Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Февраль 2021, 20:12

"Алаҡай ҡайтты" Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

–Һуң, әсәй, беҙ бит Гөлсирә менән бер-беребеҙҙе ярата инек. Ниңә улай килеп сыҡты һуң? Ҡауышҡан саҡта мәңге бергә йәшәрбеҙ төҫлө тойолғайны. Был, берҙән, икенсенән, беҙ бит ҡамыр ҙа, икмәк тә түгел...–Кәләшеңде яратыу-яратмау хаҡында әсәйең менән һөйләшәләрме ти, балам?–Атайым менән һөйләшәйемме ни? Баш ҡатҡан инде, әсәй, һинең әйткәндәрең һәр саҡ дөрөҫкә сыға...–Баланы йәштән, ҡатынды баштан, тигәндәр әүәле, улым. Тағы ла: “Атта ла, тәртәлә лә бар ғәйеп”,– тиҙәр. Үҙең дә, килен дә килештерҙегеҙ инде. Ярай әле, балағыҙ булып өлгөрмәне...–Атта ла, тәртәлә лә, тигәнең менән килешәм, әсәй. Гөлсирә һүҙ күтәрә, мин үткәреп ебәрә белмәнем. Тик бына “ҡатынды баштан” тигәнең нимәне аңлататыр? Мин кәләшемде баштан уҡ ҡаты тоторға, һуғырға тейеш инемме һуң? Яратҡан кешемә нисек ҡатын бәреләм инде, әсәй? #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#ӘхмәрҒүмәрҮтәбай

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
АЛАҠАЙ ҠАЙТТЫ
(Хикәйә)
–Эй, Әбделмән улым, ҡамырҙы ғына төрлө һынға килтереп әүәләп, бер нисә өлөшкә бүлеп, кире ҡушып, йәнә бүлеп була. Икмәкте түгел. Ҡамыр икмәккә әүерелгәндән һуң, бер бүленһә, кире ялғау мөмкин түгел. Бер бүленгән икмәк йәбешмәй...
–Һуң, әсәй, беҙ бит Гөлсирә менән бер-беребеҙҙе ярата инек. Ниңә улай килеп сыҡты һуң? Ҡауышҡан саҡта мәңге бергә йәшәрбеҙ төҫлө тойолғайны. Был, берҙән, икенсенән, беҙ бит ҡамыр ҙа, икмәк тә түгел...
–Кәләшеңде яратыу-яратмау хаҡында әсәйең менән һөйләшәләрме ти, балам?
–Атайым менән һөйләшәйемме ни? Баш ҡатҡан инде, әсәй, һинең әйткәндәрең һәр саҡ дөрөҫкә сыға...
–Баланы йәштән, ҡатынды баштан, тигәндәр әүәле, улым. Тағы ла: “Атта ла, тәртәлә лә бар ғәйеп”,– тиҙәр. Үҙең дә, килен дә килештерҙегеҙ инде. Ярай әле, балағыҙ булып өлгөрмәне...
–Атта ла, тәртәлә лә, тигәнең менән килешәм, әсәй. Гөлсирә һүҙ күтәрә, мин үткәреп ебәрә белмәнем. Тик бына “ҡатынды баштан” тигәнең нимәне аңлататыр? Мин кәләшемде баштан уҡ ҡаты тоторға, һуғырға тейеш инемме һуң? Яратҡан кешемә нисек ҡатын бәреләм инде, әсәй?
–Һин, Әбделмән, бер туҡтауһыҙ “яратам да, яратам” тип тыбызыҡлайһың. Шул да булдымы һүҙ? Мына, атаң, миңә бер ваҡытта ла ул һүҙҙе әйткәне булманы. Бынан был яғына әйтмәҫ тә инде. Әммә насар йәшәмәйбеҙ, кеше көлдөрмәйбеҙ...
–Йола ҡыуам, тип һөйгәнеңә иң кәрәкле һүҙеңде лә әйтә алмай ҡалаһыңмы инде, әсәй? Һеҙ генә шулай йәшәйһегеҙ. Туйыбыҙҙы ла боронғоса үткәрәбеҙ, тип ҡөтдәгә сыҡтығыҙ. Һеҙҙең ыңғайға булһаҡ, әҙәм рәтле үтмәҫ ине...
–Әҙәм рәтле үткән өсөн айырылыштығыҙмы ни? Туй нисек үтһә, тормош та шулай. Аша һөйләмә, улым. Йолаға таянған таймаҫ. Кем белә, бәлки һеҙҙе үҙ ыңғайығыҙға ҡуйып, беҙ яңылышҡанбыҙҙыр...
–Бөтә ғәйеп үҙемдә, әсәй, мин баштан уҡ Гөлсирәне бәпәй табырға күндерә алманым. Балабыҙ тыуған булһа, шуға әүрәп булһа ла, бергә йәшәр инек әле...
...Әбделмән менән Гөлсирә суд аша, закон талап иткәнсә айырылышты. Быны икеһе лә теләгәс, уларға, был осраҡта ҡаралғанса, бер айлыҡ “уйланыу мөҙҙәте” лә биреп торманылар. Судъя закон сүкешен һуҡты. Тәүҙә никахтарын ғәмәлдән сығарҙылар. Был хаҡта яҙылған танытмаһын да алдылар. Бер-береһенән тиҙерәк төңөлөргә, ғүмерҙә лә ҡабат күрмәҫкә ашыҡҡандай ҡыландылар.
Район суды бинаһынан сыҡҡас та, икеһе ике яҡҡа йүгерә-атлай китте. Хушлашманылар ҙа. Хатта бер-береһенә әйләнеп тә ҡараманылар. Таныштары күрһә, шаҡ ҡатҡандыр инде. Ер шары түңәрәк. Шуға ла улар икеһенең юлдары айырылған урындан йүгерә-атлай китеп, шарҙы уратып үтеп, тиҙерәк осрашырға, яңынан ҡауышырға ынтылғандай ҡыланды шикелле. Башҡаса нисек аңлатаһың инде? Яҙмыштан да ошо рәүешле ҡасып китеп булһа икән дә.
Мөлкәт бүлешеүҙе һуңғараҡҡа ҡалдырып торҙолар. Мөлкәт тигәндән, артыҡ йыһаз, мал-тыуар туплап та өлгөрмәгәйнеләр. Өс йыл эсендә нимәгә өлгәшәһең инде. Улар өйләнешкәс, Әбделмәндең атаһы менән әсәһе яңы ғына һалып сыҡҡан өйҙәрен йәштәргә ҡалдырып, үҙҙәре йылға аръяғына, ғүмер буйы йәшәп өйрәнгән иҫке йорттарына күсеп сыҡтылар.
Ә нисек итеп йәшәп киткәйнеләр Әбделмән менән Гөлсирә. Уларға һоҡланмаған кеше ҡалманы. Өлкәндәрҙең ай-вайына ҡарамай, заманса туй үткәрҙеләр. Район үҙәгендәге кафелә. Интернет, социаль селтәрҙәр сәхифәләрендә билдәлелек яулаған тамадаларҙы, ирле-ҡатынлы сәхнә йондоҙҙарын Өфөнөң үҙенән саҡырҙылар. Гөлсирә бында айырыуса тырышлыҡ һалды. Танылған әртистәр аппаратураларын тейәп килеп, йырҙарын башҡарып, бейеп, көләмәстәрен һөйләп, төрлө уйындар ойоштороп, ҡыран-ғәләмәт килделәр. Башҡаларға һөйләргә форсат та бирмәнеләр. Ололарҙың йәштәрҙе ҡотлап әйткән һүҙҙәре лә, нотоҡ-кәңәштәре лә даң-доң килгән музыка тауыштары аҫтында күмелеп ҡалды. Әлбиттә, ике яҡтан да кейәү менән килендең ата-әсәләре, башҡа туғандары үҙ һүҙҙәрен әйтте. Әммә улар йәштәрҙең бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән “фыррр” итеп осоп та сығып китте. Башҡа әүрәткестәр ымһындырҙы йәштәрҙе, уларға шау-шыу кәрәк. Шартлауы шарт. Ситтән күҙәтеүсе был туй мәжлесенең шул әртистәрҙеке тип тә таныр ине, моғайын.
Алып барыусылар туйға килеүселәргә ашап-эсеп ултырыу ғына түгел, тын алырға ла ирек бирмәне. Мәжлес дилбегәһен улар тулыһынса үҙ ҡулына эләктереп алғайны. Йышылып бөткәйнеләр. Яңы ғына ҡоҙалашҡан кейәү менән килендең ата-әсәләре, башҡа туғандары үҙ-ара бөтөнләй аралаша, һөйләшә алманы. Уҙаҡлашыуҙары танышыуҙан ары китмәне. Танһыҡтары ҡанманы. Урта йәштәрҙәге ирле-ҡатынлы туй ҡунаҡтары алып барыусыларға: “Туй беҙҙеке, артыҡ шашмағыҙ. Беҙгә йола талаптарын да үтәргә мөмкинлек бирегеҙ, күпме ҡысҡырырға була?” – тип дәғүәһен дә белдерҙе.
Музыка тынып ҡалды. Микрофондар һүндерелде. Мәжлесте уңайһыҙ пауза биләне. Тынлыҡ тағы ла бер аҙға һуҙылһа, донъя шартлап китер төҫлө. Туйҙы алып барыусы ханым байрамдың төп сәбәпселәре булған йәштәргә һораулы ҡараш ташланы. Йәнәһе: “Нимә эшләйбеҙ, туғандарығыҙ беҙгә ҡаршы...”
Эштең нимәлә икәнлеген тиҙ арала аңлап өлгөргән Гөлсирә алып барыусылар янына сығып баҫып: “Ҡәҙерле атай, әсәй, ҡайным, ҡәйнәм, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙ Әбделмән менән мине аңларһығыҙ, тип ышанабыҙ. Туйҙы алып барыусы дуҫтарыбыҙҙы Өфөнән беҙ үҙебеҙ махсус рәүештә саҡырҙыҡ. Уларға үҙҙәре нисек теләһә, туйҙы шулай алып барырға ла рөхсәт биргәнбеҙ. Сценарий – уларҙыҡы. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!”
Барыһы ла “аһ” итте. Йәштәр гөр килеп ҡул сапты. Артығыраҡ төшөрөп алған берәү һыҙғырып ебәрҙе. Әбделмән кәләшенең шундай ҡыйыу аҙымын көтмәгәйне. Әммә ул Гөлсирәнең отҡорлоғо өсөн һөйөндө генә. Шул уҡ ваҡытта ул алып барыусыларға дәғүә белдереүселәр әсәһенең заказын үтәгәнен дә аңлап өлгөргәйне. Һәр хәлдә, егет бер хәҡиҡәтте таный: был туйҙа иң төп кеше уның әсәһе. Икенсе һүҙ менән әткәндә – Тәңкәбикә!
Иртәме-һуңмы, кейәү менән кәләш киләсәктә бер килеп, был ҡотолғоһоҙ хәҡиҡәтте таныр әле. Гөлсирә үҙ һүҙен ҡыйыу рәүештә әйтеп, туй ағышын үҙе теләгән йүнәлешкә бороп ебәрә алды алыуға, әммә ул был саҡта ҡәйнәһе Хәнифәнең үҙен яндырып текәлгән ҡараштарын ғына тойманы. Ә Әбделмән быны күрҙе.
Ә әлегә туй тамадаларҙың сценарийы буйынса дауам итә. Күбеһенсә мәғәнәһеҙ уйындарҙан, осһоҙ шаяртыуҙарҙан, яһалма ҡыланыуҙарҙан, оторо ярһыуҙарҙан ололар тиҙ арала арыны һәм тиҙерәк байрамдың аҙағы етеүен теләне. Туй түрендә ултырһалар ҙа, мәжлес хужаһы улар түгел ине. Йәштәр араһында туҡтауһыҙ тертелдәп, бер өҫкә һикереп, бер аҫҡа төшөп хитланыу ҡөтдәләренә сыҡҡайны уларҙың. Ололар ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, бүләктәрен тапшырғас, төрлө һылтау табып, һаулығына, баш әйләнеүен сәбәп итеп ҡайтыу яғын ҡарай башланы.
Ни айныҡ, ни иҫерек тигәндәй, был туй түгел, шоу ине, буғай. Спектакль. Теүәл биш сәғәт үткәс, Өфө ҡунаҡтары аппаратураларын, башҡа кәрәк-ярағын, монаятын, мул итеп күстәнәстәр тейәп, туйҙы алып барған өсөн апаруҡ ҡына “хеҙмәт хаҡы”н кеҫәләренә һалып алғас, баш ҡалаға юлланғас, моңһоу булып ҡалды. Хәс тә ауыл клубына кәнсирт ҡарарға килгәндәрме ни. Барыһы бер юлы аяғүрә баҫып, тағы ла бер тапҡыр йәштәргә бәхетле тормош теләнеләр ҙә, ҡайтырға ашыҡтылар. Туйҙы яңынан, үҙҙәренсә башларға ла ихтыяж юҡ. Теләктәр теләнгән. Бүләктәр бирелгән. Иләнере иләнгән, һуғылыры һуғылған.
Бары тик эсергә яратҡан, әммә алып барыусылар туҡтауһыҙ уйындар ойоштороу арҡаһында туйғансы мулҡынып өлгөрмәгән бер буйҙаҡ ир генә ҡайтырға теләмәйенсә, туйҙы өр-яңынан башлап, йәштәргә ымлап “Әсе!” тип ҡысҡырҙы ла, өҫтәлдә яңы башланған шешәне ҡулына алып, залдың уртаһына баҫып тамағына ҡойҙо. Әммә уға иркенләргә форсат бирмәнеләр. Кафенән иң һуңғыһы булып сығыусылар уны тышҡа елтерәтте. Ир шунда ла бирешергә теләмәне. Кафе алдындағы майҙан уртаһына баҫып шешәләге ҡалғанын тамағына ғолҡолдатты ла:
–Рәхәтләнеп эсмәгәс был да булдымы туй...
Ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә ул, ҡулындағы буш шешәне ергә яра һуғырға һелтәнде. Әммә теге ярылманы. Ҡаҡ ергә төшөп, бергилке әйләнде ле, эсе буш икәнен ишеттерергә теләгәндәй дыңҡылдап ятып ҡалды. Күрәһең, шешәнең шешәһе риза түгел ине был туй менән. Уның тауышында тыңлай белгәнгә оло ишара ла бар ине һымаҡ. Йәнәһе, мин дә, кешеләрҙең күңеле лә буш. Йолаһыҙ үткәрелгән туйға ана шундай нөктә ҡуйылды.
...Уның ҡарауы, үҙҙәренең туйында Әбделмән менән Гөлсирәнән дә бәхетлерәк кеше юҡ ине. Шулай булмай һуң, барыһы ла улар теләгәнсә килеп сыҡты бит. Өфөнөң үҙенән башҡалар төшөндә лә күрмәгән сәхнә йондоҙҙары килеп уларҙың туйын ысын мәғәнәһендәге байрамға әйләндерҙе. Етмәһә, ураған һайын микрофон аша: “Әбделмән һәм Гөлсирә дуҫтарыбыҙ”, – тип ҡабатланылар. Әлбиттә, танылған сәхнә йондоҙҙарын икеһе лә күҙмә-күҙ тәү тапҡыр күреүҙәре, әммә барыбер ҙә “дуҫтарыбыҙ” тип таныуҙары икеһенең дә күңеленә май булып ятты. Белһендәр башҡалар, бына уларҙың дуҫтары кемдәр. Туйға килеүсе бик күп тиңдәштәренең маңлайҙарының уртаһына, тап “унлығына” бармаҡ менән тыпылдатып сиртте улар.
Кем ошо рәүешле итеп туй үткәргәне бар әле уларҙың яғында? “Дуҫыңдың кем икәнен әйтһәң, һинең кемлегеңде лә әйтермен”, тиҙәр. Һәр хәлдә, алып барыусыларҙың ауыҙынан был һүҙҙәрҙе ишеткәндә кейәү менән кәләш күктең етенсе ҡатында булды. Бик оҙаҡ төшә алмаясаҡтар әле улар ул күктең шул ҡатынан. Сәхнә йондоҙҙары менән туй барышында бергәләп төшкән фотолар мәжлес барышында уҡ смартфондар аша ҡуйылып, Интернет донъяһын шартлатып өлгөргәйне инде. Әйтерең бермы?
Район үҙәгенән Ҡусҡарға кейәүңәре менән Гөлсирә яғынан шаһиҙә ҡыҙ еңел машинала елдертеп кенә алып ҡайтып еткерҙеләр. Ауылда уларҙы үҙ йорттары көтөп тора. Унда барыһы ла тәртиптә, Әбделмәндең һеңлеләре, Гөлсирәнең бикәстәре һынын һынға, шартын шартҡа килтереп, уларҙың “мөхәббәт ҡыуышын” әҙерләп торорға тейештәр. Шулай булды ла. Туй уларҙың үҙ йортонда дауам итте. Байрамда бирелгән бүләктәр, сәскәләр менән йорт эстәре тулды ла ҡуйҙы. Бәхеттең нисек икәнлеген тап ошо кистә татыны Әбделмән менән Гөлсирә. Улар үҙ өйөндә, үҙ көйөндә. Гөлсирәгә ҡайны менән ҡәйнәһен дә ҡарарға түгел. Кем берәү әйтмешләй:
Һыйыр һауаһы түгел дә,
Һыуға бараһы түгел.
Һөйгән йәрем ҡуйынымда
Уятыр әле үбеп...
Ирәндек ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған Бейеш ауылынан ине Гөлсирә. Ҡыҙ педучиище тамамлап, егеттең тыуған ауылы Ҡусҡарҙағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөй. Әбделмән колледж тамамланы, хәҙер юл төҙөүсеһе. Ауылдарының араһы тау-урман аша тураға тартһаң, ике саҡрымдан артмаҫ. Ә егет менән ҡыҙҙың күңел аралары тағы ла яҡыныраҡ ине. Улар мәңге бергә булырға тейештәр һымаҡ ине. Һәр хәлдә, улар өйләнешкән саҡтарында, унан һуң тағы ла ике йылдан ашыу бик бәхетле ине. Ине... Ине шул, тағы ла бик күп “ине”ләрҙе килтерергә мөмкин булғандыр.
Баҡтиһәң, тормош туй үткәндең иртәгәһенә үк башланып китә икән. Иртәнге сәғәт таңғы алтынан тип әйтерлек. Әбделмән үҙен юл төҙөү участкаһына алып китергә килгән автобустың сигнал тауышына тертләп уянды. Сәй ҙә эсеп өлгөрмәне хатта. Йоҡлап ятҡан кәләшен үпте лә, автобусҡа сығып ултырҙы. Гөлсирә еңгәләренән балдаҡ, янсыҡ, йөҙөк, ҡулъяулыҡ алырға тип килгән бикәс-ҡәйнештәрен уғата аптыратып балалар баҡсаһына эшкә йүгерҙе.
Уларҙың тормошо барлыҡ йолаларҙы боҙоуҙан башланды. Гөлсирә “Килен сәйе” йолаһын үткәреүгә лә ҡаршы төштө. Хәйер, икәүҙән икүә генә рәхәт йәшәргә ынтылыуҙы тыйып буламы инде. Өйләнешкәндәренең тәүге көндәрендә үк Әбделмән менән Гөлсирә араһында шулай һөйләшеү булды:
–Әбделмән, беҙгә ныҡлап аяҡҡа баҫмайынса, машина, яҡшы мебель, өҫкә-башҡа кешегә күренерлек кейем алмайынса, өйгә ҡалалағы һымаҡ санузел үткәрмәйенсә, бала тураһында уйларға ла түгелдер. Һин нимә әйтерһең?
–Әсәйем: “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа”, – ти, Гөлсирә. Мин, киреһенсә, бала беҙгә хәҙер үк кәрәк тим.
–Юҡ, Әбделмән, беҙ иң тәүҙә үҙебеҙҙе ҡарап өйрәнергә тейешбеҙ. Итәк тултырып балалар үҫтергән хәйерселек заманы күптәнән тарихта ҡалды бит инде...
–Ә аҙаҡтан, бар нәмәбеҙ ҙә булғас, балабыҙ тыумай ҡалһа, нимә эшләрбеҙ?
–Йәшбеҙ бит әле, тормошобоҙ яйға һалынғас, әҙәмсә йәшәй башлағас, һиңә оҡшаған улыбыҙ ҙа, миңә оҡшаған ҡыҙыбыҙ ҙа тыуыр, йәнекәйем. Ҡыҙыбыҙға исемде һин ҡушырһың, улыбыҙға – үҙем...
Иң кәрәкле мәлдә иң кәрәкле һүҙҙәрен ташты иретерлек итеп әйтә белә ине Гөлсирә. Уларҙың был әңгәмәһе лә кәләштең еңеүе менән тамамланды. Әбделмән һөйөклөһөнөң ҡуйынында иҙерәне. Хыялындағы сабый ҙа уның ыңғайына ойоно. Тормош талаштыра, түшәк яраштыра. Йәш ғаилә бала хаҡында байтаҡ ваҡытҡа онотоп торҙо. Тик онотоламы һуң инде?
х х х
“Теймә” тип әйткән һайын бер-береһенә тейгән ирендәр кеүек булды был хәле. Әбделмән үҙенән бала хаҡындағы уйҙарын ни тиклем генә ҡыуырға тырышмаһын, уға яҡынлай барыуын ғына аңланы. Тора-бара был хисе түҙеп торғоһоҙ була башланы. Бер мәл төшөндә күрҙе ул тыуасаҡ сабыйҙарын. Сабыйы уның күҙҙәренә тура ҡарап, күҙ йәштәре аша тыуырға ғүмер һораны: “Атай, минең тиҫтерҙәрем күптән инде тәпәй баҫып йүгереп йөрөй. Минең дә тыуғым, кеше булғым, зәңгәр күк йөҙөнә, уйынсыҡ болоттарға, Ирәндек тауҙарына ҡарап һоҡланғым, хыялдан ысынбарлыҡҡа әүерелгем, саф һауаларҙы һулағым, әсәйем менән һинән иркәләнгем, һеҙҙе ҡыуандырғым, йылмайғым, көлгөм килә...”
Иртәгәһенә үк Әбделмән төшөндә күргәнен Гөлсирәһенә һөйләп бирҙе. Ниңә һөйләгән көнгә төштө, кәләше хахылдап көлдө генә.
–Һин бигерәк инде, Әбделмән, романтикһың. Һәтәү Әминский була башланыңмы әллә? Йәп-йәш кенә башым менән балаға батырға мин һәтәүме ни?
–Башҡаларҙы ҡара, беҙҙән күпкә һуңыраҡ өйләнешкән йәштәштәребеҙҙең хәҙер инде икенсе балалары тыуҙы. Ниңә беҙҙең балалар һуңлап тыуырға тейеш һуң?
–Эт сапҡанда бет саба, тиҙәрме? Берәүҙекенә лә оҡшамаған итеп туй үткәрҙек. Тормошобоҙ ҙа үҙебеҙсә булырға тейеш, Әбделмән. Гөлфирә апайым, ана, Италияла йәшәй. Уларҙа, белгең килһә, ирҙәр һәм ҡатындар иң тәүҙә үҙ-үҙҙәре өсөн йәшәй ҙә, һуңынан ғына баланы хәстәрләй...
–Италияла бөтөнләй икенсе тормош бара, Гөлсирә. Сағыштырыу беҙҙең файҙаға түгел. Уларҙа йәшәү кимәле юғары. Беҙ бит Рәсәйҙә, Башҡортостанда йәшәйбеҙ...
–Бына бит, үҙең әйтәһең, Италияла йәшәү кимәле юғары, тип. Хәйерсе донъяға бала тыуҙырһаҡ, ул үҫеп еткәс, ошоларҙы үҙе аңларлыҡ кимәлгә еткәс, ни өсөн мине тыуҙырҙығыҙ, тип дәғүәһен белдерәсәк бит...
–Мин үҙебеҙ йәшәгән донъяны хәйерсе тип әйтмәҫ, инем, кәләшем. Йәшәргә йортобоҙ, ашарға ризығыбыҙ, кейер кейемебеҙ бар. Шөкөр итергә кәрәктер...
–Шөкөр ит, имеш, ҡайҙа әҙәм рәтле йортоң, ошомо атайыңдан ҡалған һарайың? Ҡайҙа иномаркаң? Ҡайҙа беҙгә йүнле ризыҡ? Ҡайҙа минең өҫтөмә кейә торған шәшке туным? Улар – юҡ! Әгәр ҙә балаға күмелһәк, былар беҙҙең бер ҡасан да булмаясаҡ, аңлайһыңмы, һин? Күптән беҙгә тормошҡа Европа күҙлегенән ҡарап өйрәнергә ваҡыт. Минең дә үҙ баламды ҡулыма алып һөйгөм килмәй тиһеңме? Бала комфортлы, әҙер донъяға килергә тейеш...
–Һуң, Гөлсирә, ул бит беҙҙән күҙ йәше менән ғүмер һорай, тыуҙырыуыбыҙҙы үтенә...
–Кем?
–Балабыҙ!
–Һиңә, Әбделмән, психоневрологҡа барып күренергә кәрәк йә булмаһа муллаға барып өшкөрөл...
–...
Гөлсирәнең ошо һүҙҙәренән һуң уларҙың араһына һалҡынлыҡ күләгәһе инеп ятты. Улар бөтөнләй һөйләшмәҫ булды ла ҡуйҙы. Тора-бара күләгә өңрәйеп торған бушлыҡҡа әүерелде. Тәбиғәт, бигерәк тә ике кеше араһындағы мөнәсәбәт бушлыҡты яратмай. Ул урынға йәһәт кенә шик бесәйе оялай. Һырпаланып ҡына инеп ятты ул бесәй Әбделмән менән Гөлсирә араһына. Тәүҙә тынлыҡ менән кинәнде лә шик бесәйе, аҙаҡ әле береһен, әле икенсеһенең тырнап, шомландыра, зыйтына тейә, тәҡәтен ҡорота башланы.
Йорттарына ата-әсәләре, башҡа туғандары, тиңдәштәре килгәндә генә улар “Бәхетле йәш ғаилә” спектаклен бик оҫта башҡарҙы. Һәр икеһе алмаштырып ҡуйған кешеләй, һөйләп хәбәре бөтмәне, ҡунаҡтар алдында өҙөлөп торҙо. Әммә, тағы ла икеһе тороп ҡалғанда, йәнә шик бесәйе ихтыярына бирелде. Һөҙөмтәлә йәш ир менән ҡатындың икәү-ара мөнәсәбәте түҙеп торғоһоҙға әйләнде. Сөнки спектаклде артабан дауам итерлек тәҡәттәре ҡалмағайны уларҙың. Шик бесәйе урынына икеһенең араһында сабый ятһа, уларҙан да бәхетлерәк кеше булмаҫ ине лә бит.
Тынлыҡ ни тиклем оҙаҡҡа һуҙылһа, унан һуң көтөлгән дауыл да дәһшәтлерәк булыусан. Шуны белгән һымаҡ тәүҙә Әбделмән, аҙаҡ Гөлсирә икеһенең араһындағы мөнәсәбәтте яйларға ынтылғандай, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, шаяртыуға ҡоролғандай аҙым яһап ҡараны ҡарауға, әммә теге бесәй уларҙан көслөрәк булып сыҡты. Ярашыуҙары ирҙең төшөндә тыуасаҡ балаларын күреп, кәләшенә ошо хаҡта һүҙ ҡатыуы менән тағы ла шартлап өҙөлдө. Шулай ҙа бер көн артабан аҡланыр дәлиле ҡалмаған Гөлсирә уны аптыратып әйтеп һалды:
–Һиңә сюрприз булһын, тип ауырға ҡалырға тырышып ҡарайым да, килеп сыҡмай ҙа ҡуя бит...
Был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта Гөлсирә иренең күҙҙәренә тура ҡарай алмай ине. Аңланы ире кәләшенең уның күңелен күрер өсөн генә әйткәнен был һүҙҙәрҙе. Шуға күрә ул бер һүҙ ҙә әйтмәне. Мине алдатып күпме йөрөрһөң икән, тигән ишара менән Гәлсирәгә тишеп ҡараны ла, тиҙ генә өйҙән сығып китеп яғын ҡараны. Өй ишеген ишетелер-ишетелмҫ итеп кенә япты ир. Әммә уның ошо рәүешле сығып китеүендә лә оло кинәйә бар ине: килер ул көн, ишекте шартылдата ябыр ул.
Дөрөҫөрәге, Әбделмән сикһеҙ ғорур, Гөлсирә самаһыҙ үҙһүҙле ине шикелле. Күрәһең, ысын мөхәббәт булған ерҙә генә нәфрәт барлыҡҡа килә, тигәндәре лә ошолор.
Йәшен йәшнәне уларҙың башланып та өлгөрмәгән тормошонда, тик дөһөрләү генә ишетелмәне. Шартлауҙы һәр ҡайһыһы ҡаршы яҡтан көттө. Был уларҙың бер-береһенә ҡарата аяулы мөнәсәбәттән килгәндер. Улай ғына ла түгел, был аяулылыҡта мөхәббәт тойғоһо ла йәшеренеп ята булыр. Тик йәштәр бер-береһен, береһенең теләген, ынтылышын, маҡсатын, хыялын икенсеһе ихтирам итеп өйрәнмәйенсә, ул тойғо башын ҡалҡыта алмаясаҡ әле.
Ирҙәр сабырһыҙыраҡ, тәүҙә Әбделмән шартланы. Кәләше өйҙә юҡ саҡта китап уҡып ултырһа, уның биттәре араһынан Гөлсирәгә район дауаханаһының гинекология бүлеге тарафынан бирелгән белешмә ҡағыҙы килеп сыҡты. Кәләше ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткән икән. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы ир. Тәүге тапҡыр Гөлсирә табиб-гинекологҡа туйҙары алдынан ғына мөрәжәғәт иткән.
Тимәк, Гөлсирә улар бергә йәшәй башларҙан күпкә алда уҡ ауырға ҡалмаҫ өсөн сара күреп, барыһына ла алдан уҡ әҙерләнгән булған. Бергә йәшәгән арала күп тапҡырҙар ул табибҡа күренгән һәм ауырға ҡалмаҫҡа ҡарар иткән. Һуңғы тапҡыр бер аҙна элек барған табибҡа. Кәләшенең “Һиңә сюрприз булһын, тип ауырға ҡалырға тырышып ҡарайым да, килеп сыҡмай ҙа ҡуя бит” тигән һүҙҙәре лә алдыҡ булған. Әгәр ҙә йорт эсе балалар тауышы менән тулмаһа, мәхшәр менән тула, тигәндәре лә дөрөҫкә сыҡты.
Гөлсирәнең ныҡлап аяҡҡа баҫыу, машина, яҡшы итеп кейенеү, заманса йорт хаҡындағы ниәттәре лә бойомға ашманы. Ашырлыҡ та түгел ине. Иң тәүҙә балалар аҙ тыуыуы сәбәпле Гөлсирә эшләгән балалар баҡсаһы ябылды. Әбделмән мастер булып хеҙмәт иткән юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығында хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуҙар башланып, ул да эшһеҙ тороп ҡалды. Ир кеше эшһеҙ оҙаҡ ултыра алманы, хәҙер ауылында бер фермерға ялланды.
Өҫтәүенә – шартлау. Улар айырылышты. Район судына барып айырылышыуға ғариза яҙғанда Әбделмән ҡасандыр “Ағиҙел” журналында баҫылған бер шағирәнең шиғыр юлдарын туҡтауһыҙ ҡабатлап күңел тыныслығы тапты:
Яратмаһам, ғәфү итер инем,
Яратҡанға ғәфү итмәйем...
х х х
Гөлсирә Бейешкә, ата-әсәһе йортона күсеп ҡайтты. Үҙе менән кейем-һалымын ғына алды. Әсәләре туй бүләге итеп биргән Алаҡай һыйыр Ҡусҡарҙа ҡалды. Әбделмән яңғыҙы бер өйҙә ай самаһы борғоланып-һырғаланды ла, атай йортона ауышты. Быҙауы менән Алаҡайҙы ла, ваҡ малдарын да үҙе артынан эйәртте. Хәҙер Әбделмәндең көнө фермерҙың һыйыр көтөүе артынан йөрөп үтә. Көтөүҙә иң ауыры ваҡыт үткәреүе икән. Ошоға тиклем был хаҡта уйлап та ҡарағаны булманы. Гөлсирә менән шау-гөр килеп башланған бәхетле тормошо көтөүсе сыбыртҡыһы шартлауы менән тамамланды.
Тәүҙә барыһына ла төкөрөп, күтәрә һуғырға ла, тиңдәштәре менән Себергә сығып китергә лә яҫҡынды. Тик уны нимәлер тотто, тик нимә тотҡанын да аңлай алманы.
Һыр бирмәҫкә тырышһа ла, бигерәк тә ялан уртаһында һыйырҙары менән генә ҡалғанда уйҙарынан уйылып китерлек хәлгә етте. Ниңәлер, Гөлсирә үҙенә шылтыратыр әле, тип көттө. Ураған һайын телефонын кеҫәһенән алып ҡарар булып китте. Йәнәһе, кәләше уға шылтыратҡан да, күрмәй ҡалмағанмы. Үҙе шылтыратыр ине лә, әгәр ҙә Гөлсирә һөйләшергә теләмәһә, быны кисереүе ауыр буласаҡ уға. Ә былай, һуҡыр булһа ла, өмөтө бар. Тик барыбер ҙә ҡола ялан уртаһында һыйыр көтөүгә ҡарағанда уның шылтыратыуын көтөүе унлата ауырыраҡ икәнен хәҙер көтөүсе Әбделмән бик яҡшы аңлай. Аңлай ғына түгел, уның һәр секундын оло ғазап менән үткәреп ятлаған.
Ҡыҙыулыҡ менән эшләне барыһын да. Китаптар араһынан теге ҡағыҙҙы тапҡандан һуң, һуңлап ҡуймайым, тигәндәй, район үҙәгендәге суд бинаһына йүгереп барып инеп ғариза бирҙе. Ғаризаны ҡабул итеүсе оло йәштәге ҡатын: “Айырылышырға ир-ат ғаризаны бик һирәк яҙа. Бындай йөҙ ғаризаның бер-икеһен генә ирҙәр бирә. Әгәр ҙә был юлда ир-ат тәүге аҙымды яһай икән, сәбәптәре бик етди...” – тигәйне. Ҡатын Әбделмәнгә ғаризала айырылышыуҙың сәбәбен дә яҙырға ҡушты. Ир иһә был осраҡ өсөн дежур фразаны ҡулланды: “Характерҙарыбыҙ тап килмәй”. Суд хеҙмәткәре уның был дәлилен уҡығас, ирен ситендә генә йылмайыу ғәләмәте генә сығарҙы. Ғаризаны башҡа документтар араһына беркетеп ҡуйғас, Әбделмән сығыр алдынан туҡтап торорға ишаралап:
–Протокол өсөн түгел. Шулай ҙа әйт әле, ҡустым, айырылышыуығыҙҙың сәбәбе ниҙә? Һеҙ бит өс йыл элек кенә ҡауышҡанһығыҙ? – тип һораны барыбер ҙә.
–Ғаризала был хаҡта әйттем бит, – булды Әбделмәндең дежур яуабы.
–Шулай ҙа?
Әбделмәндең ишекте асырға тип үрелгән ҡулы аҫҡа төштө. Ул ҡатын ултырған өҫтәл янына әйләнеп килде.
–Кәләшем бала табырға теләмәй, апай. Беҙҙең ил Европалағы һымаҡ баланы ҡабул итергә, уны шәхес итеп үҫтерергә шарттар тыуҙырмаған, йәмәғәтселек тә быға әҙер түгел, ти. Иң тәүҙә үҙебеҙ аяҡҡа баҫайыҡ, ти... – Әбделмән саҡ-саҡ түгелеп илап ебәрмәне.
–Аңлашылды... ярар, повестка менән ҡатынығыҙҙы суд ултырышына саҡырырбыҙ, әйтелгән ваҡытҡа һуңламай килерһегеҙ, хушығыҙ...
Әбделмән сығып киткәс ҡатын ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртөп ултырып ҡалды.
...Гөлсирә менән айырылышҡан ошо мәлдәрҙе төш һымаҡ итеп хәтерләй Әбделмән. Хәҙерге көтөүсе тәжрибәһе булһа, әлбиттә, быны эшләмәҫ ине. Көтә белер ине. Ә нимәне көтөргә? Ныҡлап аяҡҡа баҫҡандарынмы? Гөлсирә хаҡында үткәненә бәйле һәр бер хәтирәһе, уйы мотлаҡ рәүештә ҡапма-ҡаршылыҡлы һығымта менән тамамлана. Ул йөрәге менән Гөлсирәне аҡларға итә лә, аҡылы икенсене һөйләй. Һуңғы ваҡытта шундай уйҙарға ла килә башланы: ә бит Гөлсирә хаҡлы! Шул уҡ ваҡытта бар булмышы менән балаға сарсап ҡорһаҡһыған Әбделмән дә үҙен яңылыш аҙым яһаным тип әйтә алмай.
Һиҙемләүе, көтөүҙәре бушҡа булмаған икән: шылтыратты Гөлсирә. Әбделмән уның тауышын ишетеү менән көтөүен ташлап, ошо минутта уҡ эйәргә һикереп менеп Бейеш яғына елдерерҙәй. Әммә Гөлсирәнең боҙҙай һалҡын тауышы уны баҫҡан еренә ҡаҙаҡлап ҡуйҙы:
–Һаумы, Әбделмән, мин һиңә хушлашырға тип шылтыратам...
–Һаумы... нисек хушлашырға-а-а-а? Ҡайҙа китергә йыйындың? Оҙаҡҡамы?
–Эйе. Бәлки барған еремдә ҡалырмын. Күҙ күрер. Мин хәҙер Өфө аэропортындамын. Бер нисә минуттан Гөлфирә апайым менән Италияға осабыҙ. Тәүҙә Мәскәүгә, шунан Римгә. Роберто еҙнәй ҙә беҙҙең менән...
–Италияға? Көтмәгәндә...
–Эйе, һин ҡайҙа?
–Мин ауылда. Көтөүҙә...
–Ишеткәйнем шул көтөүсе булып киткәнеңде. Ярар, Әбделмән, мине Италия, Европа көтә. Бәхет теләйем һиңә. Һау бул! Гел әсәйеңде генә тыңлап йәшәмә, йәме? Беҙ самолетҡа ултырабыҙ...
–Ми-и-и-и...
Бәйләнеш өҙөлдө. Әбделмәндең һүҙҙәре һауала аҫылынып ҡалды. Гүйә тамырҙары буйлап йүгергән ҡан ағымы ҡапыл хәрәкәтһеҙ ҡалды ла, йөрәге шып туҡтанымы ни! Гөлсирә менән һөйләшеп өлгөргән ошо бер нисә секунд эсендә генә йәшәп өлгөргән генә ғүмер арауығы күҙ алдынан йүгереп үтеп, йәшәүенең мәғәнәһе юҡҡа сыҡҡандай. Малдары йәйелеп утлаған ялан да, күк йөҙө лә, һыйырҙары ла, менгән аты ла – барыһы ла түңкәрелеп киткәндәй булды.
Оҙаҡ көттө Гөлсирәнең ошо шылтыратыуын Әбделмән, әммә бәғерен өҙөр тип уйламағайны. Юҡ, Гөлсирә юҡҡа ғына уға шылтыратманы. Махсус рәүештә самолетҡа ултырыр алдынан ғына быны эшләп, Әбделмән менән икеһен бәйләгән барлыҡ күперҙәрҙе яндырып, уның өмөтөн һүндерергә теләне.
Көтөүҙән аңҡы-тиңке булып ҡайтҡас, әсәһе янған йөрәгенә тағы ла ҡуҙ өҫтәне:
–Гөлсирә килен апаһына эйәреп Италияға сығып киткән тип ишеттек атаң менән. Белмәйем, мынауындай хөрриәт донъяла йәшәй алмағанды, унда, сит илдә барыһын да әҙерләп, бешереп ҡуйғандар тип уйлап китте микән?
Был һүҙҙәре менән әсәһе улының хәсрәтен еңеләйтергә теләнеме икән?
–Булған да, төҫө лә уңған. Гөлсирә һеҙгә күптән килен түгел бит инде, әсәй, – тине лә Әбделмән, бер ни булмағандай, атының эйәрен һалдырырға кереште.
Әсәһе барыһын да аңланы. Һиҙмәй буламы ни әсә йөрәге. Улының йөрәге Гөлсирә өсөн өҙгөләнеп типкәнен дә белә Хәнифә. Килененең әсәһе Кәримә ҡоҙағыйы менән дә көн һайын тиерлек телефон аша һөйләшеп торалар. Икеһенең дә тел осонда айырылышҡан балаларының яҙмышы өсөн уртаҡ борсолоу.
Хәнифә уйҙарына бирелеп көнө буйы әйтергә теләгәнен хәтеренән сығарған. Әсәһе улы янына килде.
–Әйтергә онотоп торам, улым. Бына өсөнсө көн инде ауыл көтөүендә йөрөгән Алаҡайығыҙ ҡайтмай. Быҙауы ла юҡ. Ҡушылып алһалар, урманда иркенләп йөрөйҙәр микән? Атыңды тышамай тор. Тамағыңа ашап алғас, эҙләп килерһең әле...
Шулай тине лә әсәһе улына киске аш яраштырыр өсөн өйгә ашыҡты. Бер аҙҙан киске намаҙҙан һуң мәсеттән атаһы Мәхмүт ҡайтты. Өсәүләп сәй эсергә ултырғас, йорт хужаһы:
–Хәнифә, һөйөнсө! – Мәхмүт ни әйтерһең, тигән ҡиәфәттә ҡатынына текәлде.
–Һөйөнсөңә тараҡан бото!
–Ә, һин, ни әйтерһең, Әбделмән?
–Мәсеткә барам, намаҙға ултырам...
–Яҡшы. Тимәк Хоҙай минең ялбарыуҙы ишеткән. Шатмын, улым, собханаллаһ!
–Нимә тип ялбарғайның, атаһы?
–Нимә тип булһын. Улым Әбделмән намаҙға ултырһын, дин юлына килһен, тип...
Уларҙың һүҙен улдары бүлде.
–Һөйөнсөңдө әйтмәнең бит, атай?
–Алаҡай табылды. Аръяҡтағы күршебеҙ Сәлим мәсеттә һөйләп ултырҙы. Алаҡай көн һайын быҙауын эйәртеп йорт янындағы һарай артына килеп ята ла, иртәнсәк ауыл көтөүенә ҡушылмайса, икеһе айырым ғына урманға китә икән...
–Хәҙер мин уларҙы үҙебеҙгә алып ҡайтам, – Әбделмән яһалған сәйен дә эсеп бөтөрмәйенсә менгеһен яйҙаҡ атланды ла, аръяҡҡа елдерҙе.
Әммә иртәгәһен дә, унан һуң да шул уҡ хәл ҡабатланды. Алаҡай ауыл көтөүенән айырылып китеп, ауылға яҡын ғына туғайҙа уйнаҡлаған быҙауҙар араһынан бәләкәй Алаҡайҙы табып алып кискә табан аръяҡтағы йортҡа ҡайтты. Быҙауын көндөҙгөлөккә туғайға сығармай ғына, алдына йәшел бесән сабып алып килеп һалып ялан кәртәгә бикләп тә ҡаранылар. Барыбер тапты инәһе балаһын. Уның мөгөҙө һәр төрлө йоҙаҡтарҙы ла асырлыҡ ине шул. Көн һайын Алаҡай һәм уның артынан йүгереп йөрөгән Мәхмүт, ахырҙа, “бер нисек тә килеп сыҡмай” тигән ишара ташлап, башын ғына һелкеп ҡуйҙы. Тотҡан ерҙән һындырырға яратҡан Хәнифә Кәримә ҡоҙағыйының телефонын йыйҙы.
–Ҡоҙағый, һаумы, хәлдәрегеҙ нисек?
–Арыу, Хәнифә ҡоҙағый. Аллаға шөкөр, үҙегеҙ нихәл?
–Беҙ ҙә арыу. Ней, ҡоҙағый, иртәгә Әбделмән Гөлсирә килендең бирнә һыйырын һеҙгә алып барып ҡалдыра. Быҙауы менән. Оҙаҡлатҡан өсөн үпкәләмәгеҙ инде. Һеҙ ҙә, беҙ ҙә кире аралары ялғаныр тип өмөтләнгәйнек тә. Килеп сыҡманы...
–Ҡоҙағы...
Хәнифә ошо ергә еткәс һөйләшеүҙе үҙенең яғынан ҡырҡа өҙөүҙе урынлы һананы. “Кире уйлау юҡ” тигән ҡәтғилек тә бар ине уның был ҡылығында. Иртәгәһенә Әбделмән атын егеп, арбаһына Алаҡайҙы бәйләп, арттарынан бәләкәй Алаҡайҙы эйәртеп Бейешкә юлланды. Фермерҙың һыйырҙарын атаһы менән әсәһе көтөп торҙо.
Үҙен бик уңайһыҙ тойҙо кейәү кеше Бейештә. “Ҡыҙығыҙ ҙа, һыйырығыҙ ҙа кәрәкмәй, кире ҡайтарабыҙ, эшкинмәнегеҙ”, тигән йомошто үтәүсе кеше ролендә тойҙо ул үҙен. Малдың килен йортона кире ҡайтыуы күп нәмәгә ишара ине: был яғына уның хатта хыялланырға ла өмөтө ҡалмай. Йолаһы борондан шулай: шарттар үтәлмәгән осраҡта төп малдан тыш үрсем дә кире ҡайтарыла.
Алаҡайға бәйле мәшәҡәттән ҡотолғас иркен тын алғандай булдылар. Әммә оҙаҡҡа түгел. Һыйыр ҡойроҡло шул. Артынан ҡойроғо мәңге эйәреп йөрөгән һымаҡ, бирнә малы менән дә шундай уҡ хәл. Тағы өс көндән йорт хужаһы Мәхмүт ҡатынына ҡолап китерлек яңылыҡ әйтте. Алаҡай менән быҙауын тағы ла аръяҡтағы йорт янында күргәндәр. Элеккесә “автоном” рәүештә көтөүгә иртә таңдан китеп, кис кире ҡайтып йөрөйҙәр икән.
–Атаһы, был бер ҙә ерле-юҡҡа түгел Хоҙай әмере, – тине Хәнифә көтмәгәндә ирен аптыратып.
–Нисек? Хоҙай әмере? – Мәхмүт әллә әйткәнеңде яңылыш ишеттемме, тигән ишара ташлап, ҡатынына ҡолағы менән боролоп баҫты. –Бының менән нимә әйтергә теләйһең, Хәнифә?
–Бала өлөшө, Мәхмүт. Бала өлөшө. Әбделмән менән Гөлсирә килендең тыуасаҡ балаларының өлөшө...
–Ниндәй балалар тиһең? Улар айырылды түгелме һуң? Нимә килендең ҡорһағында бар инеме?
–Айырылмаған шул, әлегә килен ауырлы ла түгел, – Хәнифә стеналағы сәғәткә ҡарап алды ла. – Хәҙер Әбделмән эштән ҡайта. Сәй эсерһегеҙ ҙә, мәсеткә барырһығыҙ. Мин Кәримә ҡоҙағый менән иркенләп һөйләшеп алам да, иртәгә иртәнсәк ниәтемде әйтермен. Иртәнсәк теге ҡорбанға тип инселәп ҡалдырған һарыҡты көтөүҙән алып ҡалырға онотма...
х х х
Алаҡайҙың быҙауын эйәртеп Бейештән кире Ҡусҡарға ҡайтыуы хаҡындағы хәбәр Хәнифәлә кинәт кенә Тәңкәбикәне уятты. Уның төҙ кәүҙәһе тағы ла турая төштө. Ҡараштары төйөрөмләнде. Атлап йөрөүҙәре үҙгәрҙе. Тауышында ҡәтғилек, бойороҡ тоны барлыҡҡа килде. Тормошто яйға һалыр өсөн миҙгел-миҙгел башҡорт ҡатынының ҡанында ойоп ятҡан байбисә уяна шул. Ирекһеҙҙең көнөнән. Ирҙәрҙә бейҙәр уянмағаны өсөнмө? Хәйер, уларҙың вазифаһы башҡасараҡ.
Ире менән улы мәсеткә киткәс Хәнифә-Тәңкәбикә ыңғайы бер телефонға йәбеште. Кәримә ҡоҙағыйы менән һаулыҡ һорашҡас, шундуҡ төп һүҙенә күсте.
–Ҡоҙағый, Алаҡай өсөн борсолмағыҙ – ул быҙауын эйәртеп балаларҙың йәшәгән йортона кире ҡайтты...
–Ай, әттәгенәһе, ҡоҙағый. Мал да ашаған еренә ҡайта инде ул...
–Алаҡай беҙҙә булған саҡта ла, көтөүенән ҡасып китеп, быҙауын барып табып, шунда ҡайтып йөрөнө...
–Бына ҡыҙыҡ...
–Беҙгә кискелеккә ҡайтҡан сағында ныҡ итеп ем ашатып та, өйрә бешереп эсереп тә, быҙауын сығармайса ла бикләп ҡараныҡ. Мөгөҙө менән йоҙаҡты ла аса Алаҡай. Барыбер сығарып алып китте балаһын...
–Алаҡай иркендә йөрөп яман өйрәнгән тимәксеһеңме, ҡоҙағый?
–Яман өйрәнергә малда яуызлыҡ була тиһеңме, ҡоҙағый?
–Әллә инде, аптыраған көндән әйтәм инде. Алаҡайҙың был ҡылығын һин үҙең нисек аңлатаһың һуң, ҡоҙағый?
–Был, Кәримә ҡоҙағый, Хоҙай әмере. Мал, әҙәмдән айырмалы рәүештә, Уның әмерен тайпылышһыҙ үтәй. Донъяла барыһы ла Хоҙай ихтыярында. Алаҡайҙың быҙауын эйәртеп балаларыбыҙ йәшәгән йортҡа ҡайтыуында ла Уның ишараһы бар...
–Ниндәй ишара тимәксеһең, ҡоҙағый?
–Балаларыбыҙҙы закон айырһа ла, Хоҙай өсөн улар һаман бергә. Уларҙың бергә ейер уртаҡ түле, тыуыр балаларының өлөшө бар. Ҡайҙа ғына алып барһаҡ та, быҙауын эйәртеп йорттарына ҡайтҡан Алаҡай беҙгә шуны аңлатырға теләйҙер ул...
–Бала өлөшө?
–Тап шулай, ҡоҙағый. Улым әйтмәһә лә, килендең әлегә бала табырға теләмәүе мәғлүм беҙгә, ҡоҙағый. Үпкәләй тип уйлай күрмә, әгәр ҙә балалары тыуһа, шул баланың өлөшөн Хоҙай уларға биреп, тормоштарына ҡот ҡунып, барлыҡ теләк-маҡсаттарына өлгәшер инеләр. Һин, ҡоҙағый, әсәй булараҡ, үҙ ҡыҙыңа, мин ҡәйнә булараҡ, киленемә ошо кәңәште әйтә алмағас, Хоҙай Алаҡай аша шуны беҙгә еткерә...
–Аңланым, ҡоҙағый, әүәле беҙ кейәүгә сыҡҡанда был аҡылды әсәйҙәр һәм ҡәйнәләр беҙгә әйтә инеләр шул. Онотолған...
–Туйҙа әйткән булдыҡ та. Анау шау-шыу араһында ишетелмәне беҙҙең теләк-кәңәш һүҙҙәре. Үҙең беләһең, балаларҙың күңелен уйлап, йола буйынса ла үткәрә алманыҡ туйҙы. Мин хатта барлыҡ ҡоҙаларҙың исемдәрен дә иҫтә ҡалдыра алманым. Элеккә туй йолалары яңы барлыҡҡа килгән ғаиләне тарҡатмаҫлыҡ итеп башҡарыла ине. Ике яҡтан да туғандарҙың бер-береһе менән дуға-дуға булып ҡоҙалашыуы, уҙаҡлашыуы ғына ни тора! Ҡоҙалар ни тиклем татыу булһа, яңы барлыҡҡа килгән ғаилә лә уларға ҡарап ныҡлы булды. Хатта айырылышырлыҡ сәбәп булғанда ла, ҡоҙаларҙың үҙ-ара татыулығын күреп, йәштәр оялышынан айырылышыуға тиклем барып етмәй ине. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең хаталар туйҙа уҡ башланды, ҡоҙағыйым...
–Һүҙең хаҡ, Хәнифә ҡоҙағый. Хәҙер беҙгә нишләргә һуң? Үкенергә генә ҡаламы?
–Юҡ, ҡоҙағый, беҙгә сәбәп ҡылырға кәрәк...
–Сәбәп?
–Эйе, илауҙан файҙа юҡ. Үҙ хаталарыбыҙҙы һуңлап булһа ла төҙәтергә кәрәк...
–Мин, юҡ, беҙ, Мостафа ҡоҙаң янымда тыңлап ултыра, ризабыҙ. Әтеү эште нимәнән башлайбыҙ?
–Мин һеҙҙең барығыҙҙы ла, һине, төп ҡоҙаны, туйҙа булған ир һәм ҡыҙ туғандарығыҙҙың барыһын да иртәгә Ҡусҡарға ҡунаҡҡа саҡырам...
–Ҡунаҡҡа?
–Эйе, төшкө ашҡа һуңламай килегеҙ, балаларҙың өйөнә...
–Балаларҙың өйөнә? Ниндәй уңай менән, ҡоҙағый?
–Балаларыбыҙ, уларҙың тыуасаҡ балалары өлөшөнә ҡорбан салдырам. Аят уҡырбыҙ, зекер әйтербеҙ, Хоҙайҙан балаларыбыҙ тормошона ҡот, бәрәкәт биреүен һорап зар ҡылырбыҙ. Ҡоҙалар бер-береһе менән яҡынданыраҡ танышыр. Бүләктәр бирешер. Мәжлестә эске-маҙар булмаясаҡ. Ҡымыҙ табырбыҙ...
–Эй, ҡыуандырҙың ҡоҙағый, был мәжлестә Әбделмән кейәү менән Гөлсирә булмаймы ни?
–Уларҙың белмәүе яҡшы, ҡоҙағый. Ваҡыты еткәс аңларҙар. Насибы булыр...
х х х
Иртә таңдан һыйырҙарын көтөүгә алып сыҡты Әбделмән. Йәйге селләлә ҡояш дилбегә буйы ла ҡалҡып өлгөрмәй, тәҡәтһеҙ эҫе тынды ҡура башлай. Малдар ҙа шуны ғына көткәндәй, һыулау урынына эркелә, эҫе төшөүҙән алдараҡ барып һыу эсә лә, күләгәгә ята һала. Эркелеүҙәре лә яҡшыраҡ урын эләктереп ҡалыу маҡсатынандыр инде.
Һыйырҙыр ятып бөткәс, көтөүсе тәүҙә атының эйәрен һалдырҙы. Менгеһен һуғарғас, һирәк ағаслыҡ араһындағы әүрәү бесәнгә арҡанлап ебәрҙе. Тағанға баҡырса элеп, аҫтына ут яҡты.
Сәй ҡайнап сыҡҡансы эйәрен яҫтап ун биш минут самаһы күккә ҡарап ятырға ярата Әбделмән. Бөгөн дә шулай итте. Башы өҫтөндә ҡайын ботаҡтары араһынан йөҙгән болоттарҙы күҙәтеп ята торғас, ойоғандай итте. Өтәләк тауышҡа ҡапыл тертләп китте. Баҡырсаһы ҡайнағанмы тиһә, сумка эсендә ятҡан кеҫә телефоны сәрелдәй икән. Ятҡан ерҙән сумкаһын ынтылып алды ла, телефонының экранына ҡараны.
Тәнен ялҡын ялманымы ни – Гөлсирә шылтырата. Трубкала уның тауышы:
–Алло! Әбделмән был һинме, һаумы!
Әбделмән ток һуҡҡан кешеләй ҡапыл һикереп аяғына баҫҡанын да һиҙмәй ҡалды.
–Эйе, һаумы Гөлсирә, ҡайҙан шылтыратаһың?
–Италиянан, ә һин ҡайҙаһың?
–Ҡайҙа булһын, көтөүҙә. Һинең хәлдәрең нисек?
–Толҡа тапмайым мин был илдә, Әбделмән. Үҙебеҙҙең Башҡортостандан да, Ҡусҡарҙан да яҡшыраҡ ер донъяла юҡ икән. Шуны аңлар өсөн дә миңә бында килергә кәрәк булғандыр инде. Йәшәгән Гөлфирә апайым йәшәһен Италияла...
–Шунан нимә эшләргә уйлайһың?
–Иртәгә самолетҡа ултырам. Тәүҙә Мәскәүгә, шунан Өфөгә. Беҙҙә бында әле төн уртаһы. Әле генә һинең төшөңдө күреп уянып киттем, Әбделмән...
–Нимә күрҙең?
–Кемде тигән. Тыуасаҡ балабыҙҙы күрҙем. Һин мине Өфө аэропортында ҡаршы алаһыңмы?
–Ҡаршылайым!
...Йәштәр тап ошо мәлдә Ҡусҡар ауылындағы йорттарында ҡорбан салып, ысын мәғәнәһендә ҡоҙалашҡан туғандарының, ата-әсәләренең үҙҙәренә ҡот, бәрәкәт юллаған ниәт менән доға башҡарғанын белмәй ине әле. Белмәһәләр ҙә, Хоҙай был доғаны уларҙың йөрәгенә ишеттерҙе.
Август – октябрь 2020 йыл.
Читайте нас: