Төн. Һыу шикелле аяҙ айлы төн. Арманһыҙ булып арып барып йығылғайны ла Зөмәрә йомшаҡ түшәгенә, тик һаман да шул бер үк һүҙҙе әйтеп тертләткән ҡәйнәһе төшөнә инеп уянып китте. Күҙ элгәненә бер нисә минуттай ғына, ышанмай телефон экранын яндырып сәғәтен ҡараны. Ун биш минут киткән беренсегә.
"Абау! Килен! Бәпесте тонсоҡтораһың бит?!"
Ҡолаҡ осонда хас та әле генә тәүләп ишеткәндәгеләй яңғыраны. Ҡыҙыҡ?! Зөмәрә ятып сыҙай алмай эске күлдәктә генә көйө тороп төнгө күкте, бейектән төнгө урамды күҙәтә башланы. Күҙҙәр тыштағы һәр хәрәкәттең артынан эйәреп маташһа ла, уйҙары һаман нисәнсе ҡат төшкә ингән бер үк һүҙ эҙҙәрен эҙәрлекләп бер була. Тулған ай һалынып яҡтыртҡан офоҡ артында ғына кеүек уның ғүмеренең иң матур, ғәмһеҙ саҡтары. Эйе, уйһыҙ ине Зөмәрә ул мәлдәрҙә. Күңеленә килгән яҙа уйҙан ғына яралғандыр кеүек ошо яңғыҙ яфалы көндәре. Күҙенә эленгән ваҡытһыҙ йоҡоһо өсөн бар ғүмеренең ярты төнөн йоҡоһоҙ уйҙарҙа ҡамсыланырға бурыслы кеүек тоя башланы. Ҡуйынын мәхрүм итмәҫтән сабый алып та ғәмен баҫып ҡараны, барыбер бер үк һүҙҙәр төштән өнгә ҡайтарып уятты тағын :"абау!килен!бәпесте тонсоҡтораһың бит!"
Тәүге осоро ҡараңғы юҡҡа ҡуйынын һыпырып тонсоғор сабыйын, тертләп, өндәшкән ҡәйнәһен эҙләне, аҙаҡ, ҡасандыр өндә булғандың хәҙер тик төшкә генә ҡалғанына әсенеп үкһеп иланы. Бер кеме юҡ янында йыуатыр, тик мендәр генә күҙ йәштәрен һеңдереп еүешләнә. Ә бит тормошо бөтөнләй башҡаса ла булыр ине...
Заһир менән Зөмәрә ҡалала таныштылар. Икеһе лә студенттар. Заһир техник вуздың һуңғы, Зөмәрә медуниверситеттың тәүге курсында. Таныштылар, күптән таныш дуҫтар кеүек табыштылар. Талашыу, ташлашыу хаҡында һүҙ ҙә булманы, улар тик бер-береһе өсөн генә яратылғандай иш инеләр. Заһир диплом алып эшкә лә төштө, араны ара-тирә телефон, һағынышлы хат юлдары һыуытманы. Фармацевтика факультетын һайлағанға Зөмәрә бер аҙ бошоноп та ҡуйҙы, башҡа факультеттарҙа уҡыу ҡыҫҡараҡ, ниңәлер Заһирҙы юғалтыр кеүек ине. Башҡа берәүҙе осратырына ла, ярата алырына ла ышанманы. Тик сабырлыҡ еңде, ҡыҙыл дипломлы Зөмәрә бәхетенән осоноп бейегәндә Заһир уға тәҡдим яһаны. Зөмәрә аптыранғайны шул саҡ, шымыраҡ, үҙ һүҙен әллә ни асып әйтеп бармаҫ Заһирҙан был хәбәрҙе ишетеренә өмөтө бар ине, тик бөгөн үк булыр тип уйламағайны шул. Себер тарафтарында вахта менән йөрөп эшләгән егет оҙаҡҡа һуҙмай өҙә һуғып шул йәйҙә үк оҙатып алып та ҡайтты үҙ ауылдарына. Оҙатылып төшһә лә йәш белгес Зөмәрә район үҙәгенә йөрөп, Заһир ҡырҙа саҡта бүлмә алып ҡуна ятып аптекала эш башланы. Яңғыҙ бөртөк ул, ҡәйнәһенең күҙ терәп торғаны Заһир. Ҡайны кеше ауырып үлгән икән. Яратыу, яратылыу, яратышыу... ярты-ярты йәндәр берләшеүенән яралған йән яңы башланған тормоштарында тәүге фекерҙәр яньялына алып килде лә инде. Үҙендәге сәйер үҙгәрештәрҙе һиҙгән Зөмәрә, медик булараҡ һиҙенһә лә, тикшерелеп ауырлы икәнен асыҡлағас Заһирға ҡыуаныс итеп түгел, хәсрәтле генә итеп һүҙ башлағайны:
— Алты йыл буйына уҡып, исмаһам "подьемный "аҡсамды ла алырлыҡ эш күрһәтә алмай бала ҡосаҡлап бутҡаға батып ултырырмын микән?!
— Зөмәрә?! Ни тигән һүҙең был ҡәҙерлем?! Ниндәй бутҡа ла, ниндәй аҡса хаҡында һүҙең?!
Зөмәрә шул саҡ врач яҙған белешмәһен Заһир ҡулына тоттороп, үсеккәндәй һырты менән боролоп ауыҙын турһайтҡайны. Көтөлмәгән ҡыуаныстан билдәренән ҡыҫып ҡосоп Заһиры Зөмәрәне күккә сөйөп, берсә күбәләктәй өйрөлтөп бер булғайны шул саҡ. Янып торған күҙҙәре ҡыуаныс бөркә, ярһып типкән йөрәге дәрте һәр кем ишетерлек кеүек ине.
— Заһииир, бәлким кисектереп торорбоҙ?! Эшләйек әле, мал туплайыҡ, үҙебеҙ өсөн йәшәйек әҙерәк...бәпәйгә ни, өлгөрөрбөҙ әле?!
— Зөмәрә, улай тимә, ярамай, яралған икән, тимәк яҙмышы яҙылған. Яңылышмайыҡ, ә аҡсаға ҡытлыҡ булмаҫ, малы ла йыйылыр, икәү өсөн хатта өсәү өсөн дә әҙермен туң ер аҫтынан нефть эҙләргә.
Шаян Заһир пионерҙарса туп тура баҫып ҡулын маңлайына ҡыялатып честь бирҙе...
Зөмәрәне барыбер ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек йонсотто, юҡ барға көйәләнеп ҡуҙғыусан булып китте. Бар дарыуҙар ҙа ҡул аҫтында әллә әле бәләкәс кенә ауырын үҙ белдеге менән өҙөргә лә ҡуйырғамы?! Күпме, нисек эсергә икәнен дә кемдәндер кәңәшләшеп йөрөйһө түгел, врач яңылышҡан икән, организмымда "сбой "булған тиер ҙә аңлатыр, тикшереп төптәшеп торор тиһеңме ни Заһиры?!
Әллә нисә ҡабат кәрәкле дарыуҙы алып, ҡутарған саҡта, йә берәйһе килеп инә, йә телефоны шылтырап аҙаҡҡа ҡала барҙы йәшертен эш. Иртән, булмаһа унан һуң, унан һуң да һуң булмаҫ... Зөмәрә көн шылдыра торғас ауырына ла күнекте, хатта икеле уйҙарын да, сумкаһы кеҫәһенә һалған йән өҙгөс дарыуҙы ла онотто...
Тулғағы тотоп ауырығансы өйҙә ятып, Заһиры ҡулында күтәртелеп кенә бала табыу йортона ингәйне. Яр һалып ярты төн ауыуға туп тумалаҡ улы доньяға килде. Ауыртыныу-һыҙланыуҙар һыпырылып онотолдо сабыйының сәпелдәп торған кескәй ирендәрен күргәс. Әллә иланы Зөмәрә, әллә ҡыуанды, күҙҙәренән йәштәре ағып саҡ туҡтаны. Кем өйрәткән кескәй был сабыйға әсәй түшен матҡып имергә? Йүргәк осо моронона тейеү менән башлай ауыҙын ҙур асып тамаҡ эҙләргә! Әйтерһең дә ояла ятҡан ҡошсоҡ! Төн йоҡоһон йоҡламай кескәй Кешенән күҙен алмай бер булды йәш әсә. Ирендәренән һөтөн дә йыя алмай иҙерәп йоҡлаған сабый йоҡо аралаш берсә йылмая, берсә йөҙөн һытып сытырая. Күпме тырышмаһын бушанған ҡатындар ише иҫе китеп йоҡлай алманы Зөмәрә больницала. Әллә тулҡынланыуы, әллә көтөүҙәренең бәхетенән башы әйләнде, аңламаны ла. Заһир йүгерә саба әле тамаҡ, әле кәрәк-яраҡ ташып больница юлын тапаны. Ҡайтыр көндәрен тиҙләтергә тырышып сәғәт - минуттарҙы һанап ашыҡтырҙы Зөмәрә. Заһиры ҡулына биләүҙәге улын тотторор мәлде алдан күҙаллап тьәҫирләнде. Һау-һаҡ әсә сабый менән ҡайтыр көн дә етте. Үҙенән ҙур сәскә гөлләмәһе ҡосоп Заһиры ҡәйнәһе менән алып та сыҡтылар больницанан. Бәпес тыуғансыға тиклем әҙерләнергә ярамай тигән хөрәфәтте тотоп, бер ни алмағайнылар. Ҡайтыу менән йәш атай оҫтаға сәңгелдәк эшләтергә заказ бирергә сығып китте, ҡәйнә кеше бөтөрөлөп килененә мунса әҙерләргә сығып йүгерҙе. Бәхетле ине Зөмәрә. Бәхете ун көнлөк кенә булды тик.
… Заһир район үҙәгенә сабыйға таныҡлыҡ алырға, ҡәйнәһе иртән исем ҡысҡыртырбыҙ, мулла абыстайҙар саҡырып киләм тип сығып йүгергәйне. Еүеш аҫтын ҡоротоп, улын имеҙеп ҡосаҡлап ултырҙы ла Зөмәрә, телевизорҙа барған тапшырыуҙы ҡарап ҡыҙыҡһынып бәпесен эргәһенә һалып диванға ятты. Больницала йоҡламаған йоҡо ауылға ҡайтҡас аяҡтан йығып ойота, шул арала йоҡлап та киткән. Ҡәйнәһенең аҙарынып:
— абау!! Килен! Бәпесте тонсоҡтораһың бит!, - тигәненә тертләп уянып китте.
Һуң ине шул. Әле генә ҡулдарын болғап ятҡан кескәй йән, әсәһенең һөт тулы түше кескәй бит йөҙөн ҡаплауына ҙур итеп күҙҙәрен асып, ирен ҡырынан һөттәрен ағыҙып тын ҡалған. Зөмәрә тәне эҫеле һыуыҡлы булып йәһәт кенә аяғөҫтө баҫып, йүргәкте тағатып йәнһеҙ тәнде һелкетеп ҡараны. Күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ ҡойолған әсе күҙ йәштәре аша бәпесте ыуғылап йөрәген тыңлап ҡараны. Һуң. Туҡтаған кескәй йөрәк. Ҡәйнәһе йүгертеп әпкилгән фельдшер ҙа үлемде раҫланы. Иртән генә аяҙ көн, әйтерһең дә түмһәрелеп күҙгә эленгән әҙ генә йоҡонан һуң көҙгә әйләнгән. Һыуыҡ. Шыҡһыҙ. Бар доньяның ҡыуанысын әйтерһең дә ошо диванда ятҡан кес кенә йомарлаҡ сабый үҙенә алған. Заһир ни тиер? Бер ни белмәгән йәш атай улына коляска уйынсыҡтар тейәп ҡайтып та төштө. Шешенгән әсәй, илаған Зөмәрәнең йөҙөн күреп, һиҙенеп уттай атылып төпкө бүлмәгә үтеп, йәнһеҙ малайы тәнен дер һелкетеп үкһене.
— Айбулат! Айбулат улым! Ас күҙҙәреңде! Йә, йә!?
Нишләттең? Нишләттең һин Зөмәрә улыбыҙҙы?! Ни өсөн?!
Иҙәнгә сүгәләп үкһеп үкергән атайға хәл айышын аңлатырға Зөмәрәнең хәле етмәҫ кеүек ине. Ярай әле фельдшер булды. Ҡәйнә лә телһеҙ иланы...
Айлы төндә тыуған айҙай йөҙлө Айбулат, көн яҡтыһын бер тапҡыр ҙа күрә алмағанғамы күҙҙәрен ҙур асып тик ятты. Тере сағында ата инәһе аша ишеткән исемен үле ҡолағына мулла өс ҡат ҡысҡырҙы. Ишеттеме, белмәйем. Ун көн ғүмер өсөн яратылған сабый айлы төндә тыуып, салт аяҙ көн үҙәгендә һалҡын ер ҡуйынына инеп ятты. Кисә генә кеүек ине ошо йорт тупһаһында бәхет ҡошо ҡанат ҡаға ине, бөгөн килеп хәсрәткә мансылған был тупһа. Ололар йәш атай-әсәйгә сабырлыҡ теләп, Айбулаттың арты хәйерле булһын, күрер көнгенәһе шулай аҙ булғандыр тип таралышты. Шыҡһыҙ тынлыҡ. Өрҙөктә элеүле буш сәңгелдәк. Кейелмәгән суҡлы күлдәктәр, сабый ҡулы теймәгән уйынсыҡтар. Ҡайһыныһын тотһаң да улғыналары иҫкә төшә. Тәүге фотолар, бысранып йыуылмай ҡалған йүргәктәрҙәге танһыҡ бала еҫе...
Заһир бөтөнләй Зөмәрә яғына күҙ ҙә һалманы. Башын баҫып ашай ҙа тын ята, төнгөлөккә бөтөнләй икенсе бүлмәгә бикләнеп ҡалды. Һалҡын түшәк, еүеш мендәр, һыҙлатып һөт һығылған түш һис кенә лә йоҡо элмәй күҙгә. Түштәрен һыпырып-һыпырып һауып, һыға бәйләп ҡараһа ла ваҡыты-ваҡыты менән һөт эйеп ярты бүҫкәһенәсә һөткә мансылды Зөмәрә. Иртән тороуға таш кеүек ҡатҡан түш, әллә йөрәге туң, әллә күңеле туң?! Ҡайҙалыр сабауыллап сығып киткән Заһиры кискә генә ҡайтты, эскән.
— Зөмәрә! Һин бит быны юрамал эшләнең, ивет?! Миңә үс итеп! Сабый яралғанда уҡ ҡаршы булдың, ауыҙың асылған һайын әйткән һүҙең аҡса булды! Декретный алдың ҡутарғансы, ҡушып бирермен етмәһә аҡса үҙем дә, бына хәҙер тот малайҙың документын. Бар! Йүнләп ал үлемдек аҡсаһын да! Подьемный мөһимерәк имеш! Ултыр ана, аҡсаңа һөйөнөп!
Иҫерек улының ҡысҡырынып килененә аҡырыуына һиҫкәнгән ҡәйнә, аңғармаҫтан ҡыҙыулыҡ менән һуғып ебәрмәһен тип араларына уҡ барып баҫты. Аяғында саҡ торған Заһир иҙәнгә лып йығылып ниҙер мығырлап тик ятты. Зөмәрә шул саҡ үҙенең ауыҙ асып әйткән һән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп әсе үкенгәйне. Һуң. Һүҙ әйтелгән. Хоҙайҙың күҙе үткер, ҡолағы сос икән, уйлағаныңды юлыңа һалырмын тигәндер инде...
Заһир Зөмәрә менән башҡа йәшәй алмаясағын ап-асыҡ итеп айныҡҡас ҡына әйтте. Нисек? Ошо кескәй генә йән эйәһе Заһир менән Зөмәрә араһына таш стена ҡоршап киттеме әллә? Һөйөүҙәре, йөрәктәрен берләштерер еп тә ошо балала ғына инеме?!
Ҡыйын ине шул саҡтарҙа Зөмәрәгә. Ҡәйнәһе лә теләһә нишләгеҙ тигәндәй үҙ доньяһына сумған, ҡыҫылмай, ҡыҫтырылмай ҙа һөйләшеүҙәргә.
Ҡайтты Зөмәрә үҙ ауылына." Иренә үсегеп балаһын үлтергән", "Быумалы тиҙәр ул уны, бала һынды баланы нармальный әсә үлтерәме?", - тигән ише һүҙҙәр Зөмәрә хаҡында ауылды ҡыҙыра ине. Толҡа тапманы үҙ ауылында ла. Һулҡып һыҙлаған түш, ҡорһаланып имеүсеһен юғалтҡанға әсеп әрнеп-әрнеп, бер мәл онотолдо. Онотолдо...
Арыуыҡ ауылда булғас, ҡалаға ҡайтып үҙ эшен дауам итте. Өмөтһөҙ шайтан, Заһир килмәҫме тип көтәүелләне. Килмәне Заһир. Үҙ һүҙле, бер һүҙле ине ул. Айҙар, йылдар ҙа үтте. Ҡайғы хәсрәте йыраҡлашһа ла, йөрәген әрнеткән ошо үлемдән аҙаҡ түшенең ара тирә һыҙылып һыҙлауының йышайыуына сыҙамай Зөмәрә тикшерелеп ҡараны. Һөҙөмтә ҡыуаныслы түгел ине әлбиттә. Ғүмерҙә лә бысаҡ аҫтына ҡалырын уйламаған йәш ҡатын ғүмерлеккә сабый имеҙеренән төңөлөп әмәлиәткә риза булды. Хоҙайҙың миңә яҙылған язаһылыр был, тигән уй сыуалды бер туҡтауһыҙ. Күрер көнө бөтмәгәс һауыҡты яйлап. Яңынан йәшәргә, ынтылырға, ышанырға тырышты. Тамам һауыҡҡас яралы күңелен баҫырҙан балалар йортонан бала - ҡыҙ бала алды. Йыуанысы, ҡыуанысы, аңһыҙ ауыҙына алған яҙа һүҙҙән яҙмышы аҙ яҙылған Айбулаты хаҡына етем бер баланы алды ҡанаты аҫтына. Айбулат...тере булһа ун биш йәшлек еткән егет булыр ине...
Зөмәрә бите остары буйлап тамған күҙ йәштәрен һыпырып, һаҡ ҡына баҫып Миләүшәһе-ҡыҙы янына килде. Мыш мыш килеп йоҡлаған сабый янында оҙаааҡ текләп, сабыйына тәүфиҡ, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләне...
Аңһыҙ әйтелгән һүҙ, аңһыҙ яһалған аҙымдан өҙөлмәһен ғүмерҙәр. Абай бул, әсә!