Ир-ат менән йылына бер генә була торған хәл. Иләүенә таяҡ тығылған ҡырмыҫҡа ише булып ҡуҙғыған саҡтары. Магазиндарҙа сиратта шулар, баҙарҙар йырып сыҡҡыһыҙ, сәскә бутиктарының тышында ла торалар. Берәүҙәре ашыға, ҡарһалана, туфан ҡалҡырын белеп ҡалғандай ҡылана, икенселәре киреһенсә, аҙыҡ рәттәре араһында ҡай бер нәмәләрҙе тәү күргәндәй оҙаҡ-оҙаҡ текәлеп тора, әле береһен, әле икенсеһен тотоп ҡарай ҙа, ярҙам эҙләгәндәй ян-яғын байҡай. Күҙҙәре аларған ир заттарының, арттарына ут ҡапҡан. Аңлашыла инде – иртәгә бит һигеҙенсе март! Ҡатын-ҡыҙҙың нисек матур, аҡыллы һәм ғәзиз икәнлеген белеп ҡала торған көнө. Шуның өсөн тырыша ла инде эсендә йәне булған һәр ир енесле. Шулар араһында Зиннәт тә. Әле уның да супермаркет залдарында аҙашып йөрөп тамам алйыған сағы. Уйын эшме?! Биш ҡатын-ҡыҙға бүләк ҡарап алырға кәрәк. Биш! Һәм бишеһенә биш төрлө.
Тап ошо көндәрҙә, сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, буран ҡотора. Йыл да шулай була ул, ошо байрам еттеме – тәбиғәттең ене ҡуба ла китә. Сыҙап ҡына тор, март бураны башлана.
Апаһын юл ыңғайы инеп ҡотлап китте. Байрам көндө килеп йөрөй алмаҫ, әле өйҙәгеләренең күңелен күрәһе бар, әсәһенә лә ваҡыт бүлеү фарыз. Апаһы үҙе ирле ҡатын, моғайын иғтибарҙан мәрхүм булып ултырмай, тип уйлап һуғылды Зиннәт. Уларҙа ла байрам һулышы – унда-бында гөлләмәләр баҙыраша.
— Байрам менән, апай! – Зиннәт үҙенә ҡоластарын йәйеп алсаҡланып килгән апаһына сәскәһен һуҙҙы. – Уҡытыусыға сәсәкәне күп бирһәләр ҙә, быныһы минән булыр!
Зөлфиә ҡустыһын түргә әйҙүкләне, улы менән килене килгән икән, ултырып алырға саҡырҙы. Йөҙ сәбәбен табып саҡ ысҡынды Зиннәт. Бында инһәң ҡалыуың ярты төнгәсә, тигән һүҙ. Бер туғаны бит, һөйләшер хәбәре лә, хәтерләр ҡыҙығы ла табылыр – гел шулай була. Шунлыҡтан эште ҡыҫҡа тотоп тайыу яғын ҡараны, булыр әле ҡабаланмағанда килә торғаны. Сығып барған еренән кире боролдо – пакетындағын алып бирергә онотҡан. Апаһы рәхмәт әйтеп алғас та, ҡағыҙ ситен ҡайыра биреп асып ҡараны ла, ҡабаттан пакетҡа ымланы:
— Тоже... бүләк. Үҙеңдеке оҡшамаймы әллә?
— Ой, оҡшай! Оҡшай, әлбиттә. Тик... ҡыҙыҡ бит... - апаһы балаларса бер ҡатлана һаман.
Зиннәт уға осларға бирмәне. Белә ул нимә әйтерен. Шуға ашығып тағы хушлашты:
— Ярай, оҡшағас. Тағы бер тапҡыр байрам менән һеҙҙе! Һау булығыҙ!
Ҡайтып ингәнен өйөндә лә дүрт күҙ менән көтөп торалар. Өлкән ҡыҙы үҙен тота алһа ла, бәләкәйе ишек төбөндә һикрәнләй ине инде.
— Урра-а! – тип һөрән һалды ул атаһынан алда сәскәләр күренгәс тә үк. – Сәскә! Беҙгә сәскәләр!
Зиннәт эйелеп гөлләмәләрен ҡыҙының ҡосағына күсерҙе:
-- Ипләп тот, ҡыҙым, һындырып ҡуйма.
Ул арала өлкән ҡыҙы килә һалып ҡулынан пакеттарын алды:
— Ой, атайым минең яратҡан тортты алған! Рәхмәт!
Аш бүлмәһенән ҡатыны күренде. Ҡыҙҙары кеүек үк һикереп төшмәһә лә, тешенә ҡәҙәр нимәлер тешләгән иренә ҡәнәғәт ҡарап тора:
Тап ошо мәлдән был фатирҙа ла байрам башланды. Ҡатыны алып ҡайтылғанды һыуытҡысҡа урынлаштырҙы, ҡыҙҙары сәскәләрҙе һыуға тыҡты, хатта күңелле генә көй ҡуйып ебәрҙеләр. Һәр береһенең күңелендә Зиннәт тарафынан бүлмәһенә индереп йәшерелгән төргәктәр эсендәгеләрҙе юраған матур уйҙар яралды. Шулай ҙа уйламаған бер низағ та булып алды. Бәләкәй ҡыҙы гөлләмәнең иң еллеһен эләктермәксе булды. Быны күреп ҡалған апаһы тыйҙы:
— Раузалар әсәйгә инде, үҙеңдекен уйнат!
Кескәй ләлә бәйләмен хушһынып етмәгән бәләкәй ҡыҙ шауламаҡсы:
— Юҡ! Иң ҙуры минеке! Һинеке был! Уныһын әсәйгә бир! – апаһына тигән хризантемаларға күрһәтә был. Бәхәскә атайҙың үҙенә лә тығылырға тура килде:
— Бәләкәй гөлләмәгә кәнфиттәр ҡушылған, шуға уны Диләгә алдым, Динә апайыңа үҙе яратҡанса аҡ сәскә, ә әсәйеңә – ҙуры.
— Балаларға рауза бирмәйҙәр, бындай тик әсәйҙәргә генә, - тип өҫтәне Динәһе.
— Юҡ! Улайһа мин быларҙы алмайым! – ете йәшлек бала тимәҫһең, тәки ыҡҡа килмәй. Ошо бер ғәҙәте оҡшамай Зиннәткә ҡыҙының. Хәйер, ҡыҙының ғынамы. Үҙҙәренең өлөшөнә ҡәнәғәт була белмәй, мотлаҡ эргәһендәгенекенә ҡарайҙар, сағыштыралар һәм кәйеф боҙор сәбәп табалар инде. Ир мәғәнәле генә итеп ҡатынына ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе, кемдән өйрәнә улар быға. Дилара иһә ғауғаны тиҙ генә ыңғайға бормаҡсы булды:
— Ярай, алһын. Ялҡҡансы йөрөтөр ҙә ҡуйыр әле.
— Эш ундамы ни? – Зиннәттең тауышы етдиләнә төштө, -- Бөгөн уны еңеп алыр, иртәгә икенсеһен...
— Ҡуй, баланың күңелен төшөрмә, алһын, - ҡатынының һуңғы һүҙе булды был, залдан сығып та китте.
Байрам көнө Зиннәт барыһынан да иртәрәк уянды. Ашығып ҡына сәй эсеп алды ла, кисә алып ҡайтҡан балыҡҡа тотондо. Эштәге коллегаһынан өйрәнеп ҡайтҡан рецебын әтмәләп ҡарамаҡсы. Йәнәһе, балыҡ тултыра. Ике сәғәт самаһы ыҙалатты балыҡты, әммә яҙып алғанса итеп эшләп, тегеп ҡуйҙы инде. Духовкаға тыҡҡас, шулай уҡ күсереп алынғандарҙы уҡый-уҡый салат ҡырҡты, уларҙы хәленән килгәнсә биҙәне. Ул арала балығының ваҡыты етте, алып ҡараһа буйтым аҙыҡ төҫлө булып ята. Уртаһынан аҙ ғына йыртылып киткән китеүен, тыңҡыслабыраҡ ташлаған, күрәһең. Ҡарап тора торғас уныһының да яйын тапты ир, петрушка япрағы менән шул урынды ябып ҡуйҙы. Еләк-емеш, тәм-том ҡуйғас өҫтәле тағы ла күркәмләнде, уртаға кисә Диләһе арыуыҡ тәпәрләп ташлаған гөлләмәне лә ултыртып ҡуйғас, бөтөнләй байрам табыны булды. Эшен тамамлаған Зиннәт ҡатын-ҡыҙҙары уянғансы әсәһен барып күрмәксе булып кейенеп сыҡты. Ул да көтөп ултыралыр, әле был, әле теге тәҙрәгә баралыр, туҡмас бешергәндер, итен һыуыталыр...
Ысынлап бындай һурпа әсәһендә генә була. Ҡаҙ, йылҡы, һыйыр ите киҫәктәрен ҡушып һалып, тоҙлоҡло, татлы итеп бешерә белә. Ҡоротлап эсеп алһаң – йәнгә рәхәт. Улының ихлас ашағанын ҡыуанып ҡарап ултырған Банат түҙмәне, оҡшамаҫын белһә лә әйтте:
— Асыҡҡанһың да һаң, дауна ашаманыңмы әллә?
— Иртәнсәк юҡ әле, тегеләргә бер нәмә әҙерләнем дә сығып киттем.
— Төш булып бара, бығаса йоҡлап яталармы?
— Байрам да инде, әсәй, йоҡлаһындар, - Зиннәт әсәһенең ни яҡҡа һупаларын белгәнгә, ыңғайға һаплай.
— Ир ҡарай белгән нәмәме ал, баламды таҡы-тоҡола йонсотоп тота...
Ну, ошо әсәһе! Ну, ошо бисәләр!
— Әсәй, ҡана мынауыны кейеп ҡара әле! – Зиннәт өҫтәл артынан етеҙ тороп китте лә, шыптыр һауыттағы бүләген алып килтереп тотторҙо. Банат әле артыҡ оло төҫ инмәгән сырайын шундуҡ яҙып ебәреп, ҡапты асты. Күпереп торған йылы күкрәксәне ишек яғына алып бара биреп бер һелкете лә “йәлп” иттереп ҡайырып һелтәп яурынына япты. Кейем тубыҡтарынаса булып, мул түштәрен, итләс беләктәрен ҡаплап ятты.
— Әттә-тә! Ҡалай матур булды!
Зиннәт йылмайып ҡарап ҡына торҙо. Әсәйҙе ҡыуандырыуҙан да һәйбәт нәмә бар микән?
— Ҡиммәтме? – әсәһе көҙгө аша һораны.
Зиннәт тағы ла киңерәк йылмайҙы.
— Уға плащ, - әйтте лә телен тешләне. Тик һүҙ ысҡынғайны инде. Ул осоп сыҡты һәм тура сәпкә барып та тейҙе.
— Плащы бар ҙа инде. Тағы ниндәй быныһы?
— Әсәй, ну нимәгә инде һиңә... Ниндәй икәнен ҡараманым, интернеттан заказ эшләгән, мин алдым.
— Ҡоторттоң инде, шашты. Ишшыу бәләкәйҙәреңә лә ат хаҡына әллә нимәләр алғанһыңдыр әле, - Банат кәйефе үҙгәреүен һиҙҙерә булып, күкрәксәһен һалып ултырғыс башына элде, кухняға үтте. Зиннәт уның артынан эйәрҙе.
— Әсәй, мин һине ҡотлап китәйем тип килгәйнем, әйҙә, юҡҡа һауа боҙмайыҡ әле.
Яңынан сәйгә ултырҙылар. Әсәһе сәк-сәк сығарҙы. Зиннәт тағы маҡтай-маҡтай тотондо. Аралары яйланып ҡына киткән кеүек ине, Банат тағы ауыҙын асты:
— Әсәй менән байрам көнөн үткәргән юҡ инде, әсәйҙе яҙа-йоҙа алдаштыра ла китәһең, ҡандай бисә булғанда бахыр әсәй ни нәмәгә?..
Ҡапҡанын йота алмай ҡалды Зиннәт, ҡарылды, сәсәне:
— Әсә-әй! Нисек арымайһың, ә?! Ну, кил һуң үҙең беҙгә, һеҙ ике ара һыйыша алмай тип, мин инде нишләйем, ғаиләмде айырайыммы, әсәй?.. Ну, баллар килер төштән һуң, инеп йөрөйҙәр ҙә инде.
— Шул бисәнең алдына сыға алманың инде, - әсәһе, ғәҙәтенсә, тауышын баҫып ҡына игәй.
Зиннәттең ашау теләге һүнде, ул йыйына уҡ башланы:
— Асыуланма инде, әсәй, һеҙ бер-берегеҙгә торошло ҡатындар, һеҙҙең берегеҙҙең дә алдына сығып булмай. Так что – бында артта ҡарап торған әҙәм мин генә. Ярай, иртән инермен.
Әсәһе артынан эйәреп ишеккәсә килде:
— Бер байрам тип бөтөн зарплатаңды шуның ҡыуанысына тыҡтың да, кредит картаға инеп түләп ҡуяһың инде, иве?
Зиннәткә бының кеүекте ишетмәмешкә һалышыуҙан башҡа сара юҡ. Быларҙың барыһын да ысынға ала башлаһа күптән сәсе ағарған булыр ине.
— Байрам менән, әсәй, ауырыма.
Ысынлап төш етте инде. Кәйефе тамам боҙолған ир урам араһындағы тығындарҙа көтә-көтә ярыла яҙҙы. Транспорттың мыжғып ятыуына өҫтәп бынау бураны! Сығып баҫһаң йығып алып бара. Хет ҡушылып ҡотор. Шулай ҙа үҙен ҡулға алырға тырышты. Бөгөн бит байрам, бөгөн ул башына күк емерелеп төшкәндә лә йылмайып торорға бурыслы. Машинаһын ҡуйҙы ла, бер аҙ ғына һауа һулап торғас, өйгә инде. Ғиләһе торған, торған ғына түгел... Зиннәт иртәнсәк кенә сын яһау итеп киткән өҫтәленең ҡалдыҡтарына ҡарап ҡалды. Һуң... Ярай, шулай ҙа булһын, ти. Ул бит әле бүләктәрен бирмәгән.
— Ҡыҙҙар! – ир, һаман пижамаларҙа көйө диванда телевизор ҡарап аунашып ятҡан ҡыҙҙары эргәһенә үтте, - Бүләктәр кемгә?
— О-о! Бүләктәр?! Миңә! Миңә! – Дилә дивандан тура атаһы өҫтөнә һикерҙе. Динәһе серле йылмайып ултыра бирҙе. Ошо ҡыҙы хас үҙе кеүек ул. Итен ҡырҡып алһаң да өндәшмәҫ. Ниндәй хәлдә лә йылмая ла ҡуя.
Һәр кем үҙ бүләген асты. Бәләкәсе яңы сыҡҡан барби, өлкәне электрон китапты күреп “сай” итеп ҡалды. Ҡатынының плащын ванна ишегенә элеп китте, уныһы душта икән. Ошоларҙы башҡарғас йоҡо бүлмәһенә инеп киң карауатҡа һуҙылып ятты ла күҙҙәрен йомдо. Ярай, ҡалайтып та был көндөң дә яртыһы ауҙарҙы, тағы яртыһын нисек тә...
— Мин һине ҡайтмайҙыр тиһәм, - күҙен асып ебәрһә плащын кейеп алып ҡатыны эргәһендәге шифоньер көҙгөһө алдында тора. Тә-әк, уның эргәһендәге көҙгөгә килгән икән, тимәк, бәйләнер сәбәбе бар...
— Ҡалай килешә! Тап һинеке булған бит, - тип ҡапыл ынтылып ҡатынының биленән алды Зиннәт. Тик тегеһе ҡулына һуҡты:
— Үҙем һайлағанмын бит, килешә инде!
— О-һо! Быныһы рәхмәте инде.
— Мин нишләп кейем өсөн собственный иремә рәхмәт әйтеп торорға тейеш? Был һинең бурысың.
Туҡта! Стоп, Зиннәт!.. Ҡыҙма! Тыныслыҡ... бары тыныслыҡ.
— Дилара, давай шаулама. Әйҙә байрамды боҙма. Берәй ергә барып киләйекме әллә, киноға, кафеға, ә?
— Мин һине әсәйеңдә йоҡлайһыңдыр тип уйлап өлгөрҙөм инде, бөтөн дәртте һүндерҙең, киноға ҡыҙҙар менән сығам.
Ир кире карауатҡа ултырҙы:
— Әсәйҙе лә ҡотламай булмай. Барҙым да килдем, өйҙәмен бит. Әле башҡаса бер ҡайҙа ла йыйынмайым. Сюрпризымды ашағанһығыҙ, хотя саҡ ҡына мине көтөп торорға була ине, бергәләп ултырһаҡ йәмлерәк тә инде...
— Ә нишләп һин таңдан әсәңә саптың, ғаиләңде ҡотлап, шунан барһаң булмаймы? Йәки алдан инеп сыға ла ала инең.
Сығырынан сыға барған ир һәр һүҙен ижекләп әйтте:
— Ул һинең ҡәйнәң, уға ихтирамһыҙ булма, хет ололоғо өсөн генә лә...
— Уның кеүектәр әле йүгереп эшләп йөрөй, ул нишләп оло булһын? Минең менән һынашып, минең менән ярышып йәшәй. Бына ошо плащты күрһен әле, иртәгә үк шундайҙы ала бит ул.
Зиннәт урынына салҡан йығылды:
— Хоҙайым, мине ошо бисәләрҙән ҡотҡарсәле!..
Ҡатыны икенсе бүлмәлә выжлатып сәс киптерә башланы. Диләһе тағы апаһының бүләгенә талашып ғауға сығарҙы. Яр һалып илай торғас тәки талап алды, ахыры, тынып ҡалды. Хас әсәһе, былай ҙа булыр икән? Әллә өләсәһе микән? Нисек атайҙар әле бындай холоҡто? Көнсөлмө? Әллә холоҡһоҙмо? Кит, әсәһен, ҡатынын, балаһын улай тип әйткеһе лә килмәй шул. Ә тағы ла шундай берәүҙе үҫтереп алһа ҡалайтыр был баш? Күтәрә алырмы?..
Зиннәт ҡатыны янына килде:
— Әйҙә өҫтәлгә ултырып алайыҡ, ҡотлап һүҙ ҙә әйтмәнем бит ҡыҙҙарыма.
Дилара матур иренен салшайтты ғына:
— Беҙгә шул ҡалған һүҙҙәрҙер инде.
Һе, һүҙҙең дә ҡалғаны була икән.
— Күкрәксә, - ир инде тулыһынса бирелерлек хәлгә етте, тик язаламаһындар ғына уны.
— Ул күкрәксә менән кофтанан күргәҙмә асалыр инде.
— Хет магазин асһын, уныһы беҙгә нимәгә? Дилара, ҡуйығыҙ әле шул ғәҙәтегеҙҙе! Дошмандармы ни һеҙ, ә?
— Абба! Унан да шундай сәләмме ни? Мине сәйнәп ҡайтарҙымы?
— Минән дә шундай уҡ сәләмде алып бар! Почта ҡошо бит һин!
Зиннәт башын эйә биреп, ҡашына бармаҡ остарын баҫып тора бирҙе лә, ҡапыл ишек янына барып өҫтөнә, аяҡтарына кейҙе. Унан ҡатыны янына кире инеп, ҡолағына эйелеп тигәндәй әйтте:
— Әлеге ваҡытта мин бында ҡала алмайым...
— Әсәйҙә лә мөмкин түгел! Һеҙ мине икәүләшеп әпилкә ыуағы итеп бысып бөттөгөҙ! Мин китәм!
Биҙәнеп ултырған Дилара ысынлап аптырап китте:
— Теләһә ҡайҙа! Урамға! Подвалға! Йәһәннәм тишегенә! Тик һеҙҙән ҡырға!
Ишектең “шарт” иткәненә өйҙәгеләр һикерешеп ҡалды.
Ниндәй тормош булды был? Кешеләрҙә, ҡараһаң, бер тауыш юҡ һымаҡ. Ә уның өйөндә көн аша янъял. Әсәһе бер яҡтан, ҡатыны икесенән йолҡҡолап-йолҡҡолай. Уларға ваҡыты-ваҡыты менән апаһы килеп ҡушыла. Баштан шулай булдылар. Әллә үҙе уртаҡлыҡ ҡуя белмәнеме? Ә ҡайҙа һуң ул уртаҡлыҡ? Уға бит уларҙың икеһе лә, хатта өсөһө лә кәрәк, өсөһө лә ғәзиз. Уларһыҙ донъя һанһыҙ. Тик нимә бүлешәләр һуң улар? Унымы? Нисек итеп уны бүлешергә була?! Зиннәт бит береһенә ир, икенсеһенә ул, өсөнсөһөнә ҡусты! Аш ашҡа, урыны башҡа. Нисек аңламай шуны был ҡатындар?! Әсәһе оло, быныһы йәш, берәүһе тегеләй ҙә, былай ҙа булып белмәй. Әйтеп аңлатып ҡара – быны бөгөнгө кеүек...
Ә буран ҡоторғандан ҡоторҙо. Ирҙең күңелендәге менән бергә ҡушылып икеләтә көйсәйҙе, шашты. Елгә арҡаһын ҡуйып тора торғас Зиннәттең башына келт итеп бер уй төштө: туҡта, ҡасабалағы гаражына барһын да ятһын әле ул! Унда электр йылытҡысы бар, туңып үлмәҫлек булыр әле. Машина менән сығыу хәүефле, юлда ултырыуы бар, тип уйлап та өлгөрҙө, эре-эре аҙымдар менән тураға ла төштө. Ҡаланы сығып атлай башлағанда көн эңергә һарҡығайны инде. Ярай, өс километрҙы ни, ҡараңғыға барып та инер. Ана, алда иптәшкә берәүҙәр сайҡалыша. Буранда унан башҡа ла йөрөгәндәр бар икән. Ир аҙымдарын ҡыҙыулатып юлсыларҙы ҡыуып етте. Ҡараһа, гөбөргәйел тиҙлеге менән шыуышыусылар ҡатын менән бала икән. Тапҡандар икәүләшеп кенә сығыр мәл! Зиннәт арттан ҡатындың сумка һабына тотондо, тегеһе ҡурҡып ҡапыл әйләнеп ҡарайым тигәнсе ел һуғыуға ҡолап та китте. Ул арала балаһы сар-сор итте:
Ир уларҙы тынысландырырға ашыҡты:
— Йә! Йә! Ҡурҡмағыҙ! Мин ярҙам итәйем тигәйнем! Миңә лә шул яҡҡа!
Ҡатын һуҙылған ҡулға йәбешеп торҙо, битен ҡаплаған капюшонын күтәрә биреп ҡараны:
— Автобус юҡ бит! Буран тип туҡтатты ла ҡуйҙылар! Кешене ҡалайта тейҙәр икән!
Зиннәт баш ҡына һелкете лә, баланы етәкләп алып алдан төштө. Шулай арыуыҡ атланылар. Унан посадка һыҙығына еткәс туҡтап ял итеп алырға булдылар. Артта ҡала биргән ҡатын да килеп етеп ағас олонона һөйәлде. Ҡаҡҡылап капюшонын артҡа этеп төшөрҙө. Ниһайәт, юлсыһының йөҙөнә ҡарап алды Зиннәт. Ике сикәһе уттай янып торған йәш ҡатын. Арманһыҙ булып килһә лә күҙҙәре шаян ҡарап тора. Зиннәттең сикә төктәренә һырыған ҡарҙы һыпырыуын ҡарап көлөп үк ебәрҙе:
— Арынығыҙмы? Эләкте бит беҙгә бөгөн! – ел шауын еңеп ҡысҡырышып һөйләшергә тура килә.
— Юҡ! Бирешмәнем! Бына егет кеше генә өшөмәһә! – шулай тине лә малайҙы артына йәшереп ышыҡҡа ҡуйҙы Зиннәт. – Ҡайтып барағыҙмы?
— Эйе! Бөгөн эшләгәйнем шул, пока туғандарҙан улымды инеп алдым, аҙыҡ-түлек йыйғансы буран ҡоторҙо ла китте. Таксилар алмай, автобус юҡ, тағы өйгә ҡайтҡы килә, байрамда кешелә ултырып булмай ҙа инде. Ә һеҙ?
Юлдарын дауам иттеләр. Тырмаша торғас фонарле урамдарға килеп инделәр. Һаман бер ыңғайғалар. Килә торғас төҙөлөп ятҡан өйө тәңгәленә етте Зиннәт, ҡапҡа алдын тауҙай ҡар һалған.
Ҡатын тағы капюшонын күтәрҙе:
— Нисек?! Унда кеше йәшәмәй ҙә инде!
— Ә һин уны ҡайҙан беләһең, - Зиннәт шаярыуға бороп ҡотолмаҡсы.
— Беләм, сөнки мин ике йорт аша ғынамын. Был өй эшләнеп бөтөлмәгән бит әле, яғылмай. Унда туңып үлергә уйлайһығыҙмы?
— Гаражда йылытҡыс бар. Ғинуар айы түгел бит, буран булһа ла имшеү...
— Кит, юҡты һөйләмәгеҙ! Әйәгеҙ беҙгә, әйҙәгеҙ! Анауындай юл үтеп, хәҙер һеҙҙе үлдеме-юҡмы тип уйлап ултыра алмайым инде!
Ҡатын сумкаһын алырға ла уйламай алдан төшөп китте. Йәғни, ул хәл итте. Унан бара биреп һаман ҡарап торған иргә боролдо. Уның етәгендәге малай ҙа уға күтәрелеп текәлеп тора бирҙе.
— Йә! Тирләгәндән һуң өшөргә тораһығыҙмы?!
Ир-егеттәр теләкһеҙ генә эйәрҙе.
Ике яҡлы кескәй генә өйгә килеп тулдылар ҙа, “һә” тигәнсе йән өрҙөләр. Малай бер юлы сисенгән һәм тамаҡ ялғаған арала телевизор ҡабыҙып ебәрҙе. Әсәһе өҫтөндәге ҡалын комбинизонынан сыҡҡайны, тал сыбыҡтай ғына һылыуға әүерелде лә ҡуйҙы. Бөгәренә төшөп торғандай толомо ла бар икән. Хәҙер толомло ҡатын-ҡыҙҙы бик һирәк күрерһең.
Зиннәт өҫтөн һалып үтте лә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Ҡайҙан ризалашты! Үҙе аптыранып, кеше аптыратып. Ҡатын уның хәлен үтә күрә, ахырыһы.
— Миңә ошо тауыҡты турап бирмәҫһегеҙ ? Ҡулымдың көсө етмәй.
Үҙе картуф әрсергә ултырҙы.
— Бөгөн байрам да инде, берәй нәмә ашаған булайыҡ.
— Эйе! Байрам менән һеҙҙе! Исемегеҙҙе лә белгән юҡ... – ысынлап ҡыҙыҡ хәлдә шул Зиннәт.
— Зиннәт, тиҙәр. Ағаймындыр инде, йәш күренәһегеҙ.
— Ябыҡ, бәләкәй кеше йәш кеүек була шул, ә былай миңә егерме ете инде.
— Ҡалай олоһоң икән, - Зиннәт йылмайҙы, -- миңә утыҙ биш.
Алсаҡ ҡатын булып сыҡты Мәрйәм. Эшендәге хәдәрҙе һөйләп ташланы, көлөрөнә сылтыратып көлөп алды, күңелһеҙенә лә аңлатма тапты. Зарланманы, берәүҙе лә хурламаны, ябай, еңел итеп аралашты. Зиннәт уға бер кирәмәт кеүек итеп ауыҙын асып торҙо ла, ҡапыл башына килгән уйҙан тертләп бармағын ҡырып ебәрә яҙҙы:
— Ҡайтырға... Юҡ та ул...
— Ну, сәписм инде... Үлгәненә дүрт йыл хәҙер. Илһамға ике йәш кенә ине...
— Нисек үлде? – Быныһы ниңә кәрәк инде уға, ну ошо тел!
Тынып ҡалдылар. Эштәрен шым ғына тамамлағас, ҡатын барыһын нимәләрҙер менән бутап, тәмләткестәр һибеп, духовкаға тығып ебәрҙе.
— Берәй сәғәт түҙгәндә... аш була. Ә һеҙ? Ғаиләгеҙ ҡайҙа?
— Өйҙә, - Зиннәтең нимәлер уйлап сығарыр әмәле юҡ, алдашҡыһы ла килмәй.
— Ҡайһы өйҙә, ошондағымы ни?
— Ҡалала? – Ҡатын текәлеп ҡарап алды, - Ҡатынығыҙҙы байрам көндө ҡадырып киттегеҙме?
— Ҡатынымды, ике ҡыҙымды, әсәйемде... Вис ташлап киттем, - ир хатта ҡулын һелтәп ҡуйҙы.
— Белгең килһә!.. Ҡайһы бер ҡатындарҙан артҡа ҡарамай ҡасҡы килә, вәт!
— Байрам көндө ишшеү ҙә шәберәк итеп ҡасҡы килә, белдеңме!
Был һүҙҙәрҙән Мәрйәм пырхылдап көлөп ебәрҙе. Ирҙең аңлатмаһы ла балаларса килеп сыҡты шул. Ахыры үҙе лә көлдө.
— Айыуҙан ҡасып бүрегә юлыҡтың атыу!
— Артыҡ бүрегә оҡшатмайым әле мин һине. Бүреләрҙе аларҙы әллә ҡайҙан таный алам.
Бынан ике-өс сәғәт элек кенә бер-береһенең был донъяла барлығын да белмәгән ир менән ҡатын бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы был кис. Әленән-әле ҡатын сыңғыратып көлдө, ир ихласлап уға ҡушылды. Бала араларында ҡушылып йөрөнө лә, ашап алғас йоҡлап китте, Зиннәт менән Мәрйәм сәй өҫтөнә сәй яңыртып, һүҙгә һүҙ эйәртеп, хәбәргә хәбәр ялғап һиҙҙермәй генә һынаулы ҡараштар менән алмашып яйлап төн уртаһын, унан таңды ауҙарҙы. Ошо төн үҙе өсөн яңы донъя асты Зиннәт. Үсекмәй, зарланмай, көйәҙләнмәй, киреһенсә, көлә, шаяра, зарланмай торған ҡатын-ҡыҙ донъяһын. Нескә генә иңдәренә төшкән яңғыҙлыҡты ла, улын да, тырмашып алып барып ятҡан ошо төҙөлөшөн дә бер йөк итеп түгел, ябай йәшәйеш, ғәҙәти көн итеп күрһәтә бит ул. Берәүгә кенәһе юҡ, берәүҙән көнләшмәй, хаслашмай – шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ буламы икән?
— Байрамды бергә үткәрҙек, һиңә бер бүләгем дә булманы, ғәфү ит инде, - тип ҡуйҙы Зиннәт иртә һыҙыла башлағанда. Ниһайәт төнө буйы туҙынған буран да арып йығылғайны, ахыры.
— Бүләк мөһимме ни? – йоҡоһоҙ төн Мәрйәмде артыҡан, кисә дауаханан тәүлек эшләп сыҡҡан бит ул, етмәһә. Зиннәткә ул йәл булып китте.
— Иғтибар. Бына ошолай итеп аралашып ултырыу.
— Һе. Белмәгәйнем. Аптырарһың һеҙгә – ҡатындарға...
Бер аҙ көн асылыуға Зиннәт кейенеп урамға сыҡты. Солан ишеген саҡ этәреп асты – ҡар һалған ғына. Унан кире инеп өндәште:
— Бар ҙа... Ҡуй, мәшәҡәтләнмәгеҙ, һуңғараҡ үҙем дә...
— Ярай, һин ял ит, аҙ булһа ла файҙам тейһен әле.
Ҡолас ташлап арыуыҡ эшләне Зиннәт. Төн йоҡламаған тимәҫһең. Йөрәгендәге кисәге юшҡындар асылып һөйләшкән һайын кәмей-кәмей барып, эске донъяһы ялтырап таҙарып ҡалғандай булғайны. Үҙен еңел, йәш итеп тойҙо. Ҡасан уның шулай яҡындары менән аралаша алғаны бар? Өйләнгәненән алып әсәһе, апаһы, ҡатыны үҙ-ара ҡара-ҡаршы фронт яһап алды ла, уртала уны ҡалдырып бәргеләнеләр генә. Асылып нимәлер һөйләп ҡара уларға, хәҙер нескә ереңдән алып дошмандарына ҡаршы ҡорал итерҙәр. Аһ, былар! Аһ, был ҡатындар! Ә быныһы... Мәрйәм һуң, нишләп икенсе? Ул башҡа планетананмы әллә? Ниңә уның янында тыныс, йылы, рәхәт... Бар, белеп ҡара...
Урамды ялтыратып, тышҡа иркен юлдар һалып килеп ингәндә Мәрйәм улы янында мышнап ҡына йоҡлай ине инде. Уларға ҡарап уйланып оҙаҡ ҡына ишек төбөндә торҙо Зиннәт. Китергә кәрәклекте лә белә, был йылылыҡтан айырылғыһы ла килмәй. Күңеле бер, йөрәге икенсе яҡҡа һөйрәй. Юҡ, ҡайтырға кәрәк. Өйҙә уны юғалтҡандарҙыр. Әсәһе... Дилараһы... инде бер-береһенә шылтыратып талашып-ирешеп арығандарҙыр... Эҙләй башлағандарҙыр инде...
— Рәхмәт һиңә, Мәрйәм ошондай булғаның өсөн, - тип шыбырланы ла, көлөмһөрәп тағы өҫтәп ҡуйҙы, — Рәхмәт һиңә март бураны...
Ирҙең әйткәндәрен хужаларының аяҡ осонда йомарланып ятҡан бесәйҙән башҡа ишетеүсе булманы. Ул иһә “Шулай ҙа була” тигәндәй күҙҙәрен хәйләкәр ҡыҫып ҡарап ҡалды.
Буран һалған һырынтыларҙы йырып атлай Зиннәт. Бара-бара ла артына әйләнеп ҡарай, бейек ҡыйыҡтар араһында теге кескәй генә өйҙө юғалтыуҙан ҡурҡҡандай. Кире килерме ул бында – юҡмы? Үҙе лә белмәй... Әммә инде ҡатын-ҡыҙҙың бурандан һуң йылмайған яҙғы ҡояш кеүек була алыуын, ҡайҙа ихласлыҡ, яҡтылыҡ йәшәүен белә ул хәҙер. Уның ирер, йылыныр урыны бар. Бар шул, ир күңелен үҫтерер, ылыҡтырыр ҡатындар бар.