Был күптән, халыҡ телендә “аслыҡ” тип аталған ҡот осҡос афәт йылында булды.
Яҙ етте. Мин мировой аралашсы инем, беркетелгән биләмәмде урап, астан интегеүселәр тураһында мәғлүмәт йыйҙым. Далала тәрән ҡатлам булып ятҡан ҡар тиҙ ирене, ҡалҡыулыҡ түбәләре асылды, уйһыу ерҙәрҙә шәре сыҡты, шул сәбәпле юл йөрөүҙе ауырлаштырып ҡына ҡалмай, хатта ҡурҡынысҡа әйләндергән ятыуҙар барлыҡҡа килә башланы.
Мин үҙ аттарымда китеп барам: аушанлап атлаған ерән, матур алаша Сысҡансыҡ, башын түбән эйеп, батып китмәҫ өсөн юлды һайлап, һаҡ бара; уртаға егелгән көрән Казак, мисәү бауын ҡылдай тарттырып, көс-хәл менән кашауайҙы тарта, ҡайһы берҙә төп ат Бурлыны ла һөйрәй. Уныһы хәлдән тайған, тоғро иптәштәренә һалғылашып, ялҡау ғына атлай, тап ҡолаҡтары өҫтөндә теңкәһенә тейеп шылтыраған шөңгөрҙән ҡотолорға теләгәндәй, ара-тирә ялбыр башын сайҡап ҡуя. Күсерем – ябай, эскерһеҙ егет Нестер – сана артынан йәйәү атлай, ваҡыт-ваҡыт оҙон сыбыртҡыһын алға һелтәп, йонсоған тройканы дәртләндерә, ҡеүәтләндерә.
Көн кискә ауышты; тирә-йүндә һиллек хөкөм һөрә: бер генә тере тауыш та ишетелмәй, бер йән эйәһе юҡ. Бары тик күмәк халыҡтың алыҫ-алыҫтағы шыбырлауылай, уйһыулыҡҡа аҡҡан ташҡындың ниндәйҙер билдәһеҙ тоноҡ шау-шыуы ҡолаҡҡа салынып ҡала ла шөңгөр тынғанда аттарҙың һөрлөгөп батҡаны ишетелә.
Беҙ Нестер менән, ҡәҙимгесә, саҡрымға тиерлек һуҙылып, бер урам булып ултырған ҙур башҡорт ауылына барып еткәндә, ҡараңғы төшкәйне. Уттар ҙа янмай, урамда кешеләр ҙә күренмәй –үлеп бөткәндәр тиерһең; хатта эттәр ҙә ғәҙәттәгесә өрөп ҡаршыламаны. Тикалыҫтараҡ, әйтерһең, күктән ҡолаған йондоҙ кеүек, бөләңгерт яңғыҙ яҡтылыҡ һирпелә.
Барып еткәс, был уттың бер ыҙбала яныуын күрҙек. Тирә-яғындағы ергә һеңеп бөткән бәләкәй өйҙәр менән сағыштырғанда, уны ҡыйыу рәүештә һарай тип атарға була, сөнки тәҙрәләре – тотош быялалы рамлы, түбәһе таҡта менән ябылған, өҫтәүенә, был мәлдә эстән сыра яҡтыһында балҡый, нисектер йәнле һәм көләс ҡарай ине.
– Йә әле, туҡта! – тинем күсергә.
Егет дилбегәне тартты, аттар туҡтаны, кашауайҙан төштөм.
– Инергә кәрәк, бында туҡтар йәшәгәнгә оҡшаған! – тинем Нестерға. Беҙ уның менән бөгөн байтаҡ ауылдарҙа булдыҡ, фәҡәт яланғас хәйерселекте, йөҙҙәрсә астарҙы ғына күрҙек.
Ҡапҡаны әкрен генә асып, күтәрмәгә шым ғына күтәрелгәс, көтмәгәндә ыҙбаға килеп индем. Бер нисә ҡатын-ҡыҙ һәм береһенән-береһе бәләкәй бер нисә бала, үҙҙәренә таныш түгел кеше ингәнен күреп, – бәлки, унда түрәләрен танығандарҙыр, – йыртҡыстан өрккән һарыҡтарҙай һиҫкәнеп, күҙ менән ҡаш араһында шаршау артында юғалды. (Мосолман ғаиләһе йәшәгән һәр өйҙә, ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым яҡ булмаһа, шулай шаршау ҡорола).
Бөтөнләй буш ыҙбала яңғыҙ тороп ҡалдым: яланғас һикелә сыраһы һүнә башлап төтөнләгән “яҡтыртҡыс”. Ғәҙәттәгесә, һикегә тауҙай итеп өйөп ҡуйылған түшәктәр ҙә, мендәрҙәр ҙә, әллә ҡайҙан балҡып ултырған самауыр ҙа, хатта мосолмандарға тәһәрәт алырға кәрәкле ҡомған менән тас та – береһе лә юҡ. Ыҙба буп-буш.
Хәйер, яңғыҙ тороуым оҙаҡҡа һуҙылманы: килеүем тураһында белеп ҡалған ауыл түрәләре шунда уҡ пәйҙә була һалды. Беренсе булып десятник – тәбәнәк, килбәтһеҙ башҡорт килде.
– Һаумы, хәҙрәт (әфәнде), – тине ул, мине бил бөгөп сәләмләп.
– Ни өсөн бында буп-буш? – тип һораным, ҡулым менән йыһазһыҙ ыҙбаға ишаралап.
Десятник русса ауыр аңлай ине, шуға башҡорт һүҙҙәрен руссаға боҙолоп ингән татар һүҙҙәре менән аралаштырып, һорауымды йәнә ҡабатларға тура килде.
– Ә, аңланым, хәҙрәт, – тине ул ҡыуанып, мине иғтибар менән тыңлағас, – аңланым. Ауылыбыҙҙа становой булды; түшәктәр, мендәрҙәр, самауыр, ҡомған – барыһын недоимкаға яҙҙы, – ул, балалар ҡурҡыныс әкиәт һөйләгәндәй, шомло тауыш менән яуапланы.
Яуапҡа саҡ ҡына ла аптыраманым, мировой аралашсының бер ҡулынан бирелгән пособиенан бер үк ваҡытта икенсе ҡул менән недоимка алынған күп осраҡтарҙы белә инем.
– Барыһын да яҙҙымы? – тип һораным ултырма урынына ябай таҡта һалынған буш, төпһөҙ мискәгә сүгәләп.
Шаршау артындағы ҡатын-ҡыҙ менән “аңлашыу” башланды.
Ул арала тыныслыҡты һаҡлаусы полиция һаҡсыһы булырға тейешле ҡиәфәттәге мыҡты кәүҙәле, һонтор сотник күренде. Ниһайәт, һулышы ҡабып староста ла йүгереп килеп етте, баҡтиһәң, ул ауылдың ҡаршы ситендә йәшәй икән.
Һорауҙы ҡабатларға тура килде. Староста русса һәйбәт белә һәм һөйләшә, шуға хәҙер әңгәмә йәнлерәк барҙы.
– Юҡ, хәҙрәт, барыһын да түгел. Хәсән артыҡ кейем-һалымды Архипкаға рус ауылына закладҡа һалды, – тип яуап бирҙе староста.
Архипка – ябай, хәлле урыҫ ире. Бында, ауылдарҙа, ундай Архипкалар етерлек. Улар мохтаждарға әжәткә йә иген, йә аҡса биреп тороу менән кәсеп итә; рустар менән итәғәт һаҡламайҙар, башҡортто талауҙы иһә “уларҙы ҡотҡарыу” тип һанайҙар. Аслыҡ һымаҡ афәт осоронда ғәйәт ҙур процент алалар, хатта күләмен билдәләү ҙә
мөмкин түгел. Архипка һымаҡтар мосолмандар йәшәгән ауылдарҙа ла бар; улар үҙ милли исемдәрен йөрөтә: Ахметка, Махмутка, ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, ундайҙар рус “үрмәксе”-крәҫтиәненән намыҫлыраҡ та, рәхимлерәк тә.
– Хужа ҡайҙа? – тип һорайым, ыҙбала уны күрмәгәс.
– Хәсән? Хәсән Ырымбурға китте, эш эҙләп, хәҙрәт, – тип яуаплай староста ҡулдарын ғәскәриҙәрсә тотоуын дауам итеп.
Башҡорттар – тәртипле халыҡ, юҡҡа ғына уларҙан айырым ғәскәр төҙөмәгәндәр.
– Өйөндә кем ҡалды һуң? – яңы һорау бирәм.
– Кем булһын? Ҡатындар, ҡыҙҙар, балалар ҡалды, тағы ла бабай, – тип теҙеп китә староста.
Шунан ул осорҙа миңә һәр өйҙә яһарға тура килгән һораштырыу башлана, унда асығыусылар күрһәтелә: нисә йән, нисәһе эшләй, икмәк бармы, нимә ашайҙар? Һ. б., һ. б.
– Улар нисәү? – тип һораным, ҡуйын дәфтәремде алып, яҙырға әҙерләндем.
Күҙгә күренмәгәндәр менән йәнә һөйләшеп алдылар.
– Ун кеше, хәҙрәт, бер эшсе.
– Ә уларҙың икмәге бармы? – тип һораным.
– Бар, бар, бар, – күҙгә күренмәгәндәр бер нисә тауыш менән дәррәү ҡысҡыра.
– Күрһәтегеҙ, – тим, икмәктең иҫәбен һәм сифатын күрергә теләп.
Йәнә оҙаҡҡа һуҙылған һөйләшеү ишетелә, етмәһә, “бабай” һүҙе ҡат-ҡат телгә алына. Бына ул үҙе лә күренде – бөтөнләй көтмәгәндә, ҡайҙалыр минең артымда пәйҙә булды.
Ул бөкрө, бөтөнләй көмрәйгән ҡарт ине – үтә ябыҡ: тире лә һөйәк, өҫтөндәге иҫке күлдәге кейем элгестәге кеүек аҫылынған. Йөҙө ҡара ер төҫөндә, ә сит-сите ҡырылған мыйығы һәм кәзә һаҡалы ҡар һымаҡ аҡ.
Беҙ һаулыҡ һораштыҡ. Бабай ихтирамлы, әммә дәрәжәле генә башын эйеп ҡулын һуҙҙы, мин үҙемдекен һондом. Эштең нимәлә икәнен белгәс, ҡарт ыу-арама килде.
– Бар, бар, – тине ул ҡарттарса бытылдап, эйелеп, һике аҫтына үрмәләне.
Бабай ыһылдап, көсәнеп һандыҡты тартты, тик һөйрәп сығара алманы. Староста менән десятник ярҙамға ташланғас, элмәле йоҙаҡ менән бикләнгән ҙур ағас һандыҡ ыҙба уртаһына сығарылды.
Асҡыс бабайҙа икән; кеҫәләрен аҡтарып, шуны эҙләне, ниһайәт, тапҡас, аса башланы. Ҡарттың хәрәкәттәре киҫкен, күҙҙәре яна, ҡулдары ҡалтырай, әйтерһең, ошо бысраҡ иҫке һандыҡта ниндәйҙер хазиналары һаҡлана. Йоҙаҡ асылды, ҡапҡасы күтәрелде. Унда ҡараным: һандыҡ буш, һәр хәлдә, миңә шулай күренде. Бабай һандыҡ төбөндә һәрмәнде, унан ниндәйҙер өс ҡара түңәрәк алып, уларҙы ҡалтыранған ҡулдары менән миңә һуҙҙы.
“Нимә был? Түрәләр өҫтөнән көлөүме?” – тип уйланым.
– Нимә был? – тауышымды күтәрә биреп һорай һалам.
– Икмәк, хәҙрәт, икмәк, – тыныс ҡына яуаплай бабай, миңә ғәжәпләнгән ҡараш ташлап.
Ҡарттың ҡулынан түңәрәктәрҙең береһен алдым – ул таштай ҡаты.
– Был нимәнән бешерелгән? – тип һораным, диаметры биш ҡарыш һәм бармаҡтан саҡ ҡына ҡалыныраҡ таш көлсәне ҡарап.
– Ондан, хәҙрәт, – тип яуаплай староста, ул ауылдарында һәр кем, хатта бәләкәй бала ла белгән нәмәне “мировой”ҙың белмәүенә аптыраны булһа кәрәк.
Мин бер ҡабым тешләп алмаҡсы булдым: тештәрем үтмәне, көлсә ҡом һымаҡ шытырланы, төҫө лә бысраҡ балсыҡлы тупраҡты хәтерләтә ине.
– Бындай ондо ҡайҙан алаһығыҙ? Үҙегеҙ әҙерләнегеҙме ни, нимәнән? – һорау артынан һорау бирәм.
Староста тағы ла күҙгә күренмәгәндәр менән бер нисә һүҙ алыша.
– Хәсән эшкә ялланған, ураҡ урған, унда уға он биргәндәр, – тип асыҡланы староста.
– Аҡса урынына биргәндәр, – ти ул, минең бер ҡатлылығыма көлөмһөрәп. – Ботона утыҙ тин алған, – тип өҫтәй староста, ҡатын-ҡыҙҙарҙан йәнә һорашҡас.
Һорашып белешеүҙәр барған арала балалар минең үҙҙәренең ыҙбаларында булыуыма тамам эйәләште. Улар үҙҙәре йәшеренеп торған шаршау артынан бер-бер артлы сыҡты, х әҙер, теремек ҡара күҙҙәрен ҡыҙыҡһыныу менән миңә төбәп, аяҡтарын бөкләп, һикелә йәнәш ултыралар.
– Миңә бер киҫәк һындырып бир әле, – тинем старостаға көлсәне биреп.
Бысаҡ һорап алғас, староста йомошомдо үтәргә кереште, көлсәне һикегә ҡуйҙы. Балалар көлсәгә текәлде; хәҙер улар алдарында табыш күргән бәләкәй йыртҡыс йәнлектәргә оҡшағайны, уны һағаланылар. Ҡағылһығыҙ мөлкәтенә ҡул һуҙған дыуамал табылһа, уға беренсе булып ташланырға, хатта бер-береһен өҙгөләп ташларға әҙер ине улар. Бүлеп алынған һыныҡ миңә бирелде. Бәләкәй йәнлектәр йыртҡыстарса ҡарашын миңә төбәне, һыныҡты ҡағыҙға төрөп, кеҫәгә һалғас, балалар, ниһайәт, түҙмәй, илай-илай шаршау артындағы әсәләренә ташланды, мин ғүмерҙә лә ишетмәгән, әлбиттә, бүтән бер ҡасан да ишетмәйәсәк, ҡырағай тауыш менән ҡысҡырырға тотондо:
был ҡысҡырышта оло хәсрәт тә, өмөтһөҙлөк тә, ялбарыу ҙа, минең башыма яуған бәддоға ла ишетелде.
Бәғерҙе телгеләгән ошо ҡысҡырыш аҫтында Хәсәндең өйөнән сыҡтым.
– Был көлсәләр уларға күпмегә етә? – тип һорайым старостанан, ошо мәлдә уға ни ҙә булһа әйткем килә.
– Белмәйем, хәҙрәт, нисек тә йәшәрҙәр әле, – тип тыныс ҡына яуап бирә ул. Тәҡдиренә инанған хаҡ мосолман ғына шулай яуаплай ала.
Беҙ урамға сыҡҡанда ҡайһы бер урында тағы ла бер нисә ут яна ине. Ҡыялаштағы балсыҡ һылап, ябай ситәндән үрелгән бәләкәй өйҙә лә бөләңгерт ут емелдәй. Өй яңғыҙы, уратып та алынмаған, шуға ҡапҡаһы ла юҡ. Шунда атланым.
Сотник ишекте асты; тупһала мине хужа ҡаршыланы. Ул яланғас тәненә туҙған, йыртыҡ күлдәк кейгән, иңбашы һәм терһәктәре күренеп тора. Эйелеп, эскә уҙҙым: өй буп-буш, бында хатта ғәҙәттәге шаршау ҙа күренмәй. Мейес янында, минән ситкә боролоп, битен ҡулдары менән ҡаплап, ире кеүек үк кейенгән ҡатын баҫҡан...
– Улар бында нисәү? – тип һорайым тылмас старостанан.
– Бишәүҙәр ине, бер балалары йәнтәслим ҡылған, – тип яуапланы ул, хужанан һорашҡас.
– Ҡалғандары ҡайҙа һуң? – сумканан май шәме алып тоҡандырам.
Башҡорттар тағы ла һөйләшеп ала.
Мейес бәләкәй генә, унда күҙ һалдым. Йә, Хоҙай! Унда мөйөшкә һырынып, шәп-шәрә, бер ниндәй кейемһеҙ, инәнән тыума балалар бөгөлөп ултыра.
Тағы ла бер нисә ыҙбала булғандан һуң, үҙемде ҡаҙна фатирына алып барырға бойорҙом, унда ҡарттар көтә ине. Мыштырларға ваҡыт юҡ: шунда уҡ бирелгән исемлектән ярҙамға мохтаждарҙы барларға керештем. Эш төн уртаһына ҡәҙәр һуҙылды. Барыһы ла китеп бөткәс, һикегә ашыҡ-бошоҡ түшәк түшәнем дә, сисенеп тә тормай, шунда ауҙым. Шунда уҡ ҡаты йоҡоға талырмын, тип уйлағайным. Уйлағанса булманы – йоҡом ҡасты: күҙҙәремде йомоуым була – алдыма ҡалтыранған ҡулдарына таштай көлсәләр тотҡан бабай килеп баҫа; асһам – күҙ алдымда һыуыҡтан һәм ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраған яланғас, ябыҡ, һөлдәләй башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары. Оҙаҡ борһаландым, көскә йоҡлап киттем, ләкин борсолоп, һаташып йоҡланым. Ниндәйҙер манзаралағы һымаҡ бөгөн күргән йөҙҙәр, күренештәр күҙ алдыма килеп баҫа. Ябай, ташландыҡ крәҫтиән ыҙбаһы – бөтә ер бысраҡ, фәҡирлек һәм бола: өҫтәлдә – бысаҡ, эскәмйәлә сүмес ята, ишеккә ҡаршы ҡыялаш тишек кәритә тора, мөйөшкә һалам түшәлгән, унда тотош ғаилә: ир, ҡатын һәм ике бала аунай. Уларҙың барыһы ла аслыҡ тифынан сирләй, ҡарауһыҙ, бер ниндәй ярҙамһыҙ яталар. Әйтеүҙәренсә, күрше ҡарсыҡ ҡараған, өйҙө йыйыштырған, һыу килтергән, тик ул да аяҡтан йығылған, ауырыған. Ярҙамға килгәндә иһә, фәҡәт туҡлыҡлы ризыҡ кәрәк, ә ул юҡ, хатта ябай ҡара икмәк тә. Төшөмдә лә, өндәге һымаҡ, ап-асыҡ һүрәт һынлана: ир – ләж, ҡатын иҫһеҙ ята, улар араһында әжәл ғазабында бәләкәй бала үрһәләнә, икенсеһе әсәһенә һыйынып йоҡлай; йоҙроҡлаған ҡулын ауыҙына ҡапҡан: меҫкен уны, бәлки, әллә ҡасандан бирле күрмәгән икмәк телеме тип уйлайҙыр?
Бына тағы ла: һыуға батҡан кешенекеләй күпкәк ҡорһаҡлы, аслыҡтан күгәргән, шешенгән, балалары уратып алған йәш ҡатын септә өҫтөндә ята. Ире эш һәм икмәк эҙләп сығып киткән. Ҡатынға бер ниндәй медицина ярҙамы күрһәтелмәй, уны ҡайҙан көтәһең инде:
майҙаны ниндәйҙер бөйөк герцоглыҡҡа тиң бик ҙур биләмәгә һибелгән бер нисә йөҙ ауырыуға ни бары бер доктор менән ике булдыҡһыҙ фельдшер булғанда ниндәй ярҙам тураһында уйларға мөмкин?
Төшөмдә инде был ҡатын ятмай, тороп минең алдыма баҫҡан да ике ҡулын һуҙып, иламһырап ялбара: “Балаларыма икмәк бирегеҙ, икмәк!” – ти, үкһеп.
Яңы манзаралар: йәнә башҡорт өйҙәре, тәҙрәләренә быяла урынына ҡарындыҡ тартылған, ә уның эсендә тағы ла крәҫтиән ыҙбаһының бысраҡ, фәҡир көнкүреше һ.б., һ.б. Осо-ҡырыйы күренмәй. Шунан мәйеттәр – ауылдарҙа йөрөгәндә осраҡлы ғына күргән мәйеттәр күҙ алдыма килә: аслыҡтан ябығып үлгән ҡарсыҡ, йәнәш ятҡан ике малай, ун биш йәшлек үҫмер...
Тағы ла башҡорт балаларының теге ҡот осҡос, ҡырағай ҡысҡырыуы: уларҙан ҡом, бәлки, тиреҫтер, ҡушылып, төрлө иген ҡалдыҡтарынан бешерелгән бер нисә мыҫҡал көлсә алғайным. Мин был ҡысҡырыуҙан уянып киттем, йылан саҡҡандай һикереп тороп, ут ҡабыҙҙым, бүркемде табып, атылып ишек алдына сыҡтым.
Һыуыта башлаған. Күккә ҡараным, йондоҙҙар һибелгән күк йөҙө тын алғандай тойола, йәшәй, ғәжәйеп яҡтылыҡта емелдәй. Шунда ғына күкрәгемде тултырып иркен һуланым. Күтәрмәгә ултырып, уйға талдым. Бөтә үткән тормошом хәтеремә төштө: бала сағым – иркә, осонғос барин улының бала сағы, йәшлегем – буш ҡыуыҡ, елғыуар, ялҡау егеттең йәшлеге, шунан артабанғы йылдар... Был иҫтәлекле төндә йә нәфсемде буйлатып, йә ваҡытлы еңмешлегемде ҡәнәғәтләндереүгә тотонған меңдәр, йөҙҙәр, һумдар, хатта тиндәр хәтеремә төштө. Ошо уйҙар аҫтында аптырап ултырҙым, был хәлдән мине күтәрмәгә сыҡҡан Нестер ҡотҡарҙы.
– Аттарҙы һуғарырға кәрәк, – тине ул, уяулы-йоҡоло килеш ҡашынып.
Аттарҙы һуғарып, егергә бойорҙом.
Ауылдан ҡуҙғалғанда таң ата башлағайны. Юл туңған һәм тигеҙ – туҡ аттар етеҙ юрта. Дуға аҫтындағы шөңгөр тауышы дала буйлап күңелле тарала, тамам уянып еткән Нестер ҙа аттарға көр тауыш менән ҡысҡырғылап ҡуя. Әммә сәйер: хәҙер барыһында ла, хатта Валдай ҡыңғырауының шат сыңлауында ла, миңә кемдеңдер илауы, үкһеүе, һыҡтауы ишетелә.
Беҙ тиҙ барҙыҡ. Мин ҡайҙа ашыҡтым? Тағы ла асығыусыларҙы һанарға ла мәйеттәрҙе ҡарарғамы?
Кәнсәләр формализмының битарафлығы арҡаһында пособие мохтаждар ҡулына ваҡытында һирәк барып етә; уны интеккән ярлы-ябағай, бихисап ҡорбандар биргәндән һуң, йыш ҡына хәжәт ҡалмағас ала. Ул йылда ла шулай булды.
Бер ай уҙып, пособие таратып йөрөгәндә бөтә башҡорт халҡы аяҡ аҫтындағы үлән менән туҡлана ине. Эйе, бөтә башҡорт халҡы: ҡатын-ҡыҙҙар, төрлө енестәге һәм төрлө йәштәге балалар, өйкөлөшөп, далаға таралып, ҡара таңдан ҡара кискәсә ниндәйҙер тамырҙар эҙләй һәм үләндәр йыя, шулар менән тәғәмләнә. Пособие таратҡанда мин, әлбиттә, ғазаплы һәм йоҡоһоҙ төн үткәргән ауылға ла һуғылдым.
Сират Хәсәнгә лә етте. Ул Ырымбурҙан ҡайтҡайны. Ғаиләһе тураһында һорашҡанда, бабай хаҡында ла белештем.
– Үлгән, хәҙрәт, – тине янымдағы староста.
– Нисек, ҡасан? – һорау ихтыярһыҙҙан бирелде.
– Бер аҙна, һин беҙҙең ауылда булып киткәндән һуң бер аҙна ғына йәшәгән ул, хәҙрәт.
– Нимәнән үлгән һуң? – тип һораным.
Теге ваҡыт, хәҙрәт, ул бөтә икмәкте ҡыҙҙарға һәм малайҙарға биргән, үҙе бер нәмә лә ашамаған, астан үлгән, хәҙрәт, – тип өҫтәне староста. Шундай тауыш менән өҫтәне, бабайҙың үлеме – иң ябай, иң ғәҙәти үлем тип уйларға мөмкин ине.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.