Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ноябрь 2020, 11:33

"Заманаға зарланмағыҙ" Марсель Хамматов

Заманаға зарланмағыҙ,Тормошоғоҙ зарына.Барыбыҙ ҙа был донъяныңБары тик саңы ғына. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#МарсельХамматов#Шиғриәт

Заманаға зарланмағыҙ

Заманаға зарланмағыҙ,
Тормошоғоҙ зарына.
Барыбыҙ ҙа был донъяның
Бары тик саңы ғына.

Булыр ағы- ҡараһы ла,
Булмаҫ, тимә, һарыһы...
Башты эймәй алға атла,
Яҡшы булыр барыһы!

Заманаға зарланмағыҙ!
Шөкөр ит һин барына.
Ер әйләнә, Ҡояш сыға-
Яңы йондоҙ ҡабына!!!

Марсель Хамматов
Читайте нас: