Ағиҙел
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Февраль 2021, 21:09

"Тәүге мауығыу" Марс Әхмәтшин

– Тормош мине иркәләмәне, нишләптер. Әллә бигерәк йыуаш булдым инде, әллә кешеләргә артығынан тыш ышандым... – Лида, Рафиҡты үҙ кешеһеләй күреп, тормошон бәйнә-бәйнә һөйләне. – Бына һин дә теге яҙғы кистә "иртәгә киләм", тип киткәйнең. Килмәнең. Башта ҡыйыныраҡ булһа ла, аҙаҡ, мауығыу ғына булғандыр тип, оноторға тырыштым. Имтихандарҙы тамамлағас, училищеға малярлыҡҡа уҡырға индем. Аҙаҡ төҙөлөштә эшләй башланым, балта оҫтаһы бер егеткә кейәүгә сыҡтым. Тик өс ай самаһы ла йәшәргә өлгөрмәнек, ул ашҡаҙан рагы менән вафат булып ҡалды. Фатир булмағас, баланы ашыҡтырмағайныҡ. Бер нисә йылдан икенсегә кейәүгә барҙым. Уныһы эскесе булып сыҡты. Ҡайтты ла туҡманы, ҡайтты ла туҡманы. Донъяға килергә тейеш баламды ла һаҡлай алманым, төштө. Түҙмәнем, айырылырға тура килде. Былай, эшемде яратҡас, ятаҡханала ла оҙаҡ йәшәгәс, шунан айырым бүлмә бирҙеләр. Бүтән бер ҡасан да кейәүгә бармам инде, тигән уй менән йөрөгәндә, үҙебеҙҙең ҡалала сыҡҡан гәзиттә бер иғлан күреп ҡалдым. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#МарсӘхмәтшин

Рафиҡ күптән инде үҙенә төйәк итеп алған ҡарт тирәк төбөндәге эскәмйәгә ынғайланы. Ләкин ул буш түгел ине. Эскәмйәлә, тулы бер ғаиләләй булып, өс балаһы менән бер ҡатын урын алғайны. Дүрт-биш йәштәр самаһындағы ике малайы, оторо сәмләнеп, тирәкте уратып ҡыуыша. Уларҙан саҡ ҡына өлкәнерәге, турғай йомортҡаһы төҫлө һипкелле ҡыҙыҡай, асфальт өҫтөндәге аҡбур менән үткәрелгән һыҙыҡтар аша йә бер аяҡлап, йә ҡуш аяҡлап һикереп уйнай. Әсәләре иһә мөкиббән китапҡа текәлгән.
Рафиҡҡа ҡаршылағы буш эскәмйәгә ултырырға тура килде. Көҙгө көн эңергә ауыша башлаған саҡ. Ҡыштыр-ҡыштыр ҡойолған ҡоро япраҡтар аяҡ остарына һары йәймә түшәй. Ҡояш, тирәктәр артына йәшенеп, һүрәнләнеп, байыу яғына юлланған. Шуға һауа ла тынсыу түгел. Рафиҡ, саф һауаны иркен һулап, күл өҫтөндәге кәмәләрҙе бер аҙ күҙәтеп ултырҙы ла ҡарашын ҡарт тирәк төбөндәге эскәмйәгә борҙо һәм... уның өсөн донъялағы бөтә ауаздар тынып ҡалғандай булды. Теҙ быуындары һығылып, сайҡалып китте. Тыны ҡыҫылды. Ул сөм-ҡара сәсле, ҡылыс танаулы, ҡаҡсараҡ йөҙлө ҡатынға ҡараны ла ҡатты.
Лида... Күптән инде зәңгәр томан артында ҡалған йәшлегенең бер яҡты иҫтәлеге. Тап үҙе. Ана ул да китабынан айырылып, Рафиҡҡа ҡараны. Шоморттай күҙҙәрен, кемделер төҫмөрләгәндәй, текләп бер тына торҙо ла йәнә китабына эйелде. Юҡ, әлегә таныманы.
Бына бит тормошта ниндәй хәлдәр була! Рафиҡ үҙ күҙенә үҙе ышанманы. Нисәмә йылдар элек, инде бер ҡасан да осратмам тип, бөтә өмөттәреңдән ваз кисеп, юғалтҡан кешең ҡаршы эскәмйәнән ҡарап ултырһын әле. Тауҙар менән тауҙар осрашмай, кеше менән кеше осраша тигәндәре ошолор инде, күрәһең.
– Һаумыһығыҙ, Лидия!
Ҡатын, китабынан айырылып, ҡаршыһында баҫып торған иргә күтәрелеп ҡараны.
– Һаумы... һы... ғыҙ... Мин һеҙҙе бик танып етмәйем бит әле.
­– Әлбиттә, онотҡанһығыҙҙыр инде. – Рафиҡ уның эргәһенә ултырҙы. – Рафиҡ мин, Рафиҡ...
– Рафиҡ!.. Һинме был? – Лида, китабын ситкә ҡуйып, күрешергә ҡулын һуҙҙы. – Бигерәк үҙгәргәнһең. Олпатланғанһың... Танырлыҡта түгел үҙеңде. Әллә ошо ҡалала йәшәйһегеҙме? – Лида Рафиҡҡа һораулы ҡараш ташланы.
– Эйе. Икенсе йыл китте инде. Ә һеҙ?..
­– Беҙ? Беҙ ни... – Янында уйнап йөрөгән балаларына ҡарап алды. – Беҙ ни бында ваҡытлыса ғына.
– Нисек?
– Икенсе ҡалала йәшәйбеҙ беҙ.
Рафиҡтың, нишләптер, Лида тураһында бөтәһен дә белгеһе килеп китте. Ҡатынға һорау артынан һорау бирҙе.
Лида бында ирен күҙ ауырыуҙары дауаханаһына килтергән икән.
– Тормош мине иркәләмәне, нишләптер. Әллә бигерәк йыуаш булдым инде, әллә кешеләргә артығынан тыш ышандым... – Лида, Рафиҡты үҙ кешеһеләй күреп, тормошон бәйнә-бәйнә һөйләне. – Бына һин дә теге яҙғы кистә "иртәгә киләм", тип киткәйнең. Килмәнең. Башта ҡыйыныраҡ булһа ла, аҙаҡ, мауығыу ғына булғандыр тип, оноторға тырыштым. Имтихандарҙы тамамлағас, училищеға малярлыҡҡа уҡырға индем. Аҙаҡ төҙөлөштә эшләй башланым, балта оҫтаһы бер егеткә кейәүгә сыҡтым. Тик өс ай самаһы ла йәшәргә өлгөрмәнек, ул ашҡаҙан рагы менән вафат булып ҡалды. Фатир булмағас, баланы ашыҡтырмағайныҡ. Бер нисә йылдан икенсегә кейәүгә барҙым. Уныһы эскесе булып сыҡты. Ҡайтты ла туҡманы, ҡайтты ла туҡманы. Донъяға килергә тейеш баламды ла һаҡлай алманым, төштө. Түҙмәнем, айырылырға тура килде. Былай, эшемде яратҡас, ятаҡханала ла оҙаҡ йәшәгәс, шунан айырым бүлмә бирҙеләр. Бүтән бер ҡасан да кейәүгә бармам инде, тигән уй менән йөрөгәндә, үҙебеҙҙең ҡалала сыҡҡан гәзиттә бер иғлан күреп ҡалдым.
"Автомобиль аварияһына осрап, ҡатынымды юғалттым. Үҙем тома һуҡыр ҡалдым. Пенсия алам. Эшләйем дә. Тик бына етем ҡалған өс балама әсә йылыһы етмәйҙер, тип уйлайым. Әгәр беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул иткән берәй ҡатын булһа, рәхим итһен, өс бүлмәле фатирҙа торабыҙ, әйҙә, хужабикә булып килһен", – тип яҙылғайны унда. Яңғыҙыма ятаҡханала йәшәү ҙә туйҙырғайны. Тоттом да шул адрес буйынса киттем. Бик һәйбәт кеше булып сыҡты. Өс йылға яҡын йәшәйбеҙ инде. Балалары "әсәй" тип үлеп бара. Үҙемдеке юҡ. Шул, икенсе иремдән туҡмалыуҙарымдың касафатылыр...
– Ә был ҡалаға мин иремде йыл һайын алып киләм. Ошо баҡса янында уның яҡын туғандары йәшәй. Шунда туҡталабыҙ. Дауахана ла бынан йыраҡ түгел. Иремдең күҙҙәренә авария ваҡытында бик күп быяла ярсыҡтары ингән. Уларҙы сүпләп алып бөттөләр, хәҙер, бәлки, күҙен асып булыр, тип дауалайҙар. Бер аҙна инде һалғандарына. Был юлы оҙаҡ ятыр тинеләр. Шуға күрә балалар менән иртәгә ҡайтып китергә торабыҙ. Бына шул минең үткәнем, Рафиҡ. Ә һин нисек йәшәнең бығаса?
Рафиҡ ҡарашын күл яғына йүнәлтте. Нимә әйтә алһын ул үҙе тураһында Аидаға? Уның күҙ алдынан, кино таҫмаһылай, Лиданың, үҙенең тормош юлдары үтте. Ҡайҙалыр алыҫта шаян бала саҡ, үҫмер йылдар, танауға еҫ кергән саҡтар, атылған йондоҙҙай ялтлап һүнгән мөхәббәт сағылып ҡалды. Улар бит Лида менән бер тамырҙан сыҡҡан ҡуш талдай, бер оянан сыҡҡан ҡоштарҙай ут-һыу йотҡандар түгелме һуң?!
Рафиҡ та, унды бөткәс, ҡалаға китте. Ләкин егетте ҡалала бәхет көтөп тормаған икән, имтихандарҙа "йығылды". Ауылға кире ҡайтып күренгеһе килмәне. Заводҡа эшкә урынлашты, ятаҡханала йәшәне. Икенсе йылына уны хәрби хеҙмәткә алып киттеләр. Шунда Асия исемле бер татар ҡыҙын осратып, ысын мөхәббәтен тапҡандай булды. Хеҙмәтен тамамлағас, өйләнештеләр. Кәләше Рафиҡтың тыуған яҡтарына ҡайтырға ризалашмағас, прапорщик булып үҙ часында ҡалды. Башта ҡатынының ата-әсәләрендә йәшәнеләр. Аҙаҡ Рафиҡтың эшенән биргән бер бүлмәле фатирға күстеләр. Асия бик тынғыһыҙ, эшсән, шул уҡ ваҡытта бәғерһеҙ, уҫал ҡатын булып сыҡты. Кәйеф-сафаны яратты. Араҡыһын да ире менән бер тиң эсте. Ҡыҙҙары Альбина тыуғас та холҡо үҙгәрмәне. Өйҙәге ыҙғыштар йышайғандан-йышайҙы. Ярай әле Рафиҡ өйҙә һирәк була ине. Йә төнгө дежурство, йә оҙайлы хәрби учениелар, йә командировкалар уны ҡатыны менән туҡтауһыҙ эләгешеүҙән ҡотҡара килде. Ләкин күңел тыныслығы биргән көндәр уға ҡот осҡос ҡайғы ла әҙерләп торған икән. Үҙенең уҫаллығы арҡаһында эштән эшкә күсеп йөрөгән Асия ире булмағанда фатирҙы бысраҡ фәхешханаға әйләндергән – һалдатын да, офицерын да һайлап тормай, иренә хыянат иткән. Рафиҡ уны үҙенең "дуҫ" офицеры менән көпә-көндөҙ тотто. Шул көндө сыр яланғас ҡатынын танһығы ҡанғансы ҡайыҙланы ла айырылышыу тураһында ғариза яҙҙы. Ҡыҙыҡ бит ул беҙҙең закондар. Ҡыҙы ла, фатир ҙа ҡатынында тороп ҡалды. Өҫтәүенә, эсеп, бисәһен туҡмаған тип, Рафиҡты эштән сығарҙылар. Бына өс йыл инде уның бында ҡайтҡанына. Шул уҡ заводында, шул уҡ эшендә... Элекке ятаҡханаһында йәшәй. Буйҙаҡ. Тағы ла өйләнеү тураһында уй башына ла килгәне юҡ.
Рафиҡ быларҙың бөтәһен дә Аидаға бәйнә-бәйнә һөйләп бирергә уҡталды, тик уйлағанынан кире ҡайтты. Ә ниңә был хаҡта уға әйтеп торорға? Саҡ-саҡ яңырып килгән яраларына тоҙ һибеп, бәғеренә ҡан һауҙырһынмы?! Аидаға кеше ҡайғыһы түгел, үҙенең ғазаптары ла еткән.
­– Ниңә өндәшмәйһең, Рафиҡ? - Лиданың тауышы уның уйҙарын таратып ебәрҙе.
– Ә... ғәфү ит. Мин, ысынлап та, бер аҙ онотолоп киттем шул. Һинең һөйләгәндәрең башымдан сыҡмай. Бигерәк аяныслы яҙмышың...
– Улай тимә. Минең яҙмышым хәҙер яҡты. Ирем дә, өйөм дә, балаларым да бар. – Ул, эйелеп, аяҡ осонда уйнаған дүрт-биш йәшлек малайҙың сәстәрен һыйпап алды. – Бына бит ҡалай матурҙар минең күгәрсендәрем.
– Минең дә ике балам бар. - Рафиҡ был һүҙҙәрҙең тел осонан сыҡҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды...
Лида бөтә ихласлығы, күңел иреткес ябайлығы менән һорай һалды:
– Малайҙармы, ҡыҙҙармы?
– Икеһе лә малай.
– Ҡалай бәхетлеһең һин, Рафиҡ! – Лида бойҙай ҡамырылай йомшаҡ ҡулы менән Рафиҡтың уттай янған сикәһенән һыйпап алды. – Ҡатының тураһында һорашып тормайым. Ике малай табып биргәс, ул һинән дә бәхетлерәктер... Шулай бит?
Лида мәрйендәй ап-аҡ тештәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә күрһәтеп йылмайҙы. Был йылмайыуҙа тормош көрлөгө лә, тилерткес ҡатын-ҡыҙ наҙы ла, тауҙар ғорурлығы ла бар ине...
Ә Рафиҡтың донъяны ярып ҡысҡырғыһы килде. Ләкин көткән өн сыҡманы. Тамағына төйөр тығылды, аҡылы томаланды.
Бына Лида уға хушлашырға тип ҡулын һуҙҙы, ниндәйҙер яғымлы һүҙҙәр әйтте. Унан Рафиҡтың устарында үҙенең йөрәк йылыһын ҡалдырып, артынан "күгәрсендәрен" эйәртеп, баҡса ҡапҡаһы яғына ыңғайланы...
Марс Әхмәтшин
Читайте нас в