Ир "самоизоляция"ны боҙорға булды. Был үҙҡурсаланыуҙы, йәғни бер ҡайҙа сыҡмай түбәгә төкөрөп, дүрт стенаға ҡарап, фатирҙа ғына ятыуҙы КОВИД-19 тигән тажлы йәки батшалар вирусы барлыҡҡа килгәс уйлап таптылар. Ҡытайҙа башланған был сир бар донъяны баҫып бара, тиҙәр, Рәсәйҙә лә бик таралмаһын өсөн, өйҙә генә эшләргә, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа булмаҫҡа, тип тыялар. Балалар мәктәпкә йөрөмәй хәҙер, өйҙә компьютер битлегенә генә ҡарап, уҡытыусыны тыңлайҙар, йәғни дистанция һаҡлайҙар, бер-береһен виртуаль күрәләр, виртуаль аралашалар, виртуаль һағынышалар.
Ирҙе лә ситтән тороп эшләүгә күсерҙеләр, офиста ултырмай, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы өйөндә эшләй ҙә үҙәк аппаратҡа ебәрә. Комбинатта бухгалтер ул. Бисәһенә түләүле отпуск һымаҡ ял биреп ҡуйҙылар. Ул – ошо уҡ комбинатта ашнаҡсы. Өс бүлмәле фатирҙа бисәһенә, үҙенә, бишенселә уҡып йөрөгән ҡыҙына һәм берҙән-бер улында икенсе йыл көн күреүсе ауырыу әсәһенә урын еткән дә кеүек. Ҡыҙы менән әсәһе үҙ бүлмәләрендә мәж килһә, ир менән ҡатын күп ваҡытын залда һәм кухняла үткәрә. Аҙна-ун көн шулай һәйбәт кенә йәшәнеләр: эш осоронда ныҡлы эләкмәгән йоҡо туйҙырыу, төрлө тәмле ризыҡ бешереп тамаҡ һыйлау, кино ҡарау, китап уҡыу кеүек танһыҡ шөғөлдәр шәп, уңай булды. Улар араһында өйҙәге төрлө ваҡ хәстәрҙәр, эш, ҡыҙының уҡыу мәшәҡәттәре менән булдылар – күңелле, хатта бер аҙ кинәнес менән үтте шулай ваҡыт. Ике көнгә бер тапҡыр ауыҙ-мороноңдо битлек менән ҡаплап, ҡулыңа резина бирсәткә кейеп, һаҡланып ҡына магазинға сығып киләһең дә ятаһың шулай хөрриәттә. Ә тағы ла, кибеттән ҡайтҡас, өйгә “зараза” алып ҡайтманыңмы, үлтерә һал паразиттарҙы тип, дезинфекция урынына ҡулдарҙы, ауыҙ-морондарҙы спиртлы һыу менән һөртөп ышҡып алғас, ҡатының теге утлы һыуҙы ла бер-ике рюмка һалып бирһә, кәйефтәр бөтөнләй күтәрелеп китә.
Ләкин икенсе аҙна аҙағында бындай тормош та ялҡыта башланы. Көн дә бер үк шөғөлдәр, бер үк күренештәр, бер үк кешеләр (нисек кенә яҡын булмаһындар) тамам биҙҙерҙе. Барыһынан бигерәк күңел дә, аң да был бүлмәгә генә түгел, был донъяға һыйыша алмай башланы. Самоизоляцияға түҙмәй берәү һигеҙенсе ҡаттан һикергән, Ҡырғыҙстанда һайлауҙан һуң дәүләт түңкәрелеше булған, ир менән ҡатын бер-береһен сәнскән, оппозиционер Навальныйҙы ағыулауҙа ғәйепләп Рәсәйгә тағы ла санкциялар ҡабул ителгән, ҡарабойҙай менән көнбағыш майына тағы ла хаҡтар артҡан, Криштиану Роналду коронавирус менән ауырып киткәс, “Ювентус” футбол клубының акцияһы Милан фонд биржаһында ете процентҡа кәмегән... Түҙерлек ине был хәбәрҙәр ҙә.
Һигеҙенсе көндә бисәһе, ошо тәрилкәңде артыңдан йыуып ҡуйһаң да булыр ине, тип ғәйеп тапты, магазиндан ҡайтҡас туфлийын таҙартмай ингән өсөн бер бөжәккә әйләнде ир, бара-бара диванда аунап нишләргә белмәй йөрөгән хайуан ине. Түҙерлек ине әле.
Бер көн, ошо өс бүлмәле фатирҙа алты кеше нисек йәшәмәк кәрәк, был ваҡытта арыу кешеләр баҡсаһында йә дачаһында ял итә, тигәс, кем әйтмешләй, сыҙамлығының түҙемлеге шартланы.
– Нисек алты кеше? – тип кенә һорай алды.
– Әсәйең менән һин күҙемә дүрт кеше булып күренәһегеҙ хәҙер, – тигәс, ир ашығып кейенергә тотондо. Ғәҙәттә балыҡҡа йә тәбиғәткә сыҡҡанда кейә торған свитерын кейҙе, штормовкаһын елкәһенә һалды, юл ыңғайы ишек төбөндә ятҡан биштәрҙе эләктерҙе. Кәрәк булыуы бар.
– Ҡайҙа бараһың, хәйерсе?
– Мин ер, дача эҙләргә барам, – тине лә ир сығып китте. Үҙ бүлмәһе ишеген асып әсәһе генә оҙаҡ ҡарап торҙо, бер ни өндәшмәне. Ҡарашы моңло ине.
Машинаһын ҡыҙҙырманы. Дөрөҫөрәге, асҡыс үҙе менән түгеллеген тышҡа сыҡҡас ҡына аңланы. Кире ингеһе килмәне. Ҡайҙа барырға белмәй, оҙаҡ ҡына тапанып торҙо. Рәхәтләнеп көҙгө һауаны һуланы. Рәхәт тә кеүек, тик үҙен ирекле итеп хис итә алманы.
“Ысынлап та, ер ҡарап, тәбиғәткә сығып, ер-һыу күреп киләм әле. Кеше был осор ер биләмәләрен йә төҙөлгән дачаһын һатыусан, мәле шундай”, – тип уйланы ла автовокзал яғына ыңғайланы. Ҡала яны транспорты шунан хәрәкәт башлай.
Урамдан үткәндә лә, автовокзалда торғанда ла мейеһендәге ығы-зығы туҡтаманы. “Һатам”, ”алам”, “ битлек кейегеҙ” кеүек тауыштар ишетелеп ҡала. Баҙар кеүек, тик баҙар түгел, беҙҙең тормош. Костюмлы кешеләр ҙә уҙа. “Нефттең бареле күпме?”, “Нишләп бензинға хаҡ арта?”, “Белорусияла митингтар тымдымы?”, “Кредит ставкаһы – 21 процент”, “ Америка һаман Сүриәгә бомба ташлай“, “Тағы ла теракт булған”, “Роснефть”, “Газпром” акцияларының хаҡы төшмәнеме әле?”, “Мин һине теләйем!”, “Беҙ яңы йорттан фатир алдыҡ, ура!”... – Ныҡ шау-шыу менән тулған мейе тышҡа сыҡҡас та телевизорҙан, компьютерҙан тулған бысраҡтан, мәғлүмәттән арына алмай, шул тормош менән йәшәне әле. Киосктан тәмәке, бәләкәй шешә менән һыу һәм битлек алды. Шунһыҙ ярамай. Инспекторҙар, кондукторҙар, полицайҙар, ирекмәндәр һәм башҡалар: “Битлегең ҡайҙа?” – тип йәнде өтөп бара. Битлекһеҙ, ысын йөҙ менән йөрөргә ярамай. Яһалмалыҡ ҡына вирустан ҡотҡара, яһалмалыҡ ҡына был донъяла йәшәргә форсат бирә ала. Беренсе тура килгән автобусҡа, дөрөҫөрәге, тыуған көнө һандары тура килгән, йәғни “27 март” тип алып 273-сө маршрутҡа ултырҙы ла китте. Автобуста артҡа йәйелеп ултырҙы ла... уф-ф, ниһайәт, иреккә сыҡты.
– Ҡайһы яҡҡа был маршрут? – тип һораны.
– Ҡайҙа барғанығыҙҙы ла белмәйһегеҙме? Иглинға, – тине.
Баҡсалар башланғас та тура килгән бер туҡталышта төшөп тә ҡалды. Уның менән бергә төшкән ҡатындан: “Был яҡта ер һатыусылар бармы икән?” – тип һораған булды. Алһа ла, алмаһа ла, ваҡыт уҙғарып, бауыр аҫтынан ел үткәреп, юҡ йомошто бар итеп йөрөп килһен әле. Был ергә бер төшкәс.
– Бына был яҡта һаталар тип һөйләйҙәр, тик ерҙәре бик уңдырышһыҙ, дым юҡ, тиҙәр.
– Шулай ҙа ҡараштырып киләйем әле, – тигән булды.
Яңғыҙы ҡалды. Оло юлдан төшөп баҡсалар яғына ыңғайлағас, ҡапыл ҡолағы һыҙлағанын тойҙо. Һәм кинәт... тынлыҡ, ҡолаҡ ярырлыҡ тынлыҡ. Ҡоштар һайраған кеүек. Шаптыр-шоптор килеп аяҡ аҫтында үлән, япраҡ ҡыштырлай. Ир йүгерергә тотондо, ҡоласын йәйеп яланға ҡарап торҙо. Бына ҡайҙа хөрриәт! Нефть тә, теракт та, Роналду ла, бисә лә юҡ. Битлеген систе лә елгә осорҙо. Бында мин – үҙ-үҙем. “Далаларым, ҡырҙарым, күккә ашҡан Уралым!” – Салауат Юлаев шиғырының юлдары автоматик рәүештә хәтеренә килде. “Эһе-һей!” – тип берҙе ҡысҡырып алды. Шаярғыһы килде. Тирә-яғына ҡаранып алды ла “ат менеп” сабырға тотондо. Иркенлекте тойҙо. Тыны ҡыҫыла башлағас, ергә һуҙылып ятты. Тағы һикереп торҙо ла аҙымлап ер үлсәргә тотондо. “Тә-әк, былай 25, буйға 40 метр, 10 сутый тиң. Бара-а, шулай ҙа, 15 сутый булһа, шәберәк булыр ине. – Ҡояшҡа күҙен ҡыҫып ҡарап, уйланып торған булды. – Ун сутый? Ерҙән кем туйған, ул күп булған һайын етмәй. Их, 20 сутый булғанда...” Ерҙе тотоп, усына һалып ҡараны.
– Нишләп уңдырышһыҙ булһын инде, – тип һөйләнде. – Ҡара, ниндәй майлы тупраҡ. Мостай әйтмешләй, тот та икмәккә һыла. Уңдырышлы ер. Хужаһын табырға кәрәк.
Тағы аҙымлап һанап китте лә үҙенсә күҙ алдына килтерергә тотондо. “Бына бында өй торор, тә-әк, етегә һигеҙ, ҡабатлаһаң, 56 квадрат метр. Юҡ, бәләкәйерәктер ул, бер һалғас уны, әсәйгә лә иркенерәк булыр, ҡыҙыма ла – унға ун булһын. Оһо, бында – мунса, эргәһендә – беседка, сабынып тирләп-бешеп сығаһың да мәтрүшкәләп тороп сәй һемерәһең. Теге яҡ ситкә гараж, оҫтахана ҡуйғанда... Бында – баҡса, картуф-кишер тигәндәй. Үҙ ҡыярың, үҙ помидорың. Тә-әк, мул ғына уңыш биргән бер алмағас та ултыртырға кәрәк. Бынау беседка эргәһендә булыр, үрелеп кенә алаһың да ҡабаһың”. Аҡырып көлөп ебәрҙе.
– Алма, беш, ауыҙыма төш... Шәп тә!
Тағы ла аҙымлап һанап китте. “Ун сутый. Әҙерәкме икән? Өфөгә йыраҡ түгел. Бер, ике...”
Оло Ер шарын аҙымлап үлсәп йөрөгән ир ҡапыл юҡ булды. Шаптыр-шоптор соҡорға килеп төштө ул...
Ир оҙаҡ ҡына ыңғырашып ятты. Мейеһен “ҡалала ҡалған” көндәлек мәхшәрҙәр быраулай башланы, ҡолағына бисәһенең ҡысҡырған тауышы ишетелгәндәй булды. “Икәүегеҙ дүртәү булып күренәһегеҙ!” Башын баҫып, ҡапланып ята бирҙе. Шунан ҡалҡынды, бер аяғының һыҙлауын тойоп, икенсеһенә генә баҫты. Ҡағынып алды. Оҙаҡ өҫкә ҡарап торҙо. Тынлыҡ. “Быныһы һәйбәт”. Тубығын тотоп яңынан ултырҙы. Итеген систе лә, балағын күтәреп, тубығын ҡарай башланы. Тубыҡ түгел, ахыры, аҫтараҡ һыҙлағандай. Балағын төшөрҙө.
– Нимә был? Ҡоҙоҡ тиһәң, һыуы юҡ. Тәрән генә ҡаҙған, – тип һөйләнде.
Соҡор, ысынлап та, тәрән ине. Ике кеше бейеклеге бар. Бәлки, күберәктер ҙә. Ысынлап та, кемдер ҡоҙоҡ ҡаҙып маташҡан шикелле. Һыуы сыҡмағас, туҡтағанмы, әллә, миҙгел быйылға тамам, яҙын дауам итермен, тип уйланымы? Улай тиһәң, күптән ҡаҙылғанға оҡшаған, йәй урталарында, эҫелә. Төбө ҡатып бөткән. Стеналары ла. Кешенең ғәмһеҙлегенә аптырарһың, шуның ауыҙын бер-ике таҡта менән ҡаплап китһә булмаймы ни? Кешенән бигерәк, мал йә йәнлек-фәлән төшөп сыға алмай ятһа. Ярай, мин әмәлен табырмын да, тип уйланды.
Ир ике аяғына ла баҫып ырғып ҡараны ла шунда уҡ: “Әлеү, әлеү. Аяғым, аяғым”, – тип йәлп итеп яңынан сүкте. Һул аяғын ышҡып ултырҙы ла тағы баҫты.
– Юҡ, һынмаған былай. Ҡаймыҡҡан шикелле, өләсәйеңдең ата ҡаҙы, – тип төкөргән булды. Ипләп кенә тағы һикереп ҡараны.
– Нимә булды был? Мөгәрәп тиһәң... Әллә ҡоҙоҡмо? – тип һөйләнгән булды. Эсенә ҡурҡыу, шом ғәләмәте инеүен тойоп шулай һөйләнде ул. Үрмәләп ҡараны. Оҙаҡ ҡарап торҙо. Ырғып маташты. Ҡатҡан стеналарға тотоноп менерлек йөй ҙә, берәй тамыр-фәлән дә булмаһа ла, нимәлер табырға тырышты, тик өҫкә менеп булманы, яңынан килеп төштө. Ике аяғын ике яҡҡа йәйеп маташҡайны, һул аяҡ иркенләргә ирек бирмәне. Бер яҡҡа ике аяғын терәп, икенсе яҡ стенаға ике ҡулы менән таянып менергә уйланы, тик улай бөтөнләй килеп сыҡманы. Кәүҙәнең оҙонлоғо етте лә, тик көс һәм һығылмалылыҡ юҡ ине. Ултырып хәл йыйып алды. Тағы менеп ҡараны.
– Нимә һуң был? Бейек кенә. Ҡоҙоҡ тиһәң, һыуы юҡ. Эһе-һей. Бармы берәйһе, эһе-һей! – Ысынлап та, күңелен шом баҫты. – Сығып булмаһа?
Ҡолағын тырпайтып тыңлап торҙо. Ҡыштырлаған кеүек тауыш ишетелгәндәй булғас:
– Кем бар унда? Участок номер тридцать семь, минеке. Мин һатып алам. Ере уңдырышлы. Ҡоҙоғо ла бар. Эй, эһе-һей, ишетәһегеҙме? Хәҙер сығам, – тип һөйләнде.
Бар көсөнә һикереп, нимәгә булһа ла йәбешеп сығырға маташты, тик ыңғырашып, сүкәйә биреп ултырҙы.
– Уф, аяғың, б... Һынмаған шикелле, – ҡалҡынып, тағы сүкәйеп ултырып ҡараны. “Приседание килеп сыға, тик һул аяҡ һыҙлай шулай ҙа”. Уфылдап тәненең башҡа урындарын тотҡолап ҡараны. Һаман күңелендәге әйтеп аңлата алмаҫлыҡ сәйер тойғоно ҡыуыр өсөн һөйләнеүен белде:
– Ҡалай елле килеп төштөм. – Арҡаһынан биштәрен һалды. – Бынау булмаһа, ҡабырға һыныр инеме икән? Ҡабырға, имеш, саҡ хана булманы һиңә. Һиңә? Һиңә, һиңә... Һе, кем әле мин? Исемем нисек әле? Бына шайтан. – Башын тотоп ҡараған булды. – Ҡайһы шөрөп былт итеп килеп төштө икән? Исемде онотсәле. Эһе-һей, кем әле мин? Шаяртам, шаяртам...
Бер аҙ өҫкә ҡарап тын ултырҙы. Үҙенсә шулай тынысланырға тырышты.
– Әйҙә, әйҙә, һикер, һикер, әле, Зөбәйер! – тип үҙен дәртләндерергә тырышты. – Ҡара, ҡара, әллә менеп булмаймы шул, инәңдең ҡара сәйе. Эһе-һей. – Сәмләнеп маташты. Тағы, тағы ынтылып ҡараны. Һикереп нимәгәлер йәбешергә маташты. Тирләп сыҡты, еңе менән генә маңлайын, күҙ-ҡашын һөртөп, тағы өҫкә ынтылды. – Ҡара әле, ысынлап та, менеп булмай, эт талағыр нәмә. Эһе-һей!
Шашып һикерергә тотондо, күҙен алартып өҫкә ҡараны.
– Ҡотҡарығыҙ! – Әсе итеп ҡысҡырҙы. Аяғын тотоп яңынан ултырҙы. – Әллә быныһы ҡаймыҡҡан, ней менеп булмай.
“Ҡара, ысынлап та, менеп булмай. Тә-әк. Был ваҡытта кеше ни эшләргә тейеш әле? Иң тәүҙә... паникаға бирелергә ярамай. – Күҙҙәрен йомоп, ҡулдарын алға һуҙҙы. – Мин тыныс, мин үҙ өйөмдә, мин тыныс.
Шул рәүешле әҙерәк ултыра бирҙе лә ҡапыл һикереп торҙо.
– Ниндәй өйөмдә булайым. Мин – йәһәннәм соҡоронда, эһе-һей, кем бар бында, ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ, тим. – Тырнаҡ аҫтарында ауыртыуҙы ла тоймай, стенаны тырнаны, шулай өҫкә тартылырға уйланы шикелле. Бер нисә тапҡыр һикергәс, һул аяғын тотоп яңынан ултырҙы.
– Уф, әллә ҡаймыҡҡан быныһы, ой, һыҙлай. Тынысланырға кәрәк. – Был юлы аяҡтарын сәнсеп ултырып ҡараны, тик һыҙлаған аяҡ ыҡҡа килмәне, уларҙы һуҙып стенаға терәлде. Шунан үҙенә хас булмаған яғымлы, нәҙек тауыш менән:
– Ҡотҡары-ғыҙ, мин бында, мин бик һәйбәт кеше, – тине лә тынып ҡалды. Шылт иткән тауыш та юҡ. Йәне көйөп китте. Ҡалын тауышы соҡор эсен генә түгел, бар тирә-яҡты яңғыратты. – Шайтан алғыры нәмәкәйҙәр, ҡотҡарығыҙ, тим, сыҡһам, барығыҙҙы ла ҡырам, ишеттегеҙме, хөрәм тигәс хөрәм!..
Тик уны ишетеүсе булманы. Бер кем дә соҡор янына килмәне, ҡотҡарырға ла, хөрөлөргә лә.
– Тыныслан, тим. Үҙеңде ҡулға ал әҙерәк. Му-ужи-ик! – биштәрен ҡулына алғас ҡына бар тәненең ҡалтыранғанын тойҙо. Ҡапыл йөҙөнә йылмайыу хасил булды. Тик ҡурҡыу аша тыуған йылмайыу күҙендә лә, йөҙөндә лә нур уята алманы шикелле. – Һуң телефон бар ҙаһа, нимәгә шул тиклем бәргеләнергә!
Һаҡ ҡына кеҫәһенән телефонын сығарҙы. Ҡулы уның юҡҡа ҡалтырамай ине. Насар, юҡ, дөрөҫөрәге, ысынбарлыҡтағы уйын бахыр йылмайыу аша юҡҡа сығарырға тырышҡанын ул үҙе генә белә ине. Эйе, эйе, телефонының көсө автобуста килгәндә үк бөткәйне. Өйөндә белә-күрә зарядкаға ҡуймағайны. Өйҙә ятҡанда етәксеһе лә, башҡаһы ла теңкәгә тейеп шылтыратмаһын өсөн, сығып киткәс бисәһе теңкәгә теймәһен, тип. Ул бөгөн ирекле... булырға тейеш ине бит. Баҡса ҡарау һылтауы менән ер күрергә, көҙгө япраҡ өҫтөнән ҡыштыр-ҡыштыр килеп йөрөргә тип сыҡты. Һәм телефонһы-ыҙ. Бер кем дә борсомаһын, Әминә лә, эштән дә... Диуана. Кеше үҙенсә уйлай, Хоҙай үҙенсә йүнләй, тигәндәре ошолор. Ул ҡалтыранған ҡулдары менән телефонын тоҡандырырға тырышты, үҙе диуана кеүек бер туҡтауһыҙ йылмайҙы. Ошо ҡыҫыр һәм сәйер йылмайыуы аша үҙендә өмөт уятырға тырыша ул.
– Был донъяның ике килмәгәнен диуаналар ғына белмәйҙер, – телефонында яҡтылыҡ пәйҙә булғас, йырлап та маташты. Тауышы ҡалтырап-ҡалтырап сыҡты. – Әһә-һә, әҙерәк көсө бармы әллә? Ба-ар, ур-ра!
Кемгә шылтыратырға, тип уйлап торманы, тәүҙә үк, әллә өйрәнеш буйынса, әллә... ҡыҫҡаһы, тиҙ генә бисәһенең телефон һандарына баҫты. “...Вне зоны действия”, – татлы ғына тауышлы ҡатындың хәбәрен ишеткәс, телефонын күтәреп бәрерҙәй булды. “Тиҙерәк, тиҙерәк нимәлер эшләргә кәрәк”, – тип уйланы.
– Тотмай, нисек? – аяғына баҫты. Һул аяғының һыҙлағанын да тойманы. “Тә-әк, иң мөһиме – тыныслыҡ, паникаға бирелмәҫкә. Батарея бөтмәҫ борон хәбәр яҙып күккә ырғытырға кәрәк, бәлки, тотор”.
Ҡалтыранған ҡулдары тыңлашмай бер булды. “Шулай ҙа ҡул ҡалтырай. Нимә тип яҙырға? Тиҙ генә, тиҙ... Батарея ултырмаҫ борон”.
“Ҡотҡар, бисәкәй. Мин соҡорҙа, 37-се участок”, – тип яҙҙы ла телефонды өҫкә ырғытты һәм төшөп килгән ыңғай тотоп алды. Экранға күҙ һалды.
– Б... китмәгән. – Был юлы көсәнеберәк һелтәне. Тағы ла тотоп алды. – Батарея бөтә, тиҙерәк кит! – тип бойорҙо. Телефонына күҙ һалып өлгөрҙө, уныһы “пип-пип” тине лә һүнде. Тик ир унда “сообщение отправлено” тигән яҙыуҙы күреп ҡалды кеүек. Әллә күҙенә шулай күрендеме? Былай ҙа алйып барған күҙҙәргә нимә генә күренмәҫ.
– Китте. Шикелле. Фу-у, – тынысланып ултырҙы. Һул аяғын ышҡып алды. – Булды, табыр әле. Кәрәк булһам, табы-ыр, – тип һуҙҙы.
Ҙур эш башҡарған кешеләй яйлап ултырып биштәрен асты. Унан свитерын сығарып, штормовка эсенән кейеп алды. Өшөүҙән ҡурҡты. Эйе, бер өшөһәң, йылынып булмаясаҡ. Ҡасан эҙләп таба әле? Шешә төбөндә ҡалған һыуға ҡарап торҙо ла ғолт-ғолт килеп эсеп бөтөп ҡуйҙы. Һыуһатҡан икән. Тәмәкеһен тоҡандырып, тәмләп тороп һурҙы. Нисектер күңеленә рәхәт булып китте. Өҫкә ҡарап төтөнөн өрҙө. Зәңгәр төтөн араһынан күккә бағып ултырҙы. Һәм... ҡапыл һикереп торғанын да һиҙмәй ҡалды.
– Фу-у, шайтан алғыры! 37-се участок, имеш, минең ҡайҙа киткәнде белмәй ҙәһә. Ер ҡараштырып ҡына киләм, тинем дә. Күҙгә салынған беренсе автобусҡа ултырҙым, вәт, шайта-ан, – тип һөйләнә-һөйләнә тағы кеҫәһенән телефонын сығарҙы ла тоҡандырыу төймәһенә баҫа башланы. Тегеһе башҡа тоҡанманы. Аптырап һелкетеп-һелкетеп алды. Тик ул йәнһеҙ ине.
– Дә, диуана һин, Зөбәйер. Минең тыуған көн 27 март, имеш, был юҡҡа түгел, тип 273-сө автобусҡа ултыр ҙа кит инде. Бисә белде ти һинең Иглин тарафтарына олаҡҡаныңды.
Элек ер алыу тураһында һөйләшкәндә Әминәһе, Өфөгә яҡыныраҡ райондарҙы ҡарарға кәрәк, Ҡырмыҫҡалы тирәһен, унда ер уңдырышлы, тип әйткәйне. Ир бөтөнләй икенсе яҡҡа ыңғайланы.
– Хәҙер ул тауыҡ баштың уйына ла инеп сыҡмай бит инде. Иглин уның төшөнә лә кергәне юҡ. Ҡырмыҫҡалы тирәһенән 37-се участокты эҙләп йөрөйәсәк. Һемәйт-тем мин уны. Әйҙә, эҙләһен, ә мин бында шым ғына соҡорҙа тик ултырам. – Ир ни эшләргә белмәй бер ҡалҡынды, бер ултырҙы. “Һемәйттем, һемәйттем!” – тип йәмһеҙ итеп көлгән булды.
– Телефон ял итеп алһын да тағы бер тоҡандырып ҡарарбыҙ. Ял ит, өмөтөм, бар ышанысым минең, – телефонын ипләп кенә кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ир.
Ваҡыт бик әкрен үтһә лә, барыбер Ер шары артабан тәгәрләүен дауам итте. Яйлап ҡына эңер төшкәне һиҙелде. Соҡор эсе ҡараңғыланғандан-ҡараңғылана барҙы.
– Эһе-һей, бармы берәйһе? Ҡарауыл, эһе-һей, – тип ҡысҡырып-ҡысҡырып алды ир. Яңғыҙы ҡалғыһы килгәйне, бына ултыра яңғыҙы. Үҙен бар донъянан йәшенеп ултырған кеүек хис итте. Ҡапыл ҡыҙы иҫенә төштө. Ярата ул Сәриәһен, берҙән-берен. Шыбыр-шыбыр килеп һанашмаҡ әйтергә тотондо.
Ҡайҙан иҫенә килгәндер. Бала саҡта шулай уйнай торғайнылар инде. Ниндәй уйынға тотонһалар ҙа, "Аҡ тирәк, күк тирәк" булһынмы, һуғыш уйыны тиһеңме, тәүҙә һанашмаҡ әйтеп командаларға бүленә, йә көтөүсе яллайҙар ине. Һуңынан ҡыҙы балалар баҡсаһында йөрөгәндә ошо һанашмаҡты уға ла ятлатҡайны. Бына хәҙер ҡайҙа кәрәк булып китте.
– Мин йәшендем, ҡыҙым, тап мине, тап, – тип бөгәрләнеп ятты. Әкрен генә күҙҙәренән йәштәр тамды. Кипкән ирендәре ниҙер шыбырланы:
Сығырһың, сыҡмай ни, – йөҙ түбән күккә ҡарап ятты.
Ашҡаҙаны, был донъяла мин дә бар әле, тип шағыр-шоғор килеп тауыш бирҙе. Асыҡҡанын тойҙо ир. Биштәрен, кеҫәләрен тотҡолап ҡараны. Көнөндә әйләнәм, тип ашарға ла алмаған, исмаһам. Ҡапыл өс көндән ҡыҙының тыуған көнө икәне иҫенә төштө. Тағы торҙо, әйтерһең, хәҙер сығып ҡайта ла китә.
– Нисек тә ҡайтып өлгөрөргә ине ул, – тине ҡарлыға барған тауышы менән. – Эһе-һей, товарищи, господа, йәмәғәт, әфәнделәр, мин бында! Эҙләйһегеҙме мине?
“Бына һиңә мә, бүреләр олой башланы... ҡорһаҡта. Өҫтә ысын бүреләр тешен ыржайтып олоһа ла ҡурҡмаҫ инем, – ашҡаҙан тирәһен тотҡоланы, – бында олоһа, ҡыйыныраҡ. Түҙеп булмаҫҡа мөмкин”, – тип уйланы.
– Берәйегеҙ ашарға алып килегеҙ әле. Эй, официант, 150 грамм “зәм-зәмский” һыу, бутерброд с колбасой, юҡ, юҡ, ыуылдырыҡ менән, зинһар. – Ир, биштәрен әйләндереп, төбөндәге икмәк ваҡтарын устарына ҡойоп-һыпырып алды ла, ҡулын күтәреп, ауыҙына ҡойоп ебәрҙе. – Ана шулай!.. Фу, араһында егерме бишле ҡаҙаҡ та килеп сыҡты. – Ауыҙынан ҡаҙаҡты тартып сығарҙы. – Саҡ йотоп ебәрмәнем. Берҙе кикереп ебәргәндә лә була. Иртәнге манный бутҡаһы эргәһенә был бер ус “икра” матур ғына барып ятты ул. Минең кеүек талымһыҙ әҙәмгә был да таман, – көсәнеп кикереп ебәргән булды. Шунан бер ауыҙ тын торғас, ҡапыл һикереп торҙо ла, аяғын тотоп, яңынан ултырҙы. Асырғанып ҡысҡырҙы. – Таман түгел, мин асыҡтым! Эһ-һе-һей, кешеләр, ҡотҡарығыҙ мине! Асыҡтым, өшөйөм, сыҡҡым килә!.. Әминәм табыр әле, ул мине ете ҡат ер аҫтынан да табасаҡ. Кәрәк бит мин уға...
...Әкрен генә ҡараңғы төштө. Ҡаҡ ергә биштәрен түшәп, бөгәрләнеп ятты ир.
Оҙаҡ ҡына ятты. Ойоп киткеләне шикелле. Шулай ҙа һаҡ ятты. Бәлки, берәйһе килеп сығыр йә тауыш бирер, тип көттө. Ҡаҡ ерҙә ятып тәндәре ҡатты, тороп баҫып та алды. Оҙаҡ йондоҙҙарға ҡарап торҙо.
– Ниндәй сихри төн. Ҡара әле, ер аҫтынан да йондоҙҙар күренә икән, – тип ҡуйҙы. – Ә ҡалала, ер өҫтөндә йөрөһәк тә, ерҙән нисә ҡат өҫтә йәшәһәк тә, йондоҙҙар күҙгә лә салынмай. Күрмәйбеҙ ҙә. Ә мин күрәм. Бәхетле, тимәк.
Бында нисә көн ятырын белмәй әле ул. Хәҙер, хәҙер булмаһа, иртәгә килеп табырҙар, тип уйланы. Шуға үҙен тыныс тотто. Ҡыҙының тыуған көнөнә лә ҡайтып өлгөрөр. Кем дә булһа килеп сығыр әле. Тайгала аҙашмаған даһа. Шуларҙы уйлап, шаярғыһы килде. Ярай ҙа төн йылы, һөйөнөп ултыра алыр ине лә, тик... Барыбер ҙә уңайлы түгел. Соҡор фатир түгел инде. Элек кешеләр ер аҫтында, землянкала нисек йәшәгән тиң?
“Көн аяҙ була икән, йондоҙҙар күп, – тип фаразланы. – Эх, күбәләк аулай торған селтәрле ҡулайламаны тотоп күккә мен дә бынау йондоҙҙарҙы рәхәтләнеп йыйып ал икән ул. Шунан ергә төшөп һәр кемдең маңлайына йондоҙ сәпәп сыҡ ине. – Шуларҙы күҙ алдына баҫтырып, йылмайып ҡуйҙы. – Шаяртам, маңлайға сәпәргә түгел, һәр йөрәккә һал ине. Ни өсөн йөрәккәме? Сөнки йөрәгендә йыһандағы йондоҙҙо йөрөткән кеше ерҙәге бысраҡҡа иғтибар ҙа итмәй”, – тынлыҡта башына шундай илаһи уй килгәненә һөйөнөп, ҡулдарын өҫкә һуҙып, устарын күк йөҙөнә һалып, йыһандың энергетикаһын һәм йондоҙҙарҙан килгән моңдо тойоп торҙо.
– Аладан- баладан, бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ, һин ҡал, был сыҡ...
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем! – эстән һанашмаҡты уҡыны ла аҡайып соҡор эсендәге ҡараңғылыҡҡа ҡарап торҙо. Ҡурҡып китте:
– Сәүкә, сыпсыҡ, һин ҡал, был сыҡ... – тип мығырҙаны. Тауышы ҡалтыранып сыҡты. “Балалар баҡсаһына йөрөгәндә ҡыҙым шулай тип һөйләй торғайны. Үҙем өйрәттем”, – тип уйланы. Һаҡ ҡына тауыш сығара биреп өндәште:
– Мине берәйһе табамы бөгөн, әйт әле, эй, Ай? Йондоҙҙар, мине берәйһе юҡһынамы, эҙләйме икән?
Моңайып ҡына башын баҫып ултырҙы:
Төшөндә ул өҫтөнә бер нисә арҡан килеп төшкәнен күрҙе. Тик береһен дә тота алмай хитланды, инде тоттом, тиһә, уларға ҡунған күбәләктәр осоп китә лә, арҡандар бәүелә-бәүелә өҫкә менә лә китә.
Өшәнеп уянды. Яҡтыртҡайны. Сағыу нурҙары соҡорға төшөп етмәһә лә, ер өҫтөндә ҡояштың донъяны иренмәй, бар күңелен биреп наҙлауы, йылытыуы аңлашыла ине. Ир кирелеп, бер кинәнес менән өҫкә ҡарап торҙо.
– Хәйерле иртә, ер өҫтө! Доброе утро, страна! Был ер шарында берәйһе бармы, эһе-һей? Нишләп бер кем эҙләмәй һуң ул? Эһе-һей, теш йыуырға ине, бит-ҡул сайҡарға ине, килтерегеҙ берәй сүмес һыу, – ирендәре кипкәнен тойҙо. – Һыу, һы-ыу, эсергә ине туйғансы.
Эйелеп биштәрен тотҡоланы, унда бер ни юҡлығын белһә лә, түңкәреп ҡараны. Кисәге буш шешәне ирененә терәп, өҫкә ҡалҡытты. Теле менән шешә башын яланы.
– Һе, бер тамсы ҡалған булған, ҡалай тәмле. Ныҡ тәмле.
Ватылып китмәһен тип һаҡ ҡына йомортҡа тотҡандай түш кеҫәһенән ипләп кенә телефонын килтереп сығарҙы. Тейешле нөктәһенә баҫып, тоҡандырып ҡараны. Уныһы көсәнеп маташты шулай ҙа, “пип-пип” тине лә һүнде. Өҫкә күтәреп бәрергә уйланы ла кире кеҫәһенә һалды.
– Үлде-е... Беренсе булып телефон үлде, тип теркәйек. Сиратта кем? – Яңынан телефонын усына алды. – Үҙе ниндәй затлы! Айфо-он, имеш. Шуны көсләп бисә кредитҡа алдырған булды. Ҡырҡ бер мең һумға. Ай ярымлыҡ эш хаҡы.
Бисәһе булып ҡыланырға тотондо. Штормовка итәген башына ҡаплап, йәғни “яулыҡ ябынып”, артын уйнатҡыланы.
– Кеше араһында кәм-хур булып йәшәмәйек, интернеты ла, камераһы ла, ватсабы ла, инстаграмы ла бар. Хеҙмәттәштәрең күрһә, һоҡланасаҡ ҡына. “Заман кешеһе” тип әйтәсәк... – Нәҙек тауыш менән бисәһе булып һөйләнде. – Әйткәндер. Һоҡланғыс әйбер. Ә бөгөн ул... буш шырпы ҡабы.
Оҙаҡ ҡарап торҙо аппаратына. “Стив Джобстың, юҡ, хатта бер малай-шалайҙың да умырып тешләп ырғытҡан алмаһы был айфондан ун тапҡырға ҡәҙерлерәк әле миңә. Ҡыйбатыраҡ та. Ырғытылған алманың икенсе яғынан бер умырып ҡына ҡапҡанда, ҡалай һыуһын ҡаныр ине”.
– Үлде айфон, ә мин тере. Әле, әлегә. Был күк аҫтында бер нәмә лә мәңгелек түгел. Бер нәмә лә! Көс бөтһә, мин дә – “пип-пип”, һүнермен.
Кеҫәһенә ҡулын тығып уйға ҡалды. Бармаҡтары кеҫә төбөнән кисәге ҡаҙаҡты эҙләп тапты. Шуның менән ер стенаны тырнарға тотондо. Асығыуы, һыуһауы үҙәгенә үтте. Селәү ҙә юҡ, исмаһам. Ҡабыр ҙа йотор ине.
Стенаны оҙаҡ тырнаны. Уйлаһаң, башҡа шөғөл дә юҡ инде. Шулай тырнап, бәлки, баҫҡыс эшләп булыр. Ләкин эш ырамлы барманы – ер ҡаты, ҡаҙаҡ ҡыҫҡа ине. Оһо, әллә ерҙә дым бар инде? Усына семтем генә ер һалып ҡабып ҡараны ла... төкөрөп ебәрҙе.
– Фу, ҡалай тәмһеҙ, эт буғы тәме сыға, – оҙаҡ төкөрөндө.
“Робинзон Крузо кеүек, көндәрҙе билдәләп барырға кәрәк. Ваҡыт менән дуҫ булһаң, ер шары менән бергә әйләнәһең тигән һүҙ, – тип уйланы. Ултырған килеш кенә оҙон таяҡ һыҙып ҡуйҙы. – Тә-әк, бында мин икенсе көн, кисә нисәһе ине әле? Шәмбе ине, ун дүрте, тимәк, бөгөн – ун бише. Бер һыҙыҡ, ике һыҙыҡ”, – тағы берҙе һыҙҙы.
– Ҡалай онота яҙғанмын даһа, – тип тағы аяғына баҫты. Ҡулын кеҫәһенә тығып уйға ҡалды. Ике көндән ҡыҙының тыуған көнө. Ун бер йыл элек унан да бәхетле кеше юҡ ине. Бала табыу йорто алдында, дөрөҫөрәге, ҡатыны ятҡан палата тәҙрәһе янында ярты көн буйы ҡулына сәскә тотоп, балҡып ҡатып торғайны. Нисектер шулай киткеһе килмәне. Ул китһә, Әминәһе, донъяға яңы ауаз һалған Сәриәһе, исемде алдан уҡ уйлап ҡуйғайнылар, менән бер ни булыр кеүек ине. Ҡатыны, бар ҡайт, әтеү мин илайым, тиһә лә, шулай уларҙың именлеген һаҡлап йылмайып, һөйөнөп тора бирҙе. Үҙ һүҙле булған, ҡәһәрең. Ямғырлы көн ине. Лысма һыу булды. Эңер төшкәс кенә ҡуҙғалды. Бәхетле ине ул. Ә бөгөн? Нисек тә сығырға кәрәк бынан. Тағы һикереп ҡараны. Был юлы ҡысҡырманы, тыныс ҡына нимәгәлер тотоноп үрмәләргә тырышты. Тик тотонор ек тә, еп тә, үрмәләр көс тә, форсат та юҡ ине. Өмөтләнеп өҫкә ҡарап ҡатыуҙан башҡа сара ҡалманы.
“Их, Сәриәм, алтыным, ҡояшым минең. Өйҙә мине яратҡан берҙән-бер зат. Үлеп китһәм, һағыныр инде балам. Бер үҙе илап торор инде ҡәберем ситендә. Һәм әсәмдең күҙ йәше түгелерме? Ул, бахырҡай, ҡайғыға түҙмәҫ, күбәләктәй генә йәне минең арттан эйәрер инде. Юлға сыҡмай тор әле, балам, тип бойоҡ ҡына күҙҙәре менән бағып ҡалғайны ла, их... Юлда ла, тормошта ла әсәйҙәр фатихаһы кәрәк шул...” – Ике күҙенән дә буй-буй булып йәштәре ағып китте. Үҙе һиҙмәнеме, әллә һиҙһә лә, иғтибар биреүҙең әһәмиәте юҡ, тинеме, һөртмәне лә, йәше тын ғына аҡты ла аҡты.
– Йүгереп кенә ҡайтып кил ине, йылы ғына ҡосағыма алып ҡыҙымды һөй ине, – тине, тамағындағы төйөрҙө йотоп, аяныс тауыш менән.
“Нимә тип сығып киттем мин был юлға?! Ер кәрәк берәүгә. Ниндәй етмәҫ байлыҡтыр. Фатир бар, өс бүлмәле, нимә етмәй беҙгә? Йыл да Төркиәгә барабыҙ...”
Бисәһен күҙ алдына баҫтырҙы. Уның иркәләп, уға ярарға тырышып һөйләгән хәбәрен ишеткәндәй булып, тирә-яғына ҡаранып алды. “Юҡ, беҙгә яҡын-тирәлә ер кәрәк, хәҙер ҡала ситендә йәшәү модно. Ҡала саңын еҫкәп, химия ашап ятҡансы. Үҙебеҙ үҫтерәбеҙ картуф, үҙебеҙҙең кишерҙе ашайбыҙ”.
– Ашаның, ашамай ни! – Уртансы бармағын өҫкә күтәрҙе, әсе итеп һүгенеп ебәрҙе. – Бына һиңә кишер!
“Байлыҡ, байлыҡ, аҡса, аҡса!.. Ул бисәнең һаман байлыҡ тип яныуы. Уф! Йыйған аҡсаһы юҡ, бөтәһе лә кредитҡа. Иртәле-кисле бил бөгәһең, ике эштә эшләп. Ни хәжәтемә был баҡса? Ер кәрәк берәүгә. Бына бер аршин ер етә. Нишләп кеше түбән төшһә генә күкте күрә башлай икән?”
Ярай, ҡояш йылы. Әбейҙәр сыуағы. Ҡояш нурҙары соҡорҙоң өҫкө өлөшөнән аҫҡараҡ та төшә бирҙе. Ир ҡулын уға табан һуҙҙы, тик “ҡояш”ҡа буйы етмәне.
Тағы эсендә бүреләр олоуы уйланырға ҡамасаулай башланы. Тәғәм ризыҡ ҡапмағанына тәүлектән ашты. Һыу эсмәгәненә лә шулай.
Кеше ашамай айҙар буйы йәшәй ала шикелле, ә бына һыуһыҙ оҙаҡҡа бармай, тиҙәр. Тапмаһалар, ошонда кибә икән. Уф, асыҡтырҙы.
– Э-э-һей! Ишетәһегеҙме, мин асыҡты-ым!
Штормовка кеҫәһенән аҡса янсығын килтереп сығарҙы ла унан меңлек тартып алды. Ҡулы менән өҫкә һуҙҙы.
– Бына, бына аҡ-са! Мә, кемгә кәрәк, мә. Тик мине бынан сығарығыҙ ғына, бар мөлкәтемде бирергә ризамын, – тип мығырҙаны. Үҙе уйында һаман һөйләшеүендә булды. – Был соҡорҙа, ошо тотҡонлоҡта был аҡсаның бер тинлек ҡәҙере лә, кәрәге лә юҡ. Теге донъяға киткәндә һиңә байлыҡ кәрәкмәй, тигәндәрен ишеткәнем бар ине, бына ул. Иҫ киткес бай булған, ярты донъяны ҡулында тотҡан Сөләймән хаким, үҙе үлгәс, табут өҫтөндә уның буш ҡулдарын күрһәтеп ятҡырыуҙарын һораған. Йәнәһе лә, фанилыҡта күпме байлыҡ йыйһаң да, теге ысын донъяла уның һис тә кәрәге юҡ икәнен шулай аңлатҡан. Унда алып барып та булмай, барыһы ла фанилыҡта ҡала. Аңлайым мин һине хәҙер, Сөләймән хаким, бик һәйбәт аңлайым...”
– Сөләймән хаким, мин һине аңлайым! – тип ҡысҡырҙы. Тик өнө үҙенән бик йыраҡ китмәгәнен аңларға теләмәне.
“Машина – кредитҡа. Телефон – кредитҡа. Бисәһенә тун менән ҡыҙына алған затлы ноутбук – кредитҡа. Кредит, кредит. Бына нимә ул кредит? Ҡулдарыңда бығау ҙа юҡ, аяҡтарыңа тышау ҙа һалмағандар, – ҡулдарын алға һуҙҙы, һыҙлаған аяғын һелкеткеләп алды, – тик һин бер ҡайҙа ла китә алмайһың, ҡаса алмайһың, оса алмайһың, сөнки һин – әсир, һин – соҡорҙа. Бына минең һымаҡ соҡорҙа. Бына ошо була ул кредит! Бөтә ил кредитта, бөтә ғәм шулай тотҡонда, ипләп кенә күҙҙе бәйләйҙәр ҙә һине әсирлеккә алалар. Кредитҡа кермәйек, бурыс алмайыҡ, тип ул бисәгә күпме тылҡыйым, юҡ. – Тағы бисәһе булып ҡыланып дауам итте. – Кешесә йәшәгең килмәйме ни һинең, ә? Бар донъя кредитҡа йәшәй”.
“Тимәк, бар халыҡ минең һымаҡ соҡорҙа. Тотҡо-онда!”
– Эһе-һей, өҫтәгеләр, ер өҫтөндә йөрөүселәр, улай һөйөнмәй тороғоҙ әле, мин генә соҡорҙа түгел, һеҙ ҙә... Һеҙ ҙә бығаулы, һеҙ ҙә тышаулы, – сырт итеп төкөргән булды. Тик кипкән ирендәр, кипкән тамаҡ “сыртламаны”, киреһенсә, ярылып китерҙәй булып һыҙлап-әсетеп китте. Ир нисек тә уйланырға тырышты. Уй ғына уның ҡотолоу сараһы икәненә төшөнә ине. Уйһыҙ ҡалһаң, йәшәүең туҡтаясаҡ. Нисек тә бирешмәҫкә кәрәк. Йә берәйһе килеп сығыр, Әминә эҙләргә сыҡҡандыр, моғайын. Бер төн ҡайтманы бит инде. Уның бындай ғәҙәте һис тә булғаны юҡ таһа. Ул бисәһенә тоғро, ваҡытында ҡайта, ҡайта алмаһа, шылтыратып әйтә ине. Өлгөлө ғаилә башлығы икәнен барыһы ла белә инде.
“Урамда һәр икенсе затлы машина кредитҡа алынған. – Нисек тә үҙенең мейеһе-зиһене менән уйнап, үҙен уятырға, асыҡҡанын оноторға тырышты. – Хөкүмәт кредит бирмәһә, фатир һиңә, мә. Уйлаһаң, шулай шул. Эш хаҡын йыйып ҡына алам тиһәң, пенсия йәшендә, бәлки, фатир ҙа алып булалыр. Кризис булып, аҡсаңдың ҡиммәте кәмемәһә! Иртәгәһе көнгә ышаныс та юҡ. Ә былай алаһың да ғүмер буйы, эйе, ғүмер буйы ипотека түләйһең. Бына фатир өсөн алған ипотеканы нисә йылдан... – устарын алдына һалып, бармаҡтарын бөкләп эстән иҫәпләп тә алды, – тә-әк, биш, һигеҙ... туғыҙ йыл ҡалды, миңә ул ваҡытта 61 йәш була. Пенсияға йыраҡ икән әле. Хәҙер ер алабыҙ, бер 950 мең һум буласаҡ ул, ете йылға. Тағы йорт, мунса һәм башҡаһын һалыр өсөн кредит алырға тура киләсәк. Инәңдең тоҙло сәйе икән... Юҡ, был соҡорҙан сыҡмағаның мең артыҡ. Эй, кешеләр, кәрәкмәй, ҡотҡармағыҙ мине. Борсолмағыҙ ҙа, мин соҡорҙа ғазап та кисермәйем, мин кредитта ғына ултырам, үҙем түләйем. Ғазаптарым булһа, үҙем күтәрермен әле. Үҙем түләйем кредит өсөн дә... гонаһтарым өсөн дә...”
– Соҡорҙан сығармағыҙ ҙа. Сыҡҡы ла килмәй! – тип биштәренә йәйелеп ултырҙы. Сыҡмайынса ла булмай, үлергә лә ярамай. Ул кредитты кем түләй һуң? Шунан фатирҙан бисәмде, әсәмде, ҡыҙымды, түләй алмайһығыҙ, тип ҡыуып сығарһалар? Юҡ, минһеҙ булмай.
– Сыҡмайым. Сыҡҡым килмәй! – тип ҡабатланы.
Шул ваҡыт эт өргән тауыш ишетелгәндәй булды. Ир урынынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Эһе-һей, ҡотҡарығыҙ, мин бында, мин бында. Ҡарабай, Аҡтырнаҡ, Аҡтүш, маһ-маһ! – Үҙе ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла, ҡолағын өҫкә ҡаратып, тынып-тынып алды. Башҡаса тауыш ишетелмәгәс, соҡор ауыҙына өмөтләнеп, мөлдөрәп оҙаҡ ҡарап торҙо ла яңынан шыуып төшөп ултырҙы. – Бәлки, һин Барбосты-ыр...
Бер баҫты, бер ултырҙы ул. Тағы үрелеп һикергеләп тә ҡараны. Баяғы ҡаҙаҡ менән тағы ла стенаны соҡоп ҡулдарын ҡанатып бөттө. Ҡараңғы төшкәнсе, өмөтөн һүндермәйсә, күҙен өҫтән алманы.
Ир ойоп та киткеләне. Күпме ваҡыт йоҡлағанын да белмәне. Нисектер, йоҡоһо һаҡ булһа ла, татлы ла ине. Донъяһын онотоп китеп ойоно. Быға тынлыҡ менән саф һауа булышлыҡ иттеме, әллә ҡотолғоһоҙ хәлгә яйлап ҡына ышана барыуы сәбәпсе инеме – ойоно, тәне ял итте. Әбейҙәр сыуағына тура килеүе – уның бәхете, көндәр – ҡояшлы, ә төндәрен көн йылыһы, ҡышын яғылған мейес кеүек, ҡапыл юғалманы, яйлап ҡына һүрелә ине, шуға улай һыуыҡ үҙәккә үтерлек итеп өшөтмәй ҙә. Таңға табан ғына өшәнеп уянды ул. Ҡараңғы ине. Күҙен асыр-асмаҫ ҡына күккә ҡарап ятты. Бер йондоҙ күренә, артынан икенсеһе килеп сыға.
– Йондоҙҙар уйнаша. Тимәк, ер шары әйләнеүенән туҡтамаған, – тип һөйләнгән булды. Һөйләнәме, уйланамы, әллә уйҙары менән шулай әңгәмә ҡорамы ул – бик аңламай ҙа ине шикелле. – Ваҡыт та “ты-ыр” тимәй, бара, уҙа, китә. Мин генә туҡтағанмын. Әллә ер менән бергә әйләнгәс, мин дә хәрәкәттәме?!
Эһе-һей, ер өҫтөндә ниҙәр ба-ар? Елдәр иҫәме унда, ағастар япраҡ ҡоямы? Бында, ер аҫтында, тып-тыныс. Тауыш-тын юҡ. Ысынлап та, донъяла мин япа-яңғыҙмы ул әллә?
Яңғыҙ, тигәс, иҫенә йәш саҡтағы мәғәнәһеҙ генә бер көләмәс иҫкә төштө.
Бер грузиндың бисәһе үлгән. Мәйетте ҡәбергә тапшыралар. Туғандары, яҡындары янында ир ҡайғынан түгелеп илай икән:
– Один, совсем один. Один, совсем один, – тип һөйләнеп күҙ йәше түгә.
Бисәһенең ҡәбере янында яңғыҙы ултырһын, һағышын таратһын тип, яҡындары яйлап таралып бөтә. Грузин яйлап ҡына тора ла тирә-яғына ҡаранып ала һәм, бер үҙе генә икәнен белгәс:
– Один, совсем один! Один, совсем один! Один, совсем один! – тип ҡыуана, бейергә, йырларға тотона. Шул.
Зөбәйерҙең бер дуҫы грузин акценты менән эй килештереп һөйләй торғайны шуны. “Совсым одын” тип бейеп тә ала ине. Көлөшәләр. Зөбәйер генә, һуң яңғыҙ ҡалыуҙың ни ҡыҙығы бар инде, тип тыныс ҡала ине. Хәҙер бына аңлаған кеүек.
Ул дөм ҡараңғы соҡорҙо уратҡан стеналарҙы тотҡолап сыҡты.
– Мин дә савсем одын, савсем одын. Мин яңғыҙ, был ер шарында мин яңғыҙ, ур-ра, ур-ра! Уйлаһаң, бәхет бит ул япа-яңғыҙ ҡалыу, – шатланған булып, үҙ-үҙен ҡосаҡлап алған булды. – Оло ер шарында мин – Робинзон Крузо! Мин – Робинзон Крузо! – тип бышылданы ла тирә-яғына ҡаранып алды. Ысынлап та, мин яңғыҙмы ул, тип шикләндеме?
“Яңғыҙ саҡта үҙ серемде үҙемә сисә алам, бар донъя мәшәҡәтенән арынып, тирә-йүндәге кешеләр ҡарашынан, миңә булған мөнәсәбәттәренән азат булып... Ура! Хәҙер мин сер сисәм. Үҙемә. Мин Әминәне яратмайым. Бисәмде. Элек яраттым. Хәҙер – юҡ. Мин күршенең ҡатынын теләйем. Анфисаны. Уның һары сәстәрен еҫкәп, ҙур түштәренә башты һалып ятҡы килә. Килә! – Ипләп тағы ла тирә-яғына ҡаранып алды. – Ысынлап та, бер кем дә юҡмы бында?”
– Анфиса, я тебя хочу! Теләйем! – тип ипләп кенә салбар шәлтәүҙәрен ысҡындырҙы ла... блондинка күршеһен күҙ алдына баҫтырҙы. – Ҡабаланма, Анфиса. Ҡурҡма ла, бер кем дә юҡ, беҙ икебеҙ генә...
Күрше тигәндән, ике ай элек уларҙың, эйе, Анфисаларҙың, фатирына бурҙар төштө. Стена аша Зөбәйер ҙә, ҡатыны Әминә лә бөтәһен дә белеп, ишетеп ятты. Күршеләрҙең Ҡырымға ял итергә киткәнен дә белә ине улар. Полицияға шылтыратам, тип ир бер нисә тапҡыр ынтылды. Ә Әминәһе, бәләһенән баш-аяҡ, кәрәкмәй, байҙар унан ғына ярлыланып китәме, тип күндерҙе, дөрөҫөрәге, дүндерҙе. Ә улар, күршеләр, ялдан ҡайтҡас, быларҙың нисек артисланғанын күрһәгеҙ. Әминә иң шәп актрисалар кеүек ни генә ҡыланманы ла, ни генә һөйләмәне:
– Ишетмәнек, белмәнек би-ит, асҡысығыҙҙы ҡалдырып ҡына китмәгәнһегеҙ ҙә, гөлдәрегеҙгә һыу һибеп, үҙебеҙҙекеләй күреп ҡарап ҡына торор инек.
“Анфиса, Анфиса!” – тип наҙлы ғына өндәшеп ләззәт алғас, ир ошо хәлде иҫкә төшөрҙө. Тапҡан төн уртаһында юҡ-бар хәлде хәтеренән соҡоп ултырырға.
– Шулай ҙа динһеҙ, аллаһыҙ бер әҙәм һин, Әминә. Мин дә шундай! Сволочь, йүнһеҙ бер! Мин һиңә хыянат иттем. Анфиса менән, уйҙа булһа ла, – тип ҡуйҙы үҙе.
“Был сер түгел, был беҙҙең ҡәҙимге тормош. Битлек кейеп, артист булып йәшәйбеҙ. Ысын йөҙөбөҙ ер аҫтына төшкәс кенә беленә икән. Табутҡа ятҡас. – Майлы ҡулын биштәренә һөрткөләп алды. – Мин яңғыҙ бөгөн. Мин бәхетле, миңә рәхәт. Мин артист түгел, сөнки мин – ер аҫтында. Теләһәм, Анфиса менән булам, теләһәм... – Ни әйтергә белмәй туҡтап ҡалды. – Ну, теләһәм, директорыбыҙҙың битенә төкөрәм, президентты һүгәм. Бына ҡайҙа ул ирек? Ер аҫтында!”
Башын тотоп ултырҙы ла ҡапыл йоҙроғо менән ҡаҡ ергә килтереп тондорҙо. Соҡор эсе генә түгел, күк һелкенеп киткәндәй булды.
– Юҡ! Һис тә рәхәт түгел! Яңғыҙлыҡ – иң ҡыйыны. – Йәмһеҙ итеп көлөргә тотондо. – Ха-ха, Анфиса, президент, имеш... Миңә әсәй кәрәк, ҡыҙым кәрәк. Һеҙ ҡайҙа? – Көлдө-көлдө лә ир, яйлап ҡына үкереп иларға тотондо. – Әсәй, әсәкәйем, мин асыҡтым, миңә һыу бирегеҙ. Юрған ябығыҙ әле, өшөйөм. Ҡыҙым, тим...
Йомарланып ятты. Оҙаҡ ятты. Йоҡлап киттеме, әллә тынысланыуы шулай булдымы – ҡымшанманы ла.
Таңға табан күк йөҙөн болоттар ҡаплай башланы. Ел иҫте. Ҡай саҡ киҫкен генә “байрағын болғаны”. Төн яҡтыра төштө. Ир үләндәр, япраҡтар ҡыштырлаған тауышҡа, штормовка эсенән ҡапланған башын сығарып, өҫкә ҡарап алды.
Һыуытмаһа ғына ярар ине. Ә шулай ҙа, ямғыр яуһа, ҡалай шәп булыр ине, һыуһатты.
бот күтәреп ятырым, – тип һамаҡлап яңынан ойоп китте.
Төшөндәме, өнөндәме эт өргән тауыш та ишеткәндәй булды ир. Тик ҡалҡынманы, йыбанды, унан бигерәк, ҡолағына ишетеләлер, тип уйланы. Берсә соҡорҙа ятҡанын онотто, өйөндә тип хис итте. Төшөндә күп бығаулы кешеләр-тотҡондар күрҙе. Уның янынан бығауҙарын, сынйырҙарын шаулатып үтәләр. Үҙҙәре бер ни өндәшмәй. Берәүһе туҡтап, тубыҡланып ултырҙы ла бығауҙы тартып өҙөргә маташты. Тағы йөрөп килә лә, тағы өҙөп маташа, башҡа тотҡондар ҙа тартып ҡарай, тик бығау өҙөлмәй. Өҙөлмә-әй...
Ир тирләп уянып китте. Ҡулдарын ҡараны, баяғы тотҡон кеүек тубыҡланып ултырҙы ла “бығауҙарын өҙөп ташланы”. Иркен тын алып, күккә ҡарап ултырҙы.
– Үҙемде тотҡон тип... Изгегә булһын был төшөм дә. – Ҡулдарына ҡарап алды. Йылмайҙы. – Мин ирекле, ҡулдарым азат.
Ҡалҡынып, ҡулдарын йәйеп “осоп” ҡараны. “Ҡанаттарымды йәйеп осоп сығып китәм хәҙер был соҡорҙан. Хәҙер, хәҙер, – ярһып китеп “ҡанаттарын” нығыраҡ елпергә тотондо. Эй, елпене, тик осоп ҡына сығып китә алманы. Шунан хәле бөтөп, тынысланып, стенаға һөйәлде. – Юҡ, ҡанат булһа ла, осмаҫ инем. Мин был тормошта бығаулы. Эйе, осмаҫ инем. Сөнки мин осор өсөн яратылмаған. Мин ерҙә шыуышыр өсөн... Ул ҡанаттарҙы бына ошонда ғына йәйер инем дә шунда ятыр инем. Үҙе йомшаҡ, үҙе йылы. Ятыр инем, ятыр инем... – бөгәрләнеп ятты, ҡулдарын башы аҫтына һалды. – Һыуыҡ, ныҡ һыуыҡ, ҡайҙа минең ябыныр ҡанаттарым, ҡайҙа?”
Башына төрлө уйҙар килде. Кешегә өйрәнгән таяғын ташлап китеүе лә ҡыйын тигәндәй, уға үҙенең ошо соҡоро оҡшағандай ҙа тойола башланы. Бәлки, шулай күңелен тынысландырырға тырышалыр.
“Уйлаһаң, соҡор шәп нәмә икән ул. Бында тыныс, ҡурҡыныс түгел, – тигән һығымтаға килде. – Ер өҫтөндә йоҡлап ҡара. Өҫтөңә берәй машина килеп менергә мөмкин, йә берәй эт, йә берәй бүре йәнле әҙәм боғаҙыңа йәбешерен көт тә тор. Ә бында тыныс, бер кем һөжүм итә алмай. Хатта айыу ҙа. Акула ла! Ошо инде “самоизоляция”, үҙ-үҙеңде ҡурсалау. – Ир ауыҙын асып иңрәп, рәхәтләнеп ойоп бара ине. – Әле килеп берәйһе артыма типһә, һөйөнөр инем дә”, – йоҡо аралаш йылмайғандай ҙа булды.
Бер аҙҙан күҙен асып, йөҙөнә асыулы төҫ индерҙе:
– Тыныс түгел. Түгел, тим! Мин үҙемә үҙем һөжүм итәм бөгөн. Мин үҙ-үҙемә бүре бөгөн. Акула булам. Йоҡла, йоҡлай алһаң, мужик. Ана бүре булып аслыҡ, акула булып һалҡынлыҡ килә һиңә...
Иртәнге болоттар таралып, бар йыһанды ҡояш иркәләй ине. Ир самолеттың геүләгән тауышына уянып китте. Тәүҙә күкте ярып килгән тауышты иҙрәп кенә тыңлап ятты ул, шунан, геүләү нығыраҡ ишетелә башлағас, ҡапыл һикереп торҙо ла:
– Ай-й, – тип йығылып китте. Гөп шешкән һул аяғын ҡосаҡлап ултырҙы. Кисә шешә башлағанын һиҙгәйне ул, насар уйға бирелмәҫкә тырышты, бәлки, бөтөр, тип өмөтләнде. Уныһы... бөгөн баҫырлыҡ түгел.
Самолет тауышы һүрәнләнә төштө. Хәҙер ҡәҙерле бер нәмәһен юғалтыр төҫлө ир уң аяғына баҫты ла һикерәнләргә тотондо. Сатан һайыҫҡан ише һикерә-һикерә дәртләнеп һамаҡларға тотондо:
– Самолет, самолет, посади меня в полет. Самолет, самолет, посади меня в полет!.. – Самолет тауышы йыраҡлашҡан һайын ирҙең дә дәрте һүнә барҙы. – А в полете пусто, выросла капуста. А в капусте – червячок. Дядя Ваня дурачок. Дядя Ваня түгел, дядя Зөбәйер дүрәк ул. Ер етмәй берәүгә.
Кеше ауыр хәлгә ҡалһа, балаға әүерелә икән. Шулай сафлана барамы икән аңы, күңеле? Бынау һанашмаҡ, тиҙәйткестәрҙе бер егерме, бәлки, утыҙ йылдар иҫенә алғаны ла юҡ бит инде, ә әле килеп... нисек хәтергә төшә тиң? Малай саҡта шулай күктәге самолетты ерҙән ҡыуа төшөп, үсектереп ҡала торғайнылар.
“Ашайым тиһәм – ашым, һөйәм тиһәм – ҡатыным, йәшәйем тиһәм – өйөм, йырлайым тиһәм, көйөм бар, һей, инәңдең йәшел сәйе, нәфсе ҡоторта әҙәмде. Һыуһаттырҙы”.
Унда һыу юҡ икәнен белһә лә, биштәрен аҡтарып ҡараны. Баяғы буш шешәне тағы ла түңкәреп ирененә терәне.
– Мөғжизә юҡ, Ҡыш бабай килмәгән, һыу ҡалдырмаған. Бер тамсы һыу юҡ. Битте, ҡулды йыуырға ла.
Күҙ йәше менән буталған саң уның йөҙөн танымаҫлыҡ хәлгә килтергәнен үҙе белмәй ҙә ине. Бысрап, ҡан таптары ҡаплаған ҡулы менән ипләп кенә ҡоҙоҡ стенаһын һыпырғыланы ла битен терәп торҙо. – Ерҙә дым бар кеүек. – Теле менән ерҙе ялап ҡараны. – Фу-у... Ҡара әле, улай уҡ тәмһеҙ ҙә түгел. – Бер нисә тапҡыр яланы. Теленең йөҙө шайыҡланып бысрап китте. – Тыуҙырған да, үҫтергән дә, үҙ ҡуйынына алған да ер инде. Тәмле генә. Башҡа сығып китте. Тыуған ер тупрағы һуты иҫертте тамам.
Нисектер рәхәт булып китте. Әллә бер йыр һуҙып ебәрергәме? Үҙенән-үҙе теленә русса йыр килде.
– Мальчик хочет в Тамбов, ты знаешь чики-чики-чики-чики-та.
Мальчик хочет в Тамбов, ты знаешь чики-чики-чики-чики-та.
Но не летят туда сегодня самолеты и не едут даже поезда.
Но не летят туда сегодня самолеты и не едут даже поезда.
Тәк-тәк, иртәнге аш та, иртәнге концерт та тамам, радио тыңлаусылар. Бөгөн һеҙҙең менән теге өсәүҙең береһе генә булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Кеҫәһе төбөнән ҡаҙаҡты эҙләп тапты ла өсөнсө һыҙыҡты һыҙып ҡуйҙы.
– Өсөнсө көн. Кеше нисә көн ашамайса тора ала икән? Бер ай –илле көн шикелле. Ә һыуһыҙ нисә көн интегергә була? Өс көнмө, бер аҙнамы? Һыу тапмаһам, миңә кәйүк.
Күк күкрәгән тауыш ишетелгәндәй булды. Салт аяҙ көндә? Һағайып китте ир. Ҡолаҡҡа ғына ишетеләлер. Тик был дөрөҫ ине, иртәнге болоттар артыҡ йыраҡ китеп өлгөрмәгәйне, баяғы ел байраҡтарын болғап уны был яҡҡа яңынан алып килде шикелле. Уйнап-шаярып йөрөгән болоттарҙың елгә асыуы килеп киттеме, күкте күкрәтеп сыбыртҡыһын шартлатып ебәрҙе лә эре тамсылары менән ерҙе ҡайыҙлай башланы. Ир һикереп торҙо ла ике ҡулына йәйеп биштәрен тотто, күҙен йомоп, ауыҙын асып, күккә йөҙөн борҙо. Битенә, күҙенә тейгән тамсылар уны һиҫкәндереп-һиҫкәндереп ебәрҙе. Ярылған ирендәргә тейгән, килгән һыу әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт бирҙе. Соҡор өҫтөндә генә ҙур йәйғор торғанын соҡор төбөндә тороусы ир күрмәй ине. Күҙҙәре йомоҡ, хәстәре башҡа ине. Әлеге мәлдә күңелендә ине йәйғор.
Нисек килде, шулай тиҙ генә үтте ямғыр. Ир биштәргә йыйылған һыуҙы ебенә һеңмәҫ борон һемереп эсә һалды. Әлбиттә, һыуһын ҡанманы, шулай ҙа ҡырҡылып торған тамаҡ төбө йомшарып киткәндәй булды. Был ике-өс йотом һыу бер мәл, киреһенсә, ымһындырғысҡа, саҡырыусыға әйләнде. Бер аҙҙан түҙгеһеҙ булып, элеккенән дә нығыраҡ һыу эске килә башланы. Ҡапыл кесе ярау иткеһе килгәндәй булды. Нисә көн буйы бәҙрәфкә бармағанын уйлап алды. Эйе шул, һис кенә лә теләге булманы. Баяғы шешәгә ағыҙҙы. Шешә төбөн генә биләгән һары шыйыҡсаға ҡарап: “Запас торһон әле”, – тип йылмайған булды. Соҡор төбө әҙерәк кенә дымланғайны. Балсыҡлы тупраҡтың өҫтөн генә һыпырып алып йомарланы ла һыу һығып ҡараны. Сыҡманы. Йомарламын бәрергә уйланы ла туҡтап ҡалды.
– Яңғыҙ түгелмен дәһә. Бында колобок йәшәгән дә, – тип уға йән өрөрҙәй булып ҡарап ҡатты. Тик йомро икмәк таралырға ғына тора ине, шуға шешәне ҡулына алды ла... кире ҡуйҙы. Һыламаны. Һуңғараҡ шыйыҡсаның күпкә кәрәгерәк булыуы бар. Кеҫәһенән ҡулъяулығын тартып сығарҙы ла, таралып ҡына китер йомғаҡты бар яҡлап бәйләп, бер генә урынын асыҡ ҡалдырҙы.
– Бына күлдәкле лә булдың, әллә яулыҡлымы шул! Тимәк, һин ҡатын-ҡыҙ затынан. – Яңы дуҫын ул ипләп кенә стенаға терәп ҡуйҙы. Ҡойолорға, таралырға торған йомғаҡ ирҙең күңелен күтәреп ебәрҙе.
– Хәҙер сәй эсербеҙ, йәме. Бер аҙ ял итеп алайыҡ та, – тине лә “ҡурсағы”на йөҙөн бороп ятты. Оҙаҡ ятты. Берәй тауыш юҡмы, тип һаҡ ятты.
Бара-бара “ҡурсағы” уға йылмайғандай тойолдо. “Һе, иркә генә икәнһең үҙең. Миңә оҡшарға тырышаһыңмы? Йылмай-йылмай шулай. Нимә-ә? Мыҫҡыллап йылмаям? Минеме?” – ҡалҡынып ултырҙы ир. Күҙҙәре аларып китте лә, бармағын төртөп “ҡурсағы”на ҡысҡырҙы:
– Нимә ҡарап ултыраһың, ҡотҡар мине! Ҡотҡар, тим. Ҡара, аҡайып ҡарап тик ултыра. Минең ни ғәйебем бар һинең алда? Һиңә ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы? Ҡара, аяғын салып, ҡорһағын ярып йәйелеп ултырған да минең тереләй ғазапланғанды кинәнеп күҙәтә. Белгең килһә, соҡорға мин хужа! Ана шулай, беҙ бөтәбеҙ ҙә шулай. Кешенең ғазаптарынан кинәнес кисерәбеҙ. Беҙҙе бер генә кеше ҡыҙғана, ғүмере буйы бер генә кеше ярата. Кем тиһеңме? Әсә-әй!
Тынып ҡалды. Ғәйепле төҫ менән тағы “колобок”ка баҡты.
– Ә мин һине йәлләйем. Эйе, йәлләйем, сөнки һин кеше түгел, һин – балсыҡ. Йәнһеҙ балсыҡ, – тип арты менән боролоп ултырҙы ла ер соҡорға тотондо. Ҡапыл нәҙек кенә селәүсен тартып килтереп сығарҙы.
– Оһо, бөгөн минең уңышлы көн, һунарға сыҡһам, болан алған булыр инем икән дә.
Селәүсендең ҡойроғонан (әллә башынанмы) тотоп өҫкә күтәрҙе:
– Һин селәүме? Әсәйең бармы һинең? Һин бөгөн селәү түгел, һин бөгөн... – оҙаҡ ҡына уйлап торҙо, хатта ауыҙҙары шайыҡланып китте. – Һин селәү түгел, һин – тауыҡ бото! – Селәүсенде өҫкә күтәрҙе лә ауыҙы эсенә төшөрөп ебәрҙе. – Фу, ҡалай тәмһе-еҙ, ләкин туҡлыҡлы-ы.
“Бына соҡор эсендә лә гонаһ ҡылдым, бер йән эйәһенең йәнен ҡыйҙым, – тип уйланы. – Ә ер өҫтөндә нисә миллион, миллиард кеше был ваҡытта гонаһ ҡыла. Уйлаһаң, күҙ аҡайыр!”
Һуҙылып ятып ерҙе тыңларға тотондо.
– Тсс... – Оҙаҡ тыңланы. – Ете миллиард пар аяҡ туҡ-туҡ, туҡ-туҡ ергә баҫып атлай. Эйе, ишетелә: туҡ-туҡ... Ете миллиард, ун дүрт миллиард аяҡ... Нисек инде шунса аяҡтың берәүһе генә булһа ла ошо урынға, ошо, – асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәй ҡалды, – 10 сутыйлыҡ биләмәгә баҫмай һуң ул, ә?! – Иғтибарлап тағы ерҙең тын алышын тыңланы. – Бер кем килмәй, ә үҙҙәре ергә баҫып атлай. Туҡ-туҡ... Тф-еү, аяҡ тиһәм, был йөрәк тибә бит, атайыңдың ҡара мыйығы, әйтәйем. Үҙемдең йөрәк тибә ләһә. – Ике ҡулы менән йөрәген тотоп ултырҙы. – Туҡ-туҡ, тук-тук... Тип, тип, әйҙә, ваҡыт туҡтамағас, һин типкәс, мин йәшәйем әле.
Тамаҡ туйҙы, төшкө ашҡа “корейский” селәүле фирменный блюдо тамам ғына булды, хәҙер бер тапҡыр бейеп алғанда ла мөмкин, тип уйланы. Нисек тә рухты һүндермәҫкә кәрәк. Тик бейергә ҡапыл күңеленә бер төрлө моң да, көй ҙә килмәне. Шулай ҙа була икән. Ҡалҡына биргәйне, һыҙлауға түҙә алмай ыңғырашып, йығылып китә яҙҙы.
– Аяҡ, аяҡ, бисәкәй, аяҡ шеште, нишләргә? Хирургҡа алып бар мине, Әминә.
Балағын күтәрә биреп, һыҙлаған балтырын тотҡоланы. Шешкән урынды һыйпап ултырыу нисектер бер ләззәт тә бирә ине. Баҫып ҡараны, тик оҙаҡ та тормай, кире ултырҙы. Юҡ, былай сығып булмаясаҡ. Баяғы ҡаҙаҡ менән аяғын соҡорға тотондо. “Әҙерәк эренен ағыҙмайса булмайҙыр... Минең урында атай булһа, ни эшләр ине икән? Ул да эрендән таҙартып, спирт менән йыуып, юл япрағы ҡаплар ине. Шеште былай дегәнәк япрағы ла һура инде. Тик уны ҡайҙан табаһың? Была не была, шунһыҙ был соҡорҙо һикереп сығып булмаясаҡ”.
Күҙен йомдо, ҡаҙаҡты өҫкә күтәрҙе лә шешкә сәнсте. Аяуһыҙ әсе ҡысҡырыуға соҡорҙан тупраҡтар ҡойолдо, күк көмбәҙе сатнап китте. Аңы томаланып, башын ситкә тайпылдырып ята бирҙе. Ә шештән, тире йыртылып, күп кенә эрен ағып килеп сыҡты.
“А-ах. Күп йыйылған, шайтан. Сереп юҡҡа ла сығырмын бер заман...” Шулай ҙа һыҙлауы кәмене аяғының. Дезинфекция эшләргә ине лә, һыу менән йыуып, бер ус араҡы һөрткәндә... тамаҡты ла сылатҡанда. “Яра боҙолоп китеүе бар, ни эшләргә? Минең урында атайым?..”
Иҫенә төштө. Бер шулай урманда утын әҙерләгәндә һөрлөгөп йығылып китеп, Зөбәйер танауын ҡанатҡайны. Ҡанды туҡтатып булмай бит, ҡәһәрең. Танау тишегенә ҡульяулыҡ та тыҡтылар, салҡан да ятып ҡараны. Юҡ. Шунда атаһы танауын ер менән томалағайны. Әлбиттә, тупраҡ аша ҡан һарҡып килеп сыҡты тәүҙә, шунан ысынлап та туҡтаны. “Ерҙән дә таҙа, ерҙән дә иманлы нәмә юҡ донъяла”, – тигәйне шул саҡ атаһы.
Тирә-яғындағы саңды, ҡатҡан балсыҡлы ерҙе усына йыйҙы ла яраһына һипте. Ер дауаһы килешер, тип балағын төшөрөп ҡуйҙы.
– Атай, хәҙер һин ҡайҙарҙа икән? – тип ҡуйҙы. – Күктән мине ҡарап тораһыңдыр. Язалана, ҡазалана был балам, тип. Ныҡ һағынам үҙеңде. Һин етмәйһең миңә.
Пенсияға сығып йыл да үтмәне, атаһы ҡапыл ғына биреште. Йүткерҙе, ябыҡты. Үҙе ауырыйым тип һис тә бәлә һалманы, үтер ул, тип йөрөнө. Райондан Өфөгә онкологияға йүнәлтмә бирҙеләр. Тикшеренергә. Яҡшыға өмөтләнгәйнеләр ҙә, тик... табиптар, ике айҙан үлә, тинеләр. “Нисек?” – тип аптыранылар. Аҡса бар, тинеләр. Бер ҙә булмаһа, кредит алырбыҙ, тип уйланылар. Мәскәүҙә дауалап ҡараһаҡ, тигән булдылар. Табип, Израилгә, хет Германияға алып бармайһығыҙмы, хәҙер һуң инде, ике айҙан ғүмере бөтәсәк, үпкәһендәге ямаш шеш ҡыҙыл үңәскә йәбешкән, тине. Ҡанһыҙ рәүештә. Уйлаһаң, дөрөҫөн әйтмәйенсә лә булмай инде. Ә атаһы улай уҡ ныҡ ауырыйым тип уйламаны ла, уға әйтмәнеләр. “Тиҙерәк әсәйең янына ҡайтып, уның ҡулынан сәй эсергә ине”, – тип ултырҙы бахыр. Бәлки, һиҙенгәндер ҙә.
Ысынлап та, ике ай ҙа биш көн тигәндә күҙҙәрен мәңгегә йомдо атаһы. Шуларҙы иҫенә төшөрөп ултырҙы ир.
“Балағыҙ йә яҡынығыҙ яман шеш йә ҡотолғоһоҙ сир менән ауырыймы? Һеҙ бар донъяға... юҡ, тәүҙә үҙегеҙ эстән кисереп, эстән янып, шым булаһығыҙ әле, шунан... ни эшләргә белмәй, бар донъяға яр һалаһығыҙ. “Ул ауырый, һеҙ ярҙам итмәһәгеҙ, ул үләсәк”, – тип һәр кемгә, һәр мәрхәмәтле әҙәмгә өмөт менән бағаһығыҙ. Мин дә шулай һәр кемгә, һәр табипҡа, һәр хәҙрәткә шулай ҡарай инем. “Тик атайҙы ҡотҡарығыҙ, ярҙам итегеҙ, берәй нимә эшләгеҙ, йәшәһен ине...” Хәлегеҙгә ингән һәр кемгә һеҙ ышанаһығыҙ, ҡотолоу, ҡотҡарыу юлдарын тик ул ғына беләлер кеүек. – Уйҙарынан тағы ла ярһый барҙы ир. – Ә уйлаһаң, был ҡайғы килмәҫ борон һеҙ кешелеккә бөтөнләй ышанмай, үҙ көйөгөҙсә көн итә инегеҙ. Хатта Аллаһҡа ла ышанмай, ул – мистика, ул юҡ, тип гонаһлы һүҙҙәр ҙә ысҡындыра инегеҙ. Мин, мәҫәлән, шулай инем. Эшләйем, донъя көтәм. Атай-әсәй мәңге йәшәр кеүек. Ауырлыҡ килгәс, мәсеткә йүгерә һалып барып, доға уҡытып, хәйер ҙә бирҙегеҙ. Мин дә шулай иттем. Аллаһ ишетер, хәҙер бөтәһе лә һәйбәт булыр, тип уйлайым. Баҡһаң, ныҡ, хатта ныҡ ышанаһығыҙ икән Аллаһҡа ла, уның мәрхәмәтенә лә. Мәсет ишеге ҡайһы яҡтан асылғанын да белмәһәгеҙ ҙә. Ҡөрьән ашына доға тыңлар өсөн түгел, тәртибе шулайҙыр, тип һурпа һемерергә барғаныңды оноттоңмо?”
– Берәү хәйер биргән икән дә, – тип мыҫҡыллы йылмайҙы.
“Ярай, мәсеткә инелде, доға уҡылды, хәйер һалынды. Ярҙам да иттеләр, ти, кәрәкле операцияға тейешле сумма ла йыйыла, мәрхәмәтле кешеләр күп, йәлләйҙәр, хәлеңә инәләр... – оҙаҡ итеп йомғаҡҡа ҡарап ҡатты ир. Уйҙарынан уйылғыһы килде. – Тик Хоҙайҙың әмере башҡа, бер ни ярҙам итә алмай. Алма-ай. Эйе, Путин иң шәп табипҡа шылтыратып бойормаймы икән, Хоҙайҙың эше, Әжәлдең уйы башҡа, тәҡдире билдәле, ҡотҡарып булмаясаҡ. Һин бер ни эшләй алмайһың...
Бына мин нисек ошо соҡорҙа, ҡотолғоһоҙ ҡоҙоҡта ятһам, шулай бер нисек тә ҡотҡарып булманы атайҙы. Уға һуҙылған арҡан да, баҫҡыс та ярҙам итә алмай ине. Хоҙай олатай ғына еңеллек бирә алды!” – Атаһын һағынып илағыһы килде, тик ни эшләптер күҙ йәштәре сыҡманы. Үҙенең хәле яман шештән дә былайыраҡ ине шул.
Йыраҡта эттәр өргән тауыштар ишетелгәндәй булһа ла, ир торманы ла, ҡолағын да тырпайтманы. Яҙмышына, әлеге хәленә күнеп тик ятты. Күңеле уяу ине. Һыуыҡ теймәһен, тип шешкән аяғын свитеры менән урап ҡуйҙы. Төн кисәге кеүек йылы, күк йөҙө йондоҙло ине. Һаҡал-мыйыҡ баҫып киткән йөҙөн, күҙ төптәрен ҡатып бөткән устары менән йыш һыпырғыланы. Шулай усының да, битенең дә йылыһын тоя ине. Күккә ҡарап ятыу ҙа ялҡыта икән. Ятҡан йә ултырған килеш быяла күҙҙәрен соҡорҙоң төпһөҙ стеналарына төбәп, шым ғына йыр һуҙҙы. Йырҙары ябай, ләкин танһыҡ ине. Ул йырҙарҙы бала сағынан алып иҫкә лә алғаны юҡ. Әле үҙҙәре телгә килде, аңға һеңде.
Йырҙы күңелендә “йырлап” бөткәс, кипкән ирендәрен ҡыймылдатып:
– Булайым һәр саҡ мин. Иҫкә төшөрөп эҙләгән кеше бармы икән? – тип ҡуйҙы.
“Әсәйем генә борсолоп ултырмаһа. Юлға сыҡмай тор, балам, тине, үтенеп тә һораны. Күҙҙәре ниндәй һағышлы ине, ә мин...”
Бая килмәгән моң әле килеп төштөмө күңел соҡорона, ир ҡапыл һикереп торҙо ла бер аяғында һикергеләп бейергә кереште.
– Баҫ ҡыҙым, Әпипә, һин баҫмаһаң, мин баҫам,
Һинең баҫҡан эҙҙәреңә мин дә килтереп баҫам.
Элеккесә хәл юҡ ине, йығылыуҙан ҡурҡып стенаға тотондо ла тағы ултырҙы. Килгән моң һағыш булып йөрәккә ятты. Йырлағыһы килде. Ҡысҡырып. Тик ауыҙ асылманы, күңел һәм уй ҡапҡалары ғына шар асылды ла, бар донъяға ауаз һалып, моң һәм ғәм тирбәлеп-тирбәлеп таралды.
“Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?
Толом-толом сәстәреңде көн дә килә күрәһем...
Их, мәктәп йылдарында, йәш саҡта күпме йыр белә инек. Гармун тартып ауыл урамын бер яңғыратып әле лә үт ине лә. Һантыйға һанаясаҡтар. Күҙҙәрен компьютер, телефон тәҙрәһенән алмаған әҙәмдәр һине аңламаясаҡ та. Ә ул йырҙар ниндәй моңло ине, иҫ киткес моңло ине. Ысын ине. Эй, ул саҡта сәй ҙә, шәкәр ҙә ысын ине. Ә шоколад, “Аленка”, ”Гулливер”, “Мишка на севере”, шәрбәт, мәктәп пирожныйы ҡалай тәмле... Колбаса тик иттән генә тора. Уныһына оло сират... Әле бер семтем генә тәмләп ҡарағанда... Юҡ, ашау тураһында уйларға ярамай”.
– Ярамай, – тип уйға ирен дә ҡушылды.
“Йырҙарҙы, ысынлап та, күп белә инек. Башҡортсаһын да, руссаһын да. Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Мәғәфүр, Ғүмәр ағайҙар, Нажиә, Ғәлиә апайҙар, “Битлз”, “Модерн Токинг”, Виктор Цой, “Ласковый май”, инглизсәһен, нимессәһен дә”, – ятҡан килеш кенә “гитара”ны ҡулына алды. Ҡылдарын сирткеләп, башындағы ҡалҡып торған төймәләрен борғолап, ҡоралының моңон, яңғырашын яйланы ла уйнап та, йырлап та ебәрҙе.
“Группа крови – на рукаве,
Мой порядковый номер – на рукаве,
Пожелай мне удачи в бою, пожелай мне:
Не остаться в этой траве,
Не остаться в этой траве.
Пожелай мне удачи, пожелай мне удачи!
Йыр кешене йәшәтә, йыр кешене йәшәргә өйрәтә. Һеҙ ҙә йырлағыҙ. Күңелгә рәхәт икән – йырлағыҙ, ҡыйын булһа... шулай уҡ йырлағыҙ. Йыр үлемдән дә ҡурсалай. Йырҙан хатта бүреләр ҡурҡа”.
Уға үҙенең театрында үҙе ҡуйған спектакль оҡшай ине. Ошо роленә инеп, үҙенең хәлһеҙ икәнен бер килке онотоп та китте. Бер мәл ул бүре булып олорға кереште. Оҙаҡ олоно. Кипкән тамаҡ төбө зыңлап-зыңлап ярылып киткәндә лә олоно. Олоған һайын, нисек кенә ҡыҙыҡ булмаһын, башы ял итте. Эйе, зиһене яҡтыра барғандай булды. Үҙ-үҙенәме, янындағы ярылып таралырға торған йомро йомғағынамы хәтирәләрен һөйләне. Әлбиттә, уйында һәм хәтерендә.
– Тыңла мине, колобок. Хәтәр хәл һөйләйем.
Бер мәл шулай ир үҙе – алтыла, Шәкүр ағаһы һигеҙҙә уҡығанда, ҡышҡы каникулдан һуң ятып уҡыған Белореттағы интернатҡа китеп баралар ине. Аталары лесхоз эше менән ат егеп урманға киткәйне, шуға үҙҙәре генә юлланды. Йәйәүләп. Элек үҫмерҙәргә ышаналар ине бит ул. Ауылдан трассаға тиклем – ете саҡрым. Ул араны тиҙ генә үттеләр ҙә туҡталышта оҙаҡ “голосовать” итеп торҙолар. Тура килгән ылауға ултырып артабан 90 саҡрым ара үтәһе бар. Элек хәҙерге кеүек машиналар ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләп тормай ине шул. Осрағаны йә тулы була, йә туҡтамай. Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, ҡараңғы төшә башланы, өшөттөрә. Ҡыйығы булған тимер ҡалайлы туҡталышта яуған ҡарҙан, елдән оҙаҡ, эңер төшкәнсе ышыҡланып торҙолар ҙа, юл уңманы былай булғас, тип, нишләрһең, аптырап кире ҡайтырға сыҡтылар.
Кирегә яңынан килгәндәге ете саҡрымды тәпәйләргә. Бер аҙ атлағас, малайҙар үҙҙәре менән бергә юл ситенән ҡара хәрәкәттәр барлыҡҡа килгәнен шәйләне. Улар бара – тегеләр ҙә килә, туҡтаһалар, хәрәкәт тә туҡтай. Йөрәк табанға төшөп китте – бүрелә-әр! Берәүһе олоп ебәрҙе. Шәкүр ағаһы, артыҡ һүҙ һөйләмәгән сабыр һәм аҡыллы ағаһы, ҡурҡма, тине лә бар көсөнә:
– Союз нерушимый республик свободных
Сплотила навеки Великая Русь...– тип гимнды һуҙып ебәрҙе. Уға Зөбәйер ҙә ҡушылды. Уның артынса:
– Башҡорттар китте һуғышҡа,
тип йырҙы өҙмәй дауам иттеләр. “Беҙ Ильич балалары”, “Орлята учатся летать”, “Күбәләгем-түңәрәгем”, “Ғәлиә менән Заһир йыры”, “Төнгө серенада”... – йырламаған йыр ҡалманы. Ауылға йырлап килеп инде егеттәр. Юлда утыҙҙан ашыу йыр һуҙғандарҙыр. Тамаҡтар ҡарлыҡҡансы ҡысҡырып һуҙҙы ла һуҙҙылар. Бүреләр хатта яҡын килеү түгел, олорға баҙнат итмәне, әллә улар ишетмәне. Шәкүр ағаһының батырлығын әйт әле. Ҡурҡмай, тыпырсынмай үҙен дә, яратҡан ҡустыһын да үлемдән ҡурсып алһын әле. Йылы өйгә ингәс, ҡустыһының ҡулын тотоп: “Ҡурҡтыңмы?” – тип һораған булды ағаһы, ә үҙе бар тәне менән ҡалтырай ине...
Ә иртәгәһенә... малайҙар торған трассалағы туҡталышта әсә менән балаға бүре өйөрө һөжүм иткәне хаҡында ишеттеләр. Әсә кеше туҡталыштың ҡалай башына ҡыҙын мендереп өлгөргән. Тик... баланың күҙ алдында әсәне өҙгөләй йыртҡыстар. Бала телһеҙ ҡала.
– Бала телһеҙ ҡала... – Шулай тине лә ир шымып ҡалды. Тәндәре ҡатты. Тик ятып аяғы, ҡулы, осалары ойоно. Кирелгеһе килде. Йыбанып ята бирҙе. Көскә стенаға тотоноп баҫты. Яралы аяғын һелтәп торҙо. Өшөгәндәй булғас, аяғына уралған свитерҙы кейеп алды. Йылынып китте.
Аҡ тауыҡ ҡара булмай, – күңелле таҡмаҡлаған булды. Тик бейемәне. Дәрте сатан, дарманы самалы ине.
“Ниндәй мәғәнәһеҙ һүҙҙәр, – тип уйланы. – Шуны ауыҙ тултырып һәр табында тиерлек йырлайҙар бит әле. Аҡ тауыҡтың ҡара була алмаҫы былай ҙа билдәле. Мейес эсендә көйөп ҡарайып ҡына сыҡмаһа, ха-ха, – ирен ситтәре хәрәкәткә килеп ҡуйҙы. – Торғаны менән ахмаҡлыҡ. Ә уйлап ҡараһаң, шул тиклем мәғәнәле һүҙҙәр. Ҡара тауыҡ аҡ булма-ай. Яҙмышың ҡара булғас, ғүмерең аҡ булмаҫ шу-ул”.
Шәкүр ағаһы юҡ инде хәҙер. Яҙмышы ҡара булды. Артыҡ ғәҙел булып, түрәгә лә, ябай кешегә лә, бисәһенә лә тураһын әйтеп, был ер шарында үҙ урынын таба алмай, китеп барҙы. Юҡ, эсеп тә үлмәне...
Уйҙарын бүлеп, яҡында ғына эт өргән тауыш ишетелде. Ир һағайып ҡына өҫкә ҡараны. Ҡарлыҡҡан тауыш менән тыныс ҡына:
– Кем бар унда? Эһе-һей. Маһ-маһ! Аҡтырнаҡ, Казбе-ек, Лайка, маһ-маһ. Һарыбай, Боцман, Баламут, маһ-маһ, – тип саҡырҙы. Ысынлап та, эт өрҙө шикелле. Өрҙө-өрҙө лә тынды. Шулайыраҡ аңланы ир. Шулай ҙа өндәшеүендә булды. – Вилли, Малыш, Ҡараба-ай... Бәлки, Барбосты-ыр. Китте шикелле. Ярай, өрөп булһа ла күңелгә өмөт бирҙе. Бөтөнләй яңғыҙ түгелмен әле донъяла...
Эттең өрөп уйҙарын бүлеүенә ул асыуланманы ла. Ағаһы тураһында уйланы. Һағынды уны. Нишләптер күптән иҫкә алмаған икән дә. Их, соҡор, шәп булдың бит һин. Күптән шулай ултырып уйланырға булған Зөбәйергә. Ул күңеленең таҙарғанын, хәтеренең яңырғанын тойҙо.
Шәкүр ағаһы, юҡ, эсеп үлмәне. Аҫылынманы ла, аварияла ла һәләк булманы. Төн уртаһында күршеләренең өйө янғанын беренселәрҙән булып күргән дә бар халыҡты уятҡан. Шунан ут эсендә ҡалған өй хужаһын ҡотҡарам тип, кешеләрҙең, һуң инде, тип тыйғанына ла ҡарамай, янғынға ингән дә сыҡмаған. Бер кемде лә ҡотҡармаған да. Сөнки күршеһе мейесенә ныҡ итеп ут яҡҡан да арғы яҡтағы ҡоҙаһына эсергә сығып киткән... Хет ила, хет көл.
Әсәһе, Шәкүрҙең бик ырыҫы булманы инде, һин, исмаһам, кешесә йәшәргә тырыш, ти торғайны Зөбәйергә.
– Мин ырыҫлы булдыммы шунан? Ырыҫлы, ҡотло әҙәм ҡоҙоҡ төбөндә ултырамы? – Күҙен йомоп, ҡатҡан ҡытыршы ҡулдары менән битен, башын һыйпаны. – Шәкүр ағайым көслө ине. Һәр саҡ ғәҙел булды, ҡурҡманы, урлашманы. Намыҫһыҙ етәкселәрҙе күҙҙәренә ҡарап эт ашамаҫ һүҙҙәр менән һүгә ине. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ ултырған саҡтары ла булды. Бер кемгә йөҙ һыуын түкмәне, ярҙам һорап ултырманы. Еңгә, балалары ла түҙҙе. Ә мин?.. Мин тормошҡа яраҡлашып, бисә һүҙен йөпләп, яҡлашып, һәр бәхәсте еңел генә яйлашып ғүмер үткәрҙем. Шулмы ырыҫ?! Ә?! Ә?!
“Анау туҡталышта беҙҙе үлемебеҙ һағалап торған би-ит. Ә беҙ уны, йыр менән алдап, юлынан яҙҙырғанбыҙ ҙа теге әсәгә йүнәлткәнбеҙ. Юҡ, беҙҙең үлем унда булмаған. Әжәлде бер нисек тә алдап булмай, йыр менән дә. Үлемем – ошо соҡорҙа. Уны хәҙер йыр менән дә, таҡмаҡ менән дә өркөтөп булмаясаҡ. Ул бүренән көслөрәк тә, хәтәрерәк тә”.
Кешене әжәл ҡайҙа ла һағалай. Ғүмерең бөтмәһә, йәшәйһең инде. Төҙөлөштә эшләгәндә өсөнсө ҡаттан тәкмәс атып барып төшкән саҡтары булды ирҙең, иҫән ҡалды. Бәләкәй сағында йөклө трактор арбаһынан осоп төшөп китте лә... арба тәгәрмәсенең батҡағы сәстәренә һылашып үтте, улайһа, иҙә ине башын. Тәҡдирең шул икән, йәшәйһең инде. Хоҙай үҙе генә белә.
“Тик бер үкенес ҡала: дөрөҫ үлмәйем мин. – Былай уйланһа, иҫәргә әйләнәсәк был ир. Әллә ысынлап тәүбәгә ҡайтырға хыялланамы? – Эйе, бөтөнләй дөрөҫ түгел. – Ул башы һыҙлағанын тойҙо. Башын ике ҡуллап ҡыҫып тотоп ултырҙы. – Ысынлап та, бүренән таланғансы, йә бынау соҡорҙа һаҫып ятҡансы, дөрләп янған утҡа ташланыуың дөрөҫтөр? Ағайым кеүек. Кем белә. Үлемде һайлап алып булмай. Ахмаҡтар һәм аңһыҙҙар ғына һайлай уны. Аҫылынып үлгәндәрҙе әйтәм. Ә Матросов кеүек тәүәккәлдәрҙе үлем үҙе һайлай! Үлемһеҙ итер өсөн! Ә соҡорҙа нисек үлемһеҙ булырға мөмкин?!”
Аслыҡтан талсыҡҡан тән, уйҙарҙан тулышҡан йән ял һораны, таңға табан ир йоҡоға талды. Бөгөн ул төш күрмәне, бәлки, күрһә лә, иҫләмәгәндер.
Шөкөр, ирҙең бәхетенә бөгөн дә салт аяҙ. Әбейҙәр сыуағы бар хоҡуғында ныҡлы тантана итә. Әллә бәхетһеҙлегенәме, ямғыр яуһа, шәберәк тә булыр кеүек. Һыуыҡҡа түҙеп тора алмаҫ ине, моғайын. Ир күҙен асыр-асмаҫ кеҫә төбөнән ҡаҙағын тапты ла дүртенсе һыҙыҡты теркәп ҡуйҙы. Оҙаҡ һыҙҙы. “Бәлки, бөгөн һуңғы көндөр!”
Шешә төбөндәге һары шыйыҡсаға ҡарап торҙо ла йөҙөн сирылдыра-сирылдыра йотоп ебәрҙе. Уныһы тәүҙә үтмәй тамаҡ төбөндә һикергеләп торҙо ла һуғыла-яндыра төшөп китте. Төкөргөһө, ҡоҫҡоһо килде. Башын күтәреп, нисек тә кире сығармай, аҫҡа төшөүен теләне.
Яҡты көнгә ҡулын һуҙып мөлдөрәп ҡараны. Ике күҙенән ике эре йәш бәреп килеп сыҡты, кипкән ирендәре:
– Сәриә ҡыҙым, тыуған көнөң менән! – тип шыбырланы. Ҡарашы иҫ киткес йәлләткес, бар донъя һағышы ошо күҙҙәргә һыйған ине. Ул ҡараштан хатта ҡояш тертләп китте, ҡарашын ҡулъяулыҡтай ғына болот араһына йәшерҙе.
“Яныңда түгелмен инде. Алтынымды минең! Торғас та, атайым ҡайтманымы, тип һорағандыр инде, ҡәҙерлемде... Бәхетле, оҙон ғүмер теләйем, ҡыҙым, һиңә”.
– Ошо оло Ер шарын ҡалдырам һиңә, ҡыҙым. Бына соҡор эсендә, кабинала, – ҡулына түңәрәк “руль” алды. Уны тегеләй-былай борғоланы. Бер ҡулын бушатып, төрлө төймәләргә баҫҡыланы, “тиҙлек”кә лә һалып ебәрҙе, – Ер менән мин идара итәм. Уны һәләкәтһеҙ генә мин әйләндерәм, ҡыҙым. Ҡурҡмай, рәхәтләнеп йәшә, алтыным!..
Атай булмағас, тыуған көн үткәреү, байрам итеү ҡайғыһы ла юҡ инде. Бик йәл... Элек “Макдональдс”ҡа барырҙар ине. Төркиәлә ял иткән мәлдәренә лә тура килгәне булды. Бер йыл ошондай сыуаҡ көндә тәбиғәткә сығып шешлек бешереп, уйындар уйнап мәж килгәйнеләр. Ә быйыл...
– Нимә быйыл? – ирҙең күҙҙәре янып китте. – Тәк, Әминә, – тигән булды эстән, – бөгөн ҡунаҡ саҡырып алабыҙ. Сәриәнең тыуған көнө. Иң ҙур көн!
Мин кешеләр менән аралашмаһам... Үләсәкмен. Аңла, бисәкәй. Мин мужик, нимә әйтәм, тыңлап ҡына тор! Түргә атайым менән әсәйемде ултыртайыҡ. Шәкүр ағайым еңгә менән уң яҡты биләр. Әтеү минең туғандарға бер ҙә хөрмәт күрһәткәнебеҙ юҡ. Бөгөн саҡырайыҡ, йәме. Һинең һалмаң шул тиклем тәмле бит ул. Ит һоғондорорбоҙ. Баҙарҙан үҙем майлы ғына түш итен һайлап алып ҡайтырмын. Ә һинең ҡойған ҡоймаҡтарың, бешергән ваҡ бәлештәрең телде йоторлоҡ. Һыйлайыҡ әле туғандарҙы, һыйлайыҡ, – ҡапыл тауышланып илап ебәрҙе ир. – Өҫтәлгә-ә, өҫтәлгә тултырылған тауығыңды сығарырға, зинһар, онотма инде. Йәлләмә-ә. – Тын алып, бысраҡ еңдәре менән күҙҙәрен һөрткөләне. – О-о, тултырылған тауыҡ, ҡаҙылыҡ, быуы бөркөп торған самауыр сәйе. Башым әйләнеп китте. Иҫән саҡтарында һыйлайыҡ, йәме. – Тағы тамағына төйөр килеп тығылды. – Иҫән саҡтарында һыйлайыҡ, тим. Иҫән саҡтарында бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, һыйлашайыҡ әле. Теге һыуытҡыс артындағы йәшниктән йәшереп кенә тотҡан тәмле емештәреңде, йөҙөм-өрөктәреңде лә ҡуй. Әҙерәк кенә тоторбоҙ инде, улай уҡ тыйма әле, Әминә, артығын барыбер эсмәйем. – Ике бармағына “рюмка”ны эләктереп, ағаһы менән сәкәштереп алды. – Һаулыҡ өсөн, иҫәнлек өсөн тотайыҡ әле, туғандар. Башын артҡа ташлап, йәлп итеп “эсеп” ебәрҙе. – Минән бер тост. Ә нимә тип әйтергә икән һуң? Ә-һә, уйлап таптым. Бер ир ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән. Ҡоҙоҡта һыу булмаған. Ул бер көн ултырған, бер төн ултырған, ике көн ултырған, ике төн сыға алмай бынан, өсөнсө көн дә уны бер кем ҡотҡармай, өсөнсө төн дә һаман ул шунда интегә... Уның байлығы күп, хатта күп. Ҡунаҡ саҡырам тиһә, бар ауылды, бар туғандарын, бар дуҫтарын йыйып һыйлар байлығы бар уның. Тик ул ҡунаҡ саҡырмай. Ни эшләп? Сөнки ул соҡорҙа – шуға, сөнки сыға алмай. Юҡ шу-ул. Сөнки уның саҡырыр туғандары, дуҫтары юҡ. Юҡ! Нимә өсөн күтәрәйек, туғандар? Эйе, әйҙә, шул кеше соҡорҙа ҡалһын өсөн күтәрәйек! Ҡәбәхәт ул! Уға ер кәрәк. Бына һиңә ер, бер аршин ер. Был яҡҡа ла метр ярым, был яҡҡа ла метр ярым... Ҡәбәхәт ул! – Йөҙтүбән ятып, ҡоласын йәйеп соҡорҙоң киңлеген үлсәп алды. – Мин иҫерҙем инде, мин иҫерек. Ашап-эсеп ултырығыҙ әле, оялмағыҙ. Шәкүр ағайым, ҡәҙерлем минең, аша әле, аша, тормошта һис ҡәҙерең булмаһа ла, бөгөн булһа ла һыйланып, хөрмәт татып ултыр әле. Атайым, әсәйем бында, ана ҡалай беҙгә һөйөнөп ултырған булалар. Атайым ҡалай йәш. Әсәйем ҡартайҙы инде, бында сығып ултырырға хәл-кәр тапҡан әле. Әтеү эске бүлмәлә ятып ҡына тора ине. Балалар йыйылғанда сығып ултырайым, тигән булған. Әминә, мыжымай ғына әсәйемә сәй яһа әле. Ҡарағат япраҡтары, мәтрүшкә ҡушып яһа. Шәрифә һейҙеге менән эс таштырыуың етер, исмаһам, бөгөн ҡунаҡта рәхәтләнеп сәй эсһен. Ана, маңлайына тир бәреп сыҡты ҡәҙерлемдең. Сәй эсеп ултыр, әсәй. Атай, теге яратҡан йырыңды, “Буранбай”ҙы һуҙып ҡарамайһыңмы?
Ир аптырап китте. Ҡолағына, ысынлап та, әкрен генә ҡурай моңо ишетелде. Атаһының тауышы ла яңғырап китте. Эйе, “Буранбай”, әллә ни һуҙа алмаһа ла, ошо йырҙы йырларға яратты атаһы. Ир күҙҙәрен тултырып ҡаршы стенаға ҡараны. Өн менән уйҙары буталды. Моңға әүрәп, яйлап ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Тамағы ла, күңеле лә туҡ ине шул. Тик оҙаҡ йоҡламаны.
– Ҡунаҡтар, һеҙ бындамы? Әйҙәгеҙ әле тағы берҙе! – Күҙен асты. – Һе, ҡайтҡандар икән. Хөрмәт итмәйҙәрме?
Нимә тип мине ҡәҙерләмәк кәрәк? Минең хатам ситтә, тип йәшәнем. Шәкүр ағайым түгел мин. Килмешәктәр ауылымда Әүлиә тауын эшкәртергә килгән, бар ауылдаштарым ҡаршы сығып шулар менән ҡан ҡойолғансы һуғышҡан... Тауҙы һаҡлап ҡалғандар. Мин интернеттан был мәғлүмәтте уҡыным да, йәнем һыҙланы бер аҙ, әлбиттә, һуңынан... оноттом. Башҡорт телен яҡлап митинг булған. Интернеттан ҡараным да, йөрөйҙәр инде, тел бөтә буламы, тип тағы оноттом. Ә мин – һәйбәт ғаилә башлығы, етеш йәшәйем, эшемдә маҡтайҙар, күршеләр ярата, бик яҡшы кеше ул, йәшәй белә Зөбәйер, тиҙәр. Бисә ҡыҙым менән вата-емерә русса һөйләшә, ҡот осҡос акцент менән, “мени ызваныт ни забуд” ти, фу, башҡорт теле кәрәкмәй һиңә, Мәскәүҙә уҡыясаҡһың, ти. Ә мин – ләм-мим. Әсәйем, үҙ телен онотмаһын бала, тип ыңғырашып ҡарай ҙа, уны ишеткән кеше юҡ. Башҡортса гәзит-журнал да күргән юҡ. Үҫкәндә шуларҙы уҡып кеше булдыҡ та һуң. Үҙ ҡабырсағымда, үҙ соҡоромда йәшәп тик ятам икән дә баһа. Оло донъя, етеш тормош шул була икән тип... Бына ҡайҙа ул соҡор. Күңелдә, зиһендә икән ул соҡор!
Ҡапыл ҡыҙының тауышын ишеткәндәй булды.
– Атай, минең башҡортса йыр өйрәнгем килә. Атай, тим, мин бит башҡорт, папа, тим...
– Сәриә?.. Ҡыҙым, һин ысынлап та бындамы әллә? – Өҫкә ҡарап алды. – Ҡыҙым. Ҡолағыма ишетелә башланы. Иҫәрләнеп кенә китмәһәм ярар ине лә.
Бер көн өләсәһе ейәнсәренә һорау бирә:
– Башҡорт теле бөтһә, нимә була, ҡыҙым?
Ир иҫәп-хисап менән ултыра ине. Эш араһында шым ғына тегеләргә ҡарап ала. Сәриә оҙаҡ уйланы. Шунан икеләнеп кенә:
– Башҡорттар бөтәме? – тип ҡуйҙы.
Шунан әсәһе йылмайып: “Эйе, ҡыҙым, шуға башҡорт телендә һөйләшергә, уҡырға кәрәк. Әйҙә, башҡортса йырлайбыҙ, әкиәт һөйләйбеҙ”, – тип рухланып китеп ейәнсәре менән өҫтәл артына ултырғайны, әлеге шул Әминәһе: “Юҡ-бар менән башын ҡатырма инде баланың, ҡәйнәм”, – тип Сәриәне икенсе бүлмәгә алып сығып китте. Шуны күреп-белеп торҙо ир, бер ни өндәшмәне. Эшенә сумған берәү. Әсәһе уға ҡараны, ниндәй һыҙланыу, ниндәй һағыш ине ул күҙҙәрҙә.
– Бына ҡайҙа соҡор, мин үҙемә күптән соҡор ҡаҙғанмын икән... – Ир ҡаҙаҡ менән ерҙе соҡорға тотондо. – Сығырға түгел, тәрәнерәк төшөргә кәрәк...
Көн менән төнө алышынды ирҙең. Уға хәҙер күктә янған ҡояш та, күҙ ҡыҫҡан йондоҙҙар ҙа ҡыҙыҡ түгел ине. Быялалана барған күҙҙәр соҡорҙан башҡаны күрмәй ҙә инде. Хатта унда ултырғанын да онотоп китә.
Эт өргән тауышҡа уянды. Өҫкә баҡһа, ҡыҙыл шайыҡлы телдәрен һәлберәтеп бер алабай тора. Ир уға оҙаҡ ҡарап ятты.
– Нисек хәлдәрең, му-ужик? – Эт шулай тип өндәшкәс, тертләп китте. Аяҡ-ҡулдарын көҙән йыйырған төҫлө булды хатта. Ҡуҙғалмай ғына:
– Кит бар бынан! Юғал күҙемдән, – тип өндәште.
– Үҙең юғал күҙемдән, йәме. – Эт арҡырылашты.
– Кешесә һөйләшә, сабакы. Кем өйрәткән тиң.
Һау-һау килеп эт өрөргә кереште.
– Ана шулай, атыу күрһәтермен үҙеңә! Эттең эт булғаны яҡшы, – тороп ултырҙы.
– Һау-һау, хәлең хөрт, мужик, – эт тағы ла өндәшкәс, ир ҡулын һелтәне.
“Дә-ә, эттәр һөйләшә башланы. Бөтөнләй һантыйланып бөтмәҫ борон хушлашыу хаты яҙырға кәрәк. Тәүҙә әсәйгә яҙайым. Түшәктә ята ине. Үлеп кенә китмәһә ярар ине. Был арала юлға сыҡмай тор, тип үтенде бит инде. Тыңламаным. Мал артынан ҡыуа берәү. Ер эҙләй. Эй, әсәкәйем. Әжәлеңде көтә инең, һиңә тигән үлем улыңа килде бына. Был ҡайғыны нисек күтәрерһең инде, белмәйем”.
Алдына һөйәк килеп төшкәс, ир тертләп китте. Уны тотоп әйләндереп, еҫкәп ҡараны. Шунан яларға тотондо, тешен батырҙы. Хатта өҫтә ҡойроғон болғап, өрөп маташҡан эткә лә иғтибар итмәне. Уныһы сыйылданы-сыйылданы ла китте.
– Һөйә-әк. Кәрәкмәй, мә, үҙеңә булһын. Бөткән әҙәм тип һанайһыңмы ни мине? Һөйәк ырғытырға... – һөйләнә-һөйләнә һөйәкте кимереүҙә булды үҙе. Ялтырап бөткән һөйәктә ит тә, ем дә юҡ икәнен үҙе тойманы ла. Нисектер башҡа тәм, башҡа танһыҡ еҫ уға ләззәт бирә ине. Тештәре ҡанағансы, хәле бөткәнсе шулай һөйәк менән эш итеүҙә булды. Тотоп ҡулдары талһа, ятып алдына ҡуйып мөйнәне.
“Ҡалай ауыр үҙе, ҡалай ҡаты. Әҙерәк майы ҡалған. Эттән дә ҡалыр икән. Нимә, туйып һикермәйһеңдер. Аҡыллы эт һөйәкте ҡара көнгә күмеп ҡуя, ә һин... Ә һин... Кеше һымаҡ... Кешеләр – эт һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙем дә аңламайым. Рәхмәт һиңә.
Шулай ҙа өҫтәге тере йәнде күреүе ысын булған икән.
– Эһе-һей! Кем бар унда? – ултырған килеш кенә өн биреп ҡараны. Тыңлап торҙо. Бер ниндәй ҙә тауыш сыҡмағас, һөйәкте тотоп ҡараны. Ысынмы, йәнәһе.
“Бер сынаяҡ сәй ҙә булһа... Һыу алып кил әле, Казбек. Исемең нисек һинең? Аҡтүшме, әллә Рексмы. Будулайҙыр ул, ҡара сиғанға оҡшап тораһың. Барбосмы әллә? Әхмәт ҡарттың да эте шулай кеше һымаҡ аҡыллы ине”.
Ауылдағы Әхмәт ҡарттың күркәм генә һунар эте иҫенә төштө. Аҡтырнаҡ ине шикелле исеме. Трассанан баяғы ете саҡрым араны йәйәүләп ҡайтып килгәнендә, буранда аҙашып, хәлһеҙ булып йығылған ҡартты шул Аҡтырнаҡ һөйрәп оло юлға сығарған да бер ылауҙы саҡырып килтергән. Шул йәнлек нисек аҡылһыҙ булһын инде. Айыуға ла, бүрегә лә шул эте менән йөрөнө. Уны ныҡ яратты Әхмәт бабай. Үҙе нимә ашай, шуның менән генә һыйлай торғайны. Этте өйгә индерергә ярамай, бәлә килер, тиһәләр ҙә, һыуыҡ көндәрҙә өйөнә индереп йоҡлата ине. Бер һунарҙа шул эте яңғыҙаҡ бүре менән айҡашып китә. Әхмәт уны-быны уйлап тормай бүрегә атып та ебәрә. Тик... йәҙрәһе үҙ этенә эләгә. Ихатаһына алып ҡайтҡас, ергә ятып иланы һунарсы. Зөбәйер үҙе күрҙе. Ҡарт: “Ғәфү ит, ғәфү ит, яңылышлыҡ булды”, – тип этен ҡосаҡлап, башынан тотоп һелкеткәндә үле Аҡтырнаҡтың арҡыры ҡыҫылып ҡалған теле саңға буялып бөткәйне. Шуны иҫләй ул. Баҡса артына ҡәҙерләп күмделәр. Ике аҙналап эсеп йөрөнө лә, шул ҡәбергә ятып, ҡарт та йән бирҙе.
Һөйәк кимерә торғас, ирҙең теше килеп төштө. Уны тотоп ҡарап торҙо ла кеҫәһенә һалды.
– Аҡыл тешелер. Хәҙер уның кәрәге лә юҡ. – Ятып оҙаҡ һөйәкте яланы. Ҡосағына ҡыҫып ятты.
Бөгөн төш күрҙе. Асыҡ күрҙе. Соҡорға арҡандар килеп төштө, күп арҡандар. Кешеләр ҙә күп соҡорҙа. Берәү арҡан буйлап менеп китте. Икенсеһе, Авраам, мине лә тарт, тип үрмәләне. Менеп еткәне, Моисей, Давид, минән ҡалма, тип тағы береһен тартып мендерә, тағы тарта. Икенсе арҡанда берәү менеп бара, таныш кеүек. Кем әле ул? Зөбәйер уға, Бәҙри, мине лә тартып мендер әле, тип үтенә. Бәҙри тигәне: “Ваҡытым юҡ”, – ти ҙә өҫкә үрмәләй. Тик, нишләптер, менә лә алмай. Баҡһаң, икенсе берәү уны аҫҡа тарта икән. Тартыша торғас, арҡан өҙөлөп китте лә... тертләп уянып китте ир. Юҡ, уяна алмай бер булды.
– Уятығыҙ, уятығыҙ тим! Был төшөм миңә оҡшамай, – тип аҡырҙы, сәбәләнде. – Оҡшамай! Уятығыҙ. Уятығыҙ мине лә, уятығыҙ уны ла, уятығыҙ Бәҙриҙе, Вәли менән Ғәлиҙе, башҡаһын да. Был төшөм миңә оҡшама-ай!
Ир ыңғырашып көскә ҡалҡынып ултырҙы. Шешкән аяғын ҡарап алды. Шеше бөтмәгән, ләкин һыҙламай ине. Ҡаҙаҡ менән һыҙыҡ һыҙҙы. Ер битендә күренер-күренмәҫ кенә алтынсы һыҙыҡ барлыҡҡа килде. Уның аҫтынан ҡойолған тупраҡты усына йыйып, ауыҙына ҡапты.
“Ҡалай тәмле. Перәник тәме сығып тора, – тип уйланы. Һыҙыҡ өҫтөн ялап алды. Ирен ситтәре, теле һоро-ҡара төҫкә мансылды. – Ер тәмле була икән дә ул”, – бармағы менән ипләп кенә соҡоп тағы ауыҙына һалды.
– Их, кешенең сабырлығы етмәгән шул, әллә ваҡыты етмәгән. Тағы ике сирек ҡаҙыһа, һыуы ла сығыр ине. Ҡоҙоҡ эшләп, ҡаплап ҡуйыр ине. Мин төшмәҫ инем. Улай тип уйлаһаң, мин бөтөнләй тыумаҫ инем. Тимәк, үлемем ошонда булырға тейештер. Был әҙәм ҡоҙоҡ ҡаҙмаған, ә кешегә ҡәбер соҡоған. Минең ҡәберем был. Ләхет кенә алаһы ҡалған. Уйлаһаң, кешене йәшәткән ҡоҙоҡ менән мәйет ятыр ҡәбер араһы улай алыҫ та тү-үгел икән...
Балам, һин үлергә ашыҡма! Кемдең тауышы был? Уф, шул тиклем таныш, шул тиклем танһыҡ тауыш. Аҡылына еңеллек килдеме?
– Әсәй, һинме? Мин тотҡонлоҡта ятам. Һин шуны беләһеңме икән, әсәй?
Әсәһенең тауышы ап-асыҡ ишетелде.
– Беләм, балам, беләм. Һин өшөмәһен өсөн ҡояш булып мин янам бит, балам.
– Ә мин, йүләр, әбейҙәр сыуағы быйыл ҡалай оҙаҡҡа һуҙылды, тип ҡояшты әрләйем. Һыуһаным, шуға ғына, әсәй.
– Ямғыр яуҙырайым улайһа, балам. – Ямғыр яуған тауыш ишетелде. Юҡ ямғырҙа ир битен йыуҙы, һыу эсте. – Һыуһының ҡандымы, балам?
– Күпме эсһәм дә, әллә нишләп һыуһыным ҡанмай ҙа ҡуясы, әсәй.
– Ултырып ҡына минең менән ҡайнар сәй эсеп алһаң, килешер ине лә, бушамайһың шул, ваҡыт таба алмай бер булаһығыҙ бит.
– Әсәй, мин үлергә булдым. Ике үкенесем ҡаласаҡ. Береһе – һин, һине ҡайғыға һаласаҡмын. Икенсеһе – кредит, кем түләйәсәк уны? Ҡыҙыма үҫергә, уҡырға кәрәк. Ана шул ҡоршау тота. Кредитты түләр өсөн генә бынан сығырға кәрәк ине миңә, әсәй.
– Минең өсөн борсолмаһаң да була, балам, ҡайғырыр хәлдән уҙғанмын инде. Һин генә йәшәй күр.
– Был фани донъяға мине кредитҡа алмағанһыңдыр бит, әсәй? Әллә Аллаһ бабайҙан ғүмерҙе ҡуртымға ғына алып торҙоңмо миңә?
– Нишләп улай тиһең, балам?
– Бигерәк ауыр ҙаһа ғүмер кисереүе. Бар ғүмерем ошо тотҡонда үткән кеүек. Ҡол булып йәшәгәнмен. Байлыҡтың, әйберҙәрҙең, бисәнең, замандың ҡоло булып. Был минең ғүмер түгел һымаҡ.
– Мин ғүмерҙе һин йәшәһен өсөн биргәйнем. Ул хәләл, тик һинеке генә!
– Ә мин йәшәмәйем, көн итәм.
– Зарланма, улым, күктә ҡояш янамы әле?
– Көн бөгөн болотло, тик яҡты былай. Яна, эйе, яна. Ысынлап та, ҡалай миңә генә ҡарап тора ул. Йылы, рәхәт.
– Ҡояш йылыһын тойғас, зарланма. Гүрҙәгеләр уның яҡтылығын да күрә алмай.
– Нисек гүрҙәгеләр? Һин әле ул тарафтарға ашыҡма.
– Борсолма, улым, атайың мине бында көтөп торған, ул хөрмәләр өҙөп, өрөктәр йыйып ҡаршы алды.
– Атай? Мин уны ныҡ һағынам. Нисек атай ҡаршы алды, һин, һин...
– Юлға сыҡмай тор, улым, тинем дәһә. 273-сө автобусҡа ултырып киткәнеңме күрҙем мин.
– Минең илағым килә, әсәй.
– Күңелеңде бушат һуң, балам.
– Күңелем буш былай ҙа, буп-буш, уға күҙ йәше тейһә лә, таш ярсығы ҡағылһа ла, сиркәү ҡыңғырауҙары кеүек яңғырап китә, сөнки ул буп-буш.
– Кеше күңеле буш булмаҫ, балам. Шундай мәлең генәлер, улым, юлға сыҡмай тор, тигәйнем дә, тыңламаның.
– Беҙ бит байлыҡ йыйыр өсөн генә тыуғанбыҙ, әсәй, мин дә, киленең дә. Ни бысағыма бынау Иглин яланында ятҡан ер миңә. Тыуған ауылымда атай йорто буш тора.
– Баш ҡаланан йыраҡ тип, тыуған нигеҙҙе әллә нишләп һыуыттың шул, балам. Атайың, улдарыма ныҡлы нигеҙ, оло йорт ҡалдырам, тип тырышҡайны ла. Хәҙер етемһерәп ултыра инде. Ни мине алып киттең.
– Ауырыу килеш яңғыҙыңды нисек ҡалдырам инде, әсәй. Һин һаман...
– Зар түгел был. Хәстәреңде, йылы ҡарашыңды, килендең ҡайнар сәйен күреп йәшәнем, зар юҡ. Тик ауылды һағына торғайным. Һин киттең дә юғалдың, мин... Һеҙҙең эш тә эш, эш тә эш.
– Башымдан һыйпа әле, әсәй. Мин бында яңғыҙым бит.
– Баянан бирле һыйпайым бит. Ҡояш нурҙары менән, бына ошолай яғымлы ғына итеп...
Ир иҙрәп, рәхәтләнеп йоҡлап китте.
Күк йөҙөн болоттар ҡапланы. Ҡараңғы булды бөгөнгө төн. Ир ҡуҙғалмай тик ятты. Күҙенәме, аңынамы ап-аҡ кейемле кешеләр күренде, аҙан тауыштары, Ҡөрьән доғалары ишетелде. Ул урынынан да ҡуҙғалманы. Ыңғырашманы ла.
Күк йөҙө ныҡ болотло ине. Ир әле көнмө, әллә төнмө икәнен аңғармай тик ятты. Уға бер төрлө рәхәт тә ине. Аҡ кейемле кешеләр уны күтәреп ҡайҙалыр алып та китте, берсә ҡаҡ ергә һалды.
Шул саҡ ҡоҙоҡ башынан кемдеңдер башы күренде. Дөрөҫөрәге, ир уны күрмәне. Ләкин “Зөбәйер, Зөбәйер! Утыҙ етенсе участок...” – тигән тауышты ишеткәндәй булды. “Соҡор башында кемдер бар”. – Был тауыш аңына шундай хәбәр ебәрҙе. Аҡ кейемле әруахтар юҡҡа сыҡҡандай булды.
– Һыу бир... – тип ыңғырашып, ир ҡуҙғалып ҡуйҙы.
– Ул тере, ул тере! Бында килегеҙ! – тип һөрәнләне берәү. Ир яйлап ҡына ҡалҡынып ултырҙы.
– Зөбәйер, һинме ул? – Бисәһенең тауышын таныны ир. Таныманы ла.
– Һыу бир, фәрештә, – тип ҡулын һуҙҙы.
– Хәҙер, хәҙер, Зөбәйер, был мин, Әминә ләһә, – ҡатыны пластик шешә менән һыу төшөрөп ебәрҙе. Ир, уның боролмалы ҡапҡасын аса алмай, алдына ҡуйҙы ла тотоп тик ултырҙы.
– Хоҙайым, мең рәхмәт, минең үтенестәремде ишеттең, эс. Зөбәйер, эс, – тип өтөкләнде бисәһе. Үҙе ҡалҡынып кешеләрҙе саҡырҙы. Ир шешәне асты ла бер-ике генә йотом һыу эсте. Ҡарһаланманы.
– Ысын һыу, – Был хәлдәрҙең өндә барғанын аңлай башланы шикелле. Тын да алырға ҡурҡып, өҫтән бар хәлде ҡарап торған ҡатыны берсә иланы, берсә йылмайҙы.
– Үлмәйһең, үлмәйһең, һин тере, тере икәнһең, ҡәҙерлем минең. Эҙләмәгән еребеҙ ҡалманы. Полиция ла эҙләй, волонтер тигәндәре лә һәр соҡорҙо ҡарай. Йөрәгем бына ошонда алып килде. Ышанаһыңмы? Нисә көн Ҡырмыҫҡалыла эҙләнем. Эҙләнек. Беҙҙең бәхеткә генә күрә тере ҡалғанһың. Үлтереп кенә китмәһәләр ярар ине, тип доғалар уҡып бер булдым. Ҡайһы ерең ауырта, алтыным? – тип бер туҡтауһыҙ һөйләнде үҙе. Ирен тыны менән тартып алырҙай булып, уға мөлдөрәп ҡараны. Ир тағы һыу уртланы ла:
– Әсәйемдең хәле нисек, фәрештә? – тип һораны.
– Фәрештә? Ҡыҙыҡ. Иҫән-аман ғына. Көн дә һине һорай. Юғалғаныңды әйтмәй торҙоҡ, эшкә китте, командировкаға, тип алдайым көн дә. – Ҡатын ни эшләргә белмәне. Тағы ҡалҡынып кешеләрҙе саҡырҙы. – Тағы соҡор ауыҙына ятып хәбәрен теҙҙе. Шулай хәбәргә әүрәтһә, ире ҡалҡыныр төҫлө ине уға. – Бөгөн иртән ҡәйнәм, 273-сө автобусҡа ултыр ҙа Зөбәйерҙе алып ҡайт, ти. Төшөмә инде, 273-сө автобус, тип асыҡтан-асыҡ итеп әйтте, ти һине. Аптырап шул автобустың маршрутын ҡараһам, “пригород, Иглино” тигән. Сәриә ҡыҙым ғына түҙмәй илай. Аптырап, шуға ултырҙым да киттем. 37-се участка бар икәнен белгәс, ҡысҡырам-ҡысҡырам... Һин бында булғанһың, берҙән-берем минең. Ниндәй шатлыҡ!
– Өйгә ҡайтып арҡан алып кил, бар. Роналду терелдеме?
– Хәҙер алып киләм, хәҙер, аҡыллым. Кем уныһы, терелгәндер. Иң мөһиме – һин тере, ҡәҙерлем.
– Һин фәрештәме? – Ир быялаға әйләнгән күҙҙәре менән өҫкә баҡты. Тағы һыу уртланы.
– Эйе, эйе, фәрештәң, һинең фәрештәң, Әминә мин, Зөбәйер. Һине таптым.
– Мине әсәйем тапты. Мин ҡайҙа?
– Соҡорҙа. Хәҙер сығарам үҙеңде. Күпме әйтәм мин һиңә, һаҡланып, үҙеңде ҡарап йөрө, тип... Күпме әйтәм, тыңламайһың бит. Хәҙер сығарабыҙ!
– Мин сыҡмайым, соҡорҙа йәшәйем, – Ир һыуҙы уртланы ла яңынан бөгәрләнеп ятты.
– Нисек сыҡмайһың? – Ҡатын аптырап китте. Шунан эргәһендәгеләргә ҡарап өндәште. – Аҡылы зәғифләнә, тиҙерәк булығыҙ әле.
– Хәҙер ҡайтып сәй эсәбеҙ. Баллап, мәтрүшкәләп кенә, – ҡатын шулай әүрәтергә булды. Ир тағы тороп ултырҙы. Шунан стенаға йәбешеп һыңар аяғына баҫты.
– Һин мине яратаһыңмы, Әминә? – тине ишетелер-ишетелмәҫ кенә. Үҙе ҡарашын ерҙән алманы. Тегеһе ишетте:
– Яратмаһам, ете ҡат ер аҫтынан табаммы һуң һине, иҫәрем.
– Мин ҡайтмайым! Был – минең соҡор! Мин ҡалам. – Ир яңынан ултырҙы. Һыу эсеп алды. Был юлы ғорт-ғорт килеп ҡомһоҙланып эсте лә шешәне ситкә ырғытты. – Өҫтә соҡор ҡаҙырға ла кешеләр кәрәк.
Кешеләр килгән тауыштар ишетелде. Арҡан төшөрҙөләр.
– Кәрәкмәй миңә арҡан. Буш арҡан. Һыу бирегеҙ, һыу.
Арҡанды яңынан тартып алдылар, шунан уға ҙурыраҡ һыулы шешәне бәйләп төшөрҙөләр.
Ҡабаланып эсмә, өҙлөгөрһөң, – тип кәңәш тә бирҙе ҡатыны. Ир яйлап, оҙаҡ итеп һыу эсте. Уф, ҡалай рәхәт. Тамаҡ төбөнән ярып төшөп киткән шыйыҡса аңды, күңелде таҙартты, кәйефте күтәрҙе. Ҡараңғы көндә соҡор эсе нурланғандан-нурлана барҙы. Рәхәт ине. Ҡалған һыуҙы башына ҡойҙо, битен, күҙҙәрен һыпырҙы. Өҫтә уға ҡарап ҡатҡан ҡатынының күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты.
– Күк аҫтында бер нәмә лә мәңгелек түгел, тиҙәр, – ир үҙенсә һөйләнеп күккә ҡарап ҡатты. Уны күҙәткән күҙҙәрҙе күрмәне лә. –Бына ғазап, күҙ йәштәре мәңгелек, шуларҙы йотоп ебәрер өсөн бер йотом һыу, шуларҙы йыуып төшөрөр өсөн бер ус һыу етә. Бына нимә ул мәңгелек! Хәҙер бына таҙарындым.
– Тотон арҡанға! – тигән тауышҡа тертләп китте. Шунан өҫтә бер нисә кеше торғанын шәйләне.
– Миңә башҡа бер нәмә кәрәкмәй. Ҡалдырығыҙ ошонда! Мин сыҡмайым, – тине ир.
– Тотон, тиҙәр һиңә. Баҫҡыс килтерегеҙ, үҙем төшмәйсә булмай, – тип екеренде кемдер.
– Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Бер аршын ер бар, һыу бар. Мин бында...