Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Декабрь 2020, 19:39

"Хыялдағы аҡ карап" Миңзәлә Сирғәлина

Күңеле йомшарып, еңеләйеп, Рәфис кире квартираһына инде. Йоҡо бүлмәһенең ҡыҫыҡ ишеге аша Санияһының:— Нимә, һөйәркәң индермәнеме, хөрәсән, һин кемгә хәжәт хәҙер, - тигәне ишетелде.Мөҙрәүе еткәс урамға ҡыуылып сығарылған бесәйҙәй тойҙо ул үҙен. Йоҙроҡ төйөп һуғыу түгел, бер ауыҙ һүҙ ҙә ҡаршы ташламай һәр әйткәнен үтәп өйрәткән хәләленең был шашып аҙарыныуына яуап таба алмай йоҡоһоҙ төн уҙғарҙы ул. Илде дер һелкеткән, әллә күпме ғүмерҙәр өҙгән вирустан бигерәк, Санияһының көтмәгәндә донъя малы бүлешә башлауы шомлораҡ тойола ине уға.Аҙнаға ғына тип билдәләнгән карантин икенсе аҙнаһын да ялманы. Эштән саҡырыу көтөп күҙе тонған Рәфис түҙмәне, кәләшенең бер ҙә ипкә килмәүенә эсе бошоп еңелсә кейемдәрен алып ауылына юл алды.Өй аша тиерлек буш өйҙәре суҡайған ауыл урамдары ҡаршы алды уны. Шомлолоҡ бында һиҙелмәй. Ҡаланан ныҡ алыҫ ятҡанға халҡы ла ҡәҙимгесә ауылса ғүмер һөрөп ятҡан көнө. Ят бейек аҡ машинаның урам буйлап килеүенә туҡтап ҡарап ҡалған ауылдаштарына Рәфис тә текләй. Һай, онотолған! Аҙмы-күпме, әммә егерме йылллап ғүмер үткән шул был ауылдан ситтә. Ҡайтмағанына ла өс йыл тирәһе барҙыр. Барҙыыр! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#МиңзәләСирғәлина

Бөттө! Тағы китте! Селпәрәмә үк килмәһә лә, Рәфистән тағы ла хыялы йыраҡлашты! Күңелендә йөрөткән оло аҡ карап, гүйә яр башында ҡарап торған Рәфисте үсекләгәндәй оҙон гудоктар биреп күгелйем диңгеҙ киңлегенә ҡасты. Йоҙроғон ҡаты йомарлаған ир тағы ла теш ҡыҫып аҡ караптың портҡа ҡайтыуын көтөп ҡалды. Оҙаҡҡамы икән сәйәхәте уның? Бер кем белмәй...
Хыял итте Рәфис. Бала сағынан аҡ карапҡа ултырып диңгеҙ гиҙергә хыял итте. Башҡа бер ниндәй ҙә түгел, мотлаҡ аҡ ине уның хыялындағы карап. Малайҙар менән яҙғы гөрләүектә кәмә йөҙҙөргәндә лә, иң сос, иң етеҙ кәмәне эшләргә хыялланды. Тик күпме тырышмаһын, һәр саҡ ул эшләгән кәмә ҡайҙалыр бер уйламаған ергә барып "ҡаҙалып" тиҫтерҙәренең көлкөһөнә ҡалдыра ине. Ҡайын туҙынан оҫта ғына елкәнле катер әтмәлләтеп алып сығып, майыһып та маҡтанған класташы Фәнилдеке кеүек ағайҙарым булһа ине ул тип эстән янды. Шыр апайҙары янында тәтәй ҡусты ғына бит ул. Шулай ҙа һыр бирмәй : "Фии, был ҡағыҙ кәмә нимә инде ул! Күрерһегеҙ әле, мин ысын корабль йөрөтәсәкмен!"- тип танау сөйөп ҡайта ине эстән үҙен йыуатып.
Хыялы һәр саҡ үҙе менән булды уның. Әрмегә алынды, тик моряк булалманы, сик хеҙмәтендә бурыс үтәне. Тимер юл машинисы һөнәрен алып, тәүге рейсҡа сыҡҡанда ла, үҙен диңгеҙ тулҡынын аҡтарған карап штурвалын тотҡандай хис итте. Тик тора бара, ҡайҙалыр офоҡ артында уны теге аҡ карап тауыш биреп саҡыра кеүек ине. Шым ғына бала саҡтан эйәрә килгән хыялына табан юл ярырға уйланы ул. Өйләнеп, ҡала үҙәгенән өй йүнләп алғас, тағы ла күңелле мәшәҡәт - игеҙәк улдары тыуғас, бер аҙ хыял хыял диңгеҙендә ҡалып торҙо. Үҙен йыуатҡандай ап-аҡтан ҡеүәтле машина ла алып ҡараны. Тик барыбер күңелен теге аҡ карап "ҡытыҡланы".
Йыйынды Рәфис. Тинләп, һумлап йыйынды. Санияһына өндәшмәй хыялына табан юл иғәнәһен йыйҙы. Ваҡыты етер, барыһын да белер ул да, тип уйланы. Саҡрымлап, аҙымлап яҡынланы хыял. Тик...
Эх! Күп тә ҡалмағайны бит! Бер-ике, уҙа барһа өс айҙан Рәфис сираттағы отпускыһын алыр ҙа, Санияһын ах иттереп аптыратып, алдына йылы яҡҡа юллама алып килеп һалыр, тип уйлағайны. Ана бит эш нисек килеп сыҡты. Бер остоҡ ҡына вирус бар илде аяҡ үрә баҫтырып, ошоғаса бер өйҙә ултырыуҙы белмәгән әзмәүерҙәй ирҙәрҙең ҡулынан эштәрен тартып алып ташлап өйҙәренә бикләп тә ҡуйҙы. Имеш-мимештәргә Рәфис башта ышанманы. Нисек инде тимер юл хәрәкәтен дә сикләп, йә туҡтатып ҡуйһындар, тип уйланы. Хәл ысынлап та бик киҫкен ҡырт ҡырҡты. Ваҡытлыса эшһеҙ генә итмәне, Рәфис менән Санияның ғаилә низағтарына ла сәбәпсе булды ошо вирус.
Ошоғаса иртә таңдан эшкә китеп, эңер төшкәс кенә ҡайтып йөрөгәнгәме, Санияһының мыжыуҙарын әллә ни "яҡын" алып бармай ине Рәфис. Әле карантинға бикләнгәйнеләр, һәр ҡылығының ҡырын яғын табып, этеп төртөп алды ла китте кәләше. Бер ҡараһаң балаларға дәрес эшләшмәйһең ти, ярайым тип шым баш баҫып та ҡараны, барыбер берәй йүрмә табып һүҙ ташланы. Һауыт-һаба йыуғанда ла Рәфис ишетерлек итеп квартира һатып алғандарында ҡайһы яҡ күпме ярҙам итешкәнен хәбәр итеп улына һөйләп ташлаған булды. Шым ғына тыңланы Рәфис, һүҙ ҡыҫтырып оло ғауға тыуҙырырға юл ҡуйманы. Тора бара ҡышҡылыҡҡа итте-картуфты ҡайһы тирәнән алыуҙарын да шутлап отчет яһап ҡуйҙы. Әпәт өндәшмәй ҡалды. Кискә табан диван, стенканың ҡайһы балаһының декрет ялы аҡсаһына алыныуын да "иҫкә төшөрҙө". Сабырлығы әллә һынды:
— Сания, әллә мине ек күрәһең инде? Ғүмер буйы бот күтәреп тик ятманым да, нишләп балалар алдында бындай "отчеттар" теҙеүең? Ҡасан мин тин һумдар иҫәпләп ултырҙым?- тип һалды.
Бығаса ауыҙ асып һүҙ өндәшмәй килгән Рәфистән бындай уҡ һүҙ көтмәгән Сания иң юғары ҡыҙыулыҡҡа үҙен көйләп, бар зәһәрен сәсеп:
— Нимә, мин өндәшмәҫ тип уйлағайныңмы? Дөрөҫө шул - квартираға иң күп өлөштө минең әсәм менән атам индерҙе, һинекеләр - шиш! Хатта ейәндәре тыуғас бер килеп күрергә лә эшкинмәнеләр. Ана, ауылыңдағы аушайған өйөңә хужа бул, кәрәкһә! Ә был квартира беҙҙеке! Эшләһәң ни мин дә эшләйем! Кешеләр кешесә ял итә, ил күрә. Ә беҙ? Һинең тапҡаның ней, ашауыңдан да үтмәй, белгең килһә, бирән!- тип сәсрәне.
Күпме ғүмер бергә иң терәп йәшәп килеп, бөгөнгө көндә үҙ хәләле ауыҙынан бирән исеме алыуға ныҡ сәмләнде Рәфис. Эстә генә "сереңде һатма, һатма әлегә!"- тип кемдер бышылдауына ла ҡарамай:
— Сания! Белгең килһә, мин бирән түгел! Тинләп, һумлап мин дә ...путевкаға тип йыя инем, -тип өҙөк һүҙ һалды.
Ишеткәненә ышаналмай аңшайған ҡатын, ауыҙ ҡарап тора биргәс, тағы ла "кире" яҡ эҙләп һүҙ атты:
— Нимәәә? Нишләп мин бығаса бер нәмә лә белмәнем? Бәлки һин ул круизға башҡа берәү менән дә барырға йыйынғанһыңдыр, ә? Йәшертен эшең юҡҡа түгееел, ай-һай юҡҡа ғына түгел! - тип бөтөнләй ярһыны.
Арыуыҡ ҡына телләштеләр. Күршеләренең ҡаты ғына стена һуғыуы ғына туҡтатты уларҙы. Хәйер, Санияны туҡтатты. Рәфис былай ҙа әллә ни һүҙ ҡыҫтырмай ине. Аранан үткән һалҡынлыҡ, аңлашылмаусанлыҡ барҙа бер ҡыйыҡ аҫтында ҡалыуы ла ауыр. Тик ҡайҙа барһын? Магазин - аптекаға ла моронға кейеп кенә сығырға рөхсәт. Күңел асыу, ял итеү урындары бикле. Үҙенә урын тапмаған Рәфис ҡулына гәзит-журнал тотоп ҡараһа ла, телевизор ҡабыҙһа ла тыныслыҡ табып, гәзиттә - экранда барған хәл - ваҡиғалар эсенә инеп китә алманы. Тырҫ-мырҫ баҫып ул-был яҡҡа үткеләгән Санияһы ла тынысланырға әмәл бирмәне.
Ошоғаса арыуыҡтан ауыҙына алмаған тәмәке көйрәткәһе, берсә һыуытҡыс ишеге кәштәһенән берәй эшкәлек* араҡы сығарып эсеп онотолғоһо килде. Түрбаш яғында улдары менән һөйләшеп сәй эскән кәләшенән табынға саҡырыу көттө. Тик ул булманы. Ете ятып бер төшөнә инмәгән артыҡ йән күрелеүен ауыр кисерҙе ул. Донъяһына һыпырып ҡул һелтәп ташлап сығып китеү уйы ла тыуҙы. Бер талаштым тип ғаилә емермәйҙәр инде, уйла әле Рәфис, тип ине эске тауыш. Барыбер үҙенең кәрәклеген, ошо донъяла үҙ өлөшөң дә барлығын белгерткеһе килде уның. Тик нисек итеп? Рәфистең был йомаҡҡа мәңге башы етмәҫтәй ине. Бер ҡылтайһа аҙналап түгел айлап үсеккән Санияның ҡылығын да яҡшы белә.
Ваҡыт төнгә буйтым буйлаһа ла, Рәфис ҡулына машинаһының асҡысын ғына алып подьезд тышына сыҡты. Нисәнсе көн ҡарлы ямғыр аҫтында тын ҡалып, хужаһын көткән машинаһын асып инеп ултырҙы. Радио ҡабыҙҙы. Тиҙ генә тыныслыҡ алманы. Ҡолаҡ осонда туҡтауһыҙ "һин - бирән! Үҙ өйөңә хужа бул!"- тигән һүҙҙәр яңғырап тик тора ине. Подъезд подвалында урынлашҡан кибеттән һатып алып һемергән һыраһы ла уйҙарын бер юлға һалыр көскә эйә була алманы. Бары градустан күңеле ебеп, тыуған ауылында ҡалған йәтимһерәгән өйө күҙ алдына килде. Берсә мәрхүмә әсәһе, берсә атаһы өндәшә кеүек ине уға. Әллә радионан ағылған башҡортса йыр ҙа булышлыҡ итте, Рәфис рульгә башын терәп бер талай ебеп тә алды.
Күңеле йомшарып, еңеләйеп, Рәфис кире квартираһына инде. Йоҡо бүлмәһенең ҡыҫыҡ ишеге аша Санияһының:
— Нимә, һөйәркәң индермәнеме, хөрәсән, һин кемгә хәжәт хәҙер, - тигәне ишетелде.
Мөҙрәүе еткәс урамға ҡыуылып сығарылған бесәйҙәй тойҙо ул үҙен. Йоҙроҡ төйөп һуғыу түгел, бер ауыҙ һүҙ ҙә ҡаршы ташламай һәр әйткәнен үтәп өйрәткән хәләленең был шашып аҙарыныуына яуап таба алмай йоҡоһоҙ төн уҙғарҙы ул. Илде дер һелкеткән, әллә күпме ғүмерҙәр өҙгән вирустан бигерәк, Санияһының көтмәгәндә донъя малы бүлешә башлауы шомлораҡ тойола ине уға.
****
Аҙнаға ғына тип билдәләнгән карантин икенсе аҙнаһын да ялманы. Эштән саҡырыу көтөп күҙе тонған Рәфис түҙмәне, кәләшенең бер ҙә ипкә килмәүенә эсе бошоп еңелсә кейемдәрен алып ауылына юл алды.
Өй аша тиерлек буш өйҙәре суҡайған ауыл урамдары ҡаршы алды уны. Шомлолоҡ бында һиҙелмәй. Ҡаланан ныҡ алыҫ ятҡанға халҡы ла ҡәҙимгесә ауылса ғүмер һөрөп ятҡан көнө. Ят бейек аҡ машинаның урам буйлап килеүенә туҡтап ҡарап ҡалған ауылдаштарына Рәфис тә текләй. Һай, онотолған! Аҙмы-күпме, әммә егерме йылллап ғүмер үткән шул был ауылдан ситтә. Ҡайтмағанына ла өс йыл тирәһе барҙыр. Барҙыыр!
Ҡасандыр урыҫ ҡапҡалы, семәрле ҡапҡаслы тәҙрәле өй буйтым ергә һеңешеп, әммә үҙ йәмен һаҡлап ҡалғанға маһая биргәндәй ҡаршы алды уны.
Тәҙрә өлгөһөнән эйелеп әсәһе ҡарар ҙа, ауыр ҡапҡаны шығырлата биреп асып атаһы баш һонор һымаҡ тойолдо. Әммә бер кем юҡ, бер кем ҡаршы алмай ине уны. Тегендә лә бер кемгә лә кәрәге бөткәндәй хәҙер. Ямғырға шешенгән ҡапҡа юҡҡа бимазалайһың тигәндәй ауыр ыңғырашып асылды. Ҡар һыуҙары ағып йырғыслағандан ҡалған эҙҙәр бар урам эсен сыбарлаған. Хас та йыйырсыҡлы йөҙ кеүек ине ер өҫтө. Солан ишегендәге тутлы оло йоҙаҡ та һис инәлтмәй туғынын һалды.
Эске тулҡынланыу менән өй ишегенә үрелде Рәфис. Ҡаршыһына әсәһе, дүрт апайы килеп ҡосаҡ йәйер кеүек ине. Мыйыҡ аҫтынан йылмайып атаһы ҡул һонор һымаҡ күренде. Тик һалҡын, дым еҫе бөрккән өй буш ҡаршы алды уны. Шулай ҙа үҙ бишеге бәүелгән йорт берҙәй яҡын, күңел яраларына ял бирерҙәй тыныслыҡҡа бай ине. Тыштан ҡоро-һары табып мейесенә ут тоҡандырып, урамдарындағы сиртмәле ҡоҙоҡтан ҡомған менән һыу һоҫоп плитәһенә сәй ҡуйҙы. Бала саҡ эҙҙәрен эҙләп һыу буйҙарын да барып ураны. Элеккесә бала саға тауышынан гөрләмәй икән үҙән, һис бер кем юҡ. Малайҙар менән кәмә йөҙҙөргән йылға бөгөлө лә шып - шым. Ҡар һыуы ла хәҙер самалы, элек тау битләүендәге өйҙәрҙең баҙына ингәнсе һыу ҡалҡа ине, шишмәләй генә сылтырай, тип кисәгене бөгөн менән сағыштырып та өлгөрҙө. Оҙон юлдан һыныҡҡан тәне, сәйләп алғас тамам ауырайып әҙерәк ятып алды. Уты күптән өҙөлгән өй эсенә төшә башлаған эңер ҡараһына шәм хәстәрләп ҡуйҙы. Келәт эсендәге торбалы шәм кәрәсинле лә ине.
Бәйләнеш һәйбәт булһа ла, Санияһының уның ҡайҙалығын һорап бер шылтыратмауы ғына йәнен үртәне. Ысынлап та артыҡ йән күрәме икән ни? Бығаса нисек һиҙмәгән һуң Рәфис? Эш тип сабып, хыялындағы аҡ карапҡа юл ярып, икәү ара мөнәсәбәттәрен көйләргә онотолоп киттеме ни әллә?
Юл һуҡһа ла, йоҡо әҫәре һис эленмәне күҙенә. Мендәрендә ҡырҡ әйләнеп уйламаған уйҙары ла ҡалманы шикелле. Яҙ миҙгеле булһа ла, төнгә ҡарай ер-һыу туңып, өй иҙәненән дә ер һыуығы килеп торғандай ине, Рәфис нисек кенә юрғанын ҡымтып ябынмаһын, барыбер дерелдәтеп өшөттөрөп ҡалтырандырҙы. Тәне түгел, гүйә йәне үҙе әрнеп өшөй ине уның. Машинаһы багажнигында әллә ҡасандан бирле ятҡан ике шешә араҡыны иҫләп сығып индерҙе. Торбалы шәмен яндырып, өҫтәл ситенә кәсә менән шешәһен ҡуйып үҙе лә ултырҙы. Ҡойма ямғырлы көндәрҙә аталары мәрхүм көтөүҙән өшөп ҡайта ла, йылыналмаһа ошолайтып өҫтәл ситенә генә кәсә терәп әсәһенең мейес артында әсегән балынан әҙерәк һемереп ята ине. Юрған осон ҡайырып ҡына атаһының бит йөҙөн күҙәтә ине бәләкәй Рәфис. Атаһы ике кәсәне бушатыуға ике бит алмаһы ҡыҙарып, ауыҙы йырылып йәйелеп киткәнен әле лә хәтерләй. Аҙаҡ арып-талып ҡайтыуына ҡарамай һәр биш балаһын юрған тышынан тупылдатып һөйөп яратып сыға ине. Йоҡлағанға һалышып иркәләй ине Рәфис...
Эсенә төшкән зәһәр уттан ысынлап та йылынғандай булды. Тәүге кәсәһе йылыныр өсөн булһа, артабанғыларын ни сәбәптән эскәндер, билгеһеҙ. Үҙен яңғыҙ түгел, еңеүсе итеп тойҙо Рәфис араҡы шауҡымында. Бер шешәне йығыуына икенсеһен боҙҙо. Тик таң һыҙылыуға ғына өҫтәлгә башын терәп серем итте. Серем генә итте. Уянды ла, тағы ла бүҫкәк шешәһенә йомолоп зиһенен сыуалтты. Ҡайғырманы, иламаны ла, шулай булырға тейеш һымаҡ күреп, сығып ауылдаштары күҙенә күренеп эсергә эҙләп алды. Аулаҡҡа эйәләүселәр ҙә табылды... Ике генә көнгә, әҙерәк күңел бушатырға тип килгән Рәфис, ауылында дүртенсе көндө лә оҙатты. Кейем элгестә элеүле кәстүме кеҫәһендәге телефон да, "көсө" бөтөүгә иңрәп сипылдап-сипылдап, бер кем ҡулға алмағас өнөн тыҡты. Санияның көнөнә әллә күпме шылтыратып эҙләүен дә "әйтә" алманы шуға ул. Өй һалҡыны ла, өҫтәлдә аш-һыуҙың һығылып тормауы ла иҫен китәрмәне уның. Өшөмәне, асыҡманы ла... Ихлас әңгәмәсе булған, әшнә ауылдаштары булыуы ла еткән ине уға. Хыялды ысынбарлыҡ итергә тип әүәлдән йыйнаған иҫәпте лә, тинләп-һумлап ҡына түгел, меңәрләп "һурҙы". Бала саҡтан хыялында йөрөгән аҡ карабының бөгөн килеп бөтөнләй офоҡ артына инеп, мәңгелеккә тип хушлашып әсе гудок биреүен дә шәйләмәне Рәфис. Шәйләмәне, сөнки ул үҙе лә икенсе тарафҡа юл алырға йыйына ине... Бишенсе көн таңында Рәфисте ап-аҡ тиҙ ярҙам машинаһы ҡала үҙәгенә ашыҡтырып сапты.
Күк томан араһында аҙашып иҫе инәле-сығалы булып әжәл менән ҡырталашҡан ир дауаханаға барып етмәҫтән үк йән бирҙе. "Ғабдулхаҡтың Рәфисе ҡырҙа эштәй тиҙәр ине ул. Күп булһа анау вирусты йоҡтороп та бында ҡайтып йығылып ятып эскән инде. Аниһа, нишләп бығаса бер ҡайтмаған ?" - тип шыш-быш һүҙ йөрөттө ауылдаштары уның хаҡта.
Бөттө! Китте Рәфис... Яман вирус түгел, алама ғәҙәт уны һәләк итте. Мәңгелек йортҡа оҙатып, ер-һыу булып түгелеп илаған игеҙәк улдарын, әсе үкенестәр менән тереләй янған Санияһының күҙ йәштәрен ул күрмәне. Бала сағынан аҡ карапҡа ултырырға хыял иткән ирҙең ап-аҡ кәфенлеккә ураулы кәүҙәһен дә зыяратҡа Муллахмәт ҡарттың аҡбуҙ аты илтте. Ҡап-ҡара ер ҡуйыны мәңгелеккә үҙенә ул итте уны.
Ҡайҙандыр алыҫтан, гүйә Рәфистең хыялы диңгеҙендә йөҙгән аҡ караптың әсе һыҙғырыуылай булып, йөрәктәргә үткәреп әрнеү һалып, бейектән һауанан торналар тубы тауышланып үтте...
Читайте нас: