Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Декабрь 2020, 20:41

"Татар менән башҡорт" Рәшит Солтангәрәев.

– Ниндәй маҡсатта янъ­ял сығарҙығыҙ?– Ул миңә «татар» тине... – Һары сәс ҡаршыһында ултырған егеткә нәфрәт менән ҡарап алды. Тәфтишсе бын­дай яуапты көтмәгәйне шикелле, аптырап ҡалғандай итте, әммә эсендәген тышҡа сығарманы.– «Татар тине», – тип ҡабатланы. – Ә үҙең кем һуң?– Ну, татар!..– Һуң, татар булғас?..Мәснәүи өндәшмәне, тәфтишсе яуап таптырып торманы, эстән генә ниҙер уйланы ла ҡуйҙы, шикелле. Шунан Иш­мырҙаға боролдо:– Ни өсөн һуғыштың?– Ул миңә «башҡорт» тине.– Ә һин полякмы ни? – Капитан быны мыҫҡыл менәнерәк әйтте. Ишмырҙа, әлбиттә, капитан Голубтың тел тө­бөн аңламай түгел ине, бите тартышҡандай итте, күҙҙәре­нән осҡон ялтланы, нисек тә ыңғайға торорға тырышҡан әз­мәүерҙең төҫө ҡарайҙы. Ниндәйҙер бер Голубь мыҫҡыл итеп маташа түгелме үҙен!– Башҡорт! – Ишмырҙа ҡаты итеп әйтте. – Мин уның шикелле, – Буранбаев һары сәскә ҡараны, – милләтемде әйткәнгә ғәрләнмәйем, ғорурланып ҡына китәм!– Ә ғорурланғас, ниңә «башҡорт» тигәнгә һуғыша баш­ланың? #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#РәшитСолтангәрәев#Хикәйәләр

ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ
1
Уларҙы милиция бүлегенә алып ингәс, ныҡ ҡына итеп туҡманылар. Кеше туҡмау үҙе һөнәр, рәтен белеп бирҙеләр. Әллә ни арала аяҡ-ҡулдарын бәйләнеләр ҙә типкеләргә то­тондолар. «Бауырын төй, бауырын!» – тип бер-береһенә миҙәт бирҙеләр. Шулай төйгөсләгәндә: «Бүтәнсә милицияға ҡул күтәрмәҫһеңме! Ғүмерлеккә иҫеңдә ҡалдыр, ҡәбәхәт!» – тип ләззәтләнделәр.
Туҡмалыусылар, таҙа кәүҙәле, көслө егеттәр, бирешмәй маташтылар, погонлыларҙың бер-икеһенә ныҡ ҡына эләк­тереп тә өлгөрҙөләр. Әммә тегеләр күмәк һәм оҫталар, бү­рене йыҡҡан эттәр шикелле ҡыланалар. Туҡмалыусылар ҙа, туҡмаусылар ҙа йәш яғынан бер самалар, шуға ла ми­лиционерҙарға тегеләрҙе биргесләү айырата ләззәт ине. Тимәк, мин һинән көслөрәк, мин һине еңәм!
Тотҡондарҙың көс-ғәйрәте ташып тора ла бит, аяҡ-ҡул бәйләүле, ҡаршылашыр әмәл юҡ. Алға бөгөлә биреп ал­ғандар ҙа тик ултыралар. Үҙҙәре, ике ауылдан килгән әҙәмдәрҙәй, икеһе ике ҡиәфәттә: береһе һап-һары сәсле, сағыу зәңгәр күҙле, икенсеһе тау ситенән табылған таштан юнып яһалғандай, ҡара һоро төҫтә һәм шул таш шикелле үк дәү кәүҙәле.
Һары сәслеһенең күлдәге йыртылып киткән дә аҡ тәне йылтырап тора. Тәне шундай таҙа, ниҙәндер бешекләп яһалған, тип торорһоң. Погонлылар ауыр итектәре менән типкәндә йәш тән, ныҡ тултырылған резина туп һымаҡ, йәмшәймәй ҙә, аяҡтар ғына ҡаҡлығып китә төҫлө. Шуға ауыртмайҙыр ҙа инде. Ауыртыуын ауырталыр, әлбиттә, тере тән бит, тик туҡмалыусы һиҙҙермәй, ауыҙың тулы ҡан бул­һа ла, дошманың алдында төкөрмә типтер, ыңғырашмай ҙа, ялбармай ҙа, өҙлөкһөҙ һүгенә генә. Һүгенеүен оҫта һүгенә, нигеҙҙә, русса һүгенә, ара-тирә татарса ла ысҡындыра. Сы­ғыу менән туҡмаусыларҙан үс аласағын, ҡон ҡайтарасағын әйтә. Ә тегеләр уның һайын нығыраҡ бирә: «Ты еще ума не набрал?! Вот тогда!»
Икенсеһе, ҡара, яҫы битлеһе, тынысыраҡ, күҙгә эләкте­реп ҡуймаһындар типтер инде, башын ныҡ эйгән дә теш­тәрен генә шығырҙата. Түҙергә тырыша. Күрәһең, көрәш, һуғыш спорты менән шөғөлләнгән кеше, тәне тик тарамыш­тан ғына. Тегеләр типкәндә йөҙө сирылып китә, әммә та­уыш сығармай, тик ҡара күҙҙәренән ап-аҡ осҡондар сәс­рәй.
Тотҡондар әлегә ауыртыныуҙы һиҙмәй шикелле: берҙән, икеһе лә арыу ғына төшөргән, икенсенән, ныҡ ярһыуҙан тәндәренең иҫе бөткән. Әлегә генә шулай, хәтәре аҙаҡ бу­лыр. Хәйер, тотҡондарҙа алдағының ҡайғыһы юҡ, тиҙерәк бер-бер ҡарарға килһендәр, былай яфаламаһындар ине. Ни эшләтеп ҡуйырҙар: бер төн ҡундырырҙар ҙа сығарып ебәрерҙәрме, әллә ун биш көнгә ябырҙармы? Улайтһа­лар – харап бит, тота ла хәбәр итәләр инде эшеңә лә, өйө­ңә лә.
Ярар, эште артыҡ ҙурға ебәрмәҫтәр әле. Урлашмаған­дар, кеше таламағандар, үҙҙәре килеп бәйләнгәс, ҡаршы­лаштылар инде. Ошо кәүҙәләре менән шул салагаларҙан туҡмалып торһондармы!
Әммә тегеләр эште йәһәт кенә хәл итергә ашыҡманы, башта күңелдәре булғансы туҡманылар, шунан исем-фами­лияларын, ҡайҙан икәнен генә яҙҙылар ҙа икеһен ике ка­мераға илтеп яптылар. Хатта һорау-фәлән алып та торма­нылар. Следователгә саҡыртһалар, үҙҙәрен нисек туҡмауҙары тураһында һөйләй алырҙар ине.
Күпме үткәндер, ниһәйәт, икеһен дә бер бүлмәгә кил­терҙеләр. Капитан погонындағы тәфтишсе бите-башы күгә­ренгән, кейемдәре йыртҡыланған, яраларынан ҡан һарҡы­п торған был байғоштарға, көтөүенән имен ҡайтҡан малын ҡаршылаған хужа шикелле, иҫе китмәй генә ҡараны ла: «Капитан Голубь», – тип үҙе менән таныштырҙы. Шунан, ултырығыҙ тигәнде аңлатып, ике яҡ стена буйындағы ике ултырғысҡа күрһәтте. Папкаһынан, асып, ҡағыҙҙар алды, ручкаһын сығарҙы, бер ниндәй асыуһыҙ-ниһеҙ һары сәскә ҡараны:
– Исемең, фамилияң, эш урының?
– Бер тапҡыр яҙҙылар бит инде! – Егеттең кәйефе шәп түгел, араҡы шауҡымы үтеп маташа, ауыҙ кипкән, тән һыҙлай.
Тәфтишсе тыныс, әммә баяғынан ҡатыраҡ итеп:
– Исемең, фамилияң, эшең, торған урының? – тип ҡабатланы. Тауышынан, әйткәнде үтә, юғиһә насар булыр, ти­гән ым аңлашылып тора.
– Ну, Кальметов Мәснәүи, ти! Өфөнөкө, заводчанин...
Капитан үҙ ғүмерендә бындай әҙәмдәрҙе күп күргән, күп һорау алған, шуға ла, барыбер сиселерһең, сисербеҙ, тигән шикелле, үҙен тыныс, ышаныслы тота. Һорашты-һорашты, яҙҙы-яҙҙы ла күҙҙәрен был икәүҙән алмайынса ултырған ҡа­ра сәсле егеткә ҡараны.
– Ә һин? – Капитан уға тупаҫыраҡ өндәште, сөнки быныһының кейеме, һын-ҡиәфәте, хатта күҙ ҡарашынан уҡ ситтән – ауыл тирәһенән килгәнлеге күренеп тора ине. Ә тотҡон, капитан хәҙер үҙҙәрен йоҙроҡ төйөп әрләй башлар тип шөрләп ултырған кеше, офицерҙың һин дә мин генә һорашыуын күргәс, бер аҙ иркенәйҙе:
– Мин – Буранбаев Ишмырҙа булам, Баймаҡ районыныҡы. Баяғы, шул колхозда витаминный мука әҙерлә­йем... – тине. «Баймаҡ районынан» тигән һүҙҙе ул бер дә­рәжә менән әйтте. Яҡын тирәлә, хатта Өфөлә генә лә тү­гел, ә бөтә донъяла Баймаҡтың да, баймаҡтарҙың да алдыныраҡ йөрөгәнен, һәр хәлдә, үҙҙәренең шулай уйлағанлығын яҡшы белә ине. Ғөмүмән, Буранбаев, теге һары сәс шикелле, ҡаршы әйтеп маташманы, һорағандарына теүәл яуап биреп кенә ултырҙы. «Эйелгән башты ҡылыс сапмай, ауыҙын ҡайыр, башҡа был капитанды күрәһең бармы, кү­ңеле булһын да тиҙерәк сығарып ебәрһен», – тип уйланы.
– Ниңә йәмәғәт тәртибен боҙҙоғоҙ? Ниңә һуғышты­ғыҙ? – Тәфтишсе быяла һымаҡ күҙҙәрен йүгертеп алды ла, һин башла тигәнде аңлатып, Кальметов тигәненә ҡараны. Боланың башы ошо әҙәмдә кеүек күренде, ахырыһы. Ә һа­ры сәс бирешеп барырҙайҙарҙан түгел, ирененән һырҡырап торған ҡанды һөртөп алды ла өндәшмәй ултыра бирҙе.
– Кальметов, нимә, ишетмәйһеңме?! Ниңә һуғышты­ғыҙ?
– Нимә, мин уң яғыма һуҡҡанда, һул яғымды ҡуйып торорға тейеш что ли?! Кем башлаған бит!
– До этого еще дойдем! – тине капитан Голубь. – Ни­ңә ҡала майҙанында кеше күп йыйылған ерҙә һуғыш сы­ғарҙығыҙ? Икәү башлағанһығыҙ. Бына уның менән! – Ка­питан Ишмырҙа яғына баш һелкте. – Ниндәй маҡсатта янъ­ял сығарҙығыҙ?
– Ул миңә «татар» тине... – Һары сәс ҡаршыһында ултырған егеткә нәфрәт менән ҡарап алды. Тәфтишсе бын­дай яуапты көтмәгәйне шикелле, аптырап ҡалғандай итте, әммә эсендәген тышҡа сығарманы.
– «Татар тине», – тип ҡабатланы. – Ә үҙең кем һуң?
– Ну, татар!..
– Һуң, татар булғас?..
Мәснәүи өндәшмәне, тәфтишсе яуап таптырып торманы, эстән генә ниҙер уйланы ла ҡуйҙы, шикелле. Шунан Иш­мырҙаға боролдо:
– Ни өсөн һуғыштың?
– Ул миңә «башҡорт» тине.
– Ә һин полякмы ни? – Капитан быны мыҫҡыл менәнерәк әйтте. Ишмырҙа, әлбиттә, капитан Голубтың тел тө­бөн аңламай түгел ине, бите тартышҡандай итте, күҙҙәре­нән осҡон ялтланы, нисек тә ыңғайға торорға тырышҡан әз­мәүерҙең төҫө ҡарайҙы. Ниндәйҙер бер Голубь мыҫҡыл итеп маташа түгелме үҙен!
– Башҡорт! – Ишмырҙа ҡаты итеп әйтте. – Мин уның шикелле, – Буранбаев һары сәскә ҡараны, – милләтемде әйткәнгә ғәрләнмәйем, ғорурланып ҡына китәм!
– Ә ғорурланғас, ниңә «башҡорт» тигәнгә һуғыша баш­ланың?
– Ул килеп йәбешкәс, мин ҡарап торорға тейешме? Үҙ илемдә теләһә кемдән туҡмалып торорға! – Ишмырҙа ти­гәненең йөҙө ҡомһарылып китте. Күрәһең, былай ғына йом­шаҡ күренә, сәменә тейҙеләрме, оҙаҡ уйлап тормай торған кеше.
– Үҙ илеңдә?! – Капитандың күҙҙәре сысҡан күргән бе­сәйҙеке шикелле булды, мыйығы тороп ултырғандай итте.– Үҙ илеңдәме?! Ә мин, бына был Кальметов кемдең, һинең илеңдә йәшәйбеҙ булып сығамы?!
Ишмырҙа ярамаған һүҙ ысҡындырғанын, был урында һәр һүҙең өсөн яуап бирергә тура киләсәген төшөндө шикелле:
– Һеҙҙе белмәйем, мин үҙ илемдә йәшәйем, – тип шымалап ҡуйҙы. Тәфтишсе егеттәге зиһенде һиҙҙе, һүҙҙе сәйә­си яҡҡа борорға теләмәне.
– Өфөгә ниндәй маҡсат менән килдең?
Был һорау ҙа асыуына тейҙелер, һаман киреләнә бирҙе:
– Ниңә, килергә ярамаймы ни? Өфө – беҙҙең баш ҡала­быҙ!
– Һин һорауға яуап бир, Буранбаев. Бында «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозының контораһы түгел. Килеүеңдең маҡса­ты барҙыр бит?
– Маҡсатмы? – Теге кинәйәле өндәште: – Беҙ үҙебеҙгә суверенитет алырға килдек!
– Суверенитет?! – Капитан быға мыҫҡыллы ҡарап ал­ды. – Шунан, алдыңмы суверенитетты?
Башҡорт өндәшмәне, ни әйтергә белмәне, күрәһең. Маң­лайына йәбешкән сәсен һыпырҙы, яраһынан ҡан аға баш­ланы.
– Электән таныш инегеҙме? – Капитан күҙен теге байғоштарға йүгертте.
Өндәшмәнеләр.
– Бығаса бер-берегеҙҙе белә инегеҙме? – Тәфтишсе ҡа­тыраҡ өндәште.
– Белмәйем, белергә лә теләмәйем! – Яуапты Мәснәүи бирҙе. – Мин – Өфөнөкө, ә ул ана, ҡайҙан килгән. Мин «татарларга азатлыҡ!» тип ҡысҡырганда килде лә яғанан алды.
Башҡорт урынынан тороп баҫты, ҡалын ҡаштарын төйөп, быға текәлде.
– Нимә алдайһың! Наоборот, мин: «Башҡортостанға – суверенитет!» тип ҡысҡырғанда, үҙең килеп йәбештең! Шун­да ауыҙыңды йырырға кәрәк булған да бит!
Мәснәүи ырғып торҙо:
– Вот, нахал башҡорт! Һеҙ йөрөнөгөҙ бит унда «сувере­нитет тик башҡорттарға ғына!» тип!
Баш-биттәре күгәргән, ауыҙ-морондары ҡанға туҙған был ике ҡурҡыныс әҙәм күҙ уҡтары менән бер-береһен атып үлтерерҙәй булып бер-береһенә ҡарашты. Осҡон ғына кә­рәк, милиция бар, тип тормаҫтар.
– Сержант! – Капитан ишек яғына ҡысҡырҙы. Шуны ғына көтөп торғандарҙыр, ике әзмәүер килеп баҫты.
– Еще не протрезвели. Охладите!
Офицерҙың бойороуы булды, сержанттар, ҡуянға һөсләт­кән һунар эттәре шикелле, килеп тә йәбеште:
– Руки назад!
Егеттәр ғорур, үҙ теләктәре менән ҡулдарын артҡа ҡу­йып йөрөргә өйрәнмәгәндәр, һинең арҡала тигән шикелле, бер-береһенә ҡарап алдылар ҙа тора бирҙеләр:
– Что, не слышите?! – Әзмәүерҙәр йәлт иттереп былар­ҙың ҡулдарын артҡа шаҡарҙылар, ыңғайына тубыҡтары менән арт һандарына типтеләр.
– Марш!
Оҫталар. Хәйер, уларҙың эше шул, тәртипһеҙҙәрҙе тәр­типкә ултыртыу, именлек урынлаштырыу, законды тотоу. Ә уның өсөн көс, оһоллоҡ кәрәк.
Коридорҙа тағы ике милиционер тора ине, дүртәү булып киттеләр. Береһе – алдан, шунан Ишмырҙа, тағы милицио­нер, шунан Мәснәүи бара. Арттан икәүҙәр, немецтарҙы эләк­тергәндәрме ни!
Бер аҙ барҙылар ҙа уңға боролдолар. Тимер ишеккә ет­кәс, алдағыһы камераны асты. Ҡулдарын шаҡарып тотоп килгән сержант әллә ни арала аяғын ишеккә арҡылы ҡуй­ҙы ла Ишмырҙаның елкәһенә төртөп ебәрҙе: «Иди в Баш­кортостан!» Шундай көс менән төрттө, манаралай оҙон егет йөҙө менән бетон иҙәнде һөрөп барып ятты. Тимер ишек шалтырап ябылды.
Татар быны күреп торҙо: тимәк, үҙен дә шул уҡ хәл көтә. Тауышын йомшағыраҡ сығарырға тырышып:
– Слушай, син үзебезнең егеткә ошагансың... – тине.
– Молчи! – Сержанттың бәләкәй йәшел күҙҙәре йыландыҡылай мызлай. Ҡулы йылт итеп кенә ҡалды, ул-былға әҙер торған Мәснәүи ҙә бөгөлөп төштө.
– Сиңарға азатлыҡ ана шунда! – Сержант был һүҙҙә­рен татарса әйтте. Ишекте япҡас, янындағы йәшерәк мили­ционерға ҡараны:
– Ну, ничек?
– Оста-а! – Теге һоҡланыуын йәшермәне.
– Афганец! – Өлкән сержант тәкәббер йылмайҙы. – Әйдә тартып алабыҙ.
Улар оло эш бөтөргән ҡиәфәттә тышҡа сығып киттеләр. Бөгөн артыҡ ҙур эш булмаҫтыр, митингка килеүселәр та­ралышҡан, бола бөткән.
...Мәснәүи камераға бикләүҙәре менән тимер ишекте типкеләргә тотондо:
– Ах, анагызны!.. Чыгыйм гына әле, щиде буын аналарыгызның щиде йөз житмеш жиде ел яткан кабер такталарын...! Бөтен токым-затларыгыз белән! Башым Себер китсә, китәр, чукындырмый калмам! Сволочь, мөртәт, үзе татар бит әле! Чукынган татар! Жүнле адәм милициядә эшлиме! Ә мин шушыларга азатлык алып бирәм, дип йөргән булам! Ничего, чыгыйм гына әле, төсеңне таныдым мин синең! – Ул һүгенде-һүгенде лә тагы типкеләргә, дөбөрҙәтергә тотон­до. Тыштан кемдер: «Эй, ты там, еще надо что ли!» – тип екергәс, стена буйындағы тар һәндерәгә барып ятты. Үҙе эстән генә: «Ныу, теге башкортка нык эләкте! Анысы шәп булды да ул!» – тип бер аҙ үсен ҡандырып, ҡәнәғәтлек ки­серҙе.
Мәснәүи татар шулай дыуланы, ә Ишмырҙа башҡорт бая ауған килеш бетон иҙәндә ята бирҙе. Камера һалҡын, ке­йемдәр еүеш – тышта октябрь, ямғыр ине. Әммә унда ҡай­ғы юҡ, бетон һалҡынлығы ла беленмәй. Утыҙға ла етмәгән урҙалай егет үҙенең ҡасан илағанын да онотоп бөткәйне, бына күҙҙән йәш аға шикелле, танау мыш-мыш килә, та­маҡ төбөнә ҡаты төйөр ултырған.
Ишмырҙа туҡмалыуҙан да, тәндәре һыҙланыуҙан да түгел, ә ғәрлегенән илай ине. Илауын иламай, тештәрен генә ҡыҫа. Ошо кәүҙәң, ошо ғәйрәтең менән шул маңҡаларҙан туҡмалып торсо! Иректә тура килһә, бер ниндәй ҡоралһыҙ-ниһеҙ уларҙың унауһын әйләндереп һала ла инде! Юҡҡа ғына өйрәттеләрме ни армияла! Атайың туҡмаһа йә армия­ла «дед»тар биргеләһә, әллә ни ғәрлеге юҡ. Атайың инде тейеше өсөн бирә, «дед»тар үҙ-үҙеңде яҡлай алмағанға мыҫҡыллай. Ә былар?! Маңҡа мильтондар! Аңғармағандараҡ эләктереп алдылар шул. Баймаҡта бәйләнһендәр ине үҙенә!
Их, кисә генә бөтөнләй икенсе донъя ине! Ишмырҙа бит үҙен ауылда ғына түгел, донъяла хужа итеп тоя. Ни теләй, шуны эшләй, ҡайҙа кәрәк, шунда сыға ла китә! Ана, килеп әйттеләр, Өфөгә барырға, тип, ултырҙы ла китте. Гел уның кеүек көслө, ғәйрәтле егеттәр йыйылған. Өр-яңы матур ав­тобус бирҙеләр – баймаҡтар ҙа инде улар! Автобус алдына Зәки Вәлидиҙең йәшелле-күкле әләмен ҡаҙанылар. Ирәндеккә етеү менән йырлап та ебәрҙеләр:
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара,
Шайморатов генерал.
Күңелле барҙылар, күмәк булғас, ҡыҙып та алғас, оҙон юл да бик ҡыҫҡа күренде. Өфөгә иртән һигеҙҙә үк килеп еттеләр. Депутаттар йыйылып һөйләшә торған ҙур һарай­ҙың алдына халыҡ тулған. Төрлө-төрлө флагтар, лозунгы­лар яҙылған таяҡтар тотҡандар. Күпселеге Ишмырҙа ке­үек йәштәр. Депутаттар үткән һайын ҡысҡырып ҡалалар: «Суверенитет!», «Башҡортостан!», «Азатлыҡ!» Башҡор­то – башҡортса, урыҫы – урыҫса, татары татарса ҡысҡыра. Мәрәкә инде, бындайҙы күреү түгел, ишеткән дә юҡ. Халыҡ дыу килә, береһен дә тотоп алып китмәйҙәр, шуғалыр тағы ла нығыраҡ һөрәнләйҙәр. Әйтерһең, ҡараңғыла бикләп тот­ҡандар ҙа ҡапыл яҡтыға сығарғандар, шунан былар ниш­ләргә белмәй ҡаңғырыша.
Бында ҡыҙыҡ бөткәс, майҙанға барып митинг яһанылар. Һөйләнеләр, ҡысҡырҙылар, һыҙғырҙылар. Береһе һөйләгән­де икенсеһе ишетмәне, тыңларға ирек бирмәне. Ишмырҙа ла ҡысҡырҙы: «Азатлыҡ!», «Долой!», «Отставка!» Уның та­уышы шәп, әллә ҡайҙарға китә. Әйҙә, ҡысҡырып ҡалһын, ҡа­сан тура килә әле бындай эш. Ҡайтҡас, ҡыҙыҡ итеп һөй­ләр.
Төнгә тиклем йөрөрҙәр ине лә, ямғыр яуа бит. Автобус­тарына инеп, «йылынғылап» алдылар. Уныһын да күреүсе, тыйыусы булманы. Хәйер, хәҙер хөрриәт, демократия, тиҙәр.
Эш һәйбәт кенә бара ине, әллә ҡайҙан бынау Мәснәүи тигән бәндә килеп сыҡты. Янына килде лә һөй­ләнә башланы. «Башкортлар килгән, фәлән-төгән...» Эсеп тә алған. Ишмырҙаның йәне көйҙө лә китте. Ул да ҡыҙмаса бит инде. «Килһә, нимә булған!» – тине. Шунан әрепләшеп киттеләр, әллә ни арала яғаларынан эләктерештеләр. Кем башлағанын белерлек түгел. Ярай һуғыша башламаны­лар. Ишмырҙалағы көс – бер һуғыуҙа аҫау айғырҙы үлте­рә лә инде! Ул арала арттан килеп ҡайырып алдылар ҙа машинаға илтте лә тыҡтылар. Былар хатта аңғармай ҙа ҡалды. Милиция-фәлән күренгән кеүек тә түгел ине, шуға үҙҙәре лә иркен ҡыланды. Әллә былай кейем кейеп йөрөгән­дәр, әллә Ишмырҙа кеүектәрҙе һағалап торғандар. Илтеп тыҡтылар ҙа милицияға алып та киттеләр. Бына һиңә демократия! Ишмырҙа һөйләнеп маташҡайны ла, екереп кенә ҡуйҙылар.
Машинанан төшкәс, икеһе бер булып милиция менән айҡашыуын айҡаштылар инде. Ниңә көпә-көндөҙ ерле юҡҡа шуларҙан мыҫҡыл ителеп торорға! Шунан инде – ҡулдары­на бығау һалдылар ҙа кинәнгәнсе бирҙеләр. Бына хәҙер ята иҙәндә...
Иптәштәре ҡайтып киттеме икән инде? Әллә һаман йөрөйҙәрме икән? Ташлап китмәҫтәр, баймаҡтар ҙа инде улар! Ишмырҙаны нисек сығарырға юллап йөрөйҙәрҙер әле. МВД-ла үҙҙәренең районынан бер башҡорт майоры эшләй, тиҙәр ине, шуны эҙләйҙәрҙер. Бөгөн табыуын таба алмаҫтар, хәҙер һуң инде, моғайын, иртәгә килерҙәр. Майор булғас, әйтте ниһә, сығаралар ҙа ебәрәләр инде. Әрләүен әҙерәк әр­ләрҙәр, ныу штраф һалһындар, ти! Ерунда!..
Ҡатыны Нәзифә, барма, йөрөмә шунда, тип күпме ялын­ғайны. «Горбачев яһай алмаған перестройканы һин яһар­мын тиһеңме! Әллә ниндәй бәләләргә ҡалып ҡуйырһың!» – тине. «Ҡалмабыҙ! – тине Ишмырҙа. – Хәҙер застой зама­ны түгел, хөкүмәт үҙе беҙҙең кеүектәрҙән ҡурҡып тора!» Балаларға кейем, күстәнәс апҡайтырмын тип, аҡса ла ал­ғайны. Алдың! Кеҫәләре буп-буш. Әй, аҡсаһы суҡынып китһен дә, нисек тә тиҙерәк сығып ысҡынырға ине.
Ғүмерҙә лә бик эсендә ултырғаны юҡ уның. Нәҫел-нә­сәбендә булған эш түгел. Хәтәр икән дә! Әле һаман ыша­нып етмәй, бөтәһе лә яңылыштыр, бәлки, төш кенәлер, ул ауылында, өйөндә яталыр һымаҡ. Шуға ышанып ҡыбырлап ала. Ҡыбырланымы, ҡулы һалҡын бетонға тейә, күҙен ас­тымы, бейектә янған тоноҡ ҡына шәм күренә. Тәҙрә лә, ишек тә юҡ. Ишеге бар ҙа, асылмай. Күңел жыулай ҙа китә.
Нисек төндө үткәрергә?! Тиҙерәк яҡтырһын ине. Яҡтырһын да теге майор килеп алып китһен ине үҙен. Ай, оҙаҡ үтә ва­ҡыт!..
* * *
Ә эш Ишмырҙа уйлағанса ғына түгел ине. Теге ерән ка­питан Кальметов менән Буранбаевтан тағы бер тапҡыр һо­рау алды ла, шунан Гоголь урамы төбөндәге төрмәгә илттеләр ҙә яптылар. Төрмә тигәс тә, ысын төрмә түгел икән был, халыҡ белмәйенсә генә шулай әйтә, имеш. Бында уны «изо­лятор» тип йөрөтәләр. Судҡа тиклем ултырғандарҙы шунда тоталар икән. Ишмырҙаның тыштан ғына ҡарап үткәне бар ине, бына әсен дә күрергә тура килде. Тимәк, эш ҙурға китте.
Бында эштәр хәтәр: сығармайҙар ҙа, эш тә эшләтмәйҙәр, бикләп тик тоталар. Камераның эсе тулы гел бер төҫлө ха­лыҡ, хәс тә йөнө туналған һарыҡтар. Саҡыртһалар, һорау алыу өсөн генә килеп алалар. Унда ла ҡулдарын артҡа ҡуйҙырып, һаҡ аҫтында ғына килтерәләр. Шул ҡиәфәттә алып китәләр. Ошоноһо бигерәк ғәрлек. Тиҙерәк хөкөм итеп ҡуйһындар ҙа инде... Нимәһенә кешенең башын ҡаңғыр­тырға!
Ишмырҙа суд көнөнә тиклем өмөтләнде. Моғайын, уны был килеш ҡалдырмаҫтар, колхоз председателе йә райком секретары килеп йолоп алыр. Бик өлгөлө кеше, колхозға кәрәк кеше, тиерҙәр, унһыҙ эш бармай, тиерҙәр. Райком секретары уны белергә тейеш, Ишмырҙаны бит бер түгел ике тапҡыр район газетаһында маҡтап яҙҙылар. Председа­тель дә, райком секретары ла төрмә начальнигы менән генә түгел, хатта министрҙың үҙе менән дә һөйләшә ала.
Ишмырҙа шулай коридорҙа аяҡ тауышы ишетелгән, шал­тырап ишек асылған һайын тилмереп көттө, һорау алырға тиҙерәк саҡырғандарын көттө. Барып инеү менән тәфтишсе: «Буранбаев, һинең эшең туҡтала, бар ҡайтып кит тә эшеңә тотон», – тип әйтер һымаҡ ине. Юҡ, булманы, хыянат итте­ләр. Айҙан ашыу ултыра, председатель түгел, иптәштәре лә килеп күренмәне, хатта күстәнәс тә ебәрмәнеләр. Ишмыр­ҙа үҙе булһамы, төрмә нигеҙен ҡаҙып булһа ла килеп инер ине. Бөтә кеше лә уның кеүек түгел икән шул! Һай, «ашап- эскәндә дуҫтар күп, башыңа бәлә төшһә, береһе лә юҡ», тип юҡҡа йырламағандарҙыр борон-борондан. Ә ул ана шу­лар өсөн ғазап сигеп ултыра, ахмаҡ!
Аптырағас, Ишмырҙа үҙен-үҙе йыуатып ала. Урлашып йә кеше талап ултырмаған да инде, башҡортомдоң ирекле тормошо өсөн, тип йөрөгән. Ана, Ленин менән Сталин, Дзержинскийҙар ҙа ултырған. Бер генә тапҡыр түгел, әллә нисә­мә рәт ултырып сыҡҡандар. Барыбер сыҡҡандар. Ниндәй ҙә кеше булып киткәндәр. Бәлки, берәй заман Ишмырҙа Буранбаев тураһында ла шулай һөйләп йөрөрҙәр, хатта китапҡа ла яҙырҙар. Хәҙер түгел инде, берәй заман, үҙе үлгәс. Башҡорттоң азатлығы өсөн төрмәлә ултырған, үҙе теге Бу­ранбай нәҫеленән булған, тиерҙәр. Килештерерҙәр, өҫтәп-өҫтәп яҙырҙар...
Ә теге татар бирешмәйҙер әле, Өфө кешеһе бит. Әллә кемдәре барҙыр, милицияла бит, ҡайҙа ҡарама, татарҙар ул­тыра. Иллә шәп иттеләр үҙен, ныҡ бирҙеләр тегеңә! Юғиһә әллә кем булып йөрөй ине! Айырманылар инде, икеһенә лә бер сама эләктерҙеләр.
Нишләп шул милиция тигән ерендә башҡорттар эшлә­мәй икән? Бына ошондай ваҡытта кәрәк бит улар. Ят – яр­лыҡамай, үҙеңдеке – үлтермәй, тигәндәр. Ишмырҙа үҙе шул тирәлә йөрөһәме, бөтә башҡорттарға ярҙам итеп ултырыр иле...
Ишмырҙа Буранбаев ниндәй генә хыялдарға бирелмәһен, береһе лә ысынға сыҡманы: ике ай изоляторҙа тоттолар ҙа шартлатып хөкөм иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Судта суверенитет-фәлән тураһында һүҙ булманы, «уголовный енәйәт» тип тап­тылар. Баштараҡ Ишмырҙа, бәлки үҙҙәрен политик тотҡон итерҙәр, тип өмөтләнгәйне, унда шарттар һәйбәтерәк була, арыуыраҡ ашаталар ҙа имеш, тиҙәр ине, улай яһаманы­лар, йәмәғәт тәртибен боҙған, милицияға ҡул күтәргән өсөн, тип сығарҙылар хөкөмдө. Ярай, бәлки, хәйерлегә булгандыр, политика өсөн дә оҙаҡҡа ябырҙар, йә каторгаға уҡ ебәреп ҡуйырҙар ине. Ә былай ике йыл бирҙеләр ҙә холоҡ төҙәтеү һәм хеҙмәт лагерына яптылар.
Теге Мәснәүи татар менән башҡаса күрешмәнеләр, күрә­һең, икеһен ике яҡҡа олаҡтырҙылар.
2
Колония тигәндәре изоляторҙан алдыныраҡ икән дә: арыуыраҡ ашаталар, эшләтәләр, һарайҙан ялан кәртәгә сыҡ­ҡан мал шикелле, шул ихата алдына сығып йөрөп тә була. Хат яҙырға ла рөхсәт бар, хатта кино ла күрһәтәләр икән.
Иң ҡотҡарғаны эш инде. Юғиһә изоляторҙа саҡта аҫы­лынып ҡына үлерҙәй булды ла баһа! Бер ни генә лә ҡылыр әмәл юҡ: ятаһың һаҫыҡ камерала һуҡыр сысҡанға оҡшап. Бында, исмаһам, кеше итеп тояһың үҙеңде.
Ишмырҙалар мясорубка яһай. Цехы ла ошонда кәртә эсендә икән, көн дә һанап, ҡарап үткәрәләр. Бер завод һы­маҡ үҙенсә. Ишмырҙа ни, тимер-томор араһында йөрөгән кеше, формовкаһына ла, станогына ла тиҙ өйрәнде. Аҙна-ун көн тигәндә, ҡуйылған нормаларын тултыра, тағы бер аҙҙан арттырып та ебәрә башланы. Эшләгәнде ни бында ла яра­талар.
Шуныһы ғына яман: мясорубкаһы әҙер булдымы, билмән ашағы килә лә китә. Өйҙә саҡтар, ит әйләндергән, күмәк­ләп ултырып билмән яһаған, шунан ошо билмәнде алҡын­ғансы ашаған ваҡыттар күҙ алдына килә. Аш аллығы ла була торғайны. Ашап туйғас, күмәкләп ултырып телевизор ҡарайҙар, шунан балалары йоҡлап киткәс, кәләшенең эҫе тәненә һырығып, юрған аҫтына сума...
Булған бит замандар! Хәҙер хатта ышанғы ла килмәй. Ныу, сығып алһа, белер ине ҡәҙерен. Бындағы ашты бит улар эттәренә лә бирмәй торғайны. Ысын! Ундай ашты ғүмерҙә лә күргәне юҡ.
Ни хәл итәһең, килеп эләккәс, түҙергә генә ҡала, башҡа әмәле юҡ.
Ярар, бына шулай әйткәндәрен тыңлап, ҡушҡандарын эшләп шым ғына көн күреп ята әле. Өҫтәүенә бер ирмәк тә табып алды. Бер көн ҡулына «Ағиҙел» журналы килеп эләкте. Күрәһең, уға тиклем дә бер башҡорт ултырған. Сыҡ­ҡанда ҡалдырып киткәндер. Хатта ҡыуанды ул журналға. Башҡортса бит! Туғаның, ауылдашың менән осрашҡан ке­үек булып китте. Тауышы сыҡмаһа ла, теле бар.
Ауылда саҡта алдырғаны ла, уҡығаны ла юҡ ине уны. Ҡатыны «Крестьянка» менән «Башҡортостан ҡыҙы»н, ә үҙе «За рулем» менән «Подвиг»ты алдырҙы. Форсат ҡалмай бит уҡырға, йәйен дә, ҡышын да шул эш тип йүгерә. Ә бында ваҡыт бар. Яҙҙырып та була икән, киләһе айҙан үҙенә алдыра башлар. Ә ҡайтҡас инде мотлаҡ яҙыласаҡ. Хәҙер бер яҡын дуҫы булды ла ҡуйҙы ошо зәңгәр тышлы китап.
Ишмырҙа башта биттәрен ҡутарып, ҡараштырып сыҡты, мөхәббәт, ғаилә тормошо тураһында яҙылғандарын эҙ­ләне. Матурҙарын ғына уҡырға ине, ире төрмәгә эләгеп, ҡатыны ауылда ҡалып, боҙолоп киткән эштәр тура­һында булып ҡуймаһын!
Ишмырҙа ике-өс бит уҡығас та шөрләй төштө: ах, инә­һен, тап уның ише әҙәм тураһында яҙылған түгелме?! Хат­та исеме лә оҡшаш – Иштуған. Иштуған шофер булып эш­ләгән, ҡалала – Өфөлә йәшәгән. Ҡатыны, балаһы бул­ған. Машинаһы менән юл йөрөй торғас, Иштуған, бер йәш ҡатын менән танышып, эскегә, уйнашҡа һалыша. Быны үҙ бисәһе белеп ҡала. Ығы-зығы, янъял тыуа, был сығып китергә мәжбүр була. Ахыр сиктә төрмәгә эләгеп ҡуя.
Ишмырҙа ундай кеше түгел, ул бит бөтөнләй икенсе – изге юлда йөрөп эләкте. Ә теге – ахмаҡ, ниңә ирекле тор­моштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәмәҫкә инде! Ишмырҙа шу­ларҙы уйлап ултыра-ултыра ла: «Ярар, бер тамагың менән бер күтеңә баш булмағас, өйҙә ят ҡаңғырып», – тип үсәп тә ҡуя.
Ошонда Ишмырҙалар колонияһында түгелме икән ул әҙәм? Бәлки, осрап та ҡуйыр. Хәйер, яҙыусылар кешеләрҙең исемен бутап яҙа, ти бит ул. Ҡотолоп сыҡҡас, Өфөлә яҙыу­сыһын эҙләп, Иштуған тураһында һорашыр әле.
Нәзифәһе нисек йәшәп ятҡан була икән унда? «Зэк би­сәһе» тип ҡаңғырталармы икән бахырҙы? Нәзифә бит алыҫ­тан, бөтөнләй икенсе райондан төшкән килен, ауылда ту­ған-ырыуы, серләшер кешеһе лә юҡ, яңғыҙы йөрөйҙөр ҡаң­ғырып. Бергә йәшәгәндә былары беленмәне, хәҙер һиҙҙер­тәлер. Былай уҫаллығын уҫал ғына инде, әллә ни бирешеп тә бармайҙыр, шулай ҙа...
Нәзифәнең эше ир-ат янында – колхоз бухгалтерияһын­да кассир. Айына ике-өс тапҡыр аҡса алырға тип районға бара. Күберәк председатель шоферы илтә. Ул буша­мағанда, икенселәре лә алып китә. Парткомды йөрөткән төлкө танау Кинйәбулат Нәзифәгә күҙҙәрен йылтыратҡылай имеш, тиҙәр ине. Иманы юҡ бит ул бәндәнең, эсеп алһа, әбейҙәргә лә йәбешер! Ул-был булып, белеп ҡалһамы!..
Нәзифәһе төҫкә бик сибәр – Мәснәүи кеүек үк һап-һа­ры сәсле. Шундай һары, башына көнбағыш сәскәһен ураған, тип торорһоң. Ә күҙе – зәп-зәңгәр. Ҡараһаң, үҙ күҙҙәрең ҡа­машыр. Баймаҡ яғында бит ундайҙар юҡ, шуға ла ауылда ят яландан күсереп ултыртылған сәскә кеүек күренә. Ҡайтҡан көн юрамал урамдан үтеп киттеләр, бөтә ауыл ҡарап ҡалды. Иртәгәһенә үк хәбәр таралған: ныу, Ишмырҙа тапҡан бит кәләште!
Аптырарһың, Ишмырҙа малайҙары, атай-әсәһенә ҡараған­да ла кәләшен һағынып ҡаңғыра. Ысын! Быны әйтеүе тү­гел, уйлауы ла оят, әммә шулай булғас, шулай инде. Һы­лыу ғына түгел, уңған да бит кәләше: эшләмәгән эше, бе­шермәгән ашы юҡ. Әҙ генә лә тик тормай, гел генә юрға­лап йөрөп ята.
Йүгерә-йүгерә йонсоп та китәлер – колхоз эше, йорт эше, бала-саға. Аҡса таратыуға ғына күпме нервы! Ят ир­ҙәр ҡайғыһы тиһеңме унда! Саба-сабалыр ҙа, инәлер ҙә тә­гәрәйҙер.
Кәләше тураһында шулай яман уйлағаны өсөн үҙен әр­ләп ала, күңеленән булһа ла ғәфү үтенә. Шунан хат яҙырға тотона. Бына бер аҙҙан, алла бирһә, күстәнәстәрен тейәп үҙе лә килеп етер әле. Икеһен бер бүлмәгә, бер карауатҡа һа­лып, тыштан бикләп китерҙәр. Һәйбәт йөрөгән кешеләрҙе ҡатындары менән шулай осраштыралар ҙа! Был төн тәү ҡушылған төндән дә татлыраҡ буласаҡ! Йә, төрмә һынлы төрмәлә ҡатының менән ҡосаҡлашып ятсы! Башҡа һыйыр­лыҡ түгел! Әйтһәң, ышанмаҫтар ҙа! Быны уйлап тапҡан ке­ше бик һәйбәт кешелер. Ҡасан килә инде ошо мәл?
...Көндәр шулай һағышлы ла, өмөтлө лә уйҙар, хистәр менән үтә торҙо. Ишмырҙа теге журналды түшәге аҫтына йәшереп тота. Сере бар: бер ағыраҡ битенә һыҙыҡ һыҙып бара. Бер көн үткән һайын – бер һыҙыҡ, һыҙыҡты ул кис, ятыр алдынан ғына һыҙа. Был – үҙенсә бер тантаналы мәл: тимәк, тағы бер көн утте, рәшәткә эсе тағы бер тәүлеккә ҡыҫҡарҙы, тигән һүҙ. Тик ошо мәлде – кисте көтөп алыуы ғына ауыр. Ҡайһы берҙә түҙмәйенсә иртән үк һыҙып ҡуя. Иртән һыҙһаң инде, кискелеккә шатлыҡ ҡалмай, буш күңел менән ятып йоҡлаған кеүек була.
Һәр көн таяҡтарҙы һанап ҡарай. Әлбиттә, иҫәбен былай ҙа яттан белә, әммә һанап ҡуйһаң, тынысыраҡ. Таяҡтар ҡайһы берҙә артығыраҡ та сыға. Ишмырҙа ҡыуанып, йөҙө яҡтырып китә: әллә яңылышып йөрөгән дә, срогы бер көнгә булһа ла ҡыҫҡарып ҡуйғанмы?! Шунда уҡ яңынан иҫәп­ләргә тотона. Юҡ инде, алдай алмаҫһың донъяны!
Ишмырҙа төрмәнән йәй, август айында, сығырға тейеш. Бөтәһе лә күҙ алдына килә. А-а, ул бит һауала осҡан бөркөт, арҡаларҙа елдергән болан кеүек йәшәгән кеше! Ҡайһылайыраҡ йөрөй ине ауылында! Ҡайҙа ғына бармаһын – үҙ иле! Үҙ иле, үҙ кешеләре, дуҫ-иштәре, бөтәһе лә күтәреп алырҙай булып тора.
Ә ундағы көс, оһоллоҡ! Көрәштә арҡаһы бер ваҡытта ла ер күрмәне. Тегеләр аһ та уһ килә, ә был тир ҙә сығар­май, йәпле мәлен генә самалап йөрөй ҙә ала ла елгәрә, һа­бантуй һайын тәкәһеҙ ҡайтмай ине. Ҡайтмай тигәс тә, өйгә алып ҡайтып тормай инде, ҡайҙан килгән, шунда китә – Ирәндектең иң күркәм еренә баралар ҙа усаҡ яғалар, тәкә­не һуйып, шашлыҡ бешерәләр.
Шулай үҙ алдына уйлана-уйлана ғына йәшәп ята ине әле, көтмәгәндә бер хәл килеп сыҡты.
Ҡәҙимге көн, эш ваҡыты. Бер-береһенә оҡшаш әҙәмдәр цехта эштәре менән була. Берәүҙәр, көн уҙһын, сабата туҙ­һын, тип йөрөй, Ишмырҙа кеүектәр, эшләгәс, эш булһын, тип тырыша. Шулай донъя һин дә мин торғанда, цехтың арғы башында ғауға ҡупты ла китте. «Зэк»тар үҙ-ара һу­ғыша. Улар һуғышһа инде – хәтәр, йә үҙе бөтә, йә үҙен бөтөрәләр – икенең бере.
Яман алышалар. Береһе тондора ла, икенсеһе сәсрәп ба­рып төшә, шунан тороп, тегеһе тондора. Ә ауыҙҙарынан сыҡ­ҡан һүҙҙе тик төрмәлә генә ишетергә мөмкин. Ҡурҡыныс! Икәү дөмбәҫләшә, ҡалғандары ҡыҫылмай, ҡарап тора. Бын­да закон шулай, әйҙә бәхәсте, гладиаторҙар һымаҡ, үҙ-ара хәл итһендәр.
Ишмырҙа янъялды күрмәмешкә һалышты: барып ҡыҫы­лырға атам туғаны, инәм ҡәрендәше түгелдер әле. Төрмәгә лә шул бола арҡаһында килеп ҡапты, ҡыҫылһаң, йә тағы бәләгә эләгеп ҡуйырһың.
Ул ҡапыл терт итеп ҡалды: таныш тауыш! Ныҡ таныш! Ҡайҙан таныш?! Тотто ла янъял яғына йүгерҙе. Бәй, Мәс­нәүи түгелме?! Шул бит?! Ҡайҙан килеп сыҡҡан бында?!
Ишмырҙа уны-быны уйлап торманы, формовка менән Мәснәүиҙең башын яра һуғырға торған оҙон «зэк»тың му­йынынан һыға тотоп алды. Шундай ҡыҫты, оҙон бер-ике тыпырсынды ла хырылдап ҡулын төшөрҙө. Был ғына ла ет­мәне, тегене үҙ яғына бора бирҙе лә, башын аҫҡа баҫып, эйәгенә тубығы менән тондорҙо. Әле генә ғәйрәт ороп тор­ған оҙон иҙәнгә шылды ла төштө.
«Цыган» ҡушаматлы был блатнойҙы колонияла бөтәһе лә белә. Бында ул батша, хаким! Үҙе хаким, үҙе йәлләд. Бө­тәһе лә унан ҡурҡа, әйткәнен үтәп кенә тора. Үҙе бер ни эшләмәй, хатта эшкә лә сыҡмай, бына тигән йәшәй: аша­рына ла, эсеренә лә һәр ваҡыт бар. Табып килтереп тора­лар. Хатта контролерҙар ҙа уның менән иҫәпләшә, ҡаршы төшмәйҙәр.
Ишмырҙа бына ошо кешегә ҡул күтәрҙе. Мәснәүиҙе күр­гәс, уны-быны уйлап торманы инде. Тотонғанһың икән, арт­ҡа сигенеү юҡ, юғиһә бөттөң, тигән һүҙ. Һине берәү ҙә яҡ­лашмаясаҡ, теге һине йә үлтерәсәк, үлтермәһә, артабан хайуан хәлендә тотасаҡ, бында инде көс менән генә еңергә кәрәк.
Мәснәүи эште төшөндө, бар яһиллығы менән оҙонға ки­леп йәбеште. Әммә шул ваҡыт өсөһөн дә арттан килеп ша­ҡарып алдылар. Тотоноуҙарына ҡарағанда контролерҙар бу­лырға тейеш – ҡаршылашырға ярамай. Шулайтып, былар бер ни аңғарып өлгөрмәне, алды ла киттеләр.
«Зэк»тарҙың күҙе тик Ишмырҙала: ҡара һин уны, шым ғына йөрөгән әҙәм ине, ҡайһылай яман булып сыҡты. «Цы­ган» һынлы «Цыган»ды әйләндерҙе лә һалды бит! Тимәк, хәҙер блатной булып ошо ҡалыр. Төрмәнең законы шундай: кем еңә, кем көслө, шул башлыҡ. Ә Ишмырҙа үҙен хәҙер ни көткәнен һиҙһә лә, эстән генә әллә кем ине. Берҙән, үҙе­нең кемлеген күрһәтте, икенсенән, яҡташын ҡотҡарып ҡал­ды. «Башҡорт түҙә-түҙә лә, шунан бер ҡыҙҙырһаң, ауыҙын йырыр ул», – тип эстән маҡтанды. Төрмәлә ундай абруй ҙа кәрәк.
Колонияның режим буйынса начальник урынбаҫары оҙаҡ һөйләшеп торманы. Эштең ниҙә икәнен белеште лә, «Цыган»ға ҡарап:
– Ун биш тәүлек! – тине.
Уныһы ун биш көнгә штраф изоляторы тигәнде аңлата. Был инде төрмә эсендәге төрмә була – сығармайҙар ҙа, йүн­ләп ашатмайҙар ҙа, үлмәҫлек кенә бирәләр.
Начальник урынбаҫары алдындағы ҡағыҙҙарҙы ҡарап ултырҙы ла ҡапыл Мәснәүигә боролдо:
– Ә һин, Кальметов, ҡайҙан килеп эләктең бында?
– Ҡайҙан килеп эләккәнде һеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙ инде, гражданин начальник: янға ҡораллы һаҡсылар ҡуйҙылар ҙа ултырттылар ҙа ебәрҙеләр. – Мәснәүи һаман да шул икән, үҙенсә телләште. Ә теге бындай һөйләшеүҙәрҙе күп ишет­кәндер, алдында торған байғоштоң дорфалығына иҫе кит­мәне, Ишмырҙаға ҡараны:
– Ә һин, Буранбаев? – Ишмырҙаға ул йомшағыраҡ өн­дәште, шуның менән был «зэк»ты үҙерәк күреүен дә, һин арыу ғына әҙәм инең түгелме һуң, тигәнде лә тоҫмаллатты.
– Мин ни, баяғы, цехта эшләп тора инем... – Ишмырҙа эштең нисек булғанын аңлатты.
– Икегеҙгә лә бишәр тәүлек! – тине начальник. – Ә һин, Кальметов, юлға әҙерлән!..
– Гражданин начальник, минең ни...
– Молчать! һеҙ, Буранбаев, Кальметов – «подельниктар», тәртипте беләһегеҙҙер, не первый раз замужем! Бөттө! Алып китегеҙ! – тине.
Былар үҙ-ара һөйләшеү түгел, йүнләп бер-береһенә ҡа­рашып та өлгөрмәнеләр, карцерға алды ла киттеләр.
Ә эш былай булған. Мәснәүи Кальметов ике көн генә элек этап менән элекке ултырған еренән ошо колонияға килгән. Дөрөҫөрәге, килтергәндәр. Эшкә сыҡҡан. Яңы ке­шене күреүе менән «вор» Мәснәүиҙән эшен үҙ исеменә яҙ­ҙырып барырға ҡушҡан. Колонияла шулай инде, «вор» ҙа, көслөрәктәре лә эшләмәй, эшләргә теләмәй, ә аҡса, эш ха­ҡы кәрәк. Шуға ла улар йомшағыраҡтарҙы ҡурҡытып, эш хаҡтарын үҙҙәренә яҙырға ҡуша. Ишмырҙаны ла ярты йыл буйына шулай интектергәйне.
Бындай хәлдәрҙе контролерҙар ҙа, колония начальнигы ла белә, тик белмәмешкә һалыша. Юғарыға ялыу-фәлән бул­маһа, теләһә нишләһендәр. Бына шул «Цыган» Мәснәүиҙе ҡурҡытып маташҡан. Ә теге күп уйлап тормаған, һалған да ебәргән. Киткән һуғыш. Ишмырҙа килеп сыҡмаһа, әллә ни­ҙәр булыуы бар ине. Бында һөйләшеү, аңлашыу түгел, йүн­ләп бер-береһенә ҡарарға ла өлгөрмәнеләр, «шизо»ға илтте лә яптылар. Хәҙер ултыр япа-яңғыҙың еүеш камерала бер стакан һалҡын һыу эсеп.
«Әлеге шул татар арҡаһында», – тип йәне көйөп алды Ишмырҙаның. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул бында? Осрашыуҙары шәп тә ул, «подельник» булһалар ҙа яҡташтар ҙа инде, та­тар менән башҡорттар. Исмаһам, һөйләшеп йөрөрҙәр ине. Дошманлыҡтары үтте бит инде. Дошман тип, ниндәй дош­ман булһындар инде, ахмаҡтар улар. Тиҙерәк осрашырға ине. Ә биш көн йылдан да оҙағыраҡ.
3
Мәснәүи менән Ишмырҙаны бер үк ваҡытта сығарҙылар. Бик ҡапыл булды – ҡара-ҡаршы тап булыштылар ҙа телһеҙ ҡалдылар. Хәҙер нишләйбеҙ инде, тигәндәй, бер аҙ ҡа­рашып торҙолар. Күҙҙәр яна, ә тел әйләнмәй, арала ниндәй­ҙер кәртә ята. Әллә нимәһенә янъялға килә лә ҡаба бит!
— Нихәл, Ишморза! – Беренсе булып Мәснәүи өндәште.
— Һаумы...
Улар ҡул ҡыҫышты. Ҡаты итеп ҡыҫыштылар. Мәғәнәһе аңлашыла: был һиңә Өфө түгел, хәл хәтәр, бер-беребеҙгә терәк булайыҡ! Ҡапыл ғына һөйләшер һүҙ ҙә юҡ һы­маҡ. Һүҙ бар, хатта күп, тик ҡайһыһынан башларға?
«Подельник»тар, ашыҡмайыҡ әле, тәмлеһен аҙаҡ иркен­ләп ашарбыҙ, тигәндәй, тынсыу, ҡараңғы коридор буйлап өнһөҙ генә атлайҙар. Биш көнлөк карцер егеттәрҙең кәрен ныҡ ҡайтарған, шулай ҙа шаттар. Был атлауҙарынан уҡ күренә. Бер кинәнес менән баралар.
Бына улар яҡтыға сыҡты. Йәнә бер-береһенә ҡаранылар. Йонсоу күҙҙәренә нур һирпелде, ауыҙҙары йырылды. Тағы бер аҙ ҡарашып торҙолар. Шунан ҡапыл ҡосаҡлаштылар. Ҡыҫып, оҙаҡ итеп ҡосаҡлаштылар.
– Шуннан, Ишморза? – Мәснәүи зәңгәр күҙҙәрен бал­ҡытып яҡташына ҡараны.
– Әйҙә миңә сәй эсергә! – тине Ишмырҙа.
– Чәйең бармы? – Мәснәүиҙең йөҙө тағы ла яҡтырып китте. – Мин монда яңа кеше.
– Бар, бар, әйҙә! – Яҡташын сәйгә саҡырыу Ишмырҙа өсөн бер кинәнес ине. Улар, оло мәжлескә саҡырылған ке­шеләрҙәй, дәртләнешеп, сәй әсергә киттеләр. Төрмәлә сәй эсеү, сәйгә саҡырыу оло һый, оло дастархан. Ә бөгөн биш көн штраф изоляторында ултырып сыҡҡан кешеләр өсөн сәйҙән артыҡ тағы ни кәрәк!
«Зэк»тар сәйҙе колония магазинынан яҙҙырып ала. Төр­мә тигәс тә, бында сәйе-шәкәре, шырпы-тәмәкеһе лә бар, эшләгән эшең хаҡына бирәләр. Күптәре сәйҙе алыу менән чифир итеп әсеп бөтәләр ҙә йөрөйҙәр кеше күҙенә ҡарап. Ә Ишмырҙа, бәләкәйҙән сәй эсеп үҫкән кеше, уның ҡәҙе­рен белә. Әл дә шул бар әле, юғиһә бик ауырға төшөр ине. Төрмә сәйе сәйме ни инде!
Бына Ишмырҙа оло кинәнес менән ҡаты итеп сәй беше­рергә тотондо. Танауҙы ҡытыҡлап хуш еҫе таралды. Иректә булһалар, бындай ҡунаҡ итеүгә көлөп кенә ҡуйырҙар ине лә, бында башҡаһы кәрәкмәгән дә һымаҡ.
Яҡташтар кәнфит ҡабып, эҫе сәйҙе эһелдәшеп эсергә тотондо. Хатта араҡы эскәндәге шикелле, кәйефтәре күтә­релде, ҡыҙарышып киттеләр.
– Орлашмыйлармы? – тине Мәснәүи.
– Юҡ, ул яҡтан беҙҙә тәртип ҡаты. Берәү генә урла­шып маташҡайны ла, аҡылға тиҙ ултырттылар. Башҡа бер әҙәмдең ҡулы ҡыбырлағаны юҡ.
– Дөрес, орлашырга государственный милекме ни ул? Беләсеңме, Ишморза дус, мин бит тегендә бөтә колонияны кулымда тотоп тордым. План үтәлми башласа, колония на­чальнигы чакыртып ала иде. Чакыртып ала да: «Давай, Кальметов, помоги, Родина не забудет!» – ди. Үзең беләсең, алардан да план сорыйлар бит инде. Минем бер кычкыру гына житә, какуй, кычкырып та тормыйм, бер генә карап алсам, барсы да башын басып, эшкә тотына. Сездәге кебек «цыган»нарны тиз акылга утырттым! Кара син, мин эшкә чыгып житмәгән, килде дә: «Эш хакыңны миңа яздырасың!» – ди. Бер пешмәгән олух дип уйлағандыр инде. Ә мин аның кемлеген цехка кергәч тә күреп алдым. Күп уй­лап тормадым, салдым да жибәрдем. Менә шуннан китте. Ярый син килеп катнаштың, югыйсә бөтерә идем мин аны!...
– Миңә лә шулай итте... – тине Ишмырҙа.
– Шуннан? – Мәснәүиҙең күҙҙәре ҙурайып китте.
– Биш ай буйына яҙҙырҙым инде.
– Синме, шул ялкау урыскамы?
– Әллә, кәсепкә килмәгән, тинем дә ҡуйҙым. Суҡынып ҡатһын, бында тәртибе шулайҙыр, тип уйланым.
– Их син, дурак! Бирермен мин эш хакын! Күрдеңме, ничегерәк салып очырдым!
– Осрашыу бик шәп булды бит әле! Беҙҙе айырып ҡуймаҫтармы икән? – Ишмырҙа балалар һымаҡ ҡыуана ине. – «Подельник»тар тип ысҡындырҙы ла баһа!
Былар инде йылдан ашыу ултыралар, уны-быны, закон статьяларын ғына аңлайҙар. Колония начальнигының режим буйынса урынбаҫары теге ваҡыт «подельник»тар тине. Был инде «по одному делу», йәғни бер үк эш буйынса, тигәнде аңлата. Ундайҙарҙы бер колонияла ултыртмайҙар, икеһен бөтөнләй ике яҡҡа ебәрәләр. Етмәһә, былар һуғышып, үс­ләшеп ултырған кешеләр, бергә тоторға ярамай, әллә ниҙәр ҡылып ташлауҙары бар. Теге ваҡыт офицерҙың Мәснәүигә: «Һин нисек килеп эләктең бында?» – тип аптырауының сәбәбе шунда ине. Тимәк, йә берәй яңылышлыҡ килеп сыҡҡан, йә иғтибар етмәгән, бутағандар. Шулайтып, ике «дошман» бер колонияға, хатта бер үк цехҡа килеп эләккән. Тәүге көндә ук янъял сығарып карцерға ҡаптылар. Быларҙы ысынлап та оҙаҡ тотмаҫтар, айырырҙар.
Быға бигерәк тә Ишмырҙа көйҙө. Осрашҡандарына шул тиклем шатланғайны. Ә Мәснәүи Ишмырҙаның ниндәйерәк кеше икәнен һорау алған саҡтарында уҡ һиҙгәйне инде, шу­ға ла баштан эрерәк ебәрергә, бының алдында ҙурыраҡ бу­лып ҡыланырға тырышты.
– Ярый, аермаслар, колония начальнигы белән үзем сөйләшермен, – тине.
– Колония начальнигы менән?! – Ишмырҙа аптырап китте.
– Юкка исең киткән! Тегендә чакта мин начальникның кабинетыннан чыкмый идем. Атна саен чакыртып ала иде!
– Кабинетына?! Начальникмы?! – Колония начальнигын полк командирынан да юғарыраҡ, хакимыраҡ күргән Иш­мырҙа аптыраштан ни әйтергә лә белмәй ҡалды. Шыттыра тиер инең, ҡайһылайтып осрашып етмәҫ ерҙән алдап тор­һон! Төрмәлә маҡтанып ултырыуҙың ни мәғәнәһе? Алдамай тиер инең, бер ҙә ышанырлыҡ түгел.
– Кабинетына булмый үзе минем янга килмәҫ инде! Чакырта да корпустагы хәлләр, эш турында сораша башлый. Аларга да бит обстановканы белеп торорга кирәк. Эш аза­гында булса, шунда ашап, эчеп алабыҙ.
– Шунда кабинетындамы?! – Ишмырҙаның күҙҙәре баҙ­лап китте.
– Бигерәк юкка аптырыйсың икән лә! Һәр начальникның – завод директорымы, обком секретарымы – кабинеты­ның артында «бытовка» дигән бер бүлмәсе була. Иң төптә ул, ишеге күренми дә, беленми дә, хужа үзе генә ачып керә ала. Шунда кердеңме, жаныңа ни кирәк – ашау, эчү, сер­вант, диван, ванный һәм матур кыз! – Мәснәүи үҙе һөйлә­гәнгә үҙе ышанып, ошоларҙың барыһын да күҙе алдына килтерҙе шикелле, йөҙҙәре ҡыҙарған, зәңгәр күҙҙәре шул каби­нетта – аш-һыу, эсемлек, ашамлыҡ һәм матур ҡыҙ янында ултырған кешенекеләй яна.
– Һин шул бытовкаға индеңме?
– Пәттәч, инмичә! Төшереп утырдык бергә!
– Төшөрҙөгөҙ?! Колония начальнигы менәнме? – Иш­мырҙа шикле йылмайҙы, йөҙө күңелһеҙләнде. Иптәше ихлас кеше түгел, ахырыһы.
– Син нәрсә, колония начальнигы дигәч тә, пәйгәмбәр затыннан дисеңме? Синең белән миңарга гына шулай күренә ул. Анысы да монда утырган чакта гына! Якыннан карадың исә, шул без сәлам дә бирмәслек бер ту­пой адәм! Жүнле кеше төрмә начальнигы булын эшлиме! Башка жирдә эш тапмаганга барып кергән бит инде ул.
Ишмырҙа тағы ышана төштө, алдамайҙыр, күпте күр­гәнгә оҡшаған бит. Ә Мәснәүи быны һиҙҙе, Ишмырҙаның күңеле йомшара башлағанын күреп, «һөжүм»де көсәйтте.
– Син шуңа аптырыйсың! Белә белсәң, мин бит коло­ния начальнигы белән охотага да чыктым. – Мәснәүи, бүл­дерә күрмә тигәнгә тоҫмаллатып ымланы ла, һөйләй бир­ҙе. – Бер ваҡыт шулай кабинетына чакыртып алды да бу: «Син, Михаил Михалыч, ничек атасың?» – ди. Мине анда шулай «Михаил Михалыч» дип йөретәләр иде. Урыска «Мәс­нәүи Мәгнәүиевич» дип әйтеүе ауыр бит инде. Әйе, шулай, ничек атасың, дип сорый бу. Мин шөрли төштем, бар гөнаһларымны уйлап алдым. Ә теге: «Сине, Михаил Михалыч, «Ворошиловский стрелок» икән диләр?» – ди бу. Аңлап ал­дым, аларда безнең «личный дело»лар бар бит инде, димәк эш бөтенли икенчедә. «Кандидат в мастера!» – мин әйтәм. «Кандидат в мастера булгач, әҙерлән, киләсе шимбәдә охо­тага чыгабыз!» – димәсенме бу.
– Сыҡтығыҙмы? Алдығыҙмы берәй нәмә? – Ишмырҙа­ның шиге бөттө, был тиклем дә алдаҡтың булыуы мөмкин түтел.
– Сорыйсың! Дичь күп, яман күп иде ул якта. Боланнар, мараллар, бүреләр, аюлар, мә, башта мине ат дигән кебек, үзләре килеп баса алга! Ә куян, төлке-фәлән белән пычранып тормадык!
– Аҙаҡ эскәнһегеҙҙер инде? – Ишмырҙа иренен ялап алды.
– Сорама аларны! Охотага иң элек шул эчәр өчен чыгалар бит инде! Безнең начальник якын-тирәдәге колхоз председателләре белән бик шәп яши иде, ниләр генә китер­мәгән тегеләр! Ул ат ите, ул каз ите, ул коньяк, ул спирт! Балык, икра!..
– Алҡынғансы ашанығыҙ инде?.. – Ишмырҙа төкөрөгөн йотто.
– Алтынны дисеңме?
– Алҡынғансы! Ныу, туйғансы ашанығыҙмы, тим инде. Шуны ла аңламайһың, татар! – Был мәрәкәләгән булды.
– Андый ашны вольныйда да күргән юк иде. И-и, сөйли башласаң!.. Охотада йөрдек көн буена, кич урманчы йор­тына бардык. Исеме генә урманчы йорто инде – ожмах! Әллә утызлаган бүлмә, ул жиһаз, саунасы, буфеты, чыгабыз да пиво чүмерәбез!
– Һуң, улай булғас, ниңә ебәрҙе һине начальник колонияһынан?
– Тукта әле, бүлдермә! Соң, жибәрми, мин бит хәзер слишком много знаю. А вдруг сатар, дип уйлый бит инде бу. Ярар анысы. Мунча кереп чыктык та тотондык кирять итергә. Ниләр генә ашамадык та ниләр генә эчмәдек инде! Главный, ашап эчкәч, исертми. Исертми дә, баш та авыртмый! Аз гына йоклап алдык та тагын тотындык. Мин баш­та сакланыбырак утыра идем, иртәгәсен кыен булыр дип. Аларга ял да миңа бит эшкә. Эч, ди бу, ике кон ял итәрсең, ди. Баш юнәтергә дип бер шиша акны, ике шиша пивоны кеҫәгә тыгып ук куйды.
– Аны нишләттең инде? – Ишмырҙа күҙен йоммай ул­тыра.
– Нишләтим, кайткач, яйлап кына, баш төҙәттем.
Ишмырҙаның түҙеме бөттө. Сәй эсеп алғас, тамаҡ туйған кеүек ине лә, шул тиклем һүҙҙәрҙән һуң ашҡаҙаны яңы­нан ярһыны ла китте. Биш көн ҡаты икмәк һынығы менән һыу ғына эсеп ултырҙылар ҙа инде. Ул төҫөн боҙоп иптә­шенә ҡараны:
– Әҙәм ышанмаҫты ысын булһа ла һөйләмә, тигәндәр...
Мәснәүи үҙенең артығыраҡ ебәрә башлағанын, абруйҙы юғалтып ҡуйырын аңланы шикелле, быға һүҙ бөтөрөргә ирек бирмәйенсә, икенсегә бора һалды:
– Ярар, аларны бер иркенләп сөйләшербез әле. Безгә, Ишморза дус, берәр ярты табып утырырга иде, – тине.
– Ярты?! – Ишмырҙаның күҙҙәре баҙланы. – Ҡайҙан табаһың уны?
– Ныу, юкка аптырыйсың да китәсең, Ишморза дус! – Мәснәүи яҡташының бер ҡатлылыгына үҙе лә аптырай һәм шул уҡ ваҡытта ҡыуана ла ине. – Акчаң гына булсын, монда водородный бомба табып була!
– Аҡсаһын табырбыҙ ҙа ул! – Ишмырҙаның күҙҙәре нығыраҡ янды.
– Тапсаң, калганы синең забота түгел!
Ишмырҙа матрац йыртығына ҡулын тығып, аҡса килте­реп сығарҙы. Ул да тормоштоң рәтенә төшөнә башлағайны, иреккә сығып йөрөгән кеше аша аҡса ебәргәйнеләр.
– Хәҙер үк табаһыңмы?
– Хәзер үк булмый инде, ныу табарбыз. Башта мин об­становка белән танышып алыйым.
– Һин бик һуҙма инде улай булғас. Тик уны ҡайҙа эсә­һең, уныһы бер бәлә булыр әле.
Мәснәүи ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Анысына кайгырма, башта теге мәсьәләне хәл итергә кирәк: безне аерып куймасыннар.
– Да, уныһы шулай шул.
– Беләсеңме, бәз иртәгә үк начальникка приемга язы­лабыз. Шунда икәүләп барып аңлатабыз. Монда инде икебезгә дә «тише воды, ниже травы» тороп сөйләшергә туры киләчәк.
Шуға килештеләр. Ултырып ғариза яҙҙылар ҙа контро­лер аша колония начальнигына ебәрҙеләр. «Мөмкин булһа, ашығыс», – тип өҫтәнеләр.
Начальник «подельннк»тарҙы иртәгәһенә үк саҡыртты. Мәснәүи – алдан, Ишмырҙа арттан инде. Инделәр ҙә ба­хыр ғына ҡиәфәттә күҙҙәрен башлыҡҡа текәнеләр, һүҙҙе Мәснәүи башланы. Ысынлап та телгә оҫта икән, Ишмырҙа һоҡланып тыңлап торҙо. Үҙенә ҡалһа, эшкиндерә алмаҫ ине, яҡташы менән осрашҡанға тағы ла нығыраҡ ҡыуанды. Дурактар, һуғышып йөрөгән булдылар.
Мәснәүи һөйләне-һөйләне лә:
– Гражданин начальник, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, теге ва­ҡыт бөтәһе лә эскелек арҡаһында, яңлыштан ғына булған. Беҙ арыу кешеләр ул, ышанырһығыҙ. Үҙегеҙгә бер ярҙамсы булырбыҙ. Ҡалдырығыҙ инде бергә, – тине. – Зинһар, мине икенсе колонияға оҙатмағыҙ. Ул тик һеҙҙән тора.
— Ну что, татарин и башкир, чтобы подружиться, надо было за решетку попасть, да? – Начальник мыҫҡыллы йыл­майҙы.
— Век живи, век – учись! – тине Мәснәүи. Эй, теле лә теле! Начальник бының яуабын оҡшатты, үҙенсә мәрәкәләп өҫтәне: «Дураком помрешь, да?» Шунан етди төҫ алды: «Ладно, посмотрим», – тине.
Былар сыҡтылар. Территория буйлап бер аҙ тын бар­ҙылар.
– Бик асығын әйтмәне бит әле, – тип бошондо Иш­мырҙа.
– Соң шуннан артыгы ни кирәк? Алдыңа жәелеп төш­мәҫ инде. Началыгакның «посмотрим» дип әйтүе «эшләр­мен» дигән сүзе була ул.
– Улайһа, һин тегене ашыҡтыр инде. Йыуырға кәрәк бит.
Ишмырҙа алдында Мәснәүиҙең абруйы ныҡ үҫте хәҙер. Ярай осраштылар әле, бер ямандың бер яҡшыһы тигәндәре ошолор.
4
«Подельник»тарҙы айырманылар, китәһең тип тә, ҡала­һың тип тә әйтмәнеләр, ә былар йөрөй бирҙе. Өс-дүрт көн шыртлаңҡырап торҙолар тороуын, шунан тынысландылар. Тейер булһа, тейерҙәр ине инде.
Аҙна үтте, былар бөтөнләй нығынды. Бер көн цехта Мәс­нәүи бының янына килде лә терһәге менән төрттө. Ишмыр­ҙа ниҙер һиҙенеп тегеңә текәлде. Дуҫының зәңгәр күҙҙәре бесәйҙеке кеүек баҙлай.
– Әллә булдымы? – тип бышылданы Ишмырҙа. Мәснә­үи төрмә робаһын һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ысҡындырҙы ла итәген күтәрҙе; эстә салбар ҡайышына ҡыҫтырыулы йәшел шешәнең һары башы алтындай йылтырай ине.
Икеһе лә тын торҙо. Ишмырҙа үҙ күҙенә ышанмай тора: төрмә эсендә араҡы! Мәснәүи иптәшен аптыратыуына әллә кем. Әйләндергеләп ҡараны, шунан бөкө тирәһенән еҫкәп алды. Еҫкәне лә «ыһ!» тип ҡуйҙы. Шешә ныҡ бикләнгән булһа ла, еҫе килә бит, май сүлмәге тышынан билдәле, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
– Араҡы-ы... – тине Ишмырҙа ауыҙын йырып. – Ҡай­ҙан алдың?
– Эчеп жибәр салганын, сорама кайдан алганын... Кая бир әле! – Мәснәүи шешәне кире алды.
– Ошонда ғына ебәрәбеҙме әллә?.. – Ишмырҙа һаман үҙенә урын таба алмай аптырай.
– Ресторан эҙләп, Уфага китеп булмый инде! – Мәснәүи шешәне ырғытып ебәрҙе лә тотоп алды.
– Төшөрөп ватаһың бит! – Ишмырҙа асыуланып ҡыс­ҡырып ебәрҙе.
Мәснәүигә бына ошо ғына кәрәк ине, тағы уйнатып алды ла:
– Үзем ватылсам, ватылам, шиша ватылмай инде ул! – тине.
Араҡы табыуы ла, Ишмырҙа башҡортто үҙенә ҡаратып тотоуы ла уға шундай ләззәт бирә ине.
– Кеше килеп аппетитты боҙмаҫмы икән һуң?
– Нәрсә, озын-озакка сузып тормакчы буласыңмы ни? Раз – и готово!
– Әҙерәк һөйләшеп тә ултырмағас... – Ишмырҙа шулай тине лә, ҡайҙа ултырырға һуң, тигәндәй, тирә-яҡҡа ҡара­нып алды. – Ә стакандар?..
– Их, син, Ишморза, нинди «зэк» стакан белән эчә инде аракыны! Бәлки, сиңа путаллы рюмка кирәктер? – Мәснә­үи таҙа аҡ тештәрен шешәнең ялтыр ҡалайына ҡаҙаны – «ҡолағы» юҡ ине ҡәһәр бөкөнөң. Икеһе лә күҙҙәрен асылған шешәгә текәгән. Ҡасандан бирле көткән мәл яҡынлаша. – Я, нәрсә өчен эчәбез? – Мәснәүи күҙҙәрен тантаналы йыл­тыратып яҡташына ҡараны.
Ысынлап та, һорау сәйер ине: дуҫлыҡ өсөн тиер инең, һуғышып төрмәгә ултырған кешеләр, осрашыу өсөн тиер инең, осрашҡандарына байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Ишмырҙа ҡулын һелтәне:
– Былай ғына ебәр ҙә ҡуй! – Үҙе тамшанып шешәгә ҡараны. Тегенең һаман һөйләнеп тороуына асыуы килә башланы.
– Ярый, дай бог не первый, не последний раз! – Мәс­нәүи «һуһ!» тип өрөп ҡуйҙы, башып артҡа саңҡайтты ла ауыҙын асты, шунан ауыҙына шешәнән араҡы ҡоя башла­ны. Ул йотмай, ә бер һауыттан икенсе һауытҡа бушатҡан кеүек кенә ҡоя.
Ишмырҙа ҡарап тора, аптырай ҙа, һоҡлана ла: ниҙәр генә белмәй был татар. Әллә элек тә бер ултырып сыҡҡан­мы икән? Борсола башланы – ҡоя ла ҡоя, бөтөрә бит! Ҡу­лынан тотайым тиһәң, йә төшөрөп ебәрер!
– Эй, етер, ҡалдырмайһың да баһа!
Мәснәүи ошо һүҙҙе көтә ине лә, тағы бер аҙ ҡойҙо ла турайып баҫты, шешәне баш бармағы менән сәнсеп тотҡан урынын күрһәтте:
– Монда, брат, барсы да иҫәпләнгән!
Араҡы ысынлап та артыҡ ныҡ кәмемәгәйне.
– Мин ни, яртыһын ҡойҙоң, тип торам! – тип йылмай­ҙы Ишмырҙа.
– Беләсеңме, дус, алкаш беләп профессор спорить ит­кән, ди: кем тигезрәк бүлә! Профессор – мензурка, ә алкаш «булк-булк» белән исәпли, ди. Вот алкашныкы профессорныкынан дөресрәк чыккан. Әйдә, жиффәр!
– Мин улай булдыра алмайым.
– Алайса мин эчкәнне карап кына торасың инде! – Мәснәүи кинәнеп көлөп ебәрҙе. – Я столовый директорына барып путаллы рюмка сорыйсың.
– Ҡапыл эсһәң, иҫертеп китәлер әле ул, аслы-туҡлы йөрөгән кешегә ни күпме кәрәк... – Ишмырҙа шешәне ҡу­лына алды. Ул Мәснәүи шикелле ҡоя белмәй, ауыҙына ҡап­ты ла быҙау шикелле имергә тотондо. Бер-ике лә йота ал­маны, сәсәй башланы. Ҡып-ҡыҙыл булып китте, күҙенән йәш сыҡты. Араҡы яңылыш юлға китте.
Мәснәүи тиҙ генә шешәне тартып ала һалды. Төшөрөп вата бит!
– Их син, башкорт, кымыз эчеп кенә яшәргә кирәк сиңа! – Ул кеҫәһенән икмәк ҡатыһы сығарҙы. – Шушыны чәйнәп йот!
– Әберәкәйҙә икмәк ашап тороу гонаһ та инде... – Иш­мырҙа йәшле күҙҙәре менән иптәшенә ҡараны.
– Күп сөйләнмә, йот! Үтә ул. Алайса, аракы эчү дә гөнаһ!
Ишмырҙа теләр-теләмәҫ кенә алды ла тамағын ҡыра-ҡыра сәйнәргә тотондо. Шунан араҡы йотоп ҡуйҙы. Үтте, ахырыһы.
Ишмырҙа дөрөҫ әйткән, араҡы быларҙың баштарына тиҙ сыҡты: ашҡаҙан хәмерҙе онотҡан, ә үҙҙәре аслы-туҡлы йө­рөгән кешеләр. Былар уға бошманы, эскәс иҫерелер инде, шуның өсөн маташабыҙ ҙа баһа. Уның ҡарауы кәйеф күтә­релде, тел тоҡсайҙары сиселде – бер-береһен бүлә-бүлә һөйләшергә тотондолар.
Башта «цыган»ды аҡылға ултыртыуҙары менән маҡта­ныштылар, суд хаҡында, тәфтишселәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Шунан һүҙ үҙенән-үҙе былтыр көҙ боларышып киткән мәл­гә килеп терәлде. Апаруҡ ҡыҙмаса булһалар ҙа, һүҙ ошон­да еткәс, тел тотлоҡто, бер-береһенә ҡарамайынса ғына тын торҙолар. Икеһе лә эстән генә, бына һинең арҡала эләктем ошо урынға, тип уйлай ине шикелле. Әммә һүҙ сығарғы­лары, мәжлесте береһенең дә боҙғоһо килмәне. Мәснәүи их­лас ҡына итеп:
– Слушай, Ишморза дус, шул суверенитет дигәне нәр­сә була соң ул? – тине.
– Әллә... – Ишмырҙа кинәйә менән әйтте лә көлөп ҡуй­ҙы. – Килделәр ҙә әйттеләр, Өфөгә барырға кәрәк, унда ке­ше күп булырға тейеш, тинеләр. Һинең тауыш шәп: «Баш­ҡортостан!», «Суверенитет!», «Долой!», «Отставка!» тип ҡыс­ҡырырға тура киләсәк. Кеше ни эшләй, шуны эшләрһегеҙ, тинеләр. Ултырып киттем дә барҙым, көҙ бит инде, эш бөт­кән, бушлай Өфөгә барып ҡайтыуы ни тора.
– Мин дә шул кешегә иярдем дә киттем инде. Бер аз салған идек. Минем күршедә бер шеботной гына адәм бар, шул котыртты. «Анда суверенитет бирәләр икән. Башкортлар үзләре генә алырга йөриләр ди, әйдә!» – диде. Ярар, Ишморза дус, үкенмик, шушында килеп эләкмәсәк, бер-беребезне белмәй үлеп тә китер идек. Шәп кешеләр булып чыктык бит!
– Уныһы шулай... – Танышыуҙарына, ошнда килеп эләгеп, ҡайҙандыр араҡы табып эсеп, күңел бушатып тороуҙарына Ишмырҙа ла ҡәнәғәт ине. – Тик, баяғы, ҡайһы ваҡыт бик ҡайтҡы килеп китә...
– Кайтырбыз, бер кая да качмас. Ирмен дигән кешегә төрмәсен дә күрергә кирәк аның, шулай түгелме? Кара әле, Ишморза дус, син башкорт бит, случайно, жырламыйсыңмы? Шул башкорт жырлары өчен үләм бит мин!
Ишмырҙа ысынлап та йырлай, хатта арыу ғына йырлай. Моң әле лә күкрәген йыртып сығып бара. Башҡа урында булһа, әллә ҡасан ебәргән булыр ине, тик көсләп тотоп ҡы­на тора.
– Былай йырлаштырам... – тигән булды ул.
– Чынмы?! Озон көйләрнеме?! Жибәр әле, дус, башкортның иң озынын!
– Бында ярамаҫ ул, әй...
– Слушай, син никогда куркып яшәмә! Законга каршы эш эшләмисең бит, жыр жырлыйсың! Давай, только иң озы­нын!
Иптәшенең үҙен шулай ботлап тороуы Ишмырҙаға тәүәк­кәллек бирҙе. Араҡы үҙенекен эшләне – төрмә лә, әберәкәйе лә онотолдо. Ишмырҙа, ниҙелер иҫенә төшөрөргә телә­гәндәй, ситкәрәк ҡарап торҙо, ҡаштары яҙылды, күҙҙәре моңһоуланды, иларға йыйынғандай йөҙөн йыйырҙы. Ҡараш­тарын бер таҡта ярығына текәне лә йырлап ебәрҙе.
Таба-а-аҡ та гына, табаҡ, ай, ак ҡағы-ыҙ,
Буранбайҙың яҙған хаттары-ы.
Сәйер, һөйләшкәндә кешенән бер, ә йырлаганда бөтөнләй икенсе төрлө тауыш сыға икән. Ишмырҙаның тауышы нес­кәрҙе, нәфисләнде, ғүмерҙә уйламаған моң ағыла башла­ны. Мәснәүи ҙур, зәңгәр күҙҙәрен текәгән дә ышан­маған кеүек тора. Бар ҡарашы: «Әйдә, давай, дәвам ит, өҙә генә күрмә!..» – тип ялбара. Төрмә робаһы кейгән, сәсен таҡырлап алдырған был байғош ҡапыл өҫтөнә уҡалы елән, башына ҡамсат бүрек, аяғына ҡыҙыл сафъян итек кейгән буй етмәҫлек затҡа әйләнде лә ҡуйҙы.
Ишмырҙа һаман йырлай. Кеше ишетмәһен тип, шым, һаҡ ҡына башлағайны ла, йырҙы йәшереп, ҡурҡып йырлап бу­ламы ни, «Буранбай» төрмә кәртәһенә һыйманы, тышҡа бәреп сыҡты, күккә олғашты. Ишмырҙа тауышын шәбәйткәндән-шәбәйтә: йыр ҙа, йырлау ҙа һағындырған. Етмәһә, онотолоп китеп тыңлаусыһы ла бар. Йырсы өсөн бер тың­лаусы булыуы ла етә бит ул! Рәхмәт инде Мәснәүи дуҫына, әлдә һүҙ сығарҙы, юғиһә йырлау онотолоп бара һымаҡ ине.
Бура-анбайҙың яҙған хатып уҡып, ай,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары-ы-ы...
Нескә генә башланған йыр тамаҡ төбөнән сыҡҡан ба­һадирҙарса ҡалын тауыш менән бөтөп ҡуйҙы. Хәтәр булды! Икеһенә лә ныҡ тәьҫир итте. Моңо ла, һүҙҙәре лә.
Ишмырҙа дуҫына ҡараны. Ә теге ҙур күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап тора, керпектәренән йәш йылтырай. Йырсының үҙенең дә тамағына төйөр тығылды. Икеһе лә аҫҡа ҡара­нылар. Бер аҙ торғас, Мәснәүи дуҫын яурынынан ҡосаҡлан алды.
– Их, Ишморза, кайларда әрәм булып ятмый безнең башлар! Дураклар инде!.. Пожалуйста, тағып берне жырла әле! Зинһар, берне генә...
Ишмырҙаға ялыныу кәрәкмәй ине инде, тик шулай фа­тиха ғына бирһендәр. Суҡынып китһен төрмәһе, «гражда­нин начальник»тары. Ул тамағын ҡырып алды ла, ярһы­уын баҫа алмаған ат шикелле, тағы ла көслөрәк тауыш ме­нән йырлап ебәрҙе:
Кантон да гына-а, кантон килгән тейҙәр-әү,
Килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ.
Яуыз кантондарҙы ҡуя ла икән-әй,
Рәсәй ҙә генә-әй тигән батшалыҡ.
Етте! Булды! Күңелдәре тулған байғоштар бәҙрәф яры­ғынан төшкән яҡтыға ҡарап торҙолар. Бер ни әйтке килмәй, тик уйҙар ғына йүгергеләй. Мәснәүи салбар ҡайышына ҡыҫтырыулы шешәне сығарҙы, яҡтыға ҡуйып күпме ҡалғанын самаланы. Шунан моңһоу ғына тауыш менән:
– Әйдә тағын берәрне салыйк әле! – тине. – Жыр өчен. – Улар, стакан-фәлән булмаһа ла, ғәҙәт буйынса «һа­лайыҡ» тип һөйләшәләр ине.
Араҡының күпме ҡалғанын да, самалабыраҡ тотоноп, оҙағыраҡ һуҙырға кәрәк икәнен дә аңлайҙар, ыһылдашып берәр йотом ғына йоттолар ҙа шешәне Мәснәүи салбар ҡа­йышына тығып ҡуйҙы. «Закуска» тип икмәк ҡатыһы ҡа­бып торманылар, ауыҙҙары зәһәргә күнеккәйне.
– Бик хәтәр жырлар бит! Каян беләсең син аларны, Ишморза дус? – Мәснәүи ихластан һораны.
– Халыҡ сығарған йырҙар инде... – тигән булды Иш­мырҙа. – Кешенән ишетәһең дә йырлайһың, һәр береһенең тарихы бар, тик мин уларҙы ныҡлап белмәйем. Буранбай батша заманында йәшәгән, уны һөргөнгә ебәргәндәр ҙә, шул кешегә ошо йырҙы сығарғандар. Мин шул Буранбай­ҙың тоҡомо булам...
– Ныу-у! – Мәснәүиҙең күҙҙәре табаҡтай булды. – Син шундый ҙур кешеме ни әле?!
– Төрмәлә ултырғас, ҙур кеше буламы ни! – Ишмырҙа әсенеп кенә йылмайҙы. Әллә, олатайым, беҙ шул Буранбай нәҫеленән, тип һөйләй торғайны.
– Сөйләгәч, дөрестер инде, картлар белми сөйләми ул. Әнә бит, фамилияң да Буранбаев! Мин жырны бик яратам. Үзем дә жырлаштырам, правда, синең кебек үк түгел инде, мәжлестә генә. Башкортлар жырчы халык бит инде!
– Мәснәүи, давай йырлашҡас, йырлашайыҡ әле. Әйҙә һин дә берәй оҙондо...
– Һы... – Мәснәүиҙең күҙҙәр янып китте, уға ла рух килде. – Минем бик озыннан булмаҫ инде. Алайса, бер авыз чылатып алыйк, – тип берҙе йотоп ҡуйҙы. Шунан Иш­мырҙа шикелле йөҙөн йыйырып әлеге таҡта ярығына ҡараны. Ҡапыл тәүәккәл тауыш менән ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Гори, гори, моя звезда-а,
Звезда любви, приветная-а!
Ты у меня одна заветная-я,
Другой не будет никогда-а-а!
Йыр башланыу менән, Ишмырҙа әллә нишләне лә ҡуй­ҙы: тәндәренән һалҡын юлаҡтар земберләп үтте, башы ме­йеһе тартышҡандай итте. Был ни эш? Кем был?! Татар ти­гәне урыҫ булып сыҡтымы ни?! Ана бит, күҙҙәре зәңгәрг сәсе һап-һары, теле урыҫ. Үҙе лә урыҫ! Әллә Ишмырҙаны, әллә Мәснәүиҙе ен алмаштырҙы?! Әллә иҫереп китеп күҙенә генә күренәме?! Әле генә шундай яҡын күренгән кеше бө­төнләй икенсе затҡа әүерелде лә ҡуйҙы.
Ә Мәснәүи, баяғы Ишмырҙа шикелле, бар кинәнестән йырлай бирҙе:
Умру ли я, и над могилою,
Гори, сияй, моя звезда-а-а!..
Йыр тамам. Мәснәүи, йырлап бөткәс, йә нисек тигәнде аңлатып, быға ҡараны. Ишмырҙа белә: йырсыны маҡтарға кәрәк, һәр йырсы шуға мохтаж. Әммә ул һаман шаңғып тора. Кем булды һуң был? Урыҫмы, әллә керәшен – суҡын­ған татармы?
Теге, татарсалап, «я, ничек?» тигәс кенә күңеленә йы­лы иңде. Шулай ҙа Ишмырҙа аптырашын йәшерә алманы:
– Нишләп урыҫса йырлайһың ул? Татарса йырлай ал­майһыңмы ни?
– Кая сиңа жыр, сөйләшкәнгә дә рәхмәт әйт! Мин бит кечкенәдән Уфада үстем. Архирей жулигы!
– Өйҙә лә русса һөйләшәһегеҙме?
– Шулай инде, минем хатын урыс ла!
– Урыҫ ти?! Нисек урыҫ ҡатын?!
– Соң, урыс түгел икән, маржа! Кара йөрәк нәселеннән... – Мәснәүи йылмайған булды.
– Балаларың да урыҫмы? – Бер ҡатлы Ишмырҙа һамай ныҡыша бирҙе.
Мәснәүиҙең түҙеме бөттө:
– Ай, аптыраттың бит! Үзең әйтмешли, каңгыртма әле башымны. Маржадан тугач, урыс була инде. Уфада тор да еще! Мин әле ладно, анда татар белән татарның баласы, урыс булып туа!
Ишмырҙа дуҫының кәйефен төшөндө, башҡаса ныҡыш­маны. Бер аҙ тын торҙолар, тағы яртышар йотом йоттолар. Ишмырҙа, онотолоп киттеме, тағы һораны:
– Әй, мәрйәләр нисек була ул?
– Нигә, маржа күргәнең юкмы ни?! Шул ук нәрсә ин­де!.. – Мәснәүи асыу менән әйтте. – Сүзеңә караганда башкорттан артыкны күргәнең юк, ахырсы!
– Ниңә, минең бисә татар ул.
– Э үзең миннән көлгән буласың!
– Сүтәки ҙә татар урыҫ түгел бит инде! – Ишмырҙа еңгән кеше ҡиәфәтендә әйтте.
– Анысы шулай... Ярар, болай да көйгән жанымны көйдереп торма әле. «Син маржа» диеп, ун ел торган хатынны куып чыгарыйммы ни!
– Татар тип кәмһетмәйме һуң үҙеңде? Улар бит «ви­лок» тип мыҫҡыллай торған.
– Әйтеп карасын! Правда, башта бер абыйсы шул син әйткән сүзне ычкындырган иде. Жилкәсеннән эләктереп ал­дым да моны: «А ну-ка, повтори!» – дим. Урыс куркак бит ул, шыр жибәрде. «Прости, зятек, я так спьяну сглупил», – ди. Шуннан соң берсенең дә авызыннан сүз чыкканы булмады. Ә былай маржалар милләт аермый, аларга лишь ир булсын. Ир булсын да, акча китерсен! Шулай, брат, менә син дә татарга каршы йөргән буласың, ә үҙеңнең хатының татар булып чыкты.
– Кем ҡаршы йөрөй, үҙең килеп тотонғас, мин нәмә!..
– Каян килеп тотынсын! Син үзен башладың ла! Мин бит сиңа ул вакыт, болай, шаяртып кына әйткән идем, «башкорт» дип, син «татар» дидең, китте дә барды инде. Ярар, Ишморза дус, судьялар очына чыга алмаганны, без икәү чыга алмабыҙ... Ә син ул татар кызын каян таптың соң? Сезнең якта тик башкортлар гына яши, имеш, диләр бит?
– Һуң татарҙың таралмаған ере бармы ни! Ә былай мин үҙебеҙҙең яҡтыҡын түгел, ситтән барып алдым. Благо­вар районынан.
– Благовар?! – Мәснәүиҙең күҙҙәре таһырайҙы. – Ҡай­сы авылдан?
– Белмәйһеңдер, Әрәмә тигән бер бәләкәй генә ауыл ул. Йылға буйында ултыра.
– Пәттәч, нигә белмәсен, ди! Ул бит безнең күрше генә авыл!
– Үҙең әле мин Архирей жулигы дип маҡтана инең?
– Соң без бит Уфага күчеп кенә килгәнбеҙ, мин кечкенә чакта. Әти-әниләр шунда яр башында ызба сатып алганнар да инде. Телецентр тирәсендә ярда ызбалар утыра бит, шунда инде. Ә син ул Әрәмәгә ничек барын чыктың? Кода да булып чыгарбыз әле, минем анда туганнар да бар!
– Бәлки, – тип йылмайҙы Ишмырҙа. – Беҙ ни, баяғы, ҡоролоҡ йылды Благовар яғына һалам әҙерләргә барғай­ныҡ, колхозға. Шунда бер әбей менән бабайҙарҙа торҙом. Матур ғына ҡыҙҙары бар ине, кәләш иттем дә алдым ин­де... – Ишмырҙаның йөҙҙәре яҡтырып, күҙҙәре нурланып китте, нисек итеп ҡыҙҙы йәрәшеп йөрөгән, кәләш итеп алып ҡайтҡан саҡтарын иҫенә төшөрҙө булһа кәрәк. Быны Мәс­нәүи ҙә тойҙо, тәрән генә һулап ҡуйҙы ла:
– Да, брат, бар иде шәп чаклар... – тине. – Менә, Ишморза, земляк кына түгел, кода да булып чыктык. Ә ул синең хатының телен ташлаган, үзең кебек кара башҡорт булып беткәндер бит инде. Син бит бик каты сөйләшәсең, телеңне аңлап бетеп тә булмый кай чакта.
– Ташлатырһың һеҙҙең татарҙан телен! Ауылда бер үҙе сутырлап йөрөгән була. Беҙҙең башҡорт ҡына ул ара­ға бер татар килеп күрендеме, телен боҙоп ҡаңғыра. Күрер­һең, минең Нәзифә үлгәнсе үҙ телендә һөйләшәсәк. – Иш­мырҙаның күҙ алдында һаман ҡатыны торалыр, ауыҙҙары йырыҡ. – Шәп ул минең кәләш татар булһа ла!
– Нигә «татар булһа ла»? Татар чем хуже?
– Ай алла, юҡҡа-барға ҡыйшайырға ғына тораһың? Былай ғына әйтәм инде, ғәҙәт буйынса. Татарҙың кеме юҡ та, башҡорттоң кеме юҡ! Һин үҙең дә ысын татар түгелһеңдер әле: йә керәшен, йә урыҫ тоҡомонанһыңдыр. Бисәң – урыҫ, фамилияң – урыҫ!
– Каян урыс ди! Кәлмәт дигән карт булған, без шуннан таралып киткәнбез. Белсәң, Кальметовлар барсы да дворяннар, дворян нәселеннән!
Ишмырҙа бәҙрәфте яңғыратып көлөп ебәрҙе:
– Дворяндар?! Ниңә, ул Кәлмәт ҡарт Ленинградта йә­шәгәнме ни?
– Нигә, именно Ленинград кына димәгән, безнең Благоварда да булган ул дворяннар. Үзләре татарлар. Әле күпне белмисең икән!
– Ә дворян булғас, ниңә ун етенсе йылда атмағандар һеҙҙе? – Ишмырҙа тегенең һүҙҙәрен мәрәкәгә ала: йә, ғәҙә­тенсә, шаштыра, йә үҙе наҙан. Ә Мәснәүи уның һайын яр­һый.
– Во-первых, атар өчен мин ул вакыт булмағанмын, во-вторых, ул Кәлмәт картларның исеме генә дворян, ә үз­ләре бик ярлы булган. Шуңа аларны «чабаталы дворян» дип йөрөткәннәр. Шундый сүзне ишеткәнең юкмы ни бер дә? Менә, Ишморза дус, икебез дә зур кешеләр булып чык­тык: син – Буранбай, ә мин – дворян токымыннан!..
«Ҡоҙалар» икеһе лә йылмайышты, шул туган-ырыулыҡты йыуыр өсөн тип, Мәснәүи салбар ҡайышында ҡыҫтырыулы йәшел шешәне алды. Ҡалған тамсыны теле менән генә яланы ла шешәне тегеңә бирҙе. Араҡы бөткәйне инде.
Ишмырҙа һелкетеп-һелкетеп һурып маташты ла, сыҡмағас, шешәне иҙәндәге ҙур ярыҡҡа ырғытты.
– Нәрсә эшлисең?! – Мәснәүиҙең күҙҙәре тоҙҙай бул­ды.
– Бөткән бит...
– Бетсә соң, монда посуданың ничек кадерле икәнен беләсең лә!
– Ҡуй әле, йә шешәне ҡайҙан алдың тип таптырыр­ҙар... Эй, сәғәт нисә булып китте икән?
Мәснәүи сәғәтенә ҡараны:
– Анаңны! – Шулай тине лә ҡулын һелтәгән кеше бул­ды. – Көтерләр...
– Ҡаңғырып кителде лә...
Былар әберәкәйҙән сыҡты. Сыҡты ла икеһе бер юлы туҡтап ҡалды: цех алдында әллә күпме халыҡ йыйылған. Бер үк кейемдәге, шуғамылыр барыһы бер төҫлө күренгән әҙәми заттар Ишмырҙа менән Мәснәүигә ҡараған да ауыҙ­ҙарын йырған. Былар күренгәс, бер юлы ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр. Күрәһең, күптән күҙәтеп торғандар.
– Ресторан ябылды! – тине береһе.
– Вот артисты, сначала подрались, а сейчас песни по­ют! – Тегеләр тел сарларға тотондо.
«Иғтибар итмә!» – Мәснәүи шым ғына фарман бирҙе лә шәп-шәп атлап цех яғына китте. Ишмырҙа уның артынан эйәрҙе. Барып еткәс, береһе тағы төрттөрөп маташа ине лә, Мәснәүи: «А тебе завидно, да?!» – тип екергәс, теге шым­ды. Ярай әле Мәснәүи дуҫы бар. Ҡала кешеһе шул, кәрәк саҡта телгә аптырамай.
Тегеләр башҡаса өндәшмәне, «зэк»тың хәлен «зэк» аң­лай.
Мәснәүи менән Ишмырҙаның эштәре көйләнде хәҙер. «Вор»ҙан ҡотолдолар, колонияла абруйҙары үҫте, кешеләр уларға ихтирам менән генә түгел, көнләшеп ҡараған кеүек­тәр. Яҡташтар буш ваҡыттарында гел бергә. Үҙ телеңдә һөйләшерлек бер генә кеше булғанда ла ул тиклем ят итеп тоймайһың бит үҙеңде, һай, үҙ телең! Ошондай саҡтарҙа бигерәк ҡәҙерле бит ул үҙеңсә һөйләшеү!
Шулай ҙа төрмә – төрмә инде, бик эсендә генә тоталар, көнөнә әллә нисәмә тапҡыр һанайҙар – кеше бит малдың малын айына һанаһа бер һанай. Үҙең кеүек әҙәмдәргә «гражданин начальник», «осужденный Буранбаев» тип то­рорға кәрәк. Шуныһы бигерәк йәнде кимерә. Ҡайһы саҡ ошо бәндәләрҙе тысҡылдатып биргеләп ташлағы килә лә, ни ҡылаһың, ахырҙа, яҡташына барып зарланып ала. Ә теге­нең иҫе китмәй!
– Төкер син шуларга! Мәңгегә кермәгән дә бу тишек­кә! Иреккә чыгып кына алыйм әле, сөйләшә белермен!
Йәне көйөп йөрөй торғас, үҙ алдына әллә ниҙәр уйлап сығара. Бына, имештер, төрмәнән имен-аман ҡотолоп, ауы­лында һин дә мин йәшәп ята. Бөтәһе лә онотолған, тормош бығаса нисек булған, шулай бара. Ишмырҙа утынға тип Ирәндек яғына юл тотто. Көҙ, бысраҡ ваҡыт. Ҡарамалы соҡорон үтәм тигәндә, батып ултырған ҙур машинаны күреп ҡала. Янында әллә ниндәй хәрби кеше. Тракторға ҡаршы килә. «Машинаны сығарыш әле! Бер ярты бирербеҙ!» – ти. Ишмырҙа ни күҙе менән күрһен, алдында ошо колония на­чальнигы тора. Теге лә аптырап ҡала, хатта ҡаушап төшә. Ҡасандыр меҫкен генә ҡиәфәттә «осужденный Буранбаев» тип торған кеше ҡайһылай геүелдәтеп йөрөп ята! Ә был шуға йомошҡа килде. Бына бит донъялар!
Тегеләр, баҡтиһәң, халыҡтан картуф йыйырға килгән­дәр ҙә ҡайтырға тип ҡуҙғалғанда батҡан да ултырғандар. Икенсе юлдан китергә кәрәккән дә, белмәгәндәр инде. Ишмырҙа ни тросын таға ла тарттырып сығара быларҙы. Ауан кеше бит инде, теге ваҡыттағы асыуҙары онотолған. Хатта уларҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра, һуң бит ошондай ваҡытта кешене нисек итеп төнгә ҡарата сығарып ебәрә­һең.
Былар ризалаша. Ишмырҙа әллә кем булып китә. Да­ны ни тора бит: Ишмырҙа үҙен төрмәлә бикләп торған әҙәмдәрҙе алып ҡайтҡан! Дыуамал кеше бит ул, ҡара эсле түгел.
Башта донъяһы менән таныштыра – ихатаһын, аҙбарын, келәтен, гаражын күрһәтә. Шунан ҡатынына мунса яғырға ҡуша ла тегеләрҙе йортона алып инә. Бер аҙ ял иткәндәй булғас, ҡунаҡтары алдында бер һарығын йығып һуя. Биш­бармаҡ бешерәләр, күршеләрҙән үтескә алып булһа ла бай­таҡ араҡы таба. Мунса инеп сыҡҡандан һуң төнө буйы ҡу­наҡ булалар. Эсеп алғас, колония начальнигы быны маҡтап бөтә алмай: «Молодец Буранбаев, һин тегендә лә өлгөлө булдың!» – ти. Иртән инде Буранбаев уларҙы оло юлға тиклем оҙата бара.
Бына шулай үс ала ул үҙен ике йыл биктә тотҡан ке­шеләрҙән.
Бер көн Ишмырҙа ошо хыялдарын Мәснәүигә һөйләне. Теге сәсрәп төштө:
– Ордым шуларны, сыйлап утырмага! Тотсыннар!.. Бит­ләренә төкереп китәр идем! Аз издеваться иттеләрме!
Ишмырҙа бәхәсләшеп торманы, былар хыял ғына бит. Әле ҡотолоп сығыу өсөн ике ай ярым ваҡыт бар. Ғәҙәттә бит, өй яҡынайған һайын, юл оҙонораҡ күренә, ҡайтыр саҡ еткән һайын, ваҡыт аҡрыныраҡ үтә...
5
Ни тиклем генә хыялланмаһындар дуҫтарҙы, ҡарышҡан шикелле, бер көндә сығарманылар. Хатта иҫкәртеп тә тор­манылар, Ишмырҙаны саҡырттылар ҙа: «Буранбаев, һин бө­гөндән азат – тулы хоҡуҡлы гражданин! Ҡотлайбыҙ!» – ти­неләр. Ҡарасы, һөйләшеүҙәре бөтөнләй икенсе, былар ҙа әҙәмсә була белә икән! Тейешле аҡсаһын бирҙеләр, баш­ҡаса енәйәткә бармауын һәм матур тормош теләп, сығып китергә ҡуштылар.
– Гражданин начальник, ә Кальметов? – тине Ишмыр­ҙа.
– Хәҙер инде «гражданин начальник» түгел, «иптәш на­чальник», – тине офицер.
– Беҙ бит Кальметов менән «подельниктар» бер үк эш буйынса бер үк срокка хөкөм ителдек, гражданин әй..., граж­данин начальник...
– Беләһеңме, Буранбаев, ишек асыҡ саҡта шылып ҡал. Ҡалғаны... – «иптәш начальник» йылмайҙы, – һинең эш түгел.
Ишмырҙаның танауы төштө, бөтә хыялдары емерелде. Ҡо­толғас, шулай итербеҙ, былай итербеҙ, тип әллә ниндәй пландар ҡороп бөткәйнеләр, бына һиңә мә! Ни ҡылмаҡсы булалар икән, әллә Мәснәүи бер-бер эш боҙоп ташланымы? Ул-был булһа, ишетелер ине. Ни хәл итһен, теге «иптәш на­чальник» әйткәненсә, ишек асыҡ саҡта «шылып ҡалыу­ҙан» артығы юҡ ине.
Аптыраҡ, ҡасан ҡотолам ошонан тип ниндәй генә хыял­дарға бирелмәне, сыҡҡайны – етемһене лә китте. Төйөнсө­гөн тотоп бер аҙ торған булды, тегеләй әйләнде, былай әйләнде, уға һүҙ ҡушыу түгел, иғтибар иткән кеше лә юҡ, те­ләһәң нишлә. Хатта ҡайтҡы ла килмәгән кеүек. Ҡайтҡы килеүен килә, тик әкиәттәге кеүек күҙеңде асып йом да ишек алдыңда ултыр ине. Ә яңғыҙы ғына оло юлға ҡуҙ­ғалғы килмәй. Берҙән, шәп түгел, дуҫыңды ташлап ҡалдыр­ған һымаҡ, икенсенән, бергә ҡайтыуы күңелле лә инде. Икәү ышаныслыраҡ та була, бараһы юл байтаҡ ҡына бит әле.
Ишмырҙа поезға ултырырға ашыҡманы, Мәснәүиҙе кө­төп ҡарарға булды. Бәлки, «подельниктар» тип бер юлы сығармаҫҡа уйлағандарҙыр, тип төшкә тиклем ошо колония тирәһендә йөрөштөрҙө, ҡапҡанан күҙен алманы. Инде лә булмағас, колониянан ун биш саҡрым тирәһендәге ҡасабаға юлланды. Бынан йөрөй торған автобус менән китте.
Башта ул ашханаға инеп туйғансы ашаны. Барынса иң затлы аҙыҡтарҙы алырға тырышты. Ашап туйғас, әллә кем булып, урам буйлап китте.
Бөтә халыҡ уға ҡарайҙыр, бына ирекле кеше китеп ба­ра, тип һоҡланалыр һымаҡ күренде. Арыуыраҡ ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙы аяғынан алып башына тиклем тикшереп үтте, ҡайһы берҙәренә һүҙ ҙә ҡушты. Үҙе эстән генә аптырап та ҡуя: бер ҙә онотолмаған да, һүҙе табыла бит! Әммә тегеләр Иш­мырҙаның һүҙенә яуап бирергә ашҡынып торманы, ерән­гән төҫ менән ситкә борола һалды. Ә Ишмырҙа ғәрләнмә­не, кәрәгегеҙ бар ине, бына Баймаҡҡа килә ҡалһағыҙ, йыл­майырһығыҙ ҙа, мин һеҙҙең кеүек үтеп китермен ул саҡ­та, тип ғорурланды.
Ваҡыт үткәреп булмай. Магазиндарға инен күп итеп ашарға, бөршәйеп ултырған әбейҙәрҙән ҡиммәт хаҡҡа ара­ҡы алды. Осрашҡас, байрам итергә кәрәк бит азатлыҡты. Төнөн бында үткәрергә тура килер, автобусҡа ултырҙы ла поселоктан ситкә сығып китте. Бер тау битләүендә төшөн ҡалды, тирә-йүнде ҡарап әйләнгәс, аяҡ ҡулдарын тарбай­тып йоҡларға ятты. Көн йылы, август айы, иркен донъяла бер туйғансы йоҡлаһын әле! Уға ҡурҡырға түгел.
Ишмырҙа оҙаҡ һәм ҡаты йоҡланы. Әммә «зэк» ғәҙәтенсә иртәнге алтыла уянды. Башта аптырап торҙо, үҙенең ҡайҙа икәнен абайланы ла тағы ашанып алды. Һай, ҡыҙыҡ икән дә ирекле тормош, ни теләһәң, шуны эшләйһең, хатта бер аҙ йәпһеҙ ҙә һымаҡ. Ниҙер етешмәй.
Бында инде башҡаса эш юҡ, ул поселокка барҙы ла яңы­нан колония яғына китте. Үҙе китеп бара, үҙе аптырай: сығыуын сыҡты иреккә, ә донъя ят! Бынау поселогы, ур­мандары, йылғаһы, машинаһы, хатта кешеләре лә. Ирекле донъя – ят, ә колония – яҡын. Ни тиклем генә хәсрәттәр кисермәһен, әле ул ошо ят донъянан үҙ төйәгенә ҡайтып барған кеше һымаҡ атлай. Унда – кешеләр. Төрлөһө бар: йыртҡысы ла, арыуы ла, дуҫы ла, дошманы ла, асыҡ кү­ңеллеһе лә, язалаусыһы ла, әммә ни тиһәң дә кешеләр. Бына шулар менән ике йыл ғүмерен үткәреп ташланы бит әле.
Ишмырҙа бер көн иректә, әммә муҡсайын тотоп, һаман колония алдында йөрөп ята. Эшкә килеүселәрҙең ҡайһыла­ры, аптырап, ә төҫмөрләгәндәре йылмайып, таныш шофер­ҙар теләктәш ҡараш ташлап үтеп китте. Әммә береһе бер һүҙ өндәшмәй – бындағы ғәҙәт, тәртип шундай.
Ниһәйәт, Ишмырҙа үҙҙәренең цехына килеп йөрөй тор­ған шоферҙы осратты. Үҙе лә аңлап тора икән. Ишмырҙаны күреү менән: «Дуҫың иртәгә сыға. Бында икәнеңде әйтер­мен!» – тип ҡысҡырып китте. Ишмырҙаның эсенә йылы йү­герҙе. Тағы бер көн көтөргә кәрәк тә һуң, ярай, өмөтлө булғас, эш икенсе.
Ул кире поселокка китте. Аптыраҡ: иректә төрмәләгегә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ һымаҡ – ваҡыт үткәреп булмай. Китап һатып алды, уҡырға күңел төшмәй, газетаһын әй­ләндергеләп ҡараны ла ырғытты, ваҡиғаларҙы көндәлеген көнгә белеп бармағас, бөгөнгөһө генә ҡыҙыҡ түгел. Икенсе көн инде үҙе менән өс шешә йөрөтә. Юҡ ваҡытта араҡы тип иҫе китә ине, бына булғас, эске килмәй. Алйот әҙәм ши­келле ҡайһылайтып япа-яңғыҙың иҫереп йөрөмәк кәрәк.
Шешәгә ҡарап ҡуя ла әберәкәйҙә торғандарын иҫенә тө­шөрә. Үҙенсә күңелле ваҡыттар ине. Бөгөн ул ҡатын-ҡыҙ­ға ла күҙ һалмай, тегеләр үҙ алдына йөрөп ятҡан тере зат ише генә күренә. Күрәһең, тормоштоң үҙ ағышымы, тәр­тибеме, ҡалыбымы боҙолдо, бына шуға бер нигә лә күңел төшмәйҙер, тип фәлсәфә итте Ишмырҙа. Әҙәм балаһына рәт­ле йәшәү өсөн ниндәйҙер ҡағиҙәләр, закондар, хатта ҡороп ҡуйылған кәртәләр кәрәктер.
Ниһәйәт, бәләкәй ишек асылды ла эстән ҡулына муҡсай тотҡан кеше килеп сыҡты. Ул күҙҙәрен ялт-йолт итеп тирә-яҡҡа ҡаранды – Ишмырҙаны эҙләй, теге шофер: «Дуҫың һине көтөп йөрөй», – тип әйткәндер.
Бына күреп алды:
– Ишморза! – Бер йыл осрашмағандармы ни, бер-береһен ҡосаҡлап алдылар. Шунан күрештеләр, тағы ҡосаҡ­лаштылар, арҡаларынан ҡағыштылар, бер-береһенә ҡара­шып торҙолар. Егет менән ҡыҙ осраштымы ни! Хәйер, унан да ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ әле улар.
– Нимә булды? Ниңә улай тоттолар? – тине Ишмырҙа.
– Ах, жиде быуын аналарының жиде йөз житмеш жи­де ел ятып черегән кабер такталарын орыймнар! – Мәснәүи бөтә белгән яман һүҙҙәре менән тегеләрҙе һүгергә тотондо. Ләззәтләнеп, кинәнеп һүкте. – Менә кайтыйм гына әле, Верховный Совет председателенә керәм! Кирәкләрен бирдерәм мин аларның! – Мәснәүи әллә ҡайҙа төптә ултырған төрмә башлыҡтарын һүгә, ә Ишмырҙа ошоларға ышанмай тора: ҡарасы, бер кемдән дә ҡурҡмайынса, бөтәһен дә әр­ләй. Хөрриәт, суверенитет тигәне ошолор!
Суҡынып китһен ул колонияһы ла, колония начальник­тары ла, ярар, барыбер сыҡтылар, ҡотолдолар, мораттары­на ирештеләр.
– Әлдә генә һине көтөп алынды: яңғыҙым ҡайтҡы кил­мәй ҙә ҡуя! – тине Ишмырҙа.
– Бу эшеңне гомеремдә дә онытмам, Ишморза дус! Бик зур рәхмәт инде. Минем уземә дә бик авыр булыр иде! Что син, күз алдыңа китер! – Мәснәүи ласлатып колония яғына төкөрҙө лә дуҫының иңбашынан ҡосаҡлап алды. – Киттек, дус, без хәзер – вольный птица!
Башҡорт Ишмырҙа менән татар Мәснәүи бик ҡәнәғәт, хатта тәкәббер ҡиәфәттә аҡрын ғына баҫып, поселок яғыпа киттеләр.
6
...Поезд Өфөгә иртә үк килеп етте. Бер купела икәүҙән-икәү генә барыусы таҡыр башлы әҙәмдәрҙе проводница сә­ғәт ярым алдан уятты. Үтеп китә күрмәһендәр, ҡотола һа­лайым, тигәндер. Әллә ниндәй ҡотһоҙ заттар, икеһенә дүрт билет һатып алғандар ҙа купеларына башҡа берәүҙе лә индермәйенсә тик үҙҙәре генә киләләр. Кеше лә индермә­неләр, сығып та күренмәнеләр, купеларынан тәмәке лә, ара­ҡы еҫе генә аңҡыны. Әйтһәң, ҡолаҡтарына элмәнеләр. Та­уыш күтәрергә ҡурҡты.
Станцияға етер алдынан ул тағы асҡысы менән шаҡыл­датты:
– Уфа!
Уфа икән, Уфа инде, был ике таҡыр баш, теләр-теләмәҫ кенә урындарынан тороп, мыштыр-мыштыр әҙерләнергә то­тондо. Хәйер, әҙерләнәһе лә түгел инде, кейемеңде кейеп, муҡсайыңды алдыңмы, бөттө. Юлдаштарҙың кәйефе шәп тү­гел. Аптырарһың, Өфө тип ҡасанан бирле көттөләр, бына килеп төшкәйнеләр, тәҙрәнән дә ҡарағылары килмәй.
Ә юлды күңелле үттеләр. Төрмәлә тапҡан аҡса йәл тү­гел, тип ашарына ла, эсеренә лә мул алғайнылар. Ҡасан тағы шундай хәл тура килә! Ҡайтҡас, бисәләре ашатыр әле, кәсепкә бармағандар. Әлбиттә, ҡапыл ғына айырылыш­маҫтар, Мәснәүигә төшөп, ике-өс көн ҡунаҡ булырҙар, бер көн баҡсаһына барып ятырҙар, шунан дуҫының мәрйә бисә­һен алып, Баймаҡ китерҙәр. Шулай килештеләр. Мәснәүи, минең өй иркен, бер аҙна ят, тигәйне лә, Ишмырҙа, килеш­мәҫ, бисә асыуланыр, тине.
Ғөмүмән, үҙҙәренең ҡайтып төшөүе Өфө өсөн бер оло ваҡиғаға әйләнер һымаҡ ине Ишмырҙаға. Оркестр менән ҡаршыламаһалар ҙа, перронда сәскәләр, күстәнәстәр тотоп ҡаршыларҙар. Баймаҡтан да килерҙәр. Азатлыҡ өсөн газап сигеп йөрөүселәр ҙә инде – революционерҙар! Төшкәс, ҡо­саҡлашып күрешерҙәр, хәл-әхүәл белешерҙәр, шунан әҙәм аптыратып, ялтыр машиналарға ултырып сығып китерҙәр. Мәснәүи ни уйлағандыр, Себер киңлектәрен ҡарап, күтәрен­ке күңел менән килгәндә башҡорт Ишмырҙа ошолай күҙ алдына килтерҙе үҙҙәренең тыуған ил менән осрашыуын.
Поезд туҡтаны. Ысынлап та йоҡлап ҡала күрмәгеҙ, ти­гәндәй, вагондар, ҡапыл, быларҙы һелкетә биреп, туҡтаны. Ашығаһы түгел, берәү ҙә көтмәй уларҙы, хәбәр итеп тор­манылар. Уның ҡайғыһы ла булманы, туйҙан ҡайтып кил­мәйҙәр.
Былар вагондан аҙаҡҡы булып төштө. Ергә баҫҡас, ҡо­яшҡа күҙҙәре сағылғандай, йөҙҙәрен йыйырып, тирә-яҡҡа ҡарандылар. Ишмырҙа проводницаға рәхмәт әйтеп хушлаш­ҡан булды, ә теге ерәнгән ҡиәфәт менән ситкә боролдо. Ай, суҡынһын! Ике байғош, тоҡсайҙарын тотоп, аҡрын ғына перрон буйлап киттеләр.
Өфө – һаман да шул Өфө, станцияһы ла шул уҡ, һәр кемдең үҙ хәсрәте, береһе ашыға, береһе көлә, береһе ҡо­саҡлаша, тигәндәй. Башҡа халыҡ шулай, тик быларҙың ғы­на кәйеф юҡ, һәр ҡыбырлаған нәмәгә асыуҙары килә.
«Подельник» дуҫтар бөгөн һөйләшмәйҙәр, урман яну­арҙары шикелле, күҙҙәре менән генә аңлашалар. Бына һыу эҙләп киттеләр. Алдан – Мәснәүи, артынан ҡара күҙҙәре­нән асыу сәсеп Ишмырҙа килә. Ауыҙ кипкән, ирендәр бер-береһенә йәбешкән, һөйләшеү түгел асырлыҡ та рәт юҡ.
Әмәлгә ҡалғандай, һыуҙың әҫәре лә күренмәй. Әллә бик иртә булғанға килтереп еткермәгәндәр, әллә, ғөмүмән, һат­майҙар, үләм тиһәң, тамсы һыу юҡ. Бер ерҙә автомат эш­ләй, уға Ленин мавзолейындағы һымаҡ сират.
Мәснәүи төрмәләш дуҫын туалетҡа алып килде. Бында ла уңманылар, ишеккә «Уборка!» тигән яҙыу эленгән. Әммә күҙе тонған Мәснәүи яҙыуға иғтибар итмәне, ишекте асты. Хужаһы яҡын ғына йөрөгән икән, ажғырып килеп тә етте:
– Не видишь что ли, уборка!
– Мамаша, нам только попить!
Теге һеперткеһен күтәрҙе:
– Дам я вам попить! Что вам здесь, ресторан?! – Вок­зал кешеләре уҫал була инде, телгә аптырамай.
Мәснәүиҙең зәңгәр күҙҙәре ҡурҡыныс йылтыраны:
– Ты, мамаша, потише! Мы только освободились! – Шулай тине лә эскә инеп китте. Ишмырҙа шым гына ар­тынан эйәрҙе. Бер йотом һыу өсөн башты һалырға ла була.
Былар инделәр ҙә, ҡулды-ниҙе йыуып тормайынса, һе­мәктәрҙе астылар ҙа услап эсергә тотондолар. Әммә былай ғына туйырлыҡ түгел, ахырҙа, теге ваҡыт шешәнән имгән шикелле, һемәктең үҙенән эсә башланылар.
Эсеп туйғандай ҙа итмәнеләр, алдарында милиционер пәйҙә булды:
– Что вы делаете, граждане?
Сусҡа, теге ҡатын әйткәндер инде! Ух, ошо ваҡыт Мәс­нәүиҙең күҙен күрһәгеҙ! Эткә ташланырға торған бесәйме ни!
– Не видишь, что делаем?!
Әммә милиционер көс үҙендә икәнен белә, вокзалда бындайҙар йыш осрай, тыныс ҡына итеп:
– Ваши документы? – тине.
– На! – Мәснәүи түш кеҫәһенән ҡағыҙ сығарҙы. Иш­мырҙа шым гына бирҙе.
– Чыккансыз икән, тиҙерәк ычкыныгыз, йөрмәгез монда адәм куркытып! – Милиционер татар булып сыҡты. Мәс­нәүи һеләүһенгә әүерелде лә ҡуйҙы. Хәҙер!..
– Мәснәүи, әйҙә киттек! – Ишмырҙа уны еңенән тарта һалды. Ә теге ярһыуынан һүҙ ҙә әйтә алмай ине.
Ирекле-заттар вокзал алдына сыҡты. Шаҡ ҡатҡанға юл ҡайҙа, тигәндәй, бер аҙ ҡаранып торҙолар. Сәйер, донъя геү килә, ә был икәүҙең күңелдәре буп-буш.
– Безгә барсак инде, бик ерак диярсең... Мин Машиностроительный артында торам, – тине Мәснәүи. – Хатын да өйдә юктыр инде...
– Юҡ, хәҙер үк билетҡа баҫам. Йәй беҙҙең Сибай поезына кеше күп була, – тине Ишмырҙа.
– Бәлки, билет алгач, килеп чыгарсың. Поезың кич китә, дисең бит?
– Ярар, ҡарармын.
Тағы бер аҙ торҙолар. Былай ғына айырылышыу уңай­һыҙ һымаҡ, әммә төрмә дуҫлығының тамам, ә кисәге һөй­ләшеүҙәр, биргән вәғәҙәләрҙең, эскәндә һөйләшкән һүҙ генә икәнлеген, хәҙер үҙҙәре алдында ҡәҙимге, шулай ҙа бер аҙ ятая төшкән тормош торғанлығын икеһе лә аңлай ине.
– Ярар, Ишморза дус, без ғәйбә алайса. Уфага килә-нитә калсаң, төш безгә. Хатының белән кил, сөйләшеп утырырбыз.
– Йөрөп ятыла бит инде, бәлки, килеп тә сығылыр әле. Баяғы, Баймаҡ яғына юл төшһә, ҡаңғырып йөрөмә, тура беҙгә кил дә ин. Ауылдың исемен беләһең.
– Что син, әбизәтелно!
– Ярар, Мәснәүи, имен ҡайтып ет, ҡатыныңа сәләм әйт!
– Ладно, давай!
Башҡорт Ишмырҙа менән татар Мәснәүи өнһөҙ генә ҡул бирештеләр. Ниңәлер, күҙҙәрен йәшерҙеләр, шунан өн­дәшмәй генә икеһе ике яҡҡа китеп барҙылар.
Читайте нас: