ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Март 2021, 15:00

"Бер ауылда" Рәлис Ураҙғолов

— Һыйыр тотам, быҙау, тауыҡтар... Күрәм бит, бисә тураһында һорарға ниәтең. Һорамаһаң да әйтәм: китте ул. Баланы күтәрҙе лә китте. Әсәй түшәктә оҙаҡ ятты бит. Ҡарағыһы килмәне... Ә мин китмәнем. Иң яҡын кешемде ҡалдырманым. Әсәй мәрхүмә үтенеп тә һораны — ризалашманым... Белеш ситкә ҡараны. Һакал төпһәләре араһынан ике күҙ йәше тәгәрәргә юл эҙләне.— Юҡ, үкенмәйем. Иң изге кешемде тәрбиәләргә теләмәгән ҡатын менән барыбер йәшәй алмаҫ инем...Уның ҡустыһы ла, һеңлеһе лә бар. Аталары бик иртә киткән фанилыҡтан — диләнкәлә берәүҙе ҡотҡарыр өсөн ауып барған ағас аҫтына ташланған. Һуңынан инде, мәктәпте тамамлағас, әсәһенә туғандарын ҡарашыр өсөн фермаға юлланған белеш.— Ҡайтҡандары юҡ, — тине ул, тоноҡ ҡына тауыш менән. — Ҡуй, әйҙә, һал берәрҙе. Иҫән йәшәһендәр...Туҡ, туҡ, туҡ! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#РәлисУраҙғолов

Бер ауылда...
(Журналист көндәлегенән)
Был ауылда элек тә булған бар ине. Ҡаршыға еңдәре менән танау аҫтарын һөртә-һөртә таяҡты “ат” иткән малай-шалай саба, кескәй генә ҡыҙҙар итәктәрен тартҡылаған була — үтеп киткәндә һаулыҡ һораша торғайны. Һуңынан пырх-пырх көлөшәләр. Биргән кәнфит-прәнигеңә ҡарап кемлегеңде һынайҙар. Шатландырҙың икән, ағайҙан һалдыралар, һаранланһаң — ҡарунлығыңа төрттөрәләр. Ә күҙҙә-әр... Ах, шул тиклем дә осҡон сәсер икән мут та, оялсан да, кескәйҙәргә хас шуҡлыҡ та бөрккән был күҙҙәр.
Ғүмер буйы ҡағыҙға текләп заслужит иткән бүләкте — күҙлекте алып, лупаларын һөртәм — юҡ улар. Тик бил тиңете үҫкән әрем сәләмләй ҙә, дегәнәк баштары салбарға йәбешә.
Шулай ҙа йәнлелек бар икән, ана, ҡыйшайған кәртәһенә һөйәлгән эскәмйәһенә сығып ултырған бер әбей, маңлай өҫтөнә ҡулын ҡуйып, миңә текләгән. Хәлһеҙ ҡарашын баштан-аяҡ үткәрә. Йылылыҡ бөркөлә был ҡараштан. Яҙын баҫыуҙар быу күтәрткәндә иҫкән елдә генә була шундай йылылыҡ.
— Бәй, балам тип торам, һин икәнһең, — тип, башымдан һыйпаны.
Был ауылда эҙен ҡалдырған һәр үткенсене ҡытыршы усы менән һыйпап ҡаршы ала, оҙатып ҡала икән. Уның эргәһендә ултырып киткәндәргә — сауап, сәғәт теленең өсөнсө уғы бер әйләнеп сыҡҡансы ла ваҡыт тапмағандарға — харап. Изге инәй ул — балаларының ҡайтырын тилмереп көткәндәрҙең барыһының да әсәһе шикелле...
Ҡараштар буш торған өйҙәр аша үтеп, белештең тиҫтә йыл үҙгәрмәгән ҡапҡаһына һуғыла. “Өйөндә генә булһа ярар ине, күпме юл үтеп, осратмаһам ҡыйын булыр”, — тигән булам. Өйөндә булмаһа, ҡайҙа төнәрмен икән, тип йәнде ҡыя эске уй. Әйҙә, алышһындар икәүләп, күнегелгән, һәр беребеҙҙең эсен гөтөрләтә улар.
Һырлы стакандар сәкәштерелде. Суфый түгелбеҙ ҙә. Мәҙрәсәгә йөрөмәгәнбеҙ, таяҡты “әлиф” тип белмәйбеҙ. Теге — “шо, не уважаеш-ш штоли” тип үҫтерелгән замана балаһыбыҙ.
Белештең өй эсенә күҙ йүгертәм — һис бер ни үҙгәрмәгән һымаҡ. Әйтерһең, йылдар тәгәрмәсе маңлайҙарға һырҙар өҫтәмәгән, сәстәргә сал бураҙналарын да һалмаған. Әсәһе иҫән булғандағыса йыйыштырылған. Мейесе ағартылған, еҙ самауыр ҙа байып барған ҡояш нурҙарын сағылдырып өҫтәлдә ултыра. Тик ниндәйҙер һалҡынлыҡ ҡына бар — ҡатын-ҡыҙ йылылығы етмәгәне һиҙелә... Өйләнгән ине бит ҡорҙаш. Һорарға ҡыймайым. Тик:
— Мал-тыуар күп тота инегеҙ, — тип, аҙаҡ үҙем өсөн дә уңайһыҙ һүҙҙәр теҙмәһе теҙәм. Ниҙер әйтергә кәрәк бит.
— Һыйыр тотам, быҙау, тауыҡтар... Күрәм бит, бисә тураһында һорарға ниәтең. Һорамаһаң да әйтәм: китте ул. Баланы күтәрҙе лә китте. Әсәй түшәктә оҙаҡ ятты бит. Ҡарағыһы килмәне... Ә мин китмәнем. Иң яҡын кешемде ҡалдырманым. Әсәй мәрхүмә үтенеп тә һораны — ризалашманым...
Белеш ситкә ҡараны. Һакал төпһәләре араһынан ике күҙ йәше тәгәрәргә юл эҙләне.
— Юҡ, үкенмәйем. Иң изге кешемде тәрбиәләргә теләмәгән ҡатын менән барыбер йәшәй алмаҫ инем...
Уның ҡустыһы ла, һеңлеһе лә бар. Аталары бик иртә киткән фанилыҡтан — диләнкәлә берәүҙе ҡотҡарыр өсөн ауып барған ағас аҫтына ташланған. Һуңынан инде, мәктәпте тамамлағас, әсәһенә туғандарын ҡарашыр өсөн фермаға юлланған белеш.
— Ҡайтҡандары юҡ, — тине ул, тоноҡ ҡына тауыш менән. — Ҡуй, әйҙә, һал берәрҙе. Иҫән йәшәһендәр...
Туҡ, туҡ, туҡ! Вата яҙып тәҙрә шаҡыйҙар.
— Ут сыҡҡан!!! — тышҡы яҡта көрәк тотҡан ир урынында тыпырлай.
— Пажар, инәңде...
Өҫтәлгә төшкән көрәктәй ус гөпөлдәүенә күкрәк төбөнән сыҡҡан ауаз ҡушылды. Ошоноң менән барыһы әйтелде.
Биҙрә, көрәк эләктереп барып еткәнсе байтаҡ халыҡ йыйылған: берәүҙәр ут теле күрше йортҡа китмәһен өсөн кәртә аҡтара, икенселәр ете-һигеҙ дилбегә арауығындағы ҡоҙоҡто ҡаплаған. Барыһы — ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, әбей-бабайҙар — сылбырға теҙелгән. Һыу тултырылған биҙрәләр янған өйгә барып еткәнсе яртылаш ҡала. Яйлап “алыш-биреш” һүлпәнәйә, кешеләрҙең һөрәнләүе һирәкләнә бара. Уларҙы һүгенеү, уфтаныуҙар алмаштыра.
— Килеп етмәнеләр...
Килде пожарныйҙар. Ут селтәрләп ҡарайтҡан бүрәнәләрҙе аҡтарҙылар — сәбәп эҙләнеләр, быҫҡыған урындарға ҡалын шлангыларҙан һыу һиптерҙеләр. Ҡағыҙ тултырҙылар...
— Ярай үҙегеҙ иҫән ҡалғанһығыҙ, — тип йыуатты ауылдаштары күрше йорт эскәмйәһендә һушһыҙ булып ултырған әбей менән бабайҙы.
— Беҙгә килегеҙ, урын табылыр, — тине икенселәре.
Ир-ат бер ергә өйкөлөшкән, ҡатын-ҡыҙ икенсе.
Силсәүиттән башлап, район түрәләренә тиклем һүгәләр...
Беҙ белеш менән яй ғына ҡайтып барабыҙ. Өндәшмәйбеҙ. Белеш ара-тирә тештәрен ҡыҫып шығырлатып ҡуя, ҡулындағы көрәге менән ергә һуғып-һуғып ала. Минең күҙҙәр таныш урындарҙы эҙләй. Анау ерҙә клуб ине. Әле төнгөлөккә өйҙәренә ҡайтмаған кәзә-һарыҡ бышҡырғаны ишетелә. Тегендә мәктәп стеналары һерәйгән. Бында — сельпо лавкаһы нигеҙе таштары ҡуйы кесерткән араһынан саҡ күренеп ята. Юҡ-юҡ, хәҙер кисен өс тиҫтәгә яҡын йорттоң тәҙрәһендә Ильич лампалары ҡабынған ауылды ташландыҡ тип әйтеп булмай — араларында шыҡылдап торған бүрәнәнән һалынған өйҙәр ҙә бар.
Ҡайттыҡ. Өҫтәл артында шым ғына ултырабыҙ. Һүҙ булһын, тигән һымаҡмы, белештең кәйефе бер аҙ күтәрелһен типме, үҙе яратҡан темаға һүҙ ҡушҡан булам:
— Хут ҡыҙҙар бармы һуң?
— Нимә, бында ҡыҙҙар тоторға килдеңме? — тип, күҙҙәрен алартты белеш. — Бар, кәнишнә. Үткән йыл мәрхүм булғандың йәш ҡатыны бар. Ул — минеке!
Биргән һорауымдың тағы бер яғы, бәлки, өйләнерһең, донъяң матур, ҡыйын бит бер үҙеңә тигән ниәттән дә ине. Ниңә өйләнмәйһең һуң улай булғас, тигән ҡараш йүгертәм яңаҡ эсенә уйылған, зәһәр осҡон сәскән күҙҙәргә ҡарап.
— Эйе, өйләнерһең, бар. Күрше ауылдан берәү эйәләште уға, — белеш күлдәк иҙеүен тартып өҙҙө, муйынындағы ҡан тамырҙары бүртеп сыҡты. Йөрәк тәңгәленә йоҙроҡ менән һуҡҡыланы. — Беләһеңме, ошонда яна минең, ош-шонда-а...
Баҡһаң, элекке колхоз үҙәге булған ауылда ла йорттар яртылаш ҡалып, уларының да сирегендә бер өйөр буйҙаҡ ғүмер кисерә икән. Шуның менән һүҙҙәр бөттө...
Таң һарыһы беленә. Кемдер карауатында кирелә, ә кемгәлер йоҡо баҙарын гиҙәһе лә әле гиҙәһе. Ҡайҙалыр һәүкәшкәй мөңрәй, ҡайҙалыр ел һыңар күгәне һурылған ҡапҡаны шығырҙата. Бирге яҡта әтәс борғоһон ҡысҡырта — арғы яҡ тауыҡтарын саҡыра. Яңғыҙ эт лауылдай, нәфсеһен тыя белмәгән бесәйҙәр сыйылдаша...
Ауыл таңы...
Р.S. Ҡайтҡас, белештән хат алдым. Күҙ йәштәреме, көмөшкәме тамып һарғайған ҡағыҙға былай тип сыймаҡлаған: “Һин ҡайтып киткән көндө инәй үлде. Эскәмйәһендә ултырып. Ҡулын һонған килеш ҡатып ҡалған...” Йөрәк һыҡраны. Әйтерһең дә, тормоштоң әсе елдәренән ярылып бөткән уның устары битемде һыйпаны: балам, тип торам...
Читайте нас в