Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Ноябрь 2020, 19:54

"Президент Рәхимов" Ғәлим Хисамов (һуңғы өлөш)

– Бөгөн беҙ Башҡортостан Республикаһының Конституция проектын тикшергән саҡта, республиканың киләсәге күп йәһәттән Рәсәй Федерацияһы менән ҡороласаҡ мөнәсәбәттәргә бәйле буласағын яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә Рәсәйҙең етди демократлашыуы һәм уның менән бәйләнештәрҙең үҙ-ара һөйләшеүҙәр аша алып барыу яғындабыҙ, – тип белдерҙе, Федератив килешеүгә һәм уға Башҡортостан Республикаһының ҡушымтаһына таянғанын әйтте. – Яңы конституция проекты, – тине Рәхимов, – Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитетына яҫҡынмайынса, Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитетын нығытыуға, уның дәүләтселеген үҫтереү өсөн кәрәкле конституция – хоҡуҡ киңлеген нығытыуға йүнәлтелгән.Депутаттар ҙа, Өфөгә килгән ҡунаҡ, Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының Конституцион комиссияһының яуаплы секретары Олег Румянцев та Рәхимовтың тел төбөн яҡшы төшөндө. Әгәр Рәсәй беҙгә үҫешергә ирек бирһә, ниәтебеҙ тормошҡа ашасаҡ, тине сығыш яһаусы. Әгәр ирек булмаһа...Романдың беренсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-516002Романдың икенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-ikense-l-sh-517920/Романдың өсөнсө өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov--s-ns--l-sh-519716/Романдың дүртенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-d-rtense-l-sh-521605/Романдың бишенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-bishense-l-sh-523130/Романдың алтынсы өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-altinsi-l-sh-523995/Романдың етенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-etense-l-sh-524600/Романдың һигеҙенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/news/Prezident-R-himov--lim-Hisamov--ige-ense-l-sh-526282/Романдың туғыҙынсы өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-tu-i-insi-l-sh-528265/#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ПрезидентРәхимов#ҒәлимХисамов

Башҡортостан Конституцияһы
Рәхимов үҙенең тарихты белеп етмәүен тоя. Мәктәптә, институтта ла тарих фәненә үҙе лә әллә ни әһәмиәт бирмәне, уҡытыу ғыналары ла шул сама булғандыр инде, күрәһең. Донъя тарихы, Рәсәйҙең боронғо, яңы тарихын уҡыта торғайнылар. Шуның эсендә башҡорттар тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт булғанын хәтерләмәй. Хәҙер килеп ошо етешһеҙлекте ҡапларға тура килә. Рәхимов тарих буйынса төрлө китап уҡырға әүәҫләнеп алды. Әлбиттә, ентекләп өйрәнергә мөмкинлек юҡ. Исмаһам, дөйөм белем рәүешендә уҙғанды белеү кәрәк бит. Яңыраҡ ҡулына бик йәтеш китап килеп эләкте. Үҙе ҡыҫҡа ғына итеп, энциклопедик рәүештә яҙылған. Үҙендә уға кәрәкле һәммә мәғлүмәт тә бар. Йоҡлап киткәнсе шуны ҡараштырырға булды бөгөн дә. Нимә инде ул аҫаба?
...Был ваҡытта Закир Страсбург ҡалаһының уртаһында урынлашҡан ыҡсым ғына йорттоң ҡаршыһына килеп баҫҡайны. “Европа суды” тип яҙылған таҡтаға ҡарап торҙо. Һуңғы ике йылда күргән интегеүҙәрҙән һуң “суд” яҙыулы бер генә йорттоң да ишеген асҡыһы килмәй ҙә бит, ни хәл итәһең, башҡаса әмәл юҡ.
Ауыр булып тойолған ишекте тартҡайны, уныһы еңел генә асылды ла ҡуйҙы. Закир аптырап ҡалды хатта. Туҡтап, берсә ишектең яңағына, берсә ҡалын таҡтаһына ҡараны. Ишек төбөндә өҫтәл артында ултырған полиция кейемендәге кеше өндәште:
– Бик еңелме ишек?
– Эйе шул, ул тиклем ҡалын ишектең еңел асылырына өмөтләнмәгәйнем.
– Бүтәндәр ҙә шулай ти. Кешеләрҙең юлын еңеләйтер өсөн махсус эшләнгән ул.
– Ә-ә-ә, – тип һуҙҙы Закир, үҙенең күңеле күтәрелеп китте. – Миңә судҡа документтар тапшырырға ине.
– Һеҙ алдан яҙылғанһығыҙҙыр, был турала хәбәр алғанһығыҙҙыр тип уйлайым.
– Әлбиттә, бына саҡырыу.
– Юҡ-юҡ, миңә күрһәтмәгеҙ. Суд документтарын алыусыға бирерһегеҙ. Ул 15-се бүлмәлә һеҙҙе көтә.
– Рәхмәт.
Закир әйткән урынға китте. 15 һаны яҙылған ишекте асҡайны, уртаса ҙурлыҡтағы ҡараңғыраҡ бүлмә икән. Өҫтәл артында тулҡынланып торған ҡара сәсле ханым аяғүрә баҫты.
– Әфәндем, – ти һалды, әйтерһең, шулай тип өндәшер өсөн Закирҙы ғына көтөп ултырған. – Рәхим итегеҙ урындан. Һеҙгә ҡайһы телдә һөйләшеү уңайлы?
– Иң уңайлыһы – туған башҡорт телендә. Тик һеҙ уны белмәйһегеҙҙер. Урыҫ телендә һөйләшергә мөмкин. Инглизсә лә.
– Ул сағында, инглизсә. Ә хәҙер һеҙҙе бында килтергән сәбәпте һөйләгеҙ. – Ханым һыңар ҡулын яңағына терәп, тыңларға әҙерләнде.
Беҙҙә булһа яҙырға әҙерләнерҙәр ине, ә был шиғыр тыңларға иткән кеүек ултыра, тип уйлап ҡуйҙы Закир.
– Мин йыраҡ Рәсәйҙән килдем, – тип башланы мосафир. – Ә йәшәгән ерем Мәскәүҙән самолетта мең саҡрым.
– Алыҫ икән. Рәсәй ҙур тип тормай, һеҙҙекеләр беҙгә күп килә. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта йышайҙы.
– Ни эшләп тип уйлайһығыҙ?
– Нисек кенә булмаһын, Рәсәйгә лә демократия елдәре үтеп инде. Өҫтәүенә Рәсәй судтары халыҡтың мәнфәғәтенә һаңғырау булып ҡала.
– Тап шулай. Мин башҡорт тигән бик боронғо милләттең ергә аҫабалыҡ хоҡуғын аяҡҡа баҫтырырға теләп йөрөйөм. 1917 йылда большевиктар юҡ иткән уны. 1991 йылда Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы, советтар ҡабул иткән акттарҙы бөтөрөп, элекке хоҡуҡтарҙы аяҡҡа баҫтырабыҙ, тип иғлан итте. Ер мәсьәләһенә килгәндә, Конституция нигеҙендә Православие сиркәүе тартып алынған ерҙәрен кире ҡайтара башланы. Тик административ власть һәм суд власы хоҡуҡ субьекттарының бөтөнөһөнә лә тигеҙ ҡарамай. Улар һаман элеккесә, берәүҙәр – аҡ, икенселәр – ала, тип белә. Сиркәү менән ҡуша ере тартып алынған башҡорттарҙың хоҡуғын иҫәпкә алырға теләүсе юҡ…
Европа суды хеҙмәткәре, ысынлап та, Закирҙы бүлдермәй тыңланы, ҡулын яңағына терәгән килеш тик ултырҙы. Ир шымғас ҡына һүҙ башланы.
– Башҡорттарҙан беҙҙең судҡа шәхсән мәсьәләләр буйынса килеүселәр булды. Әммә дөйөм халыҡ хәстәрен күтәреп йөрөүсе һеҙ беренсе. Шуға күрә миңә һәм беҙҙең судьяларға башҡорттар тураһында белешмә кәрәк булыр. Был турала интернетта мәғлүмәт тупланғанмы?
– Эйе, инглиз, немец, француз, рус, төрөк, башҡорт телдәрендә мәғлүмәт байтаҡ. Лондон, Париж, Берлин, Будапешт, Прага китапханаларында бик боронғо ҡулъяҙмаларҙан башлап бөгөнгө көндәге китаптарға тиклем бар.
– Улайһа проблема булмаҫ. Хәҙер әйтегеҙ әле, беҙгә килгәнгә тиклем һеҙ ниндәй иерархия баҫҡыстарын үттегеҙ?
– Күп кенә ауыл халҡы үҙенең тартып алынған аҫаба хоҡуғын һәм ауыл, йәғни йәмәғәт ерен кире ҡайтарыуҙы һорап, райондар хакимиәтенә мөрәжәғәт итте. Районға, сөнки ауыл ерҙәре менән идара итеү бурысы уларға йөкмәтелгән. Һәр районда ер буйынса комитеттар бар.
– Улар мөрәжәғәтте кире ҡаҡтымы?
– Эйе, кире ҡаҡты. Шунан кешеләр райондарҙың судтарына ғариза бирҙе.
– Бында ла кире яуапмы?
– Эйе, хатта алдан һөйләшеп ҡуйған һымаҡ, ҡарарҙары ла бер үк төрлө.
– Артабан нимә эшләнегеҙ?
– Район судтарының ҡарарҙары менән ризалашмайынса, Башҡортостан Республикаһының Юғары судына барҙы халыҡ. Әммә бында ла яҡлау таба алманы. Шунан һуң Рәсәй Федерацияһының Юғары судына мөрәжәғәт китте. Тик бында ла ыңғай яуап булманы. Шуға һеҙгә ебәрҙеләр мине.
– Тапамаған тупһаны, асмаған ишекте ҡалдырмаған икәнһегеҙ тип әйтер инем, Рәсәй Федерацияһының Конституцион суды бар бит әле.
– Унда ла барҙыҡ. Тик ғаризаны алманылар. Конституция һеҙҙең хоҡуҡты аяҡҡа баҫтырған бит инде. Уны бойомға ашырыу – һеҙҙең эш, тинеләр.
– Күпме ваҡыт үтте был мәшәҡәттәр менән?
– Район хакимиәттәренә мөрәжәғәттән алып, һеҙгә килгәнсе ике йыл да дүрт ай булды.
– Ни тиклем ғүмер уҙҙырғанһығыҙ, күпме аҡса туҙҙырғанһығыҙҙыр инде?
– Сығымдар ҙа булды инде.
– Ана шуларҙың һәммәһен теҙеп яҙырға кәрәк булыр. Әгәр мәсьәләгеҙ ыңғай хәл ителә ҡалһа, һеҙҙең сығымдарҙы ҡайтарыу сараһы ла күреләсәк. Ә хәҙер бөтөн документтарығыҙҙы ла ҡалдырығыҙ. Мөрәжәғәт буйынса ниндәй сара күрелә, эшегеҙ ҡайһы кимәлдә икәнлеге тураһында даими хәбәр итеп торасаҡбыҙ. Мөрәжәғәтегеҙ суд ултырышына сығарыла ҡалһа, унда һеҙгә лә ҡатнашырға кәрәк булыр. Уныһын да белеп тороғоҙ.
Урамға аяҡ баҫҡас, сәғәтенә күҙ һалды Закир. Суд йортона килгәненә 30 – 40 минут үттеме-юҡмы, ул эшен бөтөрөп тә сыҡты. “Ә беҙҙә булһа, көнләп ваҡыт уҙыр ине… Ни эшләп шулайбыҙ һуң беҙ?” Ғүмерлек һорауҙы йәнә үҙенә бирҙе…
Закир үҙенең артынан ишекте ябыу менән баяғы ханым ул килтергән ҡағыҙҙарҙы ҡарай башланы. Иң өҫтә “Башҡорттар” тип исемләнгән ҡалын ғына ҡағыҙ ҡатламы ята ине. Европа суды хеҙмәткәре был мәсьәләне өйрәнеүҙе шуны уҡыуҙан башларға булды.
“Аҫаба – аҫабалыҡ нигеҙендә законлы рәүештә ер биләү хоҡуғына эйә булған теге йәки был община (ырыу-ҡәбилә, ауыл, улус) башҡорто. ”Нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән ер хужаһы” тигән мәғәнәгә тура килә (Рәсәй адм.-идара итеү учреждениеларында күберәген “вотчинник” һәм һирәк кенә “аҫаба” һүҙе ҡулланылған.) Аҫаба сикләнгән төркөмдән торған. Аҫаба тип иҫәпләнер өсөн билдәле бер башҡорт ҡәбиләһе йәки ырыуының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булыу, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлау өсөн нәҫелдән килгән юридик хоҡуҡҡа эйә булыу, шәхси хужалыҡ алып барыу тейеш тип ҡарала. Билдәле бер социаль-иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа нәҫелдән күсә торған ергә хоҡуғын юғалтҡан һәм үҙ общинаһынан ҡыҫырыҡлап сығарылған кеше аҫаба була алмай һәм типтәрҙәр йәки ҡәрҙәштәр категорияһына күсә”.
Аҫабалыҡтың тарихы бик ҙур. Башҡорттоң тарихы күпме булһа, аҫабалыҡтыҡы ла шул тиклем. Уның тамыры меңәр йыл тәрәнлегендә ята, оҙонлоғо менән киңлеге Оло Иҙелдән (Булғынан – Волганан) Тубылға, Боҙло диңгеҙҙән Аралға тиклем һуҙылған. Шул ҡәҙәр арауыҡта ятҡан башҡорт ере. Әлбиттә, тулыһынса түгел. Был тарафта унан башҡа ла йәшәүселәр күп булған, улар ҙа ергә хужа булырға тырышҡан, иген иккән, мал баҡҡан. Әммә уларҙың береһендә лә башҡорттоҡо һымаҡ аҫаба хоҡуғы булмаған. Башҡорттар атайҙан ҡалған ерҙе күҙ ҡараһындай һаҡлаған, түккән ҡанын, биргән йәнен, тик бирмәгән башҡорт Уралын. Башҡорт булыр кешеләр тәүтормош дәүерендә үк ошо Урал тирәһендә ойошоп йәшәй башлай һәм әлеге көнгә тиклем ошонда көн итә. Бүтән халыҡ кеүек күсенә, яҡшы тормош эҙләп күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡҡа сығып та китә алыр ине (әйтәйек, 8-се быуатта был тирәнән киткән мадъярҙар, 16-сы быуатта Уралды ташлап киткән ноғайҙар һымаҡ), әммә ҡуҙғалмаған. Сөнки уны бәйләп тотҡан иң ҡәҙерле бер нәмәһе бар – аҫаба ере. Ере уның яманмы, яҡшымы, уңышты күп бирәме, юҡмы, әммә ашата, эсерә, кейендерә, балаларын үҫтерә. Ә ситтә ни булырын кем белә әле, унда уға берәү ҙә ер бүлеп ҡуймаған. Шулай фекерләгән башҡорт һәм ерен ташлап китмәгән, йомош-юлға аҙналап-айлап, хатта йыллап сығып китһә лә, һағына-һағына кире ҡайтҡан. Бында ул хужа, бында ул тулы хоҡуҡлы кеше. Ситтәге һымаҡ ят тупһаларҙа ятып йоҡламай. Сөнки башҡорттоң аҫаба хоҡуғын бер кем дә тартып ала алмаған, бай ғына түгел, батша ла. Ә кемдер уға яҫҡына башлаһа, башҡорт суҡмарын да күтәрә, керешкә уғын да һала алған. Шуға уның һәр бер яу тарихы тап аҫабалыҡ, тап ер менән бәйле. Рәсәй власына ҡаршы иң һуңғы күтәрелеш – “Мырҙабулатов восстаниеһы” тип аталған 1922 йылғы баш бирмәү ҙә аҫаба – тыуған ер, ерҙә йәшәргә хоҡуҡ, шул ерҙә үҙеңде кеше итеп тойоу, шул ерҙә нәҫел ҡалдырыу һәм ошо ергә ятып үлеү хоҡуғы өсөн асыҡтан-асыҡ, ҡораллы һуғыш ине.
…Ошо хәлдәрҙең бер бәләкәй генә осмото минең – ошо ялыуҙы биреүсе Закир Шакировтың иҫенә һеңеп ҡалған. Был турала миңә яҙа-йоҙа иҫ белгән саҡта әсәйем Ғәлимә һөйләгәйне. “Тағы атыша башлайҙар, – тип беҙҙе, бала-сағаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙы атайым баҙға төшөргә ҡушты. Үҙе өҫтәге иҙән таҡтаһын ябып ҡуйҙы. Шым ултырығыҙ, берәүгә лә һүҙ өндәшмәгеҙ, тине. Оҙаҡ ултырҙыҡ ер аҫтында. Бер ваҡыт атайым кем менәндер һөйләшеп килеп инде. Тауышы шат үҙенең. “Минекеләр ер аҫтында, хәҙер сығарам уларҙы”, – тип баҙ ҡапҡасын асты. Берәм-берәм ер аҫтынан сыҡҡан кешеләргә ҡарап торҙо ят кеше. Беҙ уға текләшәбеҙ. Һалдат кейемендә ине ул, ялтлап торған яҡшы итек кейгән, билендәге ҡайышына наган таҡҡан. Беҙгә йылмайып ҡарап торҙо ла был көлә-көлә: “Тупраҡ башҡорт бәхетелер, бәхетебеҙҙең тәхетелер, тип Шәйехзада шағир белеп әйткән. Ер беҙҙе ашата, кейендерә, һуғыш килһә, йәҙрәнән һаҡлап, күкрәгенә һыйындыра. Бәләкәй генә баҙға ана күпме кеше һыйған”, – тине. Атайым да уға ҡушылып көлдө лә әсәйгә: ”Йәһәт кенә самауырыңды ҡайнат, тәм-томоңды сығар. Үҙебеҙҙең һалдаттарҙы – ҡыҙыл эттәрҙән ҡотҡарыусыларҙы һыйлап ебәрәйек”, – тип табын ҡорошорға тотондо…
Был хәл “Мырҙабулатов восстаниеһы”на тиклем булған, аңлашылыуынса, башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар менән алышҡан саҡ, йәғни 1919 йылдың февраленә тиклем. Әсәйҙең атаһы Юныс хәлле кешеләрҙең береһе була. Бик егәрле ине, тип һөйләй торғайны әсәй уның тураһында. Иртәнге сәйгә тиклем бер һыуһын эшләп ҡайтыр ине. Уның ерендә бер генә сүп үләне лә булманы, игенде иң күп сәскән кеше ине. Ашлыҡ үҙҙәренә лә етә, һатырға ла китә, “ҡара көнгә” тип тейелмәй торғаны ята ине. Өс ҡатыны булған Юныстың, тик үҙенә ярҙамға ир балаһы берәү генә булған, ҡалғандары – ҡыҙҙар. Юныс бөтөн балаһын да уҡыта, ғәрәп, фарсы телдәрен белә улар.
Юныс ике өлөш – үҙенеке һәм улыныҡы – аҫаба ер эшкәрткән, бына тигән шыңғырлап торған ҡарағайҙан (беҙҙең яҡта ҡарағай урман юҡ) ҙур өй һалып, башын йәшел ҡалай менән ябып, кәртә-ҡураһын ныҡтан һалып ҡуйған, ике өйөр йылҡы аҫраған. Ҡатындарын, ҡыҙҙарын затлынан кейендергән. Хәҙерге заманда шәшке тун етеш йәшәүҙең бер билгеһе һанала. Ә ул саҡта уртансы ҡыҙының кейәүгә сыҡҡанда (совет осоро) ике шәшке туны булған. Ошолай йәшәргә мөмкинлек биргән аҫаба ер. Бөгөн килеп элекке аҫабаларҙың ейән-ейәнсәрҙәре өй һалырлыҡ та ер ала алмайынса интегә.
Ҡайҙа һуң һәр башҡортҡа тейеш аҫаба ер?
Күптән түгел бөтөн халыҡ шау-гөр килеп Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуын байрам итте. Рәсәй батшаһына баш һалыуҙы башҡорт тарихындағы иң яҡшы күренештәрҙең береһе булған тип атаныҡ. Килешеү нигеҙендә Рәсәйгә ҡушылыу башҡорттарға телен, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм ерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән, тип тәҡрарланыҡ. Был, ысынлап та, шулай. Әгәр башҡорттар үҙ ирке менән баш һалмаһа, барыбер һалдырырҙар ине. Ул саҡта инде бер ниндәй ҙә хоҡуҡ тураһында уйларға ла ярамаҫ ине. Тап шул дәүерҙә әлеге Башҡортостандан киткән ноғайҙарҙың миҫалы быны асыҡ күрһәтә. Ноғайҙар тарихи иленә ҡайта – башҡорт яғына ул Кубандән килгән була һәм шунда кире китә. Рәсәйҙең вассалы һаналһа ла, махсус килешеүе булмағас, ере лә, дине лә, ғөрөф-ғәҙәте лә йүнләп һаҡланмай. Кавказға, Ҡырымға үтеп барышлай урыҫ ғәскәре быларҙы ла иҙеп китә. Бөгөн ноғайҙарҙың теле лә йүнләп һаҡланмаған, милли дәүләт ҡоролошо ла юҡ. Әлбиттә, беҙ ҙә әллә ни ыратып алға китмәгәнбеҙ. Әммә ноғай хәле түгел инде. Телебеҙ закон тарафынан һаҡлана, динебеҙҙе тотоу үҙ иркебеҙҙә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе боҙҙормау үҙ ҡулыбыҙҙа.
Ер мәсьәләһенә килһәк, эш ҡатмарлыраҡ. Ләкин бөтөнләй үк өмөтһөҙ түгел. Мәғлүм булыуынса, башҡорттоң ергә хоҡуғы – аҫабалығы Мөйтән хан менән Сыңғыҙ хан араһында төҙөлгән килешеү менән һаҡланған. Шул уҡ шарт Мәскәү дәүләтенең батшаһы IV Ивандың башҡорт бейҙәренә биргән грамоталарында яҙылған. Башҡорттар ошо хоҡуҡ боҙолмаһын өсөн бер нисә тиҫтә күтәрелеш яһаған һәм үҙенекен иткән. Башҡорт еренә яҫҡыныусылар күп булған, беренсе сиратта – Рәсәй батшалығы үҙе. Төрлө һылтау менән аҫаба ер ҡыҫҡартылғандан-ҡыҫҡартылған. Әммә хоҡуҡты тулыһынса берәү ҙә юҡҡа сығармаған. Батшалыҡ төрлө йылдарҙа был мәсьәләгә кире ҡайта һәм “бунтарь” башҡорт яңынан баш күтәрмәһен өсөн аҫабалыҡтың һаҡланасағын белдереп тора.
Ғалимдар билдәләүенсә (З. Йәнекәев, А. Йәнекәев), башҡорт иле менән идара итеү өс дәүергә бүленә: 1) башҡорттарҙың үҙаллылыҡ осоро (XVI – XVII быуаттар); 2) йәмғиәтте ҡатламдарға бүлгеләү (1798 – 1863); 3) идара итеүҙә бер төрлөлөк (1863 – 1917). Ер мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә закон сығарыу эше яҡынса шул уҡ осорҙарға бүленә. XVI – XVII быуаттарҙа башҡорт ырыуҙарының Мәскәү дәүләтенә ҡушылғандағы шарттарҙы үтәү дәүере. XVII – XIX быуаттың тәүге яртыһында сығарылғандары Рәсәй империяһының башҡорт илен тамам иҙеү һәм башҡорттарҙы баҫыуға йүнәлтелгән закондар. Х1Х быуаттың икенсе яртыһынан башлап ХХ быуат башына тиклем Рәсәй дәүләт-хоҡуҡ системаһының либерал буржуаз үҫеше осоронда сығарылған закондар.
Башҡорттарҙың ергә аҫаба хоҡуҡтары 1649 йылғы Собор йыйынтығында, Мәскәү дәүләте, артабан Рәсәй империяһы батшаларының һәм Сенаттың указдарында, 1917 йылдың 27 октябрендәге “Ер тураһындағы декрет” ҡабул ителгәнсе, һаҡланып килә. Аҫаба хоҡуғы ҡәҙимге хоҡуҡтарҙан алып ергә хужа булыу, ерҙе файҙаланыу хоҡуҡтарын махсус билдәләгәнгә тиклем юл үтә. Мәскәү дәүләтенә ҡушылғас, аҫаба хоҡуҡтары башҡорт иле эсендәге, башҡорт йәмғиәте менән дәүләт, аҫабалар менән бында күсенеп килгән кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй. Ул саҡтағы ҡәҙимге халыҡ-ара хоҡуҡтар ергә аҫаба хоҡуғын яһаҡ түләү һәм хәрби хеҙмәт менән нигеҙләгән. Шуға күрә башҡорттар ер, яһаҡ һәм һалымдың бүтән төрҙәренә үҙгәреш индереүҙе үҙенең аҫаба хоҡуғына яҫҡыныу тип ҡабул иткән. Мәҫәлән, 1755 – 1756 йылдарҙағы күтәрелешкә Сенаттың 1754 йылдың 16 мартында сығарған “О снятии ясака с башкирцев, мещеряков и татар, между ими живущих по продаже у них вместо сево соли из казны” Указы сәбәпсе була. Бынан тыш, 1572, 1581, 1616, 1645, 1662 – 1665, 1681 – 1684, 1705 – 1711, 1735 – 1740, 1755 – 1756, 1773 – 1775 йылдарҙағы һуғыштарҙың төп сәбәбе – дәүләттең аҫабалыҡты боҙоуға ынтылышы. Күреп торабыҙ, һуғыштар бик йыш булған, уртаса һәр 20 йыл һайын. Үҙенең хоҡуҡтарын боҙоуға башҡорттар ошолай яуап биргән. ХVII, ХVIII быуат баштарындағы башҡорт һуғыштары солох төҙөшөү менән тамамланған. Был хөкүмәттең көсһөҙлөгөн генә түгел, башҡорт ҡоралының үткерлеген һәм ҡеүәтен самаларға ла мөмкинлек бирә.
Аҫаба хоҡуғын тормошҡа ашырыу, айырым кешенең мәнфәғәттәрен һаҡлауҙан бигерәк, ырыу мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан. Ергә идара итеү, уның сиктәрен билдәләү, кешеләр араһында ерҙе бүлеү, ҡуртымға биреү, һатыу хоҡуғы тулыһынса ырыуға, торараҡ ауылға, улысҡа тапшырылған. Был мәсьәләләрҙең бөтөнөһө лә тик йыйында хәл ителгән, йыйындың да өстән ике өлөшө тауыш биргән һүрәттә генә ҡарар сығарылған. Ырыуҙың һәр кешеһе ырыу еренә тиң хоҡуҡлы булған, хоҡуҡ улыс идараһы аша тормошҡа үткәрелгән. Улыстар, ғәҙәттә, ырыуҙың исеме менән йөрөтөлгән, әйтәйек, Бөрйән улысы, Үҫәргән улысы, Тамъян улысы, Ҡары ҡыпсаҡ улысы… Батша хөкүмәте үҙенең мәнфәғәтен башҡорттоң аристократияһына таянып тормошҡа ашырған. Бындайҙарҙың күпселеген тархандар (уларҙы башҡорт дворяндары тип атау ҙа бар) тәшкил итә. Был исемде хәрби, илселек, хужалыҡ хеҙмәтендә индергән өлөш өсөн Рәсәй хөкүмәте биргән. Мәҫәлән, Алдар Иҫәкәйевкә хәрби батырлыҡ өсөн тархан исеме ике тапҡыр бирелә. Беренсе тапҡыр тархан исемен Мәскәү дәүләте менән килешеү төҙөгән бейҙәр ала. Әйтәйек, Тамъяндан Шәғәле Шаҡман бей, Ҡыпсаҡтан Мөшәүле (Мөжә улы) Ҡарағужаҡ бей, Бөрйәндән Иҫке бей, Үҫәргәндән Бикбау бей. Шәжәрәләрҙә улар бей менән ҡуша кенәз тип тә атала. Күрәһең, кенәз ҡушаматын уларға Мәскәү дәүләте ҡуйған. Һуңғараҡ кенәз тархан менән алмаштырыла. Тарханлыҡ, аҫаба һымаҡ, быуындан быуынға күсә барған. Урыҫта башҡорт йәмғиәтенә ҡарата «лучшие башкиры» тигән ҡушамат та йөрөй. Улар бындайҙарға тархандарҙы, староста, старшиналарҙы һәм батырҙарҙы индергән. Батшалыҡ аҫаба менән идара итеүҙе ошо кешеләр аша тормошҡа үткәргән, улар яһаҡ һәм башҡа һалым түләүҙән азат ителгән. Бының өсөн ҡаҙнаға яһаҡ, һалымдар түләүҙе тәьмин иткән, аҫаба ерен бүлеп биргән. Әммә улар үҙҙәре ер милексеһе булмаған. Аҫаба ерен файҙаланыуҙа улар бүтәндәр менән бер үк хоҡуҡта торған, шуға күрә башҡорт феодалдары барлыҡҡа килмәгән. Әммә тархандарҙың ырыу еренең теләһә ҡайһы урынынан өлөш алырға өҫтөнлөгө булған.
Элекке мәғлүмәттәр аҫаба башҡорттарҙың яҡшы йәшәгәнлеге тураһында һөйләй. Мәҫәлән, ҡайһы тархандарҙың йылҡы малы (байлыҡтың төп күһәткесе) һаны бер нисә меңгә еткән, шул тиклем үк һыйыр малы, һарығы (кәзәне малға һанамағандар) булған. Көньяҡта йәшәүселәр дөйә лә тотҡан. Батырҙарҙың малы тархандыҡынан аҙыраҡ, 500-1000 баш, старшина, йөҙ башы, илле башы тип исемләнгән хәрби етәкселәрҙең мөлкәте тағы ла кәмерәк иҫәпләнгән. Башҡорт йәмғиәтенең өҫкө ҡатламына дин кешеләре – мулла, шәйех, шәйехзада, имам, хажи, хафиздар ингән. Улар яһаҡ түләүҙән, хәрби һәм ям хеҙмәтенән азат ителгәндәр. Дин әһелдәре лә алама йәшәмәгән, байлығы бер нисә тиҫтә баш йылҡы менән һаналған. Ҡалған аҫабаларҙы урыҫ «черные люди» ти. Бындайҙарҙың йылҡы малы, әлбиттә, йөҙләгән, меңләгән булмаған. Әммә ундан да кәм тотмаған. Иң ялҡауҙар, иң эшлекһеҙҙәр ике ат менән мөрхәтһенгән, бер-ике баш һыйыр малы, бер нисә тиҫтә ваҡ малы булған, ҡош-ҡорттоң иҫәбен берәү ҙә алмаған, быларҙы үрсетеү ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға шөғөлө һаналған (эшкә өйрәнмәк, ирмәк өсөн).
Аҫаба ер тотҡан өсөн башҡорттар ҡаҙнаға ике төрлө түләм биргән. Береһе яһаҡ, икенсеһе айырыуса яҡшы ялан-болон өсөн. Көтөүлек, сабынлыҡ һәм баҫыу еренән башҡа урман, йылға, күл дә бар бит әле. Уларҙан файҙаланыу тәртибе шулай уҡ тәүҙәрәк ырыу ғөрөфө һәм ҡағиҙәләре менән көйләнһә, һуңғараҡ Рәсәй хөкүмәте был эште лә законлаштыра. Әйтәйек,1734 йылдың 31 майындағы Сенат Указы байтаҡ мәсьәләне ҡарай. Шул иҫәптән:
башҡорттарға Ағиҙел һәм Ҡама йылғаларында балыҡ аулауҙы биреү һәм уның өсөн оброк һалыу;
башҡорттарҙың Илектән үҙ кәрәгенә тоҙ алыуы һәм уны урыҫтарға һатмауы;
башҡорт ерҙәрен яҙып алыу.
Башҡортостандың киң һәм уңдырышлы ере күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырған, уны ҡулға төшөрөргә тырышыусылар ҙа аҙ булмаған. Мәҫәлән, яуыз Тәфтиләү мең башҡорттарының байтаҡ ерен ҡуртымға алыу һылтауы менән ҡулға төшөрә. Бөгөнгө Бүздәк районына ҡараған Килем ауылы тирәһендәге ер шул ул. ХVI быуатта хәрби хеҙмәттән ҡасҡан урыҫ крәҫтиәндәре Башҡортостандың көньяғына килеп ултыра һәм Яйыҡ ҡаҙағы булып китә. Дөрөҫ, уларҙы Рәсәй хөкүмәте тик 1736 йылда ғына рәсмиләштерә, казачествоға яҙа. Әммә башҡорт ерен тегеләр күптән файҙалана бит инде. Ошондай хәлдәр йышайып, аҫбаларҙың ризаһыҙлығы көсәйгәс, Собороное уложение сығарыла. Уға ярашлы баярҙарға, дворяндарға һәм Рәсәйҙең бүтән кешеләренә ер мәсьәләһендә башҡорттар менән бәйләнешкә инеү тыйыла. Шулай ҙа төрлө әмәлен табып, күсмәнселәр башҡорт еренә ингән һәм аҫабаларҙы ҡыҫырыҡлаған. Бындай мөнәсәбәт – бик ҙур һәм ҡатмарлы мәсьәлә. Әлегә һүҙебеҙ ул турала түгел.
Аҫабалыҡ башҡорт өсөн тыуған ер ҙә, туйындырған, кейендергән, белем биргән, мәҙәниәтен үҫтергән, рухын нығытҡан, ҡайғыһын баҫҡан, шатлығын киңәйткән сығанаҡ та, үҙенсә генә йырлатҡан илһам шишмәһе лә, йәшәү рәүеше һәм батырлыҡ ғәйрәте лә, балаларын үрсетер, үҙе ятып йән бирер түшәк тә. Был турала барыбыҙ ҙа беләбеҙ, уны ҡәҙерләргә кәрәклеген һүҙһеҙ-өнһөҙ ҙә төшөнәбеҙ. Уның ошолай әһәмиәткә эйә икәнлеген беҙ генә түгел, бүтәндәр ҙә белә. Шуның шаһиты булып ХIХ быуат аҙағында ҡабул ителгән «Башҡорттар тураһында положение» тора. Ул 1863 йылдың 14 майында сығарыла һәм башҡорт илендә кантон системаһын бөтөрөп, бында йәшәүселәрҙе граждандар ҡатламына күсерә. Йәғни башҡорттарҙың хәрбилеге бөтөрөлә, һәм улар, бүтәндәр һымаҡ, крәҫтиән рәүешенә индерә. Положение артабан межалау тураһында ҡағиҙәләр, 1892 йылдың 21 декабрендәге «Өфө губернаһында йәшәүселәр тураһында» закон, 1898 йылдың 20 апрелендәге «Башҡорт дачаларын межалау тураһында» закон һәм ҡайһы бер бүтән акттар менән тулыландырыла. 1912 йылда баҫылған Положение инде 303 статьянан тороп, бик ҙур документҡа әүерелә. Бында тормоштоң бөтөн яғын да биләмәк булғандар, башҡортто төрлө яҡлап ҡыҫымға алғандар. ХVI быуатта үҙ ирке менән Мәскәү дәүләтенә ингән саҡтағы хоҡуҡтарының күбеһе юҡҡа сыҡҡан. Тик берәүһе – иң мөһиме – барыбер һаҡланған, был – аҫаба хоҡуғы.
350 йыл дауамында Мәскәү дәүләте, Русь дәүләте, Рәсәй дәүләте, Рәсәй империяһы юҡҡа сығарырға баҙнат итмәгән аҫабалыҡты большевиктар власҡа килгәндең тәүге көндәрендә үк бөтөрҙө. 1917 йылдың 27 октябрендә «Ер тураһында декрет» менән дворяндарҙың, помещиктарҙың, сиркәүҙең һәм аҫабаларҙың ерен тартып алып, дөйөм халыҡ милке яһаны. Ошо көндән башлап башҡорттар ерһеҙ генә түгел, аҫабалыҡ айҡанлы булған бөтөн хоҡуҡтарынан, мөлкәтенән һәм йәшәү рәүешенән ҡолаҡ ҡаҡты, икенсе төрлө әйтһәң, ҡаҡ таяҡҡа терәлеп ҡалды. Бүтән халыҡтарҙа йәмғиәттең синыфтарға бүленеше һиҙелерлек ныҡ булһа, башҡорттарҙа был юҡ рәүешендә ине. Уларҙың һәммәһе лә ырыу еренә бәйле дөйөм мөлкәт һәм хоҡуҡ менән файҙалана ине. Башҡорт йәмғиәтендә шәхси милекселек бик аҙ үҫешкәнгә күрә синфи бүленеш тә юҡ дәрәжәһендә ине. Алда билдәләнгәнсә, тархан да (ХХ быуатта был титул да бөтөрөлгән), батыр менән старшина ла бүтәндәр менән бер үк дәрәжәлә аҫаба еренән файҙалана һәм шәхси милкендә ер булмай. Ул заманда башҡорттарҙың 99 проценты тирәһе ауылда йәшәй һәм ергә бәйле тормош кисерә. «Ер тураһында декрет» менән советтар башҡа халыҡтың иҙеүсе синыфын ғына язаға тарттырһа, башҡорттарҙы тулһынса милекһеҙ һәм хоҡуҡһыҙ итте. Ошо рәүешле ике миллион кешеле халыҡ бер милекһеҙ һәм хоҡуҡһыҙ булып хәйерсе хәлендә ҡалды. Шуға күрә башҡорт мили интеллигенцияһы үҙаллы республика ойоштороп, ергә, аҫабалыҡҡа хоҡуҡты кире ҡайтарырға тырышты. Улар башҡорттоң аҫаба булыуҙан туҡтаһа, юҡҡа сығасағын белә ине. Шуның өсөн өс йылға яҡын ҡанлы ла, ҡанһыҙ ҙа көрәш алып барҙы улар. Әммә көрәшеүселәрҙең көсө тиң түгел ине. Ошо ваҡыттан алып аҫаба башҡорт мөлкәтһеҙ һәм хоҡуҡһыҙ”/
...Нимә тураһында уйлайһың, шул алдыңа килә, тип әйтә торғайнылар элек. Халыҡnfy сыҡҡан һүҙ, һис шикһеҙ, ысынға тура киләлер. Сөнки һүҙ (мәҡәл, әйтем, ҡарһүҙ) йөҙәрләгән йылдар буйына ысынбарлыҡта һынау үтеп, меңәрләгән кешенең аҡыл емеше булып тыуа бит. Аҫаба тураһында уйланып йөрөй ине Рәхимов. Страсбургтан хат килде тип, тышына латин хәрефтәре менән яҙылған конверт ҡалдырып киттеләр. Хатты тәржемә иттереп ҡараһалар, Закир Шакировтың Европа судына яҙған ялыуы икән. Бик ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡты Рәхимов. Аҫаба тураһындағы уның уйҙарын тағы ла ҡуйыртып ебәрҙе хат. Рәхимов Зөфәр Йәнекәевте саҡыртты. Теге килеп ингәс:
– Зөфәр, был яҙыу, һис шикһеҙ, һинең ҡулыңа инергә тейеш, тип уйлайым. Сөнки бында бик тәрән боронғолоҡ ята һәм юридик мәсьәлә ҡуйыра шикелле.
Рәхимов Зөфәргә ҡалын конверт тотторҙо.
– Закир Шакировты беләһеңдер, моғайын?
– Ишеткәнем бар, күрешкәнебеҙ юҡ.
– Был хатты ул яҙған. Бәлки, күрешергә лә кәрәктер.
Зөфәр Страсбургтан килгән ҡағыҙҙарҙы уҡып сыҡты ла байтаҡ ваҡыт уйланып йөрөнө. Шунан ғына Рәхимов янына инде.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, Закир Шакиров тигән был кеше бик ҙур, дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәлә күтәрә. Нисек хәл итергә уны? Был һорауға яуап бирер өсөн меңәр баш, миллионлаған аҡыл кәрәк. Бер һорауға яуапты беләм мин. Уныһы Башҡортостандың Конституцияһы тураһында. Конституцияны беҙгә оҙаҡҡа һуҙмайынса ҡабул итергә кәрәк.
– Ҡабул итер өсөн беҙҙең әҙерлек нисек һуң?
– Беҙҙең комиссия уны әҙерләп бөттө тиһәң дә була. Яңы Конституцияның проектын гәзиттәрҙә баҫтырып сығарғандан һуң байтаҡ ваҡыт үтте, халыҡ уны энәһенән ебенә тиклем уҡыны. Фекерлеләр үҙҙәренең уйын гәзиттәрҙә баҫтырҙы. Бик күп төҙәтмә һәм өҫтәмә килде. Конституция буйынса комиссияла 63 кеше эшләй. Комиссияны тағы бер йыяйыҡ. Шунда бөтөн һорауға ла яуап таба алһаҡ, сессияға депутаттар алдына ла сығарырға мөмкин буласаҡ. Закир Шакиров күтәргән аҫаба мәсьәләһен ошо проектҡа индерергә кәрәк тип һанайым.
– Һин үҙ аҡылыңдамы, Зөфәр?
– Нишләп? Әллә иҫәрләнеп барған һымаҡ күренәмме?
– Аптырағандан әйтәм. Хәҙер аҫабалыҡты конституцияға индерһәк, республиканы икегә бүләбеҙ ҙә ҡуябыҙ инде. Башҡорт аҫаба һәм башҡалар...
– Аҫаба мәсьәләһен тик конституция ғына хәл итә ала бит. Ул борон-борондан конституцион мәсьәлә булған һәм уны тик конституция ғына хәл иткән.
– Батша заманында хәл башҡа төрлө торған шул. Аҫабалыҡ йөҙәр йылдар буйы килгән һәм ул башҡорттарҙы йәмғиәттең бүтән халыҡтарынан айырып торған. Өҫтәүенә батша Рәсәйендә Конституция ла булмаған һәм ниндәйҙер мөнәсәбәттәр тураһында айырым закондар сығарылған. Ул закондарҙың бөтөнөһө лә башҡорттоң айырым хоҡуҡтарын һаҡлауға йә үҫтереүгә түгел, ә уларҙы һәр яҡлап ҡыҫымға алырға тырышҡан. 1912 йылғы “Положение” башҡортто бөтөн яҡлап та сикләп бөтөргән бит инде, тик көнөнә нисә мәртәбә тышҡа сығырға ярағанлығын ғына яҙмаған. Ошо закон килмешәктәргә башҡорт ерен баҫып алырға мөмкинлек биргән бит инде.
– Был хоҡуҡтың ҡасан юҡ ителгәнен дә беләбеҙ бит. Рәсәй Конституцияһы батша Рәсәйендәге хоҡуҡтарҙы аяҡҡа баҫтырырға рөхсәт бирҙе. Шуға аҫабалыҡты үҙебеҙҙең конституцияға индерергә мөмкин тип һанайым мин.
– 1912 йылғы законды кире ҡайтарыуҙы теләйһеңме һин?
– Юҡ. Аҫабалыҡты таныуҙы һәм аҫабалыҡ хоҡуғын ҡайтарыуҙы теләйем.
– Түңәрәктең бер өлөшөн генә алып, ҡалғанын ташларға самалау була инде был. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, физиканың бөтөн һәм өлөш тигән законы түңәрәкте бүлгеләргә юл ҡуймай. Алаһың икән, тулыһынса, ниндәйҙер өлөшөнә генә ымһынып, ҡалған яғынан баш тартмаҡсы булһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Сөнки түңәрәкте барлыҡҡа килтергән тартыу көсө уның бөтөн өлөштәренә лә тигеҙ тарала, уны бүлгеләргә ярамай. Тимәк, боронғо закондың аҫаба өлөшөн генә алып, башҡорттоң хоҡуғын сикләгән өлөштәрен ташлау килеп сыҡмаясаҡ.
– Ә шулай ҙа, Мортаза Ғөбәйҙуллович, мин аҫабалыҡты конституцияға индереү мәсьәләһен комиссияға тәҡдим итеп ҡарайым әле.
– Ҡара. Был – һинең комиссия рәйесенең урынбаҫары һәм депутат булараҡ хоҡуғың. Тик алдан уҡ әйтеп ҡуям, быны һин тормошҡа ашыра алмаясаҡһың. Беҙҙең депутаттар йәмғиәтте бүлгеләүгә бармаясаҡ.
Рәхимов һүҙҙең бөткәнен аңлатып, боролоп китте. Әммә Зөфәр ҡуҙғалманы. Шуға тегенеһе:
– Тағы нимә? – тип тозорайҙы.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, теге саҡта беҙ телһеҙ декларация ҡабул иттек, хәҙер телһеҙ конституция буламы?
– Дәүләт телдәре тураһындағы статьяны әйтәһеңме?
– Эйе.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин был статьяны индереүгә ҡаршымын.
– Нисек инде, Мортаза Ғөбәйҙуллович, конституция буйынса дәүләт бар, уның ойоштороусылары бар, халыҡ бар, тик уның теле булмаймы? Телһеҙ халыҡ тураһындамы ни конституция?
– Зөфәр, ҡуйыртма. Нимә әйтергә теләгәнеңде аңлайым. Ләкин һин минең кеүек шартта йәшәмәйһең, шуға күрә телдәр мәсьәләһен аҙағынаса төшөнмәйһең. Мин өйҙә башҡортса, еңгәң бүтәнсә һөйләшә. Хәҙер минең телде закон дәрәжәһенә күтәреп, уныҡы тураһында өндәшмәһәк, ниндәй дауыл ҡубасағын беләһеңме? Дауыл минең өйҙә генә булһа, түҙермен мин уға, ә илдәге дауылға нисек түҙербеҙ? Конституцияға өс тел тураһындағы статьяны индереүгә мин ҡырҡа ҡаршымын, шул уҡ ваҡытта ике тел тураһындағыға ла. Сөнки уны конституцияға яҙырға ваҡыты етмәгән әле. Хоҙай ҡушһа, етер мәле, иҫән булһаҡ, шул статьяны яҙайыҡ тип үҙем әйтермен. Әлегә ваҡыты ул түгел.
– Ярар, ҡалай итәһең. – Зөфәр сығып китте.
Бер нисә көндән ул, Конституция проектын әҙерләү комиссияһының рәйес урынбаҫары булараҡ, комиссияның ултырышын йыйҙы. Рәхимов – комиссия рәйесе – ул да килде. 63 кешенән тора ине комиссия.
– Конституцияларҙың элеккеләрен дә, хәҙер тәҡдим ителәсәген дә ятлап бөткәнһегеҙҙер инде, – тип башланы Рәхимов. – Комиссия күп тапҡыр кәңәшмәгә йыйылды, күп тапҡыр төрлө мәсьәләләр ҡараныҡ. Бына хәҙер эштең осона сығып киләбеҙ шикелле. Әгәр, комиссия бөтөн статья буйынса ла уртаҡ фекергә килһә, яҡын арала конституция проектын депутаттарҙың сессияһына тәҡдим итербеҙ. Ҡабатлап әйтәм, бөтөн статьялар буйынса ла уртаҡ фекер булғанда ғына. Хәҙер һәр статьяны яңынан ҡарап сығайыҡ. Өҫтәүҙәр, кәметеүҙәр, бүтән төрлө фекерҙәр булһа, бер юлы тикшерербеҙ һәм тауышҡа ҡуя барырбыҙ. Зөфәр Ирғәлиевич, һүҙҙе һеҙгә бирәм, артабан эште һеҙ алып барығыҙ.
Зөфәр өйрәнгән ғәҙәт буйынса:
– Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы – Төп закон, – тип уҡыны. – Закондың атамаһы буйынса тәҡдимдәр, фекерҙәр юҡмы? Булмаһа, тауышҡа ҡуябыҙ. Кемдәр – риза? Кемдәр – ҡаршы, кемдәр – битараф? Бер тауыштан Төп закондың атамаһы раҫлана.
Конституцияға ҡарата яҙылған баш һүҙ буйынса ниндәй фекерҙәр бар?
Зөфәр бүлемдәр, статьялар буйынса белешмәләр алды. Бына һүҙ “Аҫаба” статьяһына барып етте.
– Был яңы ҡуйылған тәҡдим, – тине Зөфәр. – Шуға күрә аңлатма биреп китәм. – Ул Страсбургтан килгән хат һәм Рәхимов менән булған фекер алышыу тураһында ла һөйләне.
Ул да, Рәхимов та, бына хәҙер китә инде бәхәс, тип көтөп ултыра ине. Шуға Зөфәр:
– Кемдә ниндәй фекер бар? – тине лә шымып ҡалды.
Әммә бәхәс түгел, һорау ҙа булманы ла ҡуйҙы. Зөфәр:
– Фекерҙәр булмаһа, статьяны тауышҡа ҡуям. Кем дә кем ошо статья конституция проектына яҙылһын, ти, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ. Өс кеше. Хәҙер ҡаршылар күтәрһен.
Комиссия ағзаларының бөтөнөһө лә тиерлек тауыш бирҙе.
– Шулай итеп, – тип йомғаҡларға мәжбүр булды Зөфәр. – Күпселектең кире тауыш биреүе һөҙөмтәһендә “Аҫаба” статьяһы конституция проектынан төшөп ҡала.
Комиссия тағы байтаҡ ултырҙы әле. Иң һуңынан Рәхимов:
– Коллегалар, хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, – тине. – Был проектты Юғары Советтың сессияһына тәҡдим итербеҙ.
Юғары Совет Башҡортостан Республикаһында, ысынлап та, иң юғары власть ине. Ул закон да сығара һәм ошо акттарҙың үтәлешен тәьмин итә, үҙе үк эш барышын контролдә тота һәм халыҡ алдында уның өсөн яуап бирә. Бер үк дәүләт органының кеше тормошондағы бөтөн эште лә бер үҙенең иңенә алыу уға тиклем дә, унан һуң да булманы. Шуға күрә Юғары Советты бөтөн власты ҡулға алыуҙа ғәйепләргә мөмкин ине. Шулай эшләгән көстәр табыла башлағайны инде. Әлегә улар ҡыйыуһыҙ ғына Рәхимовҡа булыр-булмаҫ гонаһ өйә башланы. Ҡайһы бер кешеләр иһә ҡулындағы сикһеҙ власты тойоп, шуны шәхсән үҙ файҙаһына бора башланы. Бының тап шулай икәнлеген иҫбат итеү бик ҡыйын ине, әммә Рәхимов быны тоя, һиҙә ине. Шуға күрә власты бер ҡулға ғына йыймай, төрлө органға таратырға кәрәклеген яҡшы аңланы.
Республикала иң ҙур яуаплылыҡ алғаны бирле ул Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул итеүҙе ныҡ көтөп алды, хәҙер ҙә шул уҡ тойғоларҙы кисерҙе. Башҡортостан Рәсәйҙә, унда ғына түгел, ер йөҙөндә тулы ҡанлы дәүләт булһын өсөн үҙенең Конституцияһы булырға тейеш. Эйе, бығаса ла уның Конституцияһы бар тип һаналды. Тик был һанда ғына ине, ғәмәлдә, ул СССР-ҙағы бөтөн автономиялы республикалар өсөн яһалған конституция киҫәге генә ине.
Шуға үҙ конституцияһын ҡабул итеү – үҙ алдына, үҙенсә, берәүҙе лә ҡабатламайынса һәм берәүгә лә оҡшамайынса йәшәп алып китеү ине. Ошо ине үҙаллылыҡтың, бойондороҡһоҙлоҡтоң бер мөһим өлөшө.
Октябрь айында буласаҡ сессияла көн тәртибенә яңы конституция мәсьәләһе ҡуйыласағын депутаттарҙың бөтөнөһө лә белә ине, шуға улар документтың проекты менән ентекләп танышты һәм уны тикшереү барышын яҡынса күҙ алдына килтерә ине инде. Проект тураһында һүҙ менән трибунаға Мортаза Рәхимов сыҡҡас, һәммәһе лә, шулай булырға тейеш, тип уйланы. Рәхимов Юғары Совет рәйесе генә түгел, конституцион комиссияның рәйесе лә ине бит.
– Конституция проекты – беҙҙең Төп закон проекты ла ул, – тип башланы һүҙен рәйес. – Төп закон беҙҙең тормоштоң бөтөн яғын да тәртипкә һала һәм көндәлек кенә түгел, һирәк кенә булыуы ихтимал ваҡиғаларҙы ла закон эсенә ала. Конституция проектын яҙған саҡта беҙ бығаса кешелек үҙ тормошонда ҡабул иткән, шуның буйынса йәшәйешен ҡорған бик күп төп закондарҙы өйрәндек, үҙебеҙгә яраҡлы тип һанағандарын ошонда алдыҡ. Башҡортостан Конституцияһының проекты бығаса ғәмәлдә булған Рәсәй Федерацияһының Конституцияһын да иҫәпкә ала, Рәсәй һәм Башҡортостандың закондарын да күҙ уңында тотоп яҙылды. Башҡа республикаларҙан айырмалы рәүештә, беҙҙең Конституция проекты башҡорт ырыуҙары менән Иван IV батша араһындағы грамоталарға һәм 1919 йылда Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт совет автономияһы тураһындағы килешеүенә таянып яҙылды. Йәғни ул тарихҡа нигеҙләнә, хәҙерге заманды һүрәтләй һәм киләсәккә йүнәлтелә.
Рәхимов артабан конституция проектының эске торошона, йөкмәткеһенә ентекләп туҡталды. Проекттың иң мөһим яғы тип докладсы, Башҡортостанда йәшәгән кешене дөйөм хоҡуҡтар менән тәьмин итеү һәм уларҙың тейелмәҫлеген булдырыу, тип белдерҙе. Республикала киләсәктә власть закон сығарыусы парламент, башҡарма эштәрҙе тәьмин итеүсе президент менән министрҙар кабинеты һәм бойондороҡһоҙ суд аша тормошҡа ашырыласаҡ тип белдерҙе.
– Бөгөн беҙ Башҡортостан Республикаһының Конституция проектын тикшергән саҡта, республиканың киләсәге күп йәһәттән Рәсәй Федерацияһы менән ҡороласаҡ мөнәсәбәттәргә бәйле буласағын яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә Рәсәйҙең етди демократлашыуы һәм уның менән бәйләнештәрҙең үҙ-ара һөйләшеүҙәр аша алып барыу яғындабыҙ, – тип белдерҙе, Федератив килешеүгә һәм уға Башҡортостан Республикаһының ҡушымтаһына таянғанын әйтте. – Яңы конституция проекты, – тине Рәхимов, – Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитетына яҫҡынмайынса, Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитетын нығытыуға, уның дәүләтселеген үҫтереү өсөн кәрәкле конституция – хоҡуҡ киңлеген нығытыуға йүнәлтелгән.
Депутаттар ҙа, Өфөгә килгән ҡунаҡ, Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының Конституцион комиссияһының яуаплы секретары Олег Румянцев та Рәхимовтың тел төбөн яҡшы төшөндө. Әгәр Рәсәй беҙгә үҫешергә ирек бирһә, ниәтебеҙ тормошҡа ашасаҡ, тине сығыш яһаусы. Әгәр ирек булмаһа... Иректең булмауына тарихтан миҫалдар етерлек. Һуңғыһы 1920 йылда булған. Бойондороҡһоҙ дәүләт рәүешендә тиерлек танылған Башҡорт автономияһынһың үҙаллылығын юҡҡа сығарған ҡарар 1920 йылда Ленин тарафынан раҫлана. Төп килешеүҙән һуң 15 ай үткәс тә була был хәл. Икенсе төрлө әйтһәң, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғона Совет Рәсәйе 15 ай түҙеп йәшәгән. Шунан Башҡортостанға 70 йыл тағы ла яраҡлашырға тура килгән. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан йәнә бойондороҡһоҙлоғон иғлан итте. Оҙаҡҡа барырмы был юлы Рәсәйҙең түҙеме, тип әйтеп тора ана Рәхимов.
Конституция проектын тикшереү ултырышында 8 депутат сығыш яһаны. Һәммәһе лә проект менән нигеҙҙә ризалашыуын белдерҙе һәм ҡайһы бер тәҡдимдәрен индерҙе. Уларҙан һуң Мәскәү ҡунағы Румянцев һүҙ һораны. Оҙон буйлы, әммә асҡаҡ кешенең трибунаға сыҡҡанын ентекләп ҡарап ултырҙы Рәхимов. Ашыҡмай ғына башын сөйөбөрәк атлауынан был кеше үҙен беҙҙән өҫтөн икәнлеген күрһәтергә маташа, ауыҙынан йүнле һүҙ ишетеп булмаҫ, ахыры, тип уйланы Башҡортостан рәйесе.
Румянцев беренсе һүҙҙән үк аҡыл өйрәтергә тотондо.
– Конституция проекты юғары ғына дәрәжәлә яҙылһа ла, етешһеҙлектәрҙән дә азат түгел. Мәҫәлән, ул Федератив килешеүгә, Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына һылтанма яһамай. Ә үҙаллы закон сығарыу, бойондороҡһоҙ суд системаһы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тураһындағы статьялар бик етди һорауҙар уята, – тине. Быны ишеткәс тә Рәхимов, башланды, тип уйланы.
Румянцевтың сығышы һуңғыһы булып, залдың уға бик үк диҡҡәт бирмәүен уйланы ла Рәхимов, әлегә уға бик үк ҡаты бәрелмәҫкә булды. Шуға:
– Хөрмәтле депутаттар, хәтерегеҙҙәлер, беҙ республиканың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны бер нисә ай буйына халыҡ менән ҡуша тикшергәйнек. Ошо эш бик дөрөҫ булғайны, республикабыҙ граждандарының күпселеге уны тикшереүҙә ҡатнашты һәм декларацияны беҙ, депутаттар, халыҡ менән бер булып ҡабул иттек. Әле беҙ тикшергән документ мөһимлеге яғынан декларациянан һис тә кәм түгел, хатта мөһимерәк тә. Шуға был юлы ла республикабыҙҙың конституция проектын бөтөн халыҡ тикшереүенә сығарайыҡ. Гәзиттәрҙә баҫтырайыҡ һәм бер нисә ай буйы халыҡ уны тикшерһен, теләгән һәр кеше үҙ фекерен әйтһен. Шунан һуң проект менән эште яңыртырбыҙ, – тип мөрәжәғәт итте сессияға.
Депутаттар рәйесте бер тауыштан хупланы. Шуның менән Конституция проектын тикшереүҙә тәнәфес иғлан ителде.
Румянцев үҙенең сығышына мөнәсәбәтте ишетергә теләгәйне, ләкин булманы. Әммә ул Рәхимовтың кем икәнлеген белмәй ине, күрәһең. Тегенеһе иһә үҙе уйлағанды аҙағына еткермәһә, дөрөҫ булмай, тип һанай ине. Бер нисә көндән Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы республикалар башлыҡтары советында Рәсәй Федерацияһында конституцион үҫеш мәсьәләләрен тикшергәндә, Рәхимов һүҙ алды:
– Рәсәйҙең үҙәк органдарында ултырған ҡайһы бер яуаплы хеҙмәткәрҙәр конституцион үҙгәрештәр тураһында фекер йөрөткәндә бөгөнгө тормоштоң ысынбарлығын күрә һәм уны баһалай белмәй. Мәҫәлән, Рәсәй Конституция комиссияһының яуаплы секретары Олег Румянцев, Башҡортостан конституцияһының проектында яҙылған закон сығарыу, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының бойондороҡһоҙлоғо етди һорауҙар тыуҙыра, тип беҙҙе тәнҡитләргә тырыша. Ләкин ул ошо хәлдең Федератив килешеүгә Башҡортостандан һалынған һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы етәкселәре ҡул ҡуйған килешеүҙә яҙылғанын белмәй, күрәһең. Бәлки, белә тороп та, унитаразимды нығытыр өсөн махсус сығыш яһай торғандыр. Ошо ҡараш бер кешенеке генә булып ҡалһын, бүтәндәрҙе ымһындырмаһын ине.
(Беренсе китап тамам)
Читайте нас: