Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Ноябрь 2020, 17:08

"Балаларым ғына һау булһын..." Гөлнур Ҡыуатова

Улдары Илдарға өс йәш тулыуға Гөлгөнә тағы ла ауырға ҡала. Аҡса еткерә алмаған ир Себер тарафтарына эшкә барырға була. Балаһы тыуғансы ул вахта менән түгел, әммә даими эшкә урынлаша. Тик... уға һөйгәненең ҡосағына түгел, ә ҡәбере янына ҡайтырға тура килә. Ниндәйҙер сәбәп менән ҡатындың хәле киҫкенләшә, бала ваҡытынан алда тыуа. Бер тәүлектән ҡатын күп ҡан юғалтыуҙан мәрхүмә була. Илгизгә был хәлде ҡайнылары түгел, ә ғаилә дуҫтары хәбәр итә. Ирҙең ҡайтыуын көтмәй ерләү йолаһы ла үткәрелә. Тормош бер мәлгә туҡтап ҡалғандай була, әммә һынауҙар бының менән генә бөтмәй. Ҡайны менән ҡәйнә балаларҙы атаһына биреү түгел, күрһәтергә лә баш тарта. Күпме генә инәлһә лә өй ишеген асыусы булмай. Бер аҙ анҡы-тиңке булып йөрөгәндән һуң, Илгиз хоҡуҡ яҡлау органдарына ғариза яҙа. Оҙайлы, мәшәҡәтле тикшереү эштәре, төрлө инстанциялар юлын тапау башлана. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#ГөлнурҠыуатова

Хакимиәт бинаһына барып ингәнемдә төшкө аш мәле ине. Коридорҙа тынлыҡ, бөтә ишектәр ҙә бикле. Стена буйындағы ултырғыстарҙың береһендә дүрт йәштәр тирәһендәге ҡыҙ баланы ҡосаҡлап, йәш кенә ир ултыра. Тәүҙә уларға әллә ни иғтибар бирмәйенсә, ни етте шулай тултырылған пакетымды рәтләнем, документтарымды барланым, сумкамды таҙартып алдым. Уның эсенән 3-4 бөртөк кәнфит килеп сыҡҡас, теге ир яғына әйләндем:
– Ҡыҙығыҙға кәнфит бирергә яраймы?
Тик ул яуап биреп өлгөрмәне, ҡыҙ бала, ҡулдарын һуҙып, яныма килеп тә етте.
– Рәхмәт! – ул берәүһен таҙартып ауыҙына оҙатты. Ҡалғандарын кеҫәһенә һала башланы: – Минең өйҙә өләсәйем менән ағайым бар ищеү, быларын уларға бирәм ҡайтҡас, күстәнәс итеп.
– Эй, маладис! Ҡалай аҡыллы ҡыҙ! Садикка йөрөйһөңмө?
– Элек ҡартайымдарҙа йәшәгәндә йөрөнөм, тик хәҙер ауылда садик юҡ. Өйҙә лә рәхәт ул, өләсәйем әкиәт һөйләй, ҡаймаҡ менән сөсө икмәк бешереп ашата. Ә Илдар ағайым мәктәптән ҡайтһа миңә һүрәт төшөрөргә өйрәтә, уйнарға пластилинын бирә.
– Ә һинең исемең кем?
– Илиза. Ә һин ҡайҙа йәшәйһең?
– Өфөлә. Бынан ныыыыҡ алыҫ ул. Ҙур үҫкәс барып күрерһең, йәме?
– Ә мин унда йәшәнем ул. Тик атайым килеп, беҙҙе ауылға алып ҡайтып китте. Һин һүрәт төшөрә беләһеңме?
Шул саҡ теге ир килеп ҡыҙын күтәреп алды ла, ғәфү үтенгәндәй миңә һүҙ ҡушты:
– Эй, шулай телдәр ул минең ҡыҙым. Ояла белмәй, таныш булмаған кешеләр менән дә һөйләшә башлай. Алдыңа ла менеп ултырырға күп һорамаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙы бигерәк тә яҡын күрә. Әсә наҙы күрмәгәнгәлер инде...
– Ҡатынығыҙ мәрхүм булдымы әллә?
– Эйе шул, дүрт йыл инде. Бына, ҡыҙыбыҙҙы тапҡанда...
– Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам... – артабан нимә әйтергә белмәй, шымып ҡалдым. Шул саҡ йомошобоҙ төшөп килгән Ғалиә Фәтих ҡыҙының ишектән ингәне күренде. Ул алсаҡ йылмайып, Илиза менән ҡул биреп күреште лә янымдағы ир менән һөйләшә башланы:
– Шунан, Ғафаров, хәлдәрегеҙ нисек? Суд булдымы? Нимә тинеләр?
– Эйе. Әлегә минең файҙаға ҡарар сығарҙылар ҙа ул, тик ҡарттар юғарыраҡ органдарға ялыу яҙабыҙ ти. Шуға адвокат район үҙәгенәнме, бик булмаһа урта мәктәп булған ҙурыраҡ ауылданмы өй алырға кәңәш итә. Һатып алырға өй ҙә таптым ул, тик эш юҡ. Ә эшләмәһәм балаларҙы аҫырай алмай, тип әйтеүҙәре бар. Аптырап, һеҙгә килдем әле. Аҡсаһыҙ ултырмаҫ инем дә ул, тик рәсми эш урыны кәрәк бит.
– Мәғариф бүлегендә нимә тинеләр?
– Институтты бөт әле, тиҙәр. Ә уға тиклем йыл ярым бар. Һорашҡайным, 3-сө мәктәптә эш бар ти. Директор ҙа алырға риза кеүек. Шуға, ярҙам һорап һеҙгә килдем әле.
Ғәлиә Фәтих ҡыҙы асыуланып мағариф бүлегенә шылтыратырға тотондо:
– Балаларын үҙе ҡарарға, тип ынтылып торған кешегә лә ярҙам итергә теләмәйһегеҙ! Бөгөн үк Илгиз Маратовичты 3-сө мәктәпкә эшкә урынлаштырығыҙ. Ә Сәлимов әле йәш, ғаиләһе юҡ, берәй ауылға барып эшләп торор! – телефонын һалғас, тағы иргә табан боролдо. – Ҡатының вафатына ла байтаҡ ваҡыт үтте, өйләнмәнеңме әле? Яңғыҙыңа ҡыйын бит.
– Юҡ шул. Берәү менән таныштырғайнылар ҙа, балаларға ҡаты булып ҡуйыр, тип ҡурҡам.
– Ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙер балаларға ҡатыраҡ булыу ҙа ҡамасауламай, төрлө тәртипһеҙлек тулып ята. Теҙгенде әҙ генә ысҡындырһаң, юлдан яҙырға ғына торалар. Һинең иркәләтеүҙәрең дә етә ул. Икенсенән, тәү күргән кеше балаларға ылығып китә алмай ул, йәшәй-йәшәй эҫенешерҙәр ине. Үҙеңә лә еңел булыр, әсәйең дә хәҙер өлкәнәйә бара, гел һин тип йәшәй алмай бит. Бар, мағариф бүлегенә ғариза яҙа һал. Ай башынан бында эш башларһың. Өй алырға аҡсаң етәме?
– Эйе, кредит алдым. “Әсәлек капиталы”н да ҡушһам етер тип торам. Үҙемдең дә йыйған аҡса бар. Ҙур рәхмәт!
Ҡыҙын күтәреп сығып киткән ир артынан Ғалиә Фәтих ҡыҙы ҡарап торҙо ла:
– Бына һиңә яҙыр өсөн бер фәһемле лә, ғибрәтле лә хәл. Осрашып һөйләшегеҙ ҙә, риза булһа, яҙып сығар әле, – тип миңә өндәште. Бер-нисә минуттан телефон һандары яҙылған ҡағыҙ минең кеҫәмдә ята ине инде.
* * *
Илгиз Гөлгөнә менән Өфөлә, педагогия колледжында уҡып йөрөгәндә таныша. Ихлас йылмайып, күптәнге таныштары кеүек аралашҡан, башҡортса таҙа һөйләшкән ҡыҙҙы ул үҙе кеүек үк ябай ғаиләлә үҫкән ауыл балаһы тип уйлай. Ҡыҙ тәүҙә үҙе хаҡында бик һөйләп бармай, хатта ҡайҙа уҡығанын да әйтмәй. Ярты йыл самаһы үткәс, үҙенең курс эше булған спектаклде ҡараға саҡырғас ҡына, егет һөйгәненең буласаҡ театр артисы икәнен белә. Артабан ҡыҙҙың әсәһе - ҙур ғына ойошма етәксеһе, ә атаһының шәхси эшҡыуар икәнлеге асыҡлана. Егет быға әллә ни иғтибар итмәй, әммә Гөлгөнә уны үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырғас ҡына хәлдең нисек булғанын аңлап ҡала. Ҡайныһы уға тәүге көндән үк үҙенең насар мөнәсәбәттә булыуын йәшермәй:
–Элек беҙ, ауыл егеттәре, һәр нәмәне үҙебеҙҙең көсөбөҙ менән табырға тырыша инек. Хәҙерге егеттәр бай кәләш эҙләй ҙә ҡуя, эйеме? Тик бушҡа өмөтләнмә, мин урам малайына ҡыҙ бирергә йыйынмайым!
Илгиз табынды ташлап дөйөм ятаҡҡа ҡайтып китә. Көнө-төнө тигәндәй шылтыратҡан һөйгәненә аҙна буйы яуап бирмәҫкә үҙендә көс таба, әммә хистәр үҙенекен итә: йәштәр ҡабат осраша башлай. Икенсе йылына икеһе лә уҡыуҙарын тамамлай. Егет ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем алырға, аяҡҡа баҫҡансы тип ауылға, фермер хужалығы асҡан ағаһы янына эшкә ҡайтырға була. Ҡыҙ иһә театрҙа эш башлай.
Көҙ ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу мәл, Илгиз һөйгәне янына бара алмай башлай. Тап шул саҡта Гөлгөнә тормошонда ҡырҡа боролош яһай: эшен ташлап, ата-әсәһенә әйтмәйенсә һөйгәне янына йәшәргә күсеп килә. Егет уны тәүҙә кире барырға өгөтләһә лә, һағыныуы көслө була, бергә тормош көтә башлайҙар. Яңы йыл байрамын туй үткәрергә ҡарар итеп, ҡыҙҙың ата-әсәһенә шылтыраталар. Яныуарҙай ажғарланған ғаилә башлығы шул көнө үк ауылға килеп етә:
– Мин һыйыр һауыр, тиҙәк таҙартыр өсөн ҡыҙ үҫтермәнем. Уның таланты тураһында, уҡығанда уҡ Мәскәү тәнҡитселәре гәзиттәргә мәҡәләләр яҙҙы. Һин, уның бөтә тормошон боҙоп ауылда һалып ҡуймаҡсыһыңмы?! Бөгөн үк кире алып ҡайтам!
Әммә иркә үҫкән Гөлгөнә лә үҙ һүҙле:
– Мин Илгизһеҙ бер ҡайҙа ла бармайым!
Буласаҡ ҡайны тешен ҡыҫып булһа ла, Өфөлә йәшәү шарты менән, йәштәргә фатиха бирә. Ҡабат эш башларға йөрөгәндә, йәш кәләш үҙенең ауырлы икәнен белә. Театр етәкселеге уны кире ҡайтарыуҙан баш тарта. Әммә ул һис кенә лә бошонмай, ире һәм буласаҡ балаһы өсөн йәшәй башлай. Ата-әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙарына фатир алып бирә, әммә кейәүҙәренә йылы мөнәсәбәт күрһәтмәй улар. Улдары тыуғас, тормош үҙ яйы менән китә. Ғаилә башлығы ҡайныларынан, ата-әсәһенән аҡса һорамаҫ өсөн, бер юлы 2-3 эштә эшләй, өлгөрә алмағас, ситтән тороп уҡыуын ташлай.
Улдары Илдарға өс йәш тулыуға Гөлгөнә тағы ла ауырға ҡала. Аҡса еткерә алмаған ир Себер тарафтарына эшкә барырға була. Балаһы тыуғансы ул вахта менән түгел, әммә даими эшкә урынлаша. Тик... уға һөйгәненең ҡосағына түгел, ә ҡәбере янына ҡайтырға тура килә. Ниндәйҙер сәбәп менән ҡатындың хәле киҫкенләшә, бала ваҡытынан алда тыуа. Бер тәүлектән ҡатын күп ҡан юғалтыуҙан мәрхүмә була. Илгизгә был хәлде ҡайнылары түгел, ә ғаилә дуҫтары хәбәр итә. Ирҙең ҡайтыуын көтмәй ерләү йолаһы ла үткәрелә. Тормош бер мәлгә туҡтап ҡалғандай була, әммә һынауҙар бының менән генә бөтмәй. Ҡайны менән ҡәйнә балаларҙы атаһына биреү түгел, күрһәтергә лә баш тарта. Күпме генә инәлһә лә өй ишеген асыусы булмай. Бер аҙ анҡы-тиңке булып йөрөгәндән һуң, Илгиз хоҡуҡ яҡлау органдарына ғариза яҙа. Оҙайлы, мәшәҡәтле тикшереү эштәре, төрлө инстанциялар юлын тапау башлана.
Ҡайны ҡарт бөтә яҡтан уйлап эш итә: судта ул балаларҙы үҙҙәре менән ҡалдырыу күпкә файҙалыраҡ икәнен иҫбатлай. Кейәүҙәренең йәшәр урыны булмауын (фатир үҙенең исеменә яҙылған), даими килем алмауын (ҡатыны үлгәс, Илгиз эшкә ҡабат бармай), яңғыҙ кешегә бала тәрбиәләүе ауыр булыуын үҙ файҙаһына бора. Атай кешегә бары тик аҙнаһына ике сәғәт балалар менән күрешергә рөхсәт бирелә. Тик судтың был ҡарары ла үтәлмәй ҡала: ҡайны менән ҡәйнә кейәүҙәрен тупһа төбөнән ары индермәй.
Шул саҡта тәжрибәле адвокат Илгизгә түҙемле булырға, тормошон яйға һалырға кәңәш бирә. Ул ҡайтып, ауыл мәктәбендә эш башлай, ҡабат уҡыуын дауам итә, ата-әсәһе өйҙәрен улдарына яҙҙыра. Бер-нисә тапҡыр барғанында, ҡайныларының ишек асмауын, балаларҙы күрһәтмәүен хоҡуҡ һаҡлау органдары менән теркәтеп ҡуйырға ла онотмай. Йыл ярым ваҡыт үткәс, ул ҡабат судҡа ғариза яҙа. Был юлы инде суд атай кешенең тырышлығын, балаларға булған иғтибарын күреп, уның файҙаһына ҡарар сығара. Шулай итеп, Илгиз ҡыҙына ике йәш тулғас ҡына, уны ҡулына алып һөйөү бәхетен татый...
Илгиз менән аралашҡанда уның кисерештәренә битараф ҡалып булмай. Ҡайны-ҡәйнәһенә булған рәнйештәрен дә аңларға була.
– Мин бит уларҙы ейән-ейәнсәренән айырырға теләмәйем. Гөлгөнәне инде кире ҡайтарып булмай, берҙән-бер балаларынан ҡалған нәҫел ошо балалар бит. Матур уйҙар менән килһәләр мин аралашыуҙанына ла ҡаршы түгел. Тик ниңә аталары иҫән-һау була тороп, балалар ҡартаһы, өләсәһе менән йәшәргә тейеш һуң? Ни йөрәгем менән мин уларҙан баш тартайым? Ҡайнымдың ҡаты күңелле булыуы тетрәтте: суд ҡарар сығарғас та улар, балаларҙы биреүҙән баш тартып, мине өйҙәренә индермәне. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән барғас, үҙенең холҡо менән уларҙы ла аптырашҡа ҡалдырҙы. Уйнап йөрөгән Илдарҙы трусикка тиклем сисендерҙе лә, миңә табан этеп ебәрҙе: ”Был кейемдәрҙең барыһы ла минең аҡсаға алынған. Алып аҫырап ҡара улай шәп булғасың. Минән бер тин дә ярҙам өмөт итмә, мөлкәтемде лә дәүләткә васыят итәм. Балаларыма бирер ҙә, рәхәтләнермен, тип уйлама!”– тип ҡысҡырҙы. Өҫтөмдәге тунды сисеп, улымды төрөп алдым. Ә Илизаға суд хеҙмәткәре үҙенең пальтоһын сисеп бирҙе. Миңә бит уларҙан ярҙам кәрәкмәй, аҡсалары үҙҙәренә булһын. Һау булһам балаларымды үҙем дә кеше итермен. Тик улар ғына имен-һау, янымда булһын. Гөлгөнәмдән ҡалған ике мөхәббәт емешем бит улар. Тик ҡайнымдар һаман да тынысланмай, яңыраҡ тағы суд булды. Ауылда балалар баҡсаһы, урта мәктәп булмауын сәбәп итеп, тағы ла Илдар менән Илизаны үҙҙәренә алырға итәләр. Шуға район үҙәгенә күсәйем тип йөрөгән баш...
Читайте нас: