Мортаза Рәхимов республиканың Урал аръяғы райондарына сығып китте. Уның юлы Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет райондары аша уҙып, Әбйәлилгә сығырға тейеш.
Инйәрҙе уҙып 70-80 саҡрым үткәнсе юл тигеҙ генә ине. Сермән ауылына еткәнсе килде күҙҙән уттар сәсрәтерлек ерҙәр. Был араны юл тип әйтеп булмай инде, киреһенсә, юлһыҙлыҡ тип атарға кәрәк. Ауылға еткәс, Мортаза машинаны туҡтатып, ергә төштө. Бәүелә-бәрелә килгән тәнен яҙып, ауыл яғына ҡарап торҙо. Ул арала шофер төрлө яҡлап машинаны ҡараштырҙы. Имен-аманмы икән, ти инде. Рәхимов үтеп барыусы бер ирҙе туҡтатып:
– Әбйәлилгә бара торған юл ошо ғынамы, әллә бүтәне бармы? – тип һораны. Белоретҡа барыусы юлға ымлап:
– Бар йәнә бер юл. Ағиҙелдең аръяғына сығаһың да китәһең. Шығай, Хөсәйен ауылдары аша Үҙәнбашҡа бара, шунан Әбйәлил районына күп тә ҡалмай.
– Нисек тип, урман юлы инде, уның ҡарауы, йомшаҡ. Ҡырсында даһырлап барған һымаҡ түгел.
Их, юлдар, юлдар, тип ҡуйҙы Рәхимов. Рәсәйҙә ике проблема, тиҙәр бит. Береһе – иҫәрҙәр, икенсеһе – юлдар. Бигерәк ҙур шул Рәсәй, юл һалып бөтөрөрлөкмө ни? Бер осонан һалаһың, икенсеһенән ҡыйралып бара... Борон, кеше атта һыбай йөрөгән саҡта, юл да кәрәкмәгән, рәхәт булған. Тәгәрмәс уйлап тапҡандар ҙа, быныһы ерҙе йырмасларға тотонған. Шул йырмасламаһын, ямғырҙан һуң батҡылға, кипкәс, суғыртмаҡҡа әйләнмәһен өсөн юл һала башлағандар.
Башҡорттарҙың боронғо ере, хәҙер Силәбе өлкәһенә ҡараған таулы-болонло төйәктә Арҡайым тип аталған башҡорт ауылы бар. Шуның янында ғына археологтар боронғо ҡаланы тапты. Ул яңы эранан 2-3 мең йыл әүәл барлыҡҡа килгән һәм шул заман кешеләре бында мәғҙән иретеү, төрлө ҡорал яһау менән шөғөлләнгән. Улар бында тәгәрмәс уйлап тапҡан. Тәгәрмәс археологик ҡаҙылма рәүешендә табылған. 1800 йылдарға тиклем башҡорттар баҡыр, тимер ҡаҙыу, иретеү менән бик әүҙем шөғөлләнә. Шунан һуң ғына Рәсәй батшалығы башҡорттарҙы был эштән ситләтә. Тимәк, тәгәрмәсте лә уларҙың боронғо бабалары уйлап тапҡан булып сыға. Тәгәрмәс уйлап тапмаһалар, юл да кәрәк булмаҫ ине. Тимәк, юлһыҙлыҡта башҡорттар ғәйепле.
Үҙенең был һығымтаһынан Рәхимов көлөп ҡуйҙы. Был фекерҙе берәй яһил бәндәнең ҡолағына төшөрһәң, ысынлап та, юл мәсьәләһен башҡорттарға һәм Башҡортостанға япһарып та ҡуйыуҙары бар.
Ҡырсын юлды ҡалдырып, урмандыҡынан киттеләр. Рәхимов үҙе ауыл кешеһе булғас, арба юлының ни икәнлеген белә. Әбйәлил үҙәге Асҡарға барып еткәнсе ана шул арба юлы ине. Шофер машина ҡыйралып ҡуймаһын тип, аҡрын ғына бара. Өфөнән иртән сығып киткән кешеләр, Асҡарға кис кенә барып инде.
Их, юлдар, юлдар, тип тағы ҡабатланы Рәхимов. Былай булмай, юл эшләргә кәрәк. Башҡорттарҙың тәгәрмәсе ерҙе йырмыслап бөткәнгә күрә, ямғырҙа ла, ҡарҙа ла, һыуыҡта ла, эҫелә лә тәгәрмәскә бирешмәй торған юл һалырға кәрәк.
Әбйәлил үҙәгенә инеп, уны көтөп торған район етәкселәре менән күрешкәс, беренсе һорауы:
– Юл эше менән һеҙҙә кем шөғөлләнә? – булды.
– Ҡайтып киткәндер. Һуң бит инде.
– Табып китерегеҙ минең янға.
– Юл бигерәк аламамы әллә, Мортаза Ғөбәйҙуллович? – тип һораны райсовет рәйесе, хәҙер Рәжәповҡа эләгә инде, тип уйлап.
– Алама түгел, юл юҡ, – тине Рәхимов.
Ул заманда юлдың торошо өсөн район советы башҡарма комитетының юл бүлеге шөғөлләнә ине. Эшләгән эшен дә әйтер инем инде...
Рәжәпов бик йәһәт килеп етте.
– Ҡайһылай тиҙ тапҡандар һине? – тип аптыраны Рәхимов.
– Мине табаһы юҡ ине. Райсовет ҡаршыһында ғына тора инем. Оло ҡунаҡ килде ниһә, барыбер мине таптырасаҡ, тип ҡайтмағайным.
– Үҙең дә һиҙгер икәнһең.
– Һиҙгер тип, юлдарҙың ни хәлдә икәнлеген беләм бит инде, шунан уҙған етәксе ҡәнәғәтһеҙлеген миңә әйтмәй, кемгә әйтһен.
Ҡыйыу кеше, тип уйланы Рәхимов ҡаршыһында тороусы тураһында, нимә уйлағанын ҡурҡмай әйтә.
– Ҙурмы, тип... Мин, ике мастер, икеһе райондың ике яғында. Дүрт тароктор, минеке менән биш машина, грейдер, Магниттарҙан инәлеп алған иҫке каток... Бөттө, китте.
– Шыйыҡ икән шул. Был ғына көс менән шул тиклем оҙон юлды тотоп буламы инде?
– Булмай, әлбиттә. – Рәжәпов үҙе, Өфөнән килгән беренсе етәксе юл бүлегенең хәлен һораша, тип ғәжәпләнеп ҡуйҙы.
– Әгәр һеҙгә күп итеп техника, юл материалдары бирһәк, эшләрлек кеше таба алаһығыҙмы?
– Табабыҙ, нишләп тапмай, ти. Районда эш таба алмай интеккән механизаторҙар күп. Түләү генә булһын, емертеп эшләйәсәктәр.
– Рәхмәт һүҙеңә. Хәҙер һин Белорет яҡлап һәм Үҙәнбаштан Асҡарға тиклем асфальт юл һалыр өсөн күпме көс, күпме материал, күпме аҡса кәрәк буласаҡ, шуларҙы һанап бир.
– Асфальтмы? – Рәжәповтың күҙҙәре янып китте.
– Асфальт. Булғас, булһын. Юҡһа, үҙеңде алдап йәшәүҙән ни ҡыҙыҡ!
Рәжәпов ишеткәненә ышанмай һаман ныҡышты:
– Илештәгеләй һәр ауылға асфальт уҡ түгел. Быныһы һуңғараҡ. Тәүҙә мин әйткәнде эшләйек әле.
– Булды. Мин хәҙер. – Рәжәпов атлап тормай, йүгереп китте.
Илештәгеләй тигәндән, кешеләрҙең нимә әйтергә теләгәнен яҡшы төшөнә Рәхимов. Үҙ күҙҙәре менән күрмәһә, ышанмаҫ та ине, күрҙе бит. Завод директоры сағында Илеш районындағы “Сөн” колхозын нефть эшкәртеү заводына шефҡа алырға ҡушҡайнылар. Шул ваҡытта Илеш районының һәр ауылында тиерлек булғайны Рәхимов. Ауылдарҙың һәммәһенә лә асфальт юл, урамдар ҙа асфальтланған. Ә ул үҙе яҡшы белгән Күгәрсен районында, район үҙәгендәге урамдарҙың күбеһендә асфальт юҡ, бүтән ауыл тураһында әйтәһе лә түгел. Шул саҡта был тиклем айырманың сәбәбе ниҙә, тип уйлағайны ул. Һорауына яуапты йылдар үткәс кенә алды. Илеш, Дүртөйлө, Кушнаренко, Саҡмағош райондарының республикалағы иң ҙур етәксегә яҡын тороуы арҡаһында икәнлеген белде. Ошо хәл унда үпкә тойғоһо уятты. Кеше тыуған яғын, атаһын һәм әсәһен һайлап ала алмай. Аллаһ Тәғәлә уға Илеш районында тыуырға яҙған өсөн ул юғары сортлы кеше була инде, ә Күгәрсендә тыуғандар – түбән сортлы. Асфальт юл – тик юл ғына түгел бит. Ул кешеләргә юлһыҙ ауылдарҙыҡынан юғары мәҙәниәт, юғарыраҡ мәғрифәт, магазиндар аша яҡшыраҡ тәьминәт, матурыраҡ кейем, күберәк хеҙмәт хаҡы килтерә. Бына нимә ул асфальт юл. Шуны белгәнгә күрә үпкәләй ҙә инде Илеш төбәгенән ситтә йәшәүселәр. Шуны һөйләй бит Әбйәлилдә Рәжәпов.
Әйтергә кәрәк, Рәжәпов ул төндө йоҡламаны, ул ғына түгел, юл бүлегенең бүтән кешеләренә, райсоветтың иҡтисад бүлеге хеҙмәткәрҙәренә лә йоҡо бирмәне ул. Төнө буйы улар Рәхимов әйткән эштәрҙең күләмен, уны башҡарырға күпме кеше, машиналар, материал, аҡса кәрәклеген һананы. Иртәнге һигеҙҙә Рәхимов, моғайын, йоҡлап ятмайҙыр, хәҙер бында килеп етер, тип райсовет алдына килеп баҫҡайны. Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Асҡарҙың алама ғына булһа ла ҡунаҡханаһы бар ине, Рәхимов шунда йоҡлаған икән. Райсоветҡа килә ятҡанда, ишек янында уны һағалаған Рәжәпов менән бәрелешә яҙҙы.
– Китеп барҙымы икән, тип ҡурҡҡайным, – ти һалды Рәжәпов. – Иҫәптәрҙе бирә алмай ҡалып ҡуймайым, тим.
– Һанап та килтерҙеңме? Мин улай уҡ ҡабаландырмағайным да инде.
– Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, ти бит беҙҙең халыҡ. Бына, эшләнек. – Рәжәпов ҡағыҙ тулы ҡатырға тышлыҡ һондо.
– Ярар, – тине Рәхимов. – Былай булғас, РСФСР-ҙан күскән предприятиеларҙың аҡсаһы бюджетҡа инеү менән эшкә тотонорһоғоҙ.
Юлһыҙлыҡ халыҡтың иң теңкәһенә тейгән күренеш ине. Уны олоһо ла, кесеһе лә, ҡарты ла, йәше лә үҙ елкәһендә татығайны. Шуға күрә Рәхимовтың Әбйәлилгә килеп, юл мәсьәләһен ҡуҙғатыуы һәммәһен дә ҡанатландырҙы һәм өмөтләндерҙе. Ысынлап та, беҙҙә асфальт юл булырмы икән ни, тип ышанмау ҙа йәшәне. Рәхимов Әбйәлилгә икенсе килгәнендә, “Яҡтыкүл” шифаханаһы янында Магнитогорск ҡалаһының, Магнитогорск металлургия комбинатының генераль директорын осрашыуға саҡырыуы һәм бында ла Яҡтыгүл ауылына тиклем юл һалыу мәсьәләһен күтәреүе кешеләрҙең күңелендә ышаныс сатҡыһы уятты.
– Бығаса һеҙҙең заводтарҙа эшләгән кешеләр беҙҙең район ерендә ял итте, заводта яҡшыраҡ эшләр өсөн һаулығын нығытты, ул ғына ла аҙ, һеҙҙең хеҙмәтсәндәр был яҡта үҙҙәренә өйҙәр төҙөп йәшәй. Әйҙәгеҙ, уларҙың тормош шарттарын күмәкләп яҡшыртайыҡ, – тине Рәхимов. – Һүҙ һеҙҙең ҡаланан беҙҙең яҡҡа юл күтәреү тураһында. Яҡшы юл һалһаҡ, һеҙҙең эшсәндәргә лә, беҙҙекеләргә лә йөрөргә уңайлы һәм хәүефһеҙ булыр. Ә беҙ, һеҙҙе һәм беҙҙе айырған сиктәргә ҡарамай, ошо кешеләр өсөн тырышабыҙ бит инде. Шуға дөйөм эште бергәләп башҡарайыҡ. Әгәр һеҙгә беҙҙең ерҙә ял ерҙәрен киңәйтергә кәрәк булһа, моғайын, уртаҡ тел табырбыҙ.
Ҡала* етәкселәре аңланы Рәхимовтың теләген һәм ризалашты. Алға китеп, әйтеп ҡуяйыҡ, Магнитогорск предприятиелары Әбйәлил районының иң сигенә тиклем юл һалды, ә Башҡортостан уларға Абҙаҡ һәм Яҡтыкүл ауылдары янында бик ҙур спорт ҡоролмалары төҙөргә һәм файҙаланырға мөмкинлек бирҙе.
Беренсе мәртәбә Әбйәлилдә юл мәсьәләһен күтәргән саҡта кешеләрҙә тыуған өмөт шул уҡ йылда ышаныс булып нығынды. Хәлил Барлыбаевтың Милек буйынса дәүләт комитеты Мәскәү предприятиеларын Башҡортостандыҡы итеп күсерә торҙо, Сәғетдиновтың Милли банкы предприятиелар эшләп алған аҡсаны йыраҡҡа ебәрмәйенсә, республика бюджеты иҫәбенә күсерҙе, ә “Башкиравтодор” тип аталған предприятие шул аҡсаға тракторҙар, автомашиналар, бүтән төрлө юл эшләү техникаһын һатып алды һәм беренсе итеп Әбйәлилгә оҙатты.
Асҡарҙа ике “С-100” тракторы килеү менән ауылдың көньяҡ сигенә, Урман хужалығы йорто янына сыҡты һәм “Асҡар – Үҙәнбаш” тип яҙылған таҡта янында тупраҡты этеп, юл һалырға кереште. Шунда йыйылған халыҡ тотондо ҡул сабырға, баш кейемдәрен күккә сөйөргә.
– Рәхмәт һиңә, Декларация!
– Йәшәһен үҙаллы Башҡортостан! – тип ҡысҡырыуҙар тракторҙар тауышына ҡушылды.
Ошондай уҡ эш Белорет районында башланды. Унда бер юлы Ағиҙел аша ҙур күпер һалынды, Шығай, Хөсәйен, Үҙәнбаш ауылдары янынан уҙып, Әбйәлил районы сигенә тиклем юлды Белорет юл хужалығы предприятиеһы төҙөнө.
Рәхимов юл эштәре тураһында бер сығышында:
– Беҙ республиканың бөтөн район үҙәктәрен дә Өфөгә асфальт юл
*Әбйәлил яғындағы кешеләр Магнитогорскиҙы ҡала – город, ти.
менән тоташтырырға тейешбеҙ, – тигәйне. Ана шул бурыс үтәлгәнгә тиклем юл эшендә һүлпәнлеккә юл ҡуйылманы.
Яуҙан һуң батырҙар күбәйә
Башҡортостандың Юғары Советы һәм Министрҙар Советы республиканың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһы нигеҙендә Совет дәүләтенә союздаш республика рәүешендә инер өсөн килешеү проекттарын эшләп, Мәскәүгә һәм бүтән республикаларҙың баш ҡалаларына ебәрергә әҙерләп бөтөргәйне инде. Хәҙер ошо мәсьәлә буйынса бөтөн республика етәкселәренең бер урынға йыйылып, тағы ла бер һөйләшәһе һәм дөйөм килешеүҙе тәстиҡлайһы ғына ҡалды. Әммә... Шул уҡ көндә кискә табан Рәхимовтың бүлмәһенә Илдар Шәйәхмәтов килеп инде.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, тиҙ генә телевизорығыҙҙы ҡабыҙығыҙ әле. Унда шундай нәмә бара... – Үҙе, Рәхимовтың ҡуҙғалғанын да көтөп тормайынса, телевизорҙы барып тоҡандырҙы. Ҡараһалар, телевизор экранында оҙон өҫтәл артында байтаҡ ир ултыра. Урталағы береһе һөйләй.
– ССР Союзының башында торған бөгөнгө власть илде ғәфү ителмәҫлек көрсөккә килтереп терәне. СССР-ҙың социаль-иҡтисади хәле ҡыйралыу алдында тора, сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш – ғөмүмән, бер генә өлкә лә йүнләп эшләмәй, ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр ас-яланғас көн күрә, илдең финанс хәле ҡыйралыу алдында тора. Ошо хәлдә беҙ, илдең яҙмышы өсөн борсолған бер төркөм яуаплы кешеләр, ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты ойошторорға мәжбүр булдыҡ. СССР-ҙа бөтөн власть ГКЧП ҡулына күсә, бөтөн ерҙә лә уның күрһәтмәләре өҫтөнлөклө булып тора һәм үтәү өсөн мәжбүри...
– Бәй, был түңкәрелеш тә баһа! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Рәхимов. – Элекке власты юҡҡа сығарып, бөтөнөһөн дә үҙ ҡулына алырға булған былар. Илдар! Бар, бындағы Президиум ағзаларын саҡырығыҙ минең бүлмәгә. Кем юҡ – уларын эҙләп табығыҙ, барыһы ла йыйылһын!
Рәйестең асыҡ ишегенән кешеләр инә торҙо, оҙон өҫтәл янына теҙелешеп ултыра барҙы. Берәү ҙә бер һүҙ өндәшмәне, бөтәһенең дә ике күҙе телевизорҙа. Уныһы ГКЧП-ның баяғы белдереүен ҡабатлай ҙа күрһәтә, ҡабатлай ҙа күрһәтә.
Ошо рәүешле байтаҡ ултырғандан һуң, Рәхимов:
– Йә, кемдең әйтер һүҙе бар? – тип ҡуйҙы.
Берәү ҙә ырғып торманы, һүҙ һорап ҡулын да һонманы. Демин:
– Нимә әйтәһең инде бында, – тип һуҙҙы.
Рәхимов йәнә бер аҙ шым ултырҙы ла:
– Хәлдәр бик ҡатмарлы, иптәштәр. Күреп тораһығыҙ, ГКЧП илдә власты ҡулына алмаҡсы. Уларҙы ла аңларға була, илдә тәртип ҡалманы бит инде. Халыҡ ярым ас, ярым яланғас. Былай барһа, халыҡ үҙе өҫтәгеләрҙе ҡыуып төшөрөүе ихтимал. Ләкин ГКЧП-ның әлеге рәүешле власты алырға ынтылыуы – быныһы ла килешкән нәмә түгел. Бында бит бөтөнөһө лә тиерлек Политбюро ағзаһы. Власть мәсьәләһен шунда хәл итеп булмаймы ни? Горбачев шул уҡ Политбюроның Генераль секретары бит. Йыйналығыҙ ҙа һөйләшегеҙ. Моғайын, Горбачев аңлар. Иҫәр түгел дә инде. Бәлки, үҙе теләп властан китер. Мин булһам, мәҫәлән, шулай итер инем. Һеҙ бер тауыштан миңә “кит” тип әйтәһегеҙ икән, китәм, йәбешеп ятмайым. Элекке эшем бының менән сағыштырғанда алтын ине. Яуаплылығы ла билдәле, эш хаҡы ла бындағынан күберәк... – Рәхимов бер аҙ шым ултырҙы. Шунан дауам итте. – Һәр ҡайһығыҙ “беҙ хәҙер нимә эшләргә тейешбеҙ” тип һорайһығыҙ бит инде. Минеңсә, беҙҙең ғәмәлдәр тик Башҡортостандың мәнфәғәтенән сығып ҡоролорға тейеш. Нимә генә эшләһәк тә, үҙебеҙҙең декларация менән үлсәргә тейешбеҙ ғәмәлдәрҙе. Декларацияға тура килә икән, әйҙә, алға, юҡ икән, туҡта, был юл беҙҙеке түгел. ГКЧП-ның түңкәрелешкә саҡырыуы беҙҙең декларацияға туры киләме һуң? Юҡ. Беҙ халыҡ биргән мандат менән бында ултырабыҙ, беҙгә уны Политбюро ла, Өлкә комитет бюроһы ла бирмәне, Башҡортостан халҡы бирҙе. Шуға беҙҙең ГКЧП-ға ҡатнашыбыҙ юҡ. Улар, өлкәләрҙә, республикаларҙа ГКЧП структураһын төҙөргә кәрәк, ти. Юҡ. Беҙ быны эшләмәйәсәкбеҙ, сөнки ул беҙҙең декларацияға тап килмәй. – Рәхимов терһәген яңағына терәп, күҙҙәрен йомоп бер аҙ ултырҙы. – Хәҙергә таралышайыҡ, артабан хәлдәр нисек үҙгәрер, күрербеҙ. Мин бүтән “автономиялар”ҙың етәкселәре менән һөйләшеп сығайым әле.
Башҡортостандың ауылдарында, ҡалаларындағы власть әһелдәре дүрт күҙ менән Өфөгә текәлде. Был болғансыҡ мәлдә Өфө нимә әйтер, баш ҡаланан ниндәй әмер төшөр, тип көттөләр, телефон төбөнән китмәнеләр, тиерлек. Әммә телефон шылтыраманы. Өфөлә ҡараштар Юғары Совет йортона төбәлгәйне. Власть органдарында эшләүселәр генә түгел, һуңғы ваҡытта бик күп булып барлыҡҡа килгән йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыусылар ҙа Өфө тауының иң бейек нөктәһендә урынлашҡан Аҡ йортҡа әленән-әле ҡараш ташланы. Ә Юғары Совет бинаһындағылар тышына “М.Ғ. Рәхимов” тип яҙылған ишеккә. Ишек асылманы ла, ябылманы ла. Шунан ҡараштар секретарь Ләләгә күсте. “Бындамы?” Баяғы ишеккә ымланылар.
– Юҡ. Мортаза Ғөбәйҙуллович төнөн үк Мәскәүгә осҡан. Унан шылтыратҡаны булманы әле.
Ҡараштар Мәскәү яғына боролдо. Ә Мәскәүгә нимә, Мәскәү бөтөн ваҡиғаға ла, миллиондарса ҡарашҡа ла битараф, Мәскәү үҙенсә мыжғып тик ята.
Республикалар етәкселәре РСФСР-ҙың Юғары Советы рәйесе Борис Ельцин менән осрашырға ниәтләп, Мәскәүҙең аҡ йортона барҙы. Яуап ҡыҫҡа һәм аңлайышлы булды. Ельцин: “Йөрөмәһендәр, уларҙың ҡайғыһы юҡ әле”, – тигән. Бер ҡосаҡҡа өмөтләнеп барып, уныһы ҡыҫып алмаһа, арлы-бирле һөйөрмөн тип ымһындырған икенсе ҡосаҡҡа инәһең инде. Был – тормош ҡануны. Шуның буйынса етәкселәр ГКЧП-ның башлыҡтарына киттеләр. А. Лукьянов менән Г. Янаев быларҙы ҡабул итеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы. Бер генә теләк белдерҙе “гкчп”сылар – ҡайтығыҙ ҙа үҙ республикаларығыҙҙа ГКЧП-ныҡы кеүек структура барлыҡҡа килтерегеҙ һәм үҙегеҙҙә тормошто беҙҙең талаптарға ярашлы итеп төҙөгөҙ.
Рәхимов Өфөгә киләһе төндә генә ҡайтып төштө. Иртән иртүк эшкә барҙы ла Юғары Совет Президиумын йыйып алды. Мәскәүгә сәйәхәте тураһында һөйләне, бындағы хәлдәрҙе һорашты. Өфөлә хәлдәр элеккесә, үҙгәрешһеҙ, тинеләр. Тик Михаил Горбачевты ҡулға алғандар икән, тигән хәбәр таралды. Шул дөрөҫмө?
– Был турала ишетмәнем, – тине Рәхимов. – Ялғандыр. Дөрөҫ булһа, күптән лаф орорҙар, бигерәк тә “Азатлыҡ” радиоһы, бүтәндәр әллә ҡасан донъя яңғыратыр ине инде. – Янаев тәҡдим иткән ГКЧП структураһын төҙөйбөҙмө-юҡмы? – Рәхимов Президиум ағзаларының һәммәһен дә ҡарашы менән һөҙөп сыҡты.
– Ҡыҙыҡ кешеһең һин, Мортаза Ғөбәйҙуллович, ГКЧП тураһында беренсе һүҙ сыҡҡас та, түңкәрелеш беҙҙең декларацияға тап килмәй, шуға бер нәмә лә ойоштормайбыҙ, тип киткәйнең. Әллә Мәскәүҙә мейеңде бороп ҡайтарҙылармы? Янаевтың ГКЧП-һына ышанып йөрөйһөңмө?
Рәхимов ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Мине яңылыш аңлап ултыраһың һин. Мин, Президиум рәйесе булараҡ, ГКЧП-ның тәҡдимен тауышҡа ҡуйырға һәм һәр кемдең фекерен белергә тейешмен. Ә һин әллә нимәгә бораһың.
Бүлмәләгеләр еңел тын алды. Республикала ГКЧП структураһын төҙөмәҫкә тип тауыш бирҙе Президиум.
– Хәҙер миңә телевидениеға сығырға һәм халыҡҡа үҙебеҙҙең ҡарашты белдерергә кәрәк, – шулай тип Рәхимов урынынан ҡуҙғалды.
Күп тә үтмәне, Башҡортостан телевидениеһы, бүтән тапшырыуҙарҙы өҙөп, Мортаза Рәхимовты эфирға сығарҙы.
– Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Мәскәүҙәге ГКЧП айҡанлы мин һеҙгә түбәндәгеләрҙе белдерәм. 19 августа ГКЧП үҙәк телевидение аша илдә власты үҙ ҡулына алырға ынтылыуы тураһында белдерҙе. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ГКЧП-ның структураһы барлыҡҡа килде һәм төбәк менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алды. Беҙ быны эшләмәнек. Сөнки ГКЧП-ның түңкәрелеше беҙҙең республиканың дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияға тап килмәй һәм беҙҙә уның идараһының кәрәге юҡ. Башҡортостандың Юғары Советы Президиумы ғәҙәттән тыш хәлде республикала булдырмаҫҡа ҡарар ҡабул итте. Беҙҙең республикала тыныслыҡ хөкөм һөрә. Предприятиелар, колхоз-совхоздар, сауҙа, мәҙәниәт учреждениелары элеккесә эшләй һәм мин һеҙгә тыныс булығыҙ, беҙҙең эшкә һәм тормошҡа бер нәмә лә янамай, барлыҡ мөхиттә лә дәүләт етәкселеге һәм контроле эшләй, – тип белдерҙе.
Был сығыш, һис шикһеҙ, кешеләрҙе тынысландырҙы, берәү ҙә урам һәм майҙандарға сығырға, нимәлер талап итергә йыйынманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡала советының сираттан тыш сессияһы ойошторолдо. Ҡала депутаттары үҙҙәренең ултырышына Рәхимовты саҡырҙы һәм уны ГКЧП-ны демократияға ҡаршы түңкәрелеш яһарға маташҡаны өсөн тәнҡитләмәгәне һәм хәлдең үҙгәререн көтөп, бер нәмә лә эшләмәгәне өсөн ғәйепләргә йыйынды. Бер депутаттың ошо сығышынан һуң Рәхимов уға һорау бирҙе:
– Хөрмәтле депутат, ГКЧП иғланы булғас, һеҙ ҡайһы залда, йә ҡайһы майҙанда халыҡты йыйып, түңкәрелешкә ҡаршы сығыш яһанығыҙ һәм демократияны яҡларға саҡырҙығыҙ?
– Һеҙ мине үҙегеҙ менән сағыштырмағыҙ, – тине шулай ҙа. – Мин ҡәҙимге депутат, ә һеҙ республиканың Юғары Советы рәйесе. Минең яуаплылыҡ менән һеҙҙеке бер түгел.
– Мин үҙ яуаплылығымды үтәп, телевидение аша сығыш яһаным, ГКЧП-ны ғәйепләүемде белдерҙем. Ә һеҙ нимә эшләнегеҙ? Бер нәмә лә эшләмәгәнһегеҙ. Эйе, кешене ғәйепләү еңел ул. Тик шул саҡта уны тик үҙеңдең бизмәнең менән генә үлсәргә ярамай. Был юлы һеҙҙең дә, минең дә бизмән – халыҡ, һайлаусылар алдында яуаплылыҡ. Мин үҙ бурысымды үтәнем тип һанайым.
Рәхимовты ғәйепләү мәсьәләһе ҡабаттан ҡуҙғатылманы. Әммә алама сир тиҙ йоға тигән һымаҡ, Өфө ҡала Советында Рәхимовҡа тағырға тырышҡан ғәйепләүҙе ҡабатларға теләүселәр табыла торҙо.
Башҡортостан Юғары Советының сираттан тыш сессияһында Рәхимовты ғына түгел, Президиумды эшмәкәрһеҙлектә ғәйепләргә һәм уға ышанмаусанлыҡ күрһәтергә тәҡдим булды һәм ошо мәсьәлә ҡаралды. Әммә депутаттарҙың күпселеге Рәхимовтың һәм Президиумдың ул ваҡыттағы эшмәкәрлеге СССР, РСФСР һәм БССР Конституцияларына, Рәсәй Президентының шул көндәрҙә сығарылған указдарына тап килә, Башҡортостан шарттарына яуап бирә һәм уларҙың ғәйебе юҡ, тип табылды. Яуҙан һуң батыр күбәйә, тиҙәр бит әле. Шуның һымаҡ инде, ГКЧП-ның тәүге көндәрендә аҡыл өйрәтеүсе лә, кәңәш биреүсе лә – берәү ҙә юҡ ине. Ельцин түңкәрешселәрҙең үҙҙәрен түңкәргәйне, табылды һәр төрлө аҡыллы баштар. Имеш, Рәхимов тегеләй эшләгән, ә кәрәк ине былай.
Әлбиттә, был нәмәнең шауҡымы икәнлеге билдәле. Ельцин Мәскәүҙә СССР-ҙың Президенты Горбачевты “ҡулға алынған” еренән ҡотҡарып алып ҡайтты ла Рәсәй Юғары Советының сессияһында тегенән һорау алды. Оҙаҡламай шул уҡ Ельциндың Указы буйынса СССР Коммунистар партияһы тарҡатылды. ГКЧП-ла ҡатнашҡан 8 кеше енәйәтсе тип иғлан ителде, төрмәгә ябып ҡуйылды. Мәскәүҙә шундай эштәр ҡылынғанда, Башҡортостандың демократик көстәренең “бапаҡ” табырға хаҡы юҡмы ни? Бар. Улар бапаҡты үҙҙәренә оҡшамаған Рәхимов һәм уның тирәһенән эҙләргә тотондо. Тик таба алманы. Әллә инде бапаҡ тигәндәре ел кеүек йылғыр йә балыҡ һымаҡ шыуғалаҡ булып сыҡтымы, һис тотторманы.
ГКЧП-ның Башҡортостанға килтергән зыяны ҙур булды инде. Был турала Рәхимов ҡайта-ҡайта уйланды, байтаҡ кеше менән фекер алышты. ГКЧП хәлдәре СССР-ҙы ойоштороусы республикаларҙың килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан ғына булды. Килешеү проектында Башҡортостан союздаш республикалар менән тиң хоҡуҡлы, ул СССР-ҙы ойоштороусы булараҡ сығыш яһай һәм РСФСР-ҙан сыға, тип яҙылғайны. ГКЧП менән ҡуша союз килешеүе тураһындағы дөйөм ризалыҡ та юҡҡа сыҡты. Сөнки был килешеү авторҙарының байтағы ГКЧП-ның да авторҙары булып сыҡты. Союз килешеүенең бөтөүе элеккесә ике сортлы республикаларға бүленеште һаҡланы һәм РСФСР эсенән сығыу юлын ҡапланы.
КПСС-тың эсендә тәртип һәр ваҡыт ҡаты булды. Партия ойошмаһы, партия комитеты ҡарарҙарына уның ағзаһы, хатта ағза булмаусылар ҙа һис һүҙһеҙ буйһона торған ине. Ошо тәртип комитеттарҙың власть органдары, йәмәғәтселек ойошмалар менән мөнәсәбәттә лә һаҡланды. РСФСР Президенты Борис Ельциндың КПСС-тың эшмәкәрлеген ябыу тураһындағы указы сыҡҡас, Мәскәүҙәге үҙәк, Мәскәү ҡала комитеттары эшен туҡтатты. Башҡортостандың Өлкә комитетына туранан-тура ҡағылған күрһәтмәне берәү ҙә бирмәне. Республиканың Юғары Советы ла, Министрҙар Советы ла ҡарар сығарып торманы. Шулай ҙа Өлкә комитеттың беренсе секретары Игорь Горбунов Рәхимовтың янына килде.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, беҙгә бер-беребеҙҙе яҡындан белергә, бергә эшләргә насип итмәне. Шулай ҙа мине таныйһығыҙҙыр. Мин Горбунов булам.
– Эйе, миңә һеҙҙең турала әйттеләр.
– Әммә Өлкә комитетты ябыусы беренсе секретарь тимәгәндәрҙер?
– Мин тарихҡа КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты йортоноң тәҙрәләренә арҡыры ағас ҡағыусы булып инәм.
– Бигерәк шәп ҡылыҡһырлау.
– Нимә генә тиһәгеҙ ҙә, был минең эшмәкәрлектең ысын асылын күрһәтә. Әлбиттә, мин һеҙгә ошоно әйтер өсөн килмәнем.
– Юғары Совет беҙҙең эшмәкәрлекте туҡтатыу тураһында ҡарар сығарып торманы.
– Әллә. Юғарғы властың ҡарарын түбәндәгеһе ҡабатлай түгелме ни?
– Беҙ Рәсәй Президентының түбәнге власы түгел бит. Беҙ – Рәсәй менән бер тиң уҙаҡсылар, бергәләп федерация ҡорабыҙ. Шуға Рәсәй Президентының указын ҡабатламайбыҙ. Әгәр маҡсатҡа ярашлы тип һанайһығыҙ икән, коммунистар ойошмаһының эшен дауам итә алаһығыҙ. Тик бының өсөн ойошманы киренән теркәргә кәрәк. Тәртип шулай.
– Ярар инде, беҙ эшмәкәрлекте туҡтатыу буйынса барыһын да яһап бөттөк. Булған милектең исемлеге бар, 20 миллион аҡса ята кассала. Шуларҙы кемгә тапшырырға?
– Беҙҙә хужалыҡ эшмәкәрлеге тулыһынса Министрҙар Советына йөкмәтелгән.
– Ярар, уларға тапшырырмын.
– Үҙегеҙ артабан ни менән шөғөлләнергә уйлайһығыҙ?
– Аныҡ ҡынаһын белмәйем әле.
– Ярҙам кәрәкһә, инерһегеҙ.
Ошо рәүешле 90 йыллыҡ тиерлек тарихы булған компартия Башҡортостанда эшмәкәрлеген туҡтатты.
Рәхимов, ғәҙәтенсә, һуң ғына ҡайтты, үҙ асҡысы менән фатирҙы асып инде. Өҫ кейемен сисә генә башлағайны, йыр ишетелде:
Радио, тевезорҙан да түгел, ниндәйҙер кеше йырлай. Рәхимовтарҙың фатирында, бигерәк тә күптән түгел күсенгән Коммунистик урамдағыһында, йырлап ултырыусы булғаны юҡ ине әле.
Тауыш килгән яҡҡа үтһә, аш бүлмәһендә ҡатыны Луиза менән бер ир ултыра. Тегенеһе йырлай. Мортазаны күреү менән икеһе лә аяғүрә баҫты.
– Һаумы, еҙнә, – тип ебәрҙе ир.
– Туҡта-туҡта, был, Камил ҡәйнеш, һин түгелме һуң?
– Мин, еҙнә, мин. Мәскәүҙән ҡайтып барам. Хәлегеҙҙе беләйем, тип һуғылдым. Һуңғы осрашыуҙың ҡасан булғанын да онотҡанмын инде.
– Һин онотһаң, мин беләм. Егерме йыл да тулмаған әле.
– Шуны хәтерләйһең, әй. Вәт иҫ.
– Әйҙә, һөйлә, ни елдәр ташланы беҙҙең яҡҡа?
– Һеҙҙе күрәйем әле, тинем. Һағындырҙығыҙ бит. Ни үҙең килеп сыҡмайһың.
– Һеҙ бит ярты яҡта, юл ыңғайы ғына барып булмай. Элек Себергә һөргөнгә генә ебәргәндәр. Әле лә ул яҡҡа барырға талаҡ ташып тормай.
– Шуға күрә мин киләм инде бында.
– Ниндәй эш менән мәшғүлһең, Мәскәүгә йөрөрлөк булғас, яҡшы уҡ дәрәжәгә өлгәшкәнһеңдер.
– Еҙнә, һинең белмәгән нәмәң юҡ. Бер ҡараштан кешенең кемлеген беләһең.
– Шулай булырға ваҡыт инде, байтаҡ йәшәйбеҙ бит ерҙә. Һин иҡтисадсыға уҡығайның бит әле.
– Эйе. Хәҙер банк селтәренә күсеп алдым. Ниәт – бер ҙур банк эшләп алырға ине. Бында һуғылыуҙың маҡсаты ла шул. Еҙнәм был эштә ярҙам итеп ебәрмәҫме, тигәйнем.
– Мин Себерҙә бер банк асырға йөрөйөм. Шуның филиалын, бәлки, Өфөлә ойоштороп булыр.
– Банктар кәрәк беҙгә. Банк селтәре юҡ дәрәжәһендә бөгөн. Тик беҙгә филиал түгел, төп банк үҙе кәрәк.
– Беҙҙә асылған банк беҙҙә теркәү үтһен һәм һалымдарҙы беҙгә түләһен өсөн. Республиканы күтәреү өсөн бер бәләкәй генә, әммә этәргес була ул.
– Һин дә уҫаллашҡанһың, еҙнә. Һәр нәмәнән үҙ файҙаңды күрергә тырышаһың.
– Бер банкирҙар ғына өҙгөс тип белгәйнеңме ни? Промышленниктар ҙа шулай булырға тейеш, баҙар иҡтисадына күсәбеҙ бит. Банкыңдың исеме нимә?
– Уны “Урал – Себер” банкы тип ата, ҡыҫҡартҡанда, “Уралсиб” була. Баш банкың бында булһын, Себерҙә, Мәскәү янында, Мәскәүҙең үҙендә, Питерҙа, бүтән ерҙәрҙә филиалдарын ойоштор. Бына һиңә селтәр. Ә беҙ бында хәл ҡәҙәренсә ярҙам итербеҙ.
– Ҡыҙыҡ, бик ҡыҙыҡ тәҡдим. Миңә лә, Башҡортостан республикаһына ла яҡшы файҙа килергә мөмкин был эштән.
– Тап шулай. Бөгөн төнө буйы ошоно уйла, иртәгә мин һине бик шәп бер банкир менән таныштырырмын, уртаҡ тел дә, уртаҡ эш тә табырһығыҙ тип ышанам. Ә хәҙер йырла “Себер”еңде. Оҡшай ул миңә. Нисек әле:
Иртәгәһенә Рәхимов Камилды Сәғетдинов менән таныштырҙы. Теге икәүҙең һөйләшә башлағанын әҙерәк тыңлап торҙо ла уйлап ҡуйҙы: был йәш банкир бик өҙгөскә оҡшаған, бармағыңды ҡаптырһаң, беләгеңдән өҙөп алыр, ә тегенеһе, аҡыллы ҡарт, өҫтәүенә ныҡ тәжрибәле, еңел генә өҙҙөрмәҫ ҡулын.
Йәй башында Францияла университет тамамлап Урал ҡайтты. Бер нисә көн ул бер ҡайғыһыҙ, хәстәрлекһеҙ өйҙә йөрөнө, әсәһенең һағыныуын баҫты, үҙенең концерттарға, туған телдә һөйләшеүгә һыуһынын ҡандырҙы. Атаһы Юғары Совет рәйесе булғаны бирле өйгә ҡайтҡаны ла юҡ ине. Артабан нисек йәшәр, ни менән шөғөлләнерен, аныҡ ҡына күҙ алдына ла килтермәй әле.
Бер көндө кис урамға сыҡһа, элекке әшнәһе менән күҙмә-күҙ осраштылар.
– Бәй, Игорь, һин бында ни эшләп йөрөйһөң?
– Һеҙгә, донъя хужаларына ғына йәшәргә тигәнме ни Вип төбәктә? – үҙ һүҙенә үҙе шарҡылдап көлдө Игорь. – Хәҙер бит хөрриәт, аҡсаң бар икән, теләһә ҡайҙан һатып алып була фатирҙы. Аҡса йүнәттек тә, берәү һата ине, алдыҡ шуны. Фатирға ҡушып, анау ултырған машинаны бирҙеләр.
– Оһо, биш ишекле “Форд”. Бындайҙа Америка байҙары ғына йөрөй.
– Беҙ уларҙан кәмме ни? Теләһәң, әйҙә йөрөп киләйек. Рулгә ултыраһыңмы?
– Бик еңел уны йөрөтөүе. Тиҙлеккә ҡораһы юҡ. Бөтәһен дә автомат эшләй. Һиңә юлға ҡарарға ла рулде борорға ғына ҡала.
Урал тәүәккәлләне. Ысынлап та, ҡыйын түгел ине был машинала йөрөү. Эргәңдә өйрәтеүсе лә булғас. Урамдарҙы бер итеп кире үҙҙәренең йорто янына килеп туҡтанылар.
– Артабан нимә менән шөғөлләнергә ниәтләйһең инде? – тип ҡыҙыҡһынды Игорь.
– Ниндәйҙер бер ҡарарға килгәнем юҡ әле.
– Беләһеңдер, моғайын. Мин бит нефть институтын тамамланым, атайым да шул нефть эшкәртеү тирәһендә эшләне. Бер тирәлә булайыҡ, тигәс, ҡарышманым. Хәҙер бындағы нефть ҡыуыу заводтарына төрлө төбәктән нефть килтереү, заводтан сыҡҡанын төрлө ергә оҙатыу менән шөғөлләнәм. Үҙемдең кооператив бар, ярҙамсыларым да етәрлек. Һин менеджментҡа уҡығанһың шикелле.
– Ойоштороу эшен беләһең тигән һүҙ.
– Әллә инде. Университетта ни, күберәк теория бит, ғәмәлдәге эште күргән юҡ әле.
– Ярар, нимәнән дә булһа башларға кәрәк бит инде. Ҡабул итһәң, иртәгә үк һиңә эшкә сығам.
– Рәхим ит. Береһе урта буйлы, икенсеһе һонторораҡ ике егет ҡул биреште.
Кисен был турала Урал атаһына әйтте:
– “Петролиум” кооперативына.
– Нефть менән шөғөлләнәме ни?
– Исааков Игорь Моисеевичтыҡы.
– Исааков булһын да, урыҫ тиһең, имеш.
– Дамир ғына түгел инде, Исхаҡовтар күп бит. Ә Исхаҡов менән Исааков бер тамырҙан.
– Уныһын һеҙ беләһегеҙ инде, мин бит промышленник, философ йә филолог түгел. Исааков һине кем итеп эшкә ала инде?
– Үҙем уҡыған һөнәр буйынса.
Ярты йыл самаһы ваҡыт эсендә Урал нефть менән эш итеү серҙәренә яҡшы уҡ төшөнөп алды. “Петролиум”дың килеме туҡтауһыҙ артты, йыл үҫәһен көн үҫә тигән һымаҡ булып китте. Бер көндө Исааков уға ҡыҙыҡ ҡына һорау бирҙе:
– Һинең атайыңдың эш хаҡы күпме?
– Һин ҡыҙыҡһын әле, шунан миңә әйтерһең.
– Нимәгә кәрәге бар уның?
– Эш хаҡын арттырыу мөмкинлегебеҙ бар. Һинең эш хаҡың атайыңдыҡынан артып китмәһен, тим. Иң юғары түрәнекенән дә күберәк алырға хаҡыбыҙ юҡ.
– Килеп сыҡһа, ҡырҡабыҙ. Ҡырҡылғанын бүтәнсә һинеке итер юлын табырбыҙ.
Урал уның эш хаҡы тураһында атаһынан белешергә тартынды, әсәһенән һораны. Әсәһе белә икән. Иртәгәһенә Игорға әйткәйне, тегенеһе аптыраны:
– Шулай ғынамы? Завод директоры унан байтаҡҡа күберәк ала ла баһа. Ярар, беҙ нәфсене тыя белербеҙ, рәйестекенән артыҡ ҡуймабыҙ.
Быларҙың эше ыңғай барҙы, Исааков күберәк илдең төрлө мөйөшөнән нефть килтереү менән шөғөлләнде, Ә Уралға бензин, эфир майҙарынан башлап, мазутҡа тиклем барһын да һатыуҙы ойошторорға тура килде. Заводтар туҡтауһыҙ тулы ҡеүәтенә эшләне, тейешле хаҡын тулыһынса республика ҡаҙнаһына түләне, элек Мәскәүгә киткән һалымдар ҙа бында ҡалды.
Урал Франциялағы элекке һабаҡташтары аша яғыулыҡ-майлау нәмәләрен сит илгә сығарыу тураһында килешеүгә өлгәште һәм ул Игорь менән икәүләп Италияның баш ҡалаһы Римгә килде. Иртәгә һуңғы документҡа ҡул ҡуябыҙ ҙа ҡайтабыҙ тигән кистә улар ҡунаҡханала оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы. Шунда Исааков ике бит ҡағыҙ сығарҙы.
– Ғәфү ит, Урал, һинең рөхсәтеңдән тыш быны эшләргә минең хаҡым да булмағандыр, ләкин был донъяның хәле бик күп төрлө, кәрәге тейер, ихтимал, тип һинең исемгә Римдә һәм Венала ике банкта ике иҫәп астырғайным. Бына хисаптары.
Урал ҡағыҙҙарҙы алып ҡараны ла ике күҙе дүрт булды. Ике ҡағыҙҙа ла алтышар һандан торған евролар суммаһы яҙылғайны.
– Ошо тиклем аҡса минекеме?
– Ундай аҡсаның булыуы мөмкин тип тә уйлағаным юҡ ине.
– Тимәк, һин риза бының менән?
– Юҡһа, мин ҡурҡҡайным. Атаһына оҡшаһа, баш тартыр был. Шунан ул аҡсаларҙы ни эшләтермен тип уйлағайным.
– Уға аҡса тәҡдим итеп тә ҡараныҡ, өй һалып бирәйек тинек, юҡ, яҡын да килмәне.
– Ул бит бюджеттағы вазифаны башҡара, уға ярамай. Ә минең иҫәптәгеләр бысраҡ аҡса түгелдер бит?
– Ни һөйләйһең, Урал Мортаза улы, ана күрәһең бит, аҡса ай һайын керә барған һәм бер үк сумма һалынған. Тимәк, айлыҡ эш хаҡының бер өлөшө ошонда күсерелә килгән. Быларҙағы банктарҙа тәртип ҡаты, бысраҡ аҡса икәнлегенә шик тыуҙымы, шунда уҡ сараһын күрә башлайҙар.
– Был аҡсаларҙы тотона башлаһаң да була.
Шулай ҙа Урал был һүҙҙең дөрөҫлөгөн һынар өсөн банкка инде һәм паспортын тотторҙо.
– Минең иҫәптә аҡса бар. Шуның бер аҙын алайым тигәйнем.
Күп тә үтмәне, быны айырым бүлмәгә саҡырҙылар. Кисәге һымаҡ бер бит ҡағыҙ бирҙеләр һәм күпме алырға теләйһегеҙ, тип бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге тотторҙолар.
– Ошоно тултырығыҙ ҙа ҡулығыҙҙы ҡуйығыҙ.
Урал әйткәнде эшләне, һәм шунда уҡ евролар килтереп бирҙеләр, шунан тағы бер яңылыҡ ишеттерҙеләр.
– Теләһәгеҙ, беҙ һеҙгә электрон карта яһайбыҙ. Һеҙ уның менән теләһә ниндәй илдә банкомат булған ерҙә ҡулаҡса ала, йә кассала электрон хисаплауын үткәрә алаһығыҙ.
Бер нисә минуттан VIZA тип яҙылған шырпы ҡабы хәтлек кенә пластик бирҙеләр.
Урал магазиндан өйгә күстәнәс, әсәһенә шәшке тун, атаһына матур бер костюм алды.
Өйгә ҡайтып, тунды күргәс, әсәһе илап ебәрҙе.
– Эй, Хоҙайым, ошондай затлы нәмә лә күрер көнөм бар икән. Ғүмер буйы бөксәнләнем, берәр нәмә һораһам, атайың “Юҡ, ярамай”ҙан уҙҙырманы.
Атаһының костюмға иҫе китмәне.
– Рәхмәт, – тип кенә ҡуйҙы.
– Кейеп ҡара, – тигәненә лә ыжламаны. Сәй янына ултырғас, улының нисек йөрөп ҡайтыуы тураһында һорашты. Килешеү төҙөгәндәрен белгәс:
– Миңә шул Игорь тигәнеңде күрһәт әле. Ниндәйерәк кеше икән, – тине.
Бер нисә көндән эштән һуң Исааков Урал менән уларға инде. Мортаза ла ҡайтып ҡына тора ине. Игорь тоҡсайҙан сығарып өҫтәлгә кәнфит һәм бер шешә коньяк ҡуйҙы:
– Һеҙҙең халыҡта ҡунаҡҡа буш ҡул килергә ярамағанлығын беләм. Шуға бына бәләкәй генә күстәнәс, – тине.
Бөтөнөһө өсөн дә хужабикә яуап бирҙе:
– Беҙҙең ғөрөфтө лә белеп, ололағаныңа рәхмәт. Әйҙә, өҫтәл янына ултырышығыҙ, – рюмкалар ҙа ҡуйҙы. – Атаһы, анау нәмәне асаһыңмы?
– Килтергәс, асырғалыр инде. Үҙеңә лә рюмка ҡуй.
– Кит, килешмәгәнде. Һеҙҙең менән ҡуша эсеп ултырмаға ни!
Ирҙәр коньяктан ауыҙ итте, аш аралаш һөйләшеп тә ултырҙы.
– Сит илгә сығарылған тауар өсөн түләүҙе нисек көйләгәнһегеҙ? – Мортазаның беренсе һорауы булды.
– Шул уҡ илдә кооперативтың банкта иҫәбен асҡанбыҙ. Һатып алыусы аҡсаһын шунда күсерә. Беҙ унан иң алда һалымдарҙы түләйбеҙ.
– Һалымды нисек һанайһығыҙ?
– Үҙебеҙҙәге законға ярашлы. Һалым министрлығы ниндәй аҡсала түләргә ҡуша, шуның менән хисаплашабыҙ.
– Иҫәпте сит илдә асмайынса булмаймы ни?
– Булмай шул. Беҙҙең банктар сит илдән килгәнде ҡабул итмәй бит.
– Проблема икән. Тимәк, банк эшмәкәрлегенә үҙгәреш индерергә кәрәк.
– Сит илдән түләү буйынса тотҡарлыҡ юҡмы?
– Һис бер сикләү юҡ. Был йәһәттән беҙҙәге кеүек түгел. Тауарың ингән көндө үк түләү керә.
– Ситкә сығарылған тауарҙы арттырып буламы?
– Нефть продукттарына һорау күп. Тауар ғына етмәй.
– Һеҙ әле Беренсе завод менән эшләйһегеҙме?
– Эйе, элекке һеҙҙең завод менән. Икенсе завод менән дә эште көйләгәндә, яҡшы булыр ине. Анау Ғәйнуллин тигән бәндә арҡыры бүрәнә кеүек юлда ята торғайны. Хәҙер, бәлки, рәтләнер.
– Мин егеттәргә әйтештерермен.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Исааков менән Урал Рәхимовтың эше тағы ла рәтләнә төштө. Хәҙер ике заводтың да етештергән тауары тулыһынса тиерлек быларҙың кооперативы аша һатыла башланы. Сит илдәргә тауар сығарыуҙы арттырҙылар, өҫтәүенә сит илдән төрлө нәмә ташый башланылар.
Әммә һәр ваҡыт донъя бер ыңғай һәм яҡшы барһа, дөрөҫ булмайҙыр. Һәйбәттең ҡәҙерен белер өсөн насарын да күреү фарыз, тиҙәр бит. Нефть юҡҡа ғына ҡара алтын тип йөрөтөлмәй. Алтындың хаҡы артҡан һайын, нефттеке лә арта. Ә ҡайҙа аҡса – шунда ыҙғыш, тартҡылаш һәм һуғыш.
Урал заводтан шылтыратҡанға унда барып етте.
– Сираттағы поезды теҙергә тотонғайныҡ, вагондар буш булып сыҡты.
– Ни эшләп яғыулыҡ ҡоймайһығыҙ, тигәйнек. Завод идаралығынан шулай ҡуштылар, тиҙәр.
Урал идаралыҡҡа китте. Тауар оҙатыусыларға был күрһәтмәне финанс бүлеге биргән. Финанс бүлегенә күрһәтмәне директор урынбаҫары еткергән булып сыҡты. Урал тегене эҙләп тапты.
– Николай Петрович, был ни хәл? Аңлатыуығыҙҙы һорайым.
– Аңлатманы мин түгел, һеҙ бирергә тейешһегеҙ. Киләсәктә тейәлеренә түгел, һеҙгә бирелгән яғыулыҡ өсөн аҡса түләмәгәнһегеҙ. Ни өсөн беҙ һеҙгә бушҡа тауар бирергә тейеш тип уйлайһығыҙ? Килешеүҙе уҡып ҡарағыҙ әле, унда сираттағы түләү өс көндән дә артыҡ тотҡарланырға тейеш түгел, тиелгән. Бөгөн алтынсы көн. Шуға беҙ һеҙҙең менән килешеүҙе өҙҙөк.
– Бүтән берәйһен таптығыҙмы ни?
– Һей, һеҙҙең кеүектәр завод ҡапҡаһының тышында сират тора.
Урал шунда уҡ Исааковты эҙләп тапты. Тик быныһы яҡында булмай сыҡты, Себергә нефть мәсьәләләрен көйләргә киткән икән, ҡайтасаҡ иртәнән һуң ғына. Ни эшләргә? Аптырағас, был атаһына китте. Ярар ул кәңәшмәлә-фәлән булманы. Атаһының эш урынына бик һирәк килә Урал, шулай ҙа уны танынылар һәм бүлмәгә тотҡарлыҡһыҙ индерҙеләр.
– Атай, ярҙам ит, – тип башланы ул һүҙен.
Улы бер ваҡытта ла былай тип өндәшкәне юҡ ине, күрәһең, хәле, ысынлап та, ҡырҡыуҙыр, тип уйланы Мортаза.
Урал заводта тыуған мәсьәләне ентекләп һөйләп бирҙе.
– Һин ярҙам итмәһәң, уҙаҡтар хәҙер урынды аласаҡ һәм беҙ ярыҡ ялғашта ултырып ҡаласаҡбыҙ.
– Хәлде дөрөҫ баһалайһың, яҡшы уҡ өйрәнгәнһең икән. – Мортаза телефон номерын йыйҙы, кем менәндер һөйләште. Шунан улына боролдо. – Заводтың директоры менән һөйләштем, урыныма үҙем ҡуйып киткәйнем. Шуға әйткәнде тыңлай. Ә һеҙ үҙегеҙҙе әллә кемгә ҡуйып бөткәнһегеҙ ҙә баһа. Ваҡытында түләмәйһегеҙ, нефть килтереү буйынса ла йыш ҡына килешеүҙе боҙаһығыҙ икән. Һеҙҙең урынға бүтәнде тапҡан инде улар, ярар килешеүгә ҡул ҡуйып өлгөрмәгәндәр. Яңы кеше һеҙгә ҡарағанда хаҡты ла күберәк түләргә булған. Завод директоры минең һүҙҙе йыҡманы, бер юлға ғәфү итергә булды. Әммә уның шарты бар.
– Бурысығыҙҙы иртәгә үк түләйһегеҙ. Был – бер. Икенсенән, артабан яғыулыҡ яңы кеше өҫтәгән хаҡлы буласаҡ. Шул шарттарға күнһәгеҙ, килешеү артабанға көсөндә ҡаласаҡ.
– Рәхмәт, атай! – Урал сыҡты ла йүгерҙе. Хөкүмәт йортонда йүгерешеп йөрөмәйҙәр, шуға быға ғәжәп итеп ҡарап ҡалдылар.
Урал үҙҙәренең контораһын аяҡҡа баҫтырҙы. Бүтән түләүҙәргә тәғәйен аҡсаны заводҡа оҙаттылар һәм иртәгәһенә, һыҡтай-һыҡтай тиерлек, үҙгәртелгән килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.
Исааков ҡайтҡас, Уралға ташланды.
– Ни эшләп бүтәнгә тәғәйен аҡсаны тотондоң һәм беҙгә яраҡһыҙ шартта килешеү төҙөнөң? Ни эшләп быларҙы миңә әйтмәнең? Мин һинең атайыңдан башҡа ла хәл иткән булыр инем.
Ошо рәүешле ике әшнә араһынан боҙло ел иҫте.
Был хәл онотола, мөнәсәбәттәр элекке рәүшенә ҡайта яҙған ваҡытта тағы бер ауыр хәл булды. “Петролиум” әллә ирекһеҙҙән, әллә башҡа сәбәптәнме, заводҡа түләүҙе һуңлатҡан. Шунда уҡ заводтан факс килде: “Һеҙ тағы ла килешеү шартын боҙҙоғоҙ. Үҙ иркегеҙ менән килешеүҙе туҡтатыуығыҙ тураһында хәбәр еткерегеҙ, юҡһа, беҙ был мәсьәләне арбираж суд аша көйләйәсәкбеҙ”. Исааков был юлы үҙе китте директорға.
– Ғәфү итегеҙ, минең техник хеҙмәткәрҙәр эшләп еткермәгән. Тик шул арҡала ғына һуңлатҡанбыҙ түләүҙе. Яманлашмайыҡ.
– Һеҙҙең техник хеҙмәткәрҙәрегеҙ эшләп еткермәгән осраҡтар күп икән. Теге юлы ла уларға ауҙарғайнығыҙ ғәйепте. Ә беҙҙекеләр эшләп еткермәү генә түгел, хатта үтә күп эшләп ташлай. Николай Петрович һеҙҙең килешеүҙе боҙғанығыҙҙы көтөп кенә тора һәм рапорт яҙа һала. Эш ҡағыҙға киткәс, мин сара күрмәйенсә булдыра алмайым. Хәҙер прокуратура, Эске эштәр министрлығы, Именлек хеҙмәте менән бергә “террорға һәм коррупцияға ҡаршы” тигән берәмек яһаны. Улар минең берәр ерҙә һөрлөккәнде көтөп кенә тора. Әлеге хәл тураһында аҫтыртын хәбәр уларға барып еткәндер инде. Ғәфү итегеҙ, егеттәр, әммә бер ни ҙә эшләй алмайым.
Исааков директор янынан күҙе ташып килеп сыҡты ла үҙ офисына ҡайтты, Уралды таптырып алды. Әле булғанды һөйләп бирҙе лә:
– Бар, зинһар, атайыңа. Инәл, ялбар, әммә эште көйлә, – тине.
– Атайым яҡын да килмәйәсәк, ҡыл да ҡыбырлатмаясаҡ. Уға йөрөү файҙаһыҙ. – Урал ыңғайламаны. – Теге юлы әйтте бит инде, килешеүҙе еренә еткереп үтәргә кәрәк тип, эшләмәнек, үҙебеҙ ғәйепле. Атайым бер һүҙҙе ике һөйләмәй.
Хажин эш көнө тамамланғас та ҡайтып, иркенләп киске ашҡа ғына ултырғайны, телефон шылтыраны.
– Таһир Кәрим улы, Киров урамындағы яңы йортта кеше үлтергәндәр. Һеҙгә шунда барып етергә әмер төштө.
– Беҙҙә билдәле инде кемдән булыры. Прокурорҙан.
– Беренсе заводтан. Власовмы шул.
Аяғөҫтө тороп ҡына сәй эсте лә сығып та китте. Миңә иртә ҡайтырға ярамай икән. Ике тапҡыр иртәрәк ҡайттым һәм икеһендә лә үлтереш, тип юраны үҙенсә.
Киров урамындағы был йортто бик яҡшылап төҙөнөләр. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас туҡтап ҡалған төҙөлөштөң яңынан тергеҙелеүе ошо йорттан булды шикелле. Ҙур фатирҙар, мәрмәр баҫҡыстар, һәр ингестә ҡарауыл урыны, уға тиклем ишек төбөндә бер бүлем. Уныһы тыштан һалҡын һәм сүп-сар инмәһен өсөн яһалған инде. Тап ошонда ҡылынғайны ла инде енәйәт. Әлеге бүлемдә тышҡы ишектән ике-өс аҙым төптә мәйет ҡырын ята. Янында телеграмма ташыусыларҙың кешегә тапшырғанда ҡул ҡуйҙырып ала торған бланкаһы, ситтәрәк бер танытма: Власов Николай Петрович. Беренсе нефть эшкәртеү заводының директор урынбаҫары, тиелгән. Шунда уҡ өс гильза.
Хажин был урынды ҡарап сыҡты ла:
– Мәйетте кем тапҡан? – тип тирә-яғындағы тәфтишсенең ярҙамсыларына, эксперттарға, милиция хеҙмәткәрҙәренә баҡты.
– Бына ул, – тип бер ирҙе алға сығарҙылар. – Ошо ингестең ҡарауылсыһы.
– Ҡасан һәм нисек таптығыҙ мәйетте?
– Бынан сәғәт ярымлап элек бүлемдә ултыра инем, тыштағы ишек асылды ла ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ тороп ябылды, әммә икенсе ишек асылманы, шуға һағайыбыраҡ көтөп торҙом. Әммә ишек ябыҡ көйөнә ҡалды, уның ҡарауы, күп тә үтмәне, бер-бер артлы өс тапҡыр пистолет атты.
– Пистолет икәнен ҡайҙан беләһегеҙ?
– Пистолет, өҫтәүенә ТТ икәнен дә беләм. Уны башҡа бер ҡорал менән дә бутап булмай, тауышы бик яңғырауыҡлы. Мин бит элекке хәрби кеше. Аҡсаһыҙлыҡтан аптырағас, ошонда эшкә урынлаштым.
– Атҡан кешене күрмәнегеҙме?
– Юҡ, мин бүлемгә килеп кергәндә атылған кеше иҙәндә ята, ә тышҡы ишек ябыҡ ине. Йүгереп сығып ҡараным, бында йәшәгән кешеләрҙең машинаһынан башҡа транспорт та, кеше лә күренмәне. Индем дә тәүҙә милицияға, шунан “Ашығыс ярҙам”ға шылтыраттым. Инеп-сығыусылар бынан йөрөмәһен, аяҡ эҙҙәрен тапамаһын өсөн ингестәге артҡы ишекте астым да бүлемде эстән дә, тыштан да бикләнем, бынан йөрөмәҫкә тип иғлан элдем.
– Рәхмәт, бик дөрөҫ эш иткәнһегеҙ.
– Бер аҙ донъя күргән кешемен бит.
– Власов Николай Петрович ошо йортта йәшәй инеме?
– Эйе, ошонда. Икенсе ҡатта.
– Эйе. Фатирына ла ингеләгәнем булды. Ул ҡатыны менән икәү генә торҙо. Бер генә балаһы булған. Офицер. Үлгән. Шуға хәрби кешеләрҙе үҙ итә торғайны. Беҙҙең яҡынайып китеү ҙә шул сәбәптән булды.
– Ҡатыны өйҙәме? Был фажиғәне беләме?
– Өйҙә. Ирен көтә. Миңә шылтыратып та белеште, күрмәнеңме, тип.
– Юҡ. Нисек әйтәйем? Өндәшмәнем. Ҡайтҡанын күрмәнем, тинем дә ҡуйҙым.
– Ярар. Һеҙ алыҫ йәшәйһегеҙме?
– Һеҙ ҡайтып китмәй тороғоҙ.
– Хәҙер мәйетте алырҙар, шунан асырһығыҙ ишектәрҙе.
Хажин Власовтың фатирына инде. Ике бүлмәле бик ҙур фатир ине. Ике кешегә бында ҡасышлы уйнаһаң да була, тип уйланы тәфтишсе. Был заманда ошондай фатирҙы тик нефтселәр генә алырға мөмкин.
– Тамара Ильинична, хәйерле кис, – тип өндәште Хажин. – Тик хәйерлеме икән ул?
– Һеҙгә, Тамара Ильинична, ихтыяр көсөгөҙҙө нығытырға кәрәк буласаҡ. Бик ауыр хәбәр алып килдем мин һеҙгә.
– Ни булған? – Шунда уҡ ҡатындың ҡобараһы осто.
– Николай Петрович эштән йыш һуңлаймы?
– Һуңлаймы тип, завод ҡаланан ситтә, бөтөнләй икенсе яҡта бит, унан ҡайтып еткәнсе күп ваҡыт үтә.
– Ә ул эшкә нимә менән йөрөй?
– Хеҙмәтендә беркетелгән машина йөрөтә.
– Ул машинаны йөрөтөүсенең телефоны бармы?
– Юҡ, уларҙың өй телефоны юҡ. Йәшәгән ере беҙҙән алыҫ түгел дә ул. Кәрәк булһа, Коля бара ла килә торғайны.
– Ә һеҙ йорт, фатир һандарын беләһегеҙме?
– Юҡ. Ләкин анауындағы телефон китабына яҙылған ул.
– Әллә ҡайҙа китап. Кисә анау Михаил бәргеләп йөрөтә ине, моғайын, шул берәр ергә тыҡҡандыр.
– Ниндәй булһын, ана, өйҙөң ишеге төбөндә ултыра бит бер ен ояһы, кем тиҙәр әле, консержмы?
– Коля ҡайтҡас та бер ярты алып керҙе. Эстеләр. Етмәне. Миша тағы ла ике тапҡыр барып килде магазинға. Коля, эсмәйем, иртәнсәк эшкә тип ҡарай, юҡ инде, тегенеһе өҙмәй ҙә ҡуймай. Һөйләмәгән һүҙ ҡалдырманы. Аҙаҡҡы сиктә, мин һине үлтерәм дә еңгәмде үҙемә алам, фатир, автомашина, аҡсаң миңә ҡала, ти башланы.
– Ул ғорлом былағайланып йөрөргә ярамай ҙа инде, ҡыуыр ҙа сығарыр кәрәк, йә милиция саҡыртырға.
– Ҡыуа алмай шул Коля. Йәш сағында, мине алмаҫ борон әле, араларында ниҙер булған. Шунан бирле Коля унан ҡурҡа.
– Бәй, ул һеҙгә кем һуң? Таныш ҡына түгелме ни?
– Шулай ғына булһа ине лә бит. Коляның ике туған ҡустыһы ул.
– Фамилиялары бер түгел дә баһа.
– Эйе, бер түгел. Ни эшләп шулайҙыр, Коляның был турала һөйләгәне булманы. Ә тегенеһе эсмәгәндә яҡшы ғына кеше инде, эсеп алһа, шайтандың үҙе. Пистолетын болғап, атам, ти башлай. Шуға былар эсергә тотонһа, мин йоҡо бүлмәһенә инәм дә ҡасам. Мишаның шул ҡыланыуҙарынан ҡурҡып, ишеккә ныҡ йоҙаҡ ҡуйҙырттым. Шуны бикләйем дә ятам. Тауыштары барыбер ишетелә.
– Нимә тип янай инде Михаил ирегеҙгә?
– Атам мин һине, барыбер һине атасаҡтар. Исмаһам, минең ҡулдан үл. Мин – һуғышты үткән кеше. Ә һин яттың бында бурһыҡ кеүек һимереп. Шуға күрә минең һине үлтерергә хаҡым бар. Ә кеше үлтереү бер ни ҙә түгел ул, тип маһая өҫтәүенә.
– Михаил ҡайҙа, кем менән йәшәй?
– Беҙгә яҡын ғына йортта тора, бер үҙе. Фатирҙы Коля алып биреште. Тәүҙә эске мәжлестәрен шунда ойоштора инеләр. Коля унда йөрөмәй башлағайны, теге бында эйәләште... Туҡта. Һеҙ ни эшләп быларҙы минән ентекләп һөйләтәһегеҙ әле?
– Һеҙгә бик ҙур ҡайғы килде, Тамара Ильинична. Ирегеҙ үлтерелгән.
– Нимә?! Минең Коляммы ни? Шул, шул Михтың ғына эше.
Хажин енәйәт урынына сыҡҡанда, эксперттар эшен бөтөргән, мәйетте машинаға тейәп торалар ине. Тәфтишсе ҡарауылсы Михаилды эҙләне, теге бер ҡайҙа ла юҡ. Хажин ярҙамсыһын, милиция хеҙмәткәрен йүгертте: эҙләгеҙ. Ни бая теге ҡатын адресын табып бирмәне. Шул саҡ Михаил үҙе килеп сыҡты.
– Ҡайҙа йөрөйһөң һин? Мин һиңә бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡуштым бит.
– Өйгә ҡайтып килдем, тәмәке бөткәйне, шуны алдым, – теге сигарет ҡабы сығарып күрһәтте.
– Кем әле һинең фамилияң?
– Ефремов Михаил, һеҙ кеше үлтереү шиге буйынса ҡулға алынаһығыҙ. Егеттәр! – Тегеләре шунда уҡ бының ҡулдарын шаҡарҙы һәм бығау һалды.
Хажин прокуратураға килгәс тә, ғәҙәтенсә, Рамаҙанов бүлмәһенә инмәксе иткәйне, ҡараңғы төшөп барғанын абайлап, үҙ өҫтәле янына барып ултырҙы, телефон төймәләренә баҫҡыланы. Рамаҙанов алды.
– Ғәфү үтенәм һуң шылтыратҡанға.
– Ярар, ҡыланма, – тине быныһы. – Нимәләр асыҡланың?
Хажин ентекләп һөйләп бирҙе лә Ефремовты ҡулға алғанын әйтте.
– Ярар, ҡалғанын иртәгә һөйләшербеҙ. – Үҙе, ҡайһылай үлтереүселәре енәйәт урынынан да китмәй көтөп торалар һуң әле, тип уйланы.
Иртәгәһенә Рамаҙанов беренсе эше итеп ведомство-ара тәфтиш төркөмөн йыйыуҙы ҡуйҙы. Тегеләр килгәс, Хажинды саҡырҙы.
– Кисә яһалған енәйәт тураһында мәғлүмәтте алғанһығыҙҙыр инде?
– Нимәләр эшләнгәне тураһында, Хажин, һөйләп бир.
Таһир кисәге хәлде энәһенән ебенә ҡәҙәр теҙеп сыҡты.
– Хәҙер Ефремовтың фатирын тентергә, шул уҡ эште Власовтың эш урынында башҡарырға тура килер тип уйлайым.
– Тентеү буйынса санкция алырһың. Ә һеҙ, иптәштәр, үҙегеҙҙә ошо енәйәт йәһәтенән нимәләр булыуы ихтимал, ҡараһағыҙ ине. Мин быны шунан әйтәм: нефть ҡыуыу һәм эшкәртеү тирәһендә ауыр енәйәттәр артты. Ниндәйҙер фекерҙәрегеҙ барҙыр, тим. Власов буйынса материалдарҙы һеҙгә бирерҙәр.
Хажин шунда уҡ тентеү ойошторҙо. Тәүҙә Ефремовтың фатирына барҙылар. Тентеү килә ҡалһа, әҙер торһон тигән һымаҡ, иң алғы шкаф тартмаһын асыуҙары булды, бер төргәк аҡсаға, пистолетҡа һәм яңыраҡ ҡына алынған паспортҡа, бер альбом фотоға юлыҡтылар. Тапҡандарын тура экспертизаға оҙаттылар.
Был тиклем ҙур аҡса булғас, улар Власов менән бәйле түгелме икән тип, уның өйөнә һәм эш бүлмәһенә киттеләр. Өйөндә енәйәткә бәйле тойолорҙай әллә нәмә табылманы, эш урынындағы сейфтан завод менән тауар һатып алыусылар араһындағы бер нисә килешеү һәм тағы ла күп аҡса табылды. Килешеүҙәр әлегә урын еренә еткерелмәгән, ҡаралама йә проект рәүешендә генә тиһәң дә була. Сөнки береһендә лә директорҙың ҡул тамғаһы һәм мисәте юҡ. Әммә хәтергә элерҙәй бер нәмә бар ине: килешеүҙәр төрлө һатып алыусы менән әҙерләнгән һәм уларҙа күрһәтелгән хаҡтар арта ғына бара.
– Күп аҡса тиһегеҙ? Күпме була инде ул? – тип һораны прокурор тентеүҙән яңы ҡайтҡан Хажиндан.
– Аҡса беҙҙеке түгел, Американыҡы, долларҙар. Бер бәйләмдә йөҙәрлек йөҙ доллар, йәмғеһе ун мең була бит инде?
– Ошондай бәйләмдәр Ефремов фатирында бишәү, йәғни илле мең.
Власовтың сейфында бәйләмдәр туғыҙ, тимәк, туҡһан мең доллар. Беҙҙең аҡсаға әйләндереп һанаһаң, иҫең китерлек. Ундайҙы һеҙ ҙә күргәнегеҙ юҡтыр, мин инде күптән юҡ.
– Ҡайҙан килә һуң ошо тиклем аҡса?
– Был һорауға яуап әлегә беҙҙә юҡ.
Ефремовҡа бирелгән беренсе һорау пистолет тураһында булды:
– Билдәле инде, Чечнянан. Унан ҡоралды йөкләп тейәп сығып була ине. Мин ошоно ғына алдым. Егеттәр гранатомет та эләктерҙе. Бер килеп атыр әле улар.
– Ә һин кемгә аттың был пистолеттан?
– Кешегә атманым. Ҡыҙыҡ өсөн һыуҙағы балыҡҡа атып ҡараным. Тигеҙеп булманы.
– Әрмелә яңы ҡорал да етәрлек, шул иҫәптән пистолеттар ҙа. Ә һин иң боронғоно алғанһың, улар хәҙер производствола ла юҡ бит.
– Иң ышаныслы пистолет ул ТТ. Йәнәһе, ауыр, йөрөтөүе ҡыйын тигән булалар. Сибектәргә генә ауыр ул. Миңә ҡалһа, тап-таман.
– Илле мең доллар аҡсаны ҡайҙан алдың?
– Ә-ә, уны бүтән ергә алып ҡуйырға онотҡанмын да әле, иң өҫтә генә ята ине шул. Минеке түгел ул аҡса.
– Власовтыҡы. Һиндә ятып торһон, үҙемдә ҡатын күреп ҡалһа, шикләнә башлай, һуңынан алырмын, тигәйне.
– Кисә һеҙ икегеҙ ҙә иҫерек булғанһығыҙ ҙа инде.
– Ана шул иҫерек сағында бирҙе лә инде ул. Бирҙе лә, күрәһең, онотҡан. Бөгөн шылтырата: һиндәме аҡса, ти. Мин быны шаяртырға булдым. Ниндәй аҡса, мәйтәм. Бер төргәк доллар, ти был. Кит, мәйтәм, ундай аҡсаны күргәнем дә юҡ. Уға нимә килә? Бына тигән биш машина алып була, ти был. Мәйтәм, их, береһендә генә йөрөп ҡарарға ине. Ҡарарһың, тик аҡсаны кире бир, ти. Мәйтәм, кис күрешербеҙ, шунда һөйләшербеҙ. Һөйләшеп булманы шул. Атҡандар бит.
– Ҡайҙан ғына беләйем инде.
– Һин уға атам тип янағанһың бит.
– Эй, эскән саҡта ни әйтмәҫһең.
– Һин уның аҡсаһын ҡулға төшөргәнһең дә, кире бирмәҫ өсөн атҡанһың.
– Юҡты һөйләмәгеҙ, тәфтишсе иптәш, ни эшләп атайым, ти, мин уны. Ул бит минең ағайым.
– Ағайыңмы ни? Ни эшләп быны кисә әйтмәнең? Уның һине эшкә урынлаштырыуын да өндәшмәнең.
– Ағайым, был турала һөйләп йөрөмә, тигәйне шул.
Беренсе һорау алыу ошоноң менән тамамланды. Икенсеһенә Хажин Именлек хеҙмәтенән эш төркөмөнә ингән Сергей Николаевич Степанов менән бергә барҙы. Ефремовты үҙе менән таныштырғас, өҫтәлгә ике фото һалды был.
– Әйтегеҙ әле, ошо фотолағыларҙың ҡайһыныһы һеҙгә оҡшаған?
– Әллә, мин бит үҙемдең йөҙөмдө күрмәйем. Шуға ни тиергә лә белмәйем.
– Ул ваҡытта экспертиза һығымтаһын уҡыйым: уң фотолағы майор ғәмәлдәге Ефремов Михаил Александровичҡа 99 процент оҡшаш. Һул фотолағы майорҙағы оҡшашлыҡ 10-15 процент. Беренсе фото һеҙгә оҡшаған, сөнки ул – һеҙҙең фото. Чечняла хеҙмәт иткән саҡта төшкәнһегеҙ һеҙ уны, майор Прохоров Владимир Иванович. Һеҙҙе тыныс халыҡты атыуҙа, ҡатындарҙы көсләүҙә ғәйепләй башлағас, тиҙ генә хәрби хеҙмәтте ташлап китә һалаһығыҙ. Әммә киткән саҡта һулаҡайҙағы фотолағы майорҙың документтарын сәлдереп китәһегеҙ. Был фотолағы кеше Чечняла үлгән һәм ерләнгән, ҡәберенә Ефремов Михаил Александрович тип яҙылған. Былай яҙмаҫтар ҙа ине, бәлки, уны таныған кешеләр үҙҙәре ерләгән. Документтарын чечендар алып киткәндер тип уйлайҙар. Ә уғры бында йөрөй икән. Ефремов түгел икәнде һиҙмәһендәр өсөн һеҙ бик ҡуйы итеп һаҡал-мыйыҡ, сәс үҫтереп ебәргәнһегеҙ. Ҡапыл ҡарағанда танырлыҡ та түгел шул. Яңы паспортҡа үҙегеҙҙең дөрөҫ йөҙҙө ҡуйғанһығыҙ. Тағы ла бер аҙ ваҡыт уҙһа, һеҙҙе табыу ихтималлығы бик ныҡ кәмер ине. Ә Чечнялағы ҡылған енәйәттәрегеҙ өсөн һеҙҙе ул ваҡытта уҡ атырға хөкөм иткәндәр. Бәхетегеҙҙән, үлем язаһын ғүмерлек төрмәгә алмаштырҙылар.
Ефремовтың эше тиҙ хәл ителде. Власовтың ҡатынының күрһәткәндәре һәм үҙенең фатирында табылған нәмәләр уны үлтереүсе тип ғәйепләргә етте, рәсми рәүештә ҡуйылған адвокат прокуратураның ғәйепләүенә ҡаршы сығып маташманы. Суд ҡарарына бигерәк тә уны элек үк хәрби судтың ҡаты ғәйепләүе ныҡ тәьҫир итте. Әлбиттә, яңы эштә иҫке ҡарар тураһында бер ҡайҙа ла яҙылманы, әммә уның бар икәнлеген бөтөнөһө лә белә ине.