Зәбир утты һүндереп, эш бүлмәһенән сығайым тигәндә генә телефон шылтыраны. Ир терт итеп ҡалды.
— Ҡайтырға ваҡыт етһә, эшем эйәләре табыла торған, — тип үҙ алдына һөйләнде лә, утты яңынан ҡабыҙып, телефонға һонолдо.
— Хәйерле кис! — Сымдың икенсе осонда ойошма секретарының яғымлы тауышы ишетелде. — Зәбир ағай, һеҙҙе Флорид Әғзәмович үҙенә саҡыра. Хәҙер үк.
— Әллә берәй мөһим эш килеп сыҡтымы? — Зәбир ҡыҙыҡһыныуын йәшерә алмай һорап ҡуйҙы. Әммә теге ҡыҙ ишетмәне, буғай, бәйләнеш өҙөлдө.
Зәбирҙең йөрәге дөпөлдәп тибә башланы. Нимә булды? Ҡайтыр алдынан шеф ниңә саҡырта икән? Һуңғы арала тәртип боҙманы, шикелле. Ошо бөтмәҫ һорауҙар уның башын сүкене.
Зәбир бында йылға яҡын эшләй. Коллективта иң йәш белгес. Шуға ла бүлектә гел уға бәйләнергә генә торалар. Олораҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә оперативка һайын, берәй хәбәр һөйләһә, йәштәргә аҡыл өйрәтеп тамамлап ҡуя. Ул өгөт-нәсихәт һаман да Зәбирҙең ҡолағында сыңлаған кеүек:
— Беҙ ҙә йәш булдыҡ, әммә эшкә ҡарата яуаплы инек...
— Ҡуй инде, хәҙерге быуын аҡса тураһында ғына уйлап тик йөрөй.
Бигерәк инде! Шул тиклем философ булып ҡыланалар. Әйтерһең дә, үҙҙәре эшкә килгәндә күпте белеп, рәхмәткә генә тир түгеп йөрөгәндәр, тиерһең. Ә йәштәрҙең берәй етешһеҙлеген күрһәләр, ябырылырға ғына торалар.
Флорид Әғзәмович ни өсөн саҡыртты икән? Һуңғы арала нимәне дөрөҫ эшләмәүе, ниндәй хата ебәреүе хаҡында иҫенә төшөрөргә тырышты.
Әй, ҡәһәр һуҡҡыры! Шуны ла онотоп торсо әле! Кисә эштән ярты сәғәткә алдан һыпыртҡайны бит. Быны күрше бүлектән Гәрәй генә күрҙе. Ә уның күҙенә салындыңмы — бөттө! Гәрәй алдында артыҡ хәбәр һөйләргә ярамай, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Кисен ишетеп ҡалһа, таң атыуға ойошмала бөтәһе лә белә.
Был да шул Гәрәйҙең генә эшелер. Тимәк, тәким тишкән икән! Кисә уның мыҫҡыллы һөйләшеүенән үк ошаҡлаясағын төҫмөрләгәйне Зәбир.
— Ҡустым, артығын эшләп ҡуйырмын тип ҡурҡаһыңмы? — тигәйне көлөмһөрәп.
Зәбир, уны-быны уйлап тормайынса, яуапланы ла ҡуйҙы:
— Ағай, минеке бит день за полтора!
Былай тип әйтергә уның хаҡы бар ине. Ана, айлыҡ норманы үтәү ҡағыҙын ҡараһындар. Зәбир гел арттырып ебәрә. Ә Гәрәйгә был һүҙҙәр етә ҡалған. Шарҡылдап көлөп, кабинетына инеп киткәйне.
Эшкә урынлашҡас та, Зәбир шул бәндәне өнәмәне. Йүнләп һөйләшә лә белмәй бит. Һәр һүҙендә мыҫҡыл, төрттөрөп ҡалыу, ауыртҡан урындан семетеү. Ни әйтәһең — эсе тулы этлек. Ни үҙенең рәтле эше юҡ. Иртәнән кискә тиклем ғәйбәт һатыуҙан бушамай. Бер ҡараһаң, Гәрәй бухгалтерияла сәй эсә йә келәт мөдире тирәһендә урала. Тик коллектив йыйылышта үҙгәрә лә ҡуя. Шул тиклем матур итеп телмәр тота, әйтерһең дә, былбыл һайрай. Теле телгә йоҡмай суҡынсыҡтың. Имеш, эш һөҙөмтәлерәк булһын өсөн яңынан-яңы алымдар уйлап табырға кәрәк. Ә беҙҙә күптәр эшенә өҫтән-мөҫтән ҡарай, фәлән дә төгән. Үҙенең ни өсөн гелән айлыҡ норманы үтәй алмауына яуабы ла әҙер:
— Мин һан артынан ҡыумайым, тауарҙың сифатлы булыуын хәстәрләйем...
