Рәхимовтың һуңғы ваҡытта көнө эш бүлмәһенән башлана ла шунда бөтөргә тотондо. Был арала Мәскәүгә лә йомош сыҡмай, үҙенең дә унда барғыһы килеп тормай. Сөнки барған һайын арып, арманһыҙ булып ҡайта. Күберәген совет сессияһына, бүтән төрлө кәңәшмә-конференцияларға бара. Уларҙа ҡатнашҡас, әллә нисәмә министрлыҡта, комитетта йомошҡа йөрөй. Метронан сыға ла автобус, троллейбусҡа, ҡайһы саҡта таксиға ултыра. Мәскәүҙе яҡшылап белмәгәс, ҡайҙа ашхана, кафе бар икән тип эҙләп йөрөгән сағы ла булғылай. Уларға инһәң дә, йүнле ризыҡ юҡ. Элекке мул ашата торған ашханалар юҡ ине инде. Бүтән ҡалалар менән Мәскәү тиң булырға тейеш тип талап ҡуйған демократтар үҙ маҡсатына өлгәште. Хәҙер Өфөлә лә юҡ, Мәскәүҙә лә шул уҡ хәл. Өҫтәүенә Горбачев талон системаһын индертеп ҡыр талаша. Йәнәһе, был ваҡытлыса барлыҡҡа килгән ауырлыҡты еңелерәк үткәрергә булышлыҡ итәсәк. Мәскәү халҡына был нисектер инде, әммә ситтән килеүселәр өсөн йәнә ауырыраҡҡа әйләнде. Магазиндан берәр нәмә алып ҡапҡылар инең, талон юҡ.
Кисә төндә генә Мәскәүҙән арманһыҙ булып ҡайтып, бөгөн эшкә сығып ултыра ине, Ғарипов килеп инде. Кәйефһеҙ, сәләмде лә алыр-алмаҫ ултырған Рәхимовҡа ҡараны ла:
– Фәүзи Ғарипович Ғарипов мин. Башпотребсоюз, – тине.
Рәхимов йылмайғандай итте.
– Был онотҡандыр, тип уйлайһыңмы әллә, Фәүзи Ғарипович? Онотмағанмын. Арып, алйырап ултырам, шуға кәйеф юҡ, ғәфү ит.
– Ул тиклем арырлыҡ ни булды?
– Ике көн буйы Мәскәүҙе арҡыры-буй саптырып, хәлдән тайҙым.
– Яҡшы таныш хәл. Мәскәүгә барғаныңдан бармағаның яҡшыраҡ. Шунда үҙебеҙ өсөн махсус бер ҡунаҡхана булһа ла эшләп алғанда, бына тигән булыр ине. Ятырға ла, ашарға ла бер урында ойоштороу мөмкин бит. Мортаза Ғөбәйҙуллович фатихаһын бирһә, үҙем урын табып, асып ебәрәм мин уны. Хатта республиканан аҡса ла һорамайым.
– Аһ-аһ. Аллаһ Тәғәлә ебәргән фәрештәлер ул һин. Быны эшләһәң, мең бәләләрҙән ҡотҡарыр инең.
– Ярар, эшләйем мин уны. – Ғарипов эсендә ҡайнаған ҡыуанысын тышҡа сығарманы, йөҙө элеккенән дә нығыраҡ етдиләнде, папкаһынан ҡағыҙҙарын сығарып өҫтәлгә һалды. – Мортаза Ғөбәйҙуллович, мин нимәлер һорарға килмәнем, хәлдең нисегерәк икәнен күреп торам. Миңә тағы бер эшкә һеҙҙән фатиха кәрәк.
– Хәтерегеҙҙәлер, беҙ йәш саҡта потребкооперация ауылда бөтөн нәмәне лә йыя торғайны. Йомортҡа, ит, бал, май, хуш еҫле, еҫһеҙ үлән, йүкә һәм башҡа, һәм башҡа. Һуңғараҡ был нәмәләргә ҡытлыҡ кәмегәс, йыйыу яйлап һүнде, аҙаҡтан бөтөнләй туҡтап ҡуйҙы. Ошо эште яңынан тергеҙергәме икән әллә, тип кәңәшкә килгәйнем, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Әлбиттә, бының үҙенсә кире һәм ыңғай яҡтары бар. Кире күренеш шунда: әле әйткән әйберҙәрҙе йыйыу һәм ниндәйҙер бүтән нәмәләргә алмашыу – ул бик боронғо, аҡса тигән нәмә йәмғиәткә ныҡлап инмәҫ борон, йәғни феодализмдың тәүге дәүеренә хас күренеш. Ғарипов Башҡортостанды ике-өс йөҙ йылға артҡа тәгәрләтергә йөрөй тип ғәйепләмәҫтәрме? Мине генә түгел, һеҙҙең исемде лә шунда ҡушып, ҡәһәрләй башлаһалар, нишләрбеҙ?
– Мине һуңғы һорауығыҙ бик борсомай. Үҙем эшләгән заводта аграр цех асып, һыйыр малы, ҡаҙ аҫрай башлағас, беҙ завод эшселәренә ит, һөт ризыҡтары бирә башланыҡ. Әлбиттә, хеҙмәт хаҡы иҫәбенә. Шунда мине Рәхимов феодализмға ҡайта, ул – помещик, тип тә бөттөләр инде. Ә эшселәр рәхмәт әйтте. Сөнки уларҙың өйөндә дәүләт магазинында күрмәгән аҙыҡ-түлек була торғайны. Шуға үҙемде феодал тигәндәр инде. Мине әле бүтәне ҡыҙыҡһындыра. Һеҙ ауылдан аҙыҡ-түлек, бүтән нәмә йыйҙығыҙ ҙа, ти, уны нимәгә алмаштырасаҡһығыҙ һуң?
– Төрлө көнкүреш әйберҙәренә һәм мебелгә. Әйтәйек, кер йыуыу машиналарына, телевизор, радиоға, ҡунаҡ, аш бүлмәләренә ҡуя торған мебелгә, келәм, балаҫҡа... Кешеләргә нимә кәрәклеген алдан яҙып алабыҙ ҙа яйлап шуларҙы килтерәбеҙ.
– Ярар, ниәтең изге, Фәүзи Ғарипович, кешеләр хаҡында ҡайғыртҡаның өсөн рәхмәт.
Ғариповтың башланғысы тураһындағы хәбәр тиҙ үк таралды. Беренсе сиратта быны хөкүмәт ағзалары, ҙур-ҙур предприятие етәкселәре белде. Хәбәрҙең таралыуына Рәхимов үҙе сәбәпсе булды. Ғарипов сығып киткәс, икенсе кеше ингәйне, был турала уға һөйләне, өсөнсө, дүртенсе килгәнгә лә әйтте. Ғариповты маҡтап сығарғанын да белдерҙе. Быныһына инде тыңлаусылар ғәжәпләнде. Сөнки Рәхимовҡа тиклем власть башында торғандар Шакировтың Ғариповҡа алама мөнәсәбәтен, оҙаҡламай урынынан осорға тейешлеген белә ине. Ваҡыт үткәйне, ел икенсе яҡтан иҫеп ебәрҙе, һулып төшкән Ғарипов гөлө яңынан сәскәгә тулышты. Ә ауыл кешеләре йомортҡа йыйыр, иткә мал бағыр, хатта гөлйемеш сәскәһе менән ҡуша имән сәтләүеген дә өйөнә ташыр булып китте. Магазиндан алған ултырғыстың бер ботона етһә лә ярай. Ана һыуытҡыс эшләп ултыра бит әле. Уны хужабикә аш яғына түгел, өйҙөң иң түренә ултырттырҙы, ҡәҙерле әйбергә урын ишек төбөндә булмай инде.
Мәскәүҙә ҡунаҡхана бәләкәй генә ине. Тәүҙә күберәген унда Рәхимов ҡунып йөрөнө, ашнаҡсы итеп Башҡортостандан барып Мәскәүҙә йәшәгән бер ҡатынды тапты Ғарипов. Рәхимов юҡта ҡунаҡханала бүтән кешеләр туҡтағыланы. Һәр хәлдә, оҙаҡламай Мәскәүҙә Башпотребсоюздың махсус ҡунаҡханаһы барлығын күптәр белә ине. Бер аҙҙан уның статусы бөтөнләй үҙгәрҙе һәм сәбәпсеһе тағы ла Зөфәр Йәнекәйев булды.
Бер һөйләшеп ултырғанда, Зөфәр:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, Ғарипов Мәскәүҙә һеҙҙең өсөн йомортҡаға ҡунаҡхана һатып алған тиме? – тип һораны.
Быны ишетеп, Рәхимовтың тәне земберләп китте хатта.
– Бер ниндәй ҙә йомортҡаға түгел, ҡәҙимге совет аҡсаһына.
– Шулайҙыр, әлбиттә. Тик оҙон телдәр юҡты һөйләмәһен өсөн, ул ҡунаҡхананы рәсмиләштерергә һәм “Башҡортостандың вәкиллеге” итергә кәрәктер. Утыҙынсы йылдарҙың аҙаҡтарына тиклем республикабыҙ Мәскәүҙә үҙенең вәкиллеген тотҡан. Унда беҙҙең кешеләр эшләгән. Мәскәүҙәге төрлө ойошмалар менән бәйләнеш тотор өсөн рәсми кешеләребеҙ булған. Ә бынан барғандар вәкиллек йортонда йәшәгән, бынан илтелгән аҙыҡ-әүҡәттән улар өсөн аш-һыу бешерелгән. Ошолай эшләп була бит.
Рәхимов Зөфәрҙе “йомортҡа ҡунаҡханаһы” өсөн йыға һуғырға ла әҙер ине, әммә вәкиллек тураһында ишеткәс, һыуынды. Барыбер асылып китә алманы. Тегеңә яуапҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне. Бер аҙҙан Президиум ултырышына “Мәскәүҙә Башҡортостан вәкиллеге тураһында” мәсьәлә ҡуйылды. Президиум был тәҡдимде хуплап, Юғары Совет сессияһына сығарырға булды.
Зөфәр Йәнекәйев шул көндәрҙә Рәхимовҡа йәнә бер хәбәр һалды.
– КГБ-ның бер хеҙмәткәре илдәр бүлешкән мәлдә хәҙер сит ил тип аталған Үзбәкстанда тороп ҡалған. Үҙебеҙгә ҡайтҡыһы килә. Мәскәүгә яҙып, ҡайтарыуҙы һораһағыҙ, артабан Башҡортостанда хеҙмәт итер инем, ти. Беҙгә ошондай егеттәр ҙә кәрәк бит инде, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Әлбиттә, кәрәк. Махсус хеҙмәтте белгән беҙҙең егеттәр күп түгел. Был кешенең фамилияһы кем?
– Ышаныслы кешеме икән һуң ул?
– Һеҙҙең дәрәжәгә тиклем етеп, үтенес белдергәс, ышаныслы булырға тейеш.
– Ә һеҙ тикшереп ҡарағыҙ.
– Элекке хеҙмәт иткән урынынан белешергәме ни?
– Ҡайҙа хеҙмәт иткәнен әйтһәләр, улай ҙа мөмкин. Иң һәйбәте – хат яҙығыҙ. Матур итеп, башҡортсалап. Ышаныслы, алдамай торған кешенең хаты бер, алдаҡсыныҡы икенсе төрлөрәк яҙыла, тиҙәр. Телсе ғалимдар менән һөйләш. Улар белә.
– Рәхмәт, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Бындай алым барлығын белмәй инем.
– Башың йәш, белерһең әле.
Ике аҙнанан ошо һүҙҙе дауам итә була Зөфәр йәнә Рәхимовтың бүлмәһенә инде.
– Раяновтан хат килде, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Лингвистар менән уҡыныҡ. Хатты алдаҡсы яҙмаған, тинеләр.
– Яҡшы, хәҙер Мәскәүгә КГБ-ның етәкселәренә яҙығыҙ, Раяновты Башҡортостанда артабан хеҙмәткә ебәрһендәр, тип һорағыҙ.
– Мәскәүгә кем исеменә яҙайыҡ.
– Исемләмәһәң дә ярай. Кемгә бирергә улар үҙҙәре белә.
Тап Рәхимов әйткәнсе килеп сыҡты. Бер айҙан Раянов КГБ-ның Башҡортостан бүлексәһендә эшләй башланы. Уртаса ғына бер вазифа биргәндәр.
– Хикмәт вазифала түгел, – тине Раянов. – Яйлап урын бушағас, күтәрерҙәр. Фатирҙы ла оҙаҡҡа һуҙмай бирерҙәр тип уйлайым, ни тиһәң дә, мин Афған һуғышын үткән ветеран бит.
Рәсәй Федерацияһына ингән элекке автономиялы республикаларҙың бөтөнөһө лә дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеп бөттө. Рәсәй етәкселәре лә, СССР-ҙыҡы ла был хәлгә ҡарата ләм-мим һүҙ өндәшмәне. Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡ, дөрөҫөрәге, ҡыҙғаныс хәл килеп сыҡты. Йоҙроҡҡа төйнәлгән бармаҡтар яҙылып, беҙ үҙ-ара ла, ҡулдың үҙе менән дә типә-тиң, тип хәбәр яра. Йоҙроҡ та, ҡул да бер нисек тә үҙ мөнәсәбәтен белдермәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡулдың осо ғына түгел, ҡул үҙе лә эшкинмәй бит инде артабан. Бармаҡтары булмағас, ҡулдың нимәгә кәрәге бар.
Ошо турала уйланып йөрөнө лә Рәхимов, Татарстанға Шәймиевҡа шылтыратты.
– Минтимер, минеңсә, беҙҙең хәл ғәҙәттән тыштан да аламараҡ. Үҙ теләгебеҙ менән, СССР һәм РСФСР эсендәге республикалар, тип иғлан итәбеҙ. Ә юғарылар беҙҙе тегеләй ҙә, былай ҙа итеп танырға теләмәй. Был хәлдә нимәлер эшләргә тейешбеҙҙер?
– Мәҫәлән, автономияларҙың етәкселәре йыйылып, килеп тыуған хәлде күмәкләп тикшереп, уға баһа биреп, артабан нимә эшләргә икәнлеген уйлашырға тейешбеҙҙер?
– Дөрөҫ әйтәһең, күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, йыйылырға кәрәк. Кемдәр кәрәк тип уйлайһың?
– Һин, мин, Ҡалмыҡ, Сыуаш республикаһы. Ошолар.
Шәймиев бер аҙ өндәшмәй ултырҙы. Шунан:
– Һиндә лә, миндә лә йыйылырға ярамай. Үрҙәгеләр хәҙер беҙҙе сепаратизмда ғәйепләйәсәк. Үҙе генә айырылып сығыу түгел, бүтәндәрҙе лә шуға ҡоторта, тиәсәктәр.
– Мәскәүҙә. Нейтраль ерҙә.
– Тегеләрҙең ҡуйынындамы?
– Була инде. Мәскәү ҙур, анығы ҡайҙа?
– Һинең вәкәләтең бар түгелме һуң унда?
– Барлығын бар. Тик Өфөлә йыйылдың ни, Мәскәүҙәге вәкәләттә ни – сепаратизмда ғәйепләр өсөн барыбер инде.
– Уныһы шулай. Ярар, Мәскәүҙә минең бер театрҙа директор булып эшләгән дуҫ бар. Шуның менән һөйләшеп ҡарайым. Ризалашһа, шунда йыйылышырбыҙ.
– Нишләп ризалашмай, ти. Театрға ҡуртым өсөн хаҡ түләрбеҙ, аҙ булһа ла аҡса булыр.
– Дөрөҫ. Һин йыйылышҡа кемдәрҙе саҡырырға икәнлеген тағы бер ҡат уйла. Мәскәү менән һөйләшкәс, шылтыратырмын.
Иртәгәһенә Шәймиев Рәхимовҡа шылтыратты.
– Театр директоры риза. Йыйылыш ойошторғас, аш-һыу ҙа кәрәк буласаҡ. Фәлән һум иғәнә йыялар. Шуны кәңәшмәлә ҡатнашыусылар араһында бүлеп түләрбеҙ. Йыйылышҡа кемдәрҙең килере тураһында уйланыңмы?
– Эйе. Минеңсә, автономияларҙың барыһын да саҡырырға кәрәк. Хәҙер бөтөнөбөҙҙөң дә хәле бер төрлө тиерлек. Айырып тормайыҡ.
– Фекерең дөрөҫтөр, моғайын. Ул саҡта һин һәр республиканың етәксеһе менән һөйләшеп сыҡһаң, яҡшы булыр ине?
Биш көндән һуң Рәсәй Федерацияһына ингән республикаларҙың Юғары Советы рәйестәре Мәскәүҙә осрашты. Тәүҙә улар үҙҙәре генә күрешергә лә һөйләшергә уйлағайны, һуңынан матбуғат сараларынан хәбәрселәр саҡырырға булып киттеләр. Илдәге хәлгә элекке автономиялар нисек ҡарағанын бөтөн ил белеп торһон әйҙә. Был турала Мәскәүҙә баҫылған бөтөн гәзит редакцияларына, матбуғат агентлыҡтарына хәбәр иттеләр. Әммә тегеләрҙең яуап мөнәсәбәтен күреп, хайран ҡалдылар.
Саҡырылған кешеләр йыйылып бөткәс, Рәхимов:
– Әйҙә, Минтимер Шәрипович, беҙҙең арала иң оло кеше һин. Аҡһаҡал хоҡуғында башла кәңәшмәне, – тине.
– Юҡ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, аҡһаҡал статусы бит төрки халыҡтарына хас. Бында беҙҙән башҡалар ҙа етерлек. Шуға, кәңәшмәнең инициаторы булараҡ, һин башла беҙҙең йыйылышты, – тип “дилбегә”не кире бирҙе.
– Ярар, – тип алып китте Рәхимов. – Элекке автономиялы республикалар етәкселәренең йыйылышы бик ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген Рәсәйҙә улар биләгән ерҙең киңлегенә ҡарап ҡына ла самаларға була. Беҙҙең республикалар илдең яртыһын тиерлек алып тора. Рәсәй Ер шарының алтынан берен, ә уның эсендәге республикалар шуның яртыһын, йәғни Ер шарындағы ҡоро ерҙең ун икенән берен биләй. Бының бик ҙур икәнлеген ҡат-ҡат иҫбатлауҙың кәрәге юҡтыр, тием. Уларҙа йәшәгән кеше һаны йәһәтенән дә республикалар Рәсәйҙең яртыһын солғай. Бына ошолай бик ҙур ул беҙ.
Әммә әлегә үҙебеҙ ҙә, бигерәк тә “өлкән ағай” тип күнеккән өҫтәге власть һәм Рәсәйҙең төп милләте иҫәпләнеүселәр беҙҙе һаман “ҡусты”, икенсе сорт халыҡ һәм, күп тигәндә, өсөнсө сорт территориаль бүленеш исеме тип йөрөттө. Шуға дәлил итеп бөгөнгө йыйылышҡа мөнәсәбәтте генә алырға мөмкин. Кәңәшмәгә СССР һәм РСФСР-ҙың власть даирәләренән, Мәскәүҙәге киң күләм мәғлүмәт сараларынан вәкилдәр саҡырҙыҡ. Күрәһегеҙ, Итар-ТАСС-тан башҡа бер генә ойошманан һәм редакциянан да, власть органдарынан да кеше юҡ. Бына ошо инде беҙгә мөнәсәбәттең өлгөһө. Башҡортостан – Рәсәйгә үҙ ирке менән ингән ил. Был турала ул 430 йылдан күберәк ваҡыт элек Батша Рәсәйе, 1919 йылда Совет Рәсәйе менән килешеү төҙөй. Әммә килешеүҙәр туҡтауһыҙ боҙола һәм, әйтергә кәрәк, Рәсәй власы тарафынан боҙола, ә башҡорттар үҙ хоҡуҡтарын яҡлап 90 тапҡыр яуға сыға.
Әле лә, демократия һәм билдәлелек шарттарында ла, ошо йәһәттән алға китә алғаныбыҙ юҡ. Ағымдағы йылдың 11 октябрендә Башҡортостан үҙенең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте. Шул уҡ көндә был турала СССР һәм РСФСР-ҙың иң юғары власть етәкселәренә, РСФСР эсендәге республикаларға, союздаш республикаларға, ООН-ға, бүтән халыҡ-ара ойошмаларға телеграммалар бирҙек. Декларация ҡабул итеү менән ҡотлап ООН-дан, үҙебеҙҙең республикаларҙан яуап хәбәре алдыҡ. Ә иң яҡындарыбыҙҙан – РСФСР һәм СССР власть органдарынан ләм-мим. Бына беҙҙең дәүләт һәм халыҡтар тиңлегенә мөнәсәбәт.
Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй эсендәге бүтән республикаларға, уларҙы барлыҡҡа килтергән халыҡтарға ла шундай уҡ ҡараш. Ошондай шарттарҙа артабан беҙ ни эшләргә, йәшәргә һәм Мәскәү, бүтән үҙәктәр менән ниндәй мөнәсәбәт ҡорорға тейешбеҙ һуң? Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙе ошо һәм әле аталмаған бүтән мәсьәләләр буйынса кәңәшкә саҡырҙыҡ. Кем, тиһегеҙме? Татарстан етәксеһе Шәймиев менән икәүләп саҡырҙыҡ. Өҫтәгеләрҙең йә аҫтағыларҙың быға ҡатнашы юҡ. Хәҙер һеҙҙе асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә өндәйбеҙ.
Минтимер Шәрипович, һүҙҙе һеҙ алаһығыҙмы?
– Мин һуңғараҡ әйтермен. Бында беҙҙең иң йәш етәксебеҙ, Ҡалмыҡстандың Юғары Советы рәйесе Кирсан Илюмжинов сығышҡа ынтыла.
– Ҡалмыҡстан менән Рәсәй мөнәсәбәттәре тарихын аҙмы-күпме беләһегеҙҙер тип уйлайым, – тип башланы һүҙен. – Ҡалмыҡстан Башҡортостан кеүек үк Батша Рәсәйе менән килешеү төҙөп, уның эсенә ингән берәмек. Беҙ ҙә Рәсәй алып барған бер генә һуғыштан да баш тартманыҡ, меңәр-меңәр ҡорбан бирҙек, хоҡуҡтарыбыҙ боҙолғанда баш та күтәрҙек. Әммә дәүләт етәкселегенең бер генә мәртәбә лә беҙгә биргән вәғәҙәһен аҙағына тиклем үтәгәне юҡ. Рәсәй һәм уның республикалары менән тиң хоҡуҡлыҡ тураһында декларацияны иң беренселәр рәтендә ҡабул иттек. Ошоғаса беҙгә үҙәк власының мөнәсәбәте – өндәшмәү ине. Ләкин мәңге былайтып йәшәп булмаясаҡ. Бер көн килеп Ҡалмыҡстандың барлығын күрергә тура килер. Тик нисек итеп күрер ул уны? Тиңе итепме, әллә ҡоло итепме? Минеңсә, беҙ үҙебеҙҙе нисек итеп күрһәтәбеҙ, шулай күрәсәк ул.
Илюмжиновтың һуңғы һүҙе яңғырыуы булды, ишек асылды һәм Шахрай килеп инде.
– Ғәфү үтенәм, һуңлап киттем. Борис Николаевич мине һеҙҙең кәңәшмәгә үҙенең вәкиле итеп ебәрҙе.
– Беҙҙе онотмағанығыҙға шатбыҙ. – Рәхимов шырауын ҡыҫтырмайынса түҙмәне.
– Хәҙер һүҙҙе Татарстан етәксеһе Минтимер Шәриповичҡа бирәм.
– Бәлки, тәүҙә Ельциндың вәкилен тыңларбыҙ? – тине Коми етәксеһе.
– Ул беҙҙең нимә һөйләшкәнде бер аҙ тыңлап, һүҙ айышына төшһөн, тигәйнем.
– Эйе-эйе. Мин бүтәндәрҙе тыңлайым әле. – Шахрай Рәхимов менән килеште.
– Мин оҙаҡ һөйләп тормам, – тине Шәймиев. – СССР һәм РСФСР менән үҙ-ара мөнәсәбәт мәсьәләһе мине лә, Татарстан халҡын да күптән борсой, һәм беҙ уның төрлө юлдарын табырға тырышабыҙ. Мин бөгөн ғөмүм татар халҡы исеменән һөйләйем. Татарстандың етәксеһе булған өсөн генә түгел. Беҙ Ер йөҙөнөң төрлө тарафына сәселгән алты миллионға яҡын татар кешеләренең йыйынын үткәрҙек. Унда Рәсәй һәм СССР менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләһе лә ҡуйылды. Шуға күрә үҙемде дөйөм татар донъяһы исеменән һүҙ алып барырға хаҡлы һанайым. Йыйында донъяуи мәсьәләләр күп ҡуйылды. Иң мөһимдәре – татарға уны уратып алған донъяның ҡарашы, шулай уҡ татарҙың донъяға мөнәсәбәте. Бығаса урыҫ һәм башҡаларҙың татарға ҡарашы бер булды – ҡолға булған мөнәсәбәт. 1554 йылда яуыз Иван Ҡазанды баҫып алып, татарҙы баш эйҙергән. Шул көйө ҡала бирә уға мөнәсәбәт. Революциялар үтте, йәмғиәттәр үҙгәрҙе, татарға ҡараш үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Хәҙер беҙ донъяның тамырҙан үҙгәреүен талап итәбеҙ. Йә СССР һәм РСФСР Татарстандың дәүләт суверенитетын таный һәм бөтөн республикалар менән Татарстан тиң тип иғлан итә, тиңлекте ғәмәлдә күрһәтә, йә беҙ, ООН-дың халыҡтарҙың тиңлеге, уларҙың хоҡуҡтары тураһындағы конвенцияға таянып, СССР һәм РСФСР составынан сығабыҙ. Татар милләтенең ихтыяры ошо, ул башҡа төрлөгә үҙгәрә алмай.
Шәймиев урынына ултырыу менән ғәскәр генералы кейемендәге Жоһар Дудаев һикереп торҙо.
– Мин Чечен республикаһынан килдем. Беләһегеҙ, беҙ элекке Чечен-Ингуш республикаһын бүлдек. Хәҙер Чечен халҡының үҙ, ингуштарҙың үҙ республикаһы бар. Әлбиттә, СССР, бигерәк тә РСФСР-ҙың өҫкө власы беҙҙе танырға теләмәй. Хасбулатовса, имеш, автономиялар дәүләт субъекты түгел. Шуға күрә улар айырым республикаларға бүленә алмай. Шуға күрә был республикаларҙы Рәсәй айырым субъекттар итеп танымай. Тау халҡының исемен алған һәм ул булып һөйләргә баҙнат иткән Хасбулатов беҙгә бер кем дә түгел. Халыҡтарҙың теләгенә ҡаршы сыға икән, беҙгә Ельцины ла, бүтәне лә сүп кенә. Уларҙы беҙ ҡуйманыҡ власть башына һәм уларҙы ил башлығы тип танырға теләмәйбеҙ. Ғөмүмән, халыҡ ихтыярын һанға һуҡмаған кеше халыҡ етәксеһе була алмай, халыҡ исеменән һүҙ һөйләргә хаҡы юҡ. Беҙ, мәҫәлән, Ельцинды һайламаныҡ, уға буйһонорға йыйынмайбыҙ. СССР һәм РСФСР властары бына ошоно белеп торһон.
Бер аҙ тынлыҡтан һуң Коми республикаһының етәксеһе һүҙ алды:
– Иптәштәр, – тине ул. – Минән алда сығыш яһаусылар элекке автономиялар исеменән түгел, үҙ исемдәренән сығыш яһаны. Был дөрөҫ тә. Сөнки һәр республиканың үҙ хәле үҙенсә, һәм улар бер-береһен ҡабатлай алмай. Беҙ – комиҙар – мәҫәлән, РСФСР эсенән сығып китергә йыйынмайбыҙ. Китеп тә ҡайҙа барайыҡ? Беҙ әле тулыһынса Рәсәйҙән дотация иҫәбенә йәшәйбеҙ. Субсидия туҡтатылһа, беҙгә кем хәйер бирә, шуның ауыҙына ҡарап ултырырға ғына ҡала. Эйе, беҙ ҙә үҙебеҙҙең декларацияны иғлан иттек. Ләкин беҙҙең үҙаллылыҡ Татарстан йә Чечня бойондороҡһоҙлоғо менән бер түгел инде.
Беҙ төрлө. Ләкин барыбыҙҙы бер нәмә берләштерә – республикаларбыҙ. РСФСР етәкселәренең беҙҙе үҙе һәм бүтәндәр менән тиң тип ҡабул итеүен һорайбыҙ.
Элекке автономиялы республикалар етәкселәре йыйылышында ошо рәүешле өс төрлө айырым фекер яңғыраны, ә һәр кемдең әйткәне – буласаҡ Союз килешеүенә элекке автономиялы, союздаш республикалар, шул иҫәптән РСФСР менән тиң рәүештә ҡул ҡуйырға тейеш. Ошо ғына автономияларҙан үҫкән тиң хоҡуҡлы дәүләттәр бүтәндәр кеүек үк бөтөн хоҡуҡҡа һәм бурысҡа эйә буласаҡ.
Йыйылышта Рәхимов Шахрайға бер нисә тапҡыр һүҙ биреп ҡараны, ләкин унан йүнле-башлы фекер ишетелмәне. Күрәһең, Ельцин уны вәкил иткән, әммә республикалар етәкселәренә нимә әйтергә икәнен өйрәтергә онотҡан.
Кәңәшмә махсус ҡарар ҡабул итмәне. Уның кәрәге лә юҡ ине. Төп фекер – Рәсәй эсендәге элекке автономиялы республикалар шул статустан күптән инде үҫеп сыҡты һәм уларҙы хәҙер СССР-ҙың союздаш республикалары менән, шул иҫәптән РСФСР менән, тиң итеп ҡабул итергә, ошо рәүешле йәшәп алып китергә кәрәк. Юҡһа... уныһын киләсәк күрһәтер.
Йыйылыш тураһында СССР-ҙың халҡы ла белмәне тиһәң дә була. Итар-ТАСС бер бәләкәй генә хәбәр сығарыу менән сикләнде. Уны гәзиттәрҙең баҫҡаны баҫты, күбеһе күрмәмеш булды.
Кешенең тәбиғәте, уның йәшәйеше һәм икенсе донъяға күсеүе тураһында Мортаза йыш уйлана. Бигерәк тә һуңғы йылда, республиканың иң оло етәксеһе булғаны бирле йышайҙы фекерләү. Кешеләрҙең, халыҡтарҙың, дәүләттәрҙең ҡайһылай көн иткәне, берәүҙәрҙең май эсендәге бөйөр һымаҡ байлыҡта кинәнеүе, шул уҡ ваҡытта икенселәрҙең тамаҡ туҡлыҡ ризыҡҡа интегеүе – шуларҙың сәбәбен һәм эҙемтәләрен эҙләргә мәжбүр итте. Кеше шундай йән эйәһе, ул бер үҙе йәшәй алмай. Көнитмеше төркөмләп йәшәүгә ҡоролған. Шул уҡ ваҡытта төркөмдөң үҙ башлығы булырға тейеш. Йәғни, күпселек берәүгә буйһона. Был хатта кешеләр икәү генә булғанда ла күренә. Икәүҙең береһе етәкселек итә, икенсеһе уға буйһона. Ғаилә тормошонда ла шул уҡ ҡағиҙә. Ғәҙәттә, ир кеше ҡатынын буйһондора, сөнки ул көслөрәк. Һәр ҡағиҙәнең дә иҫкәрмәһе була: ҡайһы берҙә ир ҡатынға буйһона. Ҡатын иренән физик, йә аҡыл йәһәтенән өҫтөнөрәк булһа, шулай килеп сыға. Ике пар, йә төркөмдәр араһындағы мөнәсәбәт тәүҙә ырыуҙарға, шунан дәүләттәргә күсә. Ике дәүләт йәнәш йәшәһә, икеһенең береһе, һис шикһеҙ, өҫтөн була. Был юлы етәкселек бер кеше менән төркөм араһында түгел, ә төркөм менән төркөм араһына күтәрелә. Ошондай мөнәсәбәт Рәсәй һәм уның эсенә ингән республикалар араһында ла әлеге әйткән ҡағиҙә буйынса бара. Дүрт быуаттан элек Башҡортостан Рәсәй менән дәүләт араһында килешеү төҙөгән. Был Рәсәй батшаһы башҡорт ырыуҙарына биргән грамоталар формаһын алған. Килешеү буйынса, Башҡортостан менән Рәсәй – тиң кимәлдәге уҙаҡташ дәүләттәр. Улар үҙҙәренең эске донъяһын үҙенсә ҡора (йәғни тиң үҙаллылыҡ), ә тышҡы эштәрҙе – сик һаҡлау, тышҡы дошманға ҡаршы һуғышты бергә алып бара (йәғни, тиңлек). Әммә йылдар уҙа килә, дәүләттәр үҙ-ара тиң түгеллеген тоя һәм береһе (Рәсәй) икенсеһенән (Башҡортостан) өҫтөн сығырға тырыша башлай. Икенсеһе тәүгеһенең өҫтөнлөгөн теләмәй һәм икәү-ара төҙөлгән килешеүҙе иҫкә төшөрә. Әммә беренсеһе бының менән ризалашмай. Ҡасандыр булған ҡағыҙ киҫәгенә һылтанып тороуҙы балалар уйынына ғына тиңләп ебәрә. Бындай мөнәсәбәт менән, әлбиттә, икенсе яҡ килешмәй һәм беренсене элекке килешеүҙе танырға мәжбүр итмәксе булып, һуғыш башлай. Һуғыштың аҙағы төрлөсә тамамлана, әлбиттә. Ҡайһылар алышта беренсе, ҡайһыһындалыр икенсе еңә. Әммә быуаттар үтһә лә, мөнәсәбәт шул килеш ҡала бирә. Батша сағында ла, совет дәүерендә лә, демократтар осоронда ла шул уҡ диктатура һаҡлана бирә. Йәғни, беренсе (Рәсәй) икенсене (Башҡортостан) үҙенә тиң итеп һанамай. Нисек инде шул тиклем ҙур (Ер йөҙөнөң алтынан берен алып торған ядро ҡораллы) держава ниндәйҙер бармаҡ башындай ғына төбәк менән үҙен тиң һанаһын? Ул үҙен Башҡортостан менән генә түгел, һәр төрлө ҡоралды бик күп туплаған, ер шарында иң алға киткән Американы уҙаҡташ итергә теләмәй. Ә ниндәйҙер Рәхимов (Башҡортостан), йә Шәймиев (Татарстан), Дудаев (Чечня) үҙҙәрен бөйөк Рәсәй (Ельцин) менән тиң итеп күрһәтмәксе була. Юҡ менән булышып йөрөмәгеҙ, тигәндәй ҡул ғына һелтәне өлкән ағай (ул үҙен тегеләр алдында шулай тип тота). Бала кеүек кенә бит әле улар, уйынсыҡтарын шылтыратырҙар ҙа туҡтарҙар, балалар бит уйнап арығас, ятып йоҡлай. Шуға күрә СССР етәкселәре лә, Рәсәйҙекеләр ҙә өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Тик бала ла кеше бит, үҙенә иғтибар етмәгәнде белһә, илай башлай, улай ҙа булмаһа, көсө еткән нәмәне атып бәрә, йырта, емерә. Уның менән дә иғтибар таба алмаһа, икмәк ҡайыры булһа ла алып ашай һәм үҙенсә уйын ҡорорға тотона. Ошолайтып ул үҙаллылыҡҡа өйрәнә.
Рәхимовҡа ошолай ҙур мәсьәләләр тураһында уйланыу йыш эләкмәй. Ваҡыттың күбеһе ниндәйҙер аныҡ эш менән үтә. Тышҡы ишек асылып китте лә Дауытов инде:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, Юғары Советтың киләһе сессияһына сығарылырға тейеш мәсьәләләр теҙмәһен ҡарап алайыҡ әле.
– Әйҙә һуң. – Рәхимов яҙылғандарҙы уҡый башланы. – Вилләр Йомағолович, теҙмәләге мәсьәләләр, әлбиттә, мөһим. Әммә быларҙан да мөһимерәге бар шикелле. Беҙгә бығаса СССР һәм РСФСР милке булып йөрөгән, әммә республикала урынлашҡан предприятиеларҙы Башҡортостан милкенә алыу мәсьәләһен ҡарарға кәрәктер.
– Бик мөһим эш ҡуптармаҡ булаһығыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, быны беҙ тәүҙә Президиум ултырышында ҡарайыҡ.
– Һинең һүҙең дөрөҫтөр, моғайын. Тәүҙә Президиумда тикшерәйек. Шунан күҙ күрер.
Тағы ла бер аҙнанан Юғары Советтың Президиум ултырышының көн тәртибенә милек мәсьәләһе сығарылды. Президиум ағзаларының бөтөнөһө лә килгәйне.
– Иптәштәр, – тип башланы Рәхимов. – Бөгөнгө ултырышҡа ҡуйылған мәсьәләнең мөһимлеген кемгәлер аңлатып тороуҙың кәрәге юҡ. Союз, республика (РСФСР) һәм үҙебеҙҙең милек. Бығаса бик ҡыҙыҡ, дөрөҫөрәге, бик ҡыҙғаныс йәшәнек. Беҙҙең республика – Рәсәйҙә генә түгел, бөтөн СССР-ҙа иң алға киткән төбәктәрҙең береһе. Башҡортостанға ҡағылышы булмаған бер генә сәнәғәт тармағы ла юҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙ бик күп иген, ит, йомортҡа һәм бүтән төрлө ризыҡ етештерәбеҙ, ә бөтөн милектең ни бары өс проценты ғына республикаға ҡарай. Был – тормош-көнкүреш тауарҙары етештереү предприятиелары. Унда ҡул тырмаһы, мунса миндеге, йүкә йыуғыс һәм башҡа ваҡ-төйәк етештерелә. Ә космос аппараттарына, авиацияға, хәрби ҡоралға, нефткә, һәр төрлө яғыулыҡ-майлау, металл, алтын, ҡиммәтле таштар етештереүгә ҡарағандары – бөтөнөһө лә республиканыҡы түгел. Элек-электән Башҡортостанда алтын йыуылған, ул эште һәм предприятиеларҙы берләштереп торған “Башзолото” берекмәһе булған. Тора-бара уны бөтөрөп, “Уралзолото” төҙөгәндәр һәм алтын сығарыу менән идара итеүҙе республиканан алып киткәндәр. Йәнәһе, башҡорттар байып китмәһен.
Милеккә хужа булыу нимә бирә? Бығаса бөтөн милек тә дәүләттеке булды. Йәғни СССР-ҙыҡы, бик аҙ ғынаһы РСФСР-ҙыҡы. Уларға ҡараған, йәғни СССР-ҙыҡы булып теркәлгән предприятиеларҙың бөтөн табышы ла Мәскәүгә, йәғни СССР-ҙың үҙәгенә киткән, һәм Мәскәү табыш менән үҙе теләгәнсе идара иткән. Өфөгә йә предприятие урынлашҡан бүтән ҡалаға нимә ҡала? Сәнәғәттең ағыулы ҡалдығы ҡала – һөрөмө менән ҡоромо. Миҫалға шул уҡ “Уралзолото”ны алам. Элек алтын йыуыу республика идаралығында булған саҡта, “Башзолото” алтын эшендәге кешеләргә фатирҙар, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөгән, эшселәрҙе уҡытҡан, уларҙың ялын ойоштороу өсөн шифаханаларға, ял йорттарына путевкалар биргән. Идаралыҡ Свердловскиға күскәне бирле быларҙың береһе лә ҡалмаған. Ә предприятие бында, эшселәр ошонда ҡалған бит. Бөтөн файҙа Свердловскиға китә. Бына ошо була ул милекте буйһондороу, тотоу. Йәғни, хужа булыу.
Беҙҙең Юғары Совет ҡабул иткән Башҡорт ССР-ның дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация республикала урынлашҡан бөтөн милекте лә Башҡортостандыҡы итергә мөмкинлек бирә. Йәғни, үҙ еребеҙҙә урынлашҡан барлыҡ мөлкәтте лә үҙебеҙҙеке тип әйтәбеҙ һәм уның менән идара итәбеҙ.
– Беҙҙәге предприятиелар йөҙәрләгән еп менән бүтән өлкәләрҙәге һәм республикаларҙағылар менән бәйләнгән бит. Берәү ҙә, әйтәйек, баяғы һеперткене лә яңғыҙы сығара алмай. Һеперткене бәйләргә лә тимер сыбыҡ йә еп ситтән килтерелә. Был бәйләнештәрҙе өҙәбеҙме?
– Ни эшләп өҙә ти? Үҙебеҙгә кәрәкле бөтөн нәмәне лә аҡса түләп һатып алабыҙ һәм үҙебеҙ етештергәнде бүтәндәргә һатып бирәбеҙ. Ошолай урынлаштырыла баҙар мөнәсәбәте.
– Ярар, элекке союз һәм республика милкен беҙҙеке тип иғлан иттек тә, ти. Ғәмәлдә уларҙы Башҡортостан милеге итеп кем күсерә һуң? Уларҙы теркәүҙән башлап ҡайҙа, күпме һалым түләүенә тиклем бик күп айырыу эше башҡарылырға тейеш. Быларҙы ғәмәлдә кем эшләр һуң?
– Эйе, был бик ҡатмарлы һәм тиҙ генә осона сыға алмаҫлыҡ мәшәҡәт. Шуға күрә беҙгә Министрҙар Советы ҡарамағында махсус бүлек төҙөргә кәрәк булыуы ихтимал. Был ғына ла аҙ булыр әле. Хәҙер беҙҙең союз һәм республика менән мөнәсәбәттәр үҙгәрәсәк. Финанс, хоҡуҡ мәсьәләләрендә лә ҡырҡа үҙгәрештәр буласаҡ. Шуға беҙгә банк, эске эштәр, хоҡуҡ һаҡлау эштәре буйынса махсус ойошмалар барлыҡҡа килтереү шарттыр. Ошолар тураһында ентекле һөйләшеү кәрәк беҙгә һәм уны яҡын арала уҙғарыу мөһим.
Президиумдың был ултырышы ниндәйҙер ҡарарһыҙ ғына тамамланды. Уның ҡарауы, киләһе бер нисә ултырышты солғарлыҡ көн тәртибе билдәләнде. Уға ярашлы, алдағы ултырышты бығаса СССР һәм РСФСР-ҙыҡы булған мөлкәтте Башҡорт ССР-ныҡы итеп күсереү механизмын уйлап сығарырға кәрәк тигән фекергә килде Рәхимов. Ул әйтмешләй, ундай “механизм” бығаса юҡ ине. Башҡорт АССР-ында ла, бүтән автономиялы, йә союздаш республикаларҙа ла ул булманы. Сөнки кәрәге юҡ ине. Ил эсендәге бөтөн мөлкәт халыҡ мөлкәте тип аталды. Ғәмәлдә, дәүләт мөлкәте ине. Халыҡ уның менән идара итеүҙә ҡатнашманы, был эште предприятиелар, ойошмалар беркетелгән министрлыҡтар, ведомстволар башҡарҙы. Дәүләттеке түгел тип аталған мөлкәткә партиялар (ғәмәлдә КПСС), профсоюз, комсомол, пионер ойошмаһы, бүтән йәмәғәт ойошмалары һәм колхоздар милке инә торғайны.
Баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү шәхси, кооператив, йәмәғәт ойошмалары, колхоздар һәм дәүләт милкенә күсереүҙе күҙ уңында тотто. Дәүләт милке урындағы, республика (Башҡортостан), РСФСР һәм СССР милкенә бүленергә тейеш булды.
Ошо бүленеште һәм милектең бер хужанан икенсеһенә күсеүҙе тәьмин итеү, барлыҡ төр милекте иҫәпкә алыу, уның менән идара итеү өсөн махсус дәүләт хеҙмәте барлыҡҡа килтермәй тороп, милекселектә тәртипһеҙлек хөкөм һөрөр ине.
Ошо хеҙмәттең кәрәклеге тураһында уйланған һайын ни эшләптер тел осона гел генә Барлыбаев фамилияһы килде лә торҙо. Яңыраҡ ул үҙе был кешене иҡтисад министры урынбаҫары итеп ҡуйҙыртҡайны. Нисек эшләй икән, белешкәне булманы. Бәлки, ошо кешене яңы дәүләт хеҙмәтенә ҡуйырға кәрәктер? Ҡулынан килерме икән? Бик һере генә күренә ине лә бит. Әммә үҙ-ара һөйләшеү бер нәмә, вазифаны башҡарыу бөтөнләй икенсе була торған. Министр Власовҡа шылтыратып һорашмаҡсы булғайны ла, ҡулына алған трубканы кире ҡуйҙы. Мин шылтыратып һорағас, әлбиттә, Власов тегене хурлап тормаясаҡ, хурламаһа ла, дөрөҫөн әйтеп бөтмәҫ. Барлыбаевҡа баһаны бүтән төрлө итеп белергә кәрәк. Был эште кемгәлер ҡушырға ине. Ә кемгә? Кадрҙар менән эшләй торған махсус кешенең булмауы ҡыйын шул, тип уйланы Рәхимов һәм телефонды күтәрҙе, һандар йыйҙы. Был телефонды ла әйтер инем инде, тигән уй уҙҙы башынан. Һәр шылтыратҡан һайын әллә нисәмә һан йый ҙа ултыр, бүтәнсә эшләп булмаймы икән ни шуны?
– Саҡырҙығыҙмы, Мортаза Ғөбәйҙуллович?
– Ҡайһыһынан башлайым икән тип уйлап ултырам... Беҙҙең егеттәр араһында телефон бәйләнешен яҡшы белгән һәм шул эште ойоштора алған кеше бармы?
– Бар. Салауат Ғайсин. “Башинформсвязь” директоры. Элек шунда уҡ урынбаҫар ине. Оҙаҡ йылдар тап телефон бәйләнеше буйынса яуаплы булды. Учалы районынан сығышы буйынса.
– Һин уны миңә саҡырт әле, һөйләшәһе һүҙ бар.
Дауытов сығыр яҡҡа боролғайны, Рәхимов:
– Тороп тор, Вилләр Йомағолович, бөтмәне әле, – тип туҡтатты. – Беҙ һинең менән кадрҙар бүлеге ойошторорға һөйләшкәйнек. Ҡайҙа шул?
– Мин уның документтарын әҙерләп бөтөрә яҙҙым.
– Ә эшләй торған кешеһе кем була?
– Теге саҡта мин берәүҙе тәҡдим иткәйнем дә ул.
– Ләкин уның менән күрешмәнек бит әле. Саҡыр уны ла.
Дауытов йәнә ишек яғына боролдо.
– Тороп тор, бөтмәне әле.
– Һин Барлыбаевты беләһең бит?
– Иҡтисад министрлығына ебәргәйнек, нисек эшләй икән?
– Махсус ҡыҙыҡһынғаным юҡ. Уның насар эшләүе мөмкин түгел.
– Нишләп? Шул тиклем универсалмы?
– Универсалдан бигерәк, эшкә бик яуаплы ҡарай, берәй нәмәне башлаһа, һис шикһеҙ, аҙағына яҡшы итеп еткерә торған кеше ул.
– Ул тиклемен ҡайҙан беләһең?
– Әйт әле һин уға, шылтыратһын миңә.
Дауытов тағы ла ишек яғына борола башланы ла Рәхимовҡа текләне.
– Бар, бар. Әлегә йомоштар бөттө.
Оҙаҡламай Барлыбаев шылтыратты.
– Уртаса, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Сөнки, насар тиһәң, берҙән, зарланыу була, икенсенән, үҙеңдең хөрт эшләгәнеңде күрһәтәһең. Яҡшы тиһәң, иҫәрләнеү килеп сыға. Тик иҫәрҙең генә хужа алдында маҡтаныуы ихтимал.
– Яҡшы яуап. Йә, ярар. Хәлил, һин миңә Өфөнөң резина-техник заводының яҡындағы ике йылға иҡтисад мөмкинлектәре тураһында анализ бир әле.
– Эшләргә тырышырмын. Тик, Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙҙең ҡултамға ҡуйылған хат кәрәк буласаҡ. Ул бит – союз әһәмиәтендәге предприятие, беҙгә буйһонмай. Шуға миңә кәрәкле документтарҙы күрһәтмәйәсәктәр. Унһыҙ ике йыллыҡ күҙаллау эшләп булмай.
– Ярар. Әҙерлә хат. Ҡул ҡуйырмын.
Иртәгәһенә Дауытов Рәхимов янына ике йомош менән инде.
– Илештән кадрҙар бүлеге мөдирлегенә кандидат килде. Бына анкетаһы. Ул ингәнсе ошо хатҡа ҡул ҡуйығыҙ әле.
– Барлыбаевты Резина техник заводына ебәреү тураһында.
– Килтер. Илеш егете инһен.
Шәйәхмәтов менән һөйләшеп, байтаҡ ултырып ташланылар.
– Һеҙҙең хәйер-фатихала, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– “Сөн” нисек көн күрә унда?
– Күҙ теймәһен, яҡшы баралар. Тап уларҙың заманы килде. Ҡаҙҙы һимертеп өлгөрт кенә, алыусылар сират тора. Хаҡы ла яҡшы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, колхоз үҙенең төп сығымдарын шул ҡаҙ менән ҡаплай. Иген, йәшелсә, дәүләт келәтенә киткән, йә дөйөм йыйымға бирелгән тауар өсөн аҡса килмәй тиерлек. Ә ҡаҙ өсөн һәр кем ҡулаҡса түләй һәм “Сөн” сәскә ата. Халыҡ һеҙгә рәхмәт уҡып бөтөрә алмай, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
Һикһәненсе йылдар аҙағында КПСС Өлкә комитеты ауыл хужалыҡтарын республикалағы сәнәғәт предприятиеларына шефлыҡҡа беркетеү тураһында ҡарар сығарғайны. Шуның буйынса Рәхимов етәкселек иткән Өфө нефть эшкәртеү заводы Благовещен районындағы бер совхозды һәм Илеш районындағы “Сөн” колхозын шефлыҡҡа алды.
– Ул саҡта был ҡарар сираттағы шау-шыу булыр ҙа үтер тип уйлағайныҡ, – тип һөйләп китте КПСС-тың Илеш райкомының беренсе секретары Шәйәхмәтов. – Һеҙҙең шефлыҡ та отчет өсөн генә инде, тип самаланыҡ. Шуға һеҙгә иң алыҫта ятҡан “Сөн”дө беркеттек. Күп булһа, бер-ике килерҙәр ҙә, шуның менән тамам булыр һеҙҙең шефлыҡ, тигәйнек. Ә Рәхимов колхоздың һәр ауылын, һәр фермаһын йөрөп сыҡты, ныҡ белдекле агроном йә зоотехник кеүек, бөтәһен дә энәһенән ебенә тиклем һорашты һәм Сөн йылғаһы буйында эре венгр ҡаҙҙары үрсетергә булды ла китте. Шул саҡта аптырағайныҡ беҙ һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙуллович, бер генә ауыл хужалығы белгесенең дә башына килмәҫтәй фекер тапҡанығыҙға.
– Барыһы ла бик ябай булды. Венгрияға барған саҡта миңә ҡаҙ фермаһын күрһәткәйнеләр. Эре ап-аҡ ҡаҙҙар йылғаны ҡаплап йөҙә. Үҙҙәре тиҙ үҫә, яҡшы һимерә, шул уҡ ваҡытта ите үтә майлы ла түгел. Ауылда атай-әсәй янына ҡайтҡан саҡта, мине иң ҡәҙерле ҡунаҡ күреп, ҡаҙ бешерә торғайнылар. Кинәнеп ашай инем. Бына шулар иҫкә төштө лә, һеҙгә ҡаҙ үрсетергә тәҡдим иттем. Иҡтисадсылар ҡасан был эштең файҙалы булырын һанап бирҙе. Үҙең әйтеп тораһың бит, бик яҡшы табыш бирә тип ҡаҙ үрсетеү. Шул яҡтан һеҙгә, колхоз етәкселәренә, бер үтенес бар.
– Теге саҡта һеҙҙе шефлыҡҡа алған эшсе синыфты онотмаһағыҙ ине. Ҡаҙ фермаһы ойоштороу уларҙың аҡсаһына башҡарылды бит. Һирәкләп булһа ла эшселәргә ҡаҙ биреп торһағыҙ ине. Әлбиттә, бушҡа түгел, аҡсаларын түләп алырҙар.
– Әлбиттә, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Беҙ яҡшылыҡты онота торған малайҙар түгел.
– Йә, ярар быныһы. Вилләр Йомағолович һине нимәгә саҡырғанды әйттеме?
– Бик һөйләмәне шул. Яңы эш тәҡдим итеүҙәре бар ғына тине.
– Илдар, беҙ бында Юғары Советтың кадрҙар менән эшләү бүлеген ойоштормаҡсы булабыҙ. Үҙең аңлайһыңдыр, был бик кәрәкле хеҙмәт. Элек өлкә комитет шөғөлләнә ине уның менән, хәҙер ул юҡ. Ә кадр менән эш бер көнгә лә тынмай. Яңы кешеләрҙе эшкә ҡуйыу, иҫкеләрен бушатыу, кемдәрҙелер уҡытыу һәм башҡаһы. Ҡыҫҡаһы, уның эше күп. Һин республиканы, уның кадрҙарын яҡшы беләһең. Ә мин, беҙҙең секретариат һине белә. Уртаҡ тел табып, эшләп алып китер инек, тимен.
– Бында күсеп килергә кәрәк бит инде?
– Әлбиттә. Илештә тороп, көн дә бында йөрөй алмаҫһың. Фатир мәсьәләһен хәл итербеҙ, тип уйлайым.
– Бындай ышаныс күрһәтелгәс, Мортаза Ғөбәйҙуллович, бар көсөмдө биреп эшләргә тырышырмын.
Юғары Советтың Президиум ултырышына милек менән эшләү мәсьәләһе сығыр тип көткәйнеләр ҙә, һис уйламағанда банк мәсьәләһе тыуҙы. СССР банкының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе эштән китергә булып ғариза биргән. Элекке ғәҙәт буйынса, был турала Башҡортостан етәкселәренә әйтеп тороу юҡ. Ярар, Шәйәхмәтов һиҙеп ҡалған. Юҡһа, ситтән берәйһен ебәрер ҙә, һеҙҙә башбанкир булып “фәлән фәләнович” эшләй башланы, тип Министрҙар советына хат яҙырҙар ине. Шуның менән вәссәләм.
Шәйәхмәтов шунда уҡ Мәскәүгә банк идаралығына шылтыратты.
– Яңы кешене беҙҙең менән кәңәшләшмәйенсә ҡуяһы булмағыҙ. Был беҙҙең республиканың суверенитет тураһындағы декларацияһына ҡаршы киләсәк. Был мәсьәләне бергәләп хәл итеү яҡшы булыр.
Телефон сымының теге осонда нимәлер мығырланылар. Әйҙә, һөйләнә бирегеҙ. Әммә беҙҙең шарт менән ризалашмайынса хәлегеҙ юҡ, тип уйланы ла Илдар, был турала Рәхимовҡа әйтте. Тегенеһе мәсьәләне бөтөнләй икенсе яҡҡа борҙо.
– Президиум ултырышы беҙҙең ҡасан әле? Иртәгәме? Эйе. Унда көн тәртибенә ниндәй мәсьәлә сығарыла? Милек тураһындамы?
– Эйе. – Шәйәхмәтовҡа баш ҡағып “эйе” тиергә генә ҡала. Үҙе бөтәһен дә белә бит инде. Рәхимов булһын да, берәр нәмәне онотһон, имеш, тип уйланы Шәйәхмәтов.
– Дауытов менән һөйләш, милек мәсьәләһен кисектереп торһон. Көн үҙәгенә банк мәсьәләһен сығарабыҙ. Ләләгә әйт, хәҙер Сәғетдиновты табып, минең менән тоташтырһын.
Оҙаҡламай Сәғетдиновты таптылар.
– Мөхәмәт Шәмсетдинович, һин банк селтәре тураһында фекереңде йыйып, бер епкә теҙеп бөткәнһеңдер инде? Кил, һөйлә.
Сәғетдинов тиҙ үк килеп етте.
– Эйе, уйҙың осона сыҡтым инде, хәҙер шуны ҡағыҙға төшөрәһе генә ҡалды.
– Башҡортостандың милли банкы – республиканың үҙәк банкын ошолай тип атарға тәҡдим итәм. Сөнки ер йөҙөндәге һәр илдең дә баш банкы шулай исемләнә. Беҙ ҙә уларҙан кәм түгел бит инде.
– Милли банк республикалағы бөтөн банктарҙы ла берләштерә һәм яңыларҙы асыу, ябыу мәсьәләләрен хәл итә, уларҙың клиенттар алдындағы иң мөһим бурыстарын үтәү-үтәмәүен күҙәтә, көн һайын предприятие, ойошма һәм банктарҙан ҡулаҡсаны йыя, тарата, уларҙан ҡиммәтле металл һәм таштарҙы һаҡлауға ҡабул итә, кешеләрҙең шәхси иҫәбендәге аҡсаны йыя, кире бирә, заявкалар буйынса юридик һәм физик шәхестәргә ҡулаҡса тарата. Бына ошо милли банктың төп эше.
– Кемгә буйһона был банк?
– Милли банк тик законға ғына буйһона. Республиканың банк эшмәкәрлеге тураһында үҙ законы булырға тейеш.
– Мәскәү менән мөнәсәбәте нисек?
– Мөнәсәбәт тик эшлекле алыш-бирешкә генә ҡорола. Аҡса менән эш итеүҙә үҙәк банктың ҡарарҙарын үтәй. Тик шул ғына.
– Ә республика органдарының ҡайһыһына буйһона?
– Берәүгә лә буйһонмай. Банк үҙенең клиенттары тураһында бер кемгә лә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй. Әгәр законда Юғары Советҡа, судҡа, прокурорға мәғлүмәт биреү ҡаралһа, быны үтәргә тейеш.
– Эйе. Төп ҡағиҙәләр ошо.
– Ауыр түгел улар. Үтәлерлек. Мөхәмәт Шәмсетдинович, ошо күҙаллауҙарыңды Юғары Советтың Президиумы ултырышына тәҡдим итәйек. Ә һине Милли банктың директоры итеп тәғәйенләү мәсьәләһен ҡарарбыҙ. Һин ҡаршы түгелме?
Иртәгәһенә Юғары Советтың Президиумы ултырышы булды һәм Милли банк мәсьәләһе ҡаралды. Әллә ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмаҫ ул тип уйлағайнылар ҙа был турала, әммә еңел генә үтмәне. Иң күп һорау Үҙәк менән мөнәсәбәт тураһында булды. Үҙаллы банктың Мәскәү банкы күрһәтмәләрен үтәү-үтәмәүе аңға барып етмәй ине әле. Бығаса автономия кимәлендә йәшәгәс, үҙаллылыҡҡа һәр аҙым да һорау тыуҙыра ине шул.
Президиум Милли банк мәсьәләһен Юғары Совет сессияһына тәҡдим итергә, банктың уставын хупларға һәм яҡын арала закон проектын эшләп килтерергә, Сәғетдиновтың кандидатураһын банкка етәксе итеп тәҡдимләргә ҡарар сығарҙы.
Президиумдың киләһе ултырыштарында Дәүләт милке буйынса дәүләт комитеты, эске эштәр буйынса министрлыҡ төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. Президиумдың һуңғы ултырышында Мортаза Рәхимов бығаса башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап:
– Республика тормошоноң нигеҙен тәшкил итерҙәй хоҡуҡ акттарын булдырыу өсөн беҙҙең даими комиссиялар, комитеттар һәм айырым депутаттар Башҡорт ССР-ы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр әҙерләне. Иң мөһим закондар, беренсе сиратта социаль-иҡтисади үҫеш буйынса ҡанундар эшләнә. Ер реформаһы, милек, ҡуртым, инвестиция эшмәкәрлеге, монополизмға ҡаршы көрәш, Башҡорт ССР-ның иҡтисад үҙаллығы һәм хоҡуҡтары тураһында, экологик кодекс, бүтән акттар проекттары әҙерләнде. Социаль гарантиялар буйынса үҙебеҙҙең селтәр яһала. Быларҙың барыһы ла республика Юғары Советының оҙаҡламай уҙғарыласаҡ сессияларына тәҡдим ителәсәк.
Ошолар эшләнгәндән һуң ғына Рәхимов үҙен ысынлап та үҙаллы республикала йәшәй башлағандай тойҙо. Бығаса бер малайҙың урамға сығып, мин еткән егет, тип һөрәнләгәне һымаҡ ҡиәфәттә йөрөй ине. Һөрән менән ысынлап етлегеү араһында айырма ҙур шул.
Юғары Совет Президиумы ултырышына республикалағы Союз һәм РСФСР милкен Башҡортостандыҡы итеп күсереү тураһында мәсьәлә ҡуйыласағы билдәле булды. Депутаттарға таратылған саҡырыуҙарҙа ошо мәсьәлә буйынса фекерҙәр һәм тәҡдимдәр әҙерләү кәрәклеген иҫтәренә төшөрҙөләр.
Ултырышты асып, Рәхимов был эштең ни өсөн кәрәклеге тураһында оҙаҡ ҡына һөйләне. Уның ни әйтерен, ниндәй дәлилдәр килтеререн бөтөнөһө лә белеп тора ине инде. Был турала ул төрлө сығыштарында, осрашыуҙарҙа, гәзиттәргә биргән интервьюларында һөйләгәйне. Уның төп фекере Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияның үтәлешен тәьмин итеү, бының өсөн республикала урынлашҡан союз һәм РСФСР милкен үҙеңдеке итеп күсереү ине. Һуңғыһына сәбәп булып сит ҡулдарҙағы мөлкәттән Башҡортостан өсөн бер тин дә файҙа булмауы, ә халыҡҡа, Башҡортостандың тәбиғәтенә һанап сыҡҡыһыҙ зыян килтереү торҙо.
Рәйестең әйткәне, һис һүҙһеҙ, хаҡ ине. Бығаса дәүләттеке тип аталып йөрөтөлгән милек урындағы халыҡҡа файҙа килтерергә тейеш ине бит. Булманы. Тимәк, уға ҡарата иң ҡырҡыу сара күрһәң дә дөрөҫ була, тип уйланы Мусин. Әммә күңел төбөндәге ниндәйҙер ҡылдар был фекер менән ризалашмай ҙа ҡуя. Аҡыл, Рәхимов хаҡлы, ти. Күңел килешмәй. Ни сәбәптән икәнен аңлатыуы ла ауыр, әммә төптә ултырған көҙөк ҡушҡуллап килешергә ирек бирмәй. Был, бәлки, ошо йәшенә еткәнсе Рәзилдең партия органдарында эшләүенә бәйлелер? Партия дәүләт байлығы бөтөн халыҡтыҡы ул, тип өйрәтте бит. Өҫтәүенә башҡортлоғо ҡанында ултыра. Башҡорттар нәҫел-нәсәбенә бала сағынан уҡ, кеше әйберенә теймә, теймәү генә түгел, был уйҙы башыңа ла килтермә, тип киҫәтте. Әллә шул тойғо, әллә инде бүтән сәбәп уға рәйес менән килешергә ирек бирмәй ҙә ҡуя.
Кешеләрҙең күбеһе һөйләп, үҙ фекерен белдереп бөттө. Мусин менән тағы икәү генә ауыҙына һыу уртлағандай ултыра бирә.
– Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ? – тип мөрәжәғәт итте уға рәйес.
– Союз йә РСФСР милкен әлеге хужалары менән һөйләшеп, килешеп алып булмаймы? Юҡһа, бик йәпһеҙ килеп сыға бит әле. Предприятиеға барабыҙ ҙа, бөгөндән башлап һеҙ Мәскәүҙеке түгел, беҙҙеке буласаҡһығыҙ, тибеҙме? 1917 йылғы революциянан һуң капиталист һәм помещиктарҙан уларҙың байлығын тартып алғандағы һымаҡ. Ул ваҡытта ярар, синыф түңкәрелеше арҡаһында шулай булған. Хәҙер бит хәл бөтөнләй башҡа. Милек – дәүләттеке, дәүләт – халыҡтыҡы. Беҙ үҙебеҙҙән үҙебеҙ тартып алабыҙмы инде?
– Юҡ. – Рәхимов Мусинға күҙенең ағын әйләндереп ҡарап алды. Ҡапыл ныҡ асыуы килһә, шулай итә ул. Быны, моғайын, үҙе лә белмәйҙер әле. – Беҙ милекте халыҡтан тартып алмайбыҙ. Беҙ уны халыҡтың бер өлөшөнән икенсеһенә генә бирәбеҙ. Бында революция ла, хатта приватизация ла юҡ. Шуға кемделер талау, йә урлау тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.
Тағы ла ниндәйҙер фекер, тәҡдим бармы?
– Һорау бар. Беҙ Рәсәй Федерацияһы менән килешеү төҙөргә әҙерләнәбеҙ. Унда федерация үҙәгенә республиканы баҫып алыуҙан һаҡлау, хәрби хеҙмәт, дөйөм хәүефһеҙлек, атом энергетикаһы, тимер, автомобиль юлдар һәм ҡайһы бер бүтән эштәрҙе бирәсәкбеҙ тип ниәтләйбеҙ. Шул уҡ хеҙмәттәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән республика эсендәге милекте ни эшләтәбеҙ һуң? Әйтәйек, резина-техник заводы. Ул сығарған нәмәләр космос сәнәғәтенә, авиацияға, диңгеҙ флотына, йылға флотына, ғөмүмән, халыҡҡа хеҙмәт итә. Был предприятиены ни эшләтәбеҙ? Әле ул – союз милке. Уны ла үҙебеҙҙеке, республиканыҡы итәбеҙме?
Мортаза Рәхимов, имтихан тотҡан студент кеүек, һәр һорауға яуап бирә торҙо. Ләкин ул үҙе лә аҙығынаса белеп бөтмәгән мәсьәләләр ҙә бар ине. Әлеге һорау тап шундай булды.
– Иптәштәр, – тине ул. – Милек мәсьәләһе бик ҡатмарлы. Уның һорауҙарына нигеҙҙә эксперттар яуап бирергә тейеш. Беҙгә иһә иң төп һорауҙы хәл итергә ҡала: бығаса союз һәм РСФСР милке булған мөлкәтте республиканыҡы итәбеҙме, юҡмы? Иткән һүрәттә лә, ҡайһы береһен, мәҫәлән, ҡораллы көстәргә, космос, хәрби һауа, хәрби диңгеҙ флоты, хәрби сәнәғәт комплексына ҡараған, дәүләт хәүефһеҙлеге кеүек хеҙмәттәр предприятиеларына, әлбиттә, теймәйәсәкбеҙ.
– Ә хәрби хеҙмәт өсөн дә, халыҡ мәнфәғәте өсөн дә кәрәкле нәмәләрҙе сығарған предприятиелар менән ни була?
– Бындай предприятиелар сығарған нәмәләрҙең дөйөм әйберҙәргә ҡарата нисбәтен һанайбыҙ. Уның күпме булырға тейешлеген эксперттар әйтер.
– Тағы һорауҙар бармы? Булмаһа, тауышҡа ҡуям. Кем дә кем республикала урынлашҡан элек союз һәм РСФСР милке булған, дөйөм хәрби, хәүефһеҙлек, тимер, автомобиль, һыу юлдары, торба үткәргестәре нәмәләренән тыш мөлкәтте республика идараһына күсерергә ти, ҡулдарын күтәрһен.
– Бер кеше битараф, ҡалғандар риза. “Башҡорт ССР-ында дәүләт суверенитетының иҡтисад нигеҙҙәрен тәьмин итеү тураһында” Юғары Совет Президиумының Указы ҡабул ителде.
– Иптәштәр! – Мусин аяғүрә торҙо. – Мин шулай ҙа ҡарарға бер һөйләм өҫтәүҙе кәрәк һанайым.
– Предприятиелар теҙмәһен РСФСР менән Башҡорт ССР-ы араһында дәүләт-ара килешеү төҙөгәндә аныҡларға, тип яҙыу маҡсатҡа тура килер ине тием.
– Тәҡдим авторына һорауҙар юҡмы? Булмаһа, тауышҡа ҡуям. Мусин иптәштең тәҡдиме менән кемдәр риза? Кемдәр ҡаршы? Кемдәр битараф? Бөтөнөһө лә риза. Ҡотлайым, Мусин иптәш.
Рәзил Мусин Башҡортостандың етәксе хеҙмәткәрҙәре араһында иң абруйлыларҙың береһе булды. Ҡайҙа ғына булмаһын, ниндәй генә вазифа башҡармаһын, уға ҡушылған эштең бик яҡшы үтәлеренә шикләнмәҫкә була ине. Өҫтәүенә, ҡайһы бер кеше һымаҡ, эшләгәне өсөн ҡупырайып йөрөмәне. Эшләгән – булған, уның нимәһенә маҡтанаһың. Ышанып тапшырылғанды ла үтәмәһәң, был донъяла икмәк серетеп йөрөүеңдән ни фәтүә – ошо ине уның фәлсәфәһе.
Мусин Дүртөйлөлә партия райкомының беренсе секретары булып эшләгәйне. Бөтөн көсөн биреп, Дүртөйлөнө республикала иң беренселәр рәтенә сығарам тип йөрөй ине, партияны бөтөрҙөләр. Мусин аптырап та ҡалғайны. Кисә район хужаһы булған кеше бөгөн эшһеҙ ултыра. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөй ине, Өфөгә саҡырып алдылар.
– Әйҙә райсоветҡа, – тинеләр.
– Райсоветтың рәйесе булып.
– Унда бит тик һайланып ҡына барып була.
– Һайланырһың. Әллә һайламаҫтар тип уйлайһыңмы? Беҙҙеңсә, һинең абруй юғары. Үтергә тейешһең.
Райсоветтың сессияһына элекке рәйестең үҙе теләп эштән китеүе сәбәпле яңы рәйес һайлау мәсьәләһе көн тәртибенә сыҡты. Мусин яҡлы кешеләр уның кандидатураһын күрһәтте. Унан башҡа тағы берәү бар ине. Йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса Мусин еңел генә өҫтөнлөк алды. Торараҡ уны район буйынса Башҡортостандың Юғары Советына депутат итеп һайланылар. Ә Юғары Совет сессияһы Юғары Советтың рәйесенә урынбаҫар итеп ҡуйҙы. Шулай ҙа Мусин райондағы эшен дә ташламаны. Президиум ултырыштарына, бүтән эш менән Өфөгә, көн һайын булмаһа ла, көн аша тигәндәй йөрөргә тура килде. Ни хәл итәһең, йөрөйһөң инде. Өфөләге рәйес урынбаҫары вазифаһы уны райондағы эштән китеүҙе талап итмәй бит.
Яңыраҡ район советы башҡармаһында уның янына Радик тигән берәү инде. Уны Мусин белә инде, тик ныҡлап түгел. Радик Дүртөйлөлә йәшәй, төрлө вазифалар башҡарҙы. Насар эшләне, тип әйтеп булмай. Тик бер урында ғына башын баҫып эшләүҙе белмәне. Әле бер урында, икенсегә ҡараһаң, күсеп тә киткән. Ни етмәй икән был кешегә, сәскәнән сәскәгә осҡан күбәләк һымаҡ нимә эҙләй һуң ул, тип уйлап та ҡуйғайны Рәзил. Бына шул кеше осрашырға килгән.
– Күреп торабыҙ, – тине Радик, – райондағы элеватор йүнләп эшләмәй. Быйылғы игенде ҡабул итеүҙә өҙөклөктәр күп булды, бураға һалынғанды йүнләп эшкәртеүенә лә ышаныс самалы.
– Бирегеҙ шуны миңә ҡуртымға. Әйтәйек, биш йылға. Элеваторығыҙҙы сәғәт кеүек эшләтәсәкмен. Бер ҡайғығыҙ булмаҫ.
– Физик шәхескә дәүләт милкен ҡуртымға биреү законда ҡаралмаған.
– Физик шәхескә түгел, ә юридикка. Минең кооператив бар.
Мусин ҡағыҙҙарҙы ҡарап ултырҙы ла:
– Өс кешенән торған кооперативҡа ике йөҙгә яҡын кешеһе булған коллективты биреп ҡуйыу ахмаҡлыҡҡа тиң булыр ине. Ана, кооперативың менән Дүртөйлөләге шәхси хужалыҡтарҙың баҡса ерен һөрөүҙе ойоштороғоҙ. Бына, исмаһам, булыр ярҙам, – тине лә ҡуйҙы.
Бер нисә көндән бер кооператор кирбес заводын ҡуртымға һорап килде. Шунан район кооперацияһына ҡараған ашхананы алмаҡ булдылар. Аптыраны Мусин, ни эшләп уның бәләкәй генә ҡалаһында ҡуртымсылар шулай әүҙемләште һуң әле? Ләкин яуап таба алманы.
Өфөлә Президиум ултырышы төштән һуң башланды ла сәғәт ярым самаһынан һуң бөттө. Мусин Министрҙар Советына китте, унда йомошон хәл иткәс, мәҙәниәт, мәғариф министрлыҡтарына инде, архив буйынса дәүләт комитетына ла һуғылды. Районда архив өсөн шарттар бигерәк хөртәйгәйне. Шуны яҡшыртайыҡ, тип йөрөнө.
Рәзил ҡайтырға сыҡҡанда күҙ бәйләнгәйне инде. Бер аҙ барғас, ойоп киткән. Арып йөрөгән кеше ни, бер эләккәндә яҡшы уҡ йоҡлап киткән. Машина ҡапыл туҡтағанға уянды. Ҡараһа, бер самосвал юлға ҡырсынташ бушата, ә ҡаршы яҡтан машиналар килә. Шуға рәйестең “Волга”һы туҡтап тора икән. Шул саҡта әллә ҡайҙан милиционер килеп сыҡты һәм ҡаршы яҡты туҡтатып ҡуйып, “Волга”ны үткәреп ебәрҙе.
– Кем ул? – тип һораны Рәзил.
Шоферы һүҙҙең милиционер тураһында икәнлеген төшөндө.
– РОВД начальнигының урынбаҫары. Анауында, юл сатында ғына беҙгә килеп эйәрҙе.
Мусин да, милиция начальнигының урынбаҫары ла Рәзилде ниндәй фажиғәнән ҡотолдорғандарын белмәй ине. Самосвал да, ҡырсынташ та алдан уйланған пландың бер өлөшө ине. Ҡырсынташ өйөмө янында туҡтаған “Волга”ла ултырған Мусинды яҡында ғына ятҡан снайпер атырға тейеш ине. Мусиндың артынан килгән милиция машинаһын күргәс, снайпер атмаҫҡа булды. Шуның менән уның ғүмере өҙөлмәй ҡалды.
Рәзил элек-электән иртә торорға күнеккән. Ауыл кешеһе бит инде, малды ҡарап инә лә шунан үҙе тамағын туйҙыра һәм эшкә китә. Ҡатыны шул мәлдә йә саҡ ҡына һуңғараҡ һыйырҙы һауып, көтөүгә оҙата ла өйгә инә. Бөгөн ул саҡ ҡына мыштырланы, ире өйҙән сыҡҡанда һарайҙың ялан кәртәһендә һыйырын һауып бөтөрөп бара ине. Шуға иренең:
– Ярар, мин киттем, – тиеүенә башын күтәрмәй генә:
– Ярар, – тине һәм эшен дауам итте.
Ҡатын һыйыр имсәген бер-ике тартты ла, һөт килмәгәс, күнәген ситкә алып ҡуйып, үҙе сүкәйгән еренән торҙо.
Тап шул саҡта урам яғында көслө шартлау яңғыраны, хатта өйҙөң тәҙрәләре сайралып төштө. Ҡатын, ни булды икән тип, бер мәл урынынан ҡуҙғалмай торҙо, шунан урам яғына ҡараһа, ни күрһен, ҡапҡа сырпаҡланып ята, хатта тимер бағана кәкрәйеп киткән. Ул тәүҙә урынынан ҡуҙғала алмай торҙо, шунан аятарын саҡ һөйрәп шартлау булған урынға барһа, иренең кәүҙәһе ерҙә ята, теткеләнеп бөткән...
Мусиндың үлеме тураһынлағы хәбәр Рәхимовты шаҡ ҡатырҙы. Уны ғына түгел, республиканың бөтөн халҡын аптырауға һалды. Нимә өсөн үлтерергә ине һуң Мусинды? Кем инде ул шул тиклем? Ҡулында күпләп аҡса йә матди байлыҡ тотһа, тағы бер хәл. Бәләкәй генә ауыл өйөндә йәшәгән, бар ғүмерен кешеләргә изгелек эшләүгә бағышлаған кешене тот та шартлат. Ҡайҙа барабыҙ һуң беҙ? Ниндәй йәмғиәт төҙөйбөҙ?
Был һорауҙарҙы Рәхимов бүтән кешегә яңғыратырҙан элек үҙенә бирҙе. Ә Мусинды ерләр алдынан уҙғарылған матәм сараһында:
– Дүртөйлө халҡы, бөтөн Башҡортостан халҡы, белегеҙ, Мусиндың ғүмеренә ҡул һуҙғандарҙы беҙ, һис шикһеҙ, табасаҡбыҙ! Табасаҡбыҙ һәм ғәҙел хөкөмгә тарттырасаҡбыҙ. Енәйәтселәр белеп торһон, уларға хөкүмдән ҡасып ҡалыу юҡ!
Һүҙендә торҙо Рәхимов. Был эште туҡтауһыҙ үҙе күҙәтте, көн һайын уҡ булмаһа ла әлдән-әле тикшереү барышы менән ҡыҙыҡһынып торҙо, кәрәк сағында ярҙам да итте. Таптылар енәйәтселәрҙе. Эштең осо теге саҡта элеваторҙы ҡуртымға һорап килгән Радикта булып сыҡты. Ул “законлы бурҙар” ҡушыуы буйынса элеваторҙы ҡуртымға алмаҡсы булған. Шундай уҡ заказ кирбес заводына һәм ашханаға килгән. Былар уны ҡуртымға алып торған булып, бик яҡшы хаҡҡа һатмаҡ булған. Һатып алыусы менән дә һөйләшеп бөткәндәр. Тик ниәтте ашырырға Мусин арҡыры төшкән. “Законлы бурҙар” “кәртә”не алып ташларға ҡарар сығарған. Ошо рәүешле үҙҙәренең мәсьәләһен хәл итергә һәм бүтәндәргә һабаҡ бирмәксе булғандар.
“Законлы бурҙар”ҙың ҡарарын улар менән электән үк бәйләнештә торған запастағы бер офицер үтәгән. Тәүҙә ул Мусинды снайпер винтовкаһынан атырға әҙерләнгән. Килеп сыҡмағас, Мусиндың өйө алдына инә торған ҡапҡаға граната элгән. Рәзил ҡапҡаны асҡан һәм... Уның урынында һыйырҙы көтөүгә ҡыуырға сыҡҡан ҡатыны ла булыуы ихтимал ине.
Мусиндың хәле 90-сы йылдарҙа киң таралған атыу һәм шартлатыуҙарҙың Башҡортостандағы башланғысы булды.