Эске телефондан Ләләнең тауышы ишетелде:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, Ғәбитовты таптым. Ҡала телефонын алһағыҙ, ул тыңлай.
– Һаумыһығыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Райондарҙа. Кисә Өфөгә ҡайтып етермен тигәйнем дә, өлгөрөп булманы. Сөгөлдөрҙө йыйып бөтөрә алмайҙар, ярҙам итергә кәрәк.
– Ауылға ярҙамға машиналар ебәреү тураһында ҡарар сығарғайныҡ та баһа.
– Эйе, ҡарар бар. Сәнәғәт предприятиеларының күбеһе ебәрҙе машиналарҙы. Ҡайһы берәүҙәре алдан түләү талап итә. Тик колхоз, совхоздарҙың аҡсаһы юҡ. Сөгөлдөрҙө һатмайынса аҡсалары булмаясаҡ. Ә сөгөлдөр ташырға машина етмәй. Шайтан ҡуласаһына килеп индек.
– Ҡала предприятиеларында эшләүселәр шул сөгөлдөрҙән яһалған шәкәрҙе таптырасағын белмәйҙәрме икән ни? Машиналарҙы һуңынан түләү шарты менән ебәреп булмаймы ни?
– Әлбиттә, була. Тик беҙҙең әйткәнде һанламайҙар. Имеш, ул предприятиелар Рәсәйҙеке һәм Башҡортостан Юғары Советы менән Хөкүмәтенең ҡарарына буйһонмайҙар.
– Шәкәрҙе лә ул сағында Мәскәүҙән алһындар.
– Юҡ шул. Шәкәрҙе бынан һорайҙар. Мәскәүҙә шәкәр юҡ, тиҙәр.
– Тимәк, дүрт һығымта яһарға кәрәк. Беренсенән, мин хәҙер ул предприятиелар менән һөйләшәм. Машиналар ебәрмәй ҡараһындар. Икенсенән, ауылдарға ярҙамға ҡала ойошмаларын йәлеп иткәндә, улар менән колхоз һәм совхоз араһында яҙма килешеү төҙөргә кәрәк. Беҙҙең сығарған ҡарар ғына аҙ. Ҡарарҙы үтәмәгән өсөн беҙ бер ни ҙә эшләтә алмайбыҙ. Элекке кеүек партиянан сығарам тип ҡурҡытып булмай. Ә килешеү үтәлмәһә, ғәйеплене судҡа биреп була һәм шыҡырлатып аҡсаһын алаһың. Өсөнсөнән, Рәсәй милкендә тип иҫәпләгән предприятиеларҙы тиҙерәк үҙебеҙгә алып бөтөрөргә кәрәк. Республикала эшләгән һәм йәшәгән ойошмаларға Башҡортостан үҙе хужа булырға тейеш. Дүртенсенән, ауыл хужалығын үҫтереү буйынса республика программаһын эшләүҙе тиҙләтегеҙ. Ауылды күтәрмәһәк, халыҡтың тамағын туйҙыра алмаһаҡ, республиканы алға алып китә алмаясағыбыҙға иманым камил.
– Эйе, Мортаза Ғөбәйҙуллович, былар бөтәһе лә – нигеҙ таштары. Тик уларҙы һалыу ғына еңел булмаҫ тип ҡурҡам.
– Әлеге Мәскәү аяҡ саласаҡ.
– Ул ҡамасауларға тырышыр инде, һүҙ ҙә юҡ. Ана, Ельцин телеграмма ебәргән әле... – Рәхимов телеграмма тураһында ентекләп һөйләне. – Һин нимә уйлайһың ошо сәбәптән? Фекереңде беләйем тип эҙләткәйнем.
– Минең фекер, Мортаза Ғөбәйҙуллович, күптән төйнәлгән. Башҡортостаныбыҙға үҙебеҙҙең Президент кәрәк. Ана бит ни яҙған була Ельцин, имеш, республиканың бөтә халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған башҡарма власть етәксеһе юҡ. Булмаһа – булдырайыҡ...
– Президент тураһында күптән уйланам мин... – Рәхимов телефон трубкаһын тотҡан килеш байтаҡ өндәшмәй ултырҙы. Шунан һаубуллашты. – Ярар, рәхмәт. Уйыңды белдем. Хуш.
Ваҡыт һуң ине инде. Көҙгө ҡыҫҡа көндөң бөткәненә әллә ҡасан инде. Оло йорттоң иң юғары ҡатындағы Юғары Совет рәйесе бүлмәләрендә генә ут яна. Башҡа хеҙмәткәрҙәр күптән ҡайтышып бөттө. Мортаза Рәхимов бөгөн икенсе тапҡыр тәҙрә янына килеп баҫты. Беренсе ҡарҙан һуң көн аяҙыған. Өфө тауҙарында әллә ҡайҙан уттар йымылдашып күренә, Ағиҙел күперенән машиналар ағылғанын шәйләргә була. Баш ҡала үҙенең ҡәҙимге тормошо менән йәшәй, баш ҡала һиллек кисерә. Йылдар-йылдар буйына дауам иттереп булырмы икән тыныслыҡты? Кем ғәйепле бында? Шул саҡ Рәхимов, абхаз менән грузин һуғышы башланғас, Мәскәүҙән Рәсәй Хөкүмәте башлығының урынбаҫары шылтыратҡанын иҫенә төшөрҙө.
– Мортаза, һин ни ҡылып ятҡан булаһың унда? – тип аҡыра башланы Мәскәү түрәһе. Әллә ҡайҙан килде шул саҡ Рәхимовҡа һалҡын ҡанлылыҡ, әллә ҡайҙан килде аҫтыртын көлөү, үҙе лә аңлата алмай.
– Һаумыһығыҙ, – тине ул. – Беҙҙең бәләкәй генә Башҡортостанда кешеләр тәүҙә һаулыҡ һораша һәм бөтәһе лә үҙенән өлкән кешегә “һеҙ” тип өндәшә.
– Һаумы... һығыҙ, – тип әйтте шулай ҙа. Рәхимовтың бер нисә һүҙенән һеркәһе ебегәйне инде, йомшарҙы. – Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙ ни эшләп Абхазияға бензин, аҙыҡ-түлек ебәреп ятаһығыҙ? Рәсәй Хөкүмәтенән быға рөхсәт алдығыҙмы?
Рәхимов был бәндәне урыҫ ғәҙәте буйынса биш-алты ҡатлы итеп һүгеп, йәһәннәмгә оҙатырға уйлағайны инде, тыйылды, әлеге һалҡын ҡанлыҡ еңде.
– Беҙҙә, башҡортта, бер ғәҙәт бар: кеше ауыр хәлдә ҡалһа, һәр кем ҡулынан килгән тиклем ярҙам күрһәтә. Мин бала саҡта ауылда бер кешенең өйө янды. Ҡыш уртаһында тышта тороп ҡалды былар. Ауыл кешеләре меҫкендәрҙе өйҙәренә һыйындырҙы, кем мендәр, кем юрған, кем кейем-һалым бирҙе. Ә бит күптәрҙең үҙҙәренең өҫтөндәге кейем дә алам-һалам ғына ине. Ауыл халҡы, бер булып эшләп, ай тигәндә янғындан бөлгөндәргә элеккеһенә ҡарағанда әллә күпмегә ҙурыраҡ өй һалып бирҙе.
Мәскәүҙән шылтыратыусы түҙмәй башланы.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, мин һорауға яуап көтәм... – һинең әкиәтеңде тыңларға ваҡытым юҡ тип тә өҫтәргә уйлағайны, шикелле, тыйылды.
Мортаза уны ишетмәгәндәй:
– Абхаз халҡы ла бөгөн янғын ҡазаһына тарығандар хәлендә, – тип дауам итте. – Тик беҙҙең ауылда ут һаҡһыҙлыҡтан сыҡты, ә Абхазияла уны грузин шовинистары тоҡандырҙы...
– Рәсәй хөкүмәте улай тип уйламай.
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр, уныһы һеҙҙең иректә. Ә беҙ үҙаллылыҡ иғлан иткән республикаға танктар менән бәреп инеүҙе тик баҫҡынсылыҡ тип кенә ҡарайбыҙ. Бына шул.
– Шуға күрә бензин бирәһегеҙ инде?
– Бөлгөнлөккә төшкән кешеләргә ярҙам итеү – һәр кемдең изге бурысы. Абхаздар беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, һәм беҙ, күмәкләшеп уйлаштыҡ та бензин, аҙыҡ-түлек оҙаттыҡ. Кешенең иң яҡшы сифаттары тип беҙ йығылғанды түпәләү түгел, ә йығылғанды ҡул биреп торғоҙошоуҙы һанайбыҙ.
– Үҙаллылыҡ өсөн һуғышта беҙ абхаздарға ҡул бирһәк, бер мәл улар ҙа беҙгә шуның менән үк яуап бирер тиһегеҙ инде.
– Бына уныһын уйламағайныҡ. Рәхмәт әйтеүегеҙгә. Уйлап ҡарарға тура килер.
Ошонда һөйләшеү тамамланды һәм аҙна тигәндә, Рәсәй Хөкүмәте вәкиленә үс иткәндәй, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, бензин тейәлгән яңы поезд Абхазияға китте.
...Мортаза сәғәткә күҙ һалып алды ла киренән өҫтәл янына барып ултырҙы. Телефон төймәһенә баҫты.
– Ләлә һылыу, берәр сынаяҡ сәй эсерһәң, баш яҡшыраҡ эшләп китер төҫлө бит әле.
– Сәй күптән әҙер, Мортаза Ғөбәйҙуллович, хәҙер индерәм.
Рәхимов телефон номеры йыйҙы.
– Алло, кәләшкәй, хәлдәр нисек?
– Хәлдәр бер көйө. Ни эшләп шылтыратып ултыраһың?
– Бына сәй эсәм, тиҙ генә ҡайтып булмаҫ тип әйтәйем тигәйнем.
– Ғүмергә ҡыланмағаныңды ни. Ярар, тиҙерәк ҡайт.
Ниңә өйөңә шылтыраттың тип һораһалар, Мортаза үҙе лә яуап бирә алмаҫ ине. Эштән бик һуң ҡайтыуына күптән күнегеп бөткәндәр. Был турала ул иҫкәртеп тә тормай. Ә бөгөн ни эшләптер әйтәһе итте. Шуға йәмәғәте: “Ғүмергә ҡыланмағаныңды ни”, – ти бит. Ниңәлер, күңеле нескәрҙе шул, нимәлер, көтөлмәгән ниндәйҙер хәл булыр кеүек. “Әй, етәр...” – Мортаза баянан бирле үҙен йомшарта барған тойғоно ситкә ҡыуырға тырышты. Иртәгә буласаҡ Президиум ултырышына әҙер тәҡдимдәр менән барырға кәрәк. Һәр тәҡдим бар яҡлап нигеҙләнгән, уйланған булырға тейеш. Был талаптың яҙылмаған ҡанун икәнлеген ул хәҙер яҡшы белә. Тәүге осорҙа, Юғары Советта яңы эшләй башлаған саҡта, бының шундай ҙур әһәмиәткә эйә икәнлегенә бик үк иғтибар ҙа итмәй торғайны.
– Ярар, етте бөгөнгә. – Рәхимов өҫтәлдәге ҡағыҙҙар өҫтөнә еңелсә генә һуҡты ла ҡәләмде ҡуйҙы һәм урынынан ҡуҙғалырға ынтылды. Әммә өлгөрмәне. Тап шул саҡта иң төптәге телефон шылтыраны. Мортаза сәғәткә күҙ төшөрҙө. Ваҡыт бик һуң, Мәскәүҙән шылтыраталар тиһәң, унда ла күптән эш урынынан таралышырға тейештәр. Кем булыр был? Шул һорау менән трубканы алды.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, һаумыһығыҙ! – Был телефондан башҡортса һөйләгәнде ишетеп, тағы ла аптырай төштө Рәхимов. Иң юғары даирәләрҙә һәм именлек министрлығында ғына бар бит элемтәнең был төрө.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙ мине, бәлки, онотҡанһығыҙҙыр инде. Мин Раянов, Ғайса Раянов. Именлек министрлығына эшкә ҡайтарғайнығыҙ мине Үзбәкстандан.
– Мине бик иғтибар менән тыңлағыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, һәм мин әйткәнде бик теүәл үтәргә тырышығыҙ.
– Хәҙер бөтәһен дә аңлатып тора алмайым. Әммә миңә ышанығыҙ. Эшкә ҡайтарғанда ышанғайнығыҙ, шуның һымаҡ ышанығыҙ, сөнки әлегә һеҙҙең сетерекле хәлдә ҡалғанығыҙҙы тик мин беләм һәм минән башҡа берәү ҙә ярҙам ҡулы һуҙмай.
– Алғы бүлмәлә ултырған МГБ хеҙмәткәрен саҡырып алығыҙ ҙа: “Эштә тағы ла бер аҙ ултырам әле”, – тип әйтегеҙ һәм, һылтау табып, уны үҙегеҙ йөрөгән машинала, ҡабатлап әйтәм, үҙегеҙ йөрөгән машинала, Булгаковтағы дачағыҙға барып килергә ҡушығыҙ. Ун минуттан мин һеҙҙең янға барып етәм, ә һеҙ секретарығыҙға: “Өйгә ҡайтам”, – тип сығығыҙ ҙа бишенсе ҡатҡа йәйәү төшөгөҙ. Шунда осрашырбыҙ. Ҡалғанын һуңынан әйтермен.
Мортаза аптыраны ла ҡалды, ни тиергә лә белмәне. Бөгөн кистән бирле эсе бошоп, нимәгәлер күңеле болоҡһоп тора ине, ошондай хәлде һиҙемләүҙән булдымы икән?
– Алло-алло. – Рәхимовтың хәлен аңлаған Раянов уны тиҙерәк албырғауҙан сығарырға тырышты. – Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙ миңә ышанырға һәм мин әйткәнде эшләргә тейешһегеҙ. Үҙ милләтемдең иң ҙур кешеһен һаҡлау – минең бурысым.
– Ярар, буйһонам. Әгәр юҡҡа мине хафаға һалған булһаң, ҡара уны, Раянов.
Рәхимов бөтәһен дә шылтыратыусы ҡушҡансы эшләне лә йәйәүләп бишенсе ҡатҡа төштө.
– Бында килегеҙ, – тигәнгә боролһа, ҡараңғыла шәүлә шәйләне. – Әйҙәгеҙ.
Рәхимов тегенең артынан эйәрҙе. Ҡараңғы коридорҙарҙан бара торғас, бер ишек төбөндә туҡтаны алдан атлаусы:
– Ошолай йөрөткәнгә ғәфү итегеҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, ләкин һеҙҙең ғүмергә ҡурҡыныс янай. Шуға һаҡланыу сараларын күрәйек. Пальтоғыҙҙы сисегеҙ ҙә бынау шинелде кейеп ебәрегеҙ әле. – Мортаза кейемен алмаштырҙы. – Тап-таман тиһәң дә була икән. Минең шинель. Һеҙ бит минән оҙонораҡ, ярамаҫмы икән тигәйнем. Былай булғас, фуражка ла ярарға тейеш.
Хәҙер полковник кейемле ике кеше бер-береһенә ҡараны. Хәрби кейемде иңенә һалмаған Рәхимовты танырлыҡ та түгел ине.
– Булды шикелле. – Раянов юлдашын алға үткәрҙе лә ишекте япты һәм, кеҫәһенән ниндәйҙер нәмәләр сығарып, уны бикләп ҡуйҙы.
– Был ишек асылмай торғайны ла баһа, асҡыс та алып өлгөрҙөгөҙмө ни? – Йәшерен-батырынға күнегә башлаған Рәхимов тәүге һорауҙы бирҙе.
– Асҡысмы? Юҡ, алманым. Был ишектәрҙе асып-ябыу бер ни ҙә тормай ул.
Әйткәне хаҡ икәнлеген Раянов бер аҙ барғас тағы раҫланы. Йоҙаҡлы ишектәрҙе бер нисә ҡат үҙенең ҡулайламалары менән асып үтте. Ниһайәт, тышҡа сыҡтылар.
– Минең менән тигеҙ атлағыҙ. Ике полковник ҡушарлап килә икән тиһендәр.
Күп тә уҙмай урам мөйөшөнә боролдолар, Раянов шунда ултырған таксиҙың ишеген асты.
Машина ҡуҙғалып китте, Раянов еңел тын алды һәм аңлатыуҙы кәрәкле һананы.
– МГБ машинаһы был. – Шунан шоферға өндәште. – Ҡунаҡханаға барабыҙ.
“Ниндәй ҡунаҡхана тураһында һүҙ алып бара был, – тип кенә уйланы Рәхимов, ләкин өндәшмәне, ике күҙен юлдан алманы. – Бәй, минең дачаға илтә торған юл да баһа”.
Машина алға елдерҙе. Рәхимовтың дачаһына етергә саҡрым тирәһе ер ҡалғас, ҡырҡа боролош алдынан шофер ҡапыл тормозға баҫты. “Был ни эшләй, боролмаға етмәҫ элек шулай ҡыланмаһа”, – тип тә уйлап өлгөрмәне Мортаза. Раяновтың:
– Кире борол! – тигән бойороғона аптырап ҡалды. Машина күҙ асып йомғансы боролдо ла яңынан ҡала яғына сапты. Бер аҙҙан Раянов:
Уныһы нимә аңлатҡандыр инде, Рәхимов һорашманы ла, өндәшмәне лә, яҙмышын был кешеләрҙең ҡулына тулыһынса тапшырҙы. Өфө урамдары буйлап тегеләй-былай йөрөгәндән һуң такси туғыҙ ҡатлы ҙур йорт алдында туҡтаны. Раянов йәһәт кенә сыҡты:
– Әйҙәгеҙ, – тип Рәхимовты саҡырҙы.
Иң юғары ҡатҡа күтәрелделәр. Раянов бер ишекте асып инде. Ҡәҙимге фатир, донъя йыһаздары бар. Тик, ни эшләптер, бында күптән инде кеше йәшәмәгәнгә оҡшай.
– Сисенегеҙ, уҙығыҙ. Һеҙ өй менән танышҡансы мин шылтыратып алайым әле. – Раянов телефонға йүнәлде. Оҙаҡламай уның һөйләшкәне ишетелде, Рәхимов уға ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалды. – Генерал иптәш, полковник Раянов борсой. – Беренсенең мәсьәләһе буйынса дүртенсегә килһәгеҙ ине. Уға тиклем ҡунаҡхана юлында боролошта ятҡан беренсенең машинаһын алырға бойороҡ бирегеҙ әле. Моғайын, уны әлегә берәү ҙә күрмәгәндер.
Телефондың теге осонда нимә әйткәндер генерал, билдәһеҙ. Раянов:
– Тыңлайым, – тине лә трубканы ҡуйҙы, шат булырға тырышып, – Мортаза Ғөбәйҙуллович, инде ҡурҡыныс артта ҡалды. Йыуынып алығыҙ, ә мин сәй ҡайната торам, – тип аш бүлмәһенә уҙҙы.
Әммә Рәхимовта сәй ҡайғыһы юҡ ине, Раяновтың артынан эйәрҙе.
– Бының бөтәһе лә нимә аңлата? – тип тауышын күтәрҙе. Раянов йылмая биреберәк:
– Ҡунаҡханаға, дөрөҫөрәге, һеҙҙең дачаға барған боролошта бер нәмә лә абайламанығыҙмы? – тине.
– Юл ситендә һеҙҙең машина ята ине. Бер нисә тапҡыр аунағанға, ныҡ ҡыйралғанға оҡшағайны.
Рәхимовтың йөҙө ап-аҡ булды. Бер аҙҙан ғына:
– Ни булды икән? Минең шофер бик һаҡ йөрөй торғайны ла баһа, – тип әйтә алды.
– Ни булғанын хәҙер генерал белеп килер. Ул әле шунда.
Берәр сынаяҡ сәй һемергәнсе, генерал да килеп етте. Ул да сәйгә ултырҙы. Шул саҡ ҡына Раянов төп һүҙгә күсте:
– Генерал иптәш, һеҙҙе иҫкәртеп тормайынса, әлеге аҙымды яһарға баҙнат иттем. Эштән киткәнһегеҙ, өйөгөҙгә ҡайтмағайнығыҙ. Артабан көтөргә ваҡыт юҡ тип уйланым.
– Ярар, аҡланмағыҙ. Бөтәһен дә баштан һөйләгеҙ.
– Эштән ҡайтырға йыйынып бөткәйнем инде, телефон шылтыраны. Мәскәүҙәге Рәсәй МГБ-да эшләгән минең курсташ икән. Дәүләт именлеге мәктәбендә бергә уҡығайныҡ. “Һеҙҙең беренсегә ҡарата нимәлер ойошторалар...” – тине был.
Генерал Раяновты бүлдерҙе:
– Беренсе тип беҙ һеҙҙе – Юғары Совет рәйесен – үҙ-ара шулай атайбыҙ, – тип Рәхимовҡа аңлатма биреүҙе кәрәкле һананы. Раяновҡа ҡарап:
– “Һеҙҙең беренсегә ҡарата нимәлер ойошторалар, – тине минең курсташ. – Нимә икәнен аныҡ белмәйем. Бында беҙҙекеләрҙең һөйләшкәнен ишетеп ҡалдым. “Дудаевҡа ла, Шәймиевҡа ла әлегә тейеп булмай. Рәхимовтан башлайҙар, – тине берәү. – Бөгөн китергә тейеш”. Был турала минең ишеткәнде улар белмәй. Ә мин һине иҫкәртмәй булдыра алманым. Республикаларға ҡул һуҙалар. Үҙең беләһең, минең дә тыуып үҫкән ерем – Башҡортостан. Уның именлеге өсөн ҡайғырам”. – Курсташтың һүҙе ошоноң менән бөттө. Мин, генерал иптәш, һеҙҙе эҙләргә тотондом. Таба алманым. Шунан үҙем эш итергә булдым. Кемдәр улар, ни ҡылмаҡ булалар, ҡайһылайтып Рәхимов иптәште “ебәрергә” йыйыналар, бер нәмә лә белмәйем. Шулай ҙа һаҡланыу саралары күрергә кәрәк ине. “Бөгөн китергә тейеш”, – тине бит. Беренсе эш итеп, Рәхимов иптәштең үҙенән машинаһын дачаға ебәреүен үтендем. Икенсенән, уны эш урынынан алып сығып китергә кәрәк ине. Юғары Совет йортон һаҡлау исем өсөн генә бит инде. Эш урынына ла бәреп инеүҙәрен инҡар итеп булмай. Өсөнсө сара тип Рәхимов иптәште йәшерен алып китергә кәрәк һананым. Кем белә, бәлки, улар юлда, йә өйө янында ҡарауыллап тороп, берәй нәмә ҡылырға самалағандарҙыр. Бына шул.
Рәхимов, һөйләнгәндәр, күрелгәндәр өнөммө-төшөммө тигәндәй, һүҙһеҙ байтаҡ ултырҙы. Үҙенең ғүмеренә кемдер ҡул һуҙыр, бигерәк тә был Мәскәү тарафынан эшләнергә мөмкин тип башына ла килтермәй торғайны. Ана нисек икән. Бер аҙҙан:
– Машинаға ни булған? – тип һорай алды.
– Һеҙҙең машинаны ике машина ҡыҫымға алған. Береһе алдан барып юл бирмәгән, икенсеһе арттан төрттөрөү менән янаған. Һеҙҙең шофер, ни эшләргә белмәйенсә, ярға ныҡ яҡынлаған һәм шул саҡта арттан килгән машина һеҙҙекенең ҡабырғаһына бәргән. Өс мәртәбә мәтәлләгән машинағыҙ. Шофер ҙа, янындағы егет тә харап булған.
– Йә, хоҙа... – Рәхимов ыңғырашып шул һүҙҙе генә әйтә алды.
Байтаҡ өндәшмәй ултырғандан һуң Раянов һорайһы итте:
– Дудаев менән Шәймиевҡа тейә алмауҙары, ә Рәхимовҡа ҡул һуҙырға мөмкинлек ни менән аңлатыла?
– Улар – һайлап ҡуйылған президенттар һәм Рәсәй Президенты Ельциндың махсус күрһәтмәһе менән уларға ныҡлы һаҡлау ойошторолған. Ә Рәхимов Юғары Совет рәйесе генә. Совет рәйестәрен һаҡлау бөтөнләй ҡаралмаған.
– Былар беҙҙе тағы бер аҙым яһарға этәрә инде, – тине.
Нимәне күҙ уңында тотоп әйткәндер ул, үҙе лә аңлатманы, тегеләр ҙә төпсөнмәне.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, Ельциндың күрһәтмәһе барлығына йә юҡлығына ҡарап тормай, һеҙҙе һаҡлау сараларын күрергә кәрәк, – тине генерал.
Мортаза уны хупламаны ла, кире лә ҡаҡманы. Быны генерал үҙе менән килешеү тип аңланы һәм Раяновҡа өндәште.
– Полковник иптәш, был бурысты үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ.
– Тыңлайым. Һаҡлау системаһын ойоштороу эштәре менән танышмын мин.
Был юлы генерал аптырап ҡуйҙы. Полковник Раянов ҡайҙан белә һуң быларҙы? Ғөмүмән, кем был Раянов? Уны күберәк белгән һайын белеп еткермәүен аса түгелме һуң? Генерал Раяновтың шәхеснамәһенән ҡайһы бер юлдарҙы иҫенә төшөрҙө. Башҡортостандың көньяғында тыуып үҫкән. Рәхимов менән яҡташтар ҙа баһа. Эйе, тик райондары башҡа. Икеһенең дә буйсан, асҡаҡ яңаҡлы, талап ителгән урында ғына ҡыйыу булыуҙары уларҙың тәрән тамырҙары яҡын икәнлеген һөйләй бит. Раянов дәүләт именлегенең юғары мәктәбен бөткәс, көнсығыш илдәр менән актив эш башҡарған. Ҡытай, япон, вьетнам, монгол, фарсы, бик күп төрки телдәрен белеүе генә лә ни тора бит. Афғанстан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн бик тиҙ полковник дәрәжәһен алған. Юҡҡа ғына бирмәйҙәр был исемде. Ә шулай ҙа ул ил эсендә именлек эштәре менән шөғөлләнмәгән бит. Шулай булғас, беренсе кешеләрҙе һаҡлау системаһын ойоштороуҙы ул ҡайҙан белә? Өҫтәүенә, Рәхимовтың ғүмеренә янау тураһында иң алдан ниңә уға хәбәр итәләр?
Генерал үҙенә үҙе һорауҙар бирҙе, әммә тиҙ генә яуап таба алмаясағы билдәле. Һорауҙарҙы генерал эсенә йомдо. Тыштан иһә:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙҙе хәҙер өйөгөҙгә илтеп ҡуйһаҡ та була, – тип тәҡдим итте.
...Был төндә Мортаза бөтөнләй йоҡламаны тиерлек. Йоҡлап булырлыҡмы ни? Өҫтө-өҫтөнә ауырҙан-ауыр мәсьәләләр өйөлдө. Ошондай шарттарҙа беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ни эшләгән, ниндәй юлды һайлаған, минең урында булһа, ни ҡылырҙар ине боронғо беҙҙең аҡыл эйәләребеҙ, юлбашсыларыбыҙ? Мортаза был һорауҙы үҙенә йыш ҡына бирә һәм бөгөнгө күренештәргә тарихта ҡалған йылдарҙан тиңлек эҙләй. Иван Грозный Ҡазан ханлығын баҫып алғас, башҡорт ырыуҙарының бер өлөшө батшаға баш һалған, икенселәре йөҙ йыл самаһы бирешмәй серәшкән. Уларҙың ҡайһыһы хаҡлы булған һуң? Үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылғандары ерен талауҙан, халҡын ҡырылыуҙан һаҡлап ҡала алған. Бөгөн башҡорттар күп йәшәгән төбәктәр тап ана шулар инде. Ә батшаға буйһонорға теләмәгәндәре яйлап ҡыҫылған, бик күп ерен юғалтҡан, һуғыштарҙа иҫәпһеҙ халҡы ҡырылған. Кем отҡан һуң? Баш һалып иҫән-имен ҡалыу хәйерлеме, әллә буйһонмай үлеү өҫтөнмө? Өҙөп кенә әйтеү ҙә мөмкин түгел.
Хәҙерге заманда беҙ Мәскәү хакимиәтенә буйһонмаҫҡа тырышыуҙан отош бармы һуң? Рәсәй менән араны өҙәбеҙ, тип әйтәбеҙ ҙә бит, өҙөп буламы һуң әле уны? Бер яҡтан, сәнәғәт, ауыл хужалығы Рәсәйҙең йөҙәрләгән завод, фабрикаһы менән бәйле. Бөгөн араны өҙҙөм тип әйт, иртәгә бөтә производство туҡтаясаҡ. Башҡортостан миллиондарса тонна нефть, газ эшкәртә. Ләкин шуларҙың икеһе лә үҙебеҙҙә юҡ кимәлдә бит. Төмән нефте, Уренгой газы бында. Крандарҙы япһалар, заводтар ябыла, меңәрләгән кеше эшһеҙ ҡала тигән һүҙ. Икенсенән, Башҡортостанда йәшәгән миллионлаған кешенең туған-тыумасаһы республиканан ситтә көн күрә. Урыҫы менән татары – ярар, бында күсеп килгәндәр, тамырҙары ла элекке ерҙәрендә тиер инең, Башҡортостанда тыуып үҫкән башҡорттарҙың яртыһы ситтә йөрөй бит. Республиканың ишектәрен яптың, ти, тегеләр нимә эшләр? Тере ҡанды, тере ептәрҙе өҙөргә маташыу булмаҫмы был? Һулҡылдап ятҡан йөрәктең бер өлөшөн ҡырҡып ташлаһаң ни була? Ҙур өлөшө лә, бәләкәйе лә үлә. Башҡортостанды айырырға маташыу йөрәкте киҫергә балта күтәреү менән бер түгелме ни?
Өсөнсөнән, еңел генә бүленеп сығып китергә кем ризалыҡ биреп торһон? Оло йорттан йәштәр башҡа сыҡҡанда ла, һәр төрлө уйлап, тикшереп, үлсәп кенә эш итәләр. Ә бында республика бүленә! Беренсе сиратта Мәскәү йоҙроҡ болғаясаҡ. Ана, Абхазияла ни ҡыландыралар. Грузия ғына түгел, Мәскәү ҙә эш итә унда. Шул уҡ хәл бында булмаҫ тиһеңме? Һис шикһеҙ, буласаҡ. Танктарын, самолеттарын килтереп тултырып, ҡанға батырасаҡтар. Көнбайыш илдәренән Рәсәйгә ғәскәрҙе ҡайтара башлағас, Башҡортостанға бер генә часть та индермәнеләр бит. Ә уның тирә-яғына тултырҙылар ғына! Әҙерләнәләр. Ул-был була ҡалһа, тиҙәр.
Әҙерләнәләр. Ана, Ырымбур өлкәһенең Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһындағы тар ғына таҫмалай ере һуңғы ваҡытта ауылдарҙан урыҫтар күсеп китеү арҡаһында буш ҡалғайны. Башҡортостан өсөн Рәсәйҙән тышҡа, сик аша ҡарарға “тәҙрә” барлыҡҡа килә яҙғайны, Мәскәү шунда уҡ “ҡапҡас”ты япты. Һуғыш барған урындарҙан ҡасҡан күсмәнселәргә, хәрби хеҙмәттән бушаған кешеләргә ер кәрәк һылтауы менән халыҡты килтереп тә тултырҙылар. “Һә” тигәнсе ауылдар төҙөргә аҡсаһы ла, бүтәне лә табылды. Күсенеүселәр араһында урыҫтан башҡа бер милләт кешеһе лә юҡ. Бына шулай әҙерләнәләр.
Мортазаның ғүмеренә ҡул һалырға маташыу Мәскәүҙең шул уҡ сәйәсәтен асыҡ төҫмөрләткән билдә түгелме ни? Ҡыҫалар, ҡыҫырға маташалар. Бындай ваҡытта Әхмәтзәки Вәлиди ни эшләгән һуң? Башҡортостан йөмһүриәтен һаҡлау өсөн иң кәрәклеһе тыныслыҡ икәнен бик яҡшы белгән һәм йөмһүриәт төҙөлөү менән уны нейтраль ер тип иғлан иткән, һуғышта ҡатнашмаҫҡа, халыҡты ҡырҙыртмаҫҡа ниәт тотҡан. “Беҙ ҡыҙыл да, аҡ та түгел, беҙ – башҡорт”. Ил тыныслығын булдырыу өсөн ошонан да аҡыллы һүҙ булырмы?! Әммә ҡайнап торған ҡаҙанға бешерергә һалынған күп картуф араһынан берәүһе: “Миңә эҫе лә, һыуыҡ та түгел, мин бешергә теләмәйем”, – тип ятыуҙан бешмәй ҡаламы? Зәки Вәлидигә лә бер аҡ, бер ҡыҙыл булырға ла тура килә. Ниндәй төҫкә инһә лә алдына алған ниәтенә ынтыла – халыҡты һуғыш ғазраилынан һаҡларға, ҡырҙырмаҫҡа. Шул уҡ ваҡытта Мәскәүгә ҡаршы торорлоҡ сараһын да тапҡан.
Ә беҙ төшөп ҡалғанмы ни? Башҡортостаныбыҙҙы һаҡларлыҡ көс-ғәйрәтебеҙ юҡмы ни? Әлегә атыбыҙ арымаған, барыр юлдарыбыҙ ҙа ябылып бөтмәгән. Бәлйерәргә, бөгөлөп төшөргә һис ярамай. Күкрәктә әле арыҫландыҡылай йөрәк, беләктә булат ҡылыс менән үткер ҡәләм тоторлоҡ көс – илһам бар. Илебеҙ өсөн күпме быуын-быуын нәҫелдәребеҙ ғәйәр көрәшкән, беҙ уларҙан кәмме ни?!
Мортаза ошо рәүешле үҙен-үҙе дәртләндерҙе, йоҡо бөтөнләй осто. Ырғып торҙо ла, еңелсә кейенеп, тышҡа сыҡмаҡсы, йүгерә-атлай тән яҙҙырмаҡсы булды. Ишекте асып ебәрҙе лә, ниндәйҙер ят кеше менән бәрелешә яҙып, туҡтап ҡалды. Тегенеһе Рәхимовтың кейемен күреү менән эштең айышына төшөндө.
– Саф һауаға сығырға булдығыҙмы, Мортаза Ғөбәйҙуллович? Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ.
– Мине һеҙҙе оҙатып йөрөргә ҡуйҙылар.
Раянов эшләй ҙә башлаған икән, тип уйланы ҡәнәғәтләнеп Рәхимов. Тик ҡәнәғәтлеге оҙаҡҡа барманы. Урамға сығыу менән йәнһаҡсы шундағы машина ишеген асты.
– Мин бында ғына, урамда ғына йөрөйөм.
– Бында ҡурҡыныс юҡ түгел.
Буйһондо Мортаза. Машинаға ултыртып Ағиҙел аръяғына алып сыҡтылар. Ун-ун биш метр алда – берәү, артта икенсе кеше күҙәтеүендә саҡ ҡына йөрөп алды ла кире боролдо. Тән яҙырға тигән баяғы дәрт тә, кинәнес тә юҡ ине. Тотҡон кеүек алдыңда ла, артыңда ла һағауыл торғас, теләһә ниндәй ынтылыш та һүнер. Еңел түгел икән шул дәүләт башлығы булыу.