Гәрәй етештергән тауарҙың сифатын әйтһәң, тауыҡ көлөр! Эшләй белеү — талант, ә эшләгән булып ҡыланыу — сәнғәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән! Күрәһең, Гәрәй сәнғәттең был төрөн үтә лә яҡшы үҙләштергән...
Шулай уйлана биреп яйлап ҡына атлай торғас, Зәбир етәксе кабинетына килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Хәҙер ниндәйерәк һөйләшеү буласағын күҙ алдына килтереп, быуындары ебене.
— Ҡалай яй йөрөйбөҙ! Шәберәк инде! — Йәш кенә секретарша Зәбирҙе ҡабаландырып индереп ебәрҙе.
Етәксе бер кемде лә күрмәмешкә һалышып, башын да күтәрмәй нимәлер яҙа-һыҙа.
— Мин килдем, Флорид Әғзәмович, — Зәбирҙең тауышын ишеткәс, түрә башын күтәрҙе. Һин баҫып торма, тигәндәй үҙенең өҫтәле янындағы ултырғысҡа ымланы. Зәбир ултырҙы. Йөрәге һаман да дөп-дөп тибә, әйтерһең дә, хәҙер атылып сығырға тора.
— Шунан, эш нисек бара? — Флорид Әғзәмович берсә хеҙмәткәргә, берсә алдындағы ҡағыҙҙар өйөмөнә ҡарап алды.
— Былай бара ул, — шунан башҡа яуап таба алманы.
— Һине саҡыртыуымдың етди сәбәбе бар бит әле, — быны ишеткәс, Зәбирҙең йөрәге жыу итеп ҡалды. Гәрәй, ҡәһәрең, тәким еткергән тип уйлап ҡуйҙы. Үҙенең ғәйебен тойоп, бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Етәксенең күҙенә ҡарамаҫ өсөн, стеналағы сәғәткә төбәлде.
Флорид Әғзәмович креслоһынан тормайынса ғына һүҙен дауам итте:
— Иртәгә командировкаға барам. Һине үҙем менән алам. Уйланым-уйланым да, һинән дә ҡулайыраҡ кешене тапманым. — Зәбир ишеткәненә ышана алмай торҙо. Елкәһенән бер тоҡ ташты алып ырғыттылармы ни! Ауыҙы йырылып китте. Шулай ҙа етәксеһенең һүҙен бүлдерергә ҡыйманы. — Берәүһе, кескәй балам бар, тип һылтана, икенсеһенең ҡатыны ирен ҡайҙа ебәргәндәрен төпсөнөп теңкәне ҡорота.
Зәбир шатлығынан урынынан килеп торғанын да һиҙмәне, теле лә асылып китте.
— Һо-о-о, Флорид Әғзәмович! Юл йөрөү миңә бер ҙә ҡыйын түгел! Барам...
— Бик шәп, улай булғас. — Етәксенең дә ауыҙы йырылды. — Тимәк, иртәгә Таулы районына юлға сығабыҙ!
— Таулы районына?! — Был хәбәр ысынмы, тигәндәй яңғыраны.
— Эйе, шунда. Ниңә иҫең китте әле?
— Һуң минең кәләш бит шул райондан, — тине ғорурланып Зәбир. — Ул яҡтарҙы күптән күргән юҡ ине. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит инде, Таулыға барып етеү — оло бәлә.
— Ә-ә, бына кәләшеңдең тыуған яғын да күреп ҡайтырбыҙ. Район хакимиәте башлығы менән һөйләшеп ҡуйылған. Ул беҙҙе төшкә ҡарай көтәсәк. Шуға иртә менән сығыу хәйерлерәк. — Һин берүк һуңлай күрмә тигәндәй, Зәбиргә ҡарап ҡуйҙы, — таңғы алтыла ишек төбөндә көтөп торорһоң!
— Ярай, ярай, Флорид Әғзәмович.
— Йәштәр өсөн төн ҡыҫҡа була, тиҙәр. Һин шулай ҙа йоҡоңдо туйҙырып, алтыға килеп ет. Килештекме?
Етәксеһенең шуҡлығынан Зәбирҙең күңеле тағы ла күтәрелеп китте.
— Әйткән һүҙ — атҡан уҡ! — Ҡайҙандыр халыҡ мәҡәле лә иҫенә төштө.
Бөгөнгә хуш тигәндәй, башын һелкте лә Флорид Әғзәмович йәнә ҡағыҙҙарға текәлде.
Кабинеттан Зәбир ҡыуанып сыҡты. Бына ниндәй ниәт менән саҡыртҡан икән! Ә ул, һантый, Гәрәй тураһында нимә генә уйлап бөтмәне. Хеҙмәттәше хаҡында насар фекер йөрөткәне өсөн Зәбирҙең үҙенә уңайһыҙ булып китте.
Автобуста ҡайтҡанда ла уның бөтә уйы иртәгәһе сәфәр хаҡында ине. Бына күр ҙә тор, ошо турала Сәлимәһенә әйтһә, ышанмаған булыр әле:
— Ҡуйсы, Зәбир, буш хәбәр менән нәфсене аҙҙырма, — тиер һөйөклөһө. Билләһи, Сәлимә ышанмаҫ. Улар бит һуңғы тапҡыр Таулы районына көҙ генә ҡайтҡайны. Ҡәйнәһенә бәрәңге алышҡайнылар. Шунан бирле барып булманы. Яңы йыл байрамдарында ла кәләшен эшкә саҡыртып бер булдылар. Табиптың тормошо шул инде. Ауырыуҙар ял үткәнен көтөп тора алмай. Әсәһен күптән күрә алмағанға бигерәк тә Сәлимәһе борсола. Ҡышты яңғыҙы нисек сыға икән, утыны бөткәндер, һыу ташырға ла кешеһе лә юҡ тип өтәләнә. Кәләше өҙгөләнгәс, Зәбир ҙә үҙен уңайһыҙ тоя. Ни машиналары юҡ. Автобус тигәндәре ул яҡҡа һирәк йөрөй, йә бөтөнләй булмай ҙа ҡуя. Һәм бына һиңә мә: бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына! Зәбир, иртәгәһе көндөң нисек үтәсәген күҙ алдына килтереп, татлы хыялдарға сумды.
Таңғы алты тулыр-тулмаҫ элек кәләше менән ишек төбөндә торорҙар әле.
— Ну, Зәбир, башлыһың да инде, — тиер уларҙы күргәс етәксеһе. — Беҙҙә барыбер ике урын буш. Кәләшеңде үҙең менән алып шәп иткәнһең. Бер ыңғайы ҡәйнәңдең хәлен дә белеп китерһегеҙ. Үҙем кисә, кәләшеңде лә ал тип әйтергә онотҡанмын. Шуға үкенеп йөрөгәйнем әле.
Шунан Флорид Әғзәмович алға ултырыр, ә Зәбир Сәлимәкәйе менән артҡы яҡтан урын алырҙар. Һөйгәне иркәләнеп башын уның яурынына һалыр ҙа ойоп китер...
Таңғы алты тулыр-тулмаҫ улар ойошмаға килеп тә етте. Тышта һыуыҡ ине, йылыла торайыҡ тип, вахтаға инделәр. Бына хәҙер ойошма етәксеһен шоферы алып килер ҙә, Зәбир менән Сәлимә машинаға ултырыр. Шунан елдерәсәктәр!...
Барыһы ла улар уйлағанса килеп сыҡты. Сәлимә эштән көн алды, шуға ла шатлығынан нимә эшләргә лә белмәй. Берсә балалар кеүек ире менән уйнап маташа, уны ҡытыҡлап та ала. Нимәнелер онотманыҡмы тигәндәй, сумкаһын барлай башлай.
Зәбир тәҙрәнән күҙен алмай. Етәксе килеп етһә, уны көттөрөп тороу килешкән эш түгел.
— Ана, ҡап-ҡара төҫтәге "Волга" күренде. Флорид Әғзәмович килә! — тине Зәбир, йылмайып. — Машина китеп бармаһын тигәндәй, улар, күстәнәс тулы ауыр йөктәрен тотоп, тышҡа йүгереп сыҡты.
Быларҙы күргәс тә, етәксе машинаның алғы тәҙрәһен төшөрҙө:
— Һаумыһығыҙ! — тинеләр икеһе лә бер тауыштан.
— Әйҙә, йәһәтерәк ултыр! — Түрә Сәлимәне бөтөнләй күрмәгәндәй бойороҡ бирҙе. Зәбир алдан уҡ кәләшен алып барыу хаҡында килешмәгәне өсөн уңайһыҙлана биреп һүҙ башланы:
— Флорид Әғзәмович, мин Сәлимәмде лә алғайным. Буш урын бар бит. Күптән әсәһен күргәне юҡ.
Флорид Әғзәмович күҙҙәрен аҡайтып ҡарап ҡуйҙы. Эш ниҙә икәнен аңлағас, шунда уҡ йөҙө үҙгәрҙе. Берсә Сәлимәгә, берсә Зәбиргә асыулы ҡараш ташланы. "Килештерҙең, былай булғас" тигәндәй, тамаҡ ҡырып алды.
— Ҡыҙыҡ ҡына ошо йәштәр. Уйҙарында гел шәхси мәнфәғәт. Әбей-һәбейҙәргә инеп йөрөргә ваҡытым барҙыр шул. Мине башлыҡ көтә!
Етәксеһенең был ҡыланышына Зәбиргә кәләше алдында уңайһыҙ булып китте.
— Беҙгә район үҙәгенә барып етһәк тә хуш, — йылмайырға тырышып, Сәлимә һүҙгә ҡушылды. — Ауылыбыҙ үҙәктән алыҫ түгел ул. Унда үҙем барып етермен.
— Алыҫмы-юҡмы — унда минең эшем юҡ, — ҡабаланыуҙарын белдереп, етәксе сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы. — Әйҙә, ваҡытты һуҙмайыҡ. Юл ыңғайы тағы ике кешене ултыртып алырға кәрәк. Улар менән алдан килешелгән. Һеҙҙе, һеңлем, бер нисек тә алыу мөмкинлеге юҡ. Урын юҡ!
Сәлимәнең йөҙө үҙгәрҙе. Бар хыялдары селпәрәмә килгәнгә, бына-бына күҙ йәше бәреп сығыр төҫлө. Ә Зәбирҙең ғәрләнеүе алҡымына килеп тығылды! Кәләше алдында шул тиклем мәсхәрәгә ҡалды бит. Етәксеһе менән алдан килешмәйенсә, тот та кәләшен алып кил. Ә машинала урын юҡ. Исмаһам, нисә кеше барасаҡ, тип алдан һорамаған. Хәҙер кәләшенең күҙенә нисек ҡарамаҡ кәрәк! Был тиклем дә оятҡа ҡалғаны булмағайны.
— Әйҙә, Зәбир, ҡуҙғалдыҡ! — Флорид Әғзәмович уға, артҡа ултыр, тип ҡулы менән ишараланы. — Ә һеҙ, һеңлем, ғәйепкә бөкмәгеҙ!..
Зәбир, күҙенә лә ҡарамайынса, һөйөклөһөн ҡосаҡланы ла битенән үпте. Машинаның артҡы ишеген асҡас, көскә-көскә телгә килде:
— Көймә, зинһар, йәнем. Барырбыҙ әле ошо арала, — Зәбирҙең ултырыуы булды, машина ажғырып урынынан ҡуҙғалды.
Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй шаңҡып, Сәлимә юл уртаһында ике сумкаһын күтәреп ҡалды.
Зәбир оҙаҡ ҡына шым барҙы. Етәксеһенә нәфрәтенән сыҙай алмай ултырҙы. Әгәр Флорид Әғзәмович йәштәше булһа, билләһи, осора һуғыр ине. Ә былай етәксеңә нисек ҡул күтәрмәк кәрәк. Шунда бер урын йәл инеме? Әгәр теләге булһа, дүртәүләшеп булһа ла артҡы яҡта һыйырҙар ине әле!
Юҡҡа ултырып киткәнмен, тип үкенде. Барһын ине әйҙә үҙе. Тауарҙы нисек ҡулланырға кәрәклеген шундағы башлыҡҡа аңлата алмай, йыйып күрһәтә белмәй оятҡа ҡалыр ине. Сәлимәһен ҡалдырғанына үҙен юл буйына һүкте лә һүкте Зәбир. Флорид Әғзәмович нимәлер һораһа, "эйе" йәки "юҡ" тип кенә яуап ҡайтарҙы. Юлда ике кешене ултыртып алырға тейешбеҙ, тигән хәбәре лә буш булып сыҡты. Бер кемде лә алманылар. Тимәк, машинаһын йәлләне, тип, тештәрен ҡыҫып, үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы егет.
Бындай хәлдән һуң уға Флорид Әғзәмовичтың һәр һүҙен ишетеү үҙе бер яза кеүек тойолдо. Тоноҡ тауышы, шоферға бер туҡтауһыҙ мыжып килеүе Зәбирҙең асыуын көсәйтте генә. Төш етеүгә улар район хакимиәтенә килеп еткәйне. Алдан уҡ, Флорид Әғзәмовичтың ҡушыуы буйынса, Зәбир багажниктан ауыр йәшникте алды ла етәксеһе артынан эйәрҙе.
Флорид Әғзәмовичтың аҙымдарынан уҡ түрәлеге күренеп тора. Дәрәжәһен белеп кенә баҫа. Берсә туҡтап ҡалып, ян-яғына ҡарап ҡуя. Шунан, сәхнәгә күтәрелгәндәй, етеҙ аҙымдар менән башын ғорур күтәреп алға ынтыла. Ә Зәбир уның көсөгө кеүек, ауыр йәшник күтәреп, арттан тәнтерәкләй.
Ишек төбөндә ҡаршы алыусы булманы, әммә Флорид Әғзәмович кәйефен төшөрмәне, туп-тура башлыҡтың ҡабул итеү бүлмәһенә юлланды.
— Ә, килеп еттегеҙме? — Ҡунаҡтарҙы күргәс, секретарь ҡыҙ урынынан торҙо. — Юл арытҡандыр, моғайын?
Яғымлы тауышты ишеткәс, Флорид Әғзәмовичтың эсенә йылы йүгерҙе.
— Көн нисектер боҙолдо ла китте, — тип, форсаттан файҙаланып, зарланып ҡуйҙы ул. — Әммә яҡын дуҫтарға барыр өсөн ел дә, ямғыр ҙа ҡамасауламай. Елеп килеп еттек, тиһәң дә була.
Беҙ башлыҡтың бүлмәһенә үтәйек әле тигәндәй, ҡулы менән ишеккә ымлап ҡуйҙы.
— Ғәфү итегеҙ, көтөлмәгән хәл килеп сыҡты бит әле, — секретарь ҡыҙ аҡланырға тырышты. — Башлыҡты бик мөһим эш буйынса Өфөгә саҡыртып алдылар...
— Бына һиңә мә! — Флорид Әғзәмовичтың ауыҙы ослайып китте. — Беҙ бит алдан килештек!
— Мин һеҙҙе аңлайым. Әммә уны юғарынан саҡырттылар. Шунан һеҙҙе иҫкәртәйем тип шылтыраттым, тик секретарығыҙ, күптән юлдалар, тине.
— Бәрәкәт! — Ойошма етәксеһе, асыуланып, ҡулындағы папкаһын өҫтәлгә шап иттереп бәреп ебәрҙе. — Алыҫ араға ҡысынып йөрөйөмдөр шул! Килешкәнсә бер нисә тауарҙың төрөн дә алып килгәйнем. Һеҙҙең районға хужалыҡ өсөн бик кәрәкле әйбер ул, белгегеҙ килһә!
— Уныһын беләм. Хакимиәт башлығы договорығыҙҙы һәм тауарҙы ҡалдырырға ҡушты. Борсолмағыҙ, ул мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк. Тик башлыҡ үҙе бөгөн булмай.
Флорид Әғзәмовичтың барлыҡ уй-ниәте юҡҡа сыҡты. Район башлығы менән гәпләшеп сәй эсерҙәр, сер уртаҡлашырҙар, тип уйлағайны. Үҙе менән алған коньякты ла йотоп алһалар, эштәре харап шәп китәсәгенә шиге юҡ ине. Башлыҡ үҙендә ҡуна ҡалдырыр тип тоҫмаллағайны. Бына һиңә!
Улар йәшникте һәм килешеү ҡағыҙын ҡалдырҙы ла урамға сыҡты. Ойошма етәксеһенең һөмһөрө ҡойолғайны. Йәш белгес алдында уңайһыҙ хәлгә ҡалғаны өсөн оялды. Исмаһам, берәр сынаяҡ сәй эсерергә лә баштары етмәне бит. Ә был район үҙәге булып торған ҡасаба һиңә Өфө түгел — аҙым һайын буфет юҡ.
Асығышып, кәйефһеҙләнеп ҡайтыр юлға сыҡтылар. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, көн дә шәптән түгел. Һепертмә буран күҙҙе асырға ла ирек бирмәй. Юлды көрт күмә лә ҡуя. Тирә-яҡ ап-аҡ. Ун саҡрым үттеләрме-юҡмы, шофер машинаны туҡтатты:
— Бындай шарттарҙа кире ҡайтып етеү мөмкин түгел!
Флорид Әғзәмович көрһөнөп ҡуйҙы:
— Ней, был яҡта туғандар юҡ...
Зәбир берәй һүҙ әйтмәҫме, тип уйланы үҙенсә. Ә хеҙмәткәре үпкәһен һаман онотмағайны. Етәксеһенең әйткәненә ҡылы ла ҡыбырламаны уның.
— Зәбир, һинең ҡәйнәң ошо яҡтан бит, — етәксеһе, хәйләкәр генә йылмайып, артҡа боролдо. — Әллә шунда ғына ҡунайыҡмы? Был тирәлә, исмаһам, ҡунаҡхана ла юҡ. Буранда ҡайтыуы ла ҡурҡыныс.
— Әллә... — Һеҙ бит әбей-һәбейгә инеп йөрөргә ваҡыт юҡ, тигәйнегеҙ, ә хәҙер үҙегеҙ инәләһегеҙ, тип тә өҫтәп әйткеһе килде, тик һуңғы мәлдә генә телен тыйҙы.
— Юл хәлен белеп булмай шул, ҡустым, — Флорид Әғзәмовичтың ялбарыулы мөрәжәғәт итеүе ят тойолдо. — Ҡалайтаһың инде, был осраҡта һин генә ҡотҡара алаһың...
Етәксеһенең үтенесен кире ҡаҡманы Зәбир. Үҙенең дә ҡәйнәһен күргеһе килә бит.
— Әйҙә, улай булғас, — тине, шоферҙың терһәгенә төртөп. — Нисек барырға икәнен күрһәтермен. Ярты сәғәтлек юл...
Машина кире боролдо ла туп-тура Сәлимәнең тыуған ауылына табан елдерҙе...
Ике тәҙрәле бәләкәй генә йорттоң алдына килеп туҡтағас, Флорид Әғзәмович аптырап ҡарап ҡуйҙы:
— Ҡәйнәң ошонда йәшәмәйҙер...
— Ошонда. — Зәбирҙең тауышы көрәйеп китте. — Килеп еттек, әйҙәгеҙ, инәйек.
Флорид Әғзәмович теләр-теләмәҫ кенә машинанан сыҡты. Тауыҡ кетәгендәй генә өйгә инергәме-юҡмы тигәндәй, йөҙөн сирыштырҙы. Ошондай йортҡа инеүҙән дәрәжәһе кәмер кеүек тойолдо уға.
Шул саҡ ҡаршыларына фуфайка кейгән әбей йүгереп сыҡты. Ҡунаҡтарҙы күреү һөйөнөсө йөҙөндә балҡый.
— О-о, ҡунаҡтар килгән икән, — тип тәүҙә Зәбирҙе ҡосаҡлап, арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. — Кейәү балаҡайым килеп төшкән!
— Һаумы, ҡәйнәм. Эйе, бына Таулы яҡтарына эш буйынса килдек. Шунан һиндә туҡталып китергә булдыҡ.
— Бик яҡшы иткәнһегеҙ, әтеү яңғыҙыма күңелһеҙ булып тора ине. — Әбей ситтән генә күҙәтеп торған иргә иҫәнләшәм тип ике ҡулын һуҙҙы. — Һеҙ кейәүем менән бергә эшләйһегеҙҙер?
Машинала килгәндәр араһынан иң дәрәжәле кеше менән таныштырырға онотҡанына Зәбир ҡыҙарып китте.
— Ә-ә, ҡәйнәм, онотоп торамсы. Таныш булығыҙ: мин эшләгән ойошманың етәксеһе — Флорид Әғзәмович.
— Ә был — минең шофер. — Машинаның тәгәрмәсен тибеп тикшереп йөрөгән ир менән етәксе үҙе таныштырҙы.
— Бик хуп, бик хуп. — Бына таныштыҡ та тигәндәй, әбей барыһына ла йылмайыулы ҡараш ташланы. — Әйҙәгеҙ, өшөп тормайыҡ, инәйек.
Ғәлимә әбей шыжлатып сәй ҡайнатып ебәрҙе. Күпертеп бешергән ҡаласын телде. Йәйен үҙе эшләгән майын, еләк ҡайнатмаһын өҫтәлгә ҡуйҙы, матур ғына сынаяҡтарға һөтләп сәй яһаны. Өй эсенә тәмле еҫ таралды.
Сәй эсеп ултырғанда ҡунаҡтар ауылдағы тормош менән ҡыҙыҡһынған булды. Әбей бер ҙә зарланыр кешегә оҡшамаған. “Аллаға шөкөр”, “рәхмәт төшкөрө”, “булғанына ризабыҙ”, тип кенә яуаплап торҙо.
— Ә Сәлимә ниңә һеҙҙең менән килмәне? – тип һорап ҡуйҙы Ғәлимә әбей. Зәбир, нимә тип яуап бирергә белмәй, ҡырын ғына етәксеһенә ҡарап ҡуйҙы.
— Үҙең беләһең бит, ҡәйнәм, — ниндәй сәбәп табырға тип, Зәбир аптырашта ҡалды, — килер ине лә шул, эшенән ебәрмәнеләр...
— И-и, балаҡайымды! Күптән күргән юҡ шул. Һағындым ҡыҙымды.
Флорид Әғзәмович бер һүҙ ҙә өндәшмәй, икмәккә май һылап, ашана бирҙе. Өйҙәге йыһаздарға ла күҙ йүгертеп ала. Бер тимер карауат, бер урындыҡ, өҫтәл һәм һауыт-һаба өсөн кәштә. Китаптар, төрлө гәзит-журнал матур ғына итеп тәҙрә төбөнә теҙеп ҡуйылған. Бәләкәй генә өйҙө икегә бүлеп ҙур мейес тора. “Дә-ә, был ҡарсыҡ фәҡир генә йәшәй икән”, — тип эстән генә уйланы етәксе.
Ҡунаҡтарға сәй эсергәс, Ғәлимә әбей йәһәтләп аш бешерергә ҡуйҙы. Зәбир шофер менән мунса яғырға сығып китте. Ә Флорид Әғзәмович, һыуыҡ тейеүҙән ҡурҡып, тышҡа сығып торманы.
Аралашыуға сарсаған әбей ҡунаҡ менән иркенләп һөйләште.
— Бына шулай, ҡустым, өс бала үҫтерҙем яңғыҙым, — тине, стеналағы фотоларға күрһәтеп. — Ана, хәҙер бөтәһе лә университет бөттө. Һәр кеме үҙаллы тормошта, ейән-ейәнсәрҙәрем бар, Хоҙайҙың рәхмәтенә күрә...
— Ошо өйҙә өс бала менән?!. — Флорид Әғзәмовичтың ғәжәпләнеүе сикһеҙ ине.
— Һыйҙыҡ, ҡустым. Аллаға шөкөр, хәҙер ҙә йәйен ҡыҙҙарым кейәүҙәре, балалары менән килһә, унауҙан ашып китәбеҙ. Бөтәбеҙгә лә урын етә.
Ишеткәненә ышанмай, ҡунаҡ йәнә күҙ йүгертеп алды:
— Ҡыҙыҡ икән. Бында бер кешегә лә тығыҙ...
— Күңелең киң булһа, урын табыла ул, ти торғайны боронғолар. — Халыҡ мәҡәлен әйтте лә әбей хәтирәләргә бирелеп китте. — Мин бына балаларыма ла гел шулай тип тылҡып торҙом. Бер ҡасан да кешегә ашты ла, урынды ла йәлләмәһендәр. Күңеле киңдең урыны ожмахтың түрендә була, тиҙәр. Беҙҙең ауылдан тағы егерме саҡрым алыҫлыҡта Мөхәмәт тигән ауыл бар. Төпкөл инде. Унда йүнле юл да юҡ, машина-фәләне лә бик һирәк йөрөй. Ана шул төпкөлдән күптәр район үҙәгендәге гыпытыуҙа уҡый. Ял булһа, ҡайта алмай бер булалар. Беҙҙең ауылға тиклем әле килеп етәләр, ә теге яҡҡа бер нәмә лә юҡ. Торалар, бахырҙар, ике-өс бала юл буйында күшегешеп. Эңер төшә башлай. Уларҙың бында ҡуныр кешеһе лә юҡ. Бына мин шул балаларҙы үҙемә алып ҡайта инем. Тамаҡтарын туйҙырып, йоҡлатып сығарам. Ошо ғәҙәтемде балаларыма ла һеңдерҙем.
Теге тимер карауаттағы төрлө төҫтәге түшәктәрҙе күргәс, Флорид Әғзәмович түҙмәйенсә барып тотоп ҡараны:
— Үҙегеҙ эшләнегеҙме, апай?
— Юҡсы. Сәлимәмдең ҡулдары алтын. Был — уның яратҡан карауаты. — Ҡыҙының уңғанлығы менән ғорурланып, уның ҡул эштәрен күрһәтә башланы. — Бына шул юрғандағы тышлыҡты ла үҙе биҙәне, яҫтыҡты ла Сәлимәм ҡаҙ мамығынан үҙе эшләне. Ауылға ҡайтһа, гелән ошо карауатта йоҡлай.
Ҡунаҡтар мунсанан сығыуға, Ғәлимә әбейҙең ашы бешеп өлгөргәйне. Өйгә тәмле еҫ таралды. Тегеләр, бер аҙ һыуынып алғас, өҫтәл янына ултырҙы. Әбей аш һалды, ҡорот ҡуйҙы. Шунан мейес артынан шешәһен дә килтереп сығарҙы.
— Утын быстырыр өсөн алғайным, — тигән булды, аҡланып. — Хәҙер шунһыҙ эшләмәйҙәр бит. “Инәй, шуның бармы, хәл юҡ”, — тип һораналар.
Зәбир шешәнең бөкөһөн ҡайырып асты, теүәл генә итеп бөтәһенә лә ҡойоп сыҡты. Әбей генә тотманы.
— Танышыу хөрмәтенә, — тип тост әйтте Флорид Әғзәмович. Шунан “гөлп” итеп һауытты түңкәреп тә ҡуйҙы.
Ҡоя белмәйһең тип, һауытты етәксе кеше үҙ ҡулына алды. Тултырғансы ҡойҙо. Йәнә тост яңғыраны. Ҡыҙмаса булып алғас, Флорид Әғзәмовичтың күңеле күтәрелеп китте, аяғүрә баҫып йыр һуҙып ебәрҙе:
“Ҡайҙа ғына барма дуҫ-иш кәрәк,
Ҡаршы сығып атың бәйләргә...”
...Эт өрөүгә Ғәлимә әбей тертләп уянып китте. Ҡунаҡтар рәхәтләнеп йоҡлай. Берәүһе лә тышҡа сыҡмаған. Кем йөрөй икән төн уртаһында? Бына берәү ишек алдына килеп баҫты. Ныҡ итеп шаҡыуы ишетелде. Әбей соландағы утты яҡтыртты. Фуфайкаһын ғына эләктерҙе лә тышҡа ынтылды.
Ишекте асып ебәрһә, дер ҡалтырап Сәлимәһе тора. Ҡыҙы тиҙерәк йылыға инә һалды. Күстәнәс тулы сумкаларын иҙәнгә ҡуйҙы ла, ҡулдарын йылытырға тырышып, мейескә терәне.
— Ир, имеш! — Боҫланып бөткән сәсен һыйпап ҡуйҙы Сәлимә. — Исмаһам, мине яҡлап бер һүҙ әйтһәсе. Мәмәй!..
Ғәлимә әбей, эш ниҙә икәнен аңларға тырышып, төпсөндө:
— Тыныслан, балаҡайым, нимә булды?
— Әй, былай ғына әйтәм... — Сәлимә ҡулын һелтәне. — Ярай әле, яҡшы кешеләр осраны. Ауылға тиклем алып килделәр.
Ғәлимә әбей бер нәмә лә аңламаны. Ахырҙа:
— Шымыраҡ бул, балам, ҡунаҡтарҙы уятаһың, — тине.
Мейес өйҙө уртаға бүлеп торғанға күрә, инеү менән теге яҡты күреп булмай. Сәлимә башта бер кемде лә шәйләмәне.
— Ана! — Ҡулы менән ишараланы әсәһе. Төпкә үткәйне, күргәненә “аһ” итте. Уның яратҡан карауатында бер ғәйепһеҙ сабый кеүек мыш-мыш итеп Флорид Әғзәмович йоҡлап ята. Сәлимәнең яҫтығына башын һалған, уның юрғанына уранған.
Сәлимә һаҡ ҡына аҙымдар менән төпкә үтте лә иҙәндә ятҡан Зәбиренең юрғанын рәтләп ябып ҡуйҙы...