Айһылыу! Әллә ниндәй төпһөҙ диңгеҙ сайҡала инеме, икһеҙ-сикһеҙ дала тулҡына инеме ул күҙҙәрҙә? Хәбирҙең ирен ситендәге еңелсә йылмайыуы, муйылдай сөм-ҡара күҙҙәр ҡыҙҙы ниндәйҙер серле, тулҡынландырғыс, ят хистәргә сорнаны шул мәлдә...
Мәктәпте тамамлағас, Айһылыу медицина колледжына уҡырға инде. Һөнәрҙе яратып һайлағас, дәрестәр бигүк ауыр булманы. Студент йылдары шаулап-гөрләп үтеп китте, ҡыҙ диплом алып тыуған яғына ҡайтты. Ауылда медпунктта эшләй башланы. Класташы Хәбир күңеленең иң-иң төпкөлөндә йәшәй бирҙе, тик Айһылыу уның хаҡында хыялланырға ла ҡыйманы. Һылыу егет буй еткеһеҙ бейектә ине уның өсөн. Ә берҙән-бер көндө осраҡлы ғына тап булышты уларҙың һуҡмағы. Армиянан һуң себергә эшкә киткән Хәбирҙең отпускыға ҡайтҡан мәле ине.
-Оһо, матурланып киткәнһең, һабаҡташ, кәләш итеп алмай булмаҫ, - Хәбир шулай киң йылмайып килеп инде Айһылыуҙың тормошона...
Уйланып килә торғас, ҡоҙоҡҡа еткәнен дә һиҙмәгән икән. Хәҙер рәхәтләнеп туғай һауаһын һулармын, ҡоштар һайрауын тыңлармын тип уйлап та өлгөрмәне, һыу буйында ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшкән ирҙәр тауышын ишетеп һиҫкәнеп туҡтаны. Бәй, иртә менән кемдәр тауышлана, береһе Хәбир түгелме? Ул бит, ул, уның Хәбире! Айһылыу көйәнтә-биҙрәләрен ҡалдырҙы ла, һуҡмаҡ буйлап тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе. Хәбир...иҫерекме әллә? Нисек? Юҡ, юҡ, булмаҫ!
Нимәгәлер ярһыған, йоҙроҡтары төйнәлгән Хәбир Айһылыуҙы күргәс бөтөнләй ҡыҙып китте, ҡаршыһындағы егеттең башына тос йоҙроҡтарын яуҙырҙы. Айһылыу ағарынып, ҡатып ҡалды, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаҫлыҡ хәлдә ине ул. Ҡолап, ташҡа барып төшкән егеттең башы сорлап ҡанап китте. Айһылыу, яулығын һыпырып алып, егеттең яраһын бәйләне, медпунктҡа килергә ҡушты. Ә эсеп күҙе томаланған Хәбир ҡайтып урынға ауҙы, кискә тиклем торманы, һөйләшмәне. Отпуск ваҡыты бөтөүгә уны йыл ярымға колонияға хөкөм иттеләр.
Айһылыу өсөн ҡара көндәр, йоҡоһоҙ төндәр шулай башланып китте. Мөхәббәттән башы әйләнеп, алһыу болоттар өҫтөндә йөҙөп йөрөгәндә кинәт тормошо ҡараңғылыҡ эсенә сумды.Ҡайны-ҡәйнәһен дә йәлләне. Ғөмүмән, артабанғы тормошон нисек күҙ алдына килтерергә лә белмәне. Шулай ҙа Хәбиренән ҡалмаҫҡа булды, ул ҡайҙа – мин шунда, тип уйланы йәш кәләш.
Айһылыу уйлағанса, Хәбирҙе төрмә камераһына ябып ҡуйманылар. Ул колония-поселение тип аталған ергә холоҡ төҙәтеү эштәренә ебәрелде. Айһылыу шәфҡәт туташы булып эшкә урынлашты. Сит ер, алда – билдәһеҙлек, шулай ҙа түҙергә тырышты. Тиҙҙән йәштәргә бергә йәшәргә рөхсәт бирҙеләр. Шулай үтте уларҙың һөйөп-һөйөлөп туймаҫ баллы айҙары. Ә бер йылдан әсә булып өлгөргән Айһылыу күңеле наҙға тулышып, яҡты өмөттәр бағлап, күҙ йәштәре аша сабыйын - ҡыҙы Гөлсәсәкте ҡулына алды. Бәпес менән йәш әсә тыуған яҡҡа ҡайтты.
Хәбиренең ҡайтыуын нисек көткәнен үҙе генә белә Айһылыу. Шул тиклем һағынды һөйгәнен, ул ҡайтыу менән бәхет ишектәре асылыр тип өмөтләнде. Ҡыуанысы-йыуанысы булған Гөлсәсәге ауырып йонсотманы, ваҡытында аяғына баҫып йүгереп китте, тәтелдәп һөйләшә лә башланы. Ул арала Хәбир ҡайтты, тормош түңәрәкләнгән кеүек булды. Әммә эш таба алмай ҡаңғырған Хәбир күп ваҡыт бар донъяға асыу иткәндәй, һөмһөрө ҡойолоп йөрөнө, юҡҡа-барға ҡыҙып барҙы. Кәләше менән ҡыҙына наҙ, иғтибар бирә белмәне. Ә Айһылыу йәш, берҡатлы ине, күңелендә һөйөү, өмөт, ышаныс тулы сағы ине...
Ваҡыт туҡтауһыҙ алға тәгәрәне. Икәүләп эшләйҙәр, ҡыҙҙары үҫеп килә, тормош үҙ ағышы менән бара. Атай-әсәйҙәренең, яҡын туғандарының күңеле, ниһәйәт, тынысланды. Айһылыу үҙенең икенсегә ауырға ҡалыуына ҡыуанып, осоп тигәндәй йөрөнө. “Малай табырмын, Хәбиремдең күңелен иретермен!”,- тип хыялланды. Ә бер көндө ире эсеп ҡайтты, екеренде, туҙынды, аяҡ кейемен систерәм тип ҡаршыһына йүгергән Айһылыуҙы этеп ебәрҙе. Юғалтты ул бәләкәсте... һәм ҡабат бәпесләй алманы.
- Сепрәкбаш! Дурдом! – Эсеп ҡайтҡан һайын Хәбир зәһәр һүҙҙәрен йәлләмәне, баланың да, әсәнең дә күңелен уйлап торманы.
Айһылыу ипле һөйләшеп тә, нығыраҡ бәрелеп тә бер ни үҙгәртә алманы. Түҙҙе. Һуңлап ҡайтҡан иренән ҡайҙа булдың, ҡайҙа йөрөнөң тигән һорауға яуап гел бер ине: “Һиңә дурдомдан урын һөйләшеп ҡайттым, карауат заказать иттем...” Ҡулдан булһа ла машина һатып алғайнылар, бынан һуң иренең юғалып тороуҙары тағы ла йышайҙы. Күрше ауылда һөйәркәһе барлығын да еткерҙеләр Айһылыуға...
Йылдар шулай аҡты ла аҡты. Айһылыу һөнәрен камиллаштырыу курсына бара алмай, яратҡан эшенән тороп ҡалды. Шулай ҙа уны эштән ебәрмәнеләр, фельдшер ярҙамсыһы, санитарка булып йөрөнө. Берҙән-бер шатлығы - ҡыҙы Гөлсәсәк тырышып яҡшы уҡыны. Бигерәк тә сит телдәрҙе яратып өйрәнде. Хыялы – самолетта осоу, алыҫ илдәрҙе күреү ине. Теләге ҡабул булды балаҡайҙың – һауа авиалинияһында стюардесса булып эшләй башланы. Айһылыу шул тиклем һағына ҡыҙын, ятһа ла, торһа ла уйында гел Гөлсәсәге. Бар теләге – балаҡайының именлеге, бәхетле киләсәге ине. Һылыу, аҡыллы еткән ҡыҙ дәүере етте уның да. Яратҡан кешеһен осратты. Тормошҡа сығам, әсәй, тине. Эй йөрәкһеүе Айһылыуҙың! Бар тыныслығын юғалтып, ҙур ваҡиға була торған көнгә әҙерләнә башланы. Бына-бына ҡыҙҙы һоратырға ҡоҙалар килергә тейеш.
-Миңә йөрөп килергә кәрәк, - тине Хәбир йүгермәләп табын әҙерләгән ҡатынына.
-Ҡайҙа бармаҡсы итәһең, атаһы? Ҡоҙалар етеп киләләр бит инде...
-Заправка кәрәк машинаға. Дур... - Хәбирҙең “яратҡан” һүҙенең аҙағы ишеккә ҡыҫылып ҡалды. Дур-дом... Айһылыу күнеп тә бөттө шикелле был һүҙгә, ҡолағына салынһа салына, салынмаһа юҡ.
Һиҙемләүе дөрөҫ булды. Ҡоҙалар килеп етте, ә Хәбир һаман да юҡ. Йә инде, ошондай көндә йөрөмәһә ни була, тип әрнене Айһылыуҙың йөрәге. “Күрше ауылға заправкаға тип кенә киткәйне, оҙаҡламай ҡайтыр ул”, - тип ҡоҙаларҙы көттөрҙө.
-Имен-аман ғына йөрөһөн юл кешеһе, - тиеште ҡунаҡтар.
-Килгәндә күрҙек әле, аҡ төҫтәге бер машина юл ситендә аунаған ине... Алла һаҡлаһын...
-Аҡ төҫтәге машина? Юл ситендә? Аһ, ул бит Хәбир! – тип асырғанып ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәне Айһылыу.
Буласаҡ кейәүҙең машинаһы менән ашығып юлға сыҡтылар. Ҡазаға юлығыусы, ысынлап та, Хәбир булып сыҡты. Уны район үҙәге дауаханаһына алып киткәндәр ине инде. Айһылыу дауаханаға нисек барып еткәнен яҡшылап хәтерләмәй ҙә. Был ара уға йөҙ йылға торошло булғандыр. Хәбир хирургия бүлегендә ята. Система ҡуйғандар. Биле тәңгәлендә умыртҡа һөйәге һынған, дауаланыу оҙаҡҡа китеүе бар, тине табиптар. Башҡалаға алып барыу һәйбәтерәк булыр, тип тә кәңәш бирҙеләр. Ни эшләргә Айһылыуға? Өйҙә эштең иң күп сағы, бесән йыйып алынмаған. Ҡалайтырға?
- Балалар, донъя һеҙгә ҡала, нимә эшләтһәгеҙ ҙә ризамын. Мин атайыңды башҡалаға алып барырға тейешмен, - тине Айһылыу ҡыҙы менән кейәүенә ҡарап.
Ике ай ире менән бергә булды. Бала һымаҡ ҡараны уны. Бер палатала ятҡан ауырыуҙарҙы ла тәрбиәләште. Күп рәхмәт һүҙҙәре, яҡшы теләктәр ишетте уларҙан. Көҙгә Хәбирҙе коляскаға ултыртып ауылға ҡайтып төштөләр. Шөкөр, был ыҙаларҙы ла үткәрҙек, балаларҙы имен-аман эшкә оҙаттыҡ, тип бер мәлгә еңел һуланы Айһылыу. Яҡшы тәрбиәнең, тейешле туҡланыуҙың файҙаһы теймәй ҡалманы, Хәбир яҙға табан аяғына баҫты. Башта ҡултыҡ таяғы менән, һуңынан үҙ аллы атлап йөрөй башланы.
Әммә яҙмыш һынауҙары бөтмәгән булып сыҡты. Хәбирҙең әсәһе фалиж һуғып түшәккә ятты. Күп уйларға ваҡыт юҡ ине. Айһылыу бейемен дауахананан тура үҙҙәренә алып ҡайтты. Ҡулынан килгәнсә тәрбиәләне, ауыр һүҙ әйтмәне, яҡты йөҙөн йәлләмәне. “Килен, балам, ризамын, рәхмәт үҙеңә. Ҡатыраҡ та булғанмындыр, рәнйемәҫһең инде. Ҡартлыҡ көнөңдә бәхетле бул, бәхил бул,” – тип бейеме уға фатиха бирҙе.
Ҡара ҡойроғо артынан ҡалмай тигәндәй, Хәбир ҡатынын берсә утҡа, берсә һыуға һалып йөрөүен белде. Эште ташлап ялға сыҡҡас, толҡа тапмай, эсе бошоп йөрөгән мәле ине Айһылыуҙың. Көндәрҙең береһендә класташ ҡыҙҙары – Гөлбикә менән Нәсимә шылтыратты. “Айһылыу, һине күргебеҙ килә. Киләбеҙ, көт!” – тинеләр ҙә, оҙаҡламай килеп тә еттеләр. Һабаҡташтар осрашыуы шулай бит ул: хистәр тула, ҡосаҡлашаһың, көлөшәһең, йә күҙ йәшенә ирек бирәһең... Бер нисә сәғәт эсендә өсәүләп алыҫта ҡалған бала саҡтарына, йәшлек йылдарына, тәүге һөйөү һуҡмаҡтарына ҡайтып уранылар, бергә уҡығандарҙың һәр береһен телгә алып, ҡыҙыҡтарҙы иҫкә төшөрөп көлөштөләр.
- Ә ниңә Хәбир һаман ҡайтмай? Ул да беҙҙең класташ, уны ла күргебеҙ килә! – Гөлбикә менән Нәсимә бер тауыштан Хәбирҙе таптыра башланы.
Айһылыу шунда ғына ныҡлап иғтибар итте. Әхирәттәре матур кейенгән, сәстәре, күҙҙәре, ҡаштары тәрбиәләнгән, тырнаҡтары буялған, бит-ҡулдары һыланып-һайпалған. “Ҡалай бәхетлеләр !” тигән уй үтте уның башынан. Ирекһеҙҙән үҙенә күҙ һалды: сәсенә аҡ юлаҡтар төшкән, йөҙөн йыйырсыҡтар баҫып бара... Ҡыйын булып китте, эстә нимәлер шартлап өҙөлөр сиккә етте. Айһылыу, үҙе лә аңғармаҫтан, Хәбир менән нисек йәшәүе, иренең ҡылыҡтары тураһында асылып һөйләне лә ҡуйҙы. Ошо көнгәсә Айһылыуҙы яратҡан кешеһенә кейәүгә сыҡты, тормоштан уңды, тип уйлаған класташ ҡыҙҙар тынып ҡалды. Нәсимә телгә килде:
- Айһылыу, беҙ ундай ыҙалар күргәнеңде ошоғаса белмәнек. Бынан ары һине Хәбирҙең улай йонсотоуына юл ҡуймайбыҙ!
- Ысынлап та, Айһылыу, сәсрәп китһен донъяһы! Уға кәрәкмәгәс, һиңә нимәгә ул? Киттек беҙҙең менән! – тип һүҙҙе элеп алды Гөлбикә.
- Шулай шул! Хәҙер элекке заман түгел өйөм, донъям тип йәбешеп ятырға. Алып ҡайтабыҙ һине үҙебеҙ менән. Район үҙәге ҙур, фатирын да табырбыҙ, эшкә лә урынлашырһың. Үҙең әйтмешләй, бер бөртөк ҡыҙың бирешерлек түгел, уның өсөн борсолаһы юҡ.
- Әйҙә, Айһылыу, әйҙә! – тинеләр бер тауыштан.
- Ярай, уйлармын әле. Рәхмәт мине ҡайғыртыуығыҙға, - тигән булды Айһылыу.
Электән үткен, ҡыйыу Гөлбикә һаман шул көйө. Ана бит, ялтлап торған иномаркаға ултырып алған. Нәсимә лә һис тә бирешмәгән, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәгәндәре күренеп тора...
Ҡыҙҙар нисек килгән шулай тиҙ генә ҡайтып та киттеләр. Айһылыуҙың йөрәгенә ут һалды улар. Эйе, нишләп әле ул ошо донъяға йәбешеп ята? Бында нимә тота уны? Кәртәләге һыйырмы, артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән бесәйме, тауыҡтарымы? Хәбире менән бергәләп ҡыуанып, шөкөр итеп сөкөрҙәшеп йәшәмәгәс, быларҙың ни кәрәге бар? Ғүмер буйы “Һинең урының дурдомда, унда һиңә койка заказать ителгән”, тип кәмһетеп йәшәне бит Хәбир! Ә Айһылыу барыһына ла күнеп, күҙ йомоп тик йөрөгән. Юҡ, артабан былай булмаясаҡ! Ҡайтһын ғына Хәбир, барыһын да йөҙөнә ҡарап әйтәсәк!
Хәбир ҡайтты. Айһылыуҙың арыған, йонсоп киткән йөҙөнә күтәрелеп тә ҡараманы, хәлең нисек тип тә һораманы. Бер генә һүҙ әйт, ул тағы ла “дурдом”ды иҫкә төшөрәсәк. Айһылыу ире ҡаршыһына барып баҫты.
- Хәбир! Мин китәм һинән. Үҙеңә нисек оҡшай, шулай йәшә, кем менән теләйһең, шуның менән бергә бул. Мин был өйҙә ҡала алмайым!
Хәбир ғәҙәттәгесә ирен ситтәре менән көлөп кенә ҡуйҙы. Мыҫҡыллай, тип уйланы Айһылыу . “Элек, йәш саҡта, уның ошолайтып көлөмһөрәүен үлеп ярата инем... ҡалай һуҡыр булғанмын...”
Айһылыу һүҙендә торҙо. Китергә тигән ниәте ныҡлы ине. Документтарын һәм иң кәрәкле әйберҙәрен генә сумкаға һалды ла, юлға сыҡты. Еңел түгел ине был аҙымы. Башта йөҙ төрлө уйҙар-хистәр даръяһы ҡайнаша, йөрәк әсетеп һыҙлай. Дөрөҫ эшләйме Айһылыу? Хәбире унһыҙ нисек йәшәр? Их, автобус бер ҡасан да туҡтамаһын, ошолай барһын да барһын ине, тип уйлай ҡатын. Артҡа ла, алға табан да юл юҡ һымаҡ уға. Тик бер нәмәне күңеле менән тоя: үткәндәргә, Хәбиргә ҡайтҡыһы килмәй. “Тимәк, алға, Айһылыу, бирешмә, ныҡ бул” тип эстән теләк-доғаларын уҡый юлаусы.
Ҡарттар йорто күрше районда урынлашҡанын белә ине. Шунда юлланды. Автобустан төшөүгә таксиға ултырҙы. Таксист, йәш кенә егет, күңелле көйҙәр тыңлатып, интернаттың тап ҡаршыһына килеп туҡтаны. Тура директорға инергә ҡарар итте Айһылыу. Һорашып тапты. Урта йәштәрҙәге етәксе ир инеүсегә ултырғыс тәҡдим итте, һүҙен бүлдермәй иғтибар менән тыңланы. Нисек бар, шул килеш бер тында һөйләп бирҙе ул үҙенең яҙмышын. Мин бында урынлашырға килдем, ярҙам итегеҙ, зинһар тип тамамланы һүҙен.
- Һеҙ һөнәрегеҙ буйынса кем әле ул, апай? – тип һорап ҡуйҙы директор.
- Ҡасандыр шәфҡәт туташы инем, ашнаҡсы ла була алам.
- Бик шәп! Беҙгә бөгөнгө көндә ярҙамсы хеҙмәткәр ныҡ кәрәк, ризаһығыҙмы?
- Мин? Эйе, ҡуш ҡуллап! Йәшәргә берәй фатир тапһам...
- Уныһына борсолмағыҙ. Беҙҙә бүлмә бар. Хәҙер әйтермен, урынлаштырырҙар. – Етәксенең үҙ-үҙен тотошо, һөйләшеүе оҡшаны Айһылыуға, күңел болоҡһоуы бер аҙ баҫылғандай итте.
Ил өҫтөндә сыпсыҡ үлмәй тигәндәре ҡалай дөрөҫ. “Интернатҡа урынлашам тип килдең, бына урынлаштың. Йәшәргә урын бар, эш табылды. Ең һыҙған да, тотон әйҙә!” Һуңғы ваҡытта шулай үҙ-үҙе менән һөйләшергә күнегеп китте Айһылыу. Шулай итһәң, нисектер күңел тынысланып ҡала, артабан ни буласағы ҡурҡытмай ҙа һымаҡ.
Ауырыуҙарҙы үҙ ғүмерендә күп күрҙе ул. Ә бында хәл бөтөнләй башҡаса. Ниндәй генә күңел ғазабына, һыҙланыуҙарға дусар түгел бындағы кешеләр. Шулай ҙа йәшәү өсөн тырмалашып ятҡан көндәре. Ғүмер бер генә бирелә шул. Һәр кемдең дә йәшәгеһе килә. Йәшәү менән үлем араһында ҡалған кеше барыбер сабырлыраҡ, шәфҡәтлерәк булалыр. Ғүмер сигенә еткәнен аңлап, был донъяла әҙме-күпме яҡшылыҡ эшләргә теләй, бәләкәй генә шатлыҡҡа ҙур итеп ҡыуана, саҡ ҡына иғтибарға ла рәхмәтле була белә улар. Күңел уларға ҡарата йәлләү, ҡыҙғаныу менән тула, берәй йылы һүҙ әйткең, ни менән дә булһа ярҙам иткең килә. Яңы тормошонан ҡәнәғәт Айһылыу. Оло йәштәге әбей-бабайҙарҙың ихлас итеп әйткән рәхмәте уның үҙенә лә көс-дәрт өҫтәй. Шөкөр, Гөлсәсәге менән дә аңлашты. Ҡыҙы тәүҙә әсәһенең был аҙымын хупламаны. Йәш саҡта ҡыланмағанды хәҙер кеше аптыратмағыҙ, миңә һеҙ бергә булһағыҙ тынысыраҡ, тип ҡырҡа һуҡҡан ҡыҙыҡай хәҙер: “Әсәкәйем, үҙеңә нисек яҡшы, шулай хәл ит. Тик һау ғына бул, ауырыма”, - тип ризалығын бирҙе. Әсә күңеле бер аҙ тынысланды. Үҙен кемгәлер кәрәкле итеп тойоуҙан иңендә ҡанат үҫкән һымаҡ булды. Яңы урында дуҫ-иптәштәр ҙә табылды. Фәнүзә исемле уғата илгәҙәк, бар йәһәттән оҫта татар ҡатыны менән ныҡлап дуҫлашып киттеләр, әйтерһең дә, бер-береһен ғүмер буйы белгәндәр. Йәшкә кесерәк булһа ла, донъяны күп күргән кеше булып сыҡты Фәнүзә. Шаяртып-көлдөрөп күңелде күтәрә белеүе лә оҡшай Айһылыуға. Апай, әйҙә, беҙ һинең сәсеңде матурлайыҡ, тырнаҡтарыңа маникюр эшләйек, бына тигән матур ханым буласаҡһың, тип өгөтләй торғас, бер көндө көҙгө алдына ултыртып сәсенә прическа, битенә макияж яһап ҡуйҙы. “Кәртинкә булдың бит, апаҡайым, ай-һааай” тип маҡтап уҡ ебәрҙе. Көҙгөлә, ысынлап та, ниндәйҙер икенсе, яңы Айһылыу ҡарап торғандай. “Их, күрһә ине Хәбир, ни әйтер ине икән?...”
Йырлап тигәндәй уҙҙы Айһылыуҙың көндәре. Яратҡан эш ялҡытмай, тиҙәр бит, ысынында ла шулай икән. Айһылыу үҙендә яңы көс, дәрт тойҙо, күңеле һәр ваҡыт күтәренке булды. Юҡ-юҡ, тормошо үкенерлек түгел. Өҙөлөп яратты, бар һөйөүен бирҙе Хәбиргә. Яҙмыш ошолай ҡушҡан икән, ризалашып һәм рәхмәтле булып йәшәргә кәрәк, тип уйлай ҡатын. Ана, ҡарттар йортона килеп эләгеүселәрҙең ҡайһыһын ғына алма, ниндәй ҡатмарлы, сетерекле яҙмыш кисергәндәр. Бушыраҡ ваҡыты булһа, Айһылыу уларҙың һөйләгәндәрен тыңларға ярата. Кемеһелер йәш саҡта яңылышҡан, кемдер олоғайғас яҡындарына ҡарата ғәҙел, ғәзиз кеше була алмаған. Тормош уларҙы ошо йортҡа уйланһын, хаталары өсөн яуап бирһен тип йыйған тиерһең...
Өс-дүрт ай ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтте. Хәбир уның күңел төпкөлөндә тыныс ҡына йәшәй, борсомай, өндәшмәй ине. Ә бөгөн таңда төшөнә инде. Йәш сағы, матур сағы. Кәләш итеп алам, тип йылмайып ҡулын һуҙа, имеш. Айһылыу уға ниҙер әйтергә уҡтала, тик тауышы сыҡмай ҙа ҡуя... Китсе, күргән төшө ысынбарлыҡҡа тура килде түгелме?! Бер аҙ һурылып, олоғайып киткән Хәбир төшкө аш мәле етеүгә уның алдында баҫып тора ине. Ҡарашы һораулы, аптыраулы.
- Һеҙҙә йәшәүселәр араһында Сафиуллина Айһылыу булырға тейеш. Миңә уны күрергә кәрәк, - тип тура директорға мөрәжәғәт иткән Хәбир .
- Эйе, бар беҙҙә ундай кеше. Тик Айһылыу апай беҙҙең пациент түгел, иң тырыш, уңған хеҙмәткәребеҙ. Ә һеҙ уға кем булаһығыҙ?
Ошондай һөйләшеүҙән һуң аптырап, телһеҙ ҡалған Хәбир: “Әйҙә, ҡайттыҡ... Айһылыу... мин...” тип бутала-бутала ике-өс һүҙ генә әйтә алды.
- Һин миңә һәр ваҡыт “дурдомда урын белешә” инең, хәтереңдәме? Ярата алманыңмы, әллә мине зәғиф тип үҙеңә тиң күрмәнеңме, белмәйем... Бына мин, ысынлап та, һин әйткән “дурдомда”. Ышанаһыңмы-юҡмы, Хәбир, бында ла ғәҙәти кешеләр йәшәй, эшләй. Миңә оҡшай бында. Йәшәүҙең мәғәнәһен таптым тиһәм дә була...
- Айһылыу, һинең... өйөң, донъяң бар... етәр... кеше аптыратма. Мине уйла, ҡыҙыңды...
- Уйлайым, онотманым. Һин дә уйла. - Айһылыу түҙемһеҙләнеп, сәғәтенә ҡараны. - Ярай, мине эштә көтәләр. Хуш!
Хәбир хәтһеҙ ваҡыт ҡатыны артынан ҡарап торҙо. Матур, аҡыллы шул уның Айһылыуы. Ҡалай үҙенең бәҫен, дәрәжәһен белә! Нисек ғорур атлап китте! Нисәмә йылдар эргәһендә йәшәп, үҙ бәхетен үҙе күрмәгән, ҡулда саҡта алтындың ҡәҙерен белмәгән кешемен икән, үәт дүрәк, исмаһам, тип үҙ-үҙен әрләне. “Һылыуым, мине ғәфү ит! - тип яңғыратып ҡысҡырғыһы килде. - Һине аңламағаным, һанламағаным өсөн. Донъябыҙҙың ҡото юҡ һинһеҙ, Айһылыу. Өйөбөҙгә ремонт яһайым, газы янып, йылы-һыуыҡ һыуы крандан килеп торасаҡ. Күпме кәрәк, шул тиклем көтөргә ризамын ҡайтыуыңды. Өрмәгән ергә ултыртмам. Белеп ҡуй, ғүмер буйы көтәсәкмен һине!” тип уйланды сикә сәстәре салланып, олпат йәшкә яҡынлаған Хәбир атлы уҙаман. Үткәндәр өсөн әсе үкенеүҙәре тәрән уфтаныу булып йөрәк пәрҙәһен ярып сыҡҡандай ине...
Л. Ғәниева.

Октябрь, 2020.

Читайте нас: