Ағиҙел
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ноябрь 2020, 14:09

"Йәш уҡытыусы" Зөлфиә Фәйрушина

Иртәнсәк бер ни булмағандай уҡытыусы мәктәпкә китте. Дәрес башланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Уҡыусылар үҙ урындарын алып өйгә эштәрен ҡарайҙар. Ҡыңғырау ҙа шылтыраны. Шуны ғына көткәндәй, Йәмил: — Апай, кисә һеҙҙе күрҙек, һеҙ Ғәйникамал инәй менән урлап бесән алып ҡайтып бара инегеҙ ибет, мин дә аттан төшөп һөйрәшәйем микән тигәйнем, атай риза булманы, — тип ҡысҡырып ебәрҙе.Уҡыусыларҙың күбеһе шырҡ - шырҡ көлә башланы, ә ҡайһы берәүҙәр һүҙһеҙ, ни әйтер тигәндәй уҡытыусыға түбәлделәр. Йәш уҡытыусы нимә тип яуап ҡайтарырға белмәне.— Урлау булманы... — тип көскә аңлата алды. Уҡыусылар уға шул тиклем яҡын булып киттеләр, һәм үҙенең уларҙы биҙҙереүҙән ҡурҡып ҡуйҙы.— Дөрөҫ эшләмәгәнменме әллә, Йәмил? — тине уҡытыусы тынлыҡ урынлашҡас.— Тимәк, урлашыу түгел...?Шулай ҙа уҡытыусы булып, төндә ферманан бесән һөйрәүе ҡыҙыҡ шул, — тип көлөп ебәрҙе. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ЗөлфиәФәйрушина#Хикәйәләр

Бәләкәй генә башҡорт ауылына йәш уҡытыусы килгән, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды. Бер нисә көн буйы ауыл магазинында, медпунктта, әбейҙәр сәй эскәндә ошо хаҡта ғына һөйләнеләр.
— Йәш кенә, ауылға килен була икән, өйләнмәгән егеттәр күп, — тине мәктәп йыйыштырыусыһы. — Теге үрге остағы Ғәйникамал әбейгә төшмәһә ярар ине, бик уҫал, йәш балаға көн күрһәтмәҫ.
— Ә ниңә үҙең алмайһың һуң, һин алһаң да булыр, бер үҙеңә яландай ике өй, — тип һүҙгә ҡушылды мәктәп директоры.
— Эй, алмайым, яңғыҙ рәхәт, тамағыма бешерһәм - бешерәм, бешермәһәм юҡ, балаларыма барып та ашайым.
Ошондай ҡыҙыҡлы, төрлө һүҙҙәр йөрөгәндә Гөлйөҙөм урындағы башланғыс мәктәп менән танышып, директор Нурия Батыровналарға барып урынлашып торҙо. Ул ошо мәктәптә ереме йыл эшләй, улы Наил менән генә йәшәй. Мәктәптән алыҫ түгел йәтеш кенә йорттары бар. Наил күрше ауылға унынсы класҡа мотоцикл менән йөрөп уҡый. Сөнки ауылда мәктәп өс йыллыҡ ҡына.
— Беҙҙә торор инең, еткән улым бар, көн һайын ҡайтып йөрөй, һине Ғәйникамал апайға алып барырмын, — тине, ике көн йәшәгәс, Нурия Батыровна. Улар шулай эшләнеләр ҙә. Иртә менән тороп был инәйгә йүнәлделәр. Урам бик иркен, таҙа, осраған кешеләр һаулыҡ һорашып, үҙҙәренең ҡараштарын йәш уҡытыусыға төбәнеләр. Ауыл халҡының шул тиклем ябай булыуы микән?.. Иҫән - һау, бәлә ҡазаһыҙ эшләһен инде ", — тип һөйләнде осраған кеше.
Бына Ғәйникамал инәйҙең өйө. Әбей күренмәй, ә ҡапҡа төбөндә ап - аҡ ҙур эт ята. Ул да, сәләмләгәндәй, ауыҙынан тештәрен күрһәтеп, сит уҡытыусыға төбәлде. Бик ҡарт эт булып сыҡты, бер нисә минут ҡарап торғандан һуң, икенсе яҡҡа күсеп башын тәпәйенә һалып, сентябрь айының ҡояшына ҡыҙынып ятыуын дауам итте. Ишек алдына үттеләр, бында ҙур баҡса, ә баҡсала алма әйешеп, помидорҙар бешеп ултыра.
— Маҡтап йөрөйһөгөҙ, әйҙәгеҙ, әйҙә, яңы ғына самауырым ҡайнап сыҡты, үтегеҙ...
Был Ғәйникамал инәй булып сыҡты. 60 йәштәр тирәһендәге әбейҙең йөҙөндә йыйырсыҡтар аша шатлыҡ сатҡылары һибелде.
— Ауылға йәш уҡытыусы килгән, тип ишеткән инем, моғайын, ҡыҙым, һин булаһыңдыр әле, — тип, танырға теләгәндәй, Гөлйөҙөмгә төбәлде.
Бәләкәй генә солан аша, алғы үткән арала ҡыҙыҡай әбейҙеңбик йыйнаҡ, таҙа тороуын шәйләп алды. Солан иҙәнен һап - һары итеп бысаҡ менән ҡырып йыуған. Ә алғы өйҙә гөрләп самауыр ҡайнай, бер йомғаҡ һары май, кәстрүлдә ҡаймаҡ, ҙур кәсәлә ҡорт балы, күпереп бешкән икмәк ҡуйылған урындыҡтың бер яғына бәләкәй мендәр һалып, урын тәҡдим итте. Ҡыйыр - ҡыймаҫ ҡына тороуын күргәс:
— Аштан оло булырға ярамай, әйҙә үт, ултыр, — тип ҡыҫтай башланы.
— Сәй эсмәһәк тә ярар ине, — тине Нурия Батыровна, — һеҙгә кәңәш менән килгәйнек. Йәш уҡытыусыларҙың күптәре һиндә йәшәнеләр, әллә Гөлйөҙөмгә лә ҡаршы булмаҫһың тип килгәйнем.
Хужабикә ҡапыл ғына яуап бирергә ашыҡманы. Самауырын һөртөштөрөп, сынаяҡтарын сайҡаштырып бер аҙ өндәшмәй ултырғандан һуң:
— Белмәйем минең менән килешеп йәшәй алыр микән? Мин ҡаршы түгел. Хәҙер йәшәү хаҡы ла ҡиммәт, кем түләй, ауыл хакимиәте ярҙам итһә, — тип һүҙ башланы.
— Әгәр риза булһаң, ул тура ла һөйләшербеҙ, — тине өлкән уҡытыусы.
— Минең элекке бында йәшәгән уҡытыусым, әле лә килеп китә, рәхмәттәр әйтә, — тип сәй яһай — яһай Ғәйникамал әбей үткәндәр тураһында һөйләп алып китте. Улар көнгөр - ҡаңғыр һөйләшеп сәй эскәндән һуң, Гөлйөҙөм бөтөнләйгә бында күсеп килде. Бер көн иртәнсәк шулай дәрескә әҙерләнеп йөрәгәндә мәктәп йыйыштырыусыһы:
— Ярай, ҡыҙым, хәйерле булһын, иҫән - һау йәшәгеҙ, — тип һөйләнә - һөйләнә килеп инде. Ул Орҡоя инәй булып сыҡты. Ғәйникамал инәй соланға сыҡҡан арала:
— Был әбей бик уҫал, абей бул, хәбәр һөйләмә, насар кеше, — тип шыбырланы, яулыҡ остары менән ауыҙын ҡаплап.
Был ваҡытта хужабикә самауырын борҡотоп сәй килтереп ултыртты. Ә Орҡоя инәй хужабикә ингәс ҡапыл ғына бөтөнләй икенсе төргә әйләнеп:
— Шулай шәп беҙҙең Ғәйникамал, нисә килмә самауыр ҡайнай, өҫтәл тулы ризыҡ, — тип уны маҡтай башланы. Йәш уҡытыусы, оло йәштәрҙәге апайҙың ҡыланышын күрмәмеш булып, мәктәпкә йүгерҙе.
Көндәр бик һиҙелмәй бер - бер артлы үтә торҙо. Октәбрь айы бөткәндә уҡытыусы Ғәйникамал әбейҙең донъяһына күнегеп алғайны инде. Яңғыҙ ике һыйыр, бер нисә башмаҡ, егерменән ашыу ваҡ мал тотҡан хужабикәгә ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә лә тырышты. Ул етмәһә етем балалар ҙа ҡарай ине, бер туған ҡустыһының балалары. Килендәре йәшләй донъя ҡуйған, алты бала етем ҡалған.
Бер көндө Ғәникамал инәй бик ныҡ ауырып китте, хатта тора алмай ятты. Өйҙөң бөтөнләй ҡото китте. Көнө - төнө ыңғырашып тауыштары Гөлйөҙөмдең үҙәген генә өҙҙө.
— Ҡыҙым, үлеп ҡалмаһам ярар ине, донъя хәлен белеп булмай. Бергә - бергә йәшәүҙәре күңелле ине, - тип һөйләнде әбей.
Алтмыш йәштән үткән, ғүмер буйы япа - яңғыҙ йәшәгән, кейәүгә лә бармаған, бала тапмаған инәһен, Гөлйөҙөм нимә тип кенә лә йыута белмәй аптыраны.
— Ауыл фельдшерын саҡыртып алды, йылы һүҙҙәр эҙләп йонсоно, ҡан баҫымы, температураһы өҙлөкһөҙ күтәрелеп торған әбей янында төндәр буйы ултырып сыҡты. Ун көн тормай ятҡандан һуң Ғәйникамал инәй йөрөй башланы. Донъя яҡтырып, ҡот кереп китте. Ныҡ ябыҡһа ла уның шулай үҙ донъяһын үҙе көтә башлауы уҡытыусыға оло бүләк булды.
Алтын көҙҙө һалҡын ҡыш алмаштырҙы. Ғәйникамал инәй иртәнән ҡара кискә тиклем донъя эштәренә сума. Ишек алдындағы ҡош ҡортона, мал - тыуарына һөйөнөп йәшәй, ике донъя баға, етмәһә, һыйырҙары ул йылды бик иртә быҙауланы.
Бер көн шулай ҡабалан ғына килеп инде лә китап уҡып ултырған уҡытыусыға:
— Әйҙә, минең менән, — тине.
Үҙе билен быуған, дебет шәлде урап ябынған хужабикәгә Гөлйөҙөм бер аҙ ҡарап торғандан һуң:
— Ҡайҙа? — тип аптырап ҡалды.
— Әйҙә, әйҙә тиҙ генә, — тине лә ҡабалан атлап сығып китте.
Гөлйөҙөм тиҙ генә кейенеп, уның артынан сыҡҡанда, инәйе бәләкәй санаһына һәнәк һалып ҡайҙалыр йыйынған ине.
Гөлйөҙөм һаман да әбейҙең ай - вайына төшөнөп етмәне. Ҡапыл ҡыҙҙың аптырап ҡалғанын күргән Ғәйникамал :
— Ферманан бесән алып ҡайтабыҙ, һин дә һөйрәшерһең , минең көсөм етмәй, бөгөн ике барып килһәк, — тине.
Ҡыҙ уның артынан эйәрҙе. Шул тиклем матур:өйөрөлөп - өйөрөлөп, ябалаҡлап ҡар яуа. Яңы ғына яуған ҡарҙарҙы ярып , шығыр - шығыр сана Ғәйникамал инәйҙең артынан эйәрә. Фермалағы мал ҡараусылар ҙа яңы ҡайта, атлы кешеләр бер - бер артлы үтә. Улар араһында балалар ултырып алғандары ла бар. Ошо ваҡыт йәш уҡытыусының башынан төрлө уйҙар үтте. Бигерәк тә, үҙенең уҡыусылары булмаһа ярар ине, тип көрһөндө. Ике тапҡыр бесән алып ҡайтҡандан һуң, ул тәрән уйға ҡалды. Орҡоя әбейҙең Ғәйникамал әбейҙе яманлауы, бәлки, шуғалыр, бөгөн бесән алып ҡайтҡанды ла күпме кеше күрҙе. Кеше шулай донъя көтөр өсөн тырышҡан булалыр инде.
Иртәнсәк бер ни булмағандай уҡытыусы мәктәпкә китте. Дәрес башланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Уҡыусылар үҙ урындарын алып өйгә эштәрен ҡарайҙар. Ҡыңғырау ҙа шылтыраны. Шуны ғына көткәндәй, Йәмил: — Апай, кисә һеҙҙе күрҙек, һеҙ Ғәйникамал инәй менән урлап бесән алып ҡайтып бара инегеҙ ибет, мин дә аттан төшөп һөйрәшәйем микән тигәйнем, атай риза булманы, — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Уҡыусыларҙың күбеһе шырҡ - шырҡ көлә башланы, ә ҡайһы берәүҙәр һүҙһеҙ, ни әйтер тигәндәй уҡытыусыға түбәлделәр. Йәш уҡытыусы нимә тип яуап ҡайтарырға белмәне.
— Урлау булманы... — тип көскә аңлата алды. Уҡыусылар уға шул тиклем яҡын булып киттеләр, һәм үҙенең уларҙы биҙҙереүҙән ҡурҡып ҡуйҙы.
— Дөрөҫ эшләмәгәнменме әллә, Йәмил? — тине уҡытыусы тынлыҡ урынлашҡас.
— Тимәк, урлашыу түгел...?Шулай ҙа уҡытыусы булып, төндә ферманан бесән һөйрәүе ҡыҙыҡ шул, — тип көлөп ебәрҙе.
Ләкин уҡытыусы был һорауҙарҙы ла тиҙерәк икенсе яҡҡа борҙо, өйгә эштәрҙе тикшереп сыҡҡандан һуң, ул яңы тема аңлата башланы. Ул уҡыусыларға "урлау" һүҙенең мәғәнәһен нисек кенә аңлатып ҡарамаһын Йәмиленең атаһының һүҙе хаҡ булыуын дәлилләне. Ферманан һорамай төндә бесән ташыу урлыҡ була имеш. Уҡытыусы уҡыусылары алдында шуға ғәйепле һананы. Шулай күңелле лә һағышлы ла көндәр булғыланы.
— Ҡыҙым, хатта һәйбәт йәшәйбеҙ әле, — тип Ғәйникамал инәй йәш уҡытыусыға ла өйрәнеп алды. Көнгөр - ҡаңғыр үҙҙәренсә донъя көттөләр. Бесәнгә йөрөнөләр, мал ҡаранылар. Һалҡын ҡыш миҙгелен алмаштырып ергә яҙ килде. Ғәйникамал инәй бик көйәләнһә лә, ҡыш бесән етмәй тип, бер эҫкерт бесәне артып ҡалды. Малдары ҙа иҫән - һау ҡышлап сыҡты. Ғүмер үҙенекен итеп үтеп торҙо. Ауыл халҡы килен була тип ауыҙ тултырып һөйләһәләр ҙә ниңәлер ҡыҙҙың күңеленә ятырҙай егеттәр булманы. Етмәһә, киноға, уйынға барайыҡ тип килгән ҡыҙҙар булһа Ғәйникамал инәй, уларға тәҙрә аша ғына бысағын күрһәтер булды. Килгәндәрҙең күптәре бының шаярыу икәнен аңламай үпкәләне, ҡайһы берәүҙәр ҡурҡып, бөтөнләй килмәҫ булды.
— Эй. был ауылда йүнле егеттәр бармы, Хәнифкә барыр инең - өс бейем, Ғәлим исемлеһе эшһөймәҫ, үрге остағы Илһамдың белеме юҡ, булыр әле насибы, - тип көн дә кис булһа һөйләнә ине хужабикә.
Май айы ла етеп, уҡытыусы өсөн уҡыусылары менән хушлашыу көндәре лә яҡынлашты.
Ғөлйөҙөмгә бик моңһоу булды, яратҡан инде серҙәш булып бөткән уҡыусылары менән айырылышасаҡ. Һанаулы ғына көндәр шулай тиҙ үтәлер, моғайын. Быйыл уны тағы ла икенсе урынға ебәрәсәктәр, сөнки урындағы уҡытыусы йәш баланан һуң,(декреттан) үҙ урынына сығасаҡ.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса Гөлйөҙөм икенсе ауылға эшкә ебәрелде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ҡышҡы һалҡын төндәрҙә сана менән бесән һөйрәүҙәрен, йәштәр килгәндә әбейҙең тәҙрә аша бысаҡ күрһәтеүен, уҡыусыларын өҙөлөп һағынды. Юл төшкәндә генә булһа ла әленән - әле барып, хәл белешеп торҙо.
Читайте нас в