Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Октябрь 2020, 17:18

"Президент Рәхимов" Ғәлим Хисамов (бишенсе өлөш)

– ЯЭК-ты Башҡортостандыҡы итеп алғас, әйҙәгеҙ, шуның акцияларын халыҡҡа таратып бирәбеҙ. Республикала дүрт миллиондан ашыу кеше бар. Шуларҙың һәр береһенә, йәшенә, ҡартына, урыҫына, башҡортона, иренә, ҡатынына ҡарамайынса, тип тигеҙ итеп акция бирәйек. Нефть, энергетика – халыҡ байлығы – ерҙән алына бит ул. Әйҙә, халыҡтыҡы халыҡҡа булһын. Күпме тура килә әҙәм башына – йөҙ һуммы, бер нисә йөҙмө – барыбер халыҡҡа булһын. Ул саҡта ЯЭК-ҡа бер ниндәй Чубайс та ҡурҡыныс түгел. Дүрт миллион хужанан кире алып ҡара энергетиканы йә яғыулыҡ комплексын. Берәрһе ҡул һоноу түгел, ул турала һүҙ ҡуҙғатырға ла ҡыймаясаҡ. Ул саҡта бөтөн бандит-мандит, бай һәм олигархтар Башҡортостанды урап уҙасаҡ. Ә халыҡ Рәхимовҡа үҙе тере сағында һәйкәл ҡуясаҡ. Был булмаһа, ЯЭК-ты барыбер талап аласаҡтар. Мәскәүҙә ни ҡыланғандарын күрә йөрөйбөҙ бит инде.– Дөрөҫ әйтәһең бит һин, Барлыбаев. Бик тәрәндә ятҡанды күрәһең! – Рәхимов, ултырып түҙә алмайынса, тороп китте хатта. – Бөтөн кешегә лә тигеҙ итеп, несмотря на лица и петлица, тиһең инде. Фекерең дөрөҫ бит һинең, Барлыбаев Хәлил... Романдың беренсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-516002/Романдың икенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-ikense-l-sh-517920/Романдың өсөнсө өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov--s-ns--l-sh-519716/Романдың дүртенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-d-rtense-l-sh-521605/#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ПрезидентРәхимов#ҒәлимХисамов

Кәрәкмәй министр
Декларация ғәмәлгә ингәс, бығаса Союздыҡы һәм РСФСР-ҙыҡы булған бик күп сәнәғәт предприятиелары Башҡортостандыҡы булыуын күҙ алдына килтереп, улар менән дәүләт идаралығын тормошҡа ашырыу өсөн кәмендә бер министрлыҡ кәрәк һәм уның эшен көйләп тороуҙы Министрҙар Советы рәйесенең берәй урынбаҫарына йөкмәтмәй мөмкин түгел, тип уйланы Рәхимов. Тимәк, министрлыҡты етәкләрлек кеше кәрәк. Рәхимов Шәйәхмәтовты саҡыртты. Ул килеп ингәс:
– Илдар, – тип һүҙ башланы. – Республикала сәнәғәт предприятиелары күп. Улар менән эш итер өсөн махсус министрлыҡ кәрәк. Министр вазифаһына кемде тәҡдим итер инең? Минеңсә, урыҫ кешеһе кәрәк. Башҡорт менән татар былай ҙа күбәйеп бара. Болғатырға ваҡыт.
Илдар өндәшмәй генә ҡарап торҙо ла:
– Әле генә өҙөп әйтә алмайым, Мортаза Ғөбәйҙуллович, уйларға, эҙләргә ваҡыт бирегеҙ, – тине.
– Ярар, уйла.
Шәйәхмәтовтан һуң ингән Дауытовҡа ла ошо уҡ хәбәрҙе һөйләне Рәхимов.
– Урыҫ кешеһе кәрәк, тип уйлайым мин министр урынына. Дөрөҫмө? – Дауытовҡа текләне.
– Дөрөҫтөр, моғайын. Тик иҡтисад министры урыҫ кешеһе лә инде. Сәнәғәт мәсьәләләрен ул алып бара бит.
Рәхимов өндәшмәне. Дауытов үҙенең мәсьәләләрен хәл итте лә сығып китте. Мортаза үҙ алдына һөйләнде:
– Сәнәғәт мәсьәләләрен иҡтисад министрлығы алып бара... Уның министры Власов. – Шунан Хөкүмәт органдары исемлеген алды ла һанарға тотондо. – Урыҫтар – бер, ике, өс, дүрт, биш, алты... Татарҙар ҙа шул тиклем. Бәй, башҡоттар аҙыраҡ та баһа... Ә шулай ҙа урыҫ кешеһе кәрәк. Сәнәғәт бит, ныҡ үҫешкән. Был өлкәлә гел урыҫ эшләне, бер Рәхимовтан башҡа...
Төштән һуң ҡағыҙҙарын тотоп, Шәйәхмәтов инде.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, бына сәнәғәт министрына бер кандидат таптым. – Өҫтәлгә ҡағыҙ бите һалды.
Рәхимов уҡый башланы:
– Сафронов Леонид Павлович... Бәй, был бит теге Сафронов.
– Эйе, шул инде.
– Хәҙер ҡайҙа эшләй ул?
– Тәьминәт предприятиеһында директор.
– Партияның Өфө ҡала комитетында икенсе секретарь булған. Енәйәте өсөн хөкөм ителгән. Хөкөм дөрөҫ булмаған тип, кире иреккә сығарылған, хоҡуҡтары ҡайтарылған.
– Башҡортостандың Юғары Советы рәйесенә кандидат булды бит әле ул?
– Эйе.
– Кандидатураһын алған саҡта нимә тине әле ул?
– “Был – Башҡорт республикаһы һәм унда беренсе кеше башҡорт булырға тейеш. Мин башҡорт түгел. Шуға кандидатлыҡтан баш тартам”, – тине.
– Эйе... Былай тип әйтер өсөн һалҡын ҡан, асыҡ аҡыл һәм ялҡынлы йөрәк кәрәк. Беҙҙең хөкүмәткә тап ошондай кешеләр булыуы мөһим. Саҡыр, һөйләшәйек.
Сафронов тап әйткән ваҡытҡа килде. Ашыҡмай ҙа, яйламай ҙа бүлмәгә инде.
– Хәйерле көн, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Мин Сафронов Леонид Павлович булам. – Рәхимовтың һуҙылған ҡулын ҡыҫты.
– Леонид Павлович, һеҙҙе нимәгә саҡыртҡанымды әйткәндәрҙер инде?
– Эйе, әйттеләр.
– Нисек уйлайһығыҙ һуң? Сәнәғәт министры булып эшләр инегеҙме?
– Минең фекер бүтәнсәрәк, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Ҡайһылай?
– Беҙҙең республика, һис шикһеҙ, сәнәғәт йәһәтенән яҡшы үҫешкән төбәк. Уның кадрҙар әҙерләү селтәре лә, ҡаҙылма байлыҡты эшкәртеү, етмәгәнен ситтән килтереү, әҙер нәмәләрҙе ҡайҙалыр һатыу, шуларҙың бөтөнөһөн дә планлаштырыу, күҙаллау – бөтөнөһө лә яҡшы юлға ҡоролған. Әлбиттә, хәҙер предприятиелар республика милкенә күсеү менән уларға етәкселек итеү мәшәҡәттәре артасаҡ. Әммә махсус министрлыҡ тотоу дәрәжәһендә түгел. Шуға күрә мин Иҡтисад министрлығын иҡтисад һәм сәнәғәт министрлығы итеп үҙгәртергә, сәнәғәт буйынса эшләй торған кадрҙар менән байытырға ғына тәҡдим итәм.
– Ә уның министры итеп Сафроновты тәғәйенләргә...
– Юҡ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, мин тәьминәт өлкәһендә яңы ғына ныҡлап эшләй башланым. Унда ла эш бик күп. Бигерәк тә хәҙер, ваҡлап һатыу селтәрендә тауар етмәгән саҡта, унда ныҡ эшләргә кәрәк. Мин шул тәьминәт селтәрен киңәйтергә, ҡайһы бер кәрәкмәгән тармаҡты алып ташларға, икенселәрен өҫтәргә, ысынлап та, реформа яһарға тәҡдим итер инем. Ул фекерҙәремде бына ошо дәфтәргә яҙғанмын, ҡыҙыҡһынһағыҙ, уҡып танышырһығыҙ.
– Тимәк, яңы министрлыҡ кәрәкмәй?
– Булғанын нығыраҡ эшләтеү фарыз. Әйтәм бит, мөмкинлектәр бар...
– Ә иҡтисад министры Власовҡа ҡараш нисек?
– Ныҡ әҙерлекле иҡтисадсы ул. Әммә сәнәғәтсе түгел. Сәнәғәтте яҡшы белгән урынбаҫар биргәндә, минеңсә, министрлыҡ бөтөн эште лә башҡарырға һәләтле.
Рәхимов башын тотоп, бер аҙ шым ултырҙы. Шунан:
– Бер һүҙ сыҡҡанда һорайым әле, – тип башын күтәрҙе. – Мәскәүҙә Чубайс фәләндәр туҡтауһыҙ баҙар иҡтисады, баҙар барыһын да үҙе көйләй, тип лаф ора бит инде. Әммә баҙар көйләмәйәсәк. Быныһына иманым камил. Баҙар тигәне кешеләрҙең башындағы бер остоҡ уй ғына бит. Ә ул үҙе генә нимәнелер көйләргә һәләтле түгел. Баҙар тигәнде мин тышта яғылған утҡа оҡшатам. Уны яҡшылап яндырыр өсөн ағастың ҡороһон өҫтәп, еүешен ситкә шылдырып торор, ныҡ дөрләп китһә, кәметеп торорға тейешһең. Тормошта ла шулай. Баҙар усағы кешегә аш ҡайнатһын өсөн уны көйләгән кешеләре булыу мотлаҡ. Уйлы, донъяны белгән, йәмғиәт мәнфәғәтен ҡайғыртҡан кешеләр кәрәк. Бындайҙарҙы бергә йыйып, уртаҡ фекер яһап, ниндәйҙер ҡарарҙар эшләп сығарыусылар булырға тейеш.
– Бүтән төрлө әйтһәң, партия була инде.
– Партия түгел. Партия бит дөйөм дәүләт, дөйөм йәмғиәт ойошмаһы. Ә мин сәнәғәтте, сауҙаны ғына күҙ уңында тотам.
– Йәғни донъяның бер өлөшөн, бер тармағын ғына инде?
– Шулай тиергә лә була.
– Бындай ойошма бар бит.
– Ҡайҙа?
– Бәй, һеҙ һуң. Рәхимов ошо ойошманың башында тора. Ә министрлыҡтар тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала.
– Эйе. Ләкин был дәүләт власы. Власть һәр ваҡыт боҙолған, йә боҙолорға әҙер торған нәмә ул. Уның башында тороусылар дәүләт милкен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға, өҙгөләргә, тартҡыларға ғына тора. Ә түбәндәгеләре өҫтәгегә ярар өсөн төрлө төҫкә инергә, хатта енәйәт ҡылырға ла әҙер. Шуға күрә миңә власть түгел, йәмәғәт ойошмаһы кәрәк. Уның мәнфәғәте тармаҡты үҫтереүгә ҡоролһон. Йәмәғәт ойошмаһының матди байлыҡҡа ҡағылышы булмаһын. Ҡарарҙары иһә тик кәңәш рәүешендә генә яҙылһын.
– Ҡыҙыҡ фекер.
– Һин, Леонид Павлович, шул турала уйлап ҡара әле.
– Ярар... Тағы ла бер уй бар. – Сафронов урынынан торҙо, ҡулын һелтәне. – Йә, ярар, быныһын бүтән ваҡытта һөйләшербеҙ. Былай ҙа ваҡытығыҙҙы күп алдым. – Ул ишеккә табан атланы.
Ҡапыл урынынан ҡупҡан кешегә ҡарап ултырып ҡалды Рәхимов. Уның:
– Рәхмәт, Леонид Павлович! – тигән һүҙҙәре сығыусыны ҡыуып етте.
– Уңыштар теләйем. Һау булығыҙ!
Сафронов Рәхимовтың тәҡдиме тураһында төрлөсә уйланды ла боронғо башҡорт мәҡәлендәге кеүек эш итергә булды. Бер баш яҡшы, икәү – яҡшыраҡ, тиҙәр бит әле, шуның һымаҡ, авиация заводының генеральный директорын күреп һөйләшмәксе булды. Сафронов партияның ҡала комитетында эшләгән сағында йыш аралаша торғайнылар. Шакировщинаға ҡаршы көрәшкә ныҡлап тотонорға ла ул өндәгәйне. Уның һүҙе буйынса ҡаты алышҡа инеп китеп, еңеп сыҡты бит инде. Сафронов телефондан шылтыратты. Ҡатын-ҡыҙ тауышы яуап бирҙе.
– Владимир Николаевичты һорайһығыҙмы? Ул бында юҡ та инде.
– Ҡайҙа ул? Ҡасан була?
– Булмай. Владимир Николаевич бында эшләмәй ҙә инде.
– Нисек? Ҡайҙа эшләй?
– Эшләмәй. Ул пенсияға китте.
Сафронов асҡан ауыҙын ябырға ла онотто.
– Ә-ә...
Уғаса телефон пипилдәргә тотондо.
Сафронов элекке генеральныйҙың өйөнә шылтыратты. Трубканы тиҙ генә алыусы булманы. Шунан ғына ҡарлыҡҡан тауыш:
– Эйе , – тине.
– Был һинме, Владимир Николаевич? Тауышыңа ни булған?
– Булмаған. Йөҙ грамм етмәгән.
– Әллә эсеп ятаһыңмы? Сәғәт ун бер ҙә юҡ. Килешмәгәнде.
– Пенсионерға ҡайһылайтһа ла килешә ул.
– Ә ни эшләп киттең һуң пенсияға?
– Китмәнем, киттерҙеләр.
– Нисек?
– Бына шулай. Мәскәүҙән шылтыратып әйттеләр: пенсионерҙар ял итһен, йәштәргә урын кәрәк, тип.
– Рәхимов беләме был турала? Аҡыллы кешегә оҡшаған, моғайын, яҡлап алып ҡалыр ине.
– Их, һин бер ҡатлы Леша. Рәхимовтың Мәскәүгә шылтыратыуынан һуң осорҙолар ҙа инде мине.
– Нимә тип шылтыратҡан?
– Пенсияға ебәрегеҙ, тигән.
– Һинең уға ни зыяның тейҙе?
– Тейҙе инде. Зыян тип, зыян да түгел.
– Йә, һуҙма. Әйт дөрөҫөн.
– Дөрөҫөнмө? Дөрөҫө шул. Беҙ, Өфөнөң промышленниктары, үҙең беләһең, байтаҡ көс бит инде, Юғары Советҡа рәйес һайлар алдынан йыйылып һөйләштек. Күңел ятҡан ғына кандидат юҡ ине. Һин баш тартам тинең бит инде. Шуға Рәхимовҡа туҡтаныҡ, ни тиһәң дә, промышленник. Бер-ике айға ҡуяйыҡ быны, тип һөйләштек. Шунан алып ташларбыҙ. Ике ай үтеп тә киткән, һәм беҙ һуңланыҡ. Рәхимов берәм-берәм беҙҙең үҙебеҙҙе алып ташлай башланы. Нефть эшкәртеү заводыныҡы китте, химияныҡы китте. Имеш, был ике предприятиены берләштерәләр. Мине пенсияға оҙатты. Тағы бер нисә директор ҡалды. Хәҙер улар шым-шырыҡ. Урындарынан осоп ҡуймайыҡ тип, өндәшмәй ултыралар.
Сафронов ишеткәненән шаңҡыны. Аҡыллы, әммә бер ҡатлы, тип йөрөй ине Рәхимов тураһында. Бына һиңә бер ҡатлы! Сафронов был хаҡта төрлө яҡлап уйланы. Тәүҙә Рәхимовты һүкте, шунан шымды. Аҙаҡҡы сиктә маҡтап ҡуйҙы. Ә ни эшләп ул килеп эштән бушатҡандарын көтөп ултырырға тейеш? Был турала белмәһә, тағы бер хәл. Эштән алырға йыйынғандарын белә тора, бер ниндәй сара ла күрмәһә, вәт булыр ине асығауыҙ. Белгәс, быға юл ҡуймайынса дөрөҫ эшләгән. Әгәр ул үҙен яҡлай алмаһа, республиканы нисек һаҡлар ине? Молодец, Мортаза, тип һығымталаны һәм үҙенә ҡушылған йомошто иҫендә тотоп, Рәхимов янына китте.
– Һеҙҙең сәнәғәт предприятиеларының нигеҙендә йәмәғәт ойошмалары төҙөү тураһындағы фекерегеҙҙе тулыһынса хуплайым. Ул ғына ла аҙ, сәнәғәткә ҡалаларҙағы сауҙа предприятиеларын ҡушырға тәҡдим итәм. Ул саҡта тулы комплекс буласаҡ. Был ойошманы Сауҙа-сәнәғәт союзы тип атау килешер ине. Союзға предприятиелар етәкселәрен индереп, улар йәмәғәт башланғысында эшләй, ә дөйөм ойоштороу һәм документтар төҙөү өсөн штатлы бер кеше ҡуйып, ул бөтөн предприятиеларҙың иғәнәһендә тора, тип уставына яҙғанда бик дөрөҫ булыр, тип уйлайым.
– Дөрөҫ әйтәһең, Леонид Павлович. Ул яғын мин уйлап еткермәгәйнем.
– Күмәкләп уйлаһаң, юлы табыла ул.
– Рәхмәт.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, бер һорау бирермен тимен дә, форсаты сыҡмай ҙа ҡуя.
– Һора һуң.
– Ни эшләп һеҙ һаман булһа Черниковка һынлы ерҙән йөрөп эшләйһегеҙ? Көн һайын тегеләй-былай бер генә үтһәң дә, алтмыш километр тигән һүҙ бит. Фатир юҡмы?
– Фатир бар.
– Шулай булғас...
– Фатир элекке Өлкә комитеттың хеҙмәткәрҙәре өсөн һалынған йортта.
– Бик яҡшы. Һәйбәт фатир улар.
– Тик... Ҡалала, Рәхимов боронғо чинушаларҙан кәм түгел, хатта арттыра икән. Демократ булып ҡыланған, эшсе синыф менән бер ҡатар йәшәйем, тип йөрөгән була торғайны. Ана, Өлкә комитет йортона күсә, тип хәбәр таратҡандар.
– Таратһындар. Һеҙҙең халыҡ, илдең ауыҙына иләк ҡаплап булмай, тиме әле? Шуның кеүек, һәр хәбәрҙе ишетә башлаһаң, ҡолаҡ етмәҫ. Һөйләнә бирһендәр. Уның ҡарауы, был йорттарҙа иң яҡшы телефон, телетайп бәйләнеше ҡуйылған. Ә Черниковкала телефон да өҙөк-йыртыҡ ҡына эшләй. Ил башлығында иң яҡшы элемтә булырға тейеш.
– Рәхмәт, Леонид Павлович, – Мортазаның тауышы ҡалтырап китте хатта. Уның тураһында хәстәрләп берәү ҙә бер ҡасан да бер һүҙ ҙә әйткәне юҡ ине.
Рәхимовтың йомшарғанын шәйләгән Сафронов ашыҡмай ғына урынынан торҙо:
– Эй, асыҡ күңелле лә инде һеҙҙең халыҡ. Шуға айырыуса яратам мин һеҙҙе, – тип хушлашырға ҡулын бирҙе.
Ә Мортазаның бите буйлап ике бөртөк күҙ йәше тәгәрләп төштө. Урыҫ кешеһенең башҡорт күңеле тураһында әйткәне иң төпкө ҡылды ҡуҙғатты.
ЯЭК-ты алабыҙ
Уйланып ултырған Барлыбаев ҡапыл ныҡ итеп зыңғырлап ебәргән телефон тауышына тертләне. Ошо телефондың тауышын кәметегеҙ, тип элемтәселәргә әйттем бит инде, тиҙ генә барып етмәй инде уларға. Шулай уйланы ла трубканы алды.
– Хәлил, һаумы?
– Һаумыһығыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Һин ТЭК-ты нисек әйтәһең әле, Яйыҡмы?
– Яйыҡ түгел, ЯЭК, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Яғыулыҡ энергетика комплексы.
– Ана шул Яйыҡты һорап, – Рәхимовтың тауышы үҙгәреп китте. Йылмайғаны һиҙелеп тора, – йәнә берәү килде. Чубайс тәҡдим итте, нефть эшкәртеү заводының береһен генә һатығыҙ, тип килде. Йышая бит “ҡунаҡтар”.
– Мин һеҙгә ошо мәсьәлә менән инергә ултыра инем әле. Мөмкинме хәҙер? – Барлыбаев өҫтәлдәге ҡағыҙҙарын тәҫләй башланы.
– Әйҙә һуң.
Барлыбаев оҙаҡламай Рәхимов алдында ултыра ине.
– “Башнефть” компанияһын үҙебеҙгә күсереү мәшәҡәттәрен башланыҡ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, – тине ул. – Эше бик күп. Ә беҙҙең белгестәр аҙ. Һәр скважина, һәр газ сығарғысты үҙебеҙ барып, үҙ күҙебеҙ менән күреп булғас та баһалап, шунан ғына исемлеккә индерәбеҙ. Юҡһа, булмаған нәмәне бар тип яҙҙырып бөтөрҙәр, шунан йөрө киреһен иҫбат итеп. Күбеһенсә иҫбатлап та булмаясаҡ, аҡҡа төшкәнсе тамуҡҡа төш, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
– Күпме ваҡытты аласаҡ инде был эшегеҙ?
– “Башнефть” менән генә лә бер өс ай хитланырбыҙ, тимен.
– Хитланыуы нимә була?
– Мәшәҡәтләнеү инде.
– Әллә ниндәй һүҙҙәр беләһең һин. Яйыҡты уйлап сығарғанһың.
– Мин уйлап сығарманым уны. Гәзиттәр шулай яҙа. Элек ТЭК ти ҙә ҡуя торғайнылар. Хәҙер ЯЭК. Дөрөҫ инде, беҙҙең телебеҙ кемдекенән кәм. Тик беҙҙең уны белеүебеҙ генә самалы.
– Өлкән кластарҙа башҡортса уҡымағас, шулай инде.
– Ә мин уҡыным. 10-ды бөткәндә бөтөн имтихандарҙы ла башҡортса бирҙем.
– Ә институтҡа ингәндә?
– Әлбиттә, урыҫса. Кем минән Мәскәү дәүләт университетында башҡортса имтихан алып ултырһын?
– Эйе, һин МДУ бөткән кеше бит әле. Онотоп торам. Йә, ярар. “Башнефть” компанияһынан һуң энергетикаға күсәһегеҙме?
– Эйе.
– Былай булһа, бик оҙаҡҡа китә икән һеҙҙең күсеүҙәр. Берәй һанай торған ойошма менән килешеү төҙөп, белгестәр алығыҙ ҙа тиҙләтегеҙ эште. Түләргә аҡсаһын табырбыҙ.
– Предриятиеларҙы үҙебеҙҙеке итеп бөтөргәнсе бер уй бар бит әле, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Ниндәй?
– ЯЭК-ты Башҡортостандыҡы итеп алғас, әйҙәгеҙ, шуның акцияларын халыҡҡа таратып бирәбеҙ. Республикала дүрт миллиондан ашыу кеше бар. Шуларҙың һәр береһенә, йәшенә, ҡартына, урыҫына, башҡортона, иренә, ҡатынына ҡарамайынса, тип тигеҙ итеп акция бирәйек. Нефть, энергетика – халыҡ байлығы – ерҙән алына бит ул. Әйҙә, халыҡтыҡы халыҡҡа булһын. Күпме тура килә әҙәм башына – йөҙ һуммы, бер нисә йөҙмө – барыбер халыҡҡа булһын. Ул саҡта ЯЭК-ҡа бер ниндәй Чубайс та ҡурҡыныс түгел. Дүрт миллион хужанан кире алып ҡара энергетиканы йә яғыулыҡ комплексын. Берәрһе ҡул һоноу түгел, ул турала һүҙ ҡуҙғатырға ла ҡыймаясаҡ. Ул саҡта бөтөн бандит-мандит, бай һәм олигархтар Башҡортостанды урап уҙасаҡ. Ә халыҡ Рәхимовҡа үҙе тере сағында һәйкәл ҡуясаҡ. Был булмаһа, ЯЭК-ты барыбер талап аласаҡтар. Мәскәүҙә ни ҡыланғандарын күрә йөрөйбөҙ бит инде.
– Дөрөҫ әйтәһең бит һин, Барлыбаев. Бик тәрәндә ятҡанды күрәһең! – Рәхимов, ултырып түҙә алмайынса, тороп китте хатта. – Бөтөн кешегә лә тигеҙ итеп, несмотря на лица и петлица, тиһең инде. Фекерең дөрөҫ бит һинең, Барлыбаев Хәлил...
Тегенеһе өҫтәп ҡуйҙы:
– Әбүбәкирович.
– Эйе, Әбүбәкирович. Давай, ЯЭК-ты тиҙерәк күсерегеҙ үҙебеҙгә. Шунан приватизация мәшәҡәттәре бар бит әле.
Барлыбаев Аҡ йорттан ҡанатланып, осоп килеп сыҡты. Булды, халыҡ байлығы халыҡҡа булды, исмаһам.
Ҡара алтын
1.
Ҡышҡы көндөң оҙонлоғон үҙегеҙ беләһегеҙ: төшкөлөккә тамаҡ туйҙырып алып, арлы-бирле итеүгә ҡояш байып та бара. Ә эш тигәнең ҡояшҡа ҡарап үлсәнмәй, ул сәғәтләп һанала. Сәғәт иртәнге һигеҙҙә һин эштә булырға тейешһең. Ҡаланан эш урыны алыҫ – егерме саҡрымға яҡын тип тора алмайһың. Һигеҙгә барып етә алманыңмы, эш урының менән хушлаш. Яҡшы хаҡ түләнгән эштә һинең киткәнеңде әллә нисә кеше һағалап тора. Киске яҡта эш урынын тапшырып, йыуынып-кейенеп тышҡа сығыуыңа Хоҙай бабайҙың яҡтыртҡысы – Ҡояш апай тау артына тәгәрләп төшөп тә китә.
Ғәйнуллин эштән һуң яҡшылап йыуынды, иртәнсәк кенә ҡырынған булһа ла, тағы бер мәртәбә үткер ҡырынғыс менән һаҡал-мыйыҡ тирәһен йышты, ап-аҡ таҫтамалға һөртөндө, шунан тап-таҙа кейемен кейҙе. Эш урынындағы төпкө бүлмәһендә бер нисә алмаш кейем тота ул. Был турала ҡатыны ла белә, әйтеп ҡуйған. Ҙур түрәләр янына саҡырһалар, заводта йөрөгән кейем менән китеп бараһыңмы ни? Бөгөн кейгәне тураһында ла белә ҡатыны. Быныһы еңелсә, бик ыҡсым, үҙенә килешле. Германиянан алып ҡайтҡайны. Бер көн ҡатыны шул турала һорап та ҡуйҙы.
– Тегендә алған кейемең күренмәй.
– Эштә ул.
– Шырышып-мырышып та бөткәндер инде, алып ҡайтып үтекләп алһаң ни була.
– Шырышмаған, әллә ни ҙә бер кейгәндән, ни булһын.
Яҡуп серен асып торманы. Эштә йыйыштырыусы булып йөрөгән Тәнзилә апайҙы кейемен ҡараштырырға күндергәйне. Төпкө бүлмәгә кер йыуыу машинаһы ҡуйҙыртты, үтек-фәлән кеүек нәмәләр алдыртты. Күлдәген дә, кәрәк саҡта эске кейемен дә йыуып, киптереп, тәҫләп ҡуя. Бик тәртипле, ипле ҡатын. Кеҫәһендә, портфелендә йөрөткән бөтөн нәмәһен дә сығарып һала – ята шул урында. Туҙышып-муҙышып киткәндәрен йыйыштырып ҡуя, әммә бер нәмә лә юғалмай. Өҫтәүенә ауыҙы бикле Тәнзиләнең, утыҙ ике теш араһынан сыҡҡан бер һүҙ утыҙ ике кешегә етә, тиһәләр ҙә, үҙе тураһында бер һүҙ ҙә ситкә сыҡҡанын тойғаны булманы Яҡуптың.
Бөгөн дә кейенеп-яһанып алғас, оҙонса ҡумтаны асып, эсендәгеһенә ҡарап торҙо бер аҙ. Яҡут менән семәрләнгән аҡһыл-һары алтын сынйыр. Ҡара алтын ағарған һәм һарғайған. Күҙе дүрт булыр инде тегенең. Сынйырҙы ҡумтаһынан сығарып, һауытын ситкә һалды ла, яҡутлы алтынды ике бармаҡ менән генә тотоп түш кеҫәһенә төшөрҙө. Уны эшкә йөрөткән аҡһыл “Волга” ҡалаға еткәс, шофер хужаға боролоп ҡараны, йәнәһе, артабан ҡайҙа барабыҙ? Яҡуп өндәшмәне. Тимәк, өйгә ҡайтабыҙ. Ул йәшәгән йортҡа етмәҫ борон:
– Туҡта ошонда, – тине Яҡуп. – Әҙерәк йәйәүләйем әле.
Машина киткәс, тирә-яғын байҡап алды: ҡараңғы урамда кеше-маҙар тойолманы. Яҡуп етеҙ генә атлап китте, ләкин үҙенең йортон урап уҙҙы. Күп тә барманы, ике урам сатындағы бейек кенә туғыҙ ҡатлы өй алдына килеп сыҡты. Ҡараңғы булғанғамы, үткән-һүткән дә күренмәне. Йорт алдында студенттар, бүтәндәр йыш йөрөй торғайны, уларҙың ятағы бит, бөгөн берәү ҙә юҡ. Яҡуп йорттоң тышҡы ишеген асып инде лә япты. Дөм ҡараңғы. Элегерәк ишек башында быҙлаҡ булһа ла шәм яна торғайны, бөгөн уныһы ла юҡ. Яҡуп ике ҡулын һоноп, һәрмәнә-һәрмәнә атланы – стенамы, ишекме булырға тейеш бит инде. Шул саҡ әле генә ул ингән ишек асылды, кемдер керҙе. Ишек ябылыу менән был бәндә кеҫә фонары ҡабыҙҙы. Яҡуп ут эсендә ҡалды. Ҡараңғыны ҡапыл телгән көслө ут күҙҙәрен сағылдырҙы һәм ул сытырҙатып йомдо. Шул ыңғай тауыш яңғыраны
– Кем һин? Ғәйнуллинмы?
– Эйе, Ғәйнуллин.
– Документың бармы?
– Бар. Бына паспорт.
– Ас паспортыңды, минең ҡул буш түгел.
Теге бәндә яҡтыртты, быныһы документын асты. Саҡ ҡына ваҡыт шым булдылар. Яҙылғанды уҡыны шикелле теге, һәм ҡапыл атыу яңғыраны: бер, ике, өс.
Ғәйнуллин гөрһөлдәп иҙәнгә тәгәрәне, теге бая ингән ишектән сығып та китте, юл ыңғай ҡулындағы фонарҙы һүндереп, кеҫәһенә тыҡты.
Күпме ятҡандыр Яҡуп, белеп булмай. Оҙаҡ түгелдер. Ятаҡ бит, кеше күп йәшәй. Береһе инә, береһе сыға. Бына берәү тышҡы ишектән инде лә, ҡараңғыла ни ҡылырға белмәй, бер-ике аҙым алға атланы һәм, нимәгәлер аяғы эләгеп, һөрлөгөп китте. Йығылып барышлай бик ҡаты һүгенде һәм аҡырып ебәрҙе. Күпме генә ҡысҡырмаһын, ишетеүсе булманы, шунан тубыҡланған килеш һәрмәнә-һәрмәнә эске ишеккә барып юлыҡты, этеп асты. Ҡараңғы соланға йорттоң эсенән ут төштө, әммә был ғына аҙ ине, тыштан инеп килгән бер нисә кеше бынан алдағы бәндә һөрлөккән урында йығылды. Китте ҡысҡырыш, китте һүгенеү. Тотондолар вахтерҙы таптырырға. Тегеһенең урыны буш булып сыҡты. Кемдер шырпы һыҙҙы, ҡағыҙ үртәргә тотондолар. Шул саҡ берәү үҙҙәре эләгеп йығылған нәмәнең кеше икәнлеген абайланы.
– Туҡта, ҡысҡырышмағыҙ! Был бәндә үлгән дә баһа.
– Үлгән?
– Ҡара яҡшылап, ана бит ҡан эсендә ята.
Әле генә сарбайлаған кешеләр шып-шым булды.
– Мин хәҙер, – тине ир тауышы һәм күп тә үтмәй ултырғыс ултыртып, ишек башына лампа бороп ҡуйҙы.
Шунда ғына күрҙе былар фажиғәне: солан уртаһында ҡанға туҙып бер ир ята, унан йыраҡ түгел ҡыҙыл тышлы паспорт күренә, иҙәндә бер нисә китап, полиэтилен пакет сәселгән.
Уңарсы булмай соланға ла, эске коридорға ла кеше йыйылып китте, ятаҡтың хужабикәһенә лә хәбәр барып етте. Ул туйтаңлап бында еткәнсе, йорттан сығырға йә инергә теләүселәр мәйет ятҡан тирәне тапап бөткәйне.
2.
Милиция саҡырттылар. Район бүлексәһендә телефондан әйткәнде тыңланылар ҙа, прокуратураға шылтыраттылар.
Прокуратура дежурныйы:
– Төн йөҙөндә, эш һуңында мин һиңә кемде табайым? Ни эшләп үҙегеҙ бармайһығыҙ? – тине.
– Беҙ барыуҙан ни файҙа? Кеше үлтерелгән бит. Үлтереште барыбер һеҙ тикшерәсәкһегеҙ. Бер юлы ғына үҙегеҙгә алығыҙ ҙа ҡуйығыҙ.
– Баштан себен осораһығыҙ инде.
– Себен үк түгел дә... – милиция дежурныйы телефонды һалды, хихылдап ҡуйғаны ишетелде. Йәнәһе, еңел ҡотолдо.
Ул ҡотолдо ла, тик прокуратура тотолдо. Хәҙер ҡайҙан тәфтишсе табырға быға? Ҡайта торғандары ҡайтып бөткән, ҡайтмай торғандары үҙ эше менән әллә ҡайҙа олаҡҡан. Шул саҡ ҡылт итеп дежурныйҙың иҫенә төштө, телефонға йәбеште.
– Милиция? Дежурныймы?
Йоҡоло тауыш ишетелде:
– Дежурный. Милиция.
– Йоҡлап та бараһыңмы? Уян. Һин прокуратураға эш ҡуштым да ҡотолдом тинеңме? Еңел генә ҡотолмай тор. Хәҙер үк бая үҙең әйткән үлтереш урынына наряд ебәр. Ваҡиға урынын ҡамап алһындар, ул тирәлә берәү ҙә йөрөмәһен. Тулы тәртип! Белдеңме?
– Белмәгән ҡайҙа. – Йоҡолоноң тауышы көрәйҙе. Шунда уҡ һөрәнләне. – Наряд! Ятаҡҡа! Тулы тәртип булһын!
Бер аҙҙан өсәү килеп сыҡты: лейтенант, сержант һәм өлкән сержант. Дежурныйҙан төпсөштөләр:
– Ҡайҙа? Ни булған? Кем ғәйепле?
– Туғыҙ ҡатлы ятаҡта, беренсе ҡатта соланда. Кеше үлтерелгән. Прокуратураныҡылар барып еткеләгәнсе тулы тәртип булһын!
Баяғы тәүге һөрәндән һуң ун биш минутлап уҙғайны инде. Былар барып еткәнсе йәнә унлап минут була әле.
Прокуратура дежурныйы тәфтишсенең кеменә шылтыратырға белмәй ултырҙы ла прокурорҙың өй телефонын йыйҙы.
– Ғәфү итегеҙ, ләкин борсомай сарам юҡ. Прокуратурала мин бер үҙем. Ҙур ятаҡта кеше үлтергәндәр...
– Ни булған? Кемде үлтергәндәр?
– Атҡандар шикелле. Үлгән кеше Ғәйнуллин Яҡуп Миһран улы, ти. Мәйет янында паспорты ята икән.
– Мәйет янында паспорты... Сәйер. Ғәйнуллин Яҡуп Миһран улы. Мин белгән Ғәйнуллинмы ? Ул булһа... Тәфтишселәрҙән кем ҡайҙа?
– Хажиндан башҡалар өйҙә юҡ.
– Хәҙер Хажинға шылтырат, барып етһен. Мин үҙем дә барам. Юҡһа...
Прокурор Рамаҙанов ятаҡҡа барып еткәндә, милиционерҙар ятаҡҡа инеү һәм сығыу ишектәрен яптырған, кешеләргә йөрөргә ярҙамсы ишекте астырғайны. Дөрөҫөрәге, туйтаңлаҡ комендант быларын берәүҙән дә күрһәтмә көтмәйенсә, үҙе эшләне. Милиционерҙар килеп еткәнсе ишектәрҙе бикләтеп ҡуйғайны инде.
Прокурор барған саҡта теге ҡараңғы соланда берәү ҙә юҡ, өйөлөшкән кешеләр таралышып бөткәйне. Комендант артлы ултырғыс менән ябыҡ ишекте ҡаплап, үҙе менеп ултырғайны. Рамаҙанов һораулы ҡарашын йүнәлткәс:
– Мәйетте тапай яҙып йөрөйҙәр, шуға бикләнем, – тип аңлатты, үҙе ултырғыстан ырғып тиерлек төштө.
Рамаҙанов мәйет ятҡан соланды ситтән генә ҡараны ла:
– Яҡты лампалар ҡуйҙырығыҙ, – тип әмер бирҙе.
Туйтаңлаҡ комендант шунда уҡ йүгереп китте, һәм күп тә үтмәй лампалар, баҫҡыс тотоп электрик килеп етте. Оҙаҡламай ҡараңғы соланда көндөҙ ҡояш яҡтыһы кеүек ут ҡабынды. Тышҡы ишектән ҡараңғынан ингән Таһир Кәрим улы Хажин усы менән күҙен ҡапланы:
– Ошо тиклем яҡты булғанмы бында элек тә? – Һорауын да бирҙе.
– Юҡ, – тине ғәйепле тауыш менән комендант. – Лампа һүнгән булған, миңә әйтмәгәндәр. Дөм ҡараңғы торған солан.
Хажин баш ҡағып ҡына Рамаҙанов менән иҫәнләште һәм шунда уҡ һорау алырға ла тотондо.
– Бәлки, берәйһе утты махсус һүндереп торғандыр.
– Кит, юҡты һөйләп ни, – комендант үпкәләгәндәй итте. – Ана ята янып сыҡҡан лампаһы, электрик әле генә алмаштырҙы.
Рамаҙанов быны раҫлап баш ҡаҡты.
Хажин мәйет тирәһен яйлап, ләкин бер нәмәгә лә ҡулы менән теймәй ҡарап сыҡты. Паспортты алып, мөйөшөнән генә тотто.
– Ғәйнуллин Яҡуп Миһран улының паспорты. Үлгән кешенекеме?
– Шуға оҡшаған. – Рамаҙанов ярҙамға килде.
– Өс гильза ята. ТТ пистолетыныҡына оҡшаған. Ә был китаптар, тоҡсай кемдеке?
Комендант:
– Ҡараңғыла мәйеткә бер-ике кеше эләгеп тәгәрәгән, шуларҙыҡылыр. Быныһын мин таптырырмын.
– Мәйетте кем тапҡан?
– Аныҡ ҡынаһын әйтә алмайым. Кешеләр күп йөрөгән. Ҡараңғыла өҫтөнә менеп китеүселәр булған.
– Атыусыны күргән кеше булғанмы?
– Әллә. Өс мәртәбә атыу тауышын айырым асыҡ ишетеүселәр күп. Тик бөтөнөһө лә яңы йыл пикардаһы шартлаталар икән тип уйлаған да ҡуйған. Хәҙер күп бит шуны аттырыусылар.
– Прокурор иптәш, – Хажин Рамаҙановҡа боролдо. – Был эште һеҙ миңә йөкмәтергә уйлайһығыҙмы?
– Бүтән кеше юҡ.
– Улайһа, миңә ярҙам кәрәк.
– Нимә?
– Берҙән, хәҙер үк эксперттар килһен. Былай ҙа эҙҙе тапап бөткәндәр инде, ә шулай ҙа... Икенсенән, Ғәйнуллин Яҡуп Миһран улының кем икәнлеген асыҡларға кәрәк. Иртәнсәккә тиклем көтмәйенсә, паспорт өҫтәлен астырырға ине.
– Уның кем икәнен мин паспорт өҫтәлеһеҙ ҙә әйтә алам.
– Шулаймы? Кем инде ул?
– Икенсе нефть эшкәртеү заводының баш инженеры, әле директор вазифаһын башҡарыусы.
– Оһо! Төн йөҙөндә прокурор үҙе ни эшләп йөрөй тиһәм. Ана ниҙә икән хикмәт.
– Тағы ла хикмәттәр бар әле.
– Ниндәй?
– Уныһын һуңынан...
– Ундай ҙур кеше бындай ятаҡта ни эшләп йөрөгән һуң?
– Ана шул һорауға яуап тапһаң, һинән дә белдекле тәфтишсе булмаҫ. Мин хәҙер һинең ҡушҡандарҙы үтәргә китәм. Ә һин нимә таба алаһың – бөтөнөһөн дә миңә әйтә бар.
– Һис шикһеҙ.
Рамаҙанов сығып китте, Хажин йәнә комендантҡа боролдо.
– Беҙ йүнләп танышманыҡ та бит әле. Мин прокуратураның айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсеһе Таһир Кәрим улы Хажин. Ә һеҙ?
– Мине, Таня апай, тиҙәр. Ошо ятаҡтың коменданты Татьяна Федоровна Орлова.
– Бик хуш. Һеҙ бында күптән эшләйһегеҙме?
– Был йорттоң иң боронғо кешеһе мин. Ятаҡ төҙөлгәс тә ҡуйғайнылар, шунан бирле бында.
– Улай булғас, бөтөн кешене лә беләһегеҙ инде.
– Шулай тиергә лә була.
– Үлеп ятҡан был кешене күргәнегеҙ була торғайнымы?
– Ни тип әйтергә. Күрмәнем тиергә ярамай. Бер көн генә, оҙаҡламай заводта “Евро” бензин сығара башлайбыҙ, тип телевизорҙан һөйләп ултырҙы. Шуға күргәнем бар, тимен.
– Уныһы телевизор. Ә һеҙҙең ятаҡта?
– Беҙҙең ятаҡта ни эшләп йөрөһөн ул шундай ҙур завод хужаһы башы менән?
– Ана бит, ни эшләптер йөрөгән.
– Белмәйем. Мин уны бында күргәнем булманы. Бәлки, мин күрмәһәм дә, бүтәндәр күргәндер. Вахтерҙарҙан һорармын әле.
– Вахтерҙарҙан ғына түгел, ошонда йәшәүсе һәммә кешенән дә һорашырға кәрәк. Кемгәлер килә ятҡан, йә ошонан сығып барған бит инде ул.
– Эйе шул.
3.
Мортаза Ғөбәйҙулловичтың әллә ҡасан урынлаштырған тәртибен бөгөн дә боҙоусы булманы. Ҙур өҫтәлдең һул яғында тәҫләп һалынған ҡағыҙ биттәре ята ине. Иң өҫтә иҡтисад буйынса статистика идаралығы биргән мәғлүмәт. Уҙған аҙна эсендә сәнәғәт продукцияһын етештереү тағы ла кәмегән. Оборонаға эшләгән тармаҡ туҡтап ҡалғанға тиң, бүтән төр машиналар эшләү ҙә әллә ҡайҙа китмәгән. Күңелгә һөйөнөс бирерҙәй берҙән-бер тармаҡ бар – быныһы нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәтенең бер өлөшө. Нефть эшкәртеүҙә хатта бәләкәй генә булһа ла үҫеш күренә. Ауыл хужалығы һүнеп ҡалған тиһәң дә була. Райондарҙың байтағынан мәғлүмәт бирелмәгән. Фермалар менән ҡуша мәғлүмәт йыйыусылар ҙа бөтөп барамы әллә? Ә Рәсәйҙә ни хәл һуң?
Мортаза Ғөбәйҙуллович ҡағыҙҙарҙы ҡутарҙы, әммә Рәсәй мәғлүмәтен тапманы. Өҫтәлгә беркетелгән төймәгә баҫты. Тышҡы ишектән йылп итеп Ләлә пәйҙә булды һәм һораулы ҡарашын етәксегә йүнәлтте.
– Ләлә, Рәсәй йыйынтығын тапмайым.
– Юҡ ул, Мортаза Ғөбәҙуллович, Стат идаралыҡтан: “Рәсәй буйынса мәғлүмәт хәҙер аҙна һайын йыйылмаясаҡ. Тик айға бер генә булыр”, – тигәндәр, ти.
– Барып терәлгәндәр икән, нисә генә йыйһаң да минус мәғлүмәтте күрмәҫ өсөн ҡул һелтәгәндәр, күрәһең.
Ләлә яурындарын ғына һикертте лә сығып китте.
Мортаза Ғөбәйҙуллович тағы ҡағыҙҙарға күҙ йүгертте. Быныһы Иҡтисад министрлығының мәғлүмәттәре ине. Заводтарға эшкәртер өсөн ебәрелгән нефттең күләме артҡан, ә әҙер продукцияны ҡулланыусыларға оҙатыу кәмегән. Был ни хикмәт һуң? Ҡайһы заводтың ҡыланҡыһы был? Мәғлүмәт ҡағыҙында ҡайһы заводтың нисек эшләгәнлеге лә әйтелгәйне. Икенсе завод кәметкән дә баһа. Тағы Ғәйнуллиндың этлегеме? Мортаза телефон аппаратына һонолдо, шул саҡта Эске эштәр министрлығы һалған ҡағыҙҙа “Ғәйнуллин” һүҙен күреп ҡалды һәм ҡулын кире алды. “Кисә 19.00 сәғәт тирәһендә сәнғәт институты студенттары ятағының соланында Икенсе заводтың директоры вазифаһын башҡарыусы Ғәйнуллин Яҡуп Миһран улы атып үлтерелгән. Енәйәт эше асылған. Тикшереүҙе прокуратура алып бара”, –тип яҙылғайны.
Йә, хоҙа! Мортаза лыпын ултырҙы. Яңыраҡ Мусинды шартлаттылар, хәҙер завод етәкселәренә тотонғандар икән. Ҡайҙа тәгәрләйбеҙ һуң беҙ? Ошо буламы үҙгәртеп ҡороу? Ошо буламы реформа? Былай барһа, үҙеңде атып киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
Мортаза Ғәйнуллинды яҡшы белә ине. Яҡшы тип инде, Мортаза үҙе нефть эшкәртеүсе булып күп йылдар эшләгәс, әлбиттә, ошо тармаҡ етәкселәрен белә. Ғәйнуллин менән, ул заводтың баш инженеры булғансы, күрешмәнеләр. Заманы шулай ине бит инде: һәр кем үҙ күкрәк көсө менән юл яра, шуға үҙ эшенә мөкиббән киткән була, башҡаларҙа эше лә, ҡатнашы ла юҡ. Мортаза үҙе шулай булды. Техникумды бөтөргәс, заводҡа эшкә барып вахтаһын тултыра ла ятаҡта китап уҡый, бүтән ваҡ-төйәк менән булыша. Шунда кемдер әйтте быға: ни эшләп институтҡа инмәйһең? Эсмәйһең, тартмайһың, аҙып-туҙып йөрөмәйһең, математиканы яҡшы беләһең, ин уҡырға. Яҡшы кәңәште алды Мортаза. Нефть институтының киске бүлегенә инде лә уҡып алды ла китте. Уҡыу менән эш ҡуша барҙы, курс һаны артҡан һайын вазифа ла үҙгәрҙе. Тәүҙә өлкән оператор, шунан цех начальнигының урынбаҫары. Уҡып бөтөргәс, цех начальнигы. Бында йышылғас, завод буйынса урынбаҫар, баш технолог, баш химик, баш инженер, бер нисә йыл үткәс, завод директоры. Ғәйнуллин менән ҡала комитетындағы бер кәңәшмәлә танышҡайнылар. Яҡуп, директоры ялда саҡта, уның урынына кәңәшмәгә килгәйне. Мортаза менән уны бер комиссияға ағза итеп ҡуйҙылар. Шунда һөйләшеп киткәйнеләр. Яҡуп та Мортаза кеүек үк тормош юлы үткән. Тик институтта көндөҙгө бүлектә уҡыған да, эшкә Икенсе заводҡа төшкән. Һуңғы йылдарҙа юлдар бер аҙ айырылды. Мортаза Юғары Совет рәйесе булып китте, Яҡуп баш инженер көйө ҡалды. Мөнәсәбәт иһә боронғоса булды. Дөрөҫөрәге, үҙ-ара әллә ниндәй мөнәсәбәт тә юҡ ине инде.
Мортаза директор саҡта әле Яҡупҡа шылтыратҡайны.
– Күрше (ике завод бер-береһенән алыҫ түгел урынлашҡайны), һинең һауыттарың мазут менән тулманымы әле?
– Тулған, башынан ашҡан тиһәң дә була, Мәскәүҙән разнарядка һаман килмәй.
– Ә миндә мазут юҡҡа тиң.
– Һеҙгә разнарядка килдеме?
– Юҡ, Мәскәү күрһәтмәһен көтөп ултырһаң, заводты туҡтатырға кәрәк.
– Ни эшләттегеҙ һуң?
– Районға ебәрҙем. Үҙемдең райондың райкомы менән райсоветтан хат тотоп килгәйнеләр, цистерналар менән ебәрҙем дә ҡуйҙым. Исем өсөн хаҡын түләткән булдыҡ. Ауылда ҡайҙан аҡса булһын инде, үҙең беләһең.
– Район ни эшләтә инде уны?
– Юл һалалар. Ҡырсынға ҡушып бутайҙар ҙа түшәйҙәр. Асфальт түгел инде, әммә батҡаҡ та түгел.
– Ҡыҙыҡ. Ә Мәскәү ҡайҙа ҡуйҙың тип таптыра башлаһа?
– Таптырһа ни. Мин ул мазутты урламағанмын, һатып эсмәгәнмен, хат яҙып килгәс, бирҙек инде, тиәрмен. Ошо ерҙә ултырған, ошо ерҙең һутын эскән заводтан бындағы халыҡҡа ниндәй ҙә булһа файҙа тейергә тейеш тә баһа. Юҡһа, беҙҙең халыҡҡа ул заводтың ҡоромо менән һөрөмөнән башҡа ни нәмәһе тейгәне бар.
– Бер уйлаһаң, дөрөҫ инде.
– Дөрөҫ булһа, бына һиңә минең күрше райондан вәкәләт ебәрәм. Шуларҙың үтенесен ҡәнәғәтләндер.
Килде ауыл кешеләре. Яҡуп, директоры менән һөйләшеп, өс цистерна мазут оҙатырға булды. Ҡунаҡтарҙың түбәһе күккә тейҙе. Бөтөнләй үҙһенеп китеп, килтергән күстәнәстәрен сығара башланылар. Бешкән, бешмәгән ит, бал, ҡорот...
– Юҡ, быныһы кәрәкмәй. Беҙ бит ас ултырмайбыҙ, беҙҙең эш хаҡы һеҙҙекенән ун мәртәбәгә тиерлек күберәк. Шуға тамаҡ туҡлыҡ ризыҡты һатып ала алабыҙ. Ә был нәмәләрегеҙҙе алып килгәс, кире биреп ҡайтарһам, килешмәҫ. Шуға былай итәбеҙ.
Яҡуп ашхана хеҙмәткәрҙәрен саҡырҙы, ризыҡты уларға бирҙе һәм өҫтәл әҙерләргә ҡушты. Үҙе, ауыл кешеләрен автобусҡа ултыртып, заводты йөрөтөп күрһәтеп сыҡты. Шунан ашханаға алып килде. Бында завод эшселәренән байтаҡ кеше йыйылғайны. Ауыл ризығына үҙҙәренекен ҡушып бешергәндәр һәм һыйларға булғандар.
– Ауыл менән ҡаланың бергәләшеп йәшәүе ошолай була ул. Беҙ һеҙгә мазут бирҙек, һеҙ беҙгә күстәнәс. Хәҙер бер-беребеҙҙе шефлыҡҡа алдыҡ. Бергә йәшәйек, – тип сығыш яһаны директор.
Аҙаҡтан ошо турала Яҡуп күршеһе Мортазаға һөйләне һәм өҫтәп ҡуйҙы:
– Аҙаҡтан Мәскәүҙән, өс цистерна мазутты ҡайҙа ҡуйҙығыҙ, тигәйнеләр, шефлыҡҡа алған ауылдарға ебәрҙек, тинек. Пролетариат менән крәҫтиән дуҫлығына ҡаршы кем нимә әйтһен?
Мортаза менән Яҡуп бер рәхәтләнеп көлөшкәйне.
Ошо хәлдән һуң бер аҙ үткәс, Рәхимов Ғәйнуллинға тағы шылтыратты. Һүҙ тағы ла мазут тураһында барҙы.
– Яҡуп, бында Кавказ малайҙары килгән.
– Ни эшләп йөрөй инде улар?
– Быларға ла мазут кәрәк. Тик үҙебеҙҙекеләргә биргән һымаҡ бушҡа түгел, ә нефткә.
– Нисек нефткә?
– Беләһең бит, уларҙа нефть беҙҙекенә ҡарағанда ла күберәк һәм ерҙең өҫтөндә тиерлек ята.
– Улай булғас, ниңә мазут эҙләп бында йөрөйҙәр һуң?
– Уларҙа бит нефтте эшкәртеү заводтары юҡ. Нефть күп, ләкин файҙалана алмайҙар. Үҙҙәре самауыр тип йөрөткән нефть ҡыуыу нәмәкәйҙәре бар, тик унан йүнле продукция сығара алмайҙар. Шуға бында килгәндәр, беҙ һеҙгә нефть, һеҙ беҙгә мазут, тиҙәр. Юл эшләр өсөн быларға ла мазут кәрәк, нефтте юлға түшәй алмайҙар бит инде.
– Үҙең бирҙеңме һуң?
– Ҡырып-һепереп тигәндәй алдылар. Уларға был ғына етмәй. Инһендәрме һиңә?
– Инһендәр һуң.
Бер аҙҙан өс Кавказ кешеһе килеп инде. Береһе ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫтырған, икенсеһенең ҡулында портфель, өсөнсөһө бик ҙур сумка тотҡан. Шуныһы артынан ишек ябылыу менән:
– Быны ҡайҙа ҡуяйым? – тип ҡулындағыға ишараланы.
– Нимә ул? – Яҡуп ғәжәпләнде.
Папкалыһы:
– Әҙерәк кенә Кавказ күстәнәсе: коньяк, Каспий балығы шунда. Ауыҙ итегеҙ, оҡшап китһә, киләсәктә башҡа – баш, вагонлап алмашырға булыр.
Яҡуп ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ал бынан бысраҡ нәмәңде! Сығып кит, сығып китегеҙ!
Тегеләр аптырашып ҡалды. Олоһо кеҫәһенән ҡағыҙ сығара һалып уҡыны:
– Яҡуп Ми-һи-ранович, ни эшләп улай тиһегеҙ, бысраҡ түгел беҙ килтергән нәмә. Кавказ күстәнәсе асыҡ күңелдән, тап-таҙа ҡулдан ғына бирелә.
– Сығып китегеҙ! Күҙемдән юғалығыҙ! Кәрәкмәй миңә һеҙҙең бер нәмәгеҙ ҙә. Ҡарауыл! Ришүәт бирергә йөрөйҙәр бында! Ҡарауыл! Алып сығып китегеҙ быларҙы һәм ҡабаттан заводҡа яҡын да юллатмағыҙ!
Яҡуп ошолай шартлатып ҡыуып сығарҙы ла быларҙы, Мортазаға шылтыратты.
– Мин һине йүнле генә кешегә һанап йөрөй инем, ә һин миңә ришүәтселәр ебәреп ултыраһыңмы? Ришүәт өсөн тотторорға ла, мине бикләтеп, үҙең ике заводҡа хужа булмаҡсыһыңмы? Һинең хыялың шул тиҙәр ине, дөрөҫ икән.
Ошонан һуң бер нисә йыл буйына шылтыратышманы, һөйләшмәне улар. Мортаза тураһында урыҡ-һурыҡ ҡына хәбәр ишетә торҙо Яҡуп. Береһе заводтың дөйөм профсоюз конференцияһында булды. Эшселәрҙән берәү завод директоры менән баш инженерға үпкә белдерҙе:
– Ана, күрше заводта юҡ ҡына хаҡҡа төрлө емеш-еләк, бүтән аҙыҡ-түлек һаталар, хатта коньякка тиклем бар. Ә беҙҙә ни эшләп юҡ? Эшсе синыфын ҡайғыртырға кеше юҡмы?
Яҡуп елдең ҡайҙан иҫкәнлеген шунда аңлағайны. Тимәк, Рәхимов Кавказға ебәргән мазут өсөн завод коллективына аҙыҡ-түлек килтертә. Бәлки, теге ваҡытта шул уҡ мөмкинлектән ул юҡҡа баш тартҡандыр. Бигерәк тә хәҙер, халыҡты ҡарау тураһында дәүләт уйлап та бирмәгән саҡта, ошолай эшләү дөрөҫтөр ҙә. Рәхимов дәүләт тәртибен боҙоп, үҙ кеҫәһенә һалмай бит, коллективты хәстәрләй...
Рәхимов Эске эштәр министрлығының мәғлүмәтен тотоп, уйланып ултырҙы. Былай йәшәргә ярамай. Теге ваҡытта иң абруйлы, халыҡта ла, республика етәкселәре араһында ла бик аҡыллы һәм уйлап эш итә торған кеше һаналған хакимиәт башлығын үлтерҙеләр. Хәҙер килеп, шундай ҙур заводтың баш инженерын юҡ иттеләр. Туҡтатырға кәрәк был вәхшәтте.
Тағы ла бер сәғәттән Рәхимов республикалағы тәртип өсөн яуаплы өс ведомство етәксеһен саҡырҙы. Эске эштәр министры, федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең етәксеһе һәм прокурор.
– Ғәйнуллин менән булған хәлде барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер, – тип башланы Рәхимов. Тегеләр баш ҡағышты. – Ошо айҡанлы прокурорға енәйәтте мөмкин тиклем тиҙерәк асыуҙы йөкмәтәм. Ә һеҙ икәү уға кәрәкле бөтөн ярҙамды ла күрһәтерһегеҙ тип уйлайым. Артабан ошондай енәйәттәргә юл ҡуймау һәм ундай хәлдәрҙе алдан киҫәтеү өсөн махсус эш төркөмө кәрәк буласаҡ. Һеҙҙең өс ведомство бер булып эшләргә тейеш. Ошо маҡсатта һәр ҡайһығыҙ шул төркөмгә берәр кеше бирегеҙ һәм төркөмдөң маҡсаттарын, мөмкинлектәрен, яуаплылығын билдәләгән дөйөм бер документ эшләгеҙ. Был яңылыҡтың етәксеһе... – Рәхимов уйланғандай итеп ултырҙы ла өҫтәне, – прокуратура буласаҡ. Кемдә ниндәй фекер бар?
– Фекер әлегә юҡ. Уйлашайыҡ.
– Улайһа, әлегә таралышабыҙ.
Бүлмәнән сыҡҡас, министр янындағы икәүгә өндәште.
– Был Рәхимов бигерәк ҡаты тотона. Республиканың беренсе кешеһенең эше түгел тип тормай, үҙенә туранан-тура буйһонмаған ведомстволарға ла күрһәтмә бирергә тотондо.
– Ни хәл итһен, яуаплылыҡты үҙ иңенә ала инде. Илдә кем булһа ла эшләргә тейеш бит. – Быны федераль хәүефһеҙлек хеҙмәт етәксеһе әйтте. Прокурор текләп ҡарап ҡуйҙы тегеңә. Был ҡараштың мәғәнәһен аңланы федерал. Шуға өҫтәне. – Төркөмгә етәкселекте миңә ҡушырға тейеш ине тиһеңме? Субардинация буйынса ҡарағанда, эйе, тейеш ине. Әммә хәүефһеҙлек хеҙмәтенең хәле нисек икәнлекте барыбыҙ ҙа беләбеҙ бит. Элекке КГБ-ның ғәҙел, күп осраҡта уйҙырма ғәйептәренең халыҡ араһында ныҡ ҡуйырған сағы бит. Шуға яңы эшкә етәкселекте беҙгә ҡуша алмай инде ул.
– Дөрөҫ һүҙеңә рәхмәт, – тине Рамаҙанов. – Юҡһа, был үпкәләп йөрөрмө икән, тигәйнем әле мин.
– Үпкәләшеп йөрөр йәштән уҙғанбыҙ бит инде.
4.
Прокурор саҡыртҡан саҡта Хажин бүлмәһенән сығырға тора ине. Шуға ризаһыҙлығын үҙ алдына мығырлап булһа ла белдерҙе лә өҫкө ҡатҡа менеп китте. Рамаҙанов әллә быны көтөп, әллә башҡа сәбәптән тәҙрәнән тышҡа ҡарап тора ине. Хажин ингәс тә борола һалманы, тәҙрәгә күрһәтеп һөйләнде:
– Сүп-сар араһында берәү соҡона ине. Икенсе кеше килеп сыҡты. Теге хәҙер ҡасып китер инде тиһәм, сүплектә ҡаҙыныуҙы хурлыҡ тип беләбеҙ бит әле, юҡ, әллә ниндәй эшем эйәһе кеүек тора бирҙе. Икенсеһе быны урап үтер тиһәм, уныһы ла шунда соҡонорға тотондо. Шунан нимәнелер бүлешә алмай, сәкәләште лә киттеләр... Эй, донъя. Сүплектә ҡаҙына торған йәмғиәт инекме ни беҙ? – Шунан инеүсегә боролдо.
– Йә, Хажин, кисәге үлтереш буйынса нимәләр таба алдың?
– Тапҡан юҡ тиһәң дә була, тик бер мәйет урынына икәү була яҙған. Быныһын ятаҡтың коменданты Татьяна Федоровна Орлова һөйләне. Боронғо беҙҙең агенттар кеүек беҙҙең хәлгә ҡағылырҙай һәр нәмәне энәһенән ебенә тиклем яҙып әҙерләп тора. Кисә Ғәйнуллиндың һүрәтен төшөртөп, ятаҡта рәссамдар ҙа йәшәй бит, ошо кешене кем белә, тип элеп ҡуйғайныҡ. Бер ҡыҙ икенсеһенә инеп, рәсем һәм булған хәл тураһында һөйләп биргән. Шунан икәүләп, рәсемде ҡарай була түбәнге ҡатҡа төшкәндәр. Икенсеһе һүрәтте күргән дә баҫҡан урынында иҫһеҙ ҡолаған. Алайтып-былайтып иҫенә килтергәндәр быны. Шунан ни булғанын төпсөнә башлағандар. Теге йығылған ҡыҙ:
– Мин бит уны көтә инем, – тип әйтә, ти, рәсемгә күрһәтеп. – Минең бүлмәлә осрашырбыҙ тип һөйләшкәйнек,- тигән.
– Кем инде ул ҡыҙ?
– Филармония артисы. Исеме – Сания. Ул ятаҡта кем генә йәшәмәй икән. Сәнғәткә ҡағылышы булған һәммә йортһоҙ шунда.
– Осраштыңмы әле уның менән?
– Юҡ. Төндә тағы хәле хөртәйгән. “Ашығыс ярҙам” менән больницаға оҙатҡандар. Шунда барырға тип тора инем.
– Мәйет әле ҡайҙа?
– Моргта.
– Ғаиләһе беләме?
– Әйттек.
– Кемдәре бар?
– Ҡатыны, улы менән ҡыҙы. Икеһе лә студенттар.
– Ишеткәс, ҡатыны йығылмағанмы һуң?
– Йығылыу түгел, шатланғандай итә, ти. Ҡасан да булһа бер ошолай тамамлар тип уйлағайным, ти икән.
– Ни эшләп?
– Оҙаҡламай белербеҙ инде, саҡырыу ҡағыҙы ебәрҙем.
– Өйөнә барып һөйләшһәң ни була. Кеше ғүмерлек иптәшен юғалтҡан саҡта.
– Һорау алырға бында уңайлыраҡ бит. – Таһир күңелендәген асып бөтөрмәне.
Шунан Рамаҙанов бөгөн Юғары Совет рәйесе янында булған һөйләшеү тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләне лә:
– Ул төркөмгә беҙҙән һин инерһең тип торам, – тип өҫтәне.
Таһир яурынын ғына һелкетте.
– Төркөмдөң ни икәнен белмәй тороп, нимә әйтәһең.
Рамаҙанов йылмайып ҡына ҡуйҙы. Ошо ирҙең ашыҡмай, аңын-тоңон аҙағынаса төшөнмәйенсә ниндәйҙер фекер әйтмәүен ярата. Шуға әле лә ашыҡтырманы Хажинды.
– Ярар, эшең менән бул, – тип сығарып ебәрҙе.
Санияны Таһир “Ашығыс ярҙам” больницаһынан барып тапты. Ҡатынды күргәс тә: “Яҡуптың ауыҙы тәм белгән икән шул”, – тип уйланы. Сания бик сибәр ине. Хатта медицина халаты ла уның матурлығын йәмһеҙләй алмаған. Ап-аҡ йөҙ, ҡап-ҡара ҡаш менән уйылыбыраҡ торған бит алмалары, башҡорт ҡатындарына хас булмағанса оҙонораҡ һәм һомғол буй, өҫтәүенә оялсаныраҡ ҡарашын йәшереберәк торған оҙон керпектәр. Таһир үҙенең ҡатынға үтә һоҡланып ҡарауын һиҙеп ҡалып:
– Әйҙәгеҙ, бүлек мөдиренең бүлмәһенә инәйек, – тип саҡырҙы.
Хажин үҙе менән таныштырҙы ла:
– Ә һеҙ кем булаһығыҙ? – тип белеште.
– Мин – Сания Мәғәфүр ҡыҙы Бикбирҙина. Атай-әсәйем ауылда тора ине, мәрхүм булдылар, үҙем сәнғәт институтын тамамланым, шунан филармонияға эшкә алдылар. Уның үҙ ятағы булмағас, һаман институттыҡында йөрөйөм. Сығып кит, тип ҡарайҙар ҙа ул, тик ҡайҙа барайым...
– Кисә шул ятаҡта... – Таһир гүзәл ҡатынды рәнйетеп ҡуймаҫ өсөн ҡулайыраҡ һүҙ эҙләне, – теге донъяға күскән кешене белә инегеҙме?
– Эйе, бер концерттан һуң сәхнә артына килеп, рәхмәт әйткәйне. ”Ғилмияза”ны әсәйем бик яратып йырлай торғайны, шуны иҫкә төшөрҙөгөҙ, тигәйне. Һуңынан ятаҡҡа оҙатып ҡуйҙы.
– Концертҡа үҙе генә килгәйнеме ни?
– Эйе. Концерттарға ул гел бер үҙе йөрөй торғайны.
– Ни эшләп икән? Уның кеүек дәрәжәле кешеләр киске сараларға парлашып йөрөй бит.
– Юҡсы, гел улай түгел. Ана, профессор, институт директоры, юстиция министры гел үҙҙәре генә килә.
– Белеп тораһығыҙ икән дә баһа.
– Концерт барышында шаршау ситенән генә залда кем бар икәнен ҡарайбыҙ ул беҙ. Етәкселәр ҙә ҡуша: “Һеҙгә кем йөрөгәнен белергә тейешһегеҙ”, – тиҙәр.
– Ярар, ситкә тайпылдыҡ буғай. Кисә Ғәйнуллин һеҙгә килә ятҡанмы?
– Шулайҙыр тип уйлайым. Ул мине тыуған көнөм менән ҡотларға киләм тигәйне.
– Сәғәт нисәгә?
– Киске етегә тип һөйләшкәйнек.
– Һеҙҙе ҡотларға тағын кем килергә тейеш ине?
– Бүтән кешегә әйтмәнем. Хайрас ҡына: “Барам да барам”, – тип ныҡышҡайны.
– Кем ул Хайрас?
– Филармонияла эшләй, баянсы, миңә ҡушылып уйнай. Бер һөмһөҙ бәндә. Мин һине алам, тигән булып йөрөй. Икенсе бисәлеккәме ни, тигәйнем. Юҡ, һөйәркәлеккә, ти.
– Ғәйнуллин тураһында беләме ул?
– Белә. Филармонияла Яҡуптың минең янға килгәнен күргәне бар.
– Нимә ти инде?
– Мине шул бәндәгә алмаштырһаң, атам да үлтерәм, ти.
– Ата торған ҡоралы бармы ни?
– Бар шикелле. Пистолетым бар, тип маҡтана ине бер эскән сағында.
– Кисә ул һеҙгә килдеме?
– Юҡ.
Сания менән һөйләшеүҙе ошонда өҙөп, кире прокуратураға китергә ашыҡты Хажин. Ғәйнуллиндың ҡатынын саҡыртҡан ваҡыт етеп килә ине. Ашыҡҡаны хуп булып сыҡты. Тәғәйен ваҡыттан биш-алты минутҡа һуңлап килеп инһә, теге ҡатын бында буран ҡуптарып бер була. Прокурорҙың ҡабул итеү бүлмәһенә ингән, Хажинды таптырған. Ул әле килеп етмәгән тигәс, бүтән кеше юҡмы ни, тип шауларға тотонған, баш прокурорҙы таптыра икән. Шул саҡта Таһир килеп инде.
– Бына ул Хажин, – тигәс, ҙур күҙҙәре менән Таһирҙы баштан аяҡ һөҙҙө һәм:
– Ошомо мине көттөргән? – тип ишеккә үтә башланы. – Әйҙә, ал һорауыңды.
Ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙ Хажинға йәлләп ҡараны. Йәлләрлеге лә бар ине шул: йыуан, бөтөн нәмәһе лә һалынып төшкән кәүҙә өҫтөнә ҡиммәтле кейем кейҙерелгән бәндә янында урта буйлы Хажин малай һымаҡ ҡына ине. Өҫтөнә ятһа, һыта ла ҡуя икән тигән уй сағылды ҡыҙҙың йөҙөндә. Ханымдың артынан юрғалаған Таһир үҙенең бүлмәһенең ишеген асты. Ҡатын буш ултырғысҡа барып ауҙы ла, битен ҡулы менән елпеп:
– Душно, – тип ебәрҙе.
Таһир форточканы асмаҡсы булғайны:
– Һеҙ нимә? Миңә грипп эләктертергә итәһегеҙме? – тип боролоп уҡ ултырҙы.
Таһир тәҙрәне япты ла өҫтәлгә ҡағыҙҙарын йәйеп һалды.
– Фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атйығыҙҙың исемен әйтегеҙ.
– Нимә? Минең исем-фамилияны белмәйһегеҙме? – Ҡатын турһайҙы.
– Һорау алыуҙың тәртибе шулай.
– Шулай икән, яҙығыҙ: Маһинур Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина.
– Һеҙ ҡорбан булған Ғәйнуллинға кем булаһығыҙ?
– Мин уның ҡатыны инем.
– Ғаиләлә тағы кемдәр бар?
– Улыбыҙ Айрат.
– Нисә йәштә?
– Ун һигеҙ. Кисә ун һигеҙе тулды. Теге ғибрәт һөйәркәһенә китмәй, улын ҡотларға ҡайтһа, бөгөн тере була ине.
Быныһын Таһир ишетмәмеш булды.
– Икенсе балағыҙ кем?
– Ҡыҙ. Исеме – Иркә. Теге ғибрәт ҡуштырҙы, йәнәһе, балаға кем тип әйтәһең, ул шулай була. Юҡты һөйләне инде шунда, атаһына оҡшаған бер арҡыры.
– Нисә йәштә?
– Билдәле инде – ун биш. Яҡшы ғаиләлә балалар араһы өс йыл булырға тейеш.
– Яҡуп Миһран улына кем ҡул күтәргән тип уйлайһығыҙ? Дуҫтары, дошмандары кемдәр ине?
– Ниндәй дуҫы булһын уның. Йәшерәк саҡта йыйылышып эсә торғайнылар, имеш, дуҫтар осраша. Тыйҙым мин уны. Ауыл ғәҙәтен ташлаттым.
– Үҙегеҙ ауылдыҡы түгелме ни?
– Мин баш ҡалала йәшәгән дүртенсе быуын.
– Дошмандары ла булманымы?
– Быныһын мин белмәйем. Миңә һөйләмәне. Ҡайта ла телевизорға текәлә ине. Әҙәмсә һөйләшеп ултырыуҙың ни икәнен белмәне.
– Нисек уйлайһығыҙ: нимә өсөн, кем үлтерҙе икән һуң уны?
– Мин ҡайҙан беләйем. Минең эшемме ни ул? Һеҙҙең эш бит атыусыны эҙләү. Табығыҙ.
– Ярар, бөгөнгә һөйләшеүҙе ошонда тамамлайыҡ, – Хажин был кешенән ялыҡты.
– Шуның өсөн мине эштән бүлеп йөрөттөгөҙмө? Был һорауҙарҙы телефондан да биреп була ине.
Ҡатын тырт-бырт итеп сығып китте. Уның артынан ишек ябылыу менән Таһир прокурорға рапорт яҙырға ултырҙы. Эшен бөтөрҙө лә Рамаҙанов бүлмәһенә китте. Баш прокурор яңы ғына инеп тора ине.
– Хайрас Тилизиндың фатирында тентеү яһарға һәм үҙен биш тәүлеккә ҡулға алырға рөхсәт һорайым. – Хажин прокурорҙың өҫтәленә ҡағыҙ һалды.
– Был сараны нимә менән нигеҙләйһең?
– Ул Ғәйнуллинды үлтереү менән янаған, атыу ҡоралы барлығын әйткән.
– Дәлилдәрең шыйығыраҡ, әлбиттә. Ләкин дөрөҫ булмаҫлыҡ та түгел. Әйҙә, фатиха. – Рамаҙанов ҡул ҡуйҙы.
Бер сәғәт үттеме-юҡмы, Хайрастың ике бүлмәле фатирының аҫтын өҫкә килтерҙеләр. Ысынлап та, кейем шкафының иң аҫҡы бүлкәтендә, төптә, ҡат-ҡат сепрәккә уралған пистолет таптылар. Тилизиндың үҙен тәфтиш төрмәһенә яптылар, пистолетты экспертизаға бирҙеләр.
Хажин, япҡандан һуң күп тә үтмәҫтән, Хайрасты һорау алырға саҡыртты. Ләкин бының менән һөйләшергәме, юҡмы тип аптырап ҡалды. Ҡулға алыныусы иҫерек ине. Бөтөнләй үҙен белмәҫ дәрәжәлә түгел, шулай ҙа үҙ аҡылында тип тә булмай. Саҡырғас, бер аҙ һорау бирергә булды шулай ҙа.
– Мин тәфтишсе Хажин булам, – тип үҙен таныштырғайны, тегенеһе иланы ла ебәрҙе.
– Тәфтишсе иптәш, харап ҡына итә күрмәгеҙ. Минең ғәйебем юҡ теге кешенең үлемендә. Мин түгел.
– Туҡта, һин аңлайышлы итеп, теҙеп һөйлә, мин һине төшөнмәйем.
– Шул көндө мине Сания, филармонияның актрисаһы, тыуған көнөнә саҡырҙы. Минән башҡа теге нефтсе... кем әле...
– Ғәйнуллинмы?
– Эйе, шул да була. “Ҡайһығыҙ еңә, мин шуныҡы булам”, – тине Сания.
– Шулайҙыр инде? – Хажиндың ышанғыһы килмәне.
– Ант-мант бына. ”Бүләгегеҙ мөһим түгел, мине яратыуығыҙ мөһим, – тине был. – Ләкин икегеҙгә бер юлы була алмам. Кем еңә, мин – шуға.” Санияны күптән көҫәп йөрөй инем инде, аулаҡта ла ҡалғыланыҡ, әммә был үҙенә яҡынлатманы, мине ҡыҙҙырҙы ғына. Тыуған көнө алдынан шулай тип әйтеүе оторо ҡуҙғытты. Минең пистолетым бар бит. Атайымдың ағаһы һуғыштан алып ҡайтҡан. Патрондары ла бар. Ауылда ни, кеше ҡулы етмәй торған иң ышаныслы урын ҡыйыҡ аҫты бит. Егет саҡта бабайҙың өй ҡыйығын яңынан япҡан саҡта табып алдым бит быны. Ҡарт яҡшылап майлаған, сепрәккә төргән дә быны, терәк менән өрлөк араһына ҡыҫтырған. Мин пистолетты тапҡан саҡта бабай күптән мәрхүм ине инде. Ҡоралды, берәүгә лә күрһәтмәй генә, үҙләштерҙем. Шунан бирле йөрөттөм мин уны.
– Пистолетың барлығын белеүселәр булдымы?
– Беләләр ине, әҙерәк төшөрҙө ниһәм, шуны әйтке килеп, тел ҡысыта ла тора. Һөйләштерҙем.
– Күрһәттең дәме?
– Быныһын юҡ. Хатта ҡатын да белмәй ине шикелле.
– Шунан?
– Нимә шунан?
– Сания тыуған көнгә саҡырҙы. Шунан.
– Тыуған көн кисәһенә буш ҡул барып булмай бит инде. Ә беҙҙең эш хаҡын төкөрәйем, пенсионер ҙа күберәк ала. Сәскә һатып алайым тигәйнем. Сәскәһе булһа, аҡсаһы юҡ. Аҡсаһы булһа, сәскәһе... Шул көйө киттем, пистолетты бил ҡайышына арттан ҡыҫтырҙым да. Сөнки теге килһә, Ғәйнуллин тиһегеҙ бит әле, аҡса эсендә йөҙгән бәндә әллә ниндәй алтын-яҡуттар тейәп килә инде. Ә минең иң ҙур бүләгем дә уныҡы янында юҡҡа тиң буласаҡ. Шунан Сания мине еңеүсе итәме ни? Юҡ, әлбиттә. Тимәк, Санияны бүтән төрлө юл менән генә алып була.
– Тимәк, һин пистолетты ҡыҫтырып Сания янына киттең?
– Эйе.
– Пистолеттан атҡаның бар инеме һуң һинең?
– Аттым, әлбиттә. Баш ҡаланың соҡор-саҡыры күп бит. Шунда төшөп, бер бесәйгә аттым.
– Тейҙеме һуң?
– Тейгән-теймәгәнен белмәйем, тауышы шәп булды инде.
– Сания янына ятаҡҡа барғас, ни эшләнең?
– Ятаҡҡа индем дә лифтта етенсе ҡатҡа күтәрелдем. Тик бүлмәнең ишеге бикле булып сыҡты. Бер нисә ҡат шаҡылдаттым. Асманы Сания. Шунан сәғәткә ҡараным да, ун минуттан ете ине, түбәнгә төшөп киттем. Бая ингәндә иғтибар иткәйнем, соланда ут быҙлап ҡына яна ине. Яҡтыраҡ яндырып булмаймы икән ни тип, һүндергескә баҫҡыланым. Яҡтырмау ғына түгел, лампа бөтөнләй һүнде. Шунан электрик эҙләп табайым тип, эскә инеп киттем. Тик йыраҡ китеп тә өлгөрмәнем, солан яғында өс мәртәбә атҡан тауыш яңғыраны. Ни эшләптер миңә аталар кеүек тойолдо, шуға ҡастым. Тәүҙә ирҙәр бәҙрәфенә йәшендем. Инмәҫ тә инем унда, ниңәлер, минең ыштан төбөнә оло ярауым киткән дә барған бит. Әллә атыу яңғырағандан ҡурҡҡанмын инде... Бәҙрәфтә аҙыраҡ таҙарынғас, сыҡтым да ҡайтып киттем. Был ваҡытта комендант Орлова төп ишекте бикләгәйне инде, ситтәге ишектән сығып киттем.
– Һине ятаҡтан сыҡҡаныңды күреүсе булдымы?
– Эйе, шул Орлова күрҙе. “Йөрөмәгеҙ бында иҫерек баш менән”, – тип әрләште.
– Эскәйнеңме ни?
– Өйҙә үк батырлыҡ өсөн тип бер яртының яртыһын ҡойоп һуҡҡайным.
– Ғәйнуллинға һин аттыңмы?
– Атыу түгел, күрмәнем дә мин уны. Бына ант-мант-шарт.
Хажин һорау алыуҙы туҡтатты ла Тилизинды кире рәшәткә артына оҙаттырҙы. Оҙаҡламай экспертиза һөҙөмтәләрен килтерҙеләр: 1. Тилизиндың өйөнән тентеп алған пистолет ТТ маркалы, унан яңыраҡ атҡандар. Ғәйнуллин мәйете янында табылған гильзалар ошо пистолетҡа тап килә. 2. Ғәйнуллин мәйете янындағы күп һанлы аяҡ эҙҙәре араһында Тилизиндыҡы ла бар.
Хажин үҙенең һорау алыу протоколдарын һәм экспертиза һөҙөмтәһен алды ла прокурор янына инде һәм бөтөнөһөн дә һөйләп бирҙе. Рамаҙанов уны бүлдермәй тыңланы, шунан ғына:
– Һинеңсә Ғәйнуллинды Тилизин атҡан булып сыға инде? – тип төпсөндө.
– Бөтөн факттар ҙа шуны раҫлай.
– Ярар, иртәгә үҙебеҙҙең советта, унан һуң Рәхимов төҙөгән төркөмдә йыйып һөйләшербеҙ.
Прокуратура советына уның үҙ хеҙмәткәрҙәре инә ине: урынбаҫарҙар, бүлек мөдирҙәре, бер-ике тәфтишсе. Быларҙың алдында Хажин енәйәт тураһында, уның буйынса үткәрелгән эҙәрлекләү эштәре хаҡында ентекле итеп һөйләп бирҙе.
– Хажинға һорауҙар бармы? – Прокурор һораны.
Беренсе урынбаҫар:
– Ниндәй һорау булыуы мөмкин? Юҡ. Молодец Хажин, бөтөнөһөн дә энәһенән ебенә тиклем тикшереп, өс көн эсендә беҙҙең заманда яһалған иң ауыр енәйәтте асҡан. Дан һәм шөһрәт уға.
Бүтән сығыш яһаусы ла, һорау биреүсе лә табылманы.
Прокурор:
– Тимәк, Хажиндың һығымталарын раҫлайбыҙ һәм ғәйепләү документтарын әҙерләп, эште халыҡ судына тапшырабыҙ, – тип йомғаҡ яһаны.
Төштән һуң ведомство-ара төркөмдөң беренсе ултырышы уҙҙы. Эске эштәр министрлығынан министр урынбаҫары Григорий Петрович Никонов, Именлек хеҙмәтенән бүлек мөдире Сергей Николаевич Никонов килгәйне. Былар менән танышҡас, прокурор:
– Беҙҙән ошо эш төркөмөнә Таһир Кәрим улы Хажин инә. Ә мин, Юғары Совет рәйесенең ҡушыуы буйынса төркөмдөң етәксеһе булырмын, – тине.
Баяғыса Хажин Ғәйнуллинды үлтереү тураһында бөтөнөһөн дә һөйләп бирҙе. Енәйәтте тикшереү һәм ғәйепләү буйынса яңы төркөмдә лә һорау булманы.
Бынан аҙаҡ прокурор Рәхимовҡа эш һөҙөмтәләрен еткерҙе. Бының һүҙе тамам булғас, Рәхимов ғәжәпләнеберәк һорап ҡуйҙы:
– Икенсе заводтың баш инженеры Ғәйнуллинды бер ҡатынды ҡыҙғаныу арҡаһында атҡандармы?
– Шулай килеп сыға инде. Өйөндә йүнле тормош булмағас, бәхетте ситтән эҙләп ҡараған Ғәйнуллин. Тик бәхет урынына үлем тапҡан. Шағир әйтмешләй, мөхәббәт менән үлем араһы – ләззәт менән йәшен самаһы.
– Йәл, эште энәһенән ебенә ҡәҙәр белгән производство етәксеһе ине. Бындайҙар хәҙер юҡ. – Рәхимов урынынан ҡуҙғалды.
Бер ай тирәһенән халыҡ суды Ғәйнуллиндың эшен ҡараны һәм Тилизинды кеше үлтереүҙә ғәйепләп, атырға хөкөм сығарҙы. Ғәйнуллиндың бәлиғ булмаған балаһына түләү билдәләнеләр, үлгән кешенең бөтөн мөлкәте лә ҡатынына күсте, шул иҫәптән кеҫәһендә табылған яҡут ташлы алтын сылбыр ҙа.
Сания Яҡупты ерләү тантанаһына бармағайны, һуңынан яңғыҙы ғына ҡәбергә сәскә һалды. Шунан һуң арыу уҡ ваҡыт үткәс, ул сит илгә сығып китте. Ул заманда махсус рөхсәт алып илдән китеүселәрҙең беренселәре рәтендә булғандыр. Ғәрәп Әмирлектәренең короле үҙе эшкә саҡырған, хәҙер алтын һарайҙа йырлап йөрөй, имеш, тип һөйләнеләр филармонияла.
(Дауамы бар)
Читайте нас: