" ... Ирем менән минең тәүге һүҙгә килешеүебеҙ класташтар осрашыуынан ҡайтып килгәндә булды.Ғәҙәти генә ҡиәфәттә руль артында килә ине ул. Башта үткән осрашыу тәьҫораттарым, кисерештәремде һөйләүемде шым тыңланы. Артыҡ һүҙ ҡыҫтырмай, мәктәп йылдары хаҡында теге йәки был хәтирәләремә лә ирен сите менән көлөп барҙы.Тик ярты юл үҙ ҡалабыҙға етергә ҡалғас, ен алмаштырғандай иремдең бит-йөҙө тиртеп, тамырҙары ҡалҡып, һөйләшендә миңә ҡарата әсе һүненеү, екеренеүҙәре артты.Аптыраным. Өндәшмәнем. Класташ егеттәр ни тиклем ҡыҫтаһа ла, йотом да тотмағанына ҡыуанып ҡуйғайным да...Әллә күрһәтмәй генә әҙерәк эсте микән, әллә берәйһе сәйенә йә һутына араҡы ҡойҙомо тигән уйҙар зыулап үтте баштан. Эскән хәлдә лә, нишләп миңә төшөрә көсөн?Бер мәл, сәбәпһеҙ һәр үткән машинаға ла һүгенеп барған иремде тыныс тыңлап барыуҙан ялҡып :- Нимә булды? Ниңә енләнәһең?- тип һорап ҡуйҙым. Минең һорау гүйә тулы тиҙлектә барған машинаның тормозына ҡаты баҫыу кеүек булды. Һауала асфальт һәм тәгәрмәстең ҡаршылығынан әсе сыйнау ауазы яңғыраны.- Сыҡ! Сыҡ, тышҡа!Иремдең миңә уҫал ҡарашта әйткән талабы ине был.Күҙ алдымдан киноларҙа булған ошондай осраҡ кадры үтте.Нишләр? Мине ташлап китергә уйлаймы әллә? Ни өсөн? Ә өйҙә ҡалған балалар?- Нимә булды? Аңлат?-тип инәлдем ишек тотҡаһына йәбешкән көйө йөҙөнә эйелеп.- Сыҡ тинеләр һиңә!Ҡаршылашыу урынһыҙ, тыңлаштым. Сыҡтым тышҡа. Минең арттан ишеген ғоплата ябып үҙе лә сыҡты.- Әйт әле миңә бисә... һинең һөйәрең инеме был ихлас оҙатып ҡалған ерән баш?Боҙло һыу менән ҡойонғандай, тәнем йәнем менән ҡуша ҡалтыраны.- Һин... нимә?Тауышым ҡалтыранып, яһил йыртҡыс ҡиәфәтендә күҙҙәремә текләгән, кисә генә мин яратҡан ир заты алдында һүҙ ҙә әйтә алмай күҙ йәшемә баттым.- Нишләп улай ти...һең?! Мин бит һине генә...Ҡолаҡ төбөмә гөп итеп ниҙер килеп ҡаты һуғылғанын, башым зыр әйләнеп, ауыртыуға сыҙамай, ҡойма башынан ауғандай юл ситенә тәкмәскәнем һиҙҙем. Зыңңң! Башта бары тик бер ауаз : зыңңңңң...Бер аҙҙан ҡолағыма эргәлә генә ҡыштырлап асфальт ташының туфли табанынан иҙелгәне ишетелгәндәй булды. Ҡуш ҡуллап зыңлаған башты, унан ҡолаҡты тотоп күҙҙе асам.- Нимә килештереп ятаң! Тор!Күрмәгәнеңде күрһәтермен, бының был яғына, әртис!Тор тине, тимәк торорға кәрәк. Үҙемдең кем ҡулынан йығылғаным саҡ шылды аңыма. Илағы килә, тик түҙәм.Юл өҫтөндә аяҡтарын тарбайта баҫып миңә һөҙөп ҡараған иремә табан, өҫкә күтәреләм. Ҡыйын. Ауыр. Баштағы зыңлау тауышы китмәй һаман.- Йә, әйт дөрөҫөн?! Миңә тиклем шул ерән баш менән булдыңмы?- ...- Әйтәм ихлас ҡунаҡ итеп маташты. Шундуҡ һиҙҙем мин һеҙҙең уйынды. Мине эсереп йоҡлатмаҡ булғайнығыҙ ҙа, килеп сыҡманы, шулаймы?!Мдәәә...Һүҙ әйтеү утҡа май һирпеүгә тиң был осраҡта. Шым ғына машина ишеген асып инеп ултырҙым.Тәмәке көйрәткән ирем бер аҙҙан кире рульгә ултырып юлды шым ғына дауам иттек...Иремдең Ерән баш тигәне минең класташ егет ул. Биш йыл бер парта артында ултырып уҡыған, яҡын ғына инәйемдең улынан ирем көнләште. Ихлас ҡунаҡ итте шул ул беҙҙе осрашыуҙа. Беҙҙе генә түгел, һәр һабаҡташын шулай хөрмәт итте. Минең юлым ауылға бик һирәк төшкәнгә, ҡайтыр саҡта мәрәкәләп һығып ҡосаҡлап хушлашҡайны. Ирем шуны аңламаны, тимәк көнләште...Янъялдарҙың башы ғына булған икән был. Аҙна һайын, ай һайын тиерлек, бығаса күҙгә күренмәгән сәбәптәр сығып, һүҙгә килешеүҙәр артты. Хатта теге ерәнбаштың беҙҙең ғаиләгә ҡыҫылышы барлығын да уйлап сығарыуға алып килде янъял.- Ярай, әйт, малай уныҡымы?- тип ҡуйҙы бер көн аҙағында ирем.Мине тамам алйыта һуҡмалы ине был һүҙе уның.- Етәр әле шул көнләшеүең! Нисек инде малай уныҡы булһын? Ҡасан яралып, ҡасан тыуғанына тиклем беләһең бит?!- Хәйләләшмәәәә! Ә нишләп малай сеп - сей һары тогда? Мин бит ҡара! Ә тоҡомда ерәндәр юҡ!- тип еңмешләнде емерек йөҙ.Торған еремдән ултыра төштөм. Ярай артымда ултырғыс ине.- Бына эш ниҙә икән?! Ышанмаһаң үҙеңдеке икәнгә, әйҙә днк эшләтәйек?- тип ҡараным.- Кәрәкмәй миңә бер ниндәй ҙә анализдарың! Күҙемә ҡарап әйт тә дөрөҫөн, ҡотол!-булды яуап.Ҡотол? Нисек ҡотол? Бүтән бер бер ҡасан да янъял булмаҫмы ла, әшәке һүҙгә ҡойоноуым бөтөрмө ошоноң менән?Күңелемдә сыуалған уйҙар телемдән түгелмәне.- Икмәк өҫтө, ант итәм, һары булһа ла малай һинеке...- Тфү, шайтан! Ярай, әйтмә! Һин - алдаҡсы! Барыбер докажу, атаһы теге ерән икәнде, и больше никаких вам встречь!Бармаҡ янап, шартлата ишекте тыштан бикләп, төнгө сменаға эшкә китте ирем шул кис.Ҡыҙым менән декрет ялында инем. Улым садикка йөрөр йәштә. Төнөн бикле булыу нимә, артабан, көндөҙ ҙә шулай бикле балалар кеүек арыуыҡ йәшәп ташланыҡ. Эштән ҡайтты, енләнде, ара-тирә һуғып та ала ине үҙемә. Түҙҙем, тынысланыр тинем, көттөм. Төрлөсә ярашыу юлын эҙләп, асылып һөйләшергә йөй эҙләнем. Бикле йоҙаҡ кеүек һис бер асҡыс та ярата алманым ләкин. Бәлки бер ҡасан онотолор ҙа, ирем элекке һөйкөмлө ҡиәфәтен кире алыр тинем.Инсульт кисергән атайыма, давлениенан саҡ йөрөгән әсәйемә лә бер ни белгертмәнем. Эстән һыҙҙым, ҡайғырҙым. Сихыр, әллә боҙом һалдылармы арабыҙға тип, өшкөртөлгән тоҙҙо йыуынған ваннаһына һибеп тә ҡараным, файҙаһын күрмәнем.Йыш ҡына нимәһендер еткерә һалмай икмәк баҫа, буш сәйнүкте ҡайнатырға утҡа ҡуя инем. Барыһы ла күңелем хафалы, уйлы булғанға шулай ине.Ғаиләлә тыныслыҡ бөтөүен балалар ҙа һиҙҙе, ялтлап торған улым үҙ мөйөшөнән сыҡмаҫ, ҡыҙым төндәрен илап уянып, бәүел тотмаҫ булды.Ҡайҙан һүҙ табырға белмәй мәктәп йылдарында төшкән рәсемдәрҙе тентене ирем.Бына бында уң яғыңда тора ерәнбаш, быныһында артыңда, ооо, экскурцияла етәкләшеп кенә икән һеҙ икәү, тип мыҫҡыллы йөҙҙә фотоларҙы һалмалыҡтан тураны.Ул -йыртҡыс, мин-ҡорбан ҡиәфәтендә инек.Көнләшеүе ләлки һүрелер тип үҙ үҙемде ҡарамаҫҡа, тәрбиәләмәҫкә лә күндем. Бөҙрәләнеп торған ҡара сәстәрем юлаҡланып ағарып яулыҡ аҫтында ҡаты бәйгә төйөлөп, ҡыйғас ҡаштарым ҡуйы "урман" эсендә "аҙашып" ҡалды, ә ынйы бөртөгөләй теҙелгән ап-аҡ тигеҙ тештәрем үҙенән үҙе шартлап һынып төшөп аптыратты.Төндәрен йоҡоһоҙ, һәр саҡ уйлы йөрөүем йөрәгемә энә булып ҡаҙалды.Магазинға сыҡһам, тәҙрәнән йә балкондан күҙәтеп, теге күрше һиңә ни тине , анау ир һүҙ ҡушты түгелме, һин нишләп уға һаулыҡ һорашаң, тип һорау артынан һорау теҙҙе.Элекке, класташтар осрашыуына тиклем бергә йәшәгән иремде һағындым. Ни тиклем тиҫтерҙәремде һағынһам да, ошо осрашыуға ҡайтыуыма мең-мең үкендем...Икәү-ара булған низағты ҡайны ҡәйнәмдәр ҙә һиҙҙе. Киленегеҙ шулайыраҡ булған, белмәгәнмен, тип минең алда минең йөҙҙө йыртып рисуай итеп маташты. Аҡланманым. Ышандылармы ололар, кем белһен...Түҙемлектең сиге лә була икән.Элекке эшемдә бер әхирәтем бар ине. Шуның телефон номерын табып бар хәлемде һөйләнем. Йәлләне ул мине, башта һөйләгәндәремә ышаналмай торһа ла. Икәүләп бер төн сығыу юлын эҙләнек...Әгәр мине башҡа тупһала тап итһә, билләһи муйынымдан бороп һығыр ине кеүек ирем. Күҙ алдына килтереп ҡурҡтым. Балаларым етем ҡалырын уйлап ҡалтырандым. Шулай ҙа яйлап ҡына иң кәрәкле әйберҙәрҙе ҡул аҫтына йыйып, әҙерләндем. Әҙерләндем дә, әле мин төйнәгән әйберҙәрҙең береһе лә кәрәк түгел, бары тик ике балам ғына иң ғәзизе икәнен аңлап, ике баламды ике ҡуйыныма тығып, тиҫтә йыллап ғүмер һөргән өй тупһаһын ашаҡланым. Мәңгелек өсөн түгел, ваҡытлыса аулаҡта ҡалһа, уйланыр, тәүбәһенә килер тип уйланым иремде.Әхирәтем ирһеҙ ине, унда һыйындым. Тыныс, аулаҡ булһа ла, төндәрен бына-бына ишек шаҡып мине һорарҙар кеүек тертләп яттым. Босоулы йөрөү касафаты хәтерем дә нығынып юйыла барҙы. Тиҙ генә ҡайҙа ни һалғанды оноттом.Күҙ алдымдан пыр туҙып мине эҙләгән ир ҡиәфәте китмәне. Төшөмә бысаҡ, йә башҡа осло әйбер тотоп инеп ҡурҡытты. Һаташтым, быҫтыҡтым..." "Миңә ун бер - ун ике йәштәр тирәһе булғандыр ул мәл. Йәй көнө, көн дә кистәрен ҡыҙҙар менән ҡаршылағы тау үҙәненә көтөү ҡаршыларға сыға инек. Күмәк кенәбеҙ, малай-шалайҙар ҙа ҡушыла, йәш еңгәләр, әбей-һәбейҙәр, бәләкәс кенә ауылыбыҙҙың гүйә яртыһы тиклем шул үҙәндә көтөү ҡаршылай ине.Беҙ, ҡыҙҙар, яҫы таш битенә ултырып, тағып сыҡҡан биҙәнгес-төҙәнгестәребеҙ менән маҡтаныша инек. Бер мәл, Динара исемле еңгәй, беҙгә пластик сымдарҙан (проволка) беләҙек үрергә өйрәтә башланы. Буйға тәбәнәк кенә, үҙе сос еңгәбеҙҙең оҫталығына иҫебеҙ китеп һәр көн көтөү ҡаршыларға кеҫә тултырып төҫлө сым тейәп сығыр булдыҡ. Ағайҙарым менән атайым ботарланған матай детальдәре өсөн әрләп тә бөттө, ныу өйрәнге килгәс, ҡалайтаң, әрләүгә лә түҙҙем.Бығаса үҙебеҙсә сырмап-сырмап бармаҡҡа балдаҡ өйрөлтһәк, был өйрәнгән беләҙегебеҙ яҫы ла, матур ҙа килеп сығыуы менән ҡыуандырҙы. Яңылыштыҡ, буташтыҡ, һүтеп кире башланыҡ, тик бөтә алмай ҡалдыҡ, бер көн Динара еңгәй көтөү ҡаршыларға сыҡманы ла ҡуйҙы.Эше күптер, һыйыры үҙе ҡайталыр бәлки, тип һәр көн һыу юлына төшөүен дә ҡарауылланыҡ. Тик еңгәбеҙ ер йотҡандай юҡҡа сыҡты. Ҡыҙҙар менән көтөү юлына Рәлиф ағайҙарҙың өйө ҡаршыһынан да урап барып ҡараныҡ, юлыбыҙға еңгәй осраманы.Аҙаҡ ҡына ишеттек, Рәлиф ағабыҙ Динара еңгәйҙе айырған икәнен. Балалыҡ аңына етә ултырманы был хәбәр. Нисек инде айырған?Кис ҡапҡа төбөнә ултырмаға йыйылған инәйҙәр ауыҙынан яҙа- йоҙа ишеткән хәбәр хәл айышын әҙерәк асты. "Ир бит ул, бала һорай инде, исмаһам берәү генә булһа ла балалары юҡ бит. Бала бәйләй, бала тошаулай кешене. Ҡалайтаң, яҙмыштары башҡа инде..."- тине бер әбей.Буйға беҙҙең кеүек кенә Динара еңгәбеҙҙең ни өсөн тау үҙәненә көтөү ҡаршыларға сыҡмауын саҡ төшөндөм дә, йәһәтләп әхирәттәргә лә һөйләп сыҡтым. Үрелеп бөтмәгән беләҙегебеҙ ҡолас йәйеп берекмәй ятып ҡалды. Нисек тоташтырырға өйрәнеп өлгөрмәнек. Йәл...Ниндәй матур, үҙе оҫта еңгәйҙе ҡайтарып ебәрҙе бынау Рәлиф ағай, эшкинмәгән, тип ҡыҙҙар менән ағайыбыҙҙы яттан һүктек, хатта күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттек...Бер аҙҙан онотолдо ла кеүек барыһы ла. Үрелеп бөтмәгән беләҙек тә, Динара еңгәй ҙә хәтер төбөнә инеп ята барҙы.Бер-ике йыл тирәһе ваҡыт үткәс, Мәхмүт ҡоҙоғо юлында Рәлиф ағайҙың яңы еңгәй менән һыуға барыуҙарына шаһит булдым. Атлап барған аҙымдарымды яйлатып, мөхәббәтле парға бер аҙ һоҡландым да, шул мәлдә үк хасил көнләшеүемдән шып туҡтаным. Бына кемгә алмаштырған икән Рәлиф ағай Динара еңгәйҙе!Үҙе баҫып айыртҡандыр әле!Бер береһенең күҙенә инерҙәй булып хәбәр һөйләшеп, еңгәй кешенең һыу буйын яңғыратып көлөүен килештермәнем. Минең өсөн Динара еңгәйҙән дә һылыуы, унан да һомғоло һәм оҫтаһы юҡ ине. Ярай әле ағай бар янында, былайһа йүгереп барып еңгәй кешенең биҙрәһенә, йә битенә услам тупраҡ һибеп китергә лә иҫәп бар ине минең.Ҡоҙоҡ яғына юлды урау алып, йылғаға төшөп ярҙан аяҡ тығып уйнап ултырып, улар ҡайтҡас ҡына һыуға барҙым. Өйгә ҡайтҡас та, күҙ алдымдан күргән күренеш китмәй торҙо. Нисек тә Динара еңгәй өсөн үс алғы килде.Уйламағанда, тағы ла шул һыу юлында юлдар киҫеште теге яңы еңгәй менән. Был юлы һыу юлында ағай юҡ ине, ә етәгендә һап-һары бөҙрә сәсле ҡыҙсыҡ ине уның.Ҡояш нурҙарында үтә күренмәле булып йылтыраған сабый сәстәренә, берсә яп-ялтыр биҙрәләренең ҡояшҡа сағылйыуына күҙем алмай ситтән ҡарап торҙом.Эстән генә уй төйнәйем, нисек үс алырға?Бер аҙҙан, биҙрәләрен йылғаға сайып, ҡоҙоҡҡа эйелгән еңгәй ишетерлек итеп :- Эй! Бысраҡ биҙрәңде тыҡма беҙҙең ҡотоҡҡа! - тип ҡысҡырҙым ярҙан тороп.Йөҙөн турайтып, минең яҡҡа ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып ҡараған еңгәйгә тағы ла "батырланып" әр һиптем :- Рәлиф ағай һине яратмай! Ул Динара еңгәйҙе ярата! Белдиш!Ҡайтып кит һин лутшы! Эс үҙеңдең ҡотоғоңдоң һыуын, ә был ҡотоҡ беҙҙеке!Йылмайып ҡараны ла еңгә кеше, бер ни өндәшмәй һыуын көйәнтәләп үҙҙәре яғына табан ярға күтәрелде.Абалап сыҡҡан сәүек эт кеүек "өрөп" ҡалғы килде тағы. Эстә ниҙер, "әйҙә, әйҙә ишеү!"- тигәндәй ҡоторта ине.- Әй, нимә өндәшмәйең?!Телһеҙһең мәллә?Һәлмәк кенә биҙрәләр бәүелеүен көйләп атлаған, етмәһә етәгенә ҡыҙ алған еңгә кеше бер боролоп минең яҡҡа ҡараны ла, тыҡрыҡ буйлап үргә атланы.Йәйҙәрен ҡаланан урыҫ малайҙары ҡунаҡҡа килһә, беҙ, ауылдыҡылар, үсекләп бер таҡмаҡмы әйтә инек, әле һары сәсле ҡыҙсыҡ артынан ҡарап ҡалып, ниңәлер шундуҡ тел осона шул килде лә, сығып та "осто":Урыҫ, урыҫ, уҫырған,Ыштан төбөн тултырған...Үҙемсә үс алдым тип ҡәнәғәт ҡайттым өйгә. Был үс алыу бер генә түгел, бер нисә тапҡыр булды, һис юғы тел күрһәтеп үсекләп булһа ла ҡалдым. Еңгәй кеше бер һүҙ өндәшмәй, китеү яғын ҡарай ине гел.Бер көн уҡыуҙан ҡайтһам, өләсәйем килгән беҙгә. Минең өҫ кейемемде һалып сәй эскәнемде шым ҡарап ултырҙы ла:- Балам, нишләп улайтып Бибиәсмә инәңдең яңы килгән киленен йәберһетәһең?-тип ҡуйҙы.Мдә-ә-ә, эләгә тимәк сыбыҡ хәҙер, тип эстән уйлап, өндәшмәй генә сәй һөрпөлдәтәм.- Улайтма бүтән, аша һөйләшеп өйрәнмә. Мин улай булмам тийеү ярамай, хаҡ яҙмышыңды алдан күреү юҡ, белеп булмай бит, балам... Илгәҙәк кенә килен ул, ғәфү үтен. Еңгәй тип ебәр, йылы һүҙгә ни етә?! Бала эйәртеп сит ергә ерегеп китеүе анһат түгел, етен һары сәсле булһа ла, ҡыҙы урыҫ түгел ул уның, күр, шатырҙатып башҡортса һөйләшә, һин уны урыҫ тигәнһең, ояа-а-ат...Булһа әгәр, еккә һыйып инеп ҡасыр инем, саҡ сәйемде һемереп бөттөм. Ҡаршы һүҙ әйтермен тимә! Тауышын күтәрмәй "йырлап" ҡына аҡыл күндергән өләсәмә баш күтәреп тә ҡарай алмай төпкө бүлмәгә саҡ ҡастым...Әхирәтемдә уҙғарған икенсе төндө керпек тә ҡаҡмай бала сағымда ҡалған ошо ваҡиғаны иҫләнем. Ысынлап та, Хоҙай, тороп тор балам, һиңә лә бирермен етен сәсле бала, тигәндер ҙә, бәлки. Яҙмыш, ысынлап та, мин тигәнсә генә бармай икән шул...Нишләргә? Ике бала менән әхирәтең ҡыйығында күпме йәшәрһең, тип һорау бирҙем үҙ үҙемә.Көн кисләп, тәҙрәгә эңер ҡараһы ятҡас, ишеккә кемдер туҡылдатты.Әхирәтем ҡыйыу, күҙсек аша ҡараны ла, ирем икәнгә ишаралап, ни тиклем асма тип инәлһәм дә, бикте асты.Ҡулына ике башҡа күстәнәс тотоп бер ни булмағандай йылмайып ирем тупһа ашатланы...Сәй артында әхирәтемдең тетеп әрләүҙәрен тыныс ҡына. ғәйепле йөҙҙә ҡабул итеп, килешеп баш һелкеп ризалашҡан ирем, ике көндә нисек тә үҙгәрҙе тип танымай ултырҙым. Күпме ҡаршылашмайым, күндерҙе, кире ҡайттым.Ысынлап та, яңғыҙлыҡта ҡалыу килеште ахры, тип ҡыуандым эстән. Тормошобоҙ һәүетемсә дауам иткән кеүек булһа ла, ике арала ниндәйҙер һалҡын бушлыҡ барлығы һиҙелде. Ҡурҡыныс төш кеүек үткән низағтар иҫкә төштө.Йыл самаһы арауыҡтан тағы ла ҡул күтәреү, йәберһетеүҙәр башланды. Ҡайтҡаныма ҡабаттан үкендем. Илап - илап хәлемде ағайҙарыма һөйләнем. Улары: "беҙ һеҙҙең араға ҡыҫтырылып минауат була алмайбыҙ, балаларығыҙ бар бит, шуларҙы уйлағыҙ"-тийеүҙән үтмәне. Еңгәләрем бөтөнләй шәп серҙәш булды, " һылыу бисәләргә туҡмаҡ эләгә инде ул"- тип ҡуйҙы.Ҡунаҡҡа килгән ҡәйнәмә лә аулаҡта ҡалып өндәштем, "ҡайның ғөмөр буйы ҡаҡты, иҫем дә китмәне, ир булғас әҙерәк була инде уныһы ла"- тип улы яҡлы булыуын белгертте.Тик әсәйем генә, "уй, балам, имгәтеп ҡуймаҫ борон әллә айырылаңмы?"- тине.Айырылыу... Әйтеүе генә анһат. Ҡайҙа барырмын? Кемгә һыйынырмын? Эш табырмынмы яңы урында?"Улым аҡсаны күп алғас, килен ике күҙе күктән сыҡмаһа ла риза"- тип ҡәйнәмдең ауылға ҡайтҡас әйткән һүҙен еткерҙе етеҙ еңгәләр.Күҙ генә нимә, күңелем күгәрҙе, ғүмерем күмһене минең...Инде сығып олағалһам, бүтән ер булып түшәлеп инәлһә лә ҡайтмайым, тип үҙ үҙемә анттар бирҙем." Әллә түҙәйем микән, әллә үҙгәрмәҫме, тип тағы ла йыл самаһы ваҡыт үткәрҙем. Көҙгә улым уҡыуға барырға тейеш ине. Эш хаҡын әллә йәшерә, әллә ысынлап "ҡырҡтылар", мәктәп кәрәк ярағы алырға бер тиндә бирмәҫкә булды. Инде онотолдо тигән "ерәнбаш" тарихы ла кире ҡалҡты.- Үҙ атаһы кейендерһен! Ритатай һикереп йөрөгәнсе балаһын ҡараһын!- тип ҡуйҙы.Уҡыуға барам тип үрһәләнеп ҡыуанған улымдың күҙҙәре мөлдөрәп түбәнгә төштө был һүҙҙәрҙән. Ҡайнар күҙ йәштәремде түгеп һары сәстәренән үбеп йыуаттым- Борсолма балам, үҙем һау саҡта башҡалар күҙенә ҡаратмам, илама, барырһың уҡыуға... алырбыҙ барыһын да...Уҙған юлы эшләгән хатамды ҡабатламаҫ өсөн, икенсе сим карта һатып алып, тағы ла әхирәтем ярҙамында ҡасыу ойошторҙоҡ.Әхирәтем ярҙамында ҡуртымға бүлмә алып, төнө менән күстем шунда. Тәнемдәге бар йәберһетелеү эҙҙәрен күрһәтеп хоҡуҡ органдарына ғариза яҙҙым. Үҙем һаман ҡурҡтым, ҡалтырандым. Ирем бына бына бер мөйөштән килеп сығыр ҙа, муйынымды һығырҙай ине.Тәүге осорҙары көндөҙҙәрен урам һепереүсе, төндәрен "сиделка" булып эшләп, осон - осҡа ялғап маташтым.Ярамһаҡтар менән тулған донъя иремде миңә алып килде. Ғариза нимә инде уға, аҡсаһын һалған да ҡотолған тимәк. Эҙләүсе, һорашып төпсөнөүсе лә булманы.Ҡаршыма баҫҡан үҙ иремдән үҙем ҡурҡыуҙы еңергә әхирәтем бер аҙ өйрәткәйне. Бар көсөмә ҡыйыулығым йыйып, айырылышыу хаҡында һүҙ ҡуҙғаттым. Инәлде, ялбарҙы, башҡаса бындай хәл булмаясаҡ тип мең тәүбәһен әйтте. Һулҡып һулҡып сәнскән йөрәгем, тыңлашма, тыңлашма, тип тибә ине. Йөрәгемде тыңланым.Бергилке суд ултырышына килмәй, ризалығын бирмәй аптыратты. Алимент тип ҡурҡты ахры.Ә мин унан бер тин дә алырға теләгем юҡ ине. Имен генә ҡотолоуымды ла оло бәхеткә тиңләнем.Балалар баҡсаһында эш урыны бушап, шунда урынлаштым. Ҡыҙым үҙем менән, улым уҡыуында булды. Күңел бер аҙ урынына ултырғандай булһа ла, балаларым атаһының ҡыҙыу холоҡло булыуы һиҫкәндерҙе."Ныҡ тор, ебемә!"- тип әхирәтем дә "тура" баҫырға өйрәтте.Ата әсәйем, әхирәтем ярҙамында үҙ мөйөшөбөҙҙө булдырҙыҡ. Таныған кешеләрҙең: "бынау Кем Кемдең бисәһе коммуналкаға килеп йәшәп ята, ай-һай, арты шыр булғанға шулай ҡасҡандыр"- тигән һүҙҙәрен дә шым күтәрҙем.Бығаса ла, ҡәйнәмдең : "утһыҙ төтөн сыҡмай, килендең үҙенән булған икән сәбәп" -тигән һүҙен үҙ ҡолағы менән ишеткәйнем.Түҙҙем. Тыныс тормош өсөн әллә ниндәй нахаҡ һүҙҙәргә лә ҡойонорға риза инем...Ниһайәт, алты ай тигәндә саҡ законлы айырылышыу булды. Балаҡайҙарым, тип ураған һайын бүләк күстәнәсен тейәп аталарының килеүен генә үҙ итмәнем. Тыйғым да, күргем дә килмәне.Мин кейәүгә сығам, килмә башҡа, тип алдап ҡайтарҙым бер көн үҙен. Йөҙө боҙолоп, йоҙроғо төйнәлеп ишек яҡтауын һуғып тупһамдан ашаҡланы ул. Балаларҙы мин тыйманым, күңеле ҡалған улым атаһы ҡуйынына әллә ни ынтылмай ҙа ине, ә бына ҡыҙыҡай бүләккә-күстәнәскә тиҙ алданды. Хас та үҙем...Ни генә тимә, тормош дауам итте. Йүнле булһа ирһеҙ булмаҫ ине, тигәйне ирем ҡасандыр әхирәтемде, ул да кейәүгә сыҡты. Мәле етеүе шулай булғандыр.Йыш ҡына квартал мөйөшөндә мине ҡарауыллаған элекке иремдән ҡасып, мин дә яҙмышымды ҡабаттан һынап ҡарарға булдым. Балаларым өсөн борсолһам да, сыҡтым кейәүгә.Һәүетемсә генә барҙы кеүек беҙҙең тормош. Тәүге ҡәйнәм генә юҡ юҡта һорауһыҙ ниһеҙ беҙҙең тупһаны ашаҡлап ыҙаланы.Айырылышыуыбыҙ сәбәбен гел миндә күргәс, сыҙамлығым сигенә сығып:- Ҡәйнәм, белер белмәҫ көйө мине яман күреп йөрөйһөң, улың бит малайыбыҙҙың һары сәсле булыуын сәбәп итеп янъял ҡуптарҙы, -тинем.Ауыҙына һыу уртлағандай шым ҡалғандан һуң:- Һуң, минең ҡәйнәм сей һары булды бит?! Шыуаш булған, ҡайным әрмейәнән ҡуша апҡайтҡан, аны ни белә ине шикелле ул, - тип ҡуйҙы.Кемдән зат ҡыуғанды һуңлап төшөндөрөүҙән ни фәтеүә?Арба күптән ватылған...Иң тетрәндергәне алда булған икән әле. Икенсе иремдең ауылына көҙгө һуғымға ҡайттыҡ. Ҡәйнәмдәр ҡаҙ йолҡорға саҡырҙы. Ярты ҡартайғас өйләнгән ҡустыларының килен алып ҡайтыуына аптырашҡан туған тыумасалары энәнән алып ебемә тиклем мине тетеп күҙ уңынан үткәрҙе. Һыу буйына ҡаҙ йыуырға төшкәндә, бер телдәр генә ҡатын шыбырлап:- Килен, ҡыйын булһа ла һорайым әле, ҡустым һинең өсөнсө иреңме?-тип ҡуйҙы.- Юуҡ, икенсе, - тип саҡ мығырланым.- Үпкәләмә, килен. Малайың һары ғына, ҡыҙың ҡараҡай булғас, икеһе ике атананмы, тип уйлағайным да, - тип шаңҡылдата көлөп ҡуйҙы.Донъя, ысынлап та ҡуласа икән... Шул һыу юлынан ҡайтҡанда, минең арттан тотам ҡалмай эйәргән малайыма ҡарап, кемдер :Урыҫ, әй, урыҫ малайы!- тип ҡысҡырыр кеүек тойолдо.Яр башында тамаҡ ярып әр ҡысҡырған ялбырбаш ҡыҙ - ул мин генә булғанмын икән...Үәт, донъя!"