Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Ноябрь 2020, 20:39

"Президент Рәхимов" Ғәлим Хисамов (етенсе өлөш)

Свердловск өлкәһенең губернаторы Россель Рәсәйҙә яңы республика – Урал республикаһын булдырыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Уныңса, был Рәсәйҙә федерацияны нығытасаҡ һәм төбәктәрҙең тиңлеген тәьмин итәсәк.Рәхимов шылтыратырға тип телефонға ҡулын ғына һонғайны, ул үҙе зыңғырлай башланы. Бүлмә хужаһы трубканы алды.– Әү.– Мортаза Ғөбәйҙуллович, – тине Ләлә. – Татарстан президенты Минтимер Шәрипович Шәймиев шылтырата. Ҡала телефонынан.– Тыңлайым, Минтимер Шәрипович. Нишләп ҡала телефонынан шылтыратаһың, тура телефоның эшләмәйме ни?– Иҫәнме, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Тура телефонға ышаныс юҡ. Уны КГБ ҡуйҙыртты бит, үҙҙәренә беҙҙе тыңларға уңайлы булһын өсөн. Нисек йәшәйһең, ниндәй яңылыҡтарың бар?– Рәхмәт, Аллаға шөкөр, йәшәйбеҙ әле. Бына, Свердловск хәле тураһында радио тыңлайым. Урал республикаһы төҙөргәме, юҡмы, тип бәхәсләшәләр.– Төҙөһәләр, яҡшы булыр ине беҙҙең өсөн.– Нимәһе яҡшы? Романдың беренсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-516002Романдың икенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-ikense-l-sh-517920/Романдың өсөнсө өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov--s-ns--l-sh-519716/Романдың дүртенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-d-rtense-l-sh-521605/Романдың бишенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-bishense-l-sh-523130/Романдың алтынсы өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-altinsi-l-sh-523995/#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ПрезидентРәхимов#ҒәлимХисамов

Федератив килешеү
Рәхимовтың эш бүлмәһендә тыныс торған мәл ине. Ғәҙәттәгесә, телевизор өҫтөнә ҡуйылған радиоалғыс ныҡ ҡысҡырмай ғына эшләй. Уға Мортаза шул тиклем күнеккән, радио саҡ ҡына һөйләмәй торһа, нимәлер юғалғалған һымаҡ, үҙе лә һиҙмәҫтән төрлө тартмаларҙы асып, яба башлай. Әле ул тәҙрә янына баҫып, уйланып тора ине. Әлеге радио Рәсимә тауышы менән:
– Өфө һөйләй, – тине. – Өфө ваҡыты 15 сәғәт. Һуңғы яңылыҡтар тапшырабыҙ. Свердловск өлкәһенең депутаттары кисә асылған сессияла “Урал республикаһы” мәсьәләһен тағы ла ҡарай башланы. Элегерәк өлкәләге ҡайһы бер сәйәси төркөмдәр һәм Свердловск өлкәһенең губернаторы Россель Рәсәйҙә яңы республика – Урал республикаһын булдырыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Уныңса, был Рәсәйҙә федерацияны нығытасаҡ һәм төбәктәрҙең тиңлеген тәьмин итәсәк.
Рәхимов шылтыратырға тип телефонға ҡулын ғына һонғайны, ул үҙе зыңғырлай башланы. Бүлмә хужаһы трубканы алды.
– Әү.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, – тине Ләлә. – Татарстан президенты Минтимер Шәрипович Шәймиев шылтырата. Ҡала телефонынан.
– Тыңлайым, Минтимер Шәрипович. Нишләп ҡала телефонынан шылтыратаһың, тура телефоның эшләмәйме ни?
– Иҫәнме, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Тура телефонға ышаныс юҡ. Уны КГБ ҡуйҙыртты бит, үҙҙәренә беҙҙе тыңларға уңайлы булһын өсөн. Нисек йәшәйһең, ниндәй яңылыҡтарың бар?
– Рәхмәт, Аллаға шөкөр, йәшәйбеҙ әле. Бына, Свердловск хәле тураһында радио тыңлайым. Урал республикаһы төҙөргәме, юҡмы, тип бәхәсләшәләр.
– Төҙөһәләр, яҡшы булыр ине беҙҙең өсөн.
– Нимәһе яҡшы?
– Республикалар артыр һәм Рәсәйҙең яртыһынан күберәге республикаларҙан торор ине.
– Ул саҡта?..
– Ул саҡта беҙгә үҙебеҙҙең бойондороҡһоҙлоҡто яҡлау еңелерәк булыр ине.
– Шулай...
– Мин һине аңлап бөтөрмәйем, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Әллә берәр нәмәнән ҡурҡаһыңмы һин, әллә бүтән сәбәп бармы? Ни эшләп һинең ҡыйыулығың етмәй?
– Нимәгә ҡыйыулыҡ?
– Декларацияны һин иң һуңғылар булып ҡына сығарҙың. Хәҙер Федератив килешеүгә иң алдан ҡул ҡуйырға йыйына, тип ишетәм. Башҡортостан бит быуат башында бойондороҡһоҙлоҡ өсөн иң алдан йөрөүсе булған һәм быға өлгәшкән. Ә хәҙер ни эшләп ҡыйыуһыҙ һуң?
– Минтимер Шәрипович, Башҡортостан бойондороҡһоҙлоҡ өсөн күпме ҡан ҡойҙо, беләһеңме шуны? Өс йөҙ илле йыл эсендә туҡһан баш күтәреү. Күпме ҡорбан һалынған бының өсөн? 1913 йылда Рәсәйҙә 2 миллион башҡорт йәшәгән. Бөгөн беҙ шул һанға етә алмайбыҙ. Беренсе республика булыр өсөн 700 меңгә яҡын ҡорбан һалынған. Ошо тиклем ҡиммәт хаҡҡа торамы икән бойондороҡһоҙлоҡ? Бәлки, беҙгә был юлы арттан ғына эйәреп, кеше нимә эшләгәнен ҡарай-күҙәтә барырға кәрәктер?
– Әллә инде. Тик ҡойроҡта йөрөү башҡорт холҡона хас түгел. – Шәймиев бер аҙ шым торҙо ла өҫтәне. – Беҙ Федератив килешеүгә ҡул ҡуймайбыҙ. Татарстандың Юғары Советы ултырышы бөгөн шундай ҡарар ҡабул итте.
– Шулай уҡмы ни? Элекке автономияларҙан тағы кем һеҙгә эйәрә?
– Чечня. Улар ҙа шундай уҡ ҡарар сығарған.
– Нимә менән нигеҙләйһегеҙ ҡарарҙы?
– Федератив килешеү Татарстандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһын танымай. Беҙҙең бойондороҡһоҙлоҡто танымаған килешеү беҙгә кәрәкмәй.
– Ныҡ ебәрәһегеҙ. Татарҙарҙы аңлап була. Ә урыҫ депутаттарығыҙ нимә ти?
– Уларҙың араһында төрлө кеше бар, әлбиттә. Ләкин күбеһе беҙҙең менән риза. Сөнки 1554 йылдағы һымаҡ татарҙарҙы ҡырыусы булғылары килмәй. Һеҙҙә ниндәй кәйеф бар һуң? Ҡасан була килешеү проектын ҡараған сессияғыҙ?
– Ошо арала.
– Ярар, уңыштар теләйем.
– Хуш.
Башҡортостан Юғары Советына федератив килешеү мәсьәләһе сығарыласағын депутаттарҙың бөтөнөһө лә белә ине. Улар шулай уҡ Татарстан менән Чечняның килешеүгә ҡул ҡуймаясағын да белеп торҙо. Беҙгә нимә эшләргә? Ошо һорау бик күптәрҙең алдында ай балта һымаҡ аҫылынып торҙо. Ай балта күтәрелгән икән, тимәк, һис шикһеҙ, кире төшөргә һәм шул ыңғайы кемдәрҙеңдер башын өҙөргә тейеш. Кемдең башын сабасаҡ ул? Килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн тауыш биреүсенекенме, әллә киреһенсәме? Белһәң ине лә бит шуны. Депутаттар үҙҙәрен һайлаусылар араһында йөрөргә тырышты был көндәрҙә. Был йөкләмәне уларға берәү ҙә йөкмәтмәне. Моғайын, беренсе, бәлки, һуңғы тапҡырҙыр ҙа улар үҙ ирке менән кеше фекерен ишеткеләре килде. Ауыл депутаттары малсылар, яланда эшләгән механизаторҙар араһында йөрөнө, сәнәғәт етәкселәре, төҙөүселәр төрлө объектҡа сыҡты. Башҡорттар күп йәшәгән яҡтарҙа килешеүгә ҡырҡа ҡаршылар күпселектә ине. Сәнәғәт үҙәктәрендә йә был мәсьәләгә ҡағылманылар, йә ҡул ҡуйырға кәрәк, тип һананылар. Татарҙар күберәк йәшәгән төбәктәрҙә өндәшмәүҙе хуп күрҙеләр.
Фекер айырмалыҡтары яңы ғына барлыҡҡа килмәгәйне бит инде. Федератив килешеү мәсьәләһе көн үҙәгенә сығарылғас, депутаттар Рәсәй Үҙәге тәҡдим иткән проектты уҡып ҡараны ла уның Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһына ҡаршы сыҡҡанын күреү менән ситкә ырғыттылыр. “Беҙҙең төп документты танырға теләмәйһегеҙ икән, беҙ һеҙҙең проектты ҡабул итмәйбеҙ”. Шунан һуң Башҡортостандың Юғары Советы РСФСР-ға тәҡдим итерлек документты үҙе эшләй башланы һәм уны еренә еткереп яҙып, Б.Н. Ельцинға тәҡдим итте. Шул саҡта Мортаза Рәхимов Ельцинға:
– Беҙҙең дәүләт суверенитетының иң башында Борис Николаевич үҙе торҙо. Суверенитетты күпме йота алаһығыҙ, шул тиклем алығыҙ, тип ул үҙе әйтте һәм беҙ шуны тормошҡа ашырабыҙ, – тине. – Беҙҙең атай-бабайҙарыбыҙ Рәсәй батшалығы менән быуаттар буйы килешеү нигеҙедә көн күргән. Беҙ бөгөн дә шул юлдан тайпылмаҫҡа уйлайбыҙ. Рәсәй Федерацияһы менән килешеү нигеҙендә йәшәргә ниәтләнәбеҙ. Был ниәт Рәсәй Федерацияһының власы беҙҙе – Башҡортостанды үҙенең эсендәге суверен дәүләт тип таный һәм властың беҙ үҙ иркебеҙ менән биргән тиклем өлөшөн генә алырға ризалашһа, шул килешеүгә беҙ ҡул ҡуясаҡбыҙ. Шул шарт үтәлмәһә, ҡул ҡуйыуҙан баш тартасаҡбыҙ.
Кремелдә енләнделәр. Кем ул тиклем башҡорт? Имеш, Рәсәй һынлы Рәсәйгә үҙенең шарттарын ҡуйып ултырған була. Ҡул ҡуймайҙар икән, ана бара юлдары!
Әммә Ельцин ҡыҙыу баштарҙы һыуындырҙы. Милләттәр Советы рәйесе Р.Г. Абдулатиповты саҡырып алды ла:
– Ана, башҡорттар менән эшләгеҙ, Федератив килешеүгә ҡул ҡуйырлыҡ булһын, – тип ҡушып сығарҙы.
Абдулатипов, билдәле, Рәхимовҡа шылтыратты.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, Федератив килешеүгә һеҙ ҡул ҡуйырлыҡ итеп проект эшләргә ҡушып сығарҙы Ельцин. Һеҙҙең Зөфәр Йәнекәйев етәкселек иткән бик яҡшы юристар төркөмө бар ине. Шулар менән эште артабан дауам итергә тура килә инде.
Рәхимов Йәнекәйевте саҡырҙы, Абдулатиповтың үтенесен еткерҙе.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, мәсьәләнең тап ошолай булырын белгән кеүек, мин Сергей Шахрайға үҙебеҙҙең “Фекер айырмалыҡтары”н яҙып, төнө буйы машинкала үҙем баҫып, ҡулына тоттороп киттем дә инде. Унда бер нисә төп мәсьәлә яҙылған Федератив килешеү беҙҙең декларацияға тап килмәй һәм тап килтереү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге әйтелгән. Шул ҡағыҙҙы алһындар ҙа документ яһаһындар.
– Ул ҡағыҙ һинең үҙеңдә бармы?
– Әлбиттә, бар.
– Алып кил.
Бер аҙҙан Зөфәр ҡағыҙҙы Рәхимовтың алдына һалды. Ул уҡып сыҡты:
– Эйе. Тап үҙе. Ошо талаптарҙы ҡуйғайныҡ бит инде Ельцинға ебәргән хатта. Ярар, рәхмәт.
Зөфәр сығып китте, Рәхимов Юғары Советтың Президиум ағзаларын саҡыртты. Тегеләр йыйылғас, һәр береһенә Зөфәр әҙерләгән документты тотторҙо.
– Федератив килешеү мәсьәләһен ҡараған беҙҙең сессия Мәскәү тәҡдим иткән килешеү проектын кире ҡаҡты бит инде. Рәсәй Федерацияһының Президенты Борис Николаевич Ельцин республикалар һәм Үҙәк власть араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү өсөн Абдулатипов етәкселегендә комиссия төҙөнө. Уға тиклем Сергей Шахрай етәкселегендә республикаларҙың вәкилдәре ошо уҡ мәсьәлә буйынса эшләне. Беҙҙән унда Зөфәр Йәнекәйев һәм башҡалар ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ҡулығыҙға бирелгән документ тыуҙы. Йәнекәйев уны “Фекер айырмалыҡтары” тип атаған. Минеңсә, ошо айырмалыҡтар иҫәпкә алынһа, беҙҙең сессия ҡабул итмәгән етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Тимәк, Абдулатипов комиссияһы һәм Ельцин менән уның ярандары ошо тәҡдимде ҡабул итһә, Федератив килешеүгә ҡул ҡуйыр өсөн беҙгә нигеҙ була. Шуға күрә бик ентекләп уҡығыҙ һәм фекер алышырбыҙ.
Президиум байтаҡ ваҡыт тикшерҙе Рәхимовтың тәҡдимен һәм һуңғы сиктә уны ҡабул итте. Әгәр Рәсәй Федерацияһы “Фекер айырмалыҡтары”н дөрөҫ тип таба һәм шуны төп документҡа индерә икән, Федератив килешеүгә ҡул ҡуйырға мөмкин.
Ултырыш тамамланғас, Рәхимов телефондан шылтыратты:
– Мансур (Әйүповҡа), һин иртәгә Мәскәүгә осаһың бит әле?
– Эйе.
– Минән бер документ инеп ал. Шуны Абдулатиповҡа бирерһең. Әгәр ҙә ниндәйҙер өҫтәмәләр йә ҡыҫҡартыуҙар кәрәкһә, миңә шылтыратырһың. Һиңә ярҙамға унда Мөҡсинов бар.
Ошо документ буйынса мәсьәләне аҙағына еткереү өсөн Абдулатиповтың кешеләре һәм Башҡортостандың Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары Мансур Әйүпов менән юрист Ирек Мөҡсинов төн йоҡламайынса уны Федератив килешеүгә ҡушымта рәүешендә әҙерләне. Уның төп мәғәнәһе – Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияға тап килеү, Башҡортостан ерендә уның закондары һәм бүтән дәүләт акттары өҫтөнлөккә эйә, уның үҙ прокуратураһы, суды бар, Башҡортостан ерендәге милеккә, ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтарына уның күп милләтле халҡы хужа, республикала һалым һәм бүтән йыйымдар уның үҙ ҡағиҙәләре буйынса тормошҡа ашырыла тип билдәләнде.
Рәсәйҙең бөтөн субьекттарынан килгән икешәр вәкил – Башҡортостандан Мортаза Рәхимов менән Марат Мирғәзәмов, Рәсәй Федерацияһы исеменән Борис Ельцин менән Виктор Черномырдин ҡул ҡуйҙы.
Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһының Федератив килешеүенә уның эсендәге республикалар, өлкәләр, крайҙар ҡул ҡуйҙы. Чечня менән Татарстан ғына бынан баш тартты.
Федератив килешеүҙең төп ҡаҙанышы Рәсәй Федерацияһын тарҡалыуҙан ҡотҡарып ҡалыу булды. Бынан һуң Урал республикаһы, Көнсығыш республикаһы, йә бүтән ҡоролош тураһында һөйләү түгел, уйлау ҙа булманы шикелле. Был килешеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан бығаса үҙе иғлан иткән бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалды.
Кемде кем?
Исмәғил Ғәбитов Юғары Совет бүлмәләрендә ҡайһы бер эштәрен бөтөрҙө лә рәйес янына инде.
– Мин, Мортаза Ғөбәйҙуллович, әллә шул тиклем артта ҡалғанмын, әллә инде республикала мин белмәгән сәйәсәт алып барыламы, һис аңлай алмайым.
– Асыҡ ҡына итеп әйтеп булмаймы? Нимә тураһында һүҙ?
Ғәбитов рәйескә бер нисә биттән торған ҡағыҙ тотторҙо.
– Һүҙ бына ошо ҡарар хаҡында. Бәлки, уны һеҙ беләһегеҙҙер?
Рәхимов ҡысҡырып уҡырға тотондо:
– “Колхоз һәм совхоздарҙы ҡайтанан ойоштороу тәртибе тураһында” Башҡортостандың Министрҙар Советы ҡарары. Нимә һөйләй инде был ҡарар?
– Был Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарарын күсереп яҙыу ул. Ҡарарҙа ауыл хужалыҡтарын ҡайтанан ойоштороу тиелһә лә, ғәмәлдә, колхоз һәм совхоздарҙы юҡҡа сығарыу, ерҙе шәхси милекселәргә таратып биреү тураһында.
– Граждандар һуғышынан һуң раскулачивание булған, хәҙер колхоздарҙы кулакка кире биреү буламы?
– Тап шулай, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
Рәхимов тура телефон трубкаһын алды.
– Марат Парисович, мин әле “Колхоз һәм совхоздарҙы ҡайтанан ойоштороу тәртибе тураһында” Башҡортостандың Министрҙар Советы ҡарарын уҡып ултырам. Бының менән һеҙ ауылдың аҫтын өҫкә килтерергә теләйһегеҙме?
– Юҡ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, беҙҙә ундай ниәт юҡ. Беҙҙең ҡарар РСФСР ҡарарын ҡабатлай ғына. Беҙгә Мәскәүҙән бик аныҡ итеп: “Ҡарар һис шикһеҙ үтәлергә тейеш, – тинеләр. – Кем үтәргә теләмәй — яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ”, – тип яҙҙылар. Шуға беҙ ошо ҡарарҙы сығарырға мәжбүр булдыҡ.
– Ә һеҙҙең ҡарарығыҙ ауылда донъяны дер һелкетәсәк, янғын, һуғыш сығарасаҡ икәнлеген уйланығыҙмы һуң?
– Һей, тапҡанһығыҙ... Аҙмы ни ауылға киткән ҡағыҙ. Барып еткәнсе үк онотолоп бөтә улар.
– Ошомо Хөкүмәт рәйесенең һүҙе?
– Әй, ҡуйығыҙ әле, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Себендән дөйә яһамағыҙ.
Рәхимов трубканы ҡуйҙы ла Ғәбитовҡа текәлде. Тегенеһе ярһып һөйләргә тотондо:
– Яҙылғандарҙы тормошҡа ашырһаң, ауылда йәшәгән 1 миллиондан ашыу кеше яҡын арала астан үлеү дәрәжәһенә еткереләсәк. Дөрөҫ, кемдәрҙер сереп байыясаҡ, ә ҡалғандар саҙаҡа һорап йөрөйәсәк.
Беҙ бында республикала ауыл хужалығын үҫтереү программаһын эшләйбеҙ. Республиканың аграр сәйәсәтен һәм эҙмә-эҙлекле стратегияһын ғәмәлгә ашырып, күп тармаҡлы колхоздарҙы һәм совхоздарҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, үҫтереү хәстәрлеген күрәбеҙ. Бер йылда ғына малсылыҡ продукцияһын етештереү өсөн хужалыҡтарға 37 млрд. һум дотация һәм һәр төрлө компенсациялар, түләүҙәр өсөн 40 млрд. һум аҡса бүленде. Агросәнәғәткә 90,8 млрд. кредит ресурстары бирелде. Бөтә был саралар ауыл хужалығында хәлде тотороҡло алып барыуға булышлыҡ итәсәк, тип йөрөһәк, мә һиңә!
Рәхимов ярһып киткән Ғәбитовҡа ҡарап йылмайып ҡуйҙы. Шунан ғына тегенеһе:
– Ғәфү итегеҙ, бигерәк асыу килде, – тине.
Рәсәйҙә ауылды үҫтереү генә түгел, уны һанға һуҡмау, крәҫтиәнде кешегә лә иҫәпләмәү көсәйҙе. Башҡортостандың күршеләре Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һарытау, Пермь, Свердловск өлкәләрендә иген сәсеүсе ҡалманы тип әйтерлек хәлгә төштөләр, баҫыуҙарҙы билсән, ҡарағура баҫты, фермаларҙағы малдарҙы һуйып ашап бөттөләр. Тиҫтәләгән йылдар буйы йыйылған байлыҡты һатыу, булғанды туҙҙырыу һәм типтереп йәшәп ҡалыу йәтеш шул. Оло илдә ҡоторған ҡойон шауҡымы Башҡортостанға ла һуғылмай ҡалманы. Тир түгеп, услап тапҡанды эләккән сағында һоҫҡолап һемерергә теләүселәр бында ла юҡ түгел икәнлеген Рәхимов та, әлбиттә, белә ине.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, әйҙәгеҙ, райондарға сығайыҡ, ауылдарҙа йөрөйөк, кешеләр менән һөйләшәйек. Был ҡарарҙың ихтимал эҙемтәләре тураһында улар әйтһен.
– Әйҙә һуң. Ҡайҙа алып бараһың?
– Ҡайҙа теләйһегеҙ – шунда.
– Әйҙә төньяҡ-көнсығышҡа. Мин ул яҡта күптән булғаным юҡ.
Юғары Совет рәйесе Мортаза Рәхимов менән ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры Исмәғил Ғәбитов аҙнаға яҡын Салауат, Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы райондарында йөрөнө, шунан Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө райондарына барҙы, күп ауылдарҙы уҙҙы, йөҙәрләгән кеше менән күрешеп һөйләште. Ауыл кешеләренең һүҙе бер булды: колхоз, совхоздарҙы таратырға ярамай. Ҡайһылары:
– Колхозһыҙ беҙҙе ни эшләтмәк булаһығыҙ? Бөгөн ашатҡан да, кейендергән дә, өйҙәребеҙҙе йылытҡан да, балаларыбыҙҙы уҡытҡан да шул колхоз бит. Ауырып китһәң, больницаға барыр өсөн дә колхоздан машина алаһың. Фермер бирер һиңә, бирмәй ҙә, – тип ҡул болғай-болғай һөйләне Мәсетле районында берәү.
Ә икенсеһе барыһынан да уҙҙырып ебәрҙе:
– Колхоз бөтһә, урлашырға ла урын булмаясаҡ бит. Фермер мөлкәтен мең йоҙаҡта тотасаҡ.
Уныһы ла хаҡ ине. Колхоз, совхоз мөлкәтен аҙлап-аҙлап һәммәһе лә үҙ өйөнә ташығанын кем генә белмәй? Ваҡытында Исмәғилгә ана шундай уғрыларға ҡаршы көрәш асҡан өсөн Бөрйәндән китергә тура килгәйне бит хатта.
Мортаза Рәхимов Башҡортостан Министрҙар Советы сығарған ҡарарҙың зыянлы икәнлеген, үҙ күҙе менән күреп, үҙ ҡолағы менән ишетеп ышанды. Ҡайтҡас, Юғары Совет Президиумын йыйҙы. Ҡарар һәм ауылдағы бөгөнгө тормош тураһында йәне әсенеп һөйләне ул. Президиум ағзаларының бөтәһе лә тиерлек уның яҡлы булды.
Артабан ни эшләргә? Ҡарарҙы юҡҡа сығарырға кәрәк. Ләкин... Ләкине лә бар бит әле. Башҡортостандың Министрҙар Советы ҡарарҙы РСФСР Хөкүмәте ҡарарына таянып яҙған. Беҙҙәге ҡарарҙы бөтөрөү – Рәсәйгә ҡаршы сығыу тигән һүҙ. Үҙәк менән асыҡтан-асыҡ яманлашырға ярамағанлығын эске бер тойомлау менән һиҙҙе Мортаза Рәхимов. Шуға Президиум ултырышында тәнәфес иғлан итте лә Мәскәү менән һөйләшергә уйланы. Рәхимов сәйәсәттә яңы кеше булһа ла, күрәләтә дошманлашыуға барырға ярамағанлығын аңлай ине. Үҙ һүҙеңде башҡа юл менән дә һүҙ итеп була бит әле.
Борис Ельцин менән тиҙ генә тоташтырманылар. Ярты көндән ашыу ваҡыт үтте. Әммә барыбер һөйләшеп булманы. Иртәгәһенә иртүк Рәхимов трубкаға яңынан тотондо. Ниһайәт, Ельциндың тауышы ишетелде.
– Ниндәй ашығыс эшең бар һуң һинең? Бында минең тын алырға ла ваҡыт юҡ, – тине ил башлығы, ҡәнәғәтһеҙлеген йәшермәйенсә. Рәхимов уның кәйефен шәйләмәмешкә һалышты һәм ауыл ерендәге хәлде һөйләп бирҙе. Рәсәй хөкүмәте сығарған ҡарарҙы үтәргә ярамай, беҙ уны кире ҡағырға йыйынабыҙ, тине.
– Ярар, Мәскәүҙәге хөкүмәт ҡарары догма түгел. Үҙегеҙҙәге шарттарҙан сығып эш итегеҙ, – тине Ельцин.
Булды. Хәҙер Шахрай-фәләндәр Башҡортостанды РСФСР хөкүмәтенә буйһонмауҙа ғәйепләп кенә ҡараһын. Шул көндө Башҡортостандың Юғары Советы Президиумы Министрҙар Советының әлеге ҡарарын республиканың закондарына ҡаршы килә тип тапты һәм көсөнән сығарҙы.
Министрҙар Советы рәйесе Марат Мирғәзәмовҡа был күҫәк менән һуҡҡандай тәьҫир итте. Былай ҙа Рәхимов менән Ғәбитовты өнәмәй ине, хәҙер инде йоҙроҡ төйнәне. Республика ғәмен ҡайғыртаһы урынға күп ваҡытын теге икәүгә ҡаршы этлек ҡороуға бирҙе. Маҡсаты бер генә ине – быларҙы бәреп осороу. Яҡын әшнәләре менән шыштыр-быштыр ниҙер һөйләште. Үҙенә дуҫ ҡала һәм райондарға дәүләт иҫәбенә автомашиналар, тракторҙар, экскаваторҙар, төҙөлөш техникаһы, юл эшләргә аҡса бүлде, ә үҙенә оҡшамаған министрҙарҙы, ҡала, район етәкселәрен ҡабул да итмәй башланы.
Республиканың Юғары Советы дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны үтәр өсөн ҡануниәт эшен ныҡ әүҙемләштерҙе. “Башҡортостан Республикаһының Президенты тураһында”, “Башҡортостан Республикаһының Президентын һайлау тураһында”, “Урындағы дәүләт үҙидараһы тураһында”, “Башҡортостан Республикаһының Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында” ҡанундарын ҡарап ултырҙы ла Мирғәзәмов, ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы атып бәрҙе.
– Ҡайһылай власҡа туймаҫ нәмә булды һуң был! – тип ыҫылданы.
Тап шул мәлдә берәү тышҡы ишекте асып, эскә ине башланы. Мирғәзәмов һиҫкәнде, үҙенең нимә һөйләгәнен теге ишетеп ҡалғандыр, тип шикләнде. Инеүсе үҙенең әшнәһе ине, Мирғәзәмов еңел һуланы.
– Йөрөйһөң кеше ҡурҡытып, – тип мығырланы.
– Ә һин ишек янына килеп, нимә уйлағаныңды әйтеп тормаһаң да була.
– Йә, нимә әйттем.
– Асыҡ ҡынаһын ишетмәнем, әммә Рәхимовты әрләгәнеңде аңланым.
– Әрләмәй ни! Властан туя белмәй, һаман власть етмәй уға. Конституцияға өҫтәүҙәр индерергә булған.
– Нимә тип?
– Министрҙар Советы Юғары Советҡа ғына түгел, уның Президиумы алдында, ә министрлыҡтар комитеттар алдында яуаплы, тигән. Республикаға бер үҙе хужа булмаҡсы.
– Мин һиңә уны Юғары Совет рәйеслегенә һайлар алдынан әйттем бит. Рәхимов мине Министрҙар Советында ҡалдыра, шуға уға тауыш бирәбеҙ, тип һин йөрөнөң. Бына күрәһең инде “емештәреңде”.
– Шулай шул.
– Хәҙер нимә эшләмәк булаһың инде?
– Белмәйем. Шуға һине саҡырҙым да инде, кәңәшләшергә кәрәк.
– Кәңәш итергә була. Тик мин әйткәнде алһаң...
– Әйтеп ҡара һуң.
– Беренсенән, ауыл хужалығы буйынса һинең теге ҡарарыңды ул юҡҡа сығартты бит инде.
– Эйе.
– Ә һин ни эшләп уның юҡҡа сығарғанына бер һүҙ өндәшмәй ҡарап ултыраһың?
– Мин нимә эшләй алам?
– Мәскәү менән һөйләш. Был бит һинең түгел, ә Мәскәүҙең ҡарарын юҡҡа сығарыу. Йәғни күрәләтә Мәскәүгә буйһонмау бит.
– Эйе.
– Шулай булғас, Рәсәйҙең тейешле кешеләренә әйт, Рәхимов һеҙҙең ҡарарҙы үтәргә ирек бирмәй, тиң. Икенсенән, ул һинең ҡарарҙы Президиумда юҡҡа сығартты бит инде?
– Эйе.
– Ә Министрҙар Советы Президиумға буйһонмай бит. Сөнки Министрҙар Советен Юғары Совет ҡуйҙы һәм уның ҡарарҙарын тик ул ғына көсөнән сығара ала. Ә бында ни бары Президиум. Шуға Президиумдың ҡарарына буйһонмауыңды белдер.
– Был – аҡыл. Шулай итергә кәрәк.
– Тағы бер юл бар. Ул һиңә һәр мөмкинлекте файҙаланып, ут асты, ә һин тик ултыраһың. Рәхимовтың кем икәнлеген бөтөн йәмәғәтселеккә еткер.
– Ҡайһылайтып? Бөтөн гәзит, журнал һәм телевидение менән радионы үҙенеке итте бит инде. Уларҙың мөхәррирҙәре хәҙер Министрҙар Советын тыңламай.
– Дәүләт гәзиттәре тыңламаһа ни, дәүләттеке булмағандар бар бит. Мәҫәлән, “Вместе” гәзите. “Русь”, татар ижтимағи үҙәге. Улар шаулай башлаһа, теге ҡайһы бер ерен ҡыҫҡанлығын үҙе лә һиҙмәй ҡалыр.
– Шәп һинең кәңәштәрең. Рәхмәт. Әлдә һин бар әле.
– Тағы бер мәртәбә әйтәм, минән, йә тағы ла кемдәндер аҡыл килгәнен көтөп ултырма, үҙең эшлә һәм тиҙ эшлә.
– Һис шикһеҙ.
Мирғәзәмов ҡанатланды. Ысынлап та, бығаса ни эшләп ҡул ҡаушырып, “теге”нең айбалтаһы төшөп, башын ҡырҡҡансы муйынын һоноп ултырғандыр, үҙе лә аптырап ҡуйҙы. “Һин аҡыллы һәм кәрәк сағында бик тәүәккәл кеше”, – тип әйтә торғайны ла инде уҡытыусыһы Шакиров, ә һуңғы ваҡытта әллә нишләп мәшәүләнде лә китте. Мирғәзәмов шул уҡ минутта үҙенең әшнәләренә шылтыратырға тотондо һәм уларҙы Өфөнән алыҫ ҡалаларҙың береһенә ултырышҡа саҡырҙы. Әйтергә кәрәк, ул заманда власта барлыҡҡа килгән төркөмдәр республиканың төрлө төбәктәрендә йыйыла торғайны. Йәнәһе, Өфөлә булһа, уларҙың ҡайҙа, кемдәр йыйылғанын ҡарап, аңдып торалар, махсус аппараттар аша уларҙың ни һөйләшкәнен тыңлайҙар. Ә ситтә күҙ-ҡолаҡ ихтималлығы аҙ. Мирғәзәмовтың кешеләре бөгәсә төн урталарына тиклем ултырҙы, көндөҙ билдәләгән сараларҙы дөрөҫ тип тапты һәм ойоштороу эштәрен бүлешеп алды.
Ниндәй генә илдә, ниндәй генә власть заманында булмаһын, төркөмләшеү, шымсылыҡ итеү, кемдең ни әйткәнен ошаҡлашыу бик борондан килә. Был алама күренеш Башҡортостанды ла урап уҙманы. Партия ваҡытында ла, унан һуң да һүҙ йөрөтөүселәр табыла торҙо. Был хәл оло етәкселәрҙең ошаҡсыларҙы нығыраҡ тыңлаған һайын, ҡуйыра бара. Мирғәзәмовтың төркөмө ҡайҙа йыйылғанын, нимә һөйләшкәнен иртәгәһенә үк тейешле кешеһенә еткерҙеләр. Рәхимов Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары Әйүповҡа шылтыратты.
– Мансур, һеҙҙә Мирғәзәмовҡа ҡаршы төркөм бармы ни?
– Төркөм тип ни, уның эш алымдары, дөрөҫөрәге, эшлекһеҙлеге менән килешмәүселәр бар. Ул бит дәүләт мәсьәләләре менән шөғәлләнәһе урынға, юҡ менән булып тик ултыра. Шуға уның менән риза булмаған бер төркөм хөкүмәттән сығарыуҙы һораныҡ.
– Ни эшләп һин миңә был турала әйтмәнең?
– Нисек әйтмәнең? Беҙ был турала күмәкләп Юғары Советҡа хат яҙҙыҡ та ҡулдарыбыҙҙы ҡуйҙыҡ.
– Һин дә ҡуйҙыңмы?
– Эйе.
– Ни эшләп ошо хәлдең булыры тураһында һин мине алдан иҫкәртмәнең?
– Нисек иҫкәртәйем, ти? Хәбәр ташып йөрөй алмайым да инде. Ваҡыты еткәйне, барыһын да үҙегеҙ белдегеҙ бит.
– Алданыраҡ белһәм, сараһын да алданыраҡ күрер инек. Хәҙер бик ғауғалы булырға оҡшай был.
–...
Рәхимов, хөкүмәт ағзаларының хатын Юғары Совет Президиумында ҡарарға кәрәк, тине. Тик өлгөрә алманылар. Уны Ельцин Мәскәүгә саҡырҙы.
– Мортаза (үҙенән кесе булғанға, Ельцин уға шулай ғына өндәшә торғайны), ни эшләп һин күрәләтә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарарын үтәмәйһең?
– Ниндәй ҡарарҙы үтәмәгәнбеҙ беҙ?
– Колхоз һәм совхоздарҙың эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡарарҙы.
– Ул турала, Борис Николаевич, беҙ телефондан һөйләштек тә инде. Уны үтәү-үтәмәүҙе беҙҙең иреккә ҡуйҙығыҙ бит.
– Эйе, һөйләштек. Ә ни эшләп ул саҡта һеҙҙең Министрҙар Советы, ҡарарҙы үтәүҙе Рәхимов тыйҙы, ти? Бына хаты.
– Әгәр ул ҡарарҙы үтәп, колхоз һәм совхоздарҙы тарҡатһаҡ, Борис Николаевич, ауыл кешеләре бөтөнләй бөләсәк, хатта ауыл малын ашатырға лә аҙыҡ булмаясаҡ.
– Ярар. Үҙ эшеңде нисек теләйһең, шулай эшлә. Тик бында хат яҙып, тауышланып йөрөмәгеҙ.
Өфөгә ҡайтҡас, Рәхимов был турала Юғары Совет Президиумы ултырышында һөйләне.
– Өйҙән сүп-сар сығарып йөрөүе аҙ Мирғәзәмовтың, ә хәҙер үҙенең йортонда тәртип урынлаштыра алмай. Моғайын, барығыҙ ҙа Министрҙар Советының киңәйтелгән ултырышында ни булғанын беләлер? Белмәһәгеҙ, әйтеп китәм. Ултырышҡа Юғары Совет ағзаларынан тыш бөтөн етәкселәр ҙә тиерлек йыйылған булған. Шунда Министрҙар Советы рәйесе Мирғәзәмов:
– Республикала Рәхимов бөтөн власты ла үҙ ҡулына тартып алды. Башҡортостандың Конституцияһында ҡануниәт власы Юғары Совет, башҡарма власть Министрҙар Советы ҡулында тип яҙылыуға ҡарамаҫтан, Юғары Совет Президиумы һәм комитеттар башҡарма власть эшен үҙ ҡулына тартып ала бара. Ана, Милек фонды, Валюта комитеты, Ҡырмыҫҡалыла холдинг төҙөнөләр. Финанс министрлығы була тороп, уға паралель Юғары Совет янында Контроль-бюджет комитеты барлыҡҡа килтерҙеләр. Ошо була инде власты тартып алырға маташыу, – тип белдергән.
Әммә республика етәкселәренең байтағы, шул иҫәптән ун бер хөкүмәт ағзаһы, үҙҙәренең рәйесе менән килешмәйенсә, эштән ебәреүҙе һорай.
Демин утҡа ялҡын өҫтәне:
– Хөкүмәт ағзаларының ғына хаты аҙ булһа, тигән кеүек, Ҡырмыҫҡалынан РСФСР депутаты, райсовет рәйесе Юрий Садиҡов етәкселегендәге республика крәҫтиәндәренең стачкомы республика хөкүмәтенән аграр секторға тиҙ арала ярҙам һорай. Хөкүмәттән һөттөң бер литры өсөн – 50, иттең килограмына 100 һүм түләүҙе гарантиялауҙы талап итә. Ә Мирғәзәмов һөттөң хаҡы – 5, иттеке 50 һумдан артмаҫҡа тейеш тип ултыра. Хәҙер крәҫтиәндәр менән хөкүмәт араһында низғалашыу бара, – тип өҫтәне.
11 хөкүмәт ағзаһының ғаризаһын ҡарау оҙаҡҡа һуҙылды һәм бик һуң ғына бер ҡарарға килделәр: был хатты Юғары Советтың алдағы сессияһында бөтөн депутаттарҙың ҡарауына тәҡдим итергә кәрәк. Президиумда ғына тикшереп, ниндәйҙер ҡарарға килеү – демократияны һанға һуҡмау тип ғәйепләүгә юл асасаҡ. Ғариза Юғары Советҡа яҙылған, шуға күрә уны Юғары Совет үҙе ҡараһын.
Юғары Совет хөкүмәт ағзаларының ғаризаһын тикшереүҙе сессияның көн тәртибенә ҡуйҙы. Ғаризала: “М.П. Мирғәзәмовтың киңәйтелгән ултырыштағы сығышын беҙ арта барған ауырлыҡтар алдында уның юғалып ҡалыуы, республикалағы ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәл өсөн яуаплылыҡты бүтәндәр өҫтөнә ауҙарырға маташыу, закон сығарыу һәм башҡарма властар араһында яһалма рәүештә ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырырға ынтылыу тип баһалайбыҙ”, – тигәнен уҡығайнылар, депутаттар һикерешеп торҙо. “Мирғәзәмовты ҡыуып сығарырға! Башҡарма власты сүплеккә!” тип ҡысҡырырға тотондолар. Сығыштар күп булды. Бөтөнөһө лә Министрҙар Советын булдыҡһыҙлыҡта, эшләй белмәүҙә, һәлкәүлектә ғәйепләне. Иң аҙаҡтан Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының бер нисә статьяһына нигеҙләнеп, Юғары Совет Президиумы Министрҙар Советына ышанмаусанлыҡ белдерергә тәҡдим яһаны. Юғары Совет Хөкүмәтте эштән бушатырға ҡарар итте.
Тәндә шеш саҡ ҡына ауыртыу рәүешендә башлана ла, тора-бара күбә, йәшәрә, унан ҡыҙара һәм, һаҫыҡ эрен сығарып, һытыла. Марат Мирғәзәмов менән уның әшнәләре лә дәүләт етәкселеге тәнендәге шешкә әүерелгәйне. Оҙаҡ түҙҙеләр уның вайымһыҙлығына, ул ғына ла түгел, эшкә ҡамасаулауына. Һуңғы сиктә Хөкүмәтте тулыһынса таратырға ҡарар сығарылды.
Сессия, демократик фекер туплауҙың барлыҡ талаптарын үтәп, икенсе хөкүмәт башлығы һайланып, ул яңы составты тәҡдим иткәнсе, иҫкеһенә үҙ бурысын үтәп торорға ҡушты.
Әлбиттә, Марат Мирғәзәмов бының менән килешмәне. Власть башына кире ҡайтыр өсөн төрлөсә тырышты. Юғары Совет сессияһынан һуң бер нисә көн уҙғас, Матбуғат йортонда матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Ул унда Министрҙар Советындағы киңәйтелгән ултырышында әйткәнен ҡабатланы һәм Рәхимовтың власты үҙ ҡулы аҫтына алырға ынтылыуы – республикала Президент власы булмаған көйө Президент булып маташыу ул, тип белдерҙе. Әммә ул бер нәмәне аңламаны – власть бит уның башында ултырыу өсөн бирелмәй, ә дәүләткә хеҙмәт итер, янып-бешеп эшләр өсөн бирелә. Тап ошо сифаты юҡ ине уның. Был турала теге 11 хөкүмәт ағзаһының береһе булып ҡул ҡуйған Рәдил Ҡыяметдинов бик үткер әйткәйне: ”Марат Парисович менән эшләү бик ҡыйын булды. Хөкүмәт ултырыштары, элекке партия бюроһындағы һымаҡ, көҙгө ямғыр кеүек йән көйҙөргөс нотоҡ һөйләү менән уҙҙы. Ул ер реформаһы тураһында мин тәҡдим иткән иң үткер мәсьәләләрҙең береһен дә тикшереүгә сығарманы. Уның ҡарауы, Юғары Совет Президиумы өс тапҡыр ер мәсьәләләрен бик ентекләп тикшерҙе һәм республиканың бөтөн халҡын баҡса ере менән тәьмин итте... Республика власынан М.З. Шакиров китте, Р.Х. Хәбибуллин һәм И.А. Горбунов китте, ә М.П. Мирғәзәмов ҡалды. Тик эш барманы. Бына Мирғәзәмов китте. Республика өсөн был юғалтыу түгел, был уның үҙе өсөн генә юғалтыу”.
Марат Мирғәзәмовтан һуң ваҡытлы матбуғат етәкселәре менән Мортаза Рәхимов осрашты. Төп һүҙ Хөкүмәтте эшенән бушатыу тураһында булды.
– Министрҙар Советы мәсьәләһе әллә ҡасан ҡуйыра башлағайны инде. Иҡтисад үҙаллығына, баҙар мөнәсәбәттәренә күскән саҡта хөкүмәттең үҙенсәлеге ҡырҡа үҙгәрә. Әгәр элек уның ҡул аҫтында урындағы сәнәғәт һәм торлаҡ хужалығы булһа, хәҙер Министрҙар Советы – ул йөҙәрләгән предприятиеның теҙгенен тотҡан, көн һайын йөҙәрләгән прблеманы бик тиҙ хәл итергә тейеш үҙәк. Мирғәзәмов илдең етәкселәре менән уртаҡ тел таба алманы. Хужалыҡ эштәре буйынса Рыжков, Силаев, Павлов, Ельциндарҙың береһендә лә булмаған. Әгәр ул һәм уның кешеләре мәсьәләләрҙе хәл итмәй икән, кешеләр беҙгә килә. Ә беҙ, был кемдең эше тип айырып тормайбыҙ, иң мөһиме – эш алға барһын.
Оҙаҡламай парламенттың сираттан тыш ултырышы булды һәм депутаттар Хөкүмәт рәйесе итеп Анатолий Копсовты билдәләп ҡуйҙы. Копсов – күп матди байлыҡ һәм аҡса менән эш иткән эре предприятиеләрҙең етәксеһе булған кеше. Һуңғы эш урыны – “Башкирэнерго”ның директоры. Аҙ һөйләй, күп эшләй торғайны. Әммә бер кире яғы бар ине. Ул теләһә ниндәй эште лә хәл итә алам, тип тотона һәм ниндәй һөҙөмтә менән тамамланырын самаламайынса, бигерәк тә аҡсаны һанамайынса, ҡулын ҡуя торғайны. Ә Министрҙар Советы һәр ваҡыт сикләнгән бюджет менән эш итә торған ойошма бит, бында һәр тинде иҫәпләргә кәрәк.
Копсовты Министрҙар Советы рәйесе итеп ҡуйғас, Рәхимов тынысланғандай итте. Ул көндө Булгаков ҡасабаһы янындағы дачаға барып, мунса яҡтырҙы. Ул әҙер булғансы бер үҙе бер бүлмәлә уйланып ултырҙы. Атаһы Ғөбәйҙулла мәрхүм Мораҡта район етәкселәре менән эләгешеп ҡайтһа, үҙе йөрөп ҡыҙыу итеп мунса яға торғайны, шунан ике миндек менән әллә нисәмә тапҡыр үҙен ҡайыҙлар ине. Күрәһең, эҫе менән ҡуша тәндәге ауырлыҡты ла, алама уйҙарҙы ла сығара торған булғандыр. Ошо ғәҙәт, күрәһең, балаһына ла күскән инде. Мортаза ныҡ итеп сабыныу йәһәтенән атаһына еткерә алмай, әммә мунсаны оҙаҡ инә. Бөгөн дә әллә өс, әллә дүрт мәртәбә сабынғас, башына ҡапыл бер уй килде. Кеше менән яманлашып, талашып, үҙ һүҙеңде һүҙ итергә ҡыр талашып йөрөгәнсе, әллә барыһын да ҡыра һуғып, кире заводҡа китергә лә барырғамы икән? Йәннәт булған икән уның элекке эше. Нимә әйтәһең, шуны эшләйҙәр. Аҡсаһы ла яҡшы, эшселәр араһында ла ихтирам ҙур. Ҡала етәкселәре лә “Рәхимов” тип күҙеңә генә ҡарап тора...
Минең йөрәк
Дөп-дөп. Мортаза йөрәгенең ныҡ һуғыуына уянып китте. Ни хикмәттәндер был хәл, тип уйлап ятты бер аҙ. Шунан иҫенә төштө: йөрәк бит уның усында ине, шунан уны ике ҡулы менән ҡапланы. Төшөп тә китмәһен, йә һуғыуҙан туҡтап ҡуймаһын, тип. Ә йөрәк дөп тә дөп килде. Медицина китаптарында йөрәктең һүрәтен төшөрәләр бит әле, уға тоташҡан ҡан тамырҙарын – ҡыҙылын да зәңгәрен дә күрһәтеп, тик йөрәккә ингән урында ғына ҡырҡып. Тап шулай ине Мортазаның усындағы йөрәк. Һулҡ-һулҡ тибә үҙе, ә ингән дә, сыҡҡан да ҡан юҡ.
Төш, төш ине бит был. Төшкә нимә генә инмәҫ. Әммә бығаса уның төшөнә эшләп торған йөрәк күренгәне юҡ ине. Йөрәк һулҡылдап һуҡты. Шунан һуң ни булды һуң әле? Ә-ә, услап ике ҡулын ҡыуыш яһап, ҡаплап ҡуйғайны, йөрәк һаман тибә бирҙе. Бер заман ҡайҙандыр ҡоршау килеп сыҡты ла ҡыуышланған устарҙы һығып ҡоршай башланы. Шул тиклем ҡаты тимерҙән ҡоршау, ҡулдарҙы ысҡындырырмын тимә. Ҡоршау усты ҡыҫа һаман, ә урталағы йөрәк һаман ҡаға, тыпырсынған була, көслөк менән һулҡылдай...
Төш тиһәң дә төш инде. Әллә нимәләр күренеп бөтә.
Рәхимов йыуынып-кейенеп, тамағын туйҙырып алғансы төш онотолдо. Көндәлек мәшәҡәт башланды. Ул үҙен көтөп торған машинаға сығып ултырҙы ла эшкә китте. Ә бында мең мәсьәлә. Шуларҙы хәл итеп бөтөп торған арала, ярҙамсыһы инде.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, бөгөн Йылайыр районына барырға икәнлеген онотманығыҙмы әле?
– Бөгөнмө ни әле ул?
– Эйе.
– Алыҫ бит инде.
– Яҡын ер түгел.
– Ҡайҙа, ҡарайыҡ әле картанан. – Рәхимов стенала элеүле карта янына килде.
Ул ҡәләм менән төрткөләп ҡарап торҙо ла, ике аҙым артҡа сигеп, йәнә картаға текәлде. Шунан:
– Бәй, йөрәк кеүек тә ул, – тип ғәжәпләнде.
– Нимә?
– Башҡортостан. Һүрәттәге йөрәкте күргәнең бармы?
– Бар.
– Яҡшылабыраҡ ҡара әле. Бына йөрәктең өҫтө, бына уға ингән һәм сыҡҡан ҡан тамырҙары, бына бәләкәй йөрәк. Мына йөрәктең аҫ яғы...
– Ысынлап та, шулай икән шул.
– Бына йөрәк һуға башланымы, Өфө тапҡыры бер күтәрелә, бер төшә.
– Эйе шул.
– Өфөнө тоташтырған юлдар йөрәктең ҡан тамырҙары кеүек.
– Ҡалай оҡшаған.
Ике ир тағы ла бер аҙ картаға ҡарап торҙо ла өҫтәл яғына атланы.
– Йылайыр икән, Йылайыр. Төштән һуң сығып китербеҙ, – тине Рәхимов.
– Унда ҡунып ҡайтырбыҙ инде, алыҫ бит.
– Эйе, ҡунырға тура килер.
– Вәлиев йөрәген һулҡылдатып көтәлер инде.
– Моғайын.
Йылайыр
Башҡортостанға унда йәшәгән кешеләрҙең милләте яғынан ҡараһаң, бигерәк сыбар балаҫ рәүешендә булыр ине. Бында йөҙҙән ашыу милләт вәкиле көн күрә. Ҡайһы берәү уны маҡтанырға сәбәп, ти. Йәнәһе, йөҙҙән ашыу милләт һыйышып, дуҫ йәшәй. Дуҫлығы тураһында әйтеүе ҡыйын, һыйышып йәшәйҙәр, уныһы дөрөҫ. Һыйышып йәшәмәй ҙә ни ҡылаһың? Һыйышмаһаң, һуғышырға кәрәк. Тик кемдең һуғышҡыһы килһен. Яҙмыш ҡушҡас, йәшәйһең инде. Әрләшергә, һуғышырға сәбәбе булһа ла, тешеңде ҡыҫаһың да өндәшмәйһең. Көн итәһең. Әммә быны дуҫлыҡ тип атау хилафлыҡ булыр. Ауыҙ-танау ҡанатып, һуғышырға мәле етмәгәнгә күрә генә һыйышып йәшәй улар. Мәле етһәме... Өс йөҙ йылдан күберәк башҡорттар Рәсәй батшаһы аҫтында йәшәгән. Шул йылдар эсендә 90 тапҡыр власҡа ҡаршы баш күтәргән. Власть тип ул үҙенә мылтыҡ төбәгән, ҡылыс күтәргән урыҫ кешеләрен атай. Сөнки башҡорттарҙың башын киҫергә килгән ғәскәр урыҫтарҙан торған, һәр хәлдә, урыҫса һөйләшкән һәм суҡынған. Башҡорт күтәрелештәрен баҫтырыусылар араһында мишәрҙәр, татарҙар, мордва, сыуаштар ҙа хеҙмәт иткән. Ғәскәрҙең һәр кешеһе башҡортто тыумыштан ҡараҡ һәм һуғыш суҡмары тип белгән. Ә ҡараҡтың иң яҡшыһы – үлек ҡараҡ. Теге ғәскәр ошоға өлгәшергә тырышҡан да инде. Башҡорт халҡы һуңғы дүрт быуат буйына һан яғынан артмаған. Ә уның менән һыйышып йәшәүсе бүтән милләт вәкилдәре тиҫтәләрсә мәртәбә күбәйгән. Төп халыҡтың ирҙәре яуҙа ҡырылған, ҡатындары, балалары ҡоллоҡҡа һатылған, тыуым күп булмаһын өсөн башҡорттар 25 йылға батшаның әрме хеҙмәтенә оҙатылған. Был ғына ла аҙ, Столыпин реформаһы мәлендә башҡорттоң аҫаба ере ике тапҡырға ҡыҫҡартылған һәм Урта Рәсәйҙән бында күскенселәр килтереп тултырылған. Ошондай репрессияларҙан ҡотолор өсөн башҡорттарҙың байтағы үҙ милләтенән баш тартып, бүтән халыҡ булып яҙылған. Был ғына ла аҙ, төрлө һылтау менән башҡорттарға үҙ телендә белем бирмәйҙәр һәм былар араһында бүтән милләткә күсеү тағы ла көсәйә.
Туҡһанынсы йылдарҙа ошо мөнәсәбәт бик ныҡ ҡырҡыулашты, һәм милләт-ара хәлдәр һыйышып тыныс йәшәүҙән үҙ-ара ыҙғышҡа барып етте. Бер шырпы сыйып ҡына ташла, хәҙер янғын сығыр. Башҡорттар килмешәктәрҙе, бүтәндәр башҡорттарҙы һәр төрлө гонаһта ғәйепләргә тотондо. Ҡайһы бер урында шырпыны тоҡандырыусылар ҙа табылды. Мәҫәлән, Йылайыр районының Йылайыр ауылында бер ҡатынды эңер мәлендә башҡорт булғаны өсөн генә үлтерә яҙғансы урыҫ йәштәре туҡмап китте. Ғөмүмән, Йылайырҙа һыйышып йәшәү тигән нәмә лә булманы. Йылайыр ауылы – район үҙәге – 99 процент тиерлек урыҫтарҙан торҙо һәм райондың яртыһынан күберәге башҡорт булһа ла, район органдарында башҡорттар эшләмәне тиерлек. Йылайырҙа урамда, магазиндарҙа, ашханала, йәмәғәт органдарында башҡортса һөйләшеү тыйылғайны. Рәсми түгел, әлбиттә. Ҡараңғы төшкәс, башҡорт кешеһенә урамға сығырға ярамай ине. Һикһәненсе йылдарҙа әле ҙур ғына вазифа биләгән бер башҡорт кешеһен ошо тыйыуҙы боҙған өсөн унға яҡын тапҡыр туҡманылар. Әлдә ул түҙем ине, шуға сыҙап йәшәне, Йылайырҙы ташлап китмәне. Балаларын һуғыш алымдарына өйрәтте һәм улар һөжүмселәргә ҡаршы тора алды. Йылайыр халыҡ араһында шовенист ауыл булараҡ дан алғайны. Бер-ике ыҙғыш арҡаһында ғына түгел, тиҫтәләрсә йылдар буйына тиҫтәләрсә кире мөнәсәбәттәр миҫалында тағылғайны уға был йәрлек. Башҡорт шағирҙары Бабич менән Иркәбаевты ла ошонда үлтергәйнеләр бит инде.
Халыҡ араһында ғәмәлдәге мөнәсәбәттәрҙе ҡысҡырып һөйләмәнеләр, рәсми сығыштарҙа ғына дуҫлыҡ тинеләр. Ысын хәлде Башҡортостан Республикаһының етәксеһе Мортаза Рәхимов белә ине. Ул бит үҙе ошо мөхиттә үҫте, уҡыны, йәшәне. Ике телле мәктәптәрҙә дәрестәрҙән һуң ике милләт балаларының ҡапма-ҡаршы һуғышыуы йыш була торғайны. Шуға күрә милләт-ара мөнәсәбәттең нисек икәнлеген республикала йәшәгән кешеләр белде. Улар шул уҡ ваҡытта милләттәрҙең төрлө булғаны өсөн генә ыҙғышырға ярамағанлығын да, һуғышып йәшәгәнсе һыйышып йәшәү күпкә яҡшыраҡ икәнлеген дә белә ине. Нисек итеп өлгәшергә һуң ошоға? Был һорауға әҙер яуап юҡ, булыры ла икеле. Күрәһең, һәр осраҡта ла ыңғайын да, киреһен дә үлсәп, яҡшы һуғыштан алама солох яҡшы икәненән сығып эш итеү кәрәктер.
Ошо хаҡта һуңғы ваҡытта Мортаза Рәхимов йыш уйланды. Уйланырһың да шул. Суверенитет тинек, Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация иғлан иттек. Юғары даирәләрҙә һәйбәт яңғырай был документ. Ә ғәмәлдә нисек һуң? Халыҡ өсөн ул нимә бирә? Әлеге Йылайыр районында ыҙғыш сығармаҫмы, ыҙғыш мылтыҡ менән атышҡа әүерелмәҫме? Тап шул ваҡытта Йылайыр районы Советы рәйесе эштән ебәреүҙе һорап ғариза бирҙе. Кемде ҡуйырға? Ул кеше районда быҫҡып ятҡан һуғыш ҡуҙын дөрләтеп ебәрерме, әллә һүндереп ҡуйырмы?
Халыҡ хәтерендә туҡһанынсы йылдарҙың башы һауа торошон билдәләп барыусылар китабында ла уртаса йыл булараҡ ҡалған. Ямғыр ҙа ваҡытында яуып, ысыҡ та таңын төштө, тигәндәй булды. Игендәр емерелеп уңмаһа ла, кешегә лә, малға ла етерлек ине. Иртә тороп, һуң ятҡан хужалар келәттәргә яҡшы уҡ ашлыҡ һалды. Тик оҙаҡҡа етмәне монаят, колхоз, совхоз келәтендә саҡта бер тәләфләнһә, дәүләт бураһына һалынғаны тиҙерәк тә бөттө. Шунан инде илдең иң юғары власы башында ултырыусылар ҡул һоноп китте Америкаға, Германияға, Италияға... “Үлтермәгәҙ, ярҙам итегеҙ, берәй заман хаҡын түләрбеҙ”. Ярҙамлашты тегеләр. Ҡайҙа оҙаҡ ятып күгәргән иген менән яһалма аҙыҡ-түлек ҡушылған икмәк, ҡайҙа чупа-чупс тиелгән имгес, ҡайҙа фабрикта үҫтерелгән тауыҡ бото менән сусҡа башы... Мәскәүҙең ҡап уртаһында М хәрефе төшөрөлгән ашхана асылды. Кешеләр тәүҙә быны, М хәрефле булғас, тик Мәскәү өсөн махсус яһалған нәмә тип бер булды, Свердловскиҙа ла М пәйҙә булғас, бөтөн Рәсәй өсөн бер мәсекәй икән, тинеләр. Эт тә ашамаҫ нәмәне матур ҡағыҙға төрөп, йылытып тотторалар ҙа Америка ярҙамы тип атайҙар.
СССР тигән илдә тартҡылаш, атай – ҡыҙҙы, әсәй улды белмәгән мәл һаман дауам итә.
Йылайыр районы республиканың көньяғында ята, майҙаны йәһәтенән Башҡортостан райондары араһында икенсе урынды алып тора. Әле районда етәксе булғандарҙың кеме булһа ла яңы юҫыҡты тотоп, егәрле эшләренә ышаныс юҡ ине. КПСС заманында ла Йылайыр етәкселәре ырғып төшмәй торғайны. Иркенлек елдәре иҫкәс, тегеләр бөтөнләй үк йөҙ бормаһа ла, баш бирмәҫкә самалауҙары тойола ине.
“Һабыр” совхозының директоры булып бик матур эшләп йөрөгән Юнир Вәлиевкә Өфөнән Йылайырға килгән бер нисә кеше күҙ һалды. Ауыл хужалығы министры Ғәбитов, мәҙәниәт министры Әминев, хакимиәт башлығы Шәйәхмәтов оҡшатты эшмәкәр кешене. Йәше ҡырҡҡа ингән, ҡара крәҫтиәндән сығып, директор дәрәжәһенә тиклем юл үткән, совхозды районда ғына түгел, республикала алдынғылар рәтенә күтәргән, яҡшы белемле, бер түгел, ике юғары уҡыу йорто тамамлаған, партия Өлкә комитетының иң йәш ағзаһы булған, бер ниндәй кәртәләргә ҡарамай маҡсатына дөрөп бара торған, ауыл, район Советында әллә нисә тапҡыр депутат булған, абруйлы, һәр кешегә лә һүҙе үтә торған кеше тип сырамыттылар. “Беҙҙең менән иңгә-иң терәп эшләрҙәй кеше ошо. Райондың иң төпкөлөнән сыҡҡан. Уны энәһенән ебенә тиклем белә. Райондың етәксеһе итеп уны ҡуйырға кәрәк”, – тинеләр. “Ярар, саҡырығыҙ, күрәйек”, – тине Рәхимов.
Юнир Өфөгә килде, Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе бүлмәһенә инде. Ҡул биреп күреште Рәхимов, ултырырға урын тәҡдим итте. “Хәлдәр нисек?” – тип белеште. Вәлиев үҙе, ғаиләһе, совхозы, район тураһында ҡыҫҡа ғына итеп һөйләне. Ҡарап, тыңлап ултырҙы ла Рәхимов, ике ҡулын ҡаушырып:
– Беҙ һиңә Йылайыр районына етәкселекте тәҡдим итһәк, нисек ҡарарһың? – тине.
– Әллә тағы, ышанып тапшыраһығыҙ икән, тырышырмын, – булды яуап. – Тик мине район Советы рәйесе итеп һайларҙармы икән һуң?
Ошо һүҙ оҡшаны рәйескә. Анттар итмәне, күтәрелеп һуғылманы, ипле генә ҡабул итте әйткәнде, үҙенең шиген дә йәшереп торманы. Шунан республиканы, районды нисек итеп һаҡлап ҡалырға кәрәклеген, бер төптән эшләү зарурлығын һөйләп алып китте. Рәхимовтың һүҙе Вәлиевтең йөрәгенә май булып ятты. Районды, уның кешеләрен ҡыйралыштан нисек ҡотҡарып ҡалырға тип баш ҡатырған кешенең һорауҙарына яуап бар ине был һүҙҙәрҙә. Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе янынан ҡанатланып сыҡты Вәлиев.
Әммә уға, Өфөләге һөйләшеү тураһында әлегә бер кемгә лә өндәшмәй торорға кәрәк, тинеләр. Ни өсөн тигәндә, республикала нығына барған яңы власҡа ҡаршы көстәрҙең районда болғаныш ойоштороуы бар. Хәүеф урынлы ине. “Ниндәйҙер Вәлиев районға етәкселек итәсәкме? Райондың тарихында булмағанды, хәҙер килеп шуға юл ҡуябыҙмы? Юҡ”. Ошондайыраҡ тауыш та ишетелде. Өфөлә уйлаштылар. Шунан Мортаза Рәхимов: “Район Советының ултырышын үткәрергә үҙем барам”, – тине.
Йылайыр район Советының сираттан тыш 13-сө сессияһы йыйылды. Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе булараҡ, М. Рәхимов ултырышты алып барыуҙы үҙ ҡулына алды.
– Ошо көндәрҙә генә Юғары Совет Президиумы Юнир Сәлимович Вәлиевте Йылайыр районының хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар сығарҙы. Бына Указ, – Рәхимов ҡағыҙ күрһәтте. – Хәҙер килеп, мин уны район Советы рәйесе итеп тәҡдим итәм. Ризалашырһығыҙ тип уйлайым. Тауышҡа ҡуям. Кем риза? Кемдәр ҡаршы? Асыҡтан-асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә күпселек Юнир Сәлим улын Йылайыр районы Советының етәксеһе итеп һайланы, – тине ул. Яңы вазифа менән Вәлиевте ҡотлап, ҡулын ҡыҫты. – Текә ҡаяларҙы үтеп сыҡтыҡ. Инде емереп эшләргә тейешһең. Ныҡ тот, бирешмә!
Рәхимов Өфөлә саҡта, Йылайырҙа ҡунып ҡайтырбыҙ, тип уйлағайны ла, райсовет сессияһы бөткәс, кире уйланы.
– Һин ҡал, эшеңде башла, – тине оҙата сыҡҡан Вәлиевкә. – Мин – Өфөгә.
Ошонан башланды Вәлиевтең 18 йылға һуҙылған бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәр һәм алһыҙ-ялһыҙ тормошо. Етәксе вазифаһы, бигерәк тә күҙ күреме лә етмәй йәйрәгән ерҙә меңәрләгән кешенең тормошона етәкселек итеү – ул эш башҡарыу ғына түгел, ә йәшәү рәүеше. Шул вазифаны тотҡан кешенең хатта йоҡоһо ла кешеләр тормошона буйһондорола. Шулай булмаһа, ул район һынлы районға баш була алмай.
Читайте нас